Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет9/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   26

УНЫНСЫ СӘХИФӘ
Мотал, йөрәкһеп, йәшлегендә үҙенең беренсе хеҙмәт юлы башланған һәм, аҙаҡ килеп, уны яҙыусы яһаған Иҫке завод тарафына машинаһында елдереп китеп бара, Ҡыҙыл башҡорттоң экологияға бәйләп ғәйепләүе тынғы бирмәй болара күңелендә. Эйе, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы хасил ҡылған шаҡшы «ҡара шамбы»ны уның ҡара күлендә үк айғолағынан алырға ваҡыт— романының көсөргәнешле сюжет һыҙығына был яҡшылыҡ һәм яманлыҡтың дәһшәтле бәрелеше рәүешендә керәсәк!

Йылдар ыҫлатып һоролатҡан завод корпустарында әлегәсә уның атаһын үҙ күҙҙәре менән күреп белгән ҡартластарҙы осратырға була, ә директор бүлмәһенең стеналары Булаттимер-большевиктың зыңлы ҡорос тауышын һаҡлай һымаҡ...

«Тере тауышыңды онотҡанмын, атай, ғәфү ит... Ҡысҡырып бер көлгәнеңде, һыҙланып уфтанғаныңды, нәфрәтләнеп асыуланғаныңды иҫләп хәтерләү аша һәм ташҡа баҫылған хәрефтәр теленән түгел, ә үҙеңдең ауыҙҙан ишетәһе ине... Ниңә киткәндәрҙең тауышы тоноҡ, йомоҡ? Үткәндәрҙе, һыҡтай-һыҡтай бөгөлөп, ергә ятып, һулыш алмай тыңлаһындар өсөнме?.. Ә бәлки, һинең тауышың, атай, беҙҙе уратҡан тере тәбиғәт ауазындалыр? Дауыт Юлтый ҡорҙашың әсенеп йырлаған, ә, шулай ҙа, беҙҙе ташлап китмәгән һәм мәңге лә китмәйәсәк Тере һандуғас, Тере тәбиғәт симфонияһы бөтә киткәндәрҙең тауышын бергә туплап тоталыр?..»

Заводҡа яҡынайған һайын, атаһына ҡайтҡандай хискә сорнала Мотал: ул инде биғәйни атаһы ҡушҡан исемдәге элекке малай Металл, атай менән ял көндө урамға йөрөргә сыҡҡан Металл. Тиҙерәк ҡайтырға кәрәк: уның буласаҡ һеңлеһе Гөлзифаға ғүмер бирергә ҡапыл ғына йыуанайып ауырланған әсәһе өйҙә ҡалған — хафаланмаҫҡа тейеш. «Әгәр шулай мин әйткәнде тыңлап ҡына йөрөһәк, әсәйең тиҙҙән Иҙел һыуынан үҙеңә иптәшкә матур бәпес тотоп алып ҡайтып бирәсәк, уға исемде Индустрия тип ҡушырбыҙ...» (Тимәк, был — тыуасаҡ һеңлеһе Гөлзифа, ваҡиға барған заман— 1937 йыл булалыр). Бына улар, ата менән бала, лап-лоп атлап өйгә лә ҡайтып инде. Булаттимер, Моталдың әсәһе менән быш-быш һөйләшкәс, күҙҙәре уттай янып, улы янына килде, малайҙы ҡуш ҡуллап юғры сөйҙө:

— Оп-лә! — һауага сөйә-сөйә, ә малай шарҡылдап көлә-көлә, бүлмә буйынса йөрөтөп, түр яҡ стенала аҫыл келәмгә эленгән алтын ҡынлы ҡылыс, ҡандай сөм-ҡыҙыл буҫтау йондоҙло буденовка тәңгәленә килтерҙе; осло кәпәсте бәхетле малайҙың башына сумыра кейҙертеп, сандалийлы тәпәйҙәрен тупылдатып өҫтәлгә баҫтырҙы ла ҡылысты алтын ҡынынан шығырлатып һурып сығарҙы:

-- Оп-лә!.. Киттек, большевик-улым, Ватаныбыҙҙың именлеген ҡурсаларға, булат ҡылыс менән дошман баштарын кәбеҫтәләй турарға!

-- Муйындары өҙөлдө, тигәйнең бит һуң? – тине малай.

-- Өҙөлөп бөтмәгән икән шул әле, улым. — Атай кеше малайын, етәкләп, ала-ҡола буяулы донъя картаһы тәңгәленә килтерҙе, бармағын карта буйынса йөрөтөп, һораны. — Йә әйт әле: нимә был?

-- Юрғалап барған ҙур турат төҫлөһөме? — тине малай, атаһының карта алдында биргән уйын-һабаҡтарын йылғыр иҫләп. — Ул — Сысыр...

-- Сысыр түгел, ә эС-эС-эС-эР!

-- Ә бынау итек һымағы -- Италия.

Атаһы уны, ике ҡултығы аҫтынан эләктереп, юғарыраҡ күтәрҙе:

-- Онотмағанһың икән, маладис!. Йә инде, улым, елеп барған Туратыбыҙҙың баш-тояҡтарын төртөп күрһәт. Бына ошолай. — Атай ҡулының ҡырыҫ йылыһы Моталдың һаман иҫендә: улының бармағын карта буйынса йөрөтөп, әйтерһең дә, ҡолағына мәңге һүрелмәҫ ядкәр итеп көйләне (Мотал хәҙер, география картаһына ҡараһа, ашҡыныулы атай тауышын ишетә). — Күрәһеңме: Көн-Өфө юлы буйлап, эйәренә яҡты Көндө атландырып, капитализм төнө баҫҡан ҡараңғы Көнбайышҡа табан нур һибелдереп юрғалап барыусы шәп Турат — илебеҙ СССР ул. Йә, матур итеп ҡабатла әле, улым.

-- Сысыр!

-- Һәй әттәгенәһе, ҡалай өйрәтергә инде был малайҙы!

-- Көйөнмә, йәше еткәс, мәктәпкә барғас өйрәнер, -- тип тынысландырҙы әсәһе.

-- Ярай инде, алайһа... Ҡара әле, улым: бына Тураттың һарымһаҡтай таҙа аҙау тешле ауыҙы — Севастополь, ҡаялай текә маңлайы — Ленинград, шеш ҡолағының осо — Мурманск, күрер күҙе — Мәскәү. Арҡаһы — Төньяҡ Боҙло океандың яр һыҙығы, ул һыҙыҡ ҡойроҡ осона — Чукотҡа ярым утрауындағы Провидение портынаса һуҙыла. Тураттың артҡы бер тояғы — Камчаткалағы Петропавловск, икенсеһе — Владивосток. Алғы тояҡтарының береһе — Дүшәмбе, икенсеһе — Баку. Ә шул юрғаға атланып елгән алһыу-яҡты Ҡояштың билендә булат ҡылыс -- әле генә үҙең тотоп ҡараған минең алтын ҡылысымдай ялтырай, ул — үҙебеҙҙең алтынға бай мәғрүр Урал...

-- Ҡуйсы шул ғәҙәтеңде – баланың башын ҡатыраһың, тине әсәһе.

-- Белемдән баш ҡатмай ул – балаларға ла кәрәк!

-- Белдем, белдем! — тине малай, белеп еткермәһә лә.

-- Маладис, улым, беләге йыуан – берҙе йығыр, белеме булған – меңде еңер, тигәндәр. Киттек ары —тағы ла бер нәмәне күрһәтәйем. Бына был ала-ҡола төҫкә буялған, СССР-ҙы уратып алған илдәр — барыһы ла Туратыбыҙҙы тышауларға, башын ашарға тамшанған улар, ҡапҡорһаҡ буржуйҙар.

-- Буржуйҙарҙы тояҡтары менән тибеп тапаһын да китһен ине Туратыбыҙ!

-- Афарин, улым, мин дә тап шулай тимен. Мәгәр бының өсөн Туратҡа ифрат ҡаты тояҡтар, утҡа-һыуға бирешмәҫ ял-ҡойроҡтар, һынмаҫ аҙау тештәр кәрәк. Эйәрҙәге батырына кителмәҫ-һынмаҫ булат ҡылыс кәрәк. Бының өсөн ҡорос, пластмасса, машиналар кәрәк. Һинең менән мин ана шул кәрәкте тиҙерәк табырға, Туратты бер дошманға ла бирешмәҫлек итеп йыһазландырырға тейеш. Аңланыңмы инде, улым?

-- Аңланым, — тине малай.

-- Йә, әйт инде: әгәр мин тағы ҡылысымды тағып һуғышҡа китһәм, оҙон-оҙаҡ йылдар ҡайта алмаһам, һин, ҙур булып үҫеп еткәс, кем булырға теләр инең?

-- Һинең һымаҡ инжәнир, булат ҡылыслы яугир! — тине малай, стеналағы ҡылыс менән буденовкаға күҙ атып...

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: «Булаттимер-инженерҙың йөрәге тимер» тиһәләр ҙә, теге аяныслы йылда ғаилә башына бәлә ҡунған һуңғы сиктә ҡатынын да, балаһын да, ғөмүмән, бөтә кешеләрҙе лә нисек яратҡанын намыҫы, ғүмере менән раҫланы — тәфтиш алыу ваҡытында үҙенә тағылған яланан, үҙенә ҡушып ғәйепләүҙән башҡаларҙы араланы бер ниндәй ҙә исем-фамилия әйтмәне; шуның арҡаһында элек бергә һуғышта булған, бергә уҡыған, бергә эшләгән байтаҡ яҡын ҡорҙаштарын, шулай уҡ ҡатынын да, үҙенең асы яҙмышына юлығыуҙан ҡурсаланы... Тик был факт һуңлабыраҡ — ике тиҫтә йыл үткәс, уның яҡты хыялдары илдә бойомға ашҡас ҡына беленде. Әммә шуныһы мәғлүм: ауыр металлургия һәм химия промышленносының иң яуаплы тармаҡтарында ошо көндә лә Булаттимер-большевиктың ана шул күҙгә күренмәҫ игелеге ҡурсалаған байтаҡ ҡына кешеләр ҙур урындарҙа уңышлы эшләп йөрөй...

Мотал, машинаһын юл ҡырыйында ҡалдырып, ҡара төтөн боролдатыусы мөрйәләргә табан атланы. Завод артындағы соҡор буйында, элекке ауыл урынында — һуңғы өй, һуңғы өйҙә — «һуңғы могикан» йәшәп ята, тинеләр. Исеме — Ҡәҙерғол ҡарт. Завод ҡалҡмаҫы борон төбө ҡайҙа торһа, ҡупмаған -- шунда ултырып ҡалған. Өгөтләп тә, оялтып та, ҡурҡытып та, «оҙон аҡса» һоноп та, бер түгел туғыҙ уланынан димләтеп тә ҡарағандар, мәгәр ҡартлас нигеҙен боҙҙортмаған. Имеш, ата-бабанан уға ошонда изге йомош — ниндәйҙер мифик Йәншишмәнең башын «яңы загман Шүлгәненең әшәкеһенән» ҡурсалау бойоролған. Мотал элек был әкәмәткә, башҡалар кеүек үк, көлөмһерәп кенә ҡул һелтәгәне бар: туҡһанды туҡыған ҡарттан нимә көтәһең... Ә бөгөн башҡаса уйлай: бер фольклорсы тарафынан ошо Йәншишмәнең башында яҙып алынған һәм гәзиттә иғлан ҡылынған куплеттарҙы ауыҙ эсенән генә тәкрарлап бара:


Шүлгән кем ул, тиһәгеҙ,

Бөгөн кем ул, тиһәгеҙ,

Ишет быны ҡартыңдан,

Һүҙ йөрөтмә артымдан.

Бөгөн Шүлгән тигәне,

Илгә бәлә өйгәне,

Һыуҙарҙы ыулатҡаны,

Үләнде ҡыулатҡаны,

Һауаны бөтөргәне,

Ҡош-ҡортто үлтергәне,

Кейектәрҙе ҡырғаны,

Бал ҡорттарын мурғаны —

Берәү ҙә берәү булыр ул,

Ҡылысһыҙ әжәл булыр ул,

Яубаҫаров булыр ул, ау,

Яубаҫаров булыр ул...


Ҡот осорғос ҡобайыр...

Бетон ҡойма буйындағы һирәк-һаяҡ ҡыу әрем, әрһеҙ шайтан таяҡтары, ҡырҡбыуын һәм тутыҡ тимер-томор, кирбес ярсыҡтары, полиэтилен ярпылары араһынан яҙға тартҡан ҡар мәреһенә бата-сума, һауаға һеңгән серек кәбеҫтә ҡатыш һарымһаҡ еҫле саң-һөрөм йотоп бара торғас, йылан һуҡмаҡ арҡаһы әрһеҙ сәйәхәтсене завод артына үткәреп, Ағиҙел ярҙары тарафына тартылған тәрән соҡор ҡырыйына килтерҙе. Ҡасандыр был үҙәндән, моғайын, ебәк яллы шылтыр шишмә тәгәрләп-ағып ятҡан. Ә хәҙерен һумала ҡойолған улаҡты хәтерләтә: улаҡ төбөндә йәйен-ҡышын туңмай торған ҡара-буръяҡ шыйыҡлыҡ, ярҙарының ҡарҙарын әкиәттәге яман Шүлгәндәй ялап, гөжләп аға ла аға, ҡалаға билдәле «хушбый букет» тарала. Мотал танауын ҡаплаған хәлдә үҙән буйынан үрләгәс, ҡаршы ярҙарҙы тоташтырған тутыҡ һыртлы металл рамдан аръяҡҡа атлап уҙҙы, туҡталып, тирә-яғын байҡанды. Ең һыҙғанып үҙе ошо заводта эшләгәндә лә, унан һуң да яҙыусы бер ваҡытта ла был тарафҡа аяҡ баҫҡаны юҡ ине, сөнки был — сүп түгеүселәр йәки махсус торба һуҙыусылар ғына эш ҡыра торған яғымһыҙ «арт яҡ» ине. Инде шуның уртаһында тороп ытырғанып баҡты: завод артынан Ағиҙелгәсә оҙон ҡара йылан — Шүлгән һуҙылғанмы ни! Бына ҡайҙа икән ул теге көндә боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡларға барғандарында битенә зәһәр сәпәлгән «ҡара шамбы»ның башы! «Йылға»ның үрендәрәк — соҡорҙо билбаулап тоташтырған тупраҡ быуа, быуа башында суҡайып ултырған яңғыҙ өй. Уның тәңгәлендә үрҙән, быуа ситенә һемәкләнмеш тутыҡ торбанан, Шүлгән ҡотһоҙлоғона үс иткәндәй, көмөштәй аҡ саф һыу урғылып тибә — ҡара ағын өҫтөнә, әйтерһең, аҡ-һөт шаулап ҡойола. Шул тәңгәлдә Моталды хозур ирәүәнлек сорнаны: коҙгөләй ялтлап, тәбиғи һыубайлыҡ еҫе, тормош еҫе аңҡытып ятҡан быуа йөҙөнән, тап бәләкәс сағындағы яланаяҡланып кискән аҡ томандай, пак һулышлы ҡуйы аҡ быу күтәрелә!

Аҡ һыу йыйылған быуа төбө үтәнән-үтә күренде: йәм-йәшел ылымыҡтар, томбойоҡҡа оҡшаш оҙон һабаҡлы нәфис үләндәр, тағы әллә нәмәләр ҡусҡыллана. Ҡарҙар иреп бөтмәҫ борон уҡ яҙ илен күреп әҫәрләнгән әҙип өйҙөң ишеген ҡаҡты.

-- Әү, әйҙә, инегеҙ! — Боронғо ҡала зыялыларынса ап-аҡ етен костюм кейгән, һаҡал-мыйығын ялтлатып ҡырған тарамыш кәүҙәле Ҡәҙерғол ҡарт күҙлекһеҙ-ниһеҙ гәзит уҡымаҡта имеш. — Хуш килдең, мырҙам, әйҙә, түрҙән уҙ.

-- Һе! Күҙ күрә икән әле, олатай? — тине Мотал, ҡысҡырып.

-- Тамағыңа улай көс төшөрмә, мырҙам, бейек трибунанан оран һалырға ҡалдыр. Ҡолаҡтарыма тайыш аяҡ баҫмаған, шөкөр! — Ҡарашын ҡунаҡтың баш-аяғына йүгертте. — Маңлай күҙҙәрем дә үткер әле, тим. Бына Айға осҡан батырҙар тураһында мәҡәлә укып ултырам. «Кешенең бәләкәй генә аҙымы — Кешелектең ҙур аҙымы»—ҡайһылай тос итеп әйтә ҡәһәрең!

-- Ышанаһығыҙмы һуң? — Әҙип ғәҙәти булмаған тарихи күренештең шаһитына әүерелеүен тойҙо: Урал, Шүлгән тураһындағы мифтар донъяһынан сығып етмәгөн ҡобайырсы космонавтика донъяһына ерегә! Бәлки, кешелек аңындағы иң ҙур яңы этап — космос мифологияһының күҙгә күренеп яралыу сәғәтелер был?!.

-- Ҡалай итеп ышанмайһың, ти, инде, заманалар шуға барғас... Айында ла гиҙерҙәр, Зөһрәһенә лә менерҙәр, әммә Ер-әсәгә берешкән кендектәрен өҙә алырҙармы икән, ай-һай...

-- Ер-Әсәнән кендекте өҙөү кәрәкмәй, — тине Мотал. — Шул кендек тоташ хәлдә генә кендектән юғарыраҡ ырғыйбыҙ.

-- Һе, шулай тиһең дә бит. — Ҡарашы Моталдың күҙҙәрендә туҡталды. — Ҡай берәүҙәр бөтөнләй кендекһеҙ тыуғандай ҡылана бит — үҙҙәренән ғәйре юҡ. Табандары баҫҡан ерҙә Ер-Әсәнең тәнен ҡара яндырып, күмер-көйҙөрөп йөрөйҙәр.

-- Кемдәр ул, олатай? Американдарҙы әйтәһегеҙме әллә?

-- Бысағымамы ни миңә һинең американдарың! Күрмәнеңме ни килгәнеңдә ҡойма аҫтынан ургылмыш ҡара буръяҡты? Йәншишмәнең бауырына ҡаҙалған шаҡшы Шүлгән һыуы шул инде. — Быны әйткәндә күҙҙәренән мөлдөр-мөлдөр йәш тәгәрләне. «Әҙәм йәше йөҙгә ашһа, сабый аҡылы ҡайта, ти торғайнылар — сабый менән һөйләшеп ултырмайыммы?» тип уйлап ҡуйҙы Мотал.

—Олатай, һеҙ нисә йәштә әле? Төҫөгөҙгә ҡараһам... һаҡал-мыйыҡ үҫтермәй ялт итеп ултыраһығыҙ.

Ҡәҙерғол ҡарт пинжәгенең кеҫәһенән ап-аҡ ҡулъяулыҡ сығарып, күҙҙәрен һөрткөләне, ынйы тештәрен күрһәтте. — Бына ҡара, мырҙам: һәммәһе лә үҙемдекеләр. Һеҙҙең һымаҡ, ҡырҡ йәштән үк ҡырҡылып, ҡоро ҡомо ҡойолоп, тимер теш ҡуйҙыртып йөрөмәйем. Ошондай тештәр барҙа ниңә ҡырынмаҫҡа. Һаҡал-мыйыҡ тешһеҙ уртты ҡаплатмаҡҡа еткерелә.

-- Һәйбәт тештәр, — тип дөрөҫләне Мотал. — Нисек һаҡлай алдығыҙ?

-- Әле генә бында килгәнеңдә быуалағы мөғжизәне күрмәнеңме ни, мырҙам? Ғүмер буйы Йәншишмәнең һыуын эсһәң, һин дә шулай булырһың.

-- Олатай, һеҙ үҙегеҙ тәбиғәт мөғжизәһе! — тип һоҡланды ҡарттың етеҙ хәрәкәттәрен ентекләп күҙәткән яҙыусы.

-- Дөрөҫ әйтәһең, мырҙам. Тәбиғәтте һөйәм, тәбиғәт менән ҡуша тын алам, шуға ла йәшлек төҫөн юймай йәшәйем. Ә тәбиғәткә ҡул һалыусы яуыздарҙы, беләһеңме, тәбиғәт-инәбеҙ ни ҡыла? — Тауышы көйҙөргөс үрт әсеһенә һуғарылып, уттай яндырған күҙ ҡаралары тәҙрә үтә завод яғын һәрмәне. — Ундай бәндә, эсенә үләт төшөп, йә рак зәхмәте ҡағылып, йәштән үк кәкрәйә. Йә булмаһа, ана анауы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы кеүек, бирән зәхмәтенә тарып, оторо ҡорһаҡҡа үҫә... Тәбиғәткә шаҡшы һөргән бәндәләрҙең эсе тулы ҡылйылан, шаҡшы була... Ә мин ғүмерем буйы ошо Йәншишмәнең һыуын эстем, уны күҙем ҡарамдай ҡурсалап йәшәнем.

-- Яубаҫаров уҙаманға ҡаныҡҡанһығыҙ икән...

—Мин түгел, ә тыуған ер үҙе ҡаныға уға, бәдбәхеткә!

Ҡарт самаһыҙ ысҡындырҙы тип уйлап, һүҙҙе ситкәрәк борҙо:

-- Ошо тиклем дә ҙур быуаны үҙегеҙ генә быумағанһығыҙҙыр бит, олатай?

-- Юҡ, үҙем генә түгел. — Күҙҙәре ғорур ялтыраны. — Бер түгел туғыҙ уланым бар, ә заводтағы эшсе-уландарым — туҡһан туғыҙҙан да күберәк!.. Бернисә йыл элек булды был хәл. Завод ҡоймаһы аҫтынан Шүлгән шаҡшыһы йырып төшөп, үҙәнде баҫты шулай, үҙән битенән шылтырап аҡҡан Йәншишмәне күмеп, тирә-яҡҡа ҡаҙа менән янаны. Нисек тә ыуҙы урғылға ебәрмәҫкә, юлын бүлергә ине. Үҙен енем һөймәһә лә, Йәншишмәм хаҡына тип тағы барҙым — Яубаҫаровҡа баш ороп ҡараным. Ҡолағына ла элмәне. «Әгәр шаҡшы екһендерһә, аласығыңдан ысҡын да ҡаланың иң үҙәгендәге дәүләт фатирына күс, ҡарт ысмутъян, ирешерһең шунда йәннәткә. Борғаның һайын бер крандан ҡайнар һыу, икенсеһенән һалҡыны урғылып торор, кухняһында төтөнһөҙ зәңгәр ут яныр», — тип, кире борҙо ла сығарҙы. Ни эшләргә? Донъя тотҡаһы бер Яубаҫаровҡа ғына беркетелмәгән — ил бар бит әле, мин әйтәм, өмә итә торған изге йола бар... Йәншишмәне ҡотҡарырға тип оран ғына һалғайным, заводтағы уландарым бүлдәзерҙәре, самасуалдары менән һөрәнләп килеп етте, көн һуҙымында Шүлгән шаҡшыһына арҡыры кәртә ҡорҙо. Ана тора ул быуа. Шунан биреле Шүлгән шойҡанлана түбәндә — Йәншишмәгә буйы етмәй киҙәнә. Йәй көнө күрһәгеҙ икән: Шүлгән аҫта ағыулы тештәрен ыржайта, ә өҫтә Урал батырҙың Йәншишмәһе — һомғол томбойоҡтар үҫә, ҡоштар һайрай, шифалы күл буйы сүлләге оазистай ҡусҡылланып ултыра. Әйҙә әле, тағы ла бер байҡап уҙ: яңы ғына ҡыш ҡойроғо — ҡара яҙ башы булыуға ҡарамаҫтан, сәхрәләрҙең ожмахтары бар бында! — Аяғына калушлы быймаһын, башына төлкө бүркен эләктереп, билле тунын яурынына һалып, ҡартлас тышҡа елтерәне, яр башында шыҡайып, һыу йөҙөнә текләне. — Йәншишмәнең шифалығын күрһәтә был хозурлыҡ! Сатнама һыуыҡтарҙа ла туңмай — йәйен-ҡышын ун алты градуслы. Хәйер, уның шифаһы тураһында ашҡаҙандары ауыртып интеккән эшселәрҙән һораш, мырҙам.

Шишмә сыҡҡан урғыл үҙе имән бура менән уратып алынған, түбәһе таҡталап ябылған, күҙ йәшеләй үтәҙек һыу бура аҫтынан таҡтаташҡа атлығып, быуаға ағылып төшә. Халыҡ тапап таҡырлаған майҙансъгкта — кескәй еҫтәл, өҫтәлдә — стакандар, банкалар...

—Эшсән халык көнөнә өс тапҡыр килә — ашҡаҙандары ауырығандары ла, ауырымағандары ла. Шифалы һыу һәр кемгә лә файҙалы. Урал батыр, үлеп барған донъяға йән бөркөр өсөн, тап ошо Йәншишмәнең һутын уртлағандыр, тим...

Мотал стаканға һоҫоп, тәмен татып ҡараны: ниндәйҙер май тәмен әйтә, тамаҡҡа ла яғыныслы. Ошоноң ишене элек алыҫ Карпат тауҙарындағы курортта, йәнә үҙебеҙҙең Уралдағы ғәжәйеп шифа сығанағы Ҡорғаҙаҡта ғына эскәне бар ине. Төбөнәсә һемерҙе, яңынан тултырып алды.

-- Шулай, Йәншишмәгә ғашиҡ булмаған кеше юҡ ул донъяла... — тип һөйләнә бирҙе ҡартлас. — Йотҡаны һайын, йотҡоһо килеп кенә тора.

-- Ашҡаҙаны ауырыуҙар, тиһегеҙ инде?

-- Шулай. Кемдең эсе борһа, ошонда йүгереп килә. Бер-ике ай һемерһәләр, һин дә мин булып китәләр. Мин үҙем дә, әбейем дә, туғыҙ улан үҫтереп, беребеҙ ҙә эстән ауырыманыҡ. Эшсе халыҡ, көмөш торба һуҙып, Йәншишмәне цехтарға үткәреү тураһында һүҙ алып бара.

-- Уға тиклем һыуҙы ғалимдар тикшереп ҡарарға тейеш.

-- Ҡайҙа һуң ул ғалимдар? Бер-икеһе пәйҙә булғайны ла бит, тик, әнжәнирҙәр түгел, ә ҡобайыр тиреүселәр булып сыҡты, ауыҙымдан дыңғырлауыҡ таҫмаға яҙып алды. Яубаҫаров ҡороғоро, шуны әллә ҡайҙан ишетеп ҡалып, йәнемә тейҙе бит, әй. Ҡотҡо таратаһың, зарарлы әкиәттәрең менән эшсе синыф-пролетариаттың аңын ағыулайһың, тип, былай ҙа көн күрһәтмәй. Өйөмдө ышыртырға, Йәншишмәне күмдертергә нисәмә тапҡыр бүлдәзер ебәреп этләне, тик эшселәр ҡул һалдыртманы. Милиционер һөстөрөүгә барып етте: мин, имеш, дин тотоп, таң һыуы алып, үткән-һүткәнде өшкөрөп ятам, тфү!..

-- Йә, йә, шунан ни булды? — Яҙыусының һөнәрмәнлек сәме ҡуҙғалды.

-- Ни тип ни, бер нәмә лә булманы. Тирә-яҡты байҡаштырып, өйгә лә инеп сыҡҡас, һинең кеүек үк рәхәтләнеп ике стакан һыу эсте лә ҡыҙыляғалы, рәхмәт, бабай, шишмә башын һәр саҡ шулай таҙа тот, ҡарауылла, хулигандарҙан бысраттырма, тип үҙ юлына китте лә барҙы.

-- Теңкәһенә тейә икән?

-- Кем?

-- Йәншишмәне әйтәм. Ул шылтырап ағып ятҡандан директорға ни зыян?



-- Бик зәһәр зыян, мырҙам. Ҡойма аҫтынан ул ағыҙған ҡара буръяҡ — Шүлгән шаҡшыһы37 янында Йәншишмәбеҙ ҡара мәкер ҡаршыһындағы саф намыҫтай балҡып ята. Шуның яҡтыһында гонаһшомлоғоноң барлыҡ рыялары көҙгөләгеләй сағыла. Унан килеп, мине беләһең, атайың барҙа уҡ завод нигеҙен ҡорошоп, унан һуң, һуғыш ҡырында имгәнгәс, оҙаҡ йылдар ошонда вахтер булып эшләп, пенсияға сыҡҡан кеше: гонаһлы тишек-тошоҡтарын, ҡыңғырлыҡтарын һунар этеләй тоям. Шүлгән шаҡшыһын бында ҡасан, ҡайһындай көндәрҙә ҡойма аҫтынан урғылдырғандарын да, мөрйә башынан ыҫмаҡлап быҫҡытҡандарын да беләм. Юғарынан комиссия көтөлгәндә йәки һинең ише осло ҡәләмдәрҙең тәнҡит һүҙе гәзиттә сыҡҡанда килеп ҡара: шаҡшылыҡтың юлы быуылған була — барыһы ла шиты-крыты, законлы, көллөһө таҙартҡыс ҡоролма аша үтә. Ә шау-шыу баҫылдымы, йәшерен күлдәрендә бурһып ятҡан зәһәр ағыу ҡабат анауы ҡойма аҫтынан ажғырып килә лә сыға... Атайың менән беҙ белгәндән хәтһеҙ ҙурайҙы завод, ә таҙартҡыс ҡоролмалар теге замандағы килеш — таҙартып өлгөртә алмай, саҡ-саҡ тын ала, мырҙам. Яубаҫаровҡа нимә: үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, көкөртлө-мөкөртлө кислоталары ҡоролманы уратып уҙып тура Ағиҙелгә аҡһа — экономия, премия... Белгең килһә, үҙе имгән әсә имсәген тешләп өҙгән мөстән38 ул — тәбиғәтте үлтереп план тултыра...

-- Коллектив ни ҡарай икән?

-- Әллә Айҙан килөп төштөңмө, мырҙам? Үҙең ошонда эшләп киткән кеше бит. Яубаҫаров коллективтың да ауыҙын тыға белә: әлеге шул экономия, премия. Ун өсөнсө тип аталған юҡмыш ай өсөн «зерәплата» барлығын да онотма... Ә мин, пенсиялағы ҡарт тинтәк, шуларҙың барыһын күрәм, Яубаҫаровтың күҙенә сүп булып төшәм. Бына ниңә ата-бабанан ҡалған изге сығанаҡты юҡ итергә киҙәнә ул! Шуға күрә лә әбейем менән был нигеҙҙән ҡупмайбыҙ, күҙле бүкән урынында ҡалғанбыҙ. Беребеҙ бер яры китһә, икенсебез һаҡлап ҡала, тигәндәй... Туғыҙ уланым туғыҙ яҡтан саҡырһа ла, бармайбыҙ. Шишмә башын атайып бахыр аманат итеп, ҡурсарға ҡалдырғайны. Ҡасанмы үҙем ышаныслы ҡулдарға тапшырғансы, ҡупмайым, вәссәләм!

-- Быға минең атай ҙа әллә ғәйеплеме икән, олатай?

-- Тәүбә, тиң! Булаттимер-бәлшәүик, тауышы ҡаты булһа ла, йөрәге менән әүлиә, изге йән ине ул, балаҡай. Әгәр заводыбыҙ уның һыҙған юлы менән барһа, ана анауы төтәп торған мөрйә лә, шайтанлы буръяҡ та булмаҫ ине. «Төтөнһөҙ ут яғырбыҙ, һыуһыҙ бысраҡ йыуырбыҙ. Көллө Шүлгән ыуҙарын, һыу-һауаға осортмай, ете кат зинданға йомасаҡбыҙ!» — ти торғайны бит ул аҫыл әнжәнир Булаттимер Шаһибәрәков. Әгәр ҙә иҫән булһа, Яубаҫаров кеүектәрҙең аяғы тышауланыр, завод тирәһендә шаулап-гөрләп баҡса үҫер, йүкәләр сәскә атыр, араһында бал ҡорттары гөжләшер, һандуғастар һайрашыр, йылтынҡойроҡ тейендәр һикерешер ине... Һинең атайың түгел, ә үҙебеҙ ғәйепле быға, мырҙам.

-- Беҙ? Бөтәбеҙ ҙәме!

-- Балыҡ башынан серей, тигәндәй, бөтәбеҙ ҙә шул, балам. Бер-беребеҙҙең күҙен суҡырға теләмәйбеҙ — бөтәбез ҙә ҡарайып бөткән ҡарғалар кеүек... Әйтәйек, ниңә һәр бер ябай әҙәм завод етәксеһенең яҙыҡ эштәрен күҙенә төртөп әйтмәй? «Хужа кешегә ел-ямғыр ҙа ҡағылмаҫ — хатта ҡылы ла ҡымшанмаҫ, ә минең күҙҙе суҡыр— айлыҡ премиянан мәхрүм ҡалырмын...» — Бына бит беҙҙең фәлсәфә! Ә ниңә Яубаҫаровты, мөхитте харап иткәнен курә тороп, уның кеүек үк юғары даирә кешеләре — химияға бәйле башҡа завод директорҙары, әнжәнирҙәре ғәйепләмәй, намыҫын ҡом менән ышҡып таҙартмай? Сөнки улар үҙҙәре лә был гонаһтан азат тугел: әйләнгәндә бер булһа ла, пландарын штурмлаған ифрат тығыҙ сулаларҙа, заводтарының эш ҡеүәһе таҙартыу ҡорамалдарының ҡеүәтенән артып китеп, ағыулы «артъгк ҡеүә»ләрен төндә генә йәшереп йә зәңгәр күккә, йә Ағиҙелгә оҙаталар. Был хәлде лә һәммәбеҙ ҙә һиҙәбеҙ ҙә беләбеҙ, әммә ауыҙ асып өндәшергә форсат юҡ: тыуған ерҙе көнө-төнө бөлдөрөүсе Яубаҫаров-аждаһа барҙа тегеләренең үҙ болахәте — себен бәләһе һымаҡ ҡына күренә. Фил этлеге эргәһендә әрләндеке иҫәпкә алынмай шул... Ә ул «ваҡ-төйәк» тип һаналған болахәттәрҙең бөтәһен бергә йыйып үлсәп ҡараһаң (ә тәбиғәт-әсәбеҙ уларҙың бөтәһен үҙенә йыя!), ғәмәлдә ул фил булып килеп сыға, ә хәйерһеҙ Яубаҫаровтыҡы кескәй әрләнгә ҡала. Бына ни өсөн уға ел-ямғыр тейҙертмәйҙәр, тере ҡомартҡы итеп тоталар был төтөн, бысраҡ сығанағын... Их! Шәхсән үҙебеҙҙе генә ҡәҙерләп, башҡаларҙы һанламаҫҡа өйрәндек... Тыуып үҫкән еребеҙҙән, һулаған һауабыҙҙан, эскән һыуҙарыбыҙҙан бер сөскөртөм тәмәке ҡиммәтлерәк...

-- Олатай, уныһы нимә тағы?

-- Бәй, әллә белмәйһең дәме, мырҙам? Уны миңә заманында атайың — Булаттимер-бәлшәүик ғибрәт итеп бәйән ҡылғайны. Ишет, әләйһә, ҡартыңдан — һүҙ йөрөтмә артымдан...

БЕР СӨСКӨРТӨМ ТӘМӘКЕ
Борон-борон замандарҙа булған, ти, бер Бәндәғол. Ҡәҙимгесә ирәүән генә көн итә, әммә бер яҡтан күңеленең мейөшө китек икән: байҙар кеүек сөскөрөп кенә йәшәге, сөскөргәне һайын «йәрхәмбикалла!» әйттерткеһе бик килә, тик сөскөрә алмай этләнә, имеш.

-- Их, байҙар һымаҡ бер сөскөрөү өсөн генә лә бөтәһен бирер инем! — тип әйтеүе була, шунда уҡ Шүлгән килеп етеп, теленән көрмәп тә ала:

-- Әгәр ҙә бер сөскөртһәм, иң яратҡан бер дуҫыңды миңә ҡорбан ҡылырһыңмы?

-- Ике дуҫымды ла әпкит, тик мине бер генә сөскөрт!

-- Юҡ, — тигән, бер аҙ уйланып торғас, Шүлгән, — миңә икеһе лә аҙ. Әгәр ҙә бер сөскөртһәм, шуларға ҡушып атайыңды ла миңә ҡорбан ҡылырһыңмы?

-- Атайымды ла, әсәйемде лә әпкит, тик мине бер генә сөскөрт!

-- Юҡ, — тигән Шүлгән, — миңә улар ғына ла аҙ. Әгәр ҙә бер сөскөртһәм, шуларға ҡушып тыуған-үҫкән илеңде лә миңә ҡорбан ҡылырһыңмы?

-- Тыуған-үҫкән илемде лә, туған халҡымды ла әпкит, тик мине бер генә сөскөрт!

Талай аптырап торғас, Шүлгән баш сайҡап ҡуйған, Бәндәғолға аңлатырға керешкән:

-- Һәй Бәндәғол, Бәндәғол, телең ни һөйләгәнде ҡолағың ишетәме һинең? Тыуған-үҫкән илең үртәлеп, туған халҡың ҡырылып, үҙең генә тороп ҡалғас ни ҡылырһың?!.

-- Миңә тимәгәйе, көллө донъяны үртәт, ҡырҙырт, бөтөрт — тик мине бер генә сөскөрт!

Шул саҡ Шүлгән Бәндәғолдың танау тишегенә бер семтем генә тәмәке һалған икән, Бәндәғол ерҙе ярып сөскөрөп ебәргән.

-- Йәрхәмбикалла! — тигән. ти, уға Шүлгән. — Көллө донъяны көл иттертеп сөскөрөүе рәхәтме? Бер сөскөрөү өсөн бирелгән хаҡыңа үкенмәйһеңме?

-- Кемдеңдер берәүҙең түгел, ә минең сөскөрөүем бит был! — тигән, ти, кинәнеп, Бәндәғол. — Бының өсөн, көллө донъя ғына етмәһә, ғәләмең дә йәл түгел!

-- Афарин, һинән шуны көткәйнем! Илең дә, халҡың да, донъяң да, ғәләмең дә кәрәкмәй — миңә үҙең генә кәрәк! — тип ҡәнәғәтләнеп маҡтанған, ти, Шүлгән. — Көллөһө лә үҙ урынында ҡалһын, кешеләр араһында йәшә, тоҡомдарыңды тарат, бәндәғолдарҙы ишәйт: мйн башҡара алмағандарҙы ла һин башҡара аласаҡһың!

Шунан биреле нисәмә быуат үтһә лә, Шүлгәндең үҙен күргән кеше юҡ, ти, әле: Шүлгән йөрөйһө урындарҙа шомло әҙәми тоҡом — илен, халҡын, донъяһын, ғәләмен бер юлы һәм башкөлләй бер сөскөртөм тәмәкегә һатҡан бәндәғолдар эш ҡырып йөрөй имеш...


-- Бына шулай ул, мырҙам... -- Ең осо менән күҙ йәштәрен һелтәне. —Улым! һеҙҙең арала бәндәғолдар, бәлки, башҡасараҡ аталыр, ләкин асылы бер ҡалыр ҙа барыбер арағыҙҙа эш ҡырып йөрөп ятыр. Бына ошо заводтың ағыулы ҡалдыҡтарын, күрмәмешкә һалышып, халҡыбыҙҙың эсәр һыуы Ағиҙелгә ағыҙыусыларҙы ғына ал – күрәләтә енәйәт эшләйҙәр бит! Бындайҙарҙы йөрәгеңә оялатыуҙан һаҡлан. Йәндең сөрөкләнеүе тап шунан башлана ла инде...

Ҡарттың атҡан уғы ғәжәп мәргән ҡаҙала ине, бигерәк тә завод директорҙарына ҡағылышлы тос фекере яҙыусының үҙәгенә үтеп керҙе. «Ҡыҙыл башҡорт мине бына кемдәргә -- Шүлгән ҡотҡоларына ҡаршы аяҡландыра икән!..» тип уйланы, боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау ваҡиғаһын нисәнсе ҡаттыр хәтерләп. Әммә ҡарттың йән аямай шуларға ҡаршы тороуы, сафлыҡ хаҡына фиҙәҡәрлеге йөрьәтләндерҙе йөрәген: «Етте! Туҡтатырға ваҡыт ҡара эштәрен! Яҙам, барыһын да фашлап яҙам!». Ҡара үҙәнгә бирешмәй сылтырап аҡҡан шишмә лә, уның ҡурсалаусыһы ла тәбиғәттең аҡтыҡ тыпырсыныуылай бик ҡыҙғаныс тойолдо.

-- Туғыҙ уланың туғыҙ яҡҡа таралған... кемгә күҙ терәү инде?

-- Кемеһе булһа ла, аҡылға бер ултырып, илай-илай Йәншишмәһен эҙләп ҡайтыр, Инш-Алла!. Урал батыр уландары бер беҙ түгел, ҡурсалаусылар табылыр. Бына һин, исеме шанлы Булаттимер улы ла, шул юлдан йөрөйһөң, түгелме?.. Үҙебеҙ төрлө-төрлө һәм күмәк булһаҡ та, Йәншишмәбеҙ тик берәү... Үҙеңдең дә уландарың дүртәү-бишәүҙер инде? — Ошоноһо менән ҡартлас башына зыңҡыта һуҡты. Күк йөҙө кинәт ҡарайып, ишетмәгәнгә һалышып, Мотал күҙҙәрен йомдо, йөрәгенә ҡылсыҡ кереп ултырғандай һыҙланды: «үҙеңдең дә уландарың...» Әммә ҡарт үҙенең данлы инженер ҡорҙашының яңғыҙ улының ғаилә фажиғәһен белеп еткермәй ине, буғай: уҙамандың ел һындырған ҡурайҙай ҡапыл шиңеүен үҙенсә юрап, фекерен ослап ҡуйҙы:

-- Атайың бахырҙы әйтәм, «Беҙҙең дә тубыҡҡа ултыртып ейән-ейәнсәрҙәр һейөр көн килер, Ҡәҙерғол ҡорҙаш, артыбыҙҙан бынамын тигән алтын бағаналар ҡалҡыныр, тип һалдыра торғайны. Тик бәләкәй булып ҡалдың — Булаттимергә бәпесеңде ҡулына алып һикертергә яҙманы... Ни хәл итәһең, мырҙам, донъялар имен булһын да ҡалғандарға бәлә-ҡаза килмәһен -- үҙеңә ейән һәм ейәнсәрҙәреңде тупылдатып һөйөргә яҙһын!

Мотал, йөрәген услап тотоп, машинаһына табан кире йәйәүләне, аяҡ аҫтын абайламай һөрлөктө, ике күҙен әллә йәш, әллә Иҫке заводтың әсе төтөнө томаланы: «ейән һәм ейәнсәрҙәреңде...»

...Мөхлисә менән осраҡлы һәм сәйер генә никахлашҡас, икеһе тиң өс көнлөк студент, хәләл ир менән ҡатын тормошон башланылар. Хәйер, тормоштоң үҙе кеүек үк сал донъяла бындай хәл тәүге түгел ине һәм аҙағы ла булмаҫ. Комсомол вузком секретарының егетлеге менәндер, йәш ғаиләне дөйөм ятаҡтың коридор башындағы дүрт кешелек бүлмәһенә өйҙәш урынлаштырҙылар. Аҡ простыня-шаршау артында улар кеүек үк себеши ғаилә ай ярымлыҡ имсәк балаһы менән мәж килә. Шуға ҡарамай, икеһе лә, тырышып-тырмашып, киң офоҡло фән тауына үрмәләй, хыялланып айырым фатир шәйләй. Бәпес тигән йомарлаҡ йән төнө буйы үҙәккә үткәреп илай. Әле әсәй, әле атай, ә аҙаҡтан Мотал менән Мөхлисә бишек төбөнән китмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: тынғы бирмәгән сабый, дүрт студенттың лекцияға йүнәлеү сәғәте һуҡтымы, һөрәнләүҙән туҡтай — биләүҙә ойоп йоҡлай. Әйтерһең, имтихандар алдынан дәрес ҡалдырыуҙың һәләкәтлеген тоя. Дүртәүләшеп түңәрәк табын ҡороп, шул хаҡта һөйләшеп көлөшә-көлөшә, сәй эсәләр кистәрен. Йәш әсә был яңы тормош ҡорғандарҙы ҡомарлай:

—Туҡтағыҙ әле, һеҙҙең дә шундай ҡара танауығыҙ булыр!

Бәхетле атай кеше күҙҙәрен ҡыҫып кинәнеп көлә, ә Мотал бәләкәс биҙалайға күҙ һалып ала ла гөлтләп китерҙәй ҡыҙара. Мөхлисә иһә студент турылығы менән ҡырыҫ һуҡтыра:

-- Юҡ инде, әйкәйем, һеҙҙең ише аңра һарыҡ булмабыҙ!

-- Бәй, был ни тигән һүҙ?! — тип албырғай әсә кеше.

-- Сәскәләй сағымда бала ҡосаҡлап ултырырға...

-- Абау, әйгенәм, әллә төшөртмәксеһеңме?!—Тиҫтерҙәрҙең араһында был да ярып һалына. Моталдың ҡобараһы оса. Ике ир, бер-береһен яҡшы аңлап, өнһөҙ ҡарашып ала.

-- Шул тиклем дә артта ҡалырһың икән. Эште абортҡаса еткерәләр тиме ни! — ти Мөхлисә.

-- Әлләсе, беҙ ул тиклем ваҡлыҡтарға кермәнөк, — ти, ике бите ялҡынланып, тегеһе.

-- Шул күренеп тора ла! — Мөхлисә бәпәйгә ымлап әйтә. — Нәфсегеҙҙе тыйырға кәрәк ине, ҡотһоҙҙар.

-- Аһ, ҡотһоҙ тип ни... Әллә, ир менән ҡатын килеш, бергә ятып, айырым йоҡлап йөрөйһөгөҙме?.. Балаһыҙҙар була ул самай ҡотһоҙҙар!

Ике ир тамаҡ ҡыра, әммә сәмдәре ҡуҙғалған ҡатындар абайламай.

-- Фән ҡушҡанса йәшәргә кәрәк, ханым, фән ҡушҡанса! — Тауышын күтәрә Мөхлисә.

-- Фән ҡушҡанса ғына йәшәһәк, белмәйем, был донъяла ҡайһылай итеп әҙәм балаһы барлыҡҡа килер ине икән?

-- Һе! Бәпембәгә һинең әҙәм балаң ниңә? — тип көлә атай булғаны. — Уға ни, донъя өсөн үҙе менән ире булғас, шул еткән.

-- Белмәйем, бынау ултырған манараһы ни тиер икән әле.

—Манара булһа ни. Мин ҡайҙа ҡарай тартам — ул шунда боролор. Ир — баш, ҡатын — муйын!

Мотал, ялбарыулы төбәлеп, Мөхлисәне бүлдерҙе:

—Көмөшөм, улай уҡ ҡаты әйтмәсе... -- Өйҙәштәр шарҡылдап көлдө.

-- Бына күрҙеңме? — Әсәй булған кеше тантана итте.— Ир — башлығын итә инде ул, муйын ҡайҙа ҡайырһа ла. Беҙҙең әхүәл һин һылыуға ла киләсәк!

-- Аллам һаҡлаһын! Киләсәккә тиклем йәшәйек әле, — тигәйне Мөхлисә, әсә кеше «пырх!» итеп көлдө:

-- «Киләсәк» тигәнең ни ул, әллә ни оҙаҡ көттөртмәҫ: бер рәхәтлектән һуң туғыҙ ай ҙа туғыҙ көн генә...

Әммә туғыҙ айҙан һуң да, туғыҙ йылдан һуң да быларға бәпәй тирбәтергә насип булманы.

Мөхлисә тәүҙә, уҡыуҙы тамамлайыҡ, диплом алайыҡ, унан һуң күҙ күрер, тип кисектерҙе. Көтмәгәндә, уҡыуын өҙөп, «Алтын бөртөк» ресторанына официантка булып эшкә урынлашыуы ирҙе хафаға һалды. Йөрәге әрнеп:

-- Ниңә кәңәш итмәнең? Белемеңде ярым-йорто ҡалдырҙың... — тине.

-- Алтыным, һин мине беләһең бит: бына ошо устарымда алтын-көмөш сыңламаһа, ҡауырһындай ҡаты зәңгәр, ҡыҙыл ҡағыҙҙар ҡыштырламаһа, түҙемлегем етмәй шул. — Атластай шыма, һалҡын беләктәрен иренең муйынына уралдырҙы. — Магазин витриналарындағы хазиналарҙы күрһәм, күҙем алара ла китә. Беҙ кемдән кәм, барлы-юҡлы йәшәргә? Был донъяға ике тапҡыр килмәйбеҙ. Мин эшләрмен, ә һин тынысланып уҡырһың, һис кенә лә мохтажлыҡ кисермәбеҙ. Ә уҡыуымды тоҙламаным — ситтән тороп дауам иттерәсәкмен.

-- Көмөшөм, һине эшләтеп, үҙем уҡып ятырға... — тип турһайғайны Мотал, ҡатынының яғымлы һалҡын усы ауыҙын япты:

-- Һүҙемде кире ҡаҡма, үҙем табырмын да үҙем ябырмын. Һинең өсөн сәсем менән ер һепереү ҙә бәхет миңә, алтыным!

Мотал диплом алғандан һуң да көмөшөнөң уҡыуы һүлпән барҙы. Етмәһә, официантка эшен мөкиббән ярата — көндөҙгөлөккә күсеп уҡыуҙан ҡырҡа баш тартты. Ғөмүмән, ресторандағы төнгө шау-шоу, байрамса гөжләгән зал, сағыу биҙәктәр, бокал сыңдары йәш ҡатындың тәбиғәтенә ифрат ятышлы ине. Иренең күңелен төрлө ғәмдәргә сорнап, һаман шул ҡыҙҙарса һылыу, һомғол килеш йөрөй бирҙе, бәпес ҡайғыһы ике ятып бер төшөнә лә кермәне.

— Сабыр ит инде, алтыным, баш-күҙ генә алайыҡ, әҙәм рәтле йәшәйек...

Мотал ауыр көрһөнә. Баш-күҙ ала башлағас, айырым фатир булдырыу бурысы тыйылдырҙы.

Фатирлы булғас, уны затлы итеп йыһазлау, аяҡҡа төк ҡундырыу дәрте тотто.

Унан һуң Моталдың яҙа башлаған романы, Мөхлисәһенең күп йылдарға һуңлатып диплом яҡлауы... Кеше ғүмерендәге ошондай ҙа үтә яуаплы мәлдәрҙе, йәнәһе, итәк тулы бала баҫҡан мәхлүктәргә әйләнмәй, ҡаш та күҙ генә саҡтарҙа гөрләтеп уҙыуҙарға ни етә! Йылдар иһә йүгерҙе лә йүгерҙе...

Бергә тора башлауҙарының тәүге көндәренән үк, Мөхлисәһенең ысынлап та алтын-көмөшкә күҙе аларыуы мәғлүм булғайны шул. Ҡыҙ сағында наҡыҫ студент стипендияһын да, ашамай-эсмәй тигәндәй, өҙөп-йолҡоп йыйырға, алтын алҡа менән алтын балдаҡ алып кейергә ҡөҙрәте еткән имеш. Быны ул, ғәҙәттә, иренең аҡса өсөн баш ватҡан саҡтарында тәкәббер ғорурланып, ғибрәт итеп әйтеп һалыр ине. Гәзит-журналдарҙа Моталдың яҙғандары баҫылып, гонорар тигәндәре буйтым ғына ишерелә башлағас, алтын заты һөйөүсенең дә ихтыяждары артты -- ҡиммәтле әйберҙәрҙән хазина йыйғандай ине. Күҙ сағылтҡыс һылыу ҡатынының сәйер холҡо, затлы буталды балҡытҡан аҫыл таштай, йәш яҙыусы өсөн тәүҙә күңелле ирмәк тойолдо, ул хатта эстән генә быға хозурланып, ғорурлана ла ине. Аҡса алғаны һайын, Мөхлисәһенә эйәреп магазин юлдарын тапаны: юҡ-бар ғына ялтырҙан да ялҡынланып ҡабынып киткән алһыу йөҙҙө, утлы күҙ ҡараштарын күреү ирҙе ифрат та ҡыуандыра, татлы ләззәт менән сырмалта ине. Йылдар үтә-килә быға күнегелде: өйгә ҡайтҡан аҡса һаман ҡатынының шатлыҡ балҡытҡан йөҙөн күреү ҡәнәғәтлеге бирһә лә, магазин юлдарын йән киҫәгенең үҙенә генә ҡалдырҙы. Шуныһын да әйтәйек: бала саҡтан эшсе араһында үҫеп, эшсе холҡон үҙ иткәнгәме, Мотал, үҙенә ҡағылғанда, донъя малына төптө иҫе китеп бармай, йән атып табынғаны — алдындағы аҡ ҡағыҙ ҙа һәйбәт яҙған ҡәләм ине. Бер заман ағай-эне араһында кордон аша ҡайтартылған молниялы мех ботинка менән бәҫле бүрек баҙары күтәрелеп, әҙәм талауҙар ҙа көсәйеп, ундай кейем эйәләренең кистәрен ҡараңғыла урамға сығырға ҡурҡышып ғүмер кисереүҙәре тураһында көләмәстәр ишәйгәс, шуғамылыр, Мөхлисә ирен, көлөп, «йолҡһаң бөртөк ҡылы сыҡмаҫлыҡ пролетар яҙыусы» тип атар, сөнки Мотал, өҫ-башында ла бәләкәйҙән һеңгән ябайлыҡ һаҡлап, күҙгә бәрелерҙәйенә мауығып бармаҫ ине. Был ҡағиҙә бер ваҡытта ла уның хәләл яртыһына ҡағылманы: егәрлеген һалыр, мәгәр ҡатынының күҙе ҡыҙған «заграничный» сепрәк-сапраҡты табып ҡайтартыр ине. Тик шул изге хистәренең үҙәге сөрөк булып сыҡты...

Көндәрҙең береһендә Мотал, абайламаҫтан, һуңғы ике йыл араһында ғына ла Мөхлисәһе унан әллә нисә шәшке тун юллатып алдыртҡаны иҫенә төшөп, башына һуҡты ла •куйҙы. Гардеробтарҙы асып ҡарап, төбөнә тоҙ ҡоя торғас, был тундарҙың (һәм уларҙың ғына ла түгел!) икенсе юлдан ниндәйҙер туған-тыумаса ла таныш-тонош ҡулына шылғанлығы асыкланды, шулай итеп, Мотал үҙенең намыҫы алдында ниндәйҙер шыҡһыҙ табышсыға — база ҡомағына әүерелде. Етмәһә, бер бөгөн генә түгел, ә күп йылдар буйы ошо хәлдә йөрөгәнлеген, үҙе лә һиҙмәй, муйынынан һаҙға кереп батҡанлығын аңланы: күҙ алдында берәм-берәм таныш йөҙҙәр — юғары яҙыусы абруйы аҫтында ҡайһыһы ҡалаға прописканан үткәрелгән, ҡайһыһы эшкә урынлаштырылған, ҡайһыһы вузға индерелгән, ҡайһыһы фатир юллауҙа тотанаҡланылған күп һанлы таныш һәм таныш түгел сырайҙар — һылыу ҡатынының ярандары теҙелде. Хәҙер бына шулар ҡаланың төрлө хужалыҡ тармаҡтарында тамырланып нығынған, уның Мөхлисәһе менән ниндәйҙер, Мотал аңлап еткерә алмай торған, хәтәр алыш-биреш уйыны ҡорған...

Ҡайҙан килеп сыҡты һуң был ғәләмәт? Әлбиттә, Мөхлисәһенең атаҡлы «Ярлауыҡ» ресторанына директор булып инеүенән. Ресторан үҙенә аҙыҡ-түлекте комиссион хаҡ менән шәхси тармаҡтан да һатып ала башлағас, ҡатынының тирәһендә һәр төрлө «етештереүсе»ләр, «экспедитор»ҙар, «баҙарман»дар — ғөмүмән, ала-ҡола бәндәләр ифрат ҡайнашты. Армен Саркисян тигәндәре, йөҙ-ҡиәфәте бер юлы әрмәнгә лә, грузинға ла, башҡортҡа ла оҡшаған һәм оҡшамаған шылғаяҡ «баҙар ҡорто», үҙе генә лә ни тора...

Иркен, зиннәтле фатирҙа үле тынлыҡ: көҙгөлө гарнитур, китап шкафтары менән уратылған мөһәбәт имән өҫтәлле эш кабинеты ла, бәҫле келәмдәр менән көпләнгән зал һәм йоҡо бүлмәләре лә, гәлсәр менән тулы кухня һәм кафелле ванналары ла, әйтерһең, күңелдең һис бер тартыу көсөнә эйә булмай, алыҫ йыһан бушлығында болара. Мотал эшләп ултырған затлы креслоһында әлһерәп-арып китә, ике ҡолағы шаулап, башы зыңҡып, имән өҫтәленә терһәкләнеп көтә: ошо ялҡытҡыс үле тынлыҡта кемдер, ҡара танаулы малай, тупыр-тупыр сабып, уйнаҡлап, арттан йүгереп килер ҙә, «әттә-әттә» тип, итәгенән тартып, ручкаһын алып ҡасыр, артынан ҡыуалатып карауат аҫтына инергә, шифоньер артын байҡарға мәжбүр итер. Сәрелдәп көлөп ебәрер ҙә өйҙө баҫҡан үле тынлыҡ – йыһан саңы сәселеп китер... Әммә, аҙнаға бер-нисә килеп-китеп йөрөмәле шаҙра йөҙлө (иренең күҙ алдында гел торһон өсөн Мөхлисәһе махсус һайлап алған!) өй йыйыштырыусы ханымдан һәм көн дә кисен йоҡо алдынан ғына ҡайтып йығылыусан, постелендә һалҡын шәүләләй һурылып юҡҡа сығыусан һылыуҙарҙан-һылыу ҡатынынан башҡа, уҙамандың йәненә һис кем кермәй, борсомай. Моталға үҙен ошо ултырған урынында өҙлөкһөҙ, ләкин күҙгә күренмәйенсә ҡойолоусы һалҡын космос саңы баҫа ла баҫа һымаҡ. Йылдар үтә, саң ҡатламы ҡалыная, тән быуындарын ҡымшанмаҫлыҡ итеп тотҡарлап күмә, өҫтәл өҫтөн, тәҙрә төптәрен, китап биттәрен ҡаплай — йырып сыҡҡыһыҙ, һалҡын саң, үле саң...

Ҡатынының ҡатырғы тышлы вуз дипломы оҙаҡ зарығып көттөргән, күҙ текәп көттөргән фиништың үтелеүе һымаҡ тойолғайны уға бер заман. Ошо ҡыуаныслы көндәрҙең береһендә, йоҡо бүлмәһендә «заграничный» транзисторҙан Бетховендың «Айлы соната»һын тыңлап ятҡанда, йөрәк төбөнә төйнәлеп, ауырттырып төрткәнен сығарҙы ир:

-- Көмөшөм, тим.

-- Әү, алтыным.

-- Дипломлы ла булдың инде хәҙер.

-- Булдым шул.

-- Фатирлы ла, затлы урын-ҡаралтылы ла булдыҡ инде әллә ҡасан.

-- Эйе.


-- Тимәк, беҙгә үҙебеҙ өсөн генә йәшәргә лә ваҡыт етте.

-- Бәй, әйткәндәрең -- кем өсөн, үҙебеҙ өсөн генә түгелме ни, алтыным?

—Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны өсөн ҡырҡышабыҙ бит.

Талғын музыканан иҙрәгән хәләл ефетенең тәнен, әйтерһең, йәшен уғы көйҙөрөп тартыштырҙы:

—Был ни тигән һүҙ тағы?!

Мотал ҡатынының атлас һымаҡ һалҡын, шыма тәнен күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты, ҡапыл һулышы йышайыуҙан үҫмерҙәрсә оялып, саҡ әйтте:

-- Беҙҙең дә үҙ ҡара танауыбыҙ булырға ваҡыт, көмөшөм.

Мөхлисә ҡапыл ырғып тороп ултырҙы:

-- Ни һөйләйһең?! Миңә самай кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа башларға ваҡыт. Ғүмер уҙып бара.

-- Эйе, ғүмеркәйҙәр тәгәрләп кенә бара... — тине Мотал, күңеле ҡыйырылып. Мәгәр быны хәләл ефете үҙенсәрәк аңланы — яҡыныраҡ һырышты:

-- Һабаҡташтарым һәммәһе лә кандидат та доктор булып бөттөләр — мин уларҙан кәмме ни, эйе бит, алтыным?

-- Ресторандан китәһеңме? — Мотал хатта ҡыуанғандай ҙа итте.

-- Уйламайым да — ул минең стихиям!.

-- Бәй, улайғас, бысағымамы ни ул кандидатлыҡ? Ашхана һәм ресторандар тресы факультетында уҡыманың...

Мөхлисә ауыҙын турһайтты ла башын артҡа саңҡайтты:

—Уҡымаһа һуң? Герблы дипломды кеҫәгә бөкләп һалдым-ҡуйҙым, вәссәләм!. Һабаҡташтарым минән шәберәкме ни?

Йә раббым, был ҡасанға тиклем һуҙылыр? — тине Мотал, йөрәк төбөнән һыуына барып.

—Бынау ситтән тороп уҡыу ялҡытты, хәлдән тайҙырҙы, арыным. Эшләп йөрөгән көйө берәр йыл арынып, яңы көс менән тотонһам, яҙырға дүрт-биш йыл китһә, яҡлауға...

Мотал ҡатыны арифметикаһын аҙағынаса тыңламаны, үҙ мөхитенә бикләнеп, мейеһе кинәт электронлы иҫәп-хисап машинаһылай хәрәкәткә килеп, һөҙөмтә яһап өлгөрҙө. Быныһы ла вузда диплом яҡлаған тиҙлектә барһа, тимәк... Моталға кәм тигәндә илле, илле биш йәш буласаҡ...

-- Юҡ! Һинең диссертацияны көтөргә дарман ҡалмай.

-- Хыялыйым минең, дәрт булһа ни ул, дарманды үҙем бирермен! — Мөхлисә уйынға борҙо.

-- Юҡ! Һин үҙең дә баҡыр кеүек күгәрәһең, көмөшөм!.. — Был һүҙ тамағынан ауырттырып, осло боҙ һынығылай ҡырып сыҡты. Мөхлисәһе сыбыртҡылап тартҡандай ҡайырылды.

-- Алтыным, бына һин ниндәй үҙһөйәр, эгоист! — Йәберһенеп, танауын мыршылдатты. Ир иһә һыны ҡатып ятыуын белде.

-- Ике тиҫтә йыл буйы үҙһөйәр булманым, инде туғыҙ айға ғына эгоист булып ҡарайым!

— Тәүбә-тәүбә, ни һөйләйһең?!

-- Ишеткәнеңде!

-- Һе! Бына һиңә гуманист яҙыусы! — «Гуманист» һүҙен көмөшкәйе айырым баҫымлыҡланы. Ире хаҡында яҙылған әҙәби тәнҡитте ул береһен-бер ҡалдырмай уҡып барыр һәм, иң мөһимен абайламаһа ла, ошоноң ише яңғырауыҡ эпитеттарҙы аулап алып, ни сара менәндер хәтеренә һеңдереп, яйы тура килгән һайын, көтмәгәндә килтереп сығарыр ине. — Тимәк, ҡатыныңдың ҡәбилиәтле булыуына ҡаршыһың?

—Ғүмер буйы орлоҡ бирмәй, ҡыу ағас хәлендә йәшәүеңә ҡаршы мин.

Мөхлисә торҙо, быуындарын шытырлатып кирелде, танауын мыршылдатып, араларға боҙ ҡоймаһы ҡалҡҡанлығын белдереп, арҡаһы менән боролдо. Тымыҡ кистә тын бүлмәлә «Айлы соната» моңо аҫтында нәүбәттәге «һыуыҡ һуғыш» башланды. Хәтерҙә: Моталға был ҡотоп боҙон ниндәйҙер алтын алҡамы, беләҙекме ярҙамында ғына имләп иретергә тура килде...

Шунан һуң йәнә көтмәгәндә өҫкә ишерелгән бәлә — автомобиль катастрофаһы... Икеһе тиң больницала интекте, һөйәктәрен ҡырҡ урындан ҡоршатып, тигәндәй, үле тынлыҡлы фатирға йөҙҙәрендә аҡ палатаның моңһоу төҫөн алып ҡайтты. Ошо яҙмыш Мөхлисәһен эстән дә үҙгәртте, буғай: иренең билдәле ныҡыуҙарын сабыр кисереп тыңлай, моңһоуланып уйлана. Артыҡ ҡарышмай, медицина әһелдәренә икәүләшеп барып күренделәр, «бала табырға әле һуң түгел» тигән ҡыуаныслы һөҙөмтә алып ҡайттылар, ләкин... көндәр үтә-килә ҡатыны бойоҡто, алсаҡлығын онотто -- балтаһы һыуға төшкәндәй күңелһеҙләнде. Ире борсолоп төпсөнөргә тотонғас, кинәт кенә үҙгәреп, көләсләнеп, яңы өйләнешкәндәгеләй, төпһөҙ-тәрән мөхәббәтенә сумырҙы һәм... һис кенә лә көтмәгәндә, сәсте үрә торғоҙорлоҡ әйтеп һалды:

—Күпме генә теләһәм дә, булдыра алмам инде, бәгерем... автомобиль катастрофаһы...

Подъездағы күрше-күлән уларға ҡыҙғанып баға, арттарында ҡарт-ҡороноң йәшерен генә мөңгөрләүе ишетелә: «Алтын-көмөшкә алданып ҡыуарҙылар... ғүмеркәйҙәре алтын сөрөктәй ыуалды...». Мотал инде икеһенең алтын сөрөккә әүерелеп ыуалыуын төштәрендә күреп һаташып уяна...

Өйҙән сүп-сар сығарманы -- бер кемгә лә бер нәмә лә белдертмәй йәшәне Мотал. Сая йәшлегендәгеләй, кәүҙәһенең төп-төҙ манара килбәтен һаҡлаһа ла, тауышының металл сыңы һүрелде, маңлай сәсе кинәт кенә тәүге ҡырау ялмаған дала бүтәгәһеләй ҡыуарҙы; был ҡыуарыу барышы, ирҙең етеҙлеген дә һәлмәкләтеп, үҙ ҡарыуын тиҙләтеп, инде елкә сәсенә, түбә өҫтөнә күгелйемләтеп бөртөк-бөртөк һикерҙе, ҙур һөжүмгә күскән дошман фронтын хәтерләтеп, һаман тәрәнерәк үтте, уйсан ҡара күҙҙәренең төпкөлөндә бойоҡ тоноҡлоҡ артты. Бәғерен сорнап алған оло аяныстан әллә үҙенә, әллә һылыу Мөхлисәһенә йөрәк төбөнән таштай ҡатып әрнеүен, рәнйеүен дә аҙағынаса белештереп еткермәй, һушына ҡайта алмай, ҡаңғырып йөрөй хәҙер: сөрөк, алтын сөрөк...

Ҡот осорғос тамға әле Ҡәҙерғол ҡарт менән хушлашып, «Волга»һында елдертеп барғанында ла, мейеһен яман быраулап, үҙен йомшаҡ креслола бәүелеп ултырған килеш ыуала башлаған сөрөк бүкән рәүешендә күҙ алдына килтереүҙән тән тамырҙарындагы ҡан, әйтерһең, ҡарағурғашланып ҡатты. Ошо хәтәр хәлдән нисек тә сығыр, үҙ-үҙен онотор өсөн, акселераторға нығыраҡ баҫты, алдындағы эреле-ваҡлы машиналарҙы бер-бер артлы ҡыуып уҙып, ҡала менән ауыл бергә тоташҡан төньяҡ биҫтә буйлап атҡан уҡтай осоуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Яҡынлашыусы яҙ һулышынан түмәләстәре ҡарайып ҡарҙан әрселә башлаған баҫыуҙарҙы ике яндан артҡа ҡарай йүгертеп уҙа торғас, Иҫке завод торбаһы шыҡһыҙ һерәйеп артта ҡалғас, ҡапыл аңына килде — бөтөнләй кәрәкһеҙ тарафҡа олаға лаһа. Тормоздарын илатып, юл уртаһында боролдо, был юлы инде тештәрен ҡыҫҡан тыныслыҡ менән саҡрымдарҙы тәгәрмәстәргә кире уралтты. Ҡояш төшлөктән ауышҡан, асығыуы ауыртыуға әйләнгән: «Ҡәҙерғол ҡарт сәй эсергә ҡыҫтағанда ниңә риза булманым икән?»... Сәғәткә ҡараны: Яубаҫаров бажаһы («Шүлгән!..»—Ҡәҙерғол ҡарт нарығын ирекһеҙҙән ҡабатлап, яурыны аша төкөрҙө) Иҫке заводынан әйләнеп ҡайтҡансы (ул хәйләкәр, телефондан һәм «оҙон ҡуллы башлыҡтар»ҙан алыҫыраҡ олағырға ҡырҡышып, дача йортон ҡыш буйы ла һыуындыртмай — ял көндәренән тыш, ҡайһы бер эш көндәрендә лә шунда төнәкләп ҡала), берәй урынға кереп, тамаҡ туйҙырып алырға ла форсат бар.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет