109
тематик ҡатламдарҙы хасил итәләр, күбеһенсә терминологияға ҡарайҙар. Стилистик яҡтан ҡарағанда,
фәнни, публицистик, рәсми стилдәрҙе хеҙмәтләндерәләр, художестволы әҙәбиәттә әҫәрҙә теге йәки был
дәүерҙең, теге йәки был профессиональ өлкәнең үҙенсәлектәрен асып биреү өсөн ҡулланылалар.
Айырыуса ижтимағи-сәйәси, хоҡуҡ, медицина кеүек тармаҡтарҙы, фәндең башҡа өлкәләрен асып биреүҙә
йәлеп ителәләр. Күҙәтеүебеҙсә, халыҡ ижады әҫәрҙәрендә бындай төр алынмалар бик һирәк осрай.
Әкиәттәрҙә ҡулланылған ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре тураһында шуны уҡ әйтеп булмай, сөнки уларҙың
килеп инеү тарихы ла, үҙләштерелеү маҡсаттары ла, стилистик мөмкинселектәре лә бүтәнсәрәк.
Билдәле булыуынса, ғәрәп һүҙҙәре иң элек китап теле аша, дини эшмәкәрҙәрҙең, ғалимдарҙың, мәҙрәсә
уҡытыусыларының телмәре аша килеп ингән. Шуға күрә тематик аспекттан сығып ҡарағанда, улар
башлыса абстракт мәғәнәле һүҙҙәрҙе тәшкил итә, мәҫәлән: 1) профессия атамалары:
мөһәндис – инженер,
ғөләмә – ғалимдар; сәрдар – ғәскәр башлығы; нәҡҡад – тәнҡитсе; 2) социаль бүленешкә ҡағылышлы
һүҙҙәр:
ғам – ябай халыҡ, хас – юғары ҡатлам, аҡһөйәктәр; 3) кешенең сифаттары:
ғаууас – бик оҫта
сумыусы; моғанид – тиҫкәре; шәрик – иптәш; малик – эйә, хужа; тарик – дүнеүсе, ваз кисеүсе; әһле
салик – ирекле, үҙенә-үҙе хужа, үҙ фекерле кеше; тәхҡиҡ – хәҡиҡәт эҙләүсе; тәҡүә – диндар; хамил –
күтәреүсе, эйә булыусы; ғамил – дәрәжәле кеше; шамил – эсенә алған, туплаған; фазыл – аҡыл эйәһе;
һади – тура юл күрһәтеүсе, етәксе; хәбир – белекле, белгес; нәжиб – тәрбиәле, уҡымышлы кеше; 4)
идеаль төшөнсә атамалары:
ләфыз – һүҙ; ғибарә – һүҙ, әйтем; мөфад – мәғәнә; сауаб – яҡшы, изге эш;
ғәҫрәт – яңылышлыҡ, хата; вәһем – яңылыш, боҙоҡ уй; зәғем – фараз, уй; дөррә – ҙур, тәрән мәғәнәле;
Достарыңызбен бөлісу: