Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет5/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25

* * *
Төш ваҡытында йылға буйҙарын көслө борғо шаңғыртты. Капитан рация аша ишетеп белеүенсә, аҙыҡ тейәлгән плавлавканан да элек, “Тимер утрау”ҙы тотҡонлоҡтан йолҡор өсөн, ҡотҡарыу судноһы сәфәр сыҡҡан – бына-бына килеп етәсәк. Пассажирҙар, тулҡынланып, палубаға эркелделәр, өмөт тулы ҡараштарын алыҫҡа төбәнеләр. Биш минут үтер-үтмәҫтән, күмәк күкрәктән урғылған көр алҡышлау яңғыраны -- аҡҡоштай аҡ пароход күренде бөгәлдә. “Ур-ра-а-а!” һөрәнләп, унарлаған кәпәстәр күккә сөйөлдө, барса ҡатын-ҡыҙ, ир-ат, бер-береһен тәбрикләп, ҡосаҡлашырға, үбешергә кереште.

-- Әнә килә ғәзиз ҡотҡарыусыбыҙ! Әнә килә һөйөклөбөҙ! – Елтерәп килеп шағирҙың яҫы ҡулын ҡыҫты кәйефе күтәрелгән, күңеле үтә ныҡ бешеп киткән мандариндай йомшарған Ҡафҡаз улы ла. Һөмөрөһө ҡойолоп йөрөгән Садиҡов та, тантаналы ваҡиға хөрмәтенә, әсе ҡауындай һытыҡ йөҙөн яҙғы Ҡояш көлөүенә үҙгәртте. Рубкаһы башында ҡарт ҡарғалай һерәйеп торған капитан ғына дөйөм хозурлыҡты уртаҡлашманы, сөнки ул, тәү күреүҙән үк, бының һис тә ҡотҡарыу буксиры түгел, ә көллө флотҡа мәғлүм “НӘСИХӘТСЕ – ПРОПАГАНДИСТ” тигән ыҫпай һынлы сәйәси кәмә икәнлеген таныны. Уның сәйәтсе “хужа”һы ла ныҡ таныш ине ҡарт бүрегә: ябай ер мәшәҡәттәренән табаны айырылған, партияның таҫма телле йылғыр өгөт-нәсихәтсеһе рәүешендә таныҡланып, йылғасылар телендә үҙ-ара “Ҡыуыҡбаш – ҡыу батыр” тип ләҡәпләнгән түрә йораты ине ул. Әле лә шул кәсебе менән “әҙәм аяғы баҫмаған” төпкөл төбәктәргә сәйәси аң-белем таратырға сыҡҡандыр...

Аҡҡош һынлы пак мөғжизә, ике янындағы шаптор-шоптор ишкәкле ҡуласалары менән болғансыҡ һыуҙы шат түбәләп, “Тимер утрау”ға дәрәжәле яҡынлашты, һөймәлекле наҙлы ҡыҙҙай уның йәнәшәһенә һырнығып, супылдатып һыуға якорь һалды. “Тимер утрау” ләҡәбенә эйә булмыштың шундай уҡ ишкәк-ҡуласаһы өҫтөндәге “КОММУНИЗМҒА – АЛҒА!” тигән ҡыҙыл яҙыу менән аҡҡош һынлы судноның “НӘСИХӘТСЕ – ПРОПАГАНДИСТ” тигән ҡыҙыл яҙыуы үбешкәндәй төкәлеште лә айырылышмаҫтай булды. Арҡандар менән икеһен йәһәт тоташтырып, араға трап-күпер һуҙҙылар. “Тимер утрау”ҙағылар, ашҡынып, ауыҙҙарына, ниһайәт, яңы бешкән хуш еҫле икмәктең ҡайырылып кереүен өмөт итеп көттөләр. Ләкин икмәкле тоҡтар йөкмәп траптан менгән матростар күренмәне. Улар урынына, тос кәүҙәһе ауырлығынан баҫманы һығылдырып, дәрәжәле бер ағай көр атланы. Башында бейек тирәсле күн фуражка, өҫтөндә тап Кремль әһелдәре кейәкәй хәрбиҙәрсә галифе салбар һәм яҫы ҡайыш быуылған гимнастерка ине.

-- Өгөт-нәсихәт бүлеге башлығы фәләншин, -- тип белдерҙе ул, тәү осраған пассажирға туғандарса ҡул биреп. – Ашығыс ярҙам алып килдек, иптәштәр, ярҙам!

Кешеләр, ашығыс ярҙамсыға хөрмәт белдереп, ситкә этәрелделәр, уйылған тар коридорҙан мәртәбәле йән эйәһе капитан каютаһына үтте. Тимәк, хәлдәрҙе асыҡлау, ярҙамды тиҙләтеү өсөн.

Ярты сәғәт буйы барҙы каюталағы ултырыш. Әленән-әле ҡолаҡҡа салынған ҡырыҫ һөйләм өҙөктәре, иллюминаторҙан борлаған тәмәке төтөнөнөң ҡуйылығына ҡарап, пассажирҙар ундағы бәхәс кимәлен самаланылар.

-- Их, аҙыҡ тулы буфетын тиҙерәк асһын ине лә өҙөлөп барған үҙәктәрҙе ялғатһын ине! – тип дөйөм хисте белдерҙе бер түҙемһеҙе.

Ниһайәт, күҙ терәлгән ишек шартлап асылды, ҡаҙанға төшкән ҡыҫалалай ҡыҙарып-бүртенгән “Ҡыуыҡбаш”, эләгә-тәгәрәй, атылып килеп сыҡты. Маңлай тирен һөртөп, капитан төтөнөнән азат таҙа һауала берауыҡ тын алғас, егеттәрсә етеҙлек менән ҡалҡыу кнехтҡа2 баҫып, ҡулдарын тап кинолағы Ильичтай етеҙ болғап, Сим йылғаһылай телмәрен ағылдырҙы:

-- Хөрмәтле вә ғиззәтле иптәштәр, беҙҙең шанлы йылға юлдарының ҡәҙерле пассажирҙары! Ғәзиздәрҙән ғәзиздәрем, һөйөклөләрем минең! Бөйөк Ватаныбыҙ ете, -- әй, юҡ! – етмеш ете саҡрымлы етеҙ аҙымдар менән яҡты коммунизмға барған ошо тарихи көндәрҙә мин һеҙҙәрҙе, бөтә йылғасылар исеменән өндәшеп, ирешелгән уңыштарыбыҙ менән ихлас ҡотлайым, ур-ра! Беҙҙең данлы пароходствобыҙ бығаса күрелмәгән юғары хеҙмәт өлгөләре күрһәтә, гүзәл тормош тулҡындарында бәүелеп бөйөк коммунистик хеҙмәт геройҙары тыуа, тарих биттәрендә данлы пароходствобыҙҙың исеме алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ, ур-ра! Ошо ғәйәт юғары пафослы көндәрҙә беҙ, ҡулға-ҡул тотоношоп, үҙебеҙҙең героик киләсәктең ҡаҡшамаҫ йәш көрәшселәрен тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бының өсөн һәр намыҫлы граждан халыҡ массалары араһында яугир сәйәси ағартыу эше алып барырғабурыслы. Ошо, тик ошо ҡотло юл менән генә беҙ үҙебеҙҙең ғәйрәтле аяҡтарыбыҙҙы яугир социализм эпохаһынан йылдам күтәреп, бөйөк коммунизм ерлегенә баҙыҡ итеп баҫасаҡбыҙ. Әммә ҙур үкенескә ҡаршы, рухи яҡтан сынығып етмәгән ҡайһы бер кәүек иптәштәр, мәҫәлән, -- ул капитан каютаһы яғына бармаҡ төрттө, -- бөтәбеҙгә билдәле булған ҡарт навигатор иптәш Молчунов, был мөҡәддәс бөйөк бурысты төбөнәсә аңлап еткермәгән, буғай. Сөнки ул, бынан өс минут ҡына элгәре, һеҙҙең арала үҙэшмәкәр художество түңәрәге төҙөлдөмө, тигән законлы һорауымды кире ҡағып, “формалистик алйотлоҡ” тип атаны. Һөрһөп бөткән бындай анархист менән нисек итеп яҡты коммунизм таңына барып етмәк кәрәк, иптәштәр?! – Бер кем дә өндәшмәгәс, тамағын эшлекле ҡырып, туранан-тура тәғәйен эшкә күсте. – Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерлеләрем, судноғыҙҙа сәнғәттең үҙэшсән түңәрәктәрен гөрләтеү сәғәте һуҡты! Үҙәк өҙҙөрөп йырлай, ут сәсрәтеп бейей, сихриәтләп һүрәт яһай белеүселәр бармы һеҙҙең арала? Дәррәү һәм берҙәм ҡул күтәреүегеҙҙе һорайым.

Дәртле тура мөрәжәғәткә яуап булып, ҡәбер тынлығы урынлашты.

-- Иптәштәр, тартынмағыҙ, зинһар (сәғәтенә ҡарай). Иптәштәр, минең ваҡытымды урламағыҙ, минең график боҙола. Коммунистик рухи аҙыҡты бөтә йылға буйына еткерәһем бар!

-- Һе! Берәй телем икмәк килтерҙегеҙме һуң? – Садиҡовтың ауазы.

-- Икмәк? Ниндәй икмәк? Әһә, һеҙ баяғы рухи аҙыҡ хаҡында! – Массаларҙың аңлауынан ләззәтләнгән Ҡыуыҡбаш, суйын кнехт өҫтөндә тыбырсынып, инәлек алдында ыҫпайланған ата ҡаҙҙай бейене. – Ә как же, килтерҙек, килтерҙек, ҡәҙерле иптәштәр! Беҙҙең пароходтың ҡыҙыл мөйөшөндә саф коммунистик йөкмәткеле ысын рухи аҙыҡ – гәзитә-журналдар етерлек! Айырым зыялылар өсөн марксизм-ленинизм классиктарының билдәле томдары бар. Кереп ултырып рәхәтләнеп уҡығыҙ, рухи һыуһынығыҙҙы ҡандырығыҙ!

Әммә массалар араһынан баяғы һөмһөҙ-ҡырыҫ тауыш тағы ла бүҫерелде:

-- Һыуһын ҡандырыр алдынан ата ҡаҙ ҙа бүкҫәһен көрпә менән тынҡыслап тултыра. Ҡайҙа икмәк, гәзитәң менән ҡуша ҡаҙалып кит бынан!

-- Ә?! Был ниндәй контр ауаз? Кем ҡысҡырҙы? Фамилияһы?! – Ҡыуыҡбаш, контраны һуңлатмай ҡағыҙға сәпәр өсөн, блокнотын асҡайны, әсе телле Садиҡов йәһәт тайыу сараһын күрҙе, әммә уның башҡаларҙан айырылмалы тупаҫ брезент плащлы яҫы арҡаһын йылғыр түрә күҙҙәре һис кенә лә ысҡындырырға теләмәй ине. Ярай, Хоҙанан булып, түрә зиһенен тиҫбеле суфыйбикәнең сәрелдәк тауышы һүрҙе:

-- Бар ундай кеше беҙҙең арала! Йырсы ғына түгел, ысын шағир ҙа, тиҙәр. Яҙып алығыҙ үҙен! Ауыҙын асҡан һайын милиция саҡырмаһын, ысын шиғри һөнәрен дә күрһәтһен хеҙмәт халҡына! Мин анауы эшләпә кейгән ҡыҙыл сәслене әйтәм! -- Һәм бәхетһеҙ Поэзовскиға төртөп күрһәтте.

-- Эйе-эйе, ҡыҙыл сәсле – тап һеҙгә кәрәкле ҡыҙыл шағир! – тиештеләр бүтәндәр ҙә, еңел һулап. Телмәрсе тилбер түрә, кнехттан егеттәрсә ырғып төшөп, блокнотын ялпылдатып тотҡан килеш, “шиғри һөнәр” эйәһе яғына уҡталды:

-- Зинһар, исем шәрифтәрегеҙҙе!

Шағирға, һары һалам эшләпәһен зыялыларса ҡалҡытып, түрә менән яҡын танышыуҙан башҡаһы ҡалманы.

Ун минуттан һуң ул аҡҡош һынлы агитпароходтың Ленин портретлы ҡыҙыл каютаһында һирәк теҙемле тыңлаусылар түңәрәгендә ултырып, үлеккә ясин сыҡҡандағылай, күңелһеҙ тауыш менән үҙенең башҡорт ауыл шиғриәтендә Октябрь революцияһы яһаясаҡ тип нарыҡланған мөғжизәһен һамаҡлай ине:
Фекер траншеялары
Героик поэма. Яҙыла башланған – 29 апрель 1956 йыл,

тамамланған – 1 май 1956 йыл.
Алла ҡайҙан булһын мин бар сағымда! –

Ерҙең тәгәрмәстәй әйләнеүе аксиома хәҙер.

Мин үҙемдең мыҡты беләктәремде

Ер күсәре итергә әҙер.


Әгәр Архимед таяныу нөктәһен бирһә,

Ярты секунда мин Ерҙе сирғытыр инем,

Ай меҫкенде, нәҡ бешкән йомортҡалай,

Ҡабығынан әрсеп ырғытыр инем!


Һәм һис ятып тынмаҫ инем яҫтыҡта,

Йондоҙҙарҙы епкә теҙмәйенсә тороп.

Серен сисеп ваҡыт йүгерешенең,

Тарихты ла ебәрер инем бороп.


Титандар ҡеүәте яралтҡан мине,

Водород йәҙрәһен егеп космосҡа осор өсөн.

Ваҡ тормоштан ҡәнәғәтһеҙлек иҙә ғорур йәнде,

Тынғы бирмәйенсә иртән һәм кисен.


Паровоздың арҡаһылай ҡалын-ҡара елкәмә

Көслө хистәр дейеүе атланып йөрөй.

Йөрәгем иһә -- янар мартен мейес, --

Унда таш һәм быяла ҡуша ирей.


Унда мөхәббәт уты ләүкеп яна,

Водород бомбаһы шартларҙай булып;

Күҙҙәремдән бойоғоу йәше тама

Тын океан һыуылай ташып-тулып.

Ҡыҙыл майҙандай яҫы маңлайыма

Фекер траншеялары ятҡан һырып... –


Поэманың иң шәп тәңгәленә еткәс, кемдер һөмһөҙө шулай уҡ рифмалап һөрәнләне:

-- Эй, тығыл! Фекер траншеяларыңа бер үҙең генә йығыл!

Поэзовский, ыумас эскәндә башына таяҡ төшкән Аҡбайҙай тертләп, телен тешләне; ырғып тороп, сатнаҡ күҙлеге үтә героик поэманың ҡан дошманын эҙләне. Ләкин таба алманы, сөнки йоҡомһорап ултырған Джугашвили дуҫынан ғәйре йән эйәһе ҡалмағайны эргәлә. Рәнйегән йән әҙәпһеҙ шылған тыңлаусыларын ҡыҙғаныс ҡара наҙанлыҡта, ысын шиғриәтте һөйә белмәүҙә ғәйепләп, алтындан да ҡиммәтлерәк ҡулъяҙмаһын һыу үткәрмәҫ клеенкаға бөхтәләп кире төрҙө лә һаҡлыҡ менән ҡуйын кеҫәһенә һыйҙырҙы. Ни күрһәм дә үҙем менән йөрөһөн, тип, йылы тәненән айырмаған күҙ ҡараһы ине шул.

“Килер быуындар аңлар...” – тип йәнен йыуатты ул, үпкәләп тә әсенеп. Ҡалғып ултырған грузинды төртөп уятҡас, ҡушарлашып, алға киткән тормошто ҡыуып етмәккә, өҫтәлдәргә өйөп һалынған гәзит һәм журнал төпләмәләрен барланылар. Түрә уларҙы ҡунаҡсыл елкендерҙе:

-- Молодец, егеттәр, пессимизмға бирелмәйһегеҙ икән! – Шағирҙың үҙенә тейешлеһен дә йәлләмәне. -- Иптәш Сталин лично үҙе гениально нарыҡлаған совет эпохаһының бөйөк шағиры Маяковскийҙыҡына тиңләшерлек эпопея тыңланыҡ, ҙур рәхмәт! – тине лә гәзит-журналдарға төртөп күрһәтте. – Ултырышығыҙ, уҡығыҙ, туйғансы алығыҙ рух аҙыҡтарын!

-- Батони, беҙҙең бахыр пароходты ҡасан сығарырҙар икән? – тип әҙәпле генә белеште сабырлыҡһыҙ грузин, иртәнге балыҡ консерваһы баҫа алмаған әсе төкөрөгөн ҡат-ҡат йотоп.

-- Ҡотҡарыусы буксир килгәс, әлбиттә.

-- Ҡасан килер икән ул? “Пропагандист-Өгөтсө”нән тарттырһағыҙ булмаймы?

-- Булмай, егеттәр, булмай. “Пропагандист”, үҙегеҙ беләһегеҙ, өгөт-нәсихәтсе ул, ярамай. Йәғни ҙә илгә рухи аҙыҡ таратыусы зерә лә зыялы судно. Һеҙҙекен сығарабыҙ, тип, рух аҙығын ҡомға ултырыуыбыҙ бар, иптәштәр. Ә дошманға аҙыҡ бирергә хаҡыбыҙ юҡ, юҡ! Сөнки сереп бөтөп барыусы капиталистик донъялағы синфи дошмандарыбыҙ саң ҡағыр, большевиктарҙың коммунистик сәйәсәте ҡомға батты, тип үсәр. Бында беҙ һеҙҙе рухи яҡтан туйҙырҙыҡ, коммунистик бурысыбыҙҙы үтәнек. Инде юлға сығабыҙ – башҡалар ҙа өҙөлөп-һағынып көтә беҙҙе, үҙҙәренә татлы рухи аҙыҡ килтереүселәрҙе. Ҡасанмы ҡуҙғалып киткәнсе, анауы ҡыҙыл тышлы томдарҙы асып, һөйөклө даһи Ильичыбыҙ әйтмешләй, уҡығыҙ, уҡығыҙ, уҡығыҙ!

Ҡыҙыу ҡанлы грузин шулай ҙа ҡыҙманы, ирендәрен тешләп ҡул һелтәне лә, трап-күперҙән ҡолға буйын эре-эре һикертеп, кире ғәзиз төйәккә -- “Тимер утрау”ға күсте, күмәкселек уның артынан эйәрҙе. Ҡыҙыл томдар теҙелгән шкафлы залда шағир менән Ҡыуыҡбаш түрә икеһе генә ҡалды. Поэзовский, көрһөнөп, өҫтәлдең иң түрендә ятҡан гәзит төпләмәһен асты – “Башҡортостан йылғасыһы”ның аҙаҡҡы ай тегелмәһе ине был. Шағирәнә диҡҡәт менән аҡтарып сыҡһа ла, күҙгә салынырҙай текстарҙың береһен дә йүнләп уҡый алманы ул – кемдеңдер дәһшәтле ҡайсыһы, гәзит биттәрендә дүрткел уйымдар ҡалдырып, мәҡәләләрҙең иң-иң сәмле урындарын мөнтәп-киҫеп алғайны. Албырғанып, түрәгә башын борҙо:

-- Кем хулиганланды икән бында?

-- Ә?! Әһә, аңланым. Хулиганланыу түгел был, ә юғары етәкселек бойороғон теүәл үтәү. Йәғни уларҙы лично мин киҫтерттем, “Дело”ға теркәр өсөн.

-- Бына нисек. Тимәк, ҡырҡындыларҙа һеҙҙең етәкселектең уңыштары сағыла?

-- Юҡ, етешһеҙлектәрҙе асып һалалар.

-- Аңлайым, аңлайым... Һеҙ ул тәнҡиттәрҙе, айырым папкаға тегеп, -- Поэзовский тәҙрә үтә тышҡа – төбө ҡомға терәлгән “Тимер утрау”ға күҙ ташланы, -- әрпешлектәрҙе бөтөрөү һәм пароходтар туҡтауһыҙ йөрөһөн өсөн, үткер ҡорал рәүешендә ҡулланырға итәһегеҙ?

-- Дөрөҫөн әйтәйемме? – Түрә уны “үҙ кеше” итеп мут йылмайҙы.

-- Дөп-дөрөҫөн.

-- Алайһа, саҡ ҡына яңылышаһығыҙ. Беҙ ул тәнҡит авторҙарының эҙенә төшөү маҡсатын ҡуйҙыҡ алға.

-- Бүтән эшсе-хәбәрселәргә үрнәк итеп күрһәтергәме?

-- Хе-хе-хе! – Түрә кеше шағирҙың яурынбашына әшнәләрсә ҡулын һалды. – Ғәфү итегеҙ, сәйәси яҡтан дағаланып етмәүегеҙ һиҙелә... Эш шунда, әгәр ул йүгерек ҡәләмлеләр араһында үҙебеҙҙең пароходство кешеләре килеп сыҡһа, кесерткән менән арт һабаҡтарын уҡытыр, йәғни ҙә ки ҡаты шелтә сәпәр өсөн!

-- Бәй-бәй, күрәләтә тәнҡитте һәм үҙтәнҡитте ҡыҫыу була түгелме был? Партиябыҙ...

-- Партия үҙебеҙҙеке!

-- Шулай ҙа ул, тик...

Ләкин түрә, күҙҙәре уттай янып, ҡул төйҙәһе менән һауаны ҡылыс һымаҡ киҫте:

-- Стоп! Үҙегеҙ коммунисмы әле һеҙ? Әлбиттә, коммунистыр, коммунист булмаған шағирҙан “танылған” яһамайҙар.

Был сетерекле хәлдә Поэзовский “эһеммм... эйе, шулай” тип эйәк ҡағыу менән сикләнде; үҙен, ғариза биреп ҡараһа ла, сәйәси яҡтан өлгөрөп етмәгәнһең, тип, партияға алмауҙарын әйтергә теле барманы.

-- Тимәк, коммунист та, яҙыусы ла булараҡ, биш бармағығыҙ кеүек яҡшы беләһегеҙ: матбуғатҡа өйөлгән сүп-сарҙы главлит ҡына һыҙып ташлап бөтөрә алмай бит ул – уның ҡулы араһынан һарҡығандарын рәсми баҫма биттәренән үҙебеҙ ҡырсып таҙартырға тейешбеҙ!

-- Тәнҡит һүҙен сүп-сар һанайһығыҙмы?

-- Партиябыҙҙы, совет власын ололап маҡтамаһа, -- бөтәһе лә гел сүп-сар!

Ошонан һуң Поэзовский ныҡышыуҙан төңөлдө, йәһәт кенә эшләпәһен алды ла тайыу сараһын күрҙе. Сөнки бәләнән ситтәрәк йөрөү хәйерле – исем-фамилияңды “дело”һына теркәп, Яҙыусылар берлеге аша шелтә сәпәтеүе лә бик ихтимал...

Ул сәйәси пароходтың өгөт-нәсихәт төйәгендә мәғрифәт нурҙары эсеп ултырған арала, “Тимер утрау”ҙа хәлдәр шаҡтай үҙгәреп, дөйөм аврал иғлан ҡылынған, ҡарт капитан, ташҡын һыуҙың сәғәт һайын күпмегә ҡайтышын самалап, яҙмыш ҡулындағы ҡотҡарыу буксирын көтөп тормайынса, эш үтмәҫе борон тотҡондан үҙ көсө менән ысҡынырға ҡарарлаған. Шул арала аҡҡош һынлы кәмә үҙенең бау-шоуҙарын “Тимер утрау”ҙан ысҡындырып, оҙон һуҙып хушлашыу ауазы бирҙе лә йылға үре тарафына ысҡынды, оҙаҡламай күҙҙән дә юйылды.

Ҡулына ҡорал тота алған көллө пассажир-яугир, судно морононда һәм ян-яҡтарында ҡайҡайып, шөһрәтле командир бойороҡтарын көттөләр. Шағирыбыҙ ҙа дөйөм ҡорға ҡушылды.

Йоҡлапмы, эсепме шешенгән механиктың машина майына ҡатып ҡолҡамаланған башы люктан күренеп, ялт-йолт ҡаранды ла, капитандың серле ымына буйһоноп, кире аҫҡа төшөп китте. Гөрөлдәтеп пар машинаһын эшләткәйне, пассажирҙар, оҙон багор һәм һуйылдарын һыу төбөнә һәм өйәңке олондарына терәп, этәрә башланылар. Ҡайһы берҙәре, борт ситенән үрелеп, бөрөләре һары көсөкләгән тал толомдарынан тартты:

-- Һоп! Һоп!

-- Берҙәмерәк, егеттәр, йыр менән! – тип рухландырҙы уларҙы “Тимер утрау” ҡарасҡыһына әйләнә барған капитан, төтөнгә сумған төрөпкәле башын тәҙрәнән һуҙып.

-- Шағир, дауай йыр! – тип ҡысҡырҙы, яурыны аша ҡыя ҡарап, бите шыбыр-тирләгән бесәйҡойроҡ мыйыҡлы Садиҡов та. Поэзовский, яҫы устарын төкөрөкләп, бөтә ауырлығы менән багорға әүеште лә, көсөргәнешле күкрәгенән ҡыҫынҡы тауыш сығарып, импровизацияланы:


Этәрегеҙ-тартығыҙ ҙа тик тормағыҙ,

Һоп! Һоп!

Түрәләрҙе маҡтағыҙ ҙа үҙегеҙҙе хурлағыҙ,

Лоп! Лоп!


Эсәгебеҙ өҙөлә, тип, ҡурҡмағыҙ,

Һоп! Һоп!

Эр-резинкәнән ҡуйырҙар,

Ло! Лоп!
Яҡшымы, яманмы, үҙенә күрә ифрат тарихи бер мәлдең хөр кәйефен сағылдырған гимн ине был. Унарлаған боғаҙҙарҙан урғылған ҡеүәтле хор, Поэзовскийҙың тоноҡ яңғыҙ тауышын күк күкрәүеләй ҡеүәтләп, беләктәргә ғәйрәт өҫтәп, бейек аҡтирәктәр башына ырғылды:


Эр-резинкәнән куйырҙар,

Лоп! Лоп!


Халыҡ тотанағын тойоп дәртләнгән шағирыбыҙ, көр генә бер тамаҡ ҡырып алды ла, уғата ҡыуаныслыраҡ, дәртлерәк аһәң менән күплеттарҙың аҙағын тылсымланы:
Ҡулҡайыбыҙ бысрана, тип, тормағыҙ,

Һоп! Һоп!

Үлгәс һабынлап йыуырҙар,

Лоп! Лоп!


Ҡеүәтле хор йәнә гөрөлдәтеп күтәреп алды:
Үлгәс һабынлап йыуырҙар,

Лоп! Лоп!


Ләкин дәртле эшҡырҙылар күпме генә көсәнмәһен, тир ағыҙып ни ҡәҙәре генә һополдамаһын – ҡатып ҡалған “Тимер утрау” ҡупманы-ҡуҙғалманы. Уңышһыҙлыҡ кисергән ҡор, ауыр һулап, капитан рубкаһы эргәһенә эркелде.

-- Былайһа, башҡорт дуҫтар әйтмешләй, бөттө баш... – тине Джугашвили.

-- Да... ҡалды муйындар һерәйеп... – тине Поэзовский. – Киләсәгебеҙ һөмһөҙ ҡара буяуҙарҙа күренә.

-- Ошонда астан үлмәһәк ярар ине... – тип шикләнде уға-быға иҫе китеп бармаған Садиҡов та.

-- “Тимер утрау” ныҡ ултырҙы – ысҡыныр тип уйлама ла! – Ут өҫтөнә кәрәсин ҡойҙо кемдер. Күңелдәрҙе һиҙелерлек томалап, “Тимер утрау”ҙа шомло паника болото ҡуйыра ине -- төрөпкәһен ауыҙынан ысҡындырмаған капитан да шәйләне быны. Йәһәтерәк һаҡлыҡ саралары күреү ниәте менән янып, кочегарка мөрйәһеләй төтәтә-төтәтә, каютаһынан сыҡты. Әммә ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, дары мискәһенә төшкән осҡондай, ҡолаҡтарҙы ҡапыл зәһәр шаңҡытып, зәһәрлеге менән әсе лә, ҡурҡыныслы ла ҡатын-ҡыҙ сәрелдәне:

-- Разбуййй! Харап ҡына булдыҡ, һәләк булдыҡ, туғанҡайҙарым! Аллаһы Тәғәләнең ҡарғышы төштө беҙгә! Башыбыҙҙы ашанығыҙ, динһеҙ-дәһри мәлғүндәр! Алла бәндәһе батып барғанда ҡул ҡаушарып ҡарап тороп, ҡалҡып сыҡҡанында милициянан типтертеп батыртыусылар! Уф, һәләк булды бәхетһеҙ башҡайҙарыбыҙ! – Халыҡ массалары араһынан сәсе-башы туҙғыған суфыйбикә-ҡортҡа атылып килеп сыҡты ла судно артында брезент бөркәп ҡуйылған ҡотҡарыу кәмәһенә килеп йәбеште. – Төшөрөгөҙ йәшереп тотҡан ҡайығығыҙҙы һыуға, сығарып ҡуйығыҙ ярға! Йәш рулевой суфыйбикәне “ҡайыҡ” янынан ҡыҫырыҡлай башлағас, ауыҙ асып ҡарап торған йәмәғәт тә дыуамалланып туланы:

-- Кәмәне! Кәмәне!

-- Кәмәне төшөрөргә!

-- Һамҫып ятып үлеп ҡалырғамы ни?!

Күҙе аларған бер төркөм, массанан айырылып, кәмәгә ябырылды – иртәнсәк кенә буфет эргәһендә сират болартҡан өтөк егеттәр ине былар. Тәжрибәле капитан хәҙер уларҙың, һуҡыр себендәй өйөрөлөп, кәмәне һыуға ҡапландырасағын йәки ғарыҡ иткәнсе тейәләсәктәрен төшөндө. Паниканың утлы башын ошонда уҡ ҡырҡып һүндерергә кәрәк ине. Ҡарт бүре төрөпкәһен ҡуйы төтәтте, янғын һүндереү көпшәһен ҡулына алды. Тамам ҡыҙышҡан ике-өс әзмәүерҙең битен, сыжылдатып, һалҡын һыуҙан ялатты. Боҙоҡбаштар, тай типкәндәй сирғылып, күшеккән тауыҡтай шәңгеп, артҡа һыпырылдылар.

-- Батып үлергә теләйһегеҙме, канальялар?! – Екеренеп, төрөпкәһе менән һелтәнде ҡартлас. Ләкин икенсе төркөм ҡубарылды ла үҙ төтөнөнән сәсәй башлаған төрөпкәсене уратып алды:

-- Даешь, ҡартлас, етәкселекте!

-- Пароходты ҡотҡара алырҙай эшлекле бәндә бойорһон!

-- Риза булмаһаң, тағарағыңды түңкәреп үк ташлайбыҙ!

Һуңғы янау капитандың үҙәгенә үтте, буғай. Йыуан тарбаҡайҙары менән елкәһен тырнап:

-- Кем ул һеҙҙең ҡор башы? – тип һорарға мәжбүр булды.

-- Ҡыҙыл сәсле бойорһон – зерә лә грамотный бит! – тине зәһәр телле ҡортҡа.

-- Шиғыр шығырлатып ҡына аҡса һуғып ятмаһын, халыҡҡа эш күрһәтһен!

-- Күрәһегеҙме, табан тайҙырырға самалай – милиция саҡырырға ғына зерә шәп бит ул! – Быныһы ла суфыйбикәнең ауазы – утҡа ялҡын өҫтәне.

--Даешь ҡыҙыл сәслене!

-- Тыңламаһа, һыуға ташлайбыҙ!

Арттағылар Поэзовскийҙы, төрткөсләп, майҙанға сығарҙылар. Шағир, танауы төбөндә айҡалған бала башы дәүмәлле йоҙроҡтарҙан күҙҙәре аларып, һуйылырға барған быҙауҙай һөйрәлде. Һүҙ әйтер әмәле ҡалмаған, ирендәре өҙөлөп төшөргә торған көҙгө япраҡтай ҡалтырай.

-- Батониҙар! Шомло “Тимер утрау”ҙа ла ҡанун барын, СССР Конституцияһы һәм Уголовный Кодекс ғәмәлдә икәнен онотмағыҙ, батониҙар! – Үрәпсегәндәрҙән дә үрә ҡарап дуҫын яҡлап бик ҡаты һөрәнләне ҡолға буйлы Джугашвили. – Һеҙ уның танылған шағир, ләкин ауыл шағиры икәнен иҫтән сығармағыҙ. Белгес түгел ул һеҙгә бының ише тимер-томорло эштә!

Таяҡ тығып болғатылған умарта күселәй шаулап ҡайнашҡан йәмәғәт ҡапыл тынды – урынлы киҫәтеү булды.

-- Егеттәр, тимер-томорҙарҙың ысын белгесе -- атҡаҙанған инженер бар ҙаһа арабыҙҙа! Шуның икмәге бит был какрас. Иптәш кеше Йолҡоғужин уның фамилияһы! – Асылған еккә дәррәү генә сөй ҡыҫтырып өлгөрҙө был Садиҡов, маладис! Ҡыҙыубаштар алан-йолан ҡаранды, инженерҙы тоторға самаланы.

-- Даешь Йолҡоғужинды! Даешь атҡаҙанғандың үҙен!

-- Бына ул Йолҡоғужин! – Халыҡ массаһы урталай ярылды ла тар һәм оҙон коридор хасил ҡылды. Бәләкәс кенә тумалаҡ башы таяҡ осона ултыртылған туп шикелле һерелдәп, сәсе-башы туҙғыған, өскөл профессор һаҡалында тоҙло балыҡ тәңкәләре йылтыраған өтөкйән, осаһына кемдер ҡаты типкәндәй, этәрелеп килеп сыҡты ла төрөпкәһен төтәтеп торған капитанға хәрбиҙәрсә честь бирҙе. Ҡарт бүре, ентекләп, уның тоноҡ күҙҙәренә, йылтырауыҡтар һибелеп, баштүбән ултыртылған елка кеүек өскөл һаҡалсығына текләп торҙо ла:

-- Фу, эсендә ҡырҡ һуҡбай-эт, илле бесәй үлеп ятҡандай аңҡый!

-- Замолчи, дурак! “Ароматы рая” ведь это! – Һәүәҫкәр ғалимдың бер ситтәрәк тоҙло балыҡ кимереп торған “ассистент”ы тройной одекалондың эсеүселәре даирәһендә киң билдәле исемен әйтте.

-- Но однако... алкаш табаһа был белгесегеҙ, егеттәр! – тип көйәләнде капитан.

-- Булһын! Уның ҡарыуы – инженер!

-- Ундай ғына эсмәй булмай инде!

-- Атҡаҙанған булһын да төшөрмәһен, имеш!

-- Дауай-дауай, инженерлығын күрһәтһен!

Йолҡоғужин, тоҙло балыҡ тәңкәләрен һаҡалынан палубаға һыпырып ташлап, бер атламаһы һынып юғалғанлыҡтан сүс бау менән тарттырылған ҡалын ҡара тирәсле күҙлеген һыпырып алды ла быялаларын керле ҡулъяулығы менән һәүетемсә генә һөрттө:

-- Ҡәҙерле иптәш кешеләр, кемдең кемлеген яҡшы белеп мөрәжәғәт ҡылдығыҙ! Мин был ҡарышҡан ҡайыҡты ҡомдан күккә ҡалҡыта алам, белгес ҡулынан килә торған хикмәт был. Тик бының өсөн айырым шарттар кәрәк, иптәш кешеләр.

-- Капитан, шарттар бир!

-- Шартлап китһәң дә үтә! – тип ҡыҙыша башланы ҡыҙыу баштар.

-- Ниндәй шарт-шорт? – Капитан белгескә турылап төтөн өрҙө. Тегеһе ауыҙ асырға иткәйне лә, төтөнгә сәсәп ғыж-ғыж быуыла башланы.

-- Ауыҙыңды ситкә бор ҙа шарттарыңды ярып һал! – тип түҙемһеҙләнде йәмәғәт. Йолҡоғужин, ыҫлы бурандан тайпылыбыраҡ хәл алғас, бармаҡтарын берәм-берәм бөкләне:

-- Беренсенән, тәүҙә мине ҡолаҡ һалып тыңлағыҙ. Икенсенән, бар миндә ундай ысул! Мин баҫыуҙа иртә яҙын ер һөргәндә һаҙға батҡан тракторҙарҙы тиҙ үк күтәртеү сараһын уйлап тапҡайным. Өсөнсөнән, был беҙҙең тимер ҡайыҡҡа ла тура килә. Дүртенсенән, ул ысулдың асылы шунан ғибәрәт: батҡан объекттың төтөн торбаһына полиэтилендан яһалған оло тоҡтоң нәҙегәйеп бөткән ауыҙын кейҙерәһең дә бактағы яғыулығын йәлләмәй яндыртаһың. Тоҡҡа төтөн төйгөсләнеп, тап Жюль Верн романындағылай һауа шары хасил була һәм убылған объектты үргә тартып сығара. Бишенсенән...

-- Туҡта әле, мырҙам, туҡта! Һин был тимер дәжжалдың торбаһына кейҙертерлек һәм өрҙөртөрлөк сикһеҙ дәү тоҡто ҡайҙан тапмаҡ булаһың? – тип бүлдерҙе ете үлсәп бер киҫә торған тире-яры һөнәрмәне Садиҡов.

-- Әлегә беҙҙең ҡул аҫтында ундай тоҡ юҡ, әлбиттә, ләкин ул киләсәктә илебеҙҙәге батырға һәләтле һәр объекттың айырылғыһыҙ әсбабы булырға тейеш– бая ғына капитан ажғыртҡан пожар һемәге кеүек! Әммә ул юҡ һәм бының өсөн мин ғәйепле түгел, ә минең ошо бөйөк уйлап табышымдың чертеждарын ҡабул итеп алыуҙан ҡырҡа баш тартҡан Фәндәр академияһы бюрократтары ғәйепле. Ләкин ышанам: ошо бәхетһеҙ “Тимер утрау”ҙы строгий фән нигеҙендә ҡалҡытыуымдың тарихы, ниһайәт, иң бөтәш бюрократтарҙың да күҙен асыр, ҡырыҫ академиктарҙы, һыҡтай-һыҡтай, терһәктәрен тешләргә мәжбүр итер. Яҡын киләсәктә йылға ҡайыҡтары ла, океан лайнерҙары ла бындай полиэтилен тоҡһоҙ сәфәргә сыҡмаҫ!

-- Мырҙам, һорауыма тура яуап бирмәнең. Тәғәйен ошо осраҡта нимәгә тынҡыслап тултырырға итәһең ул төтөндө? – Икенселәй бүлдерҙе һөмһөҙ Садиҡов.

-- Бының өсөн ҡатын-ҡыҙҙар колготкаһы ҡулайлы: үҙе – полиэтилендан, үҙе тоҡҡа оҡшап тора. Төтөн үткәрмәһен өсөн, тышына мазут һылайһың да... – Өйкөмләшкән колготкалылар араһында ҡупҡан яман ҡәнәғәтһеҙлек өҙә яҙғайны эшлекле ғилми башланғысты, ярай, капитандың ҡарлыҡҡан тауышы ғәҙеллек урынлаштырҙы:

-- Ниңә колготка-ҡалҡытҡа? Ниңә не салбар-шаровар? Беҙҙә ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа бер тигеҙ – ете саҡрымлы аҙымдар менән коммунизмға барыусы илдә йәшәүебеҙҙе онотмайыҡ, туғандар!

-- Ни эшләргә һуң?

-- Иң ғәҙеле – ир-ат нәҫеленән башлау. Башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтеп, ошонда уҡ күҙ алдында хөрмәтле уйлап табыусының ыштанын һалдыртайыҡ. Бәлки, бер ыштан да етер әле был эшкә.

-- Хуп! Ыштаны күтәрмәһә, ыштанһыҙ тәңгәленән үҙенә лә төрөпкә тығып, төтөн өрөп тултырырбыҙ. Ҡорһаҡ та бит бер ни тиклем тоҡто хәтерләтә... – тип йөпләне Садиҡов. Ауыҙ асып ҡатып ҡалған йәмәғәт тәрән тын алып, күк гөрөлтөһөләй көслө көлөү урғылтты. Был көлөүҙән бикле буфеттың тәҙрә быялалары зыңғырҙаны, хатта “Тимер утрау” үҙе лә дер-ҡалтырап, сайҡалып ҡуйғандай булды. Шөр ебәреп теҙ-быуындары йомшарған Йолҡоғужин шунда ултыра төштө. Ныҡ бүҫкәргән тройной одекалон шешәһен ҡуйынынан йәһәт сығарып, ғорҡолдатып уртланы ла, һыңар атламалы күҙлеген палубанан һәрмәп алып, шешә ҡапҡасын кире бора-бора, шаулы йәмәғәттән азатыраҡ тарафтарға йүгерҙе...

Асыуҙары баҫыла төшкән пассажирҙар, бераҙ тынысланып, яҙмыштарын Хоҙай ҡулына тапшырып, һәр ҡайһыһы үҙ мөйөштәренә таралды. Капитан да каютаһына инеп бикләнде. Беҙҙең өс дуҫ ҡына һаман судно морононда ҡалып, борттарҙы һәрмәп йүгерешкән болғансыҡ тулҡын һырттарын кисерҙе күҙҙән. Бараһы ерҙәренә барып етә алмауҙарынан, “Тимер утрау”ҙы ҡуҙғалтырға тырышып та, уңышһыҙлыҡҡа осрауҙарынан, ә ысын ҡотҡарыусыларҙың һаман килеп етмәүенән йөрәктәре янып, тәрән уйға баттылар; капитан ошо хәйерһеҙ ҡомлоҡта йәйләргә йыйынғандай тойолдо...

Һәм бына Поэзовский, Джугашвили, Садиҡов иптәштәрҙән торған абруйлы делегация, көслө нәфрәткә тулышып, киң йәмәғәтселек исеменән ҡарт бүренең каютаһына керҙе. Йылға короле, бөкөрәйеп, диванда ултыра һәм һөйөклө төрөпкәһен сурылдатып имә ине. Делегаттар сәләменә өндәшмәне.

Ҡулында ҡағыҙ ярпыһы һерелдәтеп, ҡыйыуһыҙланып торған шағирҙы юлдаштары этәреп алға сығарҙы һәм ул, һары мөгөҙ тирәсле күҙлеген танауы өҫтөнә элеп, балта аҫырлыҡ төтөнгә саҡ ҡына эйәләшкәс, сәсәй-сәсәй тантаналы уҡыны:


Йылға экспресы капитаны ип. М.В. Молчуновҡа бер төркөм пассажирҙарҙан

Талап.
Беҙ, түбәндә ҡултамға сәпәүселәр, ныҡышмалы талап итәбеҙ беҙҙәрҙе кәмәлә ҡоро ярға сығарып ҡуйыуығыҙҙы...”
-- Кәмәнең төбө тишек!.. – тип ҡырт киҫте капитан.
“...Сөнки беҙҙең бер ҡабым да аҙығыбыҙ ҡалманы, ә судно буфетында...”
Капитан тарафынан, дөйөм ыҫмаҡты ярып, туп-тура талапсының ауыҙына төтөндөң ҡеүәтле яңы ағымы урғылды ла уның һулыш аппаратын ваҡытлыса сафтан сығарҙы. Шағир мөлдөрәмә күҙ йәштәре аша капитандың Шүлгән мәмерйәһеләй киң асылған, һөрөмләнгән ҙур ауыҙын абайланы, шунан һуң бөтә донъя төтөн ҡоймаһы артына ҡапланды.

-- Ишекте! Асығыҙ ишекте! – тип аҡырҙы ул, һерәйеп ҡатҡан иптәштәренең аяғы янына йығылып. Һәм, эҫе мунсала әсәһе көсләп сабындыртҡан сабый саҡтарындағылай әлһерәп, Садиҡовтың киң айырылған бот араһынан башын һалды тупһаға. Тыштан типкән һалҡынса һауа ирҙең танау тишектәрен иркәләп ҡытыҡланы, сәс бөртөктәрен таратып, маңлайы өҫтөндә уйнатты. Комфортлы был рәхәтлектән һис кенә лә ҡубынғы килмәй ине.

Грузин, һәр ваҡыттағыса дуҫ тоғролоғо һаҡлап, аяуһыҙ көрәштә баһадирҙарса башын һалған әшнәһенең ҡулынан ҡағыҙҙы алды ла йылы эҙенә баҫты.

-- Тыңлағыҙ! Уҡыу продолжается! – тине ул, көр тамаҡ төбөнән әсе йүткереп.


“...Сөнки беҙҙең бер ҡабым да мандариныбыҙ ҡалманы, ә судно буфетында хатта лимон ҡабығы ла юҡ...”
-- Ничего, түҙерһегеҙ. Башҡортостанда бер юлға ҡуян тиреһе лә сыҙаған, ти халыҡ, ә һеҙҙең тиреләр айыуҙыҡылай ҡалын – плавлавка килгәнсе бирешмәҫ.

-- Күпме көтөргә була? Ысынлап та ошонда йәйләргә итәһегеҙме әллә?

-- Ниңә йәйләргә? Күп булһа ике-өс көн, бер аҙна ултырырбыҙ. Ә бәлки... ҡышларға ла ҡалырбыҙ.

-- Мыҫҡыл итмәгеҙ, капитан! – Тупһала ятып хәл йыйған шағир егеттәрсә тороп баҫты. – Культуралы учреждениеларҙа бындай һүҙ өсөн баштарынан яҙалар!

-- Ничего. Беҙҙең пароходствола фуражкаһын юғалтыусы ла юҡ әле.

Һарыуы ҡайнап яҡшы аттай сапсып торған Садиҡов, шағирҙы яурынынан ҡамтарып алып, алмалары өлгөргән ағастай һелкетте:

-- Етер телләшергә! Аҡ ҡағыҙға яҙылғаныңды дауамла!
-- Ҡхым-ҡхым... уҡыйым: “...Әгәр беҙҙең ошо коллектив талапты ҡәнәғәтләндермәһәгеҙ, төбө тишек “Тимер утрау”ығыҙҙа донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын артабан һаҡлап ҡалдырыуҙы өҫтөбөҙҙән төшөрәбеҙ һәм һәр төрлө фажиғәле күренештәр була ҡалһа, партиябыҙ һәм кешелек донъяһы ҡаршыһында һеҙ яуаплы булырһығыҙ. Ҡултамғалар”.

-- Ниндәй фажиға тураһында һүҙ бара?! – Капитан, кәкре төрөпкәһен ауыҙынан алып, күҙҙәрен яман аҡайтты.

-- Мәҫәлән... мәҫәлән... каннибализм! – Тейешле һүҙҙе саҡ эҙләп тапты шағир.

-- Һәм быны хәҙер үк – ошондағы төрөпкә эйәһенән үк башлаясаҡбыҙ! – тип ҡыҫтырҙы Садиҡов.

-- Бешереп тораһы ла юҡ – ыҫланған балыҡ кеүек! – Быныһын грузин өҫтәне.

Капитандың ҡарайған йөҙө етен таҫтымал төҫөн алды, уң мыйығы, һикәлтәле юлдан барыусы насар тәгәрмәсле арба кеүек, үрле-ҡырлы һикерҙе. Моғайын, һүҙ әйтер алдынан төрөпкәһен имергә лә онотоп, шикле ҡараш менән ирҙәрҙе үлсәне.

-- Ярай, һеҙҙеңсә булһын, әйҙә, -- тине, баш сайҡап. – Тишегенә эшләпәгеҙҙе тығып, осағыҙ менән баҫып ултырырһығыҙ!

Шатлығы күккә ашҡан Джугашвили, елкенсәк кавказ таҡмағы әйтеп, бер ырғыуҙа тышта булды, уның еленән ҡубарылған эшләпәһен ҡыуалап, шағирыбыҙ ҙа олаҡты. Түрәләр һүҙенә баһа белгән Садиҡов ҡуҙғалманы.

-- Резолюция! – тине һалмаҡ тауыш менән, шағир ҡулынан осоп төшкән талапнамәне капитан алдына һалып.



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет