Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет25/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ СӘХИФӘ
Ауылды үтеү менән шофер радиоалғысын ебәргәйне, Праганан «Азатлыҡ» каналы шаңғыртты.

-- Тота икән, -- тине Мотал, ғәжәпләнеп.

-- Япон транзисторы.

-- Ә беҙҙә, Өфөлә, хатта Хоҙай-Тәғәлә лә сараһыҙ: көнө-төнө тонсоҡторалар эфирҙы.

-- Урал тауҙары... ҡулдары ҡыҫҡа! -- Әсе йылмайҙы шофер. Эфирҙағы хәбәрсе ҡапыл Өфө яңылыҡтарына күскәс, икеһенең дә ҡолаҡтары ҡарпайҙы: баш ҡаланың Ярлауыҡ мәмерйәһендә алтын иретеп биҙәүестәр һәм затлы әйберҙәр етештереүсе йәшерен заводты тапҡандар, шул ҡиммәтле әйберҙәр менән ҡара баҙарҙа эш ҡылыусы мафияны фашлағандар, шайка етәксеһе Армен Саркисян, уның әшнәһе шағир Абуталип Сиҙәмле һәм башҡалар ҡулға алынған, «Ярлауыҡ» рестораны директрисаһы Мөхлисә Шаһибәрәкова шул көндә үк ағыу эсеп үлгән, тикшереү органдары уны ла шайкаға мөнәсәбәтлелер тип шикләнә...

Мотал үҙенең ниндәй хәлдә икәнлеген был таныш түгел кешегә белдермәне; көллө тәне уттай яныуҙан ҡапыл тирләп, кәпәсен сискәйне, ҡаршылағы көҙгөгә күҙе төшөп, «Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе» тигән ләҡәпкә сәбәпсе бер шәлкем аҡ маңлай сәсен күрмәне – бөтә башы Уралдағы ҡарлы түбәләй ағарып салланғайны...

Аэропортта самолет көткән ҡыҫҡа арала телефондан һеңлеһенә тоташты, Гөлзифаның иламһыраған тауышынан иң мөһимен яҙа-йоҙа аңланы: тикшереү органдары ерләргә рөхсәт бирҙе, көнө-төнө шуның артынан йөрөйөм, һуңғы юлға оҙатырға бөтәһе әҙер, ә ҡалғанын – үҙең ҡайтҡас...

Тауҙарҙа ҡар һаман мәреү ала-ҡола ҡалһа ла, баш ҡала урамдары, газондары йәшәреп һәм беренсе һары бәпембәләрен балҡытып, ағастарының бөрөләрен бүрттертеп, ҡәҙимге яҙғы төҫ алған; мәңгелек һылыу Ағиҙел, боҙ-бығауҙарынан арынып, Һаҙ биҫтәһе яғының ҡомло ярҙарына үркелгән, беренсе аҡ пароходтар күренә.

Ҡайғы бит ул яңғыҙ башы йөрөмәй – һеңлеһенең өйөнә лә ялын-ҡойроғон көйҙөрөп килеп кергән: ырын яҙыулы Асылыкүл ҡомартҡыларын мәсхәрәләүгә һәм уларҙы юҡҡа сығарыуға булышлыҡ иткән «енәйәтсе хөкүмәт чиновниктарын» ҡаты хөкөмгә тарттырыуҙы даулап яҙылған плакат менән телевидение бинаһы алдында «долой!» ҡысҡырып пикет торған кейәүе Йәүҙәт Ҡондоҙбаевты аҡ халатлы әҙмәүерҙәр, ҡулдарын артҡа шаҡарып, психбольницаға алып киткәндәр, эргәһендә теләктәшлек ҡылған коллегаһы Хажиәхмәт (Ҡуян) Алпаров саҡ ҡасып ҡотолһа ла, милиция бүлегенә саҡыртылып тәфтишләнгән. Ҡондоҙбаев, моғайын, ысынлап та аҡылдан яҙғандыр, сөнки һаман психбольницала, һеңлеһенең илай-илай әйтеүенсә: «Асылыкүл ҡорамын мәсхәрәләгән шаҡшы экскрименттан Коммунистар партияһының еҫе сыға», -- тип мығырҙауын ҡуймай икән...

Ҡаланың Черниковски тарафына барғандағы юлдың уң яғындағы урманлыҡҡа йәшеренгән үлекхананан мәрхүмәнең иң яратҡан күлдәген кейҙертеп ҡиммәтле йылтыр табутҡа һалынған мәйетен өйгә алып ҡайтып, зал уртаһына ҡуйғас ҡына Мотал уның башы осона ултырып, һалҡын маңлайынан үбеп тауышһыҙ иланы; мәңгелеккә китеүенә һис тә ышанғы килмәй – йәш сағындағылай шундай матур, теп-тере кеүек ине. «Хоҙай ниңә был тиклем дә рәхимһеҙ? Ошондай ҙа һылыулыҡты нисек итеп ер ҡуйынына илтеп һалырға?!.» -- тип өҙәләнде. Тәүге танышыу көнөнән алып ошоғаса бөтә тормоштары күҙ алдынан һыҙылып үтте, ҡәҙерен белмәгән ҡабатланмаҫ минуттар, әйтелмәгән яратыу һүҙҙәре үкендертеп аңын-йөрәген әрнетте. Ҡаранан кейенгән, ҡара шәл бөркәнгән әсәһен, Гөлзифаһын, буҫлығып илаған Дилбәр-Диләфрүз һылыуын башы осонда ҡалдырып, ҡәбер урынын боронданғы Мосолман зыяратынан биреүҙәрен үтенергә Хөкүмәт йортона ашыҡты, сөнки был йомошто һеңлеһе йомошлай алмай ҡайтҡан. Ләкин тейешле чиновник, үҙ фекерен үҙгәртмәй, һалҡын һәм ҡырыҫ һөйләште, күренекле яҙыусы тип торманы. Кәмһенеүҙән бер иле сүгеп, Ағиҙел аша Һаҙ биҫтәһе яғындағы Яңы зыяратҡа килде; «Теге донъяның СССР-ы» тип йөрөтөлмөш был һуңғы берҙәм «держава»ның майҙаны өс – християн, мосолман, йәһүт өлөштәренә бүленгән, ә ер эштәре заманса механикалаштырылған: окоп һымаҡ оҙон итеп трактор ҡаҙған, төбөнә бәкәлдән һыу һарҡыған буй соҡорҙо табут һыйышлы «коммуналь бүлмә»ләргә бүлеп бирәләр...

Ҡайтышлайы һәйкәлдәр эшләүсе оҫтаханаға туҡталып, ҡасандырғы йәш Мөхлисәһенең һылыулығын йөрәк һыҙлатып ҡабатлаған, тамам эшләнеп бөтөп барған аҡ мәрмәр бюсын ҡараны ла юл ыңғайында «атаһы урынына ҡалған» бажайы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй ул Яубаҫаровҡа һуғылды, ләкин ул өйҙә юҡ ине. Мәфрүзә ҡарсығы ҡәҙимгесә әштер-өштөр йөрөп-ята, Шәмсураһының ишеге ҡыҫыҡ ҡалдырылған бүлмәһендәге магнитоланан ҡолаҡ ярғыс ҡеүәләге һағышлы моң ағыла. Ҡарсыҡ, Моталдың ҡайғыһын ысын күңелдән уртаҡлашыуын белдергәс, үҙ ҡайғыларын тирҙе:

-- Беләһеңдер беҙҙең бәхетһеҙлекте: буласаҡ кейәү менән ҡустым Абуталипты, ҡолаҡҡа яҡмаған бәлә тағып, төрмәгә яптылар бит, бына-бына туй була, тип торғанда. Эй Аллам, Шәмсураҡайым ҡарт ҡыҙ көйө ултырып ҡала инде...

-- Һаман да шул кейәү-бала хәсрәте, бер туған һеңлегеҙ Мөхлисәнең табутта ятҡанын оноттоғоҙмы әллә?

-- Эй Аллам, үлгәндәр үлә лә китә, ҡалғандарыбыҙға ҡыйын.

-- Хөппөлгәрәй Шәңгәрәйевич ни хәлдә, ниңә тауыш-тыны юҡ?

-- Уның эштәре лә хөрт: заводында оло бәлә-ҡаза ҡубып, өс тәүлек инде ҡайтып әйләнгәне юҡ, телефонды ла алмай. Шәмсурам барып, заводҡа керә алмай ҡайтты: омон уратып алған, яҡын ебәрмәйҙәр, ти.

«Бәлә-ҡаза»ның етдилеген һиҙенеп, Мотал ашығыс хушлашты – үҙ ғәмдәре лә башынан ашҡан. Шулай ҙа хәлде асыҡларға Оло йортҡа шылтыратҡайны, Димустанды ала алманы, ә гел алсаҡ секретары Һылыубикә, ғәжәпкә ҡалдырып, ғүмерҙә булмағанса тупаҫ һөйләште:

-- Мотал Булаттимерович, башҡаса шылтыратмағыҙ, Димустан Шиһаповичтың ваҡыты юҡ.

-- Нимә, ваҡытына ҡатыҡ ойотҡанмы әллә?

-- Грубиян! – Трубканы ташланы.

Ерләү мәшәҡәттәренән һуң кафела мәрхүмәне хәтерләү табыны үткәреп, тәне лә, йәне лә талған әҙип ҡайғы тулы фатирына саҡ ҡайтып йығылды, төнө буйы ғазаплы һаташып сыҡты. Иртән телефондан яҡындарының хәлен белгәс, беренсе ҡатҡа төшөп почта йәшнигенән алып ингән гәзиттәрҙең береһен асҡайны, шаҡырайған ҡара хәрефле рәсми хәбәрҙән шаҡ-ҡатты: партия өлкә комитетының идеология секретары Д.Ш. Бикләмешев иптәште, профсоюз эшенә күсерелеүе сәбәпле, вазифаһынан бушатҡандар, урынына секретарь итеп иптәш Хәкимуллин Йыһандар Илһамдар улы раҫланған; пропаганда бүлеге урынбаҫары итеп -- иптәш Алмаҡаев Рәшит Төхфәт улы, инструктор итеп иптәш Уральский Ыңғырсаҡбай Ҡамырбай улы эшкә алынған; элек унда эшләгән иптәш Арғынбаев Фидун Арғынбай улы – Телерадио комитеты директоры итеп, Мусин Сөнәғәт Муса улы башҡорт телендәге республика гәзитенең баш мөхәррире итеп үрләтелгән (элеккеһе хаҡлы ялға оҙатылған). Республика Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Мирйәнова Сәүиә Фазыл ҡыҙын, «Ярлауыҡ» ресторанында оҙон көйҙәр йырлағаны өсөн, мафияға бәйле яуапҡа тарттырып маташҡандар, ләкин барып сыҡмаған; ахырҙа Сәүиә-ханым «үҙе теләп» вазифаһынан киткән, урынына «Мин ҡабырсаҡ эсендә!» исемле китабы менән дан ҡаҙанмыш ялҡынлы шағирәне билдәләгәндәр. Мотал өсөн бигерәк тә мөһиме: танылған тәнҡитсе профессор Ғайас Хөсни (Ғ.Ш. Хөсниев) иптәш Яҙыусылар берлеге идараһының ултырышында бер тауыштан әҙиптәрҙең нәүбәттәге йыйынына тиклем идара рәйесе итеп һайланған (элеккеһе хаҡлы ялға китеү сәбәпле). Ундағы профсоюз комитеты ултырышы ла булып, элекке замандарҙа күренекле әҙип Мотал Шаһибәрәковтың «һоло-вика-рапс-кукуруза» пенталогияһын Күккә күтәреп маҡтаған «башҡорт белинскийы» был юлы уны графоманлыҡта, макулатура тыуҙырыуҙа, профсоюз эштәрен, партиябыҙҙың «мудрый етәкселегенән» ситләтеп, үҙ ағышына ебәреүҙә ғәйепләп сыҡҡан һәм «йәмәғәтселек стрункаһы»нан мәхрүм графоманды профкомитет рәйесе вазифаһынан сигертеп, яңыға алмаштырғандар...

Башы зыр-әйләнгән әҙип, һеңлеһенә шылтыратып, эттәй арығанлығын, тәүлек әйләнәһенә тормай йоҡлаясағын – шуғаса уны борсомаҫҡа кәрәклеген киҫәтте лә, ишекте бикләп, коньяк шешәһен алды...

Иртәгәһен күршеләренең стена үтә шарылдаған радиоһынан уянды; ниндәйҙер мөһим яңылыҡ барыуын тойоп, үҙенекен ебәргәйне, Иҫке химия заводында авария булыуы, Яубаҫаров иптәш етәкселегендәге берҙәм коллектив шуның һөҙөмтәләрен бөтөрөү өсөн ҡаһармандарса көрәшеүе хаҡындағы тапшырыуҙың ҡойроғон ғына ишетә һалып, транзисторҙан сит ил тулҡындарын һәрмәгәс, ҡаршы станция баҫлыҡтырған тығырҙау һәм шытырҙау араһынан ҡот осрғос яңылыҡҡа юлыҡты: Башҡортостандың Өфө ҡалаһында экологик катастрофа!.. – Иҫке химия заводынан феноллы-диоксинлы йырғанаҡ ҡаланың һыуалғысынан саҡ ҡына үрҙәрәк Ҡариҙелгә ағып төшөп, йылғаны ағыулаған, дүрт тәүлек дауамында шул һыуҙы эсеп алты йөҙ етмеш мең кеше зыян күргән...

Ырғып тороп зәңгәр экранды ҡабыҙҙы: бер төркөм ил ағалары (химия, шулай уҡ медицина фәндәре һәм башҡа төр фәндәр докторҙары, бер-нисә академик, абруйлы партия һәм хужалыҡ етәкселәре, араларында шаҡшы заводтың директоры Яубаҫаров та бар) тырышып-тырышып илде ышандыртмаҡсылар: һыуға төшкән химик элементтан һаулыҡ өсөн ҡурҡыныслы зыян юҡ, бер-ике көндән ул үҙе үк ағып китеп юҡҡа сығасаҡ, партиябыҙ һәм хөкүмәтебеҙ хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын ҡурсалау өсөн бөтә сараларҙы ла күрә, борсолмағыҙ...

Мотал «Водоканал» ойошмаһындағы яҡын таныш лаборантҡа шылтыратып, ысынбарлыҡты белеште: хәлдәр яҡшынан түгел, ҡаланың дүрттән өс өлөшөндәге һыу селтәре, фильтрҙар, таҙартыу ҡоролмалары фенол-диоксиндан яман бысранған, йылғалағы ағыу ағып киткәндән һуң да уларҙы тамам таҙартыу өсөн иң кәмендә аҙна-ун тәүлек кәрәгәсәк...

Катастрофаның ысын кимәле партия өлкә комитеты һәм хөкүмәт тарафынан йәшерелеүе, диоксиндың асылда ни икәнлеге халыҡҡа ашығыс аңлатылмауы өсөн үкенес һәм әсе нәфрәт кисергән элекке химик Мотал ҡурҡыныстың етдилеген матбуғат саралары аша кешеләргә кисекмәҫтән еткерергә уҡталып, рухосфера тураһында яҙыласаҡ яңы романы өсөн туплаған бай мәғлүмәттәрен алдына һалды, ҡулына ҡәләм алды (дөйөм аңлайышлы телдә урыҫса яҙҙы):


«ЧТО ТАКОЙ ЗЛОВРЕДНЫЙ ДИОКСИН И КАК С НИМ БОРОТЬСЯ
Дорогие товарищи-уфимцы! Я, будучи по образованию химиком и зная меру угрожающей нам всем опасности в связи с наступившей экологической катастрофой, хочу кратко пояснить сложившуюся в городе экологическую ситуацию и дать горожанам некоторые практические советы.

Загрязнение окружающей среды, угрожающее здоровью населения, является одной из основных проблем в странах с развивающейся и переходной экономикой. Спектр проявления этой проблемы простирается от нерегулируемых канализационных стоков и стихийных свалок до промышленных выбросов вблизи жилых районов и утечек отравляющих веществ в городские водозаборы. Эти и подобные проблемы являются причиной болезней миллионов людей, сокращают продолжительность жизни, и делают нашу планету непригодной для жизни будущих поколений, отнимая у них шансы на будущее развитие. По данным Всемирной организации здравоохранения до 20 % заболеваний в развивающихся странах имеют экологическую подоплеку. Ситуация усугубляется крайне незначительным по состоянию на сегодняшний день развитием инициатив, направленных на искоренение данной проблемы. В условиях отсутствия соответствующего законодательства или контроля за его применением, промышленность может безнаказанно загрязнять территории, на которых проживают взрослые и дети, что не может не сказываться негативным образом на состоянии их здоровья. Вредное воздействие оказывается также на близлежащие природные сообщества. К сожалению, местные правительства зачастую не рассматривают задачи усиления действующего экологического законодательства, а также заботу о здоровье окружающей среды в числе своих приоритетов. Большинство из них не имеют стандартов или норм выбросов, а также специальных служб по контролю за загрязняющими предприятиями. Можно долго рассуждать о причинах подобного явления, однако уже сейчас очевидно – проблемы бытового и промышленного загрязнения окружающей среды в целом ряде стран требуют незамедлительного, адресного решения.

В городе Уфе основным источником загрязнения окружающей среды диоксинами является ОАО «Химпром» (просторечии «Старый Завод». По данным анализов, выполненных лабораториями БРЭЦ, НИИ БЖД, НПО «Тайфун» и др. высокое содержание диоксинов обнаружено в штукатурке цехов. Анализ проб почвы вокруг производственных зданий и сооружений показал, что содержание диоксинов в ней практически такое же, как и в штукатурке производственных помещений. Загрязненная диоксинами почва является источником загрязнения прилегающей к предприятию территории города, поскольку переносится с пылью, автомобильным транспортом и людьми. В частности, высокие содержания диоксинов в почве обнаруживаются вдоль Бирского тракта вплоть до Благовещенска.

Источниками диоксинов являются шламонакопители и иловые площадки, в которых хранится 500-550 тысяч м3 иловых осадков и известковых шламов с содержанием диоксинов от 5 до 10 кг. Из шламонакопителей диоксины проникают в грунтовые воды. Так, содержание диоксинов в грунтовых водах с глубины 10 м на территории ОАО «Химпром» в 100 раз превышает ПДК.

Рядом с территорией ОАО «Химпром» находится несанкционированная свалка промышленных отходов, содержание диоксинов в грунте которой превышает допустимые нормативы в десятки и сотни тысяч раз. В весенний период паводковые воды с территории свалки попадают в ручей Чернушка и сбрасываются в реку Шугуровка, а из нее – в реку Уфа. Содержание диоксинов в пробах воды из ручья Чернушка весной и в периоды дождей в миллионы раз выше принятых в РФ нормативов для поверхностных вод.

Загрязнение производственных помещений и высокие содержания диоксинов в почве и в воздухе на территории ОАО «Химпром» и прилегающих территориях явились причиной высоких концентраций диоксинов в крови и грудном молоке рабочих ОАО «Химпром» и жителей северной промышленной зоны города Уфы. Установлено, что в крови жителей северной промышленной зоны концентрация диоксинов более чем в 2 раза выше аналогичных показателей в крови жителей южной части города. В грудном молоке женщин северной части города Уфы содержание диоксинов более чем в 5 раз выше чем у женщин сельских районов Башкортостана

Диоксины, поступающие в организм как через дыхательные пути, так и с пищей и питьевой водой, разрушительно сказываются на иммунитете. Действуя на железы внутренней секреции, они нарушают гормональный баланс, расстраивают деятельность печени и почек, вторгаются в липидный обмен. В частности, они вызывают заболевание атеросклерозом в молодом возрасте. Стопроцентно оградить себя от диоксинов практически невозможно. Но выработать к ним определенную устойчивость доступно каждому. Оказывается, тут может помочь наша простая баня, а также употребление для питья талой воды. Получить ее просто. Набрав водопроводную воду, надо дать ей отстояться, чтобы выветрился хлор, затем налить в пакет из-под сока, молока или кефира на 3/4 объема и поместить на 12-18 часов в морозильник. Но до того как вода промерзнет полностью, надо вовремя слить не успевший замерзнуть «рассол», содержайщий в себе диоксиноподобные вредные вещества и который составляет примерно 40-50 процентов общего объема. Талая вода из оставшегося слоя прозрачного льда полезна во всех отношениях — активизирует обмен веществ, повышает общий тонус организма и т.д. Кроме того, при каждой трапезе полезно принимать таблетку активированного угля.

Но в данной катастрофической обстановке настоятельная просьба всем: до полного очищения водопроводной системы от фенольно-диоксинового загрязнения не пейте и не используйте в хозяйственных нуждах воду из крана, требуйте от городских властей подвоза чистой питьевой воды из надежных источниках! Не верьте басням о безвредности данной обстановки!



Мутал Шагибараков»
Яҙыу машинкаһында шыҡылдатылған тексты радиоға елдертеп илтте, ләкин унда һөйләшеп тә тормай кире бороп сығарғас, гәзит редакцияларында ныҡышты -- береһендә лә алманылар, хәҙерге шарттарҙа партия сәйәсәтенә тап килмәй, тип һылтандылар. Ахыры булмағас, бер офистың ксероксынан илле данаға еткерә күбәйттертеп (йәғни листовкалар яһап), Хөкүмәт бинаһы алдындағы халыҡ ҡайнашҡан майҙанға ылыҡты, үҙенән-үҙе башланған шаулы митингыла сығыш яһап, листовкаларын таратты. Иртәгәһен кисә майҙанда булған, листовкаларҙы алған кешеләрҙең бер-нисәһе өйгә килеп, кеселекле үтенеп урамға саҡырҙы; ҡала буйынса һирәкләп кенә яңылыҡ – эсер һыу килтергән автоцистерналар күренә башлаған, уларҙы күнәк, бидон тотҡан ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һырып алған. Хөкүмәт йорто алдындағы майҙан тулы халыҡ дарьяһы – «Йәшелдәр» ойошторған ҡыҙыу митинг гөрләй, Оло йорттан алып Иҫке заводҡа тиклем егерме километр арауыҡта ҡулға-ҡул тотошҡан кешеләр сылбыры режимға нәфрәт һөрәнләй...

Моталды һәм тағы ла бер-нисә «йәшел»де милиция машинаһында алып киттеләр, бүлексәлә исем-фамилияларын яҙып, ныҡышмал яуапҡа тарттырып, ахырҙа сығарып ебәрҙеләр. Фатирына ҡайтып етеүе менән, ых-бых килеп, китап нәшриәтенең курьеры пәйҙә булды; Моталдың нәшриәттә алдағы йыл донъя күрергә тәғәйенләнгән китабының ҡульяҙмаһын һәм нәшер итеү мөмкин түгеллеген белдерткән мөхәррир хатын өҫтәлгә һалып, ҡабул ҡылып алғанлыҡҡа кенәгәһенә ҡул ҡуйҙыртып, ғәфү үтенеп сығып китте.

Бер-нисә ай алйып торған Иҫке завод, етәкселеге яңыртылып, кәлтер-көлтөр эшләүен дауам итте. Халыҡ күҙенә дегәнәк булып ҡаҙалған номенклатур эшмәкәр Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаровты, һал ағыҙмалы йылға төптәрендә батҡан бүрәнәләрҙән фенол-диоксин ҡуйылтмағы яһатыр өсөндөр инде, Урман хужалығы Министры итеп күсерҙеләр, үҙгәрешһеҙ шарттарҙа ҡалған завод эшселәре «ҡарға ҡүҙен ҡарға суҡымай», тип һөйләнеүҙән ары китмәне. Тағы бер мөһим яңылыҡ: диоксинлы һыуҙы эсеп вафат булған бер эшсе-депутат урынына Рәшит Алмаҡаевты Юғары Ҡорға халыҡ вәкиле итеп һайлап ҡуйҙылар һәм телевизорҙан көндәлек яңылыҡтар сәғәтендә депутаттар ултырған залдан репортаж биргәндә халыҡ уҙамандарының ифрат аҡыллы йөҙҙәрен «аулап» таҫылланған операторҙар ниңәлер шул шөғөлдәрен ҡуйып, яңы депутат Рәшит Алмаҡаевтың бөҙрө-көҙрә сәс биҙәге ырмаулаған, емтек ейеүсе таҙғараныҡына оҡшаш түп-түңәрәк ялтасында оҙон-оҙаҡ туҡталыуға һалыштылар, тамашасыларын да ошоға күнектерҙеләр. Шуға күрә зәңгәр экран ҡараусылар, бигерәк тә бала-саға, таныш ялтас экранда сағылыу менән: «Таҙғара! Әнә Таҙғара!», -- тип ҡыуанышып һөрәнләр ине. Иң яҡындары уны атаһының исеме менән «Төхфәтыч та Төхфәтыч» тип кенә ҡәҙерләп өндәшә башланылар, ә «ҡабырсаҡ эсендәге» илһамлы шағира уның хаҡында «Нурлы түбә» тигән мәҙхиә яҙҙы. Диоксиндан байтаҡ халыҡ сир кисерҙе, байтаҡтары инвалид булып ҡалды, шул сәбәпле үлеүселәрҙе берәү ҙә һанаманы.

Крандарға яңы саф һыуҙар ағылып, ғәҙәти тормошҡа ҡайтып, республиканың идеология фронтында «яңы этап» башланғас, эфирҙан һәм баҫма матбуғаттан совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами исеменә дан-шөһрәт яуҙыртылды – алтмыш йәшлек юбилейы айҡанлы мәшһүр могиканға Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен бирҙеләр (Грамотаны һәм Алтын Йондоҙҙо Мәскәүҙән Вилор Иҫәрғәп улы шәхсән үҙе алып ҡайтып тапшырҙы); кавалерҙың Алтын Йондоҙло портреты сағыу һүрәтләнгән дәү паннолар ҡала урамдарын, аэропорт юл буйҙарын биҙәне, һәр паннола алтын хәрефтәр менән яҙылған елкендерткес замана куплеты тәбрикләй:


Урыҫ булмаһам да, урыҫмын мин!

Урыҫмын мин! – Ниндәй ҙур бәхет!

Шулай булғанымда кәрәк түгел

Батша һарайҙары һәм тәхет!

Шуны аңламаған – бәдбәхет!
Партиябыҙҙың аҡыллы етәкселеге арҡаһында бер туҡтауһыҙ сәскә атыусы Башҡортостан-һылыуға арналған, тышлығы затлы крокодил тиреһенән көпләнеп, алтын менән ҡайылған китабы сыҡты, ул ошондай мәҙхиә менән асыла ине:
Имдертеүсе әсәм һин, Башҡортостан!

Һөйҙөртөүсе бисәм һин, Башҡортостан!


Әсе телле ҡәләмдәштәре, әллә бөйөклөгөнән көнләшепме, «һөйҙөртөүсе» һүҙен шул уҡ яңғырашлы икенсе бер оятһыҙ һүҙгә алмаштырып сәйнәнделәр...

Башҡорт мәктәптәрен «туғандаш урыҫ» йә «бер туған татар» телендә уҡытыуға күсереү эшен ҙур ҡыҙыулыҡ һәм уңыш менән алып барған Вилор Иҫәрғәп улын бер-нисә тапҡыр Мәскәүгә саҡыртып ҡайтарҙылар, бының сәбәбе тураһында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа төрлө хәбәрҙәр гиҙҙе: берәүҙәре – ыңғайға, икенселәре кирегә юраны, әммә асылын оло түрә үҙе генә белә ине. Көндәрҙән бер көн абруйлының кире ҡайтмаҫлыҡ китере асыҡланғас ҡына, Кремлдең йәшерен серен, теш араһынан сығармаҫҡа ҡаты киҫәтеп, комитет секретарҙарына ғына тиште; ә ғәмәлдә Кремлдә уны -- орден, Башҡортостанда тупланған бай тәжрибәһен күрше милли республикаға ырыҫлы еректереү өсөн яңы ҙур тәғәйенләнеш көтә ине.

Аэропортҡа йәшерен серҙе уртаҡлашҡан иң ышаныслылары ғына килде, әммә шулар араһында оло серҙән бихәбәр ҡалған, хатта йән дуҫының кире алыныуын хәйерһеҙгә юрап үҙәге өҙөлөрҙәй ҡайғырған Алтын Йондоҙ кавалеры – Башҡортостандың совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами ҙа бар ине. Алтмыш йәшлек юбилярға айырым итәғәтлек күрһәтеп, самолет көткән ҡыҫҡа арала Вилор уны ғәҙәтенсә ыҫпай ҡултыҡлап алды ла, дөйөм ҡорҙан айырып, иң юғары әһелгә ял итер өсөн тәғәйенләнгән аулаҡ бүлмәгә килтерҙе, затлы ниғмәттәр теҙелгән тәпәш өҫтәл артындағы йомшаҡ диванға сумыртты, биш йондоҙло әрмән коньягын асты. Мул йотолған көслө эсемлек тәьҫиренән ойой башлаған Мәрүән Карами, моғайын, үҙенең юғары дәрәжәһен тейешһеҙ кимәлдә арттырып, ҡушарындағы түрәһенең яурынына әшнәләрсә ҡыланып ҡулын һалды, битенән үбергә итте, Вилорға был оҡшаманы. Һаман үҙен белештермәгән кавалер:

-- Ысын күңелдән ҡыҙғанам мин һине, Вилор Иҫәрғәпович... бирешмә... ярҙам кәрәкһә, үҙемә кил – хәҙер минең кем икәнде беләһең! – тип күкрәк һуҡҡас, ғәрләнеп, сығырынан сыҡҡан йәнде түшендәге алтыны менән ҡуша саңға бутап иҙеп ташлау теләге тыуҙы: «Тиреҫ ҡорто! Кемде ҡыҙғанаһың һин, кемде?!». Вилор үҙен ошо мәлдә кешеләрҙән өҫтөн кеше – супермен итеп тойҙо, меҫкен шәхесен илдең гәүһәр йөҙөк ҡашы итеп һанаған «тиреҫ ҡорто»н түбәнһетеп тантана ҡылыу теләге башынан ашып, алтын йондоҙло «мәхлуҡ»ты, ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡосағында ҡыҫып, диванға тупаҫ йыҡты, бөтә көсөнә уҡталды... Алтмыш йәшлек һөмһөҙйәндең көтөлмәгән тетрәнеүҙән ҡапыл айнып аҡырыуынан ләззәтләнеп екерҙе:

-- Замолчи, падло! Кемде ҡыҙғанмаҡ булдың, кемде?! Кем һине, тынсыу тиреҫлегеңдән күтәреп, совет халыҡ шағиры, Алтын Йондоҙ кавалеры яһаны? Ҡыуан, гадина! – Арынып, иҙәндә тексәйеп торғаны килеш йәһәт кенә үҙенең өҫ-башын ипләгәс, осаһы ялтырап шыңшып ятҡан «мәхлуҡ»ҡа еңелсә типте: -- Тфу, кейен, сучье отродье! – Һүгенеп сығып китте. Тышта моторҙар гөрләне, ҡыҙыл ҡанатлы лайнер һауаға күтәрелеп, ҡыҙыл Мәскәү тарафына юл алды.

1963.


1992.

21.03.2010,

Өфө.
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Ятлаҡандарға ядкәр (роман)
Беренсе сәхифә

Икенсе сәхифә

Өсөнсө сәхифә

Дүртенсе сәхифә

Өс таған хаҡында хикәйәт

Бишенсө сәхифә

Алтынсы сәхифә

Етенсе сәхифә

Һигеҙенсе сәхифә

Тугыҙынсы сәхифә

Бер сөскөртөм тәмәке

Унынсы сәхифә

Ун беренсе сәхифә

Ун икенсе сәхифә

Ун өсөнсө сәхифә

Ун дүртенсе сәхжфә

Ун бишенсе сөхифә

Ун алтынсы сәхифә

Алтын сөрөк хаҡында хикәйәт

Ун етенсе сәхифә

Ун һигеҙенсе сәхифә

Һанһыҙ һыуыр тураһында хикәйәт

Ун туғыҙынсы сәхифә

Егерменсе сәхифә

Егерме беренсе сәхифә

Егерме икенсе сәхифә

Иҫәүән Иҫәрғәп тураһында хикәйәт

Егерме өсөнсө сәхифә



Егерме дүртенсе сәхифә


1 Ядкәр -- «Йәдкәр» тип төҙәтмәгеҙ, сөнки ул хата буласаҡ (тулы аңлатма бүлектәрҙең береһендә бирелә).

2 Өсбит — ҡушамат, шул заманда яҙыу яҙмалы өс биткә өс телдә яҙыла торған хикмәтле өс яҙыуҙы ла таныусы. Башҡорт хикәйәтендәгө Әмин-бәк батыр образына тап килә. Мөхәммәтсәлим Өметбаев тарихында (Ядкәр, Өфө, 1984, 241-се бит) ул Аҡташ хан тип алынған.


3 Ҡыртлаған – себеш сығарырға көйләнгән тауыҡ.

4 Бүтәгә -- даланы япҡан үлән (ковыль), сәскәһен ҡылған тиҙәр.

5 Тампан — таш быуат кешеләре кейгән алъяпҡыс

6 ЦГИА Р.Б. (Центргосархив), ф. Р-933, оп. 1, дело 75, л. 32.

7 ЦГИА Р.Б., ф. Р-394, оп. 1, дело 219, л. 130.

8 «Власть Труда» газетаһының 1923 й. 7 июнь №126 һаны.

9 Ғәүрәт – тәндең кешегә күрһәтмәй торған оят урыны.

10 Был ҡалалар күрһәтелгән урта быуат карталары матбуғатта сығарылды: «Агиҙел» журналы, 1971, № 4, 105—113-сө биттәр; Ә. Булатов. Башҡорттар тураһында боронғо мәғлүмәттор.


11 Үҙҙәрен Бүре тоҡомонан тип һанаусы үҫәргән-башҡорттарҙың ҡатындары ирҙәрен «бүрем» тип атаған, йоҡлағанда «бүреастына»


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет