ИКЕНСЕ СӘХИФӘ
Рәссамдарҙың Суриков исемендәге юғары уҡыу йортоноң һуңғы курс студенты Басир Дәүләтбаев иһә был сәғәттәрҙә Мәскәүҙең ҙур аэропортында осош графигынан яҙлыҡтырылған һауа карабының форсатланып осоуын көтөп зарығып ултыра ине. Хәйерһеҙ һауа шарттары! Өфө тәңгәлендә генә шайтан туйы ҡуптарып яҙғы буран ҡоторған, баш ҡаланың һауа ҡапҡаһын япҡан. Ҡасан буйһондорорҙар ҙа «Аэрофлот» графигына керетерҙәр был Уралдың ҡар бурағыс бәрей туйҙарын! Хәйер, бәрей ҡойроғон ҡулы етеп кем борһон, еле менән ерҙе-күкте аҡ ҡарға бутағанда, һулышы менән шыҡырлатып Ағиҙелгә һалҡын күпер һалғанда. Боронғо грек тарихсыһы Геродот бабай китабынан алып яҙыусы Мотал ағаһы бәйән иткән бер әкәмәт иҫенә төшә Басирҙың. (Ә ул үҙе, башҡорт интеллигенты Басир, Геродотты аҡтарып ҡарарға әле булһа форсат таба алғаны юҡ!..). Баҡтиһәң, Һалам Торхан замандарында уҡ әҙәм балаһы үҙ ихатаһына бикләнеп тик ятмаған — беҙҙең эраға тиклем алтынсы быуатта Афинанан алыҫ түгел Проконнес ҡалаһынан Каистробей улы Аристей исемле илгиҙәр шағир килеп киткән ошо беҙҙең яҡтарға, Уралдағы бөтә күргән-белгәнен ул «Аримаспи» («Әрме-Асаба», йәғни аҫаба армияһы) тигән поэмаһында тасуирлаған. Бына шунда бермә-бер аталмыш бабаларыбыҙ аҫабалар, исәтәндәр (Исәт йылғаһы буйы кешеләре истәктәр) менән бергә йәнә ҡарлы-буранлы һепер (себер) бабаларыбыҙ — «һипер-борей»ҙар ҙа бар имеш. Әле генә Басирҙың үҙенең аҡыл сүлмәге ҡайнатып сығарыуынса, хәҙерге әҙәм аңлайышлы телгә күсерһәк, «һипер-борей» — һепереп-бурай, йәғни үҙебеҙҙең ғәзиз һепертмәле буран булалыр инде — «Аэрофлот» хеҙмәткәрҙәрен, шулай итеп, Аристей уҡ киҫәткән... Геродотты телгә алыуың була, «һипер-борей»ҙарға бәйле икенсе бер ғилми фараз иҫкә төшә бит әле. Яҙыусы Мотал ағаһының баяғы утыҙ етенсе йыл «халыҡ дошманы» ителгән ғәййәр большевик атаһы Булаттимер Шаһибәрәковтың утты-һыуҙы бергә кискән, утыҙ етенсе йылда ла баяғы себер яҡтарына үҙҙәре теләмәй бергә киткән йән дуҫы — атаҡлы энциклопедист ғалим Талир Баҡишев булған, бына шул ҡарый, имеш, Геродот ҡарттың Аристей күргән сәйер «һипер-борей»ҙарын тап бөгөнгө үҙебеҙҙең үҫәргән-бөрйәндәрҙең бабаһы тип фашлаған. Иҫке грек телендәге боҙоп яҙып ҡалдырылған «һипер-борей», баҡтиһәң, үҙебеҙҙең «аһапа-әр бүре» (аҫаба-ир бүре) икән дә (башҡорттарҙың күбеһе үҙҙәрен йә изге ата Бүре, йә әсә Бүре тоҡомо тип һанаған). «Бүре тоҡомо» төшөнсәһен «бүре йән» тип тә әйткәндәр, хәҙерге «бөрйән» тигәнебеҙ боронғо төньяҡ Башҡортостан урмандарындағы тап ана шул Аристей күргән бабалар — «аҫаба ир бүрейән» була инде... Тфү-тфү, үҙе лә һиҙмәй, сереп бөткән тәрән тарихҡа сумып бара түгелме был башҡорт интеллигенты?!. Бының өсөн Аэрофлот үҙе ғәйепле! Нимәгә, ти, ул артыҡ йөк күн фуражка кейҙертелгән был сүлмәккә — замана балаһына? Талир Баҡишевтар башын ауырайтҡан шул мәсьәлә утыҙ етенсе йыл еңел хәл ителгән түгелме — баштарҙы себер ебәреп һәм баш-сүлмәге менән ҡуша фанилыҡтан арындыртып?.. Басир Дәүләтбаев иһә шунан һуңғы замананың балаһы — баш ауырайтмай, ауырттырмай ғына көн итергә ярата. Уның рухи идеалы — көн заңы менән йәшәү: һемереп ҡал, типтереп ҡал был өс көнлөк донъяла!.. Әҙәм ғүмерө ҡыҫҡа — бер ғүмерҙең тарихы; ата-баба тарихтарын һыйҙырырға урын юҡ был аҡыл тулы сүлмәктә. Хәйер, булғанмы һуң әле ул, ата-баба тарихы? Әгәр булһа, мәктәптән үк мейегә туҡырҙар ине. Академиктар юллаған тарих дәреслектәренән белеүебеҙсә, беҙҙең өсөн бөйөк урыҫ халҡының тарихы бар, алға киткән сит ил халыҡтарының тарихы бар — шуларҙы ғына һыйҙырһаң да бик яҡшы, артығы менән еткән. Себерәк баҡишевтар артынан эйәреп башҡорт тарихын да соҡсой башлаһаң, башҡайҙарҙан ни ҡалыр?!. Кә-рәкмәй ул артыҡ йөк, серек мүк -- белмәгәндең беләге тынысыраҡ. Ошо йәһәттән Басирҙың ифрат яратҡан оло шағиры — рухи таянысы бар (шиғырҙарын гәрсә әсә телендә уҡымаһа ла, урыҫ телөнә таржемәләрен белә). Бына шул бөйөк шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт халҡы тураһында донъяға яңғыратып, ысынын әйтеп бирҙе: уның, йәғни туған халҡыбыҙҙың иҫ китерлек тәрән тамыры ла, олпат олоно ла юҡ — ул ни бары бөйөк урыҫ ҡайынының шыйыҡ сыбыҡ осондағы тәңкә япрагы ғына – саҡ ҡына ел һуҡҡанда ла өҙөлөп осорға тора... Афарин, ниндәй тапҡыр табылған — йәшәһен шағир һүҙе! Япраҡ, тимәк, ҡыҫҡа миҙгеллек имгәк: миҙгел һайын ҡалтыра ла сыбыҡ осонан ҡойол, олон аҫтына уйыл. Күп кешеләр бына шуны аңламай -- миҙгел генә ғүмеренең ҡәҙерен белеп йәшәмәй. Ә Басирға шағир бөргән фәлсәфә аңлайышлы: миҙгел генә ғүмереңдә олон һутын имеп ҡал!..
Көтөк хәлде уйынға һабыштырып, шаяртыуға һапларға тырышһа ла, йәш рәссамдың сабырлығы һайыға бара ине. Ах был ығыш самолетты! Мөхлисә еңгәһе уны көтә торғандыр: караптан — балға, тигәндәй, тура мәжлес табынына ҡайтаһың, тигәйне бит (ҡаланың шанлы йәштәр рестораны «Ярлауыҡ»та иртәгә ҡунаҡ йыйыла). Бумала буйынса коллегаһы Илһамдар Йыһандар улы менән дә эшлекле һүҙ ҡуйышылған бит — Өфө ресторандарының береһен ең һыҙғанып аллы-гөллө биҙәкләргә лә йомро гына табышты кеҫә төбөнә сумырырға. Диплом эше яҙыр саҡ, алтын герблы ҡатырғаның аҫылын яулап алыр саҡ — шул эштәрҙең бура төбөн алтын тәңкәләр ырыҫларға тейеш. Унан килеп... ҡыштың йәйгә алмашынған яҙ айы — ҡала ҡыҙҙарының иң осоноп матурайған миҙгеле... Алтын ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ бер һылыуҡайҙың башын әйләндерһә лә яҙыҡ булмаҫ. Мәркәз мәрйәләренән тамам алйынды — һәр береһе оҙаҡ йөрөп шымарған тәңкә кеүек... Басир, студент булып Мәскәүгә ереккәс тә, шуларға иҫе китеп баға торғайны, тәүге ауыҙ бешеүе лә ана шуларҙан булды.
Анатолий Каргин тигән курсташ һәм бүлмәләш, биш йыл буйы бер ҡалаҡтан ашаған дуҫы бар уның. Күҙ сағылтҡыс аҡ сәсле, зәңгәр күҙле. Элекке мыҡты моряк — Балтик диңгеҙе бүреһе. Буйы тиһәң — карап мачтаң ары торһон. Шул мачтаның башында, әйтерһең, даланың йылтыр көмөш ҡылғанын йыйнағандар көлтәгә, шуға өҫтәп сөм зәңгәр-күк ҡушсәскәне беркеткәндәр — ҡарашынан ҡыҙҙарҙың һушы китә. Әммә Уралда үҫкән ирәбе ир-азаматтар ҙа бар бит әле! Үҙ сиратында тамыр имәндәй йомро һәм муйыл ҡара сәсле Басир ҙа шул мачтаның йәнәшәһендә арыу уҡ ҡына контрасланып торғанғамы, әллә ишәй менән ҡушайҙай айырылмаҫ иптәштәр булғанғамы, уларҙы тәүге курстан уҡ һабаҡташтары, эстраданың танылған ике артисына оҡшатып, «Тарапунька менән Штепсель» тип атап йөрөттөләр. Йәғни, беҙҙең эстрадалағыса, Кәтүк менән Бағанай була инде... Ҡылыҡһырҙары ярашыуға ишаралапмы икән: «Ике танцор — бер иш, кендектәре береш», — тип тә тел сарланылар. «Толя Каргиндың эсе борһа, Басир Дәүләтбаев... бәҙрәфкә йүгерә» имеш... Ә уғата асы бер хәҡиҡәтте, юмор бәлешенә бөрөп, һөйөклө ҡарт профессор ҡаптырҙы. Класс менән һуғанлы-боросло һөйләшә торған ғәҙәте бар шул уның.
— Хәҙерҙән үк икегеҙҙе лә һис икеләнмәй лауреаттар исемлегенә теркәр инем, — тип, ике «береш»тең натуранан яҙған эштәрен йәнәш ҡуйып, алыҫтан алдырҙы ҡартлас.— Икегеҙҙе лә туп-тулы даһи итеп донъяға данлар инем. Әммә ләкин... ах шул ҡәһәр төшкөрө «ләкин»!.. — Ауыҙ асып тыңлап торған буласаҡ бумала маһирҙарына әйләнеп ҡарап, ул мутлашып күҙ ҡыҫты. — Ике ауыҙ һүҙ менән генә тултырып әйтегеҙсе, коллегалар: туп-тулы даһи булыу өсөн нимә кәрәк?
-- Туп-тулы булыу кәрәк, — тип гөрләне йәмәғәт.
-- Алтын аҡыл. Ә туп-тулы булыу өсөн нимә кәрәк?
-- Ярты-йорто булмау кәрәк.
-- Дөрөҫ, түп-түңәрәк алма кеүек дөрөҫ. Бер миҙалдың ике яғы һымаҡ хаҡ. Ә һеҙгә, ҡәҙерле коллегаларым Анатолий Каргин менән Басир Дәүләтбаев, икегеҙгә лә ана шундай түп-түңәрәк алма, йәки ике яғы ла теүәл түп-түңәрәк миҙалдай булыу өсөн, тип, туҡһан туғыҙынсы тап-ҡырҙыр инде ҡабатлайым, беләһегеҙме, нимә генә етешмәй?
-- Ҡәҙерле профессор, — тинеләр, ҡолаҡ остары семләп, икеһе бер тауыштан, — шуны, зинһар, тағы ла бер тапҡыр — йөҙөнсө ҡабат туҡығыҙсы инде.
-- Яҡшы. Мин хәҙер һеҙҙең рөхсәт менән йәмәғәт алдында эксперимент үткәрәм. Яковлев, яҡын килегеҙ, ассистентым булырһығыҙ.
-- Иң шәп шәкерте Яковлев сығып баҫты.
-- Яковлев, бына был ике ҡәҙерле коллеганың «Сәскә тотҡан ҡыҙ» исемле мөғжизәләренә ике ауыҙ һүҙ менән генә анализ яһағыҙсы.
-- Баш өҫтө. — Яковлев күрһәткес таяҡ осон Басир һүрәтләгән картонға төрттө. — Бына был һалҡын таштай ҡатҡан ҡыҙ һынын иҫәпкә алмағанда, ә быныһындағы, — таяҡ Толя әҫәренә яҫҡанды, — шулай уҡ һалҡын таш хәлендәге сәскә шәлкеменә күҙ йомғанда, уларҙа көллө нәмә тере, тормош һулышы менән һулай, улар икеһе тиң даһиҙарса отҡор яҙылған, тип әйтергә лә мөмкин.
-- Бөтәгеҙ ҙе ризамы ошо һөҙөмтә менән?
-- Риза!
-- Афарин! Инде хәҙер, Яковлев, ҡайсы алығыҙ ҙа ике ҡыҙҙы ла сәскәләренән айырығыҙ. Бына шулай. Анатолий Каргиндың үҙегеҙ әйткән теп-тере ҡыҙ һүрәтенә Басир Дәүләтбаевтың теп-тере сәскә шәлкемен, йәки, киреһенсә, Басир Дәүләтбаевтың теп-тере сәскә шәлкеменә Анатолий Каргиндың теп-тере ҡыҙ һүрәтен теркәп ҡуйығыҙсы. Кнопкалар менән беркетегеҙ, бына шулай. Инде күрһәтегеҙ. Йә, нимә барлыҡҡа килде?
-- Ике ярым-йортонан бер бөп-бөтөн картина, ике яртылаш даһиҙан бер туп-тулы даһи булды! — тип белдерҙе ғәҙел ҡарашлы ассистент.
-- Бына күрҙегеҙме, ҡәҙерле коллегалар? Туп-тулы даһи булыу өсөн һеҙҙең икегеҙгә лә, күгәрсенкәйҙәрем, әлегәсә буш ҡала килгән яртығыҙҙы тултырыу бурысы тора, — тип йомғаҡланы остаз. — Ә был мөҡәддәс маҡсатҡа ирешеү өсөн, ике ауыҙ һүҙ менән тағы ла йөҙ ҙә беренсе тапҡыр ҡабатлап әйткәндә, беләһегеҙме, нимә кәрәк? Анатолий Каргинға шәриҡтәше Басир Дәүләтбаев өлгәшкән тышҡы матурлыҡ хисен тойоу сифатына, ә Дәүләтбаевҡа иһә шәриҡтәше Каргин етди үҙләштергән тәрән мәғәнәле эске йөкмәткене тотоп алыу ҡеүәһенә эйә булыу мотлаҡтыр, эйе. Сер итеп әйтеп ҡуям: һеҙҙең аҫыл маңлайҙарҙы биҙәйәсәк сихриәтле таҡыяның лаврҙары дан баҡсаһында ана шул изге сәғәтте көтөп үҫә.
Уларҙың иң кешелекле, нескә хисле һәм көллөһөн берҙәй һөйгән ҡарт профессор ине был, һәр береһен үҙ балаһылай йөрәккә яҡын күреп, хатта нисек һулыш алыуҙарын тоя, һәммәһен тиҙерәк кеше итеп оло юлға сығарыу хаҡына үҙенең һаулығын да, ғүмерен дә ҡыҙғанмай эшләр ине.. Ул бындағы күптәрҙе, бигерәк тә «төпкөлдән» килгән һәр төрлө милләт улдарын, ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға үҙе йөрөп, бөртөкләп йыйып алған, инеү имтихандарына әҙерләп күп ыҙа сиккән, ингәс, улар өсән ятаҡ, стипендия юллап йөҙәгән, уҡып сыҡҡан һәр береһен тейешле тормош һуҡмағына төшөрөү яйын ҡайғыртҡан, шул иҫәптән Басирға ла ҙур хәстәрлек күрһәткән бер изге йән, остаз ине. Әммә ҡартлас кәрәк саҡта рәхимһеҙ — үҙенең әсе тел төбө менән ҡаты ғына көйҙөрөп тә ала белә... Басир, телен ҡорт сағып, хәйерһеҙ мәлдә өн сығарып өлгөрҙө:
-- Аңлашылмай, профессор. Һеҙ үҙегеҙ минең бер яҡлы даһи булыуымды таныйһығыҙ ҙа шул уҡ ваҡытта миңә тигән лаврҙың әле үҫеп кенә килеүен белдерҙегеҙ. Мин һеҙҙең ул лаврҙан, япраҡтар өҙөп алып, ярты венок үреүегеҙҙе һәм минең даһи маңлайыма һалыуығыҙҙы үтенәм. Сөнки даһиҙар ярты килеш тә даһи.
-- Эйе, — тине профессор, — бына бынауы туҡымалағы киндер — арҡауы менән генә лә киндер. Ләкин уның буйлығын һурып алайыҡ әле, нимәһе ҡалыр икән?
-- Еп ҡала, — тине Басир, бирешергә теләмәй.
-- Эйе, еп, фәҡәт еп. Арҡау менән буйлыҡ булып тукылаһы еп. Әммә уны еп килеш кенә ыштан итеп кейеп буламы?.. Ә һеҙ, Анатолий Каргин менән икегеҙ, була ул, тип, ығышланып, берегеҙ — буйлыҡ, икенсегеҙ арҡау еп кенә «кейеп» йөрөйһөгөҙ һәм, етмәһә, күрегеҙ, бына беҙ ҡайһындай ҙа ыҫпай ыштанлы: ҡупшы, бөтөн, туп-тулы, тип танау ҙа сөйәһегеҙ!
Йәмәғәт «гөж!» итеп көлдө, ә икәүҙең сикәләре ҡыҙышты.
-- Улай эшкә ашмағас... ниңә мине әллә ҡайҙарға барып эҙләп таптығыҙ, сәнғәт храмына тарттығыҙ? — тип рәнйене Басир.
-- Бәй, кем һеҙҙе, эшкә ашмаҫлыҡ, ти? Әйттем бит: һеҙ — даһи, икегеҙ ҙә даһи, ҡолаҡтарығыҙға киртеп ҡуйығыҙ шуны.
-- Ха-ха-ха, буйлыҡһыҙ арҡау кейгән даһи! — тип һөрәнләне бумала маһирҙары. Профессор, ҡулын күтәреп, тәртипкә күндерҙе илде.
— Эйе, күптәрегеҙ кеүек үк, хәҙерге был егеттәрҙең береһе — буйлыҡһыҙ арҡау, икенсеһе арҡауһыҙ буйлыҡ ҡына кейеп тансыға сыҡҡан даһи. Ләкин тыныс булығыҙ: киләсәктә бынамын тигән тампан5 бәйләп бейерҙәр. Көлмәгеҙ, тампан — үҙе бер тарихи ҡаҙаныш. Сөнки беҙҙең күп күрмешле был цехта, һаҡал үҫкәс тә әле, һаман малай-шалай рәүешендә ҡалып, оса ялтырын еп менән генә ҡаплатып йөрөүселәр ҙә бар... яланғас билгә ҡайыш билбау... башҡорт халыҡ мәҡәле әйтмешләй.
Остазының мутлығынан шаңҡыған баш ғәләмәте зиһен ҡеүәһен йыйырға ла өлгөрмәне, икенсе мутлыҡ йөрәкте шаңҡыта һуҡты: анабыҙ Һауа кейемендә түр башында бөтә зиннәттәре менән балҡып ултырған натурщица ханым баллы күҙҙәрен күрәләтә Басирға төбәгәйне. Егеттәр тырышып натуранан дәрес алған минуттарҙа профессорға һиҙҙертмәй генә күҙ ҡыҫып алыусан ғәҙәте бар ине уның, шул мутлығы арҡаһыйда һуштарҙы һүрер ине. Басир был юлы иҫенә килергә лә өлгөрмәне:
— Ҡабаланмай яҙығыҙ, бөтөрмәһәгеҙ ҙә ярай. Кискә иркенләп теүәлләп ҡуйырһығыҙ. Тәғәйен үҙегеҙгә генә өҫтәлмә сеанс бирәм, — тип шыбырланы ул, көтмогәндә, егеттең ҡолағына.
Ни ғиллә был, ниндәй еҫтәлмә сеанс? Ул сеанс өсөн кем түләр? Тәреләге Мәрйәм-аналай нурланып ултырғаны өсөн институт тарафынан ханымға сәғәтләп кенә түгел, минутлап түләнгәне һәм аҙ түләнмәгәне мәғлүм. Оло художниктар ғына натурщица яллау кеүек йомартлыҡҡа бара ала. Дәрес бөткәнсе энә осонда ултырҙы Басирыбыҙ.
-- Йә, киске сәғәт нисәлә? — тине ханым, бергә сығып барышлай.
-- Мин... мин... ни бит әле... һеҙҙе ялларға хаҡым юҡ... — тигән булды егет. Их, әлеге лә баяғы шул кеҫә төбөнөң һайлығы!..
-- Кем һеҙҙән хаҡ һорай? Их һин, һумала күҙ!.. — Һә тигәнсе «һин»гә күсеп, аҡҡош ҡанатылай һомғол ҡулы осо менән егетебеҙҙең маңлай сәсен туҙҙырып та ташланы, сөмкәһенән бәрхәт тышлы адрестар кенәгәһе тартып сығарҙы. — Киске ете менән һигеҙ араһында — шул яраймы? Бүлмәңдең номеры?
-- Мин... белмәйем бит әле...
-- Кем белә һуң? — һылыу, «ебегән икәнһең» тигәндәй, егет киҫәгенең күҙҙәренә текләп, һыңар ғына алтын тешен көндәй балҡытып көлдө.
-- Бүлмәбеҙҙең номерын ни... беләм мин... ике йөҙ ҙә ун етенсе.
-- Инш-Алла, белемең ул тиклем үк һай түгел икән әле. Нимәне генә белмәйһең һуң, аҡыллым?
-- Мин...
-- Эйе, һин. — Һылыу йәнә йылмайып пырхылданы, електәргә үткәҙеп, күҙҙәрен бырауланы. Басирҙы был тамуҡ утына һалды.
-- Туҡтағыҙ, мин, ни... бүлмәләш иптәшем Толя Каргиндан һорап киләйем әле. — Шулай тине лә, ике ҡолағы борослап ыуғандай ҡыҙарып, елтерәп китеп барҙы. Ул, моғайын, Толя Каргиндан: «Һин, дуҫҡайым, ете менән һигеҙ араһында өйҙә булмайһыңдыр бит, сөнки тап шул сихриәтле сәғәттәрҙә бүлмәлә мин үҙем генә ҡалып эшләйһе эш бар»,—тип һорарға иткәндер, әммә һылыу быны үҙенсә сәйер аңланы: күҙен йырсайтып ҡалды.
Урамға сығып, ҡолаҡтары һыуынғас ҡына, егет үҙенең ниндәй мәсхәрә хәлгә төшөүен төшөндө. Әгәр белеп ҡалһалар, күҙ ҙә астыртмаясаҡтар: егет ҡорон хур итәһең һин, башҡорт!.. Әҙәм хуры булмаҫ өсөн, тимәк, күҙҙе йомоп эш ҡылырға — тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк! Шундай итеп ир-егеттәрсә һуғырға — көллө донъя һандалланып зыңлаһын, натурщица ханым үҙе башҡорт ир-егеттәренең арыҫланлығы тураһында ейән-ейәнсәрҙәренә мәҙех әйтеп ҡалдырһын!
Ҡайҙалыр олаҡҡан Каргинды көскә табып, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:
-- Атайым бахыр әйтмешләй, дуҫ һүҙен тыңла бер юлы...
-- Дуҫ хаҡына диңгеҙ кисергә лә әҙер. Диңгеҙ генә түгел, табалағы һыуҙы йөҙөп сығырға ла могу, — тине диңгеҙ бүреһе, ҡылған сәсен усы менән һыпырып, зәңгәр-күксәскә күҙҙәрен мут уйнатып. — Тик, ҡунаҡ ашы — ҡара-ҡаршы, тигән бит әле һинең мәрхүм атайың? Минең дә бер дуҫтарса үтенес бар: һин дә бөгөн үҙең әйткән ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ — алты менән ете араһында бүлмәгә ҡайтмайыраҡ тор инде, яраймы, туғанҡайым? Мин дә әҙәм балаһы — минең дә сеанс бар!
-- Килешелде! — Ҡулға ҡул һуғыштылар. Инде натурщицаға яуап һүҙен еткерәһе ине, әммә Басир, бәлеш ауыҙ, адресын йә телефон номерын һорарға башы етмәгән... «Һүҙҙе үҙе башлағас, сәғәтен дә үҙе тәғәйенләгәс, шул тап үҙе әйткәнсә, ете менән һигеҙ араһында «тып!» итеп ҡалыр әле», тигән уй менән рухланып, дуҫлыҡ шартын үтәү хаҡына арауыҡ ситтә ҡыҙырып йөрөгәндән һуң, булаһы бөйөк эштәр менән ҡанатланып, дөйөм ятаҡҡа тап үҙ сәғәте-минутында морон төрттө егетебеҙ. Булғас, дуҫтарса булһын инде, тип, тейешенән саҡ ҡына уҙғарыбыраҡ, бүлмәнең ап-аулаҡлығына, тимәк, Толяның өйҙә юҡлығына инаныс менән һуғарылып, егеттәрсә ишекте тибеп ебәрһә, ни күҙе менән күрһен... Каргин дуҫы карауатында «суп!» та «суп!» үбешеп ултыра, мөйөштә күҙ буямаҡҡа һөйәп ҡуйылған ҡоп-ҡоро мольберт уларҙы тамаша ҡыла. Матростың киң ҡосағында шаҡ ҡтырғыс һыуһылыу — ете менән һигеҙ араһында Басирға сеанс бирергә тейешле натурщица ханым үҙе борғалана... Өҫтәүенә, һыңар күҙен генә Толяның ҡосағынан ҡайырып, Басир күҙҙәренә тексәйеп көлә:
— Нимә, ҡәҙерлем, әллә һаман Толя Каргин дуҫығыҙҙан ризалыҡ һорай алмай йөҙәп бөттөгөҙмө? Улайһа, бына хәҙер һорағыҙ!
Ошонан һуң һабаҡташтар араһында: «Басир Дәүләтбав кәләш әйттерә, ә Толя Каргин... кейәү ҡоймағы ашай...» — тигән әйтем таралды...
Хәйер, танауы еҫ тоймаҫ борон — малай сағынан уҡ башланғайны ундай йөҙәткес аймылыштар... Урамдан йә аяғына сүп кереп, йә ҡулын ҡанатып, йә башын тиштертеп ҡайтып инер ине. Һәм ингәс үк ишетер һүҙҙе лә алдан уҡ белер: «Басир ғына булманың, ә хәсрәт булдың һин миңә, балаҡайым!..» Шунан һуң әсәһенең һыҡтап һыҙланыуын, ҡыҙҙырып әрләүен тыңлап, шыбырлап ямғыр яугандағылай татлы талғынлыҡ менән ойоп йоҡлап та китер, бер нисә көн буйына, тышҡа сыҡмай, уйланып үткәрер. Инде өйҙән сыҡмам, сыҡһам да, ишек алдынан ары китмәм, тип эсенән һыҙып һүҙ бирер. Тик яҙмышы барыбер уны һағалап табыр ине.
Бер саҡ шулай күршеләрҙең ҡоймаһындағы тутыҡ ҡаҙауға иренен эләктереп, тотҡонлоҡта оҙаҡ ҡына алйығас, өйгә шарылдап инде. Мәсьәләнең ҡыҙығы ла тап шунда: ҡаҙау ауыҙға тыштан түгел, ә эс яҡлап ҡаҙалған. Был хәл әсәһен нисәнсе ҡат сәс йолҡоп, баш ватырға, ә бөтә малай-шалайға уны «ҡармаҡҡа ҡапҡан шамбы» тип ләҡәпләргә форсат бирҙе. Ирен яраһынан ҡутыр ҡубып та төшмәне, тағы ла тышҡа атлыҡты: ырғығыһы, ергә ятып аунағыһы килә башланы. Шулай ҙа был юлы нәфсене тыйып, аҡыл менән эш итте: өҫтәл аяғына үҙен ботонан бәйләп ултыртты.
Алйып ултыра шулай. Тулы һиллек. Әсәһенең һаман эштән ҡайтмауы ғына йонсота. Күҙ тондороп хәтһеҙ бойоҡҡас, бер заман аҡыл сүлмәгендә шәм ҡабынып, өй эсе балҡып-яҡтырып киттеме ни: иҙән аҫтын асып ҡарарға тигән шөңгөр уй тыуҙы. Ҡулсалы ҡапҡасты көскә ҡайырып һалып, иҙән ҡырыйына ятҡан килеш, баҙҙың серле ҡараңғылығын күҙәтергә тотондо. Төптәге моңһоу тынлыҡ, шытҡан картуф еҫе танауҙы ярҙы, баҙ ҡарынын ҡул осо менән һәрмәп ҡарау теләге тартты. Шул теләккә буйһоноп, сәмләнеп, ярты бил тиңентен һонолдо — етмәне. Ҡуш ҡулын һуҙып ебәреп, саҡ ҡына ҡымшанып ҡуйғайны, ах!.. — кәүҙәһе таҡта ҡырынан шамбылай шыуып китте, устары серек картуфҡа «лырҡ!» терәлде, өҫтәл аяғына сирағын тышаулаған бау һығып ныҡ ауырттырыуҙан аҡырып ебәрҙе. Инде ул өҫкә лә, аҫҡа ла китә алмай, аҫылынған килеш баш түбән тора. Иләк һорарға күрше килеп инмәһә, кем белә, был сәйәхәт ни менән осланыр ине икән...
Икенсе юлы әсәһе аласыҡта эркет ҡайната ине. Ни булһа ла, тәмле еҫ аңҡытҡан ҡаҙанға яҡыныраҡ төйәкләнеү, шул уҡ ваҡытта күрше урамда саң борҡотҡан әшнәләренән дә күҙ яҙҙыртмау дәрте менән, ҡасандыр атаһы алып ҡайтып биргән бала башындай тубын ҡосаҡлап, аласыҡ түбәһенә менеп ултырҙы ла... өҫтөнә шаулатып һибелгән һыуҙан, күрше-күләндең ут ҡапҡандай һөрәнләүенән тертләп уянып китте. Ҡалҡынырға ла ирек бирмәй, үҙен аласыҡ башынан һөйрәп алдылар, ылаш аҫтында ярты йәйҙән күпсеп ултырған бер киҫмәк әсе эркеткә сумырҙылар. Күҙҙәре әсетеп, сәсәй-сәсәй, «Эркетбай» ҡушаматын йөкмәп киҫмәктән сыҡҡас ҡына, аласыҡтың мөрйә төбөнән ысынлап та ут ҡапҡанын, ярты салғыйы тоҡанғанын төшөндө...
Танау һәлендрмә, егет, салғыйыңа ут ҡабынып бармай әле! Аяҡ аҫтында гөрләүектәр тулағанда ниңә шаҡшы хәүефтәрҙән күңел шомландыртырға? Төкөр ваҡ хәсрәттәргә, ынтыл донъяны яуларға! — Үҙ уйҙарына күмелеп, ҡаҡҡан бағаналай ҡатып торған Басир, ҡапыл тертләп уянғандай, кеҫә төбөнән көмөштәрен ҡармалап, телефон өшәләгенә ыңғайланы. Дөрөҫен генә әйткәндә, Басир ошо сәғәттәрҙә ҡырыҫ холоҡло Мотал ағаһының «шалопай» тип битәрләүен сым аша ишетергә лә, ҡайтып күрешергә лә теләмәҫ ине. Ҡарттар әйтмешләй, «нужа бабай» күндерә, башын түбән эйҙерә... Басир-шалопай ысынлап та ағаһынан ҡалъя тәм итеп ҡарарға самалай шул: бына тиҙҙән институтты бөтә, ҡайҙа урынлашырға? Әлбиттә, ил бауыры иркен, урын күп, әммә ниндәйерәге?.. Ағаһы, тыуған төбәктәге ырыҫлы шәхес, йән тартмаһа ҡан тартып, уға берәй йылы яҙмыш хәстәрләшеп бирмәҫме? Матур еңгәһе әйтмешләй, баланы — баштан, бәҫле креслоны — йәштән, тиҙәр бит. Эйе, еңгәһе өҙөлөп тора ла ул уның өсөн, ағаһы ише түгел. Ошо ҡайтыуында уҡ, ҡәйнешкәйем, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалайыҡ, тип сәмләндерә... Әммә донъя тигәнең үҙ холоҡло һылыуҙарҙан да хәтәр икән — еңел генә яуланырға теләмәй: Басир телефонды күпме генә ыҙаламаһын, Шаһибәрәковтар фатирынан өн биреүсе юҡ ине. Их, Донбасстағы баяғы сәйер ҡатын менән егетте осратыуы хаҡында ла тумбытырға кәрәк ине ағайға, юғиһә, һуңынан барыбер ишетелеп, тоҡтан осло беҙ төртөп сыҡһа, ниңә тәүҙә үҙемә әйтмәнең, иләк ауыҙ, тип тере йәнгә тейәсәк... Юҡ та юҡ... ағай тағы берәй ижади командировкалалыр, йә булмаһа ҡала буйлап йөрөйҙөр. «Һәр яҡлап етеш профессионал яҙыусы була тороп, «Эшсе гәли йәнәптәре»н генә яҙып ултырмай, донъя гиҙә лә гиҙә!» тип зарланыусан бит матур еңгәһе — бүрене аяғы туйҙыра, тигәндәре ошолор. Шуға курә Басир ошолай Мәскәүҙән шылтыратҡанында ла гел еңгәһенә тап килә, ағай кеше уның сәләмен күберәге еңгәй аша ишетә. Ҡайһы берҙә ҡустыһын телефон аша үҙе эҙләттертеп таба ла битәрләргә тотона: «Һин, шалопай, ҡаҙан ҡырындығы ялманған бесәйҙәй, ниңә гелән бисә-сәсә тирәһендә сыуалаһың, ҡасан ир ҡорона керергә уйлайһың?!». Бына хәҙер ҙә сәләмде башлап еңгәйгә бирергә тура килде, их-ма!..
Сым буйынан ресторан директорының арығаныраҡ тауышы ҡолаҡҡа салынғас, Басир күңелен уғата хәүеф биләне: ғүмер баҡый алсаҡ һөйләшкән матур еңгәһе лә ниңәлер борсоу һымаҡ. Әллә юҡһа ҡәйнешенең үткән йәйҙә аҡ ҡайынлы Мәскәү янында рәссамдарҙың Милеевка ижад йортондағы һөмһөҙ ҡылығынан ауыҙы бешеүен, дөрөҫөрәге, ыҫмалалы сыралай төтәп яныуын, шунан Мәскәүгә йәһәт табан тайҙырыуын, сығырына ҡайта алмай әле булһа илке-һалҡы йөрөүен ишетеп белгәндәрме? Кем еткергән, Толямы? Тфү-тфү, атайым бахыр әйтмешләй, әстәғәфирулла тәүбә, Толя дуҫым хаҡында улай уйларға... Әллә Аҡһылыу үҙеме? Булмаҫ, сөнки Любала Өфө телефоны юҡ! Тәүбә-тәүбә... ниңә былай бөршәйәм — салынырға барған тауыҡ тиерһең... Бәлки, директор бүлмәһендә кәңәш-фәлән баралыр ҙа шуға күрә матур еңгәһе һалҡын, ярым рәсмирәк һөйләшәлер? Һәр хәлдә, егет шуны аңланы: уның ҡунаҡҡа ҡайтасағына Шаһибәрәковтар ифрат шат, Дилбәр менән икеһе тейеш иртәгә үк «Ярлауыҡ»та күркәм табын түрен биҙәп ултырырға. Ә һин, ҡәҙерле ҡәйнешкәй, самолетыңдан килеп төшөү менән үк беренсе сиратта ағайыңды эҙләп тап, күңелен ҡороҡларға. Ишетһен ҡолағың: эс-бауырына кереп һайра! Теге саҡтағылай йәнә командировка-фәлән уйлап сығармаһын. Үҙеңдең һәм Дилбәр туғаныңдың яҡты киләсәге тураһында һүҙ бара!
Ах әттәгенәһе!.. Тимәк, йонсоу көндә аэропортта самолет көткәне етмәһә, Өфөгә ҡайтҡас та ҡунаҡханала телефон төбөндә өй көбәгендәй ҡаңғыр, йә булмаһа нәҡ бурҙай эт беләктәй тел һәлендереп ағай әҙенән елеп-юрт, була инде, бына бит ул ҡайһылайға борола был донъялар!
Йәне көйөп, өшәләк ишеген шартлата ябып сыҡты, мыжғыу халыҡ араһында айҡалды — шуның менән онотолорға теләне. Их һин Люба-любимая, ниңә былай уттай өттөң һин мине, тәүге мөхәббәтем Любовь Яковлевна?! Бәхетме был, әллә бәхетһеҙлекме? Ә ғәмәлдә ни нәмә һуң ул бәхет? Мөхәббәтме? Талантмы? Йәшлекме? Аҡсамы?.. Әгәр ҙә шулай икән, ошо мәлдә шул зиннәтле тауистарҙың һәммәһен тиң усында бөрөп тота кеүек тә ул. Тик... «тиң»ме икән һуң әле? Мөхәббәт тигән аҫыл ҡошо ҡуныр-ҡунмаҫ күҙ ҡыҙҙыра түгелме? Ғөмүмән, нимә һуң ул мөхәббәт? Әле булһа Басир ошо мәсьәләне аңлап еткергәне лә, сисә алғаны ла юҡ.
Диплом алды эштәре менән мәш килеп йөрөгән студенттар йәйге натура яҙыу өсөн төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша башлағас, кендектәре берештәрҙең икеһенә лә рәссамдарҙың Милеевка янындағы ижад йортона путевка бирелеүе, унда булыуҙарының да йәнә бер үк ваҡытҡа тура килеүе асыҡланды.
-- Иптәш Басир Дәүтләтбаев! — Көмөш-йылтыр ҡылғансәстәре аҫтындағы ике бөртөк зәңгәр-күк сәскәләрен әллә ҡайҙан, үҙенең мачта юғарылығынан төбәлдереп өндәштеТоля дуҫы.
-- Әү, иптәш Анатолий Каргин.
Һинең урыны ожмахта булғыры атайың мәрхүм әйтмешләй, икебеҙ ҙә ҡолағыбыҙға һәм танауыбыҙға киртеп ҡуяйыҡ әле: ижад йорто тирәһендә бер һуҡмаҡтан йөрөмәҫкә, бер ҡойонан эсмәҫкә. Ҡыҫҡа ғына арауыҡҡа шулай иткәндән кендектәребеҙ ҡанамаҫ. Югиһә, дүрт йыл буйы былай ҙа беҙҙән һынлы сәнғәттәге Штепсель менән Тарапунька яһанылар.
-- Киртелде, иптәш Анатолий Каргин.
-- Ошо үтә ауыр һәм мөҡәддәс ниәтебеҙ тормошҡа ашһын өсөн, юлға ла, үҙеңдең мәрхүм атайың киҫәтеп әйтмешләй, ишәй менән ҡушай булып түгел, ә икебеҙ ике яры сығабыҙ.
-- Килешелде. Әйҙә, Толя, тәүҙә, атайым бахыр әйтмешләй, ошоноң шатлығынан минең юл аяғын йыуайыҡ. Ҡасан осрашабыҙ әле. Шунан һуң бер ыңғай һинекен дә сылатып, һил генә яҙлығышырбыҙ.
-- Тәүәккәлләнек. Беҙ илағансы, нәҙек үңәсле шарап шешәһе илаһын!..
Бына Басир шул Каргиндан башҡа ғына — Милеевкала, рәссамдарҙың һәм яҙыусыларҙың ижад йорттарын айырып үҫкән шау урманда — ҡарағайҙар, аҡ ҡайындар араһында. Сыуаҡтарҙан сыуаҡ көн. Ергә серем итергә ятҡан түңәрәк ҡояштай сағыу аҡлан. Урталыҡта һарғылт нурға мансылған, йәшел шәленең тәлгәштәре ергә саҡлы һәленгән наҙлы аҡ ҡайын...
Рәссам аҡлан ситендәге ҡарағайға һөйәлеп, аҡ ҡайындың паклығынан арбалып, күнегелгән оһоллоҡ менән тотондо мольбертына.
Мауығып күпме эшләгәндер, билдәһеҙ. Бындай саҡта сәғәттәр һиҙелмәй ҙә: киндерҙә буяу һалаһы урын ҡалмауын тойоу ғына рәссам йәнен хыял ҡатыш ысынбарлыҡ ҡосағында күбәләктәй тирбәлеүҙән туҡтатып, ҡабат ҡаты ергә баҫтырта. Һәм ул үҙенең ҡулы һалған буяуҙарҙың еҫен һулап иҫерә.
Һәр кемдөң үҙ балаһы үҙенә ғәзиз тигәндәй, донъялағы бер рәссам да буяу иҙгән мөҙҙәтендә үҙе яһаған төҫтәрен зәғиф итеп күрмәйҙер. Тиккәме ни: «Һәр художник яҙған мәлдә үҙен даһи итеп тоя — шуға күрә генә даһиҙар тыуа, ә насар художниктар — художник түгелдәрҙән сыға», — тигән мәрәкә әйтем бар. Был тәбиғиҙер ҙә, сөнки, художник йән үҙен үҙе даһи итеп һанамаһа, ара-тирә ысынлап та даһиҙар тыумаҫ ине. Йәшермәйек: беҙҙең Басир ҙа яңғыҙ ҡайынды һары нурға ҡойондороп һүрәтләгән киндере ҡаршыһында аяҡтарын тарбайта баҫып, үҙ талантынан маһайып ҡарап торҙо. Шул маһайыу, бәлки, ул кисергән ошо көндөң иң юғары нөктәһе булып ҡалыр ине, әгәр ҙә ки... һис көтмәгәндә аҡландағы аҡ ҡайындың төбөндә... һары сәсле ап-аҡ һылыу ҡыҙ ҡиәфәтендәге мөғжизә хасил булмаһа. Бына ул: ҡайын туҙылай аҡ туфлиҙарын ҡулына элеп тотҡан, ап-аҡ ебәк күлдәк кейгән ялан аяҡлы күбәләк күҙ алдында нурлы аҡлан буйлап елеп-осоп бара, һары арыш һаламылай мул услап берҙән шаҡарып үргән толомо ап-аҡ күлдәк ерлегендә тимгелләнеп, аҡ ҡымыҙҙа йөҙгән алтын ижау һабылай төҫмөрләнә. Тәрән һулыш алып, аҡ ҡайынҡайҙың борҡолдаҡ-онтаҫ туҙын ҡалҡыу күкрәге менән, һөттәй ап-аҡ бите менән һөрөлдөрөп һыҙырҙы, ергә сүгәләне:
--Аҡ ҡайыным минең, аҡ ҡайғым минең! Аҡ ҡайғылы аҡ ҡайыным минең! — Сәйер аҡ ҡайғы хаҡындағы йөрәкһеү рус һүҙҙәре, сылтыр-сылтыр, йәш рәссамдың йөрәгенә ҡойолдо. Бына икенсе тауыш:
-- Люба! Ҡайҙа китеп олаҡтың, шайтан алғыры! — Ҡарттарса мыжыҡланды. Инде рәссам күреп тора: ҡыҙ тертләне, ҡосағынан ҡайынды ысҡындырҙы, ап-аҡ туҙлы олоға һөйәлеп ултырҙы, туфлиҙарын ҡағып кейҙе. Һары арыш һаламылай мул услап, берҙән шаҡарып үргән толомдарының береһе ап-аҡ күлдәк ерлегендә тимгелләнеп, аҡ ҡымыҙҙа йөҙгән алтын ижау һабын хәтерләтте. Тәрән һулыш алып, аҡ ҡайынҡайҙың борҡолдаҡ-онтаҫ туҙын ҡал-һөрттө.
-- Әү, мин бында. Кил, атай, аҙыраҡ хәл алайыҡ.
-- Ҡайтайыҡ инде: балыҡ ҡата бит.
-- Күрәһең бит, атаҡайым, ҡайһындай ҙа матур көн, бал ҡорттары гөжләшә. Ултырайыҡсы саҡ ҡына.
-- Их, ҡайын ғына булманы — ҡайғы булды был! —Һыңар ҡулына оҙон ҡыуал, икенсеһенә айғолағынан тал үткәреп бот буйлыҡ суртан тотҡан, тышҡы ҡиәфәте менән оҫтанымы, тирмәнсенеме хәтерләткән бабай ҡыҙҙың ҡаршыһына килеп, ыхылдап ергә ултырҙы, иҫке кейеҙ эшләпәһен көрәктәй усына йомарлап, маңлай тирен тысҡылдатып һөрттө. Шул ыңғайҙа уның ағара башлаган түңәрәк һаҡалынан он һибелгәндәй булды. — Әллә ошо ҡайын төбөнә сихырлағандар инде үҙеңде, ә ҡыҙым?
—Эй, атай, ошондай ҙа матурлыҡты нисек урап уҙаһың?
Ҡарт, әшләпәһен кейеп, төрөпкәһен ашыҡмай ғына төйҙө. Тоҡандырып, танауы аҫтынан бормасланған ҡуйы-зәңгәр төтөн ебенең ҡылйыландай бөгөлә-һығыла тағатылыуын хозурланып күҙәтте.
— Яңғыҙ нәмә матур була ул, ҡыҙым. Аҡлан ҡосағына күҙ һал: был ҡайындан ғәйре ниндәй аҡлыҡ бар? Һин дә минең ошондай аҡ ҡайыным — донъяла берҙән-бер генәм бит, ҡыҙым...
Ҡыҙ көтмәгәндә ҡырыҫланып бүлдерҙе:
— Атай, асыуланышмайыҡ. Теге ваҡытта ла ошолай яғымлы ғына башлап, стенаға төкәткәйнең. «Ике яңғыҙ — ике гүзәл — бергә ҡушылһа, бәхет тыуа», — тип шул һантыйыңа бәйләргә иткәйнең... Ташла шул Иваныңды!
Күренеүенсә, бында бәләкәс кенә ғаилә драмаһы бара ине. Ихтыярһыҙҙан шуның шаһиты булыуына үкенеп, рәссам күҙҙәрен йомдо, ошоноң менән, әйтерһең, үҙенең барлығын кәметергә уйланы, сөнки хәҙер һелкенеү, был икәүҙе тетрәндереп китеп барыу үҙе үк мәрхәмәтһеҙлек булыр ине.
—Их! Иванушка һин, Иван! — Һаҡалтай көрһөндө. Ҡыҙына әйләнеп ҡараны. — Һантый түгел ул.
—Атай, тағы ҡайҙа һемерергә өлгөрҙөң?
Ҡарт көлдө:
— Һалып биргәстәре ни, ризыҡтан өҫтөн булырғамы? Василиса ҡоҙағыйҙарҙа, әлбиттә... Туҡта, бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле! Ҡоҙағыйҙарҙан сығып барһам, урам уртаһына киндерле тирәс беркетелгән өсаяғын суҡайтып, асылмаған кукуруз сәскәһенең себешкеһеләй сағыу сәсле, телеграф бағанаһылай оҙон сираҡлы бер егет баҫып тора, ҡулында буяулы бумала. Һәҙәптәрен ысҡындырып, матрос тельняшкалы түшен күркәләй кирелдергән...
«Шайтан алғыры, Анатолий Каргиндың тулы һынлы портреты был!» — Басир Дәүләтбаев, йоҡомһорап ултырыуын онотоп, шулай һөрәнләй яҙҙы...
— Ҡул иҙәп туҡтатты: «Кил әле яҡыныраҡ, ҡәҙерле ҡартласҡайым!» — ти. Барҙым. Баҡтиһәң, киндеренә Ивандар урамын буйҙан-буй һуҙып һүрәтләп маташа икән дә ҡәһәрең. «Олатай, әйт әле, бынау йорттарҙың тәҙрә ҡапҡастарын, фронтондарын кем был ҡәҙәр оҫта итеп биҙәкләне?» — тип, эс-бауырға инеп бара. «Кем булһын, Иван». —«Ниндәй Иван?» — «Ниндәй булһын, һалып бирһәң сайҡап йотор Иван». — «Юҡ, фамилияһы, тим». Әйтеп бирҙем фа-милияһын, ә теге ҡәһәрең, блокнотын сығарып, яҙып та алды. «Ҡайҙа осратып күрергә була ул Иванды?» — «Ҡайҙа булһын, Магадан яҡтарында, — тим. — Оҙон аҡса артынан сабып китте». — «Һем, тағы ла бер һорау», — ти. — «Рәхим итегеҙ, икене бирегеҙ». — «Ошо Лопуховка ауылынан ана теге яҡҡа тартып, ана теге йылганы аша сығып, яҙыусыларҙың ижад йортон үтеп, тағы ла бер аҙыраҡ барһаң, Куликово тигән ауыл һәм унда ла ошондай уҡ ғәжәйеп бер урам бар». — «Беләм ул ауылды, беләм ул урамды». — «Әйтегеҙ әле, шул урамдағы йорттарҙы ла һеҙ әйткән Иван семәрләп биҙәнеме?» — «Юҡ, минең белеүемсә, ул урамды шул ауыпдың Яков атлы бер ҡарт һантыйы маташтырҙы»,— тигән булам. Теге иһә бумалаһы менән һуғып йыға яҙҙы: «Һеҙ нимә, талантты мәсхәрәләйһегеҙ? Ошондай ике яҡташығыҙ булыу менән ғорурланыу, исемдәрен эске изге ҡалтыраныу аша телгә алаһы урында, береһен «һалып бирһәң, сайҡап йотор», икенсеһен «ҡарт һантый» тип һанайһығыҙ?» — «Әлләсе, уларҙы көллө тирә-яҡ шулай тип ләҡәпләйсе», — тигән булам. «Алдамағыҙ, бер кем дә улай тимәҫ. Халыҡ үҙенең таланттарын таный ул. Беләһегеҙме, икеһе лә кемдәр улар?» — «Әлләсе, белмәйемсе». — «Белмәһәгеҙ, белегеҙ: бөйөк художпиктар улар! Икеһе ике школа! — Ҡарт йәнә хихылдап көлдө. — Ишетәһеңме, ҡыҙым: Иван менән атайың — школа!
-- «Школа»!.. Мин ул школаның кластарын байҡаным, шөкөр...
Атай кеше ҡыҙының тел төбөн «ишетмәй» ҡалдырҙы:
-- Мәскәүҙән килгән художник икән үҙе — Иван менән беҙ семәрләп биҙәгән йорт кәрниздәрен, ишек-тәҙрә яңаҡтарын байҡап йөрей... — Төрөпкәһен туҙға туҡылдатып ҡаҡты. — Әйткәндәй, бына нимә тине миңә Василиса ҡоҙағый... телеграмма һона: «Магадандан «молния» итеп һуғылған, бына әле генә Пантелей килтереп һөйөнсөләне — шуның ҡыуанысын йыуып ултырабыҙ», — ти. Ә телеграммала ни, баяғы: фәләнсә көндә, фәләнсә сәғәттә осоп ҡайтып етәм, улың Иван, тип әшкәртелгән.
-- Иван?! — Ҡыҙ тертләне. — Нисәнсе числола тигән?
-- Ул число тап бөгөнгө була инде.
-- Атай, был һүҙҙе ошонда йомдоҡ! — Ҡыҙ, ырғып тороп, һуҡмаҡҡа ыңғайланы. — Киттек! Иртәгә мин китап уҡыусыларыпды Бородино ҡырына алып барам экскурсияға.
-- Иванушка, тим бит...
—Ул исемде миңә башҡаса ҡабатлама, үтенәм.
Һаҡалтай ыһылданы, көрһөндө:
— Их, Иванушка-Иван, үҙ бәхетеңә үҙең балта саптың шул! — Суртаны менән ҡармаҡ ҡыуалын ҡармап, ҡыҙы артынан һәлпәңдәне. Ә рәссамдың күҙе алдында таныш түгел һылыуҡайҙың күбәләктәй елпелдәп осоп үтеүенән ниндәйҙер сихри хозурлыҡ, аҡлыҡ донъяһы яғылып тороп ҡалды. «Китапханасы икән... Аҡһылыу...»
Ҡыҙҙың табандары баҫып уҙған серле һуҡмаҡҡа йөрәге-йәне тартылып: «Ниңә Бородино ҡырына барып әйләнмәҫкә миңә лә иртәгә?!» — тип сәмләнде...
Достарыңызбен бөлісу: |