Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет20/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   26
ЕГЕРМЕ БЕРЕНСЕ СӘХИФӘ
Замананың аҡ ҡанатлы «сәмреғош»о аҡ болоттар араһынан талғын ғына геүләп бара, Моталға ул баҙыҡ геүләү аҡ сәскә аткан ҡарабойҙай баҫыуындағы бал ҡорттары тыжылдауын хәтерләтә. Тиҫтәләгән пассажирҙарын, аҫыл сәскә һеркәләре шикелле, бауырына ҡармап, аҡ самолет, әйтерһең дә, Уралдағы иң дәү умарталыҡҡа — бутал ҡойоусылар ҡалаһы Иҙелбашҡа талпына. Геү, геү, геү, гөжжж... Һәм шуныһы ғәжәйеп: самолетта осҡан саҡта әҙәм балаһы тирә-яғына нығыраҡ ҡаранып уйлана — ул унда түп-түңәрәк алмалай Ер шарына ғына түгел, ә үҙенең ғүмеренә лә бойондороҡһоҙ бағыу мөмкинлеген ала...

Күпме генә тырышһа ла, йөрәгенең һыҙлауын баҫа алмай: гүргә керер өсөн генә ҡайтып күренгән улы, Йыһаниә... Ниңә былай килеп сыҡты уларҙың ғүмер ағышы, яҙмышы? Булғандарҙың бөтәһен оноторға, хәтирәләрен юйырға башын алып сығып китте түгелме Мотал? Әммә үҙ-үҙеңдән ҡасып ҡотолоп булырмы?..

Арттағы өс креслола юлдаштары телләшә. Йәш егет менән ҡыҙ, ялҡынланып, үҙ көндәлек ғәмдәре — дискотека һәм «джинсы»лар тураһында эс серҙәрен бушата, яндарындағы йоҡомһорап ултырған ҡартлас ара-тирә генә һүҙ ҡыҫтырғылай.

-- Азамат, һуңғы ваҡытта ниндәй романдар уҡының? — тине ҡыҙ, көтмәгәндә, һүҙ ағышын үҙгәртеп.

-- Һин, Бибиғәйшә, минең башты бутама.

-- Шулай ҙа әйт әле.

-- Бынамын тигән ун ете сериялы роман менән мауыҡтым мин.

-- Бәй, хәҙер китапты ла «серия»лап сығара башланылармы ни? — тип аптыраны ҡарт кеше.

-- Шулай, олатайым.

-- Вәт һантый, — ҡыҙ көлдө, — ни исемле әҫәр ул, авторы кем?

-- Ниңә ауыҙ йыраһың? «Яҙҙың ун ете мәле» тигән әҫәр, яҙыусыһы — Штирлиц.

-- Бәй, йүкәлә икән сәтләүек... — Ап-аҡ кәзә һаҡалын келт-келт һелкетеп, кеткелдәне ҡартлас.

-- Сабаталы заманыңдың йүкә-мүкәләрен ҡыҫтырмай тор, олатай.

-- Ай Азамат, Азамат, Штирлицтың әҫәре, тиһең инде?

-- Шулай. Ул Штирлиц барҙа һинең Пушкиндарың ары торһон.

-- Штирлицты уҡыныңмы, әллә тексәйеп үткәрҙеңме? — тип ирештерҙе Бибиғәйшә.

-- Барыбер түгелме ни?

-- Барыбер булһа — тәҙрәнән, йәки мөрйәнән йөрөрҙәр ине. Һин, Азамат, бер ҙә китап уҡымайһың.

-- Зәңгәр экран барҙа ниңә уҡырға? Бигерәк тә төҫлөһө шаңғырлап торғанда.

-- Яҙыусы Юлиан Семеновты уның әҫәренең геройы Штирлиц менән бутамаҫ инең, исмаһам.

-- Федор Михайлович Достоевскийҙы ла Карамазов тип атайҙыр әле минең ейәнем! — Ҡартлас, йоҡоһо ҡасып, ҡалҡынып уҡ ултырҙы.

-- Һин, олатай, үҙеңдең Достоевскийыңды миңә тағып маташма. Киң халыҡ массалары өнәмәй уны.

— Һорау бирергә рөхсәт ит: ни өсөн?

— Сөнки һинең ул Достоевскийың массалар өсөн телекс эшләй белмәй. «Бер туған Карамазовтар»ының кадрҙары телевизор экранына һыймайынса йөҙәтте. «Һуғыш һәм именлег»е менән дә тап шулай. Эпопея тигәс тә, ниңә инде киң форматлы итергә? Бик тә ҡулың ҡысытһа, вертикалгә киңәйт уны! Етмәһә, ул яратҡан яҙыусыңдың эсендәге дарыһы ла бүҫкәргән: ике һәм дүрт сериянан артығыраҡ тартырға етмәй дарманы. Тарамышы шыйыҡ шул. Юҡ, беҙгә Штирлицтар кәрәк!

Ҡыҙ шарҡылдап көлдө, ҡарт йомшаҡ ҡына ендәште:

-- Ейәнем, үҙебеҙҙең башҡорт авторҙарынан кемде беләһең?

-- Фи! — Егет үҙе Моталға күренмәй ине, ләкин ул, моғайын, Моталдың байтаҡ ҡәләмдәштәрен бөтөрөп ҡул һелтәне. — Әмир Әбдрәзаҡовты. Былтырмы, өсөнсө йылмы шунда, «Ҡылсыҡбай» тигән телексын күрһәттеләр. Әйткәндәй, хатта ул да һинең һөйөклө Достоевскийыңдан уҙҙырған — биш серияға тиклем тартҡан. Әммә Штирлицҡа етмәй...

Мотал үҙенең яҙыусы булып йөрөүенән үртәлеп көлөп ҡуйҙы: уны кем белһен инде — әлегәсә бер китабы ла «телекс» итеп экранлаштырылмаған...

-- Ай Азамат, Азамат, — тине ҡыҙ, — һинең менән бергә булһаҡ, кәмит кәрәкмәй икән! Үҙең -- аҡсаһыҙ театр!

-- Минең ейән шулай ул: аҡсаны ла, һүҙҙе лә түшәмдән генә һурып ала! — Ҡарт көлдө. — Магаданда ике йыл мәғдән йыуып, шөйлә шымарып ҡайтты. Алтын араһында һәрмәнгәнендә мәшһүр Николай Островскийҙың: «Ғүмер кешегә бер тапҡыр ғына бирелә...» — тигән изге һүҙҙәрен дә күңеленән йыуып ташлағандыр әле ул, моғайын.

-- Яңылышаһың, олатай. Ғүмер кешегә бер тапҡыр ғына бирелгәнен ныҡ аңлап, шуның ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәндем мин. Дөрөҫ, алыҫ Магадан яҡтары ла хыялыйҙар менән тулы, тик мин ундайҙарҙан түгел.

-- Ҡыҙыҡ, ниндәй хыялыйҙар ул?

-- Ҡыҙыҡ шул. Мәҫәлән, унда утыҙынсы йылдарҙа «зэк»тарға тип һалынған иҫке барактарҙың береһенең стенаһына алтын хәрефтәр менән шундай бер хыялыйҙың исеме яҙылған таҡтаташҡа тап булдым. Һуғыш ваҡытында шул ыристан-хыялый, үҙен конвойлап илткән саҡта мөғжизәгә юлығып, тотҡонлоҡтан ысҡына ла бер юлы тоҡ-тоҡ саф алтын тейәлгән каруандың тулы хужаһы булып ала. Йәғни алтын илтеүсе отрядты бандиттар ҡырып ташлағас, алтын ылау башында ыристан-хыялый тороп ҡалған. Эйе, хыялый! Сөнки һаҡсылары үлтерелгән. Дүрт яғы ла ҡибла. Шунан һуң ни әшләй ул, тиһегеҙме? Бандиттар менән атышырға тотона, мең бәләләр ашып ҡалаға барыл керә. Арты менән килеп ингән бәхетенән баш тартып, ана шулай алтынды ҡаҙна келәтенә тапшыра, ә үҙен ҡабат конвой аҫтына алдырта. Шунан һуң үҙ теләге менән фронтҡа китеп башын һала. Хыялыйҙың хыялыйы, шыр тиле...

—Ай-буй, ейәнем, әллә һин төптө башҡаса эшләр инеңме?

-- Ул саҡта мин ни эшләр инем икән — уныһын белмәйем. Әммә үҙемдең заманымда бәхетле йәшәргә теләйем.

-- Ни була һуң ул бәхет? Ғүмер кешегә бер генә тапҡыр бирелә...

Егеттең, йөрәкһеүҙән, тауышы ҡалтыраны:

—Эйе, ғүмер кешегә бер генә тапҡыр бирелә һәм уны шундайын да аҙаҡ үкенмәҫлек итеп йәшәргә кәрәк: һаҡлыҡ кассалағы кенәгәңдә хисапһыҙ күп нолдәр теркәп яҙылған түп-түңәрәк суммаң, стеналарына буталлы көп балҡытылған, ҡиммәтле келәмдәр эленгән, иҙәненә арыҫлан һәм юлбарыҫ тиреләре түшәлгән, ете диңгеҙ аръяғынан килтерткән гарнитурҙар менән йыһазландырылған кәм тигәңдә дүрт бүлмәле затлы фатирың, ике һыуытҡысың, төҫлө телевизорың, япон транзисторҙарың һәм магнитофоның, ҡара-йылтыр «Волга»ң, ауыҙыңда шау-алтын тештәрең һәм алтын билле сигараң, кеҫәңдә алтын портсигарың, өҫтөңдә көрән дубленкаң һәм эргәңдә шәшке тунлы, алтын алҡалы ҡатының, алтын миҙаллы бульдогың йә немец овчаркаң булһын. Һәм, әлбиттә, ҡаланың иң ҙур аҙыҡ-түлек, кейем-һалым базаларында йә яҡын туғаның, йә ҡоҙа-ҡоҙағыйың, йә алтындай танышың ҡолас киреп эшләһен. Ашағаныңда өҫтәлеңдәге алтын приборҙарҙағы ҡуйы һурпа өҫтөндә Ҡояш кеүек түп-түңәрәк алтын өрөләр йөҙһөн!

-- Хас та серек капитализм һулышы тойоп ытырғаныуҙан креслоһына һеңешә барған Мотал, түҙмәй, ҡайырылып ҡараны:

—Ҡайһындай ҙа әҙәпһеҙлек! Оят түгелме һеҙгә? Олатай һәм атайҙарығыҙҙы илаһи изге көрәшкә, изге эштәргә рухландырған ҡанатлы һүҙҙәрҙе боҙаһығыҙ!

—Әһә, ҡолағығыҙ сос икән әле, ағаййән! Островский һүҙҙәрен беҙ һис кенә лә боҙмайбыҙ, ә замана, бегөнгө көн зауығына яраҡлы ҡулланабыҙ. Уға ҡалһа, һеҙ әйткән ул беҙҙең изге олатайҙар ни өсөн революция яһаған, үҙебеҙҙең эшсе-крәҫтиән власын урынлаштырған? Бөгөн беҙ, уларҙың эшсе-крәҫтиән ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре, зерә бәхетле йәшәһен өсөн түгелме ни? Һәм беҙ ул бәхетте ҡасандырғы яҡты киләсәктә түгел, бөгөн алырға теләйбеҙ!

—Беҙ-беҙ тип шапырынма, үҙ исемеңдән һөйлә! — тине олатаһы.

-- Дөрөҫ, һин ул боҙоҡ фәлсәфәңә бөтәбеҙҙе лә ҡыҫтырма! —Бибиғәйшә турҫайҙы. — Алыҫ Көнсығыштан да йә ҡыуылып, йә ҡасып ҡайтҡанһыңдыр әле.

-- Ярай, һеҙ шыр-тиле хыялыйҙар булып ҡала бирегеҙ, ә мин өс көнлөк фани донъяның рәхәтен күреп кинәнәйем.

-- Ай Азамат, Азамат, хас та бәлеш төбөнә яҫҡанған муллаларҙай һөйләйһең!

Ҡыҙ кеше лә үпкәләгәндәй итте:

-- Магадандан боҙолоп ҡайтыуы етмәгән, беҙҙең удар тимер юл төҙөлөшөнә китеп барған була бит әле үҙе.

-- Хәсрәт! Оҙон аҡса артынан ҡыуып, аҡылын да, намыҫын да ҡыҫҡартҡан ул, ейәнсәрем. Удар төҙөлөштәгеләр алйот түгел: үҙенә ҡарай кәкерәйгән бармаҡтарын тиҙ төҙәйтерҙәр шайтандың!

Ҡыҙ тынғылыҡ бирмәне:

-- Азамат, комсомол удар төҙөлөшөнә китеп бараһың, ә комсомол билетың бармы һинең? Әллә кәзә билеты тотоп китеп бараһыңмы?

-- Ҡара-ҡара, Бибиғәйшә прокурорға әйләнгән!

-- Оҙон аҡса ҡойроғона тотонмаҡсылыр ейәнем.

-- Ирмәкһең дә инде, олатай! Оҙон аҡса ҡойроғо һәлберәй икән — ниңә ҡайырып алмаҫҡа ла бөкләп кенә кеҫә төбенә һалмаҫҡа? Мин уны бушлай алмайым, эшләп алам.

-- Мәгәр оҙон аҡса ғына тартмай бында комсомолды.

-- Етте, Бибиғәйшә, политграмота уҡыма.

-- Һиндәйҙәргә уҡының ни ҙә уҡыманың ни! Алтын сөрөк! — Ҡыҙ турҫайҙы, икенсе яҡҡа боролдо.

Сетерекле мәлдәрҙә беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо ҡыҙҙай ҡыланабыҙ — ҡул һелтәп, мәсьәләнән тайпылабыҙ түгелме ни, тип уйланы яҙыусы. Сөнки ваҡытыбыҙ тар, көндәлек тормош бик тығыҙ, ҡатмарлы: ҙур тиҙлектәр һәм ҡыҫынҡы ваҡыт-арауыҡ заманы, тип аҡларға һәүәҫбеҙ үҙебеҙҙе. Татлы хистәргә сумып уйланырға ла, хәүефләнеп артыңа боролоп ҡарарға ла форсат юҡ: тормош һине тын алдыртмай, ял иттертмәй ҡыуалапмы-ҡыуалай йәнәһе... Эш шуға барып етә: хатта бер туғандарыбыҙҙың хәлен белергә лә ваҡыт тапмайбыҙ, ике тыуғандарҙың, өс тыуғандарҙың барлығын да онотабыҙ, ә бер үк йорт подъезында ишеккә-ишек терәлеп торған уткүршеләрҙең кем икәнен белмәйбеҙ... Бына шулай кешеләрҙең бер-береһенә бөркөр йылылығы кәмей, тәьҫир көсө юғала — шәхси ҡабығы әсенә йомола әҙәм, һөҙөмтәлә Намыҫ тигән үткер күҙҙән дә арынып, үҙ-үҙенә тәнҡит менән ҡарау һәләтен юя — күңеле һуҡырая, шәхси ҡабыҡ эсендә зәғиф мин-минлек сүбе шыта, бәндә үҙен донъяның кендеге итеп тоя башлауға барып етә: инде ул — саф алтын үҙәк-күсәр, донъя уның тирәһендә әйләнһен! Бына шундай ҡабығына йомолған «саф алтын» бәндә, Мотал инаныуынса, эстән үҙалдына бурһып, алтын сөрөккә әүерелә... Алтын сөрөк йәмғиәткә бәйле рухи тормош менән йәшәүҙән туҡтай: ул үҙенә туранан-тура ҡағылмаған бер нәмәгә лә баш ватмай, үткәндәре тураһында ла уйламай, киләсәген дә ҡайғыртмай, ә фәҡәт шәхсән үҙенең (илдең дә, донъяның да түгел!..) бөгөнгөһө тураһында ғына тырышып хәстәрләй, уның өсөн алтын ғәм — бөтә йәмғиәт етештергән байлыҡты үҙенең көпөһө эсенә көрмәү... Ошо «алтын ауырыуы» зәхмәте йәндән йәнгә йоға, намыҫтарҙы ҡаҡшата, әҙәм балаһын бәҫле сепрәк, йылтыр тауар, «артҡы ишектән кереү» ҡолона әйләндерә, милләтенә, енесенә, йәшенә, йәмғиәттәге дәрәжәһенә ҡарамайынса сөрөкләндереп ыуалта дөйөм кешелек рухосфераһы боҙола...

Әйтәйек, бәләкәй генә «дефицит» — Мотал кеҫәһендәге ялтыр-бутал авторучка. Дәүләт сауҙа селтәрендә көндөҙ сыраҡ яғып эҙләһәң дә табылмаҫ, әммә зыялы даирәләр шуның менән языша. Моталға уны Мөхлисәһе Саркисян тигән шикле тип аша салғый аҫтынан юллап алып ҡайтып биргән (һәм ул ҡабул ҡылып алған!) кеүек, башҡалар ҙа кемдәрҙер аша алдырта, ҡара баҙарҙан шундай аҡ мал табып булғаны өсөн ҡыуана. Шуны яҡшы күреп торған баҙар ҡара баш ҡорто (әйтәйек, шул уҡ Саркисян!), тере мутлыҡ, барыһын да төп башына ултырттым тип кинәнә. Мутлығы йөҙөнә сыҡҡан, әммә бармаҡ төртөп күрһәтеп ҡара! Шундай нисәмә ҡыйыу йән үҙ ваҡытында бармағын тешләп ҡасты!.. Мотал көрһөнөп ҡуя: төп сәбәп, моғайын, ҡыйыу йәндәр бармаҡ төртөп күрһәткәндә лә бәғзеләрҙең, шул иҫәптән Моталдың, күрәләтә ҡыҫылмай, өндәшмәй ҡалыуында, ҡойроҡто һыртҡа һалып юртыуындалыр?.. Уға ҡалһа беҙ үҙебеҙ, зыялылар, «оҙон аҡса» ҡоло азаматтарҙан алыҫ киткәнбеҙме ни?.. Беҙҙең атайҙар башҡаларҙан эше менән уҙҙырһа, беҙ хәҙер -- әйбер менән... Намыҫыбыҙҙың эш һәм әйбер тупһаһын ни арала әйбер яғына ҡарай аша атлап уҙҙыҡ, әйбер ҡолона әүерелдек?! Шүлгәнләнмеш Хөппөлгәрәй бажаһы әйтмешләй, алтындай аҡ намыҫыбыҙҙы аяҡ аҫтына һалдыҡ? Ә эйәһеҙ алтынға ен эйәләй...

Юлдаштар, һәр береһе үҙ уйына йомолоп, байтаҡ өндәшмәнеләр. Ҡарт кеше тамаҡ ҡырҙы:

-- Ҡара әле, ейәнем, удар тимер юл беҙҙең Айғыр тауын ярып үтә, комсомол шунда таш киҫә, күпер һала, ҡорос рельстар һуҙа. Әммә улар йөрәген оҙон аҡса түгел, ә ил мәнфәғәте тарта, Павел Корчагиндар дәрте рухландыра. Беләһеңме, ейәнем, ул тимер юл тап беҙҙең Блюхер партизан армияһы уҙған ерҙәрҙән һуҙыла бит... Уралдың шундағы иң бейек бер сағылын һинең ҡорҙаштарың, комсомолдар, һәйкәл итеп һынландыра, ти, әле.

-- Кемгә, үҙҙәренәме?

-- Яңылышаһың, ейәнем. Беҙгә, йәғни Блюхер партизан армияһы ҡыҙыл яугирҙәренә. Ял көндәрендә шул сағылга тупланып, ҡая ташын юнып, ҡулына мылтыҡ тотҡан, башына осло кәпәс кейгән ҡыҙыл әрмис һыны яһайҙар, ти. Шунда, имеш, ошо тирә граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында һәләк булған ҡаһармандарҙың яҡты исемдәре ядкәр итеп ташҡа соҡоп яҙыласаҡ. Эйе... — Ҡартлас, һулышы ҡыҫҡарып, ғыж-ғыж тын алды. — Беҙ мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылда тап шул тәңгәлдә ҡорҙашым Булаттимер менән разведкаға барғанда...

-- Булаттимер? Һе! — Егет көлдө, Мотал тертләне. — Әллә шул бер үк хыялыймы икән тағы?

-- Нимә тиһең?

-- Магадандағы баяғы барак стенаһындағы таштаҡтаға ла шул исем яҙылғайны.

-- Ә?! — Ҡарт иҫәнгерәне. — Фамилияһы кем ине?

-- Уныһын хәтерләмәйем. Хыялый есть хыялый инде.

—Их, ейәнем, ундай хыялыйҙар донъяла бөгөн дә күп булһын ине!.. — Ҡарт, кәйефе ҡырылып, гәзит ҡыштырлатты, ә егет танауын һыҙғыртып йоҡоға сумды. Ҡыҙ иһә ҡалын романға өңөлгәйне. Мотал, телгә алынған Булаттимер тураһында һорарға уҡталып ҡараһа ла, кәйефһеҙләнгән ҡартты ҡабат бимазаларға ҡыйманы: былай ҙа кеше әңгәмәһенә тараҡан булып төштө бит. Унан килеп, Булаттимер тигән исемде теләһә кемдән ишетеү менән атаһын күргәндәй тертләүе үҙе иҫәрлек түгелме?.. Ләкин ниңә яҙмыш тигәнең аҙым һайын иҫләтә был атайҙарҙы — ҡорос йәнле Булаттимерҙәрҙе?!.

«Намыҫ! Намыҫ! Намыҫ!» — Әллә ҡайҙа болоттар аҫтында тороп ҡалған Ҡыҙыл башҡорт тауышы ишетелә. Башы өҫтөндә һөңгөләтеп күтәргән һуҡ бармағы, әйтерһең, саҡрымдар аша һуҙылып, лайнер салонының дюраль көпләмәһен тишеп инеп, тура уның йөрәгенә төртөлә... Ниңә эҙәрләй уны, ни гонаһтары өсөн?!. Аһ йөрәгем! Мотал-улым, Йыһаниәм!..

Иң һуңғы төп романы... Концепция умыртҡаһы — рухосфера, кешелек донъяһының рухи туғанлығы. Берләштерә торған көс. Ошо көндә уларҙы, кешеләрҙе, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡтан башҡа, милләт һәм дин айыра, байлыҡ менән ярлылыҡ — синыфтар яры айыра. Бик йыш ҡына «йә милләт, йә синыф?!» теленмәһе тора. Ҡалай итеп хәл ҡылыр инең шуларҙы һин, атайым?

«Намыҫ! Намыҫ! Намыҫ!..»

«Ярҙам ит миңә, Намыҫ, һүҙеңде әйт миңә, Намыҫ, юғиһә ике ҡолағыма ике төрлө заң керә, өгөт-нәсихәт бирә... Ҡайһыныһын алайым? Ошо хәтәр мәлдә улыңа нимә кәңәш итер инең, атайым?..»

Юлға алып сыҡҡан ҡыҙыл яугир-атай дәфтәренән юйылып бөтә яҙған ядкәрҙе уҡый:



«1918 йылдың шаулы яҙ айы. Собор сиркәүле, Каруанһарайлы, шанлы Ырымбур яғы. Яйыҡ, Һаҡмар, Ҡарғалы һәм Һайылмыш йылғалары ҡотороп ташҡан, ярһып ярҙарынан ашҡан. Киң Рәсәйҙе иңләп-буйлап аға ла аға ҡанлы-шанлы яҙ һыуҙары.

Аҡ гвардияның берләшкән яуҙары Урал буйҙарын саранчалай көйҙөрөп, Ырымбурға яҡынлашып килгән саҡ. Генералдар Һайылмыштың бейек ярында биноклдән собор сиркәү тәреләрен, мәсет манараһы айҙарын ауыҙ һыуҙарын ҡойолдороп күҙәтә. Аҡ армия сафындағы христиандарға хыялында үҙҙәрен аҡ юлға саҡырып сиркәү саңдары ҡағыуы, мосолмандарға — мәзиндәрҙең иртәнге аҙан ауаздары ишетелә. Яурындарына ялҡылдатып уҡалы погондар һалған мыҡты әфисәрҙәр, күркәләй һимеҙ алпауыттар, байҙар, казак атамандары, дворяндар һәм капиталистар, Ырымбурҙы бер алҡыныуҙа ҡармап алып, «ҡыҙыл мөстән»де ҡылыс менән тураҡларға, атаман-байҙарҙың хакимиятын ҡайтарырға тамшана. Алдап, ҡурҡытып, көсләп йыйып, киң Рәсәйҙең ҡырып-һепереп алынасаҡ алтыны хаҡына сит ил империалистары тарафынан кейендереп һәм ҡоралландырып, яуыз бүре өйөрөләй әйҙәп килтерелгән яһил аҡ ғәскәрҙәр Һайылмыштың яр ҡырласын иңләп ята, штыктарын үткерләп, ҡылыстарын ҡайрап, туптарын йәтешләп, атакаға ташланырға һуңғы сигналын көтә. Ә уларға ҡаршы торған эшсе һәм ярлы ерекмәндәрҙең Ҡыҙыл Армияһы, барлыҡ аҡ разведкаларҙың һәм шымсыларҙың бер ауыҙҙан раҫлауынса, ас һәм яланғас, ҡоралһыҙ, тәртипһеҙ, аҙ һанлы ғәскәр килеш, аҡ тимер ташҡын ағылған юлға олтанһыҙ итектәрен, тишек сабаталарын арҡыры ҡуйған булып, еңелмәҫ аҡ көс-ҡеүәтте Ырымбурға ебәрмәҫкә, улай ғына ла түгел, ҡотороп ташҡан Һайылмыштың һыуҙарында тонсоҡторорға ҡырҡыша. Аҡ атамандарға һәм генералдарға — көлкө, сөнки улар, йәшерен мәғлүмәт буйынса, төрлө милләт ялпыларынан уҡмашҡан ҡыҙылдар араһында бына-бына үҙ-ара ҡанлы низағ — фетнә башланасағын, бының өсөн айырым колчак шымсылары, айҙар буйы бил яҙмай, күк буре тиреһе өҫтөнән ҡыҙыл һарыҡ тиреһе ябынып, ҡыҙыл урыҫ һәм ҡыҙыл башҡорт эскадрондары араһында махсус ҡотҡо таратҡанлыгын — ҡыҙылдар ҡоронда бына-бына милләт менән милләт ҡыйыша башларға тейешлеген, шулай итеп, Ырымбур болыневиктарының тарамышы төптән ҡырҡылғанлығын улар белә, шуға күрә лә атаман һәм генералдарҙың күңелдәре иртәгә үк киҫеләсәк большевик баштарын самалап, алдан уҡ ҡан еҫен тойоп елкенә. Атаканың алғасҡыһы, Ырымбур йөрәгенә тура йүнәлтелгән һөңгө осо, ҡыҙылдарҙың иң-иң йомшаҡ урынына — төрлө милләтле Крәҫтиән кавалерия полкы тотҡан «шыйыҡ ҡына» позицияға тоҫҡалған. Иң-иң йомшаҡ урын, сөнки был ҡыҙыл полк тигәндәре, тимерлектә сүкелеп сыкҡан ҡорос пролетариат ҡоронан булмайынса, төрлө ауылдарҙа уҡмашҡан айырым-айырым партизан әтрәттәрен бергә туплап, ашыҡ-бошоҡ ҡоршалған, тимәк, тәртип һәм белем тигән ҡайһы бер нәмәләрҙән дә мәхрүм ҡалған ала-ҡола бер «өйөр». Уҡа погонлыларға йәнә бынан да мөһимерәге, ҡыуаныслырағы шул: ҡыҙыл Крәҫтиән полкы айырым милли («Башһыҙ большевиктар! — тип яҙған бер аҡ офицер үҙенең көндәлегендә. — Россияны йөҙәткән ваҡ милләттәрҙе революция тирмән ташы араһына һалып тарттыраһы урында, айырымлыҡтарын танып, үҙаллылыҡтар биреп, үҙҙәрен-үҙҙәре бөлдөрә!»), эйе, айырым милли берәмектәрҙән, йәғни ике эскадроны — ҡыҙыл урыҫтарҙан, бер эскадроны ҡыҙыл башҡорттарҙан тора, тимәк, ике милләт араһына шына ҡағыр ек ҡала. Бына шул шынаны айҙар буйына Колчак менән Дуртов ебәргән ышаныслы шымсылар — башҡорт эскадрондарында башҡорт буржуаз милләтселәре, урыҫтарҙыҡында урыҫ шовинистары тырышып-тырмашып ҡаҡтылар ҙа шул инде. Инде, һөңгө төртөлөү менән, шына ҡыҫҡан ек асылып китәсәк, большевик баштары кәбеҫтә күсәндәреләй тәгәрләйәсәк...

Бына шундай мәкерле яҙмыш әҙерләй ине беҙгә, яҙҙың сәсрәү бер таңында, болғансыҡ Һайылмыш буйҙары...

Әлбиттә, беҙ, ҡара таңдан өҫтөбөҙгә ябырыласаҡ хаҡ дошмандың күп һанлы, көслө, яҡшы ҡоралланған икәнлеген белһәк тә, төнө буйы күҙ йоммайынса, ҡылыс ҡайрап алышҡа әҙерләнһәк тә, арабыҙға аҫтыртын кергән ҡара мәкер шыналарын абайламай инек әле...

Таң һыҙылып килгәндә, полк хәл иткес ырғылышҡа бер урында тупланып, эскадрондар терһәккә терһәк терәшеп, күҙҙәр дошман тарафына төбәлеп, Һайылмыш һыуы буйҙары шымып ҡалды. Полк командиры Василий Андреевич Кочурин, элекке крәҫтиән-батрак, беҙҙе, эскадрон командирҙарын, йыйып алды эргәһенә. Ҡаршыһында өс комэска ҡылыстай шыҡайып торабыҙ: ике урыҫ, бер башҡорт — өсөбеҙҙең дә маңлайҙар ҡыҙыл йондоҙло. Артыбыҙҙа өс эскадрон, тимәк, бөтә полк, йәмғеһе эйәрҙә килеш, беҙҙең әмер алып килгәнде көтә, көллө тәбиғәт үлеп йоҡлаған таңғы тынлыҡта меңәрләгән аттарҙың һәм кешеләрҙең гөжләтеп тын алышы ишетелә, әйтерһең, һуғышсыларҙың ҡайнар һулышы ҡаҡ елкәгә бәрелә...

Полк командиры беҙгә әмерен биреп торғанда, көтмәгәндә, эскадрондар араһында тәүҙә аңлайышһыҙ «шыш-быш», унан ығы-зығы ҡупты. Әйләнешеп ҡарарға ла өлгөрмәнек, ҡыр умарта күселәй хәтәр гөжләне, осло буденовкалы баштар тулҡын-тулҡын тирбәлеп, әйтерһең, полк өҫтөнән көслө өйөрмә үтте. Уҡтай атылып, сафтан һыртҡа ике һыбайлы ырғылды, аттарын үрәпсетеп, ҡылыстарын ялтлатты. Береһе — урыҫ эскадрондары алдына сығып ҡылысын һурғаны — Һаҡмар буйы станицаларының береһенең ярлы казагы Василий, ҡушаматы Коршун, икенсеһе — башҡорт эскадроны алдында яланғас ҡылыс айҡағаны — шул уҡ станицаға күрше, Һаҡмар аръяғындағы башҡорт ауылының ҡара ярлыһы Тимербай, ҡушаматы Ҡылысморон ине. Был икәүҙең аҡ яуға ҡаршы алыштарҙа иҫ китмәле батырлыҡтары, саялыҡтары, полкта ғына түгел, фронтта билдәле булып, исемдәренән дә бигерәк, ҡушаматтары телдән-телгә күсеп йөрөй, хатта дошман яҡҡа тиклем уларҙы яҡшы белә, аҡтарҙың фронт гәзиттәрендә «Большевик башкиҫәрҙәре Коршун менән Ҡылысморондоң шанлы казак шашкаһы аҫтында ҡырҡҡа тураҡлап ташланыуы» тураһында әленән-әле хәбәрҙәр баҫыла тора, ә был икәү, уның һайын саяланып, ҡыйғыр ҡылыстарын дошман ҡанында һуғара ине. Икеһе тиң тиҙ көндәрҙә пролетариат дәүләтенең иң юғары бүләгенә тәҡдим ителәсәк ине.

Көтмәгәндә ошо икәүҙең ҡара-ҡаршы ҡылыс айҡашыуынан, бөтә полк умарталай геүләүенән беҙ, командирҙар, аптырай биреп ҡалдыҡ, эскадрондарға уҡталдыҡ. Коршундың ҡылыс сапҡан һымаҡ сыйнап сыҡҡан зәһәр ораны күп нәмәне асыҡланы:

-- Туғандар, күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ: ялтыр баштар бөгөн беҙҙе һатырға — Зәки хандың аҡ башҡорт ғәскәре яғына сығырға йыйына! Арабыҙҙа фетнә! Долой, хыянатсыларға үлем! — Төкөрөктәрен сәсеп ярһыған Коршун, ҡылысын ялҡылдатып, атының башын борҙо — башҡорт эскадронына ҡаршы әйҙәне. Артында ҡылыс һурған, уны тотанаҡлаған һөрәндәр ишетелде. Шул уҡ мәлдә Ҡылысморон да ҡөҙрәт һалып өлгөрҙө:

-- Яҡташтарым, ҡандаштарым, ҡындан һурылһын ҡылыстар! «Йәкшәмбе»ләр ошонда беҙҙе юҡ итергә самалай — үҙ баштары өҫтөндә Ғазраил ҡылысын ялтлатығыҙ! — Ҡылысморон һөрәнен дә дәррәү тотанаҡлаусылар, ҡындан ҡылыс һурыусылар ыраны. Полк йөрәген ҡара йәшен ярып үтте, әйтерһең. Ҡап-уртаға бүленеп, үҙ-ара һуйыш китһен өсөн, ике-өс секунд етә... Йәшермәйек: беҙ, кесе командирҙар, ике геройҙың шундай ғибрәт күрһәтеүҙәренән тетрәп, аңшайыбыраҡ ҡалғанбыҙ. Осҡон сәсрәп дары мискәһенә төшөр, донъя шартлап ярылыр... Тап ошо аҡтыҡ сиктә, быуындарҙы ҡалтыратып, ысынлап та, киҫкен шартлау — ҡолаҡ ярғыс атыу тауышы гөрһөлдәне — полк командиры Василий Кочуриндың ауыр маузер йәҙрәһенән ярһыу Василий-Коршун ҡапыл салҡан әйләнеп төштө. Артынса уҡ шартлаған минең маузер сая Тимербай-Ҡылысморондо эйәренән йыҡты, ҡаҡ ергә ҡапландырҙы, сөнки ике маузерҙың да хаҡ саҡмаһын Намыҫ менән Хаҡлыҡ бер юлы саҡты. Үле хужаларын ташлап ҡалдырып, ике турат фронт һыҙығы буйлап һуҙылып сапты, ике ялҡын, ике байраҡ дөрләп барғандай ине. Шул арала эскадрондарҙа ихтыярһыҙ аймылыш булып алды: кемдәрҙер кемдәргәлер ҡорал күтәрҙе, кемдәрҙер шул ҡулдарҙы һуғып йыҡты. Ҡыҫҡаһы, ике геройҙы атып йыҡҡан полк командиры менән эскадрон командирының икеһенә л ике яҡтан утлы көбәк тоҫҡалған, тәтеһенә баҫаһы ғына ҡалған, тинеләр... Аҙаҡ мәғлүм булыуынса, миңә карабин тоҫҡаусы яһилйән — Ҡылысморондоң ауылдашы Йәмил Ҡотлоев икән дә уның ҡулын һуғып йығыусы өлгөрйән — яҡташым Талир Баҡишев булған, имеш...»

Мотал үҙенең бәләкәс малай сағын, ҡаланың үҙәк урамындағы йыйнаҡ ҡына фатирҙарын, атаһының, кистәрен, әле Ҡотлоев, әле Баҡишев менән, тигәндәй, ә ҡайһы саҡ йәмғеһе бергә уҡмашып, мөңгөр-мөңгөр нимәлер һөйләшеүҙәрен, ҡысҡырып бәхәсләшеүҙәрен, ә әсәһенең күрше бүлмәнән уларға сәй ташыуын күҙ алдына тергеҙеп хәтерләне. Шундай кистәрҙең береһендә — атаһы менән Баҡишев икеһе генә ине — Һайылмыш буйындағы һуғыш тураһында һүҙ барҙы. Һәм ҡунаҡ шунда Һайылмыш буйында Ҡотлоевтың уға, йәғни Моталдың атаһына, тоҫҡап «тәтегә баҫа яҙыуын» иҫкәрткәс, атаҡайы бик оҙаҡ, сиктән тыш тулҡынланып, ишекле-түрле йөрөндө... Нисәмә йылдар уҙғас, бөгөн килеп асығыраҡ аңлашыла был «тәте»...

«...Зил-зилә ҡалай ҡупһа, шулай уҡ тиҙ баҫтырылды, эйәрҙән ауған ике ғибрәт йөҙәрләгән ҡыҙған баштарҙы һалҡын һыу ҡойғандай айнытты.

—Ҡыҙыл бөркөттәрем, белегеҙ: рус ярлыһы менән башҡорт ярлыһы араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ, — тине полк командиры Василий Андреевич Кочуриндың яугир фарман һымаҡ киҫкен тауышы. — Барыбыҙ бер атанан — эшсе-крәҫтиән балалары. Бер-беребеҙҙе дингә, милләткә ҡарап түгел, ә бына ошо устарҙағы ҡаты һөйәлдәргә ҡарап таныйбыҙ, һәммәбеҙгә уртаҡ әсә Совет власын яҡлайбыҙ. Беҙҙең изге намыҫыбыҙ — бына ул! — Совет власының ҡыҙыл байрағы. — Шул ыңғайҙа полк командиры байраҡ йөрөтөүсене алға сығарҙы. — Белегеҙ: Совет власының, бөтә донъя революцияһының яуыздарҙан да яуыз дошманы берәү — ана килә улар!

Һайылмыш йылғаһы буйынан, тәүге ҡояш нурҙарына ҡылыс остарын мансып, өҫтөбөҙгә һөрөлөүсе дошман лаваһына күрһәтте.

-- Эскадрондар, алға! Совет власы дошмандарына үлем!

-- Үлем! Үлем! Үлем! — Бер ауаздан оранланы эскадрондар, уттай дөрләп-ҡабынып киткән Ҡыҙыл байраҡ артынан ҡубарылып, бер өйөрмә булып уҡталды һуғышсылар. Полк командиры ҡылысын, шул байраҡ утына тығып алғандай балҡытып, ҡаршыбыҙға ялан буйлап ағылыусы аҡ кавалерия өҫтенә ябырылды. — Ур-рааа!

-- Ур-рааа! Ур-рааа! Ур-рааа!

Меңәрләгән боғаҙҙарҙан урғылып сыҡҡан нәфрәт ораны аҡ лаваға ишерелде, аттар менән аттар ҡаршы үрәпсешеп, ҡылыс менән ҡылыстар утлы осҡон сәсеп сатрашланды. Ҡотороп аҡҡан Һайылмыш һыуының өҫтөн һуйылған погондар менән ҡапланыҡ...

Эскадроным дошмандың бер өйөрөн Һайыпмыштың текә ярына ҡыҫты. Күптәре, аттарын ярҙан осортоп, яҙғы ташҡын алҡымына күмелде. Күптәре, яр башында алышып, муйындарын һындырҙы. Күптәре ҡулдарын күтәрҙе. Аҡбуҙ атҡа атланған бер генерал йоратын тереләй алырға булдым. Генералым, даланың аҡ ҡылғанылай салланып бөткән булыуына ҡарамаҫтан, ҡылысын ғәййәр айҡай, йылғыр ҙа, хәйләкәр ҙә икән үҙе: ниәтемде асҡандай, өйөрөнән бүленеп, яр яғаһын япҡан һыйыҡ тирәклеккә саптырҙы.

Ҡыуып етеп килеүемде елкәһе менән тойопмо, артына боролоп ҡарамайынса уҡ ике араны самалап, атының башын шаҡарып ҡырт-боролдо, ҡан баҫҡан күҙҙәрен алартып миңә баҡты. Икебеҙ ҙә тертләнек, нисәмә-нисә йылдар аша ла бер-беребеҙҙе таныныҡ: алдымдағы сал өкөләй генерал, муйыны шартлап һынғыры, уларҙа ялсылыҡта йөрөгән үҫмер сағымда мине йәш офицер улы менән ҡанға батырып туҡмаған, арба төбөнә һуҙып һалып, далаға илтеп быраҡтырған дошманым — ҡарт атаман Дуртов үҙе ине!.. Ҡомо ҡойолорға ваҡыт етһә лә, монархизм кәмәһенең батып барыуын күргәс, түҙмәй, батша ғәли йәнәптәре менән ҡуша ғарыҡ булырға теләмәй, батша биргән ҡылысын ҡулына алып, үҙе кеүек үк генерал булып өлгөргән аҡ казак улы артынан «Верховный правитель» ғәскәренә килеп ҡушылған. Күренеп тора: атаман ялан ҡулға ғына алдыртмаҫ, «гололобый» ҡан дошманы менән аҡтыҡҡаса алышып йән бирер.

Күҙ уҡтарын ҡаҙашып, ҡылыстарҙы айҡашып, аттарыбыҙ бөйөрөн шашып типсенек — ҡара-ҡаршы ауған ике ҡаялай бәрелештек. Ҡарт атаман айҡап килгән ҡылыс миңә шөйлә таныш: батша Романовтар шәжәрәһенең өс йөҙ йыллыҡ тантанаһында генералдың исемен, «Хоҙайым, батшаны һаҡла!» тигән доғаны яҙҙыртып, империяһын һаҡлаусыға батша ғәли йәнәптәре үҙҙәре тапшырған зиннәтле, алтын һаплы зат ине. Минең ҡылыс та бүләк — яуҙағы батырлығым өсөн, үҙебеҙҙең Иҙелбаш ҡоросонан Златоуст эшселәре ҡойоп, «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән тылсымлы теләкте аҡ йөҙөнә уйып, революцияның иң хәтәр һәм ауыр көндәрендә синыфым матҡып ҡулыма тотторған булат. Усҡа йомған йәшен уғы шикелле ҡыйылып килеп, ҡылыс менән ҡылыс осрашты, миндә — йәшлек, Дуртовта ҡарыулыҡ ине. Батша ҡылысы алтын һаплы булһа ла, Златоуст эшселәре булаты һынмаҫ затлы ине: бәрелешеүҙән баҙырлап осҡон сәсрәне, батша ҡылысы төбөнән һынып төштө, алтын һабы ғына ҡалды ҡулында.

— Атаман, бирел! — Киҫәттем. Ә Дуртов ажар һалып, уҫал һүгенеп, ҡуйынынан ҡара кольтын сығарҙы. Атырға өлгөрмәне: Урал булаты, алтын-уҡа фуражкалы түбәһенә йәшендәй батып кереп, кәүҙәһен нәҡ эйәргәсә ҡап-уртаға ярып тешөрҙө... үҫмер саҡта ҡарт атаманға әйткән нәҙер һүҙҙәрем алға килде... Ә йәш генерал Дуртовтың баш һөйәген ҡурғаш пуля менән ярасаҡ шундай уҡ нәҙер һүҙемдең бойомға ашыр көнө алдараҡ ине...

Ядкәремдән алаһы фәһем ғибрәтле: маузер көбәгең хатта үҙеңә тура тоҫҡалған саҡта ла һин халык намыҫы, ил бәхете, хаҡлыҡ өсөн саҡма саҡҡаныңда ҡулың ҡалтырамаһын. Ил дошманына киҙәнгәндә ҡылысың уны ҡылдай уртаға ярһын!»

Ярай, «йә милләт, йә синыф?!» тигәндә «синыф!» тип асыҡ яуап бирҙең, атайым. Һеҙҙең заман өсөн ул иң дөрөҫ хәл ителеш ине. Ә хәҙер бит илебеҙҙә беҙ бөтәбеҙ бер «синыф» — тиң хоҡуҡлы совет халҡы, ҡаршы синыфтар юҡ беҙҙә. Диндең дә ҡулы ҡыҫҡа. Ә бына «милләт менән милләт» мәсьәләһе һәүетемсә йәшәп килә бирәлер был донъяла, әҙәм балаһының күңел төпкөлөнөң иң төбөндә ҡасып-боҫоп булһа ла. Бер туғандарҙай ихласланып донъя көткән кешеләрҙең араһында ла ул бәғзеләрҙең күңел төбөнән көтмәгәндә төнгө ябалаҡтай томорайып килеп сыға ла шомон һала — кешеләрҙе кешеләрҙән айырырға ынтыла. Ә теләгән бер айырыу, айырылыу минең күңел һарайым мөғжизәһен һәм мөғжизәм менән ҡуша иң һуңғы төп романымды — концепцияны емерә. Был тәңгәлдә нисек хәл ҡылырға миңә, атайым?.. Әҙәм менән Һауаның балалары, иң тәүге бер туғандар, шул уҡ Урал менән Шүлгән, ниңә ваҡыт машинаһында бер-береһенән ҡапма-ҡаршы тарафҡа елдергәндәр — бер-береһен аңлашмаҫлыҡ телдәргә, милләттәргә, диндәргә бүленгәндәр? Ана шул ваҡыт машинаһын, Димустан ҡорҙашым әйтмешләй, ҡайһылай итеп кире ҡабат табышыу, ҡауышыу яғына борорға — бер-береһен онотошҡан туғандарҙы ҡабат бер туғандар итеп ҡуйырға?! Асҡысы ҡайҙа бының? Әллә шул уҡ Баҡишев, дыуамал кейәү-балаһы Ҡондрҙбаев, тынғыһыҙ студент Әсҡәр Ҡотлоевтар үҙҙәренең баш ҡатырғыс тәүтел тәғлимәте менән шул асҡысҡа табан дөрөҫ юҫыҡ-юлда торамы? Бына ҡайһылай баш ватырға тура килә һинең романсы уланыңа, атайым...

«Һинең ҡулда асҡыстарҙың да иң тылсымлы асҡысылыр, уланым: Үҙең Йәшәгән Заман — Хаҡлыҡ менән Намыҫ килтергән Бәхет!»

Дөрөҫ, атай! Мин шул һеҙҙе яуға әйҙәгән Хаҡлыҡты, һеҙ һаҡлап ҡалған Намыҫты, яулап алған Бәхетте алтын сөрөккә әйләндереүҙән ҡотҡарып алып ҡалырға — ҡурсаларға тейешмен! Изге юлда йөрәгем дә, аҡылым да, ҡулым да ҡалтырамаһын! Үткәндәрҙең изге рухына тоғро ҡалыу — тереләргә хәҡиҡәтте ярып һалыу тигән һүҙ, яҙыусының яҙыусылығы бына шунан башлана...

Бөйөк Михаил Федорович Достоевскийҙың ҡуйын дәфтәренә яҙған тылсымлы һүҙҙәре ҡанатландыра: «Әҙәбиәттә (беҙҙең заманда) намыҫ байрағын юғары тотоу кәрәклеге тураһында. Күҙ алдына килтерәйек: әгәр ҙә Лев Толстой, Гончаров намыҫтарын юйған булып сыҡһалар, нимә булыр ине?.. Ниндәйен дә ымһындыртҡыс шайтан ҡотҡоһо, ҡайһындайын да оятһыҙлыҡ, ә купме бәндә шул ҡыҙыҡтырғыс ҡотҡоға бирелер ине! Әйтерҙәр ине: быларҙың-былары шулай булғас, беҙ бахырҙарға... һ. б.» Даһи әҙип артабан ошондай фекерен теркәп туя: «Миндә күп етешһеҙлектәр һәм күп боҙоҡлоҡтар барҙыр. Мин улар, бигерәк тә ҡайһы берҙәре, өсөн һыҡтап илайым һәм намыҫыма еңелерәк булыуын теләр инем. Ләкин минең ҡойроҡ болғағанымды, әйтәйек, Федор Достоевский нимәнелер булһа үҙенең шәхси файҙаһы есөн йәки үҙһөйәрлек сәмен ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләгәнен — быны һеҙ бер ваҡытта ла иҫбатлай алмаясаҡһығыҙ һәм ундай фактты ла тапмаясаҡһығыҙ... ғорурлыҡ менән ҡабатлаясаҡмын мин быны...

Юҫыҡ! Нимә өсөн дәрәжәләр, түрәлектәр бирелмәй — шул минең тотҡан юҫығым».

Федор Достоевский ҡасандыр йөрәк әрнеүе менән әйткән был һуҙҙәрен бөтә заман яҙыусыларына ла доға итеп алырлыҡ. Һәр хәлдә, Мотал, башына таш яуһа ла, ошо юҫыҡтан барасаҡ. Ә хәҡиҡәт юлында ул яңғыҙы түгел: хәтәрлекле минуттарҙа партияға, һәм хатта... үҙенең иҫке дуҫы — обком секретары Димустан Шиһап улы Бикләмешевҡа ла арҡа таярға була!

Мотал ошоно уйланы ла ҡапыл тетрәнеп ҡуйҙы. Туҡта, был ни хәл? Димустан ниңә уны, Моталды, Ағиҙел буйына «балыҡҡа» алып барҙы, «ун ике башлы дейеү бәрейе» Хөппөлгәрәй Яубаҫаровҡа ҡара-ҡаршы аяҡландырҙы? Ғәмәлдә, ул бит намыҫын юйып йүгәнһеҙләнгән хәтәр әҙәми затҡа — өлкән бажаһына ҡаршы ҡотортто. Уны, иҫке дуҫын, тирмән таштары араһына һалып тарттыртыр өсөнмө? Хәйер, дуҫымы икән һуң әле?.. Нисәмә-нисә йылдар буйынса ҡуйынында таш һаҡлап, Бәпембәһе өсөн ут йотоп йөрөһә? Яубаҫаров ҡулы менән Моталдан шуның ҡонон алырға йыйынһа?!.

Ҡапыл ҡупҡан хәтәр шиктән күҙ алдары ҡараңғыланды.

Шулай ҙа был донъя тигәнең әллә ҡайһы яҡҡа тәгәрәй бит әле. Булаттимер кеүек олаталарҙың ейәндәре ниңә артҡы креслолағы Азаматтарға әүерелә? Дөрөҫ, шағир әйтмешләй, күп түгел улар, әммә бар, бар!.. Олаталар һәм ейәндәр араһындағы урта быуын — беҙ ғәйеплеме быға? Беҙ уларҙы, үҙебеҙҙең балаларҙы, олаталарына лайыҡлы итеп тәрбиәләй алманыҡмы? Әллә уларҙың олаталары үҙҙәре, беҙҙең атайҙар, беҙҙең үҙебеҙгә лайыҡлы тәрбиә бирмәй киткәндәрме? Ниңә быуындар сылбырында алтын сөрөк хасил була?.. Шаҡ-ҡатырғыс был донъя: ошо мәлдә самолеттан да юғарыраҡ асманда, ер тартымы бөткән йыһан төпкөлөндә, замананың мөғжизәһе — йыһан карабы гиҙә, кешелек донъяһының алҡынышы хаҡына йәндәрен аямаған замана геройҙары ҡорос теҙген тотоп ултыра уның эсендә. Бына ошо уҡ Азаматтың ҡорҙаштары — йәштәштәре... Уларҙың һәр һулышын, йөрәк ҡағышын Ер шары ишетеп тора. Ниндәй баҙыҡ, саф улар! Шул уҡ ваҡытта бында, ерҙең үҙендә, шул фиҙәҡәр йәндәрҙең үк яҡташтары, замандаштары — алтын сөрөккә ҡалған ҡайһы бер йәндәр — кеше ғүмерен оҙон аҡса, сепрәк-сапраҡ, алтын-көмөш хаҡына тиңләп көн итә. Ул ғына ла етмәһә, үҙе кеүек үк кешеләрҙең байлығын тартып алыу өсөн, кешеләрҙе «рәхәт кенә» юҡ итеү өсөн, «яңы гуманлы» ҡорал уйлап сығара, ул ҡоралды ҡулланыуҙы халыҡ-ара күләмдә ҡанунлаштырырға тырыша... Нисек итеп был ерҙә кешенең үҙҡиммәтен ҡабат танытып белдертергә, әҙәм балаһының үҙ-үҙен эстән, психика тәрәнлегенән яңыртылып өлгөрөүенә ирешергә? Күберәген яҙыусылар, ғөмүмән, мәҙәниәт әһелдәре иңенә ятҡан ошо яуаплы бурысты нисек лайыҡлы үтәргә? Ҡайһылай итеп кешенең үҙ-үҙенә тәрбиәсе, уҡытыусы, сәрғәскәр һәм хакимдар булыуына өлгәшергә? Быны тәүҙә үҙ-үҙеңдең кем һәм ҡайһы тупраҡта, ҡайһы шәжәрә тармағында, Аҡ һәм Ҡара аралының ҡайһы климатында ергә ныҡ баҫып торғанлығыңды танып белеүҙән башларға кәрәктер, моғайын. Ә үҙеңде тулыһынса аңлап белеү — үҙеңә тиклемге атаңды һәм әсәңде, уларға тиклемге ата-бабаларҙы, бөтә кешелек донъяһын, Ер шарын, көллө донъяны тулайым танып белеү ул, унда булған аҡты ла, ҡараны ла шатланып һәм һыҙланып кисереү ул... Ана шуға өлгәшкәс кенә кеше саң булып осоп йөрөүҙән туҡтай, ерҙең бөтә Үткәненә арҡа терәп, Бөгөнгеһөнә таянып, Киләсәгенә ҡыйыу ҡул һона... Ләкип Мотал быға үҙе өлгәшеп еттеме һуң? Мотал түгел инеме ни, бала саҡтан һеңдерелгән атай һабаҡтарын онотоп, йәшлегендә йәнен тетрәткән Бәндәбикә тарихтарына ҡул һелтәп, үткәндәрҙе иҫләмәүен үҙенең ыңғай сифаты итеп һанаусы, «бөгөнгө көн орансыһы, бөгөнгө заман геройҙары тыуҙырыусы мин — бына кем!» тип ҡәнәғәтләнеп йәшәүсе? Мотал түгел инеме ни фәндә яңы юл ярып маташҡан бер туған кейәүе Йәүҙәт Ҡондоҙбаевты, башҡаларға эйәреп, «иҫкелеккә ҡолағынан батҡан фанатик» тип тамғалаусы? Тимәк, халыҡ мәҡәле тағы ла нисәнсе мең тапҡырҙар тап килә: «Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп».

Мотал алдындағы ике заман арауығының йылдар сылбыры бүҫерелеп киткәндәй, барған һайын атаһына ара яҡынайғандай. Мотал хәҙер шул «иҫке»гә яҡынлығын тәрән эске борсолоу менән тойомлай...

Аҡ болоттар самолеттың аҡ ҡанаттарына урала, алтындай һары Һомай-Ҡояш болоттарға өҫтән көлә, аҫта, аҡ кейеҙгә төрөнөп, үҙ көйөнә бирелеп талғын ғына, һәүетемсә Ер шары зыр-әйләнә. Ҡолаҡтарҙа, өҙөлмәҫ оҙон моң булып, осҡос моторҙарының боғаҙы өзләй. Юҡ, Ер шарының йәшел ҡыяҡ аралары, аллы-гөллө сәскәләре ҡосағында бал ҡорттары тызылдай. Бал ҡорттары ғына түгел — уның, Моталдың, бәләкәс малай сағындағы әсәһенең кәпәй ҡорһаҡлы көләс самауыры сыжлай. Бәй, самауыр тип ымһынғаны — Мөхлисәһенең, ҡәҙерле көмөшкәйенең, күрше бүлмәлә талғын ғына гөжләп торған сәс киптерткес электр машинаһы лаһа. Аһ, Мотал үҙенең эш бүлмәһендә ултыра... Ҡатыны иртән тороп эшкә барырға ыҫпайлана. Һары-алтын бөҙрәләре боҙолмаһын өсөн, муйыны аҫтына хәтфә валик ҡына һалып йоҡлаясаҡ, Моталды ла яҡын юлатмаясаҡ... Йүнһеҙ электр машинаһы Мөхлисәгә тимер йылыһы бөркөп гөжләй, ә уның тере бәғеренән ағылған боҙ һыуыҡлығы стенаны үтеп йәнде өшөтә. Аңы сәңкеп, ойоп, аҡ ҡар донъяһына төбәлгән тәҙрәгә баҡҡан килеш, һалҡын шәүләләр илендә гиҙә Мотал...

Аҡ ҡар яланынан уға туп-тура текләп-төбәлеп килгән ҡап-ҡара шәүлә күренде. Аҙым һайын ҙурайып яҡыная, яҡынайған һайын буйы оҙоная. Шуныһы шомло: ул баҫҡан ҡар, яңы ғына яуған йәш ҡар, суйындай ҡарайып ҡала, әйтерһең, табандарынан ҡара дегет һарҡыла. «Алтын» магазинын уҙҙы, йортка килеп терәлде — Мотал ойоп ултырған өсөнсө ҡат тәҙрәһенә тиңәлде йөҙө. Текләшкән килеш, тәҙрә төндөгөнә — форточкаға — үрелеп, табандары менән кирбес стенаны дөбөрләтеп күтәрелде һәм... ҡапыл лимон төҫлө һары нур балҡытып, йомғаҡҡа йомарланды, кесерәйгәндән-кесерәйҙе. Йоҙроҡтай ғына ҡалып, асыҡ төндөктән эскә тәгәрләп төштө. Мотал ап-аныҡ күрә: тәҙрә төбөндә өлгөрөп еткән һары лимон емеше баҫып тора.

—Әссәләмәғәләйкүм, һеҙгә ҡунаҡҡа килдем!

Мотал бик яҡшы белә: төштә һары емеш күрһәң, һарғайып сирләүгә була. Шуға ла ул йә төштө өҙөп уянырға, йә лимонды кергән юлынан быраҡтырырға тейеш.

-- Кәрәкмәйһең, беҙ һине саҡырманыҡ!

-- Һиңә кәрәкмәһәм дә, ҡатыныңа кәрәкмен, хе-хе-хе!

Был ни хәл: һары лимон ҡабығы сатнап асылған, ҡыуыш ҡабыҡ эргәһендә лимон буйлы иргәйел көлөп тора. Етмәһә, йәне өнәмәгән йән — баҙар ҡорто Саркисян. Ҡатынының ресторанына эйәләшкән был мут кавказ кешеһе, Мөхлисә аша уның менән дә ҡатнашыу юлдарын эҙләп, тамам еләтеп бөттө, субфруктылар менән өйҙө тултырҙы. Шунан биреле Мотал, һары лимон заты күрһә, ошо Армен Саркисяндың ҡара дүрткел супай мыйыҡлы йөҙөн күҙ алдында тотоп, ҡоҫоп ташларҙай була.

-- Юҡ, мин Саркисян түгелмен, — тине бәндә. Бәй, ысынлап та, икенсе йән икән дә! Йөҙөн ялтлатып ҡырған. Ҡыҙыл буҫтау мундирлы, ҡара күн ботфортлы, алтын уҡа эполетлы. Билендә пистоле бар. Ун һигеҙенсе быуат әҙәме.

-- Гонаһ шомлоғо, әле генә Саркисян инең дәһә?

-- Саркисянды өнәмәүеңде белгәс, ғәйре затҡа әйләндем. Кем ҡиәфәтендә күрергә теләһәң, шулай булырға әҙермен.

Мотал, ауыҙының ике мөйөшөн йәмерәйтеп, үҙенә генә хас «өнһөҙ зәһәр көлөү»е (Мөхлисәһенең билдәләмәһе!) менән йылмайҙы:

-- Улайһа, минең ярлыҡаусым булып күрен һин.

-- Баш өҫтө, тәҡсир! — Ғәжәпкә ҡаршы, Моталды шаҡ-ҡатырып та ҡалтыратып, тәҙрә төбөндәге әҙәмдең табаҡ йөҙө ҡапыл тарайып оҙонсаланды, маңлайы өс иле яҫылыҡ ҡала дүрткелләнеп, һары сәсе шырт ҡараға әүерелде, ҡырлас танауы аҫтында шундай уҡ ҡара мыйыҡ барлыҡҡа килде — тап атайҙың мыйығы! Шунда ғына айырма — остары аҫҡа боролған... Ботфорты — кирза итеккә, алтын уҡа эполетлы ҡыҙыл буҫтау кафтаны алтын петлицалы тар мундирға әйләнде; кәүҙәһе лә сандырайып, турайып, һалдат рәүешенә керҙе. Ярым ҡыҫылып аҡыллы-мут секерәйгән күмерҙәй ҡара күҙҙәре Моталды хәстәрлекле аталарса тура көйҙөрөп ҡараны, һул усына ултыртып тотҡан төрөпкәһенән ашыҡмай ғына имеп, ауыҙынан матур зәңгәр төтөн ҡулсаһы ебәреп, төрөпкәһенең мөштөгө менән Моталға төртөп күрһәтеп, быға тиклем ул кинофильмдарҙан ғына күреп-ишетеп белгән, йәнгә үткес таныш һәм яғымлы, һағыныслы бәғер тауышы менән арбап өндәште:

-- Атаһы өсөн улан ғәйепле түгел! — Атаҡлы грек философтары заманынан уҡ килгән постулат ине был. — Һин — илебеҙҙең улыһың! — Ҡасандыр Моталдың бәғеренә шифалы бальзам булып яғылған билдәле һәм ҡанатлы әйтем ине был. Шәүлә, һүҙенең ҡайһындай тәьҫир ҡылыуын хоҙайҙарса мәғәнәле йылмайыу аша тыныс күҙәтеп, йомшаҡ ҡына өндәште. — Мин белгән Булаттимер Шаһибәрәковтың улымы һин?

-- Теләмәйем! Баш тартам! Ваз кисәм! Халыҡ дошманы — минең атайым түғел! — Моталдың ауыҙынан тап баяғы иртә йәшлегендә ҡот осорғос бейек сәхнәнән әсәһе Ғәзизә һәм уларҙың «атаһы урынына ҡалған таяныс»ы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров уның арҡаһына, аталарса һөйгән булып, ҡаты йоҙроғон төйгөсләп әйттерткән шомло һүҙҙәре сәсрәп түгелде, тап шул ваҡыттағылай, теҙ быуындары ҡалтырап, ытырғаныс һалҡын тир ағып төштө арҡа улағынан.

-- Беләм, беләм. Исемең дә яңыса, заманса — Металл Владимирович Бараков бит әле һинең. — Һәм ҡайҙалыр ситкә ҡарап бойорҙо. — Яҙыусы Металл Владимирович Бараковтың таланты сәскә атһын сөн, бөтә шарттарҙы ла тыуҙырырға. Атаһы өсөн улан яуаплы түгел! Ул — ил улы!

-- Ррр-әх... — Урғылып ташҡан хисен Мотал сығара алмай ҡалды — ҡаршыһында ҡабат тәүге — ялтыр йөҙлө һәм ботфортлы иргәйел тора ине. Ун һигеҙенсе быуат йораты.

-- Хе-хе-хе, рәхмәтеңде әйтерҙән алда мине яҡшылап тыңла.

-- Нәфрәт белдерәм! Минең өсөн иң изге йән образына керергә хаҡың юҡ һинең!

-- Шуның өсөн дә бына ғәйре бәндәгә әүерелдем, хе-хе-хе!

Яҙыусының таңғайына йәбешеп ҡатҡан теле саҡ хәрәкәтләнде:

-- Тәфтиләү?!

-- Тас үҙе, суҡынмыш Мәмәт (Алексей Иванович) Тевкелев.

-- Яуыз! Геноцид өрәге! Һин уҙған ерҙә йөҙәрләгән ауылдар урынында көл-күмер, баш һөйәктәре ҡалды. Сейәнтусы93 дәжжалы! Ҡырағай һин!

-- Хе-хе-хе, шыттырмасы, тәҡсир. Мин үҙемдең быуындың, замананың улы инем. Сейәнтусы көлө лә һеҙҙең быуын көл иткән Хатындәрҙән, Орадурҙарҙан, Лидицеларҙан, Сонгмиҙарҙан ҡырағайыраҡ түгел.

-- Халыҡ һине ҡәбереңдә лә ятып сыҙамаҫлыҡ ләғнәтләне.

-- Уның ҡарауы, мин һеҙгә мәңгелек «Тәфтиләү» йырын бүләк иттем, хе-хе-хе!.. Себендән дә арзаныраҡ кешеләрҙең үлемесле кәлләләрен94 ҡылысымдан үткәреп, үлемһеҙ моң тыуҙырттым.

-- Әҙәм баштарын киҫеү — донъялағы иң изге эш булып сыға, һинеңсә.

-- Хе-хе-хе! Һинең бит тәғлимәтеңдә «хаҡлыҡ өсөн изге һуғыш», «нахаҡ өсөн яуыз һуғыш» тигән төшөнсәләр бар. Белеүемсә, һин дә ана шул үҙеңдең хаҡлығың өсөн ҡыйышаһың бит.

-- «Һин дә» тигән һүҙеңде ҡалай аңларға?

-- Металл Владимирович Бараков та, Алексей Иванович Тевкелев тә бер үк заттан тип аңла.

-- Беҙ икебеҙ ике юлдан барабыҙ.

-- Дөрөҫ, баштарҙы ла ике төрлө ҡылыс менән ҡыябыҙ Әммә ҡыйылған баш өсөн ул барыбер.

-- Минең ҡылыс — ҡараңғылыҡҡа ҡаршы, аҡлъгк-яҡтылыҡ яҡлы. Илгә яҡты ҡояш сығарыу хаҡына.

-- Эйе, икебеҙ ҙә гөманлы95: икебеҙ тиң Ҡояш хаҡына, тормош хаҡына әҙәм баштарына һунар ҡылабыҙ, хе-хе-хе!.. Үлемесле был йола, әгәр ҙә белгең килһә, донъя яратылғандан — Әҙәм менән Һауа балалары гөманланып тыуғандан алып үтәлеп килә: кисен байыған Ҡояш иртән яңырып тыуһын өсөн, төн әтәсе ҡысҡырғанда әҙәм башы ҡырҡыла. Ҡырҡылған баш, йәнәһе лә, ал Ҡояшҡа әүерелеп, Күккә ҡалҡа, Күктән көнлөк юл үтә лә кисен тағы ергә (гүргә) керә, ә иртәһен ҡалҡһын өсөн төнгө әтәс ҡысҡырғанда тағы бер баш ҡырҡылырға тейеш була...

-- Ялғанлама, шомло йән! Коперник һәм Лобачевский тәғлимәттәре тантана иткән — йыһан караптары осҡан заманала йәшәйбеҙ!

-- Ышанмаһаң, үҙеңдең китап шүрлегеңдәге мәжмүғәне96 алып баҡ. Йыһан карабында осҡан замандашыңдың күҙе алдында анау Яңы Гвинеялағы икенсе бер замандашың әҙәм баштарына һунарлыҡ ҡыла — тап минеңсә, минеңсә!

-- Тап һинеңсә булыуы мөмкин түгел: һин сәйәси дошман итеп һуйғанһың ҡорбандарҙы, ә ул тәбиғәт балалары, таш быуатын кисергән папуастар, хөрәфәткә буйһона.

-- Хе-хе-хе, барыбер ул -- минеңсә, минеңсә! Мәхлүктәрҙең муйынынан беҙ айырған кәлләләре, ерәнгес ер ҡорттарының зәғиф мейе сүлмәктәре, балҡып яныр Ҡояшҡа әүерелә — хыяллана ла алмаған илаһи бәхетенә ирешә. Ошо түгелме иң ысын гөманлылыҡ?! Шуға курә минең ҡылысым сапҡан бәндәләр сикһеҙ рәхәтлек, ләззәт кисереп йән бирә. Бына ул ысын гөманлылыҡ! Һинең кеүек үк мин дә, тимәк, илаһи ысын гөманлы!

-- Үҙең менән ҡуша бизмән табағына мине лә һалырға маташыуың ғәжәп түгел — мәкерле йәндән көллөһөн көтөп була. Әммә бындай ҡәбәхәтлекте ишеткәнем юҡ ине: «Тәфтиләү — ысын гөманлы»... Сейәнтусы ауылында ҡылған ҡылыҡтарың хәтереңдәлер?

-- 0 ул шанлы ҡылығым! Ҡылған мин генә түгел, ҡылығымды күтәргән ил тәүәрих итеп хәтерләй. Шүрлегеңдән икенсе бер мәжмүғәне (Очерки по истории Башкирской АССР, т. 1, часты первая. Өфө, 1956) ал, 175-176-нсы сәхифәләрен ас: 1735 йылдың декабрендә Башҡортостанда Йосоп батыр ихтилалын баҫтырырға Бөрө ҡалаһынан Әй йылғаһы буйлап китеп барышлайында Балыҡсы ылыҫы Сейәнтусы ауылында туҡталып, Тәфтиләү мең кешене, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм бала-сағаларҙы, ҡылыстан тураҡлата, ә йөҙ ҙә биш кешене келәткә бикләтеп, тереләтә яндырта. Сейәнтусы ауылының һәм йәнә шундай биш йөҙ ауылдың көлөн күккә осорта ла юл ыңғайында тағы ике мең кешене ҡылыстан үткәртеп, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы үҙенең ҡара ҡырғындарына — яза әтрәтендәгеләргә ғүмерлек ҡоллоҡҡа тарата...

Яҙыусының үҙәгенән әрнеү ҡанһырап сыҡты:

-- Уф! Сейәнтусы ауылы, башҡортомдоң башкөлләйгә ҡырылып бөткән Сейәнтусы ырыуы...

-- 0 Сейәнтусы ауылы, онота буламмы уны! Унда күпме йәндәрҙе мин бөйөк мәрхәмәтем аша ләззәтләндереп үткәреп, үҙем дә ләззәтләндем! Үҙең әле әйтмешләй, донъя яратылғандан биреле ҡара ер ҡорто булып йәшәп килгән бөтөн ырыуҙы тулайымса Ҡояш итеп зәңгәр күккә олаҡтырҙым! Русиә императоры хәҙрәттәренә тоғро хеҙмәт иткән шанлы ғүмеремдең иң-иң гүзәл сәхифәләренең береһе ул! — Шәүлә, татлы хәтирәгә бирелеп, күҙҙәрен ярым йомған хәлдә хыялланып һөйләнде. — 0 меҫкен! Ундай ҙа ләззәт гөлләмәһен татыу ҡайҙа ул һиңә! Иҫемә төшһә, әле булһа көллө тәнем рәхәтлектән семерләп, ауыҙ һыуҙарым ҡойолоп китә, күҙ алдыма шул ауылда үҙем ҡосоп бәхетле иткән һыу һөлөгө һымаҡ башҡорт һылыуы төҫмөрләнә. Ярандарым тотоп килтереп миңә бүләк иткән ул ҡыҙ бала саф далала ҡороҡ күрмәй уйнаҡлап үҫкән байтал кеүек керһеҙ ҙә, йәш тә, өлгөрөп еткән дә ине. Икебеҙҙе генә ҡалдырып ярандарым сығып киткәс, мин уны ҡайнар ҡосағыма алып һөйөргә иттем, ул баш бирмәй туланы, күмерҙәй ҡара күҙҙәренән утлы осҡондар сәсрәтте — аңһыҙлығы арҡаһында үҙенә тейер бәхетте үҙе кире ҡағып ҡарышты97, аңһыҙ диуанаҡайым. Изгелекле ҡулым менән мейес араһынан туғыҙ ҡырлы утын әрҙәнәһе һурып алып, ҡуш йәйәләй кирелеп киткән ҡара ҡаш, ут сәсрәтеп янып торған ике күҙе аралығына — маңлайына шаңҡытҡансы аҡыл мөһөрө һалдым, әрҙәнәгә алһыу сейә төҫлө ҡанын сәсрәтеп иҫәңгерәп йығылған һомғол кәүҙәһен ҡосаҡлап алдым, ҡосағымда дер-дер ҡалтырап йән бирергә тартышҡан кейек ҡошсоҡтоң — фани ожмах баҡсаһының һутлы тупрағына үҙемдең ҡотло һабанымды батырҙым... 0, шундағы Йәшәү менән Үлем алышҡан мөҙҙәттәге илаһи-оло ләззәтте татып ҡараһындар ине! Ҡотло һабаным һөргән һайын ике сәйгүн ҡапҡасылай тиртеп-дерелдәп торған наҙлы күкрәк ситлегендә йөрәккәйе мин татытҡан илаһи хистән лөпөр-лөпөр-лөпөр тибеп талпына, ярым Айҙай ярылып киткән маңлайынан — мәрхәмәтле ҡоралым әрҙәнә асҡан сей яра бураҙнанан — боҫ борлатып ауыҙыма ҡыҙыл француз шарабынан да һиммәтлерәк йәшәү һуты сөпөр-сөпөр урғыла, аҡтыҡ йөрәк тибешенең нәзәкәтле тәне аша тәнем буйлап яҡынлауын һиҙенеп йәнем илерә... Ул хур ҡыҙы ана шулай минең ҡайнар ҡосағымда аҡтыҡҡаса илаһи ләззәтләнеп, керһеҙ йәнен теге донъяның йәннәтенә осорҙо.

-- Ҡан эскес! Кәүҙәһен дә ҡурып ашағанһыңдыр! Әле генә үҙең әйткән «мәжмүғә»лә Кебан атлы папуас үҙенең хәләл ефетен ғаилә ыҙғышы ваҡытында әрҙәнә менән һуғып үлтереп, кәүҙәһен ботарлап, күрше-күлән менән бергә ҡурҙаҡлап ашағаны кеүек!

-- Әлбиттә. Шул уҡ мәжмүғәлә дәүләт эше менән ауылдарына килгән ҡытай чиновнигын сажылдатып ҡурып ашаған ҡырағайҙар әйтмешләй, шундайын да татлы ниғмәтте нисек әрәм ҡалдыраһың? Шуныһын да әйтәйем: салынғанға ҡарағанда тереләтә утҡа һалып ҡыҙҙырылған ҡурҙаҡ татлыраҡ — тиккәме ни командама төшкө ашҡа йөҙ ҙә биш башҡортто сарылдатып ҡурҙырттым, оло келәткә бикләп... Ә шулай ҙа әлеге башҡорт һылыуына етмәйҙер...

-- Ҡәбәхәт! Хатта Батый-хан яуҙарына ҡаршы тороп күпте күргән, мең-мең тапҡыр иңрәгән был ер һиңә тиңләшерҙәй яуызлыҡ күрмәгәндер! Башҡорт һылыуы һиңә язалап үлтерер сәйәси дошман да, енси ләззәт алыр ҡатын да, тамаҡ туйҙырыр ҡурҙаҡ та булған бер юлы...

-- Эйе, Башҡортостандың башҡорт халыҡ шағиры Мәрүән Карамийығыҙға Башҡортостан бер юлы «әсә лә, ҡатын да» булған кеүек!

-- Бындай «универсал»лыҡты хатта Гитлер белмәгән — ҡорбандарының итенән ни бары һабын ғына ҡайнаттыртҡан...

— Уның ҡарауы, унан һуңғы уңыштарым иҫ китерлек: үҙен Үҙәк Африка императоры итеп иғлан ҡылған француз ғәскәре капитаны Бокассо, Кампучия тигән илдең ҡан ҡойоу маһиры Пол Пот... Улар ҡурып ашаған әҙәм баштарын һанай китһәң, иҫәп төймәһен миллионлап тартырға тура килер. Минең юлды тотоусылар үҙҙәре ваҡланһа ла, ҡылыҡтары эреләнә — Ҡояш итеп осорған баштар һәр бер юлы миллионлап иҫәпләнә.

—Ысындан да, ерҙә тиңе булмаған «гөманлы» һин...

Донъя саж-сож көйгән ҡурҙаҡ еҫе менән һуғарылды, тыны ҡыҫылып баҫлығыуҙан, ҡурҡышынан аңын юйыр хәлгә еткән яҙыусы был төшөнән — һаташыуҙан арынырға, уянырға тырышты.

-- Туҡта, күҙҙәреңде асмай тор! — тип киҫәтте Шәүлә уны. — Аҙағына еткермәй өҙмәйек һуҙҙе. Теләйһеңме, был ҡиәфәтем әгәр һиңә ҡыйын булһа, теләгән бер башҡа бәндәгә әуереләм: Чанкайшиғамы, Франкоғамы, Маоғамы...

-- Мөмкинлегең киң икән...

-- Теләгән бер ҡиәфәткә төрләнәм!

-- Ара-тирә Америка президенты булып та алаһыңдыр?

-- Быны ҡайҙан беләһең?

-- Сөнки океан аша һинең «гөманлы»ҡ-ҡурҙаҡ аңҡый... Америка президентының кешелек донъяһын «бәхетле» итәсәк бүләге — «иң гөманлы ҡорал» хаҡында әйтәм. Унан һинең Сейәнтусы «гөманлы»ғың һирпелә.

-- Яңылышаһың, сәркәтиб. Сейәнтусы башланғысы минең өсөн, Хиросима менән Нагасакиҙа үҙенең аҫыл үркелешенә етеп, күптән үтелгән этап. Их, кешелек донъяһына бүләктәрҙән дә оло бүләк, мөғжизә бит ул яңы уйлап сығарылған «иң-иң гөманлы ҡорал»! Теге саҡта бындай ҡорал минең ҡулда булһасы, меңәрләгән башҡорт ауылдарын яндырып көл итмәҫ инем — барлыҡ йорт-ҡуралары, иген келәттәре, ҡаралтылары имен килеш үҙемә ҡалыр ипе! Хәҙерге фән беҙҙе нисек тылсым-ҡөҙрәтле итте! Әйтәйек, ҡорос ҡанатлы сәмреғошҡа атланып, дошман яҡтың ҡалаһына барымтаға осҡаныңда бомба итеп ташлаһаң, ул бомба, «иң-иң гөманлы ҡорал», ҡор осар бейеклектә генә тауыш-тынһыҙ ярыла ла күҙгә күренмәҫ нурҙар ғына тарата — минең әжәл нурҙарым. Һис бер нәмәне ватмай, көл итмәй, ҡиммәтле завод-фабрикалар, зиннәтле һарайҙар, торлаҡ йорттар, машиналар, бөтә мөлкәт-ҡаралты, кейем-һалым — көллөһө лә иҫән-имен тороп ҡала, кешеләре генә төптө булмағандай боҫланып елгә оса. «Иң-иң гөманлы ҡорал»дың игелеге шунда: ул кешеләрҙе асы әжәл ғазабына һалмайынса елләтә.

-- Ғазапһыҙ әжәл булырмы?!.

-- Елгә осоу менән Ғазраилдың салғыһына башты һалыу бер түгел. Эйе, салып йәнеңде алмай, ә күҙ асып йомған арала кәүҙәңде тере килеш, һиҙҙертмәй ҙә, үҙең белгән Менделеев әфәнде таблицаһының элементтарына тарҡата. Ул күҙгә күренмәҫ ҡара нурҙар, мәрхәмәт нурҙарым, ҡағылыуҙан әҙәм балаһы көллө тәнендә һис бер аңлатып бирә алмаҫлыҡ илаһи ләззәт кисереп, рәхәтлектән көлә-көлә тарҡала. Мәғрүр барымтасыға, тиңһеҙ гөманлыға, биналарҙың төндөктәрен шар-асып, эйәләре эфирға осҡан бүлмәләрҙе елләтәһе генә ҡала. Елгә осоусыға ла рәхәт, елгә осороусы ла ҡәнәғәт — бына ниндәй кешелекле ул «иң-иң гөманлы ҡорал»ым!

Тәфтиләүҙең оҙон телмәре ябай һаташыу ғына түгел, ә төшкә кергән өн, ҡот осорғос өн икәнен шәйләп елгөргән Мотал күҙҙәрен тиҙерәк тырнап асырға тырышһа ла, Шәүлә ирек бирмәне:

-- Уянмай торсо, тәҡсир! Нимәгә ынтылғанлығыңды, кемгә табынғанлығыңды төшөндөртөп бөтмәнем.

-- Яҡтыға ынтыламын, Уралға табынамын!

-- Юҡ, ҡараңғыға ынтылаһың, Шүлгәнгә табынаһың!

-- Мәкер эйәһенән быны ишетеү ғәжәп түгел!

-- Мин мәкер эйәһе булһам, һин, һеҙ, ерҙәге йәмғе бәндәғолдар — шул мәкерҙе ваҡ өлөштәргә бүлгесләп, таратып алыусылар, эсегеҙгә йомарлап йомоусылар! Һәм шуны үҙегеҙҙән дә, минән дә йәшерәһегеҙ, танырға теләмәйһегеҙ. Ләкин һеҙҙең барығыҙҙың мәкерен бергә йыйһаҡ, минең мәкер туплана — айырма шунда ғына. Шуға күрә һәр берегеҙ үҙенең ҡара эсе менән минең иңгә таяна.

-- Ҡот осорғос яла был!

-- Миҫал өсөн ғүмереңдең бер кәррәһен98 алайыҡ. Ғәйепһеҙлеген белә тороп, йоҡа ғына үҙ тиреңде һаҡлау хаҡына атайыңды ил алдында ләғнәтләп, «Халыҡ дошманына ул булырға теләмәйем! Баш тартам! Ваз кисәм!» тип һөрәнләүсе бәндәғол һин инең түгелме?

-- Тик мин ул саҡ иҫ белмәгән малай инем.

-- Бәлиғ булғас, йән дуҫыңдың мөхәббәтен урлап ҡасыусы, шуның менән арҡаһына бысаҡ ҡаҙаусы ла һин түгел инеңме?

-- Тик мин ул саҡ ылғый иҫерек инем.

-- Ылғый иҫерек булһаң да, йән дуҫыңдың һөйгән йәренә ҡул һалырға иҫең еткән бит.

-- Йәш ваҡытта ундай ғына нимәләр булғыламай? Егет саҡта кемдең һөйгәнен кемдәр һалдыртып алмаған?! Етмәһә, бының өсөн дуҫым үҙе ғәйепле.

-- Ә һин уның шул ғәйебен дә күтәрә белмәнеңме? Намыҫ ҡануны ҡартлыҡта ла, йәшлектә лә бер үк түгелме?!

-- Уныһы икенсе мәсьәлә.

-- Хе-хе-хе, барыһына ла һинең ғәйепле булыуыңа кемдәрҙер ғәйепле, һин түгел, улар яуап бирергә тейешле. Һөҙөмтәлә бөтәгеҙ ҙә ғәйепһеҙ, берегеҙ ҙә яуапһыҙ, эйеме? Бына ошонда инде ул һин әйткән мәкерҙең асылы. Эй әҙәм балаҡайғынаһы, тексәйеберәк ҡарасы! Бына минең эполетымдың ептәренә иғтибар итәһеңме — тыштан нисек ялтырай! Сөнки һәр епкә ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер алтын таҫма уралған. Балҡып янған шул таҫманы тағатһаң, уның аҫтында епте еп иткән, алтын уҡаны йыйып тотҡан үҙәклек — ҡара киндер еп булыр. Алтын уҡалай балҡыған бәндәнең дә асылында ана шундай ҡап-ҡара үҙәк ятыр. Алтын таҫма алтындай донъяла «алтын сөрөк»кә әйләнер, ҡара үҙәк өҫкә ҡалҡыр, бәндәләрҙе үҙҙәренә лайыҡ «ҡара упҡын»ға һөйрәп тартыр... Хоҙай итеп табынған Урал батырығыҙға ла, баяғылай, өлөшләтә бүлеп хыянат итәһегеҙ түгелме: һәр берегеҙҙең алтын таҫма менән сырмалған ҡара ҡылығы күренмәй ҙә беленмәй, ә бөтәһен бергә ҡуйһаҡ, Уралды күмерҙәй ҡара ҡойон йыйыла.

-- Төймәләй генә ғәйебемде дөйәләй яһама, үҙ бәләңде бәндәләргә ташлама!

-- Бәндәләрҙең үҙҙәренең ҡаралығы етерлек. Баҡ әле тәҙрәң үтә: ҡаршылағы икмәк кибетенән кемдәр йөкмәнеп сығып бара? Ҡытлыҡ йылындағы астармы улар? Әллә берәй йотлоҡ илен ҡотҡарырға йөкмәнеп баралармы?..

-- Мотал күреп таныны: көндәлек ҡәҙимге хәл... Оло-оло селтәр тоҡтарға ҡояш кеүек күпереп бешкән бөтөн-бөтөн икмәктәрҙе тултырып, ауыл кешеләре вокзалға төша. Көн дә электричкаларға тейәлеп, сусҡа һимертер өсөн, бешкән икмәк ташый улар ҡаланан...

—Күрҙеңме? Улар хатта үҙҙәренә үҙҙәре хыянат итә. Игенде сәсеп үҫтерәләр, урып алып келәттәргә һалалар, әпәкәйҙе Ҡояш менән генә тиңләп була, тип ололайҙар. Һәм шул тормош сығанағын ҡаласлап бешерәләр кеше хаҡына, кеше табынына ғына ҡуйыр өсөн, кибеткә сығаралар. Тик икмәкте сәсеп үҫтергән кешеләр үҙҙәре үк уны — ана ҡара! — кеше ауыҙына еткертмәй, ҡайырып алып, сусҡа алдына илтеп һала һәм намыҫы алдында ла аҡлана: «Икмәкте мин аҡса түләп һатып алдым — кем алдына һалырға ла хаҡлымын!» Ләкин Ҡояш менән Икмәкте һатып алыу мөмкинме һуң!.. Күрәһегеҙ: аҡса менән аҡлана — аҡса тигән ҡағыҙҙы ул икмәктән өҫтөн ҡуя, сөнки уның ярҙамында мәкерен ҡаплап ҡала. Ғәмәлдә ул аҡса тоҡсайы алдында, алтын алдында «хаҡлы»: икмәк ашатып һимерткән дуңғыҙын бишләтә хаҡҡа һата ла унлата хаҡҡа киләсәгенең алтын сөрөгөн ала, ха-ха-ха!.. Ошоно күргән һатыусылар, һатып алыусылар, милиционерҙар, автобус һәм поезд йөрөтөүселәр — урамдағы һәм юлдағы барса бәндәғолдар көллөһө вайымһыҙ уҙа: «Был тоҡтағы ҡаластарҙы сусҡа өсөн алынған тип ни өсөн мин уйларға тейеш әле? Тейешле кешеләр уйлаһын!» Бына ошо минутта һин дә тап шулай тип уйланың, бөтәһенең күләгәһе артына ышыҡландың. Таны һәм ялған ғорурлығыңды һындыр, әҙәмсеккенәм: тере икмәкте аяҡ аҫтыбыҙға ташлайбыҙ, үле алтынды башыбыҙ өҫтөнә күтәрәбеҙ, тип әйт, хе-хе-хе!..

-- Көтөүҙәге ҡутырлы бер башмаҡ менән бөтәһен дә буяма! Бөтәһе лә алтын сөрөк булмаясаҡ, алтын сөрөккә ҡаршы яу бара ерҙә!

-- Алтын сөрөк һәммәгеҙҙе баҫасаҡ! Тәҙрәнән күреп торҙоң бит... хе-хе-хе!.. Ана шулай тәмле шул ул тере ҡабырсаҡ ҡаны!

-- Ни һөйләйһең, ниндәй ҡабырсаҡ? Ниндәй ҡан?!

-- Хе-хе-хе! «Урал батыр» ҡобайырында яҙылғанды көйләйем! Сөнки Урал батырығыҙ ҙа ҡабырсаҡтан ҡан эсмәйенсә түҙә алмағайны... Шүлгән апаһы менән бергә ауыҙын ҡайырып эскәйне!

-- Уныһы ла — һинең мәкерле ҡотҡоң! Мәкереңә ышандыртып, сабый күңелле Урал батырҙы шүлгәнлеккә тартҡанһың!

-- Яңылышаһың, бәндәғол. Сабый саҡта мин ҡотортҡан тиһәгеҙ, бәлиғ булғас ҡылғандарын кемгә япһарырһығыҙ? Бөтә әҙәм балаларын ҡырҙыртып бөтмәк өсөн, асыуланып, ер йөҙөнә туфан ҡалҡытыусы Урал түгел инеме? Уға ҡаршы көрәшеүсе, туфандан һуң түлләнәсәк әҙәм тамырын ҡурсап ҡалыусы Шүлгән түгел инеме ни?! Шүлгән батырҙың аҡыллылығын аҙаҡ Урал үҙе лә ныҡ аңланы: үҙе ҡалҡытҡан туфанға ҡаршы көрәшергә һәм үҙе бөтөрөргә ниәтләнгән кешелек донъяһын ҡабат аяҡҡа баҫтырырға мәжбүр булды99... Һеҙ, ҡәләм тибрәтеүселәр, ике себен ыҙғышынан да трагедия яһарға тырышаһығыҙ. Ә бына ҡайҙа ята ул Шекспирығыҙ ҡоласына ла һыймаҫлыҡ донъя трагедияһы!..

— Хаталаныу ғәйеп түгел, ә хатаңды танымау, төҙәтмәү ғәйеп, ти беҙгә боронғолар. Урал батыр бер яңылышын мең игелектәре менән аҡлаған. Шуға күрә мең рәхмәтле халыҡ уны Аҡлыҡ батыры тип атаған. Ә һин, Шүлгән, Урал батыр ҡурсалаған тереклекте ҡабат ҡырҙыртыу өсөн, ил һуғарыр күл һыуҙарын әжәл ҡылйыландары менән тултырғанһың — бер игелегеңде мең мәкерең менән ҡаралағанһың. Шуға күрә мең ләғнәтле халыҡ ауыҙынан үҙең Ҡаралыҡ батыры аталғанһың.

-- Эй әҙәмсеккенәм! Эсеңдәге ылғый аҡты, ылғый ҡараны айырып, бизмән табаҡтарына һалып ҡара — ҡайһы яҡҡа ауыша?.. Урал батырығыҙ ҡайҙа?!.

-- Урал батыр ергә йәншишмәһен бөркөп, донъяға йәнен биреп китте — шуның менән мәңге тере! Ә һинең терелегеңдән — барлыҡ әҙәм сирле! Шуны ла белә Кеше: Урал батыр тереклектәрен үлтерергә, бөтөрөргә Шүлгәндең етмәҫ көсө!

—Хе-хе-хе! Урал батыр тереклектәрен Урал батырға табыныусыларҙың үҙҙәренән юҡ иттертеү әмәлен белә Шүлгән! Уралтауҙың ҡуйынынан Урал батырҙың ҡанын һурҙыртып алып, тирә-яҡҡа түктертеп, үҙҙәре эскән аҡ һыуҙарын эсмәҫлек ҡарайттыртыу, ҡара төтөн итеп күккә осортоп, үҙҙәре һулай торған һауаны бөтөртөү, далалағы үләнде, урмандағы ҡыуаҡты, болондағы кейекте, йылғалағы балыҡты, оялағы ҡош-ҡортто, солоҡтағы балҡортто, һәммәһен дә, һәммәһен дә тонсоҡтортоп бөлдөртөү шуның һоҡланып-ҡыуанып бөткөһөҙ миҫалы түгелме ни?!. Бәхетле, мин, бәхетле!

-- Әммә шул уҡ кешеләрҙең ҡом сүлдәрен — гөлбаҡса, боҙлоҡтарҙы — ожмахтай, ҡолалыҡты — ҡалалай, таҡырлыҡты — баҫыуҙай итеп мөслө үҙгәртеп, бер башаҡ урынына биш башаҡ үҫтереп, донъяны аслыҡ-йоттан, үләттән, ҡайғы-хәсрәттән ҡотҡарыуын ҡайҙа ҡуяһың? Уның ҡөҙрәтенең сикһеҙлегенә нисек баш эймәҫһең!

-- Ана шул үҙ ҡөҙрәте үҙенең башына етәсәк уның.

-- Әле мин һине Тәфтиләү тип кенә белһәм, ылғый Шүлгән икәнһең. Өҫтөңдә лә ҡара Шүлгән еләне.

-- Тап елегенә баҫтың, донъялағы иң олоғ серҙе астың! Һүрәттәрем минең төрлө булһа ла, асылым мәңге Шүлгән! Күҙгә төрткән яҡтылыҡҡа интекмәҫкә — ҡараңғылыҡ, шау-һиллек алып киләм. Кешеләрҙең эстәренә, алтын уҡа үҙәге ҡара ептәй, ауыр саҡта ҡасып сигенер өсөн, ҡараңғылыҡ һаҙы һалам, уларҙың зәғиф күңелдәренең мәңгелек «ҡара упҡын»ы булып ҡалам.

-- Ләкин кеше һинең ҡара һаҙлығыңдан арына, ҡара упҡыныңды кире тибәреп, яҡтылыҡҡа ынтыла. Ғорур кеше һыны бөгөн йыһанғаса турайып, ҡулы менән шау-йондоҙҙарҙы тота.

—Шул уҡ саҡта ҡулы тейгән йондоҙҙарҙа «иң гөманлы ҡорал» өсөн сорғолоу майҙаны ҡараштырып булмаҫмы икән, тип тә ҡармана. Шул уҡ ваҡытта яҡты Ҡояштың, йондоҙҙарҙың — икһеҙ-сикһеҙ ҡом сүлендәге ысыҡ тамсылары кеүек һирәк булыуына, бөтә ғәләм төпһөҙ йыһан ҡараңғылығынан, ҡара упҡындарҙан ғына тороуына инана.

-- Әммә кеше аҡылы ла сикләүһеҙ: ул үҙе Ҡояш ҡабыҙырға һәләтле. Бөгөн кеше ҡабыҙа торған ҡояш — тәбиғи Ҡояштан йөҙ тапҡыр, мең тапҡыр яҡтыраҡ балҡый ала. Шүлгән ҡараңғыһын ҡыуыу кешенең үҙ ҡулында, ҡөҙрәтендә.

-- Хе-хе-хе! Ә ул шартлап бәлҡый торған «ҡояш»ығыҙ нимә һуң? Ул да тәғәйен миңә хеҙмәт итәсәген, Шүлгән ҡараңғыһы алып киләсәген беләһеңме? Тап кеше, кеше ҡулы күҙ асҡансы балҡытҡан ҡояш күҙ йомғансы бөтә Ер шарын ҡара күмер ҡылып ҡараңғылыҡҡа күмә. Мәңге асылмаҫ Шүлгән ҡараңғылығына...

-- Әгәр шулай икән, ниңә миңә кәрттәреңде асаһың? Уйын кәртеңде белеп алғас, һиңә ҡаршы уғата көсләнермен, үҙеңде юҡ итермен.

-- Үҙеңде юҡ итә алаһыңмы һуң?!. Урал батыр һәм Шүлгән, Тереклек һәм Үлем бер ҡасан да бер-береһен юҡ итә алмаясаҡ, тик ҡайһыһы ҡайһы саҡта өҫтөнлөк алып китә — мәсьәлә шунда ғына.

-- Шулайғас, минән һиңә ни кәрәк?

—Ғорурлығыңды һындыр, Урал — Шүлгәндән өҫтөнөрәк, тигән уйыңдан ваз кис. Әгәр ҙә мине генә үҙһенә алмаһаң, бер юлы Урал батырға ла, миңә лә табын, ҡасып-боҫоп, йәшеренеп кенә булһа ла табын. Ғорур башыңды эйә төш. Минең кеүек йылан булып шыуышыуҙан да ғәрләнмә — һалҡын Күктән алыҫыраҡ, йылы Ергә яҡыныраҡ йәшәрһең. Мейеңде быраулап интектергән һорауҙарыңдан да арынырһың, яҡшынан да, ямандан да ем алып кинәнерһең. Һине туҡтатырлыҡ бик, һин һыймаҫлыҡ ек ҡалмаҫ. Ғорурлығың арҡаһында үҙ бисәңде лә аңламай, туң йөрәген иретә алмай йәшәйһең... Һин уның боҙ кеүек ҡатҡан йөрәге ҡайҙа ятҡанын беләһеңме?!. — Һуңғы һүҙҙәрен әйткән саҡта Шүлгәндең тауышы, хәстәрлекле атай һыҡтанып һөйләнгәндәй, шәфҡәт ҡатыш ҡыҙғаныулы ауаздарға күмелде, күңел йылыһына һыуһап өшөгән Мотал бәғерен семерләтте. «Белһәң ине лә ул!..» — тип саҡ-саҡ ысҡындырманы. Шүлгән быны һүҙһеҙ ҙә аңлай кеүек:

—Һинең ҡатыныңдың боҙло йөрәге ана анау ҡара һарайҙың эсендә, ҡара бәрхәт көбөндә. —Ҡасандыр Мотал ҡатынының тыуған көнөндә бүләк иткн ҡалын ҡара мәрмәр ҡумтаға тоҫҡалды Шүлгән бармағы. («Был, әлбиттә, төштә генә булмыш хәл», — тип уйланы Мотал: хәләл ефетенең йоҡо булмәһендәге хазина ҡумтаһы ни арала уның яҙыу өҫтәленә сығып ятҡан!). Ул ҡумтала Мөхлисәнең даими йоҙаҡлы алтын-көмөштәре һаҡлана. — Һин, әлбиттә, унда нисек инеү яйын белмәйһең. Ҡарап тор ҙа отоп ал: үҙем инеп күрһәтәм. — Шулай тине лә Шүлгән, ҡара еләненә башын йәшереп, йомғаҡтай йомарланып, кире-ҡабат ҡара йылан булып тағатыла башланы, тәҙрә төбөнән төшөп, иҙән буйлап шылып, яҙыу өҫтәленә шыуышып менде, ҡара ҡумтаның күҙгә күренмәҫ ярығынан ығылып инеп китте лә ых-бых килеп кире-ҡабат килеп сыҡты. Йәнә тәҙрә төбөнәсә һөйрәлеп, йомғаҡҡа йомарланып, ҡара елән аҫтынан башын сығарҙы, Шәүлә хәленә ҡайтты.

— Күреп ҡал: ана ята ҡатыныңдың боҙ йөрәге!

Мотал ҡара мәрмәр ҡумтаның ошо мәлдә быялалай үтә күренеүенә, унда, эстә, ҡара бәрхәт мендәр өҫтөндә бик ҙур ҡара гәүһәр ҡашлы алтын йөҙөк балҡып ятҡанлығына ғәжәп ҡалды. Иҫен йыйып, кире тәҙрә яғына боролғанда унда шомло Шәүлә лә, һары лимон ҡабығы ла юҡ ине инде, тышта фәҡәт тәҙрә төбөнән иҙелгә табан аҡ ҡар ярып һуҙылған ҡара дегет эҙҙәр генә ерҙе көйҙөрөп ята. «Икенсе атай урынына ҡалған» Яубаҫаров заводының ыҫланып ҡарайған кирбес торбаһы ерҙең сиҡан шешеләй һерәйеп тора. Төшөнә лә Шәүлә булып шул кергәндер, моғайын...

Самолет геүләй ҙә геүләй, ҡанаттарына саҡрымдарҙың йәймәһен урай ҙа урай... Тик күңеле менән Мотал, үҙе самолет салонында булһа ла, ҡалалағы фатирында — эш бүлмәһендә имеш... Саңғы шыуғанда кеймәле ҡалын йөн башлыҡ аҫтында Йәүҙәт кейәүе шаңҡыткан, аҡъямау һалынған түбә ҡапҡасы сатнай... Ниндәй аяныс хурлыҡ!.. Иртәгәме, береһе көнгәме ул ҡайтыуға өйҙә хәлдәр нисек булыры һынлана күҙ алдында, бына ул.

Бәпембә сәскәһеләй сөм-һары сәсен йәш ҡыҙҙарса ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыртҡан, һылыуҙарҙан-һылыу Мөхлисәһенең ишектән «гөлт!» итеп күренеүе уны бынан бер нисә йыл әлгәрегеләй ҡыуандырманы. Нәфис ҡолаҡ остарында эре гәүһәр таштарын һалҡын баҙырлатып-балҡытҡан ярым Ай рәүешле тос алтын алҡалары Күккә эленгән ике дана балта йөҙөнә оҡшап зәһәр сайҡалды. Оҙон бармаҡтарындағы ҙур ҡашлы йөҙөктәрен, алты мең тәңкәлек шәшке тунынан арынған саҡтарында «декольте» түшендә сатҡыланып күҙҙе ҡырҡҡан аҡ алтын медальонын — элек үҙенә ниндәйҙер дәрт, күңел һиллеге һәм кинәнес биргән ошо затлы әйберҙәрен күреүҙән үк уҙаманға үле металл һалҡынлығы бәрелде. Муйынын эскә тартты Мотал. Етмәһә, ҡатынының ҡыҙмасаланыбыраҡ ҡайтыуы ла һағайтты. Әммә Мөхлисәһе уның әхүәлен аңламаны. Ҡиммәтле роммы, әрмән коньягымы һеңешкән ирендәре, ҡаҙау һурырға йәтешләнгән ҡыпһыуырҙай ослайып, мәрмәр маңлайынан үпте:

—Ниңә бөршәйеп ҡаттың, сәңкенеңме, алтыным? Абау, башына ҡайһындай торпоша ҡаплап алган! — Мөхлисә был һүҙҙәрҙе иренең сикәләре ҡырау атҡан ҙур башын һыңар беләге менән ҡыҙҙарҙыҡынса тығыҙ күкрәгенә ҡыҫа биреберәк гөлдөрләне.

—Ғүмеремә шулай сәңкеп йәшәрмендер инде мин...

Иренә арҡа биреберәк, буй көҙгөгә ҡарап күлдәк иҙеүҙәрен ысҡындырып маташҡан Мөхлисә ҡырт-туҡталды, тиртеп сыҡҡан ҡарҙай ап-аҡ тыу йомороларын балҡытып боролдо:

-- Ошо йәшеңә етеп, ниңә һаман кеше менән кешесә йәшәй белмәйһең һин, алтыным?

-- Ҡайһылай булайым һуң? – Бына-бына башлана – улының ҡәбере эргәһендә Йыһпаниә менән ҡосаҡлашып илашҡанды һөйрәп сығара инде был, тип һағайғайны, икенсе яҡтан алдырҙы:

-- Илап-һыҡтап Мәрфуға апайым килеп китте. «Хөппөлгәрәй еҙнәйең ер тетрәтеп ҡоторона — Мотал кейәүгә еле ҡағылып ҡуймаһа ярар ине, ҡулы оҙон бит уның...» ти.

-- Ул ҡулдарҙы ҡыҫҡартыусы табылыр.

-- Томдарыңа кәртә ҡорҙортоп ҡуйыуы бик ихтимал — Госкомиздатта тешен ҡайрап кеме ултырғанын беләһең.

-- Госкомиздаттан өҫтөнөрәк орган бар.

-- Донъяларың бына ошолай зерә лә ҡатмарлы осорҙа ниңә тағы Ҡыҙыл башҡорт менән иҙән тибештең, алтыным?

-- Һин нимә, көмөшөм, әллә мине умыртҡаһыҙ ҡылйыланға һанайһыңмы?!

Мөхлисәнең ирендәре ҡалтыраны, күҙҙәренән эре ямғырҙай ике бөрсөк тәгәрәне:

—Үҙһөйәр! Һаман үҙең хаҡында ғына ҡайғыртаһың! «Гөманлы яҙыусы»!.. — Батист яулығы менән күҙҙәрен ҡоротоп, турһылдап, Мотал яуап биреп өлгөрмәһен өсөн ҡырт-боролоп, һөлөктәй һылыу буй-һынын горур мыймылдатып сығып китте — ғәҙәтенсә, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнде.

Ҡатынының сисенеп бөтөүен, утты һүндереүен, карауатҡа ауып, тәрән көрһөнөүен, урынында әйләнеп-тулғаныуын, йоҡа таш стена үтә көллө тән күҙәнәктәре менән тойҙо ир. Һуңғы йылдарҙа ҡәҙимгеләнгән һөҙөмтә лә яһаны: бынан һуң йоҡо бүлмәһе уның өсөн бикле — һалҡын һуғыш иғлан ителде, тимәк. Улар, хәләл ир-ҡатын булараҡ, кемдәр өсөндөр сәхнәлә уйнағандай, бер-береһенә яғымлы, тыныс өндәшәсәктәр, йылмайышасаҡтар, «алтыным» да «көмөшөм» тиәсәктәр. Ҡатыны хатта, һылыу буй-һыны менән алсаҡ борғаланып, уйнаҡлап, ул онотолоп яҙып ултырған минуттарҙа туптай тығыҙ түштәре менән уның арҡаһына баҙыҡ тертөлөп, енси яҡынлыҡҡа тартасаҡ, шул арала ир күңелендә бөтә үпкәләш, асыуҙар елгә осҡандай онотоласаҡ, әммә... ир өсөн иң көсөргәнешле мәлдә генә... ҡатыны тыу боландай ырғып китеп, уйнаҡлап инеп ятҡан йоҡо бүлмәһенең ишегенә эстән типке һалынған булып сығасаҡ... Нәфис заттың меңәр йыллыҡ тәжрибәһен кәүҙоләндергән зирәк аҡыл бизмәнендә иҫәпләп, миҡдарлап, Мөхлисә уны аҙналар, айҙар буйы ана шулай яңғыҙлыҡта интектереп язалауын дауам итер, сабырлығы ҡаҡшаған ир ахыр сиктә бөтә ғорурлығын юғалтып һыныр, ҡатынының аяғына йығылыр, ни ҡушһа ла үтәргә әҙер булыр... Үҙенең шул көсһөҙлөгөнән түбәнһетелгән Мотал, был юлы ла иҫке йоланың ҡабатланыуын һиҙемләп, донъяларын ләғнәтләп, яҙыу өҫтәле эргәһендәге атай диванына баш терәп янтайыр, һөлөктәй һылыу ҡатынының барлығын, яҡында ғына икәнлеген оноторға тырышыр...

Эй ғүмер!.. Бына ул инде самолетта ултыра, Ер менән Күк араһында бәүелепме-бәүелә. Нисәмә йылдар буйы бер ҡыуыш эсендә, бер ҡалаҡтан ашап донъя көтәләр, әммә һаман, бер-береһенең бәғерен йылыта алмай, күҙгә күренмәҫ боҙ стена үтә һөйләшеп һәм һөйөшөп интегәләр... Их!.. Мөхлисә менән икеһенең ғүмеркәйе заяға уҙманымы?!.

Ә аҫта, самолеттың ҡанаттары аҫтында, күсәренән таймайынса Ер шары зыр-әйләнә — бөтә булмыш һағыштары, шатлыҡтары, яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары менән ҡуша Ер әйләнә.

Болоттарҙан юғарыраҡ менһә лә, ерҙә ҡала икән әҙәм ғүмере...

Ерҙә, кешеләрҙең күңелдәрендә, Аҡ һәм Ҡараның туҡталғыһыҙ мәңге-мәңге алышы — мәңгелектең изге һуғышы бара!..




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет