* * *
...Кәмә төбөндә брезентҡа ҡапланып йоҡлап ятҡан Йолҡоғужинды һөйрәкләп торғоҙҙолар. Атҡаҙанған инженер инде одеколонын төпләгән дә, яртылаш сәйнәлгән тоҙло балыҡ ҡойроғон усына ҡыҫып, һауа йыртып хозур хырылдай ине. Иләҫ-миләҫлеген еңеп, тәрән итеп бер иҫнәгәс, ул да “фәндәрҙең “ф” хәрефен дә белмәгән, наҙандар һәм аңышһыҙҙар менән тулы был “тағараҡ”та ҡалмаҫҡа -- “зыялылар менән бергә” ярға сығырға теләне. Матростар кәмәне төшөрөп, ишкәктәрҙе ҡаптырғылағансы, Ҡояш та байып китте.
-- Туҡтағыҙ, мине лә ултыртығыҙ! – Сынаяҡтар тулы сөмкәһен һәм буш тоғон тотоп тайпаңдаған сауҙагәр ҡортҡа борт ситенән эйелеп сәрелдәне.
-- Алырғамы? – тине йәш рулевой. – Бик әсе сарбайлай бит.
-- Түҙер! -- Садиҡов ҡул һелтәне. – Икенсе рейс яһап олаҡтырырһығыҙ.
Ҡайыҡ төбөндә капитан ҡурҡытҡан эшләпәләй тишек шәйләнмәһә лә, таҡталары ҡорғаҡһып асылышҡан – ярыҡтарҙан һыу бытлығып йөҙәтә. Ишкәкселәр ашығып ишә башлағас, йәш рулевой аяғы аҫтында доңғорҙаған тутыҡ күнәкте “зыялылар” яғына тибеп ебәреп, Симдең этлеген өҙлөкһөҙ һоҫоп түгә барырға ҡушҡайны, Садиҡов уны йәһәт кенә Йолҡоғужинға туғарҙы:
-- Һинең кеүек һәр фәнгә лә маһир белгестең хәләл кәсебелер был. Сим төбөнә зөмбөрләргә теләмәһәң, сиселеп китеп кереш! – Һәм юл буйы тутыҡ күнәк инженерҙың ҡулында доңғорҙаны.
Ишкәкселәр талапсыларҙы яр ситендә тал түшәп, тиреҫ һалып ҡына әтмәләнгән пристань һымаҡ нәмәгә килтереп төшөрҙөләр ҙә “Тимер утрау” ҡырыйында һаман бер килеш сәрелдәп торған ҡортҡаны алырға киттеләр. Ҡотҡарылған өс робинзон, алаң-йолаң ҡаранып, тирә-яҡты байҡаны Яр суҡайында япа-яңғыҙ бағана, бағанаға ҡаҙаҡланған тутыҡ ҡалай киҫәгендә байраҡтарыбыҙ төҫөндәге ҡан-ҡыҙыл ҡотло яҙыу: “КОММУНИЗМ ШАҢДАҒЫ” -- туҡталыштың исемелер, күрәһең. Шуны уҡыуҙан ғына ла эстәренә йор йылылыҡ йүгергән юлаусылар татлы хистәргә бирелеп, иҫәңгерәп торҙолар. Ләкин шанлы пристандә шунан башҡа күҙ терәрлек нәмә юҡ, төн ҡараһын йырып инде ҡайһы юҫыҡты тоторға? Өстағаныбыҙ ҡаңғырыбыраҡ ҡалғанда, һәр фәнгә маһир Йолҡоғужин әкрен генә иҫкән елгә танау терәп шәйләне лә:
-- Ел үренә йүнәлеү хәйерле, иптәш кешеләр, көмөшкә еҫе килә! – тине. Ләкин ғәйре танауҙар был аңҡышты хупламағас, яңғыҙ үҙе төн ҡабында һүрелде. “Тимер утрау”ға ҡайтып морон төрткән кәмәнән игелекле рулевойҙың сәфәрмәндәргә изге кәңәше бирелде:
-- Ярға перпиндикуляр юҫыҡта ике саҡрым барһағыҙ, “Коммунизм шаңдағы” тигән колхоз үҙәге булыр, күҙ бәйләнгәнсе етергә тырышығыҙ!
Һыу ҡайта башлағанлыҡтан, батҡаҡ ине яр буйҙары. Ластор-лостор аҙымлап, кәзә тырышлығы менән яҙыулы бағана төбөнә күтәрелгәйнеләр, өсөһө тиң күләүеккә баттылар, Поэзовскийҙың ҡоро юлға иҫәпләнгән штиблеттары кәлйемәләй ләпшәйеп, сабатаға әүерелде. Ә шулай ҙа итекле Садиҡов һәм Джугели артынан һис ҡалышмай, күләүекте аша сыҡҡас, суҡай ташҡа ултырып, ойоҡтарын һығып кейҙе.
-- Батониҙар, тояһығыҙмы: был түңәрәк күлдән беҙҙең гүзәлдәрҙән-гүзәл Ҡара диңгеҙ еҫе аңҡый! – тип һоҡланды грузин.
-- Ысынлап та, тоҙ еҫе! – тине Поэзовский. Шул арала Садиҡов күләүектән сығып ятҡан йоҙроҡтай ташты алып, танауы аҫтында һәлберәгән бесәйҡойроҡтарын ике яҡҡа ҡайырҙы ла тәүҙә еҫкәп, артынса ялап ҡараны:
-- Шыр-тоҙ бит был – аш тоҙо! Тоҙтүбәлә ыристан сағымда тоҙ шахтаһы эргәһендә күргәнем бар ине ошондай тоҙлокүлде. Бында ла тап шундай тоҙ.
-- Башҡортостан мәғдәндәренең географик картаһынан ҡарап белеүемсә, Сим буйында аш тоҙо юҡ! –Ышаныслы кире ҡаҡҡайны шағир, шул ыңғайҙа табаны тайып, ҡабырғаһы менән һаҙға ҡапланды ла, сәсрәгән һыу ауыҙына тап килеп, күңелһеҙ асышы менән Садиҡовтың тоҫмалын дөрөҫләргә мәжбүр булды. – Тоҙ! Ысынлап та тоҙ бар бында, туғандар! Тоҙлокүл!
Джугашвили ҙа, сәмләнеп китеп, күләүекте сиңәртәй бармағы осона ғына элеп ҡапҡайны, бер үк һығымтаға килде:
-- Эйе, тоҙ, аш тоҙо. Ошо тирәлә тоҙ ятҡылығы булырға тейеш.
-- Их, Йолҡоғужин юҡ! -- тип үкенде шағир. – Ашҡа һала торған ул файҙалы минералдың бында ҡайҙан килеүен шартлатып әйтер ине, исмаһам.
Бакендарына ут ҡабыҙырға йәки ҡабыҙмаҫҡа тип илке-һалҡы төшөп килгән маяҡсы ағай тәрән зыялый юрауҙарға сик ҡуйҙы:
-- Ҡайҙан килһен бында тоҙ, Өфөнөң үҙенән булмайынса! Навигация асылғас та ошонда баржа туҡталып, сельпо магазиндарына күптән көтөлгән тоҙҙо бушатып киткәйне, хужалары ваҡытында килеп алмай, ямғыр аҫтында ятып ирене, ә ауыл халҡы тоҙһоҙ интегә һаман... Кисә генә сельпо әһелдәре килеп, ҡалған киҫәктәрен батҡаҡлыҡтан сүпләп алып тейәнеләр...
-- Һе! Былайһа, йәшәргә була бит, егеттәр: танауҙарыбыҙ – еҫ, телдәребеҙ тәм тоя! – Поэзовский, макинтошы ярты билдән батҡаҡланыуға ла ҡарамай, ихлас тантана итте.
-- Тойоуын тоя ла ул, тайып йығылабыҙ шул... Ҡараңғыла аҙашмаһаҡ ярар ине! – Пессимислығынан арына алмай мығырҙаны Садиҡов.
-- Рухығыҙҙы һындырмағыҙ, батониҙар! Бөтә юлдар ҙа коммунизм шаңдағына илтә! – Көйәнтәләй оҙон ҡулын ярҙан теүәл перпиндикуляр юҫыҡҡа һуҙып дәртләндерҙе оптимист Джугашвили. Ысын ҡафҡаз егеттәренсә һыңар салғыйын билбауына ҡыҫтырып, юл башлау ғазабын үҙ өҫтөнә йөкмәне. Ләкин күп тә бармайынса юҫығынан яҙлыҡҡас, боронғо сержант Сдиҡовтың башлығында ҡаҙ бәпкәләреләй теҙелешеп, бакенщик тапаған тар һуҡмаҡ төштөләр ҙә серле билдәһеҙлеккә уҡталдылар.
Кисәгеләй үк, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ килде төн. Ҡараңғыла бер-береһен юғалтышыуҙан ҡурҡып, диңгеҙҙә томанға осраған караптар ваҡыт-ваҡыт сың һуҡҡандай, әленән-әле тамаҡ ҡырышып барҙылар. Табандары аҫтында инде ышаныслы ҡоро ер булыуға ла ҡарамаҫтан, йөрәктәре һулығып, “Тимер утрау”ҙы тотҡондан нисек ҡотҡарырға икән?” тип борсолдо әшнәләр, борт ситенән ҡул болғап әсе сәрелдәгән меҫкен ҡортҡа күҙ алдарынан китмәне. Әммә алда уларҙы, моғайын, самауыры борҡоп ҡайнап ултырған йылы фатир, күпереп бешкән колхоз икмәге көтәлер – ләғнәтле сағылдан йыраҡлашҡан һайын, күңелдәре лә көрәйә барҙы.
Саҡрым ярымдай үткәс, шайтан бутап, ахыры, көтөлмәгән соҡорға юлыҡтылар. Биткә сәпәгән шыйыҡ тал ҡыуаҡтарын йырып үтеп, соҡорҙоң теге яғына саҡ сыҡтылар, ләкин һуҡмаҡ дауамы табылманы. Шулай ҙа ҡыйыулығын юймаған төркөм, яҡты коммунизмға барыусы ысын совет кешеләренә хас ҡорос рух ныҡлығы һаҡлап, таш яуһа ла кеше торлағына етмәйенсә туҡталмаҫҡа, барырға ла барырға, тигән ҡаһармандарса көр ҡарар ҡабул ҡылды.
Ҡоторонҡо Сим буйҙарында маяҡтар янмағандай, унан алыҫта ла шул уҡ хөртөй хәл – Күктең яҡты маяғы Ай тоҡандырылмай ҡалдырылған, шайтан ҡараңғылығына тулы хоҡуҡ бирелгән. Һуҡмаҡһыҙ һуҡтырғас ни, әленән-әле төмөздәргә, иҫке йомран убаларына һөрлөгөп тәкмәсләнеләр; берәүҙең дә ауыҙ асып һүҙ әйткеһе килмәне, күңелһеҙ тынлыҡ һаҡланды. Был өнһөҙлөк аҡрынлап теңкәләренә тейҙе, кемгә лә булһа тәүге бураҙнаны ярып, тос фекер орлоҡтарын илгә сәсергә кәрәк ине. Быны, әлбиттә, нәфис һүҙ оҫтаһы – шағирыбыҙ үтәне.
-- Их, рәхәт тыуған илемдә! – тип һамаҡланы ул, киң ҡоласы менән һауаны ҡосоп. Аҙыраҡ тәпәйләгәс: -- Бесән еҫе аңҡый елендә! – тип өҫтәне. – Ятам, тиһәң – яҫтыҡ үләне, аяҡ һуҙһаң – ере күләмле!..
-- Ере күләмле лә ул, карманы тарыраҡ шул, хе-хе-хе!..
-- Карманы ла дарманлы! – Ялҡыны ҡабынған шағир, үҫмерҙәй киреләнеп, Садиҡовтың күҙгә төрткән пессимислығына ҡаҙалды. – Иренмәгән кешегә көн итергә була хәҙер. Эшсәндәрҙең хеҙмәт хаҡы көндән-көн ырап арта.
-- Ә беҙҙең тире-яры иләүсе “Напрасный Труд” әртилендә көндән-көн кәмей генә, тап ҡортҡаның ҡыҫҡарған тиреһеләй...
-- Әртилегеҙ әрпештер. Нимә әтмәләйһегеҙ?
-- Түрәләр нимә ҡушһа – шуны. Тиренән – яры, ярынан тире яһайбыҙ.
-- Абба, башҡорт ызнакумым әйтмешләй! Әфлисундан – апельсин, апельсиндан әфлисун яһау һымаҡ була түгелме һуң был? – Сәйер яуап грузинды ла, шағирҙы ла сәмләндерҙе. Садиҡовтың түгелеүен көттөләр, әммә бесәйҡойроҡ мыйыҡтар араһынан өн төхөрө сыҡманы.
-- Ғәфү итегеҙ, нисек аңларға һеҙҙе? – тине шағир.
-- Нисек бар – шулай аңлағыҙ.
-- Ана шул “нисек бар”ы аңлашылмай бит, -- тине грузин. Тире-яры маһирының ауыҙы, ниһайәт, асыла төштө:
-- Сиҙәм күтәреү кампанияһын беләһегеҙ бит. Ауыл хужалығыбыҙҙа көтөүлектәр тамам һөрөлөп бөткәс, һарыҡ баштары кәмене, ә тире-ярының бураҙнала үҫмәүен беләһегеҙ. Эшһеҙ ҡалған эшсе синыфын ҡытлыҡтан сығарыу өсөн, әртилебеҙҙең яртыһын тимер-томорға бәйләнеләр ҙә тиреселәр тимерсе булып киттеләр...
-- Шунан?
-- Ултырған да шыуған! Тәүҙә колхоз-совхоздар өсөн һәнәк эшләп сығарҙыҡ. Һәнәктәребеҙҙең йәптәре бер күтәрем бесәндән үк һынғанлыҡтан, һатып алыусылар кәмене, складтарыбыҙҙа урын етмәй башланы. Уйланыҡ-уйланыҡ та, үтмәй ятҡан һәнәктәрҙең йәптәрен ҡаҙауға әйләндерҙек – хәҙерге заманда аҙ ҡаҙау кәрәкме ни, шағирыбыҙ әйтмешләй, ете саҡрымлы аҙымдар менән коммунизмға барған ауыл ерендә! Әммә яңы етештереүсәнлектең ярты йыллыҡ юбилейын тантаналы шаулатырға ла өлгөрмәнек, ҡаҙауҙарыбыҙ йөкләп-йөкләп кире ҡайта башланы. “Тырышҡан – табыр, ташҡа ҡаҙау ҡағыр”, тигән мыҡты мәҡәлгә лә ҡарамай, колхоз-совхоз оҫталары күпме тырышһалар ҙа, ҡаҙауҙарыбыҙ ташҡа түгел, серек ағасҡа ла бармағанлыҡтан, уларҙы Белорет металлургия комбинатының мартен мейестәрендә иретергә оҙаттыҡ та, әйләнеп ҡайтҡан саф ҡоростан көрәк ҡойоуға күстек...
-- Ә табыш? – Төп мәсьәләне ҡуҙғатты Кавказ улы, тауар етештереүҙең яңы ысулын сағыу ҡояшлы Гутаутаға күсереү ниәтендәлер, моғайын.
-- Эш табышта түгел, ә тауар әйләнешендә, ти беҙҙең экономияһыҙ экономика белгесе, Карл Маркс “Капитал”ының өҫтөн аҫҡа әйләндергән мут әһел. Ысынлап та шулайҙыр. Сөнки беҙ етештергән тауар түңәрәк буйынса әртил – колхоз-совхоз – мартен мейесе -- әртил араһында ситлектәге тейендәй әйләнеп йөрөй, шул әйләнеш һыҙығындағы барлыҡ хеҙмәтсәндәрҙе лә эш менән тәьмин ҡыла. “Социализм ҡоролошонда иң мөһиме – эш урының булыу ул. Табыш килтерһәң дә, килтермәһәң дә, эш урының бар икән – дәүләт ҡаҙнаһынан умырып алыр тариф ставкаң да бар”, -- тип аңлата беҙгә баяғы Карл Марксты ла уҙып киткән белгесебеҙ. Йәғни эшләһәң-эшләмәһәң дә, минимум эш хаҡың гарантияланған.
-- Эээ, булманы былайғас. Беҙҙең Гутаутала был күптән үтелгән этап. Минимумдан уҙып китеп, максимумын тапҡанһығыҙ икән тип торам... -- Өмөтһөҙ ҡул һелтәне Джугашвили. Поэзовский маңлайын баҫып уйланды:
-- Ниңә һеҙ, социализм экономикаһын үҙләштергән башығыҙҙы хур итеп, әҙәм аяғы баҫмаған был яҡтарҙа ҡаңғырып йөрөйһөгөҙ?
-- Ә шулай ҙа тире иләүҙең шәп белгесе бит мин, ҡустым. Был яҡтарҙа аҫыл айыу, төлкө, ҡондоҙ тиреһе күп, тиҙәр.
-- Цехығыҙҙы тергеҙергә форсат бирерҙәрме һуң?
-- Уныһы икеле, ҡустым. Үҙемдең кустарсылыҡ әртилемде асырға хыялланам...
Аяғөҫтө йоҡомһорау кисергән Джугашвили, һуңғы мәғлүмәттән ҡапыл йәнләнеп, үләндәргә эләгә-һөрлөгә бейене:
-- Батони, бына быныһы минеңсә! Ал мине лә аҫыл компанияңа, подпольный фабрика ойоштороу серҙәрен яҡшы беләм!
-- Ҡарарбыҙ, ҡарарбыҙ... -- Садиҡовтың ауыҙынан башҡаса өн сыҡманы.
Алыҫтан эт өрөүенә юҫыҡлап, юлдаштар хәтһеҙ ҙур ауылдың кәртә арттарына төкәлгәндәр имеш. Бабалары абрек булып дан ҡаҙанған ҡафҡазлы, һауаны тәрән һулап, яңы бешкән бойҙай күмәсе һәм ҡаймаҡ еҫе тойоуын ҡыуаныслы белдерҙе.
-- Тумырабыҙ так тумырабыҙ! Үҙем генә лә Казбектай ҡалас һәм Рица күлеләй ҡаймаҡты юҡ итер инем! – тине ул. Тегеләре лә сабырһыҙланып алҡымдарын уйнаттылар һәм, Казбек тиклем үк булмағанда ла, Урал үркәстәренең берәйһе дәүмәллеһен һәпелдәтергә әҙер икәнлектәрен белдерҙеләр. Әммә йәнә мажараға юлығырға яҙған икән әле Хоҙай Тәғәлә: урам буйлап типтерергә сыҡҡан шаулы бер өйөргә тура килеп, хәтәр ҡапҡанға ҡапҡанлыҡтарын абайламай ҙа ҡалдылар. Боҙоҡ телле гармун тартып, аҡыра-баҡыра хәшәрәт йырҙар йырлап артҡы ҡапҡанан сыҡҡан унлап хәмерйән һырып алды һиммәтле өстағанды. Егеттәрҙән һаҫы көмөшкә аңҡый, был өсәүҙең ситтән килгән ят кешеләр икәнлеген дә шәйләргә етмәне хәлдәре.
-- Һа, Ғәбделмөбәрәк! Яратам мин һине, дуҫҡайым! – Ғырылдауыҡ боғаҙлы әзмәүер Поэзовскийҙы муйынын өҙә яҙғансы ҡыҫып ҡосаҡлап, керпе һыртылай тырпай һаҡаллы яңағын уның яңағына ҡыҫып терәне, ҡайнар туғанлыҡ хисе менән битен шайыҡлап, танауын үбеп алды. – Һәй, шәп булды килеүең! Дуҫтар, типтерәйек һөйөклө ҡунағым хөрмәтенә!
-- Типтерәйек, ур-ра! – Элеп алды шаулы ҡор; мосафирҙарҙың ай-байына ла ҡарамай, һәр береһен икешәр әзмәүер ҡосаҡлап, эргәләге йәшелсә баҡсаһына һөйрәкләнеләр. Түтәлдәр башында бураҙна буйына теҙелешеп ултырып, ҡабымлыҡҡа яңы шытҡан һуған ҡыяҡтарын өҙөп, сирекле шешә боғаҙынан әсе еҫле шыйыҡлыҡты алмашлап һемерҙеләр.
-- Егеттәр, был ни хәл? Уттай ҡыҙыу эш ваҡыты – яҙғы сәсеү бит хәҙер! – тип Садиҡов киҫәтеп ҡараһа ла, ҡолаҡҡа элеүсе булманы:
Әсеме, сөсөмө,
Беҙ эсмәгән кешеме?
Кисен иҫерек, иртән айыҡ –
Даешь, колхоз, эшеңде!
Ғырылдауыҡ боғаҙлыһы шешә муйынын Поэзовскийҙың ауыҙына көсләп тыҡты:
-- Ғорҡолдатып йот әле, туғанҡайым, күрешеү хөрмәтенә!
Поэзовский, күңеле болғанып, ағыу сығанағын кире этәрҙе:
-- Рәхмәт, рәхмәт, теләмәйем! – тип тыбырсынды.
-- Полкташ дуҫыңды хөрмәтләмәйһең, стройбатта булғандарҙы оноттоң дамы әллә? Икәүләшеп офицерҙар бәҙрәфенең ямына төшөп туң төпөрөн таҙартҡанды, ә?! Йот берҙе ғорҡолдатып!
-- Йот берҙе! Йот берҙе! – тип таҡмаҡланы шашҡын ҡор. Бындайҙы татып күрмәгән Поэзовский, күҙ буяу өсөн генә тип, бер йотомон ҡапҡайны, уҡшып ситкә ҡайырылды ла ашҡаҙаны әйләнеп сығырҙай тартышты. Ләкин ләғнәтле шешә тағы ауыҙына терәлде. Ғырылдауыҡ боғаҙлы ир шағир муйынын мыҡты беләге менән ҡыпҫыуырҙай һығып, башын салҡанайттыртып, “пей до дна, пей до дна, боевой товарищ!” тип таҡмаҡлай-таҡмаҡлай, зәһәр шыйыҡсаны тура уның тамағына ҡойҙо, яртылашы күлдәк яғаһы аҫтынан ыштан бөрмәһенәсә сылатып аҡты.
-- Маладис! Маладис! Йот йәнә! – тип тантана ҡылды шаулы ҡор. Теге икәүгә сират етмәҫе борон, дөйөм бәхеткә күрә, сығанаҡтың ҡороуы асыҡланды. Буш шешәне түтәл эсенә атып бәрҙеләр ҙә, шаулашып, ҡабат иркен тибенлеккә сыҡтылар. Гармун ҡайышын иңенә тарттырған ғырылдауыҡ боғаҙлы, хәрби фуражкалы ҙур башын ярһыу арғымаҡтай сайҡап, тумбыҡҡан йыуан бармаҡтарын телдәр өҫтөнән ҡыуаланы. Кавалерист итегеләй оҙон һуҙылған күректән күкле-йәшелле тауыштар хаосы урғылды – сит илдәрҙән ябырылған яңы заман көйө төпкөл ауылдарҙы ла ҡармай башлағайны шул. Гармун ҡабат ауыл көйөнә күскәйне, ғырылдауыҡ боғаҙлының ҡушылып йырлауын әшнәләре күтәрҙе:
Яныйымдан парлы мунса яҡтырттым,
Эләүкәгә ятып арҡа саптырттым... –
Ҡалған ике юлын яҙып биреүе мөмкин түгел...
Ғырылдауыҡ боғаҙлы кинәт моң даръяһын өҙөлдөртөп, гармунының ҡашағаһына башын һалып һулҡылданы:
-- Ғәбделмөбәрәк дуҫҡайым! Яугир полкташым минең! Аңламайҙар мине бында, бер кем дә аңларға теләмәй... Әпсәләрен фәлән иткере ҡорошҡан ҡарсыҡтар лафканан шәкәр һаттыртмайҙар миңә, үҙемдең эшләп тапҡан хәләл аҡсама...
-- Һаттыртмаҫтар шул, үҙең шәкәрҙән көмөшкә ҡайнатып ятҡас. Һеҙ алкаштар арҡаһында тоҙ бөттө, шәкәрләп сәй эсә алмайбыҙ! – Көтмәгәндә ситән артынан асыулы ҡатын-ҡыҙ киҫәтте.
-- Тоҙ кәрәкме ни һеҙгә, фәләнсәмде килеп ялағыҙ! – Ғырылдауыҡ боғаҙ ситән аша төкөрҙө. Ошо албырғаныштан файҙаланып, беҙҙең юлдаштар хәтәр ҡорҙан яҙлығырға итһәләр ҙә, егеттәр ҡосаҡлап алғандар ҙа һис ебәрмәйҙәр ине. Поэзовскийҙың “полкташ”ы, уғата ярһып, ситән артында суҡылдаусыға екерҙе:
-- Молчать,старушка! Ғәбделмөбәрәк дуҫҡайым, кем имеет право миңә, Ватан һаҡсыһына, шәкәр-мәкәр һаттыртмаҫҡа? Ҡайҙа күргәнегеҙ бар бындай законды? Молчать, сука! Гәзиткә яҙасаҡмын, прокурорҙың үҙенә етәсәкмен!
-- Ет, ет, көмөшкә ҡайнатҡысыңды ла күтәреп илт! Өйөрөгөҙ менән эскегә һабышып, пристандәге аш тоҙон батҡаҡҡа батырыуығыҙҙы ла әйтерһең.
-- Ҡалғанын кем ҡайтарып ҡуйҙы сельпоға, сволочь? Мин түгелме?! – Ғырылдауыҡ боғаҙ ситәндән ҡаҙыҡ һурырға иткәйне, ҡорҙаштары уратып алдылар, ығы-зығылы шул арала өстағаныбыҙ һыпырылып, ҡараңғы урам осонаса эләгә-тәгәрәй йүгерҙе, ауылдан ситтәрәк йымылдаған яңғыҙ утҡа яҡынайып, икеләнеберәк ҡалды: кем белә, унда, бәлки, баяғыларҙан да шомлораҡ шомлойән – әкиәттәге аҫҡы теше түшәмгә, өҫкөһө иҙәнгә терәлгән мәскәй әбей көтәлер?..
Романтик шағирҙың үкенесенә, практик грузин менән бесәйҡойроҡ мыйыҡлының ҡыуанысына ҡаршы, тауыҡ тәпәйе өҫтөнә ҡоролған хәтәр өшәләккә түгел, ә заманса колхоз фермаһының яҡшы уҡ таш нигеҙле ҡарауыл йортона барып инделәр. Һәм уларҙы баяғы ҡарсыҡ түгел, ә алма-алһыу яңаҡлы, көләс йөҙлө утыҙ йәштәрҙәге һауынсы ханым йылмайып ҡаршыланы. Һауынсылар фермала көн дә сиратлап киҙеү торалар, бөгөн уның төнө икән. Туҫтаҡтарға мөлдөрәтеп ҡойоп биргән эсемлеге лә һис тә әкиәти булмайынса, ә телеңде йоторлоҡ ысын һыйыр һөтө, ҡаҙ ҡанатылай дәү телемле икмәк тә ялған түгел ине. Шулайғас, асығып-сарсап килгән мосафирҙарҙың, туҫтаҡтарҙы бер тындан уҡ ҡоротоп, яңынан тултыртыуҙары ла ғәжәпләндермәҫ.
-- Уй бисараҡайҙар, уй меҫкенкәйҙәрем! – тип, йәлләп бөтә алманы йомшаҡ күңелле ханым, мосафир ир-аттың параходтағы пар машинаһы рычагтарылай йылғыр уйнаған яңаҡтарын, аслыҡ ялтырауы сағылтып төпкә батҡан моңло күҙҙәрен күргәс. – Ниндәй дөмөккөрө төшөрҙө икән һеҙҙе был көнгө?!
Уңған бойҙай күмәсе менән яңы һауған һөттөң һуңғы йотомдарын ашҡаҙанға баплап оҙатҡас ҡына, ир-егеттәрҙең йөҙҙәренә төҫ керҙе. Һынған ҡанаттарын күтәреп ҡуйҙылар, теҙгә теҙ һалып, дәрәжәләнеберәк ултырҙылар. Садиҡов, ҡуйы һөткә йылтыраған бесәйҡойроҡ мыйыҡтарын ыңғай һыпырып ебәргәс, олпат тамаҡ ҡырып, былай тине:
-- Һеҙҙең ҡәҙерле ауылдашығыҙ ҡалдырҙы беҙҙе был хәлгә, һылыуым.
-- Нисек улай беҙҙең ауылдашыбыҙ?
-- Бына шулай. Ауылығыҙҙа йәшәгән маяҡсы йораты күп йоҡлай икән. Шуның арҡаһында тимер кәмәбеҙ ҡомға ултырҙы.
Һауынсы кеткелдәп көлдө:
-- Эй, Ғирфанды әйтәһегеҙме? Йоҡламай, ә маяҡ шәмдәренең майын көмөшкәгә алмаштыра ул!
-- Уның үҙен алмаштырырға кәрәк ине, арт яғына мыҡты тибеп!
Һауынсы йәнә кеткелдәне:
-- Эй ағайым, мыйығың оҙон булһа ла, сабый ғына икәнһең! Улың өҫтә түрә булып ултырһа, типтертер инеңме үҙең?
Поэзовский, Садиҡовтың хәлде күрәләтә киҫкенләштереүен шәйләп, һүҙҙе борорға булды: һауынсының кәйефен ҡырыу файҙаһыҙ, сөнки унан ижади маҡсатта колхоз тормошон һорашырға уйлай ине.
-- Эһем... фермала эштәр нисек бара? Уңыштарға ирешәһегеҙме? – тип белеште ул.
-- Ирешкәндә ирешәбеҙ, ирешмәгәндә бирешәбеҙ.
-- Һем... Мәҫәлән, быйыл нисә баш һыйырҙы квадрат-оя ысулы менән үрсетергә йыйынаһығыҙ?
Ошо һорауҙан һауынсы ханым тораташтай ҡатып ҡалды. Саҡ телгә килеп:
-- Ундай ысул бармы һуң? – тип күҙҙәрен мызылдатты.
-- Батони, нисә гектар кукурузды, тип әйтергә теләйһеңдер һин? – Грузин дуҫы Поэзовскийҙың бөйөрөнә ауырттырып төрттө. Ләкин шағирҙың сая ҡарашы Ҡафҡаз улын ҡымшанмаҫлыҡ тышауланы:
-- Юҡ, һыйырҙы! Ауыҙым ни һөйләгәнен ҡолағым яҡшы ишетә!
-- Электән беҙҙә мал-тыуарҙы яһалма ҡасырып түлләндертә торғайнылар, әммә “квадрат-оя” тигән ысул ҡулланылғаны юҡ шул... -- тине, ниһайәт, һушына килгән һауынсы. Поэзовский үҙе лә еңелсә генә хаталанғанын төшөнә башланы, күрәһең – яһалма ҡыуаныслы хихылдап көлдө лә “ҡойроҡто һыртҡа һалды”:
-- Сразу күренеп тора, һеңлекәш, агрозоотехника фәндәре менән яҡындан таныш булыуығыҙ...
-- Ә һин, ағайым, ундай фәндәр өлкәһендә минән дә уҙҙырып ебәргәнһең! – тине телгәр һауынсы. Артыҡ телләшергә форсат ҡалманы.
-- Шабаш! Әүен баҙарына китергә ваҡыт! – тине Садиҡов. Сисенеп, сыланған кейемдәрҙе киптерергә элеп, кәзә тиреләре түшәлгән буй һикегә һуҙылдылар.
* * *
Ҡунаҡтар һуңлап уянды. Торғандарында сәғәт 9-ҙы һуҡҡайны, ә һауынсы ханым иртәнге эштәрен бөтөрөп ҡайтҡан. Ашыҡ-бошоҡ йыуынып, олағыу сараһын ҡараһалар ҙа, көтөлмәгән хәл саҡ ҡына тотҡарланы. Ни өсөн, тигәндә, һауынсы ханымды шағирҙың туҙғыған башы ифрат борсоно. Уҡмашып симәлешкән ҡолҡамаларҙы нисек тә һибелдертеп тарайһы, Садиҡов мыйыҡтары кеүек шымартып, ҡупшыландыртҡыһы килде, моғайын. Төнгө самогондан шаҡтай елһенгән йөҙлө Поэзовский, тәҙрә төбөндәге көҙгө ярсығына эйелеп, ҡаш-күҙен ипкә килтереп маташҡанда, арттан тороп, оҙон һаплы баш тарағын һалды ханым ҡыҙыл башлының алдына. Тик тегеһе иғтибар итмәне быға, ҡыҙыл ялҡын телдәрен һары эшләпәһе менән мыҡты баҫтырҙы ла көҙгө янынан шылтайҙы. Хәйләһе барып сыҡмаған сәмле ханым, уҡтай атылып килеп, үҙе лә һиҙмәҫтән, буғай, һалам эшләпәне төртөп осорҙо, оҙон тараҡ тештәрен, ләззәтләнеп, ҡыҙыл күбәгә батырҙы. Алйып һыны ҡатҡан шағир, күҙҙәре шаҡырайып, иҙән уртаһында тора, рәнйетелгән сабыйҙай иламһырап, өнһөҙ һорау менән әле Садиҡовҡа, әле Джугашвилиға төбәлә. Ҡафҡаз улы батонийының ғазапланыуын оҙаҡ күтәрә алманы, мауығып тараған һауынсының ҡолағына эйелеп шыбырҙаны:
-- Ни эшләйһегеҙ -- күҙегеҙҙе асыбыраҡ ҡарағыҙ: сәскә атыусы социалистик Ватаныбыҙҙың бөйөк йырсыһы Поэзовский үҙе бит был! Танылған ауыл шағиры!
-- Поэзовский?! – Илгәҙәк ханым ғәжәпләнеүҙән тарағын төшөрөп ебәрҙе, ултыра төшә яҙҙы. – Булмаҫ, шаяртаһығыҙҙыр! Рәзе килә Поэзовский тиклем Поэзовский бындай төпкөлгә?
-- Ай, Ҡояш! Ышанмаһаң, паспортын ҡара.
-- Эйе, Поэзовский буламын, -- тип дөрөҫләне һушына килгән ҡәләм эйәһе үҙе лә. Ханым кеткелдәп көлдө:
-- Ай-буй! Тимәк, һеҙ булаһығыҙ ауыл тормошо тураһында поэмалар фәстереүсе? Һис тә бындай ҡыҙыл сөгөлдөр башлы итеп күҙ алдыма килтермәй инем. Уҡыным мин уларҙы, уҡыным:
Ауыл – минең аяҡ тарамышым.
Ауыл – минең терһәк һөйәгем.
Паровоздай киң елкәмә һалып,
Ауыл йөгөн йөкмәп киләмен!
Ауыл йырсыһы мин, һөйгәнем,
Ауылда – нәҡ балыҡ күлдә мин!
-- Бына бит: бөйөк булғас, тылсымлы шиғри юлдарың ил күңелендә -- береһен-бер ҡалдырмай ятлап алғандар! – тип тел шартлатып һоҡланды Джугашвили.
-- Эйе, бының ише мөғжизәләрегеҙ хәтеремә мәңгелеккә һеңешеп ҡалды! – Ихлас күңелдән һөйләне шиғриәт һөйөүсе һәм авторҙың күңелен тамам иретте:
-- Шул тиклем дә көслө тәьҫир иттеме ни әҫәрҙәрем?
-- О! Мин һеҙҙең ауыл шиғриәтен ғүмерҙә лә онотасаҡ түгелмен! – Ишекте асып һөрәнләне: -- Ҡыҙҙар-ҡыҙыл ауыҙҙар, тиҙерәк инегеҙ бында – беҙгә теп-тере шағир Поэзовский үҙе килгән!
Сыр-сыу ҡубып, ферма халҡы тар өйгә кереп тулды:
-- О Поэзовский! Беҙ һеҙҙе күптән беләбеҙ, һеҙ бит берҙән-бер ысын ауыл шағиры! Колхоз тураһында яҙған һәр һүҙегеҙ көллө халыҡҡа мәғлүм! – Төрлөһө төрлө яҡтан ҡамап алдылар ҙа ҡосаҡлап суп та суп үбергә керештеләр. Бындай хәлде үҙ ғүмерендә тәүгә кисергән автор ҡыуаныстан иләҫләнеп иҫерҙе, шыҡһыҙ ғына ҡарауыл йорто – гөл баҡсаһы, ә ҡыҙ-ҡырҡын шунда осҡан күбәләктәрҙәй күренде. Дәртле хистәрҙән ҡанатланып, клеенкаға төрөлгән баяғы ҡалын ҡуйын дәфтәрен һөйрәп сығарҙы.
-- Иптәш ҡыҙҙар – дояркалар! Мин һеҙгә үҙемдең яңы ғына яҙып өлгөрткән балладамдан өҙөк уҡымаҡсымын. Ферма тураһында!
-- Просим, просим! – Ус сәбәкәйләне шаяндар. Шағир, сикһеҙ хиссиәтләнеп, бәйгелә ал бирмәй сапҡан толпарҙай ярһый-йөрәкһей уҡыны:
Быҙауҙарын, һөйөп, доярка
Ап-аҡ биләүҙәргә ятҡыра,
Моңло бишек йырын йырлай ҙа
“Билдәшкәй”ҙең күҙен йомдора.
Һәм һөт ҡуя өҫтәл өҫтөнә,
Уянғастын тороп эсһен, тип.
Коммунизм өсөн көрәшкә
Ғәйрәтле, ныҡ булып үҫһен, тип.
-- Нисек, ярайһымы, туғандар?
-- Ярамаған ҡайҙа ул!
-- Зерә лә шәп!
-- Шәптең аръяғында!
-- Иҫ киткес, эс киткес!
Шағирҙы сара күрергә саҡырған ханым етди теләк белдерҙе:
-- Аҡ биләүҙәргә биләгәс, быҙауҙың буталлы карауаты ла булһасы!
-- Эйе-эйе! Салфетка ла кәрәк иртән тороп парлы һөт эскән сағында. Һөттө ҡалаҡ тотоп эсһә, бигерәк тә килешер!
-- Быҙауҙарҙың иртән торғас радио буйынса гимнастика яһауҙарын онотмағыҙ!
Поэзовский тыңлаусыларының шаян тел төбөн һис кенә лә шәйләмәне, балладаһы менән артыҡ мәшғүл ине шул.
-- Ярай-ярай! Эш быға ҡалһа, төҙәтеүе еңел уны, иптәштәр. Карауаты ла, салфеткаһы ла – бөтәһе лә булыр. – Уҡыусының ғәҙел тәнҡитен сабыр кисергән автор ҡуйын дәфтәренә бөтәһен бермә-бер теркәне. Хозур осрашыу дөйөм күтәренкелектә -- Поэзовскийҙың шиғырына бер йәш композитор яҙған, күптән түгел радиола шаңғыртылып, бындағылар дәррәү ота һалып алған күңелле маршты башҡарып тамамланды:
Барабыҙ, барабыҙ, һауынға барабыҙ!
Һәүкәшкәй имсәген ҡушҡуллап тартабыҙ!
Ватанға аҡ йылға ағыҙып артабыҙ!
Тартабыҙ, тартабыҙ, һынмаһын тәртәбеҙ!
Мәшһүр маршҡа баҫа-баҫа иркен донъяға сығып, мосафирҙар үҙ-ара ҡалып фекерләшкәс, алдарында торған мөҡәддәс бурыс – ҡатып ҡалған “Тимер утрау”ҙы ҡуҙғалтырлыҡ көс-ҡеүәт сығанағы эҙләп табыу, тигән берҙәм ҡарарҙа нығындылар. Садиҡов менән Джугашвили, оҙон трослы дизель һорап, трактор бригадаһына китәсәктәр, ә шағир, ауыл халҡының көнкүрешен тәрәндән өйрәнеү өсөн, күпмелер ваҡыт ауылда туҡталасаҡ.
Поэзовский, иртәнге саф һауалы урам буйлап, ауылдың дөйөм төҙөлөшө менән танышып сыҡты ла бер колхозсы йортона инеп әңгәмәләшергә булды. Ҡапҡа бикһеҙ ине; шәп-шәп атлап, тура ихатаға үтте, өйҙөң солан ишеген шаҡылдатты. Әммә сығып асыусы, өн биреүсе юҡ ине. Албырғабыраҡ ҡалған шағир, өй эсен байҡамаҡ булып, бер аяғын ҡаты нигеҙгә баҫты ла ике ҡуллап тәҙрә яңаҡтарына йәбеште. Быялаға маңлай терәгәс кенә, йөрәге “жыу!” итте: ниндәйҙер шомло-хәйерһеҙ көс, арттан килеп, шаҡырайып ҡатҡан батҡаҡлы макинтош салғыйынан мыҡты эләктереп алды, дөһөрҙәтеп тәҙрәнән һөйрәне. Табаны нигеҙҙән тайған Поэзовский, “әсәй!” тип ялбарырға ла өлгөрмәй, шап итеп ҡаҡ ергә әйләнеп төштө. Башы сүкеш һуҡҡандай зыңҡылданы, күҙҙәренән осҡондар сәсрәне. Ә шулай ҙа егеттәрсә ырғып торҙо һәм шунда, осаһына һалҡынса ел ҡағылғанын һиҙемләгән ыңғайы, сәбәбен дә аңланы: макинтошынан өҙөп алынған батҡаҡлы салғыйҙы ауыҙында һөйрәлтеп, бурҙай эт ҙурлыҡ ҡурҡыныс бер аҡ яныуар лапаҫ аҫтына сабып кереп китеүен салт абайланы. Дөпөлдәп һуҡҡан йөрәге ярылыр хәлгә етеп, урамға ташланды шағир, хәтәр йыртҡыс сағыйының икенсеһен дә ялмап алмаһын өсөн, артына әйләнеп ҡарай-ҡарай, түбәһендә ҡыҙыл флаг елберҙәгән ауыл Советы идараһына югерҙе.
Ул барып ингәндә, Совет рәйесе бер-нисә гражданға нимәлер аңлатыу менән ныҡ мәшғүл ине. Хәле бөтөп ярһыған ят кешегә сәмләнеп ҡаранылар.
-- Был ни хәл, әллә совет власы юҡмы бында?! – Көтмәгәндә барыһының ҡотон алды Поэзовский.
-- Бәй-бәй-бәй, осағыҙҙы ҡорт саҡтымы әллә, ағай?
-- Ҡорт саҡманы, ә бурҙай тумырып алды! – Поэзовский салғыйһыҙ ҡалған арт өлөшөн күрһәтте. – Ни өсөн ауылығыҙҙа эттәрҙе бәйләп тотмайҙар? Осраған берәүгә ташланалар ҙа талайҙар, аяҡ атлар әмәл юҡ. Бына ни хәлгә ҡалдырҙылар! Ярай, ҡасып өлгөрҙөм, юҡһа үҙемде лә харап итер ине, -- Өҙөк салғый төбөн болғағлап тамаша ҡылдыртты мосафир.
-- Урамдағы һәр һуҡбай өсөн яуап бирә алмайым, мин эт көтөүсеһе түгел! – тип һырт ҡайырып маташты түрә.
-- Мине урамда түгел, ә ихатала таланы, хатта тотоп ашай яҙҙы!
-- Һәр ихата өсөн дә яуап бирмәйем, уның үҙ хужаһы бар.
-- Тимәк, һеҙ үҙәк хөкүмәттең, райбашҡармағыҙҙың ҡарарын инҡар ҡылаһығыҙ? Алайғас, ниңә бында элдегеҙ уны?! – тип, стеналағы: “Ҡотороҡ сире таралыуын иҫкәртеп, хужаһыҙ эттәрҙе атырға!” тигән рәсми плакатты төртөп күрһәткәйне, ҡыҙыл япмалы өҫтәл хужаһы бер килке йомшай төштө:
-- Их ағай, ағай, яңылыш аңланығыҙ мине. Ят йортҡа ингәндә абайлабыраҡ йөрөһәгеҙ ни була, тип әйтеүем ине минең. – Һәм шунда уҡ ауыҙ асып тыңлап торған йәш үҫмергә бойорҙо: -- Фәттәх, мылтығыңды ал да граждан менән бар. Эт страховать ителмәгән булһа, юҡ итеп кит үҙен.
Хәтәр йортҡа етеп килгәндәрендә малайҙар көтөүе тағылды. Хатта олораҡ йәштәгеләр ҙә, ҡыҙыҡһынып, кеше ашарлыҡ уҫал эт аҫыраусының ситән буйына теҙелделәр, шырҡ-шырҡ көлөштөләр.
Баштан-аяҡ ҡоралланған Фәттәхтең бер иле лә ҡалмай оҙата килеүе көс бирҙе ялыусыға. Бер тибеүҙән үк елҡапҡаны ҡыйшайтты ла алаң-йолаң ҡаранды.
-- Һеҙ, ағай, яңылышаһығыҙ, буғай – был бит Ҡарун Ғилаж йорто. Ул, артыҡ сарыф сығармаҫ өсөн, үҙ ғүмерендә, эт түгел, бесәй ҙа аҫырағаны юҡ, -- тип, шик аҫтына алып туҡталды Фәттәх.
-- Жыйт минең арттан! Яңылышырға ике күҙем һуҡыр түгел. Тап шул Ғилажығыҙҙың эте таланы мине!
Солан ишегенә барып еткәйнеләр, лапаҫ аҫтында ниндәйҙер йән эйәһенең хәтәр иңрәп мөзөлдәүе ишетелде лә бая ғына Поэзовскийҙың салғыйын өҙә ялмаған аҡ яныуар елтерәп килеп сыҡты, күҙ асып-йомғансы, шағир макинтошының икенсе салғыйына барып йәбеште.
-- Разбо-о-ой! Ҡотҡарығыҙ! – Үҙәккәйе өҙөлөп, нәҡ үҙенең йәне һөймәгән кухня бисәләренсә сарбайланы Поэзовский, йөрәк өшөткөс шаңдан урам ярһытып; күҙе-башы аларып, елҡапҡа аратаһы аша урам яҡҡа ырғырға итте. Ләкин дүрт аяҡлы хәтәрйән макинтошты иле лә ысҡындырмай, ярым-яңғыҙ һәлберәгән салғыйын да, һеләгәйҙәрен ағыҙып сәйнәй-сәйнәй тамағына оҙата барып, һөйрәлеп килә ине.
-- Шартлат тиҙерәк ҡушкөбәгеңде, ат! – тип илерҙе ҡото осор хәлгә еткән ауыл шағиры. Ләкин мылтыҡлы Фәттәх тә, ситән буйындағы бәғзе бәндәләр ҙә һәммәһе тиң ауыҙ йырып көлөп тора, уны әжәл тырнағынан ҡотҡарырға һис йыйынмайҙар ине. Поэзовский, сәс бөртөктәренәсә һалҡын тиргә сыланып, ошо хәтәр минуттарҙа яҡлаусыһыҙ ҡалғанлығын, тик үҙ көсөнә генә таянырға кәрәклеген аңланы ла, түш һиҙәптәрен ҡойолдортҡансы тартып, макинтошынан арынды, аҡ йыртҡыстың сепрәккә алданып ҡалыуынан оҫта файҙаланып, елҡапҡаның урам яғына йығылды. Эштең уйын түгеллеген аңлап алған ситән буйы әһелдәре шырҡылдауҙан туҡтанылар, көн геройын күтәреп торғоҙҙолар. Фәттәхтең ҡаты талап итеүе буйынса, Ҡарун Ғилаж, ниһайәт, өйҙән сығып, йәмәғәт алдына баҫты һәм тәүфиҡһыҙ хайуаны өсөн ғәфү үтенде.
-- Бурҙайыңды сылбырҙа тоторға кәрәк! – тип киҫәтте иҫенә саҡ килә башлаған Поэзовский.
-- Бурҙай? Ниндәй бурҙай? – тип аптыраны өй хужаһы. – Бурҙай аҫырау түгел, һөтлө тоҡом булыр тип һатып алған ошо яңғыҙ быҙауыма ла ашатырға юҡ әле.
Макинтошынан яҙған зыян күреүсе лә албырғаны:
-- Быҙау? Ниндәй быҙау?
-- Һуң, анауы ҡәһәр һуҡҡыры аҡ быҙауымды әйтәм инде... – Ихата уртаһында һаман макинтош менән мауыҡҡан дүрт тояҡлыһына төртөп күрһәтте өй хужаһы. – Һәм мин һиңә әйтәйем, уҙаман, туҡһан туғыҙ процентҡа һин үҙең ғәйепле – ул хөлләңдең салғыйҙары тоҙға ағарып ҡатҡан бит!
-- Ә?! Ысынлап та быҙаумы ни ул?
-- Быҙау булмай ни... әллә күргәнең дә юҡмы? Күҙеңде асыбыраҡ ҡара!
-- Эһем... мин уны бер кинола күреп ҡалғайным... әллә шул теленокмы?
-- Эйе шул, тап үҙе. Беҙ уны кинола уйнарға ҡалаға ебәреп торғайныҡ, -- тип хихылдашты ла ситән буйындағылар, шәп-шәп атлап яҡынлашыусы ауыл Советы түрәһен шәйләп тыйылдылар. Тамам зиһенен йыйып:
-- Ҡара һин уны, шылманы, ә?! Вәт әртис, вәт әртис! – тип кинәнде ауыл шағиры, әле генә күргән ҡазаһын да онота яҙып.
-- Шылма шул – шылманан ни алаһың? – Өйөнә кире тайырға итте Ҡарун Ғилаж. Ләкин өлгөр Сәүит рәйесе тышауланы йылғырҙың аяҡтарын:
-- Стоп! Күпме тылҡырға була һиңә? Ҡарунланып, яңғыҙ малыңа тоҙ ялатмайһың!
-- Ҡайҙан алып ялатайым, сельпобыҙҙа тел осона семтеп һалыр тоҙ юҡта?
-- Һин сельпоға ҡағылма, йүнле кешегә бөтәһе лә бар.
-- Бөтәһе лә барҙыр ҙа ул шешәнән эскәндәргә, әммә беҙ тик ҡаҙан һапырабыҙ бит. Күпме инде кәрәсинһеҙ сыра яғып, тоҙһоҙ аш ашарға була! Тоҙтүбәнең тоҙо, Ишембайҙың ер майы бөткәнме әллә? Алай тиһәң, гәзиттәрҙә көнө-төнө шапырыналар... – тип һөҙөмтәләп һөҙөргә итте Ҡарун Ғилаж. – Сәүит власы ни ҡарай? – тип оторо бөтөрөп ҡуйҙы.
-- Һин, ағай, Сәүиткә тел тейҙермә -- аҡсаңды йомарла ла магазинға сап, кисә генә тоҙ ҡайтарттыҡ.
-- Тешләнем, алайһа, телемде.
Ситән буйы дәррәү хәрәкәткә килде:
-- Тоҙ! Тоҙ ҡайтҡан! – Ен-бәрей иләүеләй, күҙ асып-йомғансы юҡҡа сыҡтылар.
-- Ә шулай ҙа зыян күреүсенең зыянын ҡаплатырға тура килер һиңә, тоҙ көҫәп сепрәк сәйнәүсе быҙауыңды һатып булһа ла, -- тип киҫәткәйне ерле түрә, Ҡарун Ғилаж йүнһеҙ малын һатып алыусы эҙләп һөрәнләй ҙә башланы. Ләкин макинтош ҡайғыһы юҡ ине шағирҙа был минутта. Аҡ быҙау инде ауыҙынан ысҡындырып, өҫтөнә йәм-йәшел “ҡоймаҡ” ҡойоп та өлгөргән хөлләһен бар икән тип тәбелмәй, оялышынан ер тишегенә инерҙәй булып, хәйерһеҙ йорт тәңгәленән тайыу сараһын күрҙе. Ошо йәшенәсә ҡаланан сыҡмай ултырыуын, уны ауыл шағиры иткән редакторын ләғнәтләй-ләғнәтләй, тыҡрыҡтарҙан тура тартып ауылдың икенсе яҡ осона – тракторҙар гөрлдәгенә йүнәлде, унда Джугашвили менән Садиҡов көтә ине. Юл сатында бағанаға ҡаҙаҡланған фанерҙағы белдереү биләне иғтибарын:
Юлсылар, боролоғоҙ,
Сельпоға юл алығыҙ!
Магазинда һеҙҙе дефицит көтә!
Алмаһағыҙ – эсегеҙ китә!
Иртәнге үҙәкте һауынсы ханым ялғап оҙатҡан булһа ла, төшкөлөгөн хәстәрләргә ваҡыт ине, кеҫәләге аҡсаны бит тамаҡҡа тығып булмай... Трактор юллау хәстәрен ҡуйып тороп, әлеге яҙыу аҫтындағы ҙур ҡыҙыл уҡ төртөп күрһәткән йүнәлешкә тоҫҡалды шағирыбыҙ.
Сельпо бинаһы арандай ҙур тәҙрәләрен тирә-яҡҡа хәтәр тоҫҡап, иркен майҙан уртаһында ғорур ҡайҡая ине. Бер яғындағы магазин ишегенә ҡаптыртылған быҙау башындай йоҙаҡ, йоҙаҡҡа текләп теҙелгән һыуҙай оҙон сират салынды ауыл шағирының күҙенә һәм ул, тәү ҡараштан уҡ, үҙе лә абайламай, хозурланып һөйләнде: “Даһи Ильич мавзолейына инергә теҙелгәндәй!..”
Сират баҫҡан халыҡ массалары араһында түҙемһеҙ йәш-елкенсәк, тыйнаҡ сабырлыҡ кисергән ҡарт-ҡоро, хатта күрше ауылдарҙан сабып килеп еткән шаян киленсәктәр бар ине. Майҙандың бер яҡ ситендә, тап яҙғы һабан туйындағылай, ергә ҡаҙып эшләнгән усаҡтар төтәй, ҡаҙандарҙа боҫорап аш бешә, сәй ҡайнай – кистән килеп ҡуныусыларҙың иртәнге ризығы булһа кәрәк. Ҡара танаулы бала-саға, уғата ҡарайышып, юл саңында болғана. Аҡ айыуҙай сал һәм олпат бер олатай ҡул эшен тотоп килгән: сиратын көтөп, йоморо таш өҫтөндә үткер салғы бәке менән ҡурыс һыҙыра, ә янында әле генә бөтөрөп һалған сабатаһы һары шаҡмаҡ тештәрен ыржайтып ята. Мөкиббән эшләһә лә, ҡарттың да күҙе дәү йоҙаҡта.
-- Оһо, ысын ғаләм ҡубынған! – Һоҡланды тәьҫирсән шағир. – Сәғәт нисәнән асыла?
Берәүҙең дә яуап биргеһе килмәне. Суҡмарсыһы бүре артынан баҫтыртҡан арғымаҡтай яфаланған ҡиәфәтле бер ағай мыңғырҙаны:
-- Ишегенең башына яҙылған бит. Күҙең яҙыу таныйҙыр, шәт?
-- Унда сәғәт туғыҙҙан тип әйтелгән, ә хәҙер ун беренсе ярты...
-- Мәскәү ваҡыты менән йәшәй ул беҙҙең һатыусы. Шуға тиклем туғай буйына һауа һуларға киткән.
-- Муса ағай һауа һулап ҡайтты, -- тип хәбәр итте тиҙәк тибеп уйнаған ялан аяҡлы малай. – Ебәк юрғандарын елләтергә ҡоймаға элеп тора.
Теүәлерәк белешергә югерткәйнеләр, биш минуттан кире әйләнеп килде:
-- Муса олатай өйҙә юҡ, умарталығына киткән.
-- Ах әттәгенәһе, Ленинград ваҡытына күскән икән ул... – тип ыуаланды сиратта алйыусылар. Әлһерәгән ҡарт-ҡоро, һуңғы ҡарыуҙары ҡайтып, ергә сүгәләне. Тел сарлаусы киленсәктәр ҙә шымды, сабатасы үремтәһен ҡалыбына кейҙерҙе:
-- Ленинградтан да ары китмәһә ярай ҙа ул!
-- Вәт безобразие! Нисек түҙеп тотаһығыҙ бындайҙы? – тип ғәжәпләнде пряник-фәлән алып ҡабырға хыялланған Поэзовский.
-- Тотмай ҡара, түрә туғаны булғас!
-- Быныһы нисауа әле, һуңлатып булһа ла аса. Элегерәк эшләгән маръя – вәт звир ине ул, исмаһам! Бер көн һатыу итә лә өс көн туғайҙа иҫереп ята торғайны. Төрмәгә ябып һәләк иттеләр бисараҡайҙы...
Малайҙарҙың ҡапылғара һөрәнләүе өйөрмә килеп бәрелгәндәй ҡымшатты:
-- Муса олатай күренде! Муса олатай өйөнә инеп китте!
Әлһерәгән ҡарсыҡтарҙың теҙ-быуынына яңынан хәл керҙе – аяғүрә баҫтылар. Киленсәктәр бер-береһенең бөйөрөнә төртөшөп, “пырх-пырх” көлөшөп, һуған баҙары асты. Сабатасы олатай ҙа, бөтөрөп ултырған сабатаһын ҡуйып, сираттағы урынын алды:
-- Күп ҡалманы инде, йәмәғәт. Баллап-майлап сәй эсеп кенә алыр ҙа елтерәп килеп етер.
-- Асы балдан ауыҙ итеп, көмөшкәһенә керешмәһә ярай ҙа!..
Поэзовский, хайран ҡалып, сельпо магазины алдында ҡупҡан зил-зиләне күҙәтте. Сөмкә, тоҡ тотҡан әҙәм балалары һәр яҡлап сиратҡа тығылды, талаш-тартыш, ғауға ҡупты. Күҙҙәре аларған бәндәләр, ташҡын ҡайтҡанда күлдән кире ҙур һыуға ябырылыусы балыҡтарҙай, бер-береһен иҙешеп, фәҡәт алға, алға ғына дөрәләр ине. Быҙау башы ҙурлыҡ йоҙаҡ ҡубынып, ишек шаран асылып, тере ташҡындың ҡотороҡ башы дөкәнгә кереп тулды. Эстә таҡта шытырҙай, кешеләр ыңғыраша, ә үлсәүескә барып еткән бәхетлеләр, тауар һалған төйөнсөктәрен ауыҙҙарына тешләп, ҡолас ташлап, йоҙроҡ айҡап сығыу юлын йыралар; егеттәрҙең үтә лә йылғырҙары, ҡаптағы шырпыларҙай шыпланып баҫҡан сират өҫтөнә ырғып менеп, аҡырышҡандарҙың яурынбаштары буйлап үрмәләйҙәр...
-- Ҡайһындай ҙа ҡырағай икән халҡыбыҙ... Кинолағы әптән әселәп, тоҙ яларға ябырылған мал көтөүе тип уйларһың... – тип, күңелһеҙ хистәрен йәшермәйенсә, дөкәнгә инеүҙән өмөттәрен өҙөп бер ситтәрәк торған аҡһаҡалдарға ҡарап көйәләнде ауыл шағиры. – Шул тиклем дә күҙе тоноп, ни ала һуң был халыҡ? Ниндәй дефицит?!
-- Тоҙ! Тоҙ! Тоҙ! – тип тәкрарланы сираттағы йәмәғәт. Аҡһаҡалдарҙың аңлырағы Поэзовскийға аңлатты:
-- Эйе, тоҙ. Сельпобыҙ, пристандә ятып яртылаш ергә һеңгән аш тоҙоноң ҡалдыҡтарын ҡайтартып, магазинға ташланы.
Поэзовский кисә генә Сим ярында үҙе тайып йығылған һәм макинтошына тоҙло батҡаҡ һеңдерткән ҡотһоҙ мажараны хәтерләп, бармаҡ тешләп албырғанып торған арала тоҙ һатылып та бөттө һәм шаулы магазин алды, киң майҙан кешеһеҙ тороп ҡалды -- әйтерһең, ен иләүе күсеп китте. Еңел һулыш алған шағир тамаҡ ихтыяжын ҡандырырға кереп баҫты. Әлбиттә, мөҡәддәс һорауы икмәк булды.
-- Һеҙ нәмә, күктән төштөгөҙмө әллә? – Күҙҙәрен аҡайтты Муса.
-- Бында күктән төшкәндәр генә икмәк ашаймы әллә? Үҙегеҙҙә икмәк һалалар икән тип ишеткәйнем.
-- Мин ишеткән ауыл шағиры булһағыҙ, яҙын мал-тыуарға аҙыҡ етешмәүен белергә тейешһегеҙ. Икмәкте беҙ, икмәкхананан уҡ, совхоз сусҡаларына оҙатабыҙ.
-- Ә кешеләргә?
-- Уныһы ваҡ мәсьәлә. Ваҡ-төйәк һатып алыусы менән мәшәҡәтләнмәй, фермаларға уптыһы менән китә.
-- Сусҡаларҙан да кәм икән һеҙҙә совет кешеһе.
-- Оскорблять итмәгеҙ. Совет сусҡалары улар!
-- Печенье-фәлән дә юҡмы?
-- Уныһын, кисә ҡараңғыла килеп, батҡан пароходтың бер ҡортҡаһы уптым алып китте.
-- Ах хәйерһеҙ, бында ла өлгөргән икән! – тип ыуаланды шағир, пароход буфетын таҡырлатҡан ҡортҡаны иҫенә төшөрөп.
-- Ул бит бөтә пассажирҙар исеменән һораны, -- тип аҡланды һатыусы.
-- Һем... һис юғында анауы резинка итек менән брезент плащты бирегеҙ. Йылға буйында уҙып барыусы һалсыларҙан аҙыҡ-түлеккә алмаштырырмын, исмаһам.
-- Алайһа, күкәйҙәрегеҙҙе һалығыҙ!
Меҫкен шағир ҡолаҡҡа яғышһыҙ тәҡдимдән ҡойолоп төштө:
-- Йәғни... йәғни... ни һүҙегеҙ был?
Янда торған зыялы ғына береһе төшөндөрҙө:
-- Тауыҡ йомортҡаһын әйтә бит ул – уны беҙҙә күкәй тиҙәр. Сельполағы һәр дефицит тауарҙың хаҡы фәләнсә дана күкәй, фәләнсә һум аҡсанан хасил.
-- Ни... ни... Мәҫәлән, нисәү кәрәк ул нәмә?
-- Итектең бер кейеменә 50 күкәй һәм 41 һум аҡса, плащ өсөн 100 күкәй һәм 100 һум аҡса.
-- Тимәк...
-- Тимәк, йәмғеһе 150 генә күкәй һәм 141 һум ғына аҡса.
-- Беҙ, ҡаланыҡылар, тәүгеһен ҡайҙан алайыҡ?
-- Үҙеңдекен һалып бирһәң дә тулмай шул... – тип хихылданы баяғы аңлатыусы. Муса иһә яғанан ала яҙҙы:
-- Күкәйең дә булмағас, ниңә килдең ауылға?! Выжт!
Шағирыбыҙ, башына эҫе ҡапҡандай, атылып килеп сыҡты. Алан-йолан ҡаранып, уңды-һулды абайларлыҡ иҫ йыйғас, тартыу көсө ялларға тип юлдаштары йүнәлгән трактор бригадаһын эҙләп китте.
Баҫыу башында тракторы талғын ғына дырылдаған сәсеү агрегаты тора; Садиҡов менән Джугашвили, ергә түшәлгән торпошаға аяҡ бөкләп ултырып, сәсеүселәр ҡатарында ирәүәнләнеп ҡайнар сәй һемерә ине. Шулар ҡатарынан ипле генә тубыҡланып, бөйөрҙәрен йөҙҙөрткән арала, шағир шөйлә тынысланды һәм, сәскестәрен көйләп маташҡан сәсеүсе ҡыҙҙарға яҡынлап, ижады өсөн ҡиммәтле тормош материалы һоҫоп алырға ашыҡты. Еңдәрен һыҙғанып, үҙе өсөн асылмаҫлыҡ сер булған сәскес механизмдарын тотоп-тотоп барланы. Райондан килгән нәүбәттәге вәкилдер, тип, ахыры, ҡыҙҙар уға зарлана ла башланылар; агрономдарының, күҙен күрһәтмәй, әллә ҡайҙа йөрөүөн, шунлыҡтан сәсеү нормаһын тейешле кимәлгә ҡуя алмай яфаланыуҙарын һөйләнеләр. Шағир быларҙың бөтәһен-бөтәһен ҡуйын дәфтәренә теркәне.
-- Бәлки, һеҙ беләһегеҙҙер сәсеү миҡдарын теүәл билдәләү әмәлен? – тип эскерһеҙ һорағастары, ул да ихлас яуапланы:
-- Күберәк сәсегеҙ, иптәштәр, күберәк! Миҡдарҙы уйламағыҙ, ни иклем ҡуйы төшһә, шунса ҡуйы буласаҡ.
-- Өйрә урынына бутҡа килеп сыҡмаҫмы икән һуң?
-- Бутҡаһы ла кәрәк беҙгә, ете саҡрымлы аҙымдар менән яҡты коммунизмға барған илгә! – Агрегатты абруйлы әйләнеп сығып, юлдаштары янына кире килде. Джугашвили үҙ йомошо менән ситкәрәк киткән, ә Садиҡов бригадирға тел сарлай. Шағир, әңгәмәнең “тары” тигән, йәш сағында студент ашханаһында йыш ашаған арзанлы бутҡа ярмаһының исеме тирәһендә буталыуын салт самалап, белдекле тамаҡ ҡырҙы:
-- Күпме ярма сәсәһегеҙ быйыл, иптәш?
Был һорауҙан телһеҙ ҡалған бригадир, саҡ ипкә килеп, йылмайҙы:
-- Беҙ ярма сәсмәйбеҙ, ағай.
-- Нимә сәсәһегеҙ һуң?
-- Тары.
-- Бик насар, бик насар. Социалистик халыҡ хужалығы өсөн тарының ярмаһы мөһим, ә тарыһы тротуар ситендә темеҫкенгән күгәрсендәргә һибеүҙән башҡаға яраҡһыҙ. Кеҫәһе һайыраҡ әҙәмдәрҙең, бигерәк тә студенттарҙың барлығын да онотмайыҡ, иптәштәр. Күберәген ярма сәсергә кәрәк ине, ярма!
Сәсеүселәр бер-береһенә ҡарашып сәйерһенде. “Беҙҙән көлә, ахыры, был ҡала кешеһе” тип хәтерҙәре ҡалды, буғай – һүҙҙе артыҡ ҡуйыртмай, сәскестәре яғына ыңғайланылар, бригадир ҙа тракторисҡа әмер бирергә китте. Садиҡов иһә ауыл шағирының яурынынан аталарса ҡағып, яғымлы тауыш менән хупланы:
-- Шулай, Поэзовский, шулай – бик дөрөҫ киҫәтәһең. Был бешмәгән малайҙарға ышанһаң, тишек кәмәгә ултырғаныңды хатта тоймай ҙа ҡалырһың: ярма урынына тары сәсеп йөрөйҙәр бит, хәсрәттәр! Моғайын, перловканы ла тын бойҙай килеш, ә буханканы он килеш сәсәлер әле улар!
Поэзовский, был юлы ла аңғармаҫтан әҙәм көлкөһөнә ҡала яҙыуын тойоп, ҡыҙарынды-бүртенде, һыуҙан ҡоро сығырға йәтешләнеп, “эһем... эһем...” тип тамағын ҡырҙы. Ахыры булмағас:
-- Әллә мине тилегә һанайһығыҙмы, буханканың ҡайҙа шытҡанын белмәй тип уйлайһығыҙмы? – тип үпкәләне.
-- Белгәнеңде яҡшы белеп әйтәм дә! – тигән булды тегеһе. Шул арала эшен бөтөрөп килеп еткән Джугашвили икеһенең яурынына дуҫтарса ҡулын һалды:
-- Туҡтатайыҡ, батониҙар, һәр төрлө һалҡын һуғышты! Сәскә атҡан социализм баҫыуында проблемалар тик үҙ-ара килешеп хәл ҡылына!
-- Шунан?
-- Ултырған да шыуған, башҡорт дуҫтар әйтмешләй. Киттек кире пристангә -- “Тимер утрау”ҙы, ҡорос арҡандар менән тарттыртып, ҡапҡандан ҡотҡарырға!
-- Ҡорос арҡанға тағырлыҡ көс-ҡеүәтебеҙ бармы һуң? – тине Поэзовский.
-- Батони бригадирҙың үҙе менән килешелде – “Коммунизм шаңдағы” хужалығының иң ҡеүәтле дизеле беҙҙең активта!
-- Эйе, “С-80” тракторы, -- тип дөрөҫләне бригадир. – Кәрәкһә, һеҙҙең кеүек хөрмәтле әһелдәргә “Т-75”-те лә ҡушып бирербеҙ. Тик трактор йөрөтөүсенең дә күңелен күтәрегеҙ. Көтөп тора.
-- Ҡайҙа ул?
-- Сельпо магазины ҡатарында. Барығыҙ, Боғаҙ Бәҙәмшаны һорағыҙ.
Дәртләнешкән юламандар кире-ҡабат ауылға уҡталдылар.
-- Ғүмерҙә булмаған хәл: нисек тиҙ йомшарҙы икән бригадир? Зерә лә ҡыҫмыр, ҡаты кеше, тиҙәр ине... – тип аптырағайны Садиҡов, Джугашвили бүртек сөмкәһен башы өҫтөнә күтәреп һөйгөсләне:
-- Ошондағы ҡатылыҡты йомшартһаң, донъялағы бөтә ҡаты нәмә һәлберәп төшә!
Ирәүән генә елтерәп барғандарында, яндағы кукуруз баҫыуы яғынан, оҙон осло түфлиҙәре менән юлдың ҡара саңын борхотоп, ҡулындағы дүрткел шешә боғаҙынан һемерә-һемерә юртып килеүсе әзмәүерҙе күрҙеләр. Өскөл һаҡаллы оҙонса йөҙө трактор майы ҡатыш саңға ныҡ буялғайны; ҡара тирәсле, һыңар атламалы һәм бер быялаһы сатнаҡ күҙлек кенә азаматтың һәүәҫкәр уйлап табыусы Йолҡоғужин икәнлеген танырға мөмкинлек бирҙе.
-- Ҡотҡарығыҙ, иптәш кешеләр, ҡотҡарығыҙ! – тип ялбарҙы өсәүҙең артына малайҙарса ышыҡланып һәм яман итеп аҡырҙы: -- Разбуй, үлтерәләр! Анауы Хоҙай орғоро бәндә майлы йоҙроҡтары менән дөмбәҫләне, тимер алып киҙәнде! – Ысынлап та, ҡулына ҙур трактор асҡысы күтәргән механизатор бәхетһеҙҙең артынан баҫтыра ине.
-- Һеҙҙең әшнәме был мәхлуҡ?! – тип екерҙе ул иң алда торған Поэзовскийға, тимер ҡоралын башы осонда яман уйнатып.
-- Кемде әйтәһегеҙ, ҡустым? – тип шөрләп үк ҡуйҙы шағир.
-- Артығыҙҙа ышыҡланған кәзә һаҡаллы мөртәтте! – Тракторист өсәүҙең аяғаҫтына төкөрҙө.
-- Юҡ, энекәш... ярамай улай... – тип янтая бирҙе донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған Садиҡов. Тракторист та һүрелде:
-- Бәхетегеҙ икән. Юғиһә уның менән бергә өсөгөҙҙөң дә тетмәһен тетер инем, ағайҙар! Ә шулай ҙа кәзә һаҡаллыны бирегеҙ, хәҙер анауы ағасҡа к...нән аҫып китәм!
-- Сеү! Иң элек аңлашайыҡ: ни зыяны тейҙе һеҙгә? – тигәйне Поэзовский, Джугашвили йәтеш иҫкәртте:
-- Гражданын, беләһегеҙме, мин кем? Бына бында, -- һары күн сөмкәһенә һуҡҡылап күрһәтте, -- һеҙҙең кеүек ҡыҙыубаштарҙың беләктәренә кейҙертмәле бик йәтеш беләҙектәр бар. Тегендә алып китһәм, нисә балаң илап ҡалыр өйөңдә?
-- Бишәү... – тине ҡыҙыубаш, тимерен артына йәшереп, үҙе тамам һыуынып.
-- Шулайғас, ошонда уҡ яуабыңды биреп ҡотол!
Майлаған ҡайыштай йомшаған ир тиҙ үк ыңғайға килде:
-- Артынан баҫтырыу түгел, төшөмдә лә күрмәҫ инем мин уны, әгәр бригадир үҙе әпкилеп беркетмәһә, өскөл һаҡаллы был ағай – юғарынан килгән уполномоченый, ауыл хужалығы машиналарының ҙур белгесе, кукуруз сәсеүҙең өр-яңы ысулын тыуҙырып йөрөй -- әйткән берен үтәп, ярҙам итергә кәрәк, тимәһә... Ватан үҙе уполномочить итте, тип, көнө буйы елкәмде мочить итте, ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр эшемдән туҡтатты, кәрәкмәгәнсә эшләргә ҡыҫтаҡланы... Йәнәһе, квадрат-оялап кукуруз сәсеүҙең иң еңел һәм арзанлыҡлы – тимерсыбыҡһыҙ ысулын асып, был эштә ысын революция тыуҙыра. Революцияһын минең баҫыуҙа бойомға ашырырға, дүрт тәгәрмәсле “Беларусь”кә бишенсе тәгәрмәс ҡуйырға, тип ныҡышты...
-- Шуның өсөн генә тимер күҫәк күтәрәләрме? Бригадирың бойорғас, үтәргә кәрәк ине, -- тип киҫәтте Джугашвили.
-- Эйе шул! – тип үкһене өстаған артында иламһырап-һулҡылдап торған белгес, шешәһенән нәүбәттәге йотомон ғорҡолдатып.
-- Уныһына ла түҙер инем әле мин, һуңғы тәҡдимен әйтмәһә...
-- Ниндәй тәҡдим?
-- Мин уға: етте, төш! Тракторымдың яғыулығы бөтә -- төрөпкәнән түбәнәйҙе! – тигәйнем, яңы тәҡдим керетте -- бак төбөндәген тейешле кимәлгә күтәртеү өсөн, икәүләшеп бак эсенә “мочить” итергә димләне...
-- Бригадирың “уполно-мочить” тигән бит, хе-хе-хе... – Джугашвили шаяртмаҡ булғайны ла, тракторист оторайҙы:
-- Уполномоченный, тип, елкәгә баш-баштаҡлыҡ атландыртып йөрөр заман үткән инде, ағайҙар! Бишенсе тәгәрмәс ҡуйыусылар хәжәт түгел беҙгә! – Танауы аҫтынан тағы әллә нәмәләр мөңгөрҙәнеп, баҫыу башында мөрйәһенән төтөн атып көтөп торған тракторына ыңғайланы. Йолҡоғужин да, өсәүҙең яҫы арҡаһы артынан сығып, еңел һулап, шешәһе боғаҙынан ғорҡолдатты ла иламһырап зарланды:
-- Күрҙегеҙме, ниндәй ҡырағайлыҡ? Мейе майымды яндырып яһаған асыштарымды дәррәү илтеп еткереп, төпкөл ауылдарҙы сәскә аттыртайым, тип сыҡҡайным изге сәфәргә -- ҡәҙеремде белмәнеләр. Инде ҡайҙа барырға?
-- Мәскәүгә, Кремлгә. Йәиһә Аллаһы Тәғәләнең үҙенә, -- тине Садиҡов. Мейе майын яндырыусы, буҫлығыуынан баҫылып һәм күҙҙәрен аҡайтып, кәңәшсеһен ҡарашы менән баштан-аяҡ һәрмәне лә, өмөтһөҙ баш сайҡап, шешәһенең һуңғы тамсыһын ауыҙына һарҡытты.
-- Бәй, үләһең бит! – тине Садиҡов, шешә этикеткаһындағы ҡыу баш һөйге менән арҡыс-торҡос һөйәк һүрәтенә һәм “Денатурат. Ағыу!” тигән яҙыуға иғтибар итеп. – Беҙҙең цехта столярҙар буяу болғатырға ҡуллана быны... әжәл килтереүсене...
-- Ә беҙҙең яҡтың йоморо башлы урыҫтары уның әжәл дарыуы икәнен асҡандар ҙа “гарный” тип атағандар, рәхәтләнеп эсәбеҙ. Башҡорттоң да минең кеүек зыялылары ҡәҙерен белә уның, гарныйҙың, сөнки үҙе тройнойҙан арзаныраҡ, үҙе күңел күтәрә һәм эсеңдәге бөтә сирҙәреңде ҡыуып сығара. Был төбәктең артта ҡалған халыҡтары әле булһа белмәй шуны – баштан-аяҡ көмөшкәгә һалышып көн итәләр, магазиндарының бүлкәләрендә “гарный” шешәләре йыл әйләнәһенә саң һырытып ултыра...
-- Туҡта-туҡта, кеҫә төбөң шомотор ине ләһә, шешәне ҡайҙан сәлдерҙең? – Белешә һалды Садиҡов.
-- Сәлдермәнем – хәләл күкрәк көсөм менән эшләп таптым.
Талантлы уйлап табыусының ғилми юлдары уңмауынан ихлас көйөнгән Поэзовский йәнләнә төштө:
-- Совхозға эшкә урынлаштығыҙмы әллә?
-- Дуракмы ни мин башымды ҡаҙыҡҡа бәйләргә! “Тимер утрау” ҡаршыһындағы пристандә баҙар асҡан ҡортҡағыҙға ялландым.
-- Ниндәй ҡортҡа тағы?
-- Буфеттың балыҡ кәнсирҙәрен бишләтә хаҡҡа осороусыны әйтә, -- тип аңлатты Садиҡов.
-- Тап үҙе! Беҙҙән ҡалып яр башына сыҡһа ла, беҙҙән алда ауылға килеп етеп, сынаяҡтарын ҡырҡлата хаҡҡа һатҡан, магазиндың көйшәргә яраҡлы бар мөлкәтен һыпырып алған. Ҡыҫып бәйләгән тулы тоғон пристангәсә йөкмәп илттем, был шешәне шуның хаҡына тамыҙҙы.
-- Тоғонда нимәләр ине?
-- Перәнник тә печенье. Бер-нисә шешә лә бар. Пристандә яңы баҙар асмаҡсы.
-- Ҡәһәр һуҡҡыры ҡортҡа! – Поэзовский магазиндан ҡороғул сығыуының сәбәбен, ниһайәт, шәйләне, Йомағужин яҙмышын да ҡайғыртты. – Инде ҡайҙа бараһың?
-- Әйттем бит, ялландым, тип. Ҡортҡа мине төпкөлдән аҙыҡ-түлек килтерергә экспедитор яһаны. – Буш шешәһен юл ситенә атып-бәреп, әйләнеп тә ҡарамай, йылға ярына перпиндикуляр рәүештәге ҡаршы яҡ тарафҡа ҡарағуранан һуҡмаҡ ярып тәпәйләне. Бара биргәс, бер әйләнеп ҡараны. – Заманында крохоборҙар бөйөк Лобачевскийҙы ла танымағандар; йөҙ йылдан һуң, сәстәрен йолҡоп илай-илай, мине лә таныясаҡтар! – булды һуңғы йөмләһе.
-- Их, ниндәй таланттар аяҡ аҫтында тапалып ятып ҡала! – Ауыр көрһөндө шағир. Джугашвили тейешле һөҙөмтә яһаны:
-- Йүнһеҙ юлға баҫҡан шул. Аҡса баҫыу станогы яһарға ла Ҡаф тауы артына шылырға кәрәк булған уға.
Өстаған ҡабат баҫыу ҡапҡаһын үтеп, бригадир өйрәткән ергә барып еткәндә, Боғаҙ Бәҙәмша тигәндәре, башын трактор капоты аҫтына тығып, нимәлер соҡсона ине.
-- Сәләм, батони! – Тракторист салт әйләнеп ҡарағайны, ауыл шағирының көллө тәне эҫеле-һыуыҡлы сымырҙаны, сөнки ул төндә һуған түтәле ҡырында үҙен ҡосаҡлап ыҙалаусы, ауыҙына көсләп һаҫы көмөшкә ҡойоусы ғырылдауыҡ боғаҙҙы таныны.
-- Ни йомош? – тине тегеһе, үҙ көйөнсә ғырылдап. Төнгө “Ғәбделмөбәрәк дуҫҡай”ын таныманы, әлбиттә, Поэзовский ҙа биштән ҡыҫты бөрмәһен. Бөтәһе исеменән олпат Садиҡов һүҙ алды:
-- Бригадирыңдан бойороҡ: дәжжалыңды йәһәт кенә ҡуҙғалтып, беҙҙең менән яр буйына барырға, ҡомға ултырған карапты сығарырға тейешһең.
-- Тросығыҙ бармы һуң?
-- Уныһын үҙе табыр, тине.
-- Ә тростың был башына тағырға? – Боғаҙ Бәҙәмша бармаҡтарын аҡса һанағандай йылдам ҡыбырҙатты.
-- Уныһы юҡ! – Кинәт өҙҙө Джугашвили, ҡулындағы һимеҙ сөмкәһен ҡултығы аҫтына йәшереп. Садиҡов иһә тәүфиҡһыҙҙы оялтырға теләне:
-- Ҡустым, совет кешеһеме һин?
-- Совет кешеһе.
-- Совет кешеһе булһаң, игелекте буш эшләргә тейешһең.
-- Ә бына бынауыны еҫкәргә теләмәйһеңме? – Боғаҙ Бәҙәмша трактор майы ҡатыш туҙанға ҡатҡан, “ҡуҡыш”ҡа йомарланған бала башындай йоҙроғон ныҡышйәндең танауына терәне. – Буштың атаһы үлгән – бушҡа эшләмәгеҙ, тип, васыят әйтеп ҡалдырған. – Капотты шартлатып япты ла, тракторын тырылдатып, кабинаһына олағырға йыйынды.
-- Ай-бай-бай, Урал тауы кешеһенә оҡшамай – беҙҙең Ҡаф тауы артынан, Гутаутанан килгәндер был! – Джугашвили “һә!” тигәнсе ҡойма артына боҫто.
-- Иптәш, туҡтағыҙ! – Ялыныслы өндәшкәйне Поэзовский, тракторист, тыңлаулыҡлы туҡталып, әйләнеп тә ҡарамай, майға буялған көрәктәй усын һуҙҙы:
-- Һалығыҙ!
Шағир уны-быны уйлаған арала тире иләү оҫтаһының да бесәйҡойроҡ мыйыҡтары трактор артына ҡапланды. Дәжжалсының ташлап китеренән ҡурҡып дер-ҡалтыраған Поэзовский, тештәрен ҡыҫып, Йолҡоғужиндың йолҡоуынан тороп ҡалған Ленин һүрәтле һуңғыун һумлыҡты һондо:
-- Мәгеҙ, тик пароходты ғына ҡапҡандан ысҡындырығыҙ!
-- Айн момент! – Егет елтерәп магазинға йүгерҙе. Артынса уҡ хасил булған ике юлдаш тотанаҡһыҙҙы оялтып баш сайҡаны:
-- Бирмәҫкә кәрәк ине!
-- Буштың атаһы үлгән, ти бит һуң.
-- Асыҡ ишектән күреп торҙом: инеүе менән берҙе ҡойҙортоп кәкте лә тулы шешәне ҡуйынына сумырҙы. Дәжжалы менән ҡуша ауып ҡалмаһа ярар ине.
Йөҙө Ҡояштай балҡып сыҡҡан Бәҙәмша иһә алыҫтан уҡ алҡышланы:
-- Булды, егеттәр! Һеҙҙең ул тимер тағараҡты мин күҙ асып-йомғансы йолҡоп сығарам! – Бейек ҡорос арғымағына кавалеристарса ырғып менде лә штурвалына йәбеште. Өстаған да, еңел һулап, бер иле май һәм туҙан ҡатҡан кабинаға ҡыҫылыштылар. Боғаҙ Бәҙәмша күҙ асып-йомғансы шешә ауыҙын тешләп асып, ярты миҡдарын, тигәндәй, ғорҡолдатып тамағына оҙатты, боғаҙынан ғырылдауыҡ йыр һуҙып, ҡарышлауыҡтары шалтор-шолтор ҡарышлаған ҡорос атын туранан-тура Сим яғына йүнәлтте. Ҡалғанын да тамағына ҡойоп бөтөрөп, йыр һуҙыуынан төңөлдө, ҡаҙандай дәү башы әүеш-тәүеш килә башланы, шулай ҙа теҙгенде ҡулынан ысҡындырманы. Поэзовский, йығылып ҡуймаһын, тип, “дуҫ”ын ҡосаҡлап тотто, макинтоштан яҙған өҫ-башы икенселәй ҡарайҙы. Һәм, ниһәйәт, яр башына еттеләр, ә хәйерһеҙ трактор, моторы һүнеп, шып-туҡтаны. Боғаҙ Бәҙәмша шунда уҡ янтайҙы ла мотор тырылдауынан да яман тауыш сығарып хырылданы. Өстаған ергә төштө, дәһшәтле Сим өҫтөнә, яр буйҙарына дәһшәтле ҡараш ташланы. Пристандә, кисә генә Поэзовский тайып ҡолаған тоҙло күләүек буйында, иркен генә ҡыҙыл палатка ҡоролған, ишегенең башына: “Аҡсаң булһа – теләгән тауарыңды ал!” тип яҙылған. Яҙыу аҫтында, түңкәрелгән оҙон йәшник өҫтөнә тәмле-татлы мөлкәттәрен теҙеп һалып, йомортҡа баҫҡан күркәләй ҡуҡырайып, барыһына таныш тәсбихле ҡортҡа һатыу итеп ултыра. Палатканың эргәһендә яҡындағы ауылдарҙан май, ҡорот, йомортҡа, һөт-ҡатыҡ алып килгән ҡатын-ҡыҙ теҙелешкән: малдарын һаталар ҙа ун тәңкәнән бер тәңкәһен урын хаҡына – “базарком” ҡортҡаға түләйҙәр. “Тимер утрау” халҡы, асығыуҙы онотоп, баҙарҙа ҡайнашалар -- һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт. Ошоно күреп һоҡланған Джугашвили ҡортҡа менән ике-ара аңлашып, ҡул бирешеп килеште: Ҡаф тауы арты лимондарын береһе – килтереп, икенсеһе һатып торасаҡ, ике яҡ та зерә ҡәнәғәт буласаҡ...
Ә Сим үҙәнендә тулаған хәрәкәт өстағанды уғата шатландырҙы, сөнки “Тимер утрау” йәнәшәһенә, ниһайәт, зарығып көтөлгән ҡотҡарыу буксиры моторын гөрөлдәтеп килеп туҡтаған да судноны тарттырып сығарыр өсөн ике араға ҡорос арҡан һуҙғандар. Капитан, ҡыуаныстан халыҡтары шау-гөр килгән ҡайығының “КОММУНИЗМҒА -- АЛҒА!” тигән көр яҙыуы тәңгәлендә борт ҡырыйына суҡайып, матростарының арҡан менән булашыуҙарын ғорур күҙәтә, ауыҙындағы төрөпкәһе паровоз мөрйәһеләй боролдап төтәй. Бына трос нығытылды, капитан, хәл иткес эшкә ҡушып, буксир капитанына ҡул һелтәне. Буксирҙың дизель моторы ер-һыу яңғыратып дырылдарға, ҡойроҡтағы винты менән Симде ҡотороноп болғатырға кереште, ҡорос арҡан эскрипкә ҡылылай зыңылдап тартылды. Рупорҙан капитандың: “Тағы ла! Тағы ла!” – тигән түҙемһеҙ йәһәтләүе яңғыраны. Буксир, саҡ ҡына артҡа сигенеп, бөтә булған көсөнә ҡапыл тартҡайны, “Тимер утрау” саҡ ҡына һелкенеп ҡуйҙы ла, көтмәгәндә, трос шартлап өҙөлдө; уның бер башы, һауа сыжылдатып барып, яҡындағы йәш өйәңкене урта биленән өҙҙө, шул ыңғайҙа капитан да һыуға баштүбән осто, “ҡотҡарығыыыҙ!” тигән ҡыҙғаныс ауазы һыуҙағыларҙың да, ярҙағыларҙың да йөрәк ҡылдарын киҫте. Матростар шунда уҡ капитанға ҡотҡарыу түңәрәге ташланылар, ә береһе, өҫ-башын да һалып тормай, һыуға һикерҙе. Был минутта ҡарт бүре, ауыҙындағы төрөпкәһен ысҡындырмайынса төтәтеп, ҡотҡарыу түңәрәге өҫтөндә пристангә табан йөҙөп килә ине. Батырлығын, ихтыяр көсөн күреп һоҡланған Поэзовский үрелеп уға ҡул бирҙе, ҡороға тартып сығарҙы. Тауыҡтай күшеккән ҡарт бүре, йоморо ташҡа сүгәләп, “Тимер утрау”ҙың торошон ситтән барлағас, буксирҙағыларға өмөтһөҙ ҡул һелтәне:
-- Мәхлуҡтар, ниңә серек трос алып килдегеҙ? Олағығыҙ күҙемдән! – Һәм буксир, өҙөк трос осон һыуҙа һөйрәлтеп, ағыш ыңғайына кире Өфөгә ҡайтып китте. Йылға боролошонда ул ҡапланғас, капитандың күҙҙәренән супырлап йәш ҡойолдо.
-- Бирешмәгеҙ, капитан! Дәжжал тигән тракторҙы алып килдек, тағарағыңды “эһ” тә итмәй таҙа һыуға сығарасаҡ! – тине лә Поэзовский, яр башына йүгереп менеп, кабинала хырылдап ятҡан трактористы торғоҙҙо. Уныһы, рәхмәт төшкөрө, тиҙ үк иҫен йыя һалып, моторын тоҡандырһа ла, өмөттәр аҡланманы – тросын онотоп ҡалдырған, хәйерһеҙең...
-- Мәшәҡәтләнмәгеҙ, -- тине капитан, яр киртләсендә Сим ҡалдырып киткән һыҙыҡтың һыу кимәленән күпмегә бейеклеген самалап. – Тәүлек эсендә йылға метрға ҡайтҡан – бер түгел, мең буксир килһә лә, сығарып булмаҫ “Коммунизмға -- Алға!”ны. Алдағы ташҡынғаса, ҡомда ултырып көтөргә генә ҡала...
Шул арала “Тимер утрау”ҙа ниндәйҙер ығы-зығы ҡупты. Баҡтиһәң, кисә генә Симде үрләп киткеп барған өгөт-нәсихәт пароходы, мөҡәддәс бурыстарын үтәп, кире ҡайтып килә икән – бәхетһеҙҙәр ҡырына ҡабат туҡталды. Йәш рулевой ултырған кәмә моронон ярға төртөп, капитан менән бергә теләгәндәрҙең бөтәһен дә “Тимер утрау”ға ҡайтарып ҡуйҙылар, ҡортҡа ғына үҙенең палатка-лавкаһында сауҙа ҡылып тороп ҡалды. Ҡарт капитан ярҙамсыһынан тәмәке һорап алды ла, төрөпкәһенә тынҡыслап, каютаһына кереп бикләнде, ярымҡыҫыҡ иллюминаторҙан тышҡа ҡуйы һөрөмлө төтөн ағылды. Ошо минуттарҙа “Тимер утрау”ҙа, палубаға дыңҡылдата баҫып, үҙенең бер төркөм матросы менән өгөт-нәсихәтсе Ҡыуыҡбаш түрә ҙур эш ҡырып йөрөй ине. Уның зирәк етәкселегендә пароходтың мачтаһынан алып ҡойроҡтағы флагштоккаса ҡомас туҡыма тарттырылды, мәлендә үк тынлы оркестр дәүләт гимнын яңғыратып, көслө “ур-ра!” һыу иңдәрен тетрәтте. Хатта ҡырыҫ Садиҡов та, күңел ҡылдары нескәреп, ҡомастағы ялҡынлы шиғарҙы юлдаштарына ҡысҡырып уҡып ишеттерҙе:
Коммунистик рухығыҙҙы юғары сөйөгөҙ, иптәштәр! Бөйөк партиябыҙҙың аҡыллы етәкселегендә коммунизм еңеүенәсә алға һәм алға!
-- Ур-ра-а-а! – Ауыҙын арандай киреп, һалам эшләпәһен үргә сөйөп, күккә ҡарап һөрәнләне тарихи мөҙҙәттең мөһимлеген тойған Поэзовский. Күпте күргән һәм кисергән меҫкен һалам эшләпәһе бая ғына ҡарт капитан йөҙөп сыҡҡан болғансыҡ һыуға осоп төшөп, Симдең оторо тулҡындары араһында күмелде.
Өгөт-нәсихәттәр маһиры Ҡыуыҡбаш Ҡыубатыр, үҙенә тейешле мөҡәддәс бурысты шулай үтәп бөтөрөп, пароходының моронон Өфө яғына борорға әмер бирҙе, кире ҡайтырға теләгәндәрҙең бөтәһен дә үҙенә алды. Хәйер, ундайҙар әллә ни күп түгел, сөнки төбәктең яҡын-тирәһенә ҡайтыусылар күптән таралып бөткән, ә артабан юлланырға тейешлеләр нәүбәттәге пароходтың килеүен көтөп ҡалды. Өстаған иһә баш ҡалаға иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.
Артабан ниҙәр булған һуң?
Ышаныслы хәбәрҙәргә ҡарағанда, Сим ярында ҡортҡа нигеҙләгән сауҙа төйәге бөтә төбәк халҡын һәм үткән-һүткән пассажирҙарҙы кәрәк-яраҡ менән хеҙмәтләндереүсе ҙур баҙарға әүерелеп, Джугашвилиҙың һары лимондары һәр йортҡа барып еткән. Садиҡов иһә төбәктең барлыҡ сей тиреләрен йыйып алып китеп, бында әҙер тундар килтереп һата торған булған һәм был кәсеп ерле халыҡҡа бик оҡшаған. Поэзовский шағирәнә исемен һаҡлаһа ла, ауыҙы ныҡ бешеп, ауыл шағирлығын ташлаған, тиҙәр. Ҡалын журнал мөхәррире тағы биргән айлыҡ ижади командировкаға барып, Бабай ҡасабаһындағы һоро ташкүмер карьераһындағы шахтерҙар тормошон ныҡ өйрәнеп ҡайтҡан һәм, баяғы ҡалын журнал редакторы әйтеүенсә, “зыңғылдап торған саф пролетар үҙәкле” шахтер шағирға әүерелгән, хатта китабы ла баҫылып сыҡҡан.
Ағиҙел пароходствоһы, теплоход-буксир №11, 29.07.1956.
Өфө, 31.01.2006.
Достарыңызбен бөлісу: |