Рабочая программа по русскому языку 58 1 класс (обучение грамоте) 58 Рабочая программа по литературному чтению 107



бет46/52
Дата15.07.2016
өлшемі5.4 Mb.
#201837
түріРабочая программа
1   ...   42   43   44   45   46   47   48   49   ...   52

Маҡсаттар һәм бурыстар.

  • Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

  • Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.

  • Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары.

  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

  • Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.

Уҡыу - уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4 –се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуап – 2

Диктант – 4

Изложение - 2

Инша - 1


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Мәктәп, Ватан (1 сәғәт).

1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.

Йәйге хәтирәләр (2 сәғәт).

Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.

Тәбиғәт бүләктәре (2 сәғәт).

Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.

Илем тарихы – халҡым тарихы (3 сәғәт).

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.

Тормош – ижад (3 сәғәт).

Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.

Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү (2 сәғәт).

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.

Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 2 сәғәт).

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа (2 сәғәт).

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (2сәғәт).

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.

Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.

Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (1 сәғәт).

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.

Балдай татлы һыуҙарым (3 сәғәт).

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан ҡалалары (1 сәғәт).

Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө (1 сәғәт).

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

Башҡортостан мәҙәниәте (1 сәғәт).

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ (2 сәғәт).

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Кеше – кеше булһын (2 сәғәт).

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (1сәғәт).

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.

Һаумы, йәмле йәй (2 сәғәт)

Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.

Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау. (1 с242т)

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Телмәр күнекмәләре


  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:

  • текстың планын төҙөү;

  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.

  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:

  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;

  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;

  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;

  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.

  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:

  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:

  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;

  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

  1. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

V. Уҡыу-уҡытыу программаһын үҙләштереүҙә ирешелгән планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе баһалау

Уҡыу-уҡытыу программаһын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау



  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Эш күләме

Текст күләме

Күсереп яҙыу

1




Һорауҙарға яуаптар

2




Контроль диктант

4

35-40

Һүҙлек диктанты




10-12

Изложение

2

30-40

Инша

1

35-45

№айланма диктант

2




А8латма диктант

2



Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;



-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

Телдән яуаптар6ы ба3алау:

У7ыусылар6ың телдән 3өйләмен, уның фонетик, грамматик я4ы менән бер рәттән тасуири у7ыуы ла и9әпкә алына. Телдән 3орау форма3ында үткәрелә тор4ан күнегеү6әр һәр дәрестә алып барыла.



Тыңлап аңлау күнекмәләрен ба3алау:

1. “тулы3ынса аңланы”

2. “өл0шсә аңланы”

3. “аңламаны”



У7ыусының монологик 3өйлә1ен ба3алау:

1. - тә7дим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәй2 тө60й бел3ә;

- дөр09 интонация менән, тулы, э6м2-э6лекле итеп, текс7а ба3а биреп, мөнәсәбәтен күр3әтеп 3өйл2й ал3а;

- тупа9 булма4ан пауза хаталары ебәрел3ә лә, “5”ле 7уйыла.

4 -се класта бәйләнешле 3өйл21 – 10-12 30йл2мд2н тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 3өйләм хата3ы я3а3а;

- у7ытыусы тарафынан икенән арты7 булма4ан асы7лаусы 3орау бирел3ә,”4” ле 7уйыла


3. - теманың төп й0км2тке3ен ас3а;

- 4-6 3өйл21 хата3ы ебәр3ә;

- у7ытыусы тарафынан икенән арты7 асы7лаусы 3орау бирел3ә й2ки у7ытыусы яр6амынан баш7а й0ктке3ен 3өйлә16е башлай(тамамлай) алма3а, “3”л0 7уйыла.
4. - 3өйләг2ндә э6м2-э6леклелек 3а7ланма3а;

- паузалар6а те12л3е6лект2р кит3ә;

- 6- нан арты7 3өйләм хата3ы һәм грамматик хата я3а3а, “2”ле 7уйыла.
Диалогик 3өйләмде ба3алау:

1. - тейешле темпта дөр09 интонация менән 3орау 7уй3а;

- әңгәмәләшенең 3орау6арына тулы яуап 7айтар3а, “5”ле 7уйыла
2. - дөр09 3орау биреп, ү6е лә әңгәмәләшенең 3орауына яуап бир32, ләкин 3өйлә1 ва7ытында у7ытыусы яр6амына мохтаж бул3а;

- 2-3 30йләм хата3ы ебәр3ә, “4” ле куела.


3. - у7ытыусы яр6амында 4ына 3орау бир3ә й2ки яуап бир32;

- 3орау6ар биргәндә, 3ү66әр һәм грамматик формалар табыу6а те12л3е6лект2р ебәр3ә й2ки өйрәнгән теманы8 бер өл0ш0н генә ү6ләштер3ә;

- 4-5 3өйләм хата3ы ебәр3ә, “3” л0 7уйыла.
4. - әңгәмә ва7ытында 6ур ауырлы7 мен2н генә 3орау бир3ә;

- 3орау6ар4а ү6 көс0 менән яуап бирә алма3а;

- 6- нан арты7 хата ебәр3ә, “2” ле 7уйыла.

Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған(башҡорт) тел һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1 , 31 август 2011 йыл.)

IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.


  • «Башҡортостан » темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- к-лдәре, кейем- һалымы, ижады ) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.

  • Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

  • Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  • Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

  • Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  • Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  • 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; ошо уҡ күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  • Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.




Темалар

С24.

3аны


Д2рес 1т2леше

план буйынса

фактик

1

М2кт2п, Ватан. К. Кинй2булатова «Белем к0н0», М. К2рим «Ватан». !телг2нд2р6е 7абатлау. )нд2р 32м 32рефт2р.

1







2

Й2йге х2тир2л2р. Р. Сотанг2р2ев « Йылы ям4ыр». Исем. Уны8 а8лат7ан м242н2л2ре, шул м242н2л2р6е к1р32те1се саралар.

1







3

М. ;2ли «2йтеп бирсе»,Н. Мусин «М28ге й2шеллек». Исемд2р6е8 берлек 32м к1плек м242н2л2ре, улар6ы белдере1се саралар.

1







4

Т2би42т б1л2кт2ре. Д. Юлтый «К06», И. Насыри «?ара84ы т0н 7оса4ында». Исемд2р6е8 килеш мен2н 16г2реше.

1







5

Р. С2г26иев «Икм2к т2ме».

1







6

Илем тарихы – хал7ым тарихы. ;. Х0с2йенов «Алдар батыр». Исемд2р6е8 эй2лек заты мен2н 16г2реше.

1







7

З. Биишева «К2м3етелг2нд2р». Исем тама3ын йом4а7лау.

1







8

Я. Хамматова «?а3ым т1р2». Сифат. Сифатты8 30йл2мд2ге м242н23е.

1







9

Тормош – ижад. Т. ?арамышева «№16». Сифаттар6ы8 м242н2л2ре. Сифат д2р2ж2л2ре.

1







10

М. К2рим «Б0ж2к» апа. ?ылым. Уны8 м242н2л2ре.

1







11

Баш7ортостанда и9т2лекле урындар. Д. Б1л2ков «№2йк2л»

1







12

Й2ш21 – Ватан4а хе6м2т ите1. ;. Д21л2тов «Я8ы 3ыу 3а7ла4ыс». ?ылым. Уны8 заман м242н2л2ре. Заманды к1р32те1се саралар.

1







13

Р. Солтанг2р2ев «?арабола7 торлауы4ында»

1







14

Халы7 2йт32, ха7 2йт2. Ж. Кейекбаев. «терпе мен2н йылан». ?ылым. Уны8 зат, 3ан, заман, барлы7-ю7лы7 м242н2л2ре.

1







15

«Т0лк0 мен2н 7уян». Йома7тар, м272лд2р, к0л2м2ст2р, ти62йткест2р.

1







16

Бурай-бурай 7ар6ар яуа. ;. Д21л2тшин «?ыш7ы урман», Н. Н2жми «?ыш».

1







17

Г. Юнысова «?ыш бабай», ;. Рамазанов «Я8ы йыл мен2н». №ан. №андар6ы8 т0к0мс2л2ре.

1







18

Бер62млек, ду9лы7, тыныслы7. М. К2рим «;1мерг2 берг2», Р. Ни4м2ти «Тыныслы7».

1







19

К. Кинй2булатова «Ду9тарым к1п». Алмаш. Зат алмаштарын 7улланыу.

1







20

С2с2нд2р62н 316 7алыр. З. Биишева «Халы7 с2с2не М0х2м2тш2 Буран4олов». Р21еш . Р21еш а8лат7ан м242н2л2р.

1







21

Балдай татлы 3ыу6арым. «Й2мле А4и6ел буй6ары», С. Агиш «?ари6ел»

1







22

З. Биищева «Тал7а9 к1ле», «Дим йыл4а3ы».

1







23

«Асылыг1л». Яр6амсы 31662р, улар6ы8 м242н2л2ре, 30йл2мд2ге роле.

1







24

Баш7ортостанды8 7алалары. М. К2римов «К1мерсел2р 7ала3ы». Ымлы7тар. Улар6ы8 м242н2л2ре 32м телм2р62ге роле.

1







25

8 март – халы7-ара 7атын-7ы66ар к0н0. Д. Б1л2ков «К1ст2н2с». №0йл2м. Йыйна7 32м тар7ау 30йл2мд2р.

1







26

Баш7ортостанды8 м262ни2те. Р. Ни4м2туллин «:ур талант эй23е». Баш7орт 3анду4асы. №0йл2мде8 баш 32м эй2рс2н ки92кт2ре.

1







27

Т2би42тте8 теле асыл4ан са7. М. ;2ли «Я6 са7ыра», И. Насыри «Я64ы таш7ын»

1







28

№. Д21л2тшина «Я64ы тантана». Х2б2р, 3орау, 0нд21 30йл2мд2р.

1







29

Кеше матур бул3ын. С. 2либаев «Ду9тарым», Ф. Ту4ы6баева «Кем у84ан?»

1







30

Ф. Р2хим4олова «Сер». Баш7орт теленд2 30йл2м ки92кт2рене8 киле1 т2ртибе.

1







31

Я6 32м хе6м2т байрамы. С. 2либаев «Тыныслы7». Ябай 32м 7ушма 30йл2мд2р.

1







32

№аумы, й2мле й2й! Д. Юлтый «Й2йге та8», К. М2рг2н «Урманда».

1







33

Г. Юнысова «№ау бул, м2кт2п!».

1







34

Баш7орт теле буйынса башлан4ыс синыфтар6а 1телг2нд2р6е 7абатлау.

1










Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   42   43   44   45   46   47   48   49   ...   52




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет