Халҡым хазинаһЫ



бет11/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   19
һынау. Шарт ҡуйыу. Йәр һайлау үтә лә мөһим хәл-ваҡиға. Имен тормош ҡороу, етеш донъя көтөү, татыу ғүмер итеү өсөн ышаныслы йәнәш, иптәш кәрәк. Ҡылыҡ-тәбиғәтен асыҡлау, белеү өсөн егеткә, ҡыҙға һынау үткәрелә, уға бойомға ашырылырға тейешле шарт-талап ҡуйыла. Һынамай алма, һынамай барма, тигән боронғолар. Был — асылына оло мәғәнә һалынған бик тә фәһемле әйтем һәм аманат.

Халыҡ ижадында атай кешенең ҡыҙын ил батырына бирәм тигән нәҙере лә шарт ҡуйыу менән бәйле. Нәҙер теләктең, ниәттең ҡабул булыу шартына бәйләп әйтелә һәм уны әйтеүсе вәғәҙәһен, өҫтөнә алған бурысын үтәргә тейеш була. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» эпосында Мәсем хан ҙур туй яһарға оран һалып, аҡһаҡалдарҙы, мырҙаларҙы, батырҙарҙы, бар халыҡты йәйләүенә йыйып, майҙан уртаһына сығып шулай ти (5, 161):

Майҙан йыйҙым ил данлап, Ҡыҙым иҫән ҡайтҡанга. Зур ҡыуаныс булганга, Ҡыҙымды бүләк итеп,

Дейеү алган ҡыҙымды Тәхетемде һаҡта рҙай,

Хоҙай азат ҡылганга. Шүлгәндән ҡон алырҙай,

Ҡәҙер төнө булгандай, Шул дейеүҙе үлтереп,

Күңелем тулды шатлыҡҡа, Башын маң әпкилерҙәй Нәҙер әйттем Хоҙайга Батырга бирәм ҡыҙымды.

Ҡатын-ҡыҙҙы урлау, азат ҡылыу, иленә ҡайтарыу, батырға кәләш итеп биреү боронғо башҡорт, шулай уҡ башҡа ҡәүемдәр эпостарына һәм батырҙар тураһындағы әкиәттәргә хас күренеш. Был, моғайын, нәфис

211




заттың тыуҙырыусы, түл йәйеүсе, нәҫелде ишәйтеүсе, дауам итеүсе роле менән дә аңлатылалыр.

Ил күрергә сыҡҡан, үлемдән ҡотолорға Йәншишмәне эҙләгән Уралға Һомай бөтә ҡош төҫөн үҙ өҫтөндә биҙәгән ҡошто эҙләп табырға шарт ҡуя. Егет ҡошто (Айһылыуҙы) Тыуған иленә алып килә. Ҡыҙ Уралдың яҡшылығын тел төбөнән тоя. Һомай әүәл аҡҡош тунында ауҙа ауланған мәлдә Урал уны ҡотҡарыу яғында була. Байтаҡ ваҡыттан иленә килгәс тә Һомай егетте таный, уның игелеген иҫләй (5, 88):

Уралды ул күргәс тә,

Батырлыгын белгәс тә,

Яҡшылъпын һиҙгәс тә,

Уралга күңел бәйләгән,

Ул Уралды һайлаган.

Шүлгәндең дә күңел елкетеүен белгәс, аҡыллы Һомай уға Уралды һөйөү серен сисмәй, ҡырҡа яуап бирмәй, үҙенең шартын ҡуя (5, 91—92):

Егет, уйың уй булһын, Батыр булһаң, ул беләр.

Теләгеңә юл булһын, Майҙанымда Буҙ атты

Бер ҙур майҙан ҡорайым, Ҡулыңа алып менәлһәң,

Батырлыгың һынайым, Булатыны алалһаң,

Шунда даның күрәйем. Шундай батыр булалһаң,

Буҙ атым бар йыраҡта, Буҙым бүләк ҡылайым,

Инәм биргән бүләккә, Атама әйтеп туй яһап,

Майҙаныма шул киләр, Үҙеңә йәр булайым.

Шүлгән ҡыҙҙың талабына күнә. Башҡа сара юҡ. Аҡбуҙ толпар атлығып килә. Бығаса ул батырҙарҙы ырғытып, береһен һанға алмаған. Әле кемде (Шүлгәндеме, Уралдымы) һынап, үҙенә юлдаш, иптәш ҡыла, шул Һомайға һөйгән йәр була. Аҡбуҙҙы менергә баҙнат итер өсөн егет тәүҙә көсөн һынарға, етмеш батман ауырлыҡты күтәреп күккә сөйөргә тейеш. Шүлгән уҡталып, һәрмәнеп, ҡутарырға серәнһә лә, көсөргәнеп маташһа, айҡашһа ла, етмеш батман ташты ҡуҙғата алмаған. Урал иһә уны йоҙроҡлап һуғып тәгәрәтеп, ҡулына алып, башта һауаға, шунан Әзрәҡә иленә атҡан. Буҙат килеп Уралға баш эйгән, буйһонған. Шул саҡта Самрау батша ла: «Кейәүем бул!» — тип, уға ҡул бир

212




гән. Бөтә илде йыйып, ҙур туй ҡорғандар, ил батыры булһын тип, Уралға дан биргәндәр.

Һынап барған, яҡшыны юлдаш иткән йәр менән генә тормош күркәм, ҡотло, ҡыуаныслы. Дейеү урлап, ҡурҡытып, унан һуң Урал ағаһын ҡыҙғанып, яҡшыға дошман булған Шүлгәнгә димләп бирелгән Айһылыуҙы иһә һары ала, күңелен ҡайғы баҫа, йөҙөнөң нуры кәмей. Ике батыр кейәүем ил өҫтөндә терәгем булыр, тип шатланған, Шүлгәнгә туй яһарға күнгән, мәгәр унан алданған Самрау ҙа хурлана, ҡайғыһынан күҙҙән юғала. Айһылыуҙың һөйгәненә бүләк итер Һарысай аты ла Шүлгәнгә бирелмәй, туйы аман булмай.

Шулай итеп, аҡыллыға ишара: һәр ҡыҙылға ҡыҙыҡма; ат алһаң — ауылың менән, ҡыҙ алһаң, ырыуың менән кәңәшләш; атаһын күр ҙә — улын ҡос, инәһен күр ҙә — ҡыҙын ҡос; ҡыҙ һайлаһаң, күҙеңдән бигерәк ҡолағыңа ышан; белеп һөйһәң — йәр, белмәй һөйһәң — ҡар; ҡоҙа булғансы ныҡ һораш; ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле; сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалма; теле — бал, күңелен ҡарап ал...

Уралдың Аҡбуҙҙы, алмас ҡылысты, серле таяҡты ҡулға төшөрөүе, Йәншишмәне уртлағаны, тирә-яҡҡа һипкәне — ер йәнләнеп киткәне, һылыуҙарҙан һылыуға өйләнеүе уның батырлығының, данының, бәхетенең асылдары булып тора.

Ризалыҡ алыу. Ғүмерлеккә йәр һайлағанда, ғаилә ҡорғанда ололарҙың һүҙен ишетеү, ҡарашын белеү, ата-инәнең, ҡәрҙәштәреңдең ризалығын, фатихаһын алыу бик мөһим изге йола. Һомай атаһына барып, уға бар уйын йәшермәйсә әйтә. Самрау батша ҡыҙына шундай кәңәш бирә (5, 86—87):

һөйһәц, ҡыҙым, барырһың, Урал батыр хаҡына

Аҡбуҙ атың бирерһең. Шүлгәнде лә сыгар һин,

Яҡты донъя йөҙөндә Бөтә илде саҡыр һин,

Рәхәт торорһоң, балам, Батыр ирҙе туйла һин,

Уралдай уҡ батырга һис берәүе ҡалмаһын

Иәнәш булырһың, балам. Барын йыйып һыйла һин.

Һомай атаһы һүҙен, кәңәшен тыңлаған, бөтә илде йыйған. Шүлгән иһә яһилланып, Самрауҙың ҡыҙын, Аҡбуҙатын тартып алмаҡсы. Мәгәр Урал кешегә һис яуызлыҡ ҡылмаған, дошман булмаған илгә яу асыуға

213




ҡырҡа ҡаршы. Ниәткә яҡшылыҡ менән өлгәшеү хәйерле. Ҡыҙ алыу уның ризалығына, һине яратыуына бәйле (5, 90):

Ҡыҙ алырга уйлаһаң,

Аҡбуҙатын һайлаһаң,

Ҡыҙы һөйһә, ҡыҙын ал,

Бүләк итһә, атын ал.

Ҡыҙ алам тип, яу асып,

Үлемгә беҙ юл ҡуйып,

Бушҡа тиктәҫ ҡан ҡойоп,

Яуыз исем таҡмайыҡ.

Тимәк, һөймәгән йәр түгел, һөйгән, йән теләгән генә — йәр, күңеле ятҡан, тартҡан ғына хуш. Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ йөрәге тойоп табыша, үҙ иткәнде пар итә, айырылмаҫҡа ҡауыша.

«Аҡһаҡ ҡола» әҫәрендә (5, 229) ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә йөрөп, күп ерҙәрҙе гиҙеп, мөһабәт кәүҙәле егет аҡ тирмәләр теҙелеп ултырған йәйләүгә барып сыға, селтәр-ҡашмау кейгән бер һылыу ҡыҙҙың сылтырап аҡҡан йылғанан һыу алып торғанын күреп, уның янына барып туҡтай, иҫәнләшә. Нәҙекәй билле, зифа буйлы һылыу егеткә бер һирпелеп ҡарай. Егет уның һылыулығына таң ҡала һәм күңелендә мөхәббәт тойғолары уяна. Ҡыҙ ҙа егеттең мөһабәт, ғорур һынын күреп һоҡлана, уға ғашиҡ була. Ошо саҡ егет һүҙ башлап, үҙенең Бөрйән ырыуынан булыуын, юғалған йылҡыларын эҙләп йөрөүен әйтә. Ҡыҙ егеткә һамаҡлап, үҙенең егет йортона төшөргә риза булыуын аңғарта. Егет, атынан төшөп, ҡыҙҙың ҡулынан бер сүмес һыу эсеп, алһыу алма кеүек битенән үбеп, кәләш итеп алам, яусы ебәрәм, ти. Иленә ҡайтҡас та һөйгәненә яусы ебәрә, бер өйөр ҡара-ҡола йылҡы биреп, ҡыҙҙы кәләш итеп әйттерә. Шулай итеп, ике ырыу башҡорттары ҡоҙа булыша, туй үткәрә, туғанлаша.

«Ҡуңыр буға»ла егет Янбай ағайҙан ҡыҙы Ҡолан- сәсте биреп, үҙ бауыры яһауын һорағас, ул: «Ҡыҙ ата- инәнән тыуа, икеһенең дә уртаҡ бәғере була. Ундай уйың булғас, кәңәш-төңәш итәйек» (5, 276), — ти. Ағай- энеләр менән кәңәш итеп, арала уй-ҡараштар төрлөләнгәс, атаһы ҡыҙына яуапты үҙенә бирергә ҡуша. Ҡолансәс иһә: «Егет, ат биреп, Урал ҡыҙын Урал егеттәренән һалдырып алдым, тип күперәймәһә, көндәш

214


көлө менән көнөмдө уртаҡлап, сәскәнән сәскәгә осҡан иңкеш төҫлө, атын бәйләгән бер йәйләүҙә ҡыҙ күҙләмәҫ булһа, ил аяғынан төбәп килгән бер егет икән, наһары ҡоромаһын, мин риза» (5, 277), — тип әйтә.

«Ҡара юрға»ла (5, 263) егет булып атының данын танытҡан Әбләй бөтә йыйылған халыҡ алдында төрлө һәнәргә эйәлеген күрһәтә: ат өҫтөндә уйнап, көрәшеп, уҡ атып, йырлап, ҡурай тартып, барын да таң ҡалдырғас, Мәсем, ҡыҙын егеткә бирергә ризалашып, ҡунаҡ булырға тирмәгә инә.

Бүләк. Халҡыбыҙҙа туғаныңды, ҡәрҙәшеңде, йәнкәй- йәнәшеңде ҡыуандырыу өсөн изге теләктәр менән бүләк бирелә. Һөйгән ҡыҙға, егеткә, туйҙа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға бүләк биреү йолаһы бик борондан килә. «Урал батыр» эпосында ҡыҙҙың батыр егеткә инселәгән бүләге, уның тәғәйенләнеше башҡасараҡ. Урал ҡуйған шартты үтәһен, маҡсатына ирешһен, теләгәнен тапһын, яуыз көстәрҙе еңһен өсөн Һомай уға Аҡбуҙ толпар менән булат ҡылыс бирә (5, 78):

Утҡа төшһә, янмаҫтай, һыу га төшһә, батмаҫтай, Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,

Тауҙан-таштан өркмәҫтәй, Ир-егеттән бүтәнде Үҙенә тиц күрмәҫтәй, Типһә, тау-таш сорготоп, Сапһа, дицгеҙ ярырҙай, Ауырлыҡта, тарлыҡта һицә юлдаш булырҙай, Күктә тыуып, күктә үҫкән, Ерҙә тоҡом йәймәгән, Әзрәҡәнец дейеүе Мең йыл ҡыуып тотмаган,

Инәйемдән бирелгән, /\онъялагы йөрәгем

Үҙем һөйгән егеткә Бирә торган бүләгем — Аҡбуҙ толпар булыр ул. Шуны һиңә бирәйем.

Йөҙөн тут һис баҫмаҫтай, һис берәү кәр ҡылмаҫтай, Утҡа ҡаршыут булыр, һыу га ҡаршыһыу булыр, Ен- дейеүҙең барыһын Үлемендәй ҡурҡытыр, Куй-һарыҡтай өркөтөр Булат ҡылыс бирәйем.

Самрау батша ҡыҙы Айһылыуҙың да үҙен тиң күрер, бергә ғүмер ҡорор егеткә бирер бүләге — ат, Һарысай тигән ат (5, 82):

Егет, тыңла һүҙемде, Асыҡ күрҙең йөҙөмдө, Айһылыу тигән атым бар, Илде тотҡан атам бар,

һөйгәнемә бирерҙәй һарысай тигән атым бар, - һыу теләһәң, һыу табар, Яуҙа юлдашың бу лар.

215




Мәгәр Урал Айһылыуҙың икәү бергә булыу, йәшәү, бүләген алыу, илендә ҡалыу теләгенән баш тартырға мәжбүр. Сөнки ул — Һомайҙың һөйгән егете, уның бүләгенең эйәһе. Бүләк иһә бик үҙенсәлекле: ир-егетте ҡуллы, юлдашлы, затлы ҡылыр, арыҫландай батыр, ҡоштай ҡанатлы итер ат һәм ямандарҙың барыһын үлемендәй ҡурҡытыр тылсымлы ҡылыс. Ләкин «Урал үҙен һөйгәнен асыҡ тоймайсы, тел төбөн белмәйсе, Аҡбуҙатты биреүҙән һомай тәүҙә эс тартҡан».

«Аҡбуҙат» эпосында Нәркәс тә Һәүбәнгә мал ҡото — Аҡбуҙҙы, өйөр-өйөр йылҡы, һауымы еткән һыйырҙар, алпандап баҫыр ҡуй бирергә вәғәҙә итә, антын үтәп, атаһынан бүләк талап итә (5, 149):

Ни теләһә егетем,

Бүләгец бир малыцдан,

Булһын бүләк оҡшар лыҡ.

Инде малыц ҡыҙганһац,

Үҙем барыр уйым бар.

«Мәхүбә» риүәйәтендә (5, 309) йыйында йөҙөк аша уҡ атҡан мәргән егеткә бүләккә эйәрле йүгерек Аҡбуҙат инселәнә. Берәү иһә: «Йәнемдәй күргән ҡыҙым бар. Еңгән егеткә Мәхүбәмде бирәм», — ти. Айбулат исемле егет алдын сыға. Уға Аҡбуҙатты килтереп тотторалар. Мәхүбәнең атаһы: «Вәғәҙә — иман тотҡаһы. Вәғәҙә билдәһе итеп билғауымды бирәм. Кейәү булып килгәнеңдә билеңдә булһын», — ти. Ҡыҙ яулыҡ осо менән битен ҡаплаған килеш егеткә оялып ҡына ҡул бирә. Айбулат тәүәккәлләп яулыҡты тартып асһа, ни күҙе менән күрһен: ҡаршыһында сөм ҡара күҙле, ҡыйғас ҡашлы, ай кеүек түңәрәк йөҙлө, армытлап үрелгән ҡуңыр сәсле, зифа буйлы ҡыҙ тора... Мәхүбә егеткә вәғәҙә бүләге итеп сигелгән ебәк яулыҡ бирә. Айбулат бәйгелә иҫтәлек итеп алған йөҙөктө Мәхүбәнең бармағына кейҙерә.

«Үткән ғүмер» риүәйәтендә (5, 274) әйтелеүенсә, Тамъян-Ҡатай ырыуынан бер бай үҙенең улына Үҫәргән ырыуының һылыу ҡыҙын йәрәшә. Килешкәндәр, ярашҡандар, туй көнөн билдәләгәндәр. Кейәү буласаҡ егет атаһының бынамын тигән толпарын менеп килә. Тирә-яҡта уны уҙырлыҡ йүтерек осрамаған. Мәгәр ул күҙегеп үлеп ҡуя. Был хәлде егет ауыр кисерә. Ҡыҙҙың

216




атаһы, ҡоҙаларға меңләгән сапсанды күрһәтеп, былай ти: «Араһынан күңелегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ. Шу- ныһын кейәүемә бүләк итермен». Оҡшаған ҡолондар толпар булып етешкәс, уларҙы ҡыҙы менән кейәүенә тотоп бирергә ҡуша.

Тыва халҡы туй йолаһында йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ өҫтөн дәүерҙә ҡыҙҙың инәһенә ҡолонло бейә, ата хакимлығы осоронда атаһына ат бүләк иткәндәр. Егет яғы иһә бүләккә быҙаулы һыйыр бирергә тейеш булған (16, 29).

Шәреҡ ҡәүемдәрендә, шулай уҡ башҡорттарҙа, ҡаҙаҡтарҙа байтаҡ йолалар, уйындар, тамашалар атҡа бәйле. Әйтәйек, «Атта уҙышыу», «Ҡыҙ ҡыуыу» кеүек бәйгеләрҙә ир-егеттә, ҡыҙ-ҡырҡында сослоҡ, етеҙлек, һығылмалылыҡ, ҡыйыулыҡ тәрбиәләнгән. Бәйгелә ҡыҙҙы еңгән егет кенә уға әйләнә алған. Йылҡы — малдың батшаһы, аты бар — арыҫлан, ир ҡанаты ат итеп ҡабул ителгән. Ат ҡото, ат һөйөү, атты ҙурлау ғәҙәткә кереп, ҡанға һеңеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.

Тажиктарҙа борон етеш туйҙарҙа туй бүләге итеп ҡыҙҙың атаһына ат, инәһенә иһә һыйыр бирелгән (һыйыр биреү инәйҙең ҡыҙын имсәк һөтөн имеҙеп үҫтереү әжере булған). Инәй һыйырҙы йәки уның тәүге быҙауын ҡыҙына бүләк иткән (48, 179). Халҡыбыҙҙың «Ҡуңыр буға» эпосында Янбай ҡыҙы Ҡолансәсте кейәү йортона оҙатҡанда: «Балам, ризығың алыҫҡа сәселде. Айыры тояҡтан инсе бирһәк, барып етә алмаҫ, йылҡынан ғына бирәйек», — тигәс, инәһе риза булмай һыйыр ҙа инселәй: «Исмаһам, елен тултырып, яландан мөңрәп ҡайтҡанда, илен иҫкә төшөрөп, һәү-һәүләп ҡаршы алыр. Таң менән һауып, һәш-һәшләп ҡыуыр. Гөбөрләтеп һауғанда үҙ иленең һөт еҫтәрен еҫкәп ултырыр. Май тасҡағанда һыйырының майы менән ҡолан сәсен ялтыратып тарар, ҡәйнә күҙенә тилмереп торғансы, һыйыры быҙаулағас, ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп, килен-киртән йыйып күңел асыр. Буйға ҡалып, әсеһерәп, аш көҫәгәндә ҡоротон ашар. Атаһы, айыры тояҡтан бер генә һыйыр булһа ла бирәйек» (5, 277). «Ҡуңыр буға»ның версияһында Таңдысаға инәһе Өһәбикә, атаһы Өлкәр бүләк итеп биргән һыйыр күп йортҡа төҫ, ҡот була. Ырыу башы Таңдысаға, илең-көнөң туҡ

217




булһын, малың ырыҫ, ҡот булһын тип, атаһы биргән быҙауҡайҙың муйынына ырыҫ-байлыҡ бәйләй, ҡусҡар мөгөҙлө тәкәгә түл төйөмө элә, ҡуш мөгөҙлө һарығына бөтмәҫ тоҡом теләй. Йәнә һамаҡлап әйтә (5, 299):

Ырыуҙагы ололарҙан Кейәүебеҙгә һауыт бир;

Улдарыцдыц уҙе-уҙенә Беҙҙән орлоҡ, кәтмән бир;

Ҡыҙҙарыцдыц һәр беренә һарауыс менән йөҙөк бир I

Таңдыса иһә, ата йортона бүләк-ҡот булһын тип, Ҡуңыр буға менән килгән күк үгеҙ быҙауҙы ҡалдыра. Быҙауҙы мал күрке өсөн суҡлап, Таңдысаға имен-аман юл теләп ҡалалар (5, 300). Шулай итеп, бүләк биреү асылы, мәғәнәһе ҙур йола.

Ҡот алыу. Түл йәйеү. Халыҡ ижадында батыр егет менән гүзәл ҡыҙҙың ҡушылыуы, түлләнеүе иғтибарға лайыҡ күренеш. Әкиәттәрҙә егет тәүҙә ике-өс башлы дейеү урлап алып килгән, баҡыр йортта көн иткән ҡыҙҙы ҡотҡара, уның менән ирле-ҡатынлы булып бер аҙ торғас, юлын дауам итә. Алты башлы дейеүҙе алышта еңеп, көмөш йорттағы ҡыҙ менән туй яһап, байтаҡ ваҡыт тора. Шунан туғыҙ башлы дейеүҙе юҡ итеп, алтын йорттағы иҫ китерлек һылыуҙы яҡын итә. һуңынан егет баҡыр, көмөш һарайлы ҡыҙҙарҙы иптәштәренә йәиһә ағаларына ҡатын итеп бирә, үҙенә алтын һарайлы һылыуҙы ала. Күккә тейеп торған баҡыр, көмөш, алтын йорттар ҡороп ебәрәләр, донъяны шаулатып туй яһайҙар, бергәләп бөтмәҫ байлыҡтарына күмелеп йәшәйҙәр. Әкиәттәрҙә, эпостарҙа батырҙан ҡот алыу, түл йәйеү күренеше — көслө нәҫел булдырыу әмәле, сөнки батырҙан батыр тыуа. Был «Урал батыр» эпосында бик асыҡ сағыла (5, 63—64):

Араһынан бер ҡарты, Киләсәк быуын етәр ул,

Иц олоһо, өлкәне, һинец даныц ҡалһа ла,

Донъяла күп күргәне: Ҡулда гәйрәт бөтәр ул.

Батыр булган ирҙәре Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,

(һәр йыл гумер бер батыр) Ил батырыбатырҙан, Иле өсөн яратыр. Батыр ирҙән тыуар ул;

Быуын-быуын үтәр ул, Атанан күреп уҡ юнып,

218


Атанан күреп яу асып, Был батырҙан ҡот йәйгән,

Ил эсендә үҫәр ул, Батыр ҡыҙҙан һөт имгән,

Батырҙан батыр тыуганда, һицә тиңдәш булыр ул, Атаһындай булганда, Батырга инә булыр ул,

Бер быуын тип һанаган Тигәс, Урал тыңлаган:

Илдә гүмер итәр ул. Гөлөстанды алган, ти,

Ундай батыр аҙ булыр, Бер ҙу-ур туй ҡылган, ти,

Булһа ла, яңгыҙ һин булыр. Бергә ҡунаҡ булган, ти.

Бөтә йылан-яуызды тар-мар иткәс, Урал йыланға ҡаршы күп йыл буйы һуғышҡан Алғыр тигән ирҙе башлыҡ итеп ҡуя, бары ла димләгәс, уның (Кәһкәһәнең сер һарайында күргән, ынйы менән биҙәлгән, ебәк менән уралған) һылыу ҡыҙы Гөлөстанды ала. Халыҡ араһынан бер ҡарты, иң олоһо, өлкәне, донъяла күп күргәне Уралға әйткәнсә, «ил батыры — батырҙан, батыр ирҙән тыуар ул; был батырҙан ҡот йәйгән, батыр ҡыҙҙан һөт имгән, — һиңә тиңдәш булыр ул». Шулай итеп, Урал батыр халыҡты яуыз көстәрҙән ҡотҡарған һәр илдә халыҡ һорауы буйынса кәләш ала, туй ҡыла. Үҫеп, буй еткәс, Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел атлы өс улы уға тоғро юлдаш, яуҙа таһыллы ҡулдаш булып, яуыз йәндәрҙе еңә. Урал ҡотонан тыуған батыр бала Иҙел дейеүҙе дөмөктөргәс, һомай улына: «Батырҙан батыр тыуғанһың, атаңдай батыр булғанһың. Кәүҙәң бала булһа ла, йөрәгең йәш булһа ла, инде үҫеп еткәнһең» (5, 106), — ти.

Ҡыҙҙы ил батырына биреү риүәйәттәрҙә лә күҙал- лана. «Ырғыҙ» риүәйәтендә (4, 79) бөтә кешене лә таң ҡалдырып, егеттәрҙең йөрәген яндырып буй еткән Ай- стан һылыу бер кемде лә ишһенмәй, атаһынан дүрт тарафтан да батырҙарҙы саҡырып йыйып, ҙур йыйын үткәреүҙе һорай. Ҡыҙ көҫәгән батырҙар атта яҫҡыша, уҡ атыша, көрәшә. Бәйге шарты буйынса улар баҫҡан ерҙәрендә сыҙап тора алмаған, ажарҙарын сәсеп торған ҡырағай аттарҙы нуҡталап-эйәрләп менергә, йәнә сабып барған ыңғайға атҡан уғын сәпкә тейҙерергә тейеш... «Буранбай» риүәйәтендә (4, 252) атай кеше: «Ҡатыным ҡыҙ тапһа, ил батырына бирәм», — тип вәғәҙә итә. Ҡыҙы буйға үҫеп, уға ғашиҡ булмаған егет ҡалмағас, шартын ҡуя: «Кем дә кем батырҙарҙың барыһын да еңеп сыға, шуға Айһылыуымды бирәм».

219




Батырҙарҙың батырына кейәүгә сығыу, батырҙан ҡот алыу, түл йәйеү йолаһы Шәреҡ донъяһында киң таралған күренеш. Әйтәйек, «Искәндәрнамә», «Хөсрәү вә Ширин» кеүек әҫәрҙәрҙә лә батыр, ҡөҙрәтле ирҙәргә барған, булған ерҙәрендә ҡыҙ бирәләр. Сөнки ғәйрәтле, ҡуш йөрәкле, сәләмәт ирҙән ҡот алғанда, бала тапҡанда, киләсәк быуын да ҡотло, ил-йорт та ҡеүәтле була.

Боронғоларҙың ҡарашынса, батырҙар ҡотоноң, затының нәҫеле, киләсәк быуыны ҡатынға ҡарағанда ҡим- мәтерәк вә баһалыраҡ. Мәгәр ҡатын-ҡыҙ тәүге сиратта инәй (донъяға тыуҙырыусы, һөт имеҙеүсе) булараҡ ҡәҙерле һәм хөрмәтле. Ғөмүмән, төрки халыҡтарында әүәл-әүәлдән ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәт күҙаллана. Әйтәйек, улдар тирмәгә ингәндә тәүҙә инәһе, шунан атаһы менән баш эйеп иҫәнләшкән. Егет ҡыҙҙы әүрәтеп хур итһә, һис кисектергеһеҙ әйләнергә дусар ителгән. Ә ирле ҡатынды көсләүсе үлем язаһына тарттырылған. Йола буйынса тол ҡатын яҙмыш ҡосағына ташланмаған, еңгәһен алған ир-егет уның тураһында үҙ йәмәғәте кеүек хәстәрлек күрергә тейеш булған.

Мифологик күренештәр, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм донъяуи мөнәсәбәттәр



Төрлө ҡиәфәткә кереү ғилләһе. Халҡыбыҙҙа Йылан, Шайтан, Бүреләр ырыуҙары, Шүрәле нәҫеле, айыуҙар, бүреләр, биреләр, йомрандар, тарпандар, сысҡандар, өкөләр, бурҙайҙар, көшөлдәр аралары бар. Ҙур кәүҙәле көслө кешегә — үгеҙ, әкрен ҡуҙғалған ҡатын-ҡыҙға — һыйыр, тыңлауһыҙ, тәртипһеҙ бәндәгә — дуңғыҙ, юҡ ҡына сәбәптән ҡыҙып барыусыға — әтәс, хәйләкәр, ялағай кешегә — төлкө, ҡарт төлкө, бик яуыз, мәкерле әҙәмгә ҡарата, «ах һин, ҡара йылан», тиҙәр. Ҡыҙ балаға, ҡатын-ҡыҙға яратып, иркәләп, «аҡҡошом, ҡарлуғасым, былбылым», ир балаға, ҡыйыу, көслө кешегә, «ыласыным, бөркөтөм, арыҫланым», тип өндәшәләр. Борон балаларға Арыҫлан, Айыухан, Бүребай, Төлкөбай, Ҡондоҙбай, һеләүһен, Шоңҡар, Ҡобағош, Ыласын, Аҡҡош, Ҡарлуғас кеүек исемдәр ҡушҡандар. Бәғзеләрен әле лә ҡушалар.

220




Кеше донъя көткәндә, шатлыҡ, ҡайғы-хәсрәт кисергәндә төрлө төҫкә керә, арыҫлан, бүре, төлкө, ат, үгеҙ, һарыҡ, шоңҡар, ҡусҡар, аҡҡош һымаҡ та була. Халыҡ арыҫлан йөрәкле ир арыҫландарын данлай. Батыр, ғәйрәтле егеттәр ҡатын-ҡыҙға ла оҡшай.

Донъяла һылыу ҡыҙҙы һайлау, ҡаратыу, йәр итеү есөн ир затына ла кешеләрҙең һылыуы булыу шарт. Был Кәһкәһә батшаның улы Зәрҡумдың Уралға серен һөйләүендә сағыла (5, 55—56):

Беҙгә яҡын бер ерҙә, Ҡоштар торган ҙур илдә Самрау тигән батша бар. Шул батшаныц Ҡояштан Тыуып төшкән ҡыҙы бар. Мин һораным — бирмәне, Бинйылан, тип ҡыҙы ла Мине тартып килмәне. Мин атама ялындым, Көнөн-төнөн ялбарҙым, Атай, шуны ал, тинем, һис булмаһа иленә Утлы яуыц ас, тинем.

«Бөгөн ауга сыҡ,тине, - Йылан тунын, кей,

тине, - Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө Болан табып эй,тине. - Шуны йотһац, донъяла Төрлө төҫкә керерһец, Кешеләрҙец һылыуы,

Бер егет, ир булырһыц, Ҡош иленә барырһыц, Самрауҙыц бер ҡыҙын Үҙең һайлап алырһыц».

Төрлө төҫкә кереүҙең ғилләһе бик боронғо замандарға барып тоташа. Грек мифологияһында Зевс ҡатыны нимфа Каллистоны өсөнсө ҡатыны көнсөл Геранан йәшереп, инә айыуға, үҙенең ейәнен үлтергән Лика- онды — бүрегә, улы Аркас менән Каллистоны Оло Етегән һәм Кесе Етегән йондоҙлоҡтарына, храмда һөйөш ҡылған Аталанта менән Меланионды арыҫландарға әүерелдерә (36, 220, 274, 69). «Урал батыр» эпосында Зәрҡумдың атаһы Ҡәһҡәһә аждаһа тунын һала, кейә, туғыҙ башлы йылан ҡыҙ төҫлө була. Зәрҡум егет, йылан, көшөл ҡиәфәтенә лә инә. Йылан, һомайҙы алам, тип һорап йөрөй. Ауҙа ауланған аҡҡош әҙәм телендә үҙенең ер ҡошо түгеллеген, йәшәгән иле барлығын, Самрау батшаның Һомай тигән ҡыҙы икәнен әйтә. Ҡош илендә ҡош тыуҙары ҡош тундарын һалып, һылыу ҡыҙҙарға әйләнә. Һомайҙың һорауы буйынса Урал йым-йым иткән ынйылай күлдә йөҙгән ҡошто эҙләп таба һәм үҙе лә ҡош рәүешенә кереп, уны барып тота. Ул иһә — бер

221




саҡта ҡыҙ булған, дейеүҙәрҙән ҡасып, һис донъяла булмаған, кеше төҫөн белмәгән ҡош рәүешенә ингән Айһылыу. Урал уға былай ти (5, 83):

Ысынлап та, ҡош буһац,

Ҡыҙга юрый әйләнһәц, һине алып ҡайтайым,

Үҙем белгән һарайга һине илтеп бирәйем.

Анда баргас һөйләрһең,

Үҙ теләгец әйтерһец,

Теләһәц, ҡош булырһыц,

Теләһәц, ҡыҙ булырһыц.

Айһылыу үҙ иленә ҡайтҡас, ҡош тунын һалып, йәнә һылыу ҡыҙға әйләнә. Ҡош тунын һалыуҙың йәки кейеүҙең сәбәбе тормош хәлдәренә лә бәйле. Урал үлгәс, Һомай шулай ти (5, 121):

һицә йәшләй осрап, һомай исемем ҡалһа ла,

Шатлыгымдан ҡыҙ булып, Кешеләр ҡош тиһә лә,

Ҡош тунымды Ҡош тунымды һалмайым,

һалгайным... Ситтәр куҙен алырлыҡ Инде хәҙер нишләйем ?.. Кабат һылыу булмайым.

Ни әйтергә белмәйем. һиндәй батыр табалмам,

Ҡыҙ булып кемгә ҡарайым ? Батырга инә булалмам...

Әхмәт Сөләймәнов, Рөстәм Рәжәпов «Башҡорт халҡының мифологик эпосына хас ҡайһы бер үҙенсәлектәр» күҙәтеүендә билдәләүенсә, «мифологик эпостарҙың геройы икеләтә ят, хатта өсләтә ят затты кәләш итә. Әйтеүебеҙсә, Һомай — ҡош ҡиәфәтендәге ҡыҙ ғына түгел, күк ҡыҙы ла; Нәркәс менән һыуһылыу иһә — алтын өйрәк рәүешенә кергән һылыу ҡыҙҙар, улай ғына ла түгел, һыу аҫты батшаһының ҡыҙҙары. Бындай алым, бер яҡтан, был образдарҙың бик тә архаик сығышынан килә, икенсенән, уларҙан тыуасаҡ, уларҙан ҡаласаҡ нәҫелдең тотемистик сығышлы, йәғни ғәҙәттән тыш затлы икәненә баҫым яһау сараһын үтәүе лә ихтимал. Герой үҙенә иште ҡош ҡиәфәтенән һайлау мотивына икенсе яҡтан килергә лә була. Боронғо мифологик ҡараштар буйынса, ҡош-ҡорт — әҙәм балаһының донъяға яралыуына тәүсәбәп тип иҫәпләнгән. Шуға ла

222




һомайҙы ла, ҡош ҡиәфәтен алыуға һәләтле Нәркәс менән һыуһылыуҙы ла кеше затының инәһе итеп танытырға теләүгә төшөнөүе ҡыйын түгел» (55, 320). «Ҡош-ҡорт — әҙәм балаһының ата-инәһе» тигән мифологик мотивҡа нигеҙләнгән сюжеттар, Е. М. Мелетин- ский «Происхождение героического эпоса» хеҙмәтендә яҙыуынса ла, үлгәндән һуң «кеше яңынан үҙ асылына ҡайта, киренән ҡош-ҡортҡа әүерелә» (44, 26—27) ҡарашына ҡорола.

«Аҡбуҙат» эпосында һәүбән: «Инәй, һин нишләп ҡош булып ҡалдың?» — тип һорағас, Һомай: «Беҙ алыҫ юлдан килгәндә, барыбыҙ ҙа ҡош булып осабыҙ. Килендәрем дә шулай. Ергә еткәс, ирҙәребеҙ үпһә, үҙ хәлдәребеҙгә ҡайтабыҙ, ҡатын булабыҙ. Мин килеп еткәнсе, ирем үлгәйне, шуға мин үҙ хәлемә ҡайта алманым. Килендәремде уландарыбыҙ үпте — улар тағы ҡатын хәленә инде» (5, 174), — ти.

Спиритизм (рух) фәлсәфәһе буйынса ла, кеше ғүмере үлем менән бөтмәй. Хәҙерге аң кимәлендә кеше үҙенең ысынбарлыҡтағы тәбиғәтен төшөнмәй, үҙен физик тән тип кенә иҫәпләй. Ә ысынында иһә ул — сиратлап төрлө тәндәр менән файҙаланған, бер йәшәйеш мәленән икенсеһенә күскән үлемһеҙ йән, рух. Боронғо Шәреҡ фәлсәфәһендә лә шулай уҡ кеше йәненең күп тапҡыр йәшәүе белдерелә. Баҡһаң, башҡорт халыҡ әйтемдәре лә кешенең тыуыуына, үлеменә, ғүмеренә генә ҡағылмай, йәнДең килеүенә-китеүенә ишара яһай: килгән йәнгә — китем хаҡ, тән ҡартая, йән ҡартаймай, йөҙ ҡартайһа ла, күңел йәш...

Гипноз тәьҫирендә кешеләрҙән тыуғансы ҡайҙа булғандарын һораһаң, йыһанда осоп йөрөүҙәрен, йондоҙҙарҙан осоп килеүҙәрен, бәғзеләре ҡанатлы бәпәйҙәр һымаҡ осоуҙарын әйтә. Күрәһең, мифологияла йән ҡош рәүешендә кәүҙәләнеш таба. Медицина фәндәре докторы, академик Виктор Хромов лабораторияһында махсус компьютерҙың экранында йән шулай күренә: яңы тыуған баланы хәтерләткән йән эйәһе һымаҡ, килешһеҙерәк ҙур башлы, бәләкәй генә кәүҙәле, аяҡ- ҡулдары ҡанатҡа, елпеүескә оҡшаш һәм кәүҙәнән ары арауыҡта юғала барған кеүек. Күҙалланыуынса, йән фәрештә һымағыраҡ. Виктор Хромов лабораторияһы бер нисә кешегә йән күсергән. Йәндең күсеүе тураһында боронғо ҡараштар халыҡ ижадында, йолаларҙа,

223




дини хеҙмәттәрҙә лә сағылыш тапҡан. Йәндең кейектәргә, ҡош-ҡортҡа күсеүе лә һүрәтләнә. Әйткәндәй, академик В. Казначеев үткәргән тәжрибәләр тере күҙәнәктәрҙән тыш «йыһан тормошо», «поле тормошо» барлығы тураһындағы фараздарҙы раҫлай.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет