Халҡым хазинаһЫ



бет4/19
Дата15.06.2016
өлшемі2.19 Mb.
#137424
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19
ЙӘШӘҮ өсөн...

һәләтле йырсыларҙың концерт тамашаларын биҙәүсе рәссам Фәрхәт Иҡсанов, ошо эштә уға ихлас булышыусы ҡатыны Эльза, төрлө мәшәҡәттәрҙән бер аҙ бушап, көҙҙөң сыуаҡ йәкшәмбеһендә кескенә улдары Рамаҙандың тыуған көнөн билдәләй ине. Туғандары, дуҫтары ҡотлай, атай-инәйгә, ҡыҙҙары Айгизәгә, айырыуса Рамаҙанға һаулыҡ, бәхет теләй. Йылмайып, көлөп торған бәпестең арҡаһынан һөйәләр, инәңә иш бул, атаңа ҡуш бул, тиҙәр.

  • Рамазан да, мин дә сентябрь башында, муллыҡ мәлендә донъяға килгәнбеҙ, ҡотлобоҙ, ырыҫлыбыҙ, һәр саҡ шулай булырбыҙ, — ти Фәрхәттең һеңлеһе Айһылыу. — Тфү, тфү күҙеңә, күҙ теймәһен үҙеңә.

Айһылыу шундай алсаҡ, илгәҙәк, ихлас, яғымлы, ирекле, ихтыярлы. Ҡалала, Өфөлә, үҫһә лә, тап-таҙа башҡортса һөйләшә. Йөҙө ҡояштай балҡый, күңелдәрҙе хозурландырғыс, йылытҡыс илаһи нур бөркә. Һомғол буйлы, нәзәкәтле, йөрөш-торошо, ҡиәфәте матур был ҡыҙ, моғайын, сәнғәт донъяһынандыр, тип уйланым. Уйым раҫҡа сыҡты.

Ата-инәһе — билдәле сәнғәт әһелдәре. Фатих Хәйрулла улы Иҡсанов — режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Өфө сәнғәт училищеһын, артабан Мәскәүҙә театр сәнғәте дәүләт институтын (хәҙер Рәсәй театр сәнғәте академияһы) тамамлай, Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер, Башҡорт дәүләт филармонияһында режиссер булып эшләй. Уның режиссер сағында ойошторған, сәхнәләштергән «Ҡаҙ өмәһе», «Яҙғы моңдар», «Көҙгө моңдар», «Йәш тауыштар», «Тальян моңдары» театрлаштырылған тамашалары, концерттары, йәнә интермедиялары, радионан, телевидениенан юмористик тапшырыуҙары сәнғәт донъяһын йәнләндереп һәм йәмләндереп ебәрә. Булдырыуға ул да көс һалған «Йәдкәр» фольклор ансамбле һаман да

104




ҡәрҙәштәребеҙҙең рухын күтәрә. Уның илһамы, дәрте, ер ҡуйынынан урғылып сыҡҡан саф шишмәләй, ҡәрҙәштәребеҙгә им, ҡөҙрәт бирә ине.

Тап килгәс, тап килә икән: Фатих Иҡсановтың ҡатыны Нәфирә Нәзметдин ҡыҙы Иҡсанова ла ғәйәт дарманлы, осҡондан ялҡын ҡабыҙыусы, рухландырыусы, баҫҡан ерендә ут сығарыусы шәхес, хор дирижеры, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө сәнғәт училищеһында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, ошо уҡ уҡыу йорттарында уҡыта, Хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры була. Арымайһың да, талмайһың да, һиңә әллә нисә кешенең ҡөҙрәте бирелгән, ахыры, тиҙәр уға. Хәҙер «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып, ҡәрҙәштәребеҙгә халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫын еткерә Нәфирә Нәзметдин ҡыҙы.

Иҡсановтарҙың балалары Фәрхәт, Айһылыу, Таһир ҙа әлмисаҡтан йән ылыҡтырғыс, күңел арбағыс нәфислек мөхитенә тартыла, атаһы ҡуйған тамашаларҙа ҡатнаша. Киләсәктә үҙҙәренә иш-ҡуш, алмаш булырҙарына өмөтләнә, ышана Фатих Хәйрулла улы. Быға балаларын әҙерләү әмәлдәрен дә таба. Уларға «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарынан әкиәттәр уҡый, образдарын кәүҙәләндерә. Ошоларҙы күреп, илһамланып, Айһылыу туғандары, йәнә әхирәттәре Гүзәл, Алина менән үҙе өйҙә тамашалар, концерттар ҡуйып уйнай. Күрәһең, бала саҡта күргәндәр, тойғандар күңелгә ныҡ һеңешә, киләсәктә кем булырыңа ҙур йоғонто яһай. Әйткәндәй, хәҙер апалы-һеңлеле Гүзәл менән Алина Шәйәхмәтова- лар икеһе лә музыка белгестәре, Айһылыуҙың ҡустыһы Таһир Санкт-Петербург консерваторияһында дирижерлыҡҡа уҡый.

Фатих Иҡсанов балаларының бәләкәйҙән үк сәнғәт һуҡмағына баҫыуын теләй. Шуға ла Айһылыуҙы алты йәшенән Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус музыка мәктәбенә (тәүҙә әҙерлек төркөмөнә) уҡырға бирә. Көслө класҡа эләгеп, ҡыҙыҡай бында һигеҙ йыл буйы сольфеджио, фортепьяно, музыкаль әҙәбиәт буйынса һабаҡ ала. Артабан атаһы, әсәһе һымаҡ Өфө сәнғәт училищеһында музыкаль белем алыуын дауам итә, Наталья Александровна Латышева класында уҡый.

105




Ул шөғөлөнә, уҡыусыларына йөрәк йылыһын һәм наҙын биргән һәйбәт уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Ғөмүмән, училищела уҡыған йылдарын Айһылыу ялҡынлы дәрт, рух күтәренкелеге, юғары идеянан килгән илһам осоро итеп телгә ала:

  • Дәрестәргә ниндәйҙер сихри донъяға барған һымаҡ йөрөйөм, хис-тойғоға тулышып, пианинола уйнайым. Һиңә ололарса мөнәсәбәт тә ҡыуандыра. Күңелеңә хуш музыка, сәнғәт серҙәрен төшөнөүҙән, сәнғәт әһелдәре, тамашасылар менән аралашыуҙан ҡөҙрәт тә, ләззәт тә алаһың. Фортепьянола уйнау менән бер юлы дирижерлыҡ оҫталығына ла өйрәндем. Концерт ҡуйыуҙар ҙа булмышымды биләп алды. Яҡтыға, йылыға сәскә таждарын асҡан һымаҡ, сәнғәт нурҙарынан мин дә асылғандан асылдым.

Бына шулай сәнғәт донъяһы, сәхнә үҙенең илаһи көсө, тылсымы менән Айһылыуҙы тағы ла нығыраҡ, киңерәк сорнай. Ул классик, академик концерттарҙы, шулай уҡ, мәҫәлән, Хөрмәт Үтәшев менән икәүләп Флүрә Килдейәрованың юбилей кисәһен алып бара. Сәнғәт мөхитендә ҡайнағанда Айһылыу сәнғәт әҫәрҙәренең, театрҙың эстетик тәьҫире художество етәксеһенә, уның ижади маһирлығына бәйлелеген төшөнә. Йәнә Сәғит Агиш яҙғанса, режиссер кеше артистарҙы уйнарға ла, уйланырға ла, сәхнәлә, тормошта ла үҙен тоторға өйрәтергә тейеш. Режиссер эше тамам мауыҡтыра. Киләсәктә музыкаль театрҙың художество етәксеһе булыу ниәте Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған ҡыҙҙы Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһына әйҙәй.

Опера театры режиссеры һәнәре буйынса ни бары биш кенә кеше ҡабул итәләр. Үтеп булырмы, юҡмы? Икеләнеп торорға ярамай, белеме лә, баҙнатлығы, ҡыйыулығы ла, теләге лә бар. Махсус музыка мәктәбен, сәнғәт училищеһын бик яҡшыға тамамлаған ҡыҙ комиссия ағзаларының иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай, әлбиттә. Белемде һынау өсөн үткәрелгән әңгәмәлә хатта башҡорт балы тураһында һөйләүен һорайҙар. Айһылыу иһә һис тә һынатмай, музыкаль театр режиссураһы кафедраһына хуш килә. «Шул саҡта мин үҙемде бик бәхетле кеше итеп тойҙом. Сөнки 1862 йылда уҡ нигеҙләнгән, атаҡлы профессорҙар, арҙаҡлы шәхестәр белем

106




биргән, остаз иткән консерваторияла, мәшһүр театрҙары булған Санкт-Петербургта уҡыу ҙур бәхет бит», — ти Айһылыу.

Режиссерлыҡ эше күпте белеү, талант, ижади фекер, идея, ижад ҡомары талап итә. Репертуар билдәләү, ролдәр бүлеү, фильмдар, спектаклдәр, эстрада программаларын ҡуйыу, кейемдәр, декорациялар, актерҙарҙың образдарҙы оҫта сағылдырыуына өлгәшеү — барыһы ла режиссерҙың хеҙмәте һәм зауығы. Хәҙер режиссерлыҡта классик һәм новаторлыҡ йүнәлештәре лә күҙәтелә. Айһылыуҙың һөйләүенсә, Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының режиссерҙар әҙерләү факультетында, ныҡлы нигеҙ булараҡ, классик йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелә. Новаторлыҡ идеялары, яңылыҡ индереү иһә классик традицияларға бәйләнә.

Факультетта ошо ерлектә Айһылыу һәм уның курсташтары драма театры, опера, һынлы сәнғәт, рус һәм сит ил музыкаһы тарихтары, актерлыҡ оҫталығы, сәхнәлә һөйләү теле, грим, хәрәкәт, бейеү, хатта фехтование дәрестәре ала. Уҡытыусылар иһә — күп хеҙмәт күрһәткән, хөрмәт ҡаҙанған мәшһүр сәнғәт белгестәре, фән докторҙары, байтаҡ китап, дәреслек авторҙары, сәнғәт донъяһында киң билдәле шәхестәр. Әйтәйек, профессор Станислав Леонович Гаудосинский — мәшһүр остаз, режиссураның бөтә нескәлектәренә тиклем төшөндөрә. Уларҙы йотлоғоп тыңлаған, ғәмен биреп уҡыған Айһылыу — Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты.

Консерватория исемен алған атаҡлы композитор, дирижер, музыка эшмәкәре Николай Андреевич Рим- ский-Корсаковтың (1844—1908) ижади мираҫын ентекле өйрәнәләр. Уның опера, йәнә симфоник, камерный музыка әлкәләрендә эшмәкәрлеге ғәжәп ҡылырлыҡ. «Псковитянка», «Майская ночь», «Снегурочка», «Млада», «Ночь перед Рождеством», «Садко», «Моцарт и Сальери», «Царская невеста», «Сказка о царе Салтане», «Сервилия», «Царь Кащей», «Пан Воевода», «Сказание о граде Китеже», «Сказка о золотом петушке» кеүек опералары студенттар өсөн, образлы итеп әйткәндә, пәйғәмбәрҙең хәдистәре һымаҡ. Уның тәбиғәт поэзияһына, халыҡ йәшәйеше күренештәренә, әкиәт донъя -

107




һына бәйле әҫәрҙәренә хозур һүрәтләү алымы, ғәжәйеп саф лирика хас. Гармония новаторы булараҡ та ул бөйөк һәм хәҙерге заман уҡыусылары өсөн үрнәк.

Оҙаҡламай үҙ аллы эш башларға тейешле йәш белгестәр өйрәнеү, танып белеү, фәһем алыу өсөн А. С. Пушкин исемендәге академия драма театры, Г. А. Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры, Мариинский театры һәм башҡа драма, опера, балет, комедия, музыкаль комедия театрҙары спектаклдәренә, тамашаларына йөрөргә тырыша. Айһылыуға В. А. Моцарттың «Свадьба Фигаро», «Волшебная флейта», Дж. Вердиҙың «Риголетто», Ш. Гуноның «Фауст», П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин», «Пиковая дама», М. П. Мусоргскийҙың «Борис Годунов», «Хованщина», Н. А. Римский-Корсаков- тын, «Царская невеста» кеүек киң таныулы операларын ҡарау һәм күңелдән үткәреү бәхете тейә.

Оркестр оҙата барыуында был әҫәрҙәрҙе залдан ҡарап ултырыу, әлбиттә, рәхәт, зауыҡландырғыс. Сәхнәләштереү иһә анһат түгел. Айһылыу инде быны хәҙер бөтә ҡатмарлылығында, нескәлегендә яҡшы аңлай. Музыкаль театр әҫәре булараҡ, опера яңғыҙ башҡарыуҙы, ансамбль, хор менән йырлауҙы ла, инструменталь музыканы ла, декоратив сәнғәтте, сәхнә сәнғәтен дә берләштерә. Операла ариялар, көйләп һөйләү, увертюра, вокаль ансамбль, хор яңғырай. Унда балет күренештәре, диалогтар, мелодрамалар ҙа күҙәтелә. Опера режиссеры бөтәһен дә бергә ҡушып, сиратлаштырып, ижад ҡомарын, хыялын ғәмәлләштереп, тамашасыны һоҡландырған, мауыҡтырған, уйландырған тамаша тыуҙыра. Был тамашала төрлө күренештәрҙән, моңдан, хәрәкәттәрҙән камил гармония хасил була.

Олпат, таныулы театрҙар ҡуйған тамашаларҙы профессионал режиссер күҙлегенән ҡарап, Айһылыу тәжрибә, фекер туплай, һығымталар яһай. Теге йәки был күренеште мин шулайыраҡ эшләр инем, тигән уйҙар ҙа башына килә. Был тәбиғи. Режиссер идара итеүсе, ҡуйыусы булыу менән бергә ижадсы, тыуҙырыусы ла. Был ҡеүәләр һәм сифаттар уҡмашыу ҡөҙрәтенән яратылған тамаша күркәмерәк, зауыҡлыраҡ, рухлыраҡ та.

Теорияны үҙләштереүҙән, китапханаларҙа театр буйынса китаптар уҡыуҙан, опералар ҡарауҙан тыш үҙеңде ғәмәли эштә һынау ҙа бик мөһим. Күмәк кеше

108




ҡатнашҡан концертты ойоштороуға, әҙерләүгә ярҙам итеү өсөн режиссер Ирина Эдуардовна Горюнова Айһылыуҙы бер айға Мәскәүгә саҡырып ала. Ватан мәҙәниәтен яҡлау халыҡ-ара фонды булышлығында уға йәшәү өсөн урын бирелә. Ғүмерен мәртәбәле тамашалар, концерттар ҡуйыуға бағышлаған режиссер бик талапсан. Уның ассистенты итеп билдәләнгән Айһылыу өсөн дә ҡыҙыу ваҡыт башлана. Игорь Бутман етәкселегендәге джаз-оркестр, «Березка» бейеү ансамбле, Лариса Долина, Валентина Толкунова кеүек йырсылар ҡатнашлығында концерт ҡуйыуға әҙерлек бара. һәр кем менән аңлаша, уртаҡ тел таба белеү зарур, һәм быға өлгәшә Айһылыу. Билдәле сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре менән аралашыу, эшләү үҙенә күрә бер мәктәп була.

Башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен артабан үҫтереү, киң даирәгә танытыу өсөн, һис шикһеҙ, йәш белгестәр әҙерләү зарур. Ҡыуанысҡа күрә, байтаҡ һәләтле ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ данлыҡлы Мәскәү, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында уҡый. Айһылыу белгәндән генә Римский-Корсаков исемендәге консерваторияны Эльвира Нәбиева скрипка, Гөлназ Саяхова арфа буйынса тамамлаған. Денис Әхмәтшин вокаль сәнғәте факультетында уҡый, Ринат Камалов симфоник оркестр, Таһир Иҡсанов академик хор дирижерҙары буласаҡ. Айһылыу иһә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә ҡайтасаҡ. Бала саҡтан театр, музыка аһәңе менән һуғарылған ҡыҙ үҙенең шөғөлө, уй-ниәттәре тураһында илһамланып, ҡанатланып һөйләй:

  • Мин хәҙер үҙемде сәнғәт мөхитенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Музыка, йыр, опера — минең даирәм, даръям, дарманым. Һайлаған юлым, яҙмышым күңелемә, булмышыма хуш. Киләсәктә ҡәрҙәштәремде кеше асылын асҡан, мәғәнәле, йәмле итеп йәшәүҙе күрһәткән, ләззәт, фәһем биргән тамашалар менән һөйөндөрөрмөн тигән ниәттәмен.

Эйе, сәнғәт кәрәк кеше өсөн, рух өсөн, йәшәү өсөн! Ул уны тулҡынландыра, уйландыра, сафландыра. Әҫәрҙәрендә гуманизмды, нескә психологизмды, кеше гармонияһын һүрәтләгән Федор Михайлович Достоевский яҙғанса, сәнғәт бер ҡасан да кешене ҡалдырмаған, һәр ваҡыт уның ихтыяждарына һәм идеалына яуап

109




биргән, һәр саҡ ошо идеалды эҙләргә ярҙам иткән — кеше менән бергә тыуған, уның тарихи йәшәйеше менән йәнәш үҫешкән... Сәнғәт кеше өсөн ашау һәм эсеү һымаҡ ихтыяж. Ихтыяжды кәүҙәләндергән хозурлыҡ вә ижад кеше менән айырылғыһыҙ, унһыҙ кеше, моғайын, донъяла йәшәргә лә теләмәҫ ине.

Ысынбарлыҡты сағылдырған бөйөк һүҙҙәр, аҡыл һәм фәһем алырлыҡ фекер. Айһылыу һымаҡ йәштәребеҙҙең ғүмерен кешенең үҫешенә, аһәңле йәшәйешенә булышлыҡ иткән сәнғәткә бағышлауы ҙур ҡыуаныс. Улар дарманы һәм ҡөҙрәте менән сәнғәт ҡояшыбыҙ тағы ла сағыуыраҡ балҡыр.

АПАЙЫМДЫҢ ЙЫРҘАРЫ



Йыш ҡына тыуған ауылым иҫкә төшә, уның бөтә булмышыма уйылған хозурлығы күҙ алдыма килә. Төшөмдә лә, өнөмдә лә ҡайтып урайым. Йәнтөйәгем — ҡарттай-ҡартнәйҙәрем, атам-инәм һиллек тапҡан, туғандарым һырышып, йылышып донъя көтөп ятҡан ер. Тауҙары, урман-туғайҙары, шишмәләре — уларҙың атамалары һис кенә лә онотолмаған.

Ауылымдың, Иҙрисемдең, көнсығыш яғында — Шоңҡар, Йәмйылға, Баланлы Ҡыуаҡ, Ҡара Ҡыуаҡ, Олошар, Оҙон Ялан, Һалҡын Шишмә, Бөрлөгәнтау, көньяғында — Ҡараңғы Йылға, Өсҡайын, Йүкәлешар, Балаһар, көнбайыш тарафында — ҡайын, ҡарағай ағаслы Ялтыр, Мәң- рәү тау, төньяғында — уҫаҡ, имән үҫкән, ҡоралайҙар, мышылар йөрөгән Шыбаҡ... Иҫ китмәле июнь мәле, һандуғас моңо, иләҫ-миләҫ иткән айлы кистәре, ҡыңғырауҙар сыңы ла һағындыра. Әүәл кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар сит ауылға күсеп киткәндә: «Тыуып үҫкән ерем — ал бишек, алғыһатыр инде ҡайтырға», — тип сеңләгән кеүек, һәр кемде алғыһата, ашҡындыра, йөрәкһетә тыуған ер. Ҡайҙа йөрөһәң, йәшәһәң дә, ҡан, йән, ниндәйҙер ҡөҙрәт унда тарта, уйҙарға һала, йырлата.

Иҙристән ун ете саҡрымда, Әй йылғаһы буйында, ултырған Аҫылғужа ауылына килен булып төшөп, шунда уҡытып, балаларҙы йырға өйрәтеп, хаҡлы ялға сыҡты Әнисә апайым. Алтмыштан уҙһа ла, йәнтөйәген, йәшлеген иҫкә төшөрөп, йәш сағындағы һымаҡ дәртләнеп, илһамланып, йырлап йәшәй. Уға йыр-моң зауығы

110




йырға маһир атайымдан, йәнтөйәктең асылынан бирелгән. Ул йырҙарының һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙе сығара, йырлап, ҡәрҙәштәрен, балаларын, ейән-ейәнсәрҙә- рен рухландыра, тормош юлдашы Хәйҙәр менән татыу, күркәм, етеш донъя көтә. Әнисә апайымдың моң гөлләмәһенең һүҙҙәрен булһа ла уҡыусыларға бүләк итеү фарыздыр.

ҺАҒЫНДЫМ АУЫЛЫМДЫ

һагындым ауылымдың Гөл-сәскә тугайҙарын.

Белһәгеҙсе куцелемдец һагышҡа тулгандарын.

һагындым бик ауылымдыц Баланлы ҡыуаҡтарын.

Ҡыуаҡтарҙа һайрап торган һары һандугастарын.

һагындым ныҡ ауылымдыц Матур айлы кистәрен.

Кистәрендә сәскә атты Йәшлегемдең хистәре.

Йәнтөйәгем — таянысым,

Йөрәккә көс, дәрт биргән .

Шул ерҙәрҙе изге итеп,

Атай, инәй көн иткән.

һагынганда, әй, өҙөлөп,

Юл алам төйәгемә.

Тыуган ауылымды күреп,

Ял табамын йәнемә.

ЙӘШЛЕГЕМ УСАҒЫ

Йәш гумерем гөрләп утте инде,

Кире ҡайтмаҫ инде һис кенә.

Йәшлегемде һәр саҡ иҫкә алам,

Күңелемдән сыҡмай, туҙ генә.

111


Йәшлек усагынан тороп ҡалган һөйөү нурҙарымды һибәмен.

Саф күцелдән сыҡҡан йырҙарымды, Йәнем, һицә бүләк итә мен.

Йәш гүмерҙәр бик тиҙ үтә икән, Тырыш уны янып йәшәргә,

Йәшлек усагыныц осҡондары Сатҡы булһын тагы йәшнәргә.

АПТЫРАМА



Аптырама минең гүмеремә, Мәшәүемдең аҫыл асылына. Ҡантамырҙан минец гелән гәҙел, Саф, тогро булып ҡалыуыма.

Аптырама минец һөйөүемә,

Бары һинең өсөн ҡыуанам. һиңә ҡарап, күңелемде байҡап, Киләсәккә табан юл алам.

Аптырауың әгәр сиктән ашһа,

Кил һин, иркәм, миңә тагын да. Йөрәктәге ялҡын хистәремде /дөрләтермен һинең яныңда.

Бына тагы үткән гүмеремдең Серле йомгагына сорналдым.

Әллә төштә күреп гәжәп ҡылдым, Әллә өндә күреп ҡыуандым.

ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН!



һине ҡотлап, туганҡайым, Килдем табын түреңә. Багышлайым был йырымды һинең тыуган көнөңә.

Йөҙҙәреңҡояш балҡышы,

Бары тик — нур агышы. Йөрәгеңдең хозурынан/Донъябыҙҙың нагышы.

112


Рәхәт йәшә, ҡашы күрмә,

Ырыҫ ҡунһын өйөцә,

Балаларга терәк булып,

Ҡыйыу атла үрецә!

Йәмле көндәр, күркәм гүмер,

Теләйбеҙ оло шатлыҡ.

Сәләмәтлек юлдаш булһын,

Килһен бәхетле ҡартлыҡ!

ТЫЙЫУ ЙОЛАҺЫ Асылдан тайпылма



Бөтә донъяла, төрлө ил ҡәүемдәрендә ижтимағи тормошҡа, көнитмешкә, шәхси сифаттарға, әхлаҡ-әҙәп- кә бәйле меңәр йылдар буйына ҡулланылған, йола- ҡағиҙәгә әйләнгән эш-ҡылыҡ тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәр, аманаттар бар. Улар оҙайлы ваҡыт, ҡат-ҡат һыналып, күп ҡабатланып, ырыу, йәмғиәт ағзаларының ғәҙәтенә кергән.

Йәшәйешкә ҡағылған, кешеләрҙең холҡон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә ҡоролған йолаларҙан, ҡағиҙәләрҙән тыйыу ғәҙәттәре лә бар. Әйтәйек, берәй эш- ҡылыҡҡа рөхсәт бирмәү, уны туҡтатыу, ғәмәлгә ашырмау, бәғзе теләккә, хис-тойғоға, кисерешкә, ярһыуға ирек бирмәү, тотанаҡһыҙлыҡҡа, бәйһеҙлеккә, тәртипһеҙлеккә юл ҡуймау, кешене тынысландырыу, баҫыл- дырыу...

Тыйыу кешеләргә, ғаиләгә, ырыуға, ҡәрҙәштәргә, ғөмүмән, йәмғиәткә, йорт-илгә имен, ырыҫлы йәшәү өсөн ҡулланылған йола, ҡанун булған. Уны тотмағандар, үтәмәгәндәр бәлә-ҡаза күргән, язаға тарттырылған. Табу, тыйыу вә аманаттар йыйымы әхлаҡи ҡанундар һымаҡ боронғо мифологияла, йәғни риүәйәттәрҙә, хикәйәттәрҙә сағылыш тапҡан.

Билдәле булыуынса, тыйыу Аллаһы Тәғәлә биргән әмер һәм уны боҙмау, асылдан тайпылмау фарыз. Дини хикәйәттәрҙә тасуирланыуынса, Һауа (Ева) йылан йәки иблис ҡотҡоһона әүрәп, Әҙәм уға эйәреп, ожмах баҡсаһында изгелекте һәм яуызлыҡты танып белеү ағасы

113




нан тыйылған емеште ҡаба. Аллаһы Тәғәлә әмерен боҙоу, яңылышыу Әҙәм менән Һауаны һәм бөтә кешелек донъяһын ыҙалыҡҡа, ауырлыҡҡа, бәхетһеҙлеккә төшөрә. Илаһ тарафынан яза бирелеп, Әҙәм ҡатыны менән ожмахтан ҡыуыла, үҙҙәре лә, нәҫелдәре лә тәғәмен, икмәген тиргә батып табырға дусар ҡылына, үлемһеҙлектән мәхрүм ителә. Шулай итеп, гонаһ ҡылыу әҙәм затының төп асылын, тәбиғәтен, булмышын үҙгәртә, йәғни кеше әхлаҡи йәһәттән Хоҙай яралтҡан өлгөһөн вә рәүешен юғалта. Илаһ юлынан тайпылыу, яҙыу бына шулай башлана. Тыйыуҙы изге һанамай, һанға һуҡмай эш ҡылыусылар, йолаларҙы, ғәҙәти ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар тән йәки йән яфаларына дусар ителә.

Илаһ хасил иткәнде, ҡушҡанды баһаламау, һанламау, ҡәҙерләмәү иң гонаһлы эш-ҡылыҡ, һис ҡасан ярамаған, ғөрөф-ғәҙәткә һыймаған яҙыҡ. Боронғо йәһүд риүәйәтендә изге каста башы Аарондың улдары Надав менән Авиуд сакраль йөкләмәләрен үтәүҙең тәүге көнөндә үк Яхве алланың уты менән ялмана. Сөнки улар серле ут ҡабыныуҙы көтмәйенсә, «ят ут»ты тоҡандыра. Аарон йәнә үгеҙ ҡиәфәтендә алтын тәре яһай һәм ботҡа табыныуға һалынған тыйыуҙы үтәмәй, шул арҡала Яхвеның нәфрәтен тыуҙыра, Моисейҙың яҡлауы арҡаһында ғына ҡотолоп ҡала.

Яхве илаһ тәүге пәйғәмбәр Моисей аша Синай тауында ун дини ҡанун, йәғни Хоҙай алдында инсандың (кешенең) тәртибен тәьмин иткән, холҡон көйләгән тыйыуҙар, әмерҙәр ебәрә. Быға тағы ла йола, әхлаҡ, хоҡуҡ сифатындағы байтаҡ ҡушыуҙар өҫтәлә. Был хоҡуҡи һәм этик нормалар дин, ғаилә, йәмәғәт, гражданлыҡ нигеҙҙәре һымаҡ ҡабул ителә: бер Аллаға табыныу, ғаилә, шәхес, йәмғиәт именлеге, ата-инә абруйы, ир —ҡатын, енси мөнәсәбәттәр әҙәбе...

Тарихҡа баҡһаҡ, тәүтормош ҡәүемдәрендә һәм артабанғы йәшәйештә афәт, бәлә-ҡаза ҡурҡынысы килеүҙән ҡурсаланыр, ҡотолор өсөн берәй нәмәгә, эш- ҡылыҡҡа, ниндәйҙер һүҙгә табу һалынған булған. Табу кешене, көнитмеште тейешле ҡағиҙәләргә буйһондорған. Буйһонмағандар илаһи көстәр тарафынан яза- ланасағына ышандырылған. Көнитмеш, ижтимағи тормош йолаларға, ҡанундарға ярашлы булырға, кешеләр иһә тыйыуҙарға күнергә тейеш. Бер әкиәттә батша

114




әйтеүенсә: «Батшалығымдың һауаһы шундай: кем дә кем буйһона — шул иркен тын алып, рәхәт йәшәй, кем дә кем буйһонмай — ул кеше тыны ҡыҫылып, интегеп үлә».

Боронғо Ҡытай сығанаҡтарынан мәғлүм булыуынса, мәшһүр дәүләт төҙөүсе Киджа халҡын йолаларҙы үтәргә, ғәҙеллеккә, төрлө кәсептәргә өйрәтә, һигеҙ тыйыу һала. Кешеләр өйҙәрен бикләмәй, урлашыу, әҙәпһеҙлек бөтә. Этик нормалар, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт ҡағиҙәләре теркәлгән «Бөйөк закон» (Хунь фань) көнитмеште күркәм, ҡотло итә. Шулай итеп, йолалар, әхлаҡ-әҙәп нормалары, тыйыуҙар йорт-ил ырыҫын, именлеген тәьмин итә, улар этик, эстетик, педагогик, социологик һәм хоҡуҡи әһәмиәткә лә эйә.

Библияла иһә йәшәйешкә ҡағылышлы ун ҡанун (заповедь) бирелгән һәм улар ғәмәлдә тыйыуға ҡайтып ҡала:

  • Я Господь, Бог твой, Который вывел тебя из земли Египетской, из дома рабства; да не будет у тебя других богов пред лицом Моим.

  • Не делай себе кумира и никакого изображения того, что на небе вверху, и что на земле внизу, и что в воде ниже земли; не поклоняйся им и не служи им, ибо Я Господь, Бог твой, Бог ревнитель, наказывающий детей за вину отцов до третьего и четвертого рода, ненавидящих Меня, и творящий милость до тысячи родов любящим Меня и соблюдающим заповеди Мои.

  • Не произноси имени Господа, Бога твоего, напрасно, ибо Господь не оставит без наказания того, кто произносит имя Его напрасно.

  • Помни день субботний, чтобы святить его; шесть дней работай и делай в них всякие дела твои, а день седьмой — суббота Господу, Богу твоему: не делай в оный никакого дела ни ты, ни сын твой, ни дочь твоя, ни раб твой, ни рабыня твоя, ни (вол твой, ни осел твой, ни всякий) скот твой, ни пришелец, который в жилищах твоих; ибо в шесть дней создал Господь небо и землю, море и все, что в них, а в день седьмой почил; посему благословил Господь день субботний и освятил его.

  • Почитай отца твоего и мать твою, чтобы тебе было хорошо и чтобы продлились дни твои на земле, которую Господь, Бог твой, дает тебе.

115


  • Не убивай.

  • Не прелюбодействуй.

  • Не кради.

  • Не произноси ложного свидетельства на ближнего твоего.

  • Не желай дома ближнего твоего; не желай жены ближнего твоего, ни поля его, ни раба его, ни рабыни его, ни вола его, ни осла его, ни всякого скота его, ничего, что у ближнего твоего.

Дөрөҫ йәшәү, тормош итеү рәүеше ҡағиҙәләре күрһәтелгән, күркәм әхлаҡҡа, сафлыҡҡа өндәгән, кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур, иманлылар өсөн тура юл булған изге Ҡөрьәндә лә байтаҡ тыйыуҙар тәҡдир ителгән:

  • Улар Алланан башҡа икенсе илаһҡа доға ҡылмайҙар, Алла харам ҡылған йәнде хаҡһыҙға үлтермәйҙәр һәм уйнаш ҡылмайҙар. Әгәр берәй бәндә быны эшләһә, язаһын алыр.

  • Ысынлап та, Алла ғәҙел булырға һәм изгелек ҡылырға, яҡындарға бүләк бирергә ҡуша, зина ҡылыуҙан, тыйылған эште эшләүҙән һәм кешеләргә йәбер-золом эшләүҙән тыя.

  • Эй, улым! Намаҙға тор, яраҡлы тип табылған эшкә дәртләндер, яраҡһыҙ эштән тый һәм һиңә нимә ҡағылһа ла сабыр ит... Кешеләр алдында сырайыңды һытма, ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Һәр тәкәбберҙе, маҡтансыҡты Алла яратмай! Йөрөшөңдө самалап, уртаса йөрө, тауышыңды түбәнәйт.

  • Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уйҙар гонаһ, шымсылыҡ ҡылмағыҙ, бәғзеләрегеҙ икенселәрегеҙ тураһында ғәйбәт һөйләмәһен.

  • Һәр хурлыҡлы ант итеүсегә буйһонма: яманлаусыға, ғәйбәт таратып йөрөүсегә, яҡшылыҡтан тыйыусыға, енәйәтсегә, гонаһлыға, тупаҫҡа, бынан һуң нәҫел- нәсәпһеҙгә.

  • Һис бер иманһыҙға һәм гонаһлыға эйәрмә.

  • Изгелектә һәм тәүәккәллектә бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, дошманлыҡта һәм гонаһта ярҙам итмәгеҙ.

  • Белмәгән нәмәгә эйәрмә! Ҡолағың, күҙең һәм күңелең һине яуапҡа тартыр.

116




  • Етемдәр бәлиғ булғанға саҡлы уларҙың малына яҡын килмәгеҙ, килешеүҙе үтәгеҙ. Етемде йәберләмәгеҙ.

  • Үлсәүҙе дөрөҫ ҡылығыҙ, үлсәгән ваҡытта дөрөҫ үлсәгес менән үлсәгеҙ.

  • Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Бер халыҡ икенсе халыҡты мәсхәрә итмәһен, ихтимал, тегеләр быларҙан яҡшыраҡтыр, бер ҡатындар икенсе ҡатындарҙан, ихтимал, яҡшыраҡтыр. Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, ҡушамат исем аташмағыҙ.

  • Туғандарға тейешлеһен бир һәм ярлыларға, юлсыларға исраф ҡылма.

Ҡөрьәндә иң мөһиме — Нур. Әле килтерелгән тыйыуҙар был нурҙы көсәйтә, балҡыта ғына. Быны ентекләберәк төшөндөрәйек. Изге Китапта әйтелгәнсә, кем Алланың тыйған нәмәләрен ололаһа, был уға Раббыһы ҡаршыһында хәйерлерәк. Диндарҙарға Уның мөхәббәте шундай даирәле вә сикһеҙ, бөтә тыйыуҙары ла шәхесте, ғаиләне, йәмғиәтте күркәмләндереүгә, яҡшыртыуға, юғарыға күтәреүгә бағышланған, кешеләрҙе рухи яҡтан камил, бәхетле итеүгә йүнәлтелгән. Тыйыуҙарҙы тотоуға ынтылыу эске нурҙан, яҡтылыҡтан, хәҡиҡәтте төшөнөргә, тойорға күңел менән тартылыуҙан килә. Хоҙай Тәғәлә аҡыллы бәндәләрҙе үлем өсөн йәшәргә һәм йәшәү өсөн үлергә өйрәткән. Был күк көмбәҙенән таралған яҡты балҡыш һымаҡ илаһи нур булып «Урал батыр» эпосында ла сағылған.

Үлем күрә алмай ҡаңғырған ҡарт үлемһеҙлеккә бәйле илгә йола булырҙай шундай мәңгелек тыйыу әйтә:

Донъяла мәцге ҡалам, тип,

Донъялай ъөмөр һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә,

Аны йола итмәҫкә,

Йәншишмәнән эсмәгеҙ,

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ...

Мәцге ҡалам, тимәгеҙ,

Йәншишмәнән эсмәгеҙ.

Эпоста раҫланыуынса, «донъяла мәңге ҡалыр эш, донъяны матур төҙөгән, бағты мәңге биҙәгән — ул да булһа яҡшылыҡ».

117


Тәғәмгә

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет