Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР


БАССР тамаша предприятиеларынан алып ташланған һәм тыйылған пьесалар исемлеге



бет14/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   26

БАССР тамаша предприятиеларынан алып ташланған һәм тыйылған пьесалар исемлеге:

  1. М. Буранғолов – бөтә пьесалары.

  2. Б. Бикбай -- «Ҡаһым түрә» (драма 3 шаршауҙа), «Бер ата балалары» (пьеса 4 шаршауҙа), «Хисмәт хикмәттәре» (комедия 3 шаршауҙа), «Көтөлмөгөн туй» (музыкаль комедия 3 шаршауҙа), «Урманда» (пьеса 1 шаршауҙа).

  3. Ибраһимов Х. «Еҙнәкәй» (комедия 4 шаршауҙа), «Концерт-конферансье» (1 шаршауҙа), «Фронттан бүләк» (пьеса1 шаршауҙа), «Уңыш өсөн көрәшкә» (пьеса 1 шаршауҙа), «Урожай байрамы» (пьеса 1 шаршауҙа 2 картинала), «Луҙыр Сиражи» (комедия 3 шаршауҙа), «Чабан Шәрәфи» (пьеса 3 шаршауҙа 5 картинала).

  4. Сәйфи Л. «Тылда» (пьеса 1 шаршауҙа).

  5. Мөбәрәков А. «Бисәкәй» (пьеса 5 шаршауҙа).

  6. Ниғмәти Р. «Һинең йондоҙоң» (пьеса 2 шаршауҙа).

  7. Агишов С. «Ҡәҙерле ҡунаҡ» (пьеса 1 шаршауҙа), «Хөмәйрә» (пьеса 1 шаршауҙа).

  8. Ғүмәров Ғ. «Шулай ҙа булай» (пьеса 1 шаршауҙа 2 картинала).

  9. Иҙелбай Н. «Медаль» (пьеса 1 шаршауҙа), «Салауаттың серле ҡылысы» (пьеса 3 шаршауҙа 5 картинала), «Дүртәүҙең осрашыуы» (пьеса 1 шаршауҙа 2 картинала).

  10. Бикбулатов. «Урман ҡыҙы» (пьеса 1 шаршауҙа).

  11. Әмир М. «Маҡтансыҡ» (комедия 1 шаршауҙа).

  12. Әсғәт А. «Көрәш» (пьеса 3 шаршауҙа 2 кпртинала).

  13. Сәйет Х.А. «Бәхетле тормошта» (пьеса 3 шаршауҙа 5 картинала).

  14. Тажи М. «Күләгә» (комедия 3 күренештә).

  15. Әхмәти Ғ. «Гөлгөнә киткән икән» (пьеса 2 шаршауҙа). «Тальян гармун» (музыкаль пьеса 4 шаршауҙа).

  16. Ғәйни Т. «Беҙҙең еңеү» (музыкаль драма 3 шаршауҙа 4 күренештә).

  17. Даян Ҡ. «Кейәү» (комедия 1 шаршауҙа), «Ҡоләхмәт» (комедия 1 шаршауҙа).

  18. Рәшит К. «Утлы көндәрҙә» (пьеса 3 шаршауҙа 4 картинала).

  19. Кулибай С. «Теләк» (4 шаршауҙа 2 картинала).

  20. Шабай М. «Ситән» (комедия 1 шаршауҙа 2 картинала).

  21. Абдуллин И. «Ал яулыҡ» (пьеса 4 шаршауҙа 6 картинала), «Вәғәҙә онотолмай» (пьеса 4 шаршауҙа 5 картинала), «Вәғәҙә» (пьеса 3 шаршауҙа 5 картинала – үҙэшмәкәрҙәргә).

  22. Кирәй Әхнәф. «Минең семьям» (комедия 4 шаршауҙа).

  23. Бикбулат А. «Һөйөнсө» (музыкаль пьеса 2 картинала).

  24. Хәкимов Х. «Ҡалдыҡтар» (пьеса 1 шаршауҙа).

  25. Ҡәрип Н. «Алма» (пьеса 4 шаршауҙа).

БАССР буйынса ГУРК уполномоченныйы.
Ошо ҡырсып һепереүҙән һуң милли театрҙар репертуарҙарындағы бушап ҡалған урынды урыҫ, француз, татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ авторҙарының пьесалары биләне, уларҙы сәхнәгә ҡуйыу өсөн ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, бүрәт, хатта монгол режиссерҙарын саҡырып килтереү ҡағиҙәгә әйләнеп, Вилор Иҫәрғәп улының йәне һөймәгән «башҡорт милли еҫе» сәнғәт донъяһынан тамам елләтелә башланы. Ара-тирә «башҡортлоҡто» ла тамаша ҡылдыртыу өсөн, «заман рухында» яҙылған бер-ике әҫәрҙең булыуы ла шарт ине.

Вилор Иҫәрғәп улы, ҡыҙыулатып күрелгән сараларҙан айырыуса хозур ҡәнәғәтлек кисереп, совет халыҡ шағиры Мәрүән Карамиҙы Оло йортҡа үҙенең эш бүлмәһенә саҡыртып алды, өҫтәл ҡырында ҡара-ҡаршы ултырышып, башҡорт совет әҙәбиәте, айырыуса драматургия өлкәһендә КПСС-тың СССР-ҙа тиҙләтеп коммунизм төҙөү Программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу эштәрен ҡыҙыу темпта ҡайһылай атҡарыу тураһында емешле фекерләштеләр. Вилор совет халыҡ шағирына тәғәйен «коммунистик бурыс» йөкмәтте:

-- Әлеге һәм киләсәк драматургтарға үрнәк булырҙай ике пьеса яҙып бир, береһе – шартлап торған бөгөнгө көн темаһына, икенсеһе тарихи темаға.

-- Уф, Вилор Иҫәрғәпович, темаларын беләм дә ул...

-- Ә нимәһен белмәйһең?

-- Драматургияны әйтәм. Мин бит халыҡ шағиры...

-- Бөгөн килеп пьесалары хаҡлы рәүештә сәхнәләрҙән алып ташланған Рәшит Ниғмәти ҙә -- халыҡ шағиры, Мөхәмәтша Буранғолов та халыҡ сәсәне булғандар бит, ә яҙғандар... башыбыҙға бәлә итеп. Һин уларҙан кәмме ни?

-- Ярай, уйлап ҡарармын, Вилор Иҫәрғәпович.

-- Уйлап ҡарама – яҙ! Һәм йәһәтерәк! Коммунисмы һин, әллә түгелме?! Бөгөндән ижади командировка алып Ялтаға ялтай, портфелеңдә ике пьеса ятмай тороп ҡайтма.

-- Булды, Вилор Иҫәрғәпович.

Театрҙарҙың көҙгө яңы сезоны асылыуға коммунистик бурыс теүәл ике йөҙ процентҡа үтәлде: шартлап торған хәҙерге заман (колхоз) темаһына – Александр Корнейчуктыҡына ишәйтелмеш «Ике ҡайын» драмаһы, тарихи темаға Көньяҡ Африка авторы Абрахамстың урыҫсаға тәржемәләге «Тропою грома»һына ифрат аһәңдәш һәм аҙаш «Ай юғалған төн» трагедияһы өлгөрҙө лә, республиканың бөтә сәхнәләрендә гөрләтелеп ҡуйылды, «лайыҡлы баһа бирергә» иң йылғыр әҙәби тәнҡитселәр, хатта Мәскәүҙекелер йәлеп ителгәс, дан-шөһрәте автономия сиктәренән дә ашып, СССР-ҙың берләшкән ун биш республикаларында сәхнәләштерелде, социалистик реализм ысулының классикаһына әүерелде. Шулай ҙа бер йәш тәнҡитсе:

-- Уйлап ҡарайыҡ әле: африканың ул Абрахамс яҙған ҡырағайлыҡ йолаһы башҡортта булдымы икән? – тип фәлсәфә ыратырға итеп ҡараһа ла:

-- Булған! Бөйөк Мәрүән Карами ағайыбыҙ үҙе яҙғас, булырға тейеш! – тип ауыҙын тиҙ яптылар. Классика шулай тыуа һәм нығына торғандыр...

УН БИШЕНСЕ СӘХИФӘ
Бурап-бурап ҡарҙар яуа, йыйылыштан башы ҡатып сығып олаҡҡан Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың шарфһыҙ елкәһенә тултыра. Өйҙә ғаилә усағы һүнеп ҡалды, ә йылыныр усаҡтар яғылмаған. Яғылырмы ул?..

Ниңә ҡәйнә менән ҡатын һүҙен генә тотманы, эйелгән башты ҡылыс киҫмәй, тигәндәй, берегеп йәшәмәне?.. Бәлки, мең-мең тапҡыр хаҡлылыр ул сепрәкбаштар?..

Юҡ, ҡабул итә алмайым! Уларса фараз ҡылғанда, кеше үҙенең кендегенән юғарыраҡ ырғылмаҫҡа, ә, киреһенсә, түбәнерәк сүгергә тейеш... бер баҫҡыстан икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Әйтәйек, ниңә миңә бөгөн ошо хәлемдә (тарихсы!) әрһеҙләнеп яфа сигергә ине — кисәге хәлемдә (ат көтөүсе!) тынысыраҡ көн итә инем бит?.. Шул фекерҙе эҙмә-эҙлекле дауамлаһаң, килеп тыуа аймылыш: уғата яфаһыҙыраҡ, тынысыраҡ ҡалыр өсөн, иң яҡшыһы был донъяға бөтөнләй тыумаҫҡа ла кәрәк булғандыр?!. Ә унан да тәрәнгәрәккә китһәк, беҙ, атайҙарҙан ҡала икенсе быуын, тип алайыҡ, азат донъяға азат кешеләр булып ҡомарһын өсөн дә һис кем яфа сикмәҫкә — беҙгә тиклемге быуын, йәғни мәҫәлән, ялҡынлы йөрәк Булаттимер Шаһибәрәковтар, баяғыса, кендегенән юғары ырғылмаҫҡа — революцияның «тормош баҫҡыстарын» үтмәҫкә тейеш булғандырмы?.. Тимәк, донъяның тарих ҡуласаһы әйләнмәҫкә тейешле?!. Бына ниндәй ахмаҡлыҡҡа килтерә был логика — Һаҙ биҫтәһе фәлсәфәһе!

Күҙ алдына ағас аяҡлы атаһы килеп баҫты. «Ат йәнле» тиҙәр ине уны. Иртән торҙомо — колхоздың ат һарайында. Шатлығы ла ҡайғыһы ла шул. Уҫал телдәр әйтеүенсә, һуғышта ла күкрәк киреп атакаға барғанында түгел, ә мина ҡырында юшап йөрөмөш менгеһен ҡотҡарыу өсөн ырғылғанында шартлауҙан имгәнгән имеш... Заманалар ауыр ине, колхоздың аттарын бөтөрттөрөү өсөн Кремль ялтырбашының әмерен үтәмәккә ең һыҙғанған эреле-ваҡлы түрә-ҡаралар менән яман ҡыйышып, гел ҡағытылып йәшәне. Үҙәгенә үткән саҡтарында Йәүҙәтте янына яҡынлатып, башынан һыйпап һөйөр ине лә әйтеп һалыр ине:

— Их, заманалар үҙгәрҙе, әҙәм балалары ваҡланды... Булаттимер Шаһибәрәков олатайың иҫән булһа, былай итмәҫ ине, улым. Ысын уҙаман ине!

Шул ысын уҙаманды хәҙер, ул күрергә өлгөрмәгән дыуамал кейәүе булараҡ, Йәүҙәт үҙе юҡһына. Йылдар үткән һайын, үҙҙәрен күреп белмәһәң дә, «Ленин гвардияһы» тип аталған ҡорҙо һағыныу арта. Бына хәҙер ҙә шулай: ябалаҡ ҡарҙар араһынан, ҙур ҡыҙыл буҫтау йондоҙ таҡҡан осло кәпәсле ҡыҙыл командир килеп сығыр ҙа ярҙам ҡулын һуҙыр төҫлө. Юҡ, улай ғына ла түгел. Уға бүтән Булаттимер яҡыныраҡ был мәлдә. Бәләкәйҙән үк тормош баҫҡысының иң түбәнге баҫмаһынан тороп юғары ынтылыусы, түбән тартҡан упҡын көсөнә ҡарышыусы, кендегенән юғарыраҡ ырғылыусы ҡырҡыш малай Булаттимер. Дөм-ҡараңғы донъяла бер бөтөн ҡара икмәк хаҡына ҡара ҡоллоҡҡа һатылған бәләкәй Булаттимер. Йәүҙәт яңыраҡ ҡәйнәһенән һорап алып уҡыған, балауыҙ еҫтәре аңҡытҡан (сөнки балҡортло солоҡҡа йәшереп һаҡлағандар) күн тышлы дәфтәрҙән үҙ тауышы менән уға, үҙе белмәгән кейәүенә, өндәшә — бирешмәҫкә ҡуша уға тарамыш Булаттимер Яҙмалары күҙ алдында терелә:

«Ә беҙ түбәндән сыҡтыҡ. Ҡояшты үҙебеҙ менән йөкмәп алып сыҡтыҡ.

Эйе, беҙ тыуғанда Совет власы юҡ ине. Беҙгә тәүҙә батшалыҡтың әсеһен бүккәнсе татырға, ә шунан һуң Ҡояштың сәсенә йәбешеп өҫкә ҡалҡынырға тура килде. Шуның арҡаһында бөгөн һәр сабыйҙың тыумыштан уҡ күҙе асыла үҙенең яҡты Ҡояшына — Совет власына.

Ун бер йәшкә тиклем атай нигеҙендә аслы-туҡлы ҡаңғырҙым. Нигеҙ тигәндән, башын ҡабыҡ менән япҡан, тәҙрәһенә ҡарындыҡ ҡаҡҡан йоҙроҡтай ғына өй ине. Береһенән-береһе вағыраҡ ете бала — йәмғебеҙ туғыҙ ҡалаҡ. Ер юҡ, мал юҡ. Тыуа-тыуғандан ҡара һыу, ғәрһеҙ-ҡара батраҡлыҡ. Атай бахыр нисек осон-осҡа ялғарға, беҙҙе оянан сорғолтоп осорорға, артыҡ ҡалаҡтан арынырға белмәйенсә баш вата. Шундай көндәрҙең береһендә мине ауыл байҙарына малайлыҡҡа илтеп «төртөргә» булды. Тик береһе лә алмай — асҡа интеккән арыҡ кәүҙәм ышаныстарын аҡламай: «Хеҙмәте түгел был, ә имгәксе — бай икмәген сереткес!..»

Ауылда барып сыҡмағас, атай бахыр «урыҫҡа» етәкләп алып китте. Унда ла шул уҡ хәл. Сибек кенә буй-һыныма сетерәйеп бағалар ҙа шаңғырлатып ҡапҡаларын ябалар. Атай бахыр мине инде хеҙмәтсе итеп түгел, ә тамаҡ ялына ғына әрһеҙ малайлыҡҡа алығыҙ: теләгәнсә егегеҙ, теләгәнсә киҫегеҙ — ите һеҙгә, һөйәге миңә, тип ялынып-ялбарып йөрөй башланы. Үҙебеҙҙең Ырымбур далаларында гиҙәбеҙ шулай. Бына бер заман серегән бай (ҡуралары —малдан, буралары игендән һығылып тора, тиҙәр) казак станицаһының урамдарын ҡыҙырабыҙ. Күрәбеҙ: ерҙәре уңдырышлы, биләмәләре киң —эш ҡул-дары кәрәк тә кәрәк кенә. Шулай булһа ла алмайҙар: «Бар, башкирчик, үҫә биргәс килерһең!» — тип кенә бороп ебәрәләр. Ни булһа ла булыр тип, иң шөһрәтле ҡапҡаға — атамандың үҙенә барып ҡағылдыҡ. Кем уйлаһын яҙмыш шулай йөрөтөп-йөрөтөп мине тәғәйен ошонда — алдағы көндәрҙәге Совет власының яуыз дошмандарының береһенә — Дуртовтар йортона килтергәндер тип?...

Ҡылыслы ҡарт атаман тыңлап-тыңлап торҙо ла, бер ни өндәшмәй, ике ҡолағымдан тартып күтәрмәһенме — хас та бәләкәс көсөктәй!.. Күҙҙәремдән уттар сәсрәһә лә, «эһ» тә иткән ауаз сығарманым, казакка был оҡшаны. Ергә баҫтыртып, беләктәремде һәрмәне. Ҡәнәғәтләнеп, ат аҙбары артындағы балсыҡ баҙөйгә килтерҙе:

— Бына ошонда торорһоң. Аттарҙы яратаһыңмы, башкирчик?

Күҙҙәрем ялтыраны. Атаман арҡамдан төрттө:

—Бар, гололобый, кереш. Ҡыштарын аҙбар таҙартырһың, работниктарға мал ҡарашырһың, ә йәйҙәрен, һыбайланып, далала йылҡы көтөрһөң. Улыңдың тамағы ас, өҫтө яланғас булмаҫ, — тине атайыма. — Яҡшы эшләһә, тыңлап ҡына йөрөһә, бәлиғ булғас эш хаҡы ла ала башлар. Ә шуғаса — тамаҡ ялына!

Атайым сикһеҙ ҡыуанып ризалашты. Атаман менән эйәртенешеп инеп китеп, аңҡауынан араҡы еҫе аңҡытып килеп сыҡты. Моҡсайында бер бөтөн ҙур урыҫ икмәге ята: мин бер бөтөн икмәк менән бер стакан араҡыға һатылғайным...

Атамандың утарында түккән хәләл тирҙәремде хикәйәтләп тормайым. Көн юҡ, төн юҡ, буран юҡ — эш кенә бар. Теләк тигән нәмә юҡ — буйһонош ҡына бар. Исем-фамилиям юҡ — «гололобый башкирчик» тигән түбәнһетелеүле ҡушамат ҡына бар. Шулай ҙа түҙҙем — «атаман икмәген ашап» буй еткерҙем.

Хужам йортоноң кухняһына йәнәш кенә кескәй бүлмәлә ҡарт служанка Лукерья тора, Варя исемле осоҡ ҡыҙы бар. Мин килгәндә самауыр буйлы ғына бала, ҡулына үҙенән оҙонораҡ сыбыҡ тотоп, атамандың ҡаҙ бәпкәләрен төйлөгәндән ҡурсылай ине. Мин белгәндән ҡыҙый шулай ҡаҙ көтөүсеһе, мин йылҡы көтөүсеһе булып буй еттек, әммә бер-беребеҙгә иғтибар итмәнек. Һәм көтмәгәндә генә... сарсап китеп кухняға йүгереп индем. Лукерья ҡарсыҡ йәнәш бүлмәлә кер йыуа, ә Варя усаҡ тирәһендә ҙур шаңда кер ҡайнатып булаша ине — миңә ул, нисектер, һағайып, уйсан-йылмайып баҡҡандай тойолдо. Тулы сүмес һыу һоҫоп алып бирҙе лә беренсе тапҡыр беҙҙең күҙҙәр яҡындан уҡ тоташты. Күктән дә зәңгәрерәк күҙҙәр! Текләүемдән ҡыҙ ҡыҙарҙы, көлөп ебәрҙе — шул мәлдә донъя зәңгәрлеге иңемә ҡапландымы ни! Мин һыуымды эсергә лә онотоп, сүмес әүештерәм икән, ә һыу түшемә түгелә лә түгелә икән. Ҡыҙҙың ҡабат күҙҙәремә бағыуы, әйтерһең, туңып ҡалған донъяны иретеп ебәрҙе, ярҙарынан ҡубынған яҙғы боҙҙай тулатты йәнде... Атҡа ырғып менеп, дала төпкөлөнә дондом, юшап йөрөгән йылҡы өйөрөмә етеп йығылдым. Йәмғе дала минең алда өр-яңы нур менән балҡыны, бығаса күҙемә күренмәгән сағыу төҫтәр, аңҡыу еҫтәр, шат тауыштар менән тулғайны донъя. Һәр үлән, һәр бер ҡыяҡ бөгөн минең өсөн тере, йырлы һәм телле имеш. Үҙ ғүмеремдә тәү тапҡыр мин ҡырыҫ ҡылғанлы далам иңен ҡосаҡлап ятып, әсе әремдәренең иҫерткес тәмен татып, хистәремдең урғылыуын тыя алмай йырланым...

Шул көндән һуң, ҡайтышлай гел Варяға даланың аҫыл төҫөн — сәскәләрен ҡосаҡлап илтер булдым...

Атамандың пажеский корпус тамамлап сыҡҡан улы, эполет һәм пистолеттарын ҡупырайтып, йәйгелеккә ҡунаҡҡа ҡайтҡайны, ул мине һәр аҙым һайын кәмһетергә, «башкирчик», «гололобый басурман» тип үсекләргә һәүәҫ ине. (Кем белгән ул буласаҡ офицерҙың да киләсәктә бер минең генә түгел, ә бөтә Ырымбур гөбөрнәһенең ҡанлы палачы генерал Дуртов булып әүерелерен?..)

Ҡулымда сәскәләр бәйләме күреп туҡтатты:

—Эй, башкирчик, килтер бында гөлләмәне!

—Офицер әфәнде, был гөлләмә һеҙҙең өсән йыйылмаған, — тинем.

Башын эйеп тыңларға ғына күнеккән «башкирчик»тан быны ишетеү — Күк ҡабағы ярылыу менән бер булды:

-- Ах сволочь, гололобый басурман, минең менән һүҙ көрәштерәһеңме ни әле? Бирермен мин һиңә кем өсөн йыйылғанын! — Гөлләмәне йолҡа тартып алырға киҙәнде. Белмәйем, ни менән барып осланыр ине икән был, әгәр ҙә ҡарт Дуртов үҙе килеп етеп ҡыҫылмаһа:

-- Туҡта, казак, ҡалдыр ул ҡырағай башкирчикты минең үҙемә! — Ярһыу улын арҡаһынан һөйә-һөйә этәреп, һурылып төшкән бер сәскәне гөлләмәгә ҡыҫтырҙы. — Бына шулай, казак, остоғо ла әрәм булмаһын, — тине улына, әйләнеп ҡарап. Йәнә миңә төбәлде: — Башкирчик, танауыңа кирт шуны: Дуртовтар өсөн булмаған бер нәмә лә юҡ был ерҙә, бер нәмә лә! Был ерҙәге һәр үлән, һәр серәкәй, һәр таш, хатта һауаға күтәрелгән туҙан остоғона тиклем беҙҙеке — Дуртовтарҙыҡы! Һәм һин бындағы бер сәскәне өҙөүҙән, бер серәкәйҙе тотоуҙан элек, беҙҙән баш эйеп рөхсәт һорарға тейеш. Әгәр шулай итмәһәң... ҡых! — Атаман ҡамсыһын мәғәнәле уйнаҡлатты. — Бына шулай. Аңланыңмы инде хәҙер, гололобый башкирчик?.. Беҙ ҙә төшөнәбеҙ һине: һиңә көн дә бер шәлкем сәскә кәрәк. Ал һин был сәскәләрҙе. Тик ҡолағыңа киртеп ҡуй: Һәр шәлкем өсөн һуңынан эш хаҡыңдан тотоласаҡ. Киләсәктә йәғни. Бында бер нәмә лә буштан килмәй, бушҡа китмәй — буштың атаһы үлгән!

-- Эш хаҡы? Уға ниндәй эш хаҡы? — Йәш Дуртов ауыҙын ҡыйшайтты.

-- Көлмә, казак, атайыңдан донъя көтөргә өйрән. Башкирчиктың хәҙергә аҡсаһы юҡ, ләкин бер саҡ буласаҡ. Ир ҡорона кергәс, ялланып эшләргә тейеш. Йәғни эш хаҡына. Бына шул саҡ ҡайтартасаҡбыҙ уның был сәскәләре хаҡын, хе-хе-хе! — Миңә бармаҡ янаны. — Гололобый башкирчик, әллә һинең яҙ башынан алып Лукерья ҡыҙы Вареньканы нисә тапҡыр сәскә менән йомшартыуыңды белмәйҙәр ҙә тиһеңме, барыһын да күреп-белеп торабыҙ, ха-ха-ха!.. — Аталы-уллы эстәрен тотоп көлдөләр.

Күп тә үтмәй, Дуртовтар менән йәнә һөйләшеү булды.

Йәш Дуртовтың ҡайтыу хөрмәтенә ҙур мәжлес йыйғайнылар. Ырымбурҙан хатта гөбөрнәтер әфәнде үҙе лә ҡатыны, еткән ҡыҙы менән килгәйне, байрам шауы аҙна буйына һуҙылды:эт абалаулы һунар, ат сабыштырыуҙар, киске дала буйлап һыбай елдереү... Кистәрҙең береһендә, йәш Дуртов гөбөрнәтер ҡыҙын «һыбай йөрөргә өйрәтеү өсөн» алып сығып китергә генә йыйынғанда, наҙлыбикә кинәт ҡылауызланып, «ҡырағай башҡорт өйрәтһен мине» тип һалдырмаһынмы!.. Тегеләй ҙә итеп ҡарайҙар ата-әсәләре, былай ҙа, һүҙҙәрен ҡолаҡҡа ла элмәй бит теге. Мин шым: аҙбар артынан ғына күҙәтәм, эштәр ҡырҡыулаша ҡалһа, арт ҡапҡанан сығып һыҙырға ниәт. Уйламағанда йәш Дуртов елкәмдән бөрөп алып, ярһыуын тыя алмай, тештәрен шыҡырлатып ҡолаҡҡа игәй: ҡара уны, гололобый басурман, әгәр ҙә ки гөбөрнәтер ҡыҙына елеңде тейҙерһәң, бынауы серек кәбеҫтә күсәнеңдең соҡорға тәгәрләп киткәнен тоймай ҙа ҡалырһың, йәнәһе. Йәшермәйем, шөр ебәрҙем: гөбөрнәтер ҡыҙы бит!..

Шул арала һыбайса салбар-жакет кейгән хәйерһеҙ ҡыҙ эргәмә килеп баҫты:

-- Сәләм, төньяҡ амуры! Таныш булайыҡ: исемем Маргарита, — тигән була, ҡулын үбергә биргән булып ҡылана. Исемемде мығырлап саҡ ҡотолдом. Йәш Дуртов етәкләп килтергән юрғаға атландыртырға самалаһалар ҙа:

— Юҡ, мине тәүҙә башкирчик үҙенең янына менгәштереп сапһын — ҡырағайҙар ат башын нисек тотҡанын күргем килә! — тип ҡырт киҫте лә, һушымды йыйырға ла өлгөрмәнем, Маргарита әйәрем артына ырғып менде лә ултырҙы, ҡуш ҡуллап билемдән һығып алды, етеҙ аяҡтары менән ат бөйөрөн типсене... Эй сабабыҙ йомолоп, беҙҙең арттан ҡушарлап ат етәкләгән йәш Дуртов саба һөмөрөһө ҡойолоп. Төркөм-төркөм ханымдар, офицерҙар, генералдар баш сайҡап тороп ҡала, ә хәйерһеҙ Маргарита елкәмә ҡайнар һулышын бәреп бышылдай-бышылдай билемдән һыға ла һыға

-- 0 амур... о ҡара күҙле башҡорт!

Етәк юрғаһын ташлап ҡалдырған йәш Дуртов ҡыуып етте, ҡамсыһын болғап, боролорға бойорҙо.

-- Уф, артта башым әйләнә, алдыңда ултырып барғым килә! — тине гөбөрнәтер ҡыҙы.

-- Ултырығыҙ рәхим итеп минең алға, — тине йәнәшә килгән Дуртов.

-- 0, юҡ, һеҙҙең менән һуңынан, һуңынан. Мин был атты яраттым.

-- Улайһа, башкирчик төшһөн, үҙең генә ҡал.

—0, улай яраймы ни һуң! Башкирчикты йәйәү ебәрәбеҙме ни, рыцарҙарса буламы шул?!

Дуртовтың сикә тамырҙары бүртте, тештәре шыҡырланы. Ҡыҙға шуны һиҙҙертмәҫкә тырышып, атына ҡамсы һуҡты:

-- Үҙ ихтыярығыҙҙа. Тик мин ҡырағай малайға бәйле капризығыҙҙың тиген тамамланырына шикләнәм.

-- 0, бушҡа хафаланмағыҙ! Ул бит тәбиғәт балаһы. 0, башкирчик, һығыбыраҡ ҡосаҡлағыҙ, юғиһә ҡолап ҡалам!

Дуртовтың саптары тамам күҙҙән юғалғас, Маргарита тигәндәре ҡыланыуҙан туҡтаны ла, теҙгендән тартып, ат аҙымдарын яйлатты:

-- Ванька Дуртов тураһында ниндәй дурной нәмәләр беләһегеҙ, әйтегеҙ!

-- Үҙегеҙ «дурной» тинегеҙ, тимәк, минән башҡа ла беләһегеҙ...

-- Аңланым, елдерә бир юрғаңды!

...Төндә аталы-уллы Дуртовтар баҙөйгә баҫып керҙе:

—Тор, эттән тыуған, һуңғы сәғәтең һуҡты! Гөбөрнәтер ҡыҙына ни тиргәнеңде иҫеңә төшөрәйек!

Ауыҙ-морономдо ҡан иткәс, фургон төбөнә һуҙып һалып, станицанан алыҫыраҡ дала төпкөлөнә олаҡтырҙылар. Ҡылғанлыҡҡа дөңкөлдәп барып төштөм. Баш осомда торҙолар:

—Эше бөттө.

—Бау йәл, — тине ҡарт атаман. — Сисеп алырға кәрәк. Ысҡындырҙылар, бәйҙе фургон төбөнә ырғыттылар. Көскә дүртаяҡланып, тороп ултырҙым.

-- Дөмөкмәнеңме ни әле? — Йәш Дуртов ҡарайылтыр револьверының көбәген ауыҙға тыҡты. — Тояһыңмы, гололобый басурман, эсендә ни ятҡанын? Әллә шул ҡурғаш борсаҡтарҙың бернисә бөртөгөн шартлатайыммы тамағыңа?

-- Әрәм итмәй тороғоҙ, — тинем, сатнау тамағымды төкөрөгөм менән көскә сылатып.

-- Етте, ҡулыңды бысратма, — тине ҡарт Дуртов. — Ас бүреләргә ҡалдыр.

-- Эйе, атай, гололобыйға ҡурғаш борсаҡ әрәм шул.

-- Ул борсаҡтар үҙегеҙҙең маңлайҙарға тишеп керер бер заман! – тип телләштем.

-- Ах язва, дөмөктөрәйем дә ҡуяйыммы әллә, атай, басурманды?

Стоп! Түҙ, казак! Ваҡыты ул түгел. Гөбөрнәтер хәҙрәттәре үҙебеҙҙә ваҡытта... --

Ҡарт атаман ҡылысын ҡындан һурып, башым осонда уйнатҡас, дала төпкөлөнә киҙәп күрһәтте:

-- Ана тора юлың, гололобый выродок! Әгәр ҡабат күҙемә салыныр булһаң, ҡап-урталай ярырмын!

-- Килер көн: үҙегеҙҙе ҡылыс ҡап урталай ярасаҡ!

-- Ох гиена!

Ҡылыстың тупаҡ төйҙәһе салҡан мәтәлдерҙе...

Ул ваҡытта мин, әлбиттә, йән асыһы менән Дуртовтарға янап әйткән ҡарғышымдың улар өсөн Тарих үҙе сығарған хөкөм икәнен белештермәнем. Приговорҙы ғәмәлгә ашырыу ҙа шул уҡ Тарих тарафынан тап үҙемә йөкмәтелгән булып сыҡты. Эйелгән түгел, ә эйелмәгән башты ҡылыс ҡырҡмай ул!»

Бына ниндәй васыят ҡалған беҙҙәргә атайҙарҙан! Башыңды эймә -- юғары тот, «үҙһүҙле» Ҡондоҙбаев! Баҫҡыстың иң аҫҡы араталарын, ҡара упҡынға терәлгән үлемесле өлөшөн, һинең өсөн Булаттимер ҡайнаталарың үткән. Улар һине үҙҙәренең иңбашында күтәреп, киң донъяның яҡты офоҡ һыҙығына баҫтыртҡан. Инде үҙеңдән ҡалды: айбарланып үргә талпын да Ҡояшты ал ҡосаҡлап!

Йәүҙәт Ҡондоҙбаев башын ҡалҡытып, турайып, ирәйеп, тар һуҡмаҡлы аллеянан оло урамға төшә.



УН АЛТЫНСЫ СӘХИФӘ
Дилбәр-туғанын лыҡама тулы троллейбусҡа төртөп керетеп ебәргәс, Басир бер талай хисен йыя алмай торҙо. Ах әттәгенәһе, үҙен буйтым егеттәрсә тота алдымы ул «тарих ене» ҡағылып самаһыҙ етдиләнгән ҡәрендәше алдында — мәркәз маркаһына тап төшөрмәнеме? Ә тегеһе, сәсрәмәгере, йыл уратаһында ҡайһындай ҙа һуҙылып үҫеп киткән, һомғолланған! Көтөлмәгән ошо хәлдән ҡаушап ҡалды буғай ул, мәскәүский фырт егет. Их, ниңә бала саҡтағылай ябай ғына күрешеп һөйләшмәҫкә, ситән аша осоп төшкән әтәстәй ҡуҡырайып, дорфа ҡыланды әле? Өҫтәүенә, әллә ҡасан тупраҡҡа әйләнеп сереп бөткән ата-бабаларға тел тейҙереп маташты: йәнәһе бер нәмәгә лә иҫе китмәй, ул — бәйһеҙ, ирекле ҡамғаҡ, имеш! Әйтерһең, һылыу ҡәрендәшенең һушын ала шуның менән. Алдың, ти, тот ҡойроғонан — троллейбусҡа ырғып менде лә һыҙҙы. Ә хәҙер: «Был сыбыҡ осо туғанымды мәркәз ҡала боҙамы, әллә ул үҙе мәркәзде боҙамы икән?» — тиеберәк матур башын сайҡап баралыр. Егет аҡтығы, тугриктарҙы көрәп алыусы, имеш... Һуңынан бит «бизнесмен» тип күҙ астыртмай көләсәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, былтырғы йәй Милеевканың һөттәй ап-аҡ ҡайындары араһынан егеттәргә хас булмағанса табан майлап ҡасыуы ла әлеге лә баяғы шул ҡәһәр төшкөрө тәңкәгә — тугриктарға ҡомһоҙлоғоноң һөҙөмтәһе түгелме? Өҫтәүенә, изге күңелле, йомарт ҡуллы бәндәләй шапырынып, урыҫ иленә игелектәр өйөргә вәғәҙә итеп, усына тугриктар көрәлеп төшмәүе беленгәс тә, төн сыҡҡансы вәғәҙәһенән төңдө, улай ғына ла түгел, эт илағыс шаҡшылығына барып, хатта Любаһы менән дә хушлашманы — үҙен ысын ҡырағайҙарса тотто. Барыһы ла ана шул аҡса, ҡомһоҙлоҡ касафаты!.. Их Любовь Яковлевна, белһәң ине аҡылымдъң алты айға һуңлабыраҡ ҡайтҡанын, йөрәгемдең сәрпәкләнеп янғанын, Аҡһылыуым! Дилбәр ҡәрендәше менән килделе-киттеле ҡыланыуы ла ни бары шул ҙур гонаһын намыҫынан ярлыҡатырға тырышыу, ғәййәрләнеп ҡырҡышыу. Ах, үткәндәрҙе, баяғы шанлы шағирыбыҙҙай, күңелдән һыҙып ташлап, онотоп та булһасы!..

...Ул көн һайын Любаның эш урынына — китапханаға сапты. Бергәләп китап шүрлектәрен ипләштерә, уҡыусыларға китап бирә, әңгәмәләшә, бигерәк тә балаларҙы көтөп алыр ине улар. Рәссам ҡулы ҡағылғандан һуң сағыу буяулы стендтар, лозунгылар, портреттар эленгәс, һалҡын стеналарға йән бөркөлөп, «гөлт!» итеп балҡып китте, «ҡаланан килгән ху-дожниктың эшен күрергә» төркөм-төркөм колхозсылар эркелде. Нимә генә тиһәң дә, тылсым бар шул аҡсаны ла һанай белгән был ҡулдарҙа!.. Колхоздың партком секретары Иван Викторович Оболенский үҙе лә пәйҙә булып, хужалыҡҡа бик шәптән почет таҡталары, социалистик ярышта еңеп сығыусыларға тапшырыласаҡ вымпелдар һәм башҡа әллә күпме нәмәләр эшләп биреүен үтенде. Был заказдар эһ тә итмәй иң юғары сифатта башҡарылғас, рәссамдың даны артты, күптәрҙең ул «үҙ кеше»һе булып китте, кеҫәгә лә колхоз ҡаҙнаһынан яҡшы төшем ҡойолдо. Көтмәгәндә ифрат абруйлы заказ — хужалыҡтың яңы культура һарайын фрескалар менән биҙәү тәҡдиме лә яһалды. Төбәктең аҫыл төҫтәре араһында Басирҙы иң арбағаны — Яков ҡарт менән уның шәкерте Иван ижад иткән һыр-биҙәктәр ине. Был икәүҙең халыҡсан биҙәү сәнғәтенең иң һиммәтле өлгөләрен йөкмәгән шат урамдарға — осҡор ҡоштар урамы менән үрмәле гөлдәр урамына атлыға, йә яңы сығып йәки байып барған Ҡояш, йә тулы Ай нурҙарының ҡыя һуғыу тәьҫирендә тәҙрә ҡапҡастарындағы, кәрниз маңлайҙарындағы нәфис-серлө япраҡтарҙың һәм ҡоштарҙың ҡайһы мәлдә ниндәй сихри тимгел-күләгәләргә йомолоп үҙгәреүен, йәнләнеүен, тылсымлы көскә әйләнеүен йотлоғоп ҡарар ине. Киләсәктә культура һарайын биҙәгәндә шуларҙы киң файҙаланырға булды: Любаһының тыуған төйәк төҫтәре, атаһының ҡул күрке бөрккән сәнғәт тылсымы халыҡҡа әйләнеп ҡайтһын, йән арбағыс ауылдарҙың күңел күген нурлаһын! Ошо рәссамлыҡ ниәтен таныштарына ипле генә белдергәс, Иван-оҫта пырхылдап көлөп ҡуйҙы, Яков ҡарт баш тырнаны:

-- Барып сыҡмаҫ!

-- Бәй, ни өсөн?

-- Етәкселәр яҡын юлатмаясаҡ, бар тип тә белмәйәсәк...

-- Ул теп-тере биҙәктәрҙе һуҡыр ғына танымаҫ, художник булараҡ әйтәм!

-- Эх, таныуын таный ул беҙҙең председатель Богомаз Макар Федорович, хатта юнышҡанымда эргәлә телен шартлатып һоҡланып торғаны ла бар. Әммә эшкә килгәндә, һығымта бер: «Беҙгә ит кәрәк, һөт кәрәк, күп кәрәк — тап партиябыҙ ҡушҡанса! Беҙгә биҙәк-миҙәктәр менән сыуалып көн үткәрмәҫкә, ә күберәк, тиҙерәк, арзаныраҡ торлаҡ комплекстары төҙөргә!» — Бына уның дәғүәһе. Колхоз үҙәгенең «Соцпроспект» тип аталған, шау коробкаларҙан ғына хасил урамын күргәнһегеҙҙер.

-- Һуң, ул коробкаларҙы ла әҙәмсә биҙәп була лаһа?

-- Әйтеп ҡараныҡ. «Иҫке заман ҡалдыҡтарын тергеҙеп, баш ҡатырып йерөмәгеҙ. Беҙҙең осор архитектураһы — нур ҡылындай туп-тура һыҙыҡ, шымалыҡ, сорғолоп күккә олғашыу!»— булды берәгәй яуап. Әйтерһең, ата-баба биҙәктәре үҙебеҙ менән бергә көн итеп килмәй, әйтерһең, улар алыҫ ҡом сахраһындағы фирғәүен ҡәберенән соҡоп сығарылған.

-- Ә партия ни ҡарай?

-- Иван Викторович Оболенскиймы? Зерә уҡымышлы ул, партком секретарын әйтәм. Алдыбыҙға алтын буталлы альбомдар сығарып һалды, сөкөрәйеп ҡараны. «Бына был — хәҙерге япон архитектураһы, быныһы — бразил, ә был үҙебеҙҙеке, — ти. — Замана йорттарының һаман, күҙ талдыртҡыс ваҡ деталдәрҙән арына барып, сорғол-тура һыҙыҡ буйынса юғары уҡталыуын, ылғый бетондан да алюминийҙан, быяланан ҡойолоуын күрәбеҙ, — ти. — Иван менән һеҙ, — ти, — шул үҙегеҙҙең сөгөлдөр япраҡлы, торна муйынлы урамдарығыҙҙан ары күрергә теләмәй, тормоштан артта ҡалып, артҡа ҡарап йәшәйһегеҙ коммунизм кешеләре түгел һеҙ. «Коммунизм юлы» тигән колхоз ағзалары икәнлегегеҙҙе лә онотоп ебәрҙегеҙ, — тине. Аҙаҡтан: — Зирәк крәҫтиән аҡылыгыҙ менән генә самалап ҡарағыҙ шуны: коммунизм осоронда йәшәйәсәк кешеләрҙең түбәһе Ҡояшҡа тейеп торған бейек йорттарының кәрнизен үлән ҡыяғы, ҡош-ҡорт тәпәйе ырып биҙәкләүҙән ни мәғәнә? Ҡош осор бейеклектәге ул биҙәктәрҙе кем күрә? Торҡолдашып йылы яҡҡа ҡайтып барған торналар ғына ҡарап баһаламаһа тағы...» — тип оялтырға маташа.

-- Ә һеҙ?

-- Беҙ ни, беҙ — бәләкәй кеше. Иван әйтмешләй, ҡулыбыҙҙа — балта, ауыҙыбыҙҙа — махра. Шулай ҙа, хәлемдән килгәнсе, телләшеп ҡараным. Коммунизм осоро минең өсөн үтә бейек — күҙ етмәй, — тинем. — Әммә бөгөнгө ошо йорттарҙың кәрниздәренә һырлап-уралған һеҙ әйткән «үлән ҡыяғы», «ҡош-ҡорт тәпәйе» — крәҫтиәнде ғәзиз ергә беркетеп тотҡан илаһи бер тылсым түгелме икән әле? — тинем. — Биҙәкле күңел кәрнизенән айырһағыҙ ер балаһын, бер ниндәй ҙә көҙгөлө-мөҙгөлө стеналарығыҙ ҙа уны арбай алмаясаҡ — нигеҙенән ҡубынып, күккә ҡалҡҡан һабын ҡыуығылай осоп китер. Үҙегеҙ ҙә абайламай, Тыуған ерҙе уның төп хужаһынан — игеүсенән мәхрүм итәһегеҙ бит! — тип әсенеп әйтеп тә ҡараным.

-- Нимә тине һуң?

-- Ни тиһен. Һиңә, ҡартлас, заман менән ҡуша атларға, сәйәси дағаланырға ла дағаланырға кәрәк әле, тип, һаҡалымды тоттортоп сығарып ебәрҙе.

-- Шул уҡ аҫыл биҙәктәрҙе яңы заман әйбере — ҡиммәтле ҡыҙыл ағастағы ырмауҙа, пластикала, фрескала, мозаикала, бронзала, ул ғына ла етмәһә, алтын менән көмөштә рәхәтләнеп башҡарырға һәм шулар менән хатта небоскребтарға ла йән өрөргә була лаһа? Ошо хаҡта әйтмәнегеҙме?

-- Уныһына баш етмәгән.

Ҡарт, шымартылған таҡта киҫәген верстакка ипләп, тыуасаҡ семәр контурҙарын тоҫмалларға тотондо. Әллә баяғы асы оҫталыҡ яҙмышын бәйән итеп йөрәкһеүҙән, ҡулына эш барманы. Ҡәнәғәтһеҙ тамаҡ ҡырып, ҡәләмен ҡуйҙы, төрөпкәгә йәбеште. Оҫта ғазабын ентекләп күҙәткән Басир, ҡәләмде өндәшмәй генә алып, маһир сыйылған биҙәккә бер нисә яңы һыҙыҡ ҡына өҫтәне. Ҡарт ҡәнәғәт тамаҡ ҡырҙы, верстакка икенсе таҡта һалды. Басир ундағы тоҫмалдарҙы ла үҙенсә «редакторлап» сыҡты. Ике таҡтаны ла алып, Ҡояшҡа төрлө яҡлап бороп, хәтһеҙ һынап ҡараны ҡарт. Төрөпкәһенән төтөн күлкеп-күлкеп сығып, һауаға күтәрелде: оҫта тулҡынлана ине. Кейеҙҙәй ҡытыршыланып, күндәй иләнеп бөткән услы ҙур ҡулын Басирға һондо:

—Афарин, ҡулдарығыҙ — икмәк ашата торған ҡул икән, балаҡай! Беҙҙең артелгә инәһегеҙме әллә?

Оҫтаның йөрәк түренән сыҡҡан ошо ябай һүҙҙәре — танышын үҙ тиңе итеп һанауы, ә был иһә Басир өсөн донъялағы иң оло бүләк ине. Сикәләре ҡыҙарып яуапланы:

—Бик теләп, Яков Ксенофонтович. Тик беҙ һеҙҙең менән һуңыраҡ, баяғыса, колхозығыҙҙың культура һарайын биҙәүҙә берегербеҙ.

— Был мәсьәләлә шаяртҡанды яратмайым.

-- Ысын. Председателегеҙ ҡоҙаланы мине ул эшкә. Дөрөҫөрәге, Анатолий Каргин тигән иптәшем менән мине. Ләкин икебеҙҙең генә көстән килерлек түгел — ваҡыт яғы самалы. Дүртәүләшеп тотонһаҡ, ай араһында «ялт!» иттерер инек. — Ғәжәп: Басир беренсе тапҡыр ошонда алда торған эште «оҙон аҡса»ға бәйләмәне...

-- Ай-һай? Риза булырмы икән? — Оҫта баш сайҡаны.

-- Булмай ғына ҡараһындар! Мин уларға ультиматум ҡуям! Их, биҙәйәсәкбеҙ ҙә биҙәйәсәкбеҙ, Яков Ксенофонтович, беҙ ул йортто һеҙҙең менән! Ултырғыстарына тиклем, донъяның иң аҫыл концерт залдарындағылай, семәрләп бирәсәкбеҙ. Килгән һәр кем, аллы-гөллө стеналарына, түшәмдәренә күҙ атып, һушын йыя алмай торор, кемдең алтын ҡулдарының йоғо икән был мөғжизә; тип һорарға мәжбүр булыр!

-- Эх, тамам ебеттегеҙ мине, иҫке бүрәнәне! — Яков ҡарттың керпектәре дымланды.

...Ике оҫта, үткер балталарын түмәргә сабып, төшкөлөккә туҡтаған, Люба ла килеп еткән — тарбаҡай алмағас аҫтында кәпәй ҡорһаҡлы еҙ самауыр эргәһендә һүрән генә әңгәмәгә талғандар. Басир ҙа йәлеп булғас, йәнләнгәндәй иттеләр, табын ҡырына саҡырып, ҡайнар сәй яһанылар. Рәссам, тулҡынланыуын йәшермәй, бая ғына колхоз идараһында булыуын һөйләп бирҙе.

-- Тимәк, әлеге лә баяғы, беҙ икәүгә ҡаршы, тиһең инде? — Яков Ксенофонтовичтың тауышы ҡалтыраны. — Их, тыуған ерҙең культура усағын үҙ ҡулыбыҙҙан биҙәп ҡалдырырбыҙ тигәйнек!..

-- Беләм мин уны, Богомазды, — тине Иван. — Беҙҙән, ауылдаштарынан, колхоз аҡсаһын ҡыҙғана. Теләгән бер шабашникка унар меңләп тоттортоп ебәрергә әҙер, тик беҙгә генә түгел.

-- Эйе, Макар Федорович ус ялатмай беҙгә. — Ҡарт көрһөндө.

Өндәшмәй генә ултырған Любаның ике бите янып-алһыуланды:

—Атай! Һаман шул аҡса, аҡса, аҡса!.. Аҡсанан башка ла донъя барлығын оноттоғоҙмо әллә? Тыуған төйәкте күркәмләү хаҡында һүҙ бара, ә һеҙ — аҡса...

-- Аҡсаһыҙ йәшәп ҡара, — тине Иван. — Буштың атаһы үлгән, ти торғайны минең Магадандағы башҡорт дуҫым.

-- Үҙебеҙгә йорт һалғанда кемдән аҡса алдығыҙ?!

-- Һин, ҡыҙым, культура һарайын үҙебеҙҙең йорт менән тиңләмә. Унда эшләнәһе эштәрҙең хаҡы тиҫтәләрсә мең һумдар менән нарыҡлана, шулаймы? — Яков Ксенофонтович, ҡупшы аҡ һаҡалын һыпырып, рәссамға эйәк ҡаҡты. — Әйтеп бир әле, Басир, һантый ҡыҙыма председатель менән үҙең килешкән тейешле сумманы.

Ауыҙын бешерә-бешерә сәй һемергән егет, стаканын тиҙ генә өҫтәлгә ҡуйып, эштең нисә мең һумлыҡ икәнен тиште. Аптырауҙан Любаның күҙҙәре аҡшайҙы:

—Ҡомһоҙҙар, көпә-кендөҙ тереләтә тунарға... Макар Федорович урынында булһам, — Атаһы менән Иванды битәрләне, — мин дә һеҙҙе яҡын да ебәрмәҫ инем. Ауыл өсөн, үҙебеҙ өсөн дәһә ул культура һарайы!

Ҡарттың керпектәре сырт-сырт йомолдо:

-- Әллә һин беҙҙе ысынлап та бушлай эшләтергә йыйынаһыңмы, ҡыҙым?

-- Бер-ике ай бушҡа эшләп бирһәгеҙ ҙә ҡулығыҙ ҡоромаҫ ине. Ана анауы ботаҡтағы һарыҡай ҡошсоҡто тыңлағыҙ, — ҡыҙ алмағастар араһына төртөп күрһәтте, — ҡайһылай өҙөлөп-өҙөлөп һайрай, донъябыҙҙы хозурлай, әммә беребеҙҙән бер нәмә һораймы?! Ә һин, Иванушка, буштың атаһы үлгән, тиһең...

-- Эй, аҡсаламы ни эш! — тине Иван, ҡул һелтәне. — Уға ҡалһа, төкөрҙөм мин аҡсаға — миллион һумдарына!

— Эш нимәлә һуң?

-- Эй! — Иван тағы ҡул һелтәне. — Ысынлап та, ул аҡса беҙгә нимәгә? Богомазға үс итеп, бушлай эшләп бирәйек, Яков Ксенофонтович. Үҙебеҙҙең тыуған ерҙе биҙәйек!

-- Дөрөҫ әйтәһең, Иванушка! — Ҡыҙ хатта ырғып торҙо. — Әгәр шулай итһәгеҙ, Макар Федорович та, бер кем дә ҡаршы килә алмаҫ, эйеме, Басир? — Зәңгәр күҙҙәренең сикһеҙ ихласлығы Дәүләтбаев күңеленә түңкәрелеп ҡапланды ла йөрәген тулатып ебәрҙе, башын татлы томанда әйләндерҙе.

-- Әлбиттә, шулай! — тине егет, һөйгәненең йөрәк тибешен йәне-тәне менән тойоп. Ни әйтерен һулыш алмай көткән ҡыҙ сеңрәтеп көлдө.

-- Тимәк, Дәүләтбаев иптәш тә беҙҙең менән — талантын халыҡҡа бүләк итергә риза? — тине Иван, рәссамға ирҙәрсә ҡул биреп.

-- Әлбиттә, был хаҡта ни һүҙ тағы! — Иван ҡулын усмаҡлап, башын ғорур ҡалҡытҡан булды Басир. Икеһенең көрмәкләшкән биш йәбенә ҡарттың ҡущ услап ныҡ ҡыҫыуы ҡушылғас: — Беҙҙең башҡортта «өмә» тигән тап ана шундай йола бар, — тип өҫтәне.

-- Ура! — Сабыйҙарса ихлас ҡул сәпәне Люба. — Бып өмәне ишетһә, Богомазығыҙҙың ике күҙе дүрт була инде! — Йүгереп килеп, бергә көрмәкләшкән ҡулдарҙы ул да нығытып усланы. — Күрҙегеҙме, егеттәр, буштың атаһы үлмәгән!

-- Үлмәгән! — тине тегеләре, бер юлы.

-- Вәт һантыйҙар, һантыйҙар! — Ике күҙе ҡыуаныстан мөлдөрәгән Яков Ксенофонтович, күңеле тулышып, буғай, саҡ ҡына мышҡылдап алды.

Ижад йортондағы үҙенең бүлмәһендә көскә уянып күҙҙәрөн асты Басир. Башы зыңҡып, күңеле болғанып, ҡыйынлыҡ менән йыуынды, ҡырынды. Өҫтәлдә яртылаш шешә, ике стакан күреп, кисә бик һуң ҡайтып ингәс тә Толя дуҫы менән һемереп ултырыуын, көрмәлгән телен саҡ ҡуҙғалтып, ныҡышланып, уны баяғы илгә игелек итә торған изге өмәгә тартыуын, ә тегеһе «өмә» тигән ябай һүҙҙе һис нисек тә аңлай алмай йөҙәүен хәтерләне. Шешә аҫтында яҙыу ярпыһы ята:

«Басир, ҡәҙерле арҡауым! Юлдар хәтәр сатрашланмаһын өсөн, Мәскәүгә ҡайтып китәмен (минең буяуҙар бөттө)... Унан, бәлки, Донбассҡа ла шылырмын. Ҡара уны, үҙең генә һемермә! Шешәләге ҡандала еҫле нәмәкәйеңде мин килгәнсе һаҡлап тот. Үҙеңә хоҙайҙан ялбарып буйлыҡ теләүсең — Анатолий Каргин».

Күҙ алдары ҡараңғыланып, болдорҙағы эскәмйәгә әүшәрелде, ҡолаҡтарында Любаның һүҙҙәре шауланы: «Буштың атаһы үлмәгән, үлмәгән!..»

Ай-һай, үлмәгәнме икән әле?..

Таҡыр ырҙын табағылай кеҫәһенә ҡулын тығып ҡарағас, йөрәк ите семетеп, председатель Богомаз менән килешелгән һимеҙ ҡалым һыйырының шеш имсәкле шәүләһе, ҡауырһындай ҡыштырлауыҡ иҫәпһеҙ күп ассигнациялар рәүешендә күҙ алдында туҙранып-айбарланып, күңел донъяһын баҫты, һулышын томаланы, йөрәген семерләтте. Их, ул баш тартҡан аҡсалар!.. Күҙ алдары ҡараңғыланып, башын тотто:

— Һантый, ыштанһыҙ меҫкен студент! Өмәгә бара, имеш!.. Ыштанһыҙ!..

Ҡабаланып, ҡалтыранып, сумаҙанға әйберҙәрен тултырҙы: тиҙерәк станцияға, поезға!.. Бөтә Лопуховка ауылы уға бармаҡ төртөп көлә, ә артынан теге саҡта төшөндә эҙәрләгән урман өрәге буш араҡы шешәләре тәгәрләткәндәй...

Башы уғата зыңҡып, үҙенең тегендә түгел, ә Өфө урамында атлап барыуын да онотоп, Басир әмәлһеҙҙән кеҫә төбөн һәрмәп ҡараны ла тағы тәрән үкенес тойғоһо кисерҙе: эх-ма, әгәр былтыр шул Милеевкала, телен ҡорт сағып, «өмә» һүҙен ысҡындырмаған булһа, Богомаздан «ҡалым»ды ҡайырып алһа!.. Зарар юҡ, ауыҙы бешкән — өрөп эскән тигәндәй, артабан аҡыллыраҡ бул. Алға, егет! Өйөндә юҡ ағаһын аңдып алйығансы, Саркисян тигән мутйән танышын тиҙерәк эҙләп табып, бындағы ҡалым һыйырын ҡайһы мөгөҙөнән тоторға, нисә имсәген бер юлы ҡабып имергә икәнен аныҡларға!.. Ҡыҙырмыш Мотал ағаһы ла ояһына әйләнеп ҡайтыр шуңарса.

Урта мәктәпте бергә тамамлаған һабаҡташы Әсҡәр Йәмил улы Ҡотлоев уны ҡаланың «замана балалары» йыйыла торған «салон»ға (соланға) алып килде: Ыңғырсаҡ Уральский тигән эшсе-шағир, көтөлмәгән бәхеткә юлығып, ике бүлмәле фатир эйәһе булған да, тынысыраҡ бүлмәне әсәһенә биреп, залды баяғы соланға – шау-шоу төйгенә әйләндергән имеш. Музыка һәм шиғыр ҡатыш мәхшәр-тауыш подъездан уҡ ҡолаҡтарға бәрелде, ярым ҡыҫыҡ ишектән һисбер тартынмайса үттеләр. Өй эсе ябай һәм затһыҙ, иҙән уртаһына ҡуйылған оҙон өҫтәл тирәләй бер төркөм ир-ат мәжлес ҡороп гөр-килеп ултыра имеш.

Яңыларҙың пәйҙә булыуы табындағы һүҙ ағылышын бүлдерҙе: һәр береһе, ҡалҡынып, икәүҙең ҡулын ҡыҫты. Йәмғеһе лә, аҙмы-күпме, Басирға әүәлдән таныш: Мөхлисә еңгәһе әйтмешләй, ресторандарҙа «йәшел йылан юлында» йылтылдап йөрөгән затлы тоҡом -- «алтын бөртөк»тәр ине: фатир хужаһы эшсе-шағир Ыңғырсаҡ Уральский үҙе, йәнә бер өлкәнерәк быуын шағир Абуталип Сиҙәмле һәм ошондай «хис кешеләре» араһында уралырға яратыусы ҡалын кеҫәле «баҙар ҡорто» (ағаһы Мотал ләҡәбе!) -- баяғы Армен Саркисян иптәш, ҡалғандарын рәссам иғтибарға элмәне. Хис эйәләре араһында Саркисянды «Асам-Кисәм» тип юҡҡа ғына ләҡәпләп йөрөтмәйҙәрҙер: сауҙа-табыш өлкәһендә аҫырға ла, киҫергә лә һәләтле — Саркисяндың танауы тығылған ерҙә, сәнғәттән дә бигерәк, алтын-көмөш еҫе сыға... Шул Саркисяндың усын ялап аяҡ араһында буталған, шешә тығыны асышыуҙа һис кемгә биргеһеҙ маһирлашҡан шағир Сиҙәмле Абуталипты — «Буталып», тип «ҙурлау»ҙары ла тикмәгә түгел. Нимә эшләмәк кәрәк: һәр өйөрҙөң булалыр үҙ кешнәүе йәғни жаргоны... Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: йомарт ҡуллы тип танылған Саркисян-Асам-Кисәм тағы бер маһирлыҡҡа эйә: мутйәндәрҙе хеҙмәтләндергән байтаҡ телдәрҙә ватып-емереп булһа ла һөйләшә белә; ә үҙенең ҡайһы милләткә ҡарауын бер ваҡытта ла өҙөп кенә әйткәне булмаһа ла, кешеләр уны ҡиәфәте һәм фамилияһы буйынса — әрмәнгә, һөнәр-шөғөлө («баҙар ҡорто») һәм телмәр үҙенсәлеге («кацо» һүҙен ҡыҫтырып ебәрергә ярата) арҡаһында — грузинға йә абхазға, ә айырым тәбиғи билдәләре, төҫө-ҡылығы һәм урыҫса һөйләшкәнендәге акцентына ҡарап ҡойоп ҡуйған башҡорт бәндәһенә оҡшата — кавказлы булыуына шикләнә ине.

Өҫтәл ҡырынан Басир менән Асҡарға ла урын биреп, стакан тоттортоп, табындаштар күңелле шауланылар. Басир сырайын һытты: теге саҡта Милеевкала хәйерһеҙ осланған эскелек мажараһынан һуң, терһәген тешләрҙәй булып, ҡырлы стакан тоторға тетрәнә ине...

-- Әйҙәгеҙ, яңы кергән азаматтар һаулығына!

-- Төңкәйттек, булдыҡ иҫән! — Нескә шиғри хисле Абуталип менән Ыңғырсаҡбай, уларға ҡушылып йылғыр Асҡар төп-күтәрә ҡапланы, Саркисян менән Басир уртлап ҡына ҡуйҙы. Пушкиндыҡылай ҡупшы, әммә дала ҡылғанылай сал-ҡыурау оҙон бакенбартдар үҫтереп ебәргән Абуталип Сиҙәмле стаканы артынан ҡалышмай өҫтәлгә морон төрткәйне, хырылдап йоҡлай ҙа башланы, бөҙрә-көҙрә сал сәс тирәсе уртаһындағы ялтасы көн сағылтҡан көҙгө йөҙөләй «ялт!» итте, рәссамға ул туҙғаҡ аҡболот уртаһында көлөп ятҡан һары Ҡояштай күренде. Ғүмеркәйҙәрҙең һыуҙай ағылып уҙыуын шәйләп буғай, көллөһө лә шымыбыраҡ уйланды.

-- Их замана-замана, был түбәләстә лә бар ине бит Һаҡмар ҡара талдары шаулаған мәл! — тип көрһөндө зыңғыр тауышлы Асҡар, шағир ялтасынан ҡарашын алып.

-- Башын эйгәйне Абуталип, күңелем китте Буталып!..— тип, ҡәләмдәшенең ҡушаматын ҡыҫтырып, моңһоу рифмаларға һалды Ыңғырсаҡ Уральский. Һәр береһе, ирекһеҙҙән, тәрән хискә бирелеп, Абуталип-Буталыптың барыһына мәғлүм тәржемәи хәлен — тиле йәшлек йылдарын хәтерләне лә, тап шул хаҡта «Һәнәк» сатира журналында «Моңло хикәйәт» тип баҫылған әсе һағышлы бер әҫәрҙе иҫкә төшөрөп, ирекһеҙҙән йылмайҙы.

...Бөгөн инде ялтас түбәле таҙғараға әйләнгән, Буталып ләҡәбе менән тел-тешкә кереп, күҙҙәрен хәмер томалаған Абуталип та янып торған ут йөрәкле егет ине, ярһып шиғырҙар яҙа, үҙҙәренең дала районы гәзитендә «Йәштәр тауышы» рубрикаһы аҫтында күпләп баҫтырта ине. Ә ҙур ҡала уттары тураһында иртән тороп кис төшөнә лә кермәҫ, рәхәтләнеп далала мал көтөр ине. Көндәрҙән бер көндө ҡаш менән күҙ араһында райондары ил шаңлатҡыс сиҙәм күтәреү фронтына әүерелеп, гәзит-журнал биттәрендә сиҙәм ерҙәр тураһындағы йырҙарға, шиғырҙарға оло ҡытлыҡ килеп тыуғас, сиҙәмселәр араһына, ең һыҙғанып, алыҫ ҡаланан яңы таланттарға һыуһаған өлкән шағир — Яҙыусылар етәкселәренең береһе килеп төштө лә шунда уҡ эш йәнләндереп, «ошоғаса сиҙәм аҫты билдәһеҙлегендә күмелеп ятҡан, бөгөн килеп замананың тарихи трактор төрәндәре аҡтарып сығарған яңы талант»ты асты — Абуталип Сиҙәмле. Партиябыҙҙың «мудрый етәкселеге аҫтында» сал ҡылғандар араһын нурландыртып тыуған яҡты йондоҙҙо шиғриәтебеҙ күгендә балҡытыр өсөн, тәүҙә уның бер көлтә ижад емештәрен, ә унан һуң үҙен ҡалаға етәкләп алып ҡайтты. Йәш таланттарҙы һөйгән ихласйән ине ағайыбыҙ: төҙәткеләп, ипкә килтереп, етлекмәгән ерҙәрен етлектереп, таҡмаҡтарҙан ҡәҙимгесә шиғыр яһап, баш һүҙ яҙып, матбуғатҡа сығарҙы, шул шиғырҙарҙың сиҙәм хаҡындағы береһенә күренекле композиторыбыҙ Коммунистар партияһы етәкселегендәге замана заңы талап иткәнсә шаңғыр көй яҙып, танһыҡ ҡандырғыс сиҙәм йыры радионан яңғыраны, ҡауырһын пластинкаларҙа ла күпләп мәңгеләштерелде. Оҙаҡламай «Сиҙәм йырҙары» тигән коллектив китап та әҙерлонде, ул шөһрәтле сиҙәм шағиры Абуталип Сиҙәмле ижады менән асыла ине. Яҡты йондоҙ ҡаланың ялтыр асфальтына ғүмерлеккә йәпләнде, шиғри-миғри соландарға (салондарға) эйәләшеп: «Данлы сиҙәм эпопеяһын мин бығаса донъяла күрелмәгән оло эпик поэмала мәңгеләштерәм, Ғүмәрҙе43 уҙып китәм», -- тип елләнеп йөрөр булды. Ләкин сиҙәм талантының тынмаҫ ижад урғылы, асфальтҡа күсереп ултыртылған суҡ бүтәгә-ҡылғандың тамырылай, күҙгә күренеп ҡороно, сиҙәм асыу йылдары тарихҡа ҡала барып алыҫлашҡас, шаулы сиҙәм йырҙары ла йылтыраҡ бәҫен юйҙы... Бөйөк партиябыҙ бойороуынса ауыл хужалығы эшсәндәре ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерергә тотонғанын ишетеп, Абуталип шул турала йыр яңыртып ҡараны. Партиябыҙ ҡушҡанынса һаҙлыҡтарҙы киптереү, мелиорация үткәреү эштәре лә Абуталиптың үҙәгенән шиғри өзләү урғылдырҙы. Әммә былар барыһы ла үҙенең әүәлге сиҙәм моңдарын ҡабатлау — бер үк тунды яңыртып бесеү имеш. Ә «Ғүмәрҙәрҙе уҙмыш эпопея»һы тыуманы ла тыуманы, сөнки авторҙың ҡыҫыр патрондан борсаҡ пуля ғына осорторлоҡ бер семтем дары остоғо — оло снаряд гильзаһына яҫауланған ябай ҡом булып сыҡты...

Бөҙрә-көҙрә рифмалар маһирын хәҙер онотҡанда бер эфирҙа салынғылап киткән баяғы сиҙәм йыры ла әленән-әле эстрадаларҙа әртистәр ҡатарында шәхсән үҙе бөҙрәләтеп яттан һөйләп йөрөгән «Бөҙрә талдар балладаһы» һәм шағир ағай-энеләре хәмерәнә табын ҡорғанда әллә ҡайҙан ҡаланың икенсе башынан уҡ еҫкәнеп белә торған сөгөлдөрҙәй ҡыҙыл танауы ғына исемен тынғыһыҙ сәнғәт донъяһына һаман да бәйләп тота, кеҫәһендә күп йөрөтөүҙән мөнтәлгән, һыйыр сәйнәгәндәй, мөйөштәре тетелеп бөткән баяғы берҙән-бер ғәзиз китабын да ул хәмер еҫле теләгән бер ергә юл ярыусы ярлыҡ — пропуск итеп ҡуллана ине...

Аҡ күбек-айран эсендәге ҙур йомарлаҡ һары майҙай аунап ятҡан ялтас түбәгә бағып, барыһы ла, моғайын, ошоларҙы уйланы.

-- Их, бар ине шул бер саҡтар — кеҫә тулы борсаҡтар!..

-- Сиҙәм шөһрәтханының да бөҙрә-көҙрә талдары ошолай һирәкләнгәс, беҙ бахырҙарға ни ҡала!

Ялтас түбә эйәһе салт ҡуҙғалып, күбенеп шешенгән күҙ ҡабаҡтарын йырсайтып, һүҙ эйәһен көрмәп алырға итте, әммә суйын гергә әйләнгән баш ҡынаһы ҡалҡынырға теләмәне:

-- Ә?! Бөҙрә талдар? Ҡайҙа минең бөҙрә талдарым?! — Шағирҙың күҙҙәре аларҙы.

-- Бөҙрә талдар — зәңгәр диңгеҙҙәрҙә... — Кемдер хихылданы.

-- Туҡта! — Абуталип, ҡапыл аңына килгәндәй, йоҙроҡлап өҫтәлгә һуҡты. — Мәхлуҡ! Ауыҙ-мороноң килешмәй һинең, «Бөҙрә талдар — зәңгәр диңгеҙҙәрҙә»не һөйләргә! — Мәшһур баллада авторы көсөргәнеп ҡалҡынды — тиҙ үк иҫергәне кеүек, ҡапыл айный торған яҡшы ғәҙәте лә бар уның. — Байғоштар! Тыңлағыҙ: бына ҡайһылай уҡырға кәрәк уны, ысын-хаҡ шиғриәтте! — Саманан сығып йөрәкһегән сиҙәм шағиры һауа бушлығын ялтасы менән буҙ быҙауҙай һөҙөп, арҡа ҡатырып турайҙы ла артҡа салҡайҙы, ярым ҡыҫыҡ күҙҙәрен түшәмгә ҡатып, ике мөйөшөнән һеләгәйе һәленеп аға башлаған ҡалын иренле ауыҙын ҡороға ташланған балыҡтай ҙур асып һуланы, тумбыҡҡан телен саҡ әйләндереп мөңрәне:


Их!..

Бөҙрә талдар — зәңгәр диңгеҙҙәрҙә —

Күҙҙәремә ҡарап илайҙар:

«Шат сабағым — ҡайҙа сабый сағым?

Әллә Айҙа?!.» — тиеп һорайҙар... --
Ишеттегеҙме инде, байғоштарым: ысын сиҙәм шиғыры ҡайһындай була! Ә, Ыңғырсаҡбай?!

Ыңғырсаҡ Уральский үҙ сиратында уға уҫал үгеҙҙәй һөҙөп ҡараны ла нимәлер мыңғырланы.

— Их!.. «Шат сабағым — ҡайҙа сабый сағым? Әллә Айҙа?..» — тиеп һорайҙар...— Абуталип, күңел ҡылы нескәреүҙән мышҡылдап илай-илай, әбейҙәрҙең баш яулығы ҙурлыҡ ҡулъяулығын кеҫәһенән сығарып, шарылдатып һеңгерҙе, шул ыңғайға шуның менән күҙҙәрен, ялтасын да ышҡып, урынына ултырҙы. — Их! Урман яҡтың тау-таш араһында телем икмәккә тилмереп йөрөп ләпелдәгән «еңгәләрем былбылы» түгел шул был! Ха-ха-ха, Ыңғырсаҡ Уральский!

—Шым! — Әсҡәр табындағыларға күҙ ҡыҫты. — Туған шиғриәтебеҙҙең ике бөйөк уҙаманы олуғ шиғри аренала һөҙөшә!

-- Ағайҙарым, Абуталип ағай... — Уральский рәнйене, сөнки уның атаҡлы бер шиғырының юлдары ине был Абуталип әүмәләгән «еңгәләрем былбылы».

-- Етте! — Сиҙәм шағирының бала башы дәүмәлле йоҙроғо өҫтәлгә дөңкөлдәп ятты, ялтасы алға күсте. — Еңгәйҙәреңә өндәш, ана бара юлың! Йә — мин, йә — һин! Ике тәкә башы һыймай бер ҡаҙанға!

Үҙ баһаһын белә башлаған эшсе-шағир ҙа ҡомарланып үрһәләнде:

—Минме тәкә башы?! Юҡ! — Бармаҡ янап нығытты. — Һин үҙең ул тәкә башы! Һин!

—Әләйһә кем һин? Әллә фәләнемдең башымы?! -- Көтөлмәгән тиңләүҙән маңлайға балта төйҙәһе менән тондорғандай шаңҡып, бер күгәренеп, бер буҙарынып, Уральский байтаҡ иҫәнгерәне. Саҡ аңына килеп:

-- Һинең һымаҡ сиҙәм сысҡаны түгел, ә мәғрүр Урал тауының текә ҡаяһы мин — бына кем! — тип күкрәк һуғып ярһыны; был мәл уның нәҙек-оҙон шкаф һымаҡ һуҙынҡы-шаҡмаҡ башы, ҡарурмандай сәс тирәсе текәләнеп өтөрәйгән яҫы маңлайлы суйын-ҡара йөҙө, ысынлап та, Уралдағы ҡара ташлы сағылды хәтерләтмеш ине. Ана шул суйындай ялтыраған ҡаҡ маңлай уртаһында, тәндәрҙе зымбырлатып, әллә урайға, әллә солоҡ кейәһенә оҡшаш тәрән яра бирсәһе ажырая... Үҫмер саҡтан уҡ эшсе ҡорона кереп, төҙөлөштә маңлайына кирбес төшөп йәмрәйгән был егетте ҡәләмдәштәре ана шуға ла ара-тирә мәрәкәләп, ысын шағирҙың башындағы бер шөрөбө кәм була, тигәнерәк Пушкин һүҙҙәрен икенселәтеберәк, ҡаяһына талант кирбесе һуғылғанда был әҙәмдең әллә — бер, әллә туҡһан туғыҙ шөрөбө юғалған, тип тә һалдырғылайҙар...

Әммә сиҙәм шағиры ла Урал ҡаяһы аҫтында иҙелеп ҡалырға теләмәне:

-- Ташҡа үлсәйем! Беләһеңме, кем һин? Һыу юлында таңғы ысыҡтан бөршәйеп, һыуға барған еңгәләреңдең ҡулдарына тилмереп-мөлдөрәп ҡарап икмәк һынығы теләп ултырған меҫкен көсөк һин!

-- Минме көсөк?!

-- Шым! — Саркисяндың абруйлы ауазы тәкәләрҙең төкөшөүен туҡтатты. — Ағай-эне — аҡ мыйыҡ, бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ! Был өй — дуҫлыҡ өйө, был табын — дуҫлыҡ табыны. Әгәр кем дә кем ошоларға хупһынмай, кәзәләнеп маташа икән, -- ҡаты әйтеүемә ғәфү үтенәм, -- ана тора юлы! Бына шулай. Сөскөр танауҙарына, гөрләтеп ебәр әле бер иң шәп шиғырыңды, Ыңғырсаҡбай мырҙам!

-- Һорайбыҙ, һорайбыҙ!

Күңеле булған Ыңғырсаҡ ирәйеп кирелде:


— Бына кәүҙәм минең — Ерҙең шары,

Был ҡулдарым — йыһан ҡармар болот.

Ике күҙем — ҡуҙлы Ай һәм Ҡояш,

Ә маңлайым — глобаль баллы солоҡ...


-- Әл-лә-лә-лә-лә, вәт бына был — образ! Галактика ҡоласы! – тине Асҡар.

-- Афарин, Уральский!

-- Дауам ит, дауам ит: маңлайыңдан да кендегеңдән дә аҫтараҡ сосолошҡан ағзаларыңды ла бермә-бер һанап үт! — Абуталип ауыҙ йырып көттө. Әммә эскерһеҙ Уральскийҙың шиғри хискә тулышҡан күңеле көр, ҡәләмдәше битәрләүен дә кисерергә әҙер ине:

-- Һин, ағайым, сиҙәм шағиры тигән бөйөк башың менән натурализмға бирелмә! Бына ниндәй була ул ысын шиғыр, тыңла:


Таң нурынан кейә астырам,

Уйҙарымдың күсен осорам.

Йондоҙ һайын ҡунып, шәрбәт һурып,

Кәрәҙҙәргә шау-нур тултырам —

Баллы кәрәҙҙәр мин тыуҙырам!
Маңлайымда минең — кейә-тәрәҙ,

Бар булмышым минең — баллы кәрәҙ...


Ыңғырсаҡ Уральский шиғырҙарында үҙ шәхесе менән мауығыу мул булғанға һәм шуға бәйле «ҡаялағы баллы солоҡ кейәһе» образы әҫәренән-әҫәренә күсеп йөрөгәнгәме, автор артында әсе-сөсө пародиялар тыуа, йыш ҡына шул «баллы солоҡ кейәһе» лә «һукыр сысҡан ояһы»на әйләндерелә ине...

-- Бына шулай була ул шиғыр, Буталып!

-- Һе! Кейә-тәрәҙ! — Абуталиптың ауыҙ-мороно салшайҙы. — Беренсенән, кейә — ул солоҡтоң ишеге. Икенсенән, «тәрәҙ» түгел, ә «тәҙрә» булырғы тейеш, ҡустым. Әсәйеңдең сусылдаған Ыҡ буйы һөйләше менән ысын башҡорт телен бимазалайһың!

-- Әллә һинең Байбула далаһында ғына ысын башҡорт теле тип беләһеңме?

—Байбула яғы булмаһа, телең булыр инеме?!

Асҡар Ҡотлоев мәрәкәләп киҫәтте:

-- Атланды шағирҙар аҫыл арғымаҡтарына — һәр береһе үҙ төбәген маҡтарға ла үҙ һөйләшен ысын башҡорт теле тип ҡыйышырға. Төбәк тархандары шулай тартышҡан, ха-ха-ха!

-- Уның ҡарауы һәр береһе, тар ғына булһа ла, хан булған! — Басир ҙа элеп алды. — Әйтәйек, мәҫәлән, ике ырыу башҡорто тел тәңгәлендә төкәлешһә, ҡиәфәттәре бала әтәстәр кеүек: шпорҙары һынғансы, күкрәктәре ярылғансы тибешә, ти торғайны минең аҡһаҡал олатайым.

-- Юҡ, тибешергә ярамай, — тине бығаса мыйыҡҡа урап ултырған Армен Саркисян, ҡомары ҡапыл ҡыбырлап. — Был донъяла һыйышып йәшәү мәслихәт. Иң яҡшыһы -- теләгән бер мәсьәләлә джентельмендарса ҡулға-ҡул һалышып, устарға алтын ялатышып һөйләшергә — алтын урталыҡты табырға кәрәк. Йәшәһен алтын урталыҡ! — Ҡалҡынып, һәммәһе менән сәкәштерҙе, ыҙғышыусы ҡәләм эйәһе икәүҙең ҡомһоҙланып төп-күтәрә эсеүен өнһөҙ күҙәтеп, стаканын кире ҡуйҙы. Яңы өлөш өҫтәлеүҙән ҡыҙара-бүртенгән Абуталип йәш ҡәләмдәшенә төртөлөүен ҡуйманы:

-- Ә шулай ҙа, ҡомарың күмһегән шул, ҡустым. Куплеттарың үҙеңде иҫертһә лә, тим, башҡаларға буш күбек кенә таша, өлгөрмәгән асы бал кеүек.

-- Ә һинең «бөҙрә талдар»ың — шыйыҡлатылған һеркә эссенцияһы!

-- Ә һинең «баллы кәрәҙ»еңдә себен сүпрәһе мыжғый!

-- Ағайҙарым...

—Еңгәләрем, тип әйт! -- Хахылдап көлөштөләр.

-- Үҙемдең ошо кипарис буйлыҡ оҙон ғүмеремдә шағирҙар һәм рәссамдар менән аралашып, — тип, бармаҡ илеһендәй суҡай кавказ мыйығы аҫтынан йылмайҙы Саркисян, — шуға иғтибар иттем: типтергәндә рәссамдар гел ҡабымлыҡты, шағирҙар хәмерҙе ҡайыра...

-- Их, егеттәр! — Сиҙәм шағиры ҡуш йоҙроҡлап өҫтәлде дөмбәҫләне. — Бөҙрә таллы ошо ғәзиз балладамды үҙем иҫән саҡта китап итеп баҫтыртып сығарып булманы!.. Үҙем менән ҡуша китә инде бөҙрә талдарым... — Тос кәүҙәһен ултырғысҡа лөңкөлдәтеп, бала башылай йоҙроҡтары өҫтөнә һары ҡауындай түбәле башын ятҡырып һулҡылданы.

-- Ҡайғырма, алтын шағир-мосафир, — тине Саркисян, шағир ялтасын гәүһәр ҡашлы бармағы менән һыйпап. — Иҫән булһаҡ, мәңге онотмабыҙ һине, уҙаман. Алтын ижадыңды алтын хәрефтәр менән буталлап нәшер ҡылырбыҙ, шағирәнә исемеңде байраҡтай күтәрербеҙ. Иҫкенең һуҡыр Ғүмәре лә мәңге үлмәй йөрөп-ята. Ә һин бит, бер туған еҙнәң Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров әйтмешләй, заманыбыҙҙың күҙле бүкән Ғүмәре.

-- Ошо булдымы әйтер һүҙең, Асам-Кисәм?

-- Шыш! Беҙҙең өсөн һин зерә лә ҡиммәтле — алтын бүкән икәнеңде онотма!

Сиҙәмленең күҙҙәренән супырлап йәш ҡойолдо:

-- Их! Онотмауҙан ни файҙа? Яһил Америка президенты Ер шарын көл итергә яҫҡана бит! Ғәзиз «Бөҙрә талдарым»... тыуған халҡыма китап итеп тоттортоп китә алмамын инде... — Бер-ике һулҡылданы ла, шишмәһе ҡороп буғай, талғын мышнауға күсте.

-- Шағирҙар менән эш харап, — тине Саркисян. — Бөҙрә талдары китап битенә тамырлана алмаһа, ахыры заман килерен юрай башлайҙар.

-- Ә мин нимә тием һуң? Бына был мырҙабыҙ бит, — Басир күңелле йорт хужаһы Ыңғырсаҡ Уралъскийға эйәк ҡағып ымланы, — ишетеп белеүемсә, үҙенең фатирһыҙлығын һәм кәләшһеҙлеген, еңгәләренең иғтибарһыҙлығын бөтә донъя фажиғәһенә әйләндереү кимәленә килеп еткән...

-- Шуның ҡарауы сиратһыҙ фатир алды, ә мин һаман сират тороп интегәм... – тине Сиҙәмле, хырылдап йоҡлап ятҡан еренән баш күтәреп.

-- Ниңә күпһенәһең? Һин дә ал! – тине эшсе-шағир.

-- Алыр инем дә, бирмәйҙәр шул: һинең һымаҡ, ялағайланып, түрәләрҙең эс-бауырына керә белмәйем.

-- Минме ялағай?!

Басир, һәр ҡайҙа ла фатир мәсьәләһе иң сетерекле булғанлыҡтан, тоҡанырға торған кәрәкһеҙ осҡондо һүрелтергә тырышты:

-- Уральский мырҙаны ҡотларға кәрәк: матур фатир эләктергән. Яҡшынан мебель дә алып ебәрһә... кеҫә төбөн һәрмәштереп...

-- Һе... кеҫә төпкәйҙәре тишек шул... – тине тыныслана биргән фатир эйәһе.

-- Мырҙам, шағир кешегә былай ярамай ҙа инде: тугрик-мугриктарыңды ҡайҙа ҡуяһың?

-- Нимә?


-- Гонорарға көрәп алған тәңкә-мәңкәләреңде, тим.

-- Шеш! – тотторҙолар, ти! Һеҙгә рәхәт ул, рәссам ағайҙар. — Уралъский урайлы маңлайын ярһыу аттай сайҡаны. — Картиналарығыҙҙың буяуы кибер-кипмәҫтән күргәҙмәгә ҡуяһығыҙ һәм «шалт!» — туранан-тура контакт, кеҫәләрегеҙгә алтын-көмөш -- «тып!» та «тып!». Етмәһә, бына тигән еңгәләребеҙ ҡуйынында наҙланып йәшәйһегеҙ. Ә шағирҙың эш башҡа: халыҡҡа барып етер өсөн нәшриәт сират күперен үтергә тейеш.

-- Бәй, һеҙ ҙә шиғырҙы борсаҡ кеүек туранан-тура эстраданан һибәһегеҙ түгелме ни?

-- Һибеп кенә фатир ҙа, кәләш тә алып булмай шул, ялтыр пеләштән ғәйре. Сиҙәмленән һорағыҙ.

Басир, Абуталип ялтасына күҙ ташлап, ирекһеҙҙән, үҙенең ҡуйы лоҡмандарын һыпырҙы:

-- Рәссамға ла һауын һыйыры килтереп бирмәйҙәр, туған. Ул һыйырҙы картинанан ҡырылмаһа-ҡырҡ комиссия, худфонт ҡулдары кәртәләй.

-- Уның ҡарауы Саркисян кеүек алтын ҡуллы меценат ағайҙар табыла...

-- Ярай, сәйнәшмәйек ул хаҡта, — тине Саркисян. — Кацо, һиңә бөгөн күпме кәрәк, әйт шуны.

-- Кәрәкмәй! – Эшсе-шағирҙың ғорурлыҡ тойғоһо уянды. -- Аҡсаны мин, уға ҡалһа, көнбағыш ярып ҡына ла табам!

-- Кәрәкмәҫ шул, еңгәләреңде ялаштырған шиғри телең менән түрәләрҙең ярыҡтарын ялағас! Кацо, миңә генә бирегеҙ ул аҡсаны.

Ыңғырсаҡ Уральский ярһыу аттай башын сөйөп ҡалҡынды, ут сәсрәгән ике күҙе араһында урайланған маңлай соҡоро бер – Сиҙәмлегә, бер -- Саркисянға төбәлеп ажырайҙы:

-- Минең һымаҡ булып ҡарағыҙ әле! Кемдер кеүек шаляй-валяй түгел – эшсе-шағир мин!

-- Етте-етте, -- тине Саркисян. – Кацо, һүҙҙәремде кире алам.

Ир-егетте һоҡланып күҙәткән Басир ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:

-- Бына ул ҡайҙа натура! Сур, егеттәр, был ҡустының портретын үҙем яҙам!

-- Ҡабул ителде, — тине Саркисян, һәм Басирға уның бында ултырыуының, «меценат» тип аталыуының сере сиселә төштө. — Мин ул картинаны үҙем һатып алам.

-- Ә минән рөхсәт һоранығыҙмы һуң әле?! — тип ҡупырайҙы йәш шағир.

-- 0! Ошо хәлеңдә, беләһеңме, кем һин, ҡустым? Галактика бәһлеүәне — бына кем! Күҙҙәреңдән — йондоҙҙар, маңлайыңдан йыһан караптары осорорҙайһың! Әлбиттә, һин аҡсаларҙан өҫтөн! Глобаль мөғжизә!

-- Ха, глобаль имеш... —Сиҙәмле ауыҙ йырҙы. — Бәлки, көлтубал мөғжизәлер?! — Көтмәгәндә, нескә генә ауазлы көйгә һалып һамаҡланы:
Ҡояш тураһында шигыр яҙған һуҡыр сысҡан,

Тик шуныһы гәжәп — баҫылып сыҡҡан... --


Бына кем һин, арҡалыҡ була алмаған Ыңғырсаҡ!

-- Етте, бында минең башым һыймай, ағайҙар! Ғәфү итегеҙ! — Эшсе-шағир, йәшенле күк күкрәүеләй ауазынан тәҙрә өлгөләрен зыңғырлатып, әсәһенең бүлмәһенә инеп китте. Артынса уҡ Сиҙәмленең дөбөрләп иҙәнгә тәгәрәүе табын хозурын селпәрәмә килтерҙе, ә өҫтәлдән баштүбән мәтәлгән һигеҙ ҡырлы стакан, әйтерһең, һуңғы ҡыңғырау булды.

-- Мин кем – беләһегеҙме?! – тине башын ҡалҡытып.

-- Кацо, алтынҡайым минең, — Саркисян, ирәгәйләнеп иҙәнгә йоҙроҡ һуғырға маташҡан Абуталипты ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ишеккә ыңғайлатты, — һинең кем икәнеңде донъя белә! һинең бөҙрә талдарыңдан Пушкин тирәктәре лә аша ҡарай алмаясағына иманым камил. Ер шарында аҡтыҡ сиҙәм күтәрелгәндә лә Абуталип һабан төрәне ҡуптарып алғыһыҙ Сиҙәмле килеш ҡаласаҡ, заманабыҙҙың күҙле бүкәне... ой, тфү-тфү! — һукыр Ғүмәре булып быуаттарҙан-быуаттарға барасаҡ. Киттек, киттек, Кацо: мин һине Мәрфуға апайыңа түбәңдәге һуңғы ҡылғандарыңдың бер төгөн дә ҡойҙортмайынса илтеп тапшырырға тейеш. Саркисян ул дуҫ-иштәрҙе ташламай!

-- Юҡ! — Шағир ҡамыт аяҡтарын шаран ишеккә арҡыры тарбайтып ҡырҡышты. — Күк Уралда минең ғәзиз «Бөҙрә талдар»ымды тыңларлыҡ, аңларлыҡ кеше ҡалманы – барыһы ла һуҡыр сысҡан! Ҡайҙа бара был Ер шары?!.

-- Тыныс бул, Кацо! Һинең «Бөҙрә талдар»ыңды тыңлар өсөн генә лә Ер шарыбыҙ әйләнер ҙә тулғаныр һәм унда беҙ йәшәрбеҙ — бөтмәйәсәкбеҙ!

Сиҙәмлене алдан ҡуларбалай этәреп сығарып, ишек ябылырҙан элек, Саркисян әйләнеп ҡараны:

-- Уральский, алтын һүҙ көсөндә ҡала: бынау рәссам дуҫыбыҙ яҙасаҡ портретыңды үҙем алам – галереямды биҙәйәсәк! Унан килеп... Хәйер, барыбыҙ ҙа иртәгә кискә Мөхлисә ханым табынында берегәбеҙ түгелме — ҡалғанын шунда осларбыҙ. — «Кавказ кешеһе»нең ярым әйләнешендәге профиле йәш рәссамдың зирәк ҡарашын тартып, серлелеге менән күҙ алдында мөһөрләнде: һис кенә лә кавказлы түгел, ә башҡорттоң һөрһөп бөткән юрматы тибы ине...

Саркисяндың өр-яңы тимер арбаһы – рулен ысын кавказ кешеһе ҡамтарған «Жигули»йы – юл боролошонда көтөп тора икән дә: аяҡтары яңы тыуған быҙауҙыҡылай бәлкелдәгән сиҙәм шағирын өйөнә илтеп ҡуйҙылар.

-- Уф! Ниһәйәт, кемдер әйтмешләй, шағир-шоғорҙарҙан тамам арындыҡ! — Басирға ҡалҡынып ҡарап, Армен иркен тын алды. — Йә, үҙебеҙҙең эшкә күсәйек, туған. Шәйләүемсә, был юлы ла ҡалым һағалап ҡайтҡанһың?

-- Дөрөҫөн генә әйткәндә, артыҡ көсәнеп тирләмәй, һынлы сәнғәт фронтында бер-ике ус тугрикмы, тәңкәме һауып алырға ине. Бармы һауын һыйыры?

-- Дуҫтар өсөн Саркисяндың күңеле киң -- барыһы ла бар.

-- Атайым бахыр әйтмешләй, яғынысы ҡалынмы?

-- Ҡулға майы арыу ғына йоғасаҡ. Тап һиңә яраҡлы аҫыл шөғөл моронлап тора — ижади ҙа, престижный ҙа. Ҡыҫҡаһы, усыбыҙға алтын ялатыласаҡ.

-- Алтын?! – Басир һағайҙы.

-- Ҡурҡма, ене ҡағылмаҫ. Аҡсаның еҫе юҡ, тигән бит һаҡаллы Карл Маркс бабайың.

-- Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям, Армен Тавасиевич, мин законға ярашлы ғына халтурить итә алам.

-- Бәй, уны кем кире ҡаға? Әлбиттә! Закондан аша атларға, әллә минең башыма тай типкәнме, әллә башым икеме, үҙеңдең атайың бахыр әйтмешләй?

Улайһа, аҫыл шөғөл тигәнең ниҙән ғибәрәт?

-- Бәләкәй генә кустар мастерскойҙа затлы металдан ҡойоп ваҡ-төйәк биҙәүес эшләүҙе юлға һалдым, уларын һин күрмәйһең дә, белмәйһең дә -- бөтәһе лә ҡанун ҡалыптарында. Һинең бурыс -- формаларға башҡортоңдоң гүзәл милли биҙәктәрен һалыу – шуны булдырырһыңмы?

-- Уныһына ҡалһа, әлбиттә.

-- Килештек, улайһа!

Басир ашығып ҡунаҡханаға ҡайтты: йыуынып-сайынып алырға ла, телефондан барлашып, әгәр ҙә өйҙә булһа, кисекмәҫтән ағаһына барып сәләм бирергә. Сөнки ағай кешенең холҡо ҡырыҫ, ҡайтып күренгәне һайын йә: «Ниңә минән күҙеңде йәшерәһең?» тип, йәки: «Ағайыңа ҡарағанда еңгәйең яҡыныраҡ һиңә», тип битәрләй... Әммә Шаһибәрәковтар фатирында үле тынлыҡ — трубканы алыусы юҡ.

«Етте, көнө буйы ҡунаҡханала, ҡунатаҡталағылай, түшәмгә текләп ятырға мин уҡлау түгел! Ағай унда ирәүәнләнеп ҡыҙыра, ә мин бында һағауылларға тейеш... Мин дә әҙәм балаһы!» Шулай ҙа әле аныҡ ҡына ҡарарға килә алмай, креслоға төпләнеп, Басир Дәүләтбаев тигән рәссамыбыҙ радиоалғысты шаңғыртты — башын баҫҡан хәтирәләрҙе елләтергә теләне. Мәгәр теге саҡта Яков ҡарттың ыңғайына ҡыҙыу баштан һөҙөмтәләнгән сәйер фекер остоғо мейе юлағында һаман ысҡынмайынса тора: имеш, башҡорт, урыҫ һәм мордва -- барыһы бер туған булған, бер телдә һөйләшкән!.. Бына хәҙер туған республикаһына ҡайтып, гәзиттәрҙән нәҡ шул темаға Алпаровтың йыйылышта һөйләгән докладын уҡығас, хәүефләнеп, Милеевкала Яков ҡарттан ишеткәндәре һәм үҙе лә хуплап ҡушылғандары быға ҡапма-ҡаршы килгәнлеген төшөнөп икеләнде. Алпаров уҙаман әйткәнсә, Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың һаташыуы түгелме был? Кәрәкмәгән фәлсәфә! Ысынлап та, дөйә менән арғымаҡ бер иш, тигәндәй, төрлө-төрлө телдәр нисек бер туған булыуы мөмкин? Докладта тәнҡитләнгән Йәүҙәт, һәм шулай уҡ үҙһүҙле Дилбәр ҡәрендәштәре кеүек «тарих ене» ҡағылғандар уйлап сығарғандыр быны. Улай тиһәң, теге саҡта Ҙур Совет Энциклопедияһы битенән Иван төртөп күрһәтеп уҡытҡан мәҡәләлә уғата әҙәм ышанмаҫлыҡ һуҡаланған: тел буйынса беҙ мырҙаларығыҙға урыҫ һәм угрофин ғына түгел, хатта япон менән ҡытай ҙа, немец менән инглиз да, эфиоп, һинд, фарсы һәм ғәрәп тә, улар ғына ла етмәһә, боронғо шумер менән дравидтар ҙа бер туған имеш... Атайым бахыр әйтмешләй, ҡайҙа бара был донъя?! Редакторҙар ни ҡарай?! Хәйер, энциклопедияны ла, баяғылай, «тарих ене» ҡағылғандар яҙып сығараларҙыр...

Шайтан алғыры, Шаһибәрәковтар фатиры һаман өндәшмәй...

Мейеһен елләтмәккә, юл ыңғайы киоскынан һатып алып ҡайтҡан Мәскәү журналын аҡтарғайны, зиһенен һүреп алды: әйтерһең, уның, Басир Дәүләтбаевтың, тап хәҙерге аймылышлы фекери мәленә тап килтереп сәпәгәндәр! Был ни хәл, шул уҡ бер тирмәнгә һыу ҡоя түгелме «өлкән ағай»ҙың тарих фәндәре докторы яҙған, йомортҡанан яңы ғына сыҡҡан иң-иң себеши (свежий) мәғлүмәт: беҙ белмәгән замандарҙа уҡ «дала киңлегендә ифрат ҙур мәҙәни берләшмәләр төҙөлә. Малсылыҡ менән шеғөлләнеүсе күскенселәрҙең тарихтағы беренсе шундай ифрат ҙур мәҙәни берләшмәһе -- боронғо ямлы археология культураһы тип аталған мәҙәниәт барлыҡҡа килә. Боронғо ямлы культура... б. э. тиклем IV мең йыллыҡ аҙағы -- III мең йыллыҡ баштарында хасил була. Һәм Днестрҙан алып Урал йылғаһынаса булған бик ҙур киңлектәргә йәйелә. Ошо бөтә арауыҡты биләүселәрҙең мәйет ерләү йолаһының ғәжәп бер төрлө булыуы күҙгә ныҡ бәрелә, ә был иһә шул далала йәшәгән күп һанлы ҡәбиләләрҙең үҙ-ара даими аралашыуы һөҙөмтәһендә берҙәм рухи культураға эйә булыуҙарын күрһәтә. Ә бындай хәл бөтәһе лә берҙән-бер телдә генә йәки, аҙаҡ сиктә, үҙ-ара аңлашыла торған телдә һөйләшкәндә генә мөмкин булғанлыҡтан, тимәк, был ифрат ҙур өлкәнең бөтә киңлегендә берҙән-бер тел йәки яҡын туғандаш диалекттар төркөмө таралған булған44»...



Уффф, тағы тарих, ниңә уны эҙәрлекләй гел тарих?!. Етмәһә, ғалим ошо ҡолаҡҡа яҡмаҫ дәлилдәренә донъя халыҡтары ауыҙ-тел ижадынан нигеҙ итеп алған тылсымлы сюжетта ла башҡорттоң «Аҡъял батыр» героик эпосы ярылып ята — бында беҙҙең ата-бабаларҙың ҡыҫылышы юҡ тип әйтеп ҡара!.. Был ни хәл: бынан биш мең йылдар элек бөгөнгө Уралыбыҙҙан алып Карпатҡаса бөтә Көнсығыш Европала бөтә халыҡтар өсөн берҙән-бер уртаҡ тел булған — бабаларыбыҙ шул уртаҡ телдә һөйләшкән... Тимәк, Мәскәү яны ауылы балта оҫтаһының, Яков Ксенофонтовичтың, төтөнө тура йөрөй! Уға китһә, беҙ кем һуң? Хәҙергесә төркиме, әллә боронғо иранмы? Әллә боронғо ирандар — үҙҙәре хәҙерге башҡортмо? Әгәр шулай булмаһа, ниңә эпостарыбыҙҙың бишеге сал Урал тауы — башҡорттоң донъя яратылғандан төйәкләнеп йәшәгән, матди һәм рухи донъяһының нигеҙе булған изге тауы һанала ла шуның изге ҡырлаларының береһе ииңә һамап Иран-дағ (Ирәндек) тип атала?!. – Шулай уйланы Басир.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет