темаһы “Тарих төпкөлөнән киләсәккә ҡараш”.
Эштең проблемаһы: хәҙерге заманда үҙ ырыуыңды, тамырыңды, нәҫел-нәҫәбеңде белмәү, үткәнгә битараф булыу.
Эштең актуаллеге. Шәжәрә
борон-борондан ырыу араның, бер нәҫелдәен булған туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы, быуындан-быуынға ҡәҙерле әйбер булараҡ күсә килгән. Башҡорт әҙәбиәте тарихында арыу ғына урын алып торған быуындар йылъяҙмаһы – шәжәрә бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған. Шуға ла үҙ шәжәрәңде өйрәнеү, фәнни тикшеренеү актуаль булып тора.
Мин үҙ эшемде ғаиләмдең шәжәрәһен тикшереп, килер быуынға ҡалдырырға тигән маҡсат менән эшләйем.
Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә:
-
Шәжәрәнең үҙенсәлектәрен асыҡлау;
-
Үҙ ғаилә шәжәрәһен өйрәнеү һәм төҙөү.
Эшемдең
предметы булып шәжәрә төҙөү тора.
Структураһы: инеш, төп, йомғаҡ, ҡулланылған әҙәбиәт, ҡушымтанан тора.
Мәсьәләнең өйрәнеү кимәле: архив материалдары, шәжәрәләр тураһында материалдарҙы атайым һәм әсәйем, туғандарым ярҙамында йыйыу һәм өйрәнеү.
Ғаилә менән был эшебеҙҙе Асҡын районы Ҡыйғазы ауылында үткәрелгән “Шәжәрә байрамы”нда күрһәттек, ҡала күләмендә үткәрелгән “Шәжәрә мөйөшө” конкурсында ҡатнаштым.
Шәжәрәләр – оло хазина
Фәндә башҡорт халҡы тарихының XVI быуатҡа тиклем булған ваҡиғалары бер ниндәй ҙә халыҡтан сыҡҡан документтарҙа сағылыш тапмаған. Быға шундай аңлатма бирергә мөмкин: XVI быуаттың икенсе яртыһына тиклем, башҡорттарҙың үҙ ихтияры менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем, уларҙа дәүләт төҙөлөшө булараҡ сәйәси йәмғиәттәре булмаған. Шуға күрә, башҡорт халҡының тарихы, күпселек осраҡта, рус һәм башҡа халыҡтарҙың яҙмаларына таянып өйрәнелгән. Шуға күрә, Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе ғалимдар, тарихта бик күп эҙләнеүҙәр алып барғандар. Эҙләнеүҙәрҙең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәгән: халыҡ араһында киң таралған документтар – шәжәрәләр – ошо һорауға яуап бирерҙәй мәғлүмәттәр туплағанлығы асыҡлана.
“Шәжәрә” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “нәҫел”, “генеология” (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеологиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеологик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән-телгә күсеп килгән фольклорында “Урал батыр” (башҡорттарҙа), “Уғыҙнәмә” (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), “Манас” (ҡырғыҙҙарҙа), “Джангар” (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй. Улар теге йәки был халыҡтың килеп сығышы хаҡында иҫбатлаусы сығанаҡтар булып тора.
Әбсәлил нәҫеленең шәжәрәһе
Беҙ ғәйнә ырыуынан, ҡәбиләбеҙ – һыу-танып, ағасыбыҙ – саған, ҡошобоҙ – торна, һөҙһөт, ораны – бирүк.
1843, 1850, 1859 йылдарҙағы халыҡ һанын (реквизская сказка) алған архив документтарына ҡарағанда ул 1760 йылдарҙа йәшәгән. Әбсәлил беҙҙең унынсы быуын кешеһе булып сыға. Беҙ Әбсәлил бабайҙың ейәндәре.
Әбсәлилдең Тумбай исемле улы булған. Ул 1792-1852 йылдарҙа йәшәгән. Тумбай туғыҙынсы быуын олатай. Уның 1850 йылдарҙағы халыҡ һаны алыу документтарынан өс ҡатыны булған. Беренсе ҡатынынан ике улы булғанлығы билдәле.
Тумбайҙың балалары:
Әбделҡадир 1830-1850 йылдарҙа йәшәгән.
Әбделсабир 1828-1890
Әбделсабир һигеҙенсе быуын олатай. Уның ике улы, бер ҡыҙы булған:Ғәбделсабир 1842-1903, Кинънасрытдин 1845-1926, Фатима 1846-1896.
Ғәбделсабир беҙҙең етенсе быуын олатай. Уның биш балаһы булған:Садертдин 1868-1967, Мәрғүбә 1870-1933, Насиб 1871-1941, Мәликә 1873-1941, Сабрикамал 1875-1910.
Әбсәлил нәҫеленең иң оҙаҡ йәшәүсеһе Садертдин ҡарт булған. Ул 99 йәшкә етеп 1967 йылда яҡты донъя менән хушлаша. Бөйөк Ватан һуғышында һыуыҡ окоптаҙа, ҡурҡыныс шартлауҙарҙа, үлем менән күҙгә күҙ осрашҡан ваҡыттарында ул үҙ-үҙенә һүҙ бирә: Иҫән-имен әйләнеп ҡайтһам, доғалар өйрәнермен, кешеләргә өйрәтермен,- тип һүҙ бирә. Ысынлап та, һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас ул доғалар өйрәнә. Уның исеменең мәғәнәһе лә – дин башлығы, етәксеһе тигәнде анлата. Садертдин олатай алтынсы быуын. Уның алты балаһы булған:
Ғәйнелйән 1909-1991. Балалары: Ғафурйән, Муллаян, Фәсимә, Муллахан, Вәһимә, Рәжәп, Ҡәҙим, Мәүлининә, Маъуа, Ралия, Нурихан, Венера.
Йәмнихә 1913-1997. Мәүлизә, Мәғәсүм, Йәмиғә, Фидалия, Зәлфирә, Фәғзәт.
Сәлихә 1911-1999. Зәлғә.
Хәкимйән 1927-1942. Ленинград блокадаһанда батырҙарса хәләк була.
Фәһемйән 1929-?: Камил, Ҡәнәфи, Әлфирә.
Мәүлимйән 1931-1998. Мөбәрәкйән, Фәриҙә, Заһиҙә, Фәритйән, Дания, Рәмис.
Мәүлимйән минең олатайым. Ул Әбсәлилдең бишенсе быуын ейәне. Атайым Мөбәрәкйән дүртенсе быуын ейәне.
Ғабделсабир ҡыҙы Мәрғүбәнең ике балаһы булған: Мәбтүхә, Сәлих.
Улы Насибтың ҡыҙы Нажиә.
Ҡыҙы Мәликәнен туғыҙ балаһы булған: Сәбирәнең - 3, Бибикамалдың - 3, Минъямалдың - 9, Әхмәтдиндең - 3, Шәрәфиәнең - 4, Ҡорбанғәли Бөйөк Ватан һуғышында хәләк булған, Хәсбетдин - 1, Мөслихә - 6, Әлхим – 1 балары булған.
Был нәҫел ағасының һигеҙенсе быуынында барлығы 151 кеше һанала.
Туғыҙынсы быуын кешеләренең һаны 88-гә етә. Яҡын арала тағы өс сабый иҫән-имен донъяға килеп ошо рәтте тулыландырып, илгә кәрәкле кеше булып үҫерҙәр тип ышанам. Әбсәлил нәҫеленең унынсы быуыны Фарахутдинов Данир Динар улы. Әле уға ни бары 1,6 ай. Бөгөнгө көнгә тиклемге эҙләнеүҙәрҙән Әбсәлил нәҫеленең исемлегендә 405 кеше яҙылған. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәйҙәр, мәҫәлән: Татарстан республиткаһы, Свердловск өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Владимир өлкәһе, Үзбәкстан республикаһы.
Бөгөнгө көндә Әбсәлил нәҫеленең иң оло йәштәге вәкиле Ғәйнеләй улы Муллаян. Ул 1936 йылда донъяға килә. Быйыл уға 74 йәш. Әбсәлил нәҫеленең иң йәш быуын исеменә Илгизә менән Азат улы Әмир лайыҡ. Уға әле ни бары ун бер генә ай. Иң оло юбиляр, ул Мөслихә менән Хәмзә ҡыҙы Зинфирә.
Мин матур, дуҫ, татыу ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым Мөбәрәкйән тракторсы булып эшләй, әсәйем Ания һатыусы, апайым Зөһрә уҡытыусы, ҡустым Динис атай-әсәйм менән йәшәй. Хәҙерге көндә мин Нефтекама ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.
Йомғаҡ
Шәжәрәне өйрәнгәндән һуң миндә үҙемдең ата-бабаларым менән ғорурланыу тойғоһо тыуҙы. Ил һәм халыҡ яҙмышы өсөн ҡатмарлы замандар килгәндә, улар юғалып ҡалмаған, дөрөҫ юл һайлап алған. Ата-бабаларым алдында мин хәҙерге тормош өсөн бурыслымын. Шуға ла уларҙың исеменә тап төшөрмәй, белемле, аҡыллы, һау-сәләмәт булып үҫергә, атай-әсәйем, илем өсөн кәрәкле кеше булырға тырышасаҡмын. Ҡартатайымдар үҫтергән ғорур ҙа, ҡеүәтле лә шәжәрә ағасыбыҙҙан көс, дәрт, илһам алып йәшәйем.
Ҡулланылған әҙәбиәт
-
Архив материалдары.
-
В. Сәмиғуллин статьяһы “Беҙ – батырҙар тоҡомонан” Асҡын район гәзите “Ышаныч”тан материал,1994й.,№87.
-
С. Галин “Тел асҡысы халыҡта”.
-
Ә. Әсфәндиәров “Из истории сел и деревень Башкортостана”.