Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа № 12»
городского округа город Кумертау
Республики Башкортостан
Утверждаю:
Директор
МБОУ СОШ №12
_____/ О.В. Митченкова/
«___» сентябрь 2013г.
Рабочая программа
по родному (башкирскому) языку
в 7 классе
на 2013-2014 учебный год
общее количество часов – 170
количество часов в неделю – 5
Составил: Амиров Альберт Фаргатович.
Составлена в соответствии с программой по башкирскому языку и литературе для учащихся башкир I – XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С. , Тулумбаев Х.А. , Хуснутдинова Ф.А.и другие Ижевск. Издательство “КнигоГрад” ,”2008.-125 с. Учебник: Башкирский язык и литература . Учебник по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир 7 класса с русским языком обучения. Уфа: Книга, 2007.-344 стр.
Рассмотрено Согласовано
на заседании ШМО Заместителем директора по УВР
протокол №____ от ______________/Г.Г.Шишканова/
«__» сентябрь 2013г. «___» сентябрь 2013г.
Башҡортостан Республикаһы
Күмертау ҡалаһы ҡала округының
«12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Раҫлайым:
Мәктәп директоры
__________/ О.В.Митченкова/
« » сентябрь 2013 й.
2013-2014 уҡыу йылына
7-се класс өсөн
туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән
эш программаһы
дөйөм сәғәттәр һаны – 170 сәғәт
аҙнаһына – 5 сәғәт иҫәбенән
Әмиров Альберт Фәрғәт улы төҙөнө
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С. , Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Х. нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Урыҫ мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. , Хөснөтдинова Ф.Ә. -Өфө: Китап, 2007.-344 бит.
Ҡаралды Килешелде
ММБ ултырышы Уҡытыу эштәре буйынса
Протокол № директор урынбаҫары
« » сентябрь 2013 й. ________ / Г.Г.Шишканова /
«__» сентябрь 2013 й.
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 170 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 5 сәғәт) , шул иҫәптән контроль эштәр өсөн
Төҙөүселәре: Әмиров Альберт Фәрғәт улы
Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.
Программа кимәле: базис
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):
-
Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
-
Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы (комплексы):
Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С. , Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Х. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе:
Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр - 8 сәғәт.
Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.
Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».
Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.
Риүәйәт һәм легөндалар - 7 сәғәт.
Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»
Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.
Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.
Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.
Йырҙар - 5 сәғәт.
Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.
Таҡмаҡтар - 2 сәғәт.
Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.
Алтын көҙ - 4 сәғәт.
М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.
Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.
М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.
Уҡыу - белем шишмәһе - 5 сәғәт.
Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.
Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.
Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 6 сәғәт.
Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.
Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.
Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.
Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 8 сәғәт.
М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.
М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.
Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.
Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.
Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.
Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе.
Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.
Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.
Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.
Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.
Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.
Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.
Башҡортостан-ғәзиз ерем - 4 сәғәт.
Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.
Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.
Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙың һан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.
Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.
М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.
Ап-аҡ карҙар яуа - 7 сәғәт.
К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.
Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.
Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.
Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.
Ил намыҫы - ир күңелөндә - 11 сәғәт.
Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.
Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.
Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.
В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.
Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.
А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.
Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 6 сәғәт.
Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.
Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.
Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.
Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».
Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.
Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.
Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Эх, күңелле яҙ килә! - 7 сәғәт.
Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.
Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.
Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.
Тел - тере шишмә - 6 сәғәт.
Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.
М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.
Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Йәмле йәй - 7 сәғәт.
М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.
Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.
Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.
С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.
Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.
Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙө ҡабатлау. (3 сәғәт).
Морфология буйынса үтелгәндәрҙө ҡабатлауға, бәйләнешле телмәр үҫтереү -6 сәғәт.
Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү.
Изложение, ирекле темаға инша яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү.
Ғариза тураһында төшөнсә, эш ҡағыҙҙарын яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
-
Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
-
текстың планын төҙөү;
-
текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
-
текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
-
тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
-
6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
-
тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
-
әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
-
текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
-
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
-
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
-
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
-
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Һорауҙарға яуап - 1
Диктант - 5
Изложение - 2
Инша - 3
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:
- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;
- һүҙлек диктанттары;
- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;
- һорауҙарға яуаптар;
- тестарға яуаптар яҙыу;
- изложениелар;
- иншалар.
Календарь-тематик план
VII класс, туған (башҡорт) тел.
Йылына 170 сәғәт (аҙнаһына 5 сәғәт иҫәбенән).
№
|
Тема
|
Сәғәт
һаны
|
Биттәр
|
Дата
|
Иҫкәрмә
|
План.
|
Үткәр.
|
|
Теле барҙың – иле бар. 15 сәғәт.
| -
|
Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
|
1
|
3-4
|
|
|
| -
|
“ Етем төлкө” әкиәте.Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
|
1
|
4-6
|
|
|
| -
|
“ Етем төлкө” әкиәте.Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
|
1
|
|
|
|
| -
|
“Айыу менән бал ҡорттары” Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
|
1
|
|
|
|
| -
|
“Айыу менән бал ҡорттары” Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе
ҡабатлау.
|
1
|
6-10
|
|
|
| -
|
“Алтын алма” әкиәте. Һүҙьяһалыш.
|
1
|
10-11
|
|
|
| -
|
“Алтын алма” әкиәте. Һүҙьяһалыш.
|
1
|
12-13
|
|
|
| -
|
“Әбйәлил”әкиәте. Һүҙьяһалыш.
|
1
|
16-19
|
|
|
| -
|
Исемдәрҙе ҡабатлау.
|
1
|
20-22
|
|
|
| -
|
Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Алтын тамсы.
|
1
|
22-23
|
|
|
| -
|
Сифат.
|
1
|
25-29
|
|
|
| -
|
Төп һәм шартлы сифаттар
|
1
|
|
|
|
| -
|
Әҙәбиәт теорияһы.. Эпитет. Гипербола. Аллегория.
|
1
|
33
|
|
|
| -
|
Алмаштарҙы ҡабатлау.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Зат алмаштары.
|
1
|
|
|
|
|
Риүәйәт һәм легендалар. 13 сәғәт.
| -
|
Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү.
|
1
|
39-41
|
|
|
| -
|
“Етегән йондоҙ” риүәйәте.
|
1
|
34-35
|
|
|
| -
|
Йондоҙҙар илендә.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Һүҙ төркөмө булараҡ ҡылым.
|
1
|
35-36
|
|
|
| -
|
Һөйләмдәрҙә ҡылымдарҙың тотҡан урыны.
|
1
|
33
|
|
|
| -
|
“Ай менән Зөһрә” риүәйәте.
|
1
|
|
|
|
| -
|
“Башҡорт байрамы” риүәйәте.
|
1
|
33-34
|
|
|
| -
|
“Башҡорт ҡайҙан килеп сыҡҡан?” риүәйәте.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Затлы һәм затһыҙ ҡылымдар.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ҡылымдарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ төшөнсәләре.
|
1
|
|
|
|
| -
|
“Йылҡысыҡҡанкүл” риүәйәте.
|
1
|
65-66
|
|
|
| -
|
“Ер һатыу” риүәйәте.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо йырҙар.
|
1
|
|
|
|
|
Йырҙар. 10 сәғәт.
| -
|
Контроль диктант.
|
1
|
43-51
|
|
|
| -
|
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылымдарҙың юҡлыҡ категорияһы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Тарихи йырҙар тарих һөйләй. “Эскадрон” һәм “Урал” йырҙары.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Кластан тыш уҡыу.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Тыуған ил һәм халыҡтар берҙәмлеге тураһында йырҙар. “Йәйләүлек” “Буранбай”, “Бейеш” йыры.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөйкәлеше.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.
|
1
|
43
|
|
|
| -
|
Кантон башлыҡтары тураһында йырҙар. Ҡолой кантон, Тәфтиләү.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында йырҙар. “Зөлхизә”, “Ғилмеяза”.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Халыҡ йырҙарын башҡарыусы танылған йырсылар. А.Солтанов, С.Абдуллин, Ф.Килдейәрова.
|
1
|
67-68
|
|
|
|
Таҡмаҡтар. 5 сәғәт.
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарҙың үткән заманы.
|
1
|
53-54
|
|
|
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарҙың хәҙерге заманы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Таҡмаҡтар тураһында төшөнсә.
|
1
|
52-53
|
|
|
| -
|
Бейеү таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре. Уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
М.Тажи “Алтын көҙ”, Ф.Рәхимғолова “Көҙ” шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең һынланышы.
|
1
|
68-69
|
|
|
|
Алтын көҙ. 8 сәғәт.
| -
|
Контроль диктант.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Хаталар өҫтөндә эш. Киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары.
|
1
|
|
|
|
|
| -
|
М.Ғафуриҙың “Ҡыр ҡаҙы” хикәйәһе.
|
1
|
106 -107
|
|
|
| -
|
Ҡыр ҡаҙы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ҡыр ҡаҙының яҙмышы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ҡылым һөйкәлештәре.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары.
|
1
|
84-85
|
|
|
| -
|
Раил Байбулатов. Нурлы күҙҙәр.
|
1
|
|
|
|
|
Уҡыу – белем шишмәһе. 7 сәғәт.
| -
|
Н.Мусин. Тайғаҡ баҫма.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Дуҫлыҡ нимәнән ғибарәт?
|
1
|
197-199
|
|
|
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының хәҙерге заманы.
|
1
|
199-203
|
|
|
| -
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Дуҫлыҡтың ҡәҙерен бел.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Б.Бикбай. Рус теле
|
1
|
91
|
|
|
| -
|
Р.Сафин. Дуҫлыҡ. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.
|
1
|
|
|
|
|
Дуҫлыҡта – берҙәмлек. 12 сәғәт.
| -
|
Яҙма эш. Минең дуҫым.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Хаталар өҫтөндә эш. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Ш.Биҡҡол. Дуҫлыҡ.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Кластан тыш уҡыу.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Р.Байбулатов. Һарыбай.
|
1
|
123
|
|
|
| -
|
Шарт һөйкәлеше ҡылымдары һөйләмдәрҙә.
|
1
|
|
|
|
| -
|
Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының яһалышы.
|
1
|
|
|
|
|
Достарыңызбен бөлісу: |