Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет16/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   26

УН ҺИГЕҘЕНСЕ СӘХИФӘ
Күҙ төбәп барған Культура министрының да тел төбөнән бер үк кинәйә сыҡҡас, Дилбәр иҫке Римға ҡаратылған әйтемде яңыса һапланы: «Бөтә бюрократтар ҙа профессор Хәкимуллинға ебәрә»... Ысынлап та, батмаҫ карап булып сыҡты ла һуң был Йыһандар Илһамдар улының фекер тышауына әйләнгән тәғлимәте! Теге көндәге йыйылышта Ҡондоҙбаевты ҡамсылаған Алпаров докладын ғына алайыҡ – артында шул Хәкимуллин шәүләһе тора һерәйеп. Тарих фәне өлкәһендә берәү берәй яңы нәмә әйтергә ауыҙын астымы — шул караптың алыҫтан ата торған туп көбәгенең ауыҙына башын ҡуйған булып сыға...

Институт подвалындағы ярым ҡараңғы бүлмәгә — оҫтаханаһына, ниһәйәт, инеп, министр һибә ҡылған ҡәҙерле гәзитте асып ҡараны. Эйе, уның ташҡа баҫылған материалы — «Башҡа төшкән кирбес»... И илаһым, Дилбәрҙең редакцияға атҡарған шул дыуамал хатын, бик тырышып, фельетонмы, памфлетмы итеп эшкәрткәндәр имеш. Ҡыҙ шулай ҙа ғалим маңлайын кирбес мәрәйе итеп уйнатҡан алымды хупламаны — мәҡәләне эшкәртеүсе саманы онотоп ебәргән...

Өҫтөн йәһәт алмаштырып, балсыҡ ҡатҡан алъяпҡысын бәйләне лә түрҙә ыҫтанда көткән бюстың киндер бөркәнсеген һыпырып ташланы, ҡыҙып эшкә тотондо. Сатнап торған көслө рухлы йәш егет ине был, диплом эшенә әҙерләгән ике һындың береһе — «Ил балаһы» ине. Ә «Ил инәһе»нең үҙ төҫөн, билдәле булыуынса, сыбыҡ осо туғаны һаналған баяғы ағаһы Йыһандар «музей»ынан барып күсереп алды ла яҡты образ дәрәжәһенә күтәреп йәнләндерҙе... Диплом эшенең мөһим өлөшө булараҡ, «Ил инәһе»нең ватманда теүәл реконструкцияланған кәшәнәһе һәм киләсәктә шуның менән бер комплекс тәшкил итәсәк Ерәнсә-сәсән һәйкәленең проекты ла әҙер. Автор хыялынса, был комплекс йәмле Эйек буйҙарында таш һәм кирбестән генә һынландырылып, үҙенә күрә бер тарихи мемориалға әйләнәсәк; ә быуындар күсәгилешлеген кәүҙәләндереүсе ике скульптор портрет — «Ил инәһе» менән «Ил балаһы» — мемориалдың үҙәген тәшкил итәсәк...

Йөрәкһеүен йоморға теләгәндәй, Дилбәр ярһып әүмәләргә кереште аҡ балсығын, йылғыр оҙон бармаҡтары ыҫтандағы балсыҡ егеттең сырайын әленән-әле берәмтекләп үҙгәртте, яңыртты; бер мәлгә ул ҡойоп ҡуйған Басир Дәүләтбаев булып та баҡты, хатта, бармағын шаян янап, «Һәй Мухина!» тип ҡысҡырып ебәрер төҫлө ине; әммә тылсым эйәһенең ҡағылышы был ҡиәфәтте ҡабат серле томан аҫтына төрҙө — инде ул нимәһе менәндер ылғый беҙҙең Басир ҙа, түгел дә һымаҡ сәйер кисереш ҡалды. Һәр хәлдә, бының шулай булырын, дөйөмләштерелеүен автор үҙе теләне. Шул йәһәттән серле Басир Дәүләтбаев битлеге аҫтынан донъяға баҡҡан икенсе бер образдың прототибын ҡыҙ мөмкин тиклем нығыраҡ томаларға, башҡаларға фашламай, күңел һандығында бикләп ҡалдырырға тырышты; шул икенсе егеттең хатта тауышы ла ҡолаҡ төбөндә зыңлап тора, ә исеме, ҡыҙ йөрәген ләззәтле дөпөлдәтеп, тел осонда тирбәлә... Бына, ниһәйәт, һалҡын балсыҡ йәнләнеп, тойғор бармаҡ биттәре аҫтында һулҡылдап тибә башлаған теп-тере ҡан тамырҙары тойола...

Дилбәр, ике ҡулын ҡаушарып, креслоға әүшәрелде, донъяға тәкәббер баҡҡан балсыҡ егет йөҙөнә текләне: кем һин, кем?.. Шуны яҡшы аңланы: быныһы ла иң аҙаҡҡыһы түгел... Ҡыҙ ауыр уфтап ҡуйҙы: ысын табыш ҡайҙалыр тәрәндә ята, күңел төбөнән көйҙөрөп баға, ул — айырым, үҙенә күрә ине...

«Туҡ-туҡ-туҡ!»— Ишек шаҡынылар. Зиһене таралған Дилбәр, ырғып тороп, донъяға серле текләп баҡҡан балсыҡ килбәтле егеткә әрһеҙ киндер бөркәнсеген кейҙерҙе. Ашығып ишек яғына ынтылғайны, был тылсымлы бүлмә өсөн өҫтәлмә тылсымдай буҙарынған икенсе бер нәмәгә — сағыу ҡыҙыл ебәк таҫмалы гитараға ҡулы яңылыш ҡағылды ла ҡыҙыҡһынып туҡталды: сөйҙәге был оҙон муйынлы ҡоралдың көйләп тарттырылған еҙ ҡылдары, биғәйни, һәр хәрәкәтте аңдып, танып, зыңғылдап ҡуя ине... Ирекһеҙҙән йылмайҙы: резонатор өңөндәге ҡараңғыла ошо гитара эйәһенең үҙенең ҡиәфәте — далалағы сабып һалынған ҡоро бесән яҫмаһылай ҡабарынҡы, сөм-ҡара ҡупшы мыйығы күҙгә салынғандай итте. Һорауһыҙ-ниһеҙ килеп инеп сөй башында эленеп ҡалған моң ҡоралы кеүек үк, ул егеткәй үҙе лә бит, ҡаш менән күҙ араһында көтмәгәндә пәйҙә булып, гелән ана шул ишек төбөндәрәк аңдып ултырыусан, ҡыҙҙың һәр бер хәрәкәтен һағалап күҙәтеүсән...

Әйтмәһәң дә, әллә ҡайҙан ҡурпып сығып эйәләште был Мыйыҡ. Дилбәр уның хатта исемен дә белмәй (хәйер, бында уралыусыларҙың күбеһен исеме менән атамай ҙа ул!), әммә түҙә, ҡыумай: янына кем генә инеп тексәйеп ултырмаған! Тиккәме ни уның ошо ергә батҡан ҡыҫыҡ бүлмәһен «Дилбәр туташтың художество соланы» тип шаярталар, оҫтахана тип ҙурлап йөрөтәләр. Мөкиббән эшкә бирелгәнеңдә артыҡ-бортоҡ «бүрәнә баштары» шым ғына һеперелә, таралыша, ә был, Мыйыҡ, үҙ урынын белгәндәй, ишек төбө һағында ҡала бирә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, моңло бәрхәт тауышы менән эс-бауырыңа үтеп инерҙәй аҫтыртын бәндә, шикле йән булып күренә Мыйыҡ уға. Тынсыу һауалы подвал түрен үле тынлыҡ иҙгән ауыр минуттарҙа гитараһының ҡайһылыр хыял иленән килгәндәй талғын ғына зыңғылдауы уята, хужаһының ҡушылып күкрәк төпкөлөнән түгелеп моңланыуы тирбәлә. Ошондай мәлдәрҙә ҡыҙ уны, Мыйыҡты, ҡасандыр, ҡайҙалыр бөтөнләй башҡа бер ҡиәфәттә осратҡандай, белгәндәй албырғана; гитараның тибрәнеүҙәрен әҫәрләнеп тыңлағанда ла Дилбәр, ваҡыт-ваҡыт өҙөлөп, тап бына ошо хаҡта — Мыйыҡты ҡайҙа һәм ҡпасан күргәнлеген иҫенә төшөрөргә тырышып баш вата, ә егет йораты донъяһын онотоп көйләй ҙә көйләй... Йәш сырайына шундай ҙа ҡупшы килешеп торған, һумалалай ҡара янып йылтыраған мыйығы ла күңелле хис уята, өҫтәүенә. Теүәлерәк әйткәндә, скульпторҙы башҡаларҙан айырмалы ҡиәфәт-тип булараҡ йәлеп итә, ахыры, был әҙәм. Бәлки, йәш художник уны фәҡәт шуның өсөн өркөтмәй «аҫырай»ҙыр — ҡул араһында йөрөп-ятҡан әп-әҙер натура!.. Гитара сөйҙә иңрәй, тимәк, ишек артынан Мыйыҡ үҙе лә «йәлп!» итеп ҡаласаҡ хәҙер. Күрегеҙ, ҡайһылай туҡылдата!

-- Инегеҙ. Ҡәҙерле Мыйыҡбай әфәнде.

-- 0! Әссәләмәғәләйкүм! Ниндәй мыйыҡ? Ниндәй һаҡал? Ниңә былай мәсхәрәләйһегеҙ, Дилбәр-Диләфрүз туташ? Хәрби-Диңгеҙ флотынан көләһегеҙ!

Һемәк аҫтында сайынырға керешкән ҡыҙ, көтөлмәгән тауышҡа әйләнеп бағып, ни тип әйтергә лә белмәй албырғаны: ауыҙ йырып килеп инеүсе әҙәм — төптө Мыйыҡбай түгел, ә тап ошо сәғәттәрҙә ул тамсы ла күрергә теләмәгән тарихсы профессор Йыһандар Хәкимуллин үҙе икән дә... Бына һиңә кәрәкһә! Ғәҙәтенсә, ҡасандырғы матрослығынан «м» хәрефе лә ҡалмаһа ла, һүҙ урауы һайын үҙенең элекке хәрби диңгеҙсе икәнлеген ҡыҫтырып, артисланып, әле булһа аҙаулы диңгеҙ бүреһе — мөхәббәт елкәнен төшөрмәгән йәш йөрәк, кәләш күҙләүсе егет булып ҡырҡыша. Түбәһе әстерхан сәтләүегеләй таҡыр; һыйыр ялағандан ҡалған ике бөртөк сәс шәлкемен үргә бөкләп һалған да ялтасын «ҡаплаттыртҡан»... Исеме билдәле ғалим, ҡалтаһы ҡалын «ҡарт егет» — өлгөрөп еткән туташтарҙың күптәренең күҙҙәрен ҡыҙҙырырлыҡ «буласаҡ кейәү» булһа ла, әллә ниңә Дилбәр менән борсағы бешмәй ҙә ҡуя... Оҫтахананың тупһаһын төшөрмәй башлағас, ҡылыстары сатрашланып, икенсе килмәҫтәй битәрләп сығарыуына ни генә сула уҙҙы! Тағы елкәнен еккән!

Оҫтахана эйәһе, иҫе китмәүҙе белдертергә тырышып, таҫтамалға ҡул һөрттө, ыңғайында ҡубасаҡ һүҙ айышын самаланы. «Мәсхәрәләйһегеҙ» тигәне, әлбиттә, гәзиттәге фельетонға ишаралыр. Әммә ҡунаҡ та сос шул: ҡыҙҙың һағайып ҡалыуынан шунда уҡ тейешле һөҙөмтә яһап өлгөрҙө лә үҙе ярҙамға килде:

-- Минең был бөҙрә-көҙрәләрҙең аҫтында, — һыйыр ялағандай йоҡа сәс шәлкеме өҫтөнән ялтасын тысҡылдатып сиртте, — һеҙ әйткән ул ҡупшы мыйыҡ килешеп етерме икән, тим. Шулай ҙа бик теләһәгеҙ, ҡәҙерле Диләфрүз туташ, — «Диләфрүз»гә ныҡ баҫым яһаны, — ҡаш һикертеп ишара ғына ҡылығыҙ: бөгөндән үк мыйыҡ та, һаҡал да ҡурпып ҡунасаҡ!

-- Әгәр ҙә ундай ҡөҙрәтегеҙ бар икән, һеҙ, иң яҡшыһы, — ҡыҙ бармаҡ төртөп үк күрһәтте, — түбәгеҙҙәге анау ырҙын табағығыҙға ҡарурман үҫтерегеҙ.

-- Бәй, уныһы тағы ниңә?

-- Юғиһә күҙ сағыла.

-- 0! Сократ-хакимды тап ана шул күҙ сағылтҡаны өсөн һөйгәндәр ҡыҙҙар.

-- Үҙегеҙҙе Сократ-хаким тип беләһегеҙме ни?

— Унан да хәтәрерәк — Диоген мискәһендә ятып шымарып бөткән күк диңгеҙ бүреһе мин!

Ҡыҙ көлдө:

—Шымарыуығыҙ дөрөҫ. Күгәреүегеҙ ҙә хаҡтыр. Тик ҡайҙа тельняшкағыҙ?

Хәкимуллин көсәнеңкерәп йылмайҙы — ҡыҙҙың әсе тел төбө тейгәнен белдертмәне.

-- Бына быныһы — беҙҙеңсә! — тигән булды. — Тельняшкамы? Ул минең йөрәгемдә. Их һылыуҡайҙар, белмәйһегеҙ шул диңгеҙсе-моряк йөрәген! Күҙгә бағыу урынына, түбәгә текләйһегеҙ. Ә бәлки, туғыҙ баллы штормдарҙың романтикаһы менән тулылыр был ялтас аҫты? Шаулы диңгеҙ-океандарҙы һөймәйһегеҙме әллә, Дилбәр-Диләфрүз туташ?

-- Диңгеҙ-океандарҙы һөйәм, әлбиттә.

-- Мин бит бөйөк Тын океандың мәңге дауыллы киҫәге — ниңә һөймәйһегеҙ мине?

-- Ҡартластарҙы һөймәйҙәр — ҡыҙғаналар йәки хөрмәт кенә итәләр, ағайым. Хатта Сократ булһа ла. Унан килеп, үҙегеҙгә лайыҡ өҙөлөп һөйөүселәрегеҙ ҙә барҙыр.

-- Йәғни мәҫәлән, һеҙ үҙегеҙме әллә? — Маңлайының ялтыры менән һөҙөп, күҙгә текләп ҡараны.

-- Йәғни мәҫәлән, Шәмсура туташты алайыҡ...

-- Кем-кем? Ҡайһы Шәмсура?! Ха-ха-ха! —Белмәмешкә һалышты.

—Үҙегеҙ белгәне инде. Әллә фамилияһын һораманығыҙмы?

Ғалим ситкә янтайҙы, йөҙө серек ҡауындай йәмерәйҙе:

— Вәт һиңә был ҡыҙҙарҙы! Роза сәскәһеләй алсаҡ йылмаялар ҙа йөрәккә шырау ҡаҙайҙар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һинең менән икебеҙҙең арала бит ун йәшкә генә айырма. — Хәкимуллин сөйҙән гитараны алды, ҡылдарын тартҡылап ҡараны.— Ниңә?!

—Әйттем бит инде: үтә лә ныҡ балҡыйһығыҙ — нурығыҙ күҙҙе ҡырҡа.

—Их! — Йыһандар Илһамдар улы ҡулында ярһыуланып дыңғырланы еҙ ҡылдар. — Әгәр ҙә һеҙ күҙ сағылтҡыс Джульетталай икәнлегегеҙҙе шәйләһәгеҙ, ә мин ҡойоп ҡуйған Ромео булһам, беләһегеҙме, балконығыҙ аҫтында тороп нимә тип йырлар инем:
Диләфрүз туташ, Диләфрүз,

Бәғеремде телә бер һүҙ:

Йәр һөйөргә «ҡарт» тиһең,

«Ҡарт» тиһең, ау, «ҡарт» тиһең...


Ҡарт түгел мин, ҡарт түгел —

Дауыллана йәш күңел!

Миндә йәйен-ҡыштарын —

Туғыҙ баллы шторм!


Тын океан елдәре

Сәстәремде елгәрҙе.

Ялтыр түбәм — тулған Ай,

Мөхәббәтем — ай-һай-һай!


Ҡарама, иркәм, сәсемә,

Ҡарамасы йәшемә.

Күкрәгемә башың һал,

Йөрәгемдән ялҡын ал, ау,

Йөрәгеңә ялҡын ал!..
— Әсәкәйем, ҡайһындай серенада! Ышанам, үҙегеҙҙең Джульеттаны табырһығыҙ... әгәр һуң булып ҡуймаһа.

Һуңғы асы хәҡиҡәтте ишетмәмешкә һалышҡан серенадасы, гитараны ҡабат сөйгә ҡамтарып, түргәрәк тәпәйләне:

-- Их! Джульеттам табылһа, беләһегеҙме, аҫылҡай, ни эшләтер инем мин? Уның нәфис бармағындағы аҫыл гәүһәр ҡашты ҡосҡан баҡыр йөҙөк кенә булыр инем мин. Күгәрһәм дә, гәүһәремде күтәреп кенә йөрөтөр инем.

-- Беләмен, һеҙ — джентельмен, Йыһандар Илһамдарович!

— Баһаламайһығыҙ тик. Тубәмә гел маникюрлы сиртеүҙәр ҙә кирбестәр генә яуа...

Сәтләүектең шулай йәһәт ярылырын көтмәгәнлектән, ҡыҙ ҡапылдан ни әйтергә белмәне, мәгәр икеһе араһында күптән ҡабул ителгән ғәҙәтенсә, һуған эсенә борос төрөп биреүҙе дауам ҡылды:

-- Шуның өсөн дә бит һеҙ профессор, Сократ. Фәнебеҙҙең яҡты маяғы, күккә олғашҡан ҡаяһы. Мотал еҙнәйем әйтмешләй, йәшен уҡтары иң әүәле сағылдарға ҡағыла.

-- Их, бер көнгә генә миңә — скульптор, һеҙгә тарихсы булып ҡарарға ине, ҡәҙерле туташым Диләфрүз!

-- Быныһы төп мәсьәләгә яҡыныраҡ. — Дилбәр ирендәрен ҡыҫып етдиләнде.

-- Ниндәй төп мәсьәлә ул?

—Бында килеп инеүегеҙҙең төп маҡсатын әйтеүем.

Йыһандар Илһамдар улы, үпкә белдереп, ҡоласын йәйҙе:

-- Ниңә былай рәнйетәһегеҙ мине? Һеҙҙең һымаҡ тулышып бешкән Урал һылыуын бер күрергә теләүем ғәйепме әллә? Онотмағыҙ, Диләфрүз туташ: был тәңгәлдә, — йәнә түбәһенә тысҡылдатып сиртте, — сәскәләрҙе дауыл йолҡоп бөтһә лә, мин дә әле йөҙ процентлы шәп егет! Бер тапҡыр ҙа никахланмаған!

-- Иң кәмендә зыярат һылыуын иҫәпкә алмағанда...

-- Әйттем бит, бер тапҡыр ҙа, тип. Паспортымды ҡарағыҙ!

-- Уның тап-таҙа икәнлегенә шигем юҡ, тик... Ғәфү итегеҙ, ҡиәфәтегеҙ бында ҡыҙ күҙләргә килгәнгә һис оҡшамай.

—Кемгә оҡшатаһығыҙ — әйтеп бөтөрөгөҙсе!

Ҡыҙҙың сая күҙ ҡарашы киршәлде:

-- «Кирбес» тип тел сисеүегеҙгә ҡарағанда, ең осоғоҙҙа ҡурғаш гер йә хәнйәр юҡмы икән, тим.

-- Тәүбә-тәүбә... Дилбәр-Диләфрүз һылыу, ниңә һеҙ миңә шул тиклем дә миһырбанһыҙ? Ҡасан ғына осрашып һөйләшһәм дә, суҡмар менән шаңҡыта һуғаһығыҙ. Ни гонаһтарым өсөн?

-- Сәтләүектәй ҡап-урталай ярмаһаң, һеҙҙең төп асылығыҙҙы аңлап ҡара! Бахырйәндәр быны белмәй һәм һеҙҙең үрмәксе ауына себендәй сырмала.

-- Афарин! Бына ни өсөн яратам, ахыры, мин һеҙҙе! Килгәнем һайын ҡабырғамды һындырып, ике аяғымды бер ҡуңысҡа тығып, башымды ҡулыма тоттортоп ҡайтараһығыҙ. Сөнки башҡа даирәләрҙә ишетә алмағанымды һеҙҙән генә ишетәм. Диңгеҙҙәрҙе күп гиҙеүҙән мукләнеп бөткән караптай, һеҙҙең рәхимһеҙ тырнаҡтарығыҙ аҫтында таҙарынамын.

-- Ләкин мине сырмаҡлай алмаҫһығыҙ: телегеҙҙең осонан уҡ тел төбөгөҙҙө тойҙом. Ниңә һеҙгә — скульптор, миңә тарихсы булыу? Үҙ урыныңды белмәй, беҙҙең ир-ат эшенә ҡыҫылаһың, тип әйтмәксеһегеҙме?

-- Тәүбә, улай тип уйлауҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Әгәр скульптор булһам, тимен, Урал һылыуы Дилбәрҙе генә һынландырыр ҙа ҡуйыр инем, бәлтерәгән Бәндәбикә-ҡарсыҡ урынына -- булыр ине замана мадоннаһы!

-- Нимә?! — Ҡыҙ күҙҙәрен аҡайтты.

-- Уҫал итеп ҡарамағыҙ, аҡыллым, һылыу ҡыҙҙарға улай килешмәй. Бәлтерәгән генә түгел, күмһеп бөткән мифик зат тип тә өҫтәр инем.

-- Быныһы ниңә тағы?

-- Сөнки туҙға ла яҙмаған ваҡиғалар — тарих түгел, мифҡа ҡарай, һылыуым. Тарих менән эш иткәндәр быны бик асыҡ белә.

-- Әгәр туҙға яҙылғандары ла быуат-быуат арауыҡта саң һәм көлгә сығып бөтһә?

-- Һис юғында ташҡа яҙғандары ҡалырга тейеш.

-- Таштар ҙа бит онтала.

-- Эйе, онтала ла ҡом була.

-- Тимәк, яҙма заты юҡ икән, тарих та юҡ, тимәксеһегеҙ?

-- Тимәк, миф хаҡында ғына һүҙ бара ала.

-- Яҙма үҙе ҡасан ғына тыуған әле?

-- Иң күбе бынан һигеҙ мең йыл элгәре.

-- Иң кәмендә бынан һигеҙ мең йыл элек үк бабалар булған, тимәк.

-- Бабалар? Кем ул бабалар?

-- Башҡорттар, әлбиттә.

-- Башҡорттар? Ха-ха-ха! Түшәмдән алдығыҙмы?

-- Юҡ, Урал ҡаяларынан. — Ҡыҙ ҡырҡыу-һалҡын ҡалды.

-- Бының менән нимә әйтмәксеһегеҙ?

-- Телсе ғалимдар, бөгөнгө бөтә алфавиттар бер уртаҡ сығанаҡтан — ябай һүрәт-тамғаларҙан ишәйгән, тиҙәр түгелме? Урал ҡаяларында тап ана шул тамғалар бар. Етерлек.

— Ай-яй-яй, Дилбәр-Диләфрүз туташ! Һеҙҙең юл менән барһаҡ, Мәрүән Карами ағайыбыҙ әйтмешләй, беҙҙең боронғо зат-ырыуыбыҙ ерҙәге беренсе ел тирмәнен кешелек донъяһы игендең үҙен сәсеп үҫтергәнгә тиклем үк ҡороп ҡуйған, тәгәрмәс яһамаҫы борон уҡ уның көпсәген майлар дегет етештергән, тип анһат иҫбатларға мөмкин.

-- Ә һеҙҙеңсә, ғәфү итегеҙ, хатта ыштан бауын да халыҡ ҡойма аша ҡытайҙан йә башҡа берәүҙән бүләккә алған буламы? — Ҡыҙҙың нәфис йөҙөнә ҡыҙыллыҡ бөркөлдө.

-- Һе! — Ҡунаҡ һис тә теләмәгән ошо форсатта араларҙың ҡырҡыулаша барыуына йәне көйөүҙән ихлас үртәлеп, буғай, куҙҙәрен йомоп, башын сайҡап уҡ ҡуйҙы. — Был донъя ҡайҙа бара? Ҡайҙа китеп юғалды был борондан уҡ башҡортҡа хас милли әҙәп, тыйнаҡлыҡ, Мәрүән Карами ағайыбыҙ әйтмешләй?!.

-- Һеҙҙеңсә, башҡорт әгәр башын меҫкенлеккә һалһа, минең бер сыбыҡ осо туғаным Йәүҙәт Ҡондоҙбаев әйтмешләй, үҙен төпһөҙ-тамырһыҙ ҡамғаҡ һанаһа, милли тыйнаҡлыҡ була?

-- Һеҙ, һылыуҡай, ҡасандырғы Талир Баҡишев олатайығыҙҙың, ғәфү итегеҙ, бәҫәреп бөткән милләтселегенәме, милли сикләнгәнлегенәме бармағыҙ.

-- Аһ-аһ, ниңә бында Талир Баҡишев? Ата-бабалар шәжәрәһен тәрән тарих төпкөлөнән күҙаллауҙы ҡайҙан килеп милли сикләнгәнлеккә теркәй башланығыҙ әле?

-- Тормош уны үҙе теркәгән, һылыуым.

— Тормошмо, әллә Ҡотлоев менән Хәкимуллинмы?

-- Ғәфү итегеҙ, шәхестәргә ҡағылмайыраҡ торайыҡ.

-- Баҡишевҡа ҡағылырға ярай, ә һеҙгә — юҡмы ни?

-- Баҡишев — икенсе мәсьәлә.

—Бына нисек! Башҡорт ул, тип кенә әйтегеҙ.

-- Күберәк дәрәжәлә мин дә башҡорт.

-- Әләйһә ниңә башҡортто бер миҙгеллек ҡамғаҡҡа һанайһығыҙ? Уның телен дә, үҙен дә бөтөрөргә тамшанаһығыҙ?

-- Һеңлем, уның үҙен бөтөрөргә йәки ауыҙындағы телен йолҡоп алырға һис кем йыйынмай, ул да бөйөк Совет иленең совет халҡы булып сәскә атасаҡ. Үҙенең ошо артта ҡалған, тарихи реликтҡа әйләнгән төрки теленән арынып, бөтәбеҙҙең яҡты киләсәге булған коммунизм йәмғиәте телендә -- Пушкиндарҙың, Толстойҙарҙың бөйөк урыҫ телендә һөйләшәсәк.

-- Ә донъяла тиңе булмаған «Урал батыр» эпосының теле бөйөк түгелме?

-- Бойоҡ, тип әйтер инем. Һеҙ нимә, әллә партиябыҙҙың бөйөк коммунизм төҙөү Программаһын уҡыманығыҙмы? Партиябыҙ ҡушҡанды үтәмәйһегеҙме?

-- Партиябыҙ ҡушҡанға йөрәгем ҡушылғанды үтәйем.

-- Ай-һай, ҡыҙый, серек идеология! Диплом яҡлайһығыҙ бар, иҫегеҙҙән сығармағыҙ!

-- Әле генә: «Күберәк дәрәжәлә башҡортмон”, -- тигәйнегеҙ, асылында күберәген кем һуң һеҙ?

Хәкимуллин көлдө:

-- Ҡыҙый-ҡыҙый, үҙең «туғаным» тиһең, ә шуны ла белмәйһең. Күпмелер процентлы башҡорт булыуым менән бергә үзбәк ҡатнаш урыҫ йәнле татармын – полный интернационал, партиябыҙҙың ышаныслы һалдаты! Ошо көндә Башҡортостанда йөҙ илле милләт йәшәгәнен, ә башҡортоң үҙ өйөндә егерме ике процент ҡына тәшкил иткәнен беләһеңме? Күп тә үтмәҫ, һөрһөп бөткән Баҡишев ҡарт кеүектәрең дә тап минең һымаҡ ассорти милләткә әйләнеп, бара-тора башҡорт – татарға, татарҙан – урыҫҡа йәғни монолит совет халҡына әүерелер.

-- Ә һеҙ шуны ҡыуанып үтәйһегеҙме?

-- Партия ҡушҡанды ең һыҙғанып башҡарабыҙ. Тарихи яҡтан ҡарағанда ла был дөрөҫ: Иртыштан алып Дунайғаса автохтон булып хәҙерге урыҫ теллеләрҙең бабалары – иран теллеләр йәшәгән. Шуны танымай төркилеккә йәбешеп ятыу – милли сикләнгәнлек, әгәр ҙә хужыраҡ булмаһа.

-- Һеҙ «иран телле» тип тамғалаған боронғо бәғзе бер ҡәбиләләрҙең төрки телле икәнлектәрен дәлилләгән Баҡишев — милли сикләнгәнлек, ә шул төрки теллеләрҙе иран телле тип инҡарлаған Ҡотлоев менән Хәкимуллин — сикләнмәгән интернационалист буламы? Киреһенсәлер, бәлки?

— Был тәңгәлдә демагогияға һуҡлығыу төптө урынһыҙ, һеңлем. — Хистәрен ауыҙлыҡларға өлгөргән Хәкимуллин, олпат тыныслыҡ һаҡлап, бил тайҙырҙы. — Баҡишевтан башҡа барса ғалимдар ҙа бер фекерҙә ныҡ тора: Уралдағы көллө иҫке ҡомартҡылар — йә боронғо иран, йә һуңғыраҡҡы угрофин теллеләрҙән тороп ҡалған.

-- Билдәле булыуынса, ул иҫке ҡомартҡылар араһында яҙыуҙар табылмаған. Иран телле һәм угрофин телле икәнлектәрен һөлдәләре йәки һөйәк төймәләре һөйләйме?

-- Шулай уҡ билдәле булыуынса, әлмисаҡтан был тирәлә төрки заттың еҫе-ҡоҫо ла булмаған.

-- Кем әйтә быны? Һеҙме?

—Эйе, беҙ. Йәғни бөгөнгө фән үҙе. Һеҙҙең Баҡишев олатайығыҙҙай, йә булмаһа Ҡондоҙбаев еҙнәйегеҙҙәй, донъяның дүрт тарафында ла башҡортлоҡ ғәләмәте күрмәйбеҙ. Һәм уның, ғәфү итегеҙ, бабаларыбыҙ беҙҙең эраға тиклемге сал замандарҙа уҡ ошо Уралда тамырланып йәшәгән дә Уралдан төрлө тарафтарға юл алған, ә ҡәбилә йәҙрәһе мәңге Уралда тороп ҡалған — бөгөнгө башҡорт халҡының нигеҙе булған, тигән уйҙырма «тәғлимәт»ен дә танымайбыҙ.

-- Ә һеҙҙекен таныйҙармы икән һуң?

-- Танымау ғына түгел, ә үҙегеҙгә мәғлүм, тарихҡа бәйле бөгөнгө ҡараштарҙың ысын фәнниҙәре тап беҙҙекенә — берҙән-бер прогрессив концепцияға ерегә.

— Ул прогрессив тигәнегеҙ регрессив булып ҡуймағайы.

Әммә ғалимлыҡ сәме менән ирлек сәме ҡуша ҡуҙғалған профессор быны әллә ишетмәне, әллә ишетмәгәнгә һалышты:

-- Бына шулай, ҡәҙерле һылыуҡайым. Олатайығыҙ «тәғлимәт»е баррикаданың теге яғында ҡалды, ул ялғанды заман үҙе хөкөм итте!

-- «Ҡара груһ монах Мендель»54, «серек буржуаз шарлатаны Винер»ҙар55 менән бергәме?

-- Оһо, олатайығыҙҙы кемдәр менән тиңләйһегеҙ!..

-- Белмәйем, һеҙҙәрҙе кемдәргә тиңләрҙәр икән!

-- Бының менән ни әйтмәксеһегеҙ, һылыуым?

-- Өрмәй ҡабып, ауыҙығыҙ бешмәһен, тим.

-- Һәй әттәгенәһе! — Йыһандар Илһамдар улы шарҡылдап көлдө. — Ошондай сихри күҙҙәрҙән дә зәһәр Баҡишев ҡарт осҡондары сәсрәр, ошондай һылыу сикәләрҙә лә көйҙөргөс Баҡишев уты дөрләр икән! Афарин! Тик, һылыуым., йәш кенә башығыҙ менән кеше итәгенә усаҡ яғырға маташып, үҙ ҡуҙығыҙға үҙегеҙ бешеп ҡуймағыҙ. Һеҙҙең ише дилетанттарҙы тарих ҡаты язалай. Сер итеп кенә әйткәндә, тарих юлында муйын һындырған докторҙар, академиктар ҙа етерлек...

-- Белмәйем әле, кем муйыны һынғанлығын тарих үҙе күрһәтер... әле әйткән Мендель менән Винер миҫалындағылай. Уларҙы ла акуланың бысҡы аҙауы сәйнәп йотҡандай ине...

-- Олатайығыҙ Мендель түгел, Винерлыҡҡа ла бик йыраҡ.

-- Үтә һауаланмағыҙ.

-- Беҙ ныҡ ерҙә торабыҙ. — Профессорҙың күҙҙәре һалҡын быялаланып ялтыраны. — Үҙегеҙ әйткән һалҡын ҡанлы, бысҡы аҙаулы тарих акулаһы булараҡ, аҡыллым, шуны киҫәтмәксемен: объектив хәл һәр юлы ла беҙҙең субъектив теләктәргә тап килмәй. Күпме генә сыпраңдап ҡойроҡто ярға һуҡмаһын, йылға балыҡ ихтыярына буйһонмай — үҙ ағышында ҡала. Башҡорт тарихын ғәмәлдәгенән салыраҡ итеп күрергә теләү тенденцияһы менән дә тап шулай булды, эйе. Һәм киләсәктә лә тап шулай буласаҡ!

-- Ҡурҡытмағыҙ.

-- Ҡурҡытмайым, ә киҫәтәм. Йәп-йәш кенә башығыҙҙы буш хыялдар менән иләҫләтмәгеҙ. Һеҙҙең кеүектәр күрергә теләгән «сал Урал бөркөтө» юҡ ул, ә ярылы ҡабығында сеп-сей себеш кенә ята әлһерәп.

-- Әгәр халыҡ яңы сыҡҡан себеш йәшендә булһа, ниңә уның эпостарында донъя мифологияһының иң-иң тәүгел ҡатламдары вулканланып урғыла? Беҙҙең эраға тиклемге сал таш быуат хәлдәре ҡомарлана? Эпос берәүҙән дә үтескә йәки бүләккә алынмай, уны һәр бер халыҡ үҙе тыуҙыра, ти бит донъя фәне.

-- Дилбәр һылыу, һеҙҙең белем даирәһенең икһеҙ-сикһез киңлеге алдында тағы ла бер инабатлы баш эйәм дә артабан әрепләшеүҙән итәғәтле баш тартам! — Хәкимуллин һүҙҙе уйынға борҙо. — Әгәр белгегеҙ килһә, минең бында кереүемдең төп сәбәбе лә һеҙҙең һымаҡ эрудиттың теңкәҺенә тейеү түгел, ә оло ихтирамлы баш әйеү теләге ине.

Ҡараштары бер юлы өҫтәлдә ятҡан гәзит өҫтөндә сатрашланды.

—Тимәк, миңә рәхмәт яуҙырырға индегеҙ?..

Хәкимуллиндың сикәһендә күкшелт тамыр тартышты.

-- Эйе-эйе, рәхмәтемде әйтергә лә һеҙгә ҡайһы бер изге кәңәштәр бирергә. Аптырамағыҙ, рәхмәтем шуның өсөн: әгәр ҙә ул әҫәрегеҙ гәзиттә баҫылмаһа, һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ошолай яҡындан тап итеү осрағы — яҡты йөҙөгөҙҙө күреү бәхете тейер инеме ни миңә, ҡарт диңгеҙ бүреһенә? Үҙегеҙҙе ҡайһылай ихтирам иткәнлегемде беләһегеҙ.

-- Бына нисек! Биреп ҡарағыҙ изге кәңәштәрегеҙҙе.

-- Беренсенән, ошондай затлы башҡайығыҙҙы затһыҙ тауарҙар менән тынҡыслап йөрөүҙән тыйылығыҙ, аҫылым. Шул дыуамал олатайығыҙҙың «башҡорт – сал бөркөт» тәғлимәтенән арынығыҙ, ул һеҙҙе яҡшыға килтермәйәсәк. Сәнғәтебеҙҙең талантлы киләсәге, ысын Урал патриоткаһы булараҡ, бик тә булмаһа, бөгөнгө фәнде етдиерәк өйрәнегеҙ. Юғиһә, һеҙ шундайын да һылыу, йәш әле — тигеҙ ерҙә һөрлөгөп йығылып муйын һындырыуығыҙ бар. Уйлап ҡарағыҙ: хатта вузда диплом яҡлау барьеры ла ырғып уҙылмаған... Алда күпме яулайһы ҡәлғәләр! Ә һеҙ диплом алдында уҡ хәтәр юлда тораһығыҙ.

-- Йәғни? — Ҡыҙҙың төҫө ағарҙы.

-- Йәғни, һеҙ диплом эше итеп алған Бәндәбикә ҡомартҡыһын беҙҙең эра баштарына уҡ ҡаратыу — шәхси һәләкәтегеҙҙең башы ғына буласаҡ. Беҙҙең ғилми экспедиция, беләһегеҙ, ул убаны ҡаҙып-тикшереп ҡараны ла ундағы кәшәнә ҡалдыҡтарын XIV—XVI быуаттар ҡомартҡыһы тигән ҡәтғи һөҙөмтәгә килде, ә был иһә ғилми йәмәғәтселек тарафынан бер ауыҙ һүҙһеҙ танылды.

-- Улайһа ниңә Ил Инәһе Бәндәбикә бронза дәүере йолаһы менән ерләнгән? Үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм Ҡарасуҡ һәм Окунев культураларының мәйетте таш ҡумтаға һалыу йолаһы...

-- Эйе, таш ҡумта. Әммә уны бронза дәүер ҡумтаһы тип раҫларға ни хаҡығыҙ бар?

-- Ислам динле XIV быуатҡа ул тап килмәй.

Профессор ауыҙын йырып көлдө:

-- Яңы быуын фанатигыбыҙ Йәүҙәт Ҡондоҙбаев мырҙа «асыш»ымы?..

-- Булһын да, ти. Әммә төп һорауға яуап бирегеҙ.

Хәкимуллин ялтасының һарғылт сәтләүек төҫө кинәт кенә алһыуланып, маңлай тиреһе йыйырылып, ҡыҙыл ситек ҡуңысына оҡшап ҡалды.

-- Әгәр белгегеҙ килһә, ул таш ҡумта урта быуат кәшәнәһенең кирбес түшәлгән иҙәне аҫтына һалынған, тимәк шул дәүерҙә ерләнгән.

-- Ә бинаның иҙәне менән диуары — икеһе ике дәүерҙә һалынған булһа?! Әйтәйек, һуңыраҡ дәүер кәшәнәһе бик боронғо емерек бинаның иҙәне өҫтөнә тергеҙеп төҙөлһә?.. Радиокорбон йәки башҡа прогрессив ысул менән тикшереү үткәрҙегеҙме?.. Киң мәғлүм булыуынса, һеҙҙең шанлы экспедиция ундай мәшәҡәтле ысулдар менән ваҡланып тормаған — күҙәмәләп кенә эш иткән.

-- Фәндә киң таралып, борондан уҡ үҙ-үҙен ныҡ аҡлаған күҙәмә ул.

-- Ә мин әйткән контрдәлилдәрҙе ҡайҙа ҡуяһығыҙ?

-- Нимә-нимә?! — Профессор тауышында йәшертен хәүеф сатҡыланды. — Ҡарағыҙ уны, ҡыҙыҡай, контрдәлил тигәнегеҙ контрреволюция булып ҡуймағайы! — Ҡабат тыныс төҫ алып, бармаҡ янап хахылдап көлөүе әллә ҡайһылай яһалма — шаяртыуын күрһәтергә көсәнеү һымаҡ тойолдо. Ҡыҙ көлмәне.

-- Ярлыҡ йәбештермәксеһегеҙ?..

-- Уныһын һеҙ үҙегеҙ теләп алаһығыҙ, һылыуҡай. Тауыҡ салыныр бысағын үҙе тырнап сығарған, тигәндәй... -- Яланаяҡ тере ҡуҙға баҫҡандай, йәһәт-йәһат ишекле-түрле йөрөндө. Тәкәбберҙең ҡаршыһына туҡталып, һәр һүҙен ергә ҡаҙыҡ итеп ҡаҡҡандай, йоҙроҡлап төйҙө һауаны. – Белегеҙ: ун беренсе быуатҡа тиклем был тупраҡта ғөмүмән төрки заттың еҫе-ҡоҫо ла булмаған, төркиҙәр бында ун беренсе быуаттан һуң ғына килгән. Һеҙгә быны күпме тылҡырға кәрәк?

-- Ха-ха-ха!

— Көлмәгеҙ, иларға тура килмәгәйе!

Ҡыҙ ең осо менән күҙҙәрен һөрттө:

—Ысынлап та, көлөргәме, иларғамы был тәңгәлдә?.. Ун беренсе быуатҡаса Уралда төркиҙәрҙең еҫе-ҡоҫо ла булмаған тип иҫәпләгәс, тап ошо сал Уралда икенсе быуатта уҡ халыҡ булып донъя көткән, тарихтарға кереп ҡалған төрки телле һундарҙы, йәғни башҡорт бабаларын, ҡайҙа ҡуяһығыҙ? Һуңғараҡ, 375 йылда бөтә Көнсығыш Европаны үҙенә буйһондорған, ә 441 йылда Көнбайыш Европаны ла биләп алған Баламбер-хан менән Атилла-хандың да ошо үҙебеҙҙең сал Уралдан ҡубынғанлығын әллә оноттоғоҙмы? Кемгә яраҡлашаһығыҙ, ниңә ярлыҡлашаһығыҙ?!

Хәкимуллин тыңларға теләмәне, йәнә ауыҙын йырҙы:

-- Әл-лә-лә-лә-лә, кемде күрәм, ҡоҙаҡайың Ҡондоҙбаев төшөндә илереп уйлап сығарған хоҙайбикәбеҙ Арта-би сура Ана ҡото үҙеме әллә? Иҫ киткес! Эс киткес! Ниндәй сихри көс тарта бында мине? Вәт әкәмәт: дыуамал тай типкәне һайын тояғына яҡыныраҡ тартылам!

-- Тай тояғы маңлайға типмәһен өсөн, яҡыныраҡ һырлығырға кәрәклеген яҡшы беләһегеҙ шул.

-- Беләм, һылыуҡай, беләм! — Хәкимуллин көсәнеп хахылданы. — Шуны белеүҙән айырмаһън Аллаһы Тәғәлә! Бер һүҙ менән әйткәндә, наянбаш байталҡайым, мин бында иң изге ниәт менән килдем һәм иң изге ниәт менән китәмен.— Ишекте тибеп асты. — Мәңге ошолай яугир булып, сәнскеле роза һымаҡ ҡалығыҙ! Мәгәр минең ҡулды сәнстертмәгеҙ!

— Рәхмәт төшкөрө! Икенсе юлы бейәләй кейеп килегеҙ, хушығыҙ! — Ҡыҙый сөйҙәге гитараның сымдарын дерелдәтеп, подвалды шаңғыратып көлдө, әммә уның күҙҙәре уйсан ине. И илаһым, бына ҡайһындай кешегә бит ил йомошо терәлә! Бар тип белә, ти, Хәкимуллин һинең Ил Инәһе Бәндәбикәңде лә Ерәнсә-сәсәнеңде — уның өсөн икеһе тиң ислам дине ҡалдыҡтары. Уныҡы ғына — һүҙ, хәҡиҡәт, ә башҡалар гел хаҡһыҙ. Хәҡиҡәткә монополия булып сыға түгелме?.. Әгәр ҙә шулай икән, бында килеп тынсыу подвалда сәғәт буйы аяҡ өҫтө фәлсәфә ҡорорға бысҡы аҙаулы акуланы ниндәй сәбәп этәрҙе? Газеталағы шул фельетон остоғомо? Әллә ҡыҙға билдәһеҙ ҡалған етдиерәк сәбәптәр хөкөм һөрәме?.. Бер юлы ғәмләнерлек тә, хәтәрлекле лә тойғо биләне ҡыҙҙы. Тик шунда уҡ, башын ғорур турайтып, оторо хәлдән арынды, зиһенен тәртипкә һалды — олатаһының дыуамаллығы ҡайнай ине шул ҡанында.

Дөбөр-шатор күмәк аяҡ тауыштары уны тәүҙә тертләргә, аҙаҡ һирпелеп бағырға мәжбүр итте:

—Ас ишек, Бәндәбикә! Ил Инәһе өйҙәме, ҡайыш ҡамсыһы сөйҙәме?

Бәрелеп тә һуғылып, был юлы бер төркөм университет егеттәре эркелде — филологтар тоҡомо. Һомғол буйлы, оҙонса аҡ һылыу йөҙлө Әсҡәр Ҡотлоевтан башҡа, уға тағылып йөрөмәле йәнә бер бәндәне белә: бүкәндәй ҡыҫҡа ла, тос та кәүҙәле, кешене үтә тишеп ҡараусан ҡара төймә күҙле, Әсҡәрҙән бер-ике йәшкә өлкәнерәк кесе ғилми хеҙмәткәр Рәшит Алмаҡаев. Иҙәнгә һөйрәлтә яҙып, олпат ғалимдарса «быуаҙ» портфель тотҡан. Икеһе лә бөхтә кейемле — үҙҙәренә эйәреп ингән бәғзе студент халҡынан ябай һоро турғай араһындағы йөнө йылтыр сыйырсыҡтар шикелле айырыла. Йөҙҙәре саф һалҡындан алһыуланған.

-- Әһә, өйҙә икән солан хужабикәһе!

-- Салон, тиң, һантый!

-- Һиңә, Рәшит Алмаҡай, Солан ни ҙә салон ни – икеһе лә бер ҡалып!

-- Ә һин, ҡотһоҙ Ҡотлоев, телеңде күп сарлама – теленеп бөтөр!

-- Бөттө-бөттө, ыҙғышмағыҙ, егеттәр! – тине салон эйәһе.

Ярышып тигәндәй, икеһе бер юлы гәзит һонғайны, ҡыҙ өҫтәлгә ымланы:

—Туй үткәс, дөмбөр ҡаҡмағыҙ, азаматтар. Ана ята.

— Ах әттәгенәһе! — Әсҡәр бүләген тәҙрә төбөнә ырғытты, Рәшит, бик бөхтә бөкләп кенә, портфеленә һеңдерҙе. Пальтоларын һалған ыңғайҙа Әсҡәр сөйҙәге ал таҫмалы гитараның ҡылдарына бармаҡ сиртеп һыҡтандырҙы:

-- Быныһы ни ғәләмәт: килгән һайын, сүместәй эленеп тора. Кем йөрәк тибрәткесе?

-- Донъяла һеҙ генәме ни — уфтаныусыларым етерлек, — тине йөҙөнә алһыулыҡ һирпелгән ҡыҙ, тештәрен йылтыратып.

-- Аңлашыла. Һумалалай сөм-ҡара мыйыҡты яҙа-йоҙа күреп ҡалғайным төнә! — Рәшит бармаҡ янаны.

-- Бәй, улайһа мин дә һаҡал-мыйыҡ ебәрәм! – тине Әсҡәр.

-- Һиңә һаҡал-мыйыҡ түгел, ә башҡа бәрәкәт үҫтерергә бик ваҡыт, Әсҡәрулла-мулла. Шулай бит, Диләфрүз туташ?

-- Саҡмател! Ултырығыҙ, һиндостан сәйе менән һыйлармын үҙегеҙҙе.

—Сәй эскән бар ҙа ул... — тип мыңғырланы Әсҡәр.

— Сеү! Мыйыҡһыҙҙарға мәй харам.

—Улайһа, — егет ҡулында затлы авторучка ялт итте, — мин, ҡасандыр мыйыҡ үҫтергәнсе, мыйыҡһыҙ осор автографымды һалып ҡалдырайым әле Диләфрүз туташҡа иҫтәлеккә. — Ташлаған гәзитен алып, нимәлер сыйғысланы ла китап кәштәһенә ырғытты. — Бер табып уҡырһығыҙ әле. Белеп тороғоҙ: донъяла Әсҡәр Ҡотлоев тигән берҙән-бер, уникум йәшәй бөгөн; ҡәҙерен белеп ҡалығыҙ: киләсәктә ҡултамғаһы алтындан ҡиммәт тартасаҡ.

—Алтын ҡауырыйҙан яҙған өсөнме? — Рәшит сағыу буталланған яҙыу ҡоралына ымланы.

— Абау! Мотал еҙнәйем ҡулында ла ялҡылдай ине тап ошондай алтын зат, — тине Дилбәр.

-- Шау алтын булмаһа ла, алтын янында ятып сыҡҡан. Тик уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме — минең йөрәгем янында бер көн ҡунды ул. Шуны заманабыҙҙың эпик әҫәрен тыуҙырыусыға — кирбес атып Хәкимуллиндың бөҙрә-көҙрә сәстәрен туҙҙыртыусыға бүләк итәм.

-- Китсе... уңайһыҙ бит... — Ҡапыл ҡолағы шаулап, башы әйләнде ҡыҙҙың. Ә тегеһе, ике ҡуллап этәреп, бүләген ҡыҙҙың нәфис усына йомдортто:

-- Бөттө, артыҡ ләпелдәмәйбеҙ! Бындайҙы башҡа бер ҡайҙан да, көндөҙҙәрен сыраҡ яғып эҙләһәгеҙ ҙә, таба алмайһығыҙ. Ҡулығыҙҙа, Аркадий Райкин әйтмешләй, шау-«диффисит» тауарҙыр! Үҙегеҙҙе генә уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн, Алмаҡаев иптәшкә лә дуҫлыҡ символы тапшырам. — Мә, заманабыҙҙың башҡорт белинскийының тоғро шәкерте! -- Рәшиткә лә тап шундай уҡ, тик алтын урынына тутыҡмағыс бутал ялатылған аҫыл мал тотторолдо.

— Табаһың бит, әй! Саркисян тауарымы? — Алмаҡаев яҙыу ҡоралын усында әйләндергеләп, ентекләп ҡыҙыҡһынды. — Шәп, шәп!

—Тссс! Ерле юҡҡа Асам-Кисәмдең исемен телгә алма — туба!

-- Табу тип әйт!

-- Эш унда түгел: ҡайҙан тапҡанды һин һорама, мин әйтмәйем. Беҙҙең эралағы иң яҡшы моделле автомат. Быны мин әйтмәнем, ә яҙыусы Мотал Шаһибәрәков әйтте.

Ике бите уттай яныуын ҡалай итеп һүрелтергә белмәгән ҡыҙ ыуаланды:

-- Ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы, тигәндәй, үҙем нимә бүләк итәйем икән һуң?

-- Әгәр ҙә бик теләһәгеҙ, бер генә үпәс итегеҙ ҙә, йомарлаҡ сей балсыҡты әүәләп, танауымдың кирбес ҙурлыҡ портретын әтмәләгеҙ.

-- Һуңғыһын булдырырбыҙ ҙа. — Устары менән ике сикәһен ышҡып, ҡыҙ кинәнеп көлдө...

-- Шәп автомат шул, әй, беҙгә лә кәрәк ине! — тине был икәүҙең артынса уҡ инеп тулған башҡа егеттәр ҙә, Алмаҡаевҡа тейгән бүләкте ҡулдан-ҡулға йөрөтөп.

-- Шым, адресын һорамағыҙ. Аллаһы Тәғәлә бойорһа, кеҫә төбөгөҙ мулланһа, ҡулай ғына суммаға ялтырырағын да табышып бирербеҙ — почти шул уҡ дәүләт хаҡы, ләкин затлы: таныш-белештәр арҡылы!..

-- Һәй был таныш-белештәрҙе! — тине Рәшит. — Оҙаҡламай ботинка бауын да салғый аҫтынан юлларға ҡала инде. Коммунизмға яҡынлап уҡ барғанда...

-- Улай тимә, коллега: коммунизм йәннәтендә лә салғый аҫтынан сыҡҡан тауарҙың бәҫе ҡалын ҡаласаҡ. — Әсҡәр ауыҙын Дилбәр яғынан усы менән кәртәләп, тауышын аҡрынайтты. — Никахһыҙ урлашып һөйгәндәй... — Егеттәрҙең шарҡылдап көлөүенә һис иғтибар итмәҫтән, ҡулын алып, инде ҡысҡырып дауамланы. — Һәй замана, замана... Әсәйем бер көн варенье банкыһына яба торған ҡалай ҡапҡасты ҡаланың алтмыш саҡрымдағы арғы осона барып, таныш-белештәр аша инәлеп эләктергән. «Үҙебеҙҙең ҡаршылағы хужалыҡ тауарҙары магазинында тулып ята лаһа, ниңә шунан ғына инеп алманың?» — тип ҡыҙҙыра башлағайны профессор атайым, «Ҡапҡасын таныш аша алып япҡан банка вареньеһының тәме ниндәй ҙә урам аша магазиндан алғандыҡы ҡайһылай?! Һин, ҡарт шайтан, ошо йәшеңә етеп, шуны ла айырмайһың!» — тип, әсәй ҡарсыҡ атай ҡарттың ауыҙын «шап!» яптырҙы ла ҡуйҙы бит, әй... Әйткәндәй, таныш-белеш тигәндән, быйыл мин шул алтын юлаҡтан нисек оҫта файҙаланғанды беләһегеҙме әле?



-- Нисек?

-- Улайһа, — мут күҙ уйнатты Әсҡәр, — ауыҙығыҙҙы йомоғоҙ ҙа тәжрибәле ағайығыҙҙы ҡолаҡ ҡарпайтып тыңлағыҙ — кәрәге тейеп ҡуйыр. Бына нисек булды ул... Диплом алды эшемде ҡайһылай үҙ ваҡытында өлгөртөргә баш ватып, сәстәремде йолҡоп өйҙә ултыра инем шулай, телефон шылтыраны. Ҡайһылыр ки Баллыбауырһаҡов иптәш өндәшә: Ҡазандан килгән театрға билет алып бирмәҫменме икән, йәнәһе. Тауышы шундай татлы — йәнгә үтеп инә бит, әй. Исемен хәтерләмәһәм дә, берәй таныштыр әле, мин әйтәм, таныш-белеште ситкә тибәреү -- гонаһ. Яңыраҡ ҡына ҡайһылыр танышыбыҙ зәңгәр «Волга»быҙға ҡыҙыл башлы тормоз тупалсағы табышып бирешеүе иҫемдә. Моғайын, шул Баллыбауырһаҡов туғандыр әле, мин әйтәм, ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы икәнлекте онотмаған! Ә бәлки... бәлки... шул Баллыбауырһаҡов минең үңәскә гер булып баҫҡан сонтор ваҡытты ла оҙонайта алыр?.. Ҡуйын дәфтәремдән кәрәкле номерҙы соҡсоноп, үҙем белгән Алымһаҡовҡа шылтыраттым: теге көндә танышҡан яңы йән киҫәккәйең театр янында һыра һата ине буғай, уның да үҙенең ышаныслы йән киҫәктәре барҙыр әле, йәнәһе. Алымһаҡов күҙ асып йомғансы икенсе телефондан йән киҫәккәйенә шылтыратты һәм миңә: «Эштәр бешә, театр һинеке, ҡарт!»—тине. Шул арала мин тағы теге татлы телле Бауырһаҡовты сым буйынан юллап табып, моратына ирешәсәген әшкәртеп, телен төптән көрмәп алдым, үҙ зарымды еткерҙем: диплом алды эшем яна — дефицит ваҡытты табышып-оҙайтышып бир! «Шалопай, бот күтәреп яттыңмы?.. — тип гөрөлдәне трубка. — Ярар, беҙҙән ҡалмаҫ, ышаныслы танышым бар минең дә!» Театр билеты йүнләүсемә рәхмәт әйтеп шылтыратып, трубканы һалырға ғына иткәндә, сымдың теге осондағы Алымһаҡовтың тыны ҡурылды, иламһырап өндәшә һалды: «Әйткәндәй, таныш гипнотизерың юҡмы һинең? Бауырға таш ултырҙы бит, әй, ә врачтар, йөҙҙәре ҡара булғыры, тел осонан коньяк тәмен тамам оноттортмай тороп, дауаларга теләмәй. Ә гипнотизерҙар, таныштарҙың әйтеүенсә, теш араһына ярып ингән хәләл ризыҡтың тәменә бәйләнеп бармай...» Ғәжәпкә ҡаршы, минең таныш ғипнотизерым бар булып сыҡты, ул шунда уҡ танышымдың таш ултырған ҡәҙерле бауырын арбарға ризалыҡ бирҙе, ләкин шунда уҡ, өҫтәп, филармонияның малайҙар хорына юл аса алмаҫһыңмы икән, улым тыумыштан иҫ китмәле музыкальный, тип үтенде. Мин Өлгөрбаев ағайым менән элемтәне булдырҙым, ул үҙенең апаһына өндәште, ә апаһы — танышының филармонияла балалар хорында йыйыштырыусы булып эшләгән бикәсенә. Ярты сәғәт үткәндерме-юҡмы, йыйыштырыусы ханым да гипнотизерҙы баш директор менән осраштырып таныштырыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Бының өсөн Өлгөрбаевҡа рәхмәт әйтергә лә өлгәрмәнем, ул миңә тағы өҫтәп, бисәһенең нервыларын төҙәтә торған санаторийға путевка кәрәк ине бит әле, тип саҡма сағып өлгөрҙө. Был мәсьәлә, ҡыйынлыҡ менән булһа ла, хәйерле сәғәттә сиселде: мин Үлмәҫбаевҡа шылтыраттым, Үлмәҫбаев — Янмаҫбаевҡа. Янмаҫбаев — Батмаҫбаевҡа, ә уныһы — тап нервыны баҫа торған путевканың өҫтөндә баҫып ултырған Аумаҫбаев-танышҡа. Майлаған һымаҡ зыр-әйләнде-китте тәгәрмәс. Дерөҫ, бының өсөн миңә шунда уҡ Үлмәҫбаевҡа — «Ағиҙел» электр ҡырынғысы, Янмаҫбаевҡа — ҡан баҫымын түбәнәйтеүсе импорт дарыу, Батмаҫбаевҡа — әфлисундар табышып бирешергә тура килде. Әфлисундар мәсьәләһе хәл ителеп бөттө генә тигәндә, әфлисун ятҡан магазин мөдире кинәт кенә тауышын аҡрынайтмаһынмы: «Яҡшы булыр ине, әй, әгәр ҙә бер шалопай студенттың үҙ ваҡытына өлгөрмәгән диплом алды эшенең өлгөрөү ваҡытын календарь биттәренән аҙ ғына сигертеп, сонтор ваҡытты оҙонайтыу сараһын да эҙләп тапһаҡ», — тине. Мин башты ҡашып алдым, тап үҙемдең үңәстән алған зар бит был, минең һымаҡтар донъяла бар икән әле, тип ҡыуандым. Ҡайҙалырғы үҙем һымаҡҡа теләктәшлек хисе менән тоҡанып, шунда уҡ әфлисун маһирын профессор атайым исеменән мәғрүр Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин менән тоташтырҙым, ә ул — әфлисун эйәһен вуздың деканат секретарына ялғаны. Йә хоҙай, таныш-белештәр сылбыры осона сыҡтым, инде үҙем тураһында ла белешеп ҡарарға ваҡыт тип уйланып ултырғанда, деканаттағы миңә үтә яҡын таныш секретарь ҡыҙ телефон шылтырата: «Яңы итальян итектәремде күрергә кил, шалопай!» Аптырап ҡалдым: «Ысынмы, һин уны ҡайҙан эләктерҙең?» Ҡыҙый ғорур ярҙыра: «Һинең һымаҡ таныш-белешһеҙ түгел мин! Диплом алды эшенә һинең һымаҡ уҡ төкөрөп ҡараған ниндәйҙер бер шалопай аҙашыңдың танышының таныштары арҡыры килеп ҡапты!» — тине. Туҡта, мин әйтәм, ниндәй аҙаш тураһында лыҡылдайһың? «Ниндәй булһын — тулыһынса һинең копияң инде: Ҡотлоев Әсҡәр Йәмил улы тигән бәндә, хатта һин икән тип торам»... Иҫемде лә йыйырға өлгөрмәнем, минән театр билеттары ҡайырттырған Баллыбауырһаҡов танышым шылтыратып шаҡ ҡатырҙы: «Үтенесең үтәлде: ҡыуан, шалопай, диплом алды эшеңдең ваҡытын оҙайттырҙым... деканатығыҙҙың секретарына яңы итальян итектәре кейҙереп! Йәнә бер үтенес...» -- дауамын тыңлап торманым. Бына шулай, туғандар: күпме тырышлыҡтар һалып, үҙем аша үҙемә ярҙам иттерткәнмен булып сыҡты ла ҡуйҙы... Дефицитлы заман бит: һәр кемдең үҙ дефициты — үҙенең ҡулында, тимәк...— Әсҡәр маңлайын һөрттө. — Ярай, оҙаҡ ултырып киттек, хөрмәтле әфәнделәр. Ҡайҙа, эсерһәгеҙ эсерегеҙ ҙә шул һиндостан сәйегеҙҙе... Юҡһа, әсәйемдең кисәге һыйынан һуң, бер ҙә баш уңалғаны юҡ — кирбес төшкән кеүек шаңҡып тик тора, — тине.

-- Ай-һай, ауыҙыңдан Саркисян мәйенең еҫе аңҡый! — Дилбәр ситкә боролдо. Ҡапыл иҫенә килеп, электр плитәһендәге сәйгүнен йәһәтләне.

-- Асам-Кисәмде кисә генә ысынлап та аҫтыҡ-киҫтек һәм тунаныҡ — кисә бушҡа уҙманы. Абуталип-Буталып килеп сыҡмаһа, бөткәйне, хәмер күленә батҡайны баш.

-- Абуталип? Ҡайҙан ел ташланы уны, һыра дөкәне алдында бутала ине ләһә? — Баш сайҡаны Рәшит. Сәй яһап өлгөрткән хужабикә эреле-ваҡлы соҡортайҙарҙы тотторҙо ҡунаҡтарға. Әсҡәр ауыҙын бешерә-бешерә һемерҙе:

-- Ну, Дилбәр туташ, тикмәгә памфлет яҙмайһығыҙ — иллә уҫал икәнһегеҙ: йотҡан берен өрөп ҡабырға кәрәк! — Рәшиткә боролоп аңлатты. — Сиҙәмский Абуталип-Буталыптың иң ҡиммәтле сифаттарының тап береһе шунда ла шул: һинең менән бергә юлланмай, ә һин барған табындың иң ҡыҙған мәлендә ултырҙаш булып сыға... Йә ярай, ул быпда ла өҫтәл аҫтынан ҡурпып сыҡмаҫы элгәре эргәгеҙҙән таяйым.

-- Тағы берҙе яһайым?

«Тағы бер»ҙән баш тартырға тура килер... Әйткәндәй, нимә тип атала ине әле һеҙҙең мөхтәрәм диплом эше?

-- «Ядкәр...» — Ҡыҙ тауышы ниңәлер эстән ҡалтыранып, йөрәген һыҙып сыҡты.

-- «Ядкәр» түгел -- «Йәдкәр» тип төҙәтегеҙ! – тине Рәшит.

-- Туҡта, ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, тигәндәй, ҡыҫылмайыраҡ тор әле һин, Алмаҡай! -- Әсҡәр себен ҡыуғандай ҡул һелтәне лә Дилбәргә ҡараны. -- Тимәк, быуындарға аманат булырҙай архитектура һәйкәле?

-- Улай уҡ булмаһа ла... Боронғо менән бөгөнгөнө бергә тоташтырыусы, киләсәккә лә ялғаусы иҫтәлекле комплекс ул, минеңсә. Хәтер аманаты...

-- «Күпере» тип әйтегеҙ, — тип төҙәтте Рәшит.

-- Маладис! Әммә сүлмәгең һиҙә лә һуң, Алмаҡай! Ошондай күпер Дилбәр туташ йөрәгенә лә һалынһын ине мәгәр!

-- Быныһы ни тигән һүҙ тағы!.. — Ҡыҙҙың зиһене таралды. — Тағы сәй яһайыммы?

-- Стоп! Тағылары кәрәкмәй. Инде Алмаҡаевҡа ла яуап бирергә кәрәк. Ә беләһегеҙме, ҡәҙерле Дилбәр-Диләфрүз, телегеҙҙән алтындай тамған, бәғзеләр төҙәтергә тырышҡан шуп «ядкәр» һүҙенең нисек килеп сығышын?

-- Һүҙлектәрҙә фарсы һүҙе, тип бирелә.

-- Ә ниңә һуң шул уҡ тамыр — «ятлау» һүҙе башҡорттоҡо тип әйтелә?

-- Уныһын һеҙ, филологтар, асыҡларға тейештер.

-- Һин, Әсҡәр, ҡәрендәштең башын ҡатырма. — Рәшит ололарса олпат өндәште. — Былай аңлатырға кәрәк: беҙ, филологтар, берәй һүҙҙең этимологияһын белмәһәк, ул — ғәрәптән йә фарсынан ингән һүҙ, тип һыуҙан ҡоро сығабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Бер фән кандидаты миңә хатта «әсәй» һүҙенең дә ғәрәптән килеп ингәнлеген иҫбатлап маташты...

-- Аяныс... Ниңә беҙҙә этимологик һүҙлектәр юҡ?

-- Этимология фәне үҙе бармы беҙҙә, тип һорағыҙ, туташҡайым...

-- Ә ниңә булдырмаҫҡа? Итексе килеп, билмән бешерел биргәнде көтәһегеҙме?

-- Көтмәйбеҙ, — тине Әсҡәр. — Рәшит дуҫ яҙараҡ һуҡты: беҙҙә этимологияһын да, башҡаһын да үҙ эсенә алған фән моронлап килә — тәүтел белеме. Тик ул сабый бала әлегә ваннала — йыуынты һыу эсендә «сәп-сәп» итә...

-- Йыуынты һыу менән ҡуша сығарып түкмәҫтәрме?

-- Түгеүҙәре лә ихтимал, — тине, һимеҙ портфелен усмаҡлап, Рәшит.

-- Юҡ, иптәш, был юлы яҙа тейҙең! — Әсҡәр ауазы зыңланы. — Дөрөҫ, ул сабыйҙың тауышы әсе — ҡайһы бер абруйлыларҙың ҡолағын яра. Ләкин донъяла беҙҙең кеүек әрһеҙҙәр ҙә бар бит әле.

-- Ярай ҙа ул, әрләнеп ҡалмаһағыҙ.

-- Бына күрерһегеҙ: тәүтел белеменең нигеҙҙәрен һеҙҙең, Алла бойороп, тыуасаҡ ғәзиз балаларығыҙ мәктәптәрҙә уҡыясаҡ, ә ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ хаҡында әйтеп тә тормайым... Тәүтел, бөгөнгө грамматика һәм арифметика кеүек, элементар белемгә әйләнәсәк, ә донъяның теләгән бер сит телдәрен өйрәнеүҙә нигеҙ булып ятасаҡ.

Һе! — Рәшит сәмле йылмайҙы. — Бер хөрмәтле ғалимыбыҙ тап шул тәүтел тураһында: «Әгәр мин белмәйем икән, тимәк, ундай белем донъяла юҡ!» — тип тә ысҡындырҙы бит. Маһир белгестәр иҫәбендә йөрөй ул ағайыбыҙ.

-- Дөйә ҡошо ла, бүрене күрмәйем тип, башын ҡомға йәшергән...

-- Яңылышаһың, хөрмәтлем. Һинең юл сатлығыңда, Диләфрүз ҡәрендәш әйтмешләй, бысҡы аҙаулы акулалар һағалай!

-- Их, күбебеҙгә акуланың сифаттары етешмәй! — тине Дил'бәр.

-- Тфү-тфү, тәүбә ҡыл!

-- Ниңә, кемдән кәм ул: бысҡы аҙауын һис кемдән дә йәшермәй, ғүмере буйы бер иле лә сигенмәй — һөжүм итеп көн күрә.

-- Шуға ла ул — акула. Ҡалғандары — балыҡтар, ауыҙҙары йомоҡтар.-- Әсҡәр көлдө.

-- Кемдеке — йомоҡ, ә кемдең һәр һүҙе — уҡ!

-- Маладис, бына был — Бәндәбикә!

-- Ситтән тороп батырайыу еңел ул. — Алмаҡаев Дилбәргә һынап ҡараны. — Өҫтәүенә, гүзәл енес эйәһе — ниңә уға булмаҫҡа Бәндәбикә.

-- Бәй, һеҙ ҙә булып ҡарағыҙ Ерәнсә-сәсән! Ниңә, тим, кәпәс кейеп йөрөгән бәғзеләргә лә, фәнни тигән хәҡиҡәтте шаршау артында ғына яҡлауҙан уҙып, ут һыҙығына сыҡмаҫҡа? Мәҫәлән, бына һеҙгә — фәндең йәш тотҡаларына.

-- Тотҡондарына, тип төҙәтеү урынлы булыр, ха-ха-ха! — Әсҡәр кинәнде. — Тыңлап ҡарағыҙ әле, егеттәр: ҡайһындай ҡыҙыҡ яңғырай — фәндең йәш тотҡондары, ха-ха-ха!

-- Кефөр һөйләйһең! — Алмаҡаев ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. – Яңы беренсе Вилор Иҫәрғәпович ишетеп ҡалһа...

-- Ниңә, шул ысын түгелме ни? Һин үҙең дә бит, Алмаҡай, Хәкимуллин әтмәләгән, остазың Ғаяс Хөсни шуға ҡушҡуллап йәбешкән концепцияның тотҡоно. Уның яһалма икәнлеген дә беләһең, Диләфрүз туташ әйтмешләй, шаршау артында ғына фәнни хәҡиҡәтте лә яҡлашаһың, әммә ил алдында ауыҙ асырға тотлоғаһың.

-- Көнө был түгел.

-- Әһә, таныныңмы? — Әсҡәр ҡыҙға боролдо. — Бына шулай ул, Дилбәр-Диләфрүз туташ, беҙҙең әхүәлдәр. Үткән быуаттың бер йылъяҙмасыһы әйтмешләй, «беҙҙең бөйөк Лихтенштейн кенәзлегендәге донъя хәлдәре». Әгәр Аллаһы Тәғәлә насип итһә, алдыңдағы Алмаҡаев йөҙөндә беҙ алмалай алҡынып алға тәгәрләгән ғәҙәти ғилми карьераны күрербеҙ: аспирант саҡта көллө ғилми мәктәптәргә лә яраҡлашыу, фән дәрәжәһе яҡлағанда алтын уҙәктән барыу (шунһыҙ диссертацияны үткәреп булмаҫ, ти); фән кандидаты булып алғас, «көслөләр» һәм «көсһөҙҙәр» араһында уңлы-һуллы тайшаныу — дөйөм танылған концепция акулаларының ҡанаты аҫтына һырлығыу (шунһыҙ фән докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлағанда аяҡ салыуҙары бик мөмкин, ти); фән докторы дәрәжәһенә ирешкәс, ҡалған ғүмерҙе тыныс ҡына әҙер ем сүпләп үткәреү — фәндәге һыуҙы бер һауыттан икенсеһенә бушатыу менән шөғөлләнеү (сөнки бөтә докторҙарға ла Академияла урын етмәй, ә яҡланған докторлыҡты ҡул ҡаушарып йоҡлағанда ла һис кем һинән тартып алмаҫ, ти). Тимәк, яңы асыштар яһамаҡҡа ынтылыу — былай ҙа ҡаҡшаған нервыларҙы бөтөрөү, докторлыҡта кинәнеп кенә йәшәүеңде ҡыҫҡартыу... Бына ни өсөн мин Рәшит Алмаҡай дуҫтың да ҡасан кемгә ни әйтерен алдан уҡ белеп торам — үпкәләштән булмаһын. Һәм ул, әлбиттә, ҡайһылай ғына өгөтләп-тәрбиәләһәк тә, башҡорт белинскийы Ғаяс Хөсниҙең тоғро ҡоло -- Ҡотлоев һәм Хәкимуллин концепцияһының тотҡоно булып ҡаласаҡ.

-- Булмай ҡара. — Алмаҡаев бер ҙә йәберһенмәне. – Юкагирҙар сей балыҡ ашағандай, тоҙ һипмәй ҙә сәйнәп йотасаҡ.

--- Йотһа ярай ҙа ул – төкөрөп ташлама! -- Әсҡәр шарҡылдап көлдө.

-- Һәр хәлдә, совет фәне тарафынан ҡабул ҡылынған һәм партиябыҙ раҫлаған дөйөм концепция был.

-- Тимәк, башҡорт нәсәбе XI—XVI быуаттарҙа ғына данлы Бәләбәй ҡалҡыулығындағы ҡыҙыл ләмдән әүмәләнгән, тиһең инде?

-- Шулай булып сыға.

-- Ун беренсе быуатта уларҙы тыуҙырған «ләм» массаһы ниндәй телдә һәйләшкән? — тип ҡармаҡ һалды Дилбәр. -- «Концепция» тигәндән, әллә бөтөнләй һөйләшә лә белмәгәндәрме бабалар-бахырсыҡтар?

Зитына тейә башлаған Рәшит тамаҡ ҡырып уҡталғайны, Әсҡәр ҡулын уның яурынына һалып, «өйөр»өнә күҙ ҡыҫты:

—Тыңлағыҙ: буласаҡ кандидат Алмаҡай дуҫ хәҙер үҙенең атаҡлы ынйы-табышын — «ҡаҙанда быҡырлаған бутҡа» тәғлимәтен сисә!

Тегеһе, сая телде иғтибарһыҙ ҡалдырып, ысынлап та, «тәғлимәт»ен епкә мәрйен теҙгәндәй ағылдырҙы:

-- Атаҡлы Тарих һәм филология институтыбыҙҙың хөрмәтле аҡыл эйәләренең ҡаҙанышын ябай ғына әҙәми телгә күсерһәк, — йыуантыҡ-ҡыҫҡа һынын ултырғыс арҡаһына кирелдерә биреп, тубыҡҡа-тубыҡ һалды, — ул осорҙа беҙҙең ысынлап та бахыр бабалар, әле Әсҡәр әйтмешләй, төрлө сорт иген ярмаларын бер ҡаҙанға һалып бутағандар икән: төрки, иран, ҡытай, монгол, угрофин телдәре... Шул бер ҡаҙанда болғанып, быҡырлап ҡайнап, XI—XVI быуаттарҙа Уралда башҡорт теле тигән бутҡа-концентрат хасил була... Шулаймы, буласаҡ профессорыбыҙ кесе Ҡотлоев?

-- Ишеттегеҙме, ағай-эне? — Әсҡәр зәһәр тәғлимәтсене башынан һөйҙө. — Тылсымлы концентрат-концепцияны был сүлмәгеңдә хайран маһир быҡырлатаһың, әй, буласаҡ академик! Ләкин шуға яуап биреп ҡара әле: тамырҙарыбыҙ ун беренсе быуаттан ары китмәгәс, ни өсен Кесе һәм Урта Азияла беҙҙең эраға тиклемге VII—V быуаттарҙан уҡ ҡалған һарт яҙыуы, саҡ яҙыуы текстары үҙебеҙҙең Уралда ла табыла ла, тегеләре һымаҡ уҡ, үҙебеҙҙең телебеҙҙә уҡыла?

-- Иҫке башҡорт телендә, — тип төҙәтте Рәшит.

-- Эйе, иҫке башҡорт телендә, тип әйтәйек. Ләкин бит ул текстарҙағы байтаҡ һүҙҙәр тап хәҙерге башҡорт телендәгесә генә уҡыла! Ул ғына ла етмәһә, үткән йәй генә үҙебеҙҙең Асылыкүл буйҙарында коллегабыҙ Йәүҙәт Ҡондоҙбаев тапҡан һәм шул уҡ беҙҙең эраға тиклемге VII—V быуаттарга ҡараған тәүырын (рун) яҙыуҙар ҙа ни өсөн шулай уҡ үҙебеҙҙең иҫке башҡорт телендә һуң? Әллә бынан ике мең дә биш йөҙ йыл элек йәшәгән битекселәр56 уны, әлеге ләғнәтле Баҡишев һәм Ҡондоҙбаевтарҙың «яңылыш» ҡараштарын Ҡотлоев һәм Хәкимуллиндарҙың «дөрөҫ» бағышы менән сәкәштертеү өсөн, йәғни бөгөн Уралда «башҡорт» тигән халыҡ йәшәйәсәген һәм уның тарихын өйрәнәсәктәрен шул замандарҙан уҡ тоҫмаллап, үҙҙәренең ике мең ярым йылдан һуң ғына «буласаҡ» башҡорт телендә сыймаҡлап ҡалдырғандармы юрый?.. Килер быуындарға мәрәкә итеп?!.

-- Уларына яуап биреп тормайым, сөнки улар концепцияға һыймай. Ә концепцияға һыймаған нәмә беҙҙең ғилми даирәләрҙә антинаучно һанала.

—Бына быныһын хаҡ әйттең, афарин!

Әммә Алмаҡаев ғәҙәти тыныслығын боҙманы:

-- Һин әйткән ул һарт яҙыуын, саҡ яҙыуын иран телендә уҡыусы ғалимдар ҙа бар. Һәм улар хатта күберәк. Тимәк, һинең ул дәлилдәрең, ылғый резинка кеүек, ҡайһылай тартһаң да һуҙылыр икән... Инде килеп, Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың ул Асылыкүл эксперименты үҙ башына етмәһә ярар ине.

-- Абау, ни булған ул Йәүҙәт ҡоҙама? — Өшәнгәндәй итте Дилбәр.

-- Сөнки бит ул һаман елбәҙәк шағир башы менән фәндең нимә икәнен белеп етмәй. Фәндең бит уның эске закондары бар: бөгөнгө көндә ҡайһы проблема ағастағы һутлы емештәй өлгерөп еткән, ә ҡайһыһы сеп-сей килеш; һоғаланып ҡабып, аҙаҡ тештәрең ҡамашмаһын йәки эсеңде бормаһын өсөн, нимәне өҙөргә ярай, ә нимәне — ярамай. Ярамағанын иртәгә — килер быуындар ҡарамағына ҡалдырып тороу хәйерле.

-- Тимәк, һеҙҙеңсә, фәндә революциялар заманы уҙған?

-- Революция яһаусылар быуатҡа берәү генә тыуа.

-- Ә бәлки, һеҙ һанламаған Йәүҙәт Әғләм улы Ҡондоҙбаев тап шундай — быуатҡа берәү иҫәбенән тыуғандыр?

-- Әгәр ҙә улай булһа, тәүҙә яп-ябай темаларҙа күрһәтһен ине маһирлығын.

-- Тәртә араһына инмәгән тайҙай, тибенә.

-- Йәғни-мәҫәлән, — тип төшөндөрҙө Әсҡәр, — әлеге лә баяғы ҡылым тураһындағы нәүбәттәге сүбек-диссертацияны яҙмай бит ул эт ялағыры!

Һауыт-һаба йыйыштырыусы хужабикә түҙмәне:

-- Юҡ, егеттәр, мин — Йәүҙәт ҡоҙам яҡлы! Әгәр ул килер быуындар эшләйһе эшкә бөгөн тотонған икән, ниңә уны тыйырға?!

-- Аңлағыҙ, Диләфрүз ҡәрендәш: фән ул резина тоҡ түгел. Үҙегеҙ белгән элекке моряк Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин әйтмешләй, фән ул океан кәмәһе кеүек: күҙенә һыу тиңәлгәнсе генә күтәрә. Йөктө шунан артығыраҡ тейәнеңме, карабың күҙ асып йомғансы океан төбөнә китә. Үҙебеҙсә эшкәртһәк, Ҡондоҙбаев фәнде уның үҙ кендегенән юғарыраҡ ырғылдыртырға маташа.

-- Тап шуны талап итә лә заманаһы! -- Әсҡәр киҫәтеүен Рәшит ҡолаҡ ҡырынан үткәрҙе:

-- Өҫтәүенә, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, ғаиләһе менән дә боҙолошҡан... ошо көндә таныш-белештәрендә ҡунып йөрөй. Ә был иһә Хәкимуллин яҡлыларға уны тамам сүкергә козырь ғына.

-- Быныһы ла хаҡ, Алмаҡай! — Ҡотлоев тәбәнәк егеттең дүрткел яурынына әшнәләрсә дер-һелкетә һуҡты. — Был донъяла ғаилә ҡороу үҙе бер ахмаҡлыҡ булһа, ғаилә менән боҙолошоу — башты юғалтыу тигән һүҙ!

-- Эй егеттәр, егеттәр, — тип көлдө ҡыҙ, — аҡ һаҡаллы ҡарттар кеүек һөйләйһегеҙ.

-- Әсҡәр бит ул ҡартаймаҫы борон ҡартайырға — монах булырға йыйына.

-- Монах түгел — Мономах! — тине егеттәрҙең береһе. Йәш Ҡотлоев әммә етди ҡалды:

-- Баяғы эшем эйәһе фән кандидатылай, хатта «әсәй» һүҙенең дә, Диләфрүз туташ памфлетында әйтмешләй, ҡойма аша алыныуын таныһаҡ, ул саҡта беҙҙең үҙебеҙҙән ни ҡала? Ирек һөйөүсе халҡыбыҙҙың ҡаһарман-сал тарихынан ни ҡала? — Әсҡәр ҡыҙҙы. — Быуаттар буйына Уралдың азатлыҡ рыцарҙары57 булыуыбыҙ, унан килеп, үҙ теләгебеҙ менән бөйөк Рус дәүләтенә ҡушылып, бергә-бергә дөйөм Ватан ҡороуыбыҙ, шул Ватанды нисәмәһе-нисәмә тапҡырҙар урыҫ туғандарыбыҙ менән иңгә-иң терәшкән хәлдә ҡанлы алыштарҙа ҡурсалап, һаҡлап ҡалыуыбыҙ, сәскә аттыртыуыбыҙ тарихы ла, бер көн килеп, Хәкимуллин һымаҡ идеология диверсанттары тарафынан бетөнләй булмаған хәл — «ҡойма аша алынған» итеп күрһәтелмәҫме?!.

-- Ҡара-ҡара, ҡалай ҡаты һөйләшә! Фән бөттө — сәйәсәт башланды. Артыңды уйла, мырҙам! — Ҡыҙыу ҡанлының еңенән тартты Рәшит.

-- Мәгәр сәйәсәтһеҙ фән дә, бер нәмә лә юҡлығын онотма, Алмаҡай!

-- Шулайын шулай ҙа ул, тик шаштырыбыраҡ ебәрҙең. Был урында «диверсанттар» нимәгә?

-- Һуғыш уты ҡабыҙыусы океан аръяғы «советолог»тар бөгөнгө көндәтап шулай яҫҡана ла, — тине Дилбәр. — Гәзиттәрҙән уҡығанһығыҙҙыр: улар совет халҡынан уның ҡаһарман үткәндәрен — тарихын онотторторға итә. «Йәҙрә ҡоралы менән генә еңеп булмай советтарҙы, — тиҙәр улар. — Иң ышаныслыһы — идеология ҡоралы. Беренсе сиратта был ҡорал менән йәштәребеҙҙең күңеленә үтеп инергә, ундағы ҡаһарман үткәнгә тоташҡан тәрән тамырҙарҙы ҡырҡып, эске яҡтан тарҡатып емертергә. Өсөнсө донъя һуғышы башланғанда улар араһында Зоя Космодемьянскаялар ҙа, Александр Матросов58 менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндар ҙа сыҡмаһын. Тап ана шул саҡта ғына беҙ советтарҙы тамам һәләк итербеҙ».

-- Ҡәҙерле замандаштар, — тине Әсҡәр, — ошонан файҙаланып, бер имтихан алырға булдым һеҙҙән: Баҡишевтың атаҡлы китабын кемдең уҡығаны бар?

-- Ғәйеплемен: уныһын мин дә тотоп ҡарағаным юҡ, — тине ҡыҙ. — Сөнки ул китаптың һуңғы данаһы ла китапханабыҙҙан мин бәләкәс саҡтарҙа уҡ юғалған.

-- Бына һеҙгә Баҡишев ейәнсәре! Ниңә, улайһа, диплом эшегеҙҙе «Ядкәр» тип атанығыҙ?

-- «Ядкәр» түгел, ә «Йәдкәр»!—тип «йә»ләштереп тағы төҙәтте Рәшит. — Ҡәрендәштең башын әйләндерәһең. Ул да берәй сәхифәһендә «Ядкәр» тип хата яҙып, оятҡа ҡалып ҡуймаһын. Данлыҡлы рәссәм башы менән.

-- Тимәк, «Йәдкәр» тиһең инде? — Әсҡәр көлдө. — Кемдән сыҡҡан ҡанун ул, аҡыллы баш?

-- Көллө ғәләм шулай яҙа. Гәзит-журналдарыбыҙҙы ғына ҡара.

— Хатта Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың «Ядкәр»е лә китап нәшриәтендә «Йәдкәр» булып килеп сыҡты, факт! — Башҡа егеттәр ҙә тотанаҡланы Алмаҡаевты.

-- Нимәгә нигеҙләнеп?! — Әсҡәр һуҡ бармағын Рәшит яғына тоҫҡаны. — Ни өсөн ул йәнселеп бөткән «Йәдкәр» булырға тейеш?!

-- Үҙебеҙҙең башҡорт теле ҡанундары буйынса...

—Ә башҡа телдәрҙең ҡанундарын ниңә һанға һуҡмайһың? Мәҫәлән, иран, славян, угрофин телдәренең?

—Бәрәмәс, улары бында нимәгә? Бөтөнләй башҡа телдәр.

—Бөтөнләйен бөтөнләй ҙә, ләкин башҡамы икән! — Әсҡәр ҡыҙа төштө. — Һеҙ, эшем эйәләре, концепция ҡолдары, телдәрҙе бер-береһенән бейек ҡытай стенаһы менән айыраһығыҙ ҙа шул стена аша һүҙҙәрҙе бер-береһенән, Дилбәр туташ әйтмешләй, үтескә алышыуҙары тураһында ҡыҫыр һөҙөмтә сығараһығыҙ.

—Һин әллә телдәрҙең бер-береһенә тәьҫирен танымайһыңмы?

—Таныйым, унһыҙ мөмкин дә түгел, әммә-ләкин барыһын шуға ҡайтарып ҡалдырмағыҙ. Унан килеп, бер тел дә үтескә алмай, ә мал урынына мал түләй.

—Бына бит, — Алмаҡаев кинәнде, — барыбер беҙҙең яҡлы булдың!

-- Эйе, телдәрҙең тарихи үҫешенең өҫкө ҡатламында мин һеҙҙең менән. Әммә «тәүтел» тип аталған иң төпкөлдә беҙҙең юлдар айырыла. Дөрөҫөрәге, һеҙ унда барып етмәйһегеҙ, шуға күрә, хата өҫтөнә хата өйөп, борон бура тебөндәрәк ятып ҡалып онотолған һәм тәү ҡарашҡа ят һымаҡ тойолған һәр һүҙҙе ситтән үтескә алынған тип иғлан итәһегеҙ.

-- Үтеслеге, — Рәшит өтөрәйҙе, — шаҡырайып күҙгә бәрелеп торғас...

-- Йәғни?

-- Шул уҡ фарсы һүҙе «ядкәр»ҙе алайыҡ.

-- Ә ни өсөн фарсы һүҙе?

-- Сөнки һүҙҙең йөкмәткеһе «фарсымын!» тип ҡысҡыра. Фарсыса «йад» — хәтергә төшөрөү, иҫтә тотоу. «Кәр» — шуға ҡушылған ялғау, башҡорттағы «-лек» ялғауына яҡын, мәҫәлән: иҫтә-лек, хәтер-лек...

-- Ә башҡортса-урыҫса-немецса «кәр» — тулы мәғәнәле һүҙ — ныҡлыҡты, ҡатылыҡты, ғөмүмән, «таштай»лыҡты белдерә. Шуға бәйле ҡыр (ҡырла), гор (гора) — башҡортса һәм урыҫса «тау-таш», ә немецса шул нигеҙ һүҙле керн — емеш һөйәге, таш; кирха — таш сиркәү, крайде — аҡбурташ...

-- Ә ниңә ул өс төрлө телде, баяғы әйтмешләй, бер ҡаҙанға һалып бутарға?

-- Сөнки мин ул «өс төрлө»нөң — бер төрлө, бер тел булган тәүтел заманын байҡайым. Тимәк, һуңынаныраҡ айырымланған өс олонло дәү тирәктең ябалдаштарындағы сыбыҡ остарын ғына һәрмәмәйем һинең кеүек, ә ябалдаш менән ҡуша олондарын да, дөйөм төп һәм үҙәк тамырын да күрәм. Шуның өсөн дә уртаҡ һүҙҙәрҙе үтескә, йә булмаһа алмаштырып алынған итеп түгел, ә ҡасандыр уртаҡ бер тел һүҙҙәре булғанлығын яҡшы белеп эш итәм... Инде әйт әле миңә: тулы мәғәнәле һүҙ («кәр») тәүгеме, әллә уның ялғауға әйләнешеме?

-- Әлбиттә, тәүгеһе, — тине Рәшит.

-- Тимәк, башҡорт — урыҫ — немец телдәрендәге бер үк «кәр» нигеҙ һүҙе «төп нөсхә» икәне асыҡлана ла «фарсынан үтескә алынған» тигән дәлилең юҡҡа сыға.

— Һеммм...

-- Инде «яд»ты ла ҡаҡҡылап-һуҡҡылайыҡмы?

-- Тырышып ҡара.

—Баш өҫтө, тәҡсир! «Кәр»ҙең асылы «таш» булғандай, «йад» та үҙенең иң боронғо (тәүтел осоро) ҡыҫҡартылмаған өлгөһөндә шул уҡ «таш»ты белдереүсе «кад» әйтелеп йөрөгән (һуңғараҡ «к» өнө «й»-ға әйләнгән). Иҫке төрки әҫәрҙәрендә ул кед, кеҙ, кет рәүешендә яҙыла һәм, тап беҙҙеңсә, ҡаты, ныҡ (асылда, шул уҡ таш ҡатылығы) тигән төшөнсә бирә. Уның икенсе мәғәнәһе лә һаҡланған: иҫке төрки яҙмаларында «ҡата» тип әжәл фәрештәһе аталһа, башҡорт теленең бөгөнгө юрматы һөйләшендә «ҡатар» — кәфен, урта һөйләшендә «ҡатыу» — үлеү, «ҡатил» — үлтереүсе; урыҫ телендә иһә «кат» — үлтереүсе, «гад» — сағып үлтереүсе йылан; ә немецса «кадауеч» — мәйет (ҡатыусы) икәнлеге мәғлүм. Шулай итеп, таш ҡатылығы менән мәйет ҡатылығы бергә килеп тоташа: Кад-Кар. Беҙ уны бабаларҙың вафат булған кеше иҫтәлегенә (ядкәренә) баҫтырып ҡуйылған таш һын йәки ҡәбер ташы Кадкар (Ҡотҡар) итеп тоҫмаллай алабыҙ, беҙҙең атайсал далаларҙа ундай һындар күпләп һаҡланып ҡалған. Нимәнән «ҡотҡар?» Онотолоуҙан, иҫтән һәм ядтан (яттан) сығыуҙандыр, әлбиттә. Тәүҙә ул таш ядкәрҙәр, моғайын, яҙыу-ниһеҙ генә булған; торараҡ, ҡул араһына яҙма кергәс, таш яҫыһына ядкәр текстары ла сыймаҡланған. Ҡыҙыҡ, ташҡа сыймаҡлауҙы немец телендә әлегәсә баяғы «кәр» нигеҙле һүҙ белдерә: «краллен» — сыймаҡлау, ә «кралле» — сыйғыс януар тырнағы... Шулай итеп, боронғо тәүтел осорондағы «кадкар» һүҙенән, тәүге «к» өнө «й»-ға әүерелеп, һис кемдән дә үтескә алынмаған «йадкар» (ядкәр) барлыҡҡа килә. Шул уҡ өндәр үҙгәреү ҡануны һөҙөмтәһендә «кад» нигеҙ һүҙ айырым ғына ла телебеҙҙе байыта: кады (ҡаты) — йаҙы (яҫы, таш яҫыһы) — йаҙығ (яҙыҡ, яҙыулы ядкәр ташына ҡул тейҙерергә ярамай, тигән йола һүҙ) — йаҙыу, йәғни ядкәрташ яҫыһына сыймаҡлап яҙыу... Бына һеҙгә, кәрәк булһа, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, фекеремдең тотҡаһы! Әлбиттә, Алмаҡаев ишеләр был һүҙҙе йәнсеп (ҡаты я-ны алмаштырып) «йәдкәр» тип яҙа, мәгәр уйлап ҡарамай: ниңә «йәҙеү» тимәйбеҙ, «йәтләү» тимәйбеҙ, ә «яҙыу», «ятлау» тибеҙ?!

-- Уғата фажиғәлерәге — «ғәрәбизм», «фарсизм» тигән «изм»дар тағабыҙ ҙа китаптарҙан һыҙып ташларға тотонабыҙ, —тине егеттәрҙең береһе. Икенсеһе өҫтәне:

-- Килеп сыға: беҙ һәр ваҡыт кешенән алғанбыҙ ғына, ә үҙебеҙ бер нәмә лә бирмәгәнбеҙ. Ләкин алыш-биреш ҡасан, ҡайҙа бер яҡлы ғына барған?! Әгәр үҙең бирмәһәң, алып булыр инеме?

-- Аяныслыһы шунда: мәсьәләнең төбөнә туҙ ҡуйырға — баш ватырға теләмәйбеҙ. — Әйтәһен әйтеп бөтөп, Әсҡәр ҙә тынысланды. — Бына һин, Рәшит дуҫ, ниңә тәүтел менән шөгөлләнмәйһең, баяғы әйтеүемсә, ябалдаштың сыбыҡ остарын ғына һәрмәкләп йоҡлайһың? Ә үҙең бит, аңлайһың, бына хәҙер ҙә минең менән өнһөҙ генә килештең...

-- Өнһөҙ генә килешеүҙән тәғлимәт тауы тыумай бит.

-- Миңә ҡушылып ҡысҡыр, оранлайыҡ, булмаһа!

-- Көнө килеп етмәгән шул... Иртә саҡырған кәкүктең башы ауырта.

-- Башын эйеберәк ихлас тыңлаған Дилбәр «аҡын»дарҙың әйтешен оҡшатманы:

—Әгәр яңылышмаһам, икегеҙ таяҡтың ике башынан тотҡан да берегеҙ туған тел тип, икенсегеҙ тәүтел тип үҙенә тарта, ә уртала дөйөм тел шәжәрәһе ҡаңғыра. Дөрөҫ шәйләйемме?

—Шулай тиергә була.

Бүлмә хужабикәһе баш сайҡаны:

-- Ҡарап-ҡарап торам да тағы ла бер ҡарап ҡуям, тигәндәй, Талир Баҡишев олатайымдың фажиғәһен төшөнә башланым хәҙер, егеттәр. Лингвистика фәнебеҙҙәге ике мәктәп тигән төшөнсә төптө буш һүҙ, минеңсә. Ике мәктәп түгел, ә бер таяҡтың ике башы тартыша... бер-береһен танымай.

-- Бик танышыр инеләр ҙә, ябалдаштың сыбыҡ осо үҙенең тамырын күрмәй шул! «Ун алтынсы быуатта ғына формалашҡан халыҡ»!..

-- Яр аҫтынан яу, тигәндәй, көтмәгәндә яңы ауаз ҡубынып, ялҡынға май өҫтәне:

-- Уҙамандар, ғәфү итегеҙ, ниңә һеҙ гел башҡортто бөйөкләйһегеҙ әле? — Бая шым ғына инеп баҫҡан сәйер әҙәм ишек төбөндәрәк гитараһы ҡушарында йылмайып тора ине.

-- Абба! һаумы, Мыйыҡ әфәнде! — тине Әсҡәр. — Сәйәси яҡтан дағаланғандай йылғыр ҡыланаһығыҙ! Инде килеп, «баррикаданың ҡайһы яғында тораһығыҙ?» тип яр һалаһығыҙ ҡалды. Минең профессор атайым үҙ заманында тап ана шул һөрән менән үҙенең көллө көндәштәрен тәкмәсләткән, фән буйынса, әлбиттә...

Мыйыҡтың иҫе китмәне:

—Ысынлап та, ниңә гел башҡорт та башҡорт тиһегеҙ, бөтә нәмәне башҡортҡа һаплайһығыҙ! Ғәфү итегеҙ, мин үҙем дә ата башҡорт, әммә үҙ-үҙеңде бөйөкләү, башҡа халыҡтарҙы ерле һанға һуҡмау — интернационализмды боҙоу, башҡорт гегемонизмына юл асыу булмаймы был?

—Хаталанаһығыҙ, иптәш, — Рәшит күҙҙәрен ялтыратты. — Беҙ, беренсе сиратта, башҡорт материалын яҡшы беләбеҙ, шуға күрә лә мәсьәләгә үҙебеҙгә яҡшы таныш баншҡорт халыҡ мәҙәниәте, тарихы аша киләбеҙ. Мәгәр шуны уҡ бынамын тигән итеп урыҫ, венгр халыҡтарында ла эшләргә, ошондай уҡ һөҙөмтәгә килергә булыр ине. Ул осраҡта ундай автор хеҙмәтендә, әлбиттә, шул «рус», «венгр» тигән һүҙҙәр «башҡорт» тигәнгә ҡарағанда күберәк ҡулланылыр ҙа, һеҙҙеңсә һаплаһаҡ, «бөйекләнер» ине. Һәм һеҙ ул саҡта, моғайын, авторҙы башҡорт халҡын һанға һуҡмауҙа, интернационализмды боҙоуҙа ғәйепләр инегеҙ, эйеме?!

Ҡапылдан «бәкәлгә һуғылған» Мыйыҡ тынып ҡалды, уйланды. Өҫтәүенә, Әсҡәр ҙә икенсе бәкәлде ҡаймылдырҙы:

— Бер башҡорт хаҡында түгел, ә уның аша Ватаныбыҙҙың төп өс тағаны тураһында бара һүҙ, хөрмәтле Мыйыҡ әфәнде. Славян, төрки, угрофин — бөгөнгө беҙҙең өс таған — ҡасандыр бер бөтөн булған, бер төптән үркеп сыҡҡан, бына шул! Тимәк, башҡорт тарихын юллау — бөтә совет халҡы тарихын юллау, ә шул юлда башҡорт атала икән, шәжәрә олоно буйлап төпкөлгәрәк төшкән һайын, һис иҫегеҙ китмәһен! — шуның аша йә бүтән аша бөтә совет халҡын күҙ уңында тотоп атау тигән һүҙ ул, ҡәҙерлем. Һәм киреһенсә лә шулай: урыҫ һәм угрофин аталғанда улар аша башҡорт та кәүҙәләнә! — Мыйыҡ менән иҫәп өҙөлөүҙе аңлатып, иптәштәренә боролдо. — Парадокс, әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл: урыҫтар «башҡорттоң һигеҙенсе ырыуы»! Ышанмаһағыҙ, «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосынан бағығыҙ! Был һүҙҙәрҙе әйткән сәсән һис тә фәстермәгән дә, яңылышмаған да, минеңсә. Тәүтел осорона төшөп тентенһәк, телдәребеҙ ҙә тоташа, тимәк, борондан уҡ барыбыҙ ҙа бер туған! — Дилбәрго йөҙөн борҙо. — Олатайың Баҡишевте илһамландырған тәүтел ул шундай ҙа тылсымлы көҙгө: төрки, славян, угрофин өс тағанының ҡасандыр бер туған булғанлығын күрһәтә. Был иһә халыҡтар берҙәмлеге, берҙәм совет халҡы төшөнсәһен сыбыҡ осонан түгел, ә тамырҙан ҡармап табыу һәм нығытыу тигән һүҙ. Милли ҡыйырһыныу һәм милли ҡупырайыу кеүек нескә һәм әсе тойғоларҙы ла юҡҡа сығарыусы шифалы дауа был, тәүтелле тарихи ысул!

...Сөйҙә ҡаңғырған гитара ауазланып зыңланы ла һәммә баштар боролоп ишеккә баҡты — тирләп-бешкән Басир Дәүләтбаев елтерәп килеп инде.

— Фи, мин уны йүгереп йөрөп Күктән эҙләйем, ә ул бында ер аҫтындағы тамуғына төшкән икән! — тине, Дилбәргә мөрәжәғәтләп. — Бәй, быларың кем? Тамуҡ киҫәүҙәреме?

—Беҙ —тамуҡ һумалаһын ҡайнатыусылар. Бәғзе гонаһлыйәндәрҙе ике ҡолағынан тотоп сумырабыҙ. — Әсҡәр ҡул биреп күреште. — Әгәр яңылышмаһам, азамат, беҙ һеҙҙең менән бая ғына Иҙел ярында контрабандный бер «ярты»ны... -- томат һутын! -- икәүләшеп бушатҡайныҡ. «Ярлауыҡ» ҡабырыйында.

-- Тап үҙе! Иҫке дуҫтарҙы тағы ла бер күреүгә ифрат шатмын. Мухина, мәрхәмәтле Мөхлисә апайыңдан ҡайнар сәләм ҡабул ҡыл. Иртәгә кискә һәммәбеҙҙе үҙенең эш төйәгенә — «Ярлауыҡ»ҡа — туғанлыҡ мәжлесенә өндәй, яратып.

-- Беләм.

-- Күркәм табын, һый-ниғмәттәр, тигәндәй... Ҡыҫҡаһы, заманаға тиң банкет! Әлбиттә, һинең менән минең түгел, ә директриса еңгәйем иҫәбенән.

-- Ахмаҡ! — Әсҡәр һөҙөмтә яһаны. — Аҡылы бар әҙәм был заманда банкетты үҙ иҫәбенән үткәрәме?! Уның өсөн мәңге һыуалмаҫ һауын һыйыры — дәүләт кеҫәһе бар ҙаһа. Директриса башы менән әллә шуны ла белмәйме?

-- Һауын һыйыры тигәс тә, коммунизм юлынан уңышлы барғаныбыҙҙа арала һауа белмәүсе һантыйҙар ҙа булырға тейеш тә инде, ара-тирә булһа ла, — тине Рәшит.

-- Дөрөҫ әйттең, Алмаҡай: намыҫ тигән элементар нәмә хәҙер реликтҡа әйләнеп бара, хатта ҡәһәр төшкөрө Һаҙ биҫтәһенән йыраҡта ла. Алыҫ китмәй, әсәйемдән генә алайыҡ бына. Атай ҡарттың берәй коллегаһының шанлы юбилейынан ҡайтҡаны һайын, аш-һыуҙарын маҡтарҙан элек, хәләл ефетенең йәнен ала бит әй: банкет өсөн нисә йөҙ һумды нисек итеп ҡаҙнабыҙҙың ҡайһы кеҫәһенән ҡайырғандар? Үҙеңдең дә яҡынлашып килгән оло юбилейыңда уларҙан да арттырыбыраҡ һауыу яйын онотоп ҡуйманыңмы?..

-- Һине тыңлаһаҡ, ысынлап та, ылғый бурҙар араһында йәшәйбеҙ икән, тип уйларһың. Саманан сығараһың...

-- Һинең һымаҡ түгелмен шул, Рәшит дуҫ — көллөһөнә ҡояш булып, һыйышып йәшәй белмәйем. — Ҡыҙ яғына боролдо. — Дилбәркәй-һылыуҡай, шәйләп ҡалығыҙ әле: фән докторына кейәүгә сыҡҡығыҙ килһә, тотоғоҙ ҙа ошо йоморобаш Алмаҡаевты ҡороҡлағыҙ. Был заманда тап ошондай көшөлдәр59 доктор була.

-- Эй һеҙҙе! — Дилбәр ҡул һелтәне. Тупһала туҡталған Әсҡәр, ҡыҙҙың яуабын да көтмәй, эйәрсендәре менән ҡуша «ялп!» итте, арттарынан ишек дөбөрләп ябылды. Басир баш сайҡаны:

-- Ни өсөндөр оҡшап етмәй был йәш Ҡотлоев миңә. Осраған һәр берәүгә күңелен ярып һала кеүек, әммә шул уҡ ваҡытта унда нимәһендер йәшереп ҡалдырғандай. Көләмәстәре лә үҙенеке түгел бит: ҡайҙалыр гәзиттәнме, көлкө журналынанмы уҡылғанды иҫкә төшөрә.

-- Булһа һуң. — Дилбәргә оҡшаманы. — Ул жанрҙың телдән — баҫмаға, баҫманан телгә күсеп йөрөүе тәбиғи. Шуның есөн дә көләмәс.

-- Яҡлашма! — Бармаҡ янаны егет.

-- Беләһеңме, — Дилбәр боролдо, сыбыҡ осо туғанының күҙҙәренә текләне, — Ҡотлоев оҡшай миңә. Көр күңеллелеге, ихласлығы, тура һүҙлелеге менән!

-- Бөтә сифаттарын да кире ҡаҡмайым, әммә...

-- Ярай, Суриков, үҙе юҡтың күҙе юҡ, ти, ғәйбәт һатмайыҡ әле.— Ҡыҙ ҡунаҡты ике ҡуллап яурынынан этәрҙе.— Был яҡҡа баҡ: бөйөк башланғыстарымды күрһәтәм! — Мөйөштәге көплө ыҫтанды электр лампалары менән төрлө яҡтан яҡтыртып, киндерҙе һыпыра тартты. Басир алдына тәүҙә тоташ ҡыҙыл ялҡын дөрләгәндәй булды ла, баға килеп, айырым деталдәре лә төҫмөрләнде. Балыҡ тәңкәләреләй теҙеп алюминий шаҡмаҡтарҙан хасил күҙ күрмәгән монументтың макеты ғына ине был, әммә һуштарҙы һурҙы. Алыҫтаныраҡ тоташлайына баҡһаң, һыу төбөнән текә ярға Аҡбуҙатҡа атланған Урал батыр-һыбай сығып килә, атының ялы-ҡойроғо һыуҙа һөйрәлә. Яҡынданыраҡ төбәлһәң, атты тәшкил иткән айырым шаҡмаҡтар — һәр береһе үҙенә башҡа айырым ат, ә һыбайҙы һынландырғандары — айырым кеше һындарына әйләнә, ерҙе ябырып халыҡ, йылҡы өйөрө эркелгәндәй тәьҫир ҡала. Уғата яҡынлаһаң, был ҡатмарлы ҡоролманың шаҡмаҡ аралыҡтарында уйым-уйым тере күҙҙәр — күп ҡатлы бина тәҙрәләре көнгә бағып торғанлығы асыҡлана.

-- Һеммм...— Басир елкәһен ҡашыны.— Мине сетерекле хәлгә ҡуйҙың бит әле, Мухина. Алып батыр ҡорған олпат ҡоролманың һыҙаттарын иңләргә тырышҡан серәкәйҙәй хис итәмен үҙемде... Мәғрүр Урал батырға һәйкәлме был, әллә мәҙәниәт һарайҙары комплексымы?

-- Суриков, шуны ла аңламайһың! — Ҡомары эсенә һыймаған ҡыҙ, һыңар үксәһендә генә күсәрҙәге глобустай зыр-әйләнеп, Басирҙы кинәт муйынынан ҡосаҡланы, сикәһенән супылдатып үпәсләне лә ситкә этәреп ебәрҙе. — Бар, һыуынмаҫ борон сәйеңде уртлай тор. «Атлы халыҡ» тип аталған ядкәр был. Тышы — һынлы һәйкәл, эсе — зиннәтле һарай: атлы халыҡтың тарих һәм мәҙәниәт үҙәге. Бөтә булған ҡомартҡыларҙы бер урынға туплаған грандиоз музей!

—Ҡомартҡылар тигәндәй, һәй әттәгенәһе, онотоп та барам тағы! — Басир, уҙалдына гитараһын дыңҡылдатып маташыусы Мыйыҡты, ниһәйәт, абайлап, тауышын баҫа төштө. — Беләһеңме, Мухина, ниндәй бүләк килтерҙем мин? Ифрат мөһим разведка мәғлүмәттәре! — Ҡыҙҙы тамам сабырһыҙлыҡта алйытып, ҡолағына бышылданы. — Хәкимуллин ағайыңда булдым, әй, Саркисянды ла күрҙем. Һине борсоған Ерәнсә-сәсән ҡәберен ҡаҙа башлау эштәренең теҙгене Саркисян ҡулында. Һәр хәлдә, сәсәнеңдең шәхсәнә ҡыу башы тиҙҙән ағайыңдың музейына ҡайтасаҡ.

Ҡыҙ ҡойолоп төштө:

-- Ысынмы?

-- Ысын.

-- Ҡара әле, иртәгә апайым мәжлесенә Саркисян да киләме?

-- Ни тигән һүҙ, табын күрке Саркисянһыҙ буламы?!

-- Ә Йыһандар ағайым?

-- Түрендә ултырасаҡ, минеңсә.

Тәүәккәлләнеп, Дилбәр ҡуш йоҙроғон төйҙө: «Икеһен дә күрермен, кәрәктәрен бирермен. Ҡурсалаусыһыҙ икән тип уйламаһындар Ерәнсә-сәсәнде!»

Басир, маңлайын һырландырып, сәйле касаны усында әйләндергеләне, сөнки ыҫтандағы сей балсыҡ еҫе аңҡыткан яҫы маңлайлы егетте (тап Әсҡәр!..) сырамытыуҙан баҙабыраҡ, йөҙөнә тура төбәлеп, талай өндәшмәй торҙо. Дилбәр иһә күҙ ҡарашынан шуны шәйләргә тырышты: үҙен танып белерме был коллегаһы балсыҡ һындан, әллә...

Басирҙың ҡапыл күҙ ҡарашы һүрелде, йөҙө ҡобараланды — профессиональ һиҙгерлеге балсыҡ киәфәт аҫтында томалап йәшерелгән серҙе кәбәнгә батҡан энәләй табып һурҙы:

—Һин, ҡыҙый, замандаштарҙы һайламағанһың, ә үҙеңә кейәү һайлағанһың!.. — Сыбыҡ осо туғанын шулай күҙҙәре шаҡырайған хәлдә торғоҙоп ҡалдырып, йәһәт атлап сығып китте.

Аты туғарылып арбаһында дилбегәһен тотҡан килеш ултырып ҡалған хәйерһеҙ ылаусылай, күҙҙәрен ишеккә төбәп ғәмләнде Дилбәр. Аҙаҡ килеп, маңлайына ишелеп тешкән сәсен артҡа һыпырып ташлап, балсыҡ һындың күҙенә тура ҡарап, йоҙроҡҡа йоҙроҡ һуғып тәкәбберләнде:

—Һе! Кейәү булһа ла булыр, үзеңде туйыма саҡырырмын!..

Ләкин бының менән генә күңеле ҡанманы уның. Балсыҡ егеттең танауын бармағы менән сәпәп йәлпәштерҙе лә ҡабат яһай башланы. Яңы эшенә ҡарап: «Их, тағы ла һин килеп сыҡтың — ниңә мине шул тиклем эҙәрләйһең?..» — тип һөйләнде. Сепрәген бөркәндертеп, ширма артында күҙенә текләп ҡарап торған Ил Инәһе Бәндәбикә бюсы янына килде, яңаҡтарына таянып, ҡаршыһына сүгәләне: «Йөрәккәйем һурылып сығып бара бит, Ил Инәһе. Нимә күрәһеләрем бар икән, Ил Инәһе?..»

Башҡорт иленең сая рухлы инәһе, быуаттарҙың һөрөмлө офоғо аша, үҙен һынландырған сая тоҡомоноң йөрәгендә ни тулауын төшөнөргә итеп уҡталғандай ине. Дилбәр уға, күкрәк тәңгәленә терәп, үҙенең тарихи өйөнөң, ҡомартҡы кирбесен тотторған. Был кирбесте ҡасандыр ул үҙенең тыуған ауылынан атай бүләге рәүешендә алып ҡайтты, ә Ил Инәһе хаҡындағы халыҡ рухын үҙенең йәш йөрәгенә һеңдерҙе... Бына әле лә мәрхүм атай тауышы ҡолаҡҡа салынып киткәндәй булды, оҫтахана түрен яңы моң-заң менән тертләтте:

— Берәүҙә үсең булһа, һин уны орма-һуҡма, аҫма-киҫмә, ә тарихын тартып ал да ете йоҙаҡ аҫтына йәшереп биклә. Тарихһыҙ ҡалған бәндә — хәтерһеҙ ҡалған бәндә: Ҡояш аҫтындағы ерҙән һутлы төп-тамырын ҡырҡҡан үлән кеүек ҡыуара, юл саңына әүерелә...

Үҙе физика-математика уҡытыусыһы булһа ла, ғүмере буйы ил тарихы менән мауығып йәшәне, һуғыштан да, Берлинғаса барып етеп, пилотка кейгән хәләл йәре менән бергә, «изге Рәсәй ерен ҡан ҡойоп ҡурсалаған батыр ата-бабаларҙың эҙҙәренән изге тупраҡ алып» ҡайтты ул. Ә аҙаҡтан, күп томлы «Бөйөк Ватан һуғышы тарихы»ндағы һаран ғына бер һөйләмдән күренеүенсә, ул үҙе лә Еңеү юлында тарих биттәренә юйылмаҫлыҡ эҙ һалған булып сыҡты...

Археологтар уба аҫтынан «Бәндәбикә өйө»н соҡоп сығарғас, емерелгән кәшәнәне ҡабат тергеҙергә тип, ғалимдарҙың да, төбәк әһелдәренең дә теңкәһенә тейеп бөттө уның атаһы, редакцияларға хат яҙып аптыратты. Кирбестәрҙе көҙгә табан ямғыр сылата башлағас, һандыҡта ятҡан хәрби формаһып кейеп, орден-миҙалдарын сыңлатып, партияның район комитетына китте; унан, кәшәнә өҫтөн ваҡытлыса ҡоролма — таҡта, толь менән ышыҡлап ҡаплатырға, тигән бойороҡ ҡайтартты. Ғалимдар ҙа килеп төштө ҡаланан, урындағы етәкселәргә эш артты, ветеранға ҡырын ҡарап йөреүселәр күбәйҙе. Дилбәрҙең ауылға ҡайтҡан сағы ине был. Уға: «Таңатарова иптәш, һин — алдынғы ҡарашлы йәш кеше, комсомолка, атайың ҡартласҡа аҡыл биреп китсе әле: онотолоп бөткән иҫке сүп-сарҙы яңырттыртып, эш кешеләренең маҙаһына теймәһен», — тип тумбытты ҡайһы берҙәре. Дилбәр, әлбиттә, «сүп-сар» һүҙен ҡолаҡ артында ҡалдырҙы, атайға мәсьәлә елеген генә еткерҙе. Ләкин был да ҡарт һалдатҡа пуля менән атҡандай тәьҫир ҡылды:

—Мин Берлинғаса, ихтимал, артымда ҡалған тыуған ер — Бәндәбикәнең кәүҙәһе ятҡан ошо уба булғанлыҡтан барып еткәнмендер ҙә! Бер ерҙә лә һөрлөкмәгәнмен, абынмағанмын, ситкә тайғаҡлап китмәгәнмен: ошо тыуган төйәгем биргән Ватан тойғоһо тотҡан. Беҙ, совет һуғышсылары, рейхстаг башына байраҡ ҡаҙап, ана шул бөйөк Ватан тойғоһон саң иттертмәй һаҡлап ҡалдыҡ!

—Күрше-күлән әйтә бит һуң... — тип башлағас:

—Күрше-күлән әйткән берҙе мөкиббән тыңлай китһәң, беләһеңме, ҡыҙым, беҙ күптән кем булыр инек? — тип, күҙҙәренә тәрән мәғәнәле баҡты.

—Кем һуң? — тигәс, Бәндәбикә кәшәнәһенең кирбесен һондо:

—Әгәр ил ҡыҙы булһаң, ошо ил кирбесен тот та минең әйткән беремде иғтибарлы тыңла — ата-баба һүҙен елго осортма. Мин үлгәс, үҙең сал сәсле булғас, бәлки, иҫеңә төшөрөрһөң, ейән-ейәнсәрҙәреңә лә еткерерһең, — тине...

Дилбәр, әйтерһең, оҫтаханаһында йәнә бер йән эйәһе барлығын онотҡайны. Гитараһын һирәк-һаяҡ сирткеләп, тере йөрәккә үткәргес моң тибрәлдереүсе Мыйыҡ, уйнауынан кинәт кенә өҙлөгөп, ике күҙен тултырып ҡараны:

-- Әҙәпһеҙлек булһа ла, тағы ла һорайым әле, туташ: һеҙ, шундай ҙа һылыу фәрештә, ниңә иҫке-моҫҡо тарих менән мауығаһығыҙ?

-- Ниндәй иҫке-моҫҡо?! — Дилбәр, әле генә кисереп тә бөтмәгән хистәренән айный-айный үртәлеп, үҙе лә һиҙмәй зәһәрләнде. — Нимә?! Атай-әсәйең, олатай-өләсәйҙәрең иҫке-моҫҡомо? Йә булмаһа Маркс, Энгельс, Ленин иҫке-моҫҡомо? Улар ҙа донъя ҡуйған, тарихҡа әүерелгән.

-- Ғәфү итегеҙ, туташ, мин улай уҡ әйтергә теләмәгәйнем.

-- Теләмәүегеҙ тел төбөгөҙҙән күренә... Һанһыҙ һыуыр булып ҡуймағыҙ тағы.

-- Һанһыҙ һыуыр? Ниндәй ғиллә ул, туташ?

Ҡыҙ тыныслана бирҙе.

-- Ишетмәһәгеҙ, ишетегеҙ ҡартыңдан — һүҙ йөрөтмәгеҙ артымдан! Быны миңә шулай уҡ үҙе лә тарих булып әүерелгән атайым һөйләп ҡалдырҙы. — Атаһын йәнә күҙ алдына килтереп, әйтерһең, теге ваҡыттағы атай тауышы менән һөйләнде. — Бына шулай. Беләһегеҙҙер: һыуырҙы әҙәм балаһынан аҙған мәхлүк тиҙәр бит...

-- Ҡыҙыҡ...

-- Ҡыҙыҡ булһа, тыңлагыҙ, әммә ҡыҫҡа һүҙ түгел — хикәйәт...

—Ҡолаҡтарым ҡарп итеп ҡалды, туташ.

Дилбәр, Мыйыҡҡа йөҙөн бороп, мәғәнәле йылмайҙы, әйтерһең, бөгөн иртә таңдан башланған хәтәр кисерештәре өсөн Мыйыҡ ғәйепле ине.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет