«Йәш ғүмерҙән туймағыҙ»
-
Нимә ул йәшәү? — тип һораған олатаһынан ейәне.
-
Көн күреү, ғүмер итеү, донъя көтөү, тереклекте, зат-нәҫелде һаҡлау, — тигән олатаһы.
Ҡан ҡәрҙәштәреңдең, халҡыңдың ҡыуанысы, бәхете өсөн йәшәү тәү дәүерҙән ҡаныбыҙға һалынған. Асылыбыҙға баҡһаҡ, ҡанбабабыҙ Урал тере һыуҙың һуңғы тамсылары һалынған мөгөҙҙө уң ҡулы менән алып, шунан халыҡҡа баш эйеп рәхмәт белдерә лә мөгөҙҙәге һыуҙы уртлай. Ләкин һыуҙың бер тамсыһын да йотмай, ә бер алдына, бер артына әйләнеп, бер уңға, бер һулға ҡарап — бөтә тирә-яҡҡа бөркөп ебәрә. Шунан үҙе:
-
Мин — бер кеше, һеҙ — күп кеше. Мин түгел, ә ер-һыу үлемһеҙ булһын, ерҙә кешеләр шат, рәхәт йәшәһен, — ти.
Барлыҡ тирә-яҡ үҙгәреп, яңырып киткән йәмле һәм йәнле донъяла кешенең йәшәгәндән-йәшәгеһе килеп торған. Урал батырҙың хушлашып әйткән һүҙе уландарына ла, барыһына ла изге аманат булған:
Яуызга юлдаш булмагыҙ,
Кәцәшһеҙ эш ҡылмагыҙ.
Мин әрсегән еремдә Кешегә байман табъпыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡорогоҙ,
Данлы батыр булыгыҙ.
Олоно оло тиегеҙ,
Кәцәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе тиегеҙ,
Кәцәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә суп төшөрҙәй,
31
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай Еҫерҙәрҙец алдында Күҙенә керпек булыгыҙ...
Барыгыҙга шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атыгыҙ,
Кеше булһын затыгыҙ;
Яманга юл ҡуймагыҙ,
Яҡшынан баш тартмагыҙ I
Был быуаттар, меңәр йылдар үткәс тә, һис бер ҡасан бәҫе китмәй, баһаһы бөтмәй торған алтындан да аҫыл, тормош мәғәнәһен төшөндөргән йәшәйеш ҡануны, мәңгелек йола вә заң!
Аҡыллы фекер иткән ҡан ҡәрҙәшемдең фекеренсә, һәр кемебеҙ яҙмышына яҙғанын күреп, үҙ тормошон үҙе яйлап-көйләп, тормош баҫҡыстарын башынан ахырынаса лайыҡлы рәүештә үтергә бурыслы. Бит әҙәм балаһы был фани донъяға күркәм йәшәр, үҙенең дауамын, нәҫелен ҡалдырыр, кешелекте, тереклекте үлемһеҙ итер өсөн тыуа. Кендек ҡаныбыҙ тамған еребеҙҙә көнитмеш һис ҡасан да анһаттан булмаған. Әммә ҡәрҙәштәребеҙ, ырыуҙаштарыбыҙ, ерҙәштәребеҙ ғәмәлдә был яҡты донъяға килеүҙәренә, ҡояшты, күкте, йәшеллекте, төрлө тереклекте күреүҙәренә ҡыуанып, матурлыҡҡа һоҡланып йәшәгән; йәшәйештән йәм, тәм тапҡан, фәһем алған, кәңәш-төңәш иткән; ҡыйынлыҡ, ҡайғы- михнәт кисергән, шатлыҡ-ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан; өмөт-теләген белдергән, бойомға ашырған, донъялыҡ бурыстарын үтәргә тырышҡан. Әйтәйек, балаларын күҙле-башлы итергә, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөргә, уларға йорт ҡорошорға, байман табышырға, бәхеттәрен, игелектәрен күрергә...
Мәңгелек даирәһендә һәм үлсәмендә кеше ғүмере тыуым менән үлем араһындағы ҡыҫҡа ғына бер мәл, миҙгел генә. Шуға ла һәр кем шул мәлдең, йәшәү тигән яҙҙың, йәйҙең йәмен тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәһә икән дә. Мәгәр берәүҙәр, донъяға мәңгегә килгәндәй, ваҡытын әрәмгә үткәрә, мәғәнәһеҙ ғәмәлдәргә сарыф итә; икенселәр, ҡартайғас, заяға үткән ғүмеренә үкенеп, минән дә үтте ғүмер, эттән дә үтте, ти; бәғзеләр бөтөнләй йәшәүҙең ҡыҙығын, мәғәнәһен тапмай төңөлә, үҙ-үҙенә ҡул һала.
32
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда йәшәйеш асылына, тормош мәғәнәһенә бәйле ҡиммәттәр тоноҡлана төштө. Кешене кеше итер тәғлимәт йәш үҫмерҙәребеҙгә ҡатмарлы тормош юлында яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа әйҙәр нур, күңелдәрен һауыҡтырыр им түгел. Шундай хәлдә меңәр йылдар тупланған аҡыл хазинаһынан фәһем, һабаҡ алыу, халҡыбыҙ әхлағын өйрәнеү зарур. Заман башҡаға һылтанып, ошо рухи мираҫҡа хатта атай-инәйҙәр ҙә битараф мөнәсәбәттә. Балаларының холҡонда, ҡылығында боҙоҡлоҡ баҙыҡланғас ҡына аптырауға, ниңә шулай булды әле, тигән уйға ҡалалар, яҡшы тәрбиә бирмәүҙә бер-береһен ғәйепләй башлайҙар. Был күптәргә хас күренеш. Ә бит рухи мираҫ — күңелдәрҙе һауыҡтырыр, изгеләндерер, әхлаҡлы һәм иманлы итер йәншишмә. Инаныу өсөн уның бер тамсыһын татыу ҙа етә. Йырға маһир ҡәйнәм Хаят Хәләф ҡыҙы (инәһе һәр әйткәне аҡыл, тапҡыр һүҙ булған сәсән телле Мәүзифа Минһажетдинова) туйҙарҙа, табындарҙа ошо йырҙы йыш йырлар ине:
Эй, дуҫтарым, һеҙгә лә әйтәм,
Йәш гумерҙән туймагыҙ.
Йәш гүмерҙец ваҡыты ла етмәй Сәскәләрен ҡоймагыҙ.
һай, азамат был егет!
Ҡыуанысҡа күрә, олоно оло итеп, кәңәш алып йөрөгән, кесене кесе тиеп, кәңәш биреп һөйөндөргән, ниәте яҡшылыҡ эшләү булған, үрнәк алырлыҡ йәштәребеҙ бар әле. Аҡыллы, ғәйре, әйҙәүсе егеттәребеҙ! Һүҙ шуларҙың береһе — Фәнзил Тәлғәт улы Әхмәтшин хаҡында. 1977 йылда Нуриман районының Ишморат ауылында тыуған, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алып, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Шунан һуң, шоңҡар ҡоштай алҡынып, ижтимағи тормош даирәһендә ҡанат ҡаға: Башҡорт йәштәре иттифағын етәкләй, «Һылыуҡай», «Урал моңо», «Йәш- лек-шоу» республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙың башлығы була, «Шау-шоу» йәштәр төркөмөн ойоштора.
33
Бишенсе — туғыҙынсы клас-
тарҙа уҡығанда Фәнзил батыр-
ҙар тураһында әкиәттәрҙе,
эпостарҙы, легендаларҙы йот-
лоғоп уҡый. Степан Злобин-
дың «Салауат Юлаев», Кирәй
Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты»,
Булат Рафиҡовтың «Ҡара-
һаҡал», Әхиәр Хәкимовтың
«Думбыра сыңы», Яныбай
Хамматовтың «Төньяҡ амур-
ҙары» кеүек тарихи роман-
дары уны ныҡ йөрәкһетә. Ба-
тыр үҙ халҡын яҡлай икән,
батыр илдең ҡаҙығы, бәхете
икән — батырҙарын ил онотмай! Улар халыҡта ирек яу-
лауға ихтыяр, ынтылыш тойғоһо уятҡан, хаҡлыҡ, ғәҙел-
лек, азатлыҡ өсөн көрәшкә үҙ артынан ҡәр-ҙәштәрен
әйҙәй алған. Мин шундай ир-уҙаман, батыр була алыр
инемме? Бармы миндә шундай көс-ҡөҙрәт?.. Егет уй-
лана, уйҙары елкендерә.
Фәнзилдең өләсәһе Гөләзиха апай Ишморат ауылында халҡыбыҙҙың әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен, Ҡөрьәнде, вәғәздәрҙе һәйбәт белгән зыялы була. Ул ейәненә лә әҙәмде әҙәп әҙәм иткәнен, әҙәп барҙа — иман барлығын, кеше үҙ ҡәҙерен үҙе арттырғанын күндерә, кешегә шәфҡәт итергә, яҡшылыҡ ҡылырға, инсафлы булырға өндәй. Инәһе уҡытыусы Хәлиҙә Исмәғил ҡыҙы атеистик ҡарашта торһа ла, улына ғәмәлдә шул уҡ өгөт-нәсихәттәрҙе. әйтә.
Оло ил тарҡалған, йәмғиәт ҡоролошо алмашынған, алға ынтылыу өсөн дәрт-дарман биреп, өмөт уятып торған юғары идеалдар, күнегелгән ҡанундар ҡыйралған мәл. Ҡойондай хәл-күренештән уҡытыусылар ҙа ҙур психик кисерештә. Артабан балаларҙы ниндәй ижтимағи, сәйәси ҡарашта, ниндәй үрнәктәрҙә, ҡиммәттәрҙә тәрбиәләргә?..
Халыҡ аҡылынса, заманына күрә ғәмәле, мәленә күрә әмәле бар. Ниндәй генә хәлдә лә, йәмғиәт ҡоролошонда ла йәшәргә көс табыу, кешелегеңде юғалтмау, олоға итәғәт, кесегә мәрхәмәт итеү зарур. Һәр ваҡытта ла арабыҙҙа күрмәккә лә, үрнәккә лә бар кешеләр була. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт респуб-
34
лика гимназия-интернатының физик культура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов тап шундай шәхес. Башҡортостан, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы, бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, йәнә милли көрәш, еңел атлетика, саңғы, бокс буйынса бихисап спорт мастеры, 1-се разрядлы спортсы әҙерләүсе, тау саңғыһы буйынса халыҡ-ара категориялы судья. Сабыр, баҫалҡы, ипле, ғәҙел остаз. Ул Фәнзилде спорт командаһының капитаны итеп ҡуя, үҙ фекерен әйтергә һәм яҡларға, яуаплылыҡҡа, ғәҙел булырға өйрәтә. Шулай итеп, егет үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан булырға, улар тураһында ҡайғыртырға, хәстәрлек күрергә күнегә. Артабан үҙ аллы тормош юлында был Фәнзилгә йәш үҫмерҙәр менән төрлө саралар ойоштороуға, уларҙы Башҡорт иленең тарихын, халҡының рухи мираҫын, арҙаҡлы шәхестәрен танып белергә әйҙәүтә булышлыҡ итә.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡығанда Фәнзил халҡыбыҙҙың ижтимағи тормошон, көнитмешен, булмышын төплө өйрәнә һәм хәҙерге хәлдәр менән сағыштырып, ҡанбабаларҙың рухи байлығын һәр ҡәрҙәшебеҙгә еткерергә, сәләмәт тормош <1лып барырға кәрәклеген нығыраҡ төшөнә. Студенттар донъяны танып белмәй, фән ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынмай, бәғзеләре лекцияларға йөрөмәй, имтихандарға яҡшылап әҙерләнмәй, уйын-көлкө, эскелек менән мауыға. Был һис кенә лә беҙҙең зат-нәҫелебеҙ- ҙе биҙәмәй. Сөнки халҡыбыҙҙың асылы саф, сәләмәт, күркәм.
«Яҡшылыҡ булды атыбыҙ»
Ҡанбабалар — изге Уралында үҙ иркендә, үҙ ихтыярында тормош ҡороп, байман табып, ирәйеп, ишәйеп йәшәгән ҡәүем. Киләсәк быуындарының да аң-зиһене, донъяға ҡарашы, булмышы шулай уҡмашҡан, ойошҡан. Батҡа ҡәүемдәргә, ижтимағи үҙгәрештәргә яраҡлашмай, улар ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, йәшәү рәүештәрен, тәбиғи үҙенсәлектәрен меңәр йылдар буйы һаҡлаған һәм һис кенә лә хәтеренән юймаған. Әммә илбаҫарҙар баҫып инеп, ерҙәрендә торлаҡ, завод ҡороп, ирекһеҙләп үҙ ғәҙәттәренә, ҡанундарына буйһондороп,
2*
35
көс-ҡеүәт менән булмыштарынан, иманынан, теленән яҙҙырып, башҡортлоҡ рухын һындырырға тырышҡан һәм ниндәйҙер кимәлдә ниәттәренә ирешкән. Ә милли рухын юғалтҡандар тәү асылын да, халҡын да, йәшәү мәғәнәһен дә юғалта.
Абруйлы психолог Вадим Фәтхи улы Сафиндың фекеренсә, иң ауыр, хәтәр мәлдәрҙә лә башҡорттар йәшәү өсөн айҡашҡан, үҙ-үҙенә ҡул һалмаған, эскегә һабышмаған. Бының асылы шунда — аҫаба башҡорт үҙен ер хужаһы итеп тойған, кәрәк саҡта ерен-һыуын ҡурсалап, үҙ хоҡуҡтарын даулап көрәшкә күтәрелгән, ауыҙы тулы ҡан булһа ла, дошманы алдында төкөрмәгән. Рус яҙыусылары башҡорттарҙың, ни тиклем ҡыйынлыҡ, аһ-зар кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, сит-ят алдында үҙҙәрен бойондороҡһоҙ һәм ғорур тотоуы тураһында ғәжәпләнеп яҙған. Ата-бабаларыбыҙ үҙ дәрәжәһен белгән, үҙ баһаһын төшөрмәгән. Халҡыбыҙҙың ул замандағы милли аң юғарылығы үҙен ҡурсалап, һаҡлап тороусы төп ҡеүәт, ҡорал булған. Хәҙерге сәйәси-иҡтисади түңкәрелеш дәүерендә бәғзе ҡәрҙәштәребеҙ, йәштәребеҙ йәшәү йүнәлешен таба алмай, йәшәүенең мәғәнәһен юғалта. Ә үҙ милләтенең яҙмышы, киләсәге өсөн көрәш рухы менән йәшәүселәр күбәйгән һайын, йәмғиәттә ыңғай аура, дәрт-дарман арта, кире күренештәр кәмей, шәхес ҡөҙрәте ирекле, ижади тормошҡа әйҙәй.
Йәшлек тә, ғөмүмән, ғүмер ҙә бер генә килә. Шуға ла йәштән үк нәҫелеңә, затыңа, ҡәрҙәштәреңә тап төшөрмәй йәшәй белеү зарур. Шөкөр итмәү, нәфсе һимертеү, байлыҡ тип, кеше аша атлау, аҙыу-туҙыу ил- йорттоң ҡотон ебәрә. Иманлы, мәртәбәле халыҡ һәр саҡ шөһрәтле. Уралдың васыятын йөрәгенән үткәреп, үтәп, улы Иҙел ҡәүеменә былай тигән:
Яҡтылыҡ булды атыбыҙ,
Кешелекле — затыбыҙ,
Яманга юл ҡуйманыҡ,
Яҡшынан баш тартманыҡ,
Затлы булды зацыбыҙ,
Ил көнлөлөр — ацыбыҙ.
Был — быуындан быуынға бирелеп, һәр ҡайһыһы тарафынан үтәлгән һәм үтәлергә тейешле аманат. Мәгәр беҙҙең буталышлы дәүерҙә һәр ваҡыт атыбыҙ —
36
яҡшылыҡ, затыбыҙ кешелекле, аңыбыҙ ил көнлө түгел. Мәҫәлән, Фәнзилдең һөйләүенсә, уның йәнтөйәгендәге Аҡҡош, Аҡмәсет кеүек күркәм ауылдар бөтөрөлгән. Тыуған ауылы Ишморатта һәр өсөнсө өй буш. Күрше Иҫке Исайҙа ла шулай. Яҡшыраҡ тормош эҙләп йәштәрҙең ситкә китеүенә, өй нигеҙҙәре урындарын ҡарағура баҫыуына, ауылдарҙың тарҡалыуына уның йөрәге әрней. Дөрөҫ, мәктәптәр, дауаханалар, күперҙәр, юлдар һалына, газ үткәрелә. Әммә мәктәптәргә барыр балалар юҡ. Дәүләт ниндәйҙер кимәлдә матди өлкәне ҡарай, хәстәрләй, рухи өлкәне иһә бағып етмәй. Әлбиттә, гелән ил ағаларынан бөтәһен өмөт итеү, көтөү һәйбәт түгел. Ҡәрҙәштәребеҙ араһынан рух ауазы буйынса ил-йорт ихтыяжын ҡайғыртҡан, яманға юл ҡуймаған, халыҡты яҡшылыҡҡа әйҙәгән ир-уҙамандар, ғәййәр егеттәр кәрәк.
«Ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?»
Был донъяла иң ауыр шөғөл — кеше булыу. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе булдыра. Бөгөн кемдәрҙер йорт-илгә шатлыҡ килтерһә, кемдәрҙер уның йәм-байлығын бөтөрә. Берәүҙәр күп аҡса табыу, байығыу, типтереп йәшәү менән мәшғүл, икенселәр дәрәжәгә ирешеү, дан ҡаҙаныу маҡсатын тәүге планға ҡуя, өсөнсөләр йәмғиәт мәнфәғәтен ҡайғыртмай, фәҡәт шәхси уңыш-ҡаҙанышҡа ынтыла, дүртенселәр һөйөү шауҡымына, ләззәтенә бирелеп, ҡыҙҙан ҡыҙға, ирҙән иргә йөрөй...
Әгәр байлыҡҡа ынтылмайһың, әрһеҙләнмәйһең, ҡуштанланмайһың, сибәрҙәрҙе үткәреп ебәрәһең икән — һин шәп егет түгел. Шулаймы икән? Яңылышыуҙарҙан, боҙоҡлоҡтан, ялағайланыуҙан, яман ғәҙәттәрҙән нисек ҡотолорға? Йәш үҫмерҙәребеҙгә кемдәргә һыйынырға, кемдәрҙән фәһем алырға?.. Фәнзил шул хаҡта дуҫтары менән фекер алыша, үҙенең күңел серҙәрен дә сисә:
-
Миндә йәш үҫмерҙәребеҙҙе яҡшылыҡҡа әйҙәргә ынтылыш бар, әммә үҙемдә күңел тыныслығы юҡ, асылымды аса алмайым.
-
Ислам тәғлимәтен өйрәнеп ҡара. — Юлай дуҫы шундай кәңәш бирә.
-
Эйе, Ҡөрьән уҡыһаң, көлһыуалла әйтһәң, күңелең бөтәйер, — ти Ишморат хәҙрәт.
37
-
Ҡөрьән әҙәби әҫәр кеүек уйлап сығарылған ғына түгелме? Ул әҙәмдәргә тура юл күрһәтә, уларҙы гонаһ- хаталарҙан һаҡлай, тиһәләр ҙә, ана, бәғзе муллалар йөрөй аҡса йыйып, тәм-том ашап.
-
Ҡөрьәнде белмәүҙән шулай тиһең. Ул дөрөҫ, ғәҙел йәшәр, тормош көтөр өсөн индерелгән, әҙәпкә, иманға, сафлыҡҡа өндәгән изге Китап. Уны уҡыған кеше үҙе өсөн күп файҙа вә хикмәт ала, дөрөҫ менән ялғанды, дуҫ менән дошманды айырырға өйрәнә. Кеше Ҡөрьәнде ни тиклем яҡшыраҡ белһә, асыл мәғәнәһен төшөнһә, шул тиклем һәйбәтерәк йәшәр, бәхетлерәк булыр. Бер хәҙистә әйтелә, әгәр аламалыҡ күрһәң, ҡулың менән туҡтат; ҡулың менән көсөң етмәһә — һүҙең менән; һүҙең менән ҡөҙрәтең етмәһә — йөрәгең, йәнең менән. Ҡөрьән әҙәм балаларын фәҡәт тура юлға, изгелек ҡылырға әйҙәй.
Изге Китапты уҡығас, Фәнзилдең күңеленә тәҡүәлек, ихласлыҡ, яҡшылыҡ һалына һәм ул ғүмерен хәйерле ғәмәлдәргә бағышларға ҡарар ҡыла. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында йәштәр комитеты ойошторолоп, уның рәйесе урынбаҫары вазифаһына Фәнзил тәғәйенләнә.
Башҡаларҙы сәләмәт көнитмешкә, әҙәпкә әйҙәү өсөн тәүҙә үҙеңә тәүфиҡлы булыу һәм үрнәк күрһәтеү кәрәк. Фәнзил, йәштәштәре Динар Ишемғолов, Заһир Ҡотлосурин, Дим Абдулғужин тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы емеш һуты, минераль һыу менән генә билдәләйҙәр, «Йәшлек араҡыһыҙ ҙа матур» тигән шоу үткәрәләр, йыйындарҙа, һабантуйҙарҙа көршәк урынына араҡы шешәләрен ваталар. Мәғәнәле шөғөлдәр менән шөғөлләнеүселәр хәмер көҫәмәй. Әйтәйек, аталары Жәлил Йосопов кеүек милли көрәш менән етди шөғөлләнгән Рәзим, Марсель, Руслан, Салауат спиртлы эсемлектәрҙән азат.
Халыҡ аҡылынса, егет кәләш алғас, тәүфиҡ таба, өйләнә-көйләнә. Егерме биш йәшендә Фәнзил медицина институтын тамамлаған Әбйәлил һылыуы Гөлназға әйләнә. Шул мәлдә бер аҙ йәмғиәт эштәренән бушап, шәхси тормошон яйға һалыу, донъя ҡороу, бәпестәрен балалар баҡсаһына урынлаштырыу хәстәрлектәре менән йөрөп ала. Үҙе — беләк, ҡатыны терәк булғас, тормоштарына ҡот ҡуна.
38
2002—2003 йылдарҙа Фәнзил арҡаҙаштары менән Өфө ҡалаһы башҡорт мәктәптәре уҡыусылары араһында тапҡырҙар һәм шаяндар конкурсы уҙғара. Шул асыҡлана: йәш үҫмерҙәребеҙ башҡорт донъяһынан,
мөхитенән, мәҙәниәтенән ғәмәлдә алыҫ, Рәсәй, сит ил эстрадалары төркөмдәрен иһә яҡшы беләләр, кумирҙары ла — сит-яттар. Үҙ халҡының рухи сығанаҡтарын, йорт-ер балҡыштарын белмәүҙәре уларҙы бөтөнләй ман- ҡортҡа әүерелдереүе ихтимал. Шуға ла бер кем өҫтән ҡушмаһа ла, бойормаһа ла, фәҡәт йөрәк ҡушыуы буйынса Фәнзил иптәштәре менән мәктәптәргә барырға, уҡыусылар менән осрашырға, аралашырға, әңгәмәләшергә, йоғонтоло саралар ойошторорға ҡарар ҡыла. 2009 йылды Рәсәйҙә Йәштәр йылы, Башҡортостанда Йәштәр инициативаларын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан иткән ваҡытта был айырыуса әһәмиәтле ине.
Бөтә йөрәктән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр йәш үҫмерҙәрҙең зиһенен, йәшәү рәүешенә күҙҙәрен аса. Бит аралашыуҙарҙың асылында — донъяуи хәлдәр, һорауҙар, мәсьәләләр. Кеше был ергә ни өсөн тыуа? Йәшәйештең, тормоштоң мәғәнәһе ниҙә? Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Уны нимәгә бағышларға? Ниндәй маҡсаттар менән йәшәү яҡшы? Ниңә ҡанбабалар аҡылы — алтын аҡыл? Ни өсөн спиртлы эсемлектәр менән мауығырға, тәмәке тартырға ярамай? Ни өсөн сәләмәт тормош күркәм? Атай-инәйҙәр, ололар менән нисек аңлашырға, уртаҡ тел табырға, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйларға?.. Бындай сетерекле һорауҙарға яуаптар уҡыусыларҙың күңелендә йәшәү мәғәнәһе, ғүмер ҡиммәте тураһында уй-фекерҙәр тыуҙыра. Ғәлимов Сәләм «Шоңҡар» поэмаһында яҙғанса: «Әйтсе, бурыл, ә һуң йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?» — тигән һорау баштарҙа ҡайнай. Ҡыуаныслыһы: был турала үҫмерҙәр үҙҙәре үк һөйләшергә, фекер алышырға атлығып тора. Уларға Фәнзилдең йәштәр эстрадаһы өсөн яҙған йыр һүҙҙәре лә оҡшай. Уның унлап шиғыры сәхнәләрҙән йыр булып ағыла. Сафланыуҙы үҙенән башлай ул:
Ҡәрҙәштәрем, бөгөн көрәш асам,
Мң беренсе үҙем үҙемә.
Сафланырга әйҙәп, сафҡа баҫам,
Эй, Хоҙайым, ҡеүәт бир миңә.
39
Ә сәләмәт йәшәү өсөн барыһы ла булдырылған:
Алла биргән гумер вә таҙалыҡ,
Йәшәр өсөн бары бар тагы:
Эсергә һыу, һуларга саф һауа,
Ин ҙур буләк — изге Китабы.
«Кәңәш биреп йөрөгөҙ»
Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының «Иман» ойошмаһы ағзалары ойошторған осрашыуҙа ла үҫмерҙәргә өлгө булған егеттәребеҙ айыҡ аҡыл менән йәшәү, тормош мәғәнәһен төшөнөү, әхлаҡ-әҙәпкә күнегеү тураһында сығыш яһай.
-
Хәҙерге заманда Рәсәй мәктәптәрендә төрлө фәндәр уҡыталар, төплө генә белем бирәләр, әммә уҡыусыларҙы нисек йәшәргә, тормош шырлығында аҙашып ҡалмаҫҡа өйрәтмәйҙәр. Илдә төплө, милли республикаларҙа йоғонтоло милли идеология булмағас, балаларҙы ниндәй йүнәлештә, рухта тәрбиәләргә лә белмәйҙәр. Хәҙер йәш үҫмерҙәрҙе ғәмәлдә телевизор, компьютер уйындары тәрбиәләй. Замана тамашаларын, мажараларын ҡарап, бала-саға ундағы образдарға оҡшарға тырыша, улар кеүек ҡылана һәм йәшәргә хыяллана. Әммә зәңгәр экрандарҙа күрһәтелгән тапшырыуҙар, фильмдар беҙҙең асылды, йәшәү рәүешебеҙҙе сағылдырмай.
-
Һеҙ, башҡорт балалары, ете ят әҙәмдәргә оҡшарға, уларҙың холҡон, ғәҙәттәрен, сифаттарын үҙләштерергә тейешме? Ә бит йәннәт — йәшәгән еребеҙҙә, үҙләштерер әхлаҡ-әҙәп халҡыбыҙҙа, уның арҙаҡлы шәхестәрендә! — тип сығышын башлай Фәнзил Әхмәтшин. — Күп йәш үҫмерҙәр был донъяға ниңә тыуғанын да, ниндәй маҡсат менән йәшәргә тейешлеген дә белмәй. Тормош мәғәнәһе, йәшәү асылы тураһында уйланмағандар, гонаһ-яҙыҡ ҡылғандар рәхәт тә, оҙаҡ та йәшәмәй. Шул арҡала күп тиңдәштәрем, класташтарым мәрхүм инде. Наҙандар, иманһыҙҙар, эскеселәр Хоҙай ҡушмағанды эшләргә әҙер. Уйлап ҡараһаң, мәҫәлән, Аллаһы Тәғәлә беҙгә икмәк, еләк-емеш ашауҙы, һыу әсеүҙе тыймаған бит. Кеше һаулығына, көнитмешенә нимә
40
зарар килтерә, шуларҙы ғына тыйған. Ә тормошта хәрәм нәмәләргә ҡарағанда, хәләл ризыҡтар күберәк.
Һәйбәт холоҡ-ғәҙәт алама сифаттарҙан өҫтөн. Иптәшеңдең затлы, модалы кейеменә, ҡиммәтле кеҫә телефонына ҡыҙығырға, көнләшергә ярамай. Иблис тигән яман зат һағалап, ҡотортоп, эргәбеҙҙә генә йөрөй, уға ҡолаҡ һалмайыҡ, уның артынан эйәрмәйек. Тормош хәҡиҡәтен өйрәнһәк, аҡһаҡалдар аҡылын тыңлаһаҡ, яңы- лышмабыҙ, бәлә-ҡазаға тарымабыҙ. Ни өсөн йәшәйем, изге эштәр эшләйемме, тип йышыраҡ уйланыу һәм ошо юҫыҡта ҡәрҙәштәр, йорт-ер өсөн файҙалы ғәмәлдәр ҡылыу зарур, һеҙ үҙегеҙгә теләгән яҡшылыҡты башҡаларға ла теләргә тейеш. Мин иһә бөтәгеҙгә лә шуны алғыш итер инем: ваҡытығыҙҙы бушҡа исраф итмәгеҙ, тура юлды йәһәтерәк табығыҙ. Шул саҡта бәхет ҡояшығыҙ йылмайыр.
Йәш дин белгесе һәм әһеле Ишморат Хәйбуллин- дың фекеренсә, бәхет башы — иман, әҙәп, тәүфиҡ; был фани донъяла кеше үҙенең тәғәйенләнешен табырға тейеш; байыған бәхетле түгел, күңеле киң һәм йомарт бәхетле:
-
Мин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаһам да, ниәтем бойомға ашманы. Имтихандарға ныҡлы әҙерләндем, ләкин хоҡуҡ факультетына уҡырға инә алманым. Бик тә ҡыйын булды, ғәҙеллек юҡтыр был донъяла, тип үртәлдем. Яңғыҙым урманға сығам да: «Ни өсөн был донъяла йәшәйем? Инде нишләргә?» — тип оҙаҡ уйланам, һорауҙарыма яуап эҙләйем. Нисек кенә янһам, көйһәм дә, өмөтһөҙлөккә бирелмәнем, ғәҙеллекте эстәп, дин юлынан киттем, Мысырҙа белем алдым, эҙләгәнемде таптым. Хәҙер күңелемдә — иман нуры, ул таҙа, яҡты. Шул нур менән ҡәрҙәштәремде лә сафландырам. Мәсеткә көнкүреш, ғаилә проблемалары менән бай кешеләр ҙә килә. Яҡшы өйҙәрҙә йәшәйҙәр, күркәм машиналарҙа йөрөйҙәр, үҙҙәре үкһейҙәр, зарҙарын түгәләр. Бәхет байлыҡта ғына түгел икән шул. Ысын бәхет — күңел тыныслығы. Күңеле ҡараңғылар, урынында түгелдәр ҡыуаныс кисермәй, йәшәү йәмен күрмәй. Тормош йәме — иманда, тормош мәғәнәһен аңлауҙа, изгелек ҡылыуҙа.
41
Рухи торғонлоҡ кисергәндәргә, ғүмер буш, файҙаһыҙ тип, тормошта нимәгә, ниндәй таяныстарға таянырға белмәгәндәргә йәшәү мәғәнәһен нисек табырға? Ысынлап та, хәҙерге ҡойонло, ғәрәсәтле мәлдә күптәр күңел бошонҡолоғо, тынысһыҙлығы кисерә. Кешене ниндәй генә ауыр уйҙар яфаламаһын, Илаһ ҡөҙрәте уға рухи йәһәттән таҙарынырға һәм әҙәм рәүешле йәшәй башларға мөмкинлек бирә. Ҡыйынлыҡ кисергәндә күп ҡәрҙәштәребеҙ күңел тыныслығын Аллаһы Тәғәләгә инаныуҙа таба.
Илаһи ҡиммәттәрҙе онотоп, замана шауҡымына бирелеп, байлыҡ туплау, тағы ла нығыраҡ байығыу, бер-береһенән уҙҙырыу ватандаштарыбыҙҙың төп хәстәрлегенә, йәшәү рәүешенә әйләнде. Донъя мәшәҡәттәре, ығы-зығыһы менән мәж булып, низағлашып, хәрәмләшеп, алдашып, улар ғәҙел, намыҫлы көн итмәү- ҙәрен уйламай, гонаһҡа тамам батмаҫтан алда, үҙҙәрен үҙгәртергә кәрәклекте аңламай. Ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғас, бәләгә тарығас йәки ауырыуға һабышҡас ҡына һуштарына киләләр, Хоҙайҙы хәтерҙәренә төшөрәләр. Шуға ла ҡылыҡтарың, тәртибең тураһында ваҡытында тирә-яғыңдағыларҙың фекерен тыңлау, эгоистик теләктәреңдән, ынтылыштарыңдан, яҙыҡ эштә- реңдән баш тартыу, тәүбәгә килеү зарур. Тәүбәгә килеү яңы, мәғәнәле тормош башларға юл аса. Ҡанбабалар аманаты, рухи мираҫ, һис шикһеҙ, был фани донъяла үҙ-үҙеңде, фиғелеңә хуш шөғөлөңдө табырға ярҙам итә. Тик халҡыңдың рухи хазиналарын белергә һәм уның илаһи ҡөҙрәтенә инанырға кәрәк. Тик иманың камил булһын.
Тамырҙарыбыҙҙа — Урал ҡаны
Йәш ҡәрҙәшебеҙ Фәнзилдең ҡарашынса, өсөнсө мең йыллыҡта, XXI быуатта йәшәгән Урал ата нәҫелдәре ҡанбабаның аманатын тотоп, яманлыҡ менән алышырға, яҡшы эштәр атҡарырға, ер-һыуын, халҡын үлемһеҙ итергә тейеш. Бының өсөн милли үҙенсәлектәреңде, йолаларыңды, телеңде, моңондо юғалтмаҫҡа, йыһан, тирә-яҡ мөхит менән аһәңдәш йәшәргә кәрәк. Ҡалала, Башҡортостаныбыҙҙан ситтә ғүмер иткән йәштәребеҙҙең балалары туған телендә һөйләшмәй, милли мәҙә
42
ниәтте һәм сәнғәтте белмәй һәм артабанғы быуын бөтөнләй асылынан айырыла, алыҫлаша. Әлбиттә, күмәк көс менән быға юл ҡуймау зарур. Фәнзил фекерҙәштәре менән Өфө ҡалаһы башҡорт мәктәптәре уҡыусылары араһында спорт төрҙәре буйынса «Урал батыр вариҫ- тары» тигән чемпионат уҙғармаҡсы. Райондарға сығып та йәш үҫмерҙәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып, йәшәү асылы, тормош мәғәнәһе тураһында һөйләшмәкселәр. Киләсәк быуын менән әүҙем эшләһәк, милләтебеҙҙе һаҡларбыҙ, тигән фекерҙәләр.
Халҡыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереү, ҡәрҙәштәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, милли идеябыҙҙы бойомға ашырыу, үҙаллылыҡ өсөн бөтә булмышыбыҙ, тормошобоҙ арналырға тейеш. Был айырыуса йәш быуыныбыҙҙың изге бурысы. Халҡыбыҙҙың бөтә милли геройҙары ла ғәмәлдә йәш булған. Йәш ҡәрҙәштәребеҙ, әйҙәүселәре- беҙ үҙҙәре тәрән аңлағанса һәм тиҫтерҙәренә мөрәжәғәт иткәнсә, милләтебеҙ яҙмышы, киләсәге йәштәр иңендә. Хәҙерге ижтимағи тормошта уларға аң-белем, аҡыл да, зыялылыҡ һәм мәҙәнилек тә, берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ та, уңғанлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ та, сослоҡ һәм ғәййәрлек тә кәрәк. Беҙҙең тамырҙарыбыҙҙа — Урал ҡаны, йәндәребеҙҙә — Урал аманаты! Ул беҙҙе яманға юл ҡуймаҫҡа, милләтебеҙҙе ҡурсаларға, заңыбыҙ затлы, аңыбыҙ ил көнлө булырға, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, ҡәрҙәштәрҙе байман табып йәшәргә саҡыра. Бының өсөн йәш милләттәштәребеҙгә Урал батыр дәүеренән бирелгән генетик хәтерҙе тергеҙеү зарур. Ул ғүмер юлыбыҙҙа үлемһеҙлеккә, мәңгелеккә әйҙәр яҡты йондоҙҙай балҡыр.
ӘЙ БАШҠОРТТАРЫ ЙЫЙЫНЫ ҺӘМ ҠАРҒА ТУЙЫ
Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, йыйындары ла баһаһы ҙур милли ҡиммәт, хазина. Борон һәр түбә, ауыл, кесе ырыу, оло ырыу йыл һайын йәй миҙгелендә йыйындар уҙғарған. Йыйындарҙа бейҙәр (ырыуҙың затлы кешеләре), ир-уҙамандар ҡан ҡәрҙәштәре менән йәйләүгә сығыу, мал көтөү, буҙа, ҡымыҙ яһау, солоҡ ҡарау, шифалы үләндәр йыйыу, мәғдән
43
сығарыу, ҡорал яһау, ғаилә-көнкүреш, йорт-ил хәле,
яҙмышы кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан,
кәңәшләшкән, ҡарарҙар ҡабул иткән. Ырыу-ара йыйын-
дарҙа ил, донъя хәлдәрен һөйләшеп, һүҙ, кәңәш берек-
тереп, бер булып ойошоп, оран бирешеп, данлыҡлы
батырҙар менән илде ҡурсалау, яу ҡайтарыу тураһында
мөһим ҡарарҙар ҡылынған.
Йыйындар башҡорт донъяһының ижтимағи-сәйәси
һәм шул уҡ ваҡытта рухи-мәҙәни ваҡиғаһы, күренеше
лә булған. Батырҙар, таҫыллылар, состар, һәр һәнәргә
һәләтлеләр, маһирҙар барланған һәм һыналған. Аттарҙа
сабышыу, көрәшеү, яу ҡоралдары менән эш итеү, уҡ
атыу, йүгереү, ҡобайыр, алғыш әйтеү, ҡурайҙа уйнау,
думбыра, ҡумыҙ сиртеү, йырлау, бейеү, уйындар уйнау
халыҡты дәртләндергән, ҡөҙрәтләндергән, тапшырылған
бүләктәр еңеүселәрҙең һәм зат-нәҫеленең мәртәбәһен
арттырған. Йыйындар араларға, түбәләргә, кесе һәм
оло ырыуҙарға, ғөмүмән, башҡорт халҡына ойошоп, бер-
ҙәм һәм татыу йәшәргә, милли йолаларын, йөҙөн, үҙен-
сәлектәрен, телен, сәнғәтен һаҡларға, үҫтерергә булыш-
лыҡ иткән.
Әйле башҡорттарының, яҡын-тирә ауылдарҙы йыйып,
кәңәш-төңәш, төрлө ярыш, уйын, һый менән үткәргән
йәйге йыйыны һәм «Ҡарға туйы» байрамы тураһында
филология фәндәре кандидаты Таһир Ғәлләм улы Байы-
шев 1970 йылда тәфсилләп яҙған һәм ул ни сәбәптән-
дер баҫылмай ятып ҡалған.
Таһир Ғәлләм улы Байы-
шев 1886 йылдың 15 авгусын-
да Өфө губернаһы Златоуст
өйәҙенең Хәлил ауылында
(Дыуан районының Йҫке Хә-
лил ауылы) тыуған. Ауыл-
даштары Йүрүҙән буйы баш-
ҡорттары менән саҡырышҡан,
йәнә Дыуан-Мәсетле һәм Лә-
мәҙтамаҡ ауылдары халҡы
йыйған йыйындарҙа ҡатнаш-
ҡан. Үҫмер сағында ат егеп,
күсер булып, инәһен, апай-
еңгәләрен «Ҡарға туйы»на
(ҡарғатуй) йөрөткән һәм бө-
тәһен дә күргән, күңеленә
44
һеңдергән. Уның хәтирәһе Әй буйы башҡорттарының йыйын, ҡарғатуй байрамдарын үткәреү асылын, үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Яҙманың фәҡәт йыйын, ҡарғатуй күренешен сағылдырған өлөшөн әҙәби яҡтан эшкәртеп, рухи мираҫыбыҙ ҡиммәте һанап, халҡыбыҙға еткерергә ниәт ҡылдым.
Йыйын
Яҙғы сәсеү тамамланғас, бесәнгә төшмәҫтән элек, ауылдың уҙамандары башҡа ауыл кешеләре менән саҡырышыу тураһында кәңәшләшә. Кәңәш беркеткәс, ҡайһы ауыл кешеләрен саҡырыу билдәләнә. Беҙҙең ауыл башҡорттары Йүрүҙән буйы башҡорттары менән саҡырыша ине. Билдәләнгән ауылға бер илсе ебәрәләр. Ул ауылдыҡылар илсене ҡабул итһә һәм ҡунаҡҡа килергә риза булһа, килеүселәрҙең һанын һәм килеү ваҡытын белеп ҡайта. Ҡунаҡтар һаны һәр ике яҡтан бер тигеҙерәк булырға тейеш. Сөнки бер яҡтың һаны ун-ун биш кешегә артыҡ булһа, икенсе яҡ кешеләренә ҡунаҡ итеү ауыр була. Өс-дүрткә күберәк булыу артыҡ һаналмай. Ғәҙәттә ҡатнашыусылар һаны һәр ике яҡтан илле-етмеш кеше самаһы була.
Билдәләнгән көн еткәс, ике уҙаман яҡшы тарантасҡа яҡшы пар ат егеп, дуғаға ҡуш ҡыңғырау тағып, ҡуссы (күсер) ултыртып, теге ауылға саҡырыусы булып китә.
һәр ике яҡтың үҙенә күрә иҫәпсеһе була. Ул иткә һыйырмы, йылҡымы, күпме сәй-шәкәр, бауырһаҡ, бәрәңге кеүек тәғәмдәр, ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн кеше башына күпме күбек май, икмәк йыйырға кәрәклеген билдәләй. Бөтә һауыт-һабаны, самауырҙарҙы, ҡаҙандарҙы, ашъяулыҡ, таҫтамал, эскәтер, ҡунаҡтар аҫтына йәйер, һалыр өсөн кейеҙ, келәм, мендәр, турпыша кеүек әйбер-ҙәрҙе йыйында ҡатнашыусылар килтерә.
Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн ғәҙәттә ауыл эргәһендәге йылға буйының бер матур урынында киң генә болон һайлана. Ҡунаҡтар килер көндө, таңдан алып, бөтә ауыл ҡырмыҫҡа иләүенә әүерелгәндәй була. Ауылдың ҡарты-йәше, бала-сағаһы аяҡҡа баҫа, зыҡ ҡуба: берәүҙәр ат егеп, майҙанға оҙон-оҙон нәҙек ағас, кәртәләр алып бара, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, ҡояштан күлә
45
гәләү, һыйлау, йоҡлатыу өсөн япма, ҡыуыш ҡора, уны турпышалар менән яба; берәүҙәр йүгерә-саба майҙанға кейем-һалым, һауыт-һаба, ашамлыҡ-эсемлек ташый; берәүҙәр ул һауыт-һабаларҙы, ашамлыҡ-эсемлекте һаҡлау өсөн ҙур-ҙур һандыҡтар килтерә; берәүҙәр яр ситенә ҙур ҡаҙандар урынлаштыра, берәүҙәр утын тумыра, самауыр ҡайнатырға күмер, табыҡ-сыра әҙерләй. Малайҙар атайҙарына, ағайҙарына булыша.
Бөтә ауыл шулай ҡыжмыраған саҡта, бер төркөм, оҙон ҡолғаларға таҫтамалдар, ситса киҫәктәре тағып, ауыл буйлап, өй рәтләп йөрөй, яңы төшкән килендәр- ҙән таҫтамал ала. Был таҫтамалдар ярыштарҙа еңгән батырҙарға бүләк итеп бирелә.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға майҙан әҙер. Төш ауып, ҡунаҡтар килер ваҡыт етә. Самауырҙар, уларға өҫтәү өсөн ҙур ҡаҙандарҙа һыу ҡайнай...
Күҙәтселәр ҡапыл: «Киләләр!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Алыҫта, һауаға туҙан болото борхотоп, ун-ун биш арбаға тейәлгән ҡунаҡтарҙың килгәне күренә. Яҡы- наялар. Иң алдан саҡырыусылар килә. Улар үҙҙәренә бүләк итеп бирелгән ике таҫтамалды дуғаның ике яғына таҡҡан. Таҫтамалдар ат еленә елберләп килә. Дуғаларға тағылған ҡыңғырауҙар, аттар муйынындағы шөңгөрҙәр тауышы күңелдәргә әйтеп бөтөргөһөҙ дәрт, ҡыуаныс бирә.
Саҡырыусылар ҡунаҡтарҙы ауылдың бер осонан индереп, икенсе осо аша майҙанға алып бара. «Бына беҙҙең ауыл шул инде», — тиҙәр. Ҡунаҡтар урамдан уҙғанда бөтә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тамаша ҡыла.
Ҡунаҡтарҙың килеп төшөүе ауыл халҡы өсөн ысынлап та бер тамаша, бер мәрәкә. Саҡырыусылар артынан килгән арбала берәү башына оҙон осло нәмә кейгән, йөҙөнә ҡурҡыныс, ҙур мыйыҡлы, ҙур кәрәк һаҡаллы битлек ҡаплаған, икенсеһе балыҡ тота торған ауҙан яһалған ҙур сатырҙы баш осона күтәргән. Бүтән арбаларҙағы ҡунаҡтар ҙа баштарына мәрәкә нәмәләр кейгән, биттәренә ҡурҡыныс битлектәр ҡаплаған. Был— ул саҡтағы ауыл кешеләре өсөн үҙе бер театр, кәмит.
Йыйында ҡатнашыусыларҙың башлығы була. Башҡалар уға буйһона. Һәр береһенә аныҡ бурыс, эш
46
йөкмәтелә. Берәүҙәр йыйылған ашамлыҡтарҙы һаҡлай, бүлә, тарата. Берәүҙәр ҡаҙан аҫтына яға, самауыр ҡайната, һауыт-һаба йыуа. Берәүҙәр ҡунаҡтарға ашамлыҡ ташый, самауыр төбөндә ултырып сәй яһай. Берәүҙәр, аяҡ үрә баҫып, шаян һүҙҙәр, көләмәстәр һөйләй, мәҙәк ҡыланыштар менән ҡунаҡтарҙы мауыҡтыра, шаярта, көлдөрә. Берәүҙәр йырлай, таҡмаҡ әйтә, гармун тарта йә скрипкала уйнай...
Элекке заманда һәр ауылда тиерлек йырсы, гармунсы, думбырасы, скрипкасы, әкиәтсе, мәҙәксе, туҙға яҙмағанды һөйләүсе була торғайны. Һәнәрҙәре менән ауылдан ауылға, ырыуҙан ырыуға йөрөп тамаҡ туйҙыралар, йән аҫрайҙар ине. Улай ғына ла түгел, уларҙы халыҡ саҡырып йөрөтә, туйҙарында, байрамдарында, мәжлестәрендә йырҙарын, көйҙәрен, ҡобайырҙарын тыңлай. Әгәр ауылда шундай кеше булһа, уны йыйында бушлай ҡатыштыралар, булмаһа, күрше ауылдыҡын саҡыралар. Әгәр уның кейеме, өҫ-башы насар булһа, кейендерәләр. Халыҡ сәнғәтенә оҫта фәҡир дәрүиштәр йыйындың балҡышына әйләнә. Халыҡ даръя бит ул! Мин сабый саҡта беҙҙең Хәлил ауылында сәсәктән һуҡырайған Мырҙаш исемле бөтә Әй буйына даны таралған йырсы, скрипкасы, халыҡ ҡаһармандары тураһында оҙон-оҙон эпостар, ҡобайырҙар һөйләүсе башҡорт бар ине. Бындай аҫыл заттар, беҙҙең мәңгелек милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап алып килеүселәр, йәшәтеүселәр ил тулы ине.
Килеп төшкән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу үҙе бер тантана. Һәр ҡунаҡты күрешеп, ҡотлап, ҡосаҡлап ҡаршы алалар. Бигерәк тә ҡарттарҙы, ир-уҙамандарҙы хөрмәтләйҙәр. Иң оло, аҡ һаҡаллы ҡарттарҙы арбанан күтәреп төшөрәләр, күтәреп япма эргәһенә алып киләләр. Йәш егеттәр аттарын туғарышалар, бәләкәй малайҙарҙы атландырып, аттарҙы йөрөтөп һыуындырырға ебәрәләр. Майҙан геү килә. Ул арала берәү саф, көслө, көр тауыш менән ҡунаҡтарҙы ҡотлау йырын йырлап ебәрә, уға гармун ҡушыла. Һәр кемдең дәрте, шатлығы эсенә һыймай.
Ҡунаҡтар юл туҙанынан ҡағына, һуғына. Йәштәр Әйгә барып йыуына, һыу инә. Ҡарттарҙы, ололарҙы япма алдында йыуындыралар. Ҡайһылары күлдәктәрен, өҫ кейемдәрен алыштыра. Ҡунаҡтарҙың башлығы ке
47
йемдәрен алыштырып, күк, ҡыҙыл йә йәшел төҫтәге тар ситсаны йәки яҫы таҫманы һул иңбашынан күкрәге аша биленә һалындырып таға. Шундай уҡ таҫманы хужалар башлығы ла таға. Был уларҙың башлыҡ икәнен белдерә һәм уларға мөһабәтлек бирә.
Ул арала ҡунаҡтарға сәй эсереү хәстәрлеге күрелә. Япма эсенә эскәтерҙәр йәйелә, самауырҙар, батмустар, сынаяҡтар, ашамлыҡтар ҡуйыла. Ҡунаҡтар, йәштәренә, дәрәжәләренә ҡарап, ҡор-ҡор булып ултыра. Ҡарттар, ололар япманың иң түрендә...
Сәй эскәндә уҙамандар ҡунаҡтарҙы тәбрикләй: «Ҡыуышыбыҙ тар, һыйыбыҙ аҙ булһа ла, һеҙҙең өсөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күңелебеҙ киң!», «Атп-һкгу — тәнгә шифа, дуҫлыҡ-татыулыҡ — йәнгә шифа...» Икенсе берәү көр тауыш менән оҙон көйгә йорт-ер, туғанлыҡ, татыулыҡ тураһында йыр йырлап ебәрә. Уға йә гармунсы, йә скрипкасы ҡушыла. Артабан да һыйлаған саҡта, шундай уҡ сығыштар, йырлауҙар, шаян һүҙҙәр була тора.
Йыйындарҙа ҡунаҡтарҙы көлдөрөү, албырғатыу өсөн туҙға яҙмағандарҙы һөйләүселәр ҙә була. Ҡунаҡтарҙы албырғатыу өсөн алдарына ике кеше килеп баҫа. Йыйындың башлығы: «Быларҙың бына быныһы үткәндә беҙҙең Әй буйында булған бер хәлде, ә быныһы малай саҡта үҙ башынан кисергәнде һөйләй», — тигән була. Мәрәкәне тыңлап, ҡунаҡтар һындары ҡатҡансы көлә.
Әлбиттә, бөтә йыйын баштан-ахыр гелән уйнау- көлөү менән бармай. Иҫәнлек-Һаулыҡ, тормош, донъя көтөү тураһында белешелә, йырҙар йырлана. Хәтеремдә, ул саҡта беҙҙең ауылда Әптелғәни исемле көр тауышлы, оҙон көйҙәргә йырлаусы йырсы бар ине. Әптелғәниҙең ҡунаҡтар алдына аяҡ үрә баҫып йырлағаны ғүмерем барына күҙ алдымдан китмәне:
Үтәһеңдәй, гумерем, ай, утәһең, Ҡартайтыпҡай әрәм итәһец, Ҡартайтыуҡащарыц бер ни ту гел, Үлтерепкәй харап итәһец.
Йыр йырланғас, мәжлесте бер нисә минутҡа тынлыҡ баҫа. Күптәрҙең, бигерәк тә ҡарттарҙың, кеҫәләренән ҡулъяулыҡтары сыға.
48
Бындай йыйындарҙа ҡунаҡтарҙы ике кис ҡундыралар. Тәүге көн һәм уның кисе һәр ике яҡтың оло кешеләренең үҙ-ара яҡшылап танышыуы, ултырҙаш булыуы, һөйләшеүе, әңгәмәләшеүе менән үтә. Улар илдәге тормош, хәлдәр, төрлө ваҡиғалар тураһында фекер алыша. Быйылғы йылдың нисек килеүе, көндәр нисек торасағы, игендәр нисек буласағы тәңгәлендә үҙ һынамыштарын әйтәләр. Һөйләшеү темаһы киңәйә бара. Һүҙ бөтә Башҡорт иленә, Рәсәй, хатта бөтә донъя күләменә күсә.
Һүҙгә һүҙ ҡушыла, фекергә фекер ялғана. Бара-бара һүҙ башҡорт халҡының үткәненә, боронғо хәленә, тарихына барып ялғана. Шунан халыҡ өсөн, ил өсөн көрәшкән, алышҡан, ҡорбан булған батырҙар, ҡаһармандар тураһында хәтирәләрҙе йәштәр йотлоғоп тыңлай. Бында инде Салауат батырҙың исеме телгә алынмай ҡалмай. Һүҙ Салауатҡа килеп еткәс, беҙҙең Әй буйында уның тураһында йырланған йыр яңғырай.
Мәҙе күҙе булыуға, ҡунаҡтарға аш ашаталар, сәй эсерәләр. Ҡараңғы төшөүтә, майҙан тына. Ҡунаҡтарҙы йоҡларға ятҡыралар. Оло ҡунаҡтарҙы өләшеп алып, өйҙәрендә ҡундыралар. Хужаларҙың унлаған кешеһе майҙанда нәүбәтсе (дежур) булып ҡала. Улар алмашлап ҡарауыл тора, ҡунаҡтарҙың аттарын ҡарай.
Йыйындың икенсе көнө һәр ике яҡ кешеләренең ярышы менән уҙа. Ярыш уйындары күп ине. Уларҙың байтағы инде онотолған. Шуныһы хәтеремдә, йүгерешеү, көрәшеү ярыштары балаларҙан, йәштәрҙән башлана ине. Был ғәҙәт, әлбиттә, йәш үҫмерҙәрҙе ярышҡа өйрәтеү, күнектереү ниәтенән башҡарыла. Ҡәрҙәштәрем һис ҡасан киләсәген онотманы. Тағы шуныһы хәтеремдә, йыйындарҙа һәр ике яҡтың ир-егеттәре хәҙер бөтөнләй онотолған «Билге», «Һыҙыҡ туп» тигән хәрби- ләштерелгән уйындарҙы бик мауығып уйнай торғайны. Уйнаусылар сисенәләр, күлдәк-ыштандан ялан аяҡ ҡалалар һәм еңдәрен, балаҡтарын һыҙғанып уйнайҙар. Был ҡомарлы уйындарҙы уйнай торғас, ҡара тиргә төшәләр ине.
Заманы шулай булғандыр, мин үҫмер саҡтағы ауыл- ара йыйындарҙа ат сабыштырыу һирәк була торғайны. Сөнки сабыштырыу өсөн эш аты, һабан аты ярамай. Сабыш аты айырым ҡәҙерләп тотола, бәйгегә әҙерләнә,
49
һабанға егелмәй, еңелгә генә егелә. Бындай аттар йыйында ҡатнашыусы крәҫтиәндәрҙә бигүк булманы. Дө- рөҫ, байҙар бик ихлас эшләгән батрактарын йыйында ҡатнаштыра ине.
Йыйындың әсәнсә, ҡунаҡтарҙың ҡайтыр кәнә хушлашыу кенә була. Иртәнге сәйҙе эсергәс, хужалар ҡунаҡтарҙы өләшеп алып, өйҙәренә алып ҡайтып ҡунаҡ итә, үҙенең тормошо, донъяһы, ғаиләһе менән таныштыра. Дуҫлашалар. Был бик яҡшы, күркәм ғәҙәт ине. Ул ғәмәлдә йыйындарҙа, ҡарғатуйҙарҙа тормошҡа аша ине. Берәү үҙенә оҡшағанды һайлап, дуҫ, әхирәт булышайыҡ, ти. Уға берәй төрлө бүләк бирә. Былай дуҫлашыу артабан күпселектә бик уңышлы була. Хатта үҙ туғандарына ҡарағанда ла бер-береһен яҡын күрәләр, йыш-йыш ҡунаҡҡа саҡырышалар, бүләкләшәләр, бер-бер хәл булғанда ярҙамлашалар.
Төш ауыуға, ҡунаҡтарға хушлашыу ашы ашаталар. Хушлашыу һүҙҙәре әйтелә, йырҙар йырлана. Арбалар майлана, аттар егелә. Ҡул бирешеп, ҡосаҡлашып хушлашалар. Ҡунаҡтар ҡайтырға сыға. Хужаларҙың башлығы, уҙамандары бер нисә саҡрым барып, ҡунаҡтарҙы оҙатып ҡал.а.
Ҡунаҡтар ҡайтҡас, майҙанға ташылған бөтә һауыт- һаба, самауыр, ҡаҙан, кейем-һалым, ағас-таш — ауылға, эйәләренә кире ҡайта. Артып ҡалған ашамлыҡты шунда йыйылған бала-сағаға ашаталар, етем, ҡарт-ҡороға, фәҡирҙәргә таратып бирәләр.
* * *
Йыйындар баштан-ахыр камил тәртип һәм әҙәп менән бара. Етәкселәр, ололар, уҙамандар үҙҙәрен борондан килгән йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы тота, ғәҙел эш итә. Йәштәр уларға буйһона, һис бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Ярыш уйындарында тәртип боҙоу, намыҫҡа тейеү, сәкәләшеү, бәхәсләшеү кеүек күңелһеҙ күренештәр булмай. Шуны айырып әйтергә кәрәк: был йыйындарҙа һис бер төрлө иҫерткес эсемлектәр, хатта әсеткән бал-фәлән ҡулланылмай. Шулай булғас, билдәле, тәртип боҙоусылар ҙа булмай. Тәмәке тартыусылар ҙа ғәмәлдә юҡ ине. Мин һалдат хеҙмәтенә 1909 йылдың көҙөндә киттем. Йөҙҙән артыҡ хужалыҡ
50
булған ауылда бары ике кешенең генә йәшерен тәмәке тартыуы билдәле ине. Күп йылдар ситтә зимагор булып йөрөгән бер кешене, араҡы эсә, имеш, тип һөйләйҙәр ине. Мәгәр ҡыш көндәре ҡунаҡ саҡырғанда бал балы ҡойҙолар. Минең атайым бал әсетеү эшенең ауылда берҙән-бер оҫтаһы һәм кәңәшсеһе һаналды.
Йыйындар башҡорт халҡының ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, яҡшы һәм аҡыллы, кешелекле сифаттарҙы, әхлаҡ-әҙәпте һаҡлауҙың, милли мәҙәниәтте һүндермәй, һүрелдермәй артабан үҫтереүҙең фәһемле бер мәктәбе, уҡмашып, ойошоп, дуҫлашып, татыулашып, ярҙамлашып, булышып йәшәүҙең, ғүмер итеүҙең борондан аманат ҡылынған асылы ине.
Ҡарғатуй
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡарғатуй байрамы үҙгәреш ки- серә-кисерә, тарая-тарая беҙҙең заманға килеп еткән. Ҡарғатуй ҙа яҙғы сәсеү бөткәс уҙғарыла ине. Байрамға яҡын-тирәләге ауыл ҡатындарын да көнөнә генә саҡыралар. Ҡунаҡтар иртәнге сәғәт туғыҙ-ун тирәһендә килә, киске сәғәт алты-ете тирәһендә ҡайта. Ҡатнашыусылар һаны егерме-утыҙ самаһы була.
Саҡырыусылар ҡунаҡтарҙы алып килә. Улар өсөн ауыл ситендә хозур ерҙә япмалар ҡорола, йәйер өсөн кейеҙ-келәм, бутҡа бешерер өсөн ҡаҙандар, сәй эсерер өсөн самауырҙар, бөтә кәрәк һауыт-һабалар килтерелә.
һый өсөн ашамлыҡ йыялар, бутҡа өсөн тары ярмаһын, сәй-шәкәрҙе кеше башына йыйған аҡсаға алалар. Ҡатнашыусыларҙың етәксеһе, башҡарыусыһы була. Ҡалғандары уларға буйһона, һәр кемгә үҙ эше, үҙ бурысы йөкмәтелә: берәүҙәр бутҡа бешерә, берәүҙәр самауыр ҡайната, берәүҙәр ҡунаҡтарҙы һыйлай...
Әгәр йыйын ғәмәлдә егеттәр өсөн тамаша булһа, ҡарғатуй инде ҡыҙ-ҡырҡын өсөн байрам була. Уларҙың аяғына баҫҡаны майҙанға килә, инәйҙәренә ярҙамлаша. Бәләкәй һәм ун ике-ун өс йәшлек малайҙар ҙа ҡатнаша. Әммә бында йәштәрҙән, ололарҙан бер генә лә ир заты булмай. Улар яҡындан түгел, алыҫтан да ҡарап тормай. Ҡарғатуй майҙанында ҡатын-ҡыҙҙар хөр, ирекле, тамам үҙ-үҙҙәренә хужа. Йоланы, ғөрөф-ғәҙәтте, әҙәп-тәртипте боҙмайынса, һис бер тартынмайынса
51
ҡыланалар, ни теләһәләр, шуны уйнайҙар. Улар йылына ике көн — үҙҙәренә ҡунаҡ килгәндә һәм ҡунаҡҡа барғанда — ир-егеттәрҙең күҙҙәренән, ҡараштарынан, ирҙәренең ҡыҫыуынан, шелтәләүенән бөтөнләйгә азат хәлдә йәшәп ҡала. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҡар- ғатуйҙың иң ҡыҙығы ла, иң мөһиме лә ана шунда ине. Ҡарғатуйҙар ҙа, йыйындар кеүек үк, кешеләрҙе ҡуҙғата, уята, үҫтерә, уларға дәрт, көс бирә, үҙ-ара дуҫлаштыра, татыулаштыра. Башҡа ваҡытта ирҙәр алдында ҡылана, ҡысҡырып һөйләшә, көлә алмаған, мәгәр тормошҡа йән биргән, йәм биргән ҡатын-ҡыҙҙар сикләүҙәрҙән арына, уйнай, көлә, хәбәрләшә, хис-тойғоларына ирек бирә. Был көндәрҙә улар араһында йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, әкиәтселәр ҙә, мәҙәкселәр ҙә, кәмитселәр ҙә, артистар ҙа ишәйә.
Ҡатындарҙың ҡарғатуйҙағы бөтә ҡыланыштарын тасуирлай алмайым. Бары бер асан ғына ҡарсыҡтың ҡунаҡтарҙы нисек кейенеп, ҡыланып ҡаршы алыу күренешен генә күҙ алдына баҫтырам. Башына бүрек һымаҡ нәмә кейгән, битенә ҙур мыйыҡлы, ҙур һаҡаллы битлек ҡаплаған, арҡаһына йыуан, оҙон толом һалындырған, уның осона сулпы урынына бер нисә еҙ ҡыңғырау, бер нисә шөңгөр таҡҡан, муйынына ат буталаһы, бер аяғына сабата, икенсеһенә кәүеш кейгән, йәнәһе, бер аяғы ирҙеке, икенсеһе ҡатындыҡы, алдан ҡараһаң — ир кеше, арттан ҡараһаң — ҡатын. Ҡунаҡтар килеп төшкән саҡта ул бер ботаҡлы, япраҡлы ағасҡа атланып, ат булып кешнәп, ян-яҡҡа сабып йөрөй. Башҡалар һындары ҡатып көлә.
Ҡунаҡтар килеүгә майҙан әҙер. Самауырҙар ҡайнаған. Ҡарғатуйға ҡатышмаған ҡарсыҡтарҙы, оло ҡатындарҙы хөрмәт итеп саҡырғандар. Аяҡтан яҙған бер ҡәҙерле ҡарсыҡты ат егеп килтерҙеләр, арбанан күтәреп төшөрҙөләр.
Ҡунаҡтар килде. Уларҙы шатланып ҡаршы алдылар, күрештеләр, ҡосаҡлаштылар. Ҡулдарын, биттәрен сайҡатып, сафландырып, ҡор-ҡор итеп ултырттылар, сәй эсерә башланылар. Тыныс ҡына һөйләшәләр, хәл-әхүәл һорашалар. Апайҙар, еңгәләр ҡунаҡтарҙы ҡотлап йырлап ебәрҙе.
Бер аҙҙан һуң ҡарсыҡтар, балалы ҡатындар урындарында ултырып ҡалды, тормош, ғаилә хәлдәре тура
52
һында һөйләшеүен дауам итте. Ә йәштәр, йәшерәктәр ярыш уйынына китте.
Ул саҡта ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә хас уйындары бар ине. Ҡатнашып уйнамағас, ситтән ҡарап торғас, мин хәҙер уларҙы хәтерләй алмайым. Ләкин улар бик ихлас ярышалар, ҡара тиргә төшәләр ине. Уларҙың ул саҡтағы милли уйындары бөтөнләйгә тиерлек онотолған инде.
Төш ауыуға, тары бутҡаһы бешә. Һары майҙы мул һалып ашала торған бутҡаны ҡунаҡтарға ғына түгел, байрам ҡарарға килгән бөтә ауыл ҡатындарына, бөтә йыйылған бала-сағаларға ашаталар.
Ярыш уйындары бөткәс, ҡарғатуйҙа таҡмаҡ әйтешеп бейешәләр. Ҡумыҙҙың тауышы яланда ишетелмәй, уйнаусының үҙенә генә ишетелә. Бына шул саҡта еҙ тас, батмус, биҙрә музыка ҡоралдары булып китә. Бейер өсөн тигеҙ урында таҡыр яһала, турпыша йәйелә. Бейеүселәр аяҡтары талғансы бейегәс, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеү, йомаҡтар табышыу ярышы китә.
Ҡунаҡтар киске сәғәт биш-алты етеүгә ҡайтырға йыйына. Уларға хушлашыу сәйе эсерәләр. Сәй эскәндә үҙ-ара дуҫлашыу йолаһы үтәлә: хужалар үҙҙәренә дуҫ, әхирәт итеп ҡайтарырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр бирә. Бүләктәр күпселек яулыҡ, таҫтамал, беләҙек, һырға, алҡа, йөҙөк кеүек әйберҙәрҙән йә һауыт-һаба- нан ғибәрәт була. Үҙҙәре ҡунаҡҡа барғанда, дуҫтары ла шундай уҡ бүләктәр биреп ҡайтаралар. Дуҫлыҡ бәғзе- ләрҙә үлгәнсе һаҡлана. Күпмелер ваҡыттан һуң был ауыл ҡатын-ҡыҙҙары теге ауылға ҡунаҡҡа юллана. Ул ауылда ла ҡарғатуй шул рәүешле уҙғарыла.
ТОРМОШ ШӘМЕ Яҙмыш һынауы
Яҙмыш... Ул кемдәрҙе ҡайҙа ғына илтмәй ҙә, ниндәй генә хәл-ваҡиғаларға юлыҡтырмай. Мәгәр һәр хәлдә лә асылыңдан яҙлыҡмау ҡотоңдо һаҡлай, йәшәргә ҡөҙрәт бирә. Күптәргә таныш, билдәле биоэнерготерапевт Регина (Рәйлә) Әһлиулла ҡыҙы Абдуллина-Молоданованың яҙмышы ла шуға инандыра. Инандырып ҡына ҡалмай, һоҡландыра, ғәжәпләндерә, фәһем бирә. Быны төшө
53
нөү өсөн яҙмабыҙҙы уның тор-
мош юлын һүрәтләүҙән башла-
йыҡ.
Ишембай төйәгенең Һәләүек
йылғаһы буйында Әптек тигән
ауыл да бар. Уға үҙ ерҙәрендә
Юрматы башҡорттары нигеҙ
һалған. Малсылыҡ, урмансылыҡ,
солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән-
дәр, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары
яһағандар. Бәрәкәтле ерҙә ҡан
ҡәрҙәштәре менән Алтынбаевтар
нәҫеле лә тамырланған, тармаҡ-
ланған вә ырыҫланған.
Алтынбаевтарҙың нәҫеленән
Әһлиулла Әхмәҙулла улы Бөйөк
Ватан һуғышынан түшенә орден, миҙалдар тағып,
мыҡты, олпат ир булып ҡайта. Күпте күргән һәм ки-
сергән кисәңге яугирҙе күмәк хужалыҡ рәйесе итеп
ҡуялар. Ул башкөллө эшкә сума. һис ҡасан бөтмәҫтәй,
сиге булмаҫтай мохтажлыҡтар, хәстәрлектәр бөтә көстө,
ваҡытты ала. Мәгәр шундай саҡтарҙа ла әҙәм заты
йәшәүҙән төңөлмәй, парлана, бала баға. Тәбиғәт ҡану-
ны шундай. Әһлиулла ла әйләнә, ғаилә ҡора. Ҡатыны
Миңлебаныу Абдуллина менән йәнкәй-йәнәш булып,
алты балаға ғүмер бүләк итәләр. Етмәгәнгә зарланмай,
һуҡранмай, татыу йәшәйҙәр. Балалары эшкә күнегеп
үҫә. Мәгәр ҡойонло-ғәрәсәтле ҡара болот һымаҡ, ға-
иләгә ҡара ҡайғы килә. Үҙен гел һиҙҙертеп торған
һуғыш йәрәхәттәренән, тәнде, йәнде ҡаҡшатҡан көсөр-
гәнештән Әһлиулла уҙаман вафат булып ҡуя. Ирһеҙ,
таянысһыҙ ҡалған ҡатынға алты баланы ҡарауы ни
тиклем ҡыйын булыуын күреп, Миңлебаныуҙың Укра-
инала Ворошиловград (Луганск) ҡалаһында йәшәгән
ағаһы Мөхәммәт Тимерғәли улы туғыҙ йәшлек Регина-
ны үҙ тәрбиәһенә ала.
Яҙмыш нескә генә ҡыҙҙы йәнтөйәгенән, туғандарынан айырып, йөрәген алғыһатып, бик-бик алыҫҡа алып китә. Ярай әле бабаһы ифрат мөләйем, яғымлы. Үҙ балалары булмағас, бөтә күңел йылыһын Регинаға бирә. Табип-онколог булып эшләгән Мөхәммәт Тимерғәли улы ауырыуҙар янынан арып-талып, башы зыңҡып ҡайта. Регина уға һырығып, устары менән маңлайынан,
54
сәстәренән һыйпаһа, шәбәйә лә китә. «Олатаһы Тимерғәли һымаҡ дауалау ҡеүәһенә эйә бит был ҡыҙ», — тип уйлай тәжрибәле табип, был хаҡта коллегаларына, дуҫтарына, таныштарына ла һөйләй. Улар ҙа Регинаның тылсымлы ҡулының имен тоя. Ошолай имләү был ваҡытта медицинанан алыҫ алым, сихри көс һымаҡ ҡаралһа ла, Мөхәммәт Тимерғәли улы баҙнат ҡылып, тылсымлы ҡуллы туғанын ауырыуҙарҙы арыуландырыуға йәлеп итә. Ғәжәп, әммә ун ике йәшлек кенә ҡыҙ бауыр, бөйөр шешенән ыҙаланыусыларҙың хәлен еңеләйтә. Уның илаһи ҡөҙрәте тураһында хәбәр тирә-йүн- гә һәм тағы ла йырағыраҡҡа тарала. Килеүселәр һыҙлауҙарынан арына, һауыға, рәхмәт яуҙыра. Бабаһының фатихаһы менән Регина бөйөк күрәҙәсе Вангаға барып, һәләтен үҫтереп ҡайта. Халыҡ табибы Ванганан башҡорт ҡыҙы төрлө дауалау алымдарына өйрәнә, ғүмер юлында үҙенә ниндәй ауыр йок йөкмәтелгәнен аңлай, мәгәр халәтенә күнә. Кешенең аураһын күргәс, ул Ван- ганың әйткәндәрен тиҙ төшөнә. Аура ете ҡат. Энергетик поле еп һымаҡ, ошо епте бәйләү ҡөҙрәтенә эйәһең. Ете ҡат аураны күргәс, өҫкә күтәрелгән фан- томды, йәғни кәүҙәләнеш-һынланышты һин кире ҡайтара алаһың.
Йәп-йәш кенә ҡыҙҙың яҙмышы булмышы, асылы, тәбиғәте һәм инде ғәмәле менән билдәләнгән кеүек медицина. Мәгәр ул ниндәйҙер хис-тойғо вә ғиллә тәьҫиренән педагогия институтына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы ала. Бәлки, уға тән табибы булыуҙан әүәл йән, рух донъяһын өйрәнеү, белеү насип ҡылынғандыр. Моғайын, шулайҙыр. Йылдан ашыу мәктәптә эшләгәндә һәм бушаған арала дауалау менән шөғөлләнгәндә тәбиғи һоло, һәләте медицина икәнен Регина тамам төшөнә. Шуға ла һис икеләнмәй Киев дәүләт медицина институтына юллана. Уҡыу менән мауығып, бер нисә йыл һиҙелмәй үтеп тә китә. Бишенсе курс имтихандарын яҡшыға тапшырып, ҡыуанып ҡайтып төшә Регина. Инде онотолоп, ял итеп алырға ла мөмкин. Йәмле йәй, гүзәллек күңелдәрҙе елкетә. Сихри кистәрҙең береһендә һыуһылыуҙай һылыу янына күҙҙәре янып торған курсант яҡынлай һәм үҙе менән таныштыра:
55
-
Мин — Валерий Молоданов, Тбилиси хэрби-артил- лерия училищеһында уҡыйым, эле Луганск эргәһендәге хәрби часта стажировка үтәм.
Егет ҡыҙҙы оҙата бара һәм яйы сыҡҡан һайын килә башлай. Валераның артынан ҡалмай йөрөүенә, нисек тә күңелен табырға тырышыуына Регина тәүҙә көлөмһөрәп ҡарай, сөнки арбарға маташыусы унан туғыҙ йәшкә йәш, ҡусты ғына. Мәгәр ҡыҙҙың ғәҙәттән тыш матурлығына иҫе киткән егет йәш айырмалығына ҡарамай, уны үлеп яратыуын белдерә. Һөйгәне һаман да һыр бирмәй. Валера иһә иптәштәре училищеға ҡайтып киткәс тә тороп ҡала, көн һайын ишек төбөн тапай, йәнкәйен ҡарауыллай, әйткәнде лә, һүккәнде лә аңларға теләмәй. Телендә бер һүҙ: «Мин һинһеҙ йәшәй алмайым». Хәл етди төҫ ала, хәрби тәртипте боҙған курсантты ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Ике ут араһында ҡала Регина. Нишләргә? Ниһайәт, ризалаша, егетте ҡыуандыра ҡыҙ. Мөхәббәт ағастарына бәхет ҡошо ҡунған, икеһенә лә мәңгелеккә бәхет йылмайған кеүек. Мәгәр алда бик ҡаты яҙмыш һынауҙары көткәнен белмәй әле һөйөү биләүендәгеләр.
Хәрби кеше — ғәскәри хеҙмәт үтәгән, бойороҡтарға буйһонған кеше. Регинаны ла хәрби хеҙмәткә алып, тәүҙә Ленинаканда (Әрмәнстан) уҡытып, шунан Аму- даръя буйына, Термезға ебәрәләр. Донъя ла тыныс түгел. Афған һуғышының утлы һулышы аждаһалай һура. Валера яуҙа ҡыйралған бронетехниканы Арзамас, Николаев ҡалаларына оҙатыу, Регина Ҡабул хәрби госпиталендә яралылар менән мәшғүл. Ҡанһыраған, ыңғырашҡан йәп-йәш кенә егеттәр йәл, ифрат та йәл. Ярай әле тән, йән әрнеткес һыҙланыуҙарын еңеләйтә, үлемдән дә алып ҡала. Яугир ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанда ла...
Регина үҙе лә ниндәйҙер хикмәт менән үлем тырнағынан ҡотола. Алыҫ гарнизон госпиталендә эшләгән мәл. Һис көтмәгәндә дошмандар һөжүм итә. Табиптар ҙа ҡаршы тора, яралылар ҙа йән аямай алыша. Был йөҙгә-йөҙ, маңлайға-маңлай бәрелешендә бик һирәктәр генә иҫән ҡала. Һаҡалтай бысағы Регинаның сикәһен сыйып үтә. Ярай сыйып ҡына.
Икенсе ваҡиға уны фани донъя менән теге донъя сиге үлсәүенә һала. Был мәңгегә күңелгә уйылған хәл 1986 йылдың 21 февралендә була. Регина ҡатмарлы
56
операция яһаған хирургка ярҙам итеп тора. Шул саҡ ракеталар төшөп ярыла башлай, ярсыҡтары Регинаның башын, эсен ҡаты йәрәхәтләй. Госпиталдең баш хирургы Марс Әхмәтйәнов ниндәйҙер мөғжизә менән уның күбәләктәй йәнен ғазраилдан йола. Мәгәр ҡарынындағы бәпесе йән бирә, Регина башҡаса инәй булыу бәхетенән яҙа. Илле ете көн мәрттә ятып, был яҡты донъяға яңынан тыуа, көндө, ҡояшты ҡайтанан күрә ул.
-
Үлем менән йәшәү араһында ятҡанда мин теге донъяны, уның хозурлығын күрҙем, — ти Регина. — Фани донъялағы һымаҡ, унда бөтә нәмә бар. Мәгәр ҡосаҡлашып, бала табып ҡына булмай.
Түшәктә ятҡан ҡатынды Ташкент аэропортына, унан Киевҡа оҙаталар. Бында дүрт ай эсендә генә бер нисә етди операция үткәрә һәм кисерә. Йәшәү шәме һүнмәй Рәйләнең, артабан башҡасараҡ яна, яҡтырта. Был хаҡта һүҙ булыр әле алда.
Күргән ыҙаларҙан, үлемдән саҡ ҡотолғандан һуң әжәл аяҡ аҫтында ятҡан, баш өҫтөндә өйөрөлгән Афғанстанға әйләнеп тә ҡарамаҫҡа тейеш һымаҡ Регина. Ләкин ул тағы шунда йүнәлә, Ҡабулға бара. Сөнки бында яуҙаштары. Яралылар медицина хеҙмәте лейтенантының ярҙамына мохтаж. Был аяуһыҙ, хаяһыҙ мөхиттә бер-береңә инаныс, таяныс булыу зарурлығын улар имен тормошта көн итеүселәргә ҡарағанда мең тапҡыр нығыраҡ аңлай.
Регинаға икенсе ғүмер бүләк иткән табип Марс Әх- мәтйәновҡа Термездан йән өшөткөс көйөнөслө хәбәр килә: ҡатыны мәрхүмә булып, бәпесе бала табыу йортонда ҡалған. Башына таш орғандай, ир-уҙаман шаңҡый. Аҡылға һыймай был хәл. Ҡара көйә ир. Ҡатмарлы операциянан һуң арып-талып, саф һауа һуларға, госпиталь тирәләй йөрөргә сыға. Ҙур психик кисерештән тәрән уйҙарға сумған табип минанан тартылған сымды ла шәйләмәй.
Берәүҙәр шым ҡалған, бәғзеләрҙең күҙҙәренән субыр-субыр йәш аға. Һуңғы минуттарында ла Марс Әхмәтйәнов тән яфаларынан бигерәк күңел ғазаптарынан нығыраҡ интегә, иҫен юғалтмаҫ элек йөрәк түренән урғылған аманат һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә:
57
-
Регина туғаным, — ти ул. — Балам да балам, тип үртәлә инең, улымды тап, улымдың инәһе бул, үҫтер, табип ит, мине лә онотма...
Яуҙашыңдың һуңғы үтенесен үтәү — изгеләрҙән-изге эш, иң илаһи бурыс. Хәрби хеҙмәтте ҡалдырып, Регина Афғанстан сигендәге Термезға, офицерҙарҙың ғаиләләре йәшәгән Үзбәкстан ҡалаһына килә. Генерал Михаил Аунапу булышлығы менән бергә Марстың улын эҙләп таба һәм уллыҡҡа ала, оҙон ғүмер юлы теләп, Юламанға ауаздаш тойоп, Юлиан исемен ҡуша. Ниһайәт, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандаи сығарыу башлана. Валерий Молоданов, Дүшәнбе ҡалаһына күсеп, хеҙмәтен дауам итә.
Күпме ҡорбан, күпме ғәрип! Ҡайһыһы ҡулһыҙ, ҡайһыһы аяҡһыҙ, ҡайһыһы күҙһеҙ... Интегәләр, тилмерәләр. Ә йән, тән тетрәнеүҙәренән рухи яҡтан имгәнгәндәрҙе кем белә? Уларға, психик ауырыуҙарға, зәғифтәргә, һис кем ярҙам итмәй, һөҙөмтәлә бихисап ир-ҡатын айырылыша, ғаилә фажиғәһе кисерә. Молодановтарҙың дуҫы ла нервыһы ҡаҡшауҙан ҡапыл ҡыҙып китә, туҙына, һуғыша һәм ауырлы ҡатынын тетрәтә, имгәтә. Ваҡытынан алда, ете айлыҡ килеш кенә, донъяға килгән бәпескә табип күҙәтеүе, махсус тәрбиә талап ителә. Регина уны ҡарауға ала һәм ҡыҙ (Югина) Молодановтарҙың ғаиләһендә ҡала. Улар тормоштары боҙолған йәнә бер яуҙаштың балаһын ҡабул итә, мәгәр, ҡыҙғаныс, ул мәрхүм булып ҡуя. Афған афәте бик күп йәндәрҙе, яҙмыштарҙы боларта, болғандыра, уттан алып, һыуға һала.
Молодановтарҙың да ерегеп йәшәр ере, тамырланып донъя көтөр әмәле юҡ. Ике йыл Урта Азияла гарнизондан гарнизонға күсенеп йөрөйҙәр. Ниһайәт, 1993 йылдың йәйендә улар Башҡортостанға килеп морон төртә. Илдәге болғаныш-солғаныш, көсөргәнешле хәл, фатир юҡлыҡ, иртәгеһе көнгә ышанысһыҙлыҡ яугирҙәрҙең яҙмышын тағы ла ҡатмарлаштыра, бәғзеһен упҡынға этә. Төрлө ҡаршылыҡтарҙан, ауыр кисерештәрҙән тамам ҡаҡшаған йәнә бер яҡын яуҙаш яҙмышы фажиғә менән бөтә, ете көнлөк кенә бәпәйҙәре (Марсель) Валерий менән Регина ҡарамағында ҡала. Ала-ҡола заманда, ныҡлы нигеҙең юҡта иҫ киткес ҡыйыулыҡ был. Күрәһең, йөрәге тулы яҡшылыҡ, шәфҡәтлелек башҡорт ҡыҙының. Уның йәшәү шәме атай-инәйһеҙ ҡалғандарға
58
яҡты, йылы һәм йылмайыу нуры бирә. Сөнки уның ҡанында — халҡының ҡөҙрәте.
Әлбиттә, Афғанстанда алған яралары һыҙлап, һиҙҙереп торған Регинаға бик ауырға тура килә. Ирен хәрби хеҙмәтен дауам итергә ебәрәләр. Регинаға Башҡортостанда төпләнеү, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу мөһим. Валерий күңеле ашҡынған хеҙмәт урынына китә, Регина өс бала менән Баймаҡта тороп ҡала, үҙендә уларҙы туйындырыуға, кейендереүгә, тәрбиәләүгә дәрт-дарман, ғәйрәт таба, ир-ҡатын хәстәрен нескә, мәгәр ҡөҙрәтле иңенә һала. Бер аҙҙан ире менән тауышһыҙ-тынһыҙ ғына рәсми рәүештә айырылыша. Алдында оло бурыстар, маҡсаттар торған Рәйлә 2000 йылда Өфөгә күсеп килә. Үҙен үлемдән аралаусы мәшһүр табип Марс Әхмәтйәновҡа биргән һүҙенә тоғро ҡалып, улы Юлианда медицинаға ҡыҙыҡһыныу уята һәм ул Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай, атаһы һымаҡ хирург һәнәрен һайлай. Бал ҡортондай бөтмөр Югина камил, күркәм йорттар төҙөү белемен һәм оҫталығын үҙләштерә. Мәктәптә уҡыған Марсель да булмышына тәғәйен һәнәр һайлар, ватандаштарын һөйөндөрөр. Регина өсөн улар иң ҙур йәм, тағы ла яҡтыраҡ балҡыр өмөт шәме. Шул маҡсаттан ул балаларына, ғөмүмән, кешеләргә арымай-талмай сәләмәт йәшәү асылын, тормош мәғәнәһен төшөндөрә, уларҙың йәндәрен һауыҡтыра. Был йәһәттән уны Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төйәгендә ғүмер иткән байтаҡ ҡәрҙәштәребеҙ һәйбәт белә.
Табип, биоэнерготерапевт Регина Әһлиулла ҡыҙы менән кеше, донъя, тормош мәғәнәһе, дөрөҫ йәшәү, сәләмәтлек тураһында фекер алышҡанда, ул ҡағыҙ битенә Йыһан, Ер солғанышында кеше һынын төшөрҙө лә: «Уларҙың бәйләнешен, тәьҫир итешен, ярашыуын төшөндөрә алһаң, минең булмышымды, шөғөлөмдө лә аңларһың», — тине. Шул саҡ мин баһалап бөткөһөҙ рухи ҡиммәтебеҙ булған Арҡайым торағын, ҡәүеменең йәшәү рәүешен, көнитмешен, эпостарҙа сағылған ҡараштарын хәтергә төшөрҙөм...
Ғаләм гармонияһы
Хәҙер ғәжәп һымаҡ, бик боронғо дәүерҙәрҙә лә кеше үҙен, булмышын, ерҙәге урынын, йәшәү мәғәнәһен
59
аңларға, донъяның, ғаләмдең
асылын, тәбиғи хәлен, бәйлә-
нешен төшөнөргә ынтылған.
Көньяҡ Уралдың көнсығыш
битләүҙәрендә, тарихи Баш-
ҡортостан ерендә асылған
урта бронза быуаты ҡомарт-
ҡыһы Арҡайым торағы һәм
уға оҡшаш «Ҡалалар иле»
кешелек ниндәйҙер хеҙмәт
ҡоралдары яһауҙан түгел,
ә тирә-яҡ мөхиткә ҡараш ты-
уыуҙан, әҙәм заты үҙен тәби-
ғәттең, донъяның, ғаләмдең
айырылмаҫ бер өлөшө икәнен
төшөнөүҙән башланыуы тура-
һында аңғарта.
«Ҡалалар иле» кешеләре йәшәгән урындарында ғаләм өлгөһөндә түңәрәктәр (ҡуласалар), дүрткелдәр яһап, донъя ҡороп, Ер менән Йыһан бәйләнешен, ярашлығын, килешлеген, тәбиғәт гармонияһын боҙмаған, аһәңле йәшәйешкә ирешкән. Зат-нәҫелдәр, яңы быуындар ҡанбабалар ҡарашын, йолаһын изге һанаған, ҡәҙерләгән һәм үҙҙәренең йәмғиәт төҙөлөшөндә ҡулланған. Бөтә нәмә илаһи йолаға, ғаләм ҡоролошона ярашлы эшләнгән. Арҡайым ҡәүеме рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған һәм тәү асылды боҙмай ғәмәлләштергән, үҫемлектәрҙе, тереклекте, һыуҙы, ерҙе ололаған, хөрмәтләгән, изге күргән. Ҡанбабабыҙ Урал да «Ил булып, Ил һөйөргә бағ булып, Ер һөйөргә» өндәгән.
Хәҙер ышанмаҫлыҡ хәл тирә-яҡ мөхиткә аңлы, һаҡсыл мөнәсәбәт әле беҙ ғүмер иткән төйәктә дүрт мең йыл элек булған. Беҙҙең дәүерҙә кеше үҙен ғаләмдең бер өлөшө икәнен аңлаһа ла, тирә-яҡ мөхитте тәү сиратта үҙ мәнфәғәте өсөн генә файҙалана, эшмәкәрлеге тәбиғәт ҡанундарын, тәү асылды боҙа, тәбиғәтте һәләк итеп, үҙен дә һәләкәткә илтә. Әлеге рухи, әхлаҡи, экологик, энергетик торғонлоҡ нәҡ шул хаҡта һөйләй. Эскән һыуыбыҙ, һулаған һауабыҙ — ыулы, зарарлы, халыҡ — ауырыу. Сөнки беҙ ерҙе, ғаләмде һанға һуҡмайбыҙ. Боронғо Арҡайым цивилизацияһы, ҡанба- баларыбыҙ тирә-яҡ мөхит, ғаләм менән бөтә йәһәттән
60
ярашып, килешеп йәшәүе хәҙерге булмышыбыҙ, тормошобоҙ, яҙмышыбыҙ тураһында тәрән уйҙарға һала.
Фән билдәләүенсә, ғаләм — ул ҡеүәт, ҡөҙрәт вә есемдәр, матдәләр: йондоҙҙар, уларҙың өйкөмө, галактикалар, галактик-ара материя һәм башҡа нәмәләр булған серле вә мөғжизәле йыһан киңлеге. Йыһан даирәһенән ергә йыһан нурҙары, йәғни атом ядроһы һәм юғары энергия электрондары ағымы килә. Ер иһә Ҡояштан алыҫлығы буйынса уның системаһында өсөнсө планета, Ҡояш тирәләй һәм бер үк ваҡытта үҙенең үҙәге тирәләй әйләнә. Ерҙәге тормош өсөн төп энергия (ҡөҙрәт) сығанағы булып Ҡояш нурҙары һәм йылыһы тора. Шуға ла ҡанбабалар Ҡояшты илаһи шәм, яҡтыртҡыс итеп күргән, уға табынған, уны ололаған. Ғаләм менән аһәңле йәшәү рәүешен тергеҙгәндә, ер йөҙөндә көн иткән барса халыҡ күпкә ырыҫлыраҡ, һауыраҡ, оҙон ғүмерлерәк булыр ине.
Биологик ҡөҙрәт ҡеүәһе
Кешенең тормошо, эшмәкәрлеге, һаулығы ла тирә- яҡ мөхит торошона, күпме энергияға эйә булыуына бәйле. Әйтеп үтеүебеҙсә, Регина Әһлиулла ҡыҙы — биоэнерготерапевт. Уға бөйөк күрәҙәсе Ванга ла илаһи ҡөҙрәте менән кешеләрҙе дауаларға фатихаһын биргән. Тәүҙә биоэнергетиканың асылына төшөнәйек, биоэнер- готерапевтарҙың ниндәй сирҙәрҙе дауалауын беләйек.
Хәҙер фәндә шул асыҡланған һәм раҫланған: микроорганизмдарҙан кешегә тиклем, йәғни бөтә тереклек донъяһы өсөн энергетик хәл-күренештәр, барыштар бер рәүешле. Биоэнергетика йәшәйеш күренештәрен уларҙың энергетик торошонда ҡарай. Кешенең ҡеүәте уның тормош эшмәкәрлегендә асыҡ сағыла. Дауалау, һауыҡтырыу әмәле булараҡ, биологик ҡөҙрәт тән менән аң эшмәкәрлеген берләштереп, кешенең эске мөмкинлектәрен аса, төрлө проблемаларын хәл итә ала.
Махсус әҙәбиәт, матбуғат аша ла билдәле булыуынса, һәр кешенең үҙенең энергетик әлкәһе (полеһы) бар. Дәрт-дарман, ҡылыҡ-холоҡ, кәйеф, ихтыяр, илһам кеүек сифаттар йәшәүгә һут, ҡот биргән энергия миҡдарына бәйле. Мәгәр кешенең биополеһы бикле түгел һәм ҡурсаланмай, башҡаларҙың биополеһы, төрлө энергия
61
сығанаҡтары менән осраша һәм бәрелешә. Улар кешегә ыңғай ҙа, кире лә йоғонто яһай. Әйтәйек, тирә-яҡ мөхит торошо: бысраҡ һыу, һауа, радиация, магнит нурҙары әүҙемлеге... Ауыр һүҙ, хәбәр, тиргәшеү-тала- шыу, бер нәмәне күп сәйнәү, ҡатылыҡ, тотанаҡһыҙлыҡ, ҡыҙып бәхәсләшеү кәйефте боҙа, күҙ тейеү, сихыр ҡағылыу һаулыҡҡа зыян итә.
-
Бөтә насарлыҡ, ауырыу, ыҙаланыу дөрөҫ фекер йөрөтмәүҙән, эш итмәүҙән килә, — ти Регина. — Энергетик мәғлүмәт әлкәһе емерелһә, кеше төрлө сирҙәргә һабыша. Юҡҡа әрләшеү, ҡарғашыу, көнләшеү кәйефте генә ҡырып ҡалмай, баш, йөрәк ауырыуҙарына килтерә. Тормош ҡыйынлыҡтарына, һынауҙарына зарланмау хәйерле, тыйнаҡ, әҙәпле, татыу, сабыр булыу зарур. Фани донъяла кеше яҡшылыҡ һәм яманлыҡ менән дә һынап ҡарала. Һынауҙар йәнде таҙалау өсөн ебәрелә. Яман уйҙарҙан, ҡылыҡтарҙан арынған, яҡшылыҡҡа, изгелеккә, мөхәббәткә ынтылған кеше генә тормош йәмен тойоп йәшәйәсәк, күңел, рух бөтөнлөгөн һаҡлап ҡаласаҡ, уның биополеһы ла бөтөн буласаҡ. Шулай итеп, үҙеңде яҡшы тойоу өсөн биополеңды тәртиптә тотоу хәстәрлеген күрергә кәрәк.
Кире энергия тәьҫиренән ҡурсаларға, арынырға, энергетик өлкәне тергеҙергә, киңәйтергә, көсәйтергә, йәнә ҡәҙимге дарыуҙарға бирешмәгән оҙайлы вә дауамлы ауырыуҙарҙы дауаларға биоэнерготерапевтар ярҙам итә. Иң остаздарының именән хатта иң ҡаты, дауалап булмай тигән сирҙәр ҙә сигенә, түшәктән тора алмай ятҡан сырхауҙар ҙа һауыға, аяҡҡа баҫа. Дауаханаларҙа арыуланыуға ышаныс бөткәс, сихәтләнеүгә берҙән-бер өмөт — организмдың йәшерен көс-сығанаҡта- рын, сараларын ҡуҙғытҡан, сырхауҙарҙы тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарған имселәр. Улар — боронғо Ҡытай, Тибет, Һиндостан, Япония һәм үҙ халҡының им-томон белгән, сирҙәрҙең асылын төшөнгән, тәбиғи ҡөҙрәте булған, мөғжизә ҡылған кешеләр. Ундайҙар, күрелмәгән ҡөҙрәткә, һәләткә эйәләр, аҫыл мәғдәнле, рухи хазиналы тауҙар иле Алтайҙа айырыуса күп. Сеанстар мәлендә тәнгә йәшәү көсө биргән, уны йәнләндергән, дәртләндергән энергия юлдары асыла; йөрәк, үпкә, ашҡаҙан, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге, ҡан әйләнеше яҡшыра; йәрәхәттәр, яралар, бәрелгән-һуғылған урындар
62
йәһәтерәк уңала; бөтә организм һауыға һәм йәшәрә. Ошондай ғәжәп дауалау ҡөҙрәтенә һәм башҡа ғәҙәттән тыш һәләттәргә йәшен атҡандан һуң иҫән ҡалғандар ҙа эйә.
Регина ла, тыумыштан бирелгән һәләтен үҫтереп, үҙен дә һауыҡтыра, кешеләргә лә шифа өләшә. Уның төп вазифаһы — кешеләрҙең рухын таҙалау һәм һауыҡтырыу. Ҡойонло яу юлдарын үткән, үлем менән йәшәү сигендә ятҡан, яңғыҙы өс бала баҡҡан теремек, көр күңелле, дәртле, үҙ йәшенән күпкә йәш күренгән ҡатынды күреп, уның ҡөҙрәтенә ышанаһың, инанаһың. Оҙаҡ ваҡыт сит мөхиттә, башҡа милләт араһында йәшәп, саф башҡортса һөйләшеүенә йәнә бер хайран ҡалаһың. Күрәһең, уның күңел шәме, өмөт шәме, мөхәббәт шәме башҡаларҙан баҙығыраҡ, сағыуыраҡ. Йәшәү шәме яҡтыраҡ янғанғалыр, изге ғәмәлдәр ҡылып, ул кешеләргә йәшәйеш хәҡиҡәтен аса.
Регинаның инәһе атаһынан утыҙ йәшкә кесе була. Бәлки, шундай айырма ла ҡыҙҙарының булмышында сағылғандыр. Ул заманда бәпесе булыуға ҡарамаҫтан, Миңлебаныу ҙа бер көн эштән ҡалмай. Бәпесте йәне алмашыныуҙан һаҡлап, олатаһы Әхмәҙулла ҡырҡ көн йәнәшендә ултыра. Аҡһаҡалдар аманатынса, өй, ауыл юҡҡа сыҡһа сыҡһын, йола юҡҡа сыҡмаһын. Әүлиәләй алдан һиҙеп, тойоп, атаһы: «Минең ҡыҙым аҡыллы, ҡөҙрәтле булып тыуған, кешеләргә күп изгелек ҡылыр», — ти. Уның әйткәне раҫҡа сыға, ҡыҙыҡай кескенә көйө Һәләүек йылғаһынан ағып барған баланы ҡотҡара. Артабан ауыр яҙмыш һынауҙарын үткән Регинаның әлеге шөғөлө, булмышы — халыҡты хаҡ, тура юлға әйҙәү, рухи аҙыҡ өләшеү.
Үҙенең һөйләүенсә, йәшәү асылы һәм мәғәнәһе тураһында аң-белем уға инәһенең рухынан бирелгән. Инәһе — имам ҡыҙы, Ҡөрьәнде тәфсирләп төшөндөргән дин әһеле заты. Ул үҙенән, балаларынан бигерәк ҡәрҙәштәрен уйлай, ҡайғырта. Регинаға ла: «Кешенең йөҙөн йыртып әйтә күрмә, уға ҡыйын йә зыян булыр», — ти. һыйыры менән быҙауы юғалғас, кемдәрҙелер ғәйепләмәй, бының сәбәбен хәйер биреп етмәү менән аңлата. Луыл, район советы депутаты булған саҡта Миңлебаныу апай ғәмәлдә ауылдаштары хәстәре менән йәшәй. Уларҙы яҡшылыҡҡа өндәй, ғаилә ығы-зығыларын, ир —
63
ҡатын мөнәсәбәттәрен көйләргә булыша, янғынға дусарҙарға ҡайтанан йорт ҡорошорға ярҙамлаша. Ҡәрҙәштәр ауыр көн иткән ваҡытта хатта үҙенә яңы өй һалырға уңайһыҙлана. Сөнки изгенең — күңеле көҙгө, яҡшының — холҡо тигеҙ. Эске рухи донъяң киң, хис- тойғоң саф булыу — Аллаһы Тәғәлә биргән ҡөҙрәт.
Кеше ниңә был донъяға килә? Һис кенә лә байлыҡ туплар, нәфсе һимертер, аҙҙырыр өсөн түгел, ә түл йәйер, нәҫелде ишәйтер, тормошто дауам итер өсөн. Ирҙәр ҡот бирергә, өй һалырға, ғаиләһен туйындырырға, бала бағышырға... Ҡатын-ҡыҙҙар бала табырға, үҫтерергә, ирен ир итергә, донъяһын йәмләргә...
Аура
Достарыңызбен бөлісу: |