Халҡым хазинаһЫ



бет6/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19

Әйткәндәй, ырыу йәмғиәте ваҡытында ырыу төркөмөнөң нәҫел башы, терәге итеп табынған тотемы (ҡош, йәнлек, үҫемлек) булған. Башҡорттар тотем итеп ҡоштарҙы йөрөткән. Әйле төркөмөнә ҡараған Әйле (Әйҙе), Ялан Әйле, Һарт Әйле (Алтауҙы), Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Мырҙалар, Төрөкмән, Дыуан, Ҡаратаулы ырыуҙарының тотемы, йәғни ҡошо — шоңҡар (бөркөт, торна, аҡҡош), төп тамғалары — ай тамға, дөйә муйын, һигеҙле, ағасы — тирәк (муйын), ораны — һандал (салауат). Көҙәйҙәрҙең ҡошо — бөркөт (ҡарсыға), тамғалары — ҡаҙаяҡ, өҙәңге, һәнәк, тырма, ағасы — имән. Моғайын, борон тотемы — бөркөт, ағасы имән булған ырыуҙаштарға өйләнешеү ярамағандыр. Бер аймаҡ, ара ҡәрҙәштәргә парлашыу, һис шикһеҙ, тыйылған.

Ҡөрьәндең Ән-Ниса (Ҡатындар) сүрәһендә аныҡ билдәләнеүенсә, «һеҙгә инәйҙәрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙгә, атай-инәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың ҡыҙҙа

5 - 1.0025.11

129




рына, һөт инәләрегеҙгә, имсәктәш апай-һеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың инәләренә, һеҙ ҡушылған ҡатынға эйәрә килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға (әгәр ҡатынға ҡушылмаған булһағыҙ, ул ваҡытта ғына гонаһ булмай), үҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, ике ҡыҙ туғанға бергә әйләнеү тыйыла, һәм һеҙгә ирле ҡатындарға әйләнеү тыйыла. Әгәр һеҙ тыйылған гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, беҙ һеҙҙе бәләкәй насар эштәре- геҙҙән алыҫ тоторбоҙ һәм гүзәл индереү менән индерербеҙ».

Башҡорт халыҡ ижадында йәш етмәйенсә ҡушылыу ярамағанлығы ла төҫмөрләнә. «Ғәҙел батша» әкиәтендә Хөсәйенде хан ҡыҙы менән икәүһен аҡ келәткә бикләп ҡуялар. Шул мәлдә егет:

  • Мин һинең янда ҡуна алмайым, мин бәлиғ түгелмен, бәлиғ булғас, килеп алырмын, — тигән дә сығып киткән.

  • Ярай, мәргән егет, һин ҡасан килеп алһаң да, мин көтөрмөн, — тип ҡыҙ вәғәҙә биреп ҡалған.

Ир-атҡа вә ҡатын-ҡыҙға тыйыу

Ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға тыйыу һәм уны тотмаған өсөн язаға дусар ҡылыныу Әҙәм менән Һауа ғәйебенән килә. Аллаһы Тәғәләнең тыйыуын, әмерен үтәмәгәне өсөн Әҙәм. ғәләйһиссәләмгә ун бәлә бирелә. 1. Аллаһы Тәғәләнең шелтәһе. Ҡөрьән Кәримдә әйтелә: «Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе был ағастан тыйманымы?» 2. Хөллә һәм таждан яланғас ҡалыу. «Асылды был икәүҙең ғәүрәттәре» (Ҡөрьән Кәрим). 3. Әҙәм ғәләйһиссәләмдең йөҙө, тәне ҡаралды. 4. Ожмахтан сығарылды. 5. Әҙәм һауанан йөҙ йыл, икенсе риүәйәт буйынса ике йөҙ йыл айырылып торҙо. 6. Әҙәм менән шайтан араһында дошманлыҡ көсәйҙе. 7. Гонаһлы исемен күтәрҙе. 8. Шайтан Әҙәмдең балаларына һәм малдарына ҡатышты. 9. Донъя зинданына ябылып, һыуыҡ, эҫелек һәм төрлө ауырыуҙар менән һыналды. 10. Тормошона төрлө мәшәҡәттәр бирелде.

Хаҡ Тәғәлә Һауаға әйтте: «Хата эш ҡылдың, шул сәбәпле яланғас ҡалдың, бәләгә керергә сәбәп булдың, Әҙәмде лә ҡайғылы, яланғас иттең». Аллаһы Тәғәләнән хитап ҡылынды: «Әй, Һауа, йәннәттән сыҡ, һине ун

130




биш бәлә менән һынаясаҡбыҙ. Был гонаһ шомлоғонан ҡыҙҙарың Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һыналыр. 1.Хәйез (күрем), нифас ҡаны ҡыҙҙарыңа аманат булһын. 2. Туғыҙ ай бала күтәрһендәр. 3. Бала тапҡанда үлем әсеһен татыһындар. 4. Ғиҙҙәт михнәтен сикһендәр. 5. Ирҙәре хөкөмөндә һәм ирегендә булһындар. 6. Талаҡ ирҙәр ҡулында булһын. 7. Мираҫта яртылаш кәм ҡалһындар. 8. Шәһаҙәт биреүҙә. 9. Аҡылда. 10. Диндә кәм булһындар. 11. Сәләм биргәндә мәхрүм булһындар. 12. Йома намаҙҙарынан һәм йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙарҙан. 13. Пәйғәмбәрлектән. 14. Батша булыуҙан, хәлифәлектән. 15. Мәхрәмһеҙ сәфәр ҡылыу хәрәм булһын».

Бер риүәйәттә һөйләнелеүенсә, ғүмере мең йәшкә еткәс, Әҙәм ауырып китә. Балаларын йыйып, Аллаһы Тәғәләнең тыйыуҙарына, әмеренә буйһонорға, шайтанға ҡаршы торорға, ҡатындарға йөрөмәҫкә бойора. Барса нәсихәттәрҙән, васыяттарҙан биш васыят менән ғәмәл ҡылырға, балаларға уларҙы кәңәш, теләк итергә ҡуша. 1. Донъяға күңелемде бағламаным, ожмахҡа бағланым, мәшәҡәт күрҙем. 2. һәр эштең аҙағын уйла, эшемдең ахырын уйламағаным өсөн ошо хәлгә төштөм. 3. Ҡатын һүҙенә ҡарама. Мин ҡатын һүҙенә ҡарап, бәләгә тарыным. 4. Һәр эште кәңәшләш, әгәр мин тыйылған емеште ашамаҫ элек фәрештәләр менән кәңәшләшһәм, был бәләгә төшмәҫ инем. 5. Теләһә ҡайһы эште башлағанда әсең бошһа, ул эште ҡалдыр. Бойҙай ағасына яҡын барғас, күңелем тулҡынланды, әсем бошто. Ашағандан һуң ожмахтан сығарылдым. Бынан тыш Әҙәм балаларына Мөхәммәт Мостафа пәйғәмбәрҙең нурын яҡшы һаҡларға ҡушты. Сөнки Хаҡ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм нурынан Әҙәмде бар ҡыла, ул нур Әҙәмдән Һауа инәгә күсә.

«Пәйғәмбәрҙәр тарихы» китабында әһәмиәт бирелеүенсә, ҡатын-ҡыҙға ла, ир-егеттәргә лә нәфселәрен тыйыу фарыз. Йософ ғәләйһиссәләм әйтә: «Хәҡиҡәттә нәфсе яуызлыҡҡа бойороусы, әҙәмдәрҙең нәфсеһе ҡылған боҙоҡлоҡто етмеш шайтан ҡыла алмаҫ». Башҡорт халыҡ әйтемдәре лә нәфсехур, йәғни нәфсе ҡоло булыу яман ҡылыҡ икәнен аңғарта: нәфсеһенә эйәргән шайтанға эйәрер; нәфсеңде ҡыуа бирһәң — нәфсең туймаҫ булыр, нәфсеңде тыя бирһәң — нәфсең йыуаш

5*

131


булыр; нәфсенең сиге юҡ; нәфсене һимертһәң — үҙеңә бәлә өҫтәр...

Ир — ҡатын мөнәсәбәттәренә бәйле серҙе сисмәү ты- йыуы ла күҙәтелә. Был грек һәм рим мифологияһында ла сағылған. Ида тауы буйында көтөү көтөп йөрөгән Анхис янына уның матурлығына хайран мөхәббәт һәм гүзәллек алиһәһе Афродита килә һәм үҙен Отрей батша ҡыҙы итеп таныта. Яҡынлыҡ ҡылғандан һуң Афродита Анхисҡа унан Эней исемле данлы батырҙы тыуҙырасағын әйтә, әммә был серҙе бер кемгә лә сисмәҫкә ҡуша. Ләкин дуҫтары менән һыйланғанда, Анхис тыйыуҙы боҙа һәм шуның өсөн уны Зевс йәшене ата. Тимәк, ир-егеткә ҡатын-ҡыҙҙың яманатын һатыу тыйыла.

Дәрт, мөхәббәт, әйләнеү, туй, ғаилә тормошона ҡағылған өгөт-нәсихәттәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көй- ләүгә, әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен белеүгә, тотоуға йүнәлтелгән.

Ҡыҙ оҙатыу, килен ҡаршы алыу теләк әйтемдәрендә ошондай тыйыу рәүештәре күҙәтелә: төҫөң боҙоп, теш ыржайтып, балаҡай, йәмәғәтеңде үртәмә; кейәү йортона барғас, албырғанма, ҡыҙыҡай; ҡабағанан ҡаптырма, төйлөгәндән типтермә, ен-шайтанды индермә, иблисте еткермә; һыу башлауҙа, тәү башлап, ҡоро күнәк күтәрмә; урынһыҙға һүҙ ҡатып, гонаһҡа батма, киленсәк; иреңә ҡаршы һүҙ әйтеп, ауыҙың асма; һүҙ йөрөтмә, ошаҡсы булма, ауылсы булма; ҡәйнәң ҡушҡан йомошто ташлап ҡасма; телсәнләнеп, ҡысҡырып, саусы булма; күҙең-башың йымылдап, күҙсән булма; олторағың ҡалтырап, тегендә-бында йөрөмә... Киленгә ҡайныһы, ҡайнағалары менән әҙәпһеҙләнеп һөйләшеп тороу ярамаған. Халыҡ әйткәнсә, ҡайнаға яйҡайтып тормаҫ, килен кирелеп тормаҫ.

Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға ошоларҙы бойора: урламаҫҡа, уйнаш ҡылмаҫҡа, балаларын мәхрүм итмәҫкә, ялған һөйләмәҫкә, хупланған эштәргә ҡарышмаҫҡа, йәнә оят ерҙәрен һаҡларға, үҙҙәренең биҙәктәрен күрһәтмәҫкә, түштәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡапларға, зина ҡылған ҡатындың һәр береһенә йөҙәр ҡамсы һуғырға, боҙоҡлоҡ һәм аҙғынлыҡ таратмаҫҡа, сит ирҙәр менән ҡыланып һөйләшмәҫкә...

132




Кейәүгә сығам, ир менән имен, татыу йәшәйем тигән ҡатын-ҡыҙ тыйыуҙарҙы үтәргә бурыслы. Саам мифологияһында тылсымлы болан-әүермән Мәндәш егет үҙенә әҙәм затынан кәләш әйттереүҙе һорай. Өс апай-һеңленән кесеһе генә Мәндәштең инәһенең ты- йыуҙарын тыңлай, әпсен-төпсөн, арбау һүҙҙәре әйтеп, ғәмәлен башҡара, боландар менән яғымлы мөғәмәлә итә һәм Мәндәштең ғүмер юлдашы, хәләле дәрәжәһенә лайыҡ була. «Уғыҙ хикәйәте»ндә дәлилләнеүенсә лә, йән, ҡан тартыуы, бер-береңә күңел ятыуы, ғаилә татыулығы һәм ныҡлығы ир менән ҡатындың бер иманда булыуында, бер бөтөнлөгөндә.

Бәндәләргә Хаҡ Тәғәләнең тыйыуҙарын, әмерҙәрен, ҡанбаба Әҙәмдең өгөт-нәсихәттәрен, васыяттарын оноторға ярамай. Уларҙа — фәһем, һабаҡ, быуындан быуынға тапшырылырға һәм үтәлергә тейешле аманат. Был тыйыу, кәңәш рәүешендә мәҡәлдәрҙә һәм әйтем- дәрҙә лә күренә: һөймәгәнгә һөйкәлмә; ауылдан ҡыҙ алма ла мал алма; ирең булмаҫтайға иренеңде бирмә; көндәш күргәндең ҡыҙына ҡыҙыҡма; тиңһеҙҙе тиңгә тартма; ҡатынды үҙеңдән башҡа ҡунаҡҡа ебәрмә; ҡатындар һүҙенә алданма; кеше иренә ышанып, түшәк йәймә; ҡатыныңа сереңде һөйләмә; ҡатыныңды ҡапыл бөкмә; аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың...

Исемгә тыйыу



Борон аллаларҙың ысын исемдәре йәшерелгән, башҡа исемдәр менән алмаштырылған. Библияға ярашлы, теләһә ҡайҙа, кәрәккән-кәрәкмәгәндә изге исемдәрҙе телгә алыу ярамаған. Илаһтар культы, уларҙы ҙурлау, уларға табыныу йолалары бар ҡәүемдәргә хас күренеш. Ғәрәп мифологияһы буйынса, тыуҙырыусы, бар ҡылыусы, йыһанда аһәң, тәртип урынлаштырыусы бөтә донъя хакимы Душара Илаһтың тыйылған исеме- нең бер төрө, алмашы иҫәпләнә. Тереклек һәм уңдырышлылыҡ аллаһы Аарра, яҡтылыҡ һәм ҡояш һыҙаттарын үҙендә һынландырып, Душара менән берҙәй танылған. Аллат иһә — күк һәм ямғыр алиһәһе. Был исем Илаһтың тыйылған төрө булыуы ихтимал, тиҙәр.

133




Аллаһ та, Хоҙай ҙа тыйылған исемдең алмашы, уртаҡ исем илаһтан яһалған, тип фаразлайҙар.

Йәмән мифологияһында Саба дәүләтендә ил хакимы Алмаках (Илмаках) Илаһтың тыйылған исеменең варианты итеп тоҫмаллана. Илмаках — Илу алла исеменең бер төрө. Ай һәм һуғарыу аллаһы Вадд та Илуҙың ҡушамат исеме һымаҡ уйланыла. Ай аллалары Сами, Син да Илуҙың алмаш исемдәре кеүек ихтималлана. Зат Бадан, Зат Зәһрән, Зат Сәнтим, Зат Химйәм ҡояш алиһәһенең тыйылған исеменең төрлө рәүештәре итеп ҡабул ҡылына.

Иран риүәйәттәрендә аҡыллы хаким Ахурамазда (Ахура Мазда) зәрдөшт һәм ахеменид пантеондарында бөйөк Илаһтың тыйылған исеменең алмашы һанала. Табу һалынған исемдәр грек, рим мифологияһында ла сағыла. Ғөмүмән, Аллаһы Тәғәлә туҡһан туғыҙ исем менән йөрөтөлгән. Ысын исем-шәрифте йәшереү, алмаштары менән аталыу — яуыз көстәр йоғонтоһонан һаҡланыу, хилафлыҡтан ҡурсаланыу, туранан-тура танытмау, белдермәү сараһы.

Борон башҡорт халҡында исем ҡушыуға бәйле «Тәүге исем», «Ғүмерле исем», «Эт исеме» кеүек йолалар булған. Тәүге исемде, йәғни йүргәк исемен кендек инәһе ҡушҡан. Бәпесте исемһеҙ бик аҙ ғына ваҡыт та һәм яңғыҙ ҡалдырып һалып ҡуйырға ярамаған. Был уны ен-шайтандан һаҡлау, алмаштыртмау әмәле булған.

Абдулҡадир Инан «Шаманизм тарихта һәм бөгөн» хеҙмәтендә яҙыуынса, ғәҙәт буйынса яҡуттарҙа ла балаға бәләкәй саҡта бирелгән исем уның ысын исеме тип иҫәпләнмәгән. Бындай йола боронғо уғыҙҙарҙа ла күҙәтелгән. Егет-еләнгә ҡаһарманлыҡ күрһәткәндән һуң ғына Деде Корҡут исем ҡушҡан.

Монголдар иһә яңы тыуған бәпесте өс көн буйы ҡаҙан аҫтында һаҡлаған. Был ваҡытта инәһе яһалма бәпес (ҡурсаҡ) менән мәшғүл булған. Һуңыраҡ ата-инә: «Балабыҙ үлде!» — тип ҡысҡырған да ҡурсаҡты бер соҡорға күмгән. Ысын баланы тыныс ҡалдырһын өсөн яман рухтарҙы ошолай алдағандар, күҙ яҙҙырғандар. Үлем рухын алдар өсөн яҡуттарҙа яңы тыуған баланы күршеләргә «һатыу» йолаһы булған.

Балаһы булмаған йәки тормаған башҡорттар ҙа үлем рухынан арынырға ынтылған. Бәпес тыуғас та, кендек

134




әбейе уны тышҡа алып сыҡҡан. Өй тирәләй бер аҙ йөрөгәс, тәҙрәнән өндәшкән: «Сит тарафтан бер бәпес килтерҙем, һатып алыусы булырмы?» Шунан һатыулашыу башланған, һатыусыға хаҡ итеп, мәҫәлән, тимер киҫәге бирелгән. Яңы тыуған балаға иһә Тимер, Һатыбалды, тәненә көс-ҡөҙрәт өҫтәр өсөн Теребай, Үлмәҫбай кеүек исемдәр ҡушылған.

Шулай итеп, бала сәләмәт, сыҙамлы, оҙон ғүмерле булһын өсөн Йәнтимер, Тимерйән, Таштимер, Йәноҙаҡ, Тимербикә, Йәнбикә исемдәре ҡушылған. Исемдең магик тылсымы, ҡөҙрәте бар, исемдәр кешенең холоҡ- фиғелен, ҡылығын, үҙен тотошон, яҙмышын билдәләй, тип уйланылған. Ысын исемде йәшереү, яуыздарҙан һаҡланыу өсөн кешеләр ҡушамат исемдәр ҙә йөрөткән һәм был ғәҙәт беҙҙең көнкүрештә лә күҙаллана.

* * *

Халыҡ ғөрөф-ғәҙәтендә тыйыуҙар бихисап һәм йәшәйештең бөтә яҡтарына ҡағыла. Алдашма, ғәйбәт һөйләмә; текәлеп ҡарама, бәпескә күҙең тейер; быҙауға, бәрәскә күҙең теймәһен; малға типмә, аяғың ҡорор; кеше әйберенә ҡағылма, ҡулың ҡорор; бысаҡты кешегә ҡаратма; мылтыҡты кешегә төҙәмә, йылына бер яһауһыҙ ҙа ата; ай яҡтыһында йоҡлама; ҡулыңды тый, телеңде тый; зыяратҡа бармаҡ төртөп күрһәтмә, бармағың серер; мәйетте оҙатмайса юлға сыҡма; мәйеттең юлын ҡыйма; зыяратта көрәкте ҡулға тотторма, ергә һал; һыуҙы ағым ыңғайына алма; юлға сыҡһаң, кире боролоп кермә, юл уңмай; тупһаға баҫып торма, үҫмәҫһең; бесәйҙе рәнйетмә, ҡарғышы төшөр; мөгөҙлө йыланды, туҙбаш йыланды үлтермә, ҡаза килер; үрмә- кесте үлтермә, зат-зәүерең ҡорор; эңер менән аҡшам араһында йоҡлама; салғының, бысаҡтың йөҙөн өҫкә ҡаратып һалма, бәлә-ҡаза көҫәмә; йома көн кер йыума, тырнаҡ алма; алған сәсте, тырнаҡты теләһә ҡайҙа ташлама, утҡа яҡ...

Тыйыуға бәйле аҡыллы кәңәштәр ҙә бирелгән, теләктәр ҙә әйтелгән: тыя барһаң, тыйнаҡлы булыр; тыйнаҡһыҙ үҫкән ҡыҙҙа бәрәкәт юҡ; тыйнаҡһыҙ йортта йән тынмаҫ, йәм тормаҫ; баланы йәштән өйрәт...

135




Тимәк, үҙеңде тота белеү, тыйнаҡ була белеү сифатын ата-инә, ололар өйрәтергә, күндерергә тейеш. Әйтәйек, беҙ үҫмер саҡта шундай ғәмәлдәрҙән тыя торғайнылар: үтә ныҡ шаярыуҙан, бер ҙә юҡҡа көлөүҙән, үсекләшеүҙән, әрепләшеүҙән, алама һүҙ әйтеүҙән, төндә йөрөүҙән, һорауһыҙ, рөхсәтһеҙ әйбер алыуҙан, кемделер йәберһетеүҙән, тыҡшайыуҙан, тызрайыуҙан...

Шулай итеп, тыйыу — ыңғай төшөнсә, йола, күренеш. Ул әҙәми заттың тәбиғәтен, ҡылығын, холҡон, тәртибен көйләү вә тәрбиәләү сараһы, кешеләрҙең үҙ- ара мөнәсәбәт, йәмғиәткә ҡарата ҡараш, йәнә эш, йәшәйеш, тормош-көнкүреш күрһәтмәләре һәм ҡағиҙәләре булып тора.


БАШҠОРТ БАЛЫ һутта — Илаһ ҡөҙрәте

Уй-хыялдарың менән ғаләмдәргә ашһаң, йыһандарҙа йөҙһәң дә, иң хозуры, хайран иткәне, арбағаны — ғәзиз ер! Тәбиғәт тылсымы ғәжәп: ниндәй генә үҫемлектәр үҫмәй, гөл-сәскәләр балҡымай, емеш-еләк өлгөрмәй?.. Еркәйебеҙ — йәннәт, үҙе бер мөғжизә! Кешенең йәме, йәне, сәләмәтлеге, оҙон ғүмере өсөн унда барыһы ла бар.

Күк һыуы менән ҡойонған, ысығынан сафланған, ҡояш нурҙарынан наҙланған сәскәләргә бал ҡорттары ҡуна, илаһи һут-шәрбәт һура һәм хуш-еҫ аңҡытып торған йорттарына ташый, һутта иһә — Илаһ ҡөҙрәте, тәнде һәм йәнде һауыҡтырыу, йәшәртеү тылсымы. Бал ҡорттары бар ғилемде белеп тыуа, тиеүҙәре раҫтыр, күрәһең. Көнитмештәре — үрнәк, фәһем, ризыҡтары — им, шифа, асыл-булмыштары — cep-йомғаҡ... Шуғалыр- мы ҡойғандар байтаҡ йомаҡ:

Әлхиәләр, бәлхиәләр Югары менеп оялар.

Ояларыалтын селтәр,

Селтәрендәтәмле шәкәр.

Бер агайҙыц баҡсаһы бар,

Баҡсаһында ҡыҙҙары бар.

Көнө буйы йөк ташыйҙар, һарысай аҙыҡ ашайҙар.

Шундай үткер күҙҙәре,

Селтәр бәйләй үҙҙәре,

137




Селтәрҙәре түңәрәк,

Эшләй улар үрмәләп.

Алтын келәт эсендә Урал ҡыҙы быҙлай.

«Әллү!» — тейҙе беләккә,

Әле булһа һыҙлай.

Оҙаҡ йылдар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр, бал ҡорттарының ҡылыҡ-ғәҙәттәрен күҙәтеүселәр уларҙың хәрәкәттәр, өндәр, еҫтәр ярҙамында аңлашыуын яҡшы белә. Эҙәрмән ҡорттар ҡайҙа һут, һеркә барлығын байҡау өсөн сәфәр ҡыла. Хөр урынды тапҡас, был хаҡта улар бик ентекләп эшсе ҡорттарға аңлата: ҡайһы тарафта, ниндәй алыҫлыҡта икәнен, ризыҡтың күпмелеген... Мәғлүмәт ғәмәлдә бейеү аша еткерелә. Эҙәрмән бал ҡорто, кәрәҙ буйлап йә һул, йә уң яҡҡа йүгереп, боролоп, түңәрәк яһап бейей. Был ҡыуаныслы хәбәр килтергән бал ҡорто бейеүе була ла инде.

Был күренештең асылы тәбиғәткә, үҫемлектәр донъяһына һәм йәшәүҙе дауам итеүгә ҡөҙрәт биргән ризыҡ табыуға бәйле. Балдың тылсымы — үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренән сыҡҡан, һабаҡтарынан, япраҡтарынан йөрөгән, сәскәләр үрсеү өсөн бүлгән һут-шыйыҡсанан. Тап ошо илаһи һеркәләнеү мәлендә бал ҡорттары сәскәләрҙән һут йыя һәм уны эшкәртеп, йәғни биҙҙәрендәге ферменттар менән байытып, һыуын айырып, шифалы бал хасил итә.

Ҡырағай бал ҡорто һәм солоҡ балы



Көньяҡ Урал төйәгендә, Башҡорт иленең тау-урмандарында ла донъяны йәнләндереп һәм йәмләндереп ҡырағай бал ҡорттары гөжләп, выжлап торған. Ағас ҡыуыштарына оялаған был ғәжәп бөжәктәрҙең балын татыу, артабан солоҡтар соҡоп, уларҙы бағыу, аҫрау боронғо башҡорттарҙың яратҡан шөғөлө булған. Солоҡ хужалыҡтары барлыҡҡа килеп, һәр хужа солоҡ ағасына үҙ тамғаһын һуҡҡан. Оя бал ҡорттарына уңайлы шарттар тыуҙырып, йылыны һаҡларлыҡ итеп яһалған. Ояға һыуһар, айыу йоғонмаһын өсөн ауыҙ яғына туҡмаҡ эленгән. Бал ҡорттарына яҙғы байҡауҙа күстәр өҫтәлмә туҡландырылған, буш солоҡтар өсөн кәрәҙ

138




алынған. Көҙгө байҡау мәлен-
дә артыҡ бал йыйылған, оялар,
күстәр ҡышлауға әҙерләнгән.


Хәҙерге ваҡытта башҡорт бал
ҡорто ағас ҡыуыштарында, со-
лоҡтарҙа, түмәр умарталарҙа
һәм таҡта умарталарҙа Бөрйән,


Белорет, Ишембай, Йылайыр,

Күтәрсен, Мәләүез төйәктә-
рендә һаҡланған һәм аҫрала.


Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ,

Аҫылғужа ауылдары йәнәшен-
дәге урмандарҙа ла солоҡ ҡорт-
тары барлығы асыҡланды.


Ҡырағай бал ҡорттары бо-
рон ағас ҡыуыштарында, тә-
биғи ояла тиҫтә йылдар буйы


йәшәгән, батман-батман булыр бал туплаған. Бындай
табышҡа юлыҡҡан кеше үҙен бик бәхетле тойған. Бер
риүәйәттә сағылыуынса, ҡара урманда ҡорт ҡунған
урынды ҡарап йөрөүсе берәү ғәләмәт ҙур ағас ҡыуы-
шын шәйләп, өҫкә үрмәләгән, ояның эсенә үк инеп
киткән һәм биленән балға батҡан. Ҡуйырған балдан
ысҡына алмай харап булам тигәндә, уны айыу ҡот-
ҡарған.


Халҡыбыҙҙың «Ҡуңыр буға» эпосының бер вариантында үҙе менән алып сыҡҡан аҙығы бөткән Таңдысаға ағас ҡыуышлығындағы бал йөрәгенә көс-ҡеүәт өҫтәгән ризыҡ була: «Таңдыса тағы ла бик күп юл үтеп, тамам асыға башлай, зыулашып йөрөгән бал ҡорттарына осрай. Күтәрелеп ағасҡа ҡараһа, тумыртҡа тишегенән ҡорттар осоп сығып йөрөй. Үрелеп ағасҡа менә башлай, бер ҡыуыраҡ ботаҡҡа тотонғанда, ботаҡ айырылып китә. Шул урындан юлаҡланып бал ағып төшә. Солоҡтоң эсе тулы күптәнге аҙау бал икән. Таңдыса туйғансы бал ашай».

Борон-борон, бик борон, бер әҙәм баҫмаҫ борон, Урал ере ожмахтай итеп тасуирланған «Күбәләк менән Тиләү» дастанында ла күңелгә хуш шундай юлдар бар:



139


.. .Бил быуырҙан бутан, ти,

Ерҙең йәшел юрганы.

Емештәре ер ябып,

Ҡыҙарып, бешеп торъаны,

Бал ҡорттары кәрәҙгә Бал тултырып торганы...

Эштәр киткән яйланып,

Сәй ҙә, бал да майланып,

Бейә һауган күп итеп,

Ҡымыҙ эскән күпертеп, bay мал ҡуйган кикертеп.

Сатырҙан өйгә күскән —

Халыҡ бит ҡорттай эшсән.

Башҡорт иле, башҡорттар тураһында яҙған ҡайһы бер тикшеренеүселәр хатта башҡорт атамаһын баш ҡорт, йәғни баш ҡортсо төшөнсәһе менән бәйләй һәм халыҡтың төп кәсеп-шөғөлөн сағылдыра, тип фараз ҡыла. «Рәсәй дәүләтендә көн күргән бөтә халыҡтар һәм уларҙың көнкүреш йолалары, ғәҙәттәре, кейемдәре, торлаҡтары, дини инаныуҙары һәм башҡа ҡомартҡылары яҙмаһында (1793) И. Г. Георги, башҡорттар үҙҙәре төшөндөрөүенсә, башҡорт атамаһы ҡорт ҡараусы тигәнде аңлатыуын яҙа. 1847 йылда «Ырымбур губернаһы ведомостары»нда «Башҡорттарҙың атамаһы тураһында» тигән мәҡәләһендә В. Юматов: «Башҡорттар

үҙҙәрен, башҡорт, йәғни ҡорт ҡараусы аҫабалар, бал ҡорттары хужалары, ти. Бәлки, был уларҙың хәҙерге Башҡортостан биләмәләренә күсеүенә бәйлелер», — тип яҙа.

Тарихсы Салауат Ғәлләмов «Урал батырға дүрт мең йыл» тигән ғилми хеҙмәтендә билдәләп үтеүенсә, курдтар бал ҡортон моҙ тип атай. Баҡырҙың боронғо атамаһы иһә — меҙ. Моҙ ҙа, меҙ ҙә һары төҫтә. Хәҙер башҡорттар ҡурғаш ҡушылған баҡырҙы — еҙ, курдтар менән ирандар меҙ ти. Боронғо моҙ һүҙе башҡорт телендә моҙға рәүешендә һаҡланып ҡалған. Моҙға — айырған бал ҡорто күсен ябып тороу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөтә донъяға танылған шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған йәш сағында солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ менән бик ихлас шөғөлләнгән. Был уның «Хәтирәләр» китабында сағыл

140




ған: «Ауылыбыҙ умарта тотоу,
бал йыйыу һәм «әсе бал» тип
аталған эсемлекте эсеү менән
тирә-йүнгә билдәле ине... Ап-
рель аҙаҡтарында бал ҡорт-
тары менән мәшғүл булдыҡ,
йөҙҙән ашыу умартанан тор-
ған баҡсабыҙ ауылыбыҙҙан
дүрт саҡрым алыҫлыҡта урын-
лашҡайны. Унда аласыҡ —
йәйләү өйө һәм ҡышын умар-
талар һаҡлау өсөн ыҙма бар
ине. Шулай уҡ бейек ағастар-
ҙың өҫкө ботаҡтары араһында
урынлаштырылған, бал ҡорто
күстәрен ҡундырыу өсөн ҡа-
рағай ағастарына уйылып
эшләгән солоҡтарыбыҙ ҙа бул-


ды. Улар йөҙ саҡрымға тиклем алыҫлыҡта төрлө ерҙә,
төрлө тарафта урынлашҡайны. Апрелдә боронғо ата-
бабаларҙан мираҫ булып ҡалған был солоҡтарҙың эсен
таҙалап, ҡырағай бал ҡорто ҡунһын өсөн балауыҙ
һалыу эше башҡарыла. Быларҙы мин ҡустым Нурмө-
хәмәт һәм Ибраһим Ҡасҡынбай исемле дуҫым менән
берлектә эшләй торғайным. Ибраһимдарҙың солоҡтары
ла беҙҙеке кеүек күп ине...


Июндә умартасылыҡта биләм ҡарау тип аталған эш иң зауыҡлы һанала. Солоҡтарға ҡорт күстәренең осоп килеп урынлашыу-урынлашмауын йәиһә ҡырағай бал ҡорто күстәренең яңы айырылғандарының был ояларҙы ни дәрәжәлә ҡабул итеү-итмәүен ат өҫтөндә ултырған килеш күҙәтәһең. Беҙҙең милкебеҙ иҫәпләнгән солоҡ ағастары тауҙарҙа йәки үҙәндә булғанлыҡтан, көнөнә һыбай килеш иң күбе утыҙ-ҡырҡ саҡрым юл үтеп, ун-ун биш ояны ҡарап сығырға мөмкин. Йылына ни бары ун биш көн дауам иткән биләм ҡарауға мин дуҫым Ибраһим Ҡасҡынбай менән бергә сыға торғайным... Көҙ еткәс, умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа ыҙмаларыбыҙға мин урынлаштырҙым. Бал ҡорттары мине һис саҡмаҫтар, уларға дуҫ икәнлегемде белерҙәр ине...

Ауылда күп итеп бал шарабы эшләнелә торғайны. Исламда рөхсәт ителгән был шарапты бәғзе башҡорт имамдары ла эсте. Беҙгә әкрәбә тейеш бер имам ине,




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет