Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет19/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   26

ЕГЕРМЕНСЕ СӘХИФӘ
Тиҙ йөрөшлө трамвай бетон эстакадаларҙан уларҙы, әйтерһең, тура болот араһына сорғолтоп, дөбер-шатор осортоп алып китте.

-- Уф! Ер-әсәнең тартымынан яҙлығып, йыһан буйлап кәйеләбеҙ түгелме?! — тине Дилбәр.

-- Сеү! — Басир юлдашын беләгенән усланы. — Үҙебеҙҙең Галактиканан ҡубып, ҡара упҡынға олаға беҙҙең карап!

—Абау! Ата-бабалар яғына, тимәксеһеңме?

Алда, яҡында ғына, сатрашланған ҡуш хәнйәрҙәй прожекторҙар сатҡыһында ярһыу толпарын ҡарғытҡан суйын һыбай һыны «ялт!» итеп ҡалды. Вагон ҡапыл, тәнде зымырлатып, ҡара тоннель ауыҙынан зыярат тауы аҫтына кереп китте, «теге донъя»ның дегет ҡараңғылығы тәҙрәләргә һарылды. «Эт эсәгеләй» етмеш саҡрымға тартылған ҡала урамдарында яңыраҡ ҡына йомолоп йүгерә башлаған, әлегәсә сәйер тойолған тиҙ йөрөшлө трамвай ошолай сирек юлын, тип әйтерлек, «ҡара упҡын»дарға бер кереп, бер сығып, атылған уҡтай елә, ә был һуңғы тоннель иһә «ата-бабалар яғы» аша Ағиҙел ярына тура алып төшә ине. Һәр нәмәгә юмор менән ҡараусан ҡала халҡы, ошо тарафҡа юл тоттомо, әлеге Дилбәр әйтмешләй, «ата-бабалар яғына барам» ти ҙә ҡуя.

-- Ҡалабыҙҙы һис тә матурламай был тимер юлды күтәрткән таш боттар... — тине тәҙрәнән аҫҡа бағынған Басир.

-- Уның ҡарауы — тиҙлек!

-- Тиҙ йөрөшлө трамвайҙы маҡта, әммә метро менән көн күр, тиер ине, иҫән булһа, минең аҡыллы атай. Ҡара әле, Мухина, ҡалаға ҡасан метрополитен төҙөтәһең?

—Ҡыҙыл ҡар яуғансы ғына сабыр ит инде, аҡыллым.

Вагон «ҡара упҡын»дан атлығып сыҡты ла Ағиҙелдең ике ярын селтәрләнеп тартып торған тимер юл күперен уңда ҡалдырып боролдо, таҡыр бетон көплө оҙон яр һыртынан йүгерҙе. Шул арала Күк тә үҙенең ялбыр-йолбор яуынын теүәлләп, баш осона аҫылынған ҡар болотон ел йолоп алып китте, тирә-яҡҡа күҙ-арауыҡ асылды. Ҡайырылып артҡа ҡарай өҫкә баҡһаң, алыҫтан уҡ яр башында бейек ҡаяла баяғы һыбай батыр, университет корпустары, ап-аҡ күлдәк кейҙертелгән Оло йорт — партия-хөкүмәт бинаһы балҡып күренде, ә алдараҡ Ырымбур таш түтә юлының думбыра уңәселәй оҙон бетон күпере, ап-аҡ һабын күперегенә батҡандай, яңы яуған ҡарға шалланып83 балҡыны. Күктең бер яҡ мөйөшөнән байып барған ҡылый Ҡояш күҙен ҡыҫты ла куперләнгән аҡ күбекте алтын нурға мансыны — ике ярҙы, әйтерһең, шау-йәйгор тоташтырҙы.

-- Күрҙеңме, беҙҙең менән бер табында ултырыуҙан ҡасып, яҙыусы еҙнәйең аэропортҡа елдергән алтын күпер! — тине Басир, ошо мәлдә нимә хаҡында уйлауын фашландырып. Ҡыҙ иһә еҙнәһен яҡлағандай ҡыланды:

-- Улай тимә, Суриков. Һинең менән мин түгел — алтын ҡәләмгә алтын юлы ла төшөп тора. — Һалҡын саф елде йырып, ярҙы буйлап атлайҙар ине инде.

-- Минеңсә, дөрөҫөн генә әйткәндә, алтын ҡәләмле ағайым үҙенең алтын күперен һала алмай интегә... «Әшсе синыф тураһында эпопея яҙыла» тип көндәлек матбуғат шаулағанға нисәмә былтыр инде, — тине Басир.

-- Ләкин шау-шоу араһында романдың тос өҙөктәре лә баҫылып сыға торҙо, буғай, Суриков.

-- Өҙөктәрҙең дә өҙлөкһөҙ ялғанмай барыуы йөҙәтә бит.

-- Ярар, иң кәмендә беҙ — уның сыбыҡ осо туғандары, түҙемлек һаҡлайыҡ әле! — Ҡыҙ, ҡарыулашырға теләмәүен белдереп, сыбыҡ осо туғанының беләгенә нығыраҡ әүшәрелде. — Әҙәбиәт тарихында өҙөктәре менән генә лә үлемһеҙлек яулаған даһиҙар бар...

-- Шаштырмасы, Мухина! Бисмилла, еттек шанлы «Ярлауыҡ»ҡа. Күрәһеңме апайыңдың төйәген? Аб-ба, неондары үҙҙәре генә лә ни тора!

Ҡая буйлап теҙелешкән йәш шыршылар тәңгәлендә аяҡтарын ҡаҡҡыпап, үҙе асылып-ябылмалы быяла ишектән уҙҙылар.

—И илаһым, танымай ҙа торамын! — һоҡланып ҡараны Дилбәр. — Был мәмерйә тирәһендә күптән булғаным юҡ ине. «Мең дә бер кисә»ләгеләй84: «Сим-Сим ас!» -- тип әйтергә лә өлгөрмәйһең, үҙе асылып-ябыла.

Төркөм-төркөм ағылыусы йәмәғәт, күбеһе йәштәр, ҡултыҡлашып инәләр ҙә сисенгес алдында туҡталып, һандар һуғып тамғаланған ҡумырыҡтарҙағы суҡай сөйҙәргә эләләр кейемдәрен. Беҙҙең юлдаштар ҙа пальтоларын йәһәт һалып, тамғалы ҡалайҙы алып, төймәгә баҫҡайнылар, кейемдәре үҙенән-үҙе ҡумырыҡ төбөнә шыуып инде лә китте, урынына йәнә буш сөй ҡалҡып сыҡты.

—Абау, нимә уйлап тапҡандар!

-- ФТР85, Мухина! Саңлы-соңло соланыңда бикләнеп, замананан артта ҡалаһың, ҡыҙый. Абай бул: кейенер саҡта бынау ярыҡҡа ҡалайҙы төшөрәһең дә төймәһенә баҫаһың, «һә!» тигәнсе кейемең килә лә сыға. Сират та, сәйлек көмөш һоноп маташыу ҙа юҡ. Бына рәхәт!

-- Бигерәген ишек төбөндә әзмәүерҙәй бәндә тормауы сәйер. Иҫеректәрҙе лә автомат олаҡтырамы икән әллә?

—Ундайҙарға «Ярлауыҡ»та урын юҡ — берюлынан «кәзә билеты» тотторола. Йыл буйына буҫағанан аша атлап уҙмаҫҡа. Ә иң мөһиме — бында данлыҡлы ҡырҡ градуслылар ҙа, «бормотуха»лар ҙа бирелмәй. Сәсрәп китәм, тиһәң дә. Ә һәр төрлө тәмле-татлы һуттарҙың, яҡшы шарап сорттарының иһә башҡа бер ерҙә лә табып булмаҫтай аҫылдарын — йәнең теләгәнен кинәнеп ауыҙ ит. Әммә, — ҡыҙҙың күҙҙәренә шаян төбәлеп, тауышын күтәреп, егеттәрсә бармаҡ янаны, — саманы бел! Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәр рестораны.

—Ҡалай эшләргә белә ул Мөхлисә апайым!

Боролмалы юлдар уларҙы өй дәүмәлле һыуытҡыстар, күпәй ҡорһаҡлы һыра мискәләре эргәһенән үткәреп, «Инергә ярамай» тип тамғаланған тәңгәлгә төртөлдөләр.

—Беҙгә ярай, — тине Басир. — Беҙ — хөрмәтле директрисаның һөймәлекле туғандары!

Ул арала булмай, инергә ярамаған ишек үҙе асылып китте, Мөхлисәнең йөрәк төбөнән сыҡҡан бәрхәт ауазы моңло тирбәлде:

-- Әйҙүк, әйҙүк, хуш килдегеҙ, ҡәҙерле туғандарым! Бик һағындырып йөрөйһөгөҙ. — Үпкәләгәндәй итте. — Ниңә кешенән элек ҡуҙғалманығыҙ?

-- Эй еңгәйем, бынауы бөтмөр Диләфрүзде оҫтаханаһынан йолоп алып булмай бит. Аласаҡ диплом ҡатырғыһына талпан һымаҡ ҡаныҡҡан.

-- Дилбәрҙең шул булыр инде ул. Туғандарын онотто. — Мөхлисә һәр береһенең сикәһенән ике усы менән ҡыҫыл тотоп, һутлы ирендәрен маңлайҙарына супылдатты.

-- Эй, ошо матур еңгәйемде... — тигән булды Басир.

-- Бәй, ниңә ҡыҙҙар шикелле ҡыҙараһың? Ҡәйнешем — ярты йәнем, тигән башҡорт мәҡәле.

-- Ағайыма барып әйтәйем әле.

-- Ҡойроғон тотторҙо, ти, һинең ағайың!.. — Сағыу һары сәсен түңәрәк ҡояш итеп түбәһенә төрнәгән, күҙ-ҡаштарын һөрмәләгән, ҡолаҡтарында даға ҙурлыҡ аҡ алтын алҡалары Айҙай балҡыған матур еңгәһенең ҡара ебәккә төрөнгән һыны шундай һомғол — күҙҙәрҙе сағылдырҙы. Һығылма биленең тулылана барыуы тойолһа ла, Мөхлисә иҫ китерлек һылыу ине.

-- Апай, еҙнәйемә ни булған? — тине Дилбәр, был икәүҙең сусылдауына саҡ ҡына йәне көйөп.

-- Һе, эшлекле кеше бит ул. Яҙыусылар союзының әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы тигән нәмәкәйҙәре донъяға пәйҙә булғандан һуң, — ул Басирға аңлатты, — ағайың ҡойроғон һәп иттереп һыртҡа һала ла юрта. «Бюро ҡуша», «бюро бойора» ти ҙә ҡуя, ҡоромағыры... — Мөхлисә, оҙон керпектәрен аҫҡа һәлендереп, саҡ ҡына өндәшмәй торҙо. «Шул ағайың арҡаһында уҙегеҙҙең бөгөн күпме аҫылйәндәр менән бер ҡалаҡтан ашау, туғанлашыу хозурлыҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡҡанығыҙҙы ла аңламайһығыҙ шул әле һеҙ...— тип ҡыҙғанып алды ул. — И илаһым, гүзәл «Моңдар төйәге» залын тоташ биләрлек уйланылғайны мәжлес... Хәҙер инде бер мөйөшөндәге кесерәйтелгән табынға ғына ҡала... оҙон өҫтәлдә генә... Шул ағайың арҡаһында аҫыл ҡунаҡтарымды — Ҡыҙыл башҡортомдо, Йәмил Ҡотлоевымды, Хәкимуллиндарымды ла ҡаршығыҙға ултырта алманым бит...

Йәштәр иһә был хаҡта уйлап та бирмәйҙәр ине буғай. Мөхлисә моңһоуланды. И донъя!.. Уның тормошона ситтән баҡҡан әхирәттәре: «Мөхлисә ниндәй бәхетле! Йәштән үк белеп иҙелгә таянды ла игелеген сәсенән һөйрәп сығарҙы — беренсе яҙыусыны эләктерҙе!»—тип уйлай ҙа һөйләйҙәр. Ә беренсе яҙыусының беренсе үҙһөйәр (эгоист) икәнлеген белмәйҙәр... Әммә иҫен йыя һалып өлгөргән ҡатын ғәмгә талыуының сәбәбен томаларға тырышҡандай, өҫтәне. — Гөлзифа бикәсем дә, ағаһы менән һүҙ ҡуйышҡандай ҡыланып, килә алмайым, тип шылтыратты бит әле.

-- Кире тәкәһе төкөгәнме ни тағы? — Дилбәр теләр-теләмәҫ кенә һораны.

-- Әлеге лә баяғы, тигәндәй... Үҙегеҙгә мәғлүмдер...

-- Йәүҙәт ҡоҙаны тиң күрмәй ул ҡоҙасам, бына шул. — Дилбәр оторайҙы. — Ә Йәүҙәт ҡоҙам — бынамын тигән.

-- Ҡара-ҡара, ҡоҙаһына ғашиҡ булған инде әллә тағы был ҡоҙасаһы? — Бармаҡ янаны Басир. — Ҡатып-ҡалсайып бөткән, тигән була бит әле үҙен...

-- Йәүҙәт ҡоҙаға тел тейҙермәгеҙ!

-- Нисек итеп тел тейҙерәһең инде уға — болотҡа атланған дәрүишкә... — Мөхлисәнең матур танауы сыйырылды. — Ул, моғайын, был донъяла ике йәшәйем, өс йәшәйем, тип ҡылана торғандыр: көрәп-көрәп аҡса алымлы сәхнәһен ташлап китмәҫ ине, юғиһә.

-- Эш аҡсала ғынамы ни! — тине Дилбәр.

-- Ә нимәлә һуң? Коммунизм осоронда йәшәмәйбеҙ. бетәһен дә аҡсаға һатып алабыҙ. Бәлки, бына һиңә, сәнғәтебеҙҙең буласаҡ дан-шөһрәтенә, уҡыуыңды тамамлағас рәхәтләнеп йәшәп алып китергә беҙҙекеләй өс бүлмәле генә булһа ла фатир ҙа, яҡшы йыһазландырылған оҫтахана ла кәрәкмәҫтер? Затлы кейем-һалым да, табын да, ғаилә татыулығы ла мөһим түгелдер? Шулаймы? Ә һин нисек уйлайһың, Басир ҡәйнеш?

-- Мин, үкенескә ҡаршы, үҙемдең аң даирәмдең артта ҡалғанлығын беләм — яңы бөйөк юлбашсыбыҙ әйтмешләй, ни бары реаль социализм кешеһемен. Тимәк, мин, еңгәй., мәрхүм атайым әйткәндәй, һеҙ атаған ул бәрәкәттәргә ҡуш ҡуллап йәбешәсәкмен.

—Бына күрҙеңме, һеңлем? Күктәге торнаға ҡарағанда, ҡулыңдағы тартай ышаныслыраҡ. — Мөхлисә кескәй табын хәстәрләп өлгөрттө. — Был хаҡта аҙаҡ гәпләшербез, туғандар. Өшөп килгәнһегеҙҙер, быйылғы яҙ әллә ниткән ырашҡылы булды бит. Улай-былай мәжлес йыйылғансы, тим, сәй-мәйҙән рәхим итегеҙ, ауыҙ йылыта тороғоҙ.

Ысын сынаяҡтарға ҡуян ҡанылай итеп яһалған бальзамлы сәй тәнгә ялҡын ялматты, йәнде рәхәтләндертеп, күңелдәрҙе йомшартты.

-- Эй замана!.. Был ярлауыҡ ҡуйынында ярты йып эсендә бына тигән заманса ресторан асылыр ҙа апайым шуның директоры булыр тип күҙ алдыма ла килтермәгәйнем, — тип ихласланды Дилбәр.

-- Үҙемдең дә ете ятып бер төшөмә кергәне юҡ ине шул. Дөмә-һуҡыр мәмерйә ине бит был, ярлауыҡты әйтәм.

— Иҫән-һау гөрләтеп эшләргә, һәр саҡ шулай үрләргә яҙһын, апайым.

-- Министрғаса! — тине егет.

-- Ҡуйығыҙ, ошо директор вазифаһы ла бик еткән, туғандарым: бәғзе директрисаларға министрҙар килеп баш эйгәне бар.

-- Бындай гәүһәр «Ярлауыҡ»тың һылыу директрисаһына — бигерәк тә! — тип тә ебәрҙе Басир.

-- Тссс! Ағайың ишетеп ҡалмаһын!

-- Шөрләйһең икән әле! Ҡорос сәмреғошҡа атланып Уралды артып баралыр бит инде ул? Алыҫтан тыңлап белә торған аппараты бармы әллә ағайымдың? — Геү-килеп көлөштөләр. Мөхлисәнең яңаҡтары алланды:

-- Һәй туғандарым, йүкә шынаны ҡағаһығыҙ инде ҡағыуын... Ә шулай ҙа маҡтанырлыҡ яйым да бар әле минең. Бик тә белгегеҙ килһә, был ҡараңғы ярлауыҡты неон нурлы «Ярлауыҡ» яһау идеяһын оло йыйында тәү башлап күтәреп сыҡты ошо апағыҙ! Беҙҙең һөнәр-эш халҡының ҡала күләмендәге кәңәшмәһе бара ине, ҡала Советынан, партияның өлкә комитетынан да яуаплы иптәштәр килде.. Йәштәр иң күп ағыла торған урын — ике күпер араһындағы Ағиҙел буйҙары тураһында ҡупты һүҙ. Ярғанаттарҙай, шундағы ярлауыҡ ҡуйынына эркеләләр: мәмерйәне зыҡ-ҡубарып эсәләр, гитара сиртеп аҡырышалар, тәртип боҙалар — шуларҙы нисек ауыҙлыҡлап, ҡала үҙәгенәрәк тартырға, күҙ-ҡолаҡ булырға, тигән мәғәнәләрәк инде. «Ышпананы милиция саҡыртып таратырға, ярлауыҡты шартлатырға» тигән тәҡдим биреп сәбәләнә берәү. Түҙмәнем: һүҙ һорап ал да тет тә ташла тегенең ҡабырғаһын! Ә ахырҙа, сәмләнеп китеп: «Әгәр ҡала Советы ышанып тапшырһа, сарыф бүлһә, мин ул ярлауыҡты ультрасовременный ресторан — йәштәрҙең ысын мәҙәниәт үҙәгенә әүерелдерер инем, гәүһәр ҡашылай бөтә яр буйына балҡып китер ине ул!» -- тип әйт тә һал йәмәғәткә. Әлбиттә, был ғына түгел инде: бөтә яйына килтереп, һандар теркәп һөйләнем, сөнки ярлауыҡ мәмерйәһе үҙемде лә борсоған бер ер ине: кемдең генә йәшлегенең бер өлөшө шунда кереп янмаған!.. Ҡолағы «ҡарп!» итеп ҡалды түрәләрҙең, ә ҡала Советы рәйесе ниҙер яҙып алды. Оҙаҡламай, апайығыҙҙы тейешле урынға саҡыртып, йөкмәтмәһендәрме оло вазифа!.. Әлбиттә, ғәйбәт йөрөтөүселәр ҙә булды артымдан. — Ҡолаҡ остары ҡыҙарҙы. — Ҡасандырғы бер студент саҡтарҙы иҫкә алып, «Бәпембә — Ҡыҙыл башҡорттоң күптәнгө һөйәркәһе, директор итеп үрләткән шуға күрә» тип ыуҙары ҡойолдо бәғзеләрҙең. (Әстәғәфирулла тәүбә, Ҡыҙыл башҡорттоң кем икәнен беләһегеҙ ҙә инде, туғандарым...)

-- Маладис, матур еңгәй: алдыңа алғанды үтәп, көнсөлдәрҙең ауыҙын томаланың, — тине Басир. — Был яр хәҙер күҙҙәрҙең яуын ала.

-- Ялтырауын ялтырайҙыр ҙа, эстә байтаҡ эштәре ҡалтырай шул әле. Әйткәндәй, — Мөхлисә йәштәргә ҡараны — был тау тишегенә төпкәрәк ингәнегеҙ бармы һуң?

-- Уның төпкәрәгерәге лә буламы ни әле?

-- Ҡала аҫтынан бер-нисә саҡрымға һуҙылған ул. Ҡарттарҙың әйтеүенсә, Урал батыр инеп сыҡҡан «теге донъя» — Ҡатил иле шунда, имеш... Ә ғәмәлдә тортаны бер тәбиғи келәт инде. Бына шунда әле һаман төҙөлөш дауам итә — ауырлығы ошо еңгәгеҙ иңендә ята.

-- Ниндәй бөтмәгән эш тағы?

-- Һәр төрлө аҙыҡ-түлек һаҡлағыстары, һыуытҡыстар, ярҙамсы биналар, тигәндәй, аҙмы ни уның күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәре... Бына, әйтәйек, субтропика емештәрен — субфруктылар һаҡлағыс һала башланыҡ, ҡулалмаш (кооператив) ысул менән. Ҡулалмашсы булып Абхазиялағы бер миллионер колхоз ҡатнаша. Беләһегеҙ бит Армен Саркисянды — шуның колхозы инде. Саркисян, молодец, эштәрҙе гөрләтеп көйләй. Әгәр ҙә ул булмаһа, белмәйем, яңғыҙ үҙем генә ни ҡылыр инем? Былай ҙа әле һис бер өйҙә тороп та, ағайығыҙҙы ҡәҙерләп тә булмай бит: эшкә һары таңдан китеп, ҡара төндә генә ҡайтып йығылам. Ағайығыҙ ана шуны аңламай — усаҡтағы өй-ут86 ҡуҙын һыуыттың, ти, асыулана... Ай әттәгенәһе, һүҙгә мауығып киттек... — Мөхлисә сәғәтенә күҙ һирпеп алды, ҡабаланды. — Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалдыҡ: табынға ултырышҡансы, «биләмәләр»емде саҡ ҡына йөрөтөп күрһәтәйем. Яңылышмаһам, Дилбәр бында булғаны ла юҡ әле, баш ҡалала тороп та, шулай бит?

Баяғы килгән боролмалы юлдарҙан буйлап сығып, түр ишектән үттеләр, ҡая күкрәген умырып эшләнгән иркен-бейек үткелек аша ҡайҙалыр ер ҡуйынына һеңделәр. Басир үҙен Мәскәү метрополитенының иң ҙур станцияһына барып ингәндәй тойҙо. Бынан миллиард йылдар элгәре ошондағы Бөйөк Океан төбөндә йәшәгән, эзбиз ташына әйләнеп ҡатҡан ҡусҡарҙар, баҡа ҡабырсаҡтары, хатта балыҡ һөлдәләре, Ер-әсәнең фашланған бөйөк сереләй, баҙырайып баға таш диуарҙарҙан; улар аша таш тослоҡта Уралды аҡ мәрмәр тамыры уҙа. Иҙәнгә лә шымартылған шул уҡ: ҡая киҫәктәре йәпләтеп түшәлгәйне, ул түшәмдән түгелгән һалҡын неон нурға мансылып, меңәрләгән серле күҙәнәктәре менән ем-ем мөлдөрәп ята. Үткелекте ике яҡлап — һәр төрлө сувенирҙар, кәрәк-яраҡ һата торған урындар, гәзит-журнал һәм китап киоскылары, сәс алдыртыу, үҙйомош булмәләре... Тоннель ҡапыл уғата киңәйеп китеп, Көньяҡ Урал тәбиғәтенең йәмғе аҫыллығын туплаған мәңге йәшел мөғжизә — Гөлдәр залы күренде, бында ҡайһы гөлдө нисек үҫтереү тураһында төплө кәңәш алырға, иң яратҡан гөлөңдө, кеҫә дарманың тартһа, өйөңә үк илттертергә мөмкин ине.. Унда шулай уҡ ҡалалағы гөлһөйәрҙәрҙең үҙҙәре үҫтергән сәскәләренең күргәҙмәһе лә йәйен-ҡышын уҙғарыласаҡ икән. Өс дәү ишек тарта залдың өс яғына — халыҡ ағымын өҙлөкһөҙ үҙенә һурып йәки урғылтып тора. Ишек баштарында төрлө төҫтәге сағыу неон яҙыу-һурәттәр бер һүнеп, бер ҡабына. Береһендә, ялт-йолт итеп, берсә, көмөш таҡыябаш ҡурайҙар үҫкән Урал тауы күренеше хасил була, берсә, Ағиҙелдең текә яры башында иҙрәп ҡурай тартып торған мыҡты йәш егет һүрәтләнә, берсә, аҡ ҡайынға һарылып, йөрәгенән йыр-моңдарын тирбәлдертеүсе нәҙекәйбил ҡыҙ һыны һыҙатлана. Икенсеһендә, яңаҡтары балауыҙҙай һары мискә таҡталарына көпләнгән, мискә ауыҙылай божораланып уйылған әкәмәт ишек-үткелектең башында бер фәһемле һүрәт ялт-йолт ҡабына: үҙенең атаҡлы мискәһе эсендә фәлсәфәгә батып мәшһүр Диоген — боронғо грек фәлсәфәсеһе ултыра. Был ҡартлас, билдәле булыуынса, тыуған ғәзиз ҡалаһына Искәндәр-йыһангир баҫып кергәндә лә үҙенең уйынан бүленмәгән, уйлауға йәтешләнгән танһыҡ мискәһенән сыҡмаған; йыһангирҙең: «Һиңә нимә бирәйем, әйт, ҡартлас?» — тигән фарман-һорауына ни бары: «Зинһар, кит бынан — Ҡояшты ҡаплайһың!» — тип кенә яуаплаған... Шул Диоген бөгөн бына «Ярлауыҡ»та неон утлы мискәһендә бәхетле неон ҡояшының нурҙарына ҡойона, тирә-яҡтарында шундай уҡ уйсан неон балыҡтар фәлсәфәсенең фәлсәфәһен яҙып алырға ҡағыҙ-ҡәләм тотоп тора... Өсөнсө ишек ҡашағаһында — аллы-гөллө болонлоҡ, күк үләндә тояҡтарын ҡайсылатып бейеп йөрөүсе сыңрау торналар тубы...

Тап теге әкиәттәгеләй: өс юл сатрашында шаҡ-ҡатып ҡалдык. Ҡайһы яры китергә? — тине Дилбәр, зиһенен көскә йыйып.

Фәлсәфәнең ғүмер баҡый танһыҡлығын иҫәпкә алып, тәуҙә серле фәлсәфәселәргә сәләм биреп үтмәйекме? — тине Басир.

Диогендың мискәһенә илткән юлда ҡая ташты ҡырҡып яһаған яҫы тупһалы баҫҡыстар аяҡтарҙы йылдам түбән йүгертте, ысынлап та, бик ҙур мискәнең эске төбөн хәтерләткән иркен зал хасил булды. Шул уҡ ҡая дауамы итеп юнылған таш өҫтәлдәр, ултырғыстар, буфеттар — йыйыны бер әкиәт ташһарайын иҫләтте, ә мискәнең түңәрәк әйләнә-стенаһы әҙәм бейеклек кимәлгәсә ая ҡалынлыҡ шау-быяланан ҡойолоп, шул быяла үтә залға Ағиҙелдең төбө тоташа ине. Һыра тигән танһыҡ эсемлек тә бында, һөйләүҙәренә ҡарағанда, яр башындағы заводтың үҙенән үк, көмөш торба буйлап, мәмерйәнең йәйен-ҡышын бер дәүмәлле йылылыҡ тотҡан һауыттарына ағыла, шуға күрә тәмен-татын юғалтмай килә, имеш. Таш өҫтәл яндарын һырып ултырған тәрән фекерле йәмәғәт алдында шулай уҡ мискә һымаҡ итеп һап-һары ағастан эшләнгән, бейек аҡ күбек кәпәс кейгән һыралы көрөшкәләр тора, ә йәмәғәт мауығып текләгән шау-быяла стенаға Ағиҙелдең боҙ аҫтындағы йәнле тормошо сайпыла: һыуҙы төлтән прожектор яктыһында йәм-йәшел ылымыҡтар, ажар ҡыҫалалар, тупаҡ моронло балыҡтарҙың аптыраулы-фәлсәфәле күҙҙәре, ҡан-ҡыҙыл ҡанаттары, тулыш ап-аҡ ҡорһаҡтары, ҡара-йәшел арҡалары сағыла, ҡай берҙәре, наян йәмшек морондарын быяла «мискә»гә төртөп, беҙ аквариум эсендәге шул балыҡтарға баҡҡандай, түңәрәк залда ойоп ултырмыш «фәлсәфәсе»ләргә аптырап ҡарай. Улар, әйтерһең, фәлсәфә мискәһенең эсендә лә, тышында ла йәнле тормоштоң мәңге дауам итергә тейешлеген, шуның өсөн дә уны ҡурсалап һаҡларға ла кәрәклеген өнһөҙ ҡараштары менән иҫкәртеп-аңғарталар...

Һыра һемереп ойоусылар араһында аулаҡ ҡына бер мөйөштә ҡағыҙҙарын өҫтәлгә өйөп һалып, ҡулъяҙма өҫтөндә гәпләшеүсе ике маһир тартты Басир иғтибарын. Егет рәссам күҙе аша баҡҡанда, уларҙың береһе урта буйлы, ҡуйы ҡара ҡашлы, түңәрәк киң йөҙлө батырандар ҡоронан булһа ла, күҙҙәре йәшлек нурҙарынан арынмаған асыҡ сырайлы ҡартлас ине, серҙәше менән тыныс ҡына, йылмайып һөйләшә ине. Икенсеһе — ҡолғалай нәҙек оҙон кәүҙәһе, өс бөртөк ҡыллы ялтасы менән барлыҡ баштарҙан аша ҡарап торналай һерәйеп ултыра, гәүһәр ҡашлы балдаҡ кейҙертелгән баш бармағы эргәһендә энә сәнсеп төшөрәлгән зәңгәр диңгеҙ якоре айбарлана, таяҡ шикелле оҙон һөлдә ҡулдарын өҙлөкһөҙ болғап, ҡомарланып, ҡартҡа нимәлер тирә; баягы балдаҡ ҡашы, әленән-әле балҡып, күҙҙәрҙең яуын ала. Улар һөйләшкән мәсьәлә, моғайын, ҡолға буйлы өсөн ифрат әһәмиәтле булып, башкөлләй бирелһә лә, уның аҫҡа кәкерәйеп төшкән йоҡа ҡырлас танаулы, Сократтыҡылай ялтасланған киң маңлайлы, урттары эскә убылып ингән өңшәк йөҙөндә бөртөк кенә осҡон да, тормош та, тулҡынланыу ҙа һиҙелмәй — балауыҙҙан ҡатырғандай аҡһыл-һары йәнһеҙ тире. Етмәһә, күҙҙәре ыйыҡ аттыҡылай батынҡы һәм төҫһөҙҙәр.

-- Ай-буй, кем һуң был, күргән-белгән кешемә оҡшамай ҙа, оҡшай ҙа, — тип һөйләнде Басир, ҡолғанан күҙен алмай.

-- Бәй, мәшһүр тарихсы-профессор Хәкимуллин Йыһандар Илһамдар улы үҙе бит.

-- Бер-ике йыл күрмәгән арала ҡайһындай үҙгәреп киткән! Әһә, бына ҡайһы ырҙын табағын иҙгән икән һинең Бәндәбикә кирбесең! — Басир ҡыҙға фельетонын хәтерләтеп төрттөрҙө.

-- Ташҡүлсәйем, күркә-мүркәләр араһында ситән башына ҡунаҡлаған дөйә ҡоштай муйыны һерәйеп ултыра! — тип көлдө Дилбәр.

-- Жираф тип әйт.

--Юҡ, дөйә!

Тел сарлау әммә кемгәлер оҡшаманы.

—Ҡара, уны ҡыҙый, — тип киҫәтте Мөхлисә, — һайланған — һаҙға, осраған таҙға, тигәндәй, шул дөйәнең муйынына аҫылынып ҡуйма тағы.

-- Әстәғәфирулла тәүбә, ни телең бара, апай?!

-- Тура әйткән — туғанына ярамаған, тиҙәрме әле?.. Ул атандың әле булһа сәсе сәскә бәйләнмәгәнен, ә күҙенә күренгән аҫыл гөлдө, өҙөп кенә түгел, йолҡоп алырға һәләтлелеген беләһең.

-- Тәүбә-тәүбә... — Шул дөйәнең кисә генә оҫтаханала айбарланыуын хәтерләп, ҡыҙ ситкә боролдо. — Сәс бөртөгөм бәйләнерлек ҡыл да юҡ бит түбәһендә. Сөрөшөп бөткән әстерхан сәтләүеге...

-- Шул «сөрөшөп бөткән әстерхан сәтләүеге»ндә гигант аҡыл синхрофазатроны дөрләп тибә тип әйтепме-әйтәләр! — Басир күҙҙәрен алартып ирештерҙе. Яндағы өҫтәл ҡырындағылар ҙа ҡолаҡ һала башлағайны ләститкә. Береһе хатта яҡыныраҡ һырлыҡты:

—Урал — Иҙел аралығы халыҡтарын тарих яҙып ҡыуандырған ир арыҫланы тиҙәр ине — шул аҡыллы башмы ни? Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин йәғни?

-- Минең хәләл ефетемдең әйтеүенсә, тарихыбыҙҙағы ҡатламдарҙы тоташы менән аҡтарған. Халҡыбыҙҙың килеп сығышына ҡарата үҙенә бер концепция тыуҙырған. Профессор Ҡотлоев менән берлектә, — тине алсаҡ клиентҡа Мөхлисә.

-- Ә ул концепциялары — төбө тишек кәмә түгелме икән, ха-ха-ха!

Басир әсе тел эйәһенә салт-әйләнеп ҡараны:

-- Ә һеҙ, туғанҡай, әллә шуларҙың кәмәһен аҫтан умырыусымы?

-- Ғәфү итегеҙ... — Күҙҙәре аҡшайҙы тегенең. Иғтибарһыҙ тыңлаған ҡыҙ ҙа әйләнеберәк баҡҡайны, әсеүташ ҡапҡандай, сырайын һытып сигенде: әлеге лә баяғы, уның оҫтаханаһына эйәләшкән сәйер гитарасы — Мыйыҡ — күҙҙәрен тызырайтып, быларҙың эс-бауырына инергә маташа:

-- Әссәләмәғәләйкүм, хәйерле кис, Дилбәр туташ!

-- Ал таҫмалы гитарағыҙ ҡаңғыра тегендә сөйҙә — ниңә барып алмайһығыҙ?

Ишетмәгәнгә һалышып, Мыйыҡ һыралы киҫмәген өҫтәлгә ҡуйҙы:

-- Ғәфү итегеҙ! — Һә тигәнсә иреп Күккә осҡандай, күҙ алдынан юйылды.

-- Бынағайыш тамаша! — Баш сайҡаны Басир. — Кемгә ҡаршы тел сарлағанын шәйләйме икән был азамат?

-- Кеше өсөн башығыҙ ауыртмаһын, киттек! — Мөхлисә ханым йәштәрҙе ашыҡтырҙы.

Шул арала Хәкимуллин менән Ҡотлоев, һыралы киҫмәктәрен этәрҙеләр ҙә ҡағыҙҙарын йыйыштырып, сығырға ыңғайланылар. Хәкимуллин ялтасының үргә ҡайтарып яптыртмалы, һыйыр ялағандай шыма-йоҡа шәлкеме, әллә инде хужаһы яңылыш ҡағылыуҙан боларып, ҡара-ҡаршы үрәпсеп, ҡаҡ түбәлә кәкре башлы мөгөҙҙәй ороланған.

-- Абау! — Бармаҡ төртмәй түҙә алманы Дилбәр. — Мефистофелгә әүерелә түгелме был синхрофазатронығыҙ?

-- Шым! Фаустың үҙе тора унда! Ана, Ҡотлоев-профессор иғтибар итте беҙгә.

Ҡартлас алыҫтан Мөхлисәне абайлап, баш эйеп хушлашып үтте, ә Хәкимуллин иһә, әйләнеп тә баҡмайынса, ҡолғалай төҙ баҫып барыуын белде.

-- Бәй, ниңә табан тайҙыралар? Концепция титандарын да саҡырманыңмы ни ҡунаҡҡа, апайым?

-- Һеҙҙең кеүек тауис ҡоштар араһында дөйә ҡоштарға нимә бар? — Хужабикә һүҙҙе шаярыуға бороп, һары алтын тештәрен ялтыратты. Йәнә етди төҫ алды. — Был ағайығыҙ арҡаһында титандарҙы ғына түгел, бер туған апайым менән еҙнәйемде лә килтерә алманым әле. Барыһын да үпкәләткән, биҙҙерткән...

-- Ай-һай, үпкәләтеп ҡара ул дейеү бәрейен!

-- Кемде әйтәһең, ҡәйнешем?

-- Шанлы директор Яубаҫаров хаҡында бара, буғай, һүҙ, яңылышмаһам.

-- Беләһең икән әле! — Ҡыҙ көлдө.

-- Белмәй ҡара. Төн сыҡҡансы көллө ҡаланың кислородын һурып алып, мөрйәләренең серегән кәбеҫтә ҡатыш һарымһаҡ еҫле Шүлгән хушбуйы менән үпкәләрҙе тултырһа, белеү түгел белерһең!

-- Ағайыңа оҡшап, ниңә улай отороланаһың, туғаным? — Апай кешегә был шуҡлыҡ оҡшаманы. — Һыйышып йәшәргә кәрәктер был донъяла, бигерәк тә ил алыптары менән. Бына, мәҫәлән, Ҡотлоев...

-- Их, шул Ҡотлоев-ҡартлас менән яҡындан таныштырманығыҙ, — тип үпкәләгәндәй итте Басир ҙа. — Портретын яҙып ҡалдыраһы ине һуңғы могикандың. Хәкимуллин да ҡыҙыҡ тип.

-- Мәжлесеңдә була алмайбыҙ, ғәфү ит, тип әйтер өсөн килгәндәр, йәнәһе лә һис кенә лә форсаттары юҡ, иртәгә симпозиум... Ағайыңдан тора бында — кеше менән берегеп йәшәй белмәй бит... — Мөхлисә, артығыраҡ ысҡындырыуын самалап, тиҙ генә шымаланы. — Ярар, ағайың үҙе ҡайтҡас, икеһенә лә дуҫлыҡ визиты яһарбыҙ, йәки махсус саҡырып таныштырырбыҙ. — Тынысланғандай итте. — Ҡотлоевтан, Алла бойорһа, Булаттимер ҡайнатам тураһында ла һөйләтербеҙ. Хәтере ғәжәп шәп уның. Утыҙынсы йылдар аҙағына тиклем бер ҡаҙанда ҡайнағандар.

-- Ҡайнаған да ул, ҡайнауын, — Дилбәр кинәт тырпайҙы, — ләкин ниңә бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймаған?

-- Ысынлап та, Булаттимер яҙмышы нисек уратып үткән уны?

-- Уныһы һеҙҙең эш түгел! — Мөхлисәнең ирендәре ҡаты итеп ҡымтылды. Бераҙыраҡ өндәшмәйерәк ситкә ҡарап торғас ҡына, алсаҡланып боролдо. — Ә бөгөн мин үҙегеҙҙе башҡа бәҫлеләр менән таныштырмаҡсымын. Тормош юлы — оҙон, таныш-белештәр кәрәк... ҡаршы алып атың бәйләргә... Әйҙәгеҙ, икенсе залға үтәйек, унда беҙҙе һыйлы табын һәм яңы дуҫтар көтә. — Һыра һемереп ултырыусылар араһынан ихтирамлап үҙенә баш эйеүселәргә һары алтын тештәрен балҡытып йылмайҙы. — Әлеге лә баяғы, ҡунаҡтарҙы ата-бабаларса өйгә саҡырырға форсат ҡалмағас, заманса ҡыланырға мәжбүрбеҙ инде. Фельетонсылар теле менән әйткәндә, эш урынын шәхси мәнфәғәт өсөн файҙаланырға... Ғәфү итерһегеҙ инде, туғандарым.

-- Еҙнәйемдең булмауы ғына бик йәл шул... — тине Дилбәр.

-- Уға ни, әйттем бит: үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын. — Мөхлисәнең матур танауы сыйырылды, йөрәк әрнеүенән арына алмай ине әле ул. — Ярар, бер бөгөн генә түгел: унһыҙ ҙа көн күрербеҙ! — тигән булды, һүҙҙе уйынға һабыштырырға итеп. — Бисмилла! Баштарҙы ҡалҡытайыҡ, алтын-көмөшкәйҙәрем, ана, аҫыл «Торналар төйәге» тәбрикләй беҙҙе!

Ресторандың иң зиннәтле залдарының береһе ине был. Ошо ярлауыҡ-мәмерйәнең тәбиғи һынланышын мөмкин тиклем һаҡларға тырышып эшләнгән: айырым-аулаҡ табын ҡороп ултырмалы тын бөгәлдәр ҡалдырып, төрлө боролоштар яһап төпкә табан һуҙылыпмы-һуҙыла, урыны-урыны менән ул, шымалығын юғалтып, сурайып сыҡҡан ҡырағай ҡаяташтарға әүерелә. Шул ғәжәйеп стеналарға оло-оло тәҙрәләр уйып киҫелгән, унда баҡһаң, Ағиҙелдең шығырым халыҡ мыжғып торған, неондарҙан шау-балҡыған яр буйҙары, арыраҡ, тоноҡ ҡараңғылыҡ төбөндә, уртаһынан ҡара шәре һыҙылып ыҡҡан икһеҙ-сикһеҙ боҙ яланының алыҫ бушлығы ағарынып күренә. Ә эстә зал уртаһында — ялтлап ятҡан түңәрәк күл, күл ситендә ҡыҙыл-көрән гранит ярҙа ҡанат киреп бейеп тора оҙон тәпәйле суйын торналар. Ауыҙын ҙур асҡан суртан-аждаһа, күл уртаһынан ҡарпып, ҡоштарҙы көмөш һыу менән ҡойондора — фонтан гәлсәрен ҡоя. Төҫлө таштар ярҙамында башҡорт милли биҙәктәре һалып биҙәлгән иҙән; парлы-парлы йәштәр унда моңһоу бейеп-тирбәлә — зал иңендә, уралып-уралып, яғымлы моң ағыла. Түрҙең төбөндәге ярым ҡараңғыла затлы итеп йыһазландырылған түңәрәк өҫтәл яндарында ағай-эне шәрбәт һәм шарап һемереп, йыр-моң тыңлап, бейеү тамашаһы менән хозурлана... Дилбәрҙең дә шул минутта күл тирәләй бөтөрөлөп, ойоп бейеп китергә сәме сәнсһә лә, апаһы уны, күҙ ҡороғонан ысҡындырмай, уғата төпкәрәк һөйрәне — ишек башына ҡурай һыны һүрәтләнгән серле өсөнсө залға.

— Киттек, киттек! Тамсы ла туҡталмаҫҡа! Беҙҙең табын гүзәл «Моңдар төйәге»ндә!

Юлаҡ-юлаҡ алһыу ҡан тамырлы аҡ мәрмәрҙән теҙеп түшәлгән киртләс баҫҡыстар ҡунаҡтарҙы юғарыраҡ әйҙәне.

Баш осонда ҡанатландырғыс иркенлек, бушлыҡ тойоп, Дилбәр ҡалҡынып баҡҡайны, иҫе китеп ҡысҡырып ебәрә яҙҙы: мәмерйәнең таш көмбәҙе уйылып, тәбиғи Күк есеменә тоташып, Күк көмбәҙен дауам иткән икән дә: шау-быяла көмбәҙ үтәләй алыҫтағы Етегән йондоҙ етеләнеп сатҡылана... Етегән сүмесе аҫтында зал турендә — йыйнаҡ ҡына эстрада, ә ҡаршы яҡ стена буйлап аҡ тирмәләр теҙелгән. Тирмәләр бер-береһенән ҡая ташлы бөгәлдәргә ышыҡланып, аулаҡланып, ишектәре иһә сәхнә тарафынан асыла, табындаштар сәхнәләген хозур тамаша ҡыла. Күмәк халъгк көр мәжлес ҡорһа ла, йүгәнһеҙлек бәләһе шау-шоу, бокал сыңдары ла юҡ — төп иғтибар эстрадаға йүнәлгән. Унда, пианистың йүгерек-оҙон бармаҡтары араһынан, һығылып-һығылып, мәшһүр «Ғилмияза» моңо ағыла, һумалалай ҡара бөҙрә сәсле бер йәш кенә ҡатын, һулығып-һулығып, йырҙы йөрәк төбөнән һығылдыра. Быяла көмбәҙ өҫтөндә иһә Ер шарының төнгө Күге йымылдап ҡомарлана — эреле-ваҡлы меңәрләгән йондоҙҙарҙың күҙе тызырайып яна. Шул йондоҙҙар араһынан моң ҡойолоп торғандай, йөрәккә үткес ине өҙөлөп йырлаусының боролоп-боролоп сыҡҡан тәрән аһәңе, булмышыңды башкөлләй әсир итеп, хатта һулыш алырға ла оноттортоп, бәғерҙәргә яғылып урала ине:


Эййй!..

Тыуған илкәйемә ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп...
Бала саҡтан күңелдәргә тулышҡан илаһи моң, был һылыу йәш ҡатындың сеңләүендә, ғүмерҙә лә ишетелмәгән гәлсәр сыңдар менән уралып үрелә, терелә, йөрәкте бороп ала, үҙәкте өҙә ине. Бигерәк тә куплет һайын былбыл ауазының сихри бөгәлен биргән мәшһүрә, йөрәген һурып сығарғандай, үкһетә яҙҙыртып, йәнеңде услап ала, эҫеле-һыуыҡлы итә, иҫәңкеҙәтә ине. Табын юллап килеп ингән туғандар, әмәлһеҙҙән, ишек төбөндә үк туҡтап ҡалдылар, һуңғы аһәң яңғырап һүрелгәнсе, зиһендәрен йыя алмай тыңланылар. Тирмәләрҙә тәрән һулыш алынып, Күк көмбәҙен күтәрерҙәй ҡотороп ҡул сабылды, йөрәкһегән күңелдәрҙе был донъяға ҡайтарҙы. Йырсы ҡатын, сәскәләр бураны аҫтында сәхнәнән төшөп, тирмәләрҙең береһенә йүнәлгәс, Басир, шул тарафтан күҙҙәрен ала алмай, йөрәкһеп һорап ҡуйҙы:

-- Кем тигән йырсыбыҙ ул? Ниңә ошоғаса бер ҙә тауышын ишетмәгәнмен?

-- Мәскәүҙәге һин түгел, бындағы мин дә тәүге ишетәм әле, — тине Дилбәр. Мөхлисо, әҫәрләнгән күҙҙәрен ең осондағы алһыу атлас ҡулъяулығына һөртөп, зиһенен саҡ йыя-йыя яуапланы:

-- Һөнәри йырсы түгел бит ул, тап үҙегеҙ кеүек үк, бында ял итергә ингән изге йән. Ә шөғөлө буйынса телсе ғалим. Мирйәнова Сәүиә тигән ханым.

-- Ниңә, йырсы ғына булып китмәй, талантын әрәм итә икән?

-- Аллаһы тәғәлә бер үҙенә ике талантты ла ҡушарлап биргәс, ни ҡылһын? Төп шөғөлө йырҙан да мөһимерәк: мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы яйға һалырға тырыша.

-- Ләкин береһе менән икенсе талантты йомоп ҡалдырыу — енәйәт ул, минеңсә! — Егеттең тауышы ҡалтыраны. Мөхлисә, көлөмһөрәп, уны маңлай сәсенән һыйпап ҡуйҙы:

-- Әллә ҡәйнешкәйебеҙ ҙә ғашиҡ булырға уйлай инде! Эргәһендә... бынауындай аҫыл гөл-сәскә барҙа! — Дилбәргә күҙ ҡырын йүгертте.

-- Мин ысынлап әйтәм, еңгәй!

-- Йә-йә, тыныслан. Һәр кемдәге Аллаһы тәғәлә биргән шул икенсе талантты илгә еткереү өсөн ҡоролған бина лаһа был. Тәғәйен артистарыбыҙ юҡ, берәүгә лә эш хаҡы түләмәйбеҙ. Бында инеп сәхнәгә менгән һәр изге йән, артисмы ул, шағирмы, әллә ябай һәүәҫкәрме, халыҡҡа үҙенең йөрәк майҡайын һыҙҙырып бирә ала. Сер итеп кенә әйтәйем: хатта танылған маһирҙар һәм маһиралар ҙа бында сап-саф халыҡ моңдарын тыңларға, илһам ҡанаты алырға йөрөй башланы. Ҡайһы бер кистәр ысын сәнғәт байрамына әйләнә.

-- Изге башланғыс, — тине Басир. — Тик бына беҙҙең һөнәрҙәрҙе күрһәтеп булмауы ғына йәл, шулай бит, Мухина?

— Йәлләмәйерәк тороғоҙ, «Ярлауыҡ»тың мәмерйәләре оҙон. Бер ҡанатын киңәйтеп, художество салоны ла асып ебәрмәксебеҙ. Даими бер йылылыҡлы, бына тигән күргәҙмәлек буласаҡ. Йәғни картиналарығыҙҙы, скульптураларығыҙҙы хәстәрләй тороғоҙ алдан... Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең тирмәгә — табынға рәхим итәйек. — Баяғы йырсы ҡатын инеп киткән бөгәлгә әйҙәне. Оҙон өҫтәл ҡырында уларға таныш һәм таныш түгел унарлаған ҡунаҡ, әлеге йыр йөрәкһетеп сәмләнеүҙән, ахыры, ҡайһыныһы ултырып, ҡайһыныһы баҫып тора — мәжлес башланыр алдындағы күңелле ығы-зығы.

—Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарым! Әйҙәгеҙ, рәхим итеп, табын түңәрәгенә йәпләнегеҙ!

Ағай-эне-йәмәғәт, оҙаҡ ҡыҫтатмай, һәр береһен зарығип көткән затлы һауыттар тәңгәленә төпләнде, ҡайберҙәре хатта һыйҙан элеп ҡапҡыларға ла өлгөрҙө. Тәмле шәрбәттәр ҡойолоп, шампанский бөкөләре атылып, кәйефле һүҙҙәр әйтелде.

—Ағай-эне, ҡәҙерле йәмәғәт! — тип, дилбегәне ҡабат ҡулына алды мөлдөрәмә тулы гәлсәр бокал тотҡан Мөхлисә, һылыулығы менән күптәрҙе алйытып, ауыҙына ҡаратып. — Башлап дуҫлыҡ һүҙе әйтеү, боронғо йола буйынса, хужаға фарыз булғанлыҡтан, ошо күркәм мәжлесебеҙҙе йыйырға сабәпселек иткән ике йәш йөрәккә иғтибарығыҙҙы йәлеп иттертмәксемен: ана ултыра улар — береһенән-береһе матур минең һөйөклө туғанҡайҙарым! — Йөҙҙәре бурҙаттай ҡыҙарынған Дилбәр менән Басир яғына эйәк ымланы. — Хәҙер ни, икеһе тиң еләктәй үҫеп еткәс, юл саттары айырылып, бер-береһе менән дә, туғандары менән дә күрешмәй башланылар. Шуларҙы ошонда табын түрендә ултыртып ҡабат күрештертеү һәм һеҙҙең бөтәгеҙ менән дә таныштыртыу ине изге ниәтебеҙ. Инш-Алла, юраған юш килә кеүек... Бокалдарҙан икеһенең йәшлеге кеүек ҡайнап-ташып торған шаян шәрбәтте уртлап ҡуяйыҡ әле барыбыҙҙың да иҫән-һаулыҡҡа!

-- Ур-ра! — тип һөрәнләне бер шаян.

-- Йәш йөрәктәр бәхетенә!

-- Донъялар имен булһын!

-- Иллә-мәгәр шағир ҙа һуң минең матур еңгәйем! — Баш сайканы Басир.

Эсемлек һәм тәмле һыйҙан ҡыҙарышҡан күмәк йөҙҙәр араһынан рәссам йылтыр-ҡара шырт мыйыҡлы, уйнап торған ҙур ҡара күҙле «кавказ кешеһе» Саркисянды, оҙон буйлы, оҙонса яңаҡлы, һөрмә ҡашлы, көлөп торған алсаҡ йөҙлә студент Әсҡәр Ҡотлоевты һәм дүңгәктәй ҡырҡма кәүҙәле, бөҙрә-ялтас түбәле Рәшит Алмаҡаевты таныны. Өсөһө лә энәнән-ептән кейенгән, ҡарҙай ап-аҡ күлдәк өҫтөнән һуңғы модалы аллы-гөллө галстуктар бәйләгән. Йәнә бер әҙәм йәлеп итте Басирҙың иғтибарын: ҡаштары өҫтөнән батмусланып ҡалҡынған текә маңлай, төпкә батҡан уйсан күҙҙәр, ике осо сыбыртҡылай аҫҡа һәленеп төшкән оҙон ҡара мыйыҡ. Әҙәмкәйҙең ҡыланышы үтә лә ирмәк ине: табын ҡырына йәпләнеү менән ул башын аҫҡа эйеп алды ла ҡуш ҡуллап ашанырға ла эсенергә тотондо; шул шөғөлө менән ныҡ әүәрә булып, ауыҙынан бер өн дә сығарманы, янындағы кешеләргә лә һис иғтибар итмәне. Уның мөкиббән китеп, ударниктарса, ике уртына бер юлы һалып, шул уҡ ваҡытта әленән-әле затлы шыйыҡлыҡ менән болғатырға ла онотмай, ҡолаҡтарын келт-келт һелкетеп сәйнәүен, йотҡан саҡта ата бесәйҙеке һымаҡ оҙонса йәшел күҙҙәренең ләззәтләнеп ҡыҫылыуын ҡарап ултырыуы үҙе бер кинәнес, күңелле тамаша ине. Басир ахыры түҙмәне: сыбыҡ осо туғанынан шыбырлап ҡына белеште:

— Кем була был фани донъяла уҡ ожмах тәмен татығандай ирәбе ир арыҫланы?

—Хажиәхмәт Хужахмәт улы Алпаров. Беҙҙең һымаҡ уҡ, апайымдың ҡайһылыр бер ботағының сыбыҡ осо туғаны. Ҡуян Хажиәхмәт тә тиҙәр уҙен.

Рәссамдың көлкөһө килде:

-- Ниңә Ҡуян?

-- Сөнки арыҫлан түгел. Байһөйәкте87 урттарында тап бүреләй шатор-шотор иҙһә лә.

-- Әллә матур еңгәйемдең затлы «Ярлауыҡ» рестораны штатында һөйәк кимереүсе булып торамы?

-- Ундай һөнәре лә бар. — Ҡыҙ ҙа серҙәшенең «шаян тулҡын»ына ылыҡты. — Һәм был, ысынлап та, Алпаровтың төп алыплығы түгелме икән әле?.. Сөнки иҫтә ныҡ ҡалган: уның оло табындарҙағы маһирлығын күрергә тура килде.

-- Йәғни?

-- Йәғни атайым иҫән саҡта уҡ әле, археологтар беҙҙең өйҙә ҡуна ятып эшләнеләр — Бәндәбикә кәшәнәһен ҡаҙғанда. Шунда Ҡуян Хажиәхмәт тә бар ине, ә мин йәйге каникулға ҡайтҡайным. Бер һарыҡты һалдырҙы ҡаҙанға атайым. Ҡәҙимгесә, ҡул һайын бер байһөйәк тотторолдо, ә һалпы яғы88 һыналып өлгөргән Хажиәхмәткә — байһөйәктең дә иң кәттәһе, дигәне. — Ҡыҙҙың шаян тауышына йомшаҡ юмор өрөлдө. — Эй кинәнеп тотондо ла һуң ҡунағыбыҙ байһөйәген теге яғынан да, был яғыпан да әйләндергеләп мөнйөргә! Шунан хайран ҡалдым мин, ит ашауҙың да ысын сәнғәт юғарылығына кутәрелеүен, һоҡланғыс бер ритуалға әүерелеүен күреп. Япондың сәй эсеү ритуалы сүп кенә бының ҡаршыһында! Һулышын ҡыҫып, тын ҡалып күҙәтте бөтә табын, табын ғына тугел, беҙҙең тыҡрыҡ күләмендәге тарихи ваҡиға барғанлығын ишетеп, күрше-күлән ишектән башын тығып тамаша ҡылды. Егеттең мөнйөү талантының камиллығына шаҡ ҡатҡан йәмәғәт һуңынан да һуғым байрамдарында шул ваҡиғаны табын һайын һағынып һөйләр булды...

—Археологтар һөйәк-һаяҡ менән оҫта эш итә, тип ишеткәйнем шул, хаҡ икән.

Ҡыҙҙың йөҙө етдиләнде:

— Көлмә. Ысынлап та талантлы археолог ул. Улай ғына ла түгел: үҙе үк этнограф, палеограф, фольклорсы, тиҙәр.

— Фиии!

—Фиылдама! Өҫтәүенә, Йәүҙәт ҡоҙам һымаҡ ук, әҙәм балаһы белмәгән иҫке яҙыуҙарҙы ла танып уҡый ала, ти. Бер һүҙ менән әйткәндә, энциклопедист ғалим.



-- Ниңәлер ул энциклрпедист ғалимыңдың шанлы исеме яңғырағанын ишеткәнем юҡ бер ҙә. Үҙең әйткән «Ҡуян» титулын ғына иҫәпкә алмағанда...

-- Улай тимә, туғаным. Яңыраҡ ҡына, башҡорт тарихына арналған ҙур йыйылышта (үкенескә ҡаршы унда һин булманың) доклад яһап, Йәүҙәт Ҡондоҙбаев ҡоҙаның тетмәһен тетте ул.

-- Дәрәжәһе бармы, ҡайһы фәнде айбарлай?

-- Тарих фәндәре кандидаты.

-- Ә кем булып эшләй?

-- Ҡотлоев институтында лаборант.

-- Фиии! Кандидат башы менәнме? Ни өсөн?

-- Ҡуян булғаны өсөн.

-- Шаяртма, Мухина!

-- Ысын. Уның Ҡуян икәнлеге лә теге ваҡыт — баяғы Бәндәбикә һөйәктәрен тикшергәндә асыла.

-- Сәйнәгәндә теше-фәлән һыныпмы?

-- Көлмә. Олпат шефы Хәкимуллиндың: «Бәндәбикә кәшәнәһе — XVI быуат ҡомартҡыһы», — тигән ныҡлы ҡарашына ул баштан уҡ ҡаршы сыҡты.

-- Булмаҫ! Нимә тип?

-- Беҙҙең эраға тиклемге быуат баштарыныҡы тип дәлилләне...

-- Ниңә Ҡуянға ҡалды шундай арыҫлан?

-- ...Ләкин күп тә үтмәне, үҙенең арыҫлан дәлилдәренән ваз кисеп, баш-баштаҡлығы өсөн тәрән үкенеүен, ғәфү үтенеүен белдереп, тулыһынса Хәкимуллин фекеренә ҡушылыуын иғлан итте ҡыйыу арыҫланыбыҙ.

Бына һиңә тамаша...

Баҡтиһәң, абайламастан, Алпаровты хәмерйән исемле йәшел йылан ҡуяндай бөкләп һалған да, һөҙөмтәлә арыҫланыбыҙ билдәле ҡаҙна йортонда айнығып сыҡҡан. Йыһандар Илһамдар улы уны эшенән ҡыуырға янаған, етмәһә, кеше фатирында гына торалар, ә бисәһе бына-бына донъяға яңы йән килтермеш тә икән...

-- Бер бөкләнеү һыныу түгел бит әле.

-- Шунан һуң уларҙың балалары, Мотал еҙнәйем әйтмешләй, инкубаторҙан сыҡҡандай, бер-бер артлы тыуа торҙо, алтауға барып етте, ә Алпаров кәм тигәндә йылына ике тапҡыр хәмерйәндең өйәнәк сире тотоп йығылыусан булып китте. Хәкимуллин уҙаман иһә штат исемлеге менән дә, фатирға сират тороусылар исемлеге менән дә, айнытҡысхана сәләмнамәләре менән дә дирижерлыҡ ҡылыр, Ҡуян хәленә ҡалған элекке арыҫландың ике аяғын бер ҡуңысҡа тыҡтыртып, тап үҙенә кәрәгенсә бер таҡтаға баҫтыртып, ҡамсы һәм прәник араһында бейетер, имеш... «Әпипә»гә.

-- Аңлашыла. Академиктарың көнләшерлек лаборант булһын да ҡулы аҫтында... Их, Мухина, беҙҙең дә шундай ҡуяныбыҙ булһасы! — Ҡалаҡтарҙың, бысаҡтарҙың ҡабаланып сиҡылдауын, бокалдарҙың интегеп сыңлауын бер талай тыңлап ултырҙы ла, эсе бошоп буғай, табын буйлап күҙ йүгерткәс, иҫе китмәй һөйәк мөнйөүен дауамламыш Алпаровтың ҡолағына самалабыраҡ өндәште. — Ҡәҙерле-хөрмәтле йәмәғәт, мин һеҙгә бер мөрәжәғәт менән өндәшер инем, атайым бахыр әйтмешләй, әгәр ҙә илтифат булһа. Әле бында Дилбәр туғаным менән инерҙән алда матур еңгәйем беҙҙе ошо зиннәтле мәмерйә буйҙарынан тамаша ҡылдыртып йөрөттө, иҫебеҙ-аҡылыбыҙ китте. Әкиәт һарайҙарынан да матурыраҡ залдарҙы аша уҙҙыҡ, ул залдарҙа, ашап-эсеүҙән дә бигерәк, сәнғәттең һәр төрҙәренең дә сәскә атыуын тойҙоҡ. Бигерәк тә һушымды китәргәне — Диоген ҡарттың фәлсәфәселәр менән лыҡама тулы мискәһе булды. Дерөҫөн генә әйткәндә, фекерҙәр бәрелешеп, хәҡиҡәттең ут-осҡондар эсендә тыуыуын күрергә өмөт бағлағайным мин унда, әммә һемәйеп ҡалдым. Ни өсөн тигәндә, тарихыбыҙ корифейҙары Ҡотлоев менән Хәкимуллиндың бер ауаздан вәғәзләүе генә асыҡ ишетелә, ә ҡалғандар, татлы һыра менән ҡуша телдәрен йотоп, ҡолаҡтарын һәлпәйтеп кенә ултыралар икән дә. Ҡайҙа киткән Диогендар заманаһының ҡыҙыу фәлсәфә алышы, бәхәсе? Әфләтүндәр, Сократтар, Аристотелдәр әйтеше, йәғни ҙә диалогы? Хәтерләйһегеҙҙер, ул уҙаман фәлсәфәселәрҙең иң үлемһеҙ әҫәрҙәре лә нәҡ диалог рәүешендә тыуған бит!.. — Басир, байһөйәген ҡуйып тыңлай башлаған Алпаровҡа ҡарашын тоҫҡалдырып, әсе йылмайып ҡуйҙы. — Мин бисара, атайым бахыр әйтмешләй, сит илдәрҙә аҙып-туҙып йөрөгән бер мәжнүн, телемде лә онотоп барамдыр инде, ә халыҡтың тарихы барлығын хатта белгәнем дә юҡ. Әгәр ҙә ул юҡ икән, тимен мин, ниңә башҡорттоң донъя яратылмыштан уҡ килгән эпостары бар? Әгәр башҡорт ун алтынсы быуатта ғына уҡмашҡан икән, ниңә уның таш быуатта табынған хоҙайҙары, мәҫәлән, ат культы ошо көнгәсә көр доғаланып килеп еткән? «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ Ҡола», «Ҡара Юрға» «Биш ҡолон» һымаҡ, башҡа бер халыҡта ла һаҡланып ҡалмаған доғалар — ат эпостары тураһында бара һүҙ...

-- Уғата ғәжәберәге, — тип ялғаны Әсҡәр Ҡотлоевтың зыңғыр тауышы, — таш быуатта уҡ яралған шул эпостарыбыҙҙың ерлеге үҙ урынында, Уралда — Шүлгәнташ мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан-Шүлгәнкүл, Асылыкүл кеүек эпос төйәктәрен әйтеүем. Эпостарҙың үҙҙәре лә, тыуған төйәктәре лә, тыуҙырған кешеләре лә — ошоғаса ошонда, кендектәре берешкән урынында!

-- Туҡтағыҙ, ағай-эне! Мәшһүр Ҡотлоев менән мәшһүр Хәкимуллин-профессорҙар айбарлаған концепция буйынса... — тип киҫәтә башлағайны ла Алмаҡаев, Әсҡәр сыйнап бүлдерҙе:

-- Алмаҡай, «ҡан эсеп сөйә» тип аңларға кәрәк һинең ул концепцияны! Ха! Эпостарҙың тыуыу осоро ун алтынсы быуат имеш!

-- Бәлки улар хаҡлылыр ҙа, — тине Басир.

-- Кемдәр?

-- Концепция эйәләре. Ун алтынсы быуат беҙҙең таш быуатыбыҙ булһа, ун өсөнсө быуат башында шағирыбыҙ Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и Йософ» поэмаһы ижад ителмеш осорҙа, бәлки, ысын мәхлүктәр булғанбыҙҙыр...

-- Туғаным, нисек телең бара?.. — тине ике бите уттай янған Дилбәр.

-- Бәй, әйттем бит инде мин үҙемде халыҡ тарихы мәсьәләһендә мәхлүкйән хәлендәмен тип... Ана шул мәхлүкйәнлелегемдән арыныр өсөн, тырышып-тырмашып тарихи романдар кимерә башланым әле һуңғы ваҡытта... урыҫсаға тәржемә ителгәндәрен, әлбиттә. Ҡазан авторы әтмәләгән «Ҡубрат хан» тигән шундай бер мәжмүғәне, бәлки, уҡығанһығыҙҙыр — «башҡорт ҡәүеме» тураһында ла бар унда...

-- Эйе, уҡыныҡ шул, — элеп алды Рәшит Алмаҡаев. — Донъя цивилизацияһының иң юғары кимәлендәге болғарҙарҙың етенсе быуатта Кама йылғаһы тамағына килеп шанлы дәүләт ҡороуҙары хаҡында. Улар шунда шул изге эшкә аяҡ салыусы вәхшәттәрҙе — ҡырағайҙарҙы осрата ла, әҙәмсә аңлата алмағас, себен урынына ҡырып һалып ас бүреләргә ташлай, төнө буйы һөйәктәрен ас бүреләр кимерә, тап бына бындағы Алпаров-коллегабыҙ кеүек... Беҙҙең башҡорт бабаларыбыҙ була ул ҡырағайҙар.

-- Бәй, башҡортсаға тәржемә ителеп, Өфөлә лә баҫылып сыҡты бит ул китап.

-- Дөрөҫ! — Басир тороп уҡ баҫты. — Шул уҡ авторҙың «Илсегә үлем юҡ» тигән икенсе китабын да табып алып уҡыным мин. Быныһында ла баяғы Болғар иле, әммә ун өсөнсө быуаттың башы...

-- Бөйөк шағирыбыҙ Ҡол Ғәли йәшәгән осор.

-- Тап үҙе. Баҡтиһәң, был осорҙа инде болғарҙар дөмә-ҡырағай башҡорттарҙы әҙәмсә аңлай башларға, хатта әйткән берен тоғро эттәй һә тигәнсе үтәргә лә өйрәткән. Башҡорт инде болғар ханының иң тыңлаусан ялпыһы, ялсыһы — Яйыҡ ярынаса һуҙылған шанлы Болғар дәүләтенең сиктәрен мөкиббән һаҡлау хаҡына хужаһы болғар ханының усын ялаусы...

-- Кем яҙған ул мәсхәрәне, тәүфиҡһеҙ!.. — Хатта Мөхлисә ханым да был юлы сәмләнмәй ҡала алманы.

-- Кем яҙһа ла барыбер, исеме — китаптың тышында. Ташҡа баҫҡанға ышанмай булмай, ти торғайны атайым бахыр. Беҙҙең тарих юҡ, тимәк, ысынлап та, вәхшилектән яңы ғына сыҡҡанбыҙ...

Шул саҡ оҙон өҫтәл тертләп-ҡалтыраны, һауыттар шалтыраны.

—Кем әйтә быны?! — Көтмәгәндә Ҡуян Алпаровтың ҡалын тауышы арыҫландай ырылданы, күптәрҙе хайран ҡалдырып. — Кем әйтә?!

-- Бәй, аңлашылманымы ни, ташҡа баҫҡан китап әйтә... Ҡазанда сыҡҡан.

Ҡуянлығын онотоп, Алпаров өҫтәл һуҡты (ләхәүлә!..):

-- Төкөрәм мин һинең ул китабыңа!

-- Иҫеңә кил, Хажиәхмәт, кемгә йоҙроҡ төйәһең?! — Рәшит Алмаҡаев ҡыҙышҡан коллегаһын һыуытырға тырышты.

-- Иҫемдән яҙғаным юҡ!

-- Тимәк, концепцияның башҡорт-болғар бәйләнештәре версияһын танымайһың булып сыға? — Әсҡәр аҫтан үртәне.

-- Ниндәй башҡорт-болғар бәйләнеше? Болғарҙар үҙҙәре саф башҡорт булған хәлдә!

-- Кем әйтә быны, һинме, ҡәҙерле Алпаров?

-- Тарих үҙе иҫбатлап ҡысҡырып тора.

-- Мәҫәлән?

-- Мәҫәлән, бөрйән халҡы, һеҙҙеңсә кем?

-- Бәй-бәй, кем булһын, башҡорт. Бына мин үҙем бөрйән! — тине Рәшит Алмаҡаев. -- Хажиәхмәт, һин үҙең дә ата бөрйәнһең дәһә!

-- Эйе, бөрйән-башҡорт. Бер үк ваҡытта болғар ҙа!

-- Быныһы ҡайҙан килеп тағы?

-- Тағы түгел, ә ғүмер баҡый шулайбыҙ. Уралдағы боронғо төп дәүләтебеҙ Көнбайыш төрки ҡағанаттан бүленеп сығып, алтынсы быуатта Каспий — Аҙау буйҙарына ереккән, етенсе быуатта ханыбыҙ Ҡубрат етәкселегендә Аҙау — Ҡара диңгеҙ буйҙарында гөрләтеп дәүләт ҡорған бөрйән-болғарбыҙ. Алты йөҙ ҡырҡ икенсе йылда Ҡубрат хан донъя ҡуйғас, Византия ҡыҫымынан сигенеп, ике тармаҡҡа бүленеп китеп (ҡәбиләнең уң һәм һул ҡанатына), бер тармағы Ҡубрат улы Аспарух-хан етәкселегендә Балҡан таулы Дунай йылғаһы буйындағы Бөрйән-Болғар дәүләтен төҙөп ебәргән, икенсе тармағы Кама йылғаһы тамағындағы Балҡан таулы Бөрйән-Болғар дәүләтен ҡорған бөрйән-болғар булабыҙ. Был тупраҡты боронғо грек һәм ғәрәп географтары теүәл итеп карталарға төшөргән, Сармат иле тип атаған. Уларҙың һәр әҫәрендә бер рәүешле «Сармат иле — бөрйән ере» тип әйтелә. Шулай булғас, һинең ул китап тип атаған ылғый мәсхәрәнамәләреңдә әйтелгәнсә, бөрйән үҙен-үҙе үлтереп ас бүреләргә ташлаған, йәки үҙен-үҙе ялсы итеп яллаған килеп сығамы? Көлкө!

-- Вай-вай, бына һеҙгә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! — Дилбәр аптырап ҡалды. — Һин, ағайым, теге көндә Ҡондоҙбаевтың ҡабырғаларын һанаған докладыңда ниңә шуларҙың ылғый киреһен һөйләнең?

-- Сөнки шулай бойорҙолар. – Табын гөж-килеп көлдө.

-- Һинең ҡайһы һүҙеңә ышанырға?

-- Ошоноһона.

-- Улайһа ниңә, «Бөрйән» тип түгел, ә «Болғар» тип атағандар ул башҡорт-бабалар дәүләтен? – тине Басир.

-- «Бөрйән» дә, «болғар» ҙа икеһе бер -- Бүре-хоҙайға табыныусы тигән һүҙ, бер үк башҡорт ырыуының исеме — бер үк телдең һөйләштәрендә үҙгәртелеше генә. Икеһе лә ҡушма һүҙ, нигеҙендә «бүре-кеше» тигән мәғәнә ята.

-- Әйтәйек...

-- Әйтәйек, иҫке телдә «бөрөк» әйтелгәп бүре. Шуға «ән» (инә) һүҙен ҡушып әйтһәң (Бөрөк-ән), Бүре-инә (инә бүре) аңлашылған ул боронғо заманда. Тимәк, бер үк ҡәбиләнең әсә-инә бүрегә табыныусы яртыһы, ҡәбиләнең һул ҡанаты. Төрки телдәрҙең тарихи фонетикаһынан яҡшы аңлашылыуынса, Бөрөк-ән һуңыраҡ Бөрөй-ән — Берйән булып үҙгәргән. Шул уҡ ҡәбиләнең ата бүрегә табыныусы икенсе яртыһы, ҡәбиләнең уң ҡанаты, тәүҙә Бөрөк-әр (бүре-ир) аталған да, төрки телдәргә хас р — л үҙгәреше кисереү һөҙөмтәһендә ике өн араһындағы «р» тартынҡыһы бара-бара «л»-ға әйләнеп, «Бөрөк»тән — Бөлөк (Балыҡ, Волк) рәүешен алған, тимәк, баяғы «Бөрөк-әр»ҙән Бөлөкәр — Болғар (шулай уҡ Балҡар) атамалары хасил булған. Шулай итеп, бөрйән менән болғар икеһе бер тиң, бер ҡәбилә — бер халыҡ, башҡорттоң бабалары.

—Ә шул хаҡта ташҡа баҫылған бер-берәй нәмә бармы һуң?

-- Бик тә белгегеҙ килһә, унынсы быуат башында ук бөйөк Болғар ҡалаһында биш мең ғаилә бөрйән тоҡомо йәшәгән, башҡорттоң киң билдәле Үҫәргән, Бүләр, Ғәйнә-тархан, Йәнәй, Юрматы, Юрми ырыуҙары менән бергә. Был биш мең ғаилә бөрйән хаҡында атаҡлы ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙлан үҙе яҙып ҡалдырған.

-- Ә минең белеүемсә, — Рәшит Алмаҡаев арҡыры төштө, — «бөрйән» тигән атама осрамай Ибн-Фаҙлан яҙмаларында.

-- Ә «баранжар» бармы һуң?

-- Уныһы бар, әлбиттә.

-- Бәй, шулай булғас, атаңдың башы кәрәкме тағы һиңә? «Бөрйән» тигән һүҙ бит ул!

-- Ҡайһылай?

-- Бына былай: «Бүр-ән-әж-әр» тип, быуындарына тарҡатып уҡырға кәрәк ул ҡушма һүҙ «баранжар»ҙы. Бында «Бүр» — бүре, «-ән» — сығанаҡ килеш ялғауы, «әж» — әсә, «әр» — ир (кеше), тигән мәғәнәлә. Тимәк, «Бүренән (тыуған) әсә тоҡомдары» аңлашыла. Боронғо телдә сығанаҡ килеш ялғауы исемдең («әж») алдында ла, артында ла ялғанып килә алған, мәҫәлән: ән-әж — әнәж (хәҙерге Әнәс тигән исем, «әсәнән» тигән мәғәнәлә) һәм әж-ән — әжән (хәҙерге Әсән тигән исем, шул уҡ «әсәнән» мәғәнәһендә), Әгәр ошо һуңғы әйткән формалағы «әжән» һүҙе теркәлеп килһә «Бүре»гә, хасил була бәтәбеҙгә билдәле Бүр-әжән — Буржән, Бөрйән ырыуы атамаһы йәғни. Ә икенсе формаһындағы боронғо һүҙебеҙ «әнәж» шул уҡ «Бүре»гә төркәлеп, хасил ҡыла Бүрәнәж — Бүрәнж — ә шуға йәнә «әр» (ир) ҡушылып яһалған күплектәгеһе Бүрәнжәр (баранжар) иһә Ибн-Фаҙлан яҙмаһына ла кереп ҡалған, үҙегеҙ беләһегеҙ. Ә «бөрйән»дең шул уҡ «булғар», «бурғар», «бурған» һәм башҡа игеҙәк атамалары тураһында сурытып та тормайым...

—Хажиәхмәт, ғәфү ит, ут менән уйнайһың бит. — Алмаҡаев Рәшит тағы киҫәтте. — Үҙең уйлап сығарҙыңмы быларҙы, эйе бит? Ҡыҙыҡ әкиәт итеп?

— Һин үҙең ул әкиәт — сүбек сәйнәгес аспирант!

— Боронғо болғарҙың бөгөнгө башҡорт икәнлегенә ни дәлил бар?

-- Ул дәлил — бөгөнгө Урал башҡорттарының теле. Хәйер, таныҡлы тел белгесе, бәлки, миңә ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлатып бирер быны? Арабыҙҙа ана ултыра профессор Мирйәнова Сәүиә ханым үҙе. — Бөтә күҙҙәр бая ғына ошо сәхнәнән «Ғилмияза»ны өҙҙөрөп йырлаған мәшһүрәгә төбәлде.

-- Эйе, — тине ғалимә, аяҡ өҫтө тороп, — тел белемө тулыһынса дәлилләй был тарихты... йәғни болғар-бөрйәндең берҙәйлеген. Бөгөнгө Урал аръяғы башҡорттарының, шул иҫәптән бөрйәндәрҙең, һөйләштәре, төп үҙенсәлектәре буйынса, боронғо болғар теленең төп вариҫы, дауамы булып тора. Фән үҙе раҫлай быны.

-- Булмаҫ, ышанмайым, — тине аранан кемдер.

-- Әгәр ышанмаһағыҙ, төплөрәк белгегеҙ килһә, беҙҙең ғилми үҙәктә ташҡа баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәрҙән уҡып инанығыҙ — бына шуларҙың береһе: Ареальные исследования языкознании и этнографии. Тезисы. Өфө, 1985, 175-176-сы биттәр. Етерме, әллә өҫтәй бирәйемме?

-- Рәхмәт, хәҙергә етеп торор, — тине Басир, — Телебеҙ үҙе шуны дөрөҫләй икән, ышанмай әмәлебеҙ юҡ, сөнки тел ул — туҙға яҙмаған китап, ти торғайны аҡһаҡал олатайым.

-- Ә шулай ҙа уйлап ҡарайыҡ әле...

Әммә Алпаровтың шараптан һуң арыҫланланып ҡаны ҡыҙышҡан, яйлап ҡына ҡуянлығына сигенеү юлы онотолғайны инде. Аспирантҡа ҡуйы ҡаштары аҫтынан емерткес ҡарап, иҫәңгерәтеп һалды:

—Уйлауыңдан ни мәғәнә, концепцияның ҡоло. Әгәр ҙә ышанмаһаң, халҡың тарихын ысынлап белгең килһә, һигеҙенсе — туғыҙынсы быуат ғәрәп географтарының карталарын, аңлатмаларын ҡара. Һис булмаһа береһен — Мөхәммәт ибн Муса әл-Хваризмиҙы89 ғына. Ул ошонан ҡул һуҙымы ғына ерҙә — Сырдарья буйҙарында тыуып үҫкән, тимәк, Урал — Волга буйҙарын да үҙенең биш бармағындай яҡшы белгән.

-- Афарин, Арыҫлан Алпаров, мин был мәлдә һинең алда баш эйәм! — тине Әсҡәр.

-- Минең алда түгел, ә халҡыбыҙ алдында баш эйәйек! — Ауыҙ асып тыңлаған табын йәнләнде — ҡул сабыу һәм бокалдарҙың сыңлауы теүәлләне. Алпаров, эсендәге енде сығарып бөтөп, тынысланды, ҡабат ҡуш яңағын егеп сәйнәргә, һемерергә тотондо.

-- Йәмәғәт, етди генә фәлсәфәләр тыңланыҡ, мейе юлаҡтарына ла ураныҡ. Инде шунан һуң нимә кәрәк — шиғыр! — тине Мөхлисә. Гөрләтеп берҙәм ҡул сабыуҙар был теләкте хупланы.

-- Ана килә Сиҙәмле! Шиғриәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы!

-- Сиҙәмлене һорайбыҙ, Сиҙәмлене!

Тулы айҙай ялтыраған соңҡа тирәһе күбектәй аҡ бөҙрә-көҙрә тирәсле, сикәләре бакенбардлы олпатйән, үҙе лә ҡуша ҡул сабып, ирәүәнләнеп менеп баҫты сәхнәгә. Рәссам бер күреүҙән уны таныны: кисә генә Ыңғырсаҡ Уральский фатирында шаулаған әҙәми зат таһа! Бына микрофонға ауыҙын терәне, тәрән тамаҡ ҡырып, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте.

—Кем был, күркә кикереге кеүек ҡыҙыл йөҙлө әҙәмкәй? — Залды тоҙһоҙ хихылдау һиҫкәндерҙе.

-- Тссс, атаҡлы шағир Абуталип, тиҙәр бит.

-- Сиҙәмле! Күрмәйһеңме ни, сәс лоҡмандары ҡылғанлы ҡыу бүтәгәләй ағарған — шуға күрә лә Сиҙәмлелер инде, бахырҡайым.

-- Бахыр тимә. Пушкиндыҡынан шәберәк бакенбардтары!

-- Әллә шиғырҙа ла Пушкиндан уҙҙыртамы?

-- Тссс! Шиғыр һөйләй!

Аҡ күбекле ҡаштары ҡырт-емерелде, таҙа итеп ҡырған һаҡал төптәренән бөрсөк-бөрсөк йән тирҙәре йылтыраны — ил алдына сығып шиғыр уҡыуҙары бакенбардтар эйәһенә лә еңел түгелдер, күрәһең... Күркә кикереге һымаҡ йөҙөн уғата ҡыҙартып, бакенбардлы яңагын ҡырын янтайтып, үҙенең күп сәхнәләрҙә һыналған «романтик төҫ»өн алды:

-- Шым! Абуталип Сиҙәмлене тыңлайһығыҙ! – тине.

-- Абуталипмы, әллә Буталыпмы? Хи-хи-хи!

-- Шым! — Тоноҡ ҡына дерелдәгән усы менән эйәгендәге тир затын һелтәп ташлап, нескә-моңһоу аһәңле һөрәнләне:


Их!..

Бөҙрә талдар зәңгәр диңгеҙҙәрҙә —

Толомдарын сайҡап эләләр.

«Һандуғасым, ҡара ҡашым!» — тиеп,

Ҡосаҡтарын йәйеп киләләр... —
Тауышы шундай һыҡтаулы, бер үк ваҡытта зәһәр яңғырауыҡлы ине — татлы шарап уртлаған алсаҡ әҙәмдәрҙең йөрәгенә был аһәң, иҫәнгерәтеп, ауыҙ терәгән бокалының ярсыҡтары сылтырап ергә ҡойолғандай тәьҫир итте. Бер ҡатынҡай, бисара, ебәк ҡулъяулығы менән хатта күҙен-ҡашын һөрткөләп алды:

—И йөрәккәйем, ниндәй һағыш эйәһе!

Ул да булманы:

—Афарин, сиҙәм сиңерткәһе!.. — тип, көтөлмәгәнсә көллө залды яңғыратып алҡышланы ҡыҙара бүртенгән Әсҡәр Ҡотлоев. — Абуталип-Буталып, йөрө шулай сәхнәләрҙе тапай-тапай Буталып! — тип, ҡушаматлап та данланы. Шағир йораты, алғы тирмәләрҙең береһендә күҙ йәш һығып һулҡылдаған әлеге нескә күңелле ҡатынҡайға боролоп, түбәнселекле баш эйҙе — ялтасында электр уттары сатҡыланып сәсрәне. Бер ыңғайҙан күҙе менән мәрхәмәтһеҙ Әсҡәрҙе һөҙөп алып, тауыш зыңын бер баҫҡысҡа күтәрҙе:


Бөҙрә талдар зәңгәр диңгеҙҙәрҙә —

Аҡсарлаҡтар осоп ҡуналар.

«Кук сәсәгем, киләсәгем!» — тиеп,

Ҡанаттарын һыуға маналар...


-- Абауғынам, Аллаҡайым, ҡайһылай ҙа йөрәктәрғә үткәҙә!
Ииих-ма!..

Бөҙрә талдар зәңгәр диңгеҙҙәрҙә —

Күҙҙәремә ҡарап илайҙар.

«Шат сабағым — ҡайҙа сабый сағым?

Әллә Айҙа?.. — тиеп һорайҙар...

Ер шарынан Айға арбайҙар...


—Һәй, арбаһы арбалғыры бөйөк шағир Абуталип-Буталып! —Залды йәнә зыңғылдатты Ҡотлоев. — Зинһар, ырғып төш Ер шарынан — китәйек Айға мәтәлеп тә Буталып!

Замананың һуңғы ҡушыуынса кейенгән — күлдәк итәге кендегенән юғарыраҡ тип әйтерлек сикләнгән бер сая ҡыҙ-ҡырҡын йомолоп сәхнәгә атлыҡты, ҡайыш аяҡтарын бөгөп, малайҙарса мөнтәлгән башын муйынында футбол тубылай уйнаҡлатып реверанс яһаны ла күкрәгендә илһамлы сәм ҡуҙғалыуҙан ҡыҙара-бүрткән Сиҙәмлегә сәскә шәлкеме һондо. Сәскә менән ҡуша ҡыҙҙы ҡосаҡлап үбергә өлгөргән Абуталип, һулҡылдаған ҡатынҡайға тағы ла бер баш эйеп, пружиналай һикертмәле аҙымдар менән зал төбөнә — Мөхлисәнең мәжлес тирмәһенә юлланды.

-- Дуҫ кеше, ултыр әле яндарыма, ял булһын йәндәремә! — Әсҡәр ялҡынлы шағирҙы, эргәһенән урын биреп, муйынынан ҡосаҡланы.

-- Шәп яңғыранымы «Бөҙрә талдар»?! — тине, эскерһеҙ ҡыуанысын белдереп, һаман хистәр донъяһында тулҡынған, көллө йөрәктән дөрләгән шағир.

-- 0, иҫ киткес! Эсмәгәндәргә — иҫерткес!

-- Эс киткес тип әйтһәң ни була! – тине Рәшит Алмаҡаев, көлкө шауын ҡуҙғатып. Әммә хистәренән ярым илерек шағир һис иғтибар итмәне:

-- Ниңәлер тамаҡ ҡарлыҡҡан — бөгөн ундай уҡ яңғырамаҫтыр, тигәйнем.

Әсҡәр фужерға шаулатып шарап урғылтты:

—Гүзәлдәрҙән-гүзәл Мөхлисә ханым иҫәбенән сылатып алайыҡсы әле ҡарлыҡҡаныраҡ тамаҡтарҙы, дуҫ кеше!

Иҫермәй ҙә, айнымай ҙа, тулыр-тулмаҫ стакан кеүек даими бер ҡыҙмаса — «музыкаль» кимәлдә йөрөүсән шағир шарапты бер һелтәнеүҙә тамағына түңкәрҙе, Басир менән Дилбәр яғына төбәлеп, елләнеп йырлап ебәрҙе:


Нисек килдегеҙ һеҙ беҙгә,

Батмайынса диңгеҙгә?

Ҡәҙерле ҡунаҡ һеҙ беҙгә,

Беҙ нисек икән һеҙгә?


Табындағылар, хозурланып, бокал күтәргән арала, Абуталип Сиҙәмле йәнә Әсҡәр дуҫының ҡолағына «өрөргә» лә өлгөрҙө:

-- Алмай...

-- Нимә?

-- Тамаҡтың ҡарлыҡҡанын алмай. Ҡырҡыуы түбәнерәк.

-- «Ҡырҡлы»рағын көҫәй, тиһеңме йәш күңел?

-- Эйе шул.

-- Ижаб ҡабул иттергәнсе түҙ, ҡыҙым, абыстай булырһың, тип әйткән, ти, әсәһе... Бына шулай. Әрмәнский коньяк бирмәйҙәр бында, — тине Әсҡәр. Саркисяндың быға ҡолағы «ҡарп!» итте: турғай башындай суҡ мыйыҡ биҙәгән кеселекле ихлас йөҙөн Әсҡәргә бороп, табынды һиҫкәндерҙе:

-- Кацо, миңә ҡунаҡҡа килегеҙ, ултыртам ящик коньяк! Ул бөтһә, ултыртам ящик ҡаймаҡ!.. — Бокалдарҙы сайҡалдыртып йәнә ихлас көлдөләр. Сәхнәлә һыҙылып ағыла башлаған ҡурай моңо шул арала өҙөлөп, күптәр өсөн радионан таныш булған уҙамандарса ҡырыҫ, көр тауыш яңғыраны, баштарҙы үрә ҡатырҙы. Текә ҡарурман ҡырындай киртләсләнеп ҡалҡынған шырт сәсен көрәктәй ҡулы менән артҡа һелтәп, һөйәге йәнселеп эскә батҡан яҫы шаҡмаҡ маңлайлы, янып торған шағыр күҙле, тауҙа үҫкән төп имәндәй йыуантыҡ кәүҙәле, суйындай ҡара-йылтыр йөҙлө бәһлеүән әллә ҡайҙан баштар өҫтөнән залға бөркөттәй сая ҡараш ташланы:

-- Ҡәҙерле башҡорттарым, үҙемдең өр-яңы әҫәремде бүләк итәмен һеҙгә! — Күк күкрәү дәрәжәһендә ҡалын дөһөрләп (бына-бына йәшен уҡтары сытырлап китер төҫлө) репертуарын иғлан итте был нәүбәттәге шанлы шағир ауазы. — «Һандуғас һәм револьвер»... Һуңғы поэмамдан ҡайһы бер фрагменттар... — Аҙаҡкы һүҙҙәрҙе, ниңәлер, матәмле-трагик аһәңдәргә мансыны.

-- 0! Ыңғырсаҡ Уральский! Эшсе-шағир!

-- Ыңғырсаҡ? Ниңә арҡалыҡ түгел?

-- Тссс!


-- Тай типкәнме юғиһә — маңлайына ни булған?

-- Тссс, кирбес төшкән. — (Дилбәр терт итеп ҡалды). — Ул бит элекке ташсы...

—Ой ҡайһындай ҙа аһәңле Уральский — үҙендә Урал тауышы!

Басир, ҡыҙыҡһыныуы ҡомарып, тиҙҙән үҙе портретын яҙасаҡ ҡарасуйын ҡиәфәтте байҡаны. Уральский Күк күкрәүле Урал тауышын киренән тәбиғи яңғырашҡа ҡайтарҙы, «Элек үҙем менән бергә эштәгән ташсы дуҫтарыма арнайым был йырымды», — тине. Кәрәккәндә түбәнәйтеп, кәрәгендә күтәреп, ҡайһы саҡ тамам тынып, ысын нәфис һүҙ маһирлығы менән һамаҡларға кереште:


Һан юғалды һары һандуғасҡа,

Һайрауҙарға һомғол көн бөттө.

Төштәремә ҡара ҡарсығаның

Ҡарғыуҙары кереп миктәтте...


-- 0! 0!

-- Бына һеҙгә ыңғырсаҡ, бына һеҙгә арҡалыҡ!

-- Ыңғырсаҡ ҡына түгел, ә көмөш ҡашлы эйәр!

-- Тссс!
Һандуғасы үлде бәғеремдең —

Револьверым ҡурғаш төкөрҙө.

Еңгәләрем, ғәфү итерһегеҙ,

Өҙгән өсөн аҫыл ғүмерҙе...
Зал ҡабат иҫенә ҡайтып, ҡул саба башлап, ҡыҫҡа юбкалы сая ҡыҙ сәскә тотоп сәхнәгә атлыҡҡанда, ярһыу шағир Ыңғырсаҡ Уральскийҙан елдәр иҫкәйне инде. Фәҡәт уның йәмерәйеп йәнселгән яҫы маңлайы, шырт ҡарурман сәсле дүрткел башы ғына рәссамдың ҡуйын дәфтәрендә ҡабалан-һаран һыҙаттар менән һүрәтләнә биреп ҡалды ла «сиҙәм шағиры»ның ҡәләмдәшен оҙатыу сәләме яңғыраны:
—Их! Еңгәләрем тирмәне —

Тағы ла тарта бирмәне!..


Кемдер ихлас күңелдән һулҡылданы:

-- Фажиғәле мөхәббәткә тарығандыр ул, бахыр...

-- Иҫ китмәле! — тине Дилбәр. — Ниндәй йәл: шағир менән яҡындан таныш түгелмен.

Ҡыҙҙың алһыуланған йөҙөнә баянан биреле текләп ултырған Әсҡәр түҙмәне: дөбөр-шатор ҡалҡынып, яҡыныраҡ һырышты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тынғы белмәй һемерелгән шарап ялҡыны башына ҡаба яҙып, ул ниндәйҙер тиле Ыңғырсаҡ Уральскийҙы нәзәкәтле Дилбәр-туташтың иғтибарына биреп ҡуйырға теләмәй, быны уның егетлек зиты күтәрә алмай ине.

-- Хөрмәтле Диләфрүз-туташ! Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин һеҙгә уның өй адресын, телефон номерын дәфтәрегеҙгә үҙ ҡулым менән ядкәрләп ҡуйыр инем...

-- Әлләсе... Берүк... — тине Дилбәр, Әсҡәр йөҙөнөң йылы ипкенен сикәһендә тойоуҙан эҫеле-һыуыҡлы булып. Әсҡәр, ҡыҙҙың ҡуйын дәфтәренә эйелеп, сыймаҡлай ҙа башланы. Затлы алтын ручкаһы иһә ҡыя нурҙар сатҡылатып, күҙҙәрҙе сағылдырҙы. Ҡыҙарынған ҡыҙ түбәндәгеләрҙе уҡыны: «Илаһиәм минең! Һеҙ — был табындың фәрештәһе!» Ҡыҙҙың ҡапыл ҡолаҡтары шауланы, түңәрәк зал, өҫтәл-табындары менән ҡуша, зыр-әйләнә башланы. Ни өсөндөр, үҙе лә белештермәй, ырғып торғайны, соңҡаһы менән ыңҡылдатҡансы йөнтәҫ моронға төкәлеп, сәрелдәп ебәрә яҙҙы: әлеге лә баяғы бәндә Мыйыҡ, ҡыҙ елкәһе аша Әсҡәрҙең алтын ручкаһына күҙҙәрен тызырайтып, һерәйеп торған имеш...

-- Һөмһөҙ! Шымсы! — Ярһыуынан үҙ-үҙен белештермәне Дилбәр.

-- Ғәфү итегеҙ!

Башын баҫып шымып ултырған Хажиәхмәт Алпаровтың ултырғысы һыҡтанып шығырланы, дарылай дөрләп-ҡабынмалы ярһыу тауышы бокалдарҙы сайҡалтты:

-- Вон бынан, КГБ темеҫкене! — Шаҡ-ҡатырып, Ҡуян тағы йоҙроғон өҫтәлгә һуҡты. — Минең нимә ашағанымды, эскәнемде еҫкәнеп, Хәкимуллинға ошаҡларға килдеңме?! — Алдындағы бокалды услап алып, Мыйыҡҡа бәрергә итте —тотоп ҡалдылар.

-- Ләхәүлә, Ҡуян ҡупты! — тип көлдө кемдер.

-- Арыҫланға әйләнде! — Шул арала Мыйыҡ сығып та һыҙҙы, артынан Әсҡәр йүгерҙе.

-- Арыҫланланма, Алпаров! Шефың ишетеп ҡалһа, үҙеңде ни эшләтер!

-- Сөскөрҙөм мин уларға!

-- Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллинғамы?

-- Барыһына ла!

Ялҡынға май ҡойҙолар:

— Ҡуянлығыңды оноттоңмы, Хажиәхмәт?

-- Кем ҡуян?!

-- Тереләй, хатта бөртөк тоҙ ҙа һипмәй, сыйылдатып йотасаҡ ул һине, ха-ха-ха! — Була яҙған арыҫланды был киҫәтеү ҡапыл-ғара ҡалтыратып, кире ҡабат Ҡуян хәленә ҡайтарҙы — Алпаров шиңеп төштө. Мәрәкәләп көлөү аҫтында табындан уҡ ҡубынып, артына әйләнеп тә ҡарамай, ҡойроҡто һыртҡа һалды.

-- Их-ма! Башы айнығас, нисәмә балаһы барлығы иҫенә төшөп, ҡурҡышынан тилергәнсә эсә лә тағы айнытҡысханаға ҡаба инде был коллегам Ҡуян... — Үртәләнде Алмаҡаев. Ике сикәһе ҡыҙарған, йоҙроҡтары йомарланған Әсҡәр елтерәп килеп инде:

-- Мыйығынан аҫып ҡуя инем жуликты, бәхете: үҙйомошханаға инеп бикләнде.

-- Ә һин уны тыштан терәтәһе лә шундағы ҡыҙыл төймәгә баҫаһы ине. Дөбөрләп килеп етер ине милиция!

Һуңғыһына Саркисяндың ҡолағы ҡарп итте:

—Зачем милиция, кәрәкмәй милиция!

— Ярай, туғандар, болотһоҙ көндә бола күтәрмәйек әле. Бер ниндәй ҙә жулик та, шымсы ла түгел, ә анауы күрше тирмәлә генә күңел асыусы ирәүән бит ул, — тине Мөхлисә. — Рәхим итеп ултырышайыҡсы, туғандар, табын ҡото осмаһын. Берәй йоморо һүҙ әйтәһегеҙме әллә тагы, хөрмәтле Абуталип туған?

Таяҡ тыҡҡан ҡорт күселәй туҙғыған табын кире ултырышҡанда, мәжлестең маҙаһы китә башлағайны инде. Өҫтәүенә, ишек төбөндә аңғармаҫтан шау-шоу ҡубып, йәнә иғтибарҙы һүрҙе. Баҡтиһәң, яңы килгән клиенттарға урын юҡ, ә уткүрше бер тирмәлә өҫтәл яны яртылаш буш: өлгөр Саркисян алдан алып ҡуйған да Мөхлисә табыны менән бер ҡатарҙан үҙенең шәхси автономиялы мәжлесен ҡорған.

-- Был ни хәл? Ниңә беҙ баҫып торабыҙ, ә ҡайһы берәү бер үҙе биш ултырғыста ултыра? – тине урын даулаусы.

-- Сөнки ул иптәш алдан алған тирмә был.

-- Ниңә уның аҡсаһы алдан йөрөй? Беҙҙә лә совет һумдары!

Иптәштәре тотанаҡланы:

-- Беҙҙең һымаҡ, станоктан килмәгән шул. Шуға күрә алдан өлгөргән!

-- Май сүлмәге тышынан ук билдәле — баҙар ҡомағы!

-- Юҡты һөйләмәгеҙ! — тине Мөхлисә-ханым. — Беләһегеҙме, кем ул Саркисян иптәш? Үҙ иленең хөрмәтле хеҙмәт эйәһе — бына ул кем! Ылғый һеҙҙең кеүектәрҙең табынына йылы яҡтың ҡояшлы еләк-емештәрен эркелдерткән егәрле колхозсы.

-- Колхозсы кеше йыл уратаһына ҡала баҙарында ураламы?

-- Колхоздары тарафынан шуның өсөн ебәрелгәс, ниңә уралмаһын? Өҫтәүенә, әгәр ҙә белгегеҙ килһә, Саркисян иптәш — ошо үҙегеҙ яратҡан «Ярлауыҡ» ресторанының ҡайһы бер төҙөлөш эштәрендә лә актив ҡатнашыусы ул.

-- Беләбеҙ уның «ҡайһы бер төҙөлөш эштәре»н!

-- Баҙарҙа беҙҙе тереләтә тунап ала ла усығыҙға алтын ялата! ОБХСС ни ҡарай, милиция ниңә йоҡлай?

Бокалынан уртлап ҡына ҡолаҡ ҡымтып тыңлаған Саркисян тыныс ҡына ҡуҙғалды, ҡул ишараһы яһап, эстрадала «Сулико»ны көйләп торған йырсыны, оркестрҙы туҡтатты, табындарға итәғәтле ихтирам ишараһы күрһәтеп әйтте:

—Ҡәҙерле ағай-эне, шундай ләззәтле көйгә ойоп хозурланыуығыҙҙы бүлдереүем өсөн гәфү итегеҙ, ләкин мин был ишек төбөнән ишетелгән һөмһөҙ ялаға түҙеп тора алмайым! Хөрмәтле идарият90, ниңә ул хулигандарға ҡаршы төплө сара күрелмәй? Урамдағы постовойҙы саҡырығыҙ. Кем ул унда абруйлы ОБХСС-ты һәм беҙҙең һөйөклө милицияны яманлап мәсхәрәләй?! Һеҙгә әйтәм, ғауғасылар! Әллә һеҙ Совет власына ҡаршымы?!.

-- Һинең кеүек баҙар ҡомағына ҡаршы беҙ!

-- Ҡомаҡ ҡына түгел — ике аяҡлы ҡараҡ! Ҡара һин уны — ауыҙынан алып бармаҡ остарынаса алтындан ялатылған, танауын ғына алтынлатаһы ҡалған!

-- Уның ҡыҙыл танауы былай ҙа алыҫтан уҡ ялтырай. Ҡараҡтың башында бүрке яна, тигәндәй.

Мөхлисә ҡайҙалыр китеү менән идарият вәкилдәре милиция эйәртеп килеп инде:

-- Граждандар, эш ниҙә? Кем шаулай?

-- Хөрмәтле старшина иптәш, бер кем дә шауламай бында, — тине ҡойоп ҡуйғандай килешеп торған костюмы, тура һыны, дүрткел ҡара мыйығы аҫтынан ихлас йылмайыуы менән тәртип һаҡсыһын арбарға өлгөргән Саркисян.

-- Документтарығыҙҙы рөхсәт итегеҙ.

-- Рәхим итә күрегеҙ: бына паспорт, бына хәрби билет.— Ҡатырғыларҙы энә күҙәүенән үткәргән милиционерҙың эсбауырына инеүҙе дауам итте. — Бына бында тирмәгә — табынға рәхим итегеҙ, старшина иптәш, ултырып һөйләшәйек. Ризығыбыҙҙан етешегеҙ. — Старшинаның, өҫтәлгә күҙ һалып, һалҡын йөҙөнә йылылыҡ өҫтәлеүен абайлаған табын эйәһе ҡыйыуыраҡ дауамланы. — Бына күрәһегеҙ бит: ниндәй культуралы халыҡ ял итеп ултыра бында — шау-шоу ҡуптарырға һәләтлеме ни улар? Идарият та дөрөҫләр: шау-шоуҙы ана тегеләр — ишек төбөндәгеләр ҡуптарҙы, эйе бит?

-- Дөп-дөрөҫ. — Эйәк ҡағып тотанаҡланы идарият вәкилдәре.

-- Беҙ был гүзәл тирмәне законлы рәүештә биләйбеҙ: йәнебеҙ һөйгән дуҫтар менән һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырырға. Ә буш урындар иһә килер ҡунаҡтарыбыҙға тәғәйенләнгән: рәхим итегеҙ, һеҙ ҙә ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ана теге ишек төбөндә торған, бая ғына шунан оторо һөрәнләп, барыбыҙ өсөн дә оло хөрмәтле ОБХСС-тың, милицияның һәм минең өҫкә бысраҡ яуҙырып маташыусы аңһыҙ гражданды ла мин табыныбыҙға кеселекле саҡырам: кил, аңһыҙ граждан, рәхим ит, хөрмәтле ҡунағым бул. Һин бит үҙеңдең бысраҡ ялаңды керһеҙ ОБХСС-ҡа, миңә һәм хөрмәтле милицияға ныҡлап уйлап еткермәйенсә яңылыш яҡтың, шулай бит? Ҡыйын булһа ла, шуны кире алырға, беҙҙән ғәфү үтенергә тура килер һиңә, ҡәҙерлем.

Милиционер үҙ сиратында ишек төбөндәгенең дә документын тикшереп, «яла» тураһында ныҡлап төпсөндө.

-- ОБХСС йоҡлай, милиция ҡарамай, ә баҙарҙа хеҙмәтсәндәрҙең кеҫәһен ҡомаҡ кимерә, тип әйттем, бына шул.

-- Ҡәҙерле старшина иптәш, мин ул аңһыҙ граждандың ерлекһеҙ фәлсәфәһенә инде иғтибар итмәйем, кисерәм. Ләкин бына был, — Саркисян алтын балдаҡтары йылҡылдаған ҡулы менән залды әйләндереп күрһәтте, — мөхтәрәм вә ғәзиз граждандар алдында ундай нахаҡ яланы ҡайһылай күтәрермен?.. Шуға күрә бөтәһенең күҙе алдында минең кем икәнлегемде, рәсми рәүештә, бына был ҡануни документтарҙан тикшереп ҡарауығыҙҙы һәм дөрөҫләүегеҙҙе үтенәм. Бына минең тыуған илем ҡояшлы Абхазияла «Казбек» исемле миллионер колхоз ағзаһы булып тороуымдың, һеҙҙең ҡалала шул колхоздың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләүемдең танытмаһы. Эйе, минең эш социалистик баҙарҙағы намыҫлы сауҙа менән бәйле: миллионер колхозыбыҙҙың егәрле ағзалары ҡайнар тирҙәрен түгеп үҫтергән хеҙмәт емештәребеҙҙе һалҡын Урал киңлектәренә килтерәм дә колхозыбыҙ билдәләгән кооператив хаҡҡа һатам. Ҡалағыҙҙың хеҙмәтсәндәрҙе туҡландырыу төйәктәрен — шул иҫәптән ошо үҙегеҙ ултырған зиннәтле вә һиммәтле ресторанды ла — ожмах емештәре менән тәьмин итәм: табынығыҙҙағы нәҡ ҡояштай балҡып янған әфлисундар, лимондар ана шул мин фәҡирегеҙҙең хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Бына минең тыуған колхозым ҡырҙарында бала саҡтан уҡ ҡайнар тирҙәремде түгеп эшләүемде баһалап, дәүләтебеҙ биргән оло награда — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кенәгәһе. Бына минең үҙемдең .дә йортом алдында үҙ көсөмдө һалып үҫтергән еләк-емеш баҡсам барлығын, унда өлгөргән байлыҡтарҙы киң Ватанныбыҙҙың теләһә ҡайһы мөйөшөнә лә илтеп һатырға хоҡуғым барлығын дөрөҫләгән танытма. Эйе, хәлле йәшәйем мин, әммә был минең хәләл хеҙмәтем менән яуланған хәллелек — бөтә совет халҡы быға хоҡуҡлы! Анау ишек төбөндә ғауғалаған, аң кимәле түбәнерәк граждан иһә минең алтын тештәремә, алтын балдаҡтарыма иғтибар итте, уларҙы ла ниндәйҙер шик аҫтына алырға маташты. Ләкин был аҫыл ҡашлы йөҙөктәрҙең һәр береһенең оҙон ғаилә тарихы бар — улар миңә бер-нисә быуын ата-бабамдың изге мираҫы булып килгән һәм минән дә балаларыма, ейәндәремә ҡалыр. Ә алтын тештәр мәсьәләһенә ҡағылһаҡ, гигиена һәм һаулыҡ өсөн әһәмиәтле ул «ҡоролма»ны (уның нәҡ шулай икәнен был аңһыҙыраҡ граждан үҙе ҡартая башлағас ҡына белер!) һәр бер совет кешеһе теләгән бер стоматология үҙәгендә, тейешле хаҡын түләп, әлбиттә, сүкетеп ҡуйҙырта ала. Теләһәм, шау алтын ялатылған «Волга» һатып алырмын — хеҙмәт аҡсаларым хәләл! Тағы ла башҡа документтар кәрәкме?

-- Аңлашылды, — тине милиционер һәм ҡаршы яҡҡа төбәлде. — Граждан, насар ҡылығығыҙ өсөн ғәфү үтенегеҙ хәҙер үк.

-- Үтенмәһәм?

—Протокол төҙөргә мәжбүр булам. -- Һуңғы мәғлүмәт дәғүасене шомландырҙы.

-- Протокол кәрәкмәй, — тине Саркисян, — беҙ унһыҙ ҙа табырбыҙ уртаҡ телде — икебеҙ ҙә саф хеҙмәт кешеләре бит.

-- Ярай, — тине кинәт кенә шиңеп төшкән, ҡолаҡ төптәренәсә ҡыҙарынған «аңһыҙ граждан», — ғәфү үтенәм.

-- Мин дә ғәфү итәм. Бына шулай, хөрмәтлем, икенсе юлы уйлабыраҡ һөйләрһең. Ә хәҙер кил, ултыр, һыйлан — ҡәҙерле ҡунағым бул! — Ҡәнәғәт йылмайған Саркисяндың мөһәбәт һыны күптәрҙең күңелен болартып, еңеүенән олпатланған яғымлы тауышы ҡолаҡтарға яғылды. — Бына шулай ул, иптәштәр! Донъя-ғәләм белеп торһон! Саркисян яһил АҠШ президенты түгел – һалҡын һуғыш ҡабыҙмай. Саркисян менән һәр саҡта ла теләгән бер мәсьәлә буйынса ла йәтеш уртаҡ тел табырға, һыйышып йәшәргә була! — Кемдәрҙер ҡысҡырып көлдө, кемдәрҙер ҡул шапылдатты — ҡабат алсаҡ музыка, күңелле шау-шоу ҡупты. Шаңғыртып танго таҫмаһы тарттырғайнылар, ҡәнәғәтле йылмайған Саркисян егеттәрсә Дилбәр алдына баҫты ла ҡушарлап бейергә ҡупшылыҡлы үтенде. Дилбәр ризалыҡ белдергәйне, йәһәт «ҡороҡлап» та алды, әйләнеп-тулғанған бейеүселәр араһынан талғын ғына өйөрөлтөп алып китте. Үҙен бында атлыҡтырып килтергән, йөрәгендә төйнәлеп торған һорауын бирергә теләгәйне Дилбәр.

-- 0 Дилбәр һылыу, һеҙҙең менән бейеү бәхете миңә лә насип булды! — тине Саркисян.

-- Яҡынданыраҡ таныша торайыҡ, тинем — бергә эшләйәсәкбеҙ бит.

-- Аңлабыраҡ етмәйем, ҡәҙерле Дилбәр һылыу.

-- Ниңә, Йыһандар Хәкимуллин ағайым һеҙгә әйтмәнеме ни? Ерәнсә-сәсәндең төҫ-ҡиәфәтен бергәләшеп тергеҙеу хаҡында һүҙ бара. «Төп нөсхә» ҡасан ҡул араһына керер?

— Нимә?


—Сәсәндең...

Саркисян иҫенә килде:

-- 0 да! Әлбиттә, әлбиттә! Минең юлбаҫарҙар, — о, пардон! — юлбарыҫтар унда ҡаҙыныу эштәре башларға әҙер. Арба юлы төшөү менән...

-- Ислам дине фанатигының баш һөйәге ниңә кәрәк булды һеҙгә? — Дилбәр «Сулико» көйө яратыусының күҙенә тура ҡараны.

-- Кем әйтә ислам дине тип?

-- Профессор Хәкимуллин, мәҫәлән. Һәм башҡалар, һәм башҡалар.

Саркисян дүрткел мыйығын һикертеп көлдө:

-- Быныһы беҙҙең файҙаға. Улар шулай әйтә торһон, ә беҙ эште ослайыҡ. Ҡәҙеремде белһәгеҙ ине, ҡәҙерле Дилбәр һылыу, мин бит һеҙҙең ҡулға алыҫ мәжүсилек осоро ҡомартҡыһын тоттортам!

-- Уның улай икәнлеген ни рәүешле билдәләнегеҙ?

-- Бик ябай. Әгәр ул уба һеҙ әйткәнсә ислам дине фанатигыныҡы булһа, әүлиә зираты тип атарҙар ине уны, шулаймы? Быныһы бер. Ә икенсенән, ислам осоро булһа, уның һөйөклө әбекәйе Бәндәбикә, ҡатын-ҡыҙ енесе булараҡ (ислам дине ҡатын-ҡыҙҙы кешегә һанамай!), бөтөнләй ҙә хәтергә алынмаҫ ине. Һәм «әүлиә зираты» янынан бөгөнгәсә Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡарғалары өҙөлмәҫ ине.

-- Һәр йыл һайын, ҡара ер асылыу менән, фанатиктар уратып ала, тип яҙалар ҙаһа.

-- Дөрөҫ. Ләкин ниндәй фанатиктар, тип һорар инем һеҙҙән. Уларҙың унда нимә һөйләгәнен, уҡығанын тыңлағанығыҙ бармы?

-- Ҡөрьән сүрәләре сығаларҙыр, моғайын.

-- Ха-ха-ха, һәр мәктәпкә дәрес итеп индерергә ине ул «сүрә»ләрҙе — Ерәнсә-сәсәндең үткер көләмәстәрен!

Ҡыҙ пырхылдап көлдө лә, ғәфү үтенеп, уҙамандан ысҡынды — инде Йыһандар ағаһын күрәһе бар. Ысынлап та, ылғый көлкө: кисә генә ул уға Ерәнсә-сәсәндең ислам диненә тиклемге шәхес икәнлеген дәлилләр өсөн күпме уҡ һәм һөңгөләрҙе һындырҙы, ә дәлил тигәнең шундай яп-ябай ҙаһа!

Мәжлес ҡоро тарала башлағайны инде. Ахыры, хушлашыу һуҙен әйтеп, юл аяғын күтәреп, хужабикә үҙе лә Басир, Дилбәрҙең ҡоронда ҡуҙғалды:

-- Әллә ниңә башым да сатнап тора бөгөн, һеҙҙең менәнерәк эрәүәйем әле, — тине ул. — Эш бүлмәмә инеп, саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, балаҡайҙарым: ҡайһы бер нәмәләрҙе барлап киләйем.

-- Дилбәр-Диләфрүз туташ, үҙегеҙҙе небоскребығыҙғаса оҙатып ҡуйыуҙы азаматлыҡ бурысым һанайым бөгөн! — Әсҡәр Ҡотлоевтың алсаҡ тауышы. Дилбәрҙе албырғатып, апаһы яуапланы:

-- Юҡ инде, бөгөн беҙгә азаматтар кәрәкмәй. Күрәһегеҙ бит: ике яғынан икебеҙ — ташҡаялай йәнуҙаҡтар91 булғанбыҙ.

-- Улайһа мин өсөгөҙҙө бергә һаҡлап барайым.

-- Үҙемде генә айырым һаҡламағас, кәрәкмәй! — Ҡыҙ шулай тигән булды.

-- Әсҡәрчик, хуш! Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле туғандарым, иң яҡшыһы — икегеҙҙе үҙем йәнуҙаҡлайым.

Төркөм-төркөм ыңғайлаған ҡунаҡтарҙы урамғаса оҙата биреп барҙылар.

-- Эй! Ҡайҙа пропал Ҡотлоев? — Алдағы төркөм араһынан, әйләнеп ҡарап, һөрәнләне Саркисян.

-- Мин бында. Әллә бриллианттарыңды талайҙармы?

-- Кацо, мин ундайҙарҙың үҙҙәрен эт итеп талармын. Һуң булмаҫ борон, ҡушыл беҙҙең өйөргә! Их, Остап Бендер ҡорҙашым әйткән Рио де Жанейролағы кеүек, һемерек килеш руль тотоп ултырып булһа ине! Был бәхетһеҙ баштарға такси аңдырға ҡала.

Әсҡәрҙе һынабыраҡ:

-- Ә мин һеҙҙе атайығыҙҙың «Волга»һында килгән икән тип торам, — тигән булды Мөхлисә.

-- Атайҙыҡын ат типһен, шиғриәтебеҙҙең ғорурлығы Абуталип-Буталып әйтмешләй. Әйткәндәй, ул үҙе ҡайҙа әле?

Әллә ҡасан табанын ялтыратты. Ҡырҡ градуслыһы булмағас ни...

«Кавказ кешеһе» оло юлға йүгерҙе:

-- Алло, такси! Беҙгә кәрәк много-много такси!

-- Ярай, йәнуҙаҡ һанамағас, хушығыҙ. — Ҡотлоев төркөмдән бүленде. — Йән дуҫтарым һау булһын — хәҙер йә «Жигули»йын, йә «Волга»һын сығартам аҙбарҙарынан. — Телефонға йүнәлде.

Телефон-автомат өшәләгендә бәхет һынап торғаңда, бүректәрен баҫып кейеп, пальто яғаларын торғоҙоп, ҡултыҡ аҫтарына ғәләмәт ауыр төргәктәр ҡыҫтырып, ашыҡ-бошоҡ төпкә ҡарай үтеүсе ике әҙмәүер йәлеп итте иғтибарҙы, Әсҡәр уларҙы бер ҡарауҙан таныны. Телефонда һандар йыйыуҙан туҡтап, терһәк менән ипләп кенә ишекте тышҡа этәрҙе.

-- Сереп бөткән ата-бабаларың әйтмешләй, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: «һары ҡабаҡ» кисекмәҫтән усҡа керергә тейеш.

-- Ниңә ҡабаҡ тиеп мәсхәрәләйһең?

-- Табак тиергәме инде, алайһа?

-- Арыҫлан менгән Урал батыр һыны ул, шау-алтындан!

-- Шыш! Телеңде ҡыҫҡартырмын! Мин әйткәнсә лыҡылда! Юғиһә, һиңә, урыҫ туғандарың әйткәнсә, крышка! — тине иптәше.

-- Туҡта әле, ҡулдан шыуып төшөп бара быныһы, шайтан алғыры. Саҡ ҡына ипләп алайым. — Өшәләк артына боҫоп, төргәктәрҙең ҡағыҙын ҡыштырлаттылар. — Уф! Бысағымамы ни был газ баллондары, Саркисян? – Абуталип Сиҙәмленең ярым иҫерек тауышы.

-- Күпте белһәң, тиҙ ҡартайырһың, тип тә әйткән аҡыллы ата-бабаларың. Шуны әшкәрт һин миңә: тигель ниңә тотҡарлана?

-- Яубаҫаров еҙнәйемдән тора бит: заводынан һаман ҡайтартмай.

-- Әгәр мин әйткән ваҡытҡа килтереп еткермәһә, еҙнәйеңә лә крышка. Заводынан ул ағыҙған шыйыҡлыҡҡа тонсоғоп үлгән Ағиҙел алабуғалары һәм шулар менән ҡуша «теге донъя»ға эрәүгән балыҡсы ағай һағыныслы сәләмен күндерә, тиң. Еҙнәң аҫтына шәреләнеп керәсәк был мәғлүмәттәр йәмғеһе бергә тупланып, конвертҡа һалынып, адресы яҙылып, тейешле сәғәттә тейешле урынға тапшырылыуҙы көтөп кенә ята, тиң. Әйткәндәй, ул конвертҡа Яубаҫаров еҙнәйеңдең заманында Булаттимер Шаһибәрәков өҫтөнән яҙған шанлы шикәйәтнамәһенән теүәл күсермә лә тәңкләп теркәлгән!

«Бына һеҙгә кәрәкһә, был ярым әрмән, ярым грузин тигәнебеҙ үҙебеҙҙең әсәй телендә лә үҙебеҙҙе һатып ебәрерлек лыҡылдай белә икән дәһә!» — тип баш сайҡаны Әсҡәр Ҡотлоев, йәшерен мәғәнәлә барған әңгәмәне аңлай еткерә алмай.

—Тәпәйлә! Ошо ығы-зығылы мәлдә кереп ҡалайыҡ! — тине Саркисян. Әсҡәрҙең оторо ғәжәпләнеүенә ҡаршы, «хужалыҡ ҡоролмалары» тип тамғаланған бикле ишекте еңел генә астылар ҙа мәмерйәнең төпкөлөнә үттеләр. Бына һеҙгә кәрәкһә, такси тотоп ҡайтып киткән ҡунаҡтар!.. Ниңә әйләнеп килгәндәр, ниндәй «һары ҡабаҡ», ниңә газ баллондары? Һәм ниндәй тигель, ниндәй металл иретергә уйлайҙар?..

—Абуталип-Буталып! Асам-Кисәм! Ҡайҙа олаҡтығыҙ? — тип һөрәнләне егет, тик тегеләр эҙҙәрен һепергәйне. Саркисяндың йәйен-ҡышын «Ярлауыҡ»ты дефицит мал — субфруктылар менән тәьмин итеүен, үҙ сиратында, Мөхлисә ханымдың махсус рөхсәте буйынса, баҙарға сығарасаҡ әрйә-әрйә әфлисун һәм лимондарын да тап ошонда — ресторандың бер тигеҙ һауалы мәмерйә баҙында һаҡлауын белә ине. Әммә, иҫерек Абуталиптың Урал батырҙы телгә алыуын ғәҙәти шапырыныуы итеп һанаһа ла, әфлисун маһирының «ҡабаҡ» менән эш итергә тотоноуын башына һыйҙырманы -- кемгә кәрәк булды икән ул ашамлыҡ? Моғайын, әфлисунлы баҙға инеп, әрмән коньягы эсергә киткәндәрҙер. Тамаҡ айыралар!.. — Әсҡәр ҡыҙышып арттарынан эҙәрләне, мәгәр әшнәләрҙән елдәр иҫкәйне. Ҡайҙа юҫыҡларға белмәй, тирә-яғын байҡанды -- төрлө тарафҡа тупиктар һуҡыр эсәкләнеп һуҙылған. Һыра мискәләре, әрйәләр, морожный һандыҡтары аунап ятҡан, ярым-йорто яҡтыртылған тоннелдән бара торғас, бетонлы юл өҙөлөп, аяҡ аҫты көрпәкләнеп, дөм-ҡараңғы тәбиғи мәмерйә алҡымына тарығанын һиҙмәй ҙә ҡалды егет. Һауаһы иркенәйеп, һалҡынайып, һиллек баҫырауланы, ҡайҙандыр секунд арауығы менән тамған япа-яңғыҙ тамсының ғына мәңгелекте һанауы ишетелә. Ут тоҡандырғысты саҡты, мәмерйәгә әсе бензин аңҡыны. Тау ҡуйыны дәррәү яҡтырып киңәйҙе лә күләгәләр уйнаны, ә түшәме күҙ етмәҫ бейек ине. Ҡайҙа олағып өлгөрҙө был Абуталип менән Армен?!. Зәғиф утты башы осонда яҡтыртып бара торғас, нәҙек һуҡмаҡ бер-нисәгә тармаҡланып, йыландарҙай төрлө яҡҡа тартылды. Ҡайһыһынан олаҡты теге икәү?.. Ҡотһоҙ юлға тарыуҙан ытырғанып, боролорға иткәйне, ҡаялағы ҡып-ҡыҙыл, түп-түңәрәк нәмәгә (ҡабаҡ?..) иғтибар итте: бабаларҙың ҡыҙыл таштан тупаҫ юнып эшләнгән хоҙай-балбал һыны, әйтерһең, сал быуаттар төпкөлөнән текләне...

Һындың йыуантыҡ муйын киртләсенән әкрен генә биткә бәргән һауа ағымы Әсҡәрҙе һиҫкәндерҙе: тимәк, таш баба йәшерен мәғәрәгә инеү юлын ҡаплап тора, шунда һаҡҡа ҡуйылған. Һауа ағымының көсөнә ҡарағанда, унда ла оло мәғәрә92 булырға тейеш. Егет ярыҡҡа ут остоғон һонобораҡ байҡағайны, уғата ҡойолоп төштө: төпкөлдәге таш бүкәндә күҙ сағылтҡыс алтын арыҫлан тештәрен ыржайтып көлә... Был ни хәл? Әллә, ысынлап та, Урал батырҙың менеп йөрөгән алтын арыҫланымы — Урал батырҙың Аҫҡы Донъяға төшөп сыҡҡан юлы тип тә һөйләйҙәр бит мәмерйәне...

Бензин янып бөткәнгә тиклем юлға сығып ҡалырға, тип, Әсҡәр кире боролдо. Ялпылдаҡ уты һүнеп, дөм-ҡараңғыла ҡалды. Йөрәге ларҫ-лөрҫ тибеп, саҡ барып тапты ишекле үткелекте. Мәмерйәне иркенләп килеп тикшерергә кәрәктер: урындағы бешмәгән ғалимдарҙы бында, моғайын, ҡыҙыҡлы әкәмәт көтә. Тик төш булманымы был?.. Тештәрен ыржайтып көлгән арыҫлан күреүенә икеләнә лә башланы.

Өҙөк-өҙөк мөңгөрләүҙәр ишетелде артында: кеҫә фонарҙарын баҙлатып, ике әшнә яҡынлап килә имеш. Саркисян менән Сиҙәмле икәнлегенә шикләнмәй, күрмәҫтәре элгәре ситкә тайҙы, ишек яңағы артынараҡ ышыҡланып, көтә башланы. Тамаҡ айырған дуҫтарын ул тертләтергә уйланы:

—Стоп! Һеҙ кемдәр, ниңә хужалыҡ ҡоролмалары араһында темеҫкенеп йөрөйһөгөҙ?!

Бәндәләр ҡырт-туҡтаны, ҡаушаны, әммә уларға ҡарағанда ла Әсҡәр үҙе ныҡ аптыраны: ҡаршыһында, ниндәйҙер юлдашы менән, бая ғына тирмәле залдан сығып һыҙған Мыйыҡ һерәйеп тора!

-- Беҙ ошонда эшләйбеҙ, ә һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ? — тигән булды Мыйыҡ, уғата шиккә һалып. Бына һеҙгә «ирәүән йән»! Тимәк, ысынлап та, жулик!.. Баҙҙан араҡы йә әфлисун сәлдерергә йөрөйҙәр! Мыйыҡты күлдәк иҙеүенән бөрөп алды Ҡотлоев:

-- Ҡайҙа документтарығыҙ?!

-- Һеҙ үҙегеҙ кем әле?! — Мыйыҡ та түштән алды. Әсҡәр, үрелеп, милиция әһелдәрен саҡыртҡыс ҡыҙыл төймәгә баҫҡайны, сирена үкереп-олоно, шул ыңғайҙа егет Мыйыҡты тибеп осорҙо.

-- Алйот! — тине Мыйыҡ, тәкмәсләгән еренән тороп, мәгәр Әсҡәр ҙә һә тигәнсе ҡапланып барып ятты — Мыйыҡбайҙың әшнәһе йәһәтләне. Сиренаны олоуҙан туҡтатҡан Мыйыҡ, Әсҡәрҙе тартып торғоҙоп, тынысландырырға итте, тик шунда уҡ төрлө яҡлап ғауғаға эркелгән халыҡ, тәртип һаҡсылары ҡороғонда ҡалдылар.

-- Тотоғоҙ ике бурҙы! — тип һөрәнләне Әсҡәр.

-- Иптәштәр, яңылышлыҡ! Беҙ сығып килә инек... — ти башлағайны Мыйыҡтың әшнәһе, тиҙ үк яптылар ауыҙын:

-- Ялған! Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек: бына был егетте яңағына һалып осорҙо! — тип геүләне агай-эне. Тәртип һағы шаһиттарҙың исемдәрен яҙып алырға йыйынғас, көллөһө борсаҡтай һибелеп ситкә сәсрәне. Милиционер тәүҙә Мыйыҡ менән уның юлдашын сығыу яғына ыңғайлатты.

-- Атлағыҙ, бөтәһен дә тикшереп асыҡларбыҙ.

-- Ә һеҙ ниңә мине ҡалдыраһығыҙ? Мин бит зыян күреүсе! — тип ажарланды Әсҡәр.

—Тәпәйләгеҙ, улайһа, машинаға! Зыян күреүсе!

Фантазияһы харап ҡуҙғалған Әсҡәр, халыҡ милкен ҡурсалау, бурҙарға ҡаршы сая көрәшеү тураһында ялҡынлы телмәр һөйләп, милиция башлығының башын шаңҡытырға йыйыныбыраҡ барһа ла, уға әллә ни иғтибар итмәнеләр: арылы-биреле һораштырҙылар ҙа башы тартҡан яҡҡа ыңғайлаттылар. Әсҡәр, бая алышта һыҙырылған яңағын услап тотоп, «хеҙмәт вазифаһын һүрән башҡарған» милиция башлығына йәберһенеп ҡайтып китте, ул «һүрән»лек артында йәшерен-серле ғиллә торғанлығын һиҙмәне. Сөнки биш минут үтеүгә, әле генә Әсҡәр Ҡотлоев булып киткән бүлмәлә, угрозыск башлығы алдында хәрбиҙәрсә һынын ҡатырып Мыйыҡ һерәйеп тора — майорҙың шелтәләрен кисерә ине:

-- Эште боҙа яҙҙығыҙ, лейтенант!

-- Ғәйеплемен, майор иптәш. Көтөлмәгән хәл ҡупты. Хәйерһеҙ егет шундай етеҙ, сая ла булып сыҡты.

-- Һеҙ ҡуптарған ул шау-шоуҙан «ҡомаҡ»тар өркмәһә ярар ине.

-- Киреһенсә, ул шау-шоу беҙгә ярҙам ғына итәсәк тип ышанамын, майор иптәш. Ул шау-шоу беҙҙе элекке «йылтыр егеттәр»ҙән йөҙ процентлы «хулигандар» яһаны ла был битлек «ҡомаҡ»тарҙың беҙгә ҡарата ҡымырйый башлаған шик-шөбһәләрен бөтөрәсәк.

-- «Гитара» операцияһы менән эштәр нисек бара әле?

-- Бына, майор иптәш! — Йөҙө Айҙай балҡыған Мыйыҡ алтын авторучка һалды өҫтәлгә. Майорҙың төҫө боҙолдо:

-- Лейтенант, ҡайҙан алдығыҙ быны — студент ҡыҙҙың оҫтаханаһынанмы?

-- Юҡ. Был табыш — мәмерйәнән.

-- Лейтенант, һеҙ егетте таланығыҙ?!

-- Быныһын дөрөҫләй алмайым, майор иптәш. Үҙҡурсалыу йәһәтенән уны тәкмәстереүебеҙ хаҡ, әммә авторучканы мин табып алдым. Хужаһы йығылған ерҙән.

— Һем. Табыш, әлбиттә, ҡыҙыҡлы, тик хужаһына ҡайтарырға кәрәк булыр.

-- Был юлы мин һеҙгә, майор иптәш, юғалдыҡ әйберҙе табып алып килтереп тапшырыусы сифатында мөрәжәғәт итәм. Табылдыҡтар кенәгәһенә теркәтегеҙ, ә хужаһы, моғайын, беҙҙең «гитара» операцияһы тамамланған изге сәғәткәсә кисереп көтөр.

-- Хуплайым. Операция дауам ителә, лейтенант. Тик ҡарағыҙ уны...

Баш ҡалала оялаған йәшерен табыш әһелдәре — алтын менән эш ҡылыусы шайка эҙенә төшөү әмәле ана шулай үҙ сиратында үҙ юлынан бара ине.

Ошо минуттарҙа «Ярлауыҡ»тан сыҡҡан Мөхлисә ханым, Дилбәр, Басир ҡала тарафына йәйәү эрәүҙеләр. Хәйер, Мөхлисә ханым тап ошолай — ҡәйнеше һәм һеңлеһе менән өсәүләп кенә аулаҡ ҡайтыу яғын көҫәп сыҡҡайны: ике йәш-елкенсәктең сәсен сәскә бәйләүҙәрҙең әмәле табылмаҫмы? Эштән дә ул тап шуның өсөн иртәрәк ҡуҙғалды.

—Ыңғырсаҡ Уральскийҙы әйтәм, — тине ҡыҙ, уйланып, — поэмаһы менән һуштарҙы алды — харап шағир икән дә! Сәхнәлә ҡапыл дөрләне лә йондоҙҙай атылды ла китте.

-- Уларҙың күбеһе шулай: тәүҙә йондоҙҙай атыла... — Мөхлисәнең был юҫыҡҡа һүҙҙе дауам иткеһе килмәгәнлеге тойолдо.

-- Ыңғырсаҡ Уральскийҙан да бигерәк, Әсҡәр Ҡотлоев арбаны буғай һине, — тине Басир. — Хатта алтын ҡәләме менән ядкәр яҙып биреүгә барып етте.

-- Һин мине, Суриков, әллә кейәүгә димләп маташаһың инде? Әле берәүгә, әле икенсегә илтеп тоташтыраһың.

-- Уҡыуыңды бөт кенә, үҙеңде кемгә һатып ашарға белербеҙ әле, Мухина! Эйеме, матур еңгәйем?

Мөхлисә элеп алды:

-- Ҡарап-ҡарап торам да тағы бер ҡарап ҡуям, тигәндәй, ошо һүҙегеҙҙән һуң, мин дә һеҙгә тағы ла бер тапҡыр ҡарап алам әле, ғәзиз туғанҡайҙарым, алтын-көмөшкәйҙәрем минең. Бер-берегеҙгә аҫыл йәрҙе үтә алыҫтан эҙләмәйһегеҙме икән? Бәлки, уны ошонда — өсөбөҙҙөң араһында ғына табышып, хәл итешеп булалыр?

-- Шуның өсөн эсереп иҫерттеңме, апайым? — Дилбәр ҡылтайған булды. — Ҡара уны, еҙнәйемә ошаҡлармын! — Ҡыҙ үҙен, ысынлап та, иҫергән итеп күрһәтергә теләгәндәй, Басирҙың тос беләгенә ауыша төштө. — Уй, башҡайым әйләнәсе! Оҙатып ҡуяһыңмы мине, Суриков?

-- Был ниндәй һорау тағы, үҙебеҙҙә йоҡлайһың! — тине Мөхлисә. — Еҙнәйең дә булмағас, үҙемә генә ҡыйын.

—Ә мин? -- Туҡтанылар.

-- Үҙеңде лә алып ҡайтыр инем дә ул, ҡәйнешкәйем, ағайың өйҙә булһа. Хәйер... — Мөхлисә тәүәккәлләнде. — Икегеҙ ҙә үҙебеҙҙә ҡунығыҙ.

-- Юҡ инде, апаҡайым. Йә Басир, йә мин — икебеҙҙең береһе! Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, ти еҙнәйем. — Сәйер, Мотал Шаһибәрәковтың ҡырыҫ тамаҡ төбө тауышы салынып киткәндәй булды ла барыһын да айнытты.

-- Теләһәң дә ҡалмайым, — тигән булды Дәүләтбаев, үпкәләгәндәй итеп. — Үҙемдең киң куңелле ҡаҙнаханам йәшәһен!

-- Уй, кисерә күр инде беҙҙе, сыбыҡ осо туғаным. Әгәр ҙә бик теләһәң, Суриков, һине лә мин артымдан уфтанып йөрөүселәр исемлегенә теркәрмен, йәме?

Басир Дәүләтбаев ҡыҙҙың һүҙҙәренең айышына төшөнә алманы: шаярта ғынамы, әллә... Беләгенә аҫылынып, башын уның иңенә һалып барыуына ҡарағанда...

Басир бәләкәс саҡтарында ошо ҡыҙ менән бер-береһенә ғишыҡ тотошоп уйнауҙарын, уны өлкән апайҙар һәм агайҙарҙыҡына оҡшатырға тырышып, ишек артына йәшеренеп үбешеүҙәрен хәтерләне. Ә бер тапҡыр икеһе, Мотал менән Мөхлисәнең өйҙә юҡлыҡтарынан файҙаланып, йоҡо бүлмәһендәге ҙур карауатҡа ла менеп ятҡайнылар: ир менән ҡатын икәндәр, йәнәһе... Әгәр сабыйлыҡ уйындары, ысынлап та, хәҙер бойомға ашһа?.. Матур еңгәһе лә даими шул яҡтан тумбыта бит...

Басир, Мәскәүҙән ҡайтып төшкән сәғәттәрҙә үк, Дилбәр менән урамда осрашып күрешкәндән һуң, «Ярлауыҡ»та еңгәһенең нәүбәттәге «әшкәртеү»енә тарығайны. Үҙҙәренә тура ҡайтмай, ҡунаҡханала туҡталыуына үпкәләп, фатирҙарының иркенлеге тураһында һүҙ ҡупҡас, Мөхлисә, еңгәйҙәр ҡыйыулығы менән сәмләнеп, уның Мотал ағаһынан ул да, ҡыҙ ҙа тыумаясағын, тыуһа ла, тормаясағын әйтеп зарланып алды ла шаңҡытҡыс бер фекерҙе ярып һалды:

—Был зиннәтле фатирҙы ла, дачаны ла, һәм башҡаларын да «теге донъя»ға төрнәп алып китеп булмай бит, ҡәйнеш... Яҙҙыртыр ҙа ҡуйыр инек Дилбәр менән икегеҙҙең исемгә, әгәр ҙә ки сәстәрегеҙҙе бергә бәйләй алһағыҙ...

Беләгенә әүешеп барған ҡыҙҙың йөрәк дөпөлдәүен тойғандай, Басир Дәүләтбаев матур еңгәһенең баяғыса һүҙҙәренә күңеленән яуаплай: «Ниңә, әгәр теләһәк, ошолай бергә барған кеүек, тормоштарыбыҙҙы ла ҡушыр инек!..»

Көн болаһы тамам ултырған, тын, һауа саф, күктә йоҙроҡтай йондоҙҙар шаҡырая. Мәжлес шауынан талыбыраҡ сыҡҡан юлдаштар, трамвайҙа һелкенергә теләмәй, таксиға ла ултырмай, Ағиҙел ярынан туранан-тура тау башына эскалаторҙа ҡалҡындылар. Мәскәү метрополитенындағы һымаҡ итеп ҡоролған был йүгермәле етеҙ баҫҡыс былтыр ғына ҡулланыуға тапшырылған — йылға буйы тәбиғәт ҡосағъна эркелеп ағылыусылар өсөн үҙе бер мөғжизә инде! Әле лә халыҡ ташҡыны — йәше-ҡарты — урғылып-ҡайнапмы тора; быяла көймәләп түбәләнгән баш осона текләберәк ҡараһаң, күктә баҙырлаған йондоҙҙар араһына елеп менеп барғаныңдай тояһың.

—Ҡарагыҙ-ҡарағыҙ: йондоҙ атылды! — Дилбәр тап бәләкәс ҡулсыр ҡыҙҙай сәрелдәне. — Кем нимә уйланы, әйтә һалығыҙ!

Йондоҙ атылғанда уйланған уй ғәмәлгә ашыр, имеш...

Күк йөҙөнән ысынлап та, бер йондоҙ кәйелеп үтте, уның утлы сатҡыһы, әйтерһең, быяла көмбәҙҙе алмас киҫкәндәй сытырлатып, Басирҙың йөрәген сыйҙы. Алыҫ-алыҫтарҙа офоҡ артында, йондоҙ тәкмәс атып киткән тәңгәлдә, йәнде өҙгөс һағыныслы һәм һағышлы, ҡайнар бышылдау ишетелде: «Ой Басирым, танһығым, ҡара күҙле башҡортом минең!» Басир күҙҙәрен йомдо, саҡ-саҡ ҡысҡырып ебәрмәй, уйҙарын күкрәк төбөндә йомарланы: «Любам минең, любимаям!..»

Юлдаштарын фатирға оҙатып ҡуйып, Басир ҡабат йылға ярына килде, ҡыҙыл гранит ҡойма буйлап һыбайлы батыр һәйкәленәсә атланы. Бығауын өҙөргә ҡөҙрәтләнгән Ағиҙел аҫта яҙҙан сихри һулыш алып уфтана, боҙҙарын шыҡырлата...



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет