Йыһазландырыу: дәреслек, таблица, карточкалар, алфавит, магнитофон. Дәрес барышы: l Ойоштороу мәле



Дата17.07.2016
өлшемі43.34 Kb.
#206194
Тема: Һуҙынҡы өндәр.

Маҡсат: Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙе өйрәнеү; һуҙынҡы өндәрҙең яҙылыш менән әйтелеш араһындағы айырманы һиҙемләргәөйрәнеү;

Күнегеүҙәр ярҙамында уҡыусының һөйләү телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

Уҡыусыларҙа кешегә ихтирам, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, таблица, карточкалар, алфавит, магнитофон.

Дәрес барышы:

l Ойоштороу мәле.


  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Ултырығыҙ! Бөгөн беҙҙең дәрескә ҡунаҡтар килгән, тартынмағыҙ, дәрестә әүҙем, ихлас ҡатнашығыҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошо баҫҡыстар буйынса үрмәләргә тейешбеҙ. Яңы темаға күсер алдынан түбәнге синыфтарҙа алған белемдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Бының өсөн “Әйе – юҡ!” уйынын уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә һорауҙар бирәм, һеҙ ҡул күтәреп яуап бирергә һәм ни өсөн әйе, йә булмаһа юҡ икәнен өҫтәп, дәлилләп китергә тейешһегеҙ.

Һорауҙар:

1. Телмәр өндәрен, уларҙың төрлө шарттарҙа нисек үҙгәреүен өйрәнеүсе фәнде фонетика тип атайҙар.

Яуап: Әйе.

2. Өндәрҙең яҙыуҙа бирелешен өйрәнә торған фәнде графика тип атайҙар.

Яуап: Әйе.

3. Башҡорт алфавиты ике бәләкәй төркөмгә бүленә.

Яуап: Юҡ, башҡорт алфавиты 2 ҙур төркөмгә бүленә.

4. Өн – телмәрҙең иң ҙур берәмеге.

Яуап: Юҡ, өн телмәрҙең иң бәләкәй берәмеге.

5. Өндәрҙең яҙылыуҙағы тамғалары – хәрефтәр.

Яуап: Әйе, хәреф - өндәрҙең тамғаһы.


  • Афарин! 1 – се баҫҡысҡа күтәрелдегеҙ, тимәк һеҙ зирәктәр.

ll Яңы теманы аңлатыу.

  • Уҡыусылар! Һеҙҙең менән бөгөн дә башланғыс синыфтарҙа алған белемде нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, теманы һәм эпиграфты яҙып ҡуйығыҙ.

Дәрестең эпиграфы “Яҡшы һүҙ балдан татлы”. Эпиграфҡа дәрес барышында әйләнеп ҡайтырбыҙ, бөгөнгө тема “Һуҙынҡы өндәр”. Тема һеҙгә таныш ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаҫ тип уйлайым.

Белеүегеҙсә, башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн бар. Кем әйтеп бирер был өндәрҙе?



  • Яуап: [а], [ә], [о], [ө], [ы], [е], [и], [у], [ү] – төп башҡорт һүҙҙәрендәге һуҙынҡылар булып тора.

  • Афарин, миҫалдар табабыҙ?

  • Яуап: Ағас, әйтем, болон, төлкө, ысыҡ, белем, иген, урман, үлән.

  • Уҡыусылар, рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә лә о, ы, э өндәре бар, тик улар киңерәк, оҙонораҡ булып әйтеләләр. Мәҫәлән, тыл, музыка, фронт. Һуҙынҡы өндәр тағы ниндәй төрҙәргә бүленә?

  • Яуап: нәҙек һәм ҡалын.

  • Афарин! Мин һеҙгә өндәр күрһәтәм, һеҙ парталарҙа ятҡан карточкалар менән нәҙекме әллә ҡалынмы икәнен күрһәтегеҙ.

  • Яуап.

  • Ә хәҙер, эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. “Яҡшы һүҙ балдан татлы”. Был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

  • Яуап: Яҡшы һүҙ таш иретер, яҡшы һүҙ кешене йыуата…

  • Әйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Кеше башҡа кешеләр менән бәйләнешкә инмәйенсә йәшәй алмай. Ул үҙ фекерҙәрен, хистәрен, теләктәрен, ниәттәрен башҡаларға еткерергә, улар менән кәңәшләшергә ынтыла. Шуға ла ул аралашыуға мохтаж була. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дөрөҫ аралашыр өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе белер кәрәк?

  • Яуап:

  1. Һөйләүсегә ихтибарлы бул.

  2. Әңгәмәсеңде бүлдермә, тыңла.

  3. Кешеләр тураһында насар һөйләмә.

  4. Еңергә тырышма, дөрөҫлөк һәм татыулыҡ яҡлы бул.

  5. Һәр кешенең яҡшы яҡтарын күрә бел, үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара.

  • Дөрөҫ,уҡыусылар, кешенең тәрбиәле булыуы иң элек ата- әсәһе, туғандары, дуҫтары менән аралашыуында, һөйләшеүендә күренә. Бушҡа ғына “Яҡшы һүҙ йән аҙығы” тип әйтмәгәндәр. Шуның өсөн, һеҙ иғтибарлы, ихтирамлы булһағыҙ, яҡшы һүҙҙәрҙе күберәк ҡулланһағыҙ, тимәк, һеҙ аралаша беләһегеҙ тигән һүҙ. Яҡшы һүҙҙәргә килгәндә ниндәй яҡшы һүҙҙәрҙе беләһегеҙ?

  • Яуап: Матурыраҡ, күркәмерәк, дөрөҫөрәк…

  • Яҡшы, ошо һүҙҙәргә баҫым ҡуйып ижектәргә бүләйек.

  • Яуап: күркәмерәк – күркәмрәк,

матурыраҡ – матурраҡ

  • Шулай итеп, күреүегеҙсә, һүҙҙең бөтә ижектәре лә бер төрлө уҡылмай. Баҫым менән, йәғни көслө тауыш менән әйтелә. Ә нимәгә беҙ ижек тип әйтәбеҙ?

  • Яуап: бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө.

  • Афарин! Баҫымһыҙ ижектәге һуҙынҡы өндәр дөрөҫ яҙылышта сағылдырыла, ләкин дөрөҫ әйтелештә төшөп ҡала, әйтелмәй. Ә икенсе ҡағиҙәне һеҙгә сығарырға тәҡдим итәм. Таҡтала бирелгән миҫалдарҙы уҡып ниндәй билдәләмә сығарыр инегеҙ?

Таҡтала: Ҡара урман, һары үлән, күрә алманы, ҡоро утын.

  • Яуап: Һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙең һуңынан һуҙынҡы өн менән башланған һүҙ торғанда һәм бер тына әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә ике һуҙынҡы өндөң береһе төшөп ҡала.

  • Афарин! Был ҡағиҙәләрҙе иҫегҙҙә тотһағыҙ, отҡорҙар булырһығыҙ!

lll Яңы теманы нығытыу.

  • Беҙ һеҙҙең менән “Дөрөҫ әйт!” баҫҡысына килеп еттек. 118 – се, 119 – сы күнегеүҙәге һүҙҙәрҙе уҡып магнитофонға яҙҙырабыҙ, дөрөҫ әйтелешен тыңлап тикшерәбеҙ.

  • Яуап.

  • Был баҫҡысты уңышлы үттегеҙ, тимәк, һеҙ тырыштар. Артабанғы баҫҡыс “Дөрөҫ яҙ!” тип атала. Мин һеҙгә һүҙбәйләнештәр әйтәм, ә һеҙ дөрөҫ итеп дәфтәргә яҙырға тейешһегеҙ.

Яҡшы эшләй, уңайлы эш, эшкә инде, яҡшы уҡыйҙар, ҡоро утын, күрә алманы, ҡайта алманы, һары үлән, алма ашай, ҡара урман.

  • Тимәк, һеҙ был баҫҡысты ла үтәй алдығыҙ. Һеҙ – уңғандар.

Үҙ аллы эш.

Карточка менән эш. Нөктә урынына, әгәр ҙә кәрәк булһа ғына, төшөп ҡалған хәреф яҙырға, өҫтәргә. Бер – береһе менән алмашып тикшерәләр.



  • Һеҙ – ҡыйыуҙар, баҫҡыстың алтынсыһына ла килеп мендегеҙ.

lV Йомғаҡлау.

  • Кроссворд ярҙамында алған белемдәрҙе системалаштырыбыҙ.

Һорауҙар:

  1. Хәрефтәрҙең айырым тәртиптә килеүе. (алфавит)

  2. Ишетеү ағзаһы? (ҡолаҡ)

  3. Һүҙҙәге иң бәләкәй берәмек? (өн)

  4. Өндәрҙең тамғаһы? (хәреф)

  5. Өндәрҙең бер билдәһе? (тартынҡы)

  6. Бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө? (ижек)

  7. Һулыш алыу ағзаһы? (үпкә)

  8. Һүҙҙәрҙең айырым көс менән әйтелеше? (баҫым)

  • Шулай итеп, уҡыусылар һеҙ афарин булдығыҙ.

Баһалау.

Өйгә эш: 122 – се күнегеү.

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет