Халҡым хазинаһЫ


Ҡыҙҙың сәсенән тотоу хикмәте



бет12/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   19
Ҡыҙҙың сәсенән тотоу хикмәте. Башҡорт халыҡ эпостарында бик тә серле һәм ғилләле күренеш күҙәтелә: батыр егет һыу ҡыҙын ҡулынан түгел, сәсенән, толомдарынан тотоп ала. «Аҡбуҙат» эпосында Сура батырҙан ҡот алып, батыр тигән заты бар Һәүбән алтын тәхет өҫтөндә алтын сәстәрен тарап ултырған ҡыҙҙың (Нәркәстең) һиҙҙермәй генә сәсен урап тота. Шул ыңғайға ҡыҙ һиҫкәнеп китә. Һәүбән ҡыҙҙың сәсен ебәрмәй. «Заятүләк менән һыуһылыу» эпосында Сәмәр хандың Заятүләк атлы батыр улы Асылыкүлдең ситендә яҫы таш өҫтөндә толомдарын тағатып, алтын тараҡ менән алтмыш ҡолас оҙонлоғо ҡара сәсен тарап ултырған һыу ҡыҙын күреп, уның һылыулығына таң ҡалып, иҫе китеп ҡарап тора. Әкренләп-әкренләп кенә яҡынлай ҙа аңғармаҫтан уның ебәк кеүек йомшаҡ сәсенән тотоп ала. Һыу ҡыҙы нисек кенә ысҡынып китергә тырышһа ла, егет ебәрмәй. Егет ҡулының ныҡлығын, унан ҡотола алмаҫын һиҙеп, ҡыҙ ялбарырға тотона. Ни тиклем генә ялынмаһын, Заятүләк һыу ҡыҙын ебәрмәй, ғашиҡ булып: «Икәү бергә булайыҡ, бергә тормош ҡорайыҡ» (5, 181), — ти.

Билдәле фольклорсылар Кирәй Мәргән, Әхмәт Сөләймәнов, батыр егет ҡыҙҙың сәсен тотоп, көс-ҡөҙрәтен ала, тип фараз итә. Бәпестәрҙең инәләренең сәсен услап серем итеүен күҙәткән бар. Улар инә һөтөн имеп тә, бәлки, инә сәсен тотоп та ҡеүәтләнәләрҙер.

Ата һүҙен тотмау бәләһе. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа тигәндәй, яҡшынан яҡшы ла, яман да тыуа. «Урал батыр» эпосында Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең улдары Урал — илен, халҡын бәхетле иткән батыр, Шүлгән — кешеләрҙе ишһенмәҫ, яҡшылыҡты тиңһенмәҫ ыулы йөрәкле зат. Ул ата һүҙен тотмай, яуызлыҡты — дан, яҡшылыҡты хур ҡыла, шуның менән ата йөҙөн ят, инә һөтөн ыу итә. Урал уға юлдаш булып, ҡыҙ һайлаһа — буй, ат һайлаһа яй ҡуйып, теләгәнен бойомға ашырып та ҡарай. Әммә Шүлгән гел яуызлыҡҡа

224




ыҡлай, ҡәрҙәштәрен хур, Айһылыуҙы бәхетһеҙ итә. Урал әсенеп, уға шулай ти (5, 109):

һәттәй таҙа берәуҙең,

Күҙ ҡаралай икәуҙец Берен димләп бирҙерҙем,

Йөрәген, аҡ булыр тип, һине маҡтап һөйҙөрҙөм, һин һуҙецдә торманыц...

Ата хаҡы, инә хәтере өсөн яҡшылыҡ көтөп, Урал Шүлгәнде һынап ҡарай, мәгәр ул йәнә намыҫ тапай. Әҙәм яманы шулай изгелеккә яуызлыҡ менән яуап бирә, инә һөтө менән кермәгәнгә, тана һөтө менән кермәй. Айҙан тыуған Айһылыу мөхәббәт сәсеп, һағыш ура, нуры кәмеп, хурлана. Ата-инәһенә, ҡәрҙәштәренә игелек күрһәтмәгән Шүлгән үҙе лә игелек күрмәй. Шулай итеп, улдың атаһына оҡшап тыумауы, ике яҡшынан бер яман тыуыуы ла ихтимал. Ундайҙың донъяла име лә, йәме лә булмай.

Ир ҡайҙа, ҡатын шунда булыу сәбәбе. Был ғилләнең асылын донъя, әҙәм заты яратылыуға бәйле боронғо мифтарҙан төшөнөргә мөмкин. Хаҡ Тәғәлә Әҙәмде үҙенең ҡөҙрәте менән бар итә, уға рухынан йән бирә, иптәш булһын өсөн Һауаны яралта. Йәнә, Аллаһы Тәғәләнән ҡылынған хитап буйынса, ҡатындар ирҙәре хөкөмөндә һәм улар ирегендә булыр (49, 30). Библия хикәйәттәрендә иһә Яхве илаһ кешенән алынған ҡабырғанан ҡатын яһай һәм уны кешегә алып килә. Ир әйтә: «Был һөйәк — минең һөйәктәрҙән, тәне — минең тәндән; ул ҡатын тип аталасаҡ, сөнки ирҙән алынған. Шуға ла кеше атаһын, инәһен ҡалдырып, үҙенең ҡатынына һыйынасаҡ һәм бер тән буласаҡ» (46, 17). Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ ирҙән яратылған һәм ул бер йән, бер тән булып ире янында йәшәргә тейеш.

Халыҡ аҡылынса, алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған- үҫкән ил артыҡ. Борон кендек ҡаның аҡҡан, ҡанбабалар ғүмер иткән ерҙә түл йәйеп, байман табып йәшәү, ырыуыңдың, ил-йортоңдоң именлеген һаҡлау хуш күрелгән, изге йола һаналған. Урал батыр мәңге үлмәҫ төҫ алһын өсөн Йәншишмә һыуын йәнтөйәгенә һибә. Халыҡ торлаҡ ҡороп, бер-беренә йөрөшөп, бергә уй

8- 1.0025.11

225




нап, көлөшөп, ҡоҙа-ҡаҙна булышып, йәше-ҡарты йоплашып, именлектә көн итә, тын эсеп, рәхәтләнеп ҡала.

Һомай ҙа, Уралға килеп, Уралды уйлап моң сәсә, аҡҡош булып тул йәйеп, аҡҡош тыуын үрсетә. Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар батырҙар инә һөтөндәй илде мәңге һуғарыр, ҡыуандырыр һыу сығарып, йылғалар ағыҙа.

«Аҡбуҙат», «Заятүләк менән һыуһылыу» эпостарында ла батырҙар үҙ Тыуған илен һыу аҫты донъяһына, алтын һарайҙарға алмаштырмай, һыуһылыуҙарға әйләнеп, мал эйәртеп, ергә ҡайта. Әлбиттә, ҡыҙҙарҙың егеттәрҙе үҙ илдәрендә ҡалдырырға ла уйы юҡ түгел. Нәркәс һәүбәнгә былай ти (5, 147—148):

Егет, һүҙең һүҙ булһын, Беҙҙә толҡа тапмаһаң,

һиңә антым бирәйем, Илем аралап йөрөрһөң,

Үҙеңде алып илемә, Бар һарайҙы күрерһең.

Атам торган еремә, Мине Нәркәс тип һөйһәң,

Ҡан-яу асмай арала Мөлхәтһенмәй барына,

һоҡланганың бирәйем. Шүлгән һарай иленә,

Алтын һарай эсендә Нәркәстәй хур ҡыҙына,

Мамыҡ түшәп йәйәйем, Аҡбуҙ толпар менәрһең,

Ни теләһәң алырга, Ҡулга бәхетең туплап,

һораганың бирәйем. Уралыңа ҡайтырһың.

һарайымда ҡалырһың,

һарай ҡыҙҙары йырлап-йырлап ҡунаҡ итһә лә, һәүбән сит мөхиттә толҡа тапмай, бойоға, Аҡбуҙат менән Уралына ҡайта, һуңынан Нәркәс тә буй бирә, һөйгәне менән тиң ғүмер һөрөргә риза була.

«Заятүләк менән һыуһылыу» эпосында ла Заятүләк, Асылыкүл төбөндә сихри донъяла сибәрлектә тиңдәше юҡ һөйгән һыуһылыуы менән бер мохтажһыҙ байманлыҡта йәшәүенә ҡарамаҫтан, Тыуған илен, ер тормошон һағына. Кейәүенең һарғайып һағыныуын күреп, һыу батшаһы: «Заятүләк, һин — ер улы, ерһеҙ йәшәй алмаҫһың. Һин бөгөндән үк үҙ иркеңдә, бында көсләп тотмайым. Балҡантауыңа ҡайтып донъя көтөгөҙ, һыуһылыу һинең менән барыр: ир ҡатын артынан йөрөмәй, ҡатын ир артынан йөрөй. Өйөрөмдән Аҡбуҙ толпарҙы ал. Донъя ҡороп ебәреү өсөн мал бирәм» (5, 185), — ти. Заятүләк Аҡбуҙ толпарға атланып, Һыу

226




һылыуҙы алдына ултыртып, һыу батшаһы менән хушлашып, күлдән сығып китә, Балҡантауға юл тота.

Эйе, ил терәге — ир, ир терәге — ҡатын, ил яҙмышы — ир яҙмышы. Кеше ҡайҙа ғына бармаһын, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, тыуған тупраҡ һыуытмай, уның туҙаны ла ҡәҙерле, әреме лә хуш еҫле. Боронғолар аманатын- са, алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ. Ай, ҡояш кеүек, донъяла тыуған ер ҙә бер генә.

Тыуған ер — алтын бишек. Ул кейәү кешенең ил- йортона күсеп киткән, ғүмерен шунда кисергән ҡатын- ҡыҙҙың да күңел төбөндә. «Ҡуңыр буға» эпосында кеше түгел, малҡай ҙа быҙауҙарын эйәртеп, тыуған ерем тип ҡайта. Таңдыса иһә ата-инәһен ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫып һамаҡлай (5, 296—297):

Килсе, килсе, инәйем,

Аптырама, атайым,

Күҙ туйгансы карайым,

Бик һагындым, курәйем,

Күҙ йәшемде түгәйем.

Күргем килеп һаргайҙым,

Илай-һыҡтай ҡартайҙым,

Э сэр һыуым, ашар ашым Ошо илемдә ҡалгандыр.

Күп булмабыҙ беҙ бында:

Унда ҡалды ун балам,

Уныһы ла матурҙар,

Атаһындай батырҙар.

Таңдыса күкрәк һөтөн имеҙеп, күҙ ҡарам, тип өҙөлөп, йөрәк итем, балам, тип йәнен дә бүлеп биргән инәһе Өһәбикәнең тубығына ятып йоҡоға тала. Инәһенең бер бөртөк йылы йәше тама, был йәш ата менән инәнең тәүләп ҡауышҡандағы йәше була. Унан һуң ике күҙенән ике бөртөк эҫе йәше тама. Быныһы инә менән ҡыҙҙың айырылышыу аралығындағы күҙ йәше була. Ул яндыра төшә, Таңдыса һиҫкәнеп уяна, ата-инәһен күреп, шат йылмая. Уның хөрмәтенә һый-хөрмәт, уйын-көлкө ойошторола. Инәһе һөйөнә, атаһы шатлана. Мәгәр Таң- дысаның яҙмышы килен булып төшкән йортонда, балалары ҡалған ерендә. Шуға ла ул ҡайтышлай йөрәге елкенеп йырлай (5, 300):

8*

227


Беҙ ултырган ерҙән күренеп ятҡан Иҙел башыИрәмәлтау икән.

Беҙ киткәндә бары ла теүәл ине, Илгенәйем имен, һаумы икән ?

БАШҠОРТ ТУЙЫ ҺӘМ ТУИ-ИОЛА ПОЭЗИЯҺЫ Туй-йола тамашаһы

Йола поэзияһы йәмғиәт үҫешенең төрлө осоронда халыҡтың матди, рухи донъяһының, аңының, ҡарашының, быуындан быуынға тупланған ифрат бай тормош тәжрибәһенең поэтик кәүҙәләнеше һәм образлы сағылышы булып йәшәй. Боронғо традицион туй-йола тамашаһы — ҡатмарлы күренеш. Кирәй Мәргән яҙғанса: «Туй йолалары, асылда, күп баҫҡыслы тамаша (халыҡ драмаһы, халыҡ театры) төҫөн алып киткән. Ғәжәп үҙенсәлекле был тамашала (драма) халыҡтарҙың донъяға ҡарашы, поэтик һәм музыкаль культураһы, социаль- көнкүреш һәм ижтимағи үҫеш үҙенсәлектәре сағыла. Туй йолалары — халыҡтың меңәр йылға һуҙылған үҙенсәлекле поэтик мираҫы булып торалар» (47, 55).

Кәләште яусылап алғанда, ҡыҙ бирелгән еренә риза булғанда, туй халыҡ өсөн үҙенә күрә ҙур байрам төҫөн алған. Әкиәттәрҙә туйҙың ете көн, ете төн барыуы, һыйҙың мул булыуы, туйҙа бөтә ил ҡатнашыуы әйтелә. «Ялыҡ бей, Ҡармасан менән Сәрмәсән» дастанында туй шулай тасуирлана (9, 212—213):

Ҡара абыз риза булды Көрәгәләр килә торҙо

Ҡыҙ бирергә, Буҙа менән,

Халҡы шунан, эй, тотондо Туҫтаҡтарҙы уртаҡ эстек Мәж килергә. Ҡоҙа менән.

Әкиәт тиһәц, әкиәт түгел, Буҙалары бөтөүенә,

Туй башланды, Ҡоҙаларым

Ете көн һәм ете төн ул Тәпән-тәпән бал эсереп

Тоташ барҙы. Ыҙаланы.

Түрҙә булды был абызыц, Унан килде һаба-һаба

Абыз ҡоҙа, Ҡымыҙҙары,

Йырсылары йыр башланы Уцган икән ҡымыҙ бешкән, Буҙа - һуҙа. Бай, ҡыҙҙары!

228


Йырлап биргәс, эсмәйенсә Сарац юҡтыр,

Бөтәһе лә хәләл ризыҡ, Харам юҡтыр.

Буҙаһы ла, бал, ҡымыҙы Бер ҡорһаҡта

Урын тапты, көнө-төнө Ултырһаҡ та,

Уйын-көлкө, бейеү, көрәш, Бәйге, уҙыш

Барган өсөн һый һәм хөрмәт Менән ярыш...

Ысынлап та, туй үҙе бер теүәлләнгән тамаша, халыҡ пьесаһы, драмаһы булып күҙ алдына баҫа. Ҡыҙ яусылауҙан алып, килендең ҡәйнә йортона тешәүенә тиклем эҙмә-эҙлекле ваҡиғалар үҫешен күреп була был тамашала, хатта уның кульминацион нөктәһе лә бар. Туй-йөла поэзияһы өлгөләре — йыр, сеңләү, һамаҡ, әйтеш, әйтем, таҡмаҡ, ырым-юрауҙар — ошо ҡатмарлы тамашаның айырылмаҫ өлөштәрен тәшкил итә. Ғаилә ҡороуға бәйле поэтик материал, үҙенсәлекле ижад төрөнә әйләнеп, башҡорт халҡының рухи байлығын, ниһайәт, мәҙәниәтен тыуҙырыуҙа ла мөһим роль уйнаған.

Хәҙер фольклорсыларҙың күп өлөшө йола күренештәренең матди сағылышын ер эшкәртеү йәки малсылыҡҡа нигеҙләнгән традицияларға бәйләй. Ғәмәлдә, башҡорттарҙың байтаҡ туй-йолалары малсылыҡҡа нигеҙләнгән тормош ерлегендә барлыҡҡа килгән. Сөнки, башҡа туғандаш халыҡтар кеүек үк, башҡорттар ҙа бик боронғо замандарҙан бирле мал аҫраған, бигерәк тә йылҡысылыҡҡа етди иғтибар биргән. Ә инде арпа тапатыу, йыуаса, кейәү ҡоймағы йолалары игенселеккә бәйле булыуы менән ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Үҫәргән ырыуы башҡорттарында килендең аяҡ аҫтына — бойҙай, тирә-яҡҡа бауырһаҡ һибеү йолалары бар. Көнсығыш Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә киленгә икмәккә май яғып ашатыу ғәҙәте лә йәшәп килә.

Быуаттар төпкөлөндә яралып, беҙҙең көндәргәсә тарихи осорҙарҙың һыҙаттарын һаҡлап килгән туй йолалары — үткәнде өйрәнеү сығанаҡтары. Традицион туй йолаларында төрлө быуаттарҙың яңғырашы һаҡланып ҡалған. Н. А. Кисляков — тажиктарҙың (33), С. М. Абрам- зон ҡырғыҙҙарҙың (1) йолаларын матриархаттың тарҡалыу һәм патриархатҡа күсеү осорона бәйләп өйрәнә. К. Мәргән башҡорттарҙа ҡушылыу алдынан үткәрелә торған билғау сисеү йолаһын иғтибарға ала. «Егет билғауын мөмкин тиклем сырмалсыҡ, ҡатмарлы, төйөнлө

229




итеп быуырға, уның осон тапмаҫлыҡ итеп йәшерергә тейеш, ә ҡыҙ шуны сисеү әмәлен (мөмкин тиклем тиҙерәк) табырға тейеш. Был осраҡта ғаиләнең патриархаль нигеҙҙә барлыҡҡа килеүенә йәки ир затының өҫтөнлөк итәсәгенә ишара яһалғанын күреп була» (47, 51), — ти ул.

һырға туйында ике ырыу батырҙарының көрәшендә лә ошо мотив ята. Ҡоҙа һуйған малдың һебә һәм муйын һөйәге өсөн ике яҡтың батыры көрәшә. Көрәш майҙанында ҡыҙ яғының батыры өҫтөн сыҡһа, уға һебә һөйәге бирелгән. Был осраҡта ҡыҙ бей исеменә лайыҡ була, йәғни ире башҡаса ҡатын йәрәшә алмай. Әгәр егет яғының батыры еңә ҡалһа, ҡыҙ байбисә иҫәпләнә, ә ире уның өҫтөнән ҡатын алырға хоҡуҡ яулай. Һырға туйына бәйле ижадта был күренеш тулы асыла:

һебә биреп, кәләшен Ҡатын байбисә булһа,

Бейбисә иткән үкенмәҫ. Ире илдә ел ҡыуыр.

һылыу һайлап, илдә йөрөп, Ҡатыны бей булгандыц

Инде ҡабат елкенмәҫ. Бар донъяһы йүн булыр.

Ҡатын йортҡа бей булһа, Шаулы-даулы ҡау ганан

Айыры тояҡ мал уцыр. Өй эсе лә тын булыр.

Ҡыҙ йәшереү, сеңләү, бит асыу йолаларында боронғо магия менән бәйле ритуаль йолаларҙың эҙе һаҡланған. Магик инаныуҙарҙың ҡалдығы сеңләү репертуарында ла асыҡ күренә:

Алгышҡайымдан алдырма,

Ҡотоҡайымдан ҡалдырма!

Хаҡ Тәгәлә ҡушҡан алга килер, Ырыҫ-бәхетемдән яҙҙырма!

К. Мәргән билдәләүенсә, «уның функцияһы ла тәүге заманда икенсерәк булғандыр, йәғни үҙе ҡалдырып киткән илдең «хужалары» менән хушлашыу, йорт-ҡура эйәһе, ер-һыу эйәһе кеүек боронғо аң кимәле тыуҙырған күренештәр менән бәхилләшеү, ҡайһы бер осраҡта онотмауҙы (ситкә ташламауҙы) һорап, ырыу тотемына мөрәжәғәт итеү функцияһын үтәгәндер» (47, 53).

Ысынлап та, күп йолаларҙа ҡара ышаныуҙарҙың, табыныуҙарҙың, инаныуҙарҙың сатҡыһы ялтлап ҡала. Мәҫәлән, Арғаяш яғындағы башҡорттар араһында

230




таралған «ҡот апҡалыу, ҡот сабыу» йолаһы иғтибарға лайыҡ. Был йола буйынса ҡыҙ күскәндә (оҙатҡанда) бөтә ауыл ат менән, «ҡоҙағый, ҡот бир, ҡоҙағый, ҡот бир», тип туйҙы оҙата бара.

Әй буйы һәм шул уҡ Арғаяш башҡорттарында игәт малына суҡ бәйләү — мал данлау күренеше бар. Һуңынан, суҡтарҙы сисеп, балаларға тараталар. Шулай уҡ һыуға әйбер ташлау, ҡыҙҙың һағынғанда тауға, һыуға мөрәжәғәт итеүендә боронғо ышаныуҙарҙың остоғон күреп була.

Әлбиттә, әле ҡарап үтелгән йолалар һуңыраҡ икенсе йүнәлештә үҫеш алған. Уларҙы башҡарыу функцияһы үҙгәргән. Тәүге функцияһынан айырылып, күптәре уйынға күсеп, шаярыу, көлөү, мәрәкә өсөн генә үтәлә башлаған.

Йолалар үҙҙәре яралған мәлдә кешеләрҙең эшмәкәрлеген, хеҙмәт процесын, нимә менән шөғөлләнеүен сағылдырһа, һуңыраҡ осорҙа халыҡтың мәҙәни кимәленә әйләнеп киткән. Улар тарихи осорҙарҙың, социаль төркөмдәрҙең, географик урындарҙың тәьҫире һөҙөмтәһендә ҙур үҙгәрештәргә дусар ителгән.

Боронғо башҡорт туйының ҡатмарлылығы, күп быуынлылығы һәм ваҡыт буйынса оҙайлы тамашаға әйләнеүе ҡатнашыусыларҙың күп булыуы менән дә бәйләнгән.

Ғаилә ҡороу — ырыу-ҡәбилә өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки ул бала тыуыу, нәҫел ҡалдырыу, ырыуҙы ишәйтеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота. Шуға күрә туй дөйөм байрамға әүерелә, ә уға бәйле поэзия коллектив ижад төҫөн ала. Халыҡтың донъяға ҡарашы, бай тормош тәжрибәһе, әхлаҡи нормалары теләк, йыр, һамаҡ, таҡмаҡ, бейеү, әйтем кеүек ижад төрҙәрендә аныҡ сағыла. Туй ритуалына бәйле ҡайһы бер йолаларҙың маҡсаты яңы ғаиләгә байлыҡ-муллыҡ, шатлыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, күп бала теләүҙән, икенселәре өйләнешеүселәрҙе зарарлы көстәр тәьҫиренән аралап ҡалыуҙан тора. Йыр, ҡурай, уйын, төрлө йолалар — йәштәрҙе данлау, ҡушылыуҙы хуплау, туйға тантаналыҡ биреү сараһы ла. Йола поэзияһы дөйөм тематикалы бер бөтөн художестволылыҡты тәшкил итә. Сәсәндәр, йыраусылар тыуҙырған аҫыл һүҙ, көйҙәр

231


художество-эстетик әһәмиәте ифрат та ҙур булған ижадҡа әйләнә.

Туйҙа бер-береһенә ҡаршы ике яҡ, ике ырыу, ике ғаилә ҡатнаша. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте туйҙың эстәлеген билдәләй. Боронғо башҡорттарҙа йола буйынса ҡыҙ фәҡәт икенсе ырыу кешеһенә бирелгән. Ғалимдар ҡатынды сит ырыуҙан алыу йолаһын тәүтор- мош-община ҡоролошонда уҡ тыуған тип иҫбат итә. Ҡатынды сит ырыуҙан алыу XX быуат баштарына тиклем һаҡланып килгән. «XIX быуатта башҡорттар ҡатынды үҙ ырыуынан, волосынан ала алмаған. Ҡатынды йөҙ саҡрым һәм унан да алыҫ ерҙән алғандар. Был йола XX быуат башында Урал буйы, Урал аръяғы башҡорттарында үҙ көсөндә булған. Ошо уҡ ваҡытта башҡорттарҙың бер төркөмө (көнбайыш һәм төньяҡ- көнбайыш башҡорттарынан башҡа) ҡатынды үҙ ырыуынан, ләкин икенсе ауылдарҙан ала, ә инде үҙ ауылынан икән, һис шикһеҙ, икенсе аймаҡтан, аранан ала. Нисек кенә булмаһын, никахлашыу беренсе дүрт быуын туғандар араһында рөхсәт ителмәй. Тик тыуа ят һәм ете ят — инде сит һаналған туғандар ғына никахҡа инә алған» (52, 260). Күренеүенсә, сит ырыуҙан ҡатын алыу йәки сит ырыу кешеһенә кейәүгә сығыуҙың сәләмәт нәҫел булдырыуҙа мөһимлеген халыҡ үҙ тәжрибәһендә күп һынаған.

Икенсе төркөм ғалимдар, мәҫәлән, Ю. И. Семенов, ят ырыуға ҡыҙ биреү — туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырыу өсөн дә мөһим (53, 48—62), тип фараз итә. Күп осраҡта ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү ырыуҙарҙың берләшеүенә, бер халыҡ булып ойошоуына булышлыҡ иткән.

Туй-йола поэзияһын өйрәнеү ҡыҙҙың сит ырыуға бирелеүенең тағы ла бер сәбәбен асыҡларға мөмкинлек бирә. Ҡан ҡәрҙәшлеге булмаған кешеләрҙең өйлә- нешеүе ғаилә ныҡлығын булдырырға ярҙам итә. Йыраҡ ергә бирелгән ҡыҙ тиҙ генә ҡайтып китә алмай, нисек булһа ла йәшәп китергә тейеш була.

Башҡорт туйы бик күп күренештәрҙән, йолаларҙан тора: бишек туйы, һырға туйы, ҡыҙ күҙләү, яусылау, мәһәр килтереү, таҫтамал ҡотлау, егет һәм ҡыҙ йорттарында кәңәштуй, мал алыу, ҡоҙа килеү, туй ҡаршылау, ҡыҙ йәшереү, йыртыш йыртыу, ҡыҙ ҡушыу,

232




мунса кереү, көрәгә асыу, йыуаса, туй һуйыу, ҡот алыу, һаба йыйыу, сыбыртҡы ашы, ҡыҙ оҙатыу, сеңләү, килен төшөрөү, һыу башлау, арбау, теләк әйтеү... Бәғзе туй йолаларын, уларға бәйле ижадты күҙҙән үткәрәйек һәм асылдарын төшөнөргә тырышайыҡ.

Никах туйы йолалары һәм уларҙың поэтик һүрәтләнеше



Ҡыҙ яусылау. Никах туйының башланғысы — ҡыҙҙы егеткә димләү, яусы ебәреү. Элек яусы ролен башҡарыусы айырым кешеләр — хөрмәткә лайыҡ, һүҙгә йомарт өләсәйҙәр, олатайҙар булған.

Яусы туйҙа ике ғаиләне һәм улар аша ике ырыуҙы туғанлаштырыусы, дуҫлаштырыусы кеше булараҡ сығыш яһай. Димләү, яусылау үҙе тотош ғөрөф-ғәҙәттәр йыйылмаһынан ғибәрәт. Ҡыҙҙың ата-инәһен күндереү өсөн яусылау тәртибен, нисек итеп һүҙ башлауҙы белеү мөһим булған.

Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, маҡсатты белдереү өсөн, һүҙҙе шиғри һүҙ менән башлағандар (3, 426):

Миндә ҡайыш баулы ҡарсыга бар, һиндә ебәк баулы тутыйгош бар,

Шуны һорай килгәнмен,

Сонайҙан ат алганмын,

Бохарҙан эйәр алганмын,

Боролоп һицә ингәнмен,

һин тимер булһацмин кумер,

Мретергә килгәнмен.

Ата-инә ҡоҙалашырға риза булмаһа, мәһәрҙе гел туғыҙ һанынан һала, ыңғай осраҡта тәҡдимгә ризалыҡ билдәһе итеп кешмир яулыҡ йә таҫтамал бирә. Һуңынан яусы аша мәһәр, ҡалым малы хаҡында ике яҡтың һөйләшеүе башлана, туй үткәреү тәртибе билдәләнә. Бында туй үткәреү ваҡыты, кейәү яғынан нисә дуға кеше саҡырылыу, нисә кис ҡунаҡ булыу хаҡында килешелә. Әй буйы башҡорттарында кейәү ҡыҙ яғының сығымдарына аҡса индерә, бал, ит, май, сәй килтерә. Был мәһәр тип атала. Бында тағы ла башҡа әйберҙәр булырға мөмкин: мал, ҡош-ҡорт, эсемлек, ситса тауар,

233




тун, күлдәк, ыштан, ойоҡ, ситек, ҡалын шәл, быйма, бейәләй, көйәнтә, күнәк...

Мал алыу туйы. Һөйләшеүҙән һуң, ҡалым әҙер булһа, мал алыу туйы уҙғарыла. Мал алыуға ҡыҙҙың атаһы үҙенең ағай-энеләре менән бара. Уларҙы өйҙән өйгә йөрөтөп, бер нисә көн ҡунаҡ итәләр. Ҡунаҡтар егеттең атаһын туй һуйырға саҡырып ҡайта. Мал алыу туйы никах туйынан бәләкәйерәк була. Борон бөтә ауыл, ырыу туй үткәрергә ярҙам иткән. Ырыу үҙенең ағзаһына ҡалым түләргә булыша (төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда), туйҙы үткәреү сығымдарына өлөш индерә. Ҡыҙ кейәүгә сыҡҡанда, уның ырыуы егет яғының туғандарын, ҡунаҡтарын ҡабул итә, ҡыҙҙы оҙатыуҙа ҡатнаша.

Бирнә. Һөйләшеүҙән һуң туйға әҙерлек башлана, һәр ике яҡ ҡоҙа-ҡоҙағый өсөн бүләк әҙерләй. Ҡыҙ ҡәйнә йортона бирнәлек йыя. Бирнә — ҡыҙ яғынан егет яғына бирелгән бүләк. «Инде бирнә һала инәйем, дүрт ҡат — кейәүгә. Ике запун, аяҡ сылғауы, дүрт ҡат күлмәк, дүрт ҡат ыштан, суптырҙы күлмәк. Фис үҙем эштәгәм, үҙ ҡулым көсө. Нәҫел-заттарына бөтәһенә лә ҡулйаулыҡ. Алар аҡса һала. Әгәр ҙә мәгәр ун ике тәңкә аҡса төштөнейһә, бирнәһе күп булған тейҙәр» (43, 76).

Бирнәһеҙ кейәүгә биреү хурлыҡ һаналған. Шуның өсөн етерлек кимәлдә бирнә әҙерләмәй тороп, ҡыҙ йәрәшелмәгән. Бирнә таратҡандан һуң «бирнә ҡотлау» йолаһы башҡарыла. Ошо ваҡытта егет яғы ҡалым малы әҙерләй. Һөйләшелгән мәһәрҙе тулыһынса биреү мотлаҡ һаналған. Шарт буйынса, етешмәгән әйберҙәр булһа, ҡыҙҙың туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын хурлап, төртмәле йырҙар сығарған.

Ислам дине ҡағиҙәләре урын алғандан һуң, туй, ғаилә ҡороу никах уҡытыу менән нығытыла башлай. Никахты раҫлау өсөн ҡыҙҙың ризалығы талап ителә. Был ваҡытта ҡыҙ икенсе бүлмәгә ябыла. Ҡыҙ ризалығын бирмәгән хәлдә лә, муллаға ыңғай яуап ишеттерел- гән. Мулла айырым ҡағыҙға өйләнешеүселәрҙең исем- шәрифтәрен һәм ҡалымдың суммаһын теркәй. Ҡунаҡ булышыу туйҙа ҡатнашыусы туған-тыумасаларҙа сиратлап дауам итә. Туй ритуалына ингән ғәҙәттәр бер-бер

234




артлы алмашынып тора: ҡыҙ йәшереү, эҙләү, йыртыш, мунса төшөрөү...

Ҡыҙ йәшереү. Ҡушыу. Мунса. Ҡыҙҙы еңгәләр алдан билдәләнгән өйгә йәшерә. Кейәү, егеттәр-ҡыҙҙар уйнап-йырлап, өйҙән өйгә йөрөп ҡыҙ эҙләй. Еңгәләрҙең береһе (ул ҡыҙ ҡайҙа йәшерелгәнен белә) кейәүгә түбәндәгесә һамаҡлай:

Ватъфы юҡ аҡ толпар,

Сапһа, бауыр яҙалмаҫ;

Мола белмәҫ кейәүҙәр Ҡыҙын эҙләп табалмаҫ.

Кейәү бүләк бирһә, ул кейәүҙе аулаҡ өйгә алып бара. Кәләшен эҙләүсене өйгә индермәй, тағы ла бүләк талап итәләр:

Бүләк бирсе, еҙнәкәй,

Урын һалдыҡ аулаҡҡа.

Ҡайта һалып икегеҙ Сәй эсерһеҙ аулаҡта.

Өйҙә ҡыҙҙар әхирәтте бирмәҫкә тырыша. Тартыш башлана.

Беҙгә бүләк биргәс ни,

Ҡыҙ ҡуйынына инерһең,

тип ҡыҙҙы бирәләр. Ҡуна торған өйҙөң ишек төбөндә йыртыш тотоп торалар. Кейәү уны аяғы менән баҫып йыртырға тейеш. Был йола, беренсенән, ҡыҙҙың йәшлеге менән хушлашыуын аңлата. Икенсенән, ҡыҙ хаҡын, өлөш сығарыуға булған ынтылыш өҫтөнлөк ала:

Ҡарама кейәү ҡыйбатҡа,

Бин керәһең ожмахҡа,

Мрешерһең моратҡа.

Йыртыш хаҡы бер тәңкә,

Мшек бауы ун тәңкә,

Ҡыҙыбыҙ тора мең тәңкә.

Йырҙар, әйтемдәр ҡыҙ риза булып ҡушылғанда ла, һөймәгән ҡосаҡҡа ингәндә лә башҡарыла. Ҡыҙ менән кейәүҙе сымылдыҡҡа индергәндә лә әйтемләйҙәр:

235


Бына һицә, еҙнәкәйем,

Ҡыҙ бирәбеҙтотоп ал.

Ата-баба йолаһы тип,

У ц битенән убеп ал.

К. Мәргән, ҡыҙ йәшереү йолаһы бик боронғо ышаныуҙар ерлегендә тыуған, тип билдәләй. Уның фекеренсә, «был ғәҙәт никахлашҡан йәштәрҙе яуыз көстәрҙән һаҡлау, яуыз көстәрҙе алдатыу, йәштәрҙе уларҙан йәшереү маҡсатында башҡарылған боронғо магик йолаларҙың алыҫтағы сатҡыһы булырға тейеш. Шул яуыз көстәрҙе «алдау» маҡсатында кейәү менән ҡыҙ тәүге кис ҡунаһы урынға икенсе (ғаиләле тормошта күптән йәшәп килгән) парҙы һалыу осраҡтары ла булған» (47, 51).

Кейәү (хәстәрлек өсөн) еңгәләргә йоҡлаған урынға бүләк ҡалдыра. Еңгәләр иртә таңдан мунса әҙерләй, кейәү ҡоймағы бешерә. Ҡыҙ йәштән һөйөш ҡылғанын һиҙһә, мунсанан һуң сәй эскәндә кейәү, бер ҡоймаҡты үтә тишеп, табала ҡалдыра. Элек ҡыҙ сафлығы бик юғары баһаланған. Шуға ла йәштәр йоҡлаған яҫтыҡты ҡарау, тикшереү ғәҙәти һаналған.

Ҡырҡ көнлөк балаларға бишек туйы, үҫә төшкәс, һырға туйы уҙғарыу ҡыҙҙы сит-ят күҙҙән һаҡлау сараһы ла булған, һырға туйында:

Бына, егет, шәл ябып ҡуй,

Буйын биҙәп торһон,

Йәш-елкенсәк һуҙ ҡушҡанда,

Куцелен ҡаплап торһон,

тип юҡҡа ғына һамаҡламағандар. Егет, мәңгелек йәр билгеһе итеп, ҡыҙға һырға бирә. Йәрәшелгән ҡыҙ вәғәҙәһен боҙмаҫҡа, ата-инә йөҙөнә ҡара яҡмаҫҡа тейеш булған. Сафлыҡ — һөйөшөп, сәс сәскә бәйләнеп, тиң ғүмер итеүҙең төп шарты.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет