Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет4/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25

* * *
Күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғы төн. Айға ла, йондоҙҙарға ла ял бөгөн – болот шаршауы артында иҙерәйҙәр.

Йәш рүлсе, бөтә көс-ҡеүәтен күҙҙәренә егеп, ҡараңғыны быраулап тишерҙәй итеп, алға тексәйеп ҡарай, ләкин файҙаһыҙ. Яр һыҙыҡтары, дегет мискәһе төбөндә ятҡан тәңкәләй, билдәһеҙлеккә сумған.

Рубкаға, ауыр эре аҙымдар ҡайсылатып, ауыҙынан мәңге ҡупмаҫ төрөпкәһенең төтөнөнә ыҫланып этҡайышланған тос кәүҙәле ҡарт капитан инде.

-- Ну, эштәр нисек, салага1?

-- Хана! – тип зарланды рүлсе. – Йәнә маяҡтар янмай...

-- Икенсе участкамы?

-- Икенсе.

Капитан, атып ебәргән пушка һымаҡ төтөнләп тороусы төрөпкәһен семерҙәтеп һурҙы ла, “салага”ны ситкә этәреп, ҡорос теҙгенде үҙ ҡулына алды. Ләкин йылға флотына утыҙ йыл буйы тоғро хеҙмәт иткән тәжрибәле күҙҙәр ҙә һис тишеп үтә алманылар болотло май төнө ҡараңғыһын. Йөрөштө кәметеп, прожектор ҡабыҙырға иттеләр, тик уныһы ла янманы – механик үҙ вазифаһын “тырышып” үтәгән, күрәһең...

-- Уф... Икенсе участкаға еттеңме, йәнеңде ҡулыңа алаһың. Бындағы сигнал уттарын ҡасан тәртипкә һалырҙар? – тип көрһөндө ҡарт бүре. Ғәҙәттәге үҙ-үҙенә ышаныусанлығы һыпырып алғандай юғалды. Ошо минуттан башлап ул йылға короле түгел. Ҡулдарпы ҡалтырай, һуҡырҙай һәрмәнеп, судноны саҡ алып бара...

Көтмәгәндә күктәге болот кейеҙе бүҫерелеп китте лә, һыңар күҙе менән генә йылмайып, көмөш Ай баҡты. Йылға өҫтө ваҡытлыса шыйыҡ нурҙарға мансылды. Шул сәғәте-минутында дөйөм тәбиғәт һиллеген ҡайһылыр ки яралы йөрәк төпкөлөнән һыҙырылып сыҡҡан аяныслы ҡатын-ҡыҙ тауышы киҫте:

-- Уууй... тағарағыбыҙ ярға менеп бара бит!..

-- Разбу-у-уй, һәләк кенә булабыҙ -- селпәрәмә киләсәк!..

Ысынлап та, сәғәтенә ун биш саҡрым тиҙлек менән һөмһөҙ ҡаяташ шыуыша ҡаршыларына – бына-бына төкәлер ҙә “тағараҡ”тан кәлйемә яһар... Шунан һуң йәнгә үткес ауыр, тәрән тынлыҡ урынлашыр мөһәбәт Сим өҫтөндә. Социалистик ауыл үҙенең ҡыҙыл сәсле мәшһүр шағирын һәм һыйырҙары өсөн яңы аппараттар уйлап сығарыусы талантлы ғалимын юғалтыр мәңгелеккә. Суфыйбикә-ҡортҡа ла һыу төбөнә зөмбөрләһә, тауыҡтар ҙа йоморо-йоморо йомортҡаларын кем итәгенә һалыр?.. Битараф Ай ҡара болот кейеҙенән яңы тишек табып бағыр, әммә оторо тулҡындарҙы арҡыры ярып яҡты “КОММУНИЗМҒА – АЛҒА!” барыусы шанлы замана пароходын күпме генә зарығып эҙләһә лә таба алмаҫ – Симдең һалҡын битараф битен моңло-матәмле сыбарлап өнһөҙ сайҡалыусы етем түбәтәйҙәрҙе, биштәрләнгән тоҡтарҙы, бүртек сумаҙандарҙы ғына яҡтыртыр. Араларында иң аянысы – иҙелеп ләпшәйгән һалам эшләпә булыр. Нескә талдар моңло баштарын эйеп, йәшел толомдарын сайҡап, әсе күҙ йәштәрен ағыҙыр; сөрөлдәүек баҡалар, төнгө туйҙарын бүлеп, матәм тынлығы минутында аяғүрә баҫырҙар. Тик мәшһүр рәссам Айвазовский ғына булмаҫ икенсе участкала маяҡтар янмау сәбәпле ағын Сим һыуында уйналған милли трагедияны килер быуын йылғасыларына ғибрәт итеп полотноға яҙырға...

Ошо хәтәр секундтарҙа хатта һөйөклө төрөпкәһен имергә лә онотҡан ҡарт капитан, сәстәрен ҡыуартҡан утыҙ йыллыҡ хеҙмәт стажын, быуындарын ҡатырған йүнһеҙ ревматизмын да онотоп, бер минутҡа ниндәйҙер һалҡын механизмға әүерелде, штурвал тәгәрмәсен зырылдатып әйләндерергә тотондо. Инде генә гранит сағыл күкрәгенә саҡма сағам тигәндә, әҙәм балалары менән тулы ҡорос “тағараҡ”, сите Симде һоҫорҙай ҡырынайып, ҡапыл ситкә тайпылды. Унарлаған күкрәктәрҙән урғылып сыҡҡан еңел һулыш шаулатты палубаны. Тик күҙ асып-йомғансы хәлдәр үҙгәреп, рүлгә баш бирмәүсән үҙһүҙле карап осло моронон ҡаршы ярға табан борҙо, арттан шайтан этәреүен еңә алмай, яҙғы ташҡынға күмелгән ҡом-утрауҙың һыу сайҡалтҡан тал остарын борттарында шығырҙатып, шулар араһына ҡомло һайға менеп ултырҙы. Ҡапыл төкәлеп туҡталыуҙан меҫкен пассажир халҡы, салғы сапҡан үләндәй артҡа әүешеп, палубаға ҡоланылар. Аяҡ аҫтарында пар машинаһы көсәнеп ухылдай, кормала винт көрән ҡом боламығы болғатып һыуҙы быраулай, ләкин ләм ҡапҡаны “тағараҡ”ты һис кенә лә ысҡындырмай...

Замананың илле робинзоны, һөйкөмлө ҡоро материктан айырылып, уҫал холоҡло даръя уртаһында төнәргә мәбүр була. Уның ҡарауы яр буйындағы маяҡсылар, навигацияға бәйле түрә-ҡаралар йылы, йомшаҡ түшәктәрендә тәмле төштәр күреп йоҡлайҙар ине. Тап ошондағы төнгө маяҡты яҡтыртырға онотоусы ла барҙыр араларында...

Әммә ҡарт капитан ятып тынманы, рубкаға бер менеп-бер төшөп, пар машиналарын әленән-әле көсләкләп, “тағараҡ”ты ҡуҙғалтырға, ҡапҡанынан ҡуптарырға тырышты. Көсөргәнештәре эҙһеҙ юғалғас, командаһына бер-нисә сәғәт серем итерлек отбой биреп, тауыш көсәйткес рупор аша юлаусыларға өндәште:

-- Пассажир иптәштәр, паникаға бирелмәгеҙ! Судно яҡшы хәлендә һәм төбө лә тишелмәгән. Күҙ күреме яҡтыра башлау менән үк тотҡондан сығасаҡбыҙ. Шуға тиклем торлаҡ бүлмәләренә төшөп хәл алығыҙ. Коммунизмға – алға!!! Еңеү беҙҙә буласаҡ!

Рупор боғаҙына иғтибарлы ҡолаҡ һалып торған Садиҡов төшөнкөлөккә бирелде:

-- Бөттө баш – ҡалды муйын һерәйеп! “Коммунизмға -- алға!” булғас, ҡиәмәт көнөнәсә төпләнәбеҙ икән ошонда...

-- Батони, көфөр һөйләмәгеҙ улай! Бөйөк иптәш Сталин һыҙған тура юлдан тайпылмай ғына барһаҡ, хатта ҡиәмәт көнөн дә уҙып китербеҙ!

-- Бына шул-шул – күрмәйенсә уҙып китербеҙ...

-- Иптәш Садиҡов, дөмөкмәҫебеҙ борон дөмбөр ҡаҡмағыҙ -- пессимизм һаҙлығына батмағыҙ! – тип киҫәтте Поэзовский, бесәйҡойроҡтары мөрәүәтһеҙ һәлберәгән юлдашын. Джугашвили, һәр ваҡыттағыса, ғәмәлилеге менән алдырҙы:

-- Иң яҡшыһы, капитан иптәштең аҡыллы кәңәшен тотоп, тиҙерәк аҫҡа төшәйек тә һәндерәләрҙән урын алып ҡалайыҡ! – Бының менән бөтәһе лә килеште.

Аккумулятор лампалары тоноҡ ҡына яҡтыртҡан тимер аранда йәғни дөйөм ятаҡханала пассажирҙарҙың өлгөрҙәре – ҡаҡ һәндерәләргә һуҙылып, бәғзеләре ҡайғылы баштарын сумаҙандарына терәп ойорға тырышһалар ҙа, күҙҙәре йомолманы. Нервалары ярһыныу сәбәпле аппетит тигән нәмәҫтәкәйҙәре ғәҙәттән тыш киң асылып, уңайһыҙ хәлдә ҡалдылар: тәүлек юлға тәғәйенләнгән аҙыҡтарын күҙ асып-йомғансы тумырып бөтөп, алдағыһын Аллаға, -- ай, юҡ! – пароходство түрәләре ҡулына тапшырҙылар. Ҡорһаҡтарҙың ҡапыл саманан тыш тулышыуы әхүәлде ауырайтып, әйтергә ярамаған уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы, бигерәк тә был һауа сафлығы мәсьәләһендә һиҙелде. Шанлы шағирыбыҙ ҙа ашҡаҙаны әҙәпһеҙлеген әҙәпле кикереү рәүешендә кешеләргә һиҙҙертмәй генә баҫыра-баҫыра, ҡаҡ һикегә яҫтаныу хәстәрен күрҙе. Әммә һәндерәләр араһында ауыр ямғыр болотолай һәленеп йөҙгән тәмәке төтөнө әсеттереп быуҙы һулыш юлдарын. Түҙмәй, тороп, “иллюминатор” тигән тәҙрә ишаратын асҡайны, саф һауа урынына унан, яман сирҡандыртып, зәһәр семелдәүек мәңге арыҡ һәм асҡорһаҡ серәкәйҙәр өйөрө ябырылды.

-- Эй, ҡыҙылбаш! Яп төндөктө! – Асыуланып һөрәнләне йәмәғәт төрлө яҡтан. Күп тә үтмәй, ҡомһоҙ ҡанэскестәргә ҡаршы дөйөм көрәш ҡубынды. Һуҡранып, һүгенеп, тороп ултырҙылар ҙа ҡанатлы һаҙлыҡ “хайуан”дарын сарт-сорт иҙергә керештеләр. Эштең мөшкөллөгөн тойған уҫал бөжәк нәҫеле, эт баҫтырған һарыҡ көтөүеләй өйөрөлөп, сығыу яғына дөндө, әммә ябыҡ иллюминатор быялаһына төкәлеп, төрлө нескәлектә моңло безелдәргә тотондолар. Бер мөйөштә суфыйбикә-ҡортҡа етәкселегендә аяҡланыусы апайҙарҙың шап-шоп бәргән шәфҡәтһеҙ таҫтамалдары аҫтында өндәре тығылды күптәренең. Арып-талған көрәшселәр, саҡ ҡына еңел һулап, татлы йоҡо хыялы менән ауҙылар урындарына. Тик хәйерһеҙ яҙмыш уларға яңы һынау әҙерләп ҡуйған икән: ауыҙҙарҙы арандай асып иҫнәп, әүен баҙарының хозурына китеп кенә барғанда, һис тәбиғи булмаған тағы бер йәмһеҙ ауаздар шәлкеме ҡолаҡ иттәрен ашаны. Ни икән был, тип, аптырашып, оҙаҡ ҡына ҡолаҡ һалып яттылар. Оло ҡаҙанда тары бутҡаһы ҡайнағандай “боҡор-боҡор-борҡ!” итә лә тәүҙә, аҙағынан станциялағы маневр паровозы һыҙғыртыуына оҡшашлы, йәнгә үткес әсе “фи-ю!” менән ослана; иншалла, ҡотолдоҡмо инде, тиһәләр, шулар бөтәһе яңынан ҡабатлана. Күҙҙәрҙе бөрөштөрөп килгән татлы йоҡо йәтмәһенән һис кемдең дә һис кенә лә арынғыһы килмәйенсә: “Тыныр әле, тыныр!” – тигән йәшерен өмөт менән түҙә бирҙеләр байтаҡ. Әммә йән талағыс музыка көсәйгәндән-көсәйҙе; ҡолаҡтарҙы пальто яғаһы менән ҡаплау ҙа, башты төйөнсөк аҫтына тығып ятыу ҙа араламаны был бәләнән. Ниһайәт, башҡаса әмәл ҡалмағас, барса баштар, ямғырҙан һуң ҡалҡынышҡан бәшмәктәрҙәй суҡайышып, музыкантты самалай башланылар, ләкин ул ҡапыл тынды. Хәйерһеҙең һәр кемгә лә янында -- яҡында ғына булғандай тойолһа ла, һәммәһе тиң уянған һәм тороп ултырғанлыҡтан, инде уны табыуы ҡыйын ине.

-- Шайтан шаяртмаймы икән беҙҙәрҙе, ә, йәмәғәт?! – Үтә ялыҡҡан бабаҡай албырғанып ҡашыны сал башҡайын. Әммә күпселек көр коммунистарҙан да комсомолецтарҙан – замананың инанған дәһриҙәренән ғибәрәт сәбәпле, тәрән фекерле юрауҙы тиңһенмәнеләр – шом эйәһен матди донъянан һәрмәүҙе хуп күрҙеләр.

-- Һыу ҡомағының порхолдауына оҡшай түгелме был, иптәштәр?

-- Ҡайҙан килеп һыу ҡомағы ҡойонһон, ти, ҡоп-ҡоро һәндерәлектә?

-- Дөрөҫөрәге -- төнгө ябалаҡ булыр. Төрлө тауыш сығарырға мастак ул хәйерһеҙ ҡош.

Һәндерәлектә “тығыр-тығыр” сығыр тәгәрләтеп әүрәүсе йоҡоһоҙ бер малай аҡтығы, башым кесе, тип тормай, оло ғына юраусыны бүлдерҙе:

-- Алдатаһың, олатай, урындыҡ аҫтында ябалаҡ булмай! Әнә, тағы боҡорҙай башланы.

-- Йә Хоҙай, гонаһлыларыңды үҙең ярлыҡа! – тине берәү. – Ысынлап та, бер арауыҡ тынып торған шомло тауыш яңынан ҡабатланды, барыһы ла шаҡ-ҡатып тыңланылар.

-- Батони, төнгө ябалаҡ бында! – Урта буйҙа йөрөп торған Джугашвили бер һәндерә аҫтынан киң ҡара шаршауҙай күлдәк итәген һөйрәп сығарҙы. -- Әһ-һә, йомортҡалар һоғонорға яратыусы әбекәйебеҙ бит был! Бына ята тауар тултырылған тоғо менән быуаҙ сөмкәһе!

-- Падло, ҡағылма! – Ҡортҡа, замана йәштәренсә тауыш сығарып, грузиндың йылтыр итектәре янынан тиҫбеле муйынын һуҙҙы ла кире юғалды, итәген тартып алды.

-- Вай-вай-вай, батони мадмуазель!.. – тине тегеһе. Халыҡ шаулаша башлағас:

-- Хөрмәтле ханым, -- тип әҙәпле генә өндәште Садиҡов, ғауғасыл һәндерә аҫтына эйелеп ҡарап. – Ауыҙығыҙҙы асып ятмағыҙ, зинһар, эсегеҙгә тараҡан, йәки кеҫәртке үрмәләп кереүе бар... һәндерә аҫтында мыжғып тора һәр төрлө хәшәрәт әкәм-төкәм...

-- Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын! Ләхәүәлә ҡеүәтә! – Ҡортҡа йәтеш төйәгенән ҡорт саҡҡандай атылып килеп сыҡты, киндер тоғон, сөмкәһен ҡосаҡлап, маҙаһыҙлаусы ҡолға буйлыны иңе менән этәрҙе лә йәнәшәһенә ларҡайҙы. – Ауыҙ йомоп йоҡлай алмайым шул мин, бәләкәсем, -- тигән булды.

-- Тыйнаҡһыҙлығым өсөн ғәфү итегеҙ: ни өсөн?

-- Ҡороп ҡына китһен инде! Коммунизм ҡорайыҡ та ҡорайыҡ, тип, фани донъя ауырлыҡтарын үҙ иңемә күтәреп, һаулығымды ҡаҡшаттым, тамағыма аш бармай... Ашамағас, тирем ҡоршоп кипте, ҡыҫҡарҙы – күрәһең бит: үҙ тиремә һыйыша алмай ултырам...

-- Һуң, һөйләп бөткәс йомола бит ауыҙығыҙ?

-- Эй балаҡайым, йоҡлағанда булмай шул. Ауыҙымды йомһам – күҙҙәрем асыла, күҙҙәремде йомһам – ауыҙым...

Тиреһе ҡыҫҡарып интегеүсенең ауыр хәлен һәндерә аша ғына үҙенекеләй кисереп тыңлаған Поэзовскийҙың күңеле илке-һалҡыланып, күҙҙәренән йәш килде:

-- Эй донъя-донъя, кәкере мөрйә! – Һулҡылдап тәрән көрһөндө. Тиреһе ҡыҫҡарған ҡортҡа иһә эргәһендәге ҡолға буйлынан сәғәт нисә икәнен белеште лә, киндер тоғон ашығыс артмаҡлап, сөмкәһен тотоп, трап-баҫҡыстан өҫкө палубаға ашығыс уҡталды.

-- Эй меҫкенкәй, -- иңрәп баш сайҡаны шағир, -- кеше араһында тыныс ҡына йоҡлай алмағасы ни, маҙабыҙҙы ҡайғыртып, яңғыҙ үҙе палубаға сығып китте. Бына кемдән үрнәк алырға кәрәк!

-- Ҡаланан бер тәңкәлек сынаяҡ алып, алты тәңкәгә ауылҡа атҡарырғамы? Полная спекуляция! – тигәйне бесәйҡойроҡ мыйыҡлы, грузин ҡаршы төштө:

-- Батони, шуның өсөн яманларға кәрәкмәй – урлап түгел, ә үҙ аҡсаһына алып кәсеп итә бит ул. Һеҙ юҡта мин үҙе менән әңгәмәләшеп алдым, Ҡазандағы беренсе гильдия сауҙагәр ҡыҙы икән ул. Сауҙа сәме матур итеп уның генына һалынған. Так что, башҡорттоң танылған ауыл шағиры хаҡлы – ҡортҡанан үрнәк алырлыҡ, хатта бөгөндән базарком итеп ҡуйырлыҡ!

-- Алайһа ниңә Ҡазанында ғына тороп ҡалмаған – булһын ине шунда Бесән баҙарының базаркомы! – Ҡырыҫ Садиҡов ал бирмәҫкә маташты.

-- Батони, мәсьәләгә үтә тар ҡарайһығыҙ. Уның атаһын заманында милиция алып киткән дә ҡайтмаған...

-- Хе-хе, баяғы яҡын туғанығыҙ Иосиф Виссарионовичтың бойороғо буйынсамы?

-- Эй, архары, что там как бараны бормочете? Говорите по-русски! – Һәндерәләр аша кемдер екереп туҡтатты әңгәмәне.

Ҡалҡынған баштар талығып ҡабат ауҙылар, һөйәлерҙәре һөйәлделәр. Джугашвили ҙа, Садиҡов та һәм, әлбиттә, һалам эшләпәһен битенә ҡаплаған Поэзовский ҙа, тәмле серем йәтмәһенә тарыны. Йәмле Сим буйҙарында, аҡрын ғына һыҙылып, таң атып килә ине.

...Поэзовский, бәлки, ҡыҙыл Ҡояш ҡалҡҡансы ла иҙерәр ине шулай. Әммә өҫкө палубала Сыңғыҙ-хан ғәскәре яуға сапҡандағылай ҡолаҡҡа яғылмаҫ шау-шоу ҡубынды ҡапыл. Унарлаған аяҡтарҙың дөпөлдәтеп тапауынан түшәм буяуҙары ҡупсыны. Сылтырап плафон ватылды, илһам эйәһенең шағирәнә ауыҙына сатнаҡтары ҡойолдо. Тертләп уянған мосафир, нәфрәтләнеп сүп-сарҙы төкөрә-төкөрә, сығыу яғына елтерәне, сөнки күрше һәндерәләрҙә берәү ҙә ҡалмағайны. Күҙҙәрендә әле йоҡо ярыһы ятҡанлыҡтан, һүрән аккумулятор яҡтыһында йүнләп күрә лә алмай, һәрмәнеп саҡ барып етте баҫҡысҡа. Тыштан кемдеңдер яҫы арҡаһы терәтеп тотҡан ишекте көс-хәл менән этәреп, башын ғына тыҡҡайны, ҡорос ҡыҫымлы ят ҡулдар “һә!” тигәнсе макинтошы яғаһынан бөрөп алды, әҙәм өйөрмәһе аша һөйрәкләп, яҡтылыҡҡа сығарҙы.

-- Граждандар! Позвольте, мин бит...

-- Беләбеҙ кем икәнеңде! – Унарлаған күҙҙәр, үсләнеп, уны сәйнәмәйенсә үк ашайҙар; төрлө дәүмәлдәге йоҙроҡтар көтөүе, ҡыҙылға ҡаныҡҡан күркәләрҙәй ярһып, һалам эшләпә ситтәренән сосолошҡан сағыу ҡыҙыл ҡолҡамалары өҫтөндә уйнаҡлайҙар, шул уҡ ваҡытта хушсәскә еҫле лирикаһы менән донъя әҙәбиәтен байытырға ярҙам иткән йоморо ҡыҙыл танауын да йәберләргә ынтылалар ине. Ярай, грузин дуҫының тегеләр танауы янында ҡапыл хасил булған ифрат күргәҙмәле йөнтәҫ йоҙроғо һәм көр тауышы араланы:

-- Шалава! Кем дә кем уға тейһә, бына ошоно еҫкәр! Сират боҙоусы ул түгел, ә һеҙ үҙегеҙ бит!

Хәлдең асылын көс-хәл менән аңланы: баҡтиһәң, тимер “тағараҡ”тың төн сыҡҡансы бүреләй асыҡҡан халҡы йоҙроҡтай буфеттың “амбразура”һы алдына уның асылыуын көтөп сират баҫҡандар. Ҡолға буйлы юлдашы ла, бесәйҡойроҡ мыйыҡлыһы ла шунда, фәҡәт тиреһе ҡыҫҡарған бахыр ҡортҡа ғына, дөйөм ҡаҙанда буталмай, саҡ ҡына йылмая биреп, бер ситтәрәк әҙәп һаҡлап ултыра. Шарылдап йоҡлап ятҡан еренән әҙәпһеҙ уятылып, йөкмәнеп менеп киткәненән һуң, ниндәйҙер тылсым ҡөҙрәтенән киндер тоғо таң атыуға икеләтә тынҡыслап тултырылған, ә үҙенең йөҙө ифрат мөләйем. Аптырабыраҡ шуға иғтибар итһә лә, туҡталып тормайынса, ҡорһағында бүрелере олой башлаған шағир, әсә төкөрөктәрен йотоп, оҙон сират ҡойроғона теркәлде.

Йоҡонанмы, төнгө күңел асыуҙанмы күҙ төптәре күгәреп шешенгән буфетсы мәрйә, ҡан эскән эттекеләй сөм ҡыҙыл ирендәрен киреп иҫнәй-иҫнәй, буфет ишеген асты ла эскә кереп юҡ булды. Сират шунда уҡ йәнләнеп, башы ҡаҙыҡҡа ҡатылған ҡара йыландай борғаланды, ҡойроҡ осо менән шағирҙы ҡортҡа ултырған тимер стена буйына килтереп һуҡты.

-- Разбу-у-у-й, ҡороғорҙары, тауарымды иҙәһегеҙ бит! – Ҡортҡа, ике киҫәк мөлкәтен һөйрәкләп, әҙәм аяғынан һилерәк судно ҡойроғона йүгерҙе. Шул ыңғайҙа саҡ йығылмай ҡалған шағир, осоп барған эшләпәһен тотоп алып, иҙәнгә ҡапланмаҫ өсөн, алдындағы сиратсының билбауына тотонғайны, уныһы уҫал тайҙай тибеп ебәрҙе:

-- Йөрөйҙәр аяҡҡа уралып... күҙлекле-мүҙлеклеләр!

-- Ғәфү итегеҙ! – тине Поэзовский, ала мөгөҙ тирәсле кҙлеген аяҡ аҫтынан һәрмәп алып.

-- Ғәфүеңде ҡайтып бисәңдән үтен! – Ас кешенең асыуы яман, тигәндәре ошолор...

Алдараҡ торған әзмәүерҙәй ике егет: “Раз! Раз!” – тип, бүрәнә киҫкәһе менән бура мөйөшөн төкәткән оҫталарҙай, мыҡты күкрәктәрен алдағыларҙың арҡаһына бәрергә керештеләр. Сират яралы айыу һымаҡ үкерҙе, уфтанды, дуға булып бөгөлдө һәм, ҡыҫымға түҙә алмай, борсаҡ тултырылған серек ҡапсыҡтай бүҫерелде. Сирғытылған ҡатын-ҡыҙҙар, түфли-муфлиҙәрен юғалтып, ситкә тәгәрәнеләр. Поэзовский, шыңшып ятҡан береһен тартып торғоҙоп, тәртип боҙоусы егеттәрҙе ҡыҙҙырҙы:

-- Оят түгелме һеҙгә, ҡустылар? Дуңғыҙ балаһылай йәп-йәш кенә башығыҙ менән гүзәл енес йоратын рәнйетәһегеҙ. Сығынлағанда ла сама белергә кәрәк!

-- Оһо-һо-о-о! – Тамаҡ төбө менән оһолдашып көлдө тегеләр. – Анауы торған гүзәл енескә күҙе төшкән икән ҡыҙылбаш ағайҙың! Кил, бергәләп төкөтәйек... тумпайған тәңгәленә! Раз! Раз!..

-- Сәсрәп киткерҙәре, ауыҙҙарын ҡутарғансы һуғыусы юҡ бит! – тип көйәләнде бер ханым.

-- Их, милициябулһасы!

Ошоно ғына ишеткәйне, ауыл шағирының да майлы көлсәләй түңәрәк йөҙө кинәт кенә күркә кикерегеләй бурҙатланды.

-- Милиция-а-а! – тип көтмәгәндә яр һалды ул, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып. Ихласйән, үҙен ҡалалағы һыра дөкәне алдында торғандағылай хис итеп, буғай, милиция ауыҙындағы йәнгә күркәм һыҙғыртмаҡтың яҡында ғына һауа ярып сөрөлдәүен өмөт итте. Сираттағы ир-ат йораты уға бармаҡ төртөп күрһәтеп көлә башлағас та һыуынманы, йоҙроҡҡа-йоҙроҡ һуғып бик ныҡ көйөндө: -- Безобразие! Кәрәк саҡта ул батырҙарҙы эт еҫкәтеп тә таба алмаҫһың!

-- Үҙеңдең ҡайҙа тороуыңды оноттоңмо әллә, шәп кеше? – тине баяғы уҫал тайҙай тибеүсе.

-- Минең ҡайҙа тороуымдың әһәмиәте юҡ бында. Ҡайҙа ғына булһам да, миңә ошо секундта уҡ хулигандарҙың аяҡ-ҡулын борғосларға милиция хәжәт!

-- Бәлки, үҙең генә борғосларһың, шәп кеше? – Берҙәм хихылданылар. Ғауға сығарыусыларҙың береһе, уғата отороланып, Поэзовскийға яҡын уҡ килде, шәлдәүе тәңгәленә төртөп күрһәтте:

-- Бына һиңә милиция – тот төбөнән!

-- Был ни хәл, ҡайһы илдә йәшәйбеҙ?! -- Шашҡын хистәр йырсыһы, тыны быуылып, алаң-йолаң ҡаранып, ярҙам ырғағы эҙләне, ләкин Садиҡовтың тупаҫ брезент плащлы арҡаһы ғына күренә, Джугели көлөмһөрәп тора, ә ул көткән, өмөт иткән зәңгәр шинелле, сөрөлдәүек һыҙғыртмаҡлылар юҡ та юҡ ине...

-- Мин... мин... өҫтөгөҙҙән жалоба яҙасаҡмын! – Тамағы ҡарлыҡҡан Поэзовский рәнйетеүсеһенең артынан йәшле күҙҙәре менән тексәйеп ҡалды.

-- Яҙ бына бында, яҙ! – Үҙенең осаһына һуҡты хулиган. -- Өйгә ҡайтҡас, бисәмдән уҡытырмын. -- Әшнәһе менән икеһе, ауыҙҙарын салшайтып, уғата йәмһеҙерәк хахылданылар, Поэзовскийҙың ҡолаҡтары ҡыҙарҙы. Көсөргәнешле шул минутта тупаҫ брезент плащлы арҡа йөҙ һикһән градусҡа боролдо ла һәленеп төшкән бесәйҡойроҡ мыйыҡтар салынды зиһене симәлгән рәнйетелеүсенең күҙенә.

-- Шағир-шағир, илһам эйәһе! – тине Садиҡов, баш сайҡап. –Бындай йыланбалыҡтарҙы ялыу йәки мөнәжәт яҙып түгел, ә айғолаҡтарынан матҡып һелтәйҙәр уны! – Даусыларҙы икеһен тиң елкәләренән шытырҙатып эләктерҙе, маңлайҙарына-маңлай бәрҙертеп, күҙҙәренән осҡон баҙлатты ла ике яҡҡа быраҡтырҙы. Ҡаты палубаға ҡапланып төшкән батырҙар, майлаған ҡайыштай йомшарып, күҙҙән дә юғалдылар.

-- Аб-ба! Ҡуян тигәнең арыҫлан юҡта ғына арыҫлан икән шул! – тип һығымта яһаны бер апаҡай. Сират йәнә ипкә килеп, түҙемһеҙләнеп, бар иғтибар “амбразура”ға төбәлде, сөнки ғәзиз сауҙа нөктәһенең эш сәғәте һуҡҡайны. Әсе төкөрөктәрен ҡат-ҡат йотҡан Поэзовский сыҙай алмай ялбарҙы:

-- Иптәштәр, зинһар... алға үткәрегеҙ мине! Туҡланыу режимын боҙоу – ашҡаҙаным өсөн ифрат зарарлы. Мин – ижад кешеһе!

-- Һин ижад кешеһе булһаң, беҙҙе әллә ижаб ҡабул кешеһе тип белдеңме? Йөрөйҙәр бында алдашып! – тигәйне аҡ һаҡаллы бер сабый, күҙҙәрен сөкөрәйтеп текләп торған Джугашвили телләште:

-- Яңылыш аңланың, олатай. Һаҡалыңдың һәр бөртөгө менән ант итәм: башҡорт халҡының ғорурлығы, танылған ауыл шағиры ул!

Бабай артындағылар сөңкөлдәне:

-- Беләбеҙ ул “шағир”ҙарҙы! “Сыбар тауыҡ йырлап йомортҡа һала”, тип “лирика” әтмәләйҙәр ҙә аҡсаһын көрәп алалар, шунан һуң урамға сығып сират боҙалар. Өйҙәрендә ултырып ҡына үҙҙәре йомортҡа һалһалар, файҙалыраҡ булыр ине, исмаһам!

-- Китаптарының биттәрен йыртып алып төрөргә илдә тоҙло балыҡ етмә башланы!

Туған әҙәбиәтебеҙҙең ауыл шиғриәте тигән, ижадсылары йөрәгендә ҡан тамырылай һулҡылдап типкән мәңге тере тармағының аңһыҙ төркөм тарафынан шулай нахаҡ баһаланыуын тыңлап тороу асы ла, оят та ине шағирға – башын аҫҡа эйеп мышҡылдап алды.

-- Йәмәғәт, шулай ҙа саманан сыҡмайыҡ! – тине, ниһайәт, иҫенә килгән һаҡалтай. – Индерәйек шағирыбыҙҙы льготалы сиратҡа! – Беләгенән аталарса ҡамтарып, нескә хистәр эйәһен иң алда торған ҡолға буйлының алдына килтереп баҫтырҙы.

-- Маладис, батони, аңлы халыҡ вәкиле икәнһегеҙ! – тине Джугели. Моратына ирешкән юлдашының бөйөрөнә дуҫтарса төртөп, күңелен күтәрмәк булды: -- Күрҙеңме, ҡайһылай алға киткән был туған халҡың!

Ләкин шағир күңеле рәнйеүле ҡалды. “Бөтәһе – үҙебеҙҙән, үҙебеҙҙән... -- тип, йөрәге әрнеп һулҡылданы ул. – Ең һыҙғанып коммунизм төҙөүсе хеҙмәт эйәләрен үҙебеҙ тыуҙырған юғары шиғри зауыҡҡа тиң итеп тәрбиәләмәгәнбеҙ... Үҙебеҙ ғәйепле, үҙебеҙ!..

Шул арала буфеттың тәҙрә пәрҙәһе ситкә шыуышты ла “амбразура” тишеге шылтылдап асылды. Йығылып китмәҫ өсөн тәҙрә тупһаһына ҡушҡуллап тотонған шағир, аҡса йомарлаған һыңарын, ысҡындырып, “амбразура” һуҙҙы:

-- Бирегеҙ берәй нәмә... ҡатҡан икмәк булһа ла!

Буфетсы ханымдың ике иле буяу яҡҡан турҫыҡ ирендәре ифрат мөләйем йылмайҙы:

-- Күгәрсенкәйҙәрем, ниңә болараһығыҙ? Хәҙер үк таралышығыҙ!

-- Ә?! – “Амбразура”ға яҡын тороусыларҙың көллөһөнөң теле аңҡауҙарына йәбеште.

-- Күрмәйһегеҙме ни, кәштәләр шып-шырым? Тауар юҡ, иртүк һатылып бөттө! -- Ҡыҙған баштарға һалҡын һыу ҡойҙо һатыусы.

-- Ниндәй “иртүк”? Эш сәғәте – туғыҙҙан, тип яҙғанһығыҙ!

-- Бөгөн авария, ЧП. Шуға бәйле эш сәғәттәребеҙ ҙә ғәҙәттән тыш башланды. Ышанмаһағыҙ, капитандан һорағыҙ!

-- Кисә тәҙрәлә теҙелеп ултырған балыҡ консерваларығыҙ күп ине – береһе лә ҡалманымыни? Кем алып өлгөрҙө уларҙы? – тип ипле белеште итәғәтле Поэзовский.

-- Ҡалманы. Кем йоҡламай – шул өлгөрҙө. Таң атҡансы һамҫып ятмаҫҡа кәрәк ине!

Сират тәртип боҙоп гөжләй башлағас, Джугашвили, йөнтәҫ ҡулын юғары күтәреп, сыҙамһыҙҙарҙы саҡ ҡына тынысландырҙы ла шулар исеменән көр тауышын буфетсыға күндерҙе:

-- Батони, рәхим итеп кенә прилавка аҫтындағыларын сығарығыҙ!

-- Сығарам, ниңә сығармай, ти, сығарам! Бынаиң аҡтыҡҡыһы! – Ҡыҙыл ауыҙлы ханым “амбразура” тупһаһына, туҡылдатып, ике шешә ултыртты. Береһе – һыу, икенсеһе тройной одеколон ине. Поэзовский менән Джугашвили шаңҡып ҡалған арала, аҡса тотҡан ҡул һуҙылып, шешәләрҙең икеһен дә эләктерҙе лә йүгерҙе – “ассистент”ын эйәртеп сапҡан сикһеҙ бәхетле ауыл ғалимы Йолҡоғужин ине был. “Амбразура” шылтылдап ябылды, ауыр тынлыҡ урынлашты. Шул уҡ мәлдә ҡорос сират серек сүс тоҡтай бүҫерелеп китте лә, -- сәйер! – барыһы кәмә ҡойроғона табан елтерәне, бикле дөкән төбөндә бер Поэзовский ғына ҡалды. Күрәләтә иртәнге ашынан яҙған, бер нимә лә аңламаған ауыл шағиры, мөлдөрәмә маңлай тирҙәрен һөртөп, өмөтһөҙ хәлдә ситән креслоға ауҙы һәм, тоноҡ ҡарашын болғансыҡ Симгә текләп, шомло хистәргә бирелде. Елһенгән мейеһендә, өйөрөлөшөп, Шекспир кимәлендәге трагедияға ярашлы шөңгөр рифмалар көтөүе тупланды. Инкубаторҙа бер юлы моронлаған себештәр кеүек, һис кенә лә тынғы бирмәй, илһам эйәһенең маңлай һөйәген суҡыйҙар, туҡылдаталар, киң донъяға сығарыуҙы даулайҙар ине. Рифмаларының тәүгеләрен ирендәрендә һутлап әүмәләй-әүмәләй, ҡуйын дәфтәрен алды, ҡорос ҡәләм сығарҙы:


Ҡара зинданда ябылып яттым оҙаҡ,

Ҡабым икмәкһеҙ һәм тоҙһоҙ интегеп.

Аҙна уҙғас, түҙмәй, гранит нигеҙҙе

Кимерә башланым ас ҡомаҡ кеүек.

Цынганан ҡойолоп төшкән тештәрем

Батып керҙеләр ҡая күкрәгенә...


Ары дауамларға яҙманы Хоҙай – ғифрит кеүек ер аҫтынан ҡалҡҡан ҡолға буйлы юлдашы, ауырттырып, асығыуҙан ҡатыҡ кеүек ойоу хәлдәге ижадсының бөйөрөнә төрттө:

-- Киттек, батони, тиҙерәк! – тине әкрен тауыш менән, һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй, дуҫтарса һөйрәкләп, кәмә ҡойроғона алып китте. – Күрәһеңме, батони? – тип, йөнтәҫ беләкле ҡулын брезент ябылған ҡотҡарыу кәмәһе тарафына һелтәне. Брезентҡа һары ҡатырға ярпыһы беркетелеп, “Буффит” тип яҙылғайны, ә яҙыу янында ысын буфеттың филиалын асҡан тиреһе ҡыҫҡа ҡортҡабыҙ, бәрәкәтле тоғонан алып биреп, хайран табышлы сауҙа ҡылып ултыра. Себендәй һырыған эреле-ваҡлы ир-ат халҡы өнһөҙ генә сиратлап аҡса һона, тиреһе ҡыҫҡарған ҡортҡа иһә оҙонайған итәк аҫтынан кисә генә ысын буфет витринаһында теҙелешеп торған балыҡ консерваларын өнһөҙ генә атҡара. Уңған грузин шағир юлдашына ла сират алып өлгөргән икән – өс кешенең артында торған Садиҡовтың яҫы арҡаһы менән үҙенең араһына һыйындырҙы. Асыҡҡанда телеңде йоторлоҡ балыҡ консерваларының берәм-берәм алдағыларҙың ҡулына күсеүен сабырһыҙланып күҙәткән ирҙәрҙең ауыҙ һыуҙары аҡты, күҙҙәре мыз-мыз килде, ә шулай ҙа ғәҙеллекте өҫтөн күргән шағирыбыҙҙың уттай ҡыҙыл сәстәре үрә тороп, эшләпәһен саҡ төртөп төшөрмәне:

-- Йәмәғәт, был ни хәл?! Ысын спекуляция – дәүләт хаҡын бишләтә арттырып һатыу бит! Милиция!!! – тип һөрәнләүен һиҙмәй ҙә ҡалды.

-- Шшш, шаулама! – Джугашвили, иҫәнгерәгән юлдашы Садиҡовтың ашаһынан һонолоп, ҡәҙерле кәнсирҙәрҙең бер-нисәһен сөмкәһенә сумырҙы. Поэзовский уны оялтып битәрләргә итеп ауыҙ асҡайны ла, ҡолағы төбөндә генә йәнә:

-- Әкрен, егет кеше, әкрен! – тигән аҡыллы киҫәтеүҙе ишетте. Нәүбәттәге ике банка иҫенә килгән Садиҡовтың плащ кеҫәһенә кереп юғалды. Меҫкен шағир, ниһайәт, быуынһыҙ урынға бысаҡ салғанлығын асы төшөнөп, юлдаштары үрнәген дәррәү ҡабатларға иткәйне лә, һуңланы -- ҡыҫҡа тиреле сауҙагәрбикә уның ҡулына һуҡты:

-- Милицияңа барып ал, күҙемә күренмә! – тине. Шау-шоу килгән “Тимер утрау” халҡы шул арала сауҙа егәрмәнен ҡырмыҫҡаларҙай һырып алып, күҙ асып-йомғансы тоғоноң төбөн әйләндертте. Кәсеп уңышы кисереп ҡомарланған ҡортҡа йәшелле-күкле һумдарын төрнәп тәрән ыштан бөрмәһенә тыҡты ла ашығып китеп барҙы. Ә шулай ҙа бушҡул һемәйеп ҡалғандарҙың рухын күтәрерлек тантаналы белдереү яһалды:

-- Хөрмәтле пассажирҙар! – тип гөрөлдәне мачта башындағы репродукторҙан капитандың төрөпкә тартып ҡырыҫланған тауышы. -- Өфөнән данлы пароходствобыҙҙың аҙыҡ-түлек тейәлгән сауҙа карабы – плавлавка килеп етергә тейеш, рациянан хәбәр иттеләр. Коммунистик рухығыҙҙы төшөрмәгеҙ, палубала йырлап-бейеп ҡаршылайыҡ игелек эйәләрен!

Артынса уҡ йәш рулевой егеттең көр тауышы ялғанды:

-- Үҙәкте өҙҙөрөп йырлаусы һәм осҡон сәсрәтеп “Әпипә”гә һәм “Гопак”ка баҫыусы ҡәҙерле иптәштәр! Һәүәҫкәрҙәр түңәрәгенә яҙылырға килегеҙ, буфет алдында көтәбеҙ! – Ауыҙ асып тыңлаған йәмәғәт һүгенә-һүгенә таралды. Рифмалар оҫтаһы ла, әсе төкөрөгөн йотоп, кеше ашағанда тексәйеп тормаҫ өсөн, башын эйеп ситкәрәк китте. Эсендә бүреләр олой, көсөк юрта, мейеһе зыңҡый ине. Әммә Джугашвили юлдашы йомшаҡ күңелле икән: шағирҙы саҡырып алды ла көс-хәл менән тапҡан баяғы аш-һыуын уртаҡлашты.

-- Яҡшы түгел, батони, яҡшы түгел! – тип баш сайҡаны ул, дуҫына хөкөмсән бағып. – Кеше үҙ аҡсаһын биреп тапҡан мал менән һатыу итә, ә һеҙ милиция саҡыраһығыҙ. Бер-береңде йәберләргә ярмай улай!

-- Был бит ысын спекуляция!

-- Хе-хе, ниндәй спекуляция булһын, ти, ул? Кәсеп был, дуҫҡай, кәсеп. Шундай кәсеп арҡаһында ҡояшлы Грузиябыҙ сәскә ата, Башкирияны ла йылытһын ине ул Ҡояш!

-- Уныһы шулайҙыр ҙа... – тип килешә бирҙе шағир, яҫы ҡафказ хәнйәре йоҡа кәнсир ауыҙын ҡайырыуын ирәүән күҙәтеп.

-- Их, һине ҡотло Гутаутаға алып бараһы ине, дуҫҡай. Һөрәнләмәҫ инең унда “милиция!” тип.

-- Бәй, унда милиция юҡмы ни?

-- Бар, ләкин үҙебеҙҙеке. – Хәнйәрен кире тығып, сөмкәһенең шыртлап бикләнмеш йылтыр йоҙағын үпте лә, устарын сәбәкәйләп, бейеп тә алды. – Шағирҙар ҙа унда үҙебеҙҙеке – милиция саҡырмайҙар, мал ҡәҙерен беләләр:

Гутаута, Гутаута,

Лимун, әфлисун... --

Прозаға күсеп, шағирҙы ҡосаҡланы. – Их! Грузия яҡшы, Башкирия яҡшы! Башкирский милиция ғына шаҡшы! Их! Грузия лимон яратмай, Башкирия лимон ярата! Ә Джугашвили червонецтар ярата! – Быуаҙ сөмкәһен башы өҫтөндә бейетеп алды.

-- Мин дә... гонорар яратам да ул... – Күкрәк серен асты хыялсан шағир.

-- Бына бит – икебеҙ ҙә яратабыҙ һәм бер ниндәй ҙә милиция кәрәкмәй!

Бер-береһен тәрәнтен аңлашҡан хәлдә, табынға өңөлдөләр.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет