ЕГЕРМЕ ӨСӨНСӨ СӘХИФӘ
Партияның Иҙелбаш ҡала комитетынан Моталды һигеҙ саҡрым артабаныраҡ урынлашҡан, күбеһенсә таҡта-ҡоролма йорттарҙан хасил Юбилейный салаһына – удар төҙөлөш штабына килтереп төшөрҙөләр. Аяҡ аҫты шаптор-шоптор; күмер төҫлө бысраҡ ҡарҙарҙы батҡаҡҡа бутап ерҙе-күкте ҡалтыратҡан техника өйөрөн күҙәтеп, әкиәттәге аждаһаларға оҡшатып, аптырабыраҡ торҙо... Сәфәренең осона – ҡарурман араһында яңы төҙөлөп ятҡан Инйәр станцияһынаса илтеп ҡуйырға вәғәҙә ителгән машинаны көтөп тормайынса, үҙаллы ҡуҙғалырға булды. Ни тиһәң дә, урындағы халыҡты ярты быуат буйына егәрле йөрөткән, шул иҫәптән заманында уның атаһын да үҙенең көймәле арбалай ғына вагонсыҡтарында күп тапҡырҙар елдерткән, инде яңы юл һалыныу сәбәпле һуңғы көндәрен кисергән тар араталы (узкоколейка) ҡартлас тимер юлдан ирәүәнләнеп бер үткеһе, тарих ҡомартҡыһы булып килеп еткән «кәкүк»-паровоз менән ҡуша үткән быуат елдәрен дә һулағыһы килде уның. Төҙөлөш штабы етәкселәре мосафир хаҡында Инйәргә шылтыратып өлгөргән, унда онотҡанда бер килеп сыға торған күренекле яҙыусы менән китап уҡыусылар конференцияһын уҙғарыу теләген белдергәндәр. Тимәк, әҙипкә үҙалдына ғына уйланаһы уйҙар ҙа бар.
Удар тимер юлдың Иҙелбаштан башланыуы – үҙе ҙур плюс йөкмәүсе изге символ булып күренде Моталға – Көньяҡ Урал пролетариатының борондан уҡ ҡорос бишеге бит ул. Ошо ергә, рәсми тарихтарҙа бәйән ителгәнсә, «Рәсәйҙә иң тәүге марксистик түңәрәктәр төҙөүселәрҙең береһе – ялҡынлы революционер П.В. Точисскийҙың изге ҡаны түгелгән». Тик йәйәләр эсендә әйтергә кәрәк: Рәсәй халыҡтарынан беренсе булып автономиялы дәүләт яулаусы «аҡ башҡорт»тарҙың ҡанын эсер өсөн беренсе ҡыҙыл полктарҙы төҙөп яуға оҙатыусы ла булған ул. Башҡорттарҙы, һуңғараҡ алтайҙарҙы үлтереп ләззәтләнеүсе Аркадий Голиков-Гайдарҙы ла эшмәкәрлектәренә тап шул Точисский фатихалаған. Хәйер, ҡанэскес остаз шәкерттәренән уңмаған: большевик Кашириндың ҡыҙыл казак полкы һуғышсылары уны өйөндә үк туҡмап үлтереп, мәйетен ҡала ситендәге тиреҫлектә өҫтөнә сүп өйөп яндырған. Ошо уҡ ерҙән, шул уҡ тарих китаптарынан билдәле булыуынса, «легендар герой В.К. Блюхерҙың ҡыҙыл партизандар армияһы Башҡортостан аша ҡорос ташҡындай ағылған», ташҡындың уртаһында, осло буденовкаһының маңлайына ҡыҙыл буҫтау йондоҙ баҫҡан һынмаҫ большевик Булаттимер Шаһибәрәков – Моталдың атаһы барған...
Был сәфәргә, дөрөҫөн генә әйткәндә, барыһынан да бигерәк, Күк Уралға удар төҙөлөш алып килгән цивилизация алҡымында тәбиғәттең сабыйлығы, хәтирәләрҙең самимилығы сәйнәлеп имгәнмәҫе, мазутҡа буялмаҫы элек, изге атай эҙҙәренән уҙып ҡалыу теләге килтерҙе уны. Күпме генә данларға һәм йомшартырға тырышма, индустриаль цивилизация бөтәбеҙгә дәһшәтле ҡорос тырнаҡтарын батыра – рухосфера бысрана...
«Ни тиһәң дә, әҙәм балаһы – тәүбашта тәбиғәт балаһы инде ул, -- тип уйлана әҙип. – Хатта архииндустриаль тоҡом да. Шаулы, тимер-томорло, термоядро энергиялы егерменсе быуат аҙағында ла. Эйе, кеше – тәүбашта кеше, тере йән эйәһе. Үҫемлектең, тереклектең айырылғыһыҙ туғаны. Илаһи аҡыл ҡанаттары рухыбыҙҙы һаман-һаман юғары сорғолтҡаны һайын, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, йөрәгебеҙ тартылып, ерҙең тере тупраҡ күҙәнәктәренә, унда бөрөләнеп шытҡан йәнле йәшел ҡыяҡҡа берегәбеҙ түгелме?.. Һәм шул энә күҙәүендәй генә хлорофилл фабрикаһының именлеге – бөтә кешелек донъяһының именлеге икәнен дә «аҡыл сүлмәге»беҙ көндән-көн нығыраҡ тоя бара. Ер-әсәнең һәр саңын һәм таш киҫәген, йәнлеген, морон төрткән үләнен, нисек бар – шулай ҡымшатмай һаҡлау, килер быуындар өсөн ҡурсалап ҡалдырыу теләге өтә йәнде. Ә күҙ алдында миллион йылдар тып-тын ятҡан саф тәбиғәттең иңен ярып тауҙар күккә сәсрәһә, ер ҡыртышын ҡанһыратҡан бирсәләргә тимербетон шпалдар, ҡорос рельстәр һалынһа?.. Үҙенең, бөйөк төҙөүсе булыуы менән бергә, ҡөҙрәтле емереүсе лә икәнен беләме икән кеше?!.
Үҙе белгән, үҙенең атаһы менән быуындаш булған эшсе синыфҡа алмашҡа килеүсе йәш быуынды тулыһынса аңлап еткерә алмауын ул эстән генә көйөнөп һиҙемләй ине, яҙыусы намыҫы шул бушлыҡты тултырыуҙы һорай ине. Хәйер, «бушлыҡ» тигәне – шул ғынамы икән әле? «Ҡарт быуын» тигән төшөнсәне төшөнөп бөтә алғанмы? Шул быуындың төбөндә ятҡан ерлекте, геологтар теле менән әйткәндә, тәрән материк тоҡомон? Әллә, беләм, тип, кәртә артында ҡала ҡороп уйнаған сабыйҙарҙай, иң өҫтә борхоған саң-соңда соҡсоноп йөрөйме? Ҡайҙан башлана ул синыф, эшсе тоҡом?..
Самолет геүе ҡолаҡтарында баҫылмаған да көйө, Мотал, уйҙарына сорналып, тар араталы тимер юлдың йоҙроҡтай ғына вагонында китеп бара Инйәргә. Мискәләге балыҡ һымаҡ шыпланнып, тубыҡҡа тубыҡ терәшеп ултырған пассажирҙар ирәүәнләнеп әңгәмәләрен һүтә, «тимер арба» эсе умарталай гөжләй. Мотал, елкә тәңгәлендә аҡһылланған өҫтәл көҙгөһө ҙурлыҡ ҡына тәҙрәгә муйынын бороп, ала-ҡола ҡаръюрған ябынып ойоп ятҡан юл буйҙарын ҡараштыра. Иҙелбаштан саҡҡандан биреле йәнәшәнән бейек өйөлмә - удар тимер юл полотноһы һуҙыла. Унан өҫтәрәк – төҙөүселәрҙең кәрәк-яраҡ ташый торған автомобиль юлы оҙатып бара. Был өс йәпле трасса яҙғы Ҡояш ялауынан ҡар юрғаны бүҫерелгән тау-урмандарҙы, йылғаларҙы, соҡорҙарҙы арҡыры ҡыйып үтә. Әҙәм ҡулы өйгән ташлы суҡайҙарҙа ҡандай ҡыҙыл сурик һылап яҙылған, йөрәк менән плюс тамғалары төшөрөлгән ҡая ярсыҡтары тарта иғтибарҙы. Был - кисә генә мәктәп парталарына үҙ фамилияларын бәке менән уйып ҡалдырған, ә бөгөн ошо тау һырттарын ҡырҡып-уйып үткән удар егет һәм ҡыҙҙарҙың ҡултамғалары.
Мотал ҡулында Иҙелбаш ҡала гәзите:
«Заман башҡа -- заң башҡа, тигән боронғолар. Хәҙер тимер юпдары ла, кешеләре лә үҙгәрҙе. Башҡортостан индустриаль республикаға әйләнде. Милли эшсе синыф быуын нығытты - халыҡтың яртыһынан ашыу өлөшө ҡалала эшләй һәм йәшәй. Шул эшсе синыф тураһында кинәнеп һөйләһәк һәм яҙһаҡ, ул беҙҙең ҡуҙ алдында - бер кеше ғумере һуҙымында мөһәбәт баһадир булып үҫеп еткәндәй тоҫмаллана». Быныһы дөрөҫ, әлбиттә. Әммә шул дәү баһадирҙың үҙебеҙҙән үк тыуыу, хатта яралыу осорҙарын да бер быуындың күҙ алдындағылай итеп күрергә күнегеп киттек түгелме? Шул хаҡта күпме әҫәрҙәр ижад иттек. Итәбеҙ. «Милли эшсе синыфын үҙебеҙ тыуҙырып үҫтерҙек!». Был, әлбиттә, үҙебеҙ өсөн ҡыуаныслы һәм ғорурлыҡлы. Тик шул дорфа «үҙебеҙ», бөтә нәмәнең дә башланышын 1917 йылда ғына «күҙе асылған» үҙебеҙгә ҡайтарып ҡалдырыу сире, мин-минлек, эшсе ғәли йәнәпте лә үҙебеҙҙең быуын аршинына һалырға маташыу, титанды тәрән тамырҙарынан айырыу булып сыкмаҫмы? Донъя яратылғандан алып халҡыбыҙҙың олпат олонон ергә беркетеп тотҡан тәрән тамырҙар тыуҙырмағанмы ни эшсе ғәли йәнәпте лә?!.
Бына мин үҙем, тип уйлана Мотал,эшсе-химиктар тормошонан роман яҙырға партиянан юғарылыҡлы социалистик йөкләмә алғанмын. Оҙаҡ йылдар буйы яҙам да һыҙам. Ләкин, дөрөҫөн генә әйткәндә, беләмме һуң әле мин эшсе-химик тигән ғәли йәнәптең шәжәрәһен?.. Кеше тигән мөғжизәнең психологияһы донъя яратылғандан алып тупланған, уны идеаль белеү - донъя яратылғандан алып материяның үҙеңәсә булған эволюцияһын идеаль белеүгә тиң булыр ине. Ләкин шул уҡ эшсе-химикты, донъя яратылыуға ҡағылмайынса уҡ, хатта алхимия осорон да торғоҙоп ҡалдырып, промышленность химияһы осоронан алып замаңдың шул фән маһиры Булаттимер Шаһибәрәковҡа - атайымаса һуҙылған ҡыҫҡа осорҙо ғына булһа ла беләмме һуң мин? Шуны ғына ла белмәһәм, романда уның эске донъяһын, психологик анализды дөрөҫ бирерменме һуң? Һәләк иткес ялғандан мин азатмы?..
Әлбиттә, мәсьәләнән еңел ҡотолоп була. Бер ниндәй ҙә тәрән тарих өйрәнеү, архивтарҙа соҡсоноу кәрәк түгел. Төбәгебеҙҙә атайың башлап нигеҙләгән тәүге химия заводының бөгөн дә иҫән ветерандарын, әйтәйек, заманында атайыңдың урынбаҫары булған, ошо көңдә шул заводтың директоры Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаровты күреп һорашаһың да, цехтар буйлап йөрөйһөң дә, завод ҡағыҙҙарында аҡтарынаһың да - беттө-китте, вәссәләм! (Мотал тап шулай башлағайны ла тыуа алмай интектергән романын!). Сөнки, маҡтансыҡланып уйлауыбыҙса, барыһы ла беҙҙән – төбәктәге тәүге химия етештереүсәнлегенән уны етештереүселәр - эшсе синыф шәжәрәһе лә башлана. Ләкин... ул саҡта өнһөҙ Тарих-ҡартластың тоҡҡа йәшергән осло беҙҙәй икенсе бер дәлилдәрен: ун һигеҙенсе быуат урталарында уҡ - Леонтий Кислянский, Федор Прядуновтар менән бер осорҙа – Рәсәйҙә беренселәр булып «ҡара алтын» яткылыҡтарын асыусы һәм донъяла беренселәр булып нефтте химия ысулы менән эшкәртә башаусыларҙың береһе башҡорт Нәҙер Ураҙмәтовты, Уралдың тәҫлө металдарын асыусы һәм эшкәртеүсе, Рәсәй күләмендә беренсе башлап промышленность юғары уҡыу йорто - Петербург тау училищеһенә нигеҙ һалыусы башҡорт Исмәғил Тасимовты, мәшһүр Павел Бажов ҡәләме данлаған тоҡомдо — Атас (хәҙерге Магнит) тауыңда донъялағы иң сифатлы булат ҡоросо ҡайнатыусыларҙы, Емельян Пугачевтың халыҡ армияһына дары яһаған аҫаба башҡорт, «дары мастеры» Изге Әйүповты һәм башҡа шундай уҡ исемле һәм исемһеҙ «эшсе-химик»тарҙы ҡайҙа куйырға?.. Һинең образыңды, йәғни ысын эшсе синыф образын, замана уҡыусыһына тулы ҡанлы игеп тыуҙырып биреү бурысын әле генә үтәй алмаясағымды төшөнөп, ҡулъяҙмамды аҫҡы тартмаға һалдым, атай; һәм мин уға, был мөҡәддәс маҡсатҡа, киләсәктә халҡымдың тәрән шәжәрәһен быуындар арҡылы юллап, халыҡ тарихын, психологияһын көпшәк һымаҡ үҙемә һурып һеңдереү аша ғына өлгәшәсәкмен. Ә хәҙерен борсой мине бөйөк ғәм: тереклекте тере итеп тотоп торған рухосфера – кешелек донъяһын йәшәтеүсе төп мөхит!..
Ҡояш байый, тау түбәләре тоноҡлана, ҡарағайҙарҙың ҡара шәүләһе вагон тәҙрәләрен яба. Баш сюоңда майшәм ҡабына. Йоҙрок тиклем генә паровоз, ҡәҙимгесә һыҙғырып-бышҡырып, артынан ҡуйы төтөн көлтәһе һуҙып, арбаларын тимер юлаҡтан кәлтер-көлтөр йүгертә. Урман төпкөлдәреңдәге ауылдарҙа кешеләр уны күҙҙәре тишелеп көтә. Юл араталары тар булһа ла, киң донъя менән бәйләй шул.
Мотал ҡуйын кеҫәһенән баяғы атай дәфтәрен һөйрәп сығарҙы. Кескәй форматлы «һимеҙ» китапҡа оҡшатып, ҡулдан төпләнгәйне ул. Тышлығына бал ҡортоноң шифалы елеме прополис мул һеңешкән. Сөнки бит был ҡомартҡы, Булаттимер Шаһибәрәков ҡулға алынғас, тиҫтә йылдар буйы көн яҡтыһы күрмәй, Мирхәйҙәр-ҡарыйҙың Ҡуҙйылға ауылындағы алыҫ тауҙарҙағы солоҡта – бал ҡортоноң кәрәҙҙәре араһында йәшереп һаҡланған. Умарта ҡарағандағылай, дәфтәрҙән вагонға татлы балауыҙ еҫе аңкыны.
Уны былтыр почта аша Мирхәйҙәр-ҡарый үҙе ебәргәйне Моталға. Урал арты төпкөлөнән. Дәфтәр ҡалын конвертҡа көпләнеп, ғәрәп хәрефтәре менән тышына: «Әгәр ҫуғыштан ҡайтмаҫам, уғлым Металлға ир ҡоро - ҡырҡ йәше тулып уҙғандин ҫоң тапшырылҫын», - тип васыятнамә яҙылған. Ә Мирхәйҙәр-ҡарый теркәгән сәләм хатынан Моталға шул мәғлүм булды: 1942 йылдың көҙөндә хәрби эшелонда Магадандан Сталинградҡа үтешләй, шанлы атай Булаттимер Силәбе станцияһында Мирхәйҙәр ҡорҙашын осратып, конвертҡа һалынған ошо аманатын тапшырып, ҡуҙ ҡараһындай һаҡларға ҡушҡан. Шуныһы ғәжәп: тиҫтәләгән йылдар буйынса ҡартлас ул хаҡта өндәшмәгән. Былтыр ғына, гәзиттәрҙән уҡып, Булаттимер улы Мотал Шаһибәрәков тигән яҙыусыға ҡырҡ йәш тулып уҙғанлығын шәйләгәс, урман төпкөлөндә онотолмош бейек ҡарағайға менә алмай йөҙәгән. Солоҡто көс-хәл менән асып, мәрхүм ҡорҙашының аманатын яҡты көнгә сығарған, васыятта әйтелгәнсә, «ышаныслы ҡулдар аша» вариҫына тапшыртҡан. Мотал иһә әле булһа ҡарыйҙы күрә алғаны юҡ...
Дәфтәргә осло ҡәләм менән бик тығыҙ юлдар яҙылған, тәүге биттәренән үк ҡатмарлы математик иҫәпләүҙәр, химик формулалар менән тынҡыслап тултырылған. Булаттимер-инженер һаман тимер рухлы көйөнсә ҡалған икән: һалкын ҡотоп түңәрәгендә лә туҡтатмаған ғилми эшен... Атай ҡулы һыҙған химик формулалар Моталды әллә ни ҡыҙыҡһындырманы - тарих булып ҡалған осор ярсыҡтарынан бөгөнгө фән өсөн нимә алаһың?.. Ҡулъяҙманың икенсе өлөшө тап Моталды әсир иткән әҙәби ядкәр булып, шул уҡ ғәрәп хәрефтәренән теркәлгәйне; яҙа-йоҙа ғына таныған Моталға ул ҡыйыныраҡ уҡылды. Шуға ла иркенләп керешергә форсат табылмағандыр...
«Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!» тип исемләнгән атай ядкәрен Мотал, сәме артҡандан-артып, онотолоп уҡыны:
«Ҡайһы бер «пәйғәмбәр»ҙәр, баштарынан аҡ салмаларын сәйәсәт ялҡыны ялмап үтһә, утты һыу һибеп һүндереү урынына, йөгөнөкләп ултырып, күҙ йәштәрен ағыҙалар. «Яҙмыштан уҙмыш юҡ» тигән мәҡәлде тәкрарлап уфтаналар.
Кешемен тигән кеше, һуңғы тамсы ҡаны ҡалғансы, үтта ла, һыуҙа ла бирешмәҫкә, Париждағы мәшһүр инженер Эйфель төҙөгән башня кеүек ғорур ҡалкынып торорға, яҙмыштың үҙен ҡағып осорорға тейеш. Шунһыҙ уның кешемен тип аталырға ла хаҡы юҡ!
Әйткәндәй, нимә һуң ул яҙмыш? Ниндәй ҡалаҡҡа һалып ҡабалар уны?..».
Һәм артабан атай-ҡарттың фәһемле хикәйәте:
«Әйт, тиһәгеҙ әйтәйем, яҙмыштың ни икәнен бәйән итәйем!
Егеттәрҙең егете, ирҙәрҙең ире, баһадирҙарҙың баһадиры Алп батыр булған борон. Яурынын ғына һелкетһә, тау емерелер, башын ғына ҡалҡытһа, Күк ишерелер икән. Ерҙә, Куҡтә һәм һыуҙарҙа көс яғынан уға тиңе булмаған. Ләкин шул егеттәрҙең-егетен, ирҙәрҙең-ирен, баһадирҙарҙың баһадирын күрер күҙгә күренәҫ, тартыр бизмәнгә тартмаҫ, килер ыңғайға килмәҫ, көс тиһәң -- көс түгел, үс тиһәң -- үс түгел, теш тиһәң -- теш тугел юҡтың юғы ҡол иткән. Кем, тиһегеҙме? Шул үҙе инде – яҙмыш-аҙмыш...
Алп батыр ер һөрөп, иген игеп, донъяны байытырға - кешеләрҙең ас тамағын туйҙырырға тырышҡан. Тик ул күпме генә көсәнеп көс түкмәһен, тирләп-бешеп эшләмәһен, урып алғаны орлок итеп һалырға ла етмәй икән. Көн уйлай башын баҫып Алп батыр, төн уйлай, теүәл өс көн, өс төн шулай уйлағас, орлоғоноң ил икмәгенә әүерелә алмауы сәбәбен юплай.
-- ӘҺә, булды! - тип ҡысҡырып ебәрә ул. - Игенсенең иң яуыз дошманы - ҡоролоҡ икән. Ҡоролоҡто тотоп юҡ итергә кәрәк!
Суҡмарына ҡул һоноуы ғына була Алп батырҙың, күҙгә күренмәгән аран-ауыҙҙан туп-тура уның ҡолағына йәмһеҙ ауаз һауыла:
-- Яр-ра-май!
-- Нимә ярамай?
-- Ҡоролоҡто юҡ итергә ярамай.
-- Ул бит минең игендәремде юҡ итә?
-- Түҙ, маңлайыңа шулай яҙылған.
-- Уны кем яҙған?
-- Мин.
-- Һин кем?
-- Яҙмышың.
Алп батыр маңлайын тотоп уйға ҡала. Бына уның күҙҙәре ут-ҡуҙҙай уйнап, ялтырап китә: яҙмыштың үҙен сәсрәтә һуғыу өсөн суҡмарына йәбешә. Ләкин шунда уҡ, баяғы йәмһеҙ тауышты ишетеп, кире сүгә:
-- Мин - хоҙайың һинең, хоҙайың. Миңә ҡаршы күтәргән суҡмарың үҙ башыңа төшөп ҡуймаһын.
-- Яҙмышым-хоҙайым, ни эшләргә һуң? - тип башын тота Алп батыр.
-- Яҙмышындың алдына сыҡмай, уның ҡойроҡ осонан - ҡойроҡ кикеленән генә тотоноп бар!
Көн уйлай башын тотоп Алп батыр, төн уйлай. Өс көн, өс төн уйлағас, яҙмыштан ҡасмаҡ була: ерҙәге иген эштәрен бөтөнләй ташлап, зәңгәр һауаға күсә - ҡош аулап тамаҡ туйҙырырға тотона. Әммә купме генә көн-төн көсәнеп тырышмаһын, аулап тапҡан улъяһы, илен туйҙырыу түгел, үҙенә лә саҡлы-соҡло ғына булып ҡала икән. Тағы ла башын тотоп уйға һабыша Алп батыр.
-- ӘҺә, таптым! - тип шатланып ҡысҡырып ебәреүе була, йәнә баягы йәмһеҙ тауышты ишетеп сүгеп төшә:
-- Яр-ра-май!
-- Һин кем?
-- Яҙмышың1
Зәңгәр күген ташлап инде ҡара ер аҫтына боҫа Алп батыр. Ундағы иҫәпһеҙ хазиналарҙы ер өҫтөнә сығарып, илен байытмаҡ була. Көн эшләй ҡорос кәйлә тотоп Алп батыр, төн эшләй.. Бына бер заман сығарған алтындары, иленә барып етә алмай, алтын сөрөккә әйләнеп елгә осоуы асыҡлана. Мәмерйәһе ауыҙына ултырып, башын тотоп, өс көн, өс төн шул хаҡта баш ватҡандан һуң:
-- ӘҺә, таптым! - тип шатланып ҡысҡырып ебәреүе була...
-- Яр-ра-май!
Башын тотҡан килеш тороп ҡаса Алп батырыбыҙ. Был юлы ул икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ-океан ярына барып сыға. Диңгеҙҙең тап шашынып-ҡайнап торған дауыллы сағы икән. Быны күргән Алп батыр ҡыуанып йырлап ебәрә - үҙенең шашҡын тәбиғәтен таба ул. Дурт ҡаяны бергә уҡмаштырып, бишенсеһе менән түбәһен ябып, үҙе ҡунып-йоҡлап йөрөрлөк өшәләк әтмәләп керә лә батырыбыҙ, иле өсөн күк диңгеҙҙәрҙе кисеүсе балыҡсы булып китә. Оло гранит тауҙың уртаһын соҡоп яһаған таш кәмәһендә көнө-төнө океан иңендә ишкәк ишеп йырлап йөрөй. Уның көр йырын ишетеп, алыҫ-алыҫтарҙан яр буйына халыҡ эркелә - ҡала ҡороп ултыра. Алп батыр барыһын да балыҡ менән туйҙыра. Яҙмыш өргән ел-дауылдар, уның юлында ажғырышып, бейек туфан тауҙары торғоҙоп ҡарай - таш кәмә бирешәй. Яҙмыш ҡайырған көслө ағындар балыҡтарҙы көтөү-көтөү ҡыуып ебәреп ҡарай - таш кәмә ҡалышмай. Яҙмыш һалған ут һәм боҙҙар, көндөҙ ҡыҙҙырып, төдә туңдыып ҡарай - таш кәмә сатнамай. Күк океан киңлегендә көнө-төнө Алп батарҙың дәртле йыры яңғырай. Ахыры булмағас, ҡола һыу яланы уртаһында Алп батырҙы яҙмыш үҙе ҡаршылай:
-- Яр-ра-май!
-- Ярай! - ти Алп батыр. - Мин шуны төшөндөм: илем өсөн тигәндә утҡа-һыуға инергә лә бик ярай!
-- Улайһа, ин бына минең ауыҙға!
Күрә Алп батыр: алдында, йөҙ йәшәп, йыланлығынан үткән, мең йәшәп, аждаһаға әүерелгән мүк түбәле суртан тоҡомо, ажарланып, ҡапҡалай ауыҙын асып тора, тыны менән тартып алып йоторға ялмана.
-- Мин – яҙмышың! Яҙмышындың ҡойроғонда һөйрәлеп барырға теләмәгәс, яҙмшыңа ҡаршы барып, яҙмышыңдың оторо аңҡауына ин!
-- Илем өсөн мин, бер генә түгел, мең яҙмышҡа ҡаршы барырға ла әҙер! -- ти ҙә Алп батыр, кәмәһенең бауын йомарлап тотоп, ҡот осорғос ут бөркөп торған аждаһаның ауыҙына һикерә һәм, күп тә үтмәй, кәмә бауының осон һаман ҡулында йомарлап тотҡан килеш, аждаһаның айғолағынан "былт!" итеп килеп тә сыға. Кәмәһенә етеҙ һикереп менеп, айғолағынан баяғы бау үткәрелгән ҡартлас-яҙмышты таш кәмәнең ҡойроғона көрмәп-бәйләп тә куя, үҙе, аҡ елкәнен ҡороп, кинәнеп йырлай-йырлай ҡайтырға сыға.
Яр буйында иле, йыйылып, Алп батырҙы көтә. Күрәләр: күбекле аҡ тулҡындарҙың һыртын урталай ярып, дауылдарҙа сигенмәҫ таш кәмә килә, таш кәмәнең ҡойроғонда, айғолағынан һөйрәтелеп, Алп батырҙан еңелгән яҙмыш килә, ә аҡ елкән ҡушаһында, мыҡты һынын сүкмәҫ сағылдай турайтып, ғорур күкрәк киреп, иленең яратҡан йырын йырлап, көслөләрҙең көслөһө Алп батыр - яҙмышының алдына сыҡҡан батыр - еңелмәҫ Кеше килә...
Таш кәмәне ярға тартып, Алп батыр һыуға төшә, Алп батыр кәмәһенең ҡойроғонда һөйрәлеүҙән бәлйерәп бөткән, ажарлы аждаһанан мөшкөл генә сурағайға әйләнгән яҙмышты айғолағынан ярға алып бәрә ул:
-- Кешеләрем, күрегеҙ! Бер нимәнән дә ҡурҡмай-сүкмәй йәшәгеҙ, кешелек өсөн бил яҙмайынса эшләгеҙ - яҙмыш үҙебеҙҙең ҡулда! Иле өсөн алға ҡарпыған ир-егеткә кәртә юҡ, үлем юҡ! Күрегеҙ: хатта бирепмәҫ яҙмыштың да яңаҡ ямауһыҙ икән – егет ҡулы матҡып-һығып ала торған тишек айғолаҡ икән!..
Ошонан һуң ерҙе иңләп илдән-илгә таралған да иңде баһадирҙарҙы изге яуға ҡанатландырған, «яҙмаштың да айғолағы ямауһыҙ!» тигән тәүәккәл әйтем. Һеҙ һоранығыҙ, мин әйттем».
Кәкес-бөкөс хәрефтәр Моталдың күҙен талдырҙы, шулай ҙа күңелен уғата нығыраҡ тартты - һаран юлдарҙан яҙыусыға атай ғумеренең утлы осҡондары сәсрәне. Мотал, әйтерһең, тамуҡ утлы Волга ярында һөйәктәре ыуалып ҡалған атай бахыр тауышын асыҡ ишетә. Һуғышҡа тиклем яҙылған юлдарҙыр, моғайын:
«Дауыт Юлтый түгел мин, Буранғол да түгелмен. Ә шулай ҙа ҡәләм осом нәфис һүҙгә тартыла. Ни өсөн тигәңдә, нәфис һүҙҙәрен нәфсе ҡолона әйләндереүсе ҡәләмдәр ырай башланы. Ундайҙар бер-береһен маҡтап һайрашырға, ғәйептәрен йәшерешергә, ҡәләмдәрен һыйыр итеп һауырға ғына тора»...
-- Һе! - Үҙалдына йылмайып һөйләнә Мотал. - Ҡәләмдәрен һыйыр итеп һауыусылар! Беҙҙең ҡойрок аҫтына ла ҡуҙ ҡыҫтыра түгелме?!. Уңдай «ҡәләм»дәрҙе һөрөп-сәсеп үҫтермәйҙәр шул – улар үҙҙәре шыта!..
«...Шуның арҡаһында "үлән"-өләңдәр ҡотороп сәскә ата. Индустриаль баҫыуҙы билсән баҫа... Йәмил Ҡотлоев иптәш менән бер көн шул турала оҙаҡ гәпләштек. "Бына һин, ғәййәр ҡорҙаш, үҙең тарихсы ла, тел ғалимы ла - итәгеңдән әҙәбиәткә бәйле, мин әйтәм. – Нисек уйлайһың: гонорар артынан ҡыуып, баҡыр тиндәргә алмашынған көмөш һумлыҡтай ваҡлана түгелме шағир халкы?.. Эллә,-- тим, - Ҡыҙыл Армияның политбүлегендә гәзит сығарған йылдарҙы иҫкә төшөрөп, ошо мөһим мәсьәләне күтәрәбеҙме?». Ҡыйынһынды ҡорҙашым: "Шағирҙарға аҡыл биреп арҡаланырға, бушағыраҡ түгелме беҙҙең арҡалыҡ? Етмәһә, әҙәби яҙма телебеҙ әле ҡалыплашып та бөтмәгән, шуны бер яктан – мин фәҡирең Ҡотлоев, икенсе яктан һөйөклө ҡорҙашың Баҡишев үҙенсә тартҡылай, теүәл ҡанунға керетеп-ҡоршап маташа... Шағирҙарға шиғырҙы ҡайһылай яҙырға өйрәтә башлаһаҡ, үҙең әйтмешләй, быуынһыҙ урынға бысаҡ салыу, йәиһә ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, булып ҡуймаҫмы»?.. Фекере менән килештем, әммә күңелдә сиселмәҫ төйөр ҡалды: заманабыҙҙың ошо ике ғалимы, Баҡишев һәм Ҡотлоев, тел белемендә бер-береһенә ҡаршылыҡлы ике мәктәп тыуҙыра-тыуҙыра үҙ-ара сәкәшеп, үҙ абруйҙары өсөн низаҡпашып, ахырҙа халыҡты мәктәпһеҙ ҡалдырып ҡуймағайы... Был, әлбиттә, шаяртыу, ләкин... Их, үҙем филолог булмағанмын!..
Ана шулай көйәләнеп ултырғанда, был ғына ла етмәһә, тип, ҡара танау-Мотал улым балалар баҡсаһынан ылғый "шау үлән"гә бөткән китап күтәреп ҡайтты. Илдә, Сталин иптәш киҫәткәнсә, киҫкен синфи бәрелеш көсәйгән, ә тышҡы яҡтан фашизм янаған саҡта, ҡыҙыл фронтҡа дәһшәтле яу көрәшселәре тәрбиәләйһе урынға, китап авторы йәш быуынды хыялый ожмах баҡсаһы буйлап йөрөтә, сихри сәскә еҫтәре менән әүрәтә»...
Һираҡтарына ҡабырсаҡтай ҡаты крагалар ҡаптырған тимер кешенең һынын бөгөн, эҡология болғанған, рухосфера ҡаҡшаған замандарҙа, күҙ алдына килтереп Мотал әмәлһеҙҙән йылмая: «Их атай, үҙең нигеҙен һалышҡан, пластмасса һаңдуғас яһап маташҡан, хәҙер иңде булдыҡлы шәкертең Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров ажарланған заводтың нисәмә саҡрымдарға серек кәбеҫтә ҡатыш әсе һарымһаҡ еҫе бөркәп ултырғанын күрһәң ине!.. Ейәндәрең ысынлап та сәскә еҫтәре менән тилерә торған көн килеп етте!»
Ләкин атай таушы һаман үҙенсә һөйләй бирә:
«Ә беҙ түбәндән сыҡтыҡ. Ҡояшты үҙебеҙ менән йөкмәп алып сыҡтыҡ...
Теге ваҡытта гөбөрнәтер ҡыҙы менән булған мажаранан һуң, ҡарт Дуртов менән йәш Дуртов мине, һыу эскеһеҙ иткәнсе туҡмап, дала төпкөлөнә илтеп быраҡтырыуҙарын бәйән иткәйнем алдараҡ. Ярым үлек хәлемдә, дөйә еккән ниндәйҙер аҙғын ҡаҙаҡ мине арбаһы төбөнә һалып алды, Илек һыуы буйындағы кейеҙ тирмәһенә килтерҙе. Еребеҙҙә бик күп теҙелеп киткән, бабаларҙан ҡалған бейек ҡорған итәгендә ине йәйләүе. Баҡһаң, үҙҙәренең урҙаларынан айырылып йөрөгән мыҡты биш ир, ҡарт атаман Дуртовҡа ялланып, бына икенсе йып инде шул төбәктә йәшерен соҡсоналар икән. Иң бейек сал ҡорғандарҙың ҡуйынына туннель ҡаҙып керәләр, табылған алтын-заттарҙы Дуртовҡа тапшыралар. Ҡарт атаман, ниндәйҙер иҫке-моҫҡо китаптарҙан уҡып, иң оло «батша ҡорғаны»нда хан замандарында уҡ йәшәгән, Геродот тигән тарихсы яҙып ҡалдырған юрматы нәҫелдәренең Зарина исемле хоҙайбикәһенең шау-алтыңдан ҡойолған һыны100 менән арыҫланға атланған Урал батыр һыны йәшерелгәнлеген белгән дә шуны темеҫкенә имеш. Биш ҡаҙаҡты ошо шөғөлөндә каторжандар хәлеңдә интектереп тотһа ла, тегеләр уның өҫтөнән шикәйәт бирергә лә, эште ташлап китергә лә ҡыймай, сөнки бишеһе лә тыуған яҡтарында эш бөлдөрөп тайғандар һәм уларға туранан-тура батша ғәли йәнәптәренең төрмәһе - Себер ҡатыры янай... Ошо кешеләр мине аҙна буйы кейеҙ тирмә төбөндә йәшереп аҫыраны, төрлө шифалы үләндәр ябып яраларымды уңалтты. Бер-нисә тапҡыр ыҫтанға ҡарт Дуртов үҙе килеп китте, эш барышын тикшерҙе. «Золотая баба»ны һәм «арыҫлан менгән Урал батыр»ҙы тиҙерәк табып бирһәләр, бишеһенең дә ҡулына батшаның ярлыҡауын тоттортоп ебәрәсәген әйтте. Һүгенеү ҡатыш әмерҙәрен асыҡ ишетеп яттым...
Аҙ-маҙ аяҡҡа баҫҡас, ҡотҡарыусыларыма рәхмәт әйтеп, Уралыма йүнәлдем, ә теге биш соксонсоноң артабанғы яҙмышы хаҡында оҙаҡ йылдар уҙғас - революдиянан һуң ғына ишеттем: имеш, кейеҙ тирмәләре менән дөйәләрен Дуртовтарҙың ихатаһында күргәндәр, ә ҡаҙаҡтар уҙҙәре иһә ҡорғанға соҡоп ингән туннелдәрендә эҙһеҙ юғалған - ер йотҡан...
Шуныһы бик ҡыҙыклы: боронғо юрматыларҙың Урал далаларындағы «батша ҡорған"дарына бәйле тағы ла бер ваҡиғаға граждаңдар һуғашынан һуң - утыҙынсы йылдар аҙағында тарырға тура килде. Совет иленең Алыҫ Көнсыш сиктәренә япон самурайҙары ҡотҡо һалған мәл ине. Мин, төбәгебеҙҙә фонтан атҡан беренсе Ишембай нефтенән машиналарға яғыулыҡ һәм май эшләүҙе юлға һалыу бурысы йөкмәтелгән химик-белгес булараҡ, Алыҫ Көнсығыштың ҡатмарлы климат шарттарына ла ярашлы (һыуыҡта — ҡатмай, эҫелә иремәй торған) ниндәйерәк яғыулыҡ һәм май кәрәклеген анык билдәләү өсөн, дәүләт вазифаһы менән алыҫҡа сәфәр сыҡтым. Шул осорҙа беҙҙең батыр сик һаҡсылары тарафынан сик боҙоусы япон диверсанттары - Дуртов аҡ бандаһы ҡалдыктары юҡ ителгән икән. Махсус вазифамды уңышлы ослап, ҡайтырға хушлашҡанда, Ҡыҙыл байраҡлы Алыҫ Кәнсығыш армияһы сәрғәскәре, үҙемдең электән яҡын танышым маршал Василий Константинович Блюхер миңә, дуҫлыҡ иҫтәлеге итеп, диверсанттарҙан алынған бер трофей бүләк итте. Шуны әйтергә кәрәк: Василий Константинович минең үҙемде белгән кеүек, тыуып үҫкән төбәгемде лә яҡшы хәтерләй ине. Сөнки 1918 йылдың йәйендә, ҡолчаксыларҙың йөнөн туҙҙырған яҙғы Һайылмыш һуғышынан һуң, чехословаҡ фетнәһе арҡаһында Ҡыҙыл ғәскәр Ырымбурҙа ҡамалып, Ырымбур - Силәбе юлы буйлап Иҙелбашҡа ҡарай сигенеп барған саҡта Василий Константинович менән беҙҙең ауылда ла булып киткәйнек. Хәтерҙә, командарм шул тирәләге тарихи ҡомартҡылар, далала йыш осраған ҡорғандар менән дә ҡыҙыкһынғайны, хатта уларҙы ҡартаһына төшөргөләп тә алғайны. Нисәмә йылдар үтһә лә, һаман хәтерләй булып сыҡты.
- Бана ҡара әле, ҡәҙерле ҡыҙыл разведчик, - тине миңә, ғәҙәтенсә яғымлы һәм ихтирамлы йылмайып, сағыу ебәктән эшләнгән япон ҡулсатырын ҡулында кирелдертеп, - был трофейҙа туранан-тура һиңә ҡағылышлы нәмә төҫмөрләнә, туған! - Һәм кирелгән ебәктәге сәйер биҙәктәргә төртөп күрһәтте. Мин аптырап ҡалдым: биҙәк тигән нәмәм серле топографик карта булып сыҡты һәм иң ғәжәбе шул - унда һис бер дәүләт сере һәм стратегик әһәмиәте булмаған минең тыуып-үҫкән төбәгем һәм шул тирәләге ҡорғандар һүрәтләнгәйне. Тәңгәлдәренә ниндәйҙер сәйер билдәләр ҡуйылған. Ә арыраҡ баш ҡалабыҙ Өфө торған тау тәңгәлендә мәмерйә ауыҙы күренә өңшәйеп, ажар арыҫлан һыны тештәрен ҡайрай…
- Был нәмәнең хужаһы һеҙҙең якташ булдымы икән әллә? - тине командарм. - Тик уны инде тикшереп белеү мөмкин түгел, ҡыҙғаныс… Шуға күрә һиңә тапшырырға булдым: химия формулаларынан талсығып киткән араларҙа топография һәм тарих менән дә шөғөлләнеп алырһың.
Ысынлап та, мине бик куп уйланырға мәжбүр итте был япон ҡулсатыры»...
Ҡулъяҙмаға күсерелгән топографик карта киҫәгенә Мотал ҡыҙыҡһынып баҡты: хәҙер бит ул мәмерйәгә Мөхлисәһенең атаҡлы «Ярлауыҡ» рестораны урынлашҡан!
Әҙип, йөрәге сығып китерҙәй һыҙланып, атай ядкәреңдәге шомло ике һүҙгә текләп ҡала: «япон ҡулсатыры»... Атайҙы ғына түгел, уның хәләл ефетен, балаларын, яҡын туғандарын да ныҡ ҡаҡшатты был хәйерһеҙ «япон ҡулсатыры». Нисәмә-нисә йылдар буйынса ғаилә, шуны оноторға тырышып, башҡаларҙың хәтерләтеүенән ҡурҡып, эстән тетрәнеп йәшәне: граждандар һуғышы геройы Булаттимер Шаһибәрәковҡа «япон шпионы» тигән ҡот осорғос ярлыҡ йәбештертте бит был япон ҡулсатыры…
Вагондың арғы башындараҡ мауығып кәрт һуғыусы ирҙәр, Моталдың эске хәленә ҡушылғандай, сәйер темаға тел сарланы:
-- Уралтауҙың мәмерйәһендә иҫ киткес күп алтын-хазина бар, ти бит, әй. Урал батырҙың алтын арыҫландары, ти. Тимер юлына тау куҡрәген тишеп үтеүселәр, моғайын, шуп хазинаға юлығыр әле.
-- Арыҫлан, тиһеңме?
-- Алтын арыҫлан. Ниңә, әллә "Урал батыр" эпосын белмәйһеңме? Унда асыҡ әйтелгән бит: Урал менән Шүлгән бала саҡтарында арыҫлан менеп уйнаған.
-- Шунан?
-- Ултырған да шыуған. Мәмерйәләрҙең береһендә ана шул арыҫлан менгән Урал батырыбыҙҙың саф алтындан ҡойолған һыны йәшерелгән, ти. Хәҙер ул мәмерйәнең ҡайҙа икәнлеген һис кем белмәй, Ҡобағош-сәсәндең шуны яҙып ҡалдырған Күн тышлы изге дәфтәре лә юҡҡа сыҡҡан,ти...
Бына ғәжәп замана, тип уйлап ҡуйҙы Мотал.Тере тарих, һауалағы күҙгә куренмәҫ кислород атомдары кеүек, кешеләрҙе үтәнән-үтә иңләп йөҙә.
Кеше, үҙе лә һиҙмәйенсә, үткәндәрҙең рухы менән ҡанаттарын кирелдертә. Ҡайҙа ғына, нимә генә алып ҡараһаң да, фекер осо тарихҡа бара ла тоташа.
Төн уртаһы ауышҡас, поезд ҡаяға төкәлгәндәй дөбөр-шатор туҡтаны, йоҡомһораған әҙиптең соңҡаһы таҡтаға «зыңҡ» итте. «Кәкүк»-паровоз, үҙенән дә ҙур әсе тауыш сығарып, һыҙғыртып артҡа сикте. Шау-шоу ҡупты, полотно буйлап кешеләр йүгереште. Ығы-зығыға ҡолаҡ һалып, ҡуҙғалыуҙы көтөп байтаҡ ҡаңғырғас, күңелһеҙ хәбәр таралды: поезд артабан бармай – юлға тау ишерелгән, хәрәкәт аҙна-ун көнгә өҙөлә…
Портфелен эләктереп, Мотал вагон ишегенән һалҡынса таң ҡосағына ырғыны. Мәреп ятҡан ҡарлы һыуға бата-сума, өҫтәге удар юл өйөлмәһенә үрмәләп, тигәндәй, менеп, шыңғырҙап ятҡан тимербетон шпалдарҙан бераҙыраҡ атлағас, сана табанына беркетелгән вагонсыҡтар эргәһендә суҡаңдаусы эшселәр төркөмөнә тарып, координаттар асыҡланды: Иҙелбаштан – 68, Инйәрҙән 15 километрҙағы ҡарлы-урманлы тау араһында тора икән. Яңы юл киҫемендә, рельстар бөткән ерҙә, төҙөлөш материалдары өйөлгән, йәнәшәлә тау-таш араһынан Инйәргә табан автотранспорт юлы һуҙыла. Тимәк, ҡарурман эсендә юғалып ятмыш был төбәк – удар төҙөлөш фронтының иң алғы һыҙығындағы тәьминәт терәге, материаль базаһы, тип һөҙөмтә яһаны Мотал. Удар төҙөүселәр менән хәҙер үк күҙгә-күҙ терәшеп һөйләшәсәген һиҙенеп, йөрәге лөпөрләне.
Таң тишегенән дыңғырҙаған гитара моңо йәлеп итте иғтибарҙы; ҡала урамдарындағы сәс-һаҡалдарын еткергән, балаҡтары урам һепереп йөрөгән ғауға өйөрҙәрен -- алтын сөрөктәрҙе осратырын күҙ алдына килтереп кәйефһеҙләнде. Әммә гитараны оҙатҡан йыр ҡыҙыҡһыныу уятты:
Тахта алып ебәр,әсәйем,—
Тау-таш араһыңда йәшәйем.
Сәс-һаҡалға батты йәш башым,
Һоро айыу минең юлдашым.
Рельстәрҙе бергә борабыҙ,
Балластирлап, көйләп барабыҙ:
«Даешь, тайга, беҙгә Инйәрҙе!
Урал,тыңла яңы көйҙәрҙе!»
Ярайһы ғына ғына һыҙҙыраһың, егет! - тип уйланы Мотал, йылмайып.
Өйөлмә-юл - беҙҙең гитара,
Сүкеш сиртә рельс-ҡылдарға.
Ә төҙөлөш - беҙҙең өйөбеҙ,
Һоро айыу менән бейейбеҙ.
...............................................
Ҡояш байый, шәфәк ҡабына,
Айыу тая өңө яғына.
Минең генә өңөм юк һаман,
Йәнкәйемде йәнә юҡһынам.
Тау-таш араһында йәшәйем,
Тахта алып ебәр, әсәйем!
Көй бығаса бер ҡайҙа ла яңғырамаған, һәр хәлдә Моталдың ҡолағына салынмағанса яңы, йырлаусының тау шишмәһе кеүек нескә, саф тауышы тәрән йөрәк төбөнән яй ғына селтерәп ағыла. Әммә йырҙың һүҙҙәре, Моталға ҡалһа, ошонда тау итәгендә аунап ятҡан күбәташтар һымаҡ кырыҫ та, шыҡһыҙ ҙа кеүек ине. Вагонсыҡтар артындағы ҡарт ҡарағай төбөнә яҡынлағаны һайын, танауға кейеҙ яндырғандағылай әсе көйөк еҫе бәрелде. Оскон сәсеп сытырҙаған усаҡ тирәләй ташбүкәндәрҙә өҫтәренә геологтарҙыҡы һымаҡ көпөшәнле тупаҫ брезент куртҡа, баштарына төрлө төҫ һәм шыҡылдағы бүректәр, аяҡтарына кирза итек кейгән егеттәр һерәйешеп ултыра, береһе, ҡарағусҡыл күмер күҙле башҡорт егете, һөрөмләнеп ҡатҡан оҙон кухня бысағы ярҙамында ялҡын өҫтөндә ҡырғыслап, һыйыр малының мыҡты тояғын өтә. Эргәһендә бер иле ҡалдырып бүҫкәргән араҡы шешәһе, тарбаҡай болан мөгөҙө күреп, яҙыусының сәстәре үрә торҙо: браконьер!..
Ят кешене абайлап, баштарын ҡалҡыттылар, гитарасы – зәңгәр күҙле урыҫ егете – сиртеүенән туҡтаны.
-- Әссәләмәғәләйкүм! – тине Мотал, болан мөгөҙөнән күҙен алмайынса.
-- Вәғәләйкүм. – Ҡойҡа ҡырсыусы, эшен теүәлләп, тояҡты мөгөҙ эргәһенә ырғытты.
-- Кем үлтерҙе?
Гитарасы бер-ике дыңғырҙатып туҡтаны:
-- Абау, ниндәй ҡырыҫ өндәшәһең, ағаҡай!
-- Лицензияғыҙ бармы?
-- Лицензия? Был ҡырағай тау-таш араһында кемгә кәрәк ул филькина грамота?
-- Ҡанунды беләһегеҙме?
-- Тыуған илебеҙҙең гүзәл тәбиғәт байлыҡтарын ҡурсалау тураһындағынмы? Белмәй ни! – Иптәштәренә күҙ ҡыҫып хихылданылар. Бөтәһе лә йәштәр, тап ҡала йорто подъезында Моталдың тунын телгәндәй, сәс-һаҡал баҫҡан өйөр. Гитарасы буш стакан һондо:
-- Тот, атаҡай, ҡоям. Тамағыңды сылатып ал, мосафир.
-- Браконьерҙар менән табындаш түгелмен!
Үҙ-ара бышылдаштылар, болан мөгөҙө менән тояғын күҙ алдынан олаҡтырҙылар. Гитарасы стаканды кеҫәһенә йәшерҙе, шешә төбөндәге бер иле хәмерҙе, аҡ күбектәр бызырлатҡансы һелкетеп, шешә боғаҙынан тура тамағына атҡарҙы ла еҙ ҡылдарҙы дыңғырҙатып көйләне:
Тау-таш араһында йәшәйем...
Мотал, ҡырт-боролоп, вагонсыҡтар тарафына йүнәлде. Барып асҡан беренсе ишек кухня булып сыҡты: суйын һымаҡ ҡара-йылтыр корей ҡыҙы, ап-аҡ ашнаҡсы хөлләһенә төрөнөп, яңғыҙ үҙе мәш-килә -- өтөп-йыуып таҙартылған, сабып ярылған болан башының еләк һымаҡ алһыу мейеһен һауытҡа бушата. Шуны күреүҙән сырайы сытырайып, мосафир ишекте япты, фекерен йыя алмай торҙо. Башына тәү килгәне: «Ниңә сыҡтым әле был хәйерһеҙ сәфәргә?..» -- булды. Айырымыраҡ торған, тышына сағыу плакаттар беркетелгән вагонсыҡта ғыжылдатып телефон ҡолағын борған өлкән йәштәрҙәге прорабҡа үҙенең кем икәнлеген, ни йомош менән йөрөүен әйтеп бирҙе. Тик уҙамандың, был донъяла үҙенең вазифаһынан башҡа бер нимәгә лә иҫе китмәгәнлеген белдертеп, ҡиәфәте эшлекле-һалҡын ҡалды.
-- Поезд ҡасан ҡуҙғалыр икән? – тине Мотал. – Унда халыҡ, бала-саға...
-- Беләбеҙ. Берәй аҙна, минимум өс тәүлек кәрәк булыр. Әле генә телефондан һөйләштем: пассажирҙарҙы алырға Инйәрҙән вездеходтар сыҡҡан. Айғырға артылғансы ғына тәпәйләһәләр...
-- Айғыр тигәнегеҙ ни нәмә һуң ул?
-- Шул исемле сағыл. Баяғы тау ишелеп төшкән артылыш.
-- Бында кемдәр эшләй, ни эш башҡараһығыҙ?
-- Шахматовскийҙың комсомолец-йәштәр бригадаһы. Буласаҡ станцияға разъезд юлдары һалабыҙ. Тар араталы тимер юлдан килгән йөктө машиналарға бушатып тейәйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, һәр төрлө авралдар менән шөғөлләнеү.
-- Мине бригадир менән таныштырһағыҙсы.
-- Бәй, танышманығыҙмы ни? Әле генә һеҙ баҫып торған усаҡ янында гитара сиртә ине.
Яҙыусының кәйефе ҡырылды:
-- Шулмы ни бригадир Шахматовский?
-- Бәй, шул булмай ни! Төнө буйына аврал яһап Инйәр яғына бетон торбалар тейәп оҙаттылар ҙа, саҡ ҡына серем итеп, инде баяғы тау ишендеһен бөтөрөргә киттеләр. Уны шунда ғына күрә алаһығыҙ. Киттек, мин дә шул яҡҡа барам.
Әҙип, портфелен һәлендереп, прораб артынан ҡалышмайынса тәпәйләне. Урыны-урыны менән ҡар ҡалын ине – ярай өйҙән, аҡылы етеп, күн башлы унталар кейеп сыҡҡан.
-- Ҡайһы яҡтаныраҡ йыйылған бригада егеттәре?
-- Илле проценты – ситтән. Ҡалғандары – тирә-яҡ ауылдарҙан. Ғәҙәти контингент.
-- Өҫ-баштары ҡараулы ғына күренһә лә, сәстәре, һаҡалдары етек...
-- Эйе, шулайыраҡ.
-- Әллә юғарынан килгәндәрен көтәһегеҙме, тим. Төктәрен көйҙәргә.
-- Ниңә? – Прораб туҡтаны. – Юҡ, яҙыусы иптәш, ярамай ул төктәргә яҫҡанырға – Төркөстан ҡом сүлендә түгелбеҙ ҙәһә. Беҙҙең удар эштәрҙең ун проценты шул төктәргә эленеп тора. – Серҙәше һүҙҙең асылына төшөнә алмауын күреп, аңлатты. – Эш бына нимәнән ғибәрәт, яҙыусы иптәш. Тартмайһығыҙмы? Бик шәп! – Моталдан йөҙөн бороп, тәмәке тоҡандырҙы. – Беҙҙең егеттәрҙең, -- тауҙар яғына ҡул һелтәне, -- кондиционерланған һауалы ҡала кабинеттарында ғына ултырып эшләмәгәнен беләһегеҙ. Улар йәйен-ҡышын анауы хоҙай-тәғәлә япҡан көмбәҙ аҫтында. Ыҙғар ел-бурандары ла, ә йәйҙәрен күҙ асҡыһыҙ серәкәйҙәре лә йәнгә тейә. Бына шунда яланғас бит, муйын менән түҙеп ҡара! Ҡала битниктары хаҡында әйтә алмайым, әммә беҙҙең һымаҡ трасса кешеләренә тыловиктар килтереп еткермәгән йылы битлеген дә, селтәрен дә алмаштыра тәбиғи төк, йәғни һаҡал-мыйыҡ. Беҙҙең менән бер алты ай эшләһәгеҙ, иманым камил, үҙегеҙ ҙә ҡалалағы коллегаларығыҙға йөнтәҫ айыу булып күренер инегеҙ.
Мотал өсөн көтөлмәгәнерәк булды был:
-- Шулай тиһегеҙ инде.
-- Эйе. Һаҡал-мыйыҡ беҙҙең өсөн стиль түгел, ә мохтажлыҡ ул, туған. Ҡайберәүҙәр беҙҙең гитара сиртеүҙән дә мөгөҙ сығарып маташа. Боронғолай, яурынға тальян гармун аҫып йөрөгәндә яратырҙар ине, буғай. Был шарттарҙа гитаранан да ҡулайлырағын табып ҡараһындар әле!
Бетон шпалдарҙан ике-өс саҡрымдай аҙымлап, бульдозерҙар көр гөрөлдәгән, самосвалдар геүләгән, экскаватор шыҡырҙаған үргә еттеләр.
-- Һеҙҙең сәфәрҙе бүлдерткән Айғыр сағылы тап ошо була инде. Ана ҡарағыҙ: Шахматовский бригадаһы эш кыра.
-- Раз-два, взяли! – Техниканың теше үтмәгән күбәташтарҙы егеттәрҙең һөймәндәре шыуҙырып түбән быраҡтыра. Йөнтәҫ бүрегенең ҡолаҡтарын ҡайтарып бәйләгән прораб та, тирләп-бешеп, таш тәгәрләтә. Күмәк эшкә ҡыҙығып ҡарап торған Мотал, портфелен ситкә ҡуйып, ҡулына һөймән алды, көсөргәнешле бригадаға ҡушылды...
Төшкөлөккә туҡтағас, йөк машинаһына тейәлеп, ыҫтанға ҡайттылар ҙа баяғы ҡарағусҡыл корей ҡыҙы хәстәрләгән табынды һырынылар. Балыҡ тәңкәләреләй йылтыр өрөләре мөлдөрәгән ҡандай ҡыҙыл һурпалы борщтың татлы еҫе танауҙарҙы ҡытыҡлап, ауыҙ һыуҙарын ҡойолдорҙо. Боҫ борлатҡан беренсе һауыт ҡунаҡ алдына ҡуйылды, уңған ҡара арыш икмәге килде.
-- Икенсеһенә -- котлетмы, әллә ҡойҡа турап аралаштырған мейеме? – тип, әмер көттө ашнаҡсы. Шахматовский Моталға боролдо:
-- Һеҙ нимә теләйһегеҙ?
-- Был борщ та болан ите һалып бешерелгәнме?
Ашнаҡсы дөрөҫләне:
-- Эйе, беҙҙә бөгөн барыһы ла болан итенән.
Яҙыусы ҡалағын ҡуйғайны, күҙәтеп ултырған Шахматовский прорабҡа өндәште:
-- Әйттем бит мин һиңә, юҡ менән бәйләнмәйек, тип. Яҙыусы иптәшкә аңлатып бир инде хәҙер.
-- Болан ите ҡайыҙлауыбыҙ иреккәндең көнөнән түгел, -- тине прораб. – Күрәһегеҙ бит участканың ниндәй төпкөлдә ятҡанын, ә эш кешеһенә тейешле калорийҙар кәрәк. Һуңғы аҙнала ит мәсьәләһендә ҡытлыҡ тыуҙы: тегендә ултырған тыловиктар, -- ҡалаҡ башын түшәмгә тоҫҡап күрһәтте, эштәрендә брак ебәргәндәр, шул арҡала браконьер исеме ала яҙҙыҡ. Ләкин лицензия бар.
-- Дөрөҫөрәге, уның номеры бар, -- тип төҙәтте Шахматовский. Прораб ҡуйын дәфтәрен сығарҙы:
-- Эйе, бына ул документтың числоһы, номеры. Урындағы егерь кәңәше буйынса, телефон аша бер боланға рөхсәт алдыҡ.
-- Ситтән тороп үбешеү һымаҡ була инде был, -- тип сирттерҙе егеттәрҙең береһе.
-- Так что, тартынмайынса керешегеҙ, -- тине прораб. Мотал, елкәһенән тирмән ташы төшөп киткәндәй тойоп, еңел һуланы, ләкин шунда уҡ ауыр көрһөнөп ҡуйҙы: тимер аждаһа килә, уның менән бергә телефон аша боландарға әжәл дә килә...
Тышта тәмәке тартырға өймәкләшкәс, үҙ һөнәренә тоғролоҡло әҙип уны-быны һорашырға, Аҡһаҡал тип йөрөтөлгән ҡарт эшсе менән әңгәмәләшергә кереште. Ағай кеше Шахматовский бригадаһына үҙе һорап яҙылған, сөнки бында уның ауылы Сағыллы яҡын икән. Мотал йөрәген ут яндырғандай итте – Блюхер армияһында разведкаға барған атаһының тап шул Сағыллы ауылы эргәһендә аҡ казак пүләһенән яраланыуын, ләкин сафта ҡалыуын бала саҡтан уҡ ишетеп белә ине. Етмәһә, Моталдың әсәһе Ғәзизә лә шул ауылдан (тик ауылын иҫкә алырға яратмай – аҡтар ояһы ине ул, ти). Шулай ҙа был хаҡта ауыҙ асманы.
-- Йәштәр менән ҡуша йөрөп, үҙем дә йәшәреп киттем әле, -- тип ҡәнәғәт йылмайҙы әңгәмәсе. Прорабтың әйтеүенсә, Аҡһаҡал йәштәргә сер бирмәй – рельстәрҙе тегеү машинаһылай йөйләй. Ошоға тиклем егерме туғыҙ йыл буйы леспромхозда ағас ҡырҡҡан. Удар төҙөлөш башланғас, бысҡыһын йырлатып, ҡуйы урман күкрәгенән трассаға юл ярған. – Иң яратҡан уйынсығын эләктергән йәш балалай ҡыуанып, йүгереп йөрөп эшләнем: ул көндәрҙә донъяла минән дә бәхетлерәк ағас йығыусы булмағандыр, -- тине ул, үткәндәрен хәтерләп. – Мин генә түгел, бөтәбеҙ шулай тырыштыҡ. Ағас ҡырҡылып бөткәс, үҙем уйған осһоҙ-ҡырыйһыҙ йәшел коридор буйында хайран ҡалып ултырҙым. Нисек тә тиҙерәк поездар геүләп үткәнен күргем килде. Үҙ ҡулдарым менән шуны яҡынайтыу хаҡына, бына күрәһегеҙ, профессияны алмаштырҙым – юл һалыу эшенә өйрәндем.
-- Ниндәй көс тарта икән һеҙҙе?
Күҙҙәрендә эске йөрәк уты көйрәп ҡабынды:
-- Изге эш тарта беҙҙе. Был төҙөлөш – бөтәбеҙ ҙә ҡасандан хыялланып көтөп алған изге эш. Был тимер юл – киң донъяға тәҙрә!
Әммә Моталдың йөрәк төбөндә баяғы болан мөгөҙө ослайып төртә: был яңырыш, нисек кенә прогрессив булмаһын, Уралыбыҙҙың кеше аяғы баҫмаған гүзәл тәбиғәтен лицензияһыҙ-ниһеҙ һәләк итмәҫме, донъяны ҡоротмаҫмы?..
Йәнә кискәсә эшләп, арып-талып ҡайтҡандан һуң, ҡыҫынҡы ғына вагонсыҡта Шахматовский менән бер койкаға йығылғас, күҙен бөргән көскә ҡарышып, һораны:
-- Иртән усаҡ эргәһендә көйләгәнең нимә ине?
-- Әллә оҡшанымы?
-- Көйө арыу ғына былай. Әммә һүҙҙәре, тураһын әйтәйем, күңелде өйкәне. Тупаҫыраҡ.
-- Ни хәл итәһең инде, -- тине бригадир. – Тау-таш араһында яралғас, шыма түгелдер шул.
-- Репертуарҙың лайыҡлырағын һайларға кәрәк ине.
Шахматовский тороп ултырҙы:
-- Ҡайҙан? Күктәнме? Фәрештәләр беҙҙең эштәрҙе күрмәй бит. Ә хөрмәтле шағирҙарыбыҙ, композиторҙарыбыҙ фәрештәләрҙән дә йырағыраҡ – етенсе ҡат Күктә йөҙөп йөрөйҙәр. Урал тауын арҡыры ярып сығып барабыҙ, ә төҙөлөш тураһында берәй йүнле нәмә яҙғандары бармы? Тау аҡтарған халыҡ йырлай ҙа белә, уның йырлағыһы килә!
-- Сәғәте һуҡмағандыр. Йырҙары ла, поэмалары ла тыуыр, -- тип кенә әйтә алды әҙип, баш ҡалала тарихҡа ҡаршы ҡубарылған йәмһеҙ яуҙы хәтерләп.
-- Юлдар төҙөлөп бөткәс, бөтәбеҙ ҙә пенсияға киткәсме?
Мотал да тороп ултырҙы:
-- Йырҙарҙы әйтә алмайым, әммә эшсе синыфҡа арналған китаптарыбыҙ байтаҡ.
-- Ләкин ниндәй китаптар?! Эшсе синыфтың йәне бармы ул китаптарҙа? Бына был, мәҫәлән? – Егет тумбочканан үрелеп алған, тышлығы айырылған баҫмала әҙип үҙенең урыҫ теленә тәржемә ителгән очерктар йыйынтығын таныны. – Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, эштән арып ҡайтҡан әҙәмдең дә һүҙҙәре тура була, ә бөгөн беҙ икебеҙ ҙә арып ҡайттыҡ... Йыйып ҡына әйткәндә, ғәфү итегеҙ, эшсе кешенең тәрән эске донъяһын, күңел түрен станоктар фрезынан, шестерналар һырынан һәрмәнә һаман һөйөклө әҙиптәребеҙ. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола...
-- Әрепләшә алмайым...
-- Эшселәр темаһына уңышһыҙ китап сыҡҡан һайын, беҙ авторҙы эшсе тормошон белмәүҙә ғәйепләргә күнеккәнбеҙ, -- тип йомғаҡланы Шахматовский. – Ләкин хәл, минеңсә, төптө башҡасараҡ тора: автор үҙен яҡшы белмәй. Үҙен тәрәнтен белгән кеше генә бүтәндәрҙең эске донъяһына керә ала... Кисерегеҙ беҙҙең тура әйткәндәрҙе.
-- Зыян юҡ, барыһы ла – файҙаға.
-- Иртәгә лә, ял көнө булһа ла, кисектергеһеҙ эштәр бар – йоҡлайыҡ.
Ләкин Мотал тиҙ генә арына алманы – баш ҡаланы, ундағы бер фабрика китапханаһында үҙен ҡунаҡҡа саҡырған һәм йәшлегендәге әҙәби тормош тәжрибәһендә беренсе тапҡыр булған китап уҡыусылар конференцияһын хәтерләне. Трибунаға сығыусылар шундай шыма һөйләйҙәр, уның тап ошо Шахматовский ҡулындағы китабын шундай йөрәкһеп маҡтайҙар, бер-береһенең фекерен үҫтереп тулыландыралар – тыңлап ултырһаң, үҙе бер оҫта композициялы әҫәр ине. Мотал шунда иң төплө күренгән сығышсыларҙың текстарын һоратып алды, йомғаҡлау телмәрендә, күңеле тулышып, ҡағыҙҙарҙы башы осонда һелкеп, ҡәҙерле эшсе-уҡыусыларымдың йөрәк йылыһын, яҡты фекерҙәрен туплаған был яҙмалар киләсәктәге ижадыма көс биреүсе дәрт сығанағы булып үҙемдә һаҡланырҙар, тине. Машинкала баҫылған шул телмәрҙәрҙе өйҙә аҡтарғылап ҡарағас ҡына, сәстәре үрә торҙо, ер тишегенә инеп китерҙәй оялды: «эшсе фекерҙәре»нең һәр береһенең аҙағына: «Китапхана мөдире фәлән-фәләнова яҙып әҙерләне», -- тип ҡултамға ҡуйылған, ә тәүге биттәрҙең өҫкө мөйөшөнә: «Ҡаршы түгелмен, эшсенән уҡытырға ярай, комсомол бюроһы секретары фәлән-фәләнов» һым: «Раҫлайым: партком секретары фәлән-фәләнов», -- тип резолюциялар һалынған... Хәтһеҙ хәтере ҡалып, фабриканың комсомол бюроһы секретарына шылтыратты ла эсен яндырып барған үпкәһен белдерҙе:
-- Ниңә китап уҡыусыларҙы шпаргалканан һөйләттегеҙ, үҙ фекерҙәрен сатнатып әйттертмәнегеҙ?
-- Ярамай, -- тине йәш етәксенең олпатланып киткән тыныс тауышы. – Үҙегеҙ белергә тейеш: әҙәбиәт – идеология фронты. Идеология фронтында кәмәне һыуҙың ағышына тапшырырға ярамай – партиябыҙ шулай өйрәтә. Әгәр беҙ шулай итһәк, трибунан беҙ бөтөнләй планлаштырмаған, көтөлмәгән фекерҙәр ҙә ысҡыныуы ихтимал.
Ошонан һуң Мотал бик күп форумдарҙа ҡатнашты, хатта үҙе сығып һөйләргә тейешлене лә партия өлкә комитетында уҡытып, фатиха алырға тейешлегенә күнекте. Сөнки беҙҙең ауыҙҙарҙан кеше үҙе һөйләмәй, ә партиябыҙ фекере атҡарыла, һәр хәлдә был шулай булырға тейеш...
Иртәнге туңғаҡта, кистән һөйләшелгәнсә, бригада егеттәре Моталды ла алып тау һырты аша Сағыллы ауылына саңғыларҙа елдерҙе. Алыҫтан уҡ манаралай сурайған сағыл, яҡынлашҡан һайын, кеше ҡиәфәтенә кереп, оҙон шинель кейеп биленә ҡылыс таҡҡан ҡыҙыл һуғышсы һынына әйләнде, ул туранан-тура ер үҙәгенән үҫеп сыҡҡандай ине. Ҡая битенә ике бағаналап ошонда һәләк булған граждандар һуғышы ҡыҙыл ҡаһармандарының исемдәре яҙылған, егеттәр шул исемлек аҫтына һуңғы штрих – ураҡ-сүкешле ҡыҙыл йондоҙ яһарға килгән имеш.
-- Шуны уйлап торам әле, -- тине Мотал, -- был тиклем ҙур мөғжизәне ҡайһылай тыуҙырҙығыҙ?
-- Күмәк көс менән. Үткән көҙ Октябрь байрамында башлағайныҡ, ҡыш буйы ял көндәрендә һәм эштән һуң килеп эшләнек. Ошо ерҙә һеҙҙең атайҙың да ҡаны түгелгән тип ишеттек, был уға ла һәйкәл булһын.
-- Рәхмәт. Арағыҙҙа скульптор ҙа бар икән.
-- Бына ул! – Шахматовский кисә усаҡ эргәһендә тояҡ өтөп мәш-килгән егетте күрһәтте. -- Ә беҙ, ҡалғандар, уның мускул көстәре, көнлөксөләре генә...
Күҙ күреме һуҙылған үркәс-үркәс тауҙарҙан, Блюхер армияһы ташҡынында атаһы ла уҙған Иҙелбаш тарафынан, сикәләрҙе ҡытыҡлап яҙ еле иҫте, ҡолаҡҡа ул атай тауышылай шыбырҙап ишетелде: «Ослобаш шлемдар кейеп, маңлайҙарҙа ҡыҙыл йондоҙҙар ҡуҙратып, тыуған ерҙе изге ҡандарыбыҙ менән һуғарып уҙҙыҡ беҙ, улым. Уҙҙыҡ, ләкин юҡҡа сыҡманыҡ – бейек тауҙар булып ҡалҡынып ҡалдыҡ»...
Донъяла ғәжәп хәлдәр күп: Сағыллыла Моталды һыйларға өйөнә алып ҡайтҡан ҡолхоз көтөүсеһе - Ҡуҙйылғалағы атай дәфтәрен солоҡта ятҡырып аҫыраусы Мирхәйҙәр-ҡарыйҙың Ямырҙа тигән бер туған ҡустыһы имеш. Өҫтәүенә, үҙенә күрә йор күңелле, ҡыҙык һүҙле йән икән:
-- Тимер юлдан килгән саҡта ҡайһы тауҙан артылды?
-- Әллә тағы, - Мотал ҡул һелтәне, - ошо урман араһындағы ҡырлаларҙың береһенән.
Ағай томораланды:
-- Донъяға ҡул һелтәп кенә ҡарама улай,кустым.
-- Бәй, - Мотал аптырап ҡалды, - Мин донъяға ҡул һелтәргә йыйынмайымсы.
-- Һинең урында булһам, "әллә тағы" тип кенә ҡуймаҫ инем. Менгән-төшкән һәр ҡырламдың исемен төпсөнөр инем.
Мотал тирә-яҡҡа ишаралап көлдө:
-- Һи, ана күпме улар! Берәй исемһеҙ тау-таш булғандыр, моғайын.
Ләкин ағай һис кенә лә уйынға борорға теләмәй:
-- Исемһеҙ кеше булмағандай, атамаһыҙ тау-таш та булғаны юк ул, ҡустым. Табғас ҡағанының ҡылығын хәтерләтәһең миңә.
-- Ә? Ниндәй табғас ҡағаны?
-- Хәҙергесә әйткәндә, үҙебеҙҙең халыҡтан аҙып ҡытайға әүерелмеш хан -- ҡытай императоры була инде. Иҫке заман бәндәһе.
Йәшермәйек: сағыштырыу оҡшаманы Моталға.
-- Бында табғас-ҡытай императорының ни ҡыҫылышы бар, ағай? – тине, ҡәнәғәтһеҙ тамаҡ ҡырып.
-- Туранан-тура. - Ямырҙа уның ҡиәфәтенә күҙ һалды. -- Әллә тарих уҡымайһыңмы, мырҙам? 1Ү-Ү быуаттарҙа Урал халҡы үҙенең аҙған ҡан-ҡәрҙәштәренә йәғни ҡытайҙарҙы баҫып алып шунда император булғандан һуң үҙҙәре лә ҡытайға әйләнгән табғас империяһына ҡаршы үлемесле яу алып барғанлығын белмәйһеңме?
-- Үтә тәрәнгә сумып киттек тугелме?
-- Һай йөҙәбеҙ, минеңсә.
Мотал көлдө:
-- Мин менгән ҡырлала табағас та, таба ла күренмәнесе.
-- Куренмәҫ тә! Урал батырҙың аҡыҡташы яҡтырта ул үрҙәрҙе! – Күҙҙәренән эске нур балҡыған көтөүсе тыуған тауҙарына ғорур ҡараш атты. – Их ҡустым-ҡустым, ҡыйырһыта яҙҙың минең күңелде! -- тип баш сайҡаны. Уның ирәүән ҡиәфәте Моталға ел-ямғыр йышҡан гранит ҡаялай куренде.
-- Ғәфү ит, ағай, -- тине, яҙа баҫҡанына үкенеп, - Рәнйетергә теләмәгәйнем һис тә.
-- Мине түгел -- үҙеңде рәнйетәһең. Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән, ти боронғолар.Ә һин абайламайыраҡ ысҡындырҙың... беҙҙең тауҙар тураһында. Йә ярай, алыҫтан килгән мосафир хәлеңде иҫәпкә алып, һин әйткән ул «тау-таш»тарҙың мәғәнәһен төшөңдөртөп бирәйем. Ә һин, мосафир, ил һүҙен елгә түгел, ә илгә таратырһың. Урал батырҙың ҡарайыу белмәҫ аҡыҡташы тураһында бара һүҙ. - Ямырҙа дөрләгән мейескә әрҙәнәләр ырғытып, урындыҡҡа аяҡ бөкләп ултырҙы. Өйгә эйәләшкән Мотал күҙҙәрен йомоңҡорап, йылыға иҙерәп, тыңларға һәүәҫләнде. Хужабикә сығып киткән – аулаҡта ҡалғайнылар. Һәлмәк кенә сытырҙаған ут алҡымы минуттарҙың серлелеген арттырҙы.
-- Тарих китаптарынан билдәле булыуынса, - тип башланы көтөүсе «арт һабағы»н, - боронғо табғас императорҙары, үҙҙәре ҡытай булып киткәндән һуң ҡытай ҡанунын тотоп, үҙҙәрен -- ерҙең кендеге, илдәрен – хоҙайҙың Күк түренә ҡаратылған иң изге урыны тип, ә бәтә донъя уларҙың ҡул аҫтында бейеп кенә йәшәргә тейешле түбән зат тип һанағандар, шул йәһәттән күрше илдәр һәм халыҡтар менән өҙлөкһөҙ ҡанпы һуғыш алып барғандар. Бына бер заман императорға хәбәр килеп ирешә: төньяҡтараҡ Урал тигән тау яғаһында йәшәгән хапык баш бирмәй, ҡытай еләне кейергә һәм ҡытай телеңдә һөйләшергә, ҡытай табынған изге Буддаға табынырға теләмәй – ҡылыс-уғы менән табғас ғәскәрҙәрен эҙәрләй. Бер быуат үтә шулай һуғышып, ике быуат үтә, өсөнсөһө китә. Гөрләп торған ҡалалар харабаға әүерелә, яңылары ҡалҡына, күп халыҡтар ер йөҙөнән юйыла, күптәре юҡтан көсәйә, «изге Күк аҫтында» табғас императорының береһен-береһе алмаштыра, әммә төнъяк сиктәрҙә һуғыш бер көнгә лә баҫылмай. Баш эйеүҙе талап итеп ебәрелгән император илселәрен үткер сәсән телдәрендә көлөп-мәсхәрәләп, әсәнән тыумаса яланғасландыртып, тәүҙә киҫмәк тулы балға сумыралар, артынса уҡ ҡотһоҙ өкө йөнөндә әүмәләп-аунатып, эҙҙәренә ҡарама көлө һибеп, күттәренә тибеп ҡайтаралар, ә император ғали йәнәптәренә сәләм итеп ебәргән мәктүптәре бер: «Урап батыр табаны баҫҡан аҡыҡташ Уралда саҡта, берәүгә лә баш эймәбеҙ, Урал тауы кеүек кирем торорбыҙ!
Урал халҡын бер нисек тә баш эйҙертә алмағас, табғас императорының һөрөмө йөҙөнә сыға:
-- Юҡмы ни беҙҙең ерҙе ябып бара торған шанлы ғәскәрҙәребеҙ? Юҡмы ни ҡылды ҡырҡҡа яра торған ҡылыстарыбыҙ? Һарансалай ябырылып керегеҙ, беҙҙең бөйөк империя ҡаршыһында эйелмәгән ғорур баштарын ҡылыс менән кәбеҫтә күсәнеләй ҡырҡып күсерегеҙ, баҫып торған ерҙәрен беҙҙең аяҡ терәр тәхет балаҫы ҡылығыҙ! - тип екерә ул аҡыллы вәзирҙәренә.
-- Буйтым эшләп ҡараныҡ та ул, ләкин булдыра алманыҡ: сиктәренән үткәрмәйсә, ғәскәрҙе һуйып-ҡырҙылар. Урал батыр табаны баҫҡан аҡыҡташ Уралда сағында һонолорға ҡулыбыҙ ҡыҫҡа шул... - тип зарланып яуап бирәләр аҡыллы вәзирҙәре.
-- Юҡмы ни беҙҙең донъялағы иң бөйөк хоҙай Буддабыҙ? Ғорурҙарҙың ҡуҙҙәрен ҡамаштыртырға, куңелдәрен аймылыш ҡылырға шуның ҡара мәрмәрҙән ҡойолған изге һынын илтегеҙ, бөгөлмәҫ билдәрен Будда тылсымы менән ҡырҡҡа бөгәрләтегеҙ!
-- Быны эшләр инек тә ул, Урал халҡы араһында Буддаға ла урын юҡ. Урал батыр табаны баҫҡан аҡыҡташ Уралда саҡта -- ил доғаһы Уралда.
-- Юҡмы ни беҙҙең юлһыҙ ерҙә юхалап юл табыусы, йылымһыҙ күлдә йылытып йылан бейетеүсе таҫма телле шымсыларыбыҙ? Бөгөлмәгән ғорурҙарҙы һарайға алдаулап килтерегеҙ, император һыйы алдында баштарын эйҙертегеҙ!
-- Бик тырышып үтәр инек тә быны, ләкин үҙебеҙҙең һыйҙан үҙебеҙҙең ауыҙ беште. Урал батыр табаны баҫҡан аҡыҡташ Уралда саҡта, ул ғорур халыҡ Урал һыйҙарынан төңөлмәй, кеше табынына өңөлмәй.
-- Шул саҡлы бөтә халайыҡты үҙ янында тотор булғас, асылында нимә һуң ул Урал батыр табаны баҫҡан аҡыҡташ? -- тип, император иғтибарын эштең асыл үҙәгенә йүнәлткән.
-- Ул халыҡтың Урал батыр тигән башбабаһы бар, -- тип аңлатҡан аҡыллы вәзирҙәре, -- уның һөйәктәре күмелгән Уралтаү тигән оло уба бар. Шул убаның маңлайында, тере күҙҙәй көнгә балҡып, орсоҡбаш ҙурлыҡ ҡына аҡыҡ ята. Ул аҡыҡташ, донъя яратылғанда, Урал батыр, билдән ергә батып, яуыз дошманы Шүлгән менән алышҡанда, имеш, Урал батырға табанынан ерҙең ҡөҙрәтен биргән, ә ул Шүлгәнде йыҡҡас, Урал батыр табанына йәбешеп өҫкә сыҡҡан. Урал батыр үҙе үлгәс, аҡыҡташты уның убаһы маңлайына ер күҙе итеп балҡыта һалып ҡуйғандар, бөтә күҙҙәргә нур биреүсе ил күҙе тип атағандар...
-- Изге Күк ҡабағы аҫты империябыҙҙағы иң игелекле шымсыны эҙләп табығыҙ, Урал батыр убаһына юлландырығыҙ, -- тип бойорған император. -- Ул шуңда көнө-төнө гөрзә йылаңдай шыуышып барһын да бөтә күҙҙәргә нур биреүсе ил күҙен һуҡырайтһын!
Ошонан һуң бик күп айҙар һәм йылдар уҙған, Бөйөк ҡытай стенаһы буйынан күп елдәр иҫкән, һыуҙар аҡҡан. Бер заман иң игелекле шымсы бейек диуарҙы төньяҡтан аша төшөп, телен арҡыры тешләп, император тәхете төбөнә ҡайтып йығылған.
-- Булды, бөйөк бойороҡ үтәлде, Урал иленең бөтә күҙҙәргә нур биреүсе ил күҙе һуҡырайтылды! -- тип белдергән ул. Император тәхетенән ырғып торған, ҡулын һоноп аҡырған:
-- Һәй буласаҡ киҫекбаш, ҡайҙа аҡыҡташ, килтер бында!
Игелекле шымсы иҙәндең саңын ялап ялбарған:
-- ЗинҺар, башымды киҫтертмәгеҙ, әйтеп бөткәнемде көтөгөҙ! Аҡыҡташ шундай балҡыш - ете ҡат көп аҫтынан да нуры тышҡа бөркөлә, етмеш саҡрым алыҫлыктан күренә - уны йәшереп Бөйөк стенаға килтереп еткерер әмәл юҡ.
-- Ниңә ҡуптарып алманың, селпәрәмә килтермәнең?
-- Ҡуптарып алыуын-алдым, ләкин аҡыҡ усымда уҡ мең-мең нурлы ап-аҡ ҡомдай сәсрәп, Урал еренә һибелде – бөтөн Урал иленең күңелен яҡтыртты, усымда бер остоҡ саңы ғына ҡалды...
-- Аныһын ни эшләттең?
-- Иң шәп хәйлә уйлап таптым – Шүлгән күленә илтеп һалдым.
-- Балҡышы юғалдымы? - Булған император һорауы.
-- Уныһын мин күрмәнем. Дегет мискәһенә сумған бал тамсыһылай батты, шунда уҙ гурен тапты.
Император хәрби борғо тарттыртҡан, ғәскәрҙәрен Урал батыр ипенә юлландырған:
-- Бөйөк стенаны аша артылғас та, осраған һәр башты билсән урынына сабығыҙ, кәуҙәләрен бесән итеп өйөгөҙ – ут төртөргә сүп яһап, Урал тауын империямдың Күк ҡабағы аҫтына кусерегеҙ! Ә был шикле бәндәне, -- тигән ул, шымсыға төртөп күрһәтеп, -- игелектәре ҡасанмы аҡланғансы, Урал яғына киткән ғәскәр кире әйләнеп ҡайтҡансы, ҡапҡаны һайын һөрһөү ҡалъя һоғондортоп, затлы алтын ситлеккә бикләп тотоғоҙ!
Ғәскәр Бөйөк стенаны ашып оҙаҡ та бармай, дала шырпы һыҙған кеуек тоҡана: Өргөн – Инәсай таҡтаташтарына ядкәр итеп ырылған, тарихтағы иң ҙур һаналған һуғыштарҙың береһе башлана. Был һуғыш куп йылдар буйы баҫылмай дауам итә.Табғас халҡының яртыһы, Бөйөк стена аша артылып, дала ҡоҙғондарына емтек була. Ул ғына ла етмәһә, һуғыш өйөрмәһе Бөйөк стенанан ырғылып, табғас ҡалаларын емереп уҙа, илдә ҡопаҡ ишетмәгән, күҙ курмәгән оло ҡырылыш башлана. Ғәрәсәт ялҡыны император һарайына ла һирпелеп, эҫе теле итәк-салғыйын ялмағас, алтын ситлектәге шымсынан яуап алыу башлана:
- Аҡыҡташынан яҙған тау ниңә бында күсмәй, халҡы ниңә һаман яман ғәйрәтләнә? - тип язалайҙар уны. Язаларҙың һуңғы сигенә еткәс, игелекле шымсы теленән аҙаҡҡы мәғлүмәт йолона:
-- Аҡыҡташтың саңдай ғынаһын Шүлгән күленә батырып ҡына Урал халҡын баш эйҙертеү мөмкин түгел, сөнки аҡыҡташтың нурлы сатҡылары кешелрҙәң күҙендә һәм йөрәгендә мәңге һүнмәҫ төйөнләнгән.
- Бына был -- алтын мәғлүмәт! - тигән император. - Алтын теле менән ҡуша башын ҡырҡап алығыҙ, тубә ҡапҡасын саф алтындан ялатып, һарайҙағы иң хөрмәтле алтын сөйгә элегеҙ. Һуғыштарҙы туҡтатығыҙ, баш эймәүсән ул дошманга иң баш эйеүсән илселәрҙе ебәрегеҙ – кеселекле солох һорап ялбарырға. Ул бөгөлмәҫ ғорур Урал кешеләренә, ун мең йыл буйы һеҙҙең менән дуҫ булырға, һорағанығыҙҙы һоноп кына торорға, ҡыҙ бирешеп ҡоҙа-ҡоҙағый булышырға теләйбеҙ, тип әйттертегеҙ. Солох алыныу менән үк, империялағы икенсе бер игелекле шымсыны табып килтерегеҙ, уға ярҙамға ун мең шымсы бирегеҙ: таралһындар, гөрзә йыландай шыуышып, Урал батыр иленә. Ерҙең һәр ек-япҡытын айҡаһындар, утыҙ ике теш араһынан сыҡҡанды тыңлаһындар, ил күргәнде күрергә өйрәнһендәр. Шул рәуешле ун мең йыл буйы ил гиҙеп, ерҙәрендәге Урал батыр табаны баҫҡан аҡыҡташты хәтерләтмеш ялтырауыҡ һәр ташты, балсыҡты, саң остоғон ҡырсып алып ҡара һыуға батырһындар, ер-һыуҙарына, тау-таштарына исем биргән билдәләрҙе юйһындар, исемдәрен исемһеҙлек менән алмаштырһындар, кешеләренең күңеленә ҡара шом тултырһындар -- шунан да олораҡ игелек кәрәкмәҫ беҙгә. Ғорур кешеләр йөрәген аҡыҡ-нурға бәйләп тотҡан нурлы төйөндө ҡырҡыу өсөн иң ышаныслы хәйлә - ул кешеләрҙең хәтерҙәрен ҡыҫҡартыу, изге аҡыҡташтарын хәтерләткән тарихтарын оноттортоу! -- тип тамамлаған, ти, император үҙенең тарихи бойороғон...
Ямырҙа торҙо, дөрләп янған мейескә йәнә әрҙәнәләр ташпаны.
-- Бына шулай, ҡәҙерле ҡустыҡайым, аҡыҡташтарҙың хәле, -- тип уйсанланып һөйләнде. -- Әммә ил хәтере өсөн табғас император әмеренән дә ҡурҡыныслыраҡ дошман бар -- ваҡыт. Ул бөтәһен онотторторға яҫҡана. Ваҡыт ул, әгәр ҙә белгең килһә, беҙ-иҫәүәндәрҙән аҡыҡташтарыбыҙҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡара күлгә һалдырта... – Дөрләү мейес ипкене һымаҡ йылы ҡарашын Моталға төбәне: -- Ҡайһы ҡырла аша төштөм тиһең әле һин?
Мотал, тәҙрәгә бармаҡ төртөп, алыҫта сурайған аҡ түбәне күрһәтте.
-- Аҡыҡтау тип йөрөтәләр беҙҙә уны... Моң үҙәген кисеп үткәнһең, мырҙам: уның ҡурайы һымаҡ ҡурай илдә юҡ. Ишмырҙа ҡурайсы шунан ала ине шаңғыр ҡурайҙы... -- Кәштәнән, үрелеп, улән ҡурай һәрмәне лә бер-ике шыңғырҙатып өрҙө. -- Әлбиттә, мәшһүр Ишмырҙаның исеме сыҡҡас, мин фәҡиргә тотоноуы ла ҡыйын, --тине. -- Әммә ҡунаҡ хөрмәтенә баҙнат итәмен инде. Шуныһын да онотмайыҡ: донъялағы һәр ҡурайҙың, курайсының да үҙ тауышы, моңо бар, -- тип өҫтәне. Ил ағаһының күкрәгенән донъяларҙы әсир иттерткес ҡурай моңо таралды.
Моталға был сихри сәғәт үҙенең һиҙҙертмәй үтеп китеп барған йәшлеге менән дә, ҡыҙыл йондоҙло буденовка кейгән яугир атаһының легендаға кергән йәшлеге менән дә бер юлы осрашыуы һәм хушлашыуы кеүек ине...
- Шулай. -- Ағай кеше тылсымлы көпшәһен ҡуйҙы. -- Ҡурай менән ата-бабалар быуаттарҙың ҡара шырлыҡтарын ярып сыҡҡан, Аҡыҡтауҙарын ҡурсалап алып ҡалған.
Мотал зиһенен йыйҙы, үҙен бында килтереп еткергән форсатҡа уҙамандың фекерен белгеһе килде:
-- Комсомолдарҙың ҡаяташты юнып яһаған яугир һыны иҫ киткес бит, эйеме?
-- Иҫ киткес.
-- Һәләк булған яугирҙәрҙең ташҡа уйып яҙылған изге исемдәре…
-- Бөтәһе лә түгел шул.
-- Табғастарға ҡаршы һуғышыусыларҙыҡы юҡ-юҡлығын, уларҙы белмәйбеҙ бит.
-- Ҡыҙылдарҙы ғына түгел, ҡыҙылдарға ҡаршы торған аҡтарҙы ла беләбеҙ, уға ҡалһа.
-- Бәй, әллә шуларҙың да исемдәрен яҙҙыртмаҡсы уйығыҙ?!.
Ағайҙың иҫе китмәне:
-- Әлбиттә.
-- Аңламайым.
-- Әле ниндәй илебеҙҙә йәшәүеңдең ҡәҙерен беләһеңме? Белһәң, яугирҙәребеҙҙең ҡәберен дә, исемдәрен дә бел, белдерт.
-- Исемдәре яҙылған даһа?
-- Кемдәрҙең? Автономиялы дәүләтебеҙҙе бит ҡыҙыл башҡорттар түгел – аҡ башҡорттар ҡан түгеп яулап алды, аманат итеп беҙҙәргә биреп ҡалдырҙы.
Яҙыусыбаҙ тертләп телен тешләне…
-- Гәзиттәрҙе шаулатҡан тимер юлыңдың ҡайҙа кереп киткәнлеген беләһеңме? – тине хужа, бераҙ тынып торғандан һуң, етди-һынаулы ҡарап.
-- Шунда барып етергә ине.
Йәнә көтөлмәгән һорау:
-- Паспортың буйынса башҡортмы һин, мырҙам?
-- Әлбиттә!
-- Әләйһә юлың ябыҡ – Ҡуҙйылғанан ары үткәрмәйәсәктәр.
-- Ни өсөн?
-- Барғас күрерһең. Шунда йәшәгән Мирхәйҙәр ағайымдан сәләм килде: «Шанлы Шаһибәрәков ҡорҙашымдың уланы һеҙҙең яҡта ирегеп йөрөмөш икән. Шуны эҙләп табып, үҙемә килтереп еткер!» -- тип ҡәтғи бойорған.
Иртәнге ҡатҡаҡта еңел санаға ат егеп, ҡар утрауҙары араһындағы ҡара ерҙе сыйҙыртып барҙылар. Бейек үрҙе артылғанда туҡталып, икеһе лә төшөп баҫты. Ҡайҙа ҡарама – икһеҙ-сикһеҙ хозурлыҡ, ҡарурманлы тау үркәстәре зәңгәр офоҡтарғаса сиратланған, Инйәр һыуы үҙәнендә, нескә ептәй һыҙатланып, тар араталы иҫке тимер юл, шуға йәнәшә өҫтәрәк удар тимер юл һуҙымы ята ҡарайып. Ямырҙа ҡая иңенән бер таш киҫәген үрелеп алды, усында әйләндергеләп, күҙҙәренә яҡынайтып, хатта битенә үк терәп һөйләнде:
-- Их! – Ҡарашы алыҫ офоҡтарҙы иңләне. – Көндөң беренсе нурҙары ла, елдәрҙең алғы типкене лә тәүбашта ошонда һуғыла -- Аҡыҡтауҙың түбәһендә торабыҙ...
Мотал ҡыҙыҡһынып тирәһен байҡаны:
-- Нурлы аҡыҡташы ҡайҙа?
-- Һәр беребеҙҙең йөрәгендә, күңелендә! – Шулай ҙа уфтанып көрһөндө. – Их, Урал сағылдарын ашатлап, тимер аждаһа килә лә ул, килеүен... Әммә, тимен, бына ошо ғәзиз таштарыбыҙҙы – таш, ағастарыбыҙҙы – ағас, һыуҙарыбыҙҙы – һыу, йәнлектәребеҙҙе – йәнлек, исемдәребеҙҙе – исем килеш ҡалдыра алһаҡ ине... – Ғәмдәренә төплө яуап биргәндәй, өҫтәне. – Бөтәһе лә бит беҙҙең үҙебеҙҙән тора, үҙебеҙҙән!.. – Санаға ултырғас, ат ыңғайына ҡуйып, юлдашының йөрәгенә йомшаҡ япма һалырға теләгәндәй, йомшаҡ ҡына киҫәтте. -- Ә Мирхәйҙәр-ҡарыйға барыуың яҡшы – ғибрәт алып китерһең. На, малҡай!..
Сана табаны сыжлауына ҡушылып, яҙыусының ҡолаҡтарында шауланы: «Бөтәһе лә бит беҙҙең үҙебеҙҙән, үҙебеҙҙән!..»
Ҡуҙйылғаға Ҡояш бешерә башлағас – төш ваҡытында барып еттеләр, пәйғәмбәрҙәр кеүек ап-аҡтан кейенгән ҡарый ҡапҡаны асып, ҡолас йәйеп ҡаршыланы:
-- Әйҙә, рәхим итегеҙ! – Ауыҙ асҡан Моталды тынысландырҙы: -- Ярай-ярай, әйтмәһәң дә беләм ни йомош менән йөрөгәнеңде, иркенләп гәпләшербеҙ! Тәүҙә тамаҡтарҙы сылатып алайыҡ.
Ямырҙа, ашыҡ-бошоҡ сәй эсте лә, юл өҙөлмәҫе борон өлгөрәйем, тип, ҡайтыр яғына ҡуҙғалды.
-- Мунса әҙер: мосафир кешегә, еңгәйеңдең аш-һыуы өлгөргәнсе, быуындарын яҙылдыртып сығыу һис зыян итмәҫ. Ҡуҙйылғаның хуш еҫле ҡайын миндеге менән сабынғаның да юҡтыр бит?
-- Юҡ шул.
-- Киттек, әләйһә!
Тирләп-бешеп, ҡыҙара бүртенеп ҡайтҡас, берәр туҫтаҡ асы балды һемереп, иҙерәп ятып хәл алдылар ҙа, өлгөргән ашты ашап, ғүмере буйына мөғәллим булып эшләп пенсияға сыҡҡан, әлеге көндәрҙә яҡташтары араһынан ҡобайырҙар йыйыу менән шөғөлләнгән ҡарыйҙың яҙыу өҫтәле торған төпкө бүлмәгә инделәр; уның бер стенаһы иҙәндән түшәмгәсә кәштәләнеп, китаптар менән шығырым-тулған. Йомшаҡ диванға йәпләнеп, ирәүән әңгәмә ҡорҙолар.
-- Ямантауҙа ниндәйҙер йәшерен эш бара, ләкин унда берәүҙе лә яҡын ебәрмәйҙәр, тип әйтәләр, ысынмы? – тине Мотал.
-- Яман үкенескә күрә, эйе шул.
-- Ауылығыҙҙан эшләгән кешеләр бармы?
-- Унда, башҡортто ғына түгел, урындағы урыҫтарҙы ла үткәрмәйҙәр; оҙон аҡсалар түләп, Белоруссиянан килтереп эшләтәләр.
-- Ни өсөн улай икән?
-- Ҙур секретлы, йәшерен шөғөллө зона. Атайыңдар яулап алған совет хакимиәте кәрәгебеҙгә бирҙе: егерменсе-утыҙынсы йылдарҙа башҡорт ерен ҡырҡҡа тураҡлап тирә-яғыбыҙҙа Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡорған, Төмән, Пермь, Куйбышев, Саратов өлкәләре һәм Татарстан, Ҡаҙағстан республикалары тигән ҡораҡ юрған яһағайнылар, инде килеп республикабыҙҙың тере тәненән Ямантаулы егерме ике квадрат километр хәләл аҫаба еребеҙҙе ҡырҡып алып, әҙәм үткеһеҙ тимер ҡоршау менән кәртәләнеләр – ҡылыҡтары боронғо йыртҡыс Демидовтарҙыҡынан да кәм түгел Ләкин күпме йәшерһәләр ҙә ил күҙе үтә күрә, яман шөғөлдәре фашлана – бына уның географик картаһы:
-- Ҡуҙйылға, Татлы ауылдарының яҙмышы ҡул осонда тороп ҡалған икән шул, -- тине Мотал, ҡарый һонған карта киҫәгендәге Кесе Инйәргә Оло Ҡуҙйылға ҡушылған саталағы аҡ тапҡа ҡарап. – Уларҙың көндәре һанаулылыр, моғайын. Яңы ҡалаға һис юғында береһенең исеме биреләсәктер, бәлки?
-- Бирҙеләр, ти, һиңә башҡорт исемен! – Ҡарый зәһәр йылмайҙы. Беҙҙеңсә әйткәндә -- Ҡайғы-Сик, ә урыҫсаһы Межа-Горе (йәки Межгорье) исемләгәндәр уны – ҡайғы сигеүселәр ҡасабаһы, тимәк... Үтеп керергә тырышһаң, күпмелер алдан мәғлүмәтле булып барыуың хәйерле, уҡып ҡара ошоно, -- тип, түбәндәге мәғлүмәтнамәне яҙыусы алдына һалды:
Достарыңызбен бөлісу: |