108
барлыҡҡа килә, булғандары нығына; былар иһә телдәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо артыуына килтерә,
айырыуса глобализация процестарының көсәйеүенә алып килә. Халыҡтар араһында урынлашҡан
мөнәсәбәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһон бер телдең икенсе тел байлыҡтары менән тулыланыуында ла күрәбеҙ.
Был яҡтан төрки телдәр байтаҡ телдәрҙең йоғонтоһон кисергән. Дөйөм алғанда, төрки телдәренә иң ныҡ
тәьҫир иткәндәре ғәрәп һәм фарсы телдәре булған. Шулай ҙа, һәр бер телде
уратып алған тел мөхите
төрлө-төрлө булғанлыҡтан, уға йоғонто яһаусы телдәр үҙенсәлекле икәнлеге билдәле, шуға күрә ҡәрҙәш
телдәрҙең лексик составтары ла бер төрлө түгел. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, башҡорт теленә иң ныҡ йоғонто
яһаған телдәрҙән ғәрәп, фарсы һәм рус телдәре булған. Ғ.Ғ. Ҡаһармановтың иҫәпләүҙәре буйынса, 1993
йылда нәшер ителгән ике томлы «Башҡорт теленең һүҙлеге»ндә (М.: Русский язык, 1993) төп башҡорт
һүҙҙәре менән үҙләштерелгән һүҙҙәр нисбәте 63 % һәм 37 % тәшкил итә. Был 37 % үҙләштерелеүҙәрҙең
23,1 %
рус теле һәм рус теле аша ингән башҡа көнбайыш Европа телдәренә тура килһә, 11,4 % – ғәрәп
сығанаҡлы, 2,5 % – фарсы сығанаҡлы [Ҡаһарманов, 2002б: 59]. Һуңғы арала иһә социаль селтәрҙәрҙең
актив ҡулланылыуы һөҙөмтәһе булараҡ инглиз теленең йоғонтоһо бермә-бер артыуы күҙәтелде. Әйтергә
кәрәк, һуңғы йылдарҙа башҡорт тел ғилеме өсөн бик мөһим ваҡиға булған 10 томлыҡ «Башҡорт теленең
академик һүҙлеге» донъя күрҙе [Башҡорт теленең академик һүҙлеге, 2011-2018]. Башҡорт теленең башҡа
һүҙлектәренән айырмалы рәүештә, был һүҙлек башҡорт лексикографияһы тарихында тәүге аңлатмалы-
тәржемәүи һүҙлек, уның төп маҡсаты — художестволы,
фәнни-популяр, уҡыу-уҡытыу, публицистик
әҙәбиәттә урын алған башҡорт теленең лексикаһын мөмкин тиклем тулыраҡ кимәлдә туплау, телдең
һүҙлек байлығын синхрония һәм диахронияла сағылдырыу. Был һүҙлектән дә аңлашылыуынса, башҡорт
теленең бер өлөшөн үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә, айырыуса ғәрәп, фарсы, рус теле һәм уның аша
килеп ингән алынмаларҙың байтаҡлығы күренә. Инглиз теленән ингән һүҙҙәр иһә яңы барлыҡҡа килгән
реалияларҙың атамалары булараҡ сығыш яһай, мәҫәлән, компьютерға, көндәлек тормошта ҡулланылған
ҡулайламаларға бәйле исемдәр күпселекте тәшкил итә:
принтер, сканер,
миксер, блендер һ.б.
Үҙләштерелгән һүҙҙәр төрлө маҡсаттарҙа кешенең телмәре туҡымаһына килеп инә, төрлө стилистик
функциялар үтәп йөрөй. Был мәҡәләлә башҡорт телендә, айырыуса башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә
ҡулланылған алынмаларҙың айырым стилистик функцияларына туҡталып китмәксебеҙ.
Билдәле, рус теленән алынған һүҙҙәр башҡорт телендә сағыштырмаса һуңғараҡ осорҙа барлыҡҡа килә.
Шулай ҙа был төркөм һүҙҙәр үҙҙәре икегә бүленә: 1) рус теленән боронғораҡ осорҙа, башҡорт теленең
фонетик системаһына яраҡлаштырылып алынған һүҙҙәр һәм 2) яңы осорҙа, рус телендәгесә әйтелешендә
алынған һүҙҙәр.
Тәүге төркөмгә ҡараған һүҙҙәр һан яғынан ярайһы күп. Әйтәйек, башҡорт теле буйынса тәүгеләрҙән
булып 1899 йылда нәшер ителгән В. Катаринскийҙың “Башҡортса-русса һүҙлеге”ндә 76 һүҙ русса алынма
булараҡ күрһәтелгән [Катаринский, 1899]. Былар араһында күпселекте рәсми ҡағыҙҙарҙа осраған
русизмдар (
кантур, прашенья, писер, пушта, син, титрад, перауат), шулай уҡ төрлө көндәлек
кәрәк-
яраҡтары атамалары (
көршөк, лампа, лар, лахан, самауыр, ышлыя, келәшшә), аҙыҡ-түлек, йәшелсә
исемдәре (
картук, керәндил, куас) тәшкил итә. Әлбиттә, бында теркәлгән һүҙҙәрҙең бер төркөмө генә шул
килеш бөгөнгәсә телебеҙҙә һаҡланған, үҙ ителгән һүҙҙәр рәтенә инә:
керәндил, өҫтәл, рәт,
Достарыңызбен бөлісу: