Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет8/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   26

ТУҒЫҘЫНСЫ СӘХИФӘ
Мөхлисә ханым Шаһибәрәкова яҡын ғына һеңлеһе Дилбәрҙең «яҡты киләсәген» апаларса ҡайғыртып, «балдыҙыңдың артабанғы яҙмышын хәстәрләмәйһең» тип, иртән торған һайын иренең ҡолаҡ итен кимерһә лә, алсаҡ студент ҡыҙ Дилбәр (паспортында Диләфрүз) Таңатарованың үҙенең иртән тороп кис төшөнә лә кермәй — тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, аяҡ аҫтынан ҡубарылып сығып торған көндәлек ғәмдәре менән ныҡ мәшғүл ине. Беренсенән, сәнғәт институтын тамамлар йылы — диплом эшен тиҙерәк өлгөртөргә кәрәк. Икенсенән, төрлө йәмәғәт эштәре: вуз күләмендә генә аҙ булыр, тигәндәй, республиканың Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте идараһына ағза итеп тә һайланылар бит үҙен. Талантлы йәш скульптор — әйтер һүҙе лә, эше лә булыр, йәнәһе. Өсөнсөнән, тар ғына шәхси донъяңда ла йәшәргә — туған-тыумасаларың, дуҫ-иштәрең, иптәштәрең менән аралашырға, ғәм һәм шатлыҡтарын уртаҡлашырға, ҡулдан килгәнсә ярҙамлашырға ла кәрәк бит әле. Тап ошо минутта ла, тамамланмаған диплом эше көтөп торған оҫтаханаһына тура тартаһы урынға, яңы ғына ҡайтып төшкән «сыбыҡ осо туған»ы Басир Дәүләтбаев менән осрашып күрешергә китеп бара. Мәскәүҙең Суриков исемендәге художество институтын бөтөп сыға ул да быйыл. Ҡыҙыҡ, диплом эше ниндәй темаға икән?

-- Абба, Суриков! Йыл араһыпда һин бына ҡалай көрәйеп, бөтәйеп тә, ҡотайып та киткәнһең! — Ҡыҙҙың оҙон ҡолаҡсынлы аҡ бүрек аҫтында күмерҙәй йылтыраған күҙҙәре, ихлас ғәжәпләнеүен һис йәшермәй, мәркәз ҡунағын баштан-аяҡ ҡапшаны. Мыҡтынан-мыҡты кәүҙә, сиртһәң ҡаны сығырға торған алһыу йөҙ. Суҡышынаса бөҙрә-йылтыр ҡаракүл көпләгән «Де ГоллҺ кәпәсе», «дубленка». Аҡ яғаға боларып төшкән ҡара арыҫлан ялдары. Чикагоның үҙенән килтерткән «джинси» балаҡтары аҫтында ҡарайылтыр осло башлы ике кәмә. Егет үҙе — эсе тулы ҡуҙ һымаҡ: бына-бына ялҡынға сорналыр ҙа, тимерлектең һандалынан сорғолған утлы ҡулсалай, саж-бож килеп, ҡарҙа аунай башлар кеүек.

-- Ә мин һуң кемде күрәм! Иҫ киткес! Сәскә атаһың, Мухина! — Егет тә һыр бирмәне. Ҡуйынынан һурып алып, шыптырлаҡ йылтыр ҡағыҙға төрөлгән тере сәскә тотторҙо. — Һинең яҡты йөҙөң алдында хатта Ғүмәр Хәйям данлаған иран бағы гөлдәре лә төҫһөҙләнә! — тип өҫтәне. Дилбәрҙе ул да, тәү күргәндәй, ҡыҙыкһынып байҡаны: ябай һоро цигейка яғалы йоҡа ғына йәшел пальто (ах был йәшел буҫтау пальто, Балтиканан алып Һары диңгеҙгәсә ҡайҙарҙа ғына осрамайһың һин!), һарғылт синтетик күндән тегелгән итек, лыҡа-тулы (таш тыңҡыслагандай!) портфеленең һары ҡайышы нәҙекәй генә һомғол-тос иңен баҫҡан. Әммә шат: иртәнге саф һыуыҡтан бит остары алмалай алһыу, сөм күҙҙәре ямғыр сылатҡан ҡарағат емештәреләй йылтырай. Яңы яуған аҡ ҡар ҡатарында ҡулында ҡандай балҡып ҡулына күскән сәскә ҡыҙҙың һулышын өттө.

-- Уй йәнекәйем, яратҡан ҡәнәферкәйем! — Алһыу бәбәгенә алһыу ирендәрен тейгеҙҙе лә, күп уйлап тормай, бүләкте ул яҡындағы бронза һынлы револгоция батырҙарының аяҡ аҫтына — ялтыр постаментҡа һалды. — Күрәһеңме, Суриков, беҙҙең ҡартлас ҡалаға ла һынлы ядкәрҙәр арта.

-- Һаҡ бул, Мухина, — тип киҫәтте Дәүләтбаев, — һин ҡоясаҡ бөйөк һәйкәлгә урын ҡалмай бара икән!..

-- Ул яҡтан ҡурҡыныс юҡ. — Буласаҡ скульптор, ынйылай аҡ тештәрен йылтыратып, көпшәк ҡарҙы итек морондары менән катамаран шикелле ярып атланы — артынан ике буй эҙ һуҙылып ҡалды. — Урал иленең һәйкәлләнер тарихы ла, матдәһе лә, урыны ла етерлек — талантың ғына булһын!

-- Граниты ла, баҡыры ла үҙебеҙҙә, тип әйтеүеңдер инде.

-- Һәм башҡаһы ла, тип өҫтәмәксемен. Тик шуныһына баш ҡата: һиңә, майлы буяуҙар әһеленә, киндер туҡыманы ҡайҙан табырбыҙ — киндер сәсмәйҙәр бит хәҙер Уралда.

-- Һи! Атайым бахыр әйтмешләй, көрәп-көрәп болон ғына бирһендәр, — егет бармаҡ шартлатты, — буяуымды иҫке ыштан балағына һыларға ла әҙермен — Нико Пиросмани кеүек!

-- Ай-һай, ярмаңды эре яраһың!

- Әлбиттә! Был ярманың ҡәҙерен белһен донъя! Мин — талант! — Дәүләтбаев әллә ысынлап, әллә уйынсалап осоноп-кәпәренде.

-- Әстәғәфирулла тәүбә, көл тубалын семәрләгән гәрәбә, оләсәйем әйтмешләй! Иртә саҡырған кәкүктең башы ауырта, тигәндәре лә бар. Тураһын ғына әйткәндә, талантың да яланғас билгә ҡайыш билбау булып ҡуймағайы, тим, сыбыҡ осо туғаным.

Егет шаҡ ҡатып туҡтаны.

-- Ай-бай-бай, атайым бахыр әйтмешләй... Кемдән ишетәм?! Күрешмәгән ун ике ай араһында ҡарсыҡтар һымаҡ уҫалланып та өлгөргәнһең, һылыуым. Әллә загс йәшенән дә уҙып бараһың инде... — Басир Дәүләтбаев шулай ҙа хәтере ҡалыуын йәшерә алманы, әсе телле ҡәрендәшен алғараҡ уҙғарып ебәреп, үҙ өңөнә йомолдо. Ҡайҙан килтереп сығарҙы был әйтемде, сәсрәп китмәгере? Мәскәүҙәге һөйөклө һаҡалтай-профессоры менән һүҙ ҡуйышҡан, тиерһең... – Башын баҫып уйҙарына сумған килеш алға уҙып, эре-эре аҙымланы.

-- Һе, күрегеҙ әле берәүҙе: ҡайһылай ҙа олпатланып китеп бара! — Ҡыҙ уны ҡабат донъяһына ҡайтарҙы. — Һин, Суриков, күрәм, аҡса һанай беләһең. Иң кәмендә республиканың художество фонды директоры булырҙай өлгөрөп киләһең, бынамын тигән түрәлек килбәтең дә бар.

-- Бәй, быныһы ни гонаһтарым өсөн тағы?

-- Һеркәң һыу күтәрмәй икән. Туғандарса ғына әшкәрткәндә, тәнҡит илә үҙтәнҡитте үҙ итмәйһең, үҙеңде бик ололайһың.

-- Тәнҡит илә үҙтәнҡит?.. Ха! Ундай архаизмдарҙы табан аҫтына тибәрмәүсене юллап ҡара — Айҙан табырһыңмы икән?

-- Шулай ҙа мин ерҙән эҙләү яғында.

-- Атайым бахыр әйтмешләй, кемһәнәнән?

-- Һәммәбеҙгә лә ҡағыла. Үҙебеҙгә кеше күҙе аша баға алмайбыҙ, баҡҡанда ла дөрөҫөн ҡабул итергә йыйынмайбыҙ. Һөҙөмтәлә мин-минлек сәскә ата, шәхесебеҙ һәр яҡтан да килешкән һәм камиллашҡан мөһәбәт һын итеп һөйөп үҫтерелә...

-- Фәлсәфәгә кереп киттең, Мухина. Тел төбөңдө аңлап бөтә алмайым.

-- Һәр кем үҙенең мин-минлеген бығаулап тота алһын ине, тип кенә әйтмәксемен.

-- Һигеҙ аяҡлы януарҙымы?!. Ха! Уға ҡаршы кешелек донъяһы ғүмере буйына көрәшә, хатта фәнни ҡоралланырға тырыша. Әммә-ләкин...

-- Әммә-ләкин хахылдамай тор әле. — Ҡыҙ кеше етди ҡыланды. — Ундай иң яҡшы ҡорал, әгәр ҙә белгең килһә, һәр кемдең үҙ ҡулында.

Егет хихылдап көлдө.

—Бына-бына, тап шул үҙе ул ҡорал! — тине ҡыҙ, ниһәйәт, эскерһеҙ киң йылмайып.

-- Нимә?!

-- Көлөү! Үҙеңдән үҙең көлөү.

-- Ай-һай!

-- Испания ерендә бер йола бар, бәлки, ишеткәнһеңдер: көлә-көлә «мин-минлектән арыныу кенө». Пиреней ярымутрауына уны Әтилле (Атилла) батыр етәкселегендәге бабаларыбыҙ V быуатта «халыҡтарҙың бөйөк күсенеш дәүерендә» ошо Әтил (Иҙел) буйҙарынан алып барған. Хәҙерге һабантуйҙай, ауыл һайын, ҡала һайын бөтә халыҡ йыйынында йылына бер үткәрелгән. Ул көндә һәр бәндәгә лә сикләнмәгән мин-минлеккә ихтыяр ҡуйыла икән: хыялыңда үҙеңде ниндәй күрһәң, шундай бул, майҙанға сығып күрен! Бер бәндә лә үҙен серәкәйҙәй генә итеп күрмәй, әлбиттә!.. Һөҙөмтәлә майҙандарға иҫәпһеҙ-һанһыҙ титандар өйөрө ағыла — түбәләре күккә тейерҙәй итеп ҡатырғанан, ҡағыҙҙан яһалған мәғрүр һындар. Майҙан уртаһына еткәс, титандарса ғорурлыҡлы ҡатырға һым ҡағыҙ һындар елкәләрҙән утҡа быраҡтырыла – бөтә майҙан менән ҡуша үҙ-үҙҙәренең мин-минлегенән шарҡылдап көлгән бәләкәй генә кешеләр, ябай кешеләр тороп ҡала...

-- Бөттө-бөттө, телемде арҡыры тешләнем!

—Телдәрҙе тешләмәйек — аҡылды йөрөтәйек.

Басир күҙ ҡойроғо менән генә юлдашының етди йөҙөн шәйләне: хайран үҙгәреп, матурайып киткән дәһә был — сыбыҡ осо туғаны! Ай-бай, атай бахыр әйтмөшләй! Дөйөм алғанда, саҡма телләнеп, күҙгә төртә әйтеп теңкәгә тейһә лә, уның менән күп ирҙәреңә торғоһоҙ ирҙәрсә һөйләшеп тә, кәңәшләшеп тә, әрләшеп тә була, сәкәләшкән осраҡта ла күңелдә юшҡын түгел, ә аҡыллы йылылыҡ, баһаһыҙ байлыҡ ҡала. «Ҡыҫҡаһы, был ҡыҙ менән ат урларға ла була!» — Басирҙы тартҡан төп көс, моғайын, ошолор. Эре ябалаҡлап яуған ҡар селтәре үтәһенән ҡушарлап атланылар.

—Әгәр ҙә сер булмаһа, әйтсе әле, Суриков: диплом эшеңде ни темаға яҙаһың?

Басир туҡтап, юлдашына дүрт күҙ менән төбәлде:

-- 0, ниндәй зифа-һомғол буй! Ҡайһындай сихри ҡараш! Сейәләй тулышҡан ирендәр!

-- Шаярма, һорауыма яуап бир.

-- Бәй, яуап бирҙем дә инде. Мин бит һинең ошо теп-тере һыныңды яҙырға ҡайттым!

-- Юҡ инде. — Һынын ҡатырып ситкә ҡайырылды ҡыҙ. — Натураны ана тегенән — киң халыҡ массалары араһынан тап, партиябыҙҙың Үҙәк Комитеты бойорғанса. Һоп! — Ауыр портфелен ташлап, бордюрҙан ҡар яланына йылғыр тейендәй ырғылды.

Ҡарт сағандың әүенке ботағында, бейек күтәрмәле йылтыр итектәрен Басирҙың нәҡ башы осонда ҡайсылатып, ҡып-ҡыҙыл тел күрһәтте, боҙлауыклы олондо ҡыҫып услаған яланғас ҡулдары, еүешләнеп, нәҡ күгәрсен тәпәйҙәреләй ҡыҙарған, иңкеү яурындарына, йөнтәҫ бүрек түбәһенә көрәп алырҙай аҡкүбек ҡар өйөлгән.

-- Ах, илаһи картина! Дилбәркәйем, шаҡырай: ошо ҡиәфәтеңдә һәйкәлташ булып ҡат! Ҡайҙа мольбертым?!

-- Юҡ инде! — Ағасты тирбәлдереп, күбә ҡарҙы ҡупшы мәркәз ҡунағы өҫтөнә ишерелдереп ырғыны, сыр-сыу ҡубышып, йомшаҡ көрттә аунанылар.

-- Һәй-һәй! Етте! — тине Дилбәр, тегенең хәтәр хәрәкәтләнгән ҡулын ситкә этәреп. — Туған-тыумаса менән улай итмәйҙәр!

-- Һинең менән минең сыбыҡ осо туғанлыҡ та инде... — Тороп ҡағындылар. — Загс бюроһына барып етерлек.

-- Суриков, ни һүҙең был? Ошо йәшеңдән үк загс тураһында уйлайһың!

-- Һәй ҡоҙаса... күңелеңде кем аса, тиәйемме... — Басир бармаҡ янаны, — загсһыҙ ҡалып ҡуймаса!

-- Ҡурҡытма. Бер һәпрә йән әйтмешләй, апайым менән еҙнәйем башы һау булһа, загс тәьмин ителгән.

Егет уйға ҡалды.

-- Ҡара әле, Мухина, әллә тим, ысынлап та, Мөхлисә еңгәйем димләгәнсә, миңә генә сығаһың да ҡуяһыңмы?

—Шаярма, Суриков! — Ҡыҙ тырт-тырт атлап китте. — Мотал еҙнәйемә әйтеп, ҡолағыңды борҙортормон юғиһә. Туғандар араһында ундай һүҙ булырға тейеш түгел. Өҫтәүенә, мин — уҫал, белеп ҡуй шуны. Ир-ат затын туфли аҫтында ғына тоторға яратам. Ә туғаның булған кешегә ҡарата быны эшләүе бик тә уңайһыҙ. Сыбыҡ осо булһа ла.

Бәләкәстән үк Шаһибәрәковтар фатирында аунап-түнәп үҫкән Басир менән Дилбәрҙең дә тел төптәре ҡурсаҡ менән уйынсыҡтан уҙмаған саҡтар бар ине. Унан һуң — дәреслектәр, өйгә бирелгән эштәр, имтихандар... Ә артабан осрашыуҙар һиҙелеп һирәкләнде, икеһе тиң бер-береһен күреүҙән үк ҡыҙарышып, оялыусан булып китте. Туғанлыҡ тойғоһо ла, ысынлап та, сыбыҡ осона күсте. Һәм Моталдарҙың тупһаһын төшөрмәй килеп-киткән таныштары, ҡунаҡтары — танылған яҙыусылар, артистар, рәссамдар — әгәр был йортҡа уның серҙәрен белмәйерәк инһәләр, Дилбәр менән Басирҙы йорт хужаларының үҙ балалары иҫәпләр, хатта береһен «(а)тас Мотал», икенсеһен «(и)нәк Мөхлисә» тип тә нарыклар ине... (Бына ҡайҙа ята, буғай, телебеҙҙәге «тас», «нәҡ» оҡшатыу һүҙҙәребеҙҙең тамырҙары!).

Моталдың атаһы Булаттимер Ташбулат улы Шаһибәрәков (заманында мәшһүр инженер-химик), ҡорҙаштары Йәмил Ҡотлой улы Ҡотлоев (тарихсы-филолог ғалим) һәм Талир Ғөләм улы Баҡишев (телсе-фолҺклорсы ғалим) граждан-дар һуғышынан уҡ дуҫлашып, утыҙынсы йылдарҙа ла өстағандай таймай йәшәгән, тиҙәр. Ана шул Талир Ғөләм улы Баҡишевтың Моталдан саҡ ҡына өлкәнерәк, әммә уның менән бергә уйнап үҫкән ҡыҙы Наҙлыгөл булып, утыҙынсы йылдар аҙағында «донъялар боларған» бер осорҙа зым-зыя юғалған имеш. Баҡтиһәң, ул бер ҡайҙа ла юғалмаған, ә «Урта Азиялағы ниндәйҙер Китап ҡалаһында төпләнмеш апаҺына (Баҡшпевтың бер туған һеңлеһенә) барып һыйынған — был хаҡта Моталға байтаҡ йылдар уҙғас, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Кремлдәге мыйыҡлы бабай төңкәйеп, Магаданда ятып ҡалған атайҙарының яҡты исеме аҡланып ҡайтҡас ҡына мәғлүм була. Баҡтиһәң Наҙлыгөл, Тыуған илгә Гитлер фашизмының ҡара яуы ябырылғас, үҙе теләп фронтҡа киткән, Берлинды алғас рейхстагка штык менән исем-фамилияһын ырып, шул рейхстаг тупһаһында үҙенең фронтташы һәм яҡташы егет менән танышып ҡауышҡан. Уныһы, әмәлгә ҡалғандай, беҙгә мәғлүм Мотал ҡатыны Мөхлисәнең Бәндәбикә ауылындағы ике туған ағаһының улы икән. Шул ауылға ҡайтып йәшәй башлағас, оҙаҡ ваҡыт балалары булмай торғас, ниһәйәт, ошо Диләфрүз (әле ҡыҫҡартып, Дилбәр тип йөрөтәләр) исемле ҡыҙ бала донъяға тыуа. Наҙлыгөл, көтөп алынған балаһына биш йәш тулыр-тулмаҫтан, ҡапыл ғына вафат булған, ҡыҙҙың атаһы ла, иҫке яраһы ҡуҙғалып, кеше көнөнә ҡалған. Тап шул саҡта Дилбәрҙе Мотал ҡалаға алып ҡайтып, билдәле интернат-мәктәпкә урынлаштыра. Бер осорҙа шул уҡ мәктәптә Моталдың Ырымбур өлкәһе Сәнкем-Биктимер ауылындағы Дәүләтбаева фамилиялы ике туған апаһыдың Басир тигән улы ла уҡый икән. Шаһибәрәковтар фатиры ана шулай был икәүҙең туғанлыҡ төйәгенә әйләнде...

Һыу һөлөгөләй ҡыҙ менән егет башынан, бәлки, бына ошо хәтирәләр елеп-елпенеп үткәндер. Ләкин йәштәр оҙаҡ уйланамы һуң!

—Йә, ҡоҙаса, күңелеңде кем аса, тиәйемме, һөйләп ебәр хәлдәреңде. Атайым бахыр әйтмешләй, күрше-күлән иҫән-аманмы, тыуған ғәзиз төйәккәйҙән хат-хәбәр алаһыңмы?

Әммә ҡыҙҙың кире-ҡабат шаян тулҡынға күсергә яйы юҡ ине, буғай, ауыр һулап яуапланы:

-- Ҡош телендәй генә бер сәләм килде, Ерәнсә-сәсән ауылынан яҙалар. Элегерәк Өфөнән бер төркөм археологтар килеп, Бәндәбикә кәшәнәһен аҡтарып хараплағайнылар, ә хәҙер урындағы ниндәйҙер шабашниктар Ерәнсә-сәсән ҡәберен дә бөлдөрөргә йерөйҙәр, ти... Турат тауының башы ҡарҙан асылыуын ғына көтәләр, имеш.

-- Булмаҫ. Шабашниктың ҡулы ҡысытып тормай һөлдә-мөлдә ҡаҙырға.

-- Нисек телең бара шулай атарға?!

-- Нимә тип атайым һуң? Кәрәкмәгән иҫке уба тип әйтһәм...

-- Телең ҡорор. Әллә инде Ерәнсә-сәсәндең кем икәнен дә белмәйһең?..

-- Әкиәт әкәмәте.

-- Әкиәт түгел — хәҡиҡәт. Бәндәбикә кеүек үк, тарихыбыҙҙа эҙ ҡалдырған шәхес ул. Сал быуаттарға тоташтырыусы алтын саҡрым бағанаһы. Уның изге ҡәбере — бабалар ҡомартҡыһы.

-- Их Мухина, Мухина, нимәләр менән ҡатыраһың башыңды! Үҙеңде шул иҫке-моҫҡолар йәмғиәте идараһына ағза итеп һайланған тип ишеткәйнем, раҫ икән. Соҡсонһондар, аҡтарһындар, ер менән тигеҙләһендәр — ағартма сәстәреңде! Ҡомартҡы тигән ул нәмәң һинең һымаҡ һылыуҡайҙың бер сәс бөртөгөнә лә торош түгел!

Күҙҙәре шар булған Дилбәр үҙ ҡолаҡтарына ышанманы:

-- Туғаным, бындай изге нәмәләр менән шаярмайҙар!

-- Ғәфү ит, асы хәҡиҡәтте асырға итәм. Нимә ул һин ҡурсаларға талпынған «ҡомартҡы»лар? Өләсәйҙәрҙең кис ултырып һөйләгес ҡарыһүҙҙәре лә ер менән тигеҙләнеп бөткән убалар... Һөйөклө совет халыҡ шағирыбыҙ Мәрүән Карами ағай яҙғанса, үткәндәребеҙҙе әгәр бизмән табағына һалһаҡ, баҫып төшөрлөк беҙҙең нимәбеҙ булған? Колизейҙар ҙа, пантеондар ҙа ҡороп ҡалдырмаған иҫәүән бабаларыбыҙ...

—Һин үҙең иҫәүән, туғаным. Беҙҙең үҙ колизейҙарыбыҙ, пантеондарыбыҙ булған.

-- Ҡайҙа улар?

-- Аяҡтарыбыҙ аҫтында. Һәр халыҡтың — үҙ ғәме һәм ғәмен кәүҙәләндерер сараһы, тип әйтергә яратҡан минең атаҡлы Талир Баҡишев олатайым. — Ҡыҙ, йөрәкһеп, юлдашының күҙҙәренә төбәлде. — Һин һәм һинең совет халыҡ шағиры ағайың кәмһеткән ғәзиз бабаларҙың юғары мәҙәниәт кимәлен донъяның аҡыл эйәләре таныған. Бына нәмә тип яҙа күренекле совет ғалимы Светлана Александровна Плетнева (мин уны хатта, һинең ише туң ҡолаҡтарға тукыр өсөн, ятлап та алдым!): «Боронғо башҡорттарҙа үҙенең дөйөм кимәле буйынса күрше дәүләттәр мәҙәниәтенә яҡын торған юғары үҫешкән мәҙәниәт булғанлығы мәғлүм... Уларҙың үҫеше билдәле бер йүнәлеш буйынса барған һәм һис ниндәй катаклизмдар ҙа был тамам өлгөргән, нығынған дала ңивилизацияһын юҡ итә алмаған. Халыҡтың теге йәки был дәүләткә сәйәси буйһоноуы күп быуатлыҡ мәҙәниәт традицияларын етди үҙгәртә алмаған». Ҡолағыңа киртеп ҡуй: далалы ғына түгел, ә ҡалалы цивилизация тураһында әйтелгән! Донъя яратылғандан алып халҡыбыҙҙың тормош тәжрибәһен, хәтерен туплаған ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәрен — эпостарын, хикәйәттәрен, әкиәттәрен алып ҡара — ваҡиғаларҙың күпмеһе ҡалаларҙа бара!

-- Ә ҡайҙа ул «ҡала»лар? Ҡайҙа?!

-- Беҙҙең боронғо ҡалаларҙың, урындағы шарттарҙы файҙаланып, шау-ағастан һалыныуын онотма. (Ҡайһы бер райондарыбыҙҙа әлегәсә хатта нигеҙҙәренә тиклем ағастан өйҙәребеҙ бар). Ҡайһы бер ҡалаларыбыҙҙың исемдәренә тиклем «ағас» булған бит: Имәнҡала, Талҡала, Йүкәтән... Башҡаса аталғандары — Башҡорт, Болғар, Ҡараҡая, Аҡуба, Минжан, Алатор, Балатор, Аусы кеүектәре лә билдәле. Болғар ҡалаһының ярты өлөшө, мәҫәлән, кейеҙ тирмәләрҙән торған... Был ҡалалар — урта быуат Европа сәйәхәтселәре үҙ күҙҙәре менән күреп, география карталарына шаҡырайтып һүрәтләп ҡалдырғандары ғына. Ә ғәмәлдә беҙҙең хәҙерге республикабыҙ сиктәре ҡыҫаһында ғына ла — үҙем һанап сығарҙым! — беҙҙең эраға тиклемгеләрҙән алып урта быуаттарғаса төрлө осорҙарҙа гөрләп торған һәм һуңынан харап булған эреле-ваҡлы йөҙ ҙә егерме дүрт ҡала һәм ҡаласыҡ урыны ҡалҡынып ята, ауылдарҙы иҫәпкә алмағанда... Әйтәйек, ғәскәр яңы ерҙәр яуларға бара, ә артында терәге — гарнизон (ҡаласы) тороп ҡала — бына ҡайҙан килә икән «ҡала» тигән һүҙебеҙ! Уға ҡалһа, имеш, сал-боронғо замандарҙа башбүрегә табыныусы башҡорттар менән урыҫтар уртаҡ дәүләттә йәшәгән, дәүләт етәксеһе (ҡорот) һәм ул етәксе торған ҡала «ҡорот» (ғорот) аталған — бына шунан «город» һүҙе яһалған...

-- Мухина, ҡайҙан белеп бөттөң быларҙы?

-- Быларын мин Талир Баҡишев олатайым хеҙмәттәренән уҡыным...

Басир терт-итеп ҡалды, үткән йәйҙә генә Мәскәү янындағы Лопуховка ауылында төптө башҡорт Талир Баҡишев түгел, ә урыҫ ҡарты Яков Ксенофонтовичтан ишеткәндәрен «келт!» итеп иҫенә төшөрҙө. Бынағайыш тамаша, ул да шул уҡ бер балыҡ башын сәйнәй ине түгелме, атай бахыр әйтмешләй: борон-борон рустар менән башҡорттар бер туған булған, бергә-бергә йәшәгән... Бер-береһенән шаҡтай алыҫ ике төбәк аҡһаҡалдарының фекере ниңә ике тамсылай иш килә — ысынлап та, телепатия тигән нәмә бармы әллә донъяла?.. Тик егеткә Дилбәр туғанының һүҙе һис кенә лә тәьҫир итмәй кеүек ине, сөнки урыҫ яҡтарында борондан уҡ ҡалалар булыуы бер хәл (был хаҡта күп яҙылған), ә бында, «ҡырағай башҡорт» ерендә...

-- Мәрүән Карами ағай хатта Мәскәү гәзиттәрендә яҙып сыҡты: «Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем халҡым ҡырағай-наҙанлыҡта, томаналыҡта йәшәгән, уның баш терәр үҙ иле лә, торор өйө лә булмаған: тамырһыҙ ҡамғаҡ кеүек, дала буйлап ҡайҙа ел иҫһә -- шунда күсенеп йөрөгән. Пушкин тасуирлаған телһеҙ башҡортҡа бөйөк Ленин партияһы ғына тел биргән, һуҡыр күҙҙәрен асҡан»...

-- Шуға ышанаһыңмы?

-- Ышанам, совет халыҡ шағиры бит ул.

— Их һин, -- егеттең танауына бармаҡ осон тейҙерҙе, -- талантлымын, тиһәң дә, ғәфү ит, талапһыҙыраҡ икәнһең шул, туғаным...

-- Талапһыҙыраҡ? Кемгә ҡарата?

-- Үҙ-үҙеңә, әлбиттә. Тарихыңды белмәйһең. Дөрөҫөрәге, белергә теләмәйһең.

-- Ә нимәгә хәжәт ул? Совет халыҡ шағиры Мәрүән Карами ағай белгәне лә еткән. Бөгөн минән, һинән, тарихты беләһеңме, тип түгел, ә «партия сәйәсәтенә мас килтереп көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәр бир» тип һорайҙар. Һәм шулай уҡ — крәҫтиәндән, шахтерҙан, эшсенән дә: үткәндәрҙән фәтүә юҡ, халҡыбыҙҙың бөгөнгө көн ихтыяждарын ҡәнәғәтләндер — илгә күберәк байлыҡ бир! Тарих уйлап башты ауырттырмайыҡ.

-- Ҙур башыңа кесе үлсәмле кеше кәпәсен кейгәнһең.

-- Ғәмәлдә тарих юҡ бит ул, тарихсылар яһай уны!

-- Мине ирештереү өсөн юрый ғына әйтәһеңдер, тип уйлайым.

-- Анау торған «шырпы ҡаптары»на ҡалҡынып ҡара. – Басир һуңғы йылдарҙа төҙөлгән атаҡлы тимер-бетон панель йорттарға төртөп күрһәтте. -- «Тарих»мы шул? Уларҙың ғүмеркәйе архитектор тарафынан ватманда уҡ иҫәпләп-сикләп ҡуйылған — һикһән, күп тигәндә йөҙ йыл. Шунан улар урынына ошондай уҡ башҡа шырпы ҡаптары ҡалҡынасаҡ, яңы тарих башланасаҡ...

-- Ләкин ана шул йөҙ йылды тарих сылбырынан өҙөп ташлап буламы? Йәки утыҙ йылды, өс йылды, өс көндө!..

-- Уныһы икенсе мәсьәлә.

-- Юҡ, бөтәһе бер мәсьәлә. Әгәр йөҙ йылдан һуң, әйтәйек, ошо урында тәбиғәттең ожмах баҡсаһы сәскә атып ултырһа, ә һин яңынан тыуып, яңы Басирға әйләнһәң, бына ошо ғәзиз ҡалабыҙ һиңә тиклем бер ваҡытта ла булмаған тип сарлар инеңме телеңде?

-- Бының өсөн тарихсылар бар, һис юғында Мәрүән Карами ағайҙар бар. Мин уларҙың өлөшөнә кермәйем.

—Сөнки фекер торғонлоғо быуа аҡылыбыҙҙы. Ташбулаттан һарайҙар һалынмаған икән — улар төптө булмаған, тип үҙ-үҙебеҙҙе кәмһетеп күнеккәнбеҙ, был хаҡта фән күптән инде икенсе ҡарашта икәнлеген дә белмәйбеҙ, ҡырағай башҡорт тураһындағы Пушкин һүҙҙәрен тылҡыйбыҙ ҙа тылҡыйбыҙ...

Сиктәрҙе һанға һуҡмай үрһәләнгән сыбыҡ осо туғанының, ашар хәләл икмәген – сәнғәт темаһын да торғоҙоп ҡалдырып, тарих саңдарында сабыйҙарса ихласланып буталыуын мәрәкә күргән Басир, күңеленән уның яҡлы булһа ла, ирештереп оторайҙы:

-- Барыбер ышанмайым, партиябыҙ әйтмешләй, һөрһөп бөткән башҡорт милләтселегенең шауҡымылыр, тип һанайым!

-- Алайһа, әйҙә, киттек минең төйәккә -- күрмәгәнеңде күрһәтәйем! -- Ҡулынан һөйрәне егетте. Яҡын уҡ ҡалған икән: Сәнғәт институтының подвал бүлмәһендәге сей балсыҡ еҫтәре аңҡыған оҫтаханаға инделәр. Басир, бөркәнсәккә йәшереүле бер-нисә һын күҙгә төртөлгән тирә-яғына ҡаранып, ҡыҙығыуын йәшерә алмай һөйләнде:

-- Вәт әй, ысын скульпторға һанап, айырым урын биргәндәр!

-- Ысын скульптор шул мин!

-- Кәпәренмә, күҙем тейеп ҡуймаһын! Асабыҙмы бөркәнсәктәрҙе?

-- Үҙ сиратында асырбыҙ. Тәүҙә баяғы теманы тамамлайыҡ.

-- Тағы тарих... Һаташаһыңмы әллә? Үҙеңде күргәндәй булайым.

-- Өлгөрөрһөң. Кил бында. – Шүрлектән ҡалын ғына китапты алды. – Күреп торам: тотоп та ҡарамағанһың. Эрнст Добельхоферҙың 1963 йылда Мәскәүҙә донъя күргән «Знаки и чудеса» тигән популяр хеҙмәте. Бына, 336-сы битен асайыҡ. — Табан тайҙырмаһын, тигәндәй, егеткә ашығып аңлатты. — Һис тә һаташмайым мин. Диплом эшемдең темаһын һайларҙан элек, торғонлоҡ касафатын үтеп сығырға, хаҡлығымды дәлилләр өсөн күп уҡырға тура килде — үҙемә күрә тарихи китапханам тупланды... Шулай итеп, тыңла бына һәм күҙ алдыңа килтер: беҙҙең алда ҡасандырғы тап ошо беҙ йәшәгән ерҙәрҙе лә иңләгән ҡеүәтле дәүләт — Бөйөк Төрки ҡағанаты, 568-се йылдың йәмле август айы. Көнсығыш Рим (Византия) императоры Юстин II юлландырған илселек төркөмө империяның дәрәжәле һанаунигы Зимарх етәкселегендә Аҡтауға килеп етә. Әйткәндәй, был Аҡтауҙың ҡайҙалығын ошоғаса тарихсылар аныҡ ҡына шәйләмәй, сөнки төркиҙәр ерендә бындай Аҡ тау-таштар күп кенә (бөгөнгө республикабыҙҙың ете районында — Аҡтау, өс районында Аҡташ-тау бар; Ырымбур ҡалаһы ла Аҡтау өҫтөндә тора). Шуға сәмләнеп китеп, әйтеүемсә, мин үҙемдең атаҡлы телсе-ғалим олатайымдың онотолоп бөткән тәүарих яҙмаларын аҡтарҙым да бына нәмәгә юлыҡтым: баҡты иһәң, уның раҫлауынса, ундай тауҙар боронғо тулы аталышында «Аҡ тағ-таш» рәүешле әйтелгән дә, ҡыҫҡартылып, йә «Аҡтау»ға, йә «Аҡташ»ҡа әйләнгән, «Таҡташ» тигән исемдәр ҙә, имеш, шул «тағ-таш»тан таралған...

-- Туҡта, Мухина, башым зыңҡый башланы! Зимарх сәйәхетенә уларҙың ни ҡыҫылышы бар?

-- Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың «Ядкәр»ен дә уҡымағанһыңдыр әле һин. Ә мин, ғәрәп хәрефтәрен үҙаллы өйрәнеп, күҙҙәремде тондороп аҡтарып сыҡтым. Унда тап беҙҙе ҡыҙыҡһындырған нәмәләр ярылып ята: «Ағиҙелдең уң яғында, Инйәр менән Сим һыуының Ағиҙелгә ҡойған ерендә, Аҡташ тигән бейек тау өҫтөндә ошоғаса төрлө урында ҡала емеректәре бар...» Һәм бында, тип өҫтәй аҡһаҡал-ғалим, «шундай ҙа дәүләт булғандыр ки, нисә мең йыл был урындан тороп, мәшрик тарафына — Ҡытайға, Һиндостанға, Ҡафҡазға тиклем хөкөм йөрөткән.. Дәшти-Ҡыпсаҡ тигән мәшһүр империяның баш ҡалаһы ла беҙҙең... Аҡташ тауында булған икән...». Ата-бабаларҙың ғөрөфө буйынса, ти ул, «мәшһүр шаһтарҙың нәҫеле һәм дәүләте күсһә лә, урынын килеп алған икенсе шаһ шул элекке мәшһүр шаһтың исемен үҙенә ҡушамат итеп йөрөтә», йәғни Аҡташ-хан ләҡәпләнә. (Әйткәндәй, төрки батша династияларында был ғөрөф-ҡанундың бик боронғо замандан ук урта быуаттарғаса ныҡлы үтәлеүе мәшһүр совет тарихсылары Л.Н. Гумилев, М.И. Артамонов, С.А. Плетнева хеҙмәттәрендә раҫлана). Шундай мәшһүр Аҡташ-хандарҙың береһе — ул тарихта мәғлүм Өсбит-Әмингә (латинса яҙылышында Спит-амен; Өсбит — өс телдәге өс бит яҙыуҙы ла күҙе таный, тигән маҡтаулы ләҡәп; беҙҙең эраға тиклем фарсы империяһының фармандары тексы өс телдә өс биткә яҙылыр булған) һәм башҡорт хикәйәтендәге Әминбәккә тап килә — Мөхөммәтсәлим Өмөтбаев раҫлауынса, ошо ерҙә йәшәгән һәм Һиндостанғаса арауыҡты биләгән. Заманында еңелмәҫ һаналған атаҡлы илбаҫар Зөлҡәрнәйен (Александр Македонский) яуына ҡаршы сая көрәшеп, Амударъя буйында уны кире сигенергә лә ауыҙы бешеп бөтөнләй икенсе тарафҡа — Һиндостанға китергә мәжбүр ҡылған... Тимәк, ҡитғаны яуланып алыуҙан ул ҡотҡарған... Йәнә ошоларға өҫтәп, урта быуаттар миҫалына ла күсеп: «Нуғай хандары заманында Аҡташ башында ултырған хандарға ла Аҡташ хан тип исем бирелгән», — тип иҫкәртеп ҡуя «Ядкәр»ҙең авторы...

Басир теләр-теләмәҫ тыңлай ине: ҡыҙығын-ҡыҙыҡ та ул, беҙҙең эштә кәрәге тейерме икән? Әйтәйек, мәшһүр Мухина кеүек, партиябыҙ ҡушҡанса, хеҙмәтсәндәр араһына ылығып, әҫәрҙәрҙә ураҡ тотҡан колхозсы йәки сүкешле эшсе һынын тыуҙырғанда? «Ҡайһындай матур һылыуҙарҙы ла харап ҡыла икән был «тарих ене»!.. Нисек итеп усағын һүрелтергә?..»

— Византия илселеген ҡабул ҡылған Төрки ҡағанаты мәркәзе лә әллә шул Аҡташ тауында булған тиһеңме?

-- Кем нисек уйлайҙыр, әммә быға минең иманым камил, сөнки башҡа мәғлүмәттәр ҙә бер тирмәнгә һыу ҡоя.

-- Мәҫәлән?

—Мәҫәлән, бик алыҫҡа китмәй, ҡулыбыҙҙагы китаптың нәүбәттәге ике битенә күҙ йүгертәйек. Зимархтан һуң ете йыл үткәс, Византияның яңы императоры ҡағанатҡа яңы илселек ебәрә, уның башында Валентин тигән һанауник тора. Бына улар төрки империяһының һигеҙ төп ырыуы иҫәбенсә һигеҙ юл-өлкәгәгә бүленгән биләмәһенең ил сигендәге бер өлкәһенә килеп етә. Өлкә менән идара итеүсе Төрөксән-Өфө (латинса Турксанф тип яҙылған) кенәз ҡаршылай, ул сикһеҙ ярһып һөйләшә: «Һеҙ түгелме ни шул бер үк ялғанды уҙ телегеҙҙә тылҡыусы румиҙар?!. Һәм һеҙ, илселәр, миңә шул ялғанды йөкмәнеп киләһегеҙ, ә һеҙҙе юлландырыусы үҙе үк — алдаҡсы. Мин бөтәгеҙҙе хәҙер үк, кисекмәҫтән үлтерәм. Ялғанлыҡ төркигә ят һәм ул беҙгә хас түгел! Батшағыҙ ҙа тейешле ваҡытында үҙ язаһын аласаҡ... Ә миңә иһә ҡояш сығышынан алып байышынаса бөтә ер йөҙө буйһона. Бахырйәндәр, алан халҡына һәм йәнә үтәйғур ҡәбиләһенә ҡарап ғибрәт алығыҙ: сая ҡыйыулыҡтары менән маһайып, үҙ көстәренә таянып, еңелмәҫ төрки халҡына ҡаршы баш күтәрергә баҙнат иткәйнеләр, өмөттәре өҙөлөп төңөлдөләр. Хәҙер беҙҙең ҡол улар». Баҡһаң, кенәздең атаһы Истәми-ҡаған вафат булып, шунан һуңғы ҡайғылы осор икән. Шулай ҙа ул илселекте дәүләттең үҙәгенә — атаһы урынына тәхеткә ултырған бер туған ағаһы Тарду (Тора-тау -- ҡытай тарихында Та-тау) ҡаған тарафына үткәрә, ә ул «Эктел тауында йәшәй» имеш. Бында шуныһы ҡыҙыҡ: румиҙар яҙыуында ла, ҡытай яҙыуында ла тәүге исемдең тап беҙҙеңсә яңғырашлы ҡушма һүҙ (Тар-ду) булып, икенсе яртыһы «тау» икәнлеге бәхәсһеҙ. Бер юлы тәүге өлөш тә асыҡлана: тар— тор — тора (ҡытай телендә «р» өнө булмағанлъгктан, «та» рәүешле әйтелә һәм уҡыла); тимәк, үҙебеҙгә яҡшы таныш Тора-тау (тулы әйтелешендә ул Тороҡ-тау, шуға күрә ошо Тороҡ төбәгендәге боронғо башҡорттарҙы тороҡтар – төрөктәр тип тә атағандар), ә Эктел тигандә — Аҡ-Әтил — Ағиҙел күҙаллана. Тора-тауҙың да, Аҡташ-тауҙың да ошо көнгәсә нәҡ «Эктел» -- Ағиҙел буйында икәнлеген иҫләһәк...

-- Етте, тулы капитуляция! — Сабырлығын юя барған егет ҡулдарын күтәрҙе.

-- Ә һин, башҡорттоң бер нәмәһе лә булмаған, тиһең.

-- Пардон! Политиктар әйтмешләй, асыҡлыҡ керетеүеңде үтенәм: ул көфөр һүҙҙәрҙе мин үҙебеҙҙең абруйлы ғына ғалимдарыбыҙға һәм яҙыусыларыбыҙға ҡушылып ҡына әйтәм. Әгәр ҙә бик теләһәң, — ҡыҙҙың күҙҙәренә баҡты, — ҡуҙағында ямғыр сылатҡан бынауы йылтыр ҡарағат емештәрең хаҡына ғына ла мин ошо секундтан уҡ әҙер әйткән береңде тутыйғоштай отоп алып ҡабатларға!

— Ҡабатларға түгел, ә үҙеңдә тарихи ҡараш тәрбиәләргә кәрәк, сыбыҡ осо туғаным. Әгәр ҙә шул юк икән, һин әйткән ул «бөгөнгө көн» байлыҡтарҙың хужаһы, ҡәҙерләп һаҡлаусыһы ла булмаясаҡ. Тыуҙырыуҙа ғынамы ни ул байлыҡтарҙы! Бына бынауы үҙебеҙ йәшәгән, һин миңә төртөп күрһәткән йорттарҙы ғына алып ҡарайыҡ, ти, үҙең әйтмешләй. Һәр береһен һаҡлап тотоу, үҙ ваҡытыпда йүнәтеп тәрбиәләү, бөлдөртмәү өсөн үҙ-үҙебеҙҙе өгөтләп тә битәрләп трибуналарҙан ҡысҡырабыҙ, гәзиттәргә яҙабыҙ, телевидениела «актуаль камера»ларҙан фашлатабыҙ. Әммә хәл үҙгәрәме? Үҙгәрмәй. Кеше үҙен шул байлыҡтарҙың хәстәрлекле хужаһы итеп тоямы? Тоймай. Һәм ул һаман, һаман шулай ҡаласаҡ, әгәр ҙә беҙ һаман да шул тарихи битарафлыҡта ойоп йәшәһәк, үҙебеҙҙә ысын тарихи ҡараш тәрбиәләмәһәк. Сөнки беҙ, әле генә үҙең әйтмешләй, бөгөнгө файҙаны ғына күрергә, иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, бөгөнгөгә хеҙмәт итһә, ир-тәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тиеберәк йәшәйбеҙ. Үткәндәрҙән ҡалған мираҫты уйлап та ҡарамайбыҙ — ошо бөгөнгө йортобоҙҙоң нигеҙе үткәндәргә ҡоролоуын онотабыҙ. Ә бит асылда бөгөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән төҙөгән, үҙебеҙ йәшәгән был биналар киләсәккә беҙҙең замандан тере шаһит булып барып етәсәк, беҙҙең хаҡта һөйләйәсәк, беҙҙең йылыны ейәндәргә бирәсәк һәм беҙҙең күҙҙәр менән уларға бағасаҡ — Бәндәбикә кәшәнәһенең кирбестәре, Ерәнсә-сәсән убаһының таштары беҙгә өнһөҙ оранлап баҡҡандай...

-- Их-ма, кәшәнә лә убалар менән генә маҡтана алабыҙ шул...

-- Тел осоңа, туғанҡайым, шайтанмы, тим, төкөргән: үҙ-үҙеңде бахырлауҙан ары уҙа алмайһың. Былайғас, телмәремдең ахырына етмәйенсә туҡтамайым: Зимарх һанауниктың Аҡтауға килгәс хайран ҡалып нимәләр күргәнлеген бел... Август айы, тигәйнек бит. Йәй көнө булғас ни, ваҡиға ҡалала түгел, ә тәбиғәт ҡосағында, йәмле йәйләүҙә бара. Сит ил ҡунаҡтарын тәүҙә, бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған үҙебеҙҙең йола буйынса, артыш ботаҡтары үртәп ыҫлайҙар (сир-зәхмәттән, золомдан арындырырға). Шунан гүзәл ебәк сатырға индереп, һәр береһенә һаумал ҡымыҙлы алтын туҫтаҡ тотторалар. Ирәүән табын әңгәмәһе көнө буйына һуҙыла... Инде тирмәләге күҙҙең яуын алырҙай биҙәктәргә -- оҫта ҡуллы боронғо бабалар етештергән мәҙәни байлыҡтарыбыҙға Зимарх аша күҙ һалайыҡ: сатыр «төрлө сағыу буяуҙар менән оҫта биҙәкләнгән ебәк туҡымаларҙан ҡоролғайны. Улар (илселәр) шарап эсте, тик ул беҙҙәгесә йөҙөм емешенән һығып әҙерләнгән түгел ине. Улар эсемлеге бөтөнләй башҡаса. Төркиҙәр ерендә йөҙөм тәлгәштәре үҫмәй, был үҫемлек бөтөнләй юҡ уларҙа... Иртәгәһен ҡунаҡтарҙы тәугеһе кеүек аллы-гөллө ебәк менән биҙәлгән икенсе сатырға саҡырҙылар. Бында төрлө ҡиәфәтле хоҙай һындары ла ҡуйылғайны. Истәми үҙе шау-алтындан ҡойолған тәхеттә ултыра. Бина уртаһына алтын һауыт-һаба өйөлгән, шулай уҡ бөркөүестәр ҙә, мискәләр ҙә шау-алтындан... Иртәгәһенә улар башҡа сатырға саҡырылды, унда улар алтын менән көпләнгән бағаналарҙы, алтын ялатылған һәм дүрт алтын тауис ҡошо арҡаһында торған урындыҡты күрҙе. Сатыр алдында күҙ күреме ергә арбалар теҙелеп, уларға бик күп көмөш, көмөштән ҡойолған һауыт-һаба һәм кәрзиндәр, дүрт аяҡлы кейек-януар һындары тейәлгәйне, һәм уларҙың береһе лә беҙҙә эшләнгәндәрҙән һис кәм түгел. Төрки ҡағанатының зиннәте ана шундай».

—Ә ул зиннәттәрҙе бөгөн кем белә?! — Басир биҙәрләгәндәй ҡул һелтәне. — Ниңә башҡа халыҡтарҙа һаҡланғанда беҙҙеке елгә осҡан?

-- Шуның өсөн дә тарихты белеү зарур, тип туҡыйым бит.

-- Әйтмәҫ ереңдән әйтерһең шул, беҙҙең колизейҙарыбыҙ ҙа, пантеондарыбыҙ ҙа булмаған, тип. Асыуланһаң асыулан, Мухина, мәгәр тураһын ярмай булдыра алмайым: ул йәһәттән бахыр шул беҙ...

Ҡыҙ, өндәшмәй, китаптарын йыйнаштырҙы. Тыныслана төшөп буғай, серҙәшенең күҙенә тура ҡараны:

—Асыуланмайым. Сөнки бахырлыҡ сире бер һиндә түгел. Ул күптәрҙе кәмһетә. Барыһы ла мәсьәләгә бер яҡлы ҡарауыбыҙҙан, наҙанлығыбыҙҙан. Бына нимә ти ул хаҡта үҙенең «Һундар. Боронғо замандарҙа Урта Азия» тигән мәшһүр хеҙмәтендә шул уҡ Лев Николаевич Гумилев, тыңла, әҙәм балаһы: «Ғәҙәттә, боронғо мәҙәниәттәрҙе үҙ-ара сағыштырғанда, уларҙың үҫеш кимәлен һаҡланып ҡалған матди ҡомартҡылар менән үлсәйҙәр: биналар, яҙмалар, сәнғәт әҫәрҙәре һ. б. Был ысул дөрөҫ түгел, сөнки һаҡланып ҡалған һәйкәлдәр генә иҫәпкә алына, мәҫәлән, таш ҡоролмалар һәм металл әйберҙәр. Ҡомартҡыларҙың һаҡланып ҡалыу ихтималлығы ҡоро климатлы илдәрҙә дымлы илдәрҙәгегә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ юғары булғанлыҡтан, беренсе хата тыуа. Унан килеп, кешеләр йорттарҙы мең йылдан һуң археолог ҡаҙып сығарһын тип түгел, ә үҙҙәренә йәшәр өсөн йәтешләп төҙөүен иҫәпкә алһаҡ, йәнә танырға тейешбеҙ: йыш ҡына ағас ҡоролмалар таштан һалынғандарҙан һис кенә лә кәм түгел һәм таш ҡоролмалар табылмауға һылтанып ҡына ул ерҙә мәҙәниәт кимәленең түбән булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөү — икенсе хата. Шул уҡ сәбәптән кейем-һалымдың да матурлығын, баһаһын билдәләү мөмкин түгел, сөнки уның металл өлөштәре генә һаҡланып ҡалыусан, ә был иһә бөтә халыҡтарға ла хас түгел. Әйтәйек, ҡайһы бер халыҡта сәнғәт күрке кейем тегеүҙә һынлана ла юғары кимәлгә ирещә, ә икенсе береһендә — ифрат тупаҫ итеп, етмәһә, баяғы беренсе халыҡтыҡынан күсереп, таш әмәлиттәр әҙерләүҙә. Һуңынан шулай килеп сыға: беренсе осраҡта сәнғәт йәнәһе бөтөнләй ҙә булмаған, ә икенсеһендә, имеш, үҙ аллы һәм ғәжәйеп алым булған. Яҙма менән дә шундай уҡ хәл: тәржемәләр, башҡаларҙыҡын ҡабатлауҙар, башҡаларҙың әҫәрҙәренән йолкоп алып уҡмаштырылған әҫәрҙәр менән тулы һәм үҙ әҫәрҙәре бик аҙ булған ифрат ҙур китапханалы халыҡтар (мәҫәлән, монголдар, манчжурҙар) бар. Шул уҡ ваҡытта «Илиада» һәм «Калевала» ҡасандырғы яҙыу танымаған халыҡтар ижадын тәшкил итә...». Бына шулай, ҡәҙерлем. — Дилбәр, егетенең сабырлығы көрсөгөнә терәлеүен абайлап, китабын шүрлеккә тыҡты. Әммә баяғы «ен ҡағылыу» ҡыҙға һаман тынғылыҡ бирмәй ине. — Йә, аңланыңмы инде? Бына ниндәй була ул ысын фәнни ҡараш, туғаным. Быуаттар буйына бер туҡтауһыҙ Көнсығыш һәм Көнбайыштың фронт һыҙығы араһында ҡанһыраған, иҫәпһеҙ күп илбаҫарҙар итегенән тапалған был тупраҡта мең-мең йылдар буйы пергамент-тирегә, ҡағыҙға һәм туҙға яҙған китаптарыбыҙҙың юҡҡа сығарылып, ағас ҡалаларыбыҙҙың көлгә һәм саңға әйләнеүе лә ғәжәп түгел. Баяғы әйткән йөҙ егерме дүрт ҡала урыны үҙе нисек һаҡланып ҡалған әле — бына шуныһы ғәжәп!

-- Юҡты уйлап башыңды ауырттырмасы! — Егет шаярыуға һаплап тайшанырға самаланы. — Күрәһеңме минең бынауы бәҫле бүрек ҡаплаған аҡыл сүлмәген? Уның эсендә буш ҡыуыҡтар тәгәрләй, тип һинең генә әйтеүеңә кем ышаныр? Башҡаларҙыҡынан бер иле лә кәм дә, артыҡ та түгел. Уның ҡарауы ауыртмай ҙа башҡаларҙы ла ауырттыртмай. Бумалам да киндер ҡытлығы кисермәй. Һинең кеүек сүлмәк тулы осло таштар тейәп йөрөмәйем.

-- Ҡыуыҡбаш — ҡыу батыр һин – бына кем!

-- Уның ҡарауы миңә еңел, рәхәт, йәнем азат — салғыйымдан ата-бабалар гере ергә тартып ятмай. Дүрт яғым да ҡибла: ҡайҙа яҡшыраҡ -- шунда, башың тартҡан тарафҡа елпелдәк елдәй тәгәрләнең дә киттең — Балтиканан Ҡытай диңгеҙенәсә, Ҡара диңгеҙҙән төньяҡтың Ҡар диңгеҙенәсә аллюр! — бөтә Союз һинеке. Ҡуш ҡуллап һау, им, аша, теләгең булһа тәкмәс ат. Шул йәһәттән рәхмәт һүҙе әйткем килә «башҡорттоң бер нәмәһе лә — тарихы ла, эҙе лә юҡ» тип аңлатҡан аҡыллы баштарға. Ул аҡыллы баштар ҙа, моғайын, тап минең шикеллелер — минең игеҙәгемдер!

-- Ысынлап ләпелдәйһеңме, әллә мине ҡарыштырыу өсөнме? — Ҡыҙҙың ике сикәһе ялҡынланды.

-- Их, берсә ҡарап һоҡланһам, берсә ҡыҙғанып уҡ ҡуям үҙеңде. Ниңә мөхтәрәм ғалимдарҙың, ялҡын йөрәкле шағирҙарҙың теңкәһенә тейәһең, үҙеңдең кем икәнеңде онотаһың? Ҡатырға тышлы дипломыңды алып ҡына кеҫәңә бөкләп һалғансы түҙһәң ни булды?

-- Ә шунан һуң тормош ағыны туҡтар, башҡа ғәмдәр ҡубарылмаҫ, тиһеңме?

-- Уларын да һин башҡаларға ҡалдыр, йыйыныһын үҙеңә йөкмәп алма.

-- Ни өсөн мин -- комсомолка, Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте идараһының ағзаһы?!

-- Бөттө-бөттө, Мухина, һине еңерлек түгел. Әрепләшеп тамаҡ та сатнап кипте. Йыйын, керәйек анауы урам аша икебеҙҙе күҙен ҡыҫып көтөп торған «Экспресс»ҡа, экспрессив тойғоларҙы кофе менән йыуырға!

Әңгәмәләре кафелағы аяғөҫтө табынға — боҫ борлатҡыс сынаяҡтар эргәһенә күсерелде.

-- Мәрхәмәтле Йыһандар Илһамдар улы Шәйхаттаров ағайыбыҙ ни хәлдә — мине һағынып көтәме икән? — тине Басир, боҫрауыҡ эсемлекте бер-ике уртлап йотҡас, тын алып.

-- Бәй, уныһын ҡайҙан беләйем?

-- Эш шунда, Мухина: уның менән беҙ теге ҡайтҡанымда еңгәмдең шанлы ресторанында осрашып танышҡайныҡ. Матур еңгәм арҡаһында был танышлыҡ матур хеҙмәттәшлеккә күсте. Ҡыҫҡаһы, Һыбай батыр һыны ҡуйылған тирәләге ашханалар һәм ресторандар тресы ҡарамағында бер-ике ай еңелсә халтурить итеп, ҡул остарына алтын ялатып алырға ине ниәт. Малярлыҡ ҡылып ҡына, рәссамдарса ҡайырып кеҫәгә һалаҡайын. Йәшерен-батырын түгел: күп нәмәләрҙе түгәрәк тугрик35 хәл иткән заманаға тап килдек.

Ҡыҙ баш сайҡаны:

-- Килемеңде тугриклап иҫәпләһәң дә, Америка бизнесмены һымаҡ фекер йөрөтәһең.

-- Егерменсе быуат аҙағының һулышы — цивилизация ҡануны!

-- Суриков башың менән, шул Йыһандар кәмәһенә ултырҙыңмы?

-- Улай тимә, Мухина. Үҙеңдең ҡан туған ағайың бит ул. Уның алтын ҡайығына йәбешеп, һиңә лә ҡул араһында бер-ике ус тугрикмы, тәңкәме эшләп алыу һис ҡыйыш китмәҫ ине.

-- Юҡ инде. Мин, үҙең әйтмешләй, тура атып ҡыйыш тейҙерә торғандарҙан түгел. Тишек кәмәгә лә ултырып бармайым.

-- Һәй тырпайған тел, ағайыңа оҡшамағанһың.

-- Атанан ала ла, ҡола ла тыуа, тигәндәр. Ә беҙ уның менән ике туған балалары.

-- Хәтерем яңылышмаһа, мөхтәрәм Йыһандар Илһамдар улы Баҡишевтарға тартымлыраҡ — елкәнлеләр тоҡомонан, эйе бит?

-- Елкән тигәнең ҡара ҡорған булып ҡуймағайы, тим.

-- Ләхәүлә, ниңә рәнйетәһең улай?!

—Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә аңламай башланым. — Ҡыҙ, уйға талып, күңел төбөндә аҡтарынғандай һөйләнде.— Беләһөң, яҡын ғына ағайым бит ул минең. Талир Баҡишев олатайымдың Урта Азиялағы бер туған һеңлеһенең остоғо. Дөрөҫ, беҙ уның менән бергә аунап үҫмәнек. Йәшлегендә күргән әҙәмдәр был кешене һәр яҡлап талантлы, ләкин ысынлап та елғыуар-елкәнле итеп нарыҡлай. Ул үҙенең таланттарын елгә осороп бөткән.

-- Ай-һай, талант мәсьәләһенә килгәндә...

-- Туҡта, һөйләп бөткәнде көт. Беләһеңдер, минең бер инәйем, танылған археолог, Алма-Атала тора хәҙер, ә Йыһандар ағайым шуның башҡа әсәнән тыуған үгәй улы бит. Бәләкәс сағынан уҡ һүрәт төшөрөргә һәүәҫ малайҙы ул үҙе менән экспедицияларға йөрөткән, иҫке ҡалаларҙың, ҡорғандарзың серҙәренә төшөндөрткән, һүрәттәрен яһатҡан. «Тарих ене ҡағылған» үҫмер, унынсыны тамамлағас, Мәскәүгә китеп, Михаил Михайлович Герасимов студияһында баш һөйәктәре буйынса иҫке заман шәхестәренең портреттарын тергеҙеү ысулын үҙләштереп ҡайтҡан, скиф батшаларының ҡорғандарында бәрәкәтле соҡсонған. Шул етди уңышын нығытаһы, һайлап алған һөнәрендә төпләнәһе урынға, беләһеңме нимә ҡыла ул елғыуар? Бабалары тыуған алыҫ Урал тауҙары, туған моңдар, туған тел менән һаташып, көндәлек шөғөлдәрен ташлап, шиғыр яҙырға тотона ла, бер ҡосаҡ мөнәжәт йөкмәп, ошо гүзәл Ағиҙелебеҙ буйҙарына елтерәп килеп сыға, гәзит һәм журналдарҙа бер-ике шәлкем баҫтырырға ла өлгөрә. Бындағы яҙыусылар (әлбиттә, иң элек Мотал еҙнәйем!) уға иғтибар итеп, ижадына яҡты киләсәк юрай, үҫтерергә тырыша. Ләкин йәш шағир геология партияһында яңы мауығыу табып, баяғы «елкән» уны поляр түңәрәк артына алып оса: әллә тормошто өйрәнергә, әллә алтын эҙләргә...

-- Тапҡанмы һуң ат башындай алтынын?

-- Артабанғы тәржемәи хәле тарихҡа асыҡ билдәле түгел. Әммә бынан бер-нисә йыл элек «Һәнәк» журналында уның хаҡында фельетон баҫылып сыҡты, шунда бирелгән үткер характеристика, минеңсә, ағайым биографияһының ҡайһы бер буш урындарын шөйлә тултыра. Фелъетон авторының художестволы раҫлауынса, эш быпайыраҡ булған: аҡ айыуҙар яғында биш йыл йөрөп, ат башындай алтынын таба алмағас, геологияға ла күңеле тиҙ һүрелеп, Ҡотоп боҙлоғонан тура Ҡараҡом ҡуҙлығына ырғылырға елкәндәрен ҡорғанда, хәрби хеҙмәт бурысын үтәмәйенсә утыҙ йәшкә етә яҙған елғыуарҙы хәрби комиссариат эләктереп, Тын океан тулҡындары араһына матрос итеп ебәрә. Ағайым шунда, имеш, ситтән тороп вузда уҡып, Мәскәүҙә осона сыҡмайынса ташлап киткән юғары белемен теүәлләп, тарихсы-этнограф һөнәре алып сыға, шундағы аборигендарҙың тормошон тикшереп трактат яҙырға ла өлгөрә. Япон айналарының төрки тамырын юллап асыҡлар өсөн, Алтайҙы айҡап үтеп, Урта Азияға һикерә -- Төрөкмәнстанда, имеш, боронғо Үҫәргән халыҡтарының атаҡлы ҡантураттарын36 — ахалтекин юрғалары үрсетеүсе йылҡысылыҡ заводында жокей булып урынлаша, бәйгеләрҙә ҡыҙышып ат саптыра, тотализаторҙа сәмләнеп уйнай. Был юлы ла аҫыл алтын призды яулай алмағас, был эшенән дә төңөлөп, сағыуыраҡ шөғөлгә — бумалаға йәбешә: Төрөкмәнстанда уҙғарылған художество күргәҙмәһендә ялҡын кеүек ҡыҙыл юрғалар сабышын тасуирлаған аһәңле ҙур полотноһы менән ҡатнаша. Картинаны ыңғай ҡабул итәләр, йәш дебютсыға уңышлы юл теләйҙәр, әммә ул, әлеге лә баяғы, бумала һәм киндерҙәрен ҡалдырып, ахалтекин юрғаһы тиҙлегендә ҡабат Уралға ябырыла — башҡорт ырыуҙары араһында ауыҙ-тел ижады тыңлай-тыңлай темеҫкенеп йөрөгәс, Ирәмәл тауҙың ҡаяһына артыла -- арыҫлан менгән Урал батырҙың үҙен һынландырырға! Был эше ҡайһы дәрәжәгә ирешкәндер, уныһын тарих белә. Әммә көндәрҙең береһендә данлы Ирәмәл тауы ла үҙенең шанлы ижадсыһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан — сағылдан осоп ҡабырғаларын һындырып өлгөргән сәнғәт әһеле ҡалабыҙҙың Ағиҙел яры башындағы фирүз сағыл төбөнә ҡайтып йығыла. Ҡара икмәк менән арыҡ селедка арҡаһын кимереп, шуның хаҡына халайыҡтарға зыярат янындағы әрһеҙ таштан һәйкәлдәр юнып-һүрәтләп маташҡанда, фәрештәләр ҡанаты ҡағылыпмы, мәйет ерләү бюроһында табуттар һәм ҡалай гөлдәмәләр менән ырыҫлы ғына сауҙа ҡылыусы һылыуҡай күреп ҡалып, ҡыҙғанып, үҙе янына эшкә беркетә лә уны, үҙенең аулаҡ мөйөшөнә эйәртеп алып ҡайта... Тарихҡа мәғлүм булыуынса, шул төйәктә Йыһандар үҙенең йыһандарҙы айҡатыусы тынғыһыҙ елкәнен һалып, кәмәһен бәйләп ҡуя ла оҙаҡ йылдар буйы донъяға күренмәй тынып ҡала. Ерләү бюроһы һылыуының етәкселеге аҫтында ул уңыштарға ирешеп, һәйкәлдәр ҡойоу оҫтаханаһында таш һәм бетондан, бронзанан «ағымға һалынған шедеврҙар» әтмәләүҙе юлға һала, граждандарҙан әжерен дә ҡатынының нәфсеһе ҡушҡанса тирә. Шул арала зыяратта ҡәбер ҡаҙыусылар менән туғанлашып, бер-нисә быуаттың атаҡлы аҡыл эйәләренең ғәзиз баш һөйәктәренә эйә була...

-- Ай-бай-бай, атайым бахыр әйтмешләй. Бындай фельетондан һуң һинең ағайыңдың баш һөйәген таш ҡапсыҡта ғына серетәһе ҡала! Нисә йыл ултырып сыҡты?

-- Ҡайҙа, үҙенең өйөндәме? — Ҡыҙ кеткелдәне. — Ағайым ул, ғәжәпкә ҡаршы, теләгән бер һыйыҡ баҫманан, закон өҫтөнә баҫмай, һыуҙан ҡоро сыға ала.

-- Ғәфү ит, бүлдерҙем: ҡайһылай ослана тәржемәи хәленең шанлы дауамы? Институтҡа якорь һалып, профессор дәрәжәһенәсә күтәрелеүе?

-- Бының сере – илдә коммунизм төҙөү осороноң көндәлек ғәмендәй ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Иң мөһиме, СССР-ҙа йәшәйештең төп хәҡиғәтен аңлай ул: донъялағы бөтә эшмәкәрлеген, хатта һулыш алыуын да, юғарынан төшөрөлгән партия ҡарарҙарына, күрһәтмәләренә ныҡ ярашлы башҡарырға. Беҙ уның ғүмер карабын йөҙ һикһән градусҡа борған, элекке иҫке елкәндәрен коммунизм локомотивына алмаштырған хәл иткес был этабында, әлбиттә, зыярат һылыуынан нисек итеп уңышлы арыныуын белмәйбеҙ, әммә артабанғыһы яҡшы мәғлүм: диңгеҙ бүреһенең мачта башындағы флюгеры Кремлдән иҫкән елгә салт-боролоп, партиябыҙ зарығып көткән мөҡәддәс темаға монографияһын яҙып өлгөртә: «Халыҡтарҙың тарҡау төбәк телдәренән – монолит совет милләтенең теленә!». Бының ҡайһындай уңыштарға килтергәнлеге барыбыҙҙың күҙ алдында... Ә шулай ҙа оригинальный шәхес ул.

-- Ҡара-ҡара, әллә шуға ғашиҡ булғанһың инде?

-- Тәүбә-тәүбә, һинһеҙ ҙә теңкәмә тейҙе: сейле-бешеле комплименттарын тиреп, «әйҙә, киттек загсҡа» тип йөҙәтә. Туғаным бит һин, тип тә ҡарайым...

-- Тыңламаймы?

-- Аталаш түгел – аталмыш ҡына туғандар бит беҙ, ете яттан да ятыраҡ, тип ебәрә... Ярай, төкөрәйек танауына! Нисек кенә булһа ла, мин уның серле һөнәрен үҙләштерҙем — мәрхүмдәрҙең пластик төҫ-ҡиәфәттәрен тере саҡтарындағылай һынландырам — быға иманым камил.

-- Әллә ҡулалмаш эшләргә уйың бармы – төшөмлө һөнәр күренә... «һин — миңә, мин — һиңә!» заманында. — Егет хихылданы. — Буштың атаһы үлгән, ти торғайны атайым.

Ләкин ҡыҙ етди ҡалды.

-- Әйтмәһәң дә, бер ҡылығына иҫем-аҡылым китте. Бәндәбикә бюсы диплом эшем итеп раҫланғас, теүәл төҫөн тергеҙеүҙә туғандарса кәңәш һорап барғайным: «Ә уның өсөн усыма нисә «рэ» һалаһың?» — тип өҙҙө. Бирмәҫемде шәйләгәс, ишеген шартлатып япты: «донъяла туғанлыҡ хаҡы ла, дуҫлыҡ хаҡы ла бәрәбәр: аҡса менән, алтын менән үлсәнә!».

-- Вәт маладис! – кинәнеп көлдө егет.

-- Башҡа әкәмәттәре лә етерлек.

-- Йә, нимә тағы?

-- Һаҙ биҫтәһенең бер куркуле үҙен ҙурлап ҡунаҡҡа саҡырғас, беләһеңме, ағайым нимә тип һораған: «Барыуын барырмын да ул, түреңдә лә ултырырмын, ашап та эсермен, ә уның өсөн нисә «рэ» бирәһең миңә?»

-- Бына был оригинально! — Басир хахылдап көлдө. — Мәскәүҙекеләреңдән дә уҙҙырған. Юҡ, мин улай уҡ булдыра алмаҫ инем. Хәйер, престиж өсөн ҡунаҡ саҡырған Һаҙ биҫтәһе мещандарына ана шулай кәрәк тә! Кремлдең янындағы фатирында престиж өсөн шкафына таҡтанан Толстой томдарын яһатып теҙгән мещанды ла беләм...

-- Ләкин ағайымдың ҡылығы — үҙе мещанлыҡ түгелме?!

-- Ярар, ағайҙарҙы ғәфү итәләр! — Басир ҡыҙҙы ҡайтыр туҡталышына ыңғайлатты.

-- Суриков, белергә рөхсәтме, бында булыуыңдың артабанғы пландары ҡайһылай?

-- Һем... Иң элек Шаһибәрәковтарға туғанлыҡ сәләмен илтәм дә...

-- Туғанлыҡ сәләме тигәндән... — Дилбәр ғәмле уйланды. —Хәтереңдәме беҙҙең бала саҡтағы ант итешеү?

-- Булмай һуң! Бармаҡтарыбыҙға әнә сәнсешеп, ҡандарыбыҙҙы ялаштыҡ: «Бер ғаиләлә — серҙәр бергә!» Йәнәһе лә скиф ата-бабаларыбыҙ ана шулай антлашҡан...

-- Минеңсә, насар йола түгел был. Бигерәк тә нейтрон еҫе аңҡыған заманала... «Был донъяның бәхетлеләре лә бәхетлеме икән һуң әле?..» тип албырғанған саҡтарҙа...

-- Кинәйәләп һөйләмәсе, Мухина.

—Әйттем бит, Хәкимуллин ағайым аҡса тамшанды, тип. Йүгерҙем, әлбиттә, үҙең әйтмешләй, Шаһибәрәковтар йортона. Апайымды беләһең: йөрәген өҙөп бирергә әҙер торһа ла, саҡ ҡына ҡулдары ҡалтыраусан. Бөтәһен еҙнәм янсығына тапшырыуҙы ҡулай күрә. Ошо ғәҙәтенә барып, еҙнәйемдең эш бүлиәһенә һөйрәне. Ишекте яй ғына асып, йәнәһе изге ижад мәлен өҙлөктөртөп ҡуймайыҡ, тип, һаҡ ҡына атлап индек. Ләкин нимә күрәбеҙ: ижадсыбыҙ эш креслоһында, алтын ҡәләмен тотҡан килеш иҙерәп, татлыларҙан-татлы ябай әҙәми төш ҡосағында тилерә, хатта турһыҡ ирендәре мөйөшөнән нәҙекәй генә фани ләззәт һеләгәйе һуҙылған!.. Әмәлһеҙҙән туктаныҡ та, көлөмһөрәп, шаяртмаҡҡа ымһынып, йоҡо йәтмәһенән күҙҙәре асылыуын һағаланыҡ. «Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәһе, тип юҡҡа әйтмәйҙәр үҙен: күр инде — ниндәй бәхеттәр кисерә ҡашҡа еҙнәйең!» — тип, иренең ысынлап та ҡашҡа һымаҡ бер тотам сал маңлай сәсенә ишаралап, кеткелдәне апайым. Бына шул мәл булды ла инде ғүмерҙә лә башҡа һыймаҫлык хәл-әхүәл... ҡот осорғос!

-- Ҡурҡытма, Мухина!

-- Уф! Мотал еҙнәйемдең турһыҡ ирендәре кинәт кенә ҡыймылданы, төш аралаш, күрәһең, айырым-асыҡ итеп ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы: «Йән киҫәгем, бәғерем... һағындым...» — Үҙәге өҙөлөп һыҡтанды! Ике күҙем шар булып: «Бына был — мөхәббәт! Эргәһендә баҫып торған апайымды төшөндә күреп тилерә!» — тип оялып уйларға өлгөрҙөм мин, ә апайымдың ике бите йәш ҡыҙҙарҙыҡылай ҡыҙарҙы. Бына-бына ҡосаҡлашырҙар ҙа шарҡылдашып көлөшөрҙәр тип көткәнемдә, — йә Раббым! — Мотал еҙнәйем асыҡ итеп өҫтәмәһенме:— «0 бәғерем, Йыһаниәм минең, Йыһаниәм!.. Ниагара шарлауығым!..» Ер менән Күк түңкәрелгәндәй булды, апайымдың йөҙө үлектәй ағарҙы, күҙҙәрен йәш томалап, башын баҫып, бүлмәнән сығып йүгерҙе, ә мин иһә ҡотом осоп баҫып торҙом... Беҙ белмәгән бына нәмәләр бар икән был донъяла...

—Эйе, үкенескә ҡаршы, ундай хәлдәр булғылай.

Ҡыҙ ҡалтыранды:

-- Туҡта, һин ниңә былай һалҡын ҡан менән яуаплайһың? Ниңә Ер-Күк тулатып тетрәнмәйһең? Бөйөк мөхәббәт идеалыбыҙ емерелә түгелме?

-- Юҡ, Мухина, быныһына мин ҡул ҡуя алмайым. Сөнки билдәһеҙ әле: мөхәббәт идеалымы, әллә уның яһалма юлдашымы?..

-- Суриков, нисек телең бара?!

-- Сөнки һиән күберәк йәшәгәнмен.

-- Был хәле әллә мәғлүм инеме һиңә?

-- Әлбиттә.

-- Ҡайҙан?

-- Мотал ағайым үҙе әшкәртте миңә.

-- Булмаҫ. Шундай ҙа йомоҡ кеше...

-- Их, Мухина, Мухина, үҫеп еттем, тиһәң дә, башҡынайың йәш шул әле. Белгең килһә, туптай йомоҡ әҙәмдең дә күңеле бер яҙыла — асыҡ ишек-тәҙрәләр мәле була... Былтыр ҙа ағайымдың, йылдағыса, яҙыусыларҙың Мәскәү янындағы Милеевка ижад йортонда роман яҙып ятҡанын беләһең бит. Мин дә шундағы художниктар төйәгенә эйәләшкәнмен — йыш осрашып йөрөнөк. Бер саҡ биш йондоҙло зәм-зәм һыуын уртлағанда күңелдәр йомшарып китеп, ағайым миңә «буталлы матурлыҡ» һәм «аҡыллы матурлыҡ» тураһында фәлсәфәле нотоҡ уҡымаһынмы! Һин, йәш быуын, аҙып-туҙып йөрөмә, өрмәй ҡабып ауыҙы бешкән ағайыңдарҙан фәһем ал да яҙмышыңдың һурпаһын өрөп эс, йәнәһе. «Матурлыҡтың буталлыһы ла, аҡыллыһы ла бер инде — икеһе лә матурлыҡ!» тип, сананы мин тау текәһенә һалыулатҡас, ағайымдың күҙҙәренән йәш килде, хатта мышҡылдап алды. «Һин буталлы матурлыҡҡа ымһынма, ул — быума йылан менән бер!» — тине. «Ә аҡыллы матурлыҡты нисек танырға һуң?» — тигәс, күп уйлап тормай, кәштәләге ҡалын бер том араһынан һарғайып бөткән фото алып күрһәтте: «Аҡыллы матурлыҡтың йөҙө — бына ул!»

Дилбәр егеттең тун еңенән бөрөп тотто:

-- Һәм ул Мөхлисә апайымдың нурлы йөҙө инеме? Эйе, тиң!

-- Кәртишкәнән баға ине, мин һиңә әйтәйем, шарлауыҡтай ағылып төшкән ҡарағусҡыл сәс даръяһында ысынлап та аҡылдың һәм матурлыҡтың алиһәһе! «Еүеш танау! Сихри эш ҡулыңдан килһә, бына ошо Ниагара шарлауығын киндереңә буяулап мисәтләндер!» — тип өҫтәне ағайым... Төҫө күҙем ҡабағында һүрелмәҫкә мөһөрләнеп ҡалған бына шул һылыуҡайҙың исемен дә ағайымдың үҙ ауыҙынан ишеттем: фотоны кире йәшергәндә, йөҙөнән супылдатып үбеп, «Йыһаниәм минең, Йыһаниәм!» тип шыбырланы ирендәре...

-- Уф! Бына ниңә еҙнәйемдең йөҙө мәңге монарлы, өйҙә торған көндәренән тормағаны күберәк — ғүмеренең ҙур өлөшөн юлдарҙа йә ижад йорттарында үткәрә...

-- Дөйөмләштерергә ҡабаланмайыҡ, өлгөрөрбеҙ.

-- И илаһым, өлгөрмәһәк кенә ярар ине лә!

-- Иң мөһимен әйтеп бөтмәнем әле. Шул Ниагара шарлауығының теп-теүәл тере копияһын Донбасста ижади командировкам ваҡытында осраттым. Бәлки, оригиналы уҡ булғандыр. Әлбиттә, ярайһы уҡ олпатланып, йылдар шауҡымына бирешә төшкән, әммә барыбер фотоһында мин күргән «аҡыллы матурлыҡ»тың тап үҙе!

-- Булмаҫ!

-- Художник күҙенә ышанмайһыңмы?! Бер күреүҙән таныным. Мыҡты һынлы, сысҡанҡойроҡ мыйыҡлы егет ҡултыҡлап алған үҙен – уныһы тап ағайымдың копияһы...

-- Китсе, Мотал ағайыңдыңмы?

-- Ғәжәпкә күрә, эйе.

-- Уның мыйығы юҡ бит?

-- Ә шулай ҙа тап-таныш: Булаттимер олатайҙың кәртишкәһен беләһең бит – шул мыйыҡ.

-- Булмаҫ.

-- Күргәнемде әйтәм.

-- Иреме икән?

-- Уныһы миңә ҡараңғы, әммә күпкә йәшерәк ине. Шайтан ҡотҡоһона түҙә алманым: ғәфү үтенгән булып, ҡатынҡайға башҡортсалап өндәштем — беҙҙең яҡташтар түгелһегеҙме, йәнәһе. Текләп ҡараны ла, ишетмәгәнгә һалышып, мыйыҡлыһын дәррәү генә етәкләп китеп барҙы, шуның менән эҙҙәре һеперелде. Ләкин иманым камил: яңылыш таныманым...

-- Был хаҡта ағайың беләме?

-- Юҡ. Белдертергә лә йыйынмайым. Ағайым кеүек йомоҡ йәндәр ҡайсаҡ асылһалар ҙа, һуңынан үкенәләр. Асыҡ күңел тәҙрәләренән дөргәнде яратмайҙар.

-- Дөрөҫ. Быны белгәндән белмәгәне хәйерле.

-- Шулай ҙа баш ҡата әле. Әллә һөйләйем дә бирәйемме икән?..

Их был йәштәр, улар өсөн осраҡлы тойолган Ниагара шарлауығының һәм уны ҡултыҡлап илткән сөм-ҡара сысҡанмыйыҡлы егеттең Мотал Шаһибәрәков өсөн һис осраҡлы түгеллеген һәм шуны белер өсөн генә лә ул йөрәген киҫеп бирергә әҙерлеген саҡ ҡына тойһаларсы! Теүәл бер тәүлек һуңғараҡ урамда «Алтын» магазины алдында Мотал Шаһибәрәковты көткән ауыр осрашыуҙы фажиғәнән ҡыуанысҡа әйләндертергә шул бер ауыҙ һүҙ генә етмәй ҡалды...

Туҡталышта торалар.

-- Әйҙә, киттек минең менән, Мухина. Ағай алдында ҡыҙарыныу бер үҙемә генә ҡыйын.

-- Ғәфү ит, ҡайһы бер юғары ойошмаларға керәһем бар. Ерәнсә-сәсән мәсьәләһе... Минең салон (солан) ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын онотманыңмы?

-- Бөтә юлдар ҙа Римға илтә, тигәндәй... — Лыҡама тулы троллейбусҡа ҡыҙҙы саҡ этәреп кереткәйне, танауы төбөндә ишек ҡумпылдап ябылды. — Уңыш теләйем, Мухина! —тип ҡул болғап ҡалырға өлгөрҙө.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет