ҺАНҺЫҘ ҺЫУЫР ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТ
— Һыуыр тәүҙә, бына ошолай һеҙҙең һымаҡ, ҡупшы мыйыҡ ебәреп, түшен киреп, һанлы ғына йәшәгән, ти. Үҙенең ата-бабанан ҡалған өңлө убаһы, уба тирә-яғында юшар йыуаһы, эсер йылғаһы булған. Ҡайһы ваҡыт мохтажлыҡтың сигенә етһә лә, кеше еренә сыҡмаған. Шуның өсөн үҙен көллө күршеләре һанлаған, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән.
Һыуыр убаһының иң мөҡәддәс ере — уба башындағы йәшел артышлы түбә икән. Ата-бабаларҙың һөйләүе, шәжәрә ҡылыуы буйынса, ундағы аҡ мәрмәрташта иң тәүге заттың — оло убаға беренсе өң ҡаҙып инеүсе баба-һыуырҙың изгеләрҙән-изге эҙҙәре мөһөрләнгән. Һыуырҙарҙың һәр быуыны эҙҙе яттар табанынан баҫтыртмай ҡурсалаған, йәшел артыш уратмаһын төрлө бәлә-ҡазаларҙан аралаған. Баштарына ҡайғы ҡунған ауыр ваҡыттарҙа ла, бик шатлыҡлы саҡтарҙа ла, изге эҙҙәр эргәһенә йыйылышып ултырып, үткән быуаттарҙы иҫкә төшерөр, киләсәктәрен ҡайғыртып уйланыр, үҙҙәренең шул үткән менән киләсәкте ошо ергә, ошо убаға тоташтырып тотоп тороусы алтын бүкән икәнлектәрен төшөнөп, сикһеҙ ғорурлыҡ кисерер, ҡөҙрәт алыр, тыуған ерен элеккегә ҡарағанда ла ғәзизерәк күреп яратыр булған улар. Беҙ һөйләгән ҡупшы мыйыҡлы һуңғы быуын һыуыр ҙа, ти, атаһынан шул изге йолаларҙы, шул мөҡәддәс бурыстарҙы йөкмәгән дә үҙенән һуңғыларға ла шуны биреп китергә тейеш булған.
Әммә һыуыр күңеленә бер көн ҡара шик ҡунған. Уны уҙғынсы ҡомаҡ менән һаҫы көҙән албырғытҡан.
— Һыуыр ағай, иҫәүән дә икән һин, — тигән ҡомаҡ. — Йыуаларыңды ейеп, йылғаларыңды эсеп, йылы өңөңдә ҡорһаҡ киреп кенә ятаһы урында, кәрәкмәгән артышлы түбәне уҙғынсыларҙан ҡурсып, йонсоп ултыраһың бит, әй.
-- Кәрәк икән, ҡусҡыл артыш үҙ аллы үҫһен, изге эҙ үҙе һаҡланһын, — тип ҡеүәтләгән ҡомаҡты һаҫы көҙән.
-- Йонсоп ултырмаҫ инем дә, атай һүҙе ултырта, — тигән, ти, елкә соҡорон ҡашып, һыуырйән. Ҡомаҡ менән һаҫы көҙән эстәрен тырнап көлгән:
-- Таптың һүҙ, сығарҙың күҙ! Беҙгә ҡалһа, ата һүҙенә төкөрөп тә бирмәйбеҙ, уның ҡарауы, ыҙа сикмәй, уйнап-көлөп йәшәйбеҙ.
-- Бабаң эҙен юйҙыртһаң, йортоңдан да яҙырһың, — тип әйтеп ҡалдырған иҫке аҡыл бар.
-- Иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә! Уба һаҡлап ултырып, һин нимә күрәһең? Ә бына мин, исмаһам, үҙ убам булмаһа ла, илдән-илгә йөрөнөп, башҡаларҙың өйөнөң иҙән аҫтарына оялап, рәхәтләнеп бураларын кимереп йәшәйем, яңы бешкән икмәк кенә ашайым! — тип ҡомаҡ шапырынған.
-- Ә мин илдең ҡош-ҡорт кетәгенә кереп, һимеҙ ҡаҙҙарын, хатта, ҡәберҙәренә төшөп, үҙҙәрен дә ашайым! — тип көҙән кәпәренгән.
-- Һәм беҙ һис ниндәй убаға бәйле түгел, бурыслы түгел!
—Иҫкән елдәй ирекле, аҡҡан һыуҙай бәйһеҙлекле!
Һыуыр, артышлыҡтың ҡырыйында һәмтәйеп ултырған килеш, уйға ҡалған. Уны ҡомаҡ менән көҙән яҙмышы ҡыҙыҡтырған.
—Төкөр ата-бабаңа, ултыр беҙҙең арбаға! — тип дәртләндергән тегеләре. Һыуыр артыҡ уйлап-нитеп тормаған, артышлы түбәгә ҡул һелтәгән. Шуны ғына һағалап көткән ҡомаҡ, ҡыуанып, артыштарҙы төбөнән умырырға, ҡайыҙларға, ә һаҫы көҙән, изге түбә төбөнә ҡаҙып инеп, һыуыр ата-бабаларының һөйәктәрен кимерергә керешкән. Улар шул эштәрен бөтөрөп китеүгә, йәшел артышлы һәм аҡ ташлы түбә урынында туҙрап ятҡан саң ғына тороп ҡалған. Ул саң да тиҙҙән шунда тапатып юл һалып уҙған төрлө ҡош-ҡорт, кейектәрҙең табандарына эйәреп китеп бөткән. Изге түбә теләһә кем утеп йөрөмәле ҡаҡ юл түтәһенә әйләнгән, һыуырҙың юшарға йыуаһы, эсергә һыуы ла ҡалмаған. Һанлы ғына йәшәгән һыуыр, һанынан яҙып, күршеләренә үтескә аҙыҡ һорап сыҡҡан. Бер биргәндәр ҡыҙғанып күршеләре, ике биргәндәр, ләкин һыуырҙың тамағы һаман туйынмағас, өсөнсөгә биреүҙән төңөлгәндәр. Көллө ялан буйлап һанһыҙ һыуыр хаҡында телдән-телгә һүҙ киткән, ул килгәндә ишеклеләр ишектәрен бикләп көтәләр икән, осрағанда бармаҡтарын төртөп үтәләр икән. Һыуыр, муйынына хәйер тоҡсайы аҫып, башын түбән һәлендереп, күҙ күрмәгән яҡҡа сығып китергә мәжбүр булған. Кеше тупһаларында типкеләнеп, кеше ҡалдыҡ-боҫтоҡтарын йөкмәнеп, кире әйләнеп ҡайтыуға, убаһында уны тағы ла яманыраҡ яңылыҡ көтөп торған: тыуған өңөнә ҡомаҡ менән һаҫы көҙән инеп оялаған. Һанһыҙ һыуырҙы яҡын да юлатмаған улар — алыҫтан уҡ суйыр бәреп ҡыуғандар:
—Рәхим ит, килгән яғыңа кит! Был убала һыуыр ҡыҫылышы юҡ: бында ылғый беҙҙең өң — тыуа-тыуғандан, борон-борондан уҡ!
Һанһыҙ һыуыр аптырап, ҡалтырап, күрше-тирә яҡтарына ла кереп ҡарай, ләкин береһе лә уны танымай:
—Рәхим ит, килгән тарафыңа кит: бындай хәйерсене бында һис ҡасан күргәнебеҙ юҡ!
Аҡылдан яҙырҙай булған һанһыҙ һыуыр шикәйәт яҙып, януарҙарҙың хөкөмөнә баш ора:
—Ярҙам итегеҙ, ата-бабам убаһын алып бирегеҙ!
Хөкөм бер йыл буйы убаны тикшереп, убаның һәр саң бөртөгөн еҙ иләктән үткәреп, бер йыл буйы шаһиттарҙан һорашып, тағы ла бер йыл буйы хөкөм йөрөткәс, ике яҡтың да һәлмәклеген бизмәнгә һалып үлсәгәс, ошондай ҡарарға килгән:
—Даулы убала һыуыр затының эҙе лә, еҫе лә юҡ, еҫе генә ныҡ; тимәк, Һанһыҙ һыуырҙың тартыш хоҡуғы ла юҡ. Убаның аҫыл хужалары — һаҫы көҙән менән ҡомаҡ!
Һанһыҙ һыуыр сығып киткән хәйерсе тоҡсайын аҫып, әсе күҙ йәше менән юл саңын йыуып. Инде ул ҡайҙа тыуғанын да, кемдән тыуғанын да төптө иҫләмәҫ-хәтерләмәҫ, өң ҡаҙа ла, йыуа йыя ла белмәҫ, фәҡәт тупһанан-тупһаға һуғылып, ергә тиклем баш эйеп, кеше ҡалдыҡ-боҫтоғон илап теләнеүсе йоратҡа әйләнгән, имеш...
-- Абба! Фи! — Мыйыҡ тап шул һанһыҙ һыуырҙы хәтерләтеп, шыйылдатып һыҙғырҙы.
-- Бына шулай һөйләне миңә атайым, — тине ҡыҙ. — Бәлки, һеҙгә лә, әгәр ҡолаҡ һалып тыңлаған булһағыҙ, үҙегеҙҙең атайығыҙ шулай һөйләп ҡалдырғандыр.
-- Хәтәр һеҙ!
-- Эйе, Хәтер.
Мыйыҡ баш сайҡаны.
-- Туҡтағыҙ, атайымдың әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре бөтмәне әле. «Ҡыҙым, — тине ул, — был донъялар ҡатмарлана, бәндәләре ҡатлаулана — һанһыҙ һыуыр хәленән һаҡла үҙеңде. Яуыз Гитлер беҙҙән тыуған тупраҡты онотторторға, ата-баба эҙҙәрен юйылдыртырға, Ватан хисен юғалттыртырға, халыҡтарҙың һәр береһен һанһыҙ һыуыр хәленә ҡуйырға теләгәйне, әммә барып сыҡманы. Беҙҙең ватансылыҡ тойғоһо фашизмдың мәкеренән көслөрәк булып сыҡты. Һанһыҙ һыуырҙар булманыҡ, беҙ Уралды, тыуған төйәкте, бөтөн гүзәл Ватаныбыҙҙы ата-бабалар һәм үҙебеҙ донъя көткән изге ер — Совет иле итеп барса дошмандарҙан ҡурсаланыҡ. Ошо тыуған тупраҡ өсөн ут-һыуҙар кисеп үтеп, Берлинғаса барып етеп, Еңеү менән әйләнеп ҡайтып, инде шул ерҙең ғәзиздәрҙән-ғәзиз тупрағын күрәләтә елгә осортайыҡмы?!» — Бына шулай тине минең тарихҡа әйләнгән атайым. Мыйығығыҙға урағыҙ.
—Булды, ураным, — тине Мыйыҡ. — Бая әйткән һүҙҙәремде кире алам.
—Һүҙҙәрегеҙҙе ифрат тиҙ кире алаһығыҙ икән. Туҡтағыҙ, мин һеҙҙе элек ҡайҙа күргәйнем әле?..
Мәгәр Дилбәрҙең тоҫмал-уйы ошо урында өҙөлдө: Мыйыҡ, ҡапыл ғына ҡалҡынып, өҫтәлдә балҡып ятҡан бүләк авторучкаға үрелде:
—0, алтын! Дилбәр туташ, тотоп ҡарарға рөхсәтме? — Алтын услаган тарамыш ҡул ҡомһоҙлоҡтан ҡалтырай төҫлө ине, һәр хәлдә, ҡыҙға шулай күренде. Әммә Мыйыҡтың аслан кем икәнлеген һис белмәгәндәй, ни артынан йөрөүе лә уға ҡараңғы ине. Ә уның эше етди, алтынға алҡыныуы ла тиккә түгел — ошо төбәктә йәшерен цех асып алтын иретеүсе, алтын әйберҙәр етештереүсе, «ҡара баҙар»ҙа салғый аҫтынан шуларҙы «осороусы», кешеләргә алтын тештәр ҡуйып ҡара табыш ҡылыусы мафияға тартым өйөрҙөң эҙен һәрмәштереп йөрөгән эҙәрмән — ҡала милицияһының угрозыск темеҫкене ине ул... Ә ҡыҙҙың хәтере ҡалды:
—Бахыр, бахыр!.. Һеҙгә хикәйәт һөйләп булашҡан мин — йүләр!.. Күҙегеҙҙе бына ни тондора икән. Донъяны алтын аша ғына ҡарап күргән бәндәгә, әлбиттә, алтындан ғәйре бар нәмә лә иҫке-моҫҡо.
Мыйыҡ кет-кет көлгән булды, әйберҙе кире ҡуйҙы:
-- Үҙегеҙ ҙә шул һары шайтанға йәбешеп ятаһығыҙ әле! Ғәфү итегеҙ, туташ...
-- һе! Әгәр бүләккә бирелгән әйбер булмаһа, гитарағыҙ менән ҡуша артығыҙҙан олаҡтырыр инем дә... Һеҙ ҙә ғәфү итегеҙ.
-- Зарар юҡ, зарар юҡ, һе-һе! Ғәфүт итегеҙ, һеҙгә кем бүләк итте, миңә лә шундай ручка бик кәрәк ине...
«Бахыр, бахыр!.. — тип уйлап алды ҡыҙ. — Теләгең шул икән — моратыңа ирештерәйем дә күҙ алдымдан олаҡтырайым!» — Тик, буталлы авторучканы услап алған еренән, олаҡтырмай кире һалды — бүләк булыуы тыйҙы, Әсҡәрҙең үпкәле сырайы күҙ алдында һүрәтләнде...
-- Табышырмын мин һеҙгә, бик кәрәкһә. Тик... башҡа ваҡытҡа ҡалдырығыҙ, ғәфү итегеҙ...
-- Рәхмәт, Дилбәр туташ, рәхмәт -- шулай итә күрегеҙ! — Мыйык, күләгәләй тауыш-тынһыҙ һыпырылды. Ҡыҙ, еңел һулап, шартлап ябылған ишек яғына ҡалкынып ҡараны ла тағы көрһөнөн ҡуйҙы: ҡыҙыл таҫмалы гитара сөйҙә шаңғырып тора...
Йәш скульптор, ап-аҡ һынлы Бәндәбикә ҡаршыһына теҙләнеп, йөрәге әрнеүҙән әсенеп, иртә үлгән атаһын хәтерләне. Һалдат кейемдәрен кейеп, тыуған ерҙең тарихын һанға һуҡмаусыларҙың ҡылығы өсөн иңрәүҙәре ҡабатланды:
—Юҡ, күтәрә алмай быны ҡарт һалдат намыҫы! Беҙ Берлинды штурмлағанда...
Хәтерҙә, Дилбәр атай телмәрен тупаҫ бүлдерҙе:
—Ҡуйсы әле шул яңғырауыҡлы йөмләләреңде, атай. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырғандай, шуны килтерәһең дә сығараһың: «Беҙ Берлинды алғанда...» «Беҙ рейхстагка менгәндә...»
Атай бахыр кинәт кенә кесерәйгәндәй сүгенде, хәтере ҡалып, өндәшмәйерәк ултырҙы. Ҡыҙы ҡайҙалыр сығырға ҡуҙғалғас ҡына, эсемдә ҡалмаһын, тигәндәй, ғәйепле һымаҡ һөйләнде:
— Беҙ алып ҡайтҡан шул яңғырауыҡлы һүҙҙәр булмаһа, ошо көндә был донъяла һеҙ ҙә булмаҫ инегеҙ, ҡыҙым... Эйе, булмаҫ инегеҙ...
Дилбәр, күҙ йәштәрен төпкә йотоп, «Ил Инәһе» матҡып тотҡан ҡыҙыл кирбескә текләне...
УН ТУҒЫҘЫНСЫ СӘХИФӘ
Хөппөлгәрәй-бажаһынан йәне имгәнеп ҡайтҡан Мотал арандай киң фатирында яңғыҙ башы ҡаңғыра, ҡатынына «бөгөн мин дә һуңлап ҡалам» тигәненә үкенә: иртәрәк ҡайтһалар, йөрәгенең янып барыуын һөйләр ҙә эс серҙәрен бушатыр — еңелерәк булып ҡалыр ине, исмаһам. Өҫтәүенә, төшкө сәй эсергә юл ыңғайы һуғылғанында ла йүнле һөйләшә белмәне — хәләл ефетен рәнйетеп сығып китте. Киске ҡунаҡ табынында була алмаясағын әҙәмсә яғымлы итеп, эс-бауырына кереп кенә һеңдерә ала ине бит. Мөхлисәһе, әлбиттә, алдына алғанын үтәмәй ҡалмаясаҡ — ҡунаҡ мәжлесе ресторанда унһыҙ ҙа йыйыласаҡ, әммә ҡыуаныс урынына ҡан йотоп йөрөйәсәк... Шуны белә тороп, ниңә ул киреләнде? Командировкаға башҡа ваҡытта ла сығып китә ала ине бит! Атай бахырҙан ҡалған ошо ҡырыҫлыҡтан — «Шаһибәрәковтар комплексы»нан (ҡатынының билдәләмәһе!) ҡайһылай арынырға?.. Хәйер, көнө шулай килде шул: күҙен тырнап асыу менән Ҡыҙыл башҡорт тарафынан ҡамсыланыу... Хәтерләүе имәнес: ике күҙе уттай баҙлап янып, «хәйерле юл» урынына: «Намыҫ! Намыҫ! Намыҫ!» — тип екереп ҡалды уға, күпме йылдар бер ҡалаҡтан ашаған ҡорҙашына. Тел төбө нимәгә бара? «Ҙурҙы өмөт итеп йөрөмә -- үҙ хәлеңде үҙең барлап ҡара ла, намыҫың менән кәңәшләшеп, алдағы йыйында асыласаҡ вакансиянан – Яҙыусылар берлеге идараһының рәйесе вазифаһынан үҙ теләгең менән баш тарт!» — тип тумбытыуымы? Ә ниңә тәғәйен ул ғына баш тартырға ла бушанасаҡ креслоға башҡа берәү менеп ултырырға тейеш? Әллә ул, Мотал, ана шул башҡа берәүҙән аҙыраҡ эшләнеме? Йәмәғәт бурыстарын аҙ башҡарҙымы? Шул уҡ Бикләмешевте генә алайыҡ: республика күләмендә берәй сәйәси сара моронланымы, егеттәре фарман йөкмәп йүгереп килеп етә: «Ҡәҙерле Мотал Булаттимерович, беҙҙе ҡотҡара күр, зинһар, — шулай ит, былай ит!..». Төрле яҡтан тарталар, борсойҙар, бүлдерәләр, эш урынынан йолоп алып китәләр. «Һөйөклө Мәрүән Карамийығыҙ етмәйме ни һеҙгә?» тиһәң, яуап бер: «Ялҡынлы публицист һүҙе кәрәк!». Илдә йәки Ер шарында берәй ғиллә ҡуптымы, көнө-сәғәтендә матбуғатҡа, радиоға, телевидениеға уның фекере зарур. Театр премьералары, юбилейҙар, тантаналы ултырыштар унһыҙ уҙмай. Республика, ҡала күләмендәге һәр йыйылыштың түрендә лә ата ҡаҙҙай ҡайҡайып ултырырға тейеш. Сөнки ул — танылған яҙыусы ғына түгел, ә төбәгебеҙҙәге тәүге трилогия авторы, әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы һәм ялҡынлы йәмәғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт бүләген, йәки орден бирергә тиһәләр – Мәрүән Карами әҙер, ә «ялҡынлы публицист» онотола. Ана шул шау-шоу ҡалҡыуысы уны төп кәсебенән — проза яҙыу өҫтәленән айырып, хоҙайҙар йәшәгән Олимп тауының түбәһенә күтәрә. Мотал белгән аҙмы талантлы әҙип унда, дан-шөһрәткә талантын алмаштырып, «яҙыусы яҙырға тейеш» тигән изге ҡағиҙәне йомро оса аҫтына түшәп, үҙен ашатҡан һәм үҫтергән эшлекле яҙыу өҫтәленә өҫтән аяҡ һәлендереп ултыра. Яҙмау — яҙыусының үлеме, тигән асы хәҡиҡәтте лә белә... Быуып алған аҡ әжәлдең ләззәтенән наркомандың баш тартмағаны шикелле...
Ләкин Мотал ана шуларҙы күрә, белә — иблес ҡотҡоһона «юҡ!» тип тә ҡырт-киҫә алыр.
«Әммә ҡырҡ йәш — тап ана шул иң хәл иткес мәл түгелме?.. Партияның хөрмәтле бурысы итеп йөкмәтелгән заманса романың -- «Эшсе синыф ғәли йәнәптәре»ң «пшик!» булды...Яҙыласаҡ иң һуңғы төп романың, хатта исеме лә табылмаған хәлдә, авторының оҙайлыға һуҙылған «түл йыйыу» осорон кисереп, өҫтәлеңдәге аҡ ҡағыҙ күбәһе рәүешендә зарығып-көтөп ята»...
Дөрөҫөн генә әйткәндә, яҡын ҡәләмдәштәре күптән үк ашыҡтырып димләһә лә, идараға рәйес булыу әҙип арбаһына бишенсе тәгәрмәс кеүек тә ул. Ләкин баш тарта алмай. Иртәгәһенә үк, капиталистар әйтмешләй, биржала барлыҡ акцияһы түбән тәгәрәр ине: «Әһә, теге юғары посҡа лайыҡ түгел, тип табылған ҡағыҙ буяусымы әле был?!.» Китап яҙмышында әлегәсә талант түгел — юғары кресло бойора. Унан килеп, кемдә — талант, кемдә һәләт икәнлеген кем белһен?.. Ҡалҡыуысынан яҙҙымы, ул үҙенең элекке төп асылына ҡайтасаҡ. Төп асыл шунан ғибәрәт: партия өлкә комитетының еле ыңғайынса һыҙғырыусан башҡорт белинскийы башлап ебәргән маһир тәнҡит күккә сөйөп тә, кәштәләрҙә ятып ҡаҡһыған трилогия... Онотолған бер-нисә очерк йыйынтығы... Тимәк, урта ҡул яҙыусы... Сигенеберәк тор, туған, даһиҙарға юл бир! («Даһи» тигәндәре лә әлегә уның һымаҡ уҡ урта ҡул, әммә юғарыраҡ вазифа биләүсе инде!..). Урта ҡул ғына көйөнсә нәшриәттә йыйылма томдарын сығарырға киҙәнәме, һөмһөҙ?! Выжт, темпландан!.. Артабанғыһы билдәле — ғаилә трагедияһы. Табанынан түбәһенәсә алтын-көмөш аҫынған һылыу ҡатын бар — аҡса юҡ. Һат машинаңды, һат дачаңды. Улары ғына етмәй, ниңә тиҙерәк сығартмайһың томдарыңды?! Бер үк балыҡ башы — спиралдең икенсе юлағы башлана. «Сәскә кеүек егерме йыл ғүмеремде кемгә ҡорбан иткәнмен!.. Ах, Ҡыҙыл башҡортҡа ғына йәбешеп сыҡҡан булһамсы! Ҡамыт аяҡ Сәлимә ниндәй бәхетле!..» Шундай мәлдә ҡалҡыуыстан ҡолаҡ ҡағырға — Мотал һантый түгел дә! Ул белә: әҙәби дан — һылыу ҡатындар кеүек, нескә биленән һығыбыраҡ тотмаһаң, башҡа ҡулдарға күсә.
Телефон шылтыраны. Хәйерһеҙ малай, баяғы шалопайҙыр!.. Ниндәй заманға килеп еттек: әсә ҡарынынан сыҡмаҫы элек протекция ныҡыйҙар... Художник!.. Алмайым трубканы — матур тигән еңгәйе менән эш ҡылһын. Салғыйы бик тә янып барһа, тәпәйләп тә эҙләп табыр. Ә хәҙер, ул өйҙә юҡ икән, тиһен дә тынһын — былай ҙа йән көйгән саҡ.
Тертләтеп, йәнә електәргә үткәҙеп зыңғырлай. Ах был алтын ялатылған һалҡын сит ил аппараты, ҡәһәр һуҡҡыры!..
— Алло, алло! Ишетәһеңме, ағайым?
Мотал трубканы һалды. Ишетмәгән ҡайҙа ул! Теге юлы ишеткәндәренән ҡолаҡтары зыңлап тора. Ниңә барҙы ул унда — һөйөклө һеңлекәшенең саҡырыуына?! Үҙ итәгенә ут ҡапһа, ныҡышмал да һуң был Гөлзифа: йәнә зыңғырлай, ҡолаҡтарҙың итен ашай. Саҡ ҡына көтөп тора ла кире-ҡабат зыңғырлай. Юҡ инде, һеңлекәйем, батырға ла йән кәрәк. Ауҡанлыкта ҡалдырып тор бөгөнгә.
Башы сатнауҙан миктәп, өҫтәл тартмаһынан төймәләй генә ҡалай ҡоторсоҡ ала. Аҡлы йәшел түңәрәккә биш ҡанатлы алтын йондоҙ һүрәтләнгән ҡапҡасын асып, хуш еҫ аңҡытҡан гәрәбәләй һары майҙы, Мөхлисәһе өйрәткәнсә, маңлайына, ике сикәһенә, елкә соҡорона һөртә — һуңғы йылда модаланған атаҡлы вьетнам бальзамы. Яғылыу менән көллө тәнгә эҫе ялҡын йүгерә. Өҫтәлендә һағалап ятҡан алтын авторучкаһы һәм, ғөмүмән, алтын һарылы көллө нәмәләрҙәй, был да хәҙер дефицит — Мөхлисәһе ҡайҙандыр аулап алып ҡайтҡан артҡы ишек бәрәкәте... Бына шулай шау-алтынға төрөнөп, алтын сөрөккә әйләнеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, күңелдәребеҙҙең аҡ елкәнен, иң саф кешелек сифаттарын ҡомһоҙ ҡара упҡынға60 тәгәрәтәбеҙ, дефицит ҡылабыҙ түгелме?.. Ана анауы ярһып-ярһып шылтыраған телефон да ҡара упҡынға йәнде тоташтырмаймы, шунда алтын сөрөк булып ыуалған йәндәрҙең «разбой»ҙарын һалмаймы?..
Дерелдәгән ҡулы трубканы күтәрҙе.
— Ало-ало! Бер туған ағайыммы һин, түгелме? Килеп хәлебеҙҙе лә белмәйһең, исмаһам... — Һүҙе тиҙ генә бөтмәҫен белдереп, Гөлзифа һеңлеһе танауын мышҡылдатты.
—Бәй, ҡай ерең кителде тағы? Төнә генә күрешкәйнек бит.
-- Ул «төнә»ңә нисә аҙна тулды икән...
—Ни булды?
-- Кейәүең аҡылдан яҙған.
-- Нимә?!
-- Йәнәһе лә белмәйһең! Уны Алпаров дөмбәҫләгән йыйылышта булманыңмы ни?
-- Булмағайным шул, ситтә йөрөп ҡалдым. Ләкин уны яҡлаусылар күп булған.
-- Шуның менән генә осланмаған шул...
-- Аңламайым.
-- Беләһең бит кейәүеңдең электән үк килделе-киттеле икәнен. Ҡазандан ҡайтҡаныбыҙ биреле интегәм. Аҙып-туҙып йөрөп Асылыкүл ене ҡағылып ҡайтҡас, бөтөнләй баш бирмәй башланы. Йәшәр әмәл ҡалманы...
Йәнәш трубканан тыңлаған әсәй-ҡарсыҡ ҡыҫылды:
-- Һин, улым, берәй сара күреп, аҡылға ултырт шуны. Юғиһә баш-баштаҡлығы, ғилми даирәләрҙән уҙып, Хөкүмәткә ирешкән.
-- Бәй, насар түгел бит был: хөкүмәттән теләктәшлек табыр, бәлки.
-- Тапты, ти, тапмай ҙа ни! – Һеңлекәше йәнә мышҡылданы. – Тыңларға ла теләмәйҙәр, ти, уны. Шунан биреле илерә лә ҡотора.
-- Туҡта, портфелен артып сығып китте, тигәйнең түгелме?
-- Китһә ни, тағы ҡайтты әйләнеп. Ана, кухняла тыҡшынып ултыра. Мал да бит тоҙ ялаған еренә ҡайта.
-- Ҡайтҡас һуң, ниңә мине борсойһоң?
-- Әйтәм бит, аҡыл көршәге сатнаған. Бер һүҙеңә ҡаршы ҡырҡ яуап ҡайтара. Йәнәһе, башҡорттарҙың беҙҙең эраға тиклем үк ошонда йәшәгәнлеген дәлилләгес ырын яҙыулы таш таптым, тип, бер юлы үҙенең дә, беҙҙең дә ғәзиз башҡайҙарҙы ашатырға йыйына.
-- Кемдән?
-- Кемдән икәне мәғлүм. Профессор Хәкимуллиндың бер ҡулы фәндәр академияһында булһа, икенсеһе академия театрында, филармонияла икәнен беләһең бит! – тигәйне әсәй-ҡарсыҡ, Гөлзифаһы үкһене:
-- Репертуар мәсьәләһен ике туған ҡустыһы хәл ҡыла... Ә килене...
-- Етер, артабанғыһы кәрәкмәй! — Моталдың сикә тамырҙары тартышты: йәнә лә шул Хәкимуллин!.. — Һин, һеңлекәйем, ирең хаҡында һүҙ башлағанһың икән — аҙағын да шуның менән бөтөр!
-- Ҡороғоро булды ул ир... — Трубканан оҙон-оҙаҡ шыңшып һулҡылдау ҡойолдо. — Тауыҡ менгән ситәнгә, «кикрикүк» итергә, тигәндәй, тарих акулалары менән көс һынашмаҡсы, эсем ауырыуы! Уф, Ҡондоҙбайҙың таҫма теленә алданып харап ҡына булды бит йәш башҡайым!
-- Эш үтмәҫ элек уйларға кәрәк ине, сүлмәкте ярғас түгел. Әйткәйнем бит мин һиңә.
— Үҙәгемә үткәҙгәнсе әйтмәгәнһең икән шул, ағайым.
Бер туған һеңлеһенең үпкә һүҙенең йәнде иҙгән ауырлығын самалап: «Йәнә лә мин ғәйепле!» -- тип, эстән һыҙып алды Мотал. Исеме лә билдәһеҙ бер шағир йораты Йәүҙәт Әғләм улы Ҡондоҙбаевты һеңлеһе өй кейәүлегенә эйәртеп алып ҡайтҡан, имеш, тип ишеткәс, кем һуң йүгереп барҙы, эште ҙурға ебәрмәҫ элек төҙәтергә тырышты? Үс иткәндәй, әсәйҙәре Ғәзизә ҡарсыҡ, йылдағыса, Ташкенттағы туғандарында ҡунаҡлап ҡалған мәл ине. Яңғыҙ үҙенә ҡалай ҡыйынға төштө! Йөрәген ярып бирерҙәй булып инәлде, тик һүҙҙәре стенаға бәрелгән борсаҡмы ни. Үтмәне. Гөлзифа һеңлекәше, Йәүҙәт Әғләм улының ҡаҙ муйынына аҡкош ҡанаттарылай һомғол беләктәрен сырмалдыртып:
—Мөхәббәтемдән мине бер кем дә, хатта Хоҙай бабай үҙе лә айыра алмаясаҡ! — тип ҡырт-өҙҙө лә ҡуйҙы, ағай хаҡы бар икән тип тә белмәне...
Моталдың телефон трубкаһын тоткан ҡулы дер-дер ҡалтыраны, тауышы, ҡарлығып, тамағын һыҙырып сыҡты:
-- Кейәү-бала үҙе өйҙәме әле?
-- Ана, һөҙгәк бүгәйҙәй ташбайып инеп килә.
-- Ярай, хәҙер барып етермен. Әсәй, кескәй табын ғәләмәте хәстәрләй тороғоҙ.
Яҙыусы, теләһә-теләмәһә лә, тормоштоң ваҡиғалар ағылышын үҙ һөнәре бизмәненә һалырға — «иң һуңғы төп роман»ы концепцияһына ярашлы яҡҡа бороп йәтешләргә -- теҙгенде ҡулда ҡыҫып тотоп тормоштоң үҙен идара ҡылырға тейеш. Кейәүе мәсьәләһендә лә шулай уҡ. Моталса, тарих фәнендәге һуңғы һүҙ — партия хәҡиҡәте — «урындағы корифей»ҙар Ҡотлоев менән Хәкимуллин ҡарамағында, Ҡондоҙбаев иһә ана шул асы хәҡиҡәт тәртәләрен тибеп һындырырға тыбырсыныусы, һөҙөмтәлә үҙ башына ла, башҡаларҙыҡына ла «планлаштырылмаған һәм аҡланмаған хәүеф-хәтәр» генә яуҙыртыусы булып сыға. Эйе, тай-тулаҡ Ҡондоҙбаевҡа, үҙен ниндәй генә йоморо башлы һанаһа ла, ауыҙлыҡ сәйнәп тибенергә әле иртә — заманаһы ул түгел!.. Дөрөҫ, тормоштағы кеүек үк, әҫәрҙә лә заманаһының «боҙоҡбаш» элементтары ла ҡатнашыуы кәрәкле — сюжет көсөргәнешен ҡырҡыулатыу, кәм тигәндә фабуланы төрләндереү, йәнләндереү хаҡына. Мәгәр тормош менән әҫәр араһында айырма: тормош мәңге дауамлы: аҡтың -- ҡараға, ҡараның – аҡҡа әйләнеү һәләте бар, әммә автор заманаһы ҡалыбына ҡыҫылған, ул унан сыға алмай, әҫәр автор ғүмерен һыйҙырған ҡалып эсендә яҙылып бөтөргә тейеш — Ҡондоҙбаевтарҙың хәҡиҡәт юллап ауыҙ-морон ҡанатышыуҙарын тормош үҙе логик финалға еткереүен автор көтөп ята алмай, уның быға ваҡыты юҡ. Шуға күрәлер ҙә Мотал, үҙе лә шәйләмәҫтән, гонаһ шомлогона бирелеп, кейәүенең дәррәү аҡылға ултырыуын — ул даулаған фәнни хәҡиҡәт уның оппоненттарының ҡулында икәнлеген, ә ул үҙе, тинтәк баш, хәҡиҡәт тип буш ҡыуыҡ ҡармап сәбәләнеүен таныһын ине, роман концепцияһына ла ифрат тап килер ине, тип көтә. Һәр хәлдә, романда шулай буласаҡ. Кейәү-баланың ошоно аңлап айныр хәлгә етеүен тиҙләтергә, дөрөҫөн генә әйткәндә, әгәр был юлын ҡыуһа, ярыҡ ялғаш янында һемәйеп ҡаласағын әшкәртергә кәрәк, сөнки быны тормош та, яҙыласаҡ романы ла шулай ҡуша...
Әсәй-ҡарсыҡ үҙ бүлмәһенә бикләнгән, Гөлзифа — кухняла, ә кейәү-бала йомош табып — урамға, бәләкәстәре Морат ихатала уйнарға сығып киткән. Өйҙә уға яҡшы таныш «һалҡын һуғыш» мөхите хөкөм һөрә.
—Ташбайып ултыра, тигәйнең түгелме һуң? — тине Мотал, ҡарашы менән бүлмәне әйләндереп.
-- Килереңде шәйләгәс, магазинға һыпыртты.
-- Эш ниҙә һуң? -- Һеңлеһе өндәшмәне. -- Әллә артығыраҡ һала башланымы? Иҫереп болармайҙыр бит?
Гөлзифаның керпектәре сыланды:
-- Әгәр иҫерһә, еңелерәк булыр ине әле, ағайым. Айыҡлығы менән үтә үҙәккә. — Кранды шарылдатып, ҡашығаяҡ шалтыратты. Әсәй ҡарсыҡ та төлкө: улының ысҡынырға йыйыныуын аяҡ тауыштарынан уҡ самалап, стена үтә ауаз биреп өлгөрҙө:
-- Ҡайҙа бараһың, балам?
-- Бармайым да ул, әсәй. Кейәүебеҙ ҡасан пәйҙә булыр икән?
-- Ҡасан да бер моронлар, моронламай хәле юҡ. Сысҡаҡ быҙау ҙа имгән еренә ҡайта. Ә һин табан ялтыратырға ашыҡма. Ана, телевизор ҡарай тор.
-- Көтмәй әмәл юҡ инде. — Әммә телевизор ҡайғыһы китте — әсәй ҡарсыҡтың кинәйәле тел төбөнән хәүеф сорнаны күңелен. Шулай уҡ бында ла эш тәрәнгә төшкәнме?.. Күн көплө (атайҙан ҡалған!) иҫке креслоға арҡа терәп, күңелһеҙ уйҙарға сумды. «Бынағайыш тамаша, аңламаҫһың был донъяны, — тип рәнйене эстән. — Берәүҙәр иҫерек ирҙәренән зар-илаһа, быныһын иренең айыҡлығы ҡаҡшата. Ҡайҙа икән ғәҙеллек?» Ләкин һеңлеһенең һүҙендә хаҡлыҡ бар: ул «айыҡлыҡ» был өйгә, ысынлап та, «Асылыкүл ене һуғылып», үткән йәй эйәреп ҡайтты, быға Мотал да ғәйепле. Ниңә шунда күрәләтә кешеләрҙең башы аша атлата торған хәтәр юлдан кейәүен тотҡарламаны? Гөлзифа атаған акулаларҙан һөйәген онтаттырырғамы? Ул саҡта бит был тиклем ҙурға китмәгән — кейәүкәйҙең «ен һуғылыуы» ҡыҙыша ғына башлаған -- башына бер сүмес һалҡын һыу ҡойоу ҙа һыуытыр ине. Ғүмерендә аяҡ баҫмаған Асылыкүл буйына уны, Моталды, яҙмыш ҡулы, моғайын, шуның өсөн юлландырғайны ла. Ә ул...
Кейәүенең «енле» юлына арҡыры төшә алмауына, ихтимал, ғүмерендә тәүге күргән Асылыкүлдең сихриәтле тәьҫире, унан да бигерәк, беренсе аҙымдан уҡ күлдең яр буйында тап килешкән кешеләр, күлгә бәйле улар һөйләгән серле хәлдәр, риүәйәттәр үҙ шауҡымын һалғандыр? Ҡаланан бит директор бажаһы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров, ҡулънан һөйрәкләп тигәндәй, ҡара «Волга»һына ултыртып алып киткәс, өҫтәлендә ярым-ярты туҙрап ҡалған романы өсөн көйөнөп, тәбиғәттең сағыу-алсаҡ төҫтәренә лә ерле иғтибар итмәй, яр буйында алйып йөрөгәйне тәүҙә. Көтмәгәндә, бер көтөү ҡарлуғас балаларылай теҙелешкән уҡыусыларын ауыҙына ҡаратып, Асылыкүлгә ҡул иҙәп күрһәтә-күрһәтә мөкиббән һөйләгән сал сәсле бер ағайҙың — әҙәбиәт уҡытыусыһының -- хикәйәте ҡолаҡҡа һүреп керҙе:
«Ана ята һыу ситендә алтын тараҡ ялҡылдатып башҡорттоң Арта-би сура Ана ҡото61 Һыуһылыу алтын сәсен тарап ултырған, уның алтмыш ҡолас оҙонлоғондағы толомдарына тотоноп, Заятүләк батыр тылсымлы һыу аҫты батшалығына сумып төшөп киткән тош — ырҙын табағындай шыма яҫы таш. Ана тора яр башында, Ҡарағастау морононда, уның толпар Күкбуҙатын62 теҙгененән бәйләгән изге урын. Бына һыу аҫты донъяһынан, ажарлы Аҡбуҙатҡа атланып, сысҡан һыртлы аҫыл ҡола йылҡыларҙың икһеҙ-сикһеҙ өйөрөнөң арҡаларын йылҡылдатып, Заятүләк килеп сыҡҡан, ер тетрәтеп менеп киткән текә үр. Һыу ситендә аунап ята Аҡбуҙаттың тояҡтары аҫтынан һынып-ҡубынып төшкән тирмә төбө дәүмәллеге ҡаяташтар, ялпаҡ сағыл һырттарында уйылып ҡалған Аҡбуҙаттың оло ҡаҙан ҙурлыҡ тояҡ эҙҙәре...»
Башҡорт мифологияһының бер тармағы, үҙенең тыуған төйәгенә63 кире ҡайтып, ҡабат башланғандай була Моталдың күҙ алдында. Башҡорт халыҡ ижады дәресен ҡайһылай йәнле үткәрә был уҡытыусы!
«...Халҡыбыҙҙың риүәйәттәре буйынса, «Асылыкүл диңгеҙе» ер аҫтынан үҙенең «игеҙәгенә» — Ҡандракүлгә тоташа. (Мәҫәлән, ике күлдең дә һыуы бер үк кимәлдә, икеһендә лә бер үк тоҡом балыҡтар үрсей, имеш; һәм ҡасандыр ошо беҙҙең Асылыкүлдә ғарыҡ булған атлы арба бер нисә көндән һуң Ҡандракүлдә ҡалҡып сыҡҡан, имеш...). Ошо ырым арҡылы ла халыҡтарҙың ер йөҙөндә эҙ ҡалдырып уҙған тарихи юлын төҫмөрләргә мөмкиндер: легендалар буйынса, мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһы янындағы Бездонное күле «ер аҫтынан диңгеҙ-океанға тоташҡан» (имеш, алыҫ диңгеҙ-океанда батҡан карап һыныҡтары Бездонное күле өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан); хәҙерге Бүрәт АССР-ындағы Гузээн күле лә шундағы икенсе бер күл — «Хубсугул диңгеҙе» менән, Ҡытайҙағы Кукунор күле иһә унан көыьяҡтараҡ Ҡыуанһыуға64 сығанаҡ биреүсе икенсе бер күл менән дә шулай ер аҫтынан тоташа». Тарихтан байҡаһаҡ, исемдәре аталған шул урындарҙа ҡасандыр беҙҙең алыҫ бабалар ерегеп көн иткәнлеге, халыҡтарҙың тамырҙары, тимәк, бер-береһенә «ер аҫтынан» да тоташҡанлығы асыҡлана...»
Моталдың хәтерендә: моңло итеп шөңгөрләп торған скрипкаға сыбыртҡылап һуҡҡандағылай ауаз — мыҫкыллы шарҡылдап көлөү... Колхоз баҫыуында һоло һыпырып туйынғандан һуң юл ситендә үрә ҡатып ҡайҡайып торған һимеҙ айыу кеүек күренә был минуттарҙа уның мыҡты кәүҙәле бажаһы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы — упҡындай ҡара өңлө ауыҙын кирелдереп, төпһөҙ зәңгәр Күккә салҡайып хахылдай:
—Йүкәлә икән сәтләүек — таптың ата-бабаларҙың төйәген!
Әҙәбиәт уҡытыусыһы тоҡана — ҡолаҡ остары алһыулана:
-- Хөрмәтле директор, мин һеҙҙе яҡшы беләм. Үҙегеҙҙең ҡыҙығыҙҙы ла уҡытҡайным ҡасандыр. Заводығыҙ көмөш һыулы Ағиҙелгә ҡара мазут урғылтҡандай булды был көлөүегеҙ, ғәфү итегеҙ.
-- Пардон, кем һеҙ, был ни тигән һүҙ?! Ағиҙелгә мазут аҡҡанын ҡасан күргәнегеҙ бар?! Белмәһәгеҙ, белегеҙ: «мазут» тигән компонент бөтөнләй юҡ ул беҙҙең производствола! Һөрһөп бөткән яла!
-- Мазут булмаһа, башҡа ҡара шыйыҡлыҡ.
-- Ғәфү итегеҙ, бәлки, аҡ шыйыклыҡтыр – тамағығыҙ төбөнә шешәнән ебәргән? — Хөппөлтәрәй хахылданы.
-- Улайһа, ниңә балыҡ тоторға бында килдегеҙ?
Әгәр ҡалала, заводта булған хәлдә, Яубаҫаров, әлбиттә, үлсәберәк һөйләшер, директорлыҡ бәҫен төшөрмәҫкә тырышыр ине. Ә тәбиғәт ҡосағында үҙен «вольный казак» тойҙо:
-- Теләһәм, Байҡал күленә лә барырмын — үҙемдең хәләл ялым!
-- Ялығыҙ хәләлдер ҙә ул, машинағыҙ дәүләттеке бит әле... Тегеләй-былай йөҙ иллешәр километр ҡыуҙыртып... Яғыулыҡ хаҡын кем күтәрер икән, тим, иптәш директор?
-- Меҫкенкәйем, — әсе үте һытылып сыҡты директорҙың һөмһөҙ йәнгә, — дәүләтебеҙ тигән булып, үҙ кеҫәңде ҡайғыртаһың, буғай, һин. Ағиҙел хаҡында мығырлауың да фәҡәт шуның өсөн генә. Тыныс бул: минең юл хаҡы һинең бюджетҡа һуҡмаҫ! — Айыу тәпәйеләй яҫы ҡулы һауа ярып һелтәнде. — Тфү! Киттек, егеттәр, ваҡ бәндәләр ҡырынан!
Яубаҫаров шоферы менән — бер яҡҡа, әҙәбиәт уҡытыусыһы икенсе тарафҡа тартылды, Мотал яңғыҙы ҡалды. Йәнде шыраулаған йәмһеҙ күренеште оноторға тырышып, улар яғына арты менән әйләнде, күкрәк киреп һуланы: их, һауаһы ла һауаһы! Йотлоғоп-йотлоғоп шифаһын эсәһе урында, ебәрәләр бит маҙаны!
Сағыу дала ҡояшынан ялтлап ятҡан күл йөҙө — йәшелле-күкле тулҡындарын тәгәрләтеп уйнаҡлай. Күҙҙе рәхәт талдырыусы икһеҙ-сикһеҙ иркенлек, хозурлыҡ... Тирә-яҡта сал ҡылған, быуаттарҙан килгән сафлыҡ, мөһәбәтлелек, олпатлыҡ, эпостар дәүмәллеге. Уралда тыуып-үҫеп, ошо йәшенә етеп, тәбиғәттең бындай ҙа хозур мөғжизәһен картала зәңгәр тамсы рәүешендәрәк кенә күреп йәшәгәне өсөн Мотал көрһөнөп ҡуйҙы. Әгәр ошоно күрә алмай үлеп китһә?!.
Сеү! Гөлзифаның ҡулындағы сынаяҡ сеңләп төшөп китте лә иҙәндә селпәрәмә килде, ярсыҡтары сәселде, әсәй ҡарсыҡ һуҡраныуы ҡушылды. Фекер ағылышы өҙөлдө лә Мотал ҡабат үҙенең бөгөнгө көнөндә таш ҡалала — һеңлеһе өйөндә баш-баштаҡ кейәүҙең магазиндан ҡайтыуын көтөп ултырыуын шәйләне.
—Асылыкүл тип әйттеме, сәсе үрә тороп, күҙҙәре алара ла китә, ауыҙы ни һөйләгәнен ике ҡолағы ишетмәй, — әсәй-ҡарсыҡ мыжыны. -- «Ас-бирән-эт» сағында илергәне етмәгән!
-- Күпме әйтергә була, әсәй, «Ас-бирән-эт» түгел, ә аспирант! — тип төҙәтте Мотал, әсе ҡауын ҡапҡандай, йөҙө-сырайы һытылып. — Унан килеп, хәҙер ул күптән аспирант та түгел инде, ниңә шул бер һүҙҙе туҡтамай тылҡырға!..
-- Аһ-аһ, профессор булып уҡ киттеме ни?
-- Штаттағы кесе ғилми хеҙмәткәр, быны белергә ваҡыт.
Әсәй-ҡарсыҡтың хәтере ҡалып та ҡуйҙы:
-- Көсөк кенә шул, ташҡүлсәйем, бала атаһы булырға өлгөрһә лә.
-- Көсөк түгел, әсәй, кесе! – тине Гөлзифаһы.
-- Аһ, көсөк ни ҙә «ас-бирән-эт» ни — икеһе лә бер инде — ус ялап ҡына көн күрә. Хужаһының усын танымай башлаһа, маңлайына итек үксәһе ҡуна. Ҡотлоев менән Хәкимуллинды һин аңғыра тип белдеңме? — Ике бөртөк һары ҡыл үҫкән йоҡа иренле ауыҙы йәмерәйҙе. — Пөшшш, Асылыкүл яҙыуы, имеш! Шул тиклем дә иҫ китерлек күлме ни һуң ул?
-- Эйе, әсәй. — Асылыкүлде лә күрә алмай ошо йәшенә еткән әсәһен Мотал ҡыҙғанып ҡуйҙы. Зиһене ҡабат былтырғы йәйҙең тылсымлы көнөнә ҡайтып, яр башының аҡкөмөш ҡылғандарын, диңгеҙ һымаҡ йәйрәп ятҡан йәшкелт һыуҙың аҡ яллы тулҡындарын, ҡандай ҡыҙыл ҡом-таштарға суп-суп бәрелеүҙәрен дә тойомланы.
...Өйҙән сығып киткәнендә Мөхлисәһенең һыуға инмәҫкә киҫәтеүе ҡылт итеп иҫенә төшөп, шомланыбыраҡ, көйәнтәләп яр буйынан балсыҡ йөкмәп менеп килеүсе киленсәктән һорай ҡуйғайны Мотал:
-- Әйтегеҙ әле, һеңлекәш, дөрөҫмө шул: Асылыкүл йыл һайын бернисә кешене йота, имеш...
-- Тәүбә-тәүбә, кем яға ул яланы? — Ҡарлуғас ҡанаттарылай һыҙылып киткән ҡаштар аҫтынан ике бөртөк ҡуҙлы ҡара төртөк Мотал күҙҙәрен кейҙөрөрҙәй ҡараны. — Асылыкүл, бахырҡай, изгеләрҙән-изге әсәйебеҙ бит ул — ҡәҙерен генә белмәйбеҙ... Асылыкүл, бахырҡай, берәүҙе лә йотҡаны юҡ һәм йотмай... Бына быйыл да һеҙҙең кеүек ҡаланан килмеш алты кеше, кәмәләре ҡапланып, һыуға ғарыҡ булды — уның өсөн Асылыкүл ғәйеплеме ни? Араҡы эсмәһендәр! Иҫереп һыуға төшәләр ҙә Асылыкүл, бахырҡай, әтвисәй... Ана, күрмәйһегеҙме ни: яр башында күпме шаҡшы шешә тумарлап ята?!. Юҡ-юҡ, Асылыкүл — әсәйебеҙ ул беҙҙең, рәнйетмәгеҙ бахырҡайҙы!
«Бахырҡай? Ниңә бахыр?»
-- Һеңлекәш, ниңә был һыу Асылыкүл тип аталған?
-- Хәтерегеҙҙәме, бынан биш-алты йыл элек баш ҡалала бөтә илдең ғалимдары башҡорттоң килеп сығышын тикшерҙеләр — гәзиттәрҙә шауланы...
-- Булды ундай хәл, — тине Мотал, көлөмһөрәп.
-- Ана шунда ҡатнашыусы бер ғалим ағай бында ла юлыҡҡайны. Күл буйҙарын ҡыҙырып, осраған берәүҙән тарих тиреп йөрөнө, үҙен төрөкмән тип танытты. Шунда ул беҙҙән һорай ҡуйҙы: -- «Донъялағы иң аҫыл ат тоҡомон беләһегеҙме?»
-- Донъялағы йылҡының иң аҫылы — Төрөкмәнстандың ахал-текин тоҡомо, — тине беҙҙең зоотехник.
-- Әммә-ләкин төрөкмәндең дә, башҡорттоң да әкиәти батырҙары тап шул толпар тоҡомона атланып донъя гиҙгәнен беләһегеҙме?
-- Нисек була инде улай?
— Сөнки аҫыл ахал-текин тоҡомо — һеҙҙең ошо Асылыкүлдән сыҡҡан, күл дә шунан «аҫыл-ат-көн»65 аталып йөрөтөлгән дә «Асылыкүл»гә әйләнгән, ти ул. Аттарҙың бынан сыҡҡанлығын «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡа күп эпостарҙа хикәйәтләп һөйләнә. Мифология, тиҙәр быны.
—Әммә шуныһы ҡыҙыҡ, — тинек беҙ, — ниңә аҫыл тоҡом бында сыҡҡан да беҙҙән алыҫ Төрөкмәнстанда «аҫыл тоҡом» — «аһал-текин» булып тороп ҡалған?
-- Был һорауға тағы ла һорау ялғана, — тине ғалим. — Ә ниңә һуң бөгөнгө Төрөкмәнстан сигендә — Бохара янында һеҙҙең «Башҡорт тауҙары», Төрөкмәнстан көньяғында Термез ҡалаһы тирәһендә — «Башҡорт тауы», Памирҙа «Башҡорт»66 төбәге бар? Ә башҡорттоң 25 ырыу-ҡәбилә ярсыҡтары төрөкмән халҡы ҡоронда67 тороп ҡалған?
-- Быныһы ла беҙҙең өсөн аптыраҡ, — тип әйтергә мәжбүр булдыҡ. Ә ғалимдар быға һис аптырамай, сөнки беҙ белмәгән замандарҙан уҡ башҡорт халҡы ырыуҙары Уралдан алып Памирғаса йәйрәгән: Урал—уның Йәйләүе (төп төйәге), Памир Ҡышлауы68 булған. Ә татар-монгол яуынан һуң Алтын Урҙа осоронда Йәйләү (Урал) менән Ҡышлау (Памир) араһындағы тәбиғи тығыҙ берәгәйлек оҙөлөп, онотолоп, был ике ос икеһе ике башҡа йәшәй башлаған — йәғни Ҡышлау үҙенең һыңары Йәйләүҙән айырылған... Шулай тип осланы һүҙен ғилем эйәһе. — Киленсәк көйәнтәһен иңенә һалды. — «И илаһым, ҡайҙарға ғына барып сыҡмай ир-егеткәй менән ат башы — әҙәм балаһының тамыры!» тип аптыраштыҡ та ҡалдыҡ. Бына шулай көтмәгәндә икенсе яҡлабыраҡ асылды беҙгә Асылыкүлебеҙҙең мәңгелек мөғжизәһе. — Был һүҙҙәрҙе әйткәнендә киленсәктең һылыулығы йөҙөнә балҡып сыҡты. Ихласлығы менән Мотал күңелен албырғатып: — Ә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ, ышанырғамы быға? — тине. Ләкин яҙыусының зиһене таралған — төплө генә яуап биреү ҡеүәһе лә ҡалмаған.
-- Туҙға яҙмағанды ла һөйләп йөрөйҙәр, хатта яҙып та сығалар хәҙерге ғөләмәләр.
Асылыкүл йәнһөйәренә был оҡшаманы, буғай, яурынҡайҙарын һикертеп, ҡунаҡты һынаулы байҡаны:
-- Ә һеҙ үҙегеҙ кем әле, шундай уҡ ғөләмә түгелме?
-- Юҡ, мин былай ғына кеше.
-- Беләбеҙ инде һеҙҙең «былай ғына»ларығыҙҙы. — Көндө болот япҡандай, киленсәктең мөләйемлеге һүрелде. — Ярҙан һыуға таш атып, йәшел ҡамыш һындырып, йәнәһе, әсәй-тәбиғәт менән хозурланып йөрөгән була ла, кис ҡырын ғына әсәйебеҙ Асылыкүлгә йәтмәләрен сумыра, сурағайҙы тоҡларға... Ана анауы албаҫты директор кеүек.
-- Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улын әйтәһегеҙме?
-- Һеҙгә Шәңгәрәй улы булһа, Асылыкүлгә Шүлгән ул. Килгәне һайын донъяны ҡорота ғына. — Ҡарағастау итәгенә киҙәнде. — Әнә анау суҡайып торған күбәташты күрәһегеҙме? Шунда алйып ултыра тағы бер тәбиғәт һағауылы. Ашамай, эсмәй, фәҡәт таштағы яҙыу-ядкәрҙәргә генә текләй, йәнәһе... Эргәһендә үҙе кеүек үк «тәбиғәт һағы» сыуала — башы-күҙе аларған бер саҡмател. Май сүлмәгенең тышынан уҡ билдәле: Асылыкүл әсәбеҙгә яңы этлек әҙерләйҙәр. — Зифа билен һығылдырып, таныш түгел һылыуҡай берләм һуҡмаҡтан текә ярға үрләне. Яурынынан ағылып төшкән сәс ҡараһы ирҙең күҙ нурын һүреп, әйтерһең, йөрәгенә сырмалды, һулышын туҡталдырҙы: «Йыһаниә!..» Яҙыусы, аяҡ аҫтында ер әйләнеп киткәндәй, күбәташҡа ултырҙы. Сихри көстән тиҙерәк арынмаҡҡа, ике күҙен сырт-йомоп, бер талай шаңҡып ҡалғас, ҡалҡынып, артына ҡарамаҫтан, киленсәк күрһәткән Ҡарағастау текәһенә үрләне...
Үткән ғүмер тигәндәрең аҡҡан һыу һымаҡ, имеш: Асылыкүл буйында булып ҡайтыуына ла ярты йыл самаһы уҙған...
-- Ана, кейүең ҡайтып килә, — тине бүлмәнең ярым ҡыҫыҡ ишек аралығында ҡылғандай аҡ сәс шәлкемен һәлендереп күҙәткән әсәй-ҡарсыҡ. Инеүсенең, ысынлап та, кейәүе икәнлегенә инанғас, ишеген ҡабат япты, һил булды: бутҡағыҙҙы үҙегеҙ күмһеттегеҙ, үҙегеҙ һапырып ашағыҙ — мин ҡатнашмайым, тиеүе.
-- Хәйерле көн, Әғләм улы. — Ҡондоҙбаевтан күңел йылыһы һирпелмәүгә ҡарамай, ҡайнаға бәҫен һаҡлап, үҙе башлап өндәште. Кәрәк саҡта кеселекле булырға ла беләбеҙ.
-- 0, һаумы, ҡайнаға! — Кейәүенең күҙ ҡарашында һәм ҡул ҡыҫышында буйһонмаған дыуамаллыҡ ғәләмәте тойолоп, Моталды һағайтты. — Ғәфү үтенәм, — тине кейәү-бала, пальтоһының эске түш кеҫәһе тәңгәлендә тумпайған шешә ишаратына усын һуғып. — «Ҡоро закон» эксперименты ҡайсаҡ бәкәлгә бәрә — магазиндан-магазинға сабып йөрөп саҡ таптым. — Ауыҙ асырға ла форсат ҡалдырмай, кухняға елтерәне. — Гөлзифа, ҡайҙа табын? Ниңә сәй әҙер түгел?
«Белмәйем, теге ваҡытта ла һындырып булыр инеме икән быны? — тип икеләнде ҡайнаға кеше. — Шунда, Асылыкүл буйында уҡ, ул ошондай фетнәйән ине буғай...». Эйе, Мотал үҙенең иң һуңғы төп романы концепцияһында заманаһынан алда тыуып дыуамалланып йөрөгән йүнһеҙ кейәү-бала образына ла шаҡтай ғына урын бүләсәк, хатта айырым сәхифәгә индерергә ниәтләнә — замандаштары тарафынан үҙе типкеләнеүе генә етмәгән, ғаиләһендә ығы-зығы ҡуптарып, ағай-энеләрен дә бимазалап дөйөм рухосфераны, бысратып уҡ бармаһа ла, бутап-болғатып йөрөүсе һәм шул мәғәнәһеҙ ҡылығы менән үҙенә лә өҙлөкһөҙ зыян килтереүсе, шулай уҡ йәмғиәттең ҡиммәтле ваҡытын, ҡеүәһен алып әрәм итеүселәр рәтендә. Был бәндәгә ана шундай итеп кенә ҡарағанда, донъялағы барлыҡ сәйер һәм тынғыһыҙ йәндәрҙе бер епкә теҙеп, ҡалыпҡа һыйҙырып, фарман ярҙамында ғына йәмғеһен ҡайҙалыр ҡара упҡынға олаҡтырып ебәрергә лә иркенләп тын алырға булыр ине. Әммә кешелек доыъяһы нисәмә миллион йылдар йәшәй — сәйерйәндәр кәмемәй һәм тынғыһыҙлыҡ та бөтмәй. Бәлки, беҙҙең ҡул менән яҙылмай торған, мәңгелек донъя тип аталған төп романдың концепцияһы үҙе бының ишеләргә зарурҙыр?!.
Кухнялағы моңһоулыҡ — һемәктән шаулап сәйнүккә һыу ағыла... Һыу, һыу, ниндәй күп һыу — Асылыкүл тулҡындары шаулап ярға ябырыла... Эйе, ул, Мотал, тулҡын тулауҙарын тыңлап, Ҡарағастау текәһенә үрләп бара...
Алыҫтан ук суҡайып күренгән сағыл, итәгенә тиңәлгәс, дәү ҡаялар төркөмөнә әүерелде — тәртипһеҙ өймәкләшеүҙәрендә ниндәйҙер тәбиғи тәртип, тылсымлы теүәллек бар ине. Моталға был йоморо монолит киҫәктәре, бауырҙай ҡыҙыл күбәташтар, ҡасандыр бында хөкөм һөргән титандарҙың — алып батырҙарҙың тәүге архитектура тәжрибәһе, йәки килер быуындарға магиялы һәйкәле, йәки уларҙың рухын һаҡлаусы изге ҡорамы69 рәүешендә һынланды. «Бәй, был ни хәл — кемде шәйләй күҙҙәрем?!.» Көнсығышҡа ҡаратылған яҫы таш ҡаршыһында... Әсҡәр Ҡотлоев менән бергә үҙенең Йәүҙәт кейәүе алйып ултыра. Ҡәйнәһенең, асыуы килгән һайын, «ас-бирән-эт» тип ләҡәпләүенә лайыҡ булған шул йуләр, тағы ла һис көтмәгәндә, Гөлзифаһы әйтмешләй, нисәнсе тапҡыр маңлайына тай тибеп, йөҙәткес фекер оялатҡан йоҙроҡтай мейеһенә: имеш, салдарҙан-сал эпостарыбыҙ әстәлегенән асыҡ күренеүенсә, беҙҙең Урал ҡаяларында донъялағы иң иҫке тәүырын (рун) яҙыуҙар һаҡланырға тейеш. Шул дыуамал уйы тамам алйытып, өйҙә күҙенә ҡарап ултырған ҡатыны, малайы, ҡәйнәһе барын да онота: дәлил эҙләп яҙ башынан райондарға сығып китә, тау-таш араларын ҡыҙыра...
Кейәүҙең һуңғы мауығыуы тураһында Тарих һәм филология институты директорының (профессор Йәмил Ҡотлоевтың) фәндәр буйынса урынбаҫары, үҙенең яҡшы танышы Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллиндан һорашҡас, Мотал һағая төшҡәйне.
— Беҙҙең төбәктә, ғөмүмән, Урал менән Иҙел араһында, ырынға (рунға) оҡшаш яҙыу булыуы ихтимал тип иҫбатлау үҙе, йомшаҡ ҡына әйткәндә, саманан тыш фәстереү йәки аҡылдан яҙыу билдәһе булып тора. Сөнки башҡорт бабалары был тирәгә XI быуатта ғына килгән, ә ул саҡҡаса уҡ инде донъялағы ырын өлгөлө яҙыуҙарҙы башҡа төр яҙыуҙар алмаштырып бөтөргән. Һеҙҙең ҡәҙерле кейәү, күренеүенсә, ҡулын һуҙып ҡына күктән шау-йондоҙ усламаҡсы... -- Шуны уйлап өндәште азаматтарға:
— Һөймәнегөҙ һыуға төштөмө әллә, егеттәр, ниңә яр башында ҡатып ҡалдығыҙ?
Әсҡәр әҙипте күбәташтар өйөмөнә өҫтөрәне, кәбән төбөндәй яҫы монолит түтәһендә яртылаш саңға күмелгән, иле ҡалынлыҡ һөрөм ҡаплаған түп-түңәрәк ике ҡаҙан-уйымға ымланы:
-- Юғарығы ташҡаҙан — Ҡояш был, ә анау түбәнерәге — Ай символы. Сураш-Тора динен тотҡан бабаларыбыҙ Ҡояш менән Ай рухына ҡаҙандарҙа ҡорбан ите салғандар70 һәм яндырғандар. Ана теге ырҙындай ҙур таш майҙанда Әсә-аба Арта-әби71 хоҙайбикәгә табыныусылар доға ҡылып ултырған... бынан ике лә ярым мең йылдар әлгәре...
-- Йылын ҡайҙан беләһегеҙ?
-- Уныһын буласаҡ профессор кейәүегеҙҙең үҙенән һорап ҡарағыҙ! Хәйер, радиокарбон ысулы менән теүәлерәк билдәләп булыр ине...
-- Көҙгө тиһәң, көҙгө түгел, тәре тиһәң, тәре түгел — нимәгә текләп шаҡ-ҡаттың? — Кейәүе эргәһенә тартылды Мотал.
-- Алтәр – ал тәре был, йәғни алһыу Көн-Ҡояш шәүләһе был... Ҡот-бәрәкәт алтәре... Бынан ике лә ярым мең йыл элек зороастризм динен тотҡан бабаларҙың изге алтәре...
«Ал тәре» — ал төҫтәге тәре, тигән һүҙме инде?
-- Тап үҙе, «ал Ҡояш» мәғәнәһендә. Тәрәндәнерәк барлаһаҡ, «Тәре» менән «Тора» — бер, бер үк һүҙҙең ике төрлө әйтелеше, Көн-Ҡояштың боронғо бер исеме. Бына ҡайҙан килә беҙҙең боронғо Тора хоҙайыбыҙ (сыуаш ҡәрҙәштәребеҙ әле лә, йәшереп кенә, Тора-хоҙайға табына), ҡасандыр шул Тора хоҙай алтәре торған изге Тора-тауыбыҙ Башҡорт ССР-ының Ишембай районында. Шул «алтәре» һүҙенән киләлер христиан дине термины «алтарь» (ғәрәпсә михраб), шулай уҡ сиркәү башындағы ал тәре (алтын тәре)... Баҡишев ҡарт беҙгә урыҡ-һурыҡ яҙъп ҡалдырған, һөрһөп бөткән тәүтел белеме буйынса72 юллана был...
Мотал баяғы «атаһы урынына ҡалған» завод директоры Яубаҫаров һымаҡ уҡ хахылдап көлдө:
-- Ярай, алтәре лә булһын икән, ти. Ләкин ике мең ярым йыллыҡ йәшен ҡайҙан шыттырҙығыҙ?
-- Бына ул! — Йәүҙәттең дер-дер ҡалтыраған бармағы ҡытыршы таш йөҙөндәге юлаҡтарҙы буйланы, ирендәре, ҡыбырлап, бисмиллалай уҡыны: — «Арта»... Зороастризм нигеҙе терминдарын һаҡлаған тәүырын-яҙыу былар!
Мотал иғтибарлап ҡараш йөрөттө: баяғы Көн-Ҡояш менән Ай ҡаҙандарынан саҡ ҡына түбәндәрәк әҙәм ҡулы йоморораҡ икеһен – ҡырын ятҡырып, яҫы-оҙонса таҡтаташын – текә баҫтырып ҡуйған һәйкәлдәрҙә, ысынлап та, бик боронғоға оҡшаған сыймаҡтар асыҡ күренә.
-- Ҡыл осонда ғына тора — һаҡһыҙ бер ҡағылыу ғына ла һуңғыһы булырға мөмкин. Бына ниңә кейәү-балаҡайығыҙ, гүзәл хәләл ефете ҡуйынына ла ҡайтмайынса, ҡуна-төнә Асылыкүл ташын ҡосаҡлап ята: юйылмаҫы борон күсереп алырға...
-- Юйылмаһа ла, оҙон ҡулдар «автограф»ын һалып һәләк итәсәк, — тине Йәүҙәт Әғләм улы, тәрән һулыш алып. — Ә датаға килгәндә, бында яҙылган «арта» һүҙе үҙе ана шул датаны бирә лә инде. Билдәле булыуынса, «арта» — зороастризмдың нигеҙ ташын тәшкил иткән терминдарҙың мөһиме ул. Ә зороастризм дине бынан 3500 йыл элек Зороастр-маг (грекса яҙылышы шулай, ә ғәмәлдә Сураш-Тора, йәки Сураш-Түрә пәйғәмбәр-хоҙай) тарафынан тап ошо беҙ баҫып торған ерҙә — Мери Бойс73 тигән ғалимә әйткәнсә, Урал менән Иҙел араһында иғлан ителеп, һуңынан донъяға таралған, уның тәүге ҡорамдары ла тап ошолай Күк көмбәҙе аҫтында — тәбиғи тау-таш ҡомартҡыларын ҡулайлаштырып ҡоролған. Эйе, иң тәүге...
-- Тимәк, бабаларҙың храмы була инде был?
-- Эйе, ҡорамы.
Мотал тарих фанатигының йонсоп эскә батҡан сөм-ҡара күҙҙәренә текләне.
-- Кейәүкәй, күпмегә тиклем бында табынып ултырырға ниәтең?
-- Тәүырынндарҙы күсереп алып бөтмәйенсә, ҡупмайым.
-- Әгәр ҙә мин палатка һәм аҙыҡ йөкмәп килтермәһәм, аяҡтарын да һуҙыр ине, — тине Әсҡәр.
-- Ҡасан бөтәһең һуң?
-- Аҙаҡҡы юлын юллайым. Ә йәмғеһе дүрт кенә юл яҙыу...
-- Шүл дүрт кенә юл эсендә беҙҙең өс мең биш йөҙ йыллыҡ тарихыбыҙ! — тине Әсҡәр.
-- Кем әйтә быны? — Мотал, йән тартмаһа, ҡан тарта, тигәндәй, бер туған кейәүенең артабанғы яҙмышы өсөн сәмләнеп, меҫкенкәйҙең ҡаҡ башы өҫтөндә «бысҡы аҙаулы акула» (Дилбәр-ҡәрендәшенең һүҙҙәре) Хәкимуллин күҫәге сайҡалыуын асыҡ тойоп, ул, йәғни кейәүе, моғайын, был һорауҙы (йәғни күҫәкте) ҡапландырырлыҡ дәлил итеп, бындағы булмаһа ла, Алма-Аталағымы, Ташкент, Мәскәү, йәки Ленинградтағымы таныҡлы ғалимдарҙың исемдәрен ҡысҡырыр тип көткәйне. Әммә-ләкин фанатик, ҡолаҡты өшәндереп, ғорур ҡиәфәттә хаҡ-мәғлүм ҡылды:
-- Мин әйтәм!
-- ?!. — Мотал һыҙғырып ҡуйҙы.
-- Дөрөҫ! Бир бишеңде! — Әсҡәр иһә Йәүҙәт ҡулын ихлас күңелдән ҡыҫты, һоҡланыулын асыҡтан-асыҡ белдереп, мөхәббәт уты ҡуҙыраған оҙонса йәшкелт күҙҙәрен ҡунаҡҡа борҙо. — Яратам мин ошондай саҡматаштарҙы! Был «сәтләүек»те ватыр өсөн, оһо! — беләһегеҙме, ниндәй алмас тештәр кәрәк! Һеҙҙең урында булһам, Мотал Булаттимерович, усҡа ғына һалып йөрөтөр, ҡосаҡҡа ғына ҡыҫып иретер инем мин был аҫыл-кейәү баланы!
Текә яр, аҡ ҡылғандарҙың билен һығып иҫкән ел; аяҡ аҫтында ғына, Асылыкүлләнеп, болоҡһоп, бойоҡ быуаттар шаулай... Мотал үҙенең быға тиклем ҡайҙарҙа ғына булмауын — диңгеҙҙәрҙең Ағын да, Ҡараһын да, Ҡыҙылын да, Һарыһын да күреүен хәтерләне. Һыуҙарҙың төҫ-ҡиәфәттәре һымаҡ ҡабул ителгән шул серле исемдәр көтмәгәндә күңелен тирбәлдерҙе, ошоғаса баҫылып ятҡан хисле ҡатламдарын ҡуҙғалтты. Бала саҡта география дәресендә Башҡортостандың иң ҙур йылғаларын картаға һүрәтләп килергә өйгә эш бирелгәс, иртәгәһен класс алдында ҡолаҡтары ҡыҙарыуын ғүмерҙә лә онотмаҫ. Сөнки Мотал сығарып элгән картаға күҙ йүгертеү менән:
—Ниңә йылғаларҙың исемдәрен яҙманың? — тип аптыратты уҡытыусы.
—Күренеп тора лаһа.
— Бәй, нисек?
-- Бына күрмәйһегеҙме ни: Ағиҙел — аҡ, Ҡариҙел — ҡара, Күгиҙел — күк, Ҡыҙыл — ҡыҙыл, Һүрән — һүрән төҫлө итеп һыҙылған.
-- Ниңә улай?
—Һыуҙарының төҫө шулай булғанға. — Бына шуға инде көллө класс шарҡылдап көлдө... Мотал, вузға инеп уҡый башлағас ҡына, үҙенең шул бала саҡтағы бер ҡатлылығын хәтерләп, шул үҙенсә юрауы менән ғәмәлдә фәндең алыҫ балалыҡ осорон — халыҡ этимологияһын кәүҙәләндергәнлеген аңланы. Тап шул бәләкәс Металл-уҡыусы һымаҡ уҡ, ошо заман белгестәре араһында ла бер ҡатлылыҡтан үтмәүселәр — Асылыкүл исемен дә ундағы һыуҙың йәнәһе лә асылығы — тоҙло булыуына бәйләп, ә Ҡандракүлдекен — һыуһынды ҡандырғаны өсөн, тип юраусылар байтаҡ бит. Бая ғына үҙе теләп гид вазифаһын башҡарған, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы менән телләшкән уҡытыусы ла шулайыраҡ һуҡалай ине, буғай. Ә был ырып яҙылған таштан ырын яҙыуы тоҫмаллаусы ике тарихсы киҫәге лә үҙҙәренең өлкәһендә тап шулай тилермәйме? Айырма шунда ғына: Моталдар быуыны, тилергәндә лә, үҙҙәренең уҡыусы ғына икәнен онотмаһа, хәҙергеләр, Моталдың әсәһе Ғәзизә ҡарсыҡ әйтмешләй, инәһенең ҡарынында уҡ унынсы класс бөтөп тыуа ла студент булыр-булмаҫтан үҙен профессор итеп тоя. Ә тарих фәненә морон төртһә, хатта аҡылын да юя. Ә бит Моталдарҙы ла тарих тартманы түгел — тартты, улар ҙа һыу төҫтәрен генә түгел — быуаттарҙың ҡан төҫтәрен дә айырыр кимәлдә ине...
Эйе, был заманда фәндәр ҙә, улар менөн шөғөлләнгән кешеләрҙең уҙҙәре һымаҡ уҡ, сап-саф ҡына филология, йәки тарих түгел инде: филология — тарихҡа, тарих филологияға үтеп кереп болғана, сик һыҙыҡтары юғала. Әйтәйек, бына был ике мырҙа ла, ҡасандырғы яндырай студенттар Димустан менән Моталдай, икеһе ике төрлөрәк фән кешеләре һанала, тыштан ҡарағанда береһе — тарихсы, икенсеһе филолог. Әммә ғәмдәре бер иш — халыҡтарҙың бик боронға тарихы. Ҡартлыҡ көнөндә йөрьәт итеп, филологтан тарихсылыҡҡа аҙымлаған профессор Йәмил Ҡотлоевты – ошо Әсҡәр-мырҙабыҙҙың атаһын ғына алайыҡ... Мәсьәлә тик шунда ғына: был ике йолҡош бында, Асылыкүл буйында, ысындан тилереп ятамы, әллә хәҙерге йәштәр ауырып үткәрә торған нәүбәттәге мода сире генәме?..
Сәй янында ла туған халыҡ, тарих, Йәүҙәт Әғләм улының яҙылып бөтөп барған диссертацияһы хаҡында ағылды һүҙ.
-- Әғләм улы, белеп тор: минең атай Йәмил Ҡотлоевич иҫән саҡта, елкәңдең соҡоро кеүек, һиңә диплом ҡатырғыһын күреү юҡ! — тип аҡ ынйы тештәрен йылтыратты әшнәһе.
-- Бәй, ниңә улай тиһең әле? — Мотал шаңҡыбыраҡ ҡалды. — Хәкимуллинды әйтһәгеҙ, бер хәл. Ә Йәмил Ҡотлоевич Ҡотлоев үҙе кейәүҙең ғилми етәксеһе ләбаһа?
-- Баш бирмәҫ тайҙы етәксе лә етәкләмәй — шуны бе.лергә кәрәктер, ағай кеше!
-- Ҡалай аңларға быны?
—Бик ябай. Атайым-ҡарттың тура һыҙған юлы буйынса «Башҡорт ырыуҙарының XI быуатта барлыҡҡа килеүе» тип башланған ҡолонсаҡ-диссертацияһы, башбирмәҫ тай булып үҫеп, тәртип тәртәләрен тибеп һындырып, «Беҙҙең эраға тиклемге VII — V быуаттарҙағы башҡорт ырыуҙары» тигән ажарлы аҫауға әүерелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, кейәүегеҙ йөҙөндә «ләғнәтле» Баҡишев ғилми мәктәбе шытты. Ә быны иһә профессор Ҡотлоев та, уның тоғролоҡло нөгәре профессор Хәкимуллин да ғәфү итәсәк түгел. Бына был бомба! Ишетәһегеҙме, Шаһибәрәков иптәш?
-- Ысынмы был? — Мотал усаҡ ҡаршыһында тубъгктарын ҡосаҡлап ҡатҡан кейәүенә төбәлде.
-- Эйе, шулайыраҡ.
-- Ә ниңә баштан уҡ темаңды һайламаның?
-- Мин быға тәрән эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә юлыҡтым.
-- Алйот! — тине Әсҡәр. — Был заманда тәрәнгә керәме кеше? Доктор булаһы бәндәләр гелән һайыраҡ йөҙөп, алыҫтан алдыралар. Урыҫ ағайҙарың әйтмешләй, һыуҙан һилерәк, үләндән түбәнерәк булалар. Мәҫәлән, үҙенән ҙур быуаҙ портфелле минең әшнә Рәшит Алмаҡаевты ал... Сүлмәге яҡшы ҡайнаһа ла, табала диңгеҙ кистерткән остаздары кимәленән бер иле лә ырғымай — төтөнө тура йөрөй!
-- Эйе, кейәү. Һиндәйҙәрҙе генә түгел, Баҡишевтарҙы ла бөгә был донъя!
-- Бөгә, иллә-мәгәр һындырмай!
-- Һынмаһа ла, көлгә әйләнгән түгелме? Баҡишевтың һөйәктәрен тапап уҙған уҙамандар, һинеңсә, «тәрән әҙләнеүҙәр»еңде алҡышлап алырҙармы?
Үҙ хатаһын үҙ ваҡытында таныған ғалимдар бар.
-- Ҡайҙа улар? Һаҙ биҫтәһе бәндәләре тураһындағы риүәйәтте тыңлағаның юҡмы әллә, кейәүкәй? Һаҙ биҫтәһе бәндәлеге тарихсыларға ла хас.
-- Мәҫәлән, мәшһүр Ҡотлоев менән эшмәкәр Хәҡимуллинға! -- Асыҡлыҡ керетте Асҡар.
-- Күрәләтә фальсификатор, улар!
—Абба!
Әсҡәр иһә дуҫын ыңғай һыпырҙы:
-- Шулай ул беҙҙең профессор атаҡайҙар. Уларҙы тере саҡтарында баҫып торған түңгәктәренән пушка монән атып йығырмын тимә.
-- Тимәк, мәғлүмәттәре тере! – Емешһеҙ бәхәсте осларға йыйынды Мотал.
-- Тере үлек кеүек тере!
-- Һеҙ, йолҡоштар! — Ҡая артында тыңлап торған Яубаҫаровтың тәүҙә Юпитер планетаһылай дәү аргентин эшләпәһе, унан ҡаҙандай ҡара янған майлы йөҙө пәйҙә булды, артында мыҡты кәүҙәле шоферы һерәйҙе. — Ниңә үҙегеҙҙе генә хаҡлы һанайһығыҙ әле?! Ниңә Ҡотлоев хаҡлы түгел дә Баҡишев ҡына хаҡлы?
-- Хөппөлгәрәй Шәңгәрәевич, ниңә ләҡәп тағырға? — Тыныс яуапланы Әсҡәр. — Беренсенән, ҡайҙа әссәләмәғәләйкумегеҙ? Икенсенән, кем йолҡош? Һеҙҙең менән берҙәй уртаҡ дуҫыбыҙ – баҙар ҡорто Асар-Кисәм-Саркисян хаҡлы әйткәнсә, беҙҙе оторо ләҡәпләп, үҙегеҙҙе рәнйетәһегеҙ, түгелме?..
-- Саркисянда эшегеҙ булмаһын, тәүҙә ирендәрегеҙҙәге әсәй һөтөн ҡоротоғоҙ, молокосостар! Әссәләмәғәләйкүмем минең бына! — Бүрәнәләй муйынын бөгөп алтәре-ташҡа уҡталды ла яҫы һағаҡлы һунар бәкеһе ялтыраны ҡара-йөнтәҫ ҡулында. — Ҡайҙа ул тәүрунығыҙ? Ошомо? — Бәке осо ҡая йөҙөн сатрашлап телгеләне.
-- Теймәгеҙ! — Бысаҡ үҙенең йөрәгенә ҡаҙалғандай әсенеп, алыпйәнгә ташланды кейәү-бала. — Харап итә күрмәгеҙ! Бронза дәүере яҙыуҙары!
-- Алйоттар! Бронза дәүер яҙыуы бында ҡайҙан килһен? Күрегеҙ: үҙебеҙҙең космос ракеталар дәүере тамғалары был, ха-ха-ха!
Күҙҙәре атылып сығырҙай шарланған Йәүҙәт һөрлөгөп йығылды, ҡалҡынғаны ыңғайында ҡулына таш ҡармап алып, Яубаҫаровтың ҡулына һуҡты, төшөп киткән бәкеһен Әсҡәр Асылыкүл һыуына быраҡтырҙы. Директорға таш йәҙрә әллә ни зыян килтермәне буғай, сөнки ул шул ҡулы менән үк Әғләм улының бил ҡайышынан, икенсеһе менән Әсҡәрҙекенән бөрөп тотоп, мырҙаларҙың табандарын бер юлы Ер-әсә ҡыртышынан айырҙы, ҡармаҡҡа ҡапҡан сабаҡтарҙай һауала сайҡалдырып, палаткалары тарафына тәкмәстерҙе. Арттарынан шапылдатҡансы төкөрөп, өнһөҙ-тынһыҙ, шоферын эйәртеп китеп барҙы. Һуштарын саҡ йыйған мырҙалар эргәһенә сүгәләп, Мотал башын сайҡаны:
-- Һәй, егеттәр-егеттәр, ауыҙығыҙ ни һөйләгәнде ҡолағығыҙ ишетмәй, ҡулығыҙ ни ҡылғанды күҙегеҙ күрмәй. Хатта һөрһөп бөткән химик Яубаҫаров та һеҙгә, тарихсы-филологтарға, иҫке яҙыуҙар өлкәһендә һабаҡ бирерлек булғас...
-- Әммә беҙ хаҡлы! — тинеләр бер ауыҙҙан.
-- Хаҡлылыҡты диссертация яҡлағанда күрһәтегеҙ!
-- Диссертация түгел — бомба, әйттем бит! — тине Әсҡәр. — Ҡайһы бер туң маңлайҙарҙы сатнатырға.
Мотал һүҙ ыратманы. Сөнки «байғош» һаналған кейәү-баланың портфелендә, ысынлап та, диссертация тип аталған бомба йөрөтөүенә үҙе лә инана, хәүефләнә башлағайны...
...Кухня ишеге асылды:
-- Сәсрәп китһен донъялары, ҡайнаға! — Йәүҙәт Әғләм улы бер ҡулына — араҡы, икенсеһенә сажлап ҡайнаған телем-телем колбасалы таба тотоп килеп сыҡты. — Бары менән — байрам, юғына бар айран, тигәндәй, үҙебеҙ генә ултырып алайыҡ әле бер.
-- Ниңә үҙебеҙ генә? Әллә ғаиләң барлығын оноттоңмо?
-- Үҙҙәре һанға һуҡмағас... Күрәһең бит: боҫтолар.
Моталдың өндәшеүе, тап атаһы Булаттимерҙекенсә, ҡырыҫ-киҫкен яңғыраны (һәр хәлдә, Ғәзизә ҡарсыҡ менән Гөлзифаға ул тап шулай ишетелде):
—Әсәй, Гөлзифа! Ни ҡылығығыҙ тағы!?
Икеһе ике ишектән пәйҙә булып, табын түңәрәге тәртипкә килтерелде, ҡурҙаҡ колбаса эргәһенә йылҡы ите ҡалъялары, Ҡафҡаз ниғмәттәре ҡунды. Әммә хужабикәләрзең турһайыуы бөтмәне. Ел иҫһә осоп тарҡалырҙай, табынға саҡ берегеп, күҙгә-күҙ ҡарашмайынса ашанылар. Ирҙәр ҡаты эсемлеккә көс һалды.
-- Йә, кейәү, һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Нимә менән шөғөлләнәһең?
Портфеленән бер мәктүб алып бирҙе:
-- Бына, уҡып ҡара, ҡайнаға.
Хөкүмәткә хат юлландырыуы хаҡ икән:
Достарыңызбен бөлісу: |