Халҡым хазинаһЫ



бет14/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19
Мәжлес йырҙары. Туй барышында мәжлес йырҙары ярайһы ғына урын алып тора. Мәжлес йыры репертуары төрлө. Унда ҡайғылы йырҙар ҙа, таҡмаҡтар ҙа башҡарырға мөмкин. Мәҫәлән, «Табын йыры» ниндәйҙер моңһоулыҡ менән йырлана:

Әй, дуҫтарым, йыр башлайым,

Күтәреп ебәрегеҙ, шул,

Ауыр һүҙҙәр ишетһәгеҙ,

Үткәреп ебәрегеҙ.

Ә инде «Әй, икегеҙ, икегеҙ» йырында шатлыҡ мотивтары өҫтөнлөк ала, йәштәргә бәхет, тигеҙ ғүмер теләнелә:

Әй, икегеҙ, икегеҙ,

Икегеҙҙец битегеҙ,

Икегеҙ ҙә пар китәнһеҙ,

Тигеҙ гүмер итегеҙ.

Самауырҙы тиҙ ҡайната Ҡыҙыл миләш күмере,

Кейәү менән йәш килендец Оҙон булһын гумере.

248




«Башҡорт халыҡ ижады»ның йырҙар китабында (10) «Мәжлес, уйын-көлкө», йола фольклорында «Туй йырҙары» (3) тигән айырым бүлектәр бирелгән.

Хуш аяғы. Туй тамамланғанда, һаубуллашҡанда ҡыҙҙы оҙатып килеүселәр хужа тарафынан хуш итеү көрәгәһенә, һыйына йыйыла. Мәжлес йыр, ҡурай, таҡмаҡ, бейеү, уйын-көлкө менән бара. Ҡыҙ артынан арсый булып килгәндәргә бүләк бирелә. Шул саҡ ҡот сабыу йолаһы үткәрелә. Ат менгән йәш егеттәр: «Ҡот бирегеҙ! Ҡот сабырға килдек!» — тип һөрәнләй. Уларға бер көршәк май һәм күмәс сығарып бирәләр. Көршәкте эләктергән егет күмәс менән майҙы ашай-ашай саба, елә. Уны ҡыуып етеп, икенсе егет көршәкте алып ҡаса. Майҙы, күмәсте ҡулдан ҡулға йөрөтөп ашап бөткәс, көршәкте килтереп ташлайҙар йә ҡапҡа бағанаһына бәрәләр. Кейәү йортона төшкән ҡыҙ юрау, һынамыш буйынса, ҡот кире ҡайтмаһын тип, арсыйҙарҙы оҙатырға сыҡмай.

Ғаилә бөтөнлөгө. Ҡоҙалар, арсыйҙар ҡайтҡандан һуң, егеттең еңгәләре аш-һыу әҙерләп, йәнә ҡор, килен сәйенә ҡунаҡтар йыя. Киленгә изге теләктәр әйтелә, кәңәштәр бирелә. Иренең туғандарына тәүләп ҡунаҡҡа барғанда, килен һәр өйгә сигелгән таҫтамал элеп керә, ҡулъяулыҡ, суҡ-ығырмау тарата. Уға иһә бал, май ҡаптыралар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт инселәйҙәр, ҡот-ырыҫлы булып, татыу йәшәргә өндәйҙәр, өгөт-нәсихәт әйтәләр. Мал инселәү яңы тормош башлаусыларға ярайһы ғына ярҙам булған.

Туй — ҡыҙ тормошонда иң яҡты көн дә, дөм ҡараңғы төн дә һымаҡ. Беренсе тапҡыр ул иғтибар үҙәгенә алына: уға арнап йырҙар йырлана, бәхет-шатлыҡ теләнелә, бер үк ваҡытта ҡыҙ яҙмышының сит ергә, ир, ҡәйнә мөнәсәбәтенә бәйлелеге күрһәтелә.

Төрлө ышаныуҙар, юрауҙар, ғәҙәттәр туй йолаһының эстәлегенә инеп китә: ҡауышыусыларҙы ен-пәрей, шайтандан һаҡлау; һибәләп ямғыр яуһа, кейәү мыжыҡ була; ҡыҙ китер алдынан буран булһа, туй буш күнәкле ҡатынға осраһа, кырандастың тәгәрмәсе төшһә — ғаилә бәхетһеҙ һанала.

Тормош-булмыш-йәшәйеш үҙгәреү һөҙөмтәһендә туй йолалары ҡыҫҡарыуға, күпселеге юғалып ҡалыуға дусар ителгән. Байтаҡ йырҙар туй йыры булыуҙан арына,

249




айырым үҫеш ала. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхетһеҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар туйҙан тыш башҡарыла башлай. Йола поэзияһына ингән репертуарҙың байтағы лирик йырҙарға күсә. Ҡайһы бер сеңләүҙәр, берләшеп, шулай уҡ йырға әйләнә.

Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән райондарының ҡайһы бер ауылдарында әле лә электән килгән туй йолалары үтәлә. Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат, Балаҡатай яҡтарында ауыл туйҙарында иҫке һәм яңы йолаларҙың сиратлашып килеүен күрергә була. Сеңләү иһә шаярыу формаһында йәшәп килә.

Әлбиттә, хәҙер туйҙың характеры бөтөнләй башҡа. Ҡыҙ ҙа, егет тә яратышып ҡауыша. Көсләп биреү ҙә, һатыу ҙа юҡ. Сеңләү аша үпкә белдереү урынына, ҡыҙҙар ата-инәһенә, туғандарына, ҡан ҡәрҙәштәренә рәхмәт әйтә. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ, бәхет нурҙары балҡый. Ғәмәлдә беҙҙең ҡыҙҙарға илау-һыҡтау хас түгел, йәштәрҙең яҙмышы, бәхете, киләсәге үҙ ҡулында: уҡыйҙар, эшләйҙәр, һөйгән йәрҙәренә өйләнә- ләр-көйләнәләр. Мәгәр туй йолаларының, туйға бәйле халыҡ ижадының фәһемен, өгөт-нәсихәтен дә оноторға ярамай. Уларҙа — быуаттар буйы тупланған аҡыл, һабаҡ, быуындан быуынға тапшырылған аманат.

Йән, ҡан тартыуы, бер-береңә күңел ятыуы, әйләнеү көйлөгө, ғаилә татыулығы һәм ныҡлығы ниҙә? Халыҡ ижады өлгөләрендә был сетерекле һорауға ла ғилләле яуап бар. «Уғыҙ хикәйәте»ндә йәрәшеләсәк ҡыҙ егеткә әйтә (9, 106-107):

Мөхәббәт — ғүмерлек, Алла — мәңгелек, тигәндәрен ишеткәнем бар. Ир менән ҡатын — бер бөтөн. Булаһы ирем ниндәй иманда, мин дә шул иманда.

Артабан ҡыҙ шулай һамаҡлаған, ти:

Мин һинең яртыц булайым,

Мин һине яратыр булайым,

Ни әйтһәң, тыцлар булайым,

Әйткәнецде йыҡмаҫ булайым;

Колагыңда алҡац булайым,

Тамырыцда ал ҡан булайым,

Кәрәк саҡта'ҡалҡан булайым,

Ашың бөтһә, талҡан булайым;

Сәстәреңә биҙәк булайым,

Иҙеүеңдә һиҙәп булайым,

250


Күҙҙәреңә керпек булайым,

Ил эсендә күркең булайым; һин юъыңда бер кем булмайым, һин булмаһаң, бер көн тормайым, һин — кояшым, һинайым,

Ҡара үҙеңдең яйың.

Уғыҙ әйтә: «...Һинән башҡа алмам бүтәнде, эҙләгәнем һинһең күптәнге». Шулай итеп, егет менән ҡыҙ уртаҡ тел таба, күңелдәре, имандары менән бер була. Бөтә ил менән шаулатып туй үткәрәләр, ысын күңелдән һөйөшөп, ҡыуанышып донъя көтөп алып китәләр. Ире — ҡолаҡ икән, ҡатыны — уның алҡаһы, ире — күҙ икән, ҡатыны — уның керпеге...

БАШҠОРТ СЕҢЛӘҮҘӘРЕ Сеңләү йолаһы һәм уның үҙенсәлектәре

Сеңләүҙәргә билдәләмә. Башҡа халыҡтарҙың туй- йола поэзияһында сеңләү. Сеңләү — туй-йола поэзияһының ныҡ камиллаштырылған төрҙәренән һанала, ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлекле бер ҡомартҡыһы булып тора. Сеңләүҙәр шиғыр төҙөлөшө яғынан да ныҡ яҡшыртылған, меңәр йылдар буйы телдән телгә күсеп шымартылған. Кирәй Мәргәндең фекеренсә лә: «Сеңләүҙәр туй йолаларына эйәреп барлыҡҡа килгән фольклор материалының иң үҫешкәне, иң өлгөргәне, тәрәҡ- ҡилләшкәне...» (47, 54).

Сеңләү атамаһы фольклорсылар тарафынан төрлөсә аңлатыла. Мәҫәлән, С. Галин ошондай билдәләмә бирә: «Әлегәсә ғилми әҙәбиәттә ҡабул ителгәнсә, сеңләү — ошо йоланың дөйөм исеме. Халыҡ телендә иһә сеңләү тип билдәле бер көйгә әйтелгән илау, һыҡтау тауышына әйтәләр» (20, 131).

Сеңләү — ул һәр нәмәнән элек ҡатын-ҡыҙҙар ижады, кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата-инәһенә, ағай-еңгәһе- нә, туғандарына һәм социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршылыҡ билдәһе; кейәүҙән, ҡоҙағыйҙан, уларҙың яҡындарынан ризаһыҙлыҡ йыры; тыуып үҫкән ерҙән китеүҙең яман- һыулығы; бергә уйнап үҫкән әхирәттәрҙән айырылыу һағышы. Тар мәғәнәһендә әйткәндә, сеңләү — кейәүгә

251




бирелгән ҡыҙҙың күсеп китер алдынан ата-инәһе, туғандары, әхирәттәре, тыуған йорто, ер-һыуы менән хушлашыу йыры.

Ғаилә ҡороуҙың тәүге осоронда сеңләүҙәр булмаған, улар патриархаль ҡоролошта ижад ителә башлаған.

«С возникновением патриархальной семьи и еще более — моногамной индивидуальной семьи положение изменилось. Ведение домашнего хозяйства утратило свой общественный характер. Оно перестало касаться общества. Оно стало частным занятием; жена сделалась главной служанкой, была устранена от участия в общественном производстве» (63, 79).

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының иң боронғо жанры — эпостарға күҙ һалһаҡ, ҡыҙҙың кейәүгә көсләп бирелмәүен күрербеҙ. Ҡыҙ үҙе йортҡа кейәү алып ҡайта йәиһә уның шарттарын үтәгән егеткә генә йәр була. Сеңләүҙәрҙең тыуыуы хосуси милекселек барлыҡҡа килеү һәм ҡатын-ҡыҙҙың һатыу-һатып алыу әйберенә әйләнеүе менән барып бәйләнә. Заманалар үтә килә сеңләүҙәр үҙенең тәүге вазифаһын үтәүҙән туҡтай, әммә йола йыры традициялашҡан туй ритуалы булараҡ һуңғы йылдарға тиклем йәшәп килде. С. Галиндың күҙәтеүҙәренә ҡарағанда, уны «50-се йылдарҙың аҙаҡтарында Ҡурған башҡорттарында күрергә мөмкин» (20, 130) булған. М. Сәғитов туй йолаһына ҡараған был жанрҙың беҙҙең заманда Башҡортостан ерлегендә табылмауына ишара яһай, С. Галин фекерен раҫлағандай, М. Сәғитов сеңләүҙәрҙең тик Ҡурған һәм Силәбе әлкәләрендә һаҡланыуын билдәләп үтә (58, 89). Шуға миҫал итеп Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районының Оло Солтан ауылында табылған сеңләү үрнәктәрен килтерә.

Әммә Башҡорт дәүләт университеты студенттары Башҡортостандың байтаҡ райондарында күп кенә сеңләү өлгөләрен яҙып алды. БДУ-ның фольклор фондында 1972 йылда Әбйәлил районында, 1969, 1973—1975 йылдарҙа Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондарында үткәрелгән фольклор экспедициялары материалдары араһында, Р. Солтангәрәеваның туй йолаларына арналған хеҙмәттәрендә сеңләү үрнәктәре бирелгән. Сеңләүҙәрҙең Учалы районында ла табылыуын Ә. Ғибәҙәтов билдәләп үтә (23). Әле ошо хеҙмәттә килтерелгән сеңләүҙәрҙең

252




байтағы «Башҡорт халыҡ ижады» китабының йола фольклорына инмәгән.

Сеңләү һымаҡ ижад төрҙәре төрки халыҡтарынан башҡорттарҙа, татарҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа бар; фин-уғырҙарҙан — мордваларҙа, карелдарҙа, комиҙарҙа, ижорҙарҙа, вепстарҙа; славяндарҙан — рустарҙа...

Рус халыҡ ижадында сеңләүҙе «плач», «причет», «причитание» тип йөрөтәләр. Славян халыҡтарында ла «причитание» ғәҙәттә йырҙарға индерелә һәм улар ҙа үтә лә хис-тойғоло. Башҡорт сеңләү йолаһы киң таралған, ныҡ үҫешкән һәм славян традицияһынан бо- ронғораҡ. Сеңләү күренеше «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүр- пәс менән Маянһылыу» эпостарында сағылып ҡалған. Татар халҡының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә сеңләүгә оҡшаш ижад төрҙәре — махсус йырҙар булған. Филология фәндәре кандидаты Флора Әхмәтова былай тип яҙа: «Татар ҡыҙҙарын кейәүгә биргәндә элек туй алдынан йә туй ваҡытында «ҡыҙ оҙатыу» йырҙары, «яр-яр», «ҡыҙ илатыу», «таң кугат әйтеү», «әжәл итеп йырлау» кеүек йырҙар йырланған» (62). Ул Иркутск әлкәһе Аларск районы Новоселово ауылында бер нисә таҡмаҡ, сеңләү йырын көйө менән яҙып алыуҙарын әйтә. Башҡорт халҡының туй йолалары ерлегендә барлыҡҡа килгән ижади күренеште туғандаш халыҡтарҙың ижадында ла күреп була. Башҡорт туй йырҙарына ҡаҙаҡ халҡының туй йырҙары яҡын тора. Улар бер нисә төргә бүленә һәм һәр ҡайһыһының туй ритуалында үҙ урыны, тәғәйенләнеше бар. Йырҙарҙың бер төркөмө «сынсу», «жар-жар» тип атала. «Жар-жар» — егет менән ҡыҙҙың шиғри әңгәмәләшеүе ул. Егет ҡыҙға тыуған ерҙе — сит ил, туғандарын ир, ҡәйнә алмашты- расағын, иргә бер һүҙһеҙ буйһонорға кәрәклекте әйтә. «Сынсу», башҡорт сеңләүҙәре кеүек, нигеҙҙә поэтик параллелизмға ҡоролған: тәбиғәт күренештәре аша

кеше психологияһын асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ҡаҙаҡтарҙа шулай уҡ «ҡыҙ танысу» йыры бар. Башҡорттар- ҙағы кеүек үк, ҡыҙ китер алдынан әхирәттәре менән тирмәләргә йөрөп, хатта яҡын ауылдарға барып хушлашыу йырын башҡара. «Сынсу» — трагик йөкмәткеле, сит ырыуға малға һатылған ҡыҙҙың йөрәк әрнеүҙәре йыйылмаһы. Башҡорт сеңләүҙәрендәге һымаҡ, бында

253




ла сит ырыуға, йыраҡҡа бирелеү, тыуған ерҙән айырылыу хаҡында әйтелә.

Сеңләүҙе хәтерләтә торған ижад күренештәрен Европа халыҡтарының йолаларында ла осратырға мөмкин (35).

Күп кеше ижад итеүгә ҡарамаҫтан, сеңләүҙәрҙең бер төркөмө семантик яҡтан, сағыштырыуҙар һәм башҡа поэтик саралар йәһәтенән артыҡ айырылмай. Бер-бе- реһенән алыҫ төбәктәрҙә йыш ҡына бер үк сеңләүҙәр осрай. Был хәл шуның менән аңлатыла: икенсе ырыуға бирелгән ҡыҙ үҙ ырыуындағы популяр сеңләүҙәрҙе әйтемләр булған. Яңы сеңләүҙәрҙе сит ырыу ҡатын- ҡыҙҙары отоп алған. Шулай сеңләүҙәр ырыуҙан ырыуға таралған.

Сеңләүҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышы һүрәтләнә, уларҙың ошо яҙмыш менән килешмәүсәнлеге кәүҙәләнә. Йәберһетелгән ҡыҙ бөтә ғәйепте күберәк ата-инәһендә күрә, бәхетле тормош ҡороу өсөн йола ҡанундарын, синфи ҡоролош тәртиптәрен үҙгәртеү кәрәклеген төшөнмәй.

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә сеңләүҙәрҙең ғилми әһәмиәте бик ҙур. Улар — үҙҙәре барлыҡҡа килгән замандағы социаль ҡаршылыҡтарҙы, башҡорт халҡының көнкүрешен, ҡатын-ҡыҙ азатлығының сикләнгән булыуын күрһәткән тарихи ҡомартҡылар. Шулай уҡ боронғо шиғыр төҙөлөшөн, шиғырҙың художество үҙенсәлектәрен, тел-стиль сараларын өйрәнеүҙә әҙәбиәт, тел фәне өсөн дә әһәмиәтлеләр.

Сеңләү һәм йыр. «Сеңләү — йола йыры, йырҙың бөтә формаль билдәләре (дүрт юлдан тороу, тәүге ике юл менән һуңғы ике юл араһындағы бәйләнештең шартлы булыуы, ритм, рифма, ижектәрҙең бер һанда килеүе һ. б. ) сеңләүгә лә хас сифаттар. Ләкин ул үҙенең йөкмәткеһе һәм функцияһы яғынан бөтөнләй икенсе жанр» (60, 131), — тип билдәләй Ә. Харисов.

Шулай итеп, формаль билдәләргә генә ҡарап, сеңләүҙәрҙе йыр жанрына ҡалдырып булмай. Сеңләүҙәрҙең йырҙарҙан айырып торған үҙенсәлектәре бар. Йыр ике енестең дә актив ижады, унда тормоштоң бөтә тармаҡтары, халыҡтың үткәне лә, бөгөнгөһө лә сағыла. К. Әхмәтйәнов һүҙҙәре менән әйткәндә, «фольк

254


лорҙа йырҙан да әрһеҙерәк башҡа берәй жанрҙы табыуы ҡыйын» (61).

Йыр — ауыҙ-тел ижадының иң халыҡсан жанры, ә сеңләү иһә ҡатын-ҡыҙ тормошоноң айырым бер мәлен, ҡыҙ булып еткәс, кейәүгә биреү күренешен генә сағылдыра. Сеңләү — быуындан быуынға ҡабатланып килгән, фәҡәт ҡатын-ҡыҙ яҙмышына ҡараған йола функцияһын үтәүсе жанр ғына. Йырҙар төрлө көйгә йырланһа, сеңләүҙәр ғәмәлдә бер көй менән башҡарыла, уның үҙенә генә хас өзләү, һыҡтау элементы бар. Бына шуның өсөн сеңләүҙе бер үк ваҡытта фольклор ҙа, этнография ла тип иҫәпләү дөрөҫ һымаҡ.

Әлбиттә, сеңләүҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхетһеҙ яҙмышы тураһындағы йырҙарға яҡын тора, уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе лә бер төрлө. Сеңләүҙәр кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяныс яҙмышы тураһындағы йырҙар (10) — боронғо ырыу йолалары, патриархаль

тәртиптәр хөкөм һөргән замандың бер музыкаль поэтик шандауы. «Таштуғай», «Зөлхизә», «Ҡарасәс», «Ҡыҙ баламды ҡыҙғанам», «Мәҙинәкәй» кеүек халыҡ йыр- ҙарындағы фекер, йөкмәткенең, мотивтарҙың сеңләүҙәрҙә лә яңғыраш табыуы йыр менән сеңләү араһында тематик яҡынлыҡ, мотивтар уртаҡлығы ҙур булыуы тураһында һөйләй. Мөхәббәт йырҙары ла сеңләүҙәргә аһәңдәш. Яратышып ҡауышыу, бәхетле йәшәү тойғолары, саф мөхәббәт йәштәрҙең идеалы булып ҡала килгән. Йырҙа ла, сеңләүҙә лә йәшәп килгән йолаларға ҡаршылыҡ асыҡ сағыла. Иркенән мәхрүм ҡыҙ үҙен яңғыҙ кәкүк менән сағыштыра:

Йыр:

Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,

Хәсрәт арттырырга маташып.

Сеңләү:

Икебеҙ ҙә тиңдәш, тиң үҫкәйнек,

Айырҙыгыҙ кәкүк айында.

Йырҙарҙа ла, сеңләүҙәрҙә лә һөйөшкәндәр өсөн тормош ауырлығы еңел тойола. Һөйөшкән ике йәр ҡушылғанда ғына бәхетле буласаҡ. Ләкин социаль тигеҙһеҙлек, йола ҡанундары икәүҙең һөйөшөп ҡауышыуына

255




ҡамасаулай. Малһыҙ егет ҡалым түләй алмай һөйгәнен юғалта. Яҙмышҡа үкенес йырға ла, сеңләүгә лә хас.

Ишек. кенә алдым, ай, алмагас,

Ҡырҡып алдым алма булмагас.

Хыялдагы малың утҡа янһын, һөйгән йәнәшеңде алмагас.

«Йәмилә»

Сеңләүҙәрҙең йыр менән уртаҡлығы тематик яҡынлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай, ә һәр ике жанрҙың теленә, художество алымдарына, образдар системаһына килеп инә. Ләкин йырҙы сеңләү тип атап булмаған кеүек, сеңләүҙе лә йыр менән бутарға ярамай. Сеңләү — йола поэзияһының бер жанры, туй йолаһына эйәреп барлыҡҡа килгән поэтик ижад төрө, туй-йола поэзияһының кульминацион бер өлөшө генә.

Сеңләүҙәрҙе төркөмләү

«Башҡорт халыҡ ижады»ның беренсе томында сеңләүҙәр ҡыҙ оҙатыу йолаһы күренештәренә бәйле бирелә: ҡырға сығыу (таҡыяға барыу), йорт-ҡура, ауыл эргәһендә сеңләү — атаһына, инәһенә, ағаһына, апаһына, еңгәһенә, тиңдәштәренә, кейәүгә, ҡәйнәгә, ҡайныға, туғандарына, урамда барғанда (3, 453—470)...

Әлбиттә, һәр бер классификация шартлы була. Уның материалға ярашыуы йәки ярашмауы, тулылығы йәки тулы булмауы менән билдәләнә. Ҡыҙҙың кем менән хушлашыуына, сеңләүҙең кемгә арналыуына, йүнәлтелеүенә ҡарап, сеңләүҙәрҙе, беҙҙеңсә, төп ете төркөмгә бүлергә мөмкин:

  1. Димсегә, яусыға арналған сеңләүҙәр;

  2. Кейәү тураһында сеңләүҙәр;

  3. Ҡоҙағыйға, уның яҡындарына арналған сеңләүҙәр;

  4. Ҡыҙҙың ата-инәһе менән хушлашыуы;

  5. Ҡыҙҙың ағай-еңгәһе менән хушлашыуы;

  6. Ҡыҙҙың ауылдаштары, әхирәттәре менән хушлашыуы;

  7. Ҡыҙҙың тыуған йорто, ер-һыуы менән хушлашыуы. Барасаҡ ер тураһында сеңләүҙәр.

Сеңләүҙәрҙең башҡарылыу формаһы төрлө ерҙә төрлөсә һәм ул тарихи осорҙарға бәйле рәүештә

256




үҙгәреш кисергән. Ваҡыт үтеү менән, сеңләү башҡарыуҙың ҡайһы бер элементтары юғала, икенселәре яңы заманға яраҡлаша.

Борон өйҙән өйгә, хатта яҡыныраҡ ауылдарға йөрөп тә сеңләү йолаһы үткәрелгән. Өйҙән өйгә, туғандарға йөрөп сеңләү һауыт-һаба, әйбер, бүләк йыйыу менән бәйләнгән.

Апаҡайым, һиңә бик килешә,

Аҡ күлмәккәйенме кейһәңсе ?

Апаҡайым, һиңә шуга килдем,

Бер-ике пар тәгәс бирһәңсе?

Һуңғыраҡ осорҙа ауыл буйлап йөрөп сеңләү, һауыт- һаба йыйыу йолалары юғалған. Хәҙер сеңләү төрҙәренең һәр береһен айырым ҡарайыҡ, тикшерәйек.

Димсегә, кейәүгә, ҡоҙағыйға әйтелгән сеңләүҙәрҙә уларҙы әрләү, тиргәү һәм хатта һүгеү мотивтары ла ярылып ята.

Димсегә, яусыға арналған сеңләүҙәр. Тәү ҡарауға димсе изге ниәт менән йөрөй кеүек — ул ғаилә ҡороуға булышлыҡ итеүсе, ике ырыуҙы туғанлаштырыусы кеше булараҡ сығыш яһай. Шуның өсөн дә димсе, яусы итеп һүҙгә оҫта, хөрмәткә лайыҡ кешеләр генә ебәрелгән. Әммә сеңләүҙәрҙә ул тиҫкәре образдар рәтендә телгә алына һәм күпселектә йәш ҡыҙҙың ғүмерен әрәм итеүсе, «баш ашаусы» итеп кәүҙәләндерелә. Шуның өсөн дә сеңләүҙәрҙә димселәрҙе күрә алмау мотивы көслө. «Барынан элек яусы — «ҡыҙ намыҫын тапаусы кеше», уның бөтә эшмәкәрлеге «баш юйыу»ға ҡайтып ҡала. Күренеүенсә, халыҡ яусы образын сафлыҡ һәм паклыҡҡа ҡаршы ҡуя, уның эшмәкәрлеген ҡыҙ намыҫына ҡаршы йүнәлдерелгән күренеш булараҡ баһалай» (20, 129). Димсене, яусыны әрләү йола шарты һымаҡ та үтәлә.

Әлбиттә, димсене сатирик планда һүрәтләү ҡыҙҙы көсләп биргәндә урын ала. Ҡыҙҙың димселәргә нәфрәте ташҡын даръялай:

Мине димләгән кешене Илаһи Хоҙай йәшен һуҡ!

Йәки Ьаҡмар гына буйы күләү-күләү,

Күләүҙәре һайын ҡороһон.

9- 1.0026.11

257


Аягым тартмаҫ ергә башым төшһә, Димселәрҙең теле ҡороһон.

Тулы бер мәғәнә аңлатып, бик күп строфанан торған, ҡобайыр стиле менән яҙылған сеңләүҙәр ҙә бар. Бындай тор сеңләүҙәр бер ваҡиға тураһында һөйләп, күберәк ата-инәгә, димсегә арнала. Строфаның һуҙылыуы, ритмиканың шыма һәм тигеҙ үлсәүле булыуы, юлдар рифмалашыуының мәжбүри һәм ныҡлы ҡағиҙәгә нигеҙләнгән булыуы был төр сеңләүҙәрҙең ҡобайыр поэтикаһына яҡынлығын күрһәтә. Ғәҙәттә улар 7—7 ижекле строфаларҙан тора:

һәлпән-һәлпән һәлпәндәп, Атҡа менеп эҙләнеп,

Ҡулыңа таяҡ таянып, Ниңә килеп туҡтаның ?

Бер балагың ҡалпайтып, Күрмәлекһеҙ битеңде

Өс өй аша йортон^дан Күҙ-йәш менән йыуырга,

Арыҡ атыңа атланып, Ҡылҡылдаган тамагың

Ҡорма кәпәс башыңда, Ҡаҙы менән һыйларга,

Башың үргә ҡаҡайтып, Яусы булып килдеңме ?

Ҡайҙа юлың тоҫҡаның ? һәр ауылдың таҙы бар,

Суҡмарҙай ҙур танауың һәр баланың наҙы бар.

Шыр-шыр тартып, Беҙгә килгән яусының

еҫкәнеп, Түбәһендә таҙы бар.

Емтек эҙләр ас эттәй,

Кейәү тураһында сеңләүҙәр. Туй барышында, ғәҙәттә, кейәүгә түбәндәге осраҡтарҙа сеңләйҙәр:

  1. Ҡыҙ ҡушҡанда;

  2. Ҡыҙ күскәндә;

  3. Йыуаса сәйендә;

  4. Кейәү китергә йыйынғанда.

Йолала хис-кисерештәр фәҡәт шартлы рәүештә генә белдерелә тиеү бер яҡлы булыр ине. Сеңләүҙәрҙә йәшәйештәге ысынбарлыҡ сағыла.

Яратҡан кешеһенә бирелһә, ҡыҙ үҙе башҡарған сеңләүҙәрҙә ғәмәлдә кейәүгә ҡарата көлөү мотивтары яңғырамай. Был осраҡта кейәүгә еңгәләр, әбейҙәр генә әйтемләргә мөмкин. Улар ҡыҙҙың «аҫыл зат» булыуын, донъя йөгөн тигеҙ күтәреп, яҡшылап тормош көтөргә кәрәклекте әйтә. Ҡыҙ яратмаған кешегә йәки берәй ҡартҡа көсләп бирелгәндә үпкәләү, зарланыу һәм кейәүҙе хурлау-кәмһетеү өҫтөнлөк итә:

258


Көмөшсөләрҙең һандыгы,

Ялтырай ҙа төштө алҡаһы.

Шунда ла төръан кейәүҙең Ялтырай ҙа төштө маңҡаһы.

Яңы алаптаяңы арыш,

Иҫке алаптаиҫке арыш.

Шунда ла торган кейәүҙең Аяҡтары сап-салыш.

Йыуаса сәйендә ашын мыҫҡыллап сеңләүҙәр:

Беҙҙең кейәүҙең аштары Бешмәгән арыш күмәсе.

Шунда ла торган кейәүҙең Аршын гына ярым үңәсе.

Ҡыҙ ҡушҡанда уның әхирәттәре шулай уҡ кейәүҙе мыҫҡыллап сеңләй:

Таҡыя гына ҡурай башына Ьары гына сыпсыҡ оялай.

Ҡыҙ ҡуйынына кергән кейәүҙең һаҡалына сысҡан оялай.

Кейәү китергә йыйынғанда әйтелә торған сеңләүҙәр араһында ошондай юлдар бар:

Ишеккәйем асып ҡараһам,

Санага бесән тейәү ле.

Тороп тор, кейәү, тороп тор,

Төрөпкәң ҡалды һөйәүле.

Әй, әлем суҡ, әлем суҡ,

Йүгәндәренә тиклем йәшел суҡ.

Шунда ла торган кейәүҙе Ҡапҡанан сыҡмай йәшен һуҡ !

Ҡарт һәм һөйкөмһөҙ кейәүҙәргә арналған сеңләүҙәрҙә сатира айырата көслө. Сеңләүселәр кейәүҙең тетмәһен тетә. Сит ырыуҙан килгән кейәү ят бауыр, дошман иҫәпләнә. Йола шарты буйынса ла шулай. Кейәүҙең тиҫкәре сифаттары һанап сығыла, ҡыҙҙың уға ерәнгес мөнәсәбәте, мыҫҡыллауы асыҡ сағыла: ауыҙы ҡаҙан ҡабындай, танауы салғы һабындай; ауыҙы ҡый-

9*

259




шыҡ бер яҡҡа; ялтырап тора таҙ башы; эт ҡойро- ғондай мыйығы; муйыны оҙон икән; арҡаһы ниңә көм- рө; кейәүегеҙ шүрәлегә оҡшаулы; яратмаған шөрҙөк; эт тиреле бүрке бар; һалбырап тора ойоғо; аяҡтары сап- салыш...

Ошондай кәмләүҙәрҙе, мыҫҡыллауҙарҙы ишеткән кейәү һуңынан кәләшенән үс алыусан була. Хәлле һәм хәйләкәрерәк кейәүҙәр үҙенә әйтеләсәк сеңләүҙәрҙе ишетмәҫ өсөн сеңләүселәрҙе һатып алыу күренештәре лә күҙәтелгән.

Кейәүҙән көлөп, бик тупаҫ, хатта оятһыҙ һүҙҙәр менән әйтелгән сеңләүҙәр ҙә бар. Кейәү образын насар нәмәләр, кешегә хас булмаған ҡылыҡтар, хайуандар менән сағыштырыуҙар осрай.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет