О рукописи Х.Х. Алпарова «Литературное наследие бурзян» (102 стр. машинописи).
В своей рукописи Х.Х. Алпаров ставит основной задачей показать, что древние башкиры племени бурзян имели непосредственное отношение к древнейшим государствам Азии — Парфии и Бактрии, были творцами культурных ценностей этих стран, авторами (или соавторами) эпических памятников Авесты и Ригведы. Слово «парфяне» он отождествляет с башкирским родоплеменным названием «бэрйен», наименования «Бактрия — Бактра» этимологизирует, исходя из современного башкирского языка: Бэк-тора. В рукописи приводяҠя весьма произвольные, особенно в части терминов и наименований, башкирские переводы фрагментов названных памятников. Мысль автора — эти памятники надо считать одновременно образцами древнейшего литературного наследия башкир-бурзян. Х.Х. Алпаров утверждает, что им открыт на берегу озера Асылыкуль древнейший храм башкир-зороастрийцев с алтарем для жертвоприношений и проторуническая надпись на камне с поэтическим текстом (знаки и текст не приводяҠя), относящиеся к VII — V вв. до н.э. Этим перекидываеҠя мост между Приуральем и далеким Средним Востоком в античности и очерчиваеҠя громадная территория обитания древних бурзян. В рукописи все это изложено без какой-либо системы, в высшей степени эмоционально, проследить нить мыслей и рассуждений автора не всегда представляеҠя возможным.
Обращение автора к истории народа, к литературно-фольклорному наследию и проблемам реконструкции фактов праязыка следовало бы только привеҠтвовать и оказывать ему всяческую поддержку. Х.Х. Алпаров в своей рукописи обнаруживает определенную осведомленность в научной литературе по этнографии, истории и филологии, есть у него и отдельные мысли, достойные поддержки, например, о необходимости комплексного изучения древности, развития исследований по исторической географии, попытка связать мотивы башкирских кубаиров с эпическими сказаниями народов мира и др.
Однако одобрить работу или рекомендовать к изданию в целом, не представляеҠя возможным ввиду чрезмерной тенденциозности, ненаучного подхода к интерпретации исторических явлений и произвольного обращения с лингвистическими, фольклорно-литературными и историческими фактами.
Связывая бурзян, тамъянцев и усерган с древней Бактрией и Парфией, Х.Х. Алпаров ссылаеҠя на работу З.И. Хакимуллина, на его высказывания об обитании названных племен в VII — VIII вв. в Приаралье. Но история Бактрии и Парфии — это совсем другая эпоха и другие территории. Автор, таким образом, связывает события и явления, удаленные и хронологически (более тысячелетия), и территориально, объединяет явления и факты, между которыми нет никакой лингвистической и исторической связи (Бэрйен и Фриан и т.д.), основываясь лишь на внешнем созвучии. Таких произвольных сопоставлений автор делает чуть ли ни на каждой странице, принимая их за обоснование своих положений.
О «знаках» на камнях близ оз. Асылыкуль специалисты ИИЯЛ БФАН СССР и Башпединститута свое заключение уже сделали. Никаких проторунических надписей там не обнаружено и их не может быть по той простой причине, что это рыхлые песчаные камни, и тысячелетиями на них начертания сохраниться, естественно, не могли. Правда, Х.Х. Алпаров именует эти глыбы «монолитными валунами», а мелкие круглые углубления, которые автор называет древними «символами», вышедшими из озера «коней-звезд», образованы под воздействием корней мхов.
Для обоснования своих вольных сопоставлений языковых явлений Х.Х. Алпаров ссылаеҠя на «ностратическую» теорию В.И. Иллича-Свитыча и выступает против традиционных методов сравнительно-исторического языкознания, против генеологической классификации языков. Между тем теория Свитыча не отрицает генетического родства тюркских, индоевропейских и др. языков, а лишь отражает более древние связи между т.н. «ностратическими» языками. Ничего общего с этой теорией приводимые сравнения, этимологические упражнения автора не имеют. В этих сопоставлениях и выкладках никакие фонетические закономерности соотвеҠтвия звуков между разными языками и внутри одного языка не принимаюҠя во внимание. Ни один лингвист-тюрколог или даже ностратист не отважился еще считать словами одного корня ут -- ат, ата; ыу — әс, әсә; атәс — тоз, әс — соль. Работа изобилует такими примерами. При таком уровне реконструкциии праформ просто невозможно спорить с автором, поскольку он не соблюдает элементарных закономерностей звуковых переходов в разных языках, все возводит к одному праязыку. Вот один лишь поразительный пример произвольного обращения со словом. На стр. 20 автор совершенно очевидное русское слово начало расшифровывает следующим образом: начало — (у)н ач ало — ун өч алы; өч — өс, алы — алды. Затем развивает целую теорию о цифрах 12 и 13. Такие «этюды» имеюҠя почти на каждой странице.
Для полного разбора ошибочных в своей основе сопоставлений и этимологий Х.Х. Алпарова потребовалось бы написать работу более объемную, чем представленная рукопись. Но в этом, видимо, нет необходимости, посколку человеку, имеющему филологическое образование, очевидна полнейшая произвольность этих упражнений.
Сведения из различных исторических источников перемешаны здесь с лингвистическими «этюдами» и фольклорными сюжетами.
Безусловно, некоторые мотивы башкирских эпических сказаний перекликаюҠя с эпическими сюжетами народов Востока. Это вполне закономерно и об этом имеюҠя серьезные публикации. Каждый эпос — явление многослойное. Между ними прослеживаюҠя сходства типологического порядка, мотивы и образы, проникшие через опосредствующие звенья, есть, разумееҠя, и генетические сходства. Для выявления этих элементов необходим тщательный всесторонний анализ с учетом длительного развития культуры каждого народа, со строгим соблюдением принципа историзма.
Рукопись «Литературное наследие бурзян» не может претендовать на роль научного исследования: в ней не соблюдены элементарные требования современной компаративистики, исторической этнографии и фольклористики. Отвергать устоявшиеся методы научного познания можно лишь на основе полного овладения ими.
Зам. Директора ИИЯЛ БФАН СССР, д.ф.н. — (подпись).
Зав. Сектором этнографии ИИЯЛ БФАН СССР, к.и.н. — (подпись).
Ст.н.с. сектора литературы и фольклора ИИЯЛ БФАН СССР, к.ф.н. — (подпись).
Даулы-шаулы авторға ошо абруйлы фәнни фекер кисекмәҫтән еткерелде һәм азамат аҙғыны Оло йортто башҡаса борсоманы. Әммә тиҙҙән ул эскегә һабышып, эштәре артта ҡалғас, институттан һөрөргә лә иткәндәр, тик үткер һүҙле туғандары, атап әйткәндә, билдәле яҙыусы Мотал Шаһибәрәков, тотанаҡлауында вазифаһынан түбәнәйтеү – ябай лаборант итеп ҡуйыу менән сикләнелеп, ғаиләһендә бала артынан бала ырауҙан, өҫтәүенә, кеше фатирында өйҙәш булып тороуҙан ҡаҡшаған һәм эш урынын юғалтыуҙан ҡурҡҡан элекке Арыҫлан фиғылы ҡырҡа үҙгәреп, түрәләренең ауыҙына ғына ҡарап әмер көтөп тороусы майланған ҡайышҡа әүерелгәс, арыҫланлығы онотолоп, инде Ҡуян Хажиәхмәт тип йөрөтә башлағандар...
Оло йортҡа ла сигнал килеп еткәйне: айнытҡысхананың йыш ҡунағы. Димустан Хәкимуллинға шылтыратты:
-- Алпаровты димләгәнһең. Ниңә башҡа берәү түгел?
-- Хәҙерге йәштәрҙе тилерткән так называемый тарихты унан да шәберәк һуҡалаған кеше юҡ – силәгенә күрә ҡапҡасы.
-- Ышаныслымы, ысҡынып китмәҫме?
-- Уныһына иманым камил: ул Ҡуян йылына ике тапҡыр ысҡына ла аҙна-ун көн ятып ала. Ә хәҙерен ысҡыныу мөҙҙәте түгел, өҫтәүенә, майлаған ҡайыштай йомшартып әҙерләнек.
«Әҙерләү»гә һуңғы нөктә Пропаганда бүлегендә ҡуйылды һәм Алпаров үҙенә ҙур яуаплы эш ышанып тапшырылыуынан ҡанатланып ҡайтып китте.
Йыйылыш башлыса йәштәр өсөн тип тәғәйенләнһә лә, мәсьәлә әҙәбиәткә ҡағылғанлыҡтан, әлбиттә, яҙыусыларҙың береһе лә ҡалманы – үҙәк Ленин урамындағы Политмәғариф йортоноң кесе залы лыҡама-тулды. Башланыш көтөп урынлашҡан тантаналы тынлыҡта совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами микрофондан көр тауышын яңғыратып йыйынды асып ебәрҙе лә бисмиллаға ҡыҫҡаса телмәр тотто:
-- Ҡәҙерле иптәштәр, заманабыҙҙың зыялы йәш ҡоро! Беҙ бөгөн бында идеология фронтының көн үҙәгендә торған бик яуаплы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә, фекер алышырға йыйылдыҡ. Шуға күрә рәсми булмағанса йәнле һөйләшәйек, доклад барышында ара-тирә репликалар ҙа мөмкин. Башлап шуны әйтәһем килә: мине һәр саҡта ла күңел төпкөлөнән сыҡҡан ике тойғо етәкләне, — совет интернационализмы һәм милли үҙаң. Бында мин милли үҙаңды милли ирәбелектең һәм милли тыйнаҡлыҡтың юғары сағылышы тип аңланым һәм аңлайым. Ҡайһы саҡта ана шул тыйнаҡлыҡты юғалтыуҙы төҫмөрләһәм, үкенесле булып китә. Был, мәҫәлән, ҡайһы бер әҙәбиәтсе һәм тарихсыларҙың ата-бабаларҙың культура тарихындағы сигенә сыҡҡыһыҙ мәртәбәләрен дәғүәләүҙә, дөйөм төрки, хатта дөйөм кешелек ҡомартҡыларынан бары тик үҙенекен, бары тик «беҙҙең» һыныҡты ғына һындырырға маташыуында сағылыш таба.
Ҡайһы берҙә теге йәки был йән көйҙөргөс факттарҙы осратырға тура килә... Милли республикаларҙан, милли тыйнаҡлыҡ һәм фәнни объективлыҡ тойғоһон юғалтҡан бәғзе бер тарихсылар йәки әҙәбиәтселәр тарихты күпертеп күрһәтергә, үткәндәрҙе ал да гөл итеп тасуирларға тотона, боронғо ҡомартҡыларҙан үҙенә өлөш ҡайырырға һәм шунда үҙ мөһөрөн баҫырға тырыша; йәнәһе, улар башҡалар көнләшһен өсөн бик боронғо культураға ҡыҫылышы барлығын иҫбатламаҡсы. Үҙегеҙгә билдәле бер милли әҙип нәҡ уның ата-олатайҙарының тәгәрмәсте уйлап табыуын тылҡый. Бындай саҡта инде башҡа берәүгә тәгәрмәс майлау өсөн дегет ҡайнатҡандарын иҫбатларға тотоноу бер ни тормай; имеш, тегеләр тәгәрмәс менән булашҡанда уныҡылар дегетте күпкә элегерәк яһаған... -- Трибунсының телмәр дәрәжәһен залдың бер өлөшө берәгәйле шарҡылдап көлөү менән күтәргәйне, икенсе яҡтан көтөлмәгән тупаҫ оторолоҡ яңғыраны: «Маңҡорттар! Үҙегеҙҙән көләһегеҙ!». Йыйылышты алып барыусы еҙҡыңғырау ҡыңғылдатып тәртип урынлаштырғас, Карами, оторолоҡ сығанағы булған тарафға бөҙрә сәсле маңлайы менән һөҙә ҡарап, дауамланы: -- Үткәндәргә ошондай, әгәр әйтергә рөхсәт икән, «киң» ҡараш — беҙҙең социалистик тормошобоҙ нормаларына бер нисек тә тап килмәгән милли сикләнгәнлек билдәһе ул, эйе! – Совет халыҡ шағирының бәғерен ярып сыҡҡан сәйәси билдәләмә өр-яңы ине, телмәрсе уны, заманалар үҙгәреү сәбәпле ҡулланыуҙан ҡала барған милләселек терминының эквиваленты итеп, Вилор Иҫәрғәповичтың үҙе менән уйлашып килешкәйне. Залдағы халыҡ был яңылыҡтың айышына төшөнөргә баш ватып тынған арала телмәр тағы һәүетемсә ағылды: -- Дөрөҫ, башҡорт милләтселеге тигән яман шеште йәғни рак сирен беҙ республикабыҙҙың тере тәненән бөйөк ленинизм скальпеле ярҙамында ҡырҡып алып ташланыҡ, ләкин тынысланырға иртә әле, сөнки үрмәксе ауына оҡшаш рак сиренең ҡырсылып бөтмәгән остоҡтары – метастазалары ҡалды һәм ул милли сикләнгәнлек тип атала. Метастазалар ҡабат ҙурайып үҫергә лә яуыз милләтселеккә әйләнеүе ихтимал, был иһә беҙҙең республикаға ғына түгел, ә күп милләтле бөтә республикаларҙың берҙәм союзына -- бер-береһенә туғандарса тығыҙ бәйлелектә гүзәлдәрҙән-гүзәл бербөтөн келәм һәм күп ҡыллы моңло думбра хасил иткән социалистик державабыҙға ҡурҡыныс тыуҙыра, уны эстән ҡаҡшатып тарҡатыу менән янай. Әле әйтелгәнсә милли сикләнгән ҡайһы бер ҡәләм эйәһе шул гүзәл дөйөм келәмде һәм думбраны үҙһенмәй – уға келәмдән мотлаҡ милли үҙ ебен һәм үҙ ҡылын һурып алырға кәрәк. Ә беҙ, милләтселектән һәм милли сикләнгәнлектән азат интернационалистар, дөйөм келәмгә үҙ ебебеҙҙе, думбраға үҙ ҡылыбыҙҙы керетеп күп милләтле социалистик хозурлыҡ кисереп ҡыуанабыҙ, социалистик берҙәмлектә сәскә атабыҙ!
Зал төпкөлөнән һирпелгән бер оторолоҡ ҡыҙыл япмалы президиум өҫтәленәсә иреште:
-- Һеҙҙең үҙегеҙ ул дөйөм келәмгә кереткән еп менән ҡыл серек һүренте түгелме?! – Бер-ике йән эйәһе хихылдағайны, йыйылышты алып барыусы ырғып тороп ҡыңғырауға көс төшөрҙө:
-- Шым! Кем ул унда ҡорсаңғы тайҙай сапсына, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ!
Ҡул күтәреүсе булманы.
-- Бына бит: әҙәмсә тороп яуап бирергә лә егетлегегеҙ етмәй. Ҡәҙерле иптәштәр, беҙ ат аҙбарында түгел, тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайым. «Арыҡ арҡалы Арҡайым һәм ярыҡ ярҡалы тәғлимәт тураһында» тигән темаға доклад һөйләр өсөн билдәле шағир, тарих фәндәре кандидаты Арыҫлан... әй юҡ! – хөрмәтле Хажиәхмәт Хужахмәт улы Алпаровҡа һүҙ бирелә.
Доклад ике-өс йәш ғалим берлегендә һәм профессор Хәкимуллиндың үткер күҙәтеүендә Оло йорттан ҡушылғанса еренә еткерелеп, коллектив емеш итеп өлгөртөлгәйне, Ҡуян Хажиәхмәткә шуны яҡшылап башҡарыу бурысы йөкмәтелгәйне. Бер-нисә көн көҙгө ҡаршыһында ҡиәфәтен һәм дикцияһын көйләп, һуңғы сәғәттә тамағына сей йомортҡа эсеп килмеш докладсының трибунан зыңғыр ауазы яңғыраны:
-- Әле генә докладтың темаһы әйтелгәс, кемдәрҙер ҡысҡырып көлдө. Эйе, көлкө был – түшәмдән алып фантастик тәғлимәттәр, уйҙырмалар уйлап сығарырға яратҡан филармония көлкөсөһө һәм тарихтың төлкөсөһө аспирант Йәүҙәт Әғләм улы Ҡондоҙбаевтың сейле-бешеле ижад емешенән көлөү. Һәм бик урынлы көлөү. Уғата нығыраҡ, кинәнеберәк көлөр өсөн, уның баяғы Арҡайымға бәйле ғилми сафсатаһына күҙ һалайыҡ. Хөрмәтле аудиторияны өҙлөкһөҙ эс ҡатырып көлөүгә дусар ҡылмаҫ өсөн, айырым тезистарына ғына ҡағылам.
Ҡондоҙбаев әҙәм балаһы аңламаҫлыҡ «асыш»тар яһарға ярата, шуның менән кешене ышандырырға, шан-шөһрәт ҡаҙанырға, һыуҙан ҡоро сығырға теләйҙер, моғайын. Ләкин ҡарап-ҡарайыҡ: булдыра алырмы икән?
Бына ул башҡорттоң ниндәйҙер мифик тәүтелен, тәүдинен һәм башҡаларын шаҡ-ҡатырғыс асып, башҡорттарҙы Уралдан боронғо Грецияғаса Аполлон-хоҙайға табыныу динен илтеүселәр, алай ғына ла түгел, хатта Афина (аныңса Өфө-инә) ҡалаһын да нигеҙләүселәр итеп шапырына; ул ғына ла етмәһә, Ағиҙел менән Ҡариҙел аралындағы Өфөбөҙҙө лә «Афинаға тиклем үк ҡоролған башҡорт ҡалаһы ул» тип һалдыра. Уның логикаһы буйынса барһаҡ, Башҡортостан менән Марс планетаһын бәйләйһе генә ҡалды...
-- Меҫкен-меҫкен, шул тиклем дә артта һөйрәлерһең икән! – Алғы теҙемдә ултырған Ҡондоҙбаев, тороп, тыныс ҡына бүлдерҙе. – Президиумдан ғәфү үтенеп һорайым: йыйылышты асҡан иптәш барыбыҙға ла «һәр төрлө яһалмалылыҡтарҙы ситкә ташлап, үҙебеҙсә һин дә мин тип өндәшәйек» тип мөрәжәғәт иткәйне, ризамын. Һин, докладсы иптәш, ҡайһы донъяла йәшәйһең? Аңлайым: ҡурҡаҡ ҡуяндай ҡыуаҡ төбөндә боҫоп ятып, -- залда хихылданылар, -- эйе, Ҡуянлығыңа барып, минең генә түгел, хатта билдәле урыҫ ғалимдарының, донъя ғалимдарының бөтә донъяға мәғлүм хеҙмәттәрен уҡымағанһың...
-- Ребуссылар менән мауығырға ваҡытым юҡ! Алары ла һинең ише уйлай – бер һап та бер ҡалып!
-- Рәхмәт. Бөтә ғәләм минең ише уйлағас, Инш-Алла, Ер шары ла таймаҫ үҙ күсәренән.
-- Таймаҫ, ләкин һинең кеүектәрҙе быраҡтырыр. Дауам итәйек, иптәштәр. Эйе, донъяла төрлө хәлдәр була. Әҙәм ышанырлығы ла, ышанмаҫлығы ла. Әҙәм ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тип иҫкәртә бөйөк Мәрүән Карами ағайыбыҙ... Ә Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың «Тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым тураһында» тигән яҙмаларындағы күп фекерҙәр уның авторының аҡыл сүлмәгендә берәй шөрөбө бушанманымы, йәки бөтөнләй етешмәйме икән, тигән аяныслы шик тыуҙыра.
Күҙәтеүҙе, Ҡондоҙбаевтың үҙ яҙмаларьндағы һымаҡ, ниндәйҙер төш күреп һаташҡан сағында ул үҙе уйлап тапҡан Имир Дәү Хоҙай исеменән башлайыҡ. Был исем ҡайҙан килеп сыҡҡан һәм нимәгә кәрәк булған һуң? Ҡондоҙбаев аңлатыуынса, хөнәсә (гермафродит, ырғыҙ) тәүбабабыҙ икән ул. Ҡайһындай ҙа ҡолаҡҡа ятмаған бөйөк асыш, Ҡондоҙбаев асышы!
-- Минең асыш түгел, уны донъяның иң абруйлы ғалимдары быуат буйынса яҙа! – тип бүлдерҙе тәнҡитләнеүсе.
-- Шулайҙыр: ул хаҡта һин генә беләһеңдер ҙә бөтә прогрессив ғилми йәмәғәтселек артта ҡалғандыр...
-- Был мөҙҙәттә һинең артта ҡалғанлығың күренә!
-- Етте, Ҡондоҙбаев, үҙегеҙҙе тәртипле тотоғоҙ! – тип киҫәтте алып барыусы. Алпаров, алдындағы стакандан һыу эсеп, тамаҡ ҡырҙы:
-- Бына шулай, йәмәғәт. Икенсе төрлө, кеше аңларлыҡ итеп әйткәндә, Имир тигәне үҙе -- ир, үҙе ҡыҙ, имеш. Бына шуны иҫбат итеү өсөн урыҫса «мир» һүҙе алдына «и» өнөн өҫтәй. Бер өн өҫтәү иһә йүгәнһеҙ фантазияға киң юл аса ла инде. Хәҙер бер ижекле һүҙ икегә әйләндерелде. Һәм ҡуйылған һаташыулы маҡсатҡа ирешеү өсөн, фантазияны теләгәнсә егергә мөмкин. Беренсе ижек -- «им». Ул инде «әм, имәй, имсәк», йәғни «әсә» мәғәнәһен ала имеш. Икенсе ижек «ир»ҙең мәғәнәһе былай ҙа аңлашыла. Ошо туҙға яҙмағанды иҫбатлау өсөн автор, ир ҡаҡҡанды мир ҡакҡан (ҡаға), тигән мәҡәлде килтерә. Йәнәһе, ирҙән йәберләнеү -- Имир тәүбабанан йәберләнеү ул. Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ә уның халыҡ араһында йөрөгән мәғәнәһе -- ир ҡаҡҡан ҡатынды мир (ил) ҡаға, түгелме ни?
Залдан Асҡар Ҡотлоевтың ярһыу тауышы яңғыраны:
-- Алпаров, ниңә сафсата һатаһың? Имир һәм мир – бер үк төшөнсә икәнлеген бик тә асыҡлай алмаһаң, нисек тә ваҡыт табып, бөтә донъяға билдәле голланд ғалимы Ф.Б.Я. Кейперҙың «Труды по ведийской мифологии» тигән хеҙмәтен булһа ла уҡып ҡарағыҙ – Ҡондоҙбаев менән икеһенең ҡараштары хайран тап килә.
-- Ышанам: уныҡы менән һеҙҙеке лә тап килгәнен беләбеҙ! Һеҙ ул сафсата һатыусы! Инде йәнә Ҡондоҙбаевҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ул, баяғы мәкәлде үҙенсә ҡулланырға тырышып, үҙ фекеренә үҙе ҡаршы килә ләбаһа! Йәғни ҙә Ир -- Имирҙың бер яртыһы икән, ул үҙ-үҙен ҡаға, йәберләй булып сыға бит. Үҙ-үҙен ҡаҡҡан, уҙ-үҙен йәберләгән әҙәм балаһы хаҡында ишеткән юҡ ине әле. Хәйер, укыған бар икән: Гоголдең «Ревизор» әҫәрендәге бер персонаж үҙ-үҙен йәберләй, үҙ-үҙен туҡмай...
-- Рәхмәт, Алпаров, һеҙгә ҡалһа, Гоголде генә булһа ла уҡыйһығыҙ икән әле!
-- Башөҫтө, тәҡсир! Тырнаҡтар эсенә алып әйтелгән был бөйөк ғалим уйлап тапҡан йәнә лә бер һүҙбәйләнеш: ер кендеге. Икеһе лә ҡәҙимге аңлайышлы һүҙҙәр. Мәғәнәләре лә ап-асыҡ. Ҡондоҙбаев иһә уны бөтөнләй икенсе яҡҡа, аҡыл һиҙеме теүәл кешенең уйына ла инеп сыҡмаҫлыҡ яҡҡа бора. Баҡһаң, ул ир ҡан-дағы — Ир хан тауы икән, йәғни Имир тәүбабабыҙҙың ҡанын (нәҫел-нәсәбтәрен) үрсетеүсе тауҙай ҡалҡыу ағзаһы — Тора-тау (боронғосаһы Тороҡ-тау) үҙе булып, уның тирәһендә йәғни Башҡортостанда көн күреүсе халыҡтың да боронғо бер исеме тороҡ – төрөк, имеш, боронғо төркиҙәр шул Тороҡ-хоҙайға – фаллосҡа табынған имеш!.. Быға нисек ышанырға?
Йәүҙәт Ҡондоҙбаев ултырған урынынан ҡалҡынды:
-- Исем-шәрифе тырнаҡтар эсенә алынмаған бөйөк ғалим, шуға ла ышанмайһыңмы?
-- Ышанмайым һәм кире ҡағам!
-- 922 йылда Ибн Фаҙлан хәҙрәт осратҡан башҡорттарҙың тап шул аҡатаҡҡа – йәғни фаллосҡа табыныуына, аҡатаҡтың ағастан киртеп яһалған һынын хоҙай рәүешендә муйынға тағып йөрөтөүенә нисек ҡарайһың? Әллә Ибн Фаҙланға ла ышанмайһыңмы?
Докладсы, ыҡ-мыҡ итеп, ҡаушабыраҡ ҡалғайны, залдағы иң алғы буйҙа тубыҡтарына үҙе дәүмәлле һары портфелен һалып, артҡы ялтас түбәһе балҡып мөкиббән китеп тыңлап ултырған «йәш ғалим» (институттың «башҡорт белинскийы» Ғаяс Хөсни етәкләгән филология секторының кесе ғилми хеҙмәткәре) Рәшит Төхфәт улы Алмаҡаев ярҙамға ашыҡты:
-- Ибн Фаҙландың юл яҙмалары тип аталған нәмәкәйе – бер ниндәй ҙә тарихи документ түгел, ә ябай әҙәби фәстереү ул, тап шул хаҡта үҙебеҙҙең коллега – тарих фәндәре докторы Владимир Александрович Иванов яҙҙы лабаһа! – Портфеленән ус яҫыһындай китап алып, аяғүрә баҫып, арттағыларға күрһәтте. -- Бына ул: 1982 йылда үҙебеҙҙең Өфөлә сыҡҡан, «У подножия Рифейских гор» тип атала.
-- Мөстән42, ниңә ҡыуанаһың?!
-- Ҡондоҙбаев, ултырығыҙ! – Ҡыңғырау ҡыңғылданы. – Хажиәхмәт Хужахмәтович, дауам итегеҙ фәһемле телмәрегеҙҙе.
-- Һем... Тырнаҡтар эсенә алып әйтелгән бөйөк ғалимдың был ғәжәп асышы иҫ киткес – эс киткес! Тора-тау — ир кешенең енес ағзаһы икән дәбаһа! Ҡалай ғүмер-баҡый бер ни белмәй йәшәгәнбеҙ. Башҡорт халкының легендалары менән бәйле Тора-тауҙы шундай мәсхәрәле хәлгә ҡалдыр әле, -- аҡылға һыймаҫлыҡ! Был халыҡ хәтеренә, халыҡ тарихына, еңелсә итеп әйткәндә лә, ҡара яғыуҙан башҡа бер ни түгел! Йәнә бер яңы һүҙ — Аҡатаҡ, шуны автор әле генә телгә алды. Был инде яңғырашы менән ир кешенең енес ағзаһының бөгөнгө исеменә яҡын. «Шул түңәрәк уратмалы Аҡатаҡ ҡорамын (храмын) Аҡ-урат тип тә| әйткәндәр», ти хәсрәт-тикшереүсе. Быныһы ниңә кәрок булды икән тағы? Баҡһаң, унан бик күп мәғәнә сығарып була икән. Мәҫәлән, «бороңғо Кесе Азия ҡалалары уртаһындағы үҙәк бина Әс-Аҡ-урат -- зикҡурат». Аҡ-урат һүҙе рус теленә огород, город булып ингән, имеш. Ҡондоҙбаев уйлап таҡан мәғәнәнән сығып эш итһәк, ул һүҙҙәр һаман шул ир кешенең енес ағзаһына ҡайтып ҡала, имеш. Ошо ғына ла етмәһә, йәнәһе аҡатаҡлы Арҡайм ҡоролмаһын боронғо Платон тасуирлаған Атлантида ҡоролмаһының копияһы итеп һанай, ышанаһығыҙмы шуға?
Алғы буйҙа ултырыусылар ышанмауҙарын белдереп шаулаштылар, ләкин быны күмәк ҡул сабыу күмде – күмәкселек ғәйепләргә йыйынмай ине, буғай.
-- Йәнә: ҡотоҡ, ҡоҙоҡ һүҙҙәре лә Аҡатаҡ терминының ҡыҫҡартылышынан хасил һүҙ варианттары икән. Ә асылына килгәндә, Аҡатаҡ — әлеге лә баяғы шул фаллос имеш. «Ҡаҙыҡ» һүҙе лә шул терминдан ғибәрәттер, ти автор. «Аҡатаҡ, тигәне йәнә лә үҙебеҙҙең хәҙерге ҡатай биләмәһе (племяһы)», имеш. Ҡатайҙарҙы яңы асыш менән ҡотлар инем дә бит, яңағымдың иҫән ҡалмауынан ҡурҡам.
Үҫәргәндәрҙең «ҡараҡатай» тигән ҡанаты көньяҡтағы Талас йылғаһы буйында төйәкләнеп, уның Ҡатаҡ атамаһы хәҙерге күршебеҙ ҡаҙаҡ халҡына ла күсә»... Бына был иҫ киткес асыш: ҡаҙаҡ шул уҡ ир кешенең енес ағзаһы икән дә! Бында үтеп барышлай ғына ҡаҙаҡ милләтенең намыҫы ике тапҡыр мыҫҡыл ителә. Беренсеһе — йәнәһе, ул башҡорттарҙың ҡара-ҡатай ҡанаты тип һөрән һалыу булһа, икенсеһе —уларҙың милләт исемен әлеге шул ир кешенең енес ағзаһына ҡайтарып ҡалдырыу...
-- Ниңә, насармы ни шул? Бөтәбеҙ ҙә шунан сыҡҡанбыҙ түгелме ни? – тигәйне бер азамат, йәмәғәт гөр-килеп көлдө.
-- Икенсе бер милләтте шунан да нығыраҡ мыҫҡыл итеү, мәсхәрәләү, хурлау мөмкин түгелдер ул. Ҡаҙаҡ милләте бик ғорур, шул уҡ ваҡытта бик ғәрсел, үҙ милләте өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған халыҡ. Ҡондоҙбаевҡа улар алдында бер кешене түгел, ә мөхтәрәм тоташ бер милләтте мыҫҡыл итеүе, мәсхәрәләүе өсөн яуап бирергә тура килмәгәйе.
-- Юҡҡа хафаланмағыҙ: ҡаҙаҡ ғалимдары ла, халҡы ла һеҙгә ҡарағанда күп тапҡыр аҡыллыраҡ!
-- Тыңлағыҙ: «Көпсәк, тәгәрмәс көпсәге (ҡапсығы)... Мосолман һәм йәһүттәрҙә ир баланы бабаға ултыртмыш сөннәтләп ҡырҡа торған көп — аҡатаҡ-фаллосты уратҡан тире көпсәк — ҡапсыҡ икән ул». Һәм тағы: «Санскрит» тип йөрөтөлгән телдә иһә ул Ос-тупа (Ос-түбә, осло түбә) тип, шулай уҡ ҡәрҙәш монголдарҙа ла тап үҙебеҙсә Усубурган (осо — бөргән, йәғни фаллостың осон бөргән ҡапсыҡ) тип атала бит». Йәнә: «Аҡатаҡ — фаллосты ҡарындағы бала һымаҡ итеп үҙ эсендә тотҡан өсөн дә ул әсә — әпсәк тип исемләнгән, ошо көнгәсә бит әсәне әпсә (бисә) тип тә әйтеү бар». Былар бөтәһе лә Ҡондоҙбаев яҙмаларынан һүҙмә-һүҙ алынды. Беҙгә шундай —«ҙур» «ғилми» асыш менән әсәләрҙе «ҡотларға» ғына ҡала.
Хәҙер тәгәрмәсҡаланың (Арҡайымдың) үҙенә күҙ һалайыҡ. Ҡондоҙбаев үҙ алдына шундай һорау ҡуя: ҡала ҡоролошона тәгәрмәс өлгө булғанмы, әллә киреһенсәме? Ул был һорауға үҙе үк яуап бирә: «Тимәк, тәгәрмәсҡалабыҙ тәүҙә, ә арба тәгәрмәсебеҙ һуңынан ҡоролған».
Быны аңлайышлыраҡ телгә күсерһәк, тәгәрмөс деталдәренең исемдәре -- үҙҙәре донъяла булмаҫ элек барлыҡҡа килгән икән. Йәғни тәүҙә исемдәр уйлап табылған, бары тик шунан һуң ғына матдиләштерелгән. Әлегә тиклем тәүҙә ниндәй ҙә булһа материал йәки яңы нәмә барлыҡҡа килтерелһә генә уға һуңынан исем эҙләп табылған. Ҡондоҙбаевспа алғанда, халыҡ әйтмешләй, иләнмәгән, һуғылмаған, бына һиңә бер ыштан була торғандыр.
-- Алпаров, Ҡондоҙбаевса түгел бит был – ниңә күрәләтә фәстерәһегеҙ?
-- Икенсенән, тәгәрмәсҡаланың йәшенә күҙ һалайыҡ. Ҡондоҙбаев тигән бөйөк астрономмы, математикмы иҫәпләп сығарыуынса, ул бынан 3500 йыл элек (атаклы Троя ҡалаһынан 2000 йыл элек!) гөрләп торған икән дә тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым. Ниндәй иҫ киткес теүәллек!
-- Комплекслы тикшереү һөҙөмтәһе был, һиңә ул ысул билдәлеме?
-- Миңә күп нәмәләр билдәле, Ҡондоҙбаев. Йәнә бер нәмә иҫте китәрә: бынан 3500 йыл элек кешелек донъяһында тәгәрмәс булғанмы?
-- Шуның өсөн дә тәүҙә -- тәгәрмәсҡала, ә һуңынан тәгәрмәс яһалған, тимен дә!
-- Техника тарихсыларының иҫбатлауынса, беҙҙең бөгөнго төшөнсәләге тәгәрмәс булмаған. Египет пирамидаларын, мәҫәлән, Ҡондоҙбаев иҫке алған Хеопс пирамидаһын төҙөгәндә, ауыр таштарҙы ташыу, күсереү өсөн түңәрәк бүрәнәләр ҡулланылған. Аҙағыраҡ, йыуан бүрәнәләрҙән тәгәрмәс һымаҡ түңәрәк киҫәк ҡырҡып алыр булғандар. Ә көпсәк, туғын, үрәсә һәм башҡа деталдәр менән тәгәрмәс эшләү байтаҡ һүңынан башланған.
-- Бәй, мин ни тинем һуң?
-- Шулай булғас, һәр бер түңәрәкләп эшләнгән нәмәне бөгөнгө тәгәрмәс итеп күҙ алдына килтереү ысынбарлыҡҡа тап килмәй торғандыр ул.
Ҡондоҙбаев яҙмаларында бер фекерҙең икенсеһенә бөтөнләй ҡаршы килеү осраҡтары ла байтаҡ. Бына бер миҫал: «Олпат тарих фәнендәге ошоғаса һинд-европа телдәрендә һөйләшеүселәр өҫтөнлөк ҡылып... ә беҙҙең кеүек төрки телле халыҡтар иһә тарихы ла, мәҙәниәттәре лә... йүнле бер нимәһе лә булмаған... тип ҡаралды». Икенсе бер урындан цитата алайыҡ: «тәгәрмәсҡалабыҙҙың иң ҙур ошо биләмәһе (ҡара халыҡ) — баяғы төп термин менән Орон-Уран (Иран) биләмәһе аталған (хәҙерге Уран башҡорттары). Бына ниңә һинд-европа (иран) телдәре менән Урал-Алтай (төрки) телдәре икән бер төптән, бер туған».
-- Хөрмәтле докладсы, трибунаға сығырҙан алда уны-быны уҡыштырһаң ни булды? Тәүтел теорияһын беләһеңме?
-- Белмәйем, белергә лә теләмәйем!
-- Белмәгәс, ниңә ауыҙыңды күпертеп буҡ сәйнәйһең?
Ҡыңғырау ҡыңғырланы:
-- Ҡондоҙбаев, артабан да цензураһыҙ һүҙҙәр ысҡындырһағыҙ, залдан олағыуығыҙҙы һораясаҡбыҙ!
-- Бәй, минең өсөн йыйылғанһығыҙ түгелме ни? Мин олаҡҡас, ни эшләрһегеҙ?
-- Етер һеҙгә, ултырығыҙ. Доклад дауам ителә.
-- Ишеттегеҙме? Бында, моғайын, аңлатма биреп тороу кәрәкмәй торғандыр.
-- Кәрәкмәй, аңлатмаһы Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың һеҙ хурлаған хеҙмәтендә. Ентеклерәк уҡырға кәрәк, иптәш! – тип киҫәтте Асҡар Ҡотлоев.
-- Студент иптәш, докладтан һуң сығып аҡыл һатырһығыҙ. Ультра баштюрт Ҡондоҙбаевтың үҙ халҡы теле менән, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә лә, хулигандарса эш итеүенә иғтибар итмәй булмай. Ул үҙенә кәрәкле мәғәнәне сығарыу өсөн телде вата-емерә, тел закондарын бөтөнләй һанға һуҡмай. Быны иҫбатлау өсөн дәлилдәр яҙмаларҙың башынан алып аҙағынаса тулып ята. Шуға күрә артыҡ миҫалдар килтереүҙе кәрәкмәй тип иҫәпләйем.
Авторҙың юҡты бар итеп иҫбатлай торған һәләте ифрат ҙур, көслө икәнен иҫтә тотоп, икеләнеп тә ҡуйҙым. Бәлки, ул ер йөҙө -- Күктә, ә Күк ерҙә тип иҫбат иткәс, булмаҫ тимә... Тейешле рәсми органдарыбыҙҙан һорайым: йәш быуынға бындай иҫерткес әфиүн өрөүселәргә ҡасан сик ҡуйылыр?!
Алпаров китеү менән фекер алышыу башланып, һимеҙ һары портфелен һөйрәп трибунаға Рәшит Алмаҡаев күтәрелде:
-- Күрҙегеҙме, иптәштәр? Ҡондоҙбаевты әйтәм: ауыҙлығын сәйнәп өҙгән яман тайҙай яһиллана. Ә бит тәнҡит дөрөҫ булды, ундайҙарҙың бәйгеһен ҡыҫҡартыр ваҡыт! Афарин, Хажиәхмәт Алпаров! Сығырынан сыҡҡан Йәүҙәт Ҡондоҙбаевҡа тураһын әйтерлек, ниһәйәт, бер кеше табылды!
Хәтеремдә, Ҡазанға китеп ҡазаланмаҫы борон уҡ әле был сикләнмәгән аҡыл эйәһе секторыбыҙға ун-ун бишләп һуҙҙең мәғәнәһен «аңлатҡан» мәҡәлә килтергәйне. Унда, мәҫәлән, урыҫ телендәге «магазин» -- француздың «моҡасин» һүҙенән, французға иһә башҡорттоң «моҡосай»ынан килеп кергән, тип, ә бөтәбеҙгә билдәле «универмаг» (универсальный магазин) — уны бар маг йәки ун бармаҡ тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, тип «иҫбат итеп» маташа ине. Был мөғжизәне беҙ ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ та, эсебеҙ ҡатҡансы көлөп, сүплеккә ташланыҡ.
Ҡондоҙбаевтың тәҡдим иткән бындай «асыштары» бер генә булманы. Ул Асылыкүлдең исемен дә, әллә ииндәй телдәрҙә соҡсоноп, әллә ниндәй нәмәләр килтереп сығарҙы, шундай «бөйөк асыш»ты, үкенескә ҡаршы, «Ағиҙел» журналы баҫты. 1986 йылғы башҡортса йыртма календарга «Буҙа» тигән мәҡәлә яҙып, ваза һүҙен башҡорттоң шул эсемлеге исеменән килеп сыҡҡан тип, укыусыларҙы йәнә бер шаҡ-ҡатырҙы. Исмаһам, яҙыр алдынан һүҙлектәргә күҙ һалып алһа икән. «Ваза»ның француз һүҙе, сәскә һәм емеш-еләк ҡуя торған, бүлмәне биҙәп тороусы йыһаз исеме икәнен белер ине, исмаһам. Йүгәнләнмәгән, ауыҙлыҡланмаған был «тикшереүсе»нең эшмәкәрлегенә иҫ китерлек.
Йәүҙәт Ҡондоҙбаевты тарихсы тип иҫәпләйҙәр. Имеш, уның китапханаһы тарихи сығанаҡтарға бай. Байҙыр. Әммә шул байлыҡты белеп, дөрөҫ файҙаланырға ла кәрәк бит әле. Тарих уйынсыҡ та, ишек төбенә һалынған һәм Ҡондоҙбаев һымаҡ ғилми берәҙәк-уҙғынсы аяҡ һөртөп китә торған балаҫ та түгел. Ә анығыраҡ әйткәндә, бөйөк совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами ағайыбыҙ бая ғына телгә алған, дөйөм гүзәл келәмебеҙҙән үҙ ебен һурып алырға маташыусы милли сикләнгән тип ул.
Фекерҙәремде артабан дауам итмәйем. Шул ғына: Хажиәхмәт Алпаров коллегабыҙ уны бик дөрөҫ һәм бик урынлы тәнҡитләне.
-- Рәхмәт, Рәшит Төхфәтович. Нәүбәттәге һүҙ профессор, ғилми институттың филология секторы мөдире Ғаяс Шаһингәрәйевич Хөснигә бирелә, рәхим итегеҙ, Ғаяс Шаһингәрәйевич.
Әле һөйләп төшкән шәкерте Рәшит Алмаҡаев һымаҡ уҡ тәбәнәк буйлы, ләкин арыҡ тороҡло, таҡталанған ҡаҡса йөҙлө Ғаяс Хөсни, трибуна артынан башы саҡ-саҡ һерәйеп, күҙлек быялаларында нәҡ киноларҙағы яһил Берияныҡылай уҫал ут сағылтып залға ҡараны:
-- Докладсы ла, әле генә сығыш яһаусы ла мәсьәләне етерлек дөрөҫ итеп асты, шуға күрә артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороуҙың кәрәге юҡ.
Кем ул Ҡондоҙбаев? – Шиғыр яҙып та ус яҫыһындай бер китаптан ары үтә алмаған, эстрада сәхнәләренә менеп тә кире тәкмәсләп төшкән, тарихсы булырға тырышып та үҙ экскрементында соҡсоноуҙан ары китмәгән, башын Ҡазанға алып ҡасып та баҙары үтмәй әлһерәп ҡайтып кергән бер ҡыҫыр ҡыҫала, дилетант. Фән даирәһендә теше сыҡҡан, күҙе үткерләнгән абруй эйәләренең башы аша төкөрмәк булып, төкөрөгө үҙенә кире ҡайта. Күрерһегеҙ: яҙғы ырашҡы кеүек иреп юҡҡа сығыр, хатта эҙе лә ҡалмаҫ – ысын ғалим ундай булмай ул! Уның доклад үҙәгенә ҡуйылыуы – үҙәккә үткес наҙанлығын, алабарманлығын йәштәргә яман өлгө итеп күрһәтеү, уларҙы был яңылыш юлдан ҡурсалау өсөн генә кәрәк булды. Йәмәғәтселек быны дөрөҫ аңлар, тейешле һығымта сығарыр тип ышанам.
Нәүбәттәге һүҙ студент Асҡар Йәмил улы Ҡотлоевҡа бирелде:
-- Хөрмәтле Хажиәхмәт Хужахмәт улының докладын тыңлағас, «ҡара яғыуҙан башҡа бер ни ҙә түгел» тигән һүҙҙәре айырыуса иҫтә ҡалды, йәнәһе Йәүҙәт Ҡондоҙбаев «халыҡ хәтеренә, халыҡ тарихына» ҡара яға. Ә был иһә шундай фекер тыуҙыра: докладсыбыҙ Ҡондоҙбаев хеҙмәтенең тәьҫирендә генә түгел, ә ниндәйҙер башҡа сәбәптәрҙән дә үтә лә шашып-ашҡынып китеү һөҙөмтәһе түгелме икән бындай баһа?
Ул тиклем нимә яҙған һуң Ҡондоҙбаев? Докладсының фараз итеүенсә, ғалим башҡорт халҡының легендалары менән бәйле Тора-татауҙы мәсхәрәгә ҡалдырған, имеш. Ләкин бит ир енесе — фаллос теорияһы бөтә донъяла танылыу тапҡан ысынбарлыҡ.
Докладсының шулай уҡ ҡатай, ҡаҙаҡ һүҙҙәренә ҡағылышлы йүгәнһеҙ тәьҫирләнеүҙәренең дә Ҡондоҙбаев яҙғандар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, тип иҫәпләйем. Авторҙың хеҙмәтенән күренеүенсә, ул үҙе яҙған мәсьәләләр менән күптән шөғөлләнә, төрки тарихына бәйле тарихи сығанаҡтарҙы күптән өйрәнә. Һәм ул: «Олпат тарих фәнендәге ошоғаса һинд-европа телдәрендә һөйләшеүселәр өҫтөнлөк ҡылып... ә беҙҙең кеүек төрки телле халыҡтар иһә тарихы ла, мәҙәниәттәре лә... йүнле бер нәмәһе лә булмаған... тип ҡаралды» -- тип әйтергә лә хаҡлы.
Докладсының: «Ҡондоҙбаев яҙмаларында бер фекерҙең икенсеһенә бөтөнләй ҡаршы килеү осраҡтары ла байтаҡ», -- тигән фекере менән дә килешеп булмай. Килтергән миҫалы бының киреһен раҫлай.
Докладсының тәгәрмәсҡала Арҡайым тураһында һуҙ уйнатыуы уның ошо мәсьәләгә ҡағылышлы бер генә баҫманы ла, һис юғында телевизорҙан тапшырыуҙарҙы ла уҡымағанын, күрмәгәнен раҫламаймы икән? «Иҫ киткес теүәллек»тәр Йәүҙәт Ҡондоҙбаев уйлап сығарған нәмә түгел бит!
Әлбиттә, быуаттар төпкөлөнә, хатта быуаттар менән иҫәпләнмәгән замандарға төпсөнөүле зиһен менән утеп инергә тырышыусы ғалимдың бер генә түгел, ә байтаҡ ҡына хаталары булыуы мөмкин. Был хаталарҙың сығанағы ла бөтә донъяны урал сыҡҡан төрки ҡәбиләләренә, төрки халыҡтарына бәйле тарихи буталсыҡлыҡтарҙан булыуы ла ихтимал бит. Беҙҙең ғалимдарыбыҙ хәҙергә уның аҙмы-күпме сурайып торған өлөшөндә генә һәрмәнәләр кеүек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йәүҙәт Ҡондоҙбаевтың асыштарына, хаталарына төплө баһа биреүесләр ҙә күренмәй. Әгәр шулай булмаһа, Хажиәхмәт Алпаров кеүек өлгөрмәндәр, бөтә һәләтен, тырышлығын биреп башҡорт халҡы тарихының ҡайһылыр билдәһеҙ яҡтарын асыу маҡсатында күп йылдар эшләүсе кешегә ҡарата «ультра», йәки «милли сикләнгән» тигән ярлыҡ тағып, күҫәк күтәрергә батырсылыҡ итмәҫ ине.
Һис кенә лә көтмәгәндә трибуна артына һылыу енес вәкиле – йәш скульптор Дилбәр Таңатарова сығып баҫты:
-- Иптәштәр, аш биргәнгә таш бәрмәйҙәр, тип башлағым килә һүҙҙе.
Йәүҙәт Ҡондоҙбаев уҙамандың хеҙмәтен мин бында сығыш яһаған иптәштәр кеүек репринт-брошюра тексынан түгел, ә төп гәзитебеҙҙең былтырғы 103, 106, 110-ынсы һандарынан уҡыным. «Тәгәрмәсҡалабыҙ Аркайым» тигән шул ҡиссаһы баҫылғас, ғалимдарыбыҙ, тәнҡитселәребеҙ уны иғтибарға алыр, тейешле баһа бирер, тип уйланылғайны. Әммә башҡорт халҡы утә лә боронғо халыҡ, уның тәгәрмәсҡалаһы — Арҡайымы булған тигән фекерҙе раҫлаған авторҙың әҫәре яуапһыҙ тороп ҡалды. Һүҙ араһында ғына, утә фәстереп ебәрә ул, нисек инде донъя башҡорттан башланһын, кеүегерәк фекерҙәр генә ишетелде.
Былтыр «Ағиҙел» журналының 1-се һанында Йәүҙәт ағай Ҡондоҙбаевтың икенсе бер әҫәре — «Тамырҙар» кинопоэмаһы донъя күргәйне. Башҡортостан тураһында кино төшөрөү тураһында хыялланған режиссер булһа — әҙер сценарий ул. Ал да туған республикаң, халҡың хакында рәхәтләнеп фильм эшлә. Әммә ундай яуаплы эште башҡарыусы — башҡорт еренең тарихы тураһында кино төшөрөргә батырсылыҡ итеүсе юҡтыр, ахырыһы. Фильм төшөрмәгәндә лә, был әҫәр буйынса күпме белем һоҫорға, үҙең өсөн бығаса билдәле булмаған әллә күпме мәғлүмәт алырға мөмкин.
Быйыл да гәзитебеҙҙә Йәүҙәт ағайҙың; «Йәнә тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайым тураһында» тигән яҙмалары донъя күрҙе. Уны тәүге ҡиссаһының дауамы ла тип әйтергә булалыр. Шул ташҡа баҫылып сьгкҡас, редакцияға бик куп хат килер тип көткәйнеләр. Әммә халыҡ битараф ҡалды. Ә ҡытай хроникаларында йәшәү дәүере беҙҙең эраға тиклемге ике йөҙөнсө йылдың ахырында билдәләнгән Бәндәбикә менән Ерәнсә-сәсәнде урта быуаттар аҙағына ҡуйып ныҡышҡан тарихсыларҙы нигилистар тип кенә атарға мөмкин.
Хәйер, уның коллегаларының, хатта барсабыҙ хөрмәт иткән халыҡ шағирының да, улай уҡ битараф булмағанлығы әле генә ошо трибунан күренде. Ә докладсы Хажиәхмәт Алпаров уҙаман уҙенә генә хас сарказм менән Ҡондоҙбаевтың фараз итеуҙәренән, уның үҙенән мыҫҡыллап көлә, хатта «аҡыл һиҙеме теүәл кешенең уйына ла инеп сыҡмаҫлыҡ яҡҡа бора» тип тә ебәрә. Әгәр ҙә докладсының үҙе һымаҡ фекер йөрөтөпI тел сарларға теләк булғанында, уның үҙенә ҡарата ла шундайыраҡ һүҙҙәрҙе әйтергә булыр ине, әлбиттә. Мәҫәлән, был ғалимыбыҙҙың халҡыбыҙҙа борон мәжүсилек дине булыуы тураһында белмәүе хаҡында әйткәндә берәй елле генә эпитет өҫтәргә лә булыр ине. Әммә хеҙмәт авторы фекеренең тик бер генә яғын тотоп алып, бары тик шуны ҡабартып көлкө сығанағына ғына әйләндерергә маташҡан кешегә ни тип әйтәһең инде?..
Беҙгә бит ғүмер буйы, Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем башҡорттоң яҙма теле һәм башҡаһы булмаған тип тылҡып килделәр (боронғо тарихыбыҙ тураһында фекерҙең булыуы ла мөмкин түгел ине). Ул фекерҙе шул тиклем ныҡ һеңдергәндәр, хатта башҡортоң ҡайһы бер вәкилдәре халҡыбыҙҙың иң боронғо тарихы тураһында мәғлүмәттәр барлығын бер нисек тә куҙ алдына килтерә алмай, бер нисек тә ышанырға, ҡабул итергә теләмәй. Уларҙың меҫкен хәлен аңларға ла була инде, ғалимдарыбыҙ үҙҙәре үк шул хаҡта тылҡып торғас. Башҡорт хаҡындағы әлеге уйҙырмаға ышанып йәшәгән әҙәмдәрҙә консерватизм шулай көслө булалыр.
Башҡорт халҡының Йәүҙәт Ҡондоҙбаев атлы улы халҡыбыҙҙың иң боронғо тәгәрмәсҡалаһы Арҡайым һәм шуға бәйле тарихи факттар тураһында мәғлүмәттәр табып туплай, шул хаҡта яҙып, төпкөл-тәрән тарихыбыҙ тураһында хәтеребеҙҙә хасил булған упҡын аша күпер һуҙырға, аңлатырға тырыша икән, уны икенсе бер башҡорт шулай туҡтатырға тейешме инде ҡайһы берәүҙәрсә? Хәйер, бының шулай булыуы хаҡында эштәре уң булғыр Ҡондоҙбаев үҙе лә былай тип яҙғайны: «Ә шул ук ваҡытта үҙебеҙҙең хатта фән кандидаты, докторы дәржәләренә ирешкән, дипломлы бәғзе бер «күрәҙә»ләребеҙ көндәлек матбуғаттан да, трибуналарҙан да ана шул милли күҙебеҙгә (Аҫаба-Иштәк ишараты — свастика ул) үҙенең ҡара ҡуйынынан таш ата»... Әлеге докладты һәм ҡайһы бер сығыштарҙы гөрләп үтеп барған поезға артынан таш бәреп ҡалыу тип тә ҡарарға мөмкин.
Һүҙемде дауам итеп, шундай миҫалға ла туҡталмаҡсымын. Алтмышынсы йылдар аҙағында ҡаҙаҡ шағиры Олжас Сөләймәновтың «Аз и Я» исемле китабы урыҫ ғилми донъяһында ҙур шау-шоу ҡуптарғайны. Ҡуптарырлыҡ та шул. Унда автор XII быуаттың боронғо урыҫ әҙәбиәте ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән «Слово о полку Игореве» әҫәренең урыҫтыҡы ғына түгел, бәлки төрки телле халыҡтың да ҡомартҡыһы булыуы мөмкин, тигән фекер үткәрә. Шуға ла ваҡытында китапты тыялар (хәҙер «Аз и Я» китабының икенсе баҫмаһы сыҡҡан). Әле бер генә ҡомартҡы ханында, ул төркиҙеке лә булыуы ихтимал, тигәндә лә шундай тауыш ҡупҡас, тыйыуҙар булғас, башҡорт халҡының тарихы иң боронғо тип фараз итеүсегә ҡарата ла сығьштар күп булыр әле. Әммә иң тәүге таштарҙы шулай үҙ башҡортоңдоң ташлауы үкенесле лә, аяныслы ла, хәүефле лә...
Ун биш минутлыҡ тәнәфес иғлан ителгәс, йәштәрҙең байтағы Йәүҙәт Ҡондоҙбаевҡа эйәреп сығып китте лә кире әйләнеп кермәне; йыйылыш, залдың яртыһы бушанып ҡалған хәлдә, исемлек буйынса һүҙ бирелгән телмәрселәрҙе йүнләп тыңламай, һүрелгәндән һүрелә барҙы; фәҡәт һуңғы ораторҙың – яңы фатир алып күңеле көрәйгән, хатта һауалана башлаған, өҫтәүенә, буфеттан ҡыҙмасараҡ булып килеп ингән эшсе-шағир Ыңғырсаҡ Уральскийҙың емерек текә маңлай аҫтынан ҙур ҡара күҙҙәрен ҡыҙыл япмалы президиум өҫтәле артында ултырыусы Мәрүән ағайына тура төбәп яңғырауыҡлы шиғри телмәр уҡыуы ғына бераҙ йәнләндерҙе:
Бөйөк Мәрүән Карами ағайым
Юҡҡа әйтмәгәндер төҙ итеп:
«Дөрөҫ булғанда ла һөйләмәгеҙ
Кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе!» -- тип.
Дөрөҫ булмағанды «дөрөҫ» тиеп
Һөйләргә лә баҙнат итмәйек.
Бөйөк Коммунистар партияһы
Йөкләмәһен өлгөр йөкмәйек!
Ә был бәндә ниңә «Арҡайым»лап
Һыртарҡаһын илдең ҡабарта?
Хром итек кейҙем аяҡҡа, тип,
Кейеп алған йүкә сабата!
Кеше ышанырлыҡ шапыртһа ла,
Дөрөҫ түгел дүрәк ләҡәбе!
Тишек кәмәһенә ултыртайыҡ
Тишек башлы ғали йәнәбен!
Хәкимуллин, Хөсни, Алпаровтар
Алыпланып фәнде илткәндә,
Ҡондоҙбаев һымаҡ фанатиктар
Фәнләмәксе йыртыҡ елкәндә!
Ултырмағыҙ, дуҫтар, ул кәмәгә --
Ҡомға ултырыр йә ҡапланыр.
Милли сикләнгән шул мәлғүндәрҙең
Исемдәре хурлы тапланыр!
Бөйөк Октябрҙең нуры ғына
Башҡорт халҡын илтә яҡтыға.
Тархан-феодалдар түгел бит беҙ
Тарих саңын тиреп ятырға.
Бағып коммунизм таңдарына,
Яһиллыҡты артҡа тибәйек.
Вилор ағай үҙе өйрәткәнсә,
Милләтселек тамырын өҙәйек!
Ораторҙы сәхнәнән төшөүе менән үк гәзит-журнал әһелдәре һырып алды ла ҡиммәтле шиғри телмәр тексын автор ҡулынан йолдолар, гәзиттәрҙең нәүбәттәге һандарында ул йыйылыш материалдарын биҙәп донъяға сыҡты. Ә шулай ҙа президиумдағылар бошоноуҙарынан арына алманы, сөнки шанлы совет осоро тыуҙырған: «кем дә кем партия һәм хөкүмәт юғарылығынан яманланһа, тимәк, ул кеше -- яҡшы» ҡағиҙәһе буйынса, Ҡондоҙбаевтың мәсхәрәгә ҡалдырылырға тейешле талпынышы йәмәғәт ҡыҙыҡһыныуын ғына уятты, билдәләнгән маҡсатҡа ирешелмәне.
Йыйылышты ойоштороусылар һәм алдан билдәләнгән рәсми телмәрселәр шулай ҙа еңел һулап, елкәләренән ауыр йөктө төшөрөү тойғоһонда сәхнә артындағы «түрәләр бүлмәһе»нә сәй мәжлесенә эркелә башлағас, бүлмә хужабикәһе Хөсниҙе ашығып туҡтатты:
-- Ғаяс Шаһингәрәйевич, һеҙгә Оло йорттан шылтыраттылар, Вилор Иҫәрғәпович үҙе. Йыйылыш аҙағынан мотлаҡ һуғылып китһен, эш урынымда көтәм, тине.
Башҡорт белинскийының эсенә татлы-яғымлы йылылыҡ йүгерҙе, мейеһен бәхетле хистәр ялҡыны ялманы – Ул иҫенә төшөргән, онотмаған! Йәне-тәне осоҡтай еңеләйеп, ҡайҙа нисек баҫҡанын абайламай, Оло йортҡаса арала һағыныслы иҫтәлектәр донъяһында тирбәлде.
Мәскәү, уның йәшлек Мәскәүе, аспирантура!
Өфө мәктәптәренең береһендә немец теле уҡытҡан Көниәһе менән ҡауышып йәшәй башлауҙарына өс йыл тулып үтһә лә, балалары юҡ ине һәм булмаҫтай ҙа ине, шуға күрә хәләл ефетен ваҡытлыса ҡалдырып китеү ҡыйын булманы, ул форсаты сыҡҡан һайын ҡайтҡылап йөрөргә вәғәҙәләште. Хәйер, ир менән ҡатын араһы ниндәйҙер аңлайышһыҙ сәбәптән ир-атҡа хас булмаған һүлпәнлекме, һалҡынлыҡмы кисерә, Көниәһенең көндөн-көн артҡан ҡәнәғәтһеҙлеге, «психологка барып күрен», тип ныҡыуы теңкәгә тейә, ҡәнәғәтһеҙлектең ғаилә ғауғаһына килтерәсәген көт тә тор ине. Саҡ ҡына икебеҙ ике яҡта бер-беребеҙҙе һағынып йәшәп алһаҡ, ҡабат эҫенешербеҙ, тип уйлап еңел һуланылар. Әммә Мәскәү ҡалаһы ҡаршы төштө: Ғаяс тәүге ярты йыллыҡта бер генә ҡайтып әйләнде лә (уныһында ла билдәле йәһәттән әүҙемлек күрһәтмәне) хәләл ефетлек мөнәсәбәтен хаттарына күсерҙе. Сөнки мәркәз ҡала Ғаяс тәбиғәтенең йәшерен-серле бер сифатын асып һәм үҫтереп хәлен үҙгәртте.
Мәскәүҙең төрлө вуздарында уҡыған һәм эшләгән яҡташтар күбәйеп, ерҙәштәр клубы төҙөлгән – Ғаяс та шунда йөрөргә әүҙемләнде. Бер заман клубта, көтмәгәндә, ҡайҙа ғына ла түгел! -- ә Кремлдең үҙендә эшләүсе һомғол-оҙон буйлы, утыҙ йәштәр тирәһендәге яҡташ-түрә -- Вилор Иҫәрғәп улы пәйҙә булды ла беренсе күреүҙән үк, буй-һынына күҙ йүгертеп, Ғаясты үҙһенде, быныһының да күңеле уға тартылды; шул көндән һуң башланды ла инде аспирант тәбиғәтендәге серле үҙгәреш: күрешкәндәре һайын нығыраҡ эҫенешеп, ҡыҙ менән егет яратышҡандай яҡынлыҡ кисерҙеләр. Йәмәғәтселек ойошторған күңел асыу кисәләрендә лә Вилор Иҫәрғәпович, күптәрҙе сәйерһендертеп, дама урынына уның менән ҡушарлап бейей, ә баҡсала хәл алғанда һөйәрмәндәрсә ҡултыҡлашып (под ручку) йөрөйҙәр, ошондай минуттарҙа Ғаяс ғәжәйеп хистәргә сума...
Араларына ел үткеһеҙ яҡынайғас, Вилор Иҫәрғәпович уны үҙенең яңғыҙаҡ йәшәгән фатирына алып ҡайтты, затлы аш-һыуҙан һығылған мул табында, иҫ киткес күңелле тостар әйтеп ҡыҫтай-ҡыҫтай, француз коньягы менән һыйланы; аспирант мәлйерәп йоҡомһорай башлағас, сисендереп, ҡырынлатып, аҡ йәймәле яҫы тахтаға һалды ла, уны арҡаһынан ҡосаҡлап ятып, ошоғаса тойолмаған хистәр менән иҫәнгерәтеп, арт буйынан ҡөҙрәтле үтеп керҙе...
Иртән айный биреп торғас та аспирант төнгө хәле өсөн нәфрәт белдермәне, сөнки тәбиғәтенә ярашлы ине. Ял көнө булғанлыҡтан, әленән-әле коньяк эсеп, әленән-әле тахтаға ауҙылар...
Был фатирҙа бындай кисәләр көндәр үтә барғаны һайын йышыраҡ ҡабатланды, Ғаяс үҙенең Көниәһен үткән төштәр ҡатарында иҫләне. Уның ҡарауы Кремль түрәһенең хәстәрлеге арҡаһында аспирантураны тиҙләтелгән шарттарҙа уңышлы ослап, тиҙ арала ошонда уҡ диссертация ла яҡлап, тыуған төбәккә филология фәндәре кандидаты дәрәжәһендәге «башҡорт белинскийы» булып ҡайтты.
Шул арала Көниәһе лә уны көтөп зарыҡмаған: ваҡытлыса азатлығын зерә йәтеш файҙаланып, «һулдан» йөрөргә шымарған; бер-береһенә үпкәләшмәй-талашмай ғына, бары менән байрам, тиеп, быҫҡып ҡына ятҡан ғаилә усағын, ара-тирә утын һалғылап, һүндермәҫкә килештеләр...
Оло йортҡа барып еткәс кенә арынды иҫтәлектәренән. Киҫәтеп ҡуйылғандыр, ныҡышмай ғына тотҡарлыҡһыҙ индерҙеләр. Саҡ ҡына ҡыҙмасаланған Вилор Иҫәрғәп улы, ысынлап та, эш урынында көтөп ултыра икән: Ғаясты ҡосаҡлап алып кабинет артындағы көнкүреш бүлмәһенә ыңғайлатты, кереү менән үк ишекте шыртлатып бикләне:
-- Ух... һағындым һине, Ғаясочка!
-- Мин дә... ныҡ һағындым, Вилорик!
Күҙҙәренең түҙемһеҙ йылтырауын, өҫтәлдәге мул һыйҙы, ҡырыйҙараҡ көтөп торған аҡ йәймәле яҫы тахтаны күреп, Ғаяс тәрән ҡәнәғәтлек кисерҙе: онотмаған, онотмаған!..
Республиканың әҙиптәре, әҙәбиәт тураһында улар оҙаҡ һөйләште.
Һөҙөмтәлә ошо аҙнала уҡ республиканың төп гәзиттәрендә театр репертуарҙарын «һауыҡтырыу» тураһында ҡарар баҫылып сыҡты:
Достарыңызбен бөлісу: |