Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет5/26
Дата19.06.2016
өлшемі4.1 Mb.
#147923
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26

«Яҙғы көндөң яҙығы — серек ситән ҡаҙығы», — тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. Әле генә ҡойған ямғыр, ҡапыл ҡеүәте ҡайтып, шиңеп, энә күҙәүендәй генә ара-тирә сыптырланы. Уны ла ел ҡанаттары төшкән берен елпеп алып ырғытты.

-- Бородино ҡырына тәүге тапкыр тәпәй баҫаһығыҙмы? — тине, йылмайып, йоҡоһонан уянған, егетебеҙҙе инде үҙ итеп өлгөргән ортҡа, автобус барып туҡтау менән үк йәштәрсә ғәжәп етеҙлек күрһәтеп, төшөү яйын йәһәтләп.

-- Мин бында булғаным бар.

-- Ҡайһы яҡтан — Ҡырғыҙстанданмы?

-- Юҡ, Мәскәүҙән.

-- Ғәфү итегеҙ, милләтегеҙ ҡырғыҙмы әллә, тип һорауым. Минең бик яратҡан ҡырғыҙ ҡоҙам бар.

-- Юҡ, башҡорт.

-- 0, башҡорт! — Ҡортҡаның ҡара мыйыҡсалары һелкенде, күҙҙәрендә ихласлыҡ сағылды. Ҡом һибелгән берләм юлдан ағылыусылар боролоп ҡараны.

-- Салауат Юлаев, — тип ҡуйҙы берәү. — Кинйә Арыҫланов.

-- Һәм Ҡаһым түрә, — тип өҫтәмәһенме ҡортҡа! Был юлы Басир ғәжәпләнде:

-- Ә Ҡаһым түрәне ҡайҙан беләһегеҙ? — (Тура һүҙгә хөкөм юҡ: йәш рәссамыбыҙ үҙе лә Ҡаһым түрә исемле ниндәйҙер тарихи шәхестең булғанлығын, уның хаҡында Баязит Бикбай тигән шағир сәхнә әҫәре яҙғанлығын ҡайҙандыр ишетепме, уҡыпмы, яҙа-йоҙа ғына хәтерләй ине, ә ул түрәнең асылда кем икәнлеген, нимә эшләгәнен аныҡ ҡына белмәй ине.)

Ҡортҡа, йылмайып, шаяртма мине, егет, тигәндәй, шелтәле бармаҡ янаны:

—Ҡаһым түрәнеме? Нисек инде белмәҫкә? Ул бит ошо Бородино ҡырында һуғышҡан герой.

Бына һеҙгә кәрәкһә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ!..

Башҡалар ҙа, дәррәү элеп алып, ҡортҡаға ҡушылдылар, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында зерә лә сая ҡатнашыуы тураһында бихәбәр түгеллектәрен белдерҙеләр.

-- Моғайын, шул хаҡта картина яҙырға китеп бараһығыҙҙыр әле, — тине ҡортҡа. Быныһын да көтмәгән рәссам, ни әйтергә лә белмәй, «Э-э, эһеммм...» кеүегерәк мәғәнәһеҙ ауаз сығарып сикләнде.

-- Әәә, аңлашыла: ижади сер! — Ҡарсыға танауы тирәһендә йыйырсыктар һибелдереп, ихлас йылмайҙы теге. Ә шаңҡыбыраҡ ҡалған Басир, ҡан тамырҙары һулҡ-һулҡ тибеп, ғүмерендә тәүге тапҡыр Бородино ҡырына ла йөрәге тартыуын тойҙо, мольбертында шуны илгә аңлатырлыҡ буяуҙары етерлек түгеллеге хаҡында бошоноп уйланы...

Арҡыры-буйын мең тапҡыр аҙымлап уҙһаң да, аҙ булыр һымаҡ төйәк: нисәмә тапҡыр ил яҙмышын хәл иткән, изге Мәскәү юлын төрлө быуаттарҙа төрлө яуыз илбаҫарҙарҙан йәнтәслим ҡурсалаған сал Бородино ҡыры. Дары үртендә мәңгелек ҡаһарман булып гөлтләп янғандарҙың тере һулышы бында. Ике дата — 1812 һәм 1942. Йкеһе лә ярылып ҡалған ергә...

Ҡалҡыулыҡ һайын суҡайып-сурайған һәйкәлташтар араһында — илдең төрлө мөйөштәренән, хатта сит илдәрҙән ағылыусы төрлө илгиҙәрҙәр. Оҙатыусы һөйләгәндәрен ауыҙ асып, шаҡ ҡатып тыңлай берәүҙәре, икенселәре, фотоаппаратын, кинокамераларын, йәки, Басир Дәүләтбаев һымаҡ, мольберттарын йөкмәп, үҙ алдарына уйға сумып ҡыҙыра. Аҡ ҡайын төҫлө ап-аҡ йоҡа плащ кейгән (ғөмүмән, был яҡтың ҡыҙҙары, аҡ ҡайындар кеүек, аҡ төҫ яраталар икән), ҡылғандай аҡ сәстәре елгә уйнаҡлаған һомғол буйлы бер һылыуҙы шаулы сит ил тоҡомдары һырыған. Басирҙың йөрәге жыуланы: Аҡһылыу... Ләкин ул башҡа бер һылыуҡай булып сыҡты, Басир теләгән Аҡһылыу күренмәне...

-- Ни ғәләм был? — тип ҡыҙыҡһынды кемдер, үҙ-ара лауылдашҡан тилбер төркөм уҙып барғанда.

-- Француздар бит.

-- Әйтәм, ике сыуаш — бер урам, тигәндәй, үҙҙәре бер баҙар. Әллә ата-бабаларына һәйкәл ҡуя килгәндәрме ошонда? — Һораусы көлөп ҡуйҙы.

-- Ул күптән ҡуйылған инде, — тине икенсеһе, бер ҙур бронза монументты төртөп күрһәтеп. — Батша ғәли йәнәптәре заманында уҡ. Күрмәйһеңме ни, үҙҙәренең бабаларының иҫтәлегенә бағалар. Ҡасандыр батша хөкүмәте менән килешеп, француздар үҙҙәре төҙөгән. Ошо ҡупшы туристарҙың ҡанбабалары була инде.

-- Ә былары, тоҡомдары, нимә тип лыбырлай икән?

-- Ии тиһен, «тыныслыҡ», «дуҫлыҡ» тиҙәр. Ана теге аҡ ҡайын төҫлө яҫанып алған тәржемәсе ҡыҙҙы шаяртып маташалар. «Беҙҙең бабалар алйот булған: һеҙҙең һымаҡ һылыу Рәсәй аҡ ҡайынының йөрәген егетлек менән яулау урынына, Наполеонға эйәреп, ҡылыс айҡап килгәндәр. Ә беҙҙең Наполеоныбыҙ ҙа юҡ, ҡылысыбыҙ ҙа ҡында, уның ҡарауы уңышҡа ирешеү мөмкинлеге йөҙ тапҡыр артығыраҡ, шулай бит?» — тиҙәр.

-- Ә беҙҙең ҡыҙ нимә тигән була һуң?

-- Ул да төшөп ҡала торғандарҙан түгел. «Яулап ҡарағыҙ, ни булһа ла киләсәк күрһәтер әле!» — тип кенә йомдорҙо ауыҙҙарын.

Ялан буйлап гиҙгән фотоаппараттарҙы, кинокамераларҙы, уның үҙенеке һымаҡ мольберттарҙы күреүҙән, ҡапыл, Басирҙың күңеле һүрелде лә ауыр көрһөндө. Унарлаған атаҡлы һәм атаҡһыҙ бумаласылар яуы тарафынан арҡырыһы-буйы иңләнеп, саң остоғон да ҡалдырмай һүрәтләнгән, репродукциялары төрлө баҫмаларҙа, почта открыткаларында миллионлаған даналарҙа ил буйынса таралған, хатта ергә йәбешеп үҫкән һәр үлән, туҙан бөртөгөнә ҡәҙәр, әйтерһен, уның өлөшөнә ҡалдырылмай, ҡомһоҙ һоҫоп алынып бөткән кеүек. Их, күңелкәйҙе йыуатырға кисәге серле Аҡһылыуы ла килмәгәнсе, исмаһам!..

Боронғо монастырь комплексының ҡыҙыл кирбес диуарҙары эргәһендә туҡталып, шулай көйәләнде йәш рәссам. Әммә изге ерҙең сере-тылсымы — бөтмәҫ-төкәнмәҫ, тиҙәр бит: егетебеҙ иғтибарын, һис уйламағанда, үҙенә ҡырҡ тапҡыр таныш нәмә тартты ла ҡуйҙы: көнбайышҡа, дошмандарҙың ябырылыу яғына, тоҫҡалған хәрби нығытма — «Раевский флештары». Анығыраҡ әйткәндә, ҡоролманың үҙе лә түгел әле, ә уның текә сирәм һыртын уттай ялмап алған әрһеҙ ялан сәскәләре. Йәшел келәм өҫтөнә ҡан йәйелгән, йәки ялҡын теле һуҙылған, тиерһең... Әҫәрләнеп, еүеш үлән ярып китеп бара ине, шул боронғо хәрби нығытмаға йәнәш кенә һәм шуның һымаҡ уҡ бер тарафҡа — көнбайышҡа төбәлгән, теүәл йөҙ ҙә егерме туғыҙ йәшкә кесерәк булған икенсе ҡоролмаға — ДОТ-ҡа тарып тертләне. Бетон амбразуралар, һаман да баҙыҡ килеш, ҡара шаҡмаҡ күҙҙәрен көсөргәнешле ҡыҫып, Наполеон һәм Гитлер һалдаттары «ерегеп» ауған тарихи ялан яғына текләгән. Улар, әйтерһең, был донъянан киткән ата-бабаларҙың төпһөҙ йыһанға төбәлеп баҡҡан уйпат күҙҙәре ине: «Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлайһығыҙмы?..» Бында ла, флештарҙағылай, әрһеҙ ҡыҙыл сәскәләрҙән амбразура тирәләре ҡан төҫлө... Ер-әсәнең яраһынан сәптереп, һабаҡ һайын бөрсөк-бөрсөк мөлдөрәп ҡалған тиерһең... Натураны тиҙерәк элеп алыр өсөн ашҡынып, рәссам ике ҡалҡыулыҡты бер планға һыйҙырырҙай йәтеш ракурс һайланы, мольбертты көйләп ҡуйҙы, ҡайҙандыр, серле эфирҙанмы, ағылған сихри-сәйер хискә иҫереп-тилереп, бына-бына киндергә тамасаҡ алһыу-ҡыҙыл сәскәләрҙе күҙ ҡырыйы арауыҡта — ер менән күк араһында теҫмөрләп тотҡан килеш, хозурлыҡтан керпектәрен йомолдороп, бармаҡ остары менән генә тойомлап, буяуҙарҙы ҡабалан һығып иҙҙе, һулышына ут ҡабып, йыш-йыш тын алып, офоҡ ситен сағыулаған, күҙҙе сағылдырған баяғы нескә алтын ҡыл юлды, бумапаһы осонда ғына зыңҡылдата кирелдереп килтереп, һис ни тоймай ойоп торған киндергә тоташтырҙы... Тамаҡ төбө ҡызырыҡлап кипкәс кенә, был донъяла үҙенең дә һис бер ниндәй алла түгел, натура икәнен тойҙо. Эйе, ысынлап та ул — ул икән һәм үлтереп эскеһе килә икән. Был хәл, әлбиттә, полотно әҙер, Толя дуҫы әйтмешләй, эш — эшләпәлә икәндең билдәһе ине. Палитра менән бумаланы урынына атып-бәреп, ҡатҡан быуындарып хозур һуҙылдырҙы, ҡуш кулып күккә ырғытып, тәнен ләзҙәтле тартыштырып кирелде. Тап шул хозур минутта, көтмәгәндә, һул яғынан таныш ҡортҡаның һыуыҡ тейгәндәгеләй ғырылдабыраҡ сыҡҡан тауышы һиҫкәндерҙе:

-- 0, Ҡаһым түрә, ғәфү итегеҙ, баянан биреле өндәшергә баҙнат итмәй, ситтән генә тамаша ҡылып торамын: бик мауығып яҙҙығыҙ. Мөмкинме инде яҡыныраҡ килергә?

-- Әлбиттә, әлбиттә, рәхим итегеҙ.

Ҡортҡа редикулен асты, маникюрлы оҙон бармаҡтарын төпкә йүрмәләтеп, алтын билле сигарет алып ҡапты, яҡындағы ҡыҙыл кирбес монастырь яғына күҙ һалып, ашыҡмай ғына ыңғайланы.

-- Күрәм: һеҙҙе лә был замананың сиркәү сире ситләтеп үтмәгән, ахырыһы – монастырға яҡыныраҡ төпләнгәнһегеҙ. Аптырарһың: хәҙерге йәштәр шуның менән ауырый...

-- Һеҙҙең мөхтәрәм оло быуындан йоға түгелме ул сир?

Әммә ҡортҡа үҙ фекерен дауамланы:

-- Боронғо поп, монахтар кеүек яурынғаса ял еткергән комсомол йәшендәге рәссамдар, төпкөл ауылдарға барып, өйҙән-өйгә теләнселәнеп йөрөп иҫке тәреләрҙе йыялар, татлы күҙ йәштәрен ағыҙып, ҡыйшайып ауырға ултырған сиркәү манараларын һүрәтләйҙәр. Был шөғөлдәр, үҙҙәренә ҡалһа, туған халыҡ менән ҡуша тын алыу, уның изге тарихына ерегеү тип һанала, буғай. Ә үҙҙәренән: «Ул туған халҡыңдың иркенләп тын алыуы үҙе ҡасан ғына башланды һуң?» — тип һораһаң, «ыҡ-мыҡ» итәләр. Юҡ, яңы быуын тулыһынса аңлап та, ҡәҙерләп тә еткермәй әле Бөйөк Октябрҙең сихәтле өмештәрен!.. Ә бына минең ейәнем, беренсе класлы совет консерваторияһын тамамлап сыҡҡан шалопай, тас үҙенең һүҙҙәре менән әйткәндә, сиркәү ҡыңғырауҙарының баҡыр сыңынан ғына туҡылған симфония яҙырға ниәтләнә... Мөмкинме, мәшһүр?

-- Рәхим итегеҙ.

Ҡортҡа сигаретын тоҡандырҙы, һауаға тап үҙенең туҙғыу күкшелт сәс көлтәһе төҫлө шыйыҡ төтөн елберләтеп, мәғрүр ҡарсыға танауы менән ымланы:

-- Сиркәү — сиркәү инде, иҫ китерлек нәмәһе юҡ. Тарих шаһиты ғына тимәгәндә... Беләһегеҙҙер: был монастырҙы, иренең рухына бағышлап, генерал Тучковтың тол ҡатыны тап ул һәләк булған ошо ҡанлы ергә һалдыртҡан, ә үҙе шунда монашкалар башлығы -- игуменья булып торған. Ана теге мавзолей — Тучковтарҙың ғаилә зыяраты ул. Һеҙҙе лә бында, бәлки, ошо романтикалы мөхәббәт тарихы тартҡандыр, ә, егетем?

-- Һеҙ әйткән был романтика миңә яңылыҡ түгел -- сәйәхәтнамәләрҙән үк билдәле бит.

-- Сәйәхәтнамәләр өсөн бындай мәғлүмәт — күмәскә һалған йөҙөм емеше инде, изюминка!.. Артығыҙға әйләнеп бағығыҙсы: монарланып ята Бородино ҡыры. Әйтәйек, Рәсәйҙәге шунда тол ҡалдырылған ҡатындарҙың һәр береһе килеп сиркәү йә мәсет һала алһа, беләһегеҙме, күпме манара ҡалҡыр ине был яланда?..

-- Ул тиклем тәрән фәлсәфәнән хоҙайым аралаһын, — тине, әңгәмәнең партия сикләгән сәйәси яғынан шыртлап, шулай ҙа ҡортҡа телмәренән арбалып та тетрәнеп.

-- Фәлсәфә түгел — тормош был. 0, браво, браво, мәшһүр! — Полотноға ымланы. — Рөхсәтме йәнә күҙ ҡырыйын ғына йүгертеп алырға?

-- Ихтыярығыҙҙа.

Ҡортҡа, оҙон бармаҡтары араһында алтын билле сигарет ҡыҫып тотҡан килеш, берсә, рәсемгә, берсә, рәссамға текләне лә баш сайҡаны:

-- Көтмәгәйнем, көтмәгәйнем. Ихлас: быны мин һеҙҙән көтмәгәйнем.

-- Нимә көткәйнегеҙ?

-- Ул ауыр сир нисек һеҙгә йоҡманы? Картинағыҙҙың фонында ул торорға тейеш ине... Минең ейәнем...

-- Эйе, һеҙҙең ейәнегеҙ. Ләкин минең олатайым, беләһегеҙ килһә, ейәндәре тыумаҫ борон уҡ көллө тутыҡҡан тәреләрҙе һуғып ватҡан, айлы манараларҙы ауҙарып ташлаған. Үкенескә күрә, тип әйтәйемме...

Ҡортҡа күкшелт төтөн төҫлө сәстәре аҫтынан тоноҡ күҙҙәрен тултырып ҡарап торҙо ла, ике бармаҡ араһындағы сигаретын онотоп, ҡул сәпәкәйләне:

-- Браво, мәшһүрем, браво! — Китергә ыңғайланы. — Моғайын, һеҙ хаҡлылыр, моғайып, һеҙ хаҡлылыр... — Ләкин һуҡмаҡҡа төшмәҫе борон ҡырт-боролдо, кире килде. -- Был ҡан тамсылары мине тулҡынландырҙы, — тине, сигаретлы ҡулын киндергә төртөп. — Ғәжәп: һеҙҙең мольберттан ғына иғтибар иттем: Бородино ҡырындағы был талымһыҙ ал сәскәләр тере ҡан тамсылары төҫлө икән дә!.. — Ҡортҡа һауаға тағы ла бер күкшелт төтөн йомарлағы ебәреп, мавзолей яғына ымланы. — Геройҙарса һуғышҡан, һуңғы сиккәсә сикмәйенсә һуғышҡан, аҙаҡҡаса шунда алышып йән биргән. Геперал Тучковты әйтәм. Рәсәй өсөн бына нисек тора белгән икән был синфи дошман-алпауыт, тиһегезме?.. Уныһы шулай, әлбиттә... Күргәнһегеҙҙер, Милеевкаға электричкала килгәндә, Тучково станцияһын? Шул Тучковтың ата-бабанан, нәҫел-нәсәптән килгән ере, биләмәләре бит ул. Генерал үҙ имениеһының тулы мәғәнәһендәге ҡапҡа төбөндә һуғышып үлгән... дошмандарҙы керетмәҫкә... — Ҡортҡа күҙ ҡарашы менән һиҙҙертмәй генә һынаны.— Ә һеҙҙең ата-бабаларығыҙ, тим, бында нимә ҡурсалап һуғышты икән, ә башҡорт балаһы?

-- Бородино — барыбыҙҙың да ҡапҡа төбө. — Басир сәйәхәтнамәләге ҡанатлы һүҙҙәрҙе ҡабатланы. — Ошонда күмелеп ятып ҡалған меңәрләгән рус һалдаттары нимә өсөн һуғышһа, минең ата-бабаларым да шуның өсөн йән биргән.

-- Ғөмүми йыр, тигән кеүек, дөйөм патриотизм, тимәксеһегеҙ инде?

-- Шулай ҙа булһын, ти.

-- Әммә ул дөйөм патриотизмды һеҙҙең ата-бабалар — ә Россия армияһына һалдат биреү улар өсөн һис тә мәжбүри булмаған — бында килеп баштарын утка тыҡмай, үҙҙәренең ырыҫлы алыҫ Уралында аҡ тирмәләрендә ҡалып, Рәсәй өсөн дөйөм ҡаҙанға һуғыш иғәнәһе һалып ҡына ла күрһәтә алырҙар ине бит һуң? Мәҫәлән, Рәсәй дәүләтен француздарҙан һаҡлау хаҡына өй башынан фәләнсә һум көмөш, фәләнсә баш ат, фәләнсә һыйыр, фәләнсә батман бал, фәләнсә һыуһар тиреһе... Һәм улар йыйнап биргәндәр ҙә. Ләкин башҡорттар, беҙҙән был ғына етмәй әле, тип иҫәпләгәндәр булып сыға...

-- Эйе, шулай булып сығалыр, күрәһегеҙ.

-- Маладис, маҡтанырға яратмайһығыҙ икән, башҡорт балаһы. Ә был тәңгәлдә һеҙгә маҡтанып алғанда ла һис яҙыҡ булмаҫ ине. Сөнки тарихи мәғлүмәттәр...

-- Ғәфү итегеҙ, һеҙ ул мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алдығыҙ?

Ҡортҡа, муйыл күҙҙәрен йәштәрсә йылтыратып, азаматҡа ҡыҙыҡһынып төбәлде:

—Тишек кәмәгә ултыртмаймы икән мине был ҡарт шайтанка, тиһегеҙме? Тыныс булығыҙ: сигарет һурған кеүек бармаҡ осомдан һурып сығарманым. Һөнәрем буйынса мин — тарих уҡытыусыһы. Заманында диссертация ла яҡлағайным — «1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Россия халыҡтарының патриотизмы» тигән темаға. Һеҙҙең башҡорт хәлдәрен дә һуҡаларға тура килде, әлбиттә. Аңлашылдымы инде хәҙер? Илһөйәрлек Рәсәй тарихына мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙылған, бының менән бөгөн бөтөн совет халҡы ғорурлана ала. Ватан яҙмышы ҡыл осонда торғанда, француздарға ҡаршы үҙ теләге менән утыҙлап кавалерия полкы төҙөп оҙатҡан башҡорт халҡы кеүек ниндәй халыҡ бар?! Башҡорт яугире рус һалдаты менән иңгә-иң терәп дошманды ҡырған, күптәре ятып ҡалған ошо Бородино ҡырында... батша Рәсәйе ваҡ халыҡтарҙың тере бауырын суҡып иҙгән заманда ла. Диндәр менән диндәр, манаралар менән манаралар бысаҡҡа бысаҡ килеп алышҡан заманда ла... Ниндәй сихри көс уларҙы — һинең ата-бабаларҙы — үҙ аҡсаһына үҙенең ғәскәрен төҙөп, ат өҫтөндә меңәрләгән саҡрымдар үтеп, рус һалдаттары менән ҡуша Мәскәү янында изге Рәсәй-әсәй хаҡына ғәзиз баштарын һалырға, һәм шунан һуң Парижғаса һуғышып барып етергә ҡанатландырҙы икән, ә?..

-- Дөрөҫөн генә әйткәндә, был хаҡта мин уйлап еткермәгәнмен, — тине Басир, үҙенең «тәрән фәлсәфә»гә кермәүенән тәүге тапҡыр оялып. Ә бит быны уға мәктәптең башланғыс кластарынан — Лермонтовтың «Бородино» шиғырын ятлатҡанда уҡ хәстәрлекләп, әсә һөтө һымаҡ итеп «имеҙергә» тейештәр ине! Уҡытыу тормош менән тығыҙ бәйләнмәгән — мәшһүр шиғыр бына ни өсөн күңеленән елләгән. Тарих тигән фәнде өнәп еткермәүе лә шунан киләлер әле... Күрәһегеҙ, ошоно һиҙенеп буғай, хәүефле баш сайҡап тора ҡарсыға моронло ҡортҡа:

-- Ә йәл. Уйлап ҡарағыҙ, уйлап ҡарағыҙ, егетем. Минең ейәнем дә әле күп нәмәләр хаҡында уйлап еткермәй... ә донъя бит һеҙҙең ҡулдарға ҡала... — Тәмәкеһен хозур ғына көйрәтеп, мольберттағы киндергә йәнә һәүетемсә текләне. — Һынлы сәнғәт донъяһында йыраҡ китә алмаған мин бахырҙы ғәфү итә күрегеҙ, эскерһеҙ һорау: был ҡан тамсылары менән ни әйтергә теләнегеҙ?

Бына һеҙгә кәрәкһә, кемдер әйтмешләй, бер һармаҡ — ауыртмаған башҡа тимер таяҡ: ысынлап та, үҙе эшләгән институтта имтихан алған профессоры һымаҡ ныҡыша түгелме был әбекәй? Усына мөсһөҙ шпаргалка йомарлап бөршәйеп торғандай хис итте үҙен егетебеҙ:

-- Һе, бына һорау! Ни әйтергә теләгәнемде киндерҙән күрмәйһегеҙме ни?

-- Күрмәйем шул, мәшһүрем, күрмәйем. Әллә күҙҙәрем насарланған инде: һис кенә лә күрмәйем шул. Бында бөтәһе лә яҡшы, ләкин нимәһелер етешмәй һымаҡ. Арҡауы бар ҙа буйлығы юҡ, тигәндәй... Борон киндер һуҡҡан халыҡта шундай һүҙ йөрөй торғайны...

Бына һеҙгә тамаша — һары майҙан теш ҡамаша... Ниңә уларҙың мөхтәрәм профессорының һүҙҙәрен теп-теүәл әүмәләй әле был? Әллә ҡартластың берәй ҡәрендәш-маҙарымы юғиһә?..

-- Кисерегеҙ, инде аҙаҡҡы һорау: исем-фамилияғыҙҙы белеп китергә мөмкинме?

-- Дәүләтбаев Басир тип йөрөтәләр мине.

-- Һеммм. Дәүләтбаев, тиһеғеҙ инде. Бородино ҡырында һуғышҡандан һуң наградланған башҡорттар исемлеге теркәлгән иҫке фолианттарҙа йыш осрай был фамилия. Моғайын, һеҙҙең бабалыр әле. Аҡһаҡалдарығыҙ әйтмешләй, ете быуын шәжәрәгеҙҙе беләһегеҙме икән?

-- Бәй, атайым бахыр әйтмешләй, ни бысағыма кәрәк ул?

-- Бына һеҙгә «Геродот еҫе аңҡыған башҡорт»13... Атайығыҙ иҫәнме?

-- Бөйөк Ватан һуғышында алған ҡаты яраһынан вафат булды.

-- Ҡайһы тирәлә һуғышҡан?

-- Мәскәү янында, ти торғайны.

-- Бәй, ул да ошо Бородино ҡырында ҡан ҡойғандыр әле. Алыҫ бабағыҙ һымаҡ уҡ. Һеҙгә, мәшһүрем, иң кәмендә ана шул бабағыҙға тиклем шәжәрәгеҙҙе юллап белергә, күңел донъяғыҙҙң бушлығын бөтөрөргә — һис юғында ике Ватан һуғышы араһын тоташтырырға ине... Беләһегеҙме, тарих төпкөлдәренә кереү ҡайһылай ҙа татлы ул! Ижадығыҙға өр-яңы һулыш өрөләсәк! Әгәр ҙә теләһәгеҙ, ошо тирәнең тарихы менән шөғөлләнгән герой яҡташығыҙ менән таныштырам.

-- Кем ул?

-- Яҙып алығыҙ: Сергей Абросимович Батулин, фронтовик-яҙыусы. Әҫәрҙәрен уҡырға тура килмәнеме? Мәскәү ҡалаһында тора, бына телефон номеры...

-- Рәхмәт.

-- Әйткәндәй, Бородино музейында бер нәмәгә иғтибар иттегеҙме?

-- Нимәгә?

-- Әйтәйек, ниңә унда башҡорттар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирелмәй?

-- Эһем... ул хаҡта уйлап ҡарағаным юҡ.

-- Уйлағыҙ, егет кеше, уйлағыҙ... -- Ошоғаса ата-бабалар ғәмен йөкмәп күнекмәгән рәссам күңелен болоҡһотоп, сигаретының зәңгәр төтөнө артында әкиәти күренештәй юғалды...

Бына хәҙер самолеттан төшкәндә лә тарихтан арына алмай, егетебеҙҙең башы уғата зыңҡыны: ниңә был фән, ҡайҙа барһаң, аяҡ-ҡулға урала?!. Басир тарих дәрестәрен бәләкәйҙән өнәмәне: кенәздәрҙең дә батшаларҙың ҡасан тыуып ҡасан үлеү, ҡасан ҡайҙа ҡайһы илде баҫып алыу йәки үҙе еңелеп ҡасыу даталарын ятлай алмай аҙапланды, шул арҡала бәләләргә тарыны. Ах был ата-бабалар! Улар килгән дә киткән, ә һин бында баш ват һәммәһен уйлап. Өҫтәүенә, китапҡа ингән «тарихи» бәндә һандары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа икән: күҙ йомоп Ер шары глобусының ҡайһы тошона төртмә — мотлаҡ тарихи урын, ҡасандыр шунда ҡайһылыр дата мөһөрләнеп йәшеренгән, ә һин шуны баш ватып табырга тейеш... Вузға кереп ҡотолдом ғына тигәндә, хәтәрерәк тотолдо: һин инде хәҙер ябай уҡыусы түгел — бөтә кешелек донъяһының тарихын фән, дин, сәнғәттәре аша ла тәрәндән көрмәп алырға тейеш. Ах был ен һуҡҡандарҙы, һис юғында диплом эше осоронда тын алырға бирмәйҙәр, хатта тыуған төйәккә ҡайтҡанда ла... Атай бахыр әйтмешләй, ҡайҙа бара был донъя: атлаған һайын яр аҫтынан яу сыға — тарих ғәли йәнәптәре ҡубарылырға тора...

Теге саҡта Бородино ҡырындағы ҡортҡаның һүҙен тыңлап, матур еңгәһе күстәнәс итеп һалып ебәргән бер ҡоторсоҡ14 башҡорт балын тотоп барып инде ул Абросимовичҡа — Мәскәүҙең яңы райондарының береһендәге мөһәбәт бейек йортҡа. Бородино ҡырынан уҡ йәненә инеп оялаған тынғыһыҙ көс тартып килтерҙе бында, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының береһе — Балтикала үлемһеҙ дан ҡаҙанған «Б-13-Б» һыу аҫты кәмәһенең элекке сая командиры, хәҙерен иһә «йөҙ процентлы инвалид», әммә рухы һәм рухи донъяһының баҙыҡлығы, көндәлек эш мәнфәғәттәренең киң ҡоласлы һәм ҡеүәле булыуы менән урта бармаҡтай егеттәреңә тиңләшерлек яҙыусы-маринист яҡташы Сергей Абросимович Батулин янына. Бик ҡатмарлы яҙмышлы йән икән ул. Ғүмерлек тормош юлдашы менән хәрби курсант ваҡытында һуғыш башланыр йылда ғына танышып, ҡауыша алмаһалар ҙа, илаһи рус һылыуы уны һуғыш буйына көткән, йөрәгендә һаҡлаған. Тәрән тылдағы хәрби госпитальдәрҙең береһендә, ниһәйәт, эҙләп табып, миһырбанлы йөрәге ҡушыуынса, йәне-тәне йәнселеп имгәнгән Батулинды өйөнә алып ҡайтҡан. Сергей исемле улдары тыуған тиҙҙән. Үҫтереп еткереп, килен алабыҙ — бәхетле туйын күрәбеҙ тигәндә генә, иң-иң ауыр ҡайғыһына тарыған яҡташыбыҙ — ғәзиз тормош юлдашы үлеп киткән... Бына хәҙер ошо тыныс, яҙҙарын миләш, муйыл сәскәләре аңҡышына күмелгән яҡты микрорайонда улы менән килене ҡулында ғүмер кисермеш икән. Йәштәр икеһе лә ғалим — дәүләт архивында эшләй, фронтовик-яҙыусыны ҡыҙыҡһындырған тарихи документтарҙы эҙләп табырға, әҫәрҙәрен донъяға сығарышырға ныҡ ярҙамлашалар. Басир һымаҡ яҡташтары, тупһаларын шымартып, йәйен-ҡышын һуғылыр, күстәнәскә әсе ҡорот, балан ҡағы, шифалы мәтрүшкә йәки Урал-атайсалдың сәскә еҫтәрен аңҡытҡан сихәтле ҡымыҙ, атаҡлы башҡорт балын килтерә имеш. Тыуған ерҙең хәл-әхүәлен бәйнә-бәйнә һорашҡас, йор күңеле менән хайран ҡалдырып, ҡаһарман зат тыуған яғының тәрән тарихына бермә-бер керер, бығаса ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләп һушты алыр, шул хаҡтағы нәүбәттәге хеҙмәте менән таныштырыр, серҙәшенең дә ни эш ҡырыуын һорашып, уны тәрән тарихты өйрәнмәүҙә, халыҡ ижады ынйыларын, ҡәҙерен белмәй, алмас таштарын аяҡ аҫтына түшәгән ҡырағай ҡәүемдәрҙәй, өҫтөндә тапап йөрөүҙә, әҙәбиәттәге «заман темаһы» тигән йөрөмтәл төшөнсәне лә ҡайһы бер әҙиптәр, тамыры һәм ябалдашы мөнтәп ташланған ағас кеүек, өй буралыҡ бүрәнә генә рәүешле итеп ҡарауҙа, ғөмүмән, мейене мүк ҡаплауында һәм «баҫыуҙы һай һерөүҙә» ғәйепләп ташлар, шул ыңғайҙа яҡташына тарихта соҡсоноп баш ватырлыҡ бер нисә темаһын йөкмәтеп тә өлгөрөр имеш. Был юлы ла шулай булды, ҡарт һалдаттың һеңдереп теҙгән телмәре Басирға, әйтерһең, Ағиҙел яры башындағы тыуған ерҙең олпат йүкә, имәндәре араһынан йәнгә яҡын шыбырлап ишетелде:

Беҙ тарихты, алыҫ дәүерҙәрҙә йәшәгән халыҡтарҙы, шахмат таҡтаһындағы сатраштарҙай,— төп-төҙ дүрткел шаҡмаҡтарға айырым-айырым урынлаштырылған фигураларҙай күреп, «уйын» ҡороп фекерләргә күнеккәнбеҙ, — тине ул. — Ләкин тарих — һис тә шахмат таҡтаһы, халъгктар — шахмат фигуралары, ваҡиғалар шахмат уйыны түгел. Халыҡтарҙы халыҡтарҙан геометрик теүәллек менән айырыусы шаҡмаҡтар ҙа аңыбыҙҙа ни бары беҙҙең наҙанлыҡ, зәғиф зиһен арҡаһында ҡоролған. Юҡ, бер ниндәй ҙә шаҡмаҡтарға һыймай кешелек донъяһы! Пушкалар һәм дәүләт сиктәре айырған сүрәттә лә, кешелек ул ғүмер-ғүмергә үҙен бер бөтөн тойоусы илаһи көскә эйә, шуның менән ҡеүәтле. Шул арҡала кешелек тамыры ҡоромаған, ерҙе-күкте көл итерҙәй утлы афәттәр сағында ла халыҡ менән халыҡ ҡулын дуҫлыҡ хисе тоташтырған. Беҙгә ана шул тоташыу көсөнөң сығанаҡтарын асыҡларға, уны юғалтмай һаҡларға һәм арттырырға — килер быуындарға илтеп еткерергә кәрәк, ҡустым. Ватаныбыҙ халыҡтарының борон-борондан дауам иткән берәгәйлеген киләсәккә аманат итеп ҡалдырыу — беҙҙең иң изге бурыс...

-- Бурысын – бурыс та бит, һис үтәлмәй шул әле.

-- Үтәлер, үтәрбеҙ! Шуның хаҡына һуғыштыҡ, «За Родину, за Сталина!» тип үлемесле атакаларға барҙыҡ. Партиябыҙ...

-- Партиябыҙ тарих фәнен өнәп бармай бит әле... тап Сталин бабай ваҡытындағыса...

-- Сталин ҡыҫымы инде алып ташланды, күп нәмәләргә күҙ асылды.

-- Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа... – тине Басир, алтын билле сигарет тартҡан юлдашы-ҡортҡаны хәтерләп. – Бер күҙебеҙ асылһа ла, икенсеһен йомоҡ килеш тотабыҙ...

-- Ҡустым, вокруг да около һөйләмә улай. Мин торпеда атакаһына барғандай тура әйтеүселәрҙе яратам. Башҡортмо һин?

-- Башҡорт.

-- Улайһа, башҡортлоғоңдо таныт.

-- Бик танытыр инем дә, Сталин бабай күрһәтмәләре үҙ көсөндә ҡалған шул.

-- Мәҫәлән?

-- Мәҫәлән, башҡорттарҙың да ошо Мәскәү янындағы Бородино ҡырында Наполеонға ҡаршы тороуҙарын беләһегеҙ бит?

-- Белмәй ни.

-- Ләкин күп халыҡ белмәй һәм белмәҫ тә, сөнки Сталин бабайыбыҙ белдертеүҙе ныҡ тыйған. Хатта үҙем дә белмәйенсә, тип әйтерлек, йәшәнем.

-- Юҡты һөйләмә, ҡустым.

-- Барҙы һөйләйем, ағай. Бородино музейында булырға тура килдеме?

-- Юҡ шул, форсат теймәне... – Ветеран ҡултыҡ таяҡтарын туҡылдатты.

-- Һуңғы тапҡыр мин кисә генә барып ҡайттым...

-- Шунан?

-- Унда ҡуйылған экспонаттар араһында башҡорттоң, төҫө түгел, еҫе лә юҡ. Музей хеҙмәткәренән шуның сәбәбен һорағас, тайпылышһыҙ партия күрһәтмәһе буйынса эшләйбеҙ, тине.

-- Фәстерә, партиябыҙ бында ни при чем! – Ветеранға мәғлүмәт оҡшаманы. Сетерекле сәйәсәткә ҡул һелтәп, ҡәҙимге һүҙ айышын дауамланы. -- Бына һин, ҡустым, ата-бабам шәжәрәһе, тиһең, ҡасандырғы Дәүләтбаевтар тамыры менән ҡыҙыҡһынаһың. Изге хис һәм теләк был! Халыҡтың тамырын белеү ҙә шул үҙеңдең ғаилә тамырыңды юллап табыуҙан башлана. Ғаилә — дәүләттең тере күҙәнәге, державаның тотҡаһы, тип белмәйенсә әйтмәгәндәр. Бәй, шулай икән, тимәк, дәүләт, держава халыҡтарының шәжәрәһенән тыш һинең ғаиләң шәжәрәһе лә, тыуған халҡыңдың шәжәрәһе лә юҡ. Булғанда ла, теуәл түгел. Шуға күрә лә һин, ҡустым, үҙ ғаиләңдең шәжәрәһен Бородино ҡырына килеп тапһаң да аптырама. Киреһенсә, фәҡәт үҙ төбәгеңә, үҙ ауылыңа бикләнеп, суҡышы ебек себештәй, үҙ ҡабығың эсендә тонсоғоп ҡалыуҙан ҡурсалан – партиябыҙҙың күрһәтмәләре шундай бит. Әйтәйек, мәҫәлән, урыҫ менән башҡорт хан замандарҙан Уралда ғына түгел, ә хәҙерге Мәскәү, Киев, Рязань, Владимир өлкәләрендәге ерҙәрҙә лә тамырҙарын тоташтырып, уртаҡ һауаны һулап, бер һыуҙы эсеп, бер икмәкте ашап йәшәгәндәр икән, был хаҡта ошо көндәргәсә ер-һыу үҙе ҡысҡырып тора икән, ниңә беҙгә лә ошо турала ауыҙ тултырып һөйләмәҫкә лә яҙмаҫҡа? Ә һиңә, бынамын тигән йәш рәссамға, полотноларыңда шуны балҡытып сағылдырмаҫҡа?

-- Попробуй – иртәгә үк эҙеңде һеперерҙәр! – тигәйне лә Басир, үҙ телмәренә мауыҡҡан ҡартлас ҡолаҡтары ҡырынан үткәреп ебәрҙе.

-- Был хаҡта алыҫ бабаларҙың ер-һыуға «яҙылған» тарихы бар, мәҫәлән, Мәскәү, Рязань, Владимир өлкәләрендә...

-- Ул яҡтарҙың беҙгә ни ҡыҫылышы бар?

—Бына-бына, күренеп тора! — Басир ярһыу яҡташының ут ҡабынғандай дөрләп барыусан йөҙөн, күҙҙәре тирәһендә ҡояш нурҙарылай сыйылған йыйырсыҡтарын күҙәтеп тәьҫирләнде. -- Тыуған илдең ер-һыу атамалары йәш быуынды ҡыҙыҡһындырмай! Дөрөҫөрәге, һаман ҡыҙыҡһындырмай! Нисек итеп түҙеп йәшәмәк кәрәк, асыҡ ятҡан китапты уҡымайынса? Бигерәк тә, рәссам кешегә! Ер-һыу атамалары — бабаларҙың үҙҙәре хаҡында яҙып ҡалдырган мәңгелек ядкәре бит ул. Ташбулат биналар, бейек ҡоймалы ҡалалар, хатта дәүләттәр ҡомдай ишелеп ауған, барыһы саң-көлгә ҡалған, әммә ергә яҙылған китап ыуалмаған, янмаған, теп-теүәл килеш һаҡланған. Ҡайҙалыр алыҫҡа китмәй, күптәрҙе аймылыш ҡылған Мәскәү һәм Мәскәү яны өлкәләренең генә географияһын байҡайыҡ, тәғәйенерәк әйткәндә, ошондағы Ока йылғаһы бассейнына күҙ ҡырыйын һалайыҡ. «Ока» үҙе — Ағиҙелебеҙгә тамырҙаш» «аҡ» һүҙенән (һыу тигәнде аңлата)! Етмәһә, Уралда ла шул уҡ Ока (Оло Аҡа) йылғаһы бар. Ә уның (Мәскәү яны Окаһының) бассейнындағы ер-һыу атамаларын тикшерә китһәң, бөгөнгө Уралдағы байтаҡ йылға һәм күл, соҡор-саҡыр исемдәрен (әйтелештәре саҡ ҡына үҙгәртелгән) унда табырға була. Ғибрәт өсөн оҡшашлыҡтарҙың күҙгә бәрелеп торғандарын — иң эреләрен генә килтерәйек: бында, Мәскәү яны Ока буйҙарында, унарлаған Белая-Ағиҙелдәр, уға иптәшкә йәнә Уфа (Упа), Уфалей, Дим, Стәрле, Тора, Шишмә, Темәс, Булғаҡ, Быҙаулыҡ, Ассы, Аҡселән, Абзан, Әрә, Эйекле, Илмәле, Өсән (Усень), Шәде, Ҡарғалы, Ҡаҫмарт, Күҙәй, Сәрмәсән һыуҙары15 бар. Ундайҙарҙың һан-иҫәбе тиҫтәләгән, йөҙәрләгән... Һәм һәммәһе ҡайҙалыр Уралда түгел, ә бында — Ока буйҙарында16... Бына шул нәмәгә һин, художник, нисегерәк ҡарайһың? Ҡасандыр ошо тирәләрҙә, рус туғандар менән ҡулға-ҡул тотошоп, беҙҙең алыҫ бабаларҙың да йәшәгәнлеген туранан-тура иҫбатлай түгелме был?

Басирҙың, ошоғаса шуларҙы үҙе белмәгәнлеккә оялыуҙан, көллө тән күҙәнәктәре, энәләнеп, тән буйына таралды, төртөп сығырҙай сәнсте, ирендәре һыртына тир бөрсөкләнде.

-- Белмәйем, мин был хаҡта уйлап ҡарағаным юҡ...

-- Мәркәз ҡалабыҙҙы алып ҡарайыҡ... Башҡортостанда ошо көндә лә бик боронғо, бер түгел, дүрт-биш Мәскәү ауылы барлығын беләһеңме?!

-- Белмәйем...

-- Һәй йәштәр, йәштәр, нимә тураһында уйлайһығыҙ һуң һеҙ?.. Халыҡтарҙың ҡоростай ныҡ дуҫлығы, уны тағы ла нығытыу тураһында ҡоро һүҙҙәр яҙабыҙ, ә шул дуҫлыҡтың ярылып ятҡан тәрән тамырҙарын табып тәрбиәләүҙе, хәстәрләүҙе Аллаһы Тәғәләгә, йә булмаһа океан арты «белгес»тәренә тапшырып ҡалдырабыҙмы?! Ут-төтөн-көл араһында, тарих саңында күмелеп ятҡан бөйөк мираҫтарыбыҙҙы, бабаларҙы «ҡырағай булған, бер нәмәһе лә булмаған» тип атауҙарға сик ҡуйыусы культура ҡаҙаныштарыбыҙҙы үҙебеҙ соҡоп сығармаһаҡ, уны беҙҙең ҡулға кем килтереп һалыр? Океан арты ҡәләмселәре үҙебеҙҙе тамырын юйған ҡамғаҡ итеп уйнатыуҙарын көтәбеҙме әллә?..

-- Көтмәйбеҙ, уны инде үҙебеҙҙең совет халыҡ шағиры Мәрүән ағай ҡамғаҡлатып уйната! – тип ҡыҫтырғайны ла Басир, ветеран һис иғтибарһыҙ ҡалдырҙы:

-- Ә бит Гитлер фашизмы беҙгә яҡшы һабаҡ биргәйне. — Ҡарт һалдаттың тулҡынланыуҙан күкрәге ҡыҫылды, һулышы йышайҙы. — Беләһегеҙме, улар беҙҙе, Совет илен, еңгәндән һуң ни эшләтергә уйлаған? Халҡыбыҙҙың өстән ике өлөшөн ҡырып бөтөрөп, бер өлөшөн «бөйөк арийҙар» расаһы өсөн егелеп ер һөрөүсе, иген урыусы һәм мал көтөүсе «ҡырағай эш хайуандары» -- селәүсен хәленә төшөрөп, йыл уратаһына мал аҙбарҙарында бикләп тоторға һәм, «бөйөк арийҙар»ҙың цивилизацияһын күрһәтеп шаҡ ҡатырыр һәм шуның менән рухи яҡтан ҡаҡшатып, имгәтеп, хайуанлыҡтың, селәүсенлектең иң түбән баҫҡысына ҡолатыр өсөн, йылына бер тапҡыр баяғы аҙбарҙарҙан сыбыртҡылап сығарырға ла беҙҙең ҡалаларҙа бал-май имеп донъя көтмөш үҙҙәренең «юғары раса»һына тамаша ҡылдыртырға, үҙ өҫтөнлөктәрен тойҙортоп, «юғары цивилизация» ҡоролмалары эргәһенән ғибрәт өсөн көтөү-кетөү ҡыуалап уҙғарырға. Гитлерҙың «Барбаросс планы»на яҙылған17 был... Киләсәктә лә Гитлер һымаҡ шаҡшылар тыумаҫ, тимә! Ана шундай хәлгә тарымаҫ өсөн, үҙеңдең кем икәнеңде, ҡайҙа баҫып торғаныңды аныҡ тойоп-белеү зарур! Халыҡҡа быны кем һеңдерергә тейеш? -- Ҡарт йөрәкһеп өндәшкәндә рәссамға ул Ирәндек бөркөтөнөң саңҡылдауын хәтерләтте.

-- Беҙ! — тине Басир, ирекһеҙҙән, уҙамандың йөрәкһеүенә ылығып.

-- Бәй, улайғас, бер адресты яҙып ал: Куликово ауылы, балта оҫтаһы Любашин Яков Ксенофонтович. Үҙең ял иткән Милеевка ижад йортоноң ҡапҡа артында ғына. Ҡартласты яҡшы беләм — оҙаҡ йылдар хәбәрләшеп торабыҙ. Бына уның бер хаты: шул тирәлә борон-борондарҙан уҡ башҡорттарҙың да йәшәүе тураһында. Барып таныш, тикшер, төбөнә туҙ ҡуй — бына һиңә минән боевой йөкләмә! Һәм шуны иҫеңдә тот: балта оҫтаһы ғына булһа ла, ата-баба тарихтары мәсьәләһендә төтөнө тура йөрөй уның, Яков ҡарттың. Рәссам башың менән оятҡа ҡалмаҫҡа, кәштәләге күҙеңә ҡарап торған анауы өс китапты ҡуйыныңа тығып кит. Ҡайтышлай керетерһең. Ижад йорто тигәс тә, бер туҡтауһыҙ картина яҙып ҡына ултырып булмайҙыр бит: ара-тирә шул томдарға күҙ һалыштырғылап та ал. Тап Яков Ксенофонтович фәлсәфәләргә яратҡан — беҙҙең эраның урталарына ҡағылышлы тарих улар.

Килене менән улы, уға һиҙҙертмәй генә, ишара яһап ҡунаҡҡа тумбыттылар: ҡарттың хәле шәптән түгел, бигерәк тә яҡташтары килгәндә үҙен онота... Билдәле, Басир тиҙерәк һаубуллашырға ашыҡты. Хушлашҡан саҡта, көтмәгәндә, яҙыусы саф башҡортса өндәшмәһенме:

-- Тамырыңды онотма — ил тамыры менән ҡуша юлла, башҡорт балаһы!

-- Бәй, ҡайҙан башҡортса беләһегеҙ?! — Был фатирға килеп кергәндә үк рәссам күҙҙәре ҡартластың йөҙ ҡиәфәтен үҙебеҙҙең Урал яҡтары кешеһенекенә оҡшатып, фамилияһын да Ибәтуллинға тартымлабыраҡ уйлағайны. Әммә исеме, атаһының исеме шау рустыҡы булыу аймылыш ҡылды — ошо хисе түгелде тел осонан. Яҡташ иһә көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы:

-- Бының тарихын икенсе юлы һөйләрмен. Сәйәхәтеңдең аҙағында Яков Ксенофонтовичтан миңә сәләм килтерерһең, шәт?

Үкенескә ҡаршы, быныһына ирешеү насип булманы – батыр яҡташтың ҡапыл ғына йөрәге ярылып вафат булыуы ишетелде...

Электричкаға ултырғас та рәссам юл буйы яҡташын, уның ошо көндәргәсә дауам иткән уҙаманлығын йөрәкһеп уйланы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хатта ҡалаҡ та тота алмай, теле менән дә һөйләшмәй — фәҡәт ишетә генә, ә әйтәһе фекерҙәрен ҡағыҙға теркәп еткерә. Юғарыла килтерелгән оҙон-оҙон монологтар ҙа, ҡағыҙ киҫәктәренә көс-хәл яҙылып, әлбиттә, ғәмәлдә был ҡәҙәре үк оҙон булмағандарҙыр — уларҙы хисле рәссам зиһене беҙгә шулай камиллап һәм ағылдырып биргәндер. Шуныһы ғәжәп: һөйләшкәндә әңгәмәсе уның һәм үҙенең ике ярҙа торғанлығын онота — ихтыяр көсө бөркөлгән, дөрләп торған тәрән аҡыл ҡеүәһе араларҙы тоташтырыусан ине...

Милеевканың һөттәй ап-аҡ ҡайындары көн уҙымында бер ҡарышҡа йыуанайған, һуйҙанайып үҫеп киткәндәй тойолдо, түгелеп турғай һайрауы ла әүәлгесә түгел ине... Бауыры аҫтынан ел үткәрер, хәүефтәрен иңенән һалыр өсөн, рәссам бүлмәнән сыҡты, йәне тартҡан һуҡмаҡтан алыҫҡараҡ ҡыҙырҙы. Юл урманда тармаҡланып айырыла, айырсаның береһе — ҡарағайлыҡ артында терәлеп торған яҙыусылар ижад йортона, икенсеһе Лопуховка ауылына илтә ине. Ә артҡа ҡайырылһаң, рәссамдарҙың Басир төйәкләнгән ижад йортон уратыбыраҡ үтеп, Сергей Батулин яҡташ өйрәткән Куликовоның үҙенә барып сығаһың...

—Их, Аҡһылыу, Аҡһылыу, бер күрергә ине һине, Аҡһылыу!..

Атлаған һайын биғәйни ҙә баш осонда тәкмәсләп, тулған Ай тулҡын ҡаға. Теге юлы Аҡһылыу менән атаһы туҡталған аҡ ҡайынҡай һары нурға аҡ бәпкәләй ҡойона. Уф, Мәскәүҙән шөйлә арып ҡайтылған икән! Аҡлан ситенә уҙып, ҡупшы лапылы йәш ҡарағайға арҡа терәп ултырҙы, күкрәк киреп һуланы. Сайыр аңҡыуы тын юлын иркенәйтеп, сихәтле әсеттереп, йән арбағыс киске һиллек ҡан тамырҙарын ҡабартты. Ҡайһы саҡта талыҡҡан килеш яңғыҙың ғына ҡалып, тәбиғәт күҙенә текләүҙәргә ни етә!.. Рәссам, әлбиттә, оҙаҡламай тап ошонда уның алдында, теге саҡта тылсымлы башланып та, тамамланмайыраҡ ҡалған, тормош-драматург яҙған драманың дауамланырын башына ла килтермәне...

Сеү, кемдер ҡысҡырып көлдө. Һыңар тәпәйендә ҡалғып, Ай аҫтында ап-аҡ ҡаҙҙай ойоп йоҡлаған туғаны яңғыҙ ҡайын, әйтерһең, ҡыйғаҡланы. Ҡанаттарын ҡағып күккә талпыныр, тирә-яҡҡа Ай нурҙарын сайпып сәсрәтер һымаҡ. Рәссам ҡулы күҙҙәрен һыпырғайны, тылсым йәнә яңырҙы — һелкенмәйенсә бейеп торған ап-аҡ күлдәкле сихри ҡыҙға әйләнде. «Их, мольбертым тороп ҡалған... — Терһәген тешләрҙәй булды. — Бумаламды уйнатып, мәңге юйылмаҫлыҡ мөһөрләп ҡалдырыр инем һыныңды, ҡайын һылыу!»

—Һәпестә-һәпестә, аҡ бәпесем минең! Һәпестә-һәпестә, танһығым минең!..

Бәй, ҡайын үҙәгенәнме әллә һыҙылып сыға был тылсым-өн? Йөрәк төпкөлөнән һурылған ауаз? Ҡайҙан таныш уға был бәрхәт тауыш, рәхәт тауыш?!.

Рәссам күҙҙәрен ыуалай — Ай аҫтында ап-аҡ ҡайын һәм ҡыҙ һыны ҡушарлана, аҡ һындарҙың береһе, йоҡа ғына оҙон аҡ плащ кейгәне, сыбар яулыҡ ҡайырып бәйләгән башын артҡа салҡайтып, талпыныпмы-талпынып, ҡуш усында әллә Ай, әллә бала һикертә:

—Һәпестә-һәпестә, бигерәк аҡ бәпес тә!.. — Шул мәғәнәләрәк таҡмаҡлай ҡыҙ үҙенең урыҫ телендә. Бала кинәнә, бала көлә, үргә сорғолғаны һайын, ике ҡулын күккә һоноп ебәреп, һары өйрәк бәпкәһеләй талпына, тамаҡ төбөнән ҡарағай сайырылай әсе-ярһыу ауаз сығарып көлә. Әйтерһең, юғарыраҡ ырғылырға, йоп-йомро Айҙың үҙен йомарларға ынтыла. Уның һайын тилерөп ҡомарланған, сабый менән ҡуша берҙәм сөйөлөп, ҡуша көлгән ҡыҙҙың йөҙө генә асыҡ күренмәй: ҡәҙимге урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарынса түбән төшөрөп ҡыҫып бәйләгән сыбар яулығы, өҙлөкһөҙ үргә талпынған аҡ еңдәре ҡаплай уны. Тик белә инде Басир: алдында сихри Аҡһылыу!.. Юҡҡамы ни аҡ бәпесен һикертергә тылсымлы урман төбөн, тәүлектең татлы Ай балына тулышҡан илаһи мәлен һайлаған!

Ботаҡтар ҡыштырланы, шартланы, һиллек сайпылып сәсрәне — көтөлмәгән бимазалы башҡа һын пәйҙә булды: өҫтөнә әрһеҙ эш комбинезоны кейгән, ҡомһоҙ һағаҡлы бал-таһын һап төбөнән услап тотҡан, оҫталарса эйелеп көмрәйгән... Ҡабарынҡы сәс көлтәһе артҡа ҡарай тулҡынып, оҙон аҙымлап ырғығаны һайын ырғылып-елпенеп бара, ҙур асыл-ган күҙҙәре Ай яҡтыһына киршәлә... Аҡһылыуҙан элек ба-ла иғтибарланы уны — әсе сарбайлап иланы:

-- Әсәкәйе-е-ем!..

-- Кем был, ни булды?! •— тине Аҡһылыу, кинәт әйләнеп ҡарап.

-- Атаҡайым иҫергә-ә-ән!..

Балталы ир төмөзгә һөрлөгөп ҡоланы, һыҡтанып мыңғырҙаны:

-- Ох Люба, Любаша!..

-- Ни ҡылығың был, Иван?! –тине быныһы. Шул арала тағы берәү пәйҙә булды аҡланда:

-- Ваня, тим, ҡайҙа олаҡтың? — Рәссам тауыш килгән яҡҡа текләберәк ҡараны: Люба-Аҡһылыуҙың атаһы, әлбиттә. Ҡартлас ҡәһетләнеп башын сайҡаны. — Тфү! Күҙ асып йомған арала... шельма! Ҡара һин уны — ҡайҙа килеп серәкәй һимертеп ята! Табындың ҡотон осорҙоң!

-- Мин бында, Яков Ксенофонтович!

-- Күрәм, күрәм, Иванушка. Тор!

Рәссам ҡолаҡтары «ҡарп!» итте: бәй, ниндәй Яков Ксенофонтович? Яҡташы Сергей Батулин күреп һөйләшергә ҡушҡан балта оҫтаһы үҙе түгелме?!

-- Атай! — Баланы күкрәгенә ҡыҫып, ниҙер әйтергә теләне Аҡһылыу.

-- Эх-ма! Йә, ҡыҙым, аяҡландырайыҡ бынау быҙауҙы, һоп!

-- Балтам. Ҡайҙа балтам! — тип кинәт күҙҙәрен аҡайтып аҡырҙы комбинезонлы.

-- Балтаң өйҙә, шөшлөң сөйҙә, — һымағыраҡ әйтемләне Яков ;йарт.

-- Юҡ, ул яңы ғына бында ине.

-- Әһә, һабы ҡарайғайнымы?

-- Ҡарайғайны.

-- Улайһа, күрҙем мин ул ҡарайған балтаны.

-- Ҡайҙа?

-- Мунса инергә елдереп бара ине, вәт шеьма! — Яков ҡарт хихылданы.

-- Нимә?!

— Дурак һин! Ошо алйотлоғоң менән үҙеңдән биҙҙертәһең. Тейешле кешеләрҙе.

Иван тигәндәре тороп ултырҙы, күҙҙәрен ыуаланы.

-- Минме дурак?!

-- Әйҙә-әйҙә! Шыр тиле булмаһаң, ошо урында ер ҡосаҡлап ятмаҫ инең.

-- Тонған күҙ! — Быныһын ҡыҙ өҫтәне. Сарылдап илаған баланы йыуата-йыуата һөйләнде. — Күр инде, хатта сабыйың да ытырғана үҙеңдән! Ҡасан бөтә был эскелек! Һин дә, атай, шуларға тағылып йөрөйһөң...

Ивандың ҡайтыу шатлығынан бит, ҡыҙым...

— Шатлыҡтарығыҙ табылып ҡына тора шул!

Иван тигәндәре тороп, бер ситтәрәк аунап ятҡан балтаһын көрәктәй яҫы усына һәрмәп алды, шул ыңғайы Ай сатҡыһы ас һағаҡта киршәлде лә сәсрәп һынды.

-- Бөттө-бөттө, Любаша, ошонон һуң ауыҙыма ла алмайым, -- тип аҡланды.

-- Туҡран тәүбәһе! Үҙең – оҫта, ә өйөң тауыҡ тәпәйҙәрендә, тигәндәй...

-- Любаша, беләһеңме, мин хәҙер ҡайһылай уйлайым?— Иван, шөйлә айнып, эс серен түгеп һалырға ашыҡҡандай итте. — Беҙме-беҙ, әгәр ҙә һин теләһәң, бәғзеләрҙең төшөнә лә кермәгән аҫыл ҡорамда йәшәйәсәкбеҙ — «йә» тигән бер һүҙкәйеңде әйт кенә! Мин ул ҡорамды бына ошо ҡулдарым менән ҡороп керәм. Фасадына йәшел фирүзә таштар теҙеп, көмөш баҫҡыс киртләсләп, саф алтындан тәхет ҡоям, ул тәхеткә үҙеңде күтәреп кенә мендереп ултыртам!

-- Уй, ҡайҙан килгән икән кенәз Менышиков!

-- Көлмә. Ҡайҙан ҡайтҡанымды шәйләйһеңме һин? Хәҙерге минең байлыҡ, Любаша, ҡайһы бер графтарҙыҡынан да артыҡ: һары алтын съгкҡан ерҙән — Магадандан ҡайттым мин! Әгәр ҙә теләһәң, мин һине күгәрсен һөтөндә ҡойондорам. Шампан шарабынан диңгеҙ яһап, гәлсәр кәмәлә йөҙҙөртәм!

-- Әйҙә-әйҙә, тәпәйлә, тел биҫтәһе!

-- Терһәктәреңде тешләмәҫ элек сығып өлгөр миңә кейәүгә! Юҡһа, ҡыҙ көйөңсә ултырып та ҡалырһың.

—Минең өсөн борсолма — тишек кәмәңде батырмау яйын ҡара!

Ирҙе был ғәрләндерҙе, туҡтап күҙен аҡайтты:

-- Беләһеңме, минең һаҡлыҡ кенәгәһендә нисә мең «рэ» ята?!

-- «Рэ»?! — Аҡһылыу шарҡылдап көлдө. — Әтәстең «рэ» тигәне – ике бөртөк тары була инде ул.

-- Әйттем бит, миңә кейәүгә сыҡ, тип.

-- Бик тә кейәү булғың килһә, ана шул һөйөклөңдө — һаҡлыҡ кенәгәңде ҡосаҡлап йоҡла, Иванушка. Эйе бит, сабыйым? – Аҡһылыу бәпесен күкрәгенә ҡыҫҡан килеш урман һуҡмағына китеп юғалды.

-- Ҡара уны — артыңды уйла, минең Магадандағы бер башҡорт дуҫым әйтмешлай, һайланған — һаҙга, осраған таҙға, булып ҡуймаһын тағы! Һэээх! — Эргәһендәге ҡартласты ғына түгел, хатта ҡуйы лапы аҫтына ышыҡланған рәссамды ла, тертләтеп-уфтандыртып, Иванушка тигәндәре балтаһын аҡ ҡайын тәненә сапты...

Алйып ҡайтып ингән Басир, сағыу аҡ ҡайын һынландырылған мольбертын башы осона — карауат буйына һөйәп, һаташҡыс серемгә талды. Бына ул, Басир үҙе, имеш, бала һикерткән Аҡһылыуҙы гифриттән арсалау өсөн, ҡарурманға ташлана. Түбән генә һәленеп йөҙгән Ай ҡайығын түбәһе менән төртөп сөйә-сөйә елә. Бәпестең үкһеп илағаны йөрәккәйен ҡыҫа ла һығылдыра, шашып алға атлыҡтыра. Йөрәк төбө һалҡынайып, үҙе лә йәнтәслим ҡысҡыра: ҡарағайҙар менән типә-тиң буйлы оҙон, ҡот осорғос ғифриттәр, тар һуҡмаҡты ике яҡлап, ағас тамырылай һәленгән тарбаҡай ҡулдарын һуҙып, уны тоторға-туҡтатырға тамшана, сыбыртҡылай бармаҡтарын сикәләренә сыптыра... Һыңар күҙле, һыйыр ҡолаҡлы йөҙҙәре, ыржайған ауыҙҙары, һырлы-ҡырлы мөгөҙҙәре... Бәпес күтәргән Аҡһылыуҙы ғифрит батшаһы үҙе ҡармарға итә... Басирға аяҡ сала, яман хахылдап көлә. «Әсәкә-йем!» — тип һөрәнләп әйләнеп кенә баҡһа, аҡ ҡылғандай сағыу сәсле Толя Каргин үҙе, зәңгәр-күк күҙҙәрен тызырайтып, тештәрен ыржайтып тора:

— Туҡта, брат, ҡайҙа ыхылдап сабаһың? Атайың бахыр әйтмешләй, унда бешереп ҡуйғандармы әллә һиңә? Ул бит Аҡһылыу түгел, ә натурщица Нелли ханым, ха-ха-ха!..

Басир Дәүләтбаев шыбыр тиргә батып уяна. «Юҡ, алдайһың, туғанҡайым! Нелли үҙеңә булһын! Ә минең Любовь Яковлевнаға теймә!»

Аҡ ҡайынлы төнгө сихри аҡланда, өндәшергә йөрьәт итмәй, лапы аҫтында боҫоп ултырып ҡалғаны өсөн үҙен сикһеҙ битәрләп, юлға ҡуҙғалды Басир: кисәге серлейәндәрҙе эҙләп табырға! Атаҡлы балта оҫтаһын ул, көн кислеккә ауышҡас, Лопуховка ауылында осратты. Баҡһаң, теге Айлы аҡланда Аҡһылыуҙың ҡатарында балта тотоп күҙгә сәйер салынған, Басирҙың тешөндә ғифриттәр күреп һаташыуына сәбәпсе булған Ивандың ауылы икән был һәм улар, атаҡлы ике оҫта, колхоздың бер шундай уҡ атаҡлы механизаторына биҙәп-төҙәп яңы йорт бурайҙар имеш. Баяғыса, күрше Куликово ауылында йәшәгән Яков Ксенофонтович, ошондағы китапханала мөдирлек иткән ҡыҙы Любовь кеүек үк, таң һарыһынан тороп, ике ауыл араһын көн дә тапай, ә төшкөһөн Иван йортонда Пелагея ҡарсыҡ ҡаҙанынан тамаҡлана, бик арыған саҡтарында ҡунырға ла ҡала икән. Шунда кейем-ҡаралы карауаты,. кәрәк-яраҡ һалынған һандығы бар. Ҡарттың үҙенең шаяртыңҡырап әйтеүенсә, Иван йорто уның икенсе үҙ өйөнә әйләнгән. Басир килеп сәләм биргәндә оҫталарҙың икеһе тиң төшкө аштан һуң бил яҙып, тышта алмағас төбөндә ултырып тора, өҫтәлдә ҡайынтуҙ тырыз тулы йәнгә танһъгк эсемлек — урыҫ кеүәҫе лә бар. Иван юнғы-ҡасауҙарын үткерләй, ә Яков Ксенофонтович, ялғашҡа өймәләм йәшел һабаҡтар һалып, балта менән тәмәке турай ине. Яҙыусы Сергей Батулиндан фатиха алып килеүен һәм рәссам булыуын белгәс, оҫтаның ҡырыҫ йөҙө шөйлә яҡтырып, тауышы алсаҡланды, артабан һәр һүҙен бизмәндән үткәрә лә мәрйендәй һайлап теҙә — сәнғәт кешеһе ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалмаҫҡа -- китапса төҙөк һөпләшергә тырыша ине, буғай. Хәйер, Басирҙың үҙенең телмәре лә алдан уйлап ҡуйылған — китапсараҡ ине шул...

-- Ғүмер буйы үҙем игеп үҫтерәм тәмәкене — магазиндыҡы мүк кеүек, — тип аңлатып бирҙе ҡартлас сәйерерәк шөғөлөн, туҡылдауыс балтаһын ҡуйып тороп, ҡунаҡ алдындағы таҙа стаканға һыуһын ҡандыртҡыс һалҡын кеүәҫте ҡойоп. — Һе! Шулай итеп, Сергей Абросимович кеүек үк, һеҙ ҙә ҡояшлы Башҡортостандан икән.

-- Беҙҙең яҡта булғанығыҙ бармы әллә?

-- Юҡ, ләкин һеҙҙең яҡташтарҙы был тирәлә йыш күрергә тура килә. Яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, тим.

-- Ижад йорттарына йыш йөрөйбөҙ шул. Ә Милеевка беҙҙең иң яратҡан урын. Үҙе — ысын тәбиғәт ҡосағы, үҙе Мәскәүгә яҡын.

-- Эйе... Ләкин һеҙҙең өсөн уның иң ҡыҙығы башҡараҡ. — Ҡарттың күҙҙәре хәйләкәр-шаян сөрөштө. — Йәғни-мәҫәлән, иң яратҡан был урынға тамырыгыҙ тартмаймы икән әле, тим.

-- Аңлап еткермәйем.

-- Әллә мин аңлап еткерә, тиһегеҙме? Мин шуны ғына беләм: Мәскәү ере борон-борондан уҡ бик күп халыҡтарҙың йөрәк тамырҙарын ғына түгел, нәҫел тамырҙарын да тоташтыра, үҙенә тартып тора.

-- ?!


— Ни өсөн, тиһегеҙме? Ә ни өсөн һуң бында, тип әйтәйем, тап Пушкин атағанса, рус рухы менән тулышҡан, рус еҫе аңҡып торған ерҙә, тупрағына аттай аунап ятып еҫкәп ҡараһаң, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең бөтә мөйөштәренең дә аңҡыу еҫе һиҙелә?

-- Йәғни?

-- Йәғни-мәҫәлән, үҙебеҙ йәшәгән төбәктәрҙең тарихын беләбеҙме? Ер-һыуҙарҙың оран һалып ҡысҡырып ятҡан хәтере... Сергей Абросимович аңлатҡандыр...

-- Эйе... — Оло тормош юлы үткеп салланған ветерандарҙың һүҙгә ифрат ихласлығын, бер мәғлүмәткә ҡушып биш тарих һөйләргә һәләтлелеген күп татыған егет йәһәт сәғәтенә ҡараны, дилбегәне оҙонға һуҙмай, теҙгенде үҙ ҡулында тотор өсөн, Сергей Батулин аша был йәһәттән шаҡтай хәбәрҙар икәнлеген дөрөҫләне.

-- Шулай ҙа, Рәсәйҙең үҙәгендәге ошо саф рус ерҙәрендә... «Башҡорт» тигән ер-һыу атамаларының да күп булыуы ғәжәпкә һалмаймы һеҙҙе?

Басир быға ысынлап та ғәжәпләнеүен белдерҙе, сөнки ундай уҡ мәғлүмәткә эйә түгел ине.

-- Булмаҫ... — тине ул. — Дөрөҫ, беҙҙең яҡтарҙа — башҡорттоң тап үҙәгендә — «урыҫ» аталған ер-һыуҙар күп, әммә был тарафтарҙа...

-- Шулай аталған ер-һыуҙарҙы мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Хатта, ярына ятып, һыуҙарын да ауыҙ иттем, тип йылмайҙы ҡарт.

-- Ҡыҙыҡ... Ҡайһы тирәләрәк ул?

.— Беләһегеҙ бит беҙҙең, оҫта халыҡтың, балтаһын биленә ҡыҫтырып, ил гиҙеп йөрөгәнен... Владимир өлкәһенең Клязьмаға ҡойған Пекша йылғаһының уң яғына барып сыҡтым шулай. Юл саңдарын йыуырға тип, фирүзә ярлы соҡор төбөндә шөңгөрләп кенә ағып ятҡан тере шишмәгә сумдым. Минең кинәнеп ҡойоноуҙы яр башында тамаша ҡылған көтөүсенән һорайым:

-- Беләһеңме, изге йән, нисек атала был гәлсәр һыу?

-- Ниңә белмәҫкә, — ти теге, — беҙ белә-белгәндән Башкирдовская йөрөй ул.

Аптырап:

-- Был ни һүҙ, әллә бында башҡорттар ҙа йәшәйме? — тим.

-- Ҡайҙан килеп бында башҡорттар йәшәһен — һәммәбеҙ ҙә саф рустар.

-- Улайғас, ниңә «Башҡорт» һыуы атала икән?

-- Уныһын ата-бабаларҙан һорағыҙ, — тип, тештәрен йылтырата көтөүсе. Бына шулай.

-- Эйе, ысынлап та, мәрхүм атайым әйтмешләй, атабабаларҙың ҡөҙрәте сикһеҙ, — тип үҙ һөҙөмтәһен сығарҙы рәссам. — Әйтәйек, Балтик диңгеҙенән алып Ҡытай диңгеҙенә тиклем арауыҡта ниндәй генә «милли» ер-һыуҙар юҡ: теләгән бер күләүеккә, исемен һорашмайынса уҡ супылдап барып сумһаң, сыҡҡан саҡта рустан — башҡортҡа, башҡорттан — русҡа, йәки башҡа берәй төрлө нәҫелгә әйләнереңде көт тә тор!

-- «Ни өсөн?» тип уйлап ҡарағанығыҙ бармы шуларҙы?

-- Нимәләрҙе?

-- Ер-һыуға йәбешеп ҡалған исемдәрҙе, тим.

-- Бәлки, улар беҙҙең берәҙәк аяҡтарҙан төшөп ҡалған саң ғыналыр? — тип көлдө рәссам.

-- Берәҙәктең исеме ергә яҙылмай — саң менән ҡуша оса. Шуға күрә уның хаҡында ерҙең хәтере лә ҡыҫҡа. Ә минең һүҙ -- кәм тигәндә мең йыл аша килеп еткән, юйылмаған хәтер хаҡында бара.

Үҙ эшенә мауығып, ҡолаҡ ҡымтып ҡына ултырған Иван да йор ялғаны:

-- Минең менән дә булды шундай уҡ бер мәрәкә: үҙебеҙҙең бынау торған Рязань өлкәһендә — Осетр йылғаһының һул яҡ ярынан ҡойған Тюфитка һыуы буйында. (Әйткәндәй, минең Магаданда бергә эшләгән башҡорт дуҫым: «Осетр»ҙы «Осетрлы» тип әйтһәң, башҡорт йылғаһының исеме Эстәрле килә лә сыға, ти торғайны.) Тюфитка, тинем бит әле. Баяғы һеҙ әйткәндәй, әлһерәп барып сумһам, Тюфитканың уң яҡтағы кескенә тармағы ла, баяғылай, Башкирская тип атала имеш...

-- Әйттем бит инде: беҙҙең бөгөнгө Башҡортостан тупрағында ла «урыҫ» атамалы тиҫтәләгән ауылдар, ер-һыу исемдәре бар.

-- Тимәк, Магадандағы баяғы башҡорт дуҫым әйтмешләй, беҙ бөтәбеҙ ҙә — бер иш, кендектәребеҙ береш! — тине Иван. — Ниңә икән, тим, әҙәм балалары бер-берен милләткә, дингә ҡарап айыра?

Ҡартлас елкәһен ҡашыны:

-- Эйе, яҙыусы Сергей Батулин үҙенең бер әҫәрендә дөрөҫ әйтә: «Быға тиклем халыҡтар үҙҙәренең башҡа халыҡтарҙан айырымланыу тамырҙарын тикшерҙе, бер-береһен айырҙы, ә бөгөн беҙҙең барыбыҙға ла халыҡтарыбыҙҙың бер-береһенә туғанлыҡ тамырҙарын барлап-юлларға ваҡыт». Шәп һүҙҙәр! – Рәссамға күҙ һирпене. -- Аңлауымса, Сергей Абросимович һеҙҙе лә миндәге иҫке яҙма ҡомартҡы менән сәмләндергән, шулаймы?

-- Шулайыраҡ булып сыға, — тине Басир.

-- Эйе... Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, балта һөнәренә керешкәнгә тиклем, ҡасандыр мин дә булыр-булмаҫ ҡына интеллигент инем... Заманында гимназия бөткәйнем...

-- Ә ниңә һуң?..

-- Уныһы икенсе мәсьәлә. Беләһегеҙ: кемгә — ҡәләм, кемгә балта тоттороуҙы йыш ҡына яҙмыш үҙебеҙҙән һорап тормай — үҙе хәл итә...

-- Ә башҡорттар хаҡында ҡайҙан белдегеҙ? Әлбиттә, — рәссам үҙенең яҡташы Сергей Батулин биреп торған китаптарҙан ашыҡ-бошоҡ һоҫоп алған ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе теҙҙе, — прогрессив рус интеллиғенцияһы борон-борондан уҡ башҡорт тарихы, культураһы менән етди шөғөлләнгән. Әйтәйек, ғалимдарҙан Сергей Иванович Руденконың «Башҡорттар» тигән махсус монографияһы, Николай Константинович Дмитриев яҙған «Башҡорт теленең грамматикаһы» киң билдәле. Ә шулай ҙа һеҙ...

-- Шуны онотмағыҙ, туған: ябай халыҡ бер-береһен ғалимдарҙан әүәлерәк табыша... Минең менән ул хәл хатта мыйығым да сыҡмаған йәш сағымда — империалистик һуғыштың ҡанлы окоптарында булды... «Тел» алырға разведкаға барған саҡта бер иптәшем мине үлемдән ҡотҡарҙы, шунан һуң йән дуҫтарға әйләнеп киттек. Һуңынан ул йән дуҫымдың — Уралдан, милләте буйынса башҡорт икәнен белдем...

-- Эйе, башҡорт егеттәре менән, мин һеҙгә әйтәйем, разведкаға барып була! — тине Иван. — Былтыр Магаданда мин, мәҫәлән, башҡорттар, яҡуттар менән бер забойҙа таш киҫтем...

-- Туҡта әле! – тине Яков Ксенофонтович, йәйрәй башлаған Иванды бүлдереп, рәссамға боролдо. -- Һеҙҙең башҡорт яҙыусыларының да китаптарын, руссаға тәржемә ителгән һәр берен, тип әйтерлек, ҡыҙыҡһынып уҡып барам мин. Ҡыҙым китапханала эшләгәс ни, әйтеп ҡуйғанмын... Дауыт Юлтыйҙың «Ҡан», Афзал Таһировтың «Һалдаттар» тигән романдары хәтеремдә. Уҡыған саҡта ифрат сәйер тойғолар биләне мине: баяғы башҡорт дуҫым менән минең хаҡта түгелме икән был әҫәрҙәр?.. Геройҙарының империалистик һуғыштағы күрмештәре шул тиклем дә беҙ икәүҙең башҡайҙарынан үткәндәргә оҡшаған!.. Ә башҡорттоң тарихы менән шөғөлләнеүем башҡорт дуҫымдың ябай ғына тәмәке янсығынан башланды заманында: унда ла тап минең тәмәке янсығындағылай сатраш-тәреле биҙәк сигелгән. Сағыштырып ҡараныҡ та аптыраныҡ: дине буйынса ул — мосолман, мин — христиан, ул — башҡорт, мин — рус, уның янсығын уның һөйгәне — башҡорт ҡыҙы, минең янсыҡты минең һөйгә нем — рус ҡыҙы үҙ милли биҙәктәрен һалып сиккән, әммә, үҙҙәре лә белмәйенсә, икеһе бер тәрене һүрәтләгән. «Әллә суҡынған башҡорттар булаһығыҙмы?» — тип төпсөндөм дуҫымдан. «Ауыҙыңдан ел алһын — нисек итеп үҙ динемде һатайым!» — «Ә ниңә һөйөклөң тәре һүрәтләгән һуң?» — «Тәре түгел — Ҡояш-Абыз. Ғүмер баҡый ата-бабанан ҡала килгән изге тамға-аманат. Ҡарттарҙың әйтеүенсә, — тип өҫтәй башҡорт дуҫым, — борон-борон замандарҙа һеҙҙең дә, беҙҙең дә ата-бабалар бер булған, Ҡояш-Абызға табынған». — «Һезҙең ҡарттар уны ҡайҙан белә икән?» — «Ул хаҡта беҙҙең сәсәндәр генә таный торған тылсымлы тамға-хәрефтәр менән таш китапҡа яҙылған...» Шулай тине дуҫҡайым. Ул саҡта мин ышанып етмәһәм дә, күп йылдарҙан һуң уҡып белдем: ҡасандыр беҙҙең рустар ҙа, һеҙҙең башҡорттар ҙа мәжүсилектә йәшәгән, бер үк хоҙайҙарға табынған, ғөрөф-ғәҙәттәре, хатта телдәре лә уларҙың оҡшаш булған...

-- Стоп! Ғәфү итегеҙ, — Басир оло мәғәнә йөкмәтеп һуҡ бармағын күтәрҙе, — нисек итеп улай «хатта телдәре лә уларҙың оҡшаш булған»?! Ҡәҙерле Яков Ксенофонтович, һеҙ уларҙың береһе — славян, икенсеһе төрки заттан икәнен, береһенең теле һинд-европа ғаиләһенә, икенсеһенеке урал-алтайға ҡарағанын онотоп ебәрҙегеҙме? Парадокс!

-- Юҡ, онотманым, — тине ҡарт. — Ғалимдар ҙа быны иҫтән сығармай. Әммә пародоксаль хәлдең хаҡиҡәтлеге уғата асыҡлана бара. Хәҙер генә күрһәтергә ҡул аҫтымда юҡ, әммә бер венгр ғалимының фекерен онотмайым. Ул ғалим венгрҙарҙы, башҡорттарҙы, рустарҙы борон заман Дунайҙан алып Уралғаса арауыҡта йәшәгән бер ҡәбилә тоҡомдары итеп һанай. Уныңса, «башҡорт» атамаһы «башаҡ» («башы аҡ») һәм ир-ат («ур-ут») тигән мәғәнәле өлөштәргә бүленә, ә «ир-ат»тан урут (уруҫ) — рут — руш — рус атамалары килеп сыға. Һуңғы өсөһө рустарҙың төрлө дәүерҙә аталышы, улар яҙма тарихҡа ла теркәлгән). Ә «башҡорт»тан мажғор-мадьяр хасил булыуы ла билдәле, ти ғалим. — Яков Ксенофонтович, тулҡынланып күп һөйләүҙән ҡорғаҡһыған тамағын һалҡын кеүәҫ менән сылатып алғандан һуң, башын эйеп бераҙыраҡ уйланып ултырҙы ла көтөлмәгән яҡтан килтереп өҫтәне. — Бына ул ғалим хеҙмәтенән иң ныҡ иҫтә тороп ҡалған мәғлүмәт — Уфа (Өфө), Москва, Будапешт ҡалалары исемдәренең килеп сығышын юрап-тоҫмаллау (был урында (башаҡ» һәм «буҙаҡ» — бер үк һүҙҙең варианттары, ә «сөт» — йылға икәнен иҫтә тотайыҡ):

Буҙаҡуба (буҙ-аҡ-уба) — Буҙаҡ-Уба — Буҙаҡ-Уфа;

Буҙаҡуба — Босакова — Мосакова — Москва;

Буҙаҡуба-сөт — Буҙағубасөт — Буҙайу-Басөт — Буҙай-Бешет — Буда-Пешт (Будапешт).

«Бына һиңә кәрәк булһа, балта оҫтаһы! — тип хайран ҡалды Басир. — Беҙҙең меҫкен башҡорттарҙан шыттырылған ҡайһы бер ғалимдарыңдың башы аша төкөрөр!» Һәм бер нәмә ҡылт итеп иҫенә төштө: Мәскәүҙә институтта замананың синтетик буяуҙарын киндер битендәнисек ҡулланыу тураһында уларға лекция уҡыған күренекле химик 0. Ю. Охлобыстиндың фәндәге асыштар тәбиғәтенә ҡағылышлы ғалимдарға ҡарата әйткән ҡыҙыҡлы фекере: «Әгәр һеҙҙең ғилми хеҙмәтегеҙ хәҙерге заман ҡараштары менән тулыһынса килешеп-ярашһа — унда бер ниндәй ҙә яңы фекер юҡ, тимәк. Әгәр ҙә был хәл даими ҡабатланһа — һеҙгә үҙ профессияғыҙҙы (һис тә булмаһа тематикағыҙҙы) алмаштырыу тураһында етди уйланыу хәперле. Әйткәндәй, «ғалим» — ул һис тә профессия һәм дәрәжә түгел, ә барыһынан элек фекерләү рәүеше. Диңгеҙсе лә, балта оҫтаһы ла, дәүләт эшмәкәре лә ғалим була ала; шул уҡ ваҡытта фәндәр докторы исемен йөрөткән бәғзе бер олпат бәндә лә үҙ сиратында тап ошолай уҡ бер ҡасан да ғалим булмаҫҡа мөмкин һәм булмаясаҡ та — яраҡлашыусанлығы юл ҡуымай». Һуңынан был билдәләмә ҡалын ғилми журналда ла баҫылып сыҡты... Ә шулай ҙа әҙәм балаһы өйрәнелгән һуҡмаҡтан йөрөргә ярата бит — яңы ярылған юлға ул һәр саҡ икеләнеберәк ҡарай... Әйтәйек, үҙебеҙҙең Көнсығыш Европа ҡитғаһында беҙ белмәгән замандарҙан уҡ бергә йәшәгән славян — төрки — угрофин өс тағанының рухи туғанлыҡ берҙәмлеген күңеле һыйҙырһа ла, уларҙың тел берҙәмлеге Басирҙың һис тә ҡолағына яғылмай:

-- Минең Мәскәүҙәге рус туғаным Толя Каргинға әйтеп ҡарағыҙ ул мәғлүмәтте — йығылып ятып көлөр, ха-ха!

-- Бына һеҙ ҙә көләһегеҙ, — тине ҡарт тыныс ҡына, — башҡалар ҙа көлөрҙәр. Әммә шуға ҡарап ҡына фәнни факт факт булыуҙан туҡтармы?! Юҡ! Кешеләрҙең көлөүҙән туйып уйланыуҙарын көтөп һәүетемсә йәшәй бирер. Бында телдәрҙең бегөнгө торошо тураһында түгел, ә иң тәүге торошо — тәүтел осоро хаҡында бара һүҙ.

-- Тимәк, әлеге башҡорт мин дә, рус Яков Ксенофонтович та, мордва Иван Николаевич та ҡасандыр бер телдә һөйләшкән булып сыға?..

-- Ғалимдарҙың тел төбө шуны төйә...

-- Ғалимдармы, ғалимдар... Әһә, пардон! — Иван нимәнелер иҫенә төшөрҙө лә өйгә елтерәп инеп китте — Энциклопедияның ун һигеҙенсе томын килтереп һалды.

-- Бына, «Ностратик телдәр» тигәнен ҡысҡырып уҡығыҙ.

-- Әһә, күренекле совет ғалимы А.Б. Долгопольский мәҡәләһе икән дә, — тине ҡарт, Иван асҡан биткә күҙ текләп. Басир уҡырға кереште:

«Ностратик телдәр («бер туған телдәр» тигән һүҙ) — телдәрҙең гипотетик макроғаиләһе, ул Евразияпың һәм Африканың төрлө-төрлө тел ғаиләләренән (һинд-европа, картвель, семит-хамит, урал, төрки, монгол, тунгус-манчжур, корея, дравид телдәре) тора. Шулай уҡ этруск, элам, япон, нивх, юкагир, чукот-камчат телдәрендә лә ностратик телдәргә ҡарағанлыҡ билдәһе бар. Ностратик телдәрҙең туғанлыгы тураһындағы гипотеза егерменсе быуат башында Дания ғалимы X. Педерсен тарафынан күтәрелеп һәм В. Коллиндер (Швеция), К. Менгес (АҠШ), В.И. Иллич-Свитыч, А.Б. Долгопольский (СССР) тарафынан үҫтерелеп... дәлилле фәнни теория төҫөн алды... Ностратик телдәр туғанлығын өйрәнеү улар төҙөлөшөндәге бәхәсле булған байтаҡ мәсьәләлорҙе сисергә мөмкиилек бирә...»

-- Һе, иптәштәр, шундайын айырым-айырым телдәр — бер туған! Бына һеҙгә, кәрәк булһа, тәғлимәт! Был бит ҡасандыр ер йөҙөндә тулы интернационал булған тигән һүҙ! — Иван туҙғыу сәс күбәһенә биш бармағын батырҙы.

-- Беҙҙең ҡара аҡыл менән уйлағанда, шулай булып сығалыр... тәүтормош-интернационал... — Яков Ксенофонтович зиһенен йыйҙы. — Йә, ярай, башлаған һүҙзең осона сығайыҡ, ағай-эне. Нимә тураһында ине әле? Ә, эйе, янсыҡтарҙағы тәре һүрәте хаҡында... Эйе, икебеҙҙең дә тәмәке янсығында иш биҙәк — тәре һүрәттәре күреп аптыраныҡ беҙ... Башҡорт дуҫым менән шунан һуң үҙебеҙҙең ауылдар, ер-һыуҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр тураһыыда уңайы тура килгән һайын фекер алышыр инек. Ҡайһы бер ҡыҙыҡ деталдәр иҫтә ҡалған: әйтәйек, уларҙың башҡорт ауылында ла, беҙҙең рус ауылында ла яҙ айында йылына бер үткәрелә торған боронғо йола бар — ҡыш буйына йыйылып килгән сүпте яғыу. Серек һалам, сабата, ярыҡ тағараҡ — көллөһө утҡа оса...

-- Минең әсәйем әле булһа шул йолаһын атҡара, — тине Басир. — Өйҙә бер ҙә иҫке-моҫҡо әйбер тормай. Яға ла, килер ҡазалар шуның менән бөтһөн, тип доға ҡыла...

-- Ул йоланы «собутка» тип атайҙар...

-- Дөрөҫ. Беҙҙә лә ул «сүп — утҡа!» була инде! — Басир шаян йылмайҙы. — Сүп-утҡа — «собутка»...

-- Донъяның зур академиктары әле булһа шул йоланың төбөнә туҙ ҡуя алмай аҙаплана — мәғәнәһен төрлөсәләп аңлатырға тырыша18... — Яков Ксенофонтович көлөмһөрәне. — Ә беҙ уны башҡорт дуҫым менән баяғы иҫәүән заманда ук башҡорт теле аша асыҡ тоҫмалланыҡ: әле генә һин әйткәнсә, «сүп — утҡа» (йәғни сүп-сарҙы утҡа яғыу) була икән шул... Башҡорт дуҫым менән беҙҙең тағы ла бер кескәй асыш: үҙебеҙ һуғышып үткән славян ерҙәрендә бик күп изге «Ҡыҙ түбә», «Ҡыҙ тау»ҙары («Девичья гора», «Девин бугор») осраттыҡ та тап шундай уҡ түбә-тауҙарҙың минең Рәсәйемдә лә, уның Башҡортостанында ла һәр ауыл янында, тип әйтерлек, булыуын хәтерләнек.

-- Эйе, беҙҙең ауыл ҡаршыһында ла бар ул Ҡыҙтүбә...

-- Беҙҙең рустар ҙа, һеҙҙең башҡорттар ҙа яҙғы йәмле май айҙарында туғыз көн буйы19 шул тау-түбәләрҙә йыллыҡ үрсем теләп Ер-әсәгә табыныр, төрлө ҡорбандар салып, уйнап үткәрер имеш... Ғалимдар әле лә ошо изге түбәләрҙең «Ҡыҙ» («Дева») атамаһының ҡайһылай килеп сығышын уңышһыҙ төпсөнһә лә20, заманында башҡорт дуҫым менән мин уны рус һәм башҡорт телдәре аша анһат ҡына аңлаштыҡ: «Ҡыҙ-Түбә» — иҫке башҡорт телендә «Ҡос-Дөбә» әйтелеп, һуңынан шул ике быуынлы һүҙҙең тәүге яртыһы (быуыны) башҡортҡа — «Ҡыҙ» («Ҡыҙ-түбә», «Ҡыҙ-тау»), ә икенсе быуыны русҡа «Дева» («Девичья гора», «Девин бугор») төшөнсәһен биргән имеш. Силезия ерендә шундай Костово («Ҡыҙ-Түбә») бар...

-- Шуныһы ғына мәсьәлә булып ҡала, — тип тештәрен йылтыратты Иван, — бында кем кемдән үтескә алды икән: рус башҡорттанмы, әллә башҡорт рустанмы?

-- Уныһы мөһим түгел. Мөһиме, баяғы үҙең әйтмешләй, икеһенең кендектәре берешлегендә... Мин хәҙер рәссам иптәште, моғайын, ҡыҙыҡһындырған икенсе бер һорауҙы ла тоямын: «Нисек итеп йәшлек-иҫәрлек шөғөлөнә һаҡал ағартҡансы тоғро ҡалдығыҙ?» Шулаймы? Яуап бирәм: утты-һыуҙы бергә кискән шул йән дуҫым менән нәҙер әйтешкәйнек — иҫән-имен илгә әйләнеп ҡайтһаҡ, поптарҙың һәм муллаларҙың, алпауыттарҙың һәм байҙарҙың беҙҙе үҙ-ара ыҙғыштырмаҡҡа уйлап сығарған уйҙырмаларына ҡаршы мәңге көрәшергә, ғүмер буйына рус менән башҡорт туғанлығын асыҡларға, бөтә көстө биреп уны нығытырға. Фажиғәле һуғыш юлдары беҙҙе Силезияға олаҡтырҙы, мин шундағы баяғы Костово («Ҡыҙ-түбә»!) тигән изге тауҙың тупрағына йән дуҫымды ерләнем, икебеҙҙең нәҙергә мәңге тоғролоҡ һаҡларға ана шунда ант иттем... Йә, ярай. — Йәшкәҙегән күҙҙәрен ситкә борҙо ҡарт. — Иванушка, ҡәҙерлем, төшөр инде минең ғәмәл дәфтәрен ҡултыҡ аҫтыңдан!

-- Баш өҫтө, Яков Ксенофонтович. — Ҡатырғы тышлы оло контора кенәгәһе бер ҡулдан бер ҡулға күсте.

-- Бына ул... Мин был фолиантҡа, беләһегеҙме, ҡайҙа юлыҡтым? Баяғы Иванушка әйткән Рязань өлкәһендәге бер сиркәүҙең манараһын һипләгәндә. Урындағы ҡарттар һүҙе буйынса, революцияға ҡәҙәр ул сиркәүҙә гражданлыҡ фамилияһы Башкирцев тигән поп булған, алыҫ ата-бабалары — христиан динле башҡорттар, ә был кенәгә ана шул поптың үҙ ҡулы менән яҙып ҡалдырған ҡомартҡыһы, имеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул башҡорттар тоҡомо ҡасан һәм ҡайһылай христиан динен ҡабул иткән? Үҙҙәре теләпме, әллә көсләп суҡындырылғандармы?.. Быларын мин һеҙгә әйтә алмайым.

— Уларын мин әйтә алам. — Басир яҡташы Сергей Абросимович биреп ебәргән әлеге хикмәтле китаптарҙы бер тына аҡтарғанда ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булғайны, һуңғы заманда иҫке тарих ифрат сәмле мәғәнәгә өлгәшеп, мәжлестәрҙә шул хаҡта йыш һүҙ ҡуҙғалғанға күрә, киләсәктә берәй урында мин дә борсаҡты эре бүрттерермен тип, киң ғәләмгә билдәһеҙ был фактты, студент ғәҙәтенсә, хатта ятлап уҡ алғайны. Аллаһы тәғәлә рәхим ҡылған шул форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, йәшлек ялҡыны менән мәсьәләне бер тына әйләндерҙе лә һалды: — Урта быуат гәрәп географы һәм сәйәхәтсеһе әл-Ҡазвини әҫәренең 1413-14 йылдарҙағы күсермә нөсхәһенән күренеүенсә, ул осорҙағы башҡорттар донъялағы «төрки телле иң ҙур халыҡ» һаналып, бер өлөшө — мәжүси, икенсе өлөшө — мосолман, ә өсөнсө «күпселек өлөшө христиан» динен тотҡан, шул «күпселек христиан башҡорттар» араһында мосолман башҡорттар бер төркөм генә тәшкил иткән, ә бөтәһе өҫтөнән башҡорттарҙың «бик ҙур ғәскәрле батшаһы» идара ҡылып торған. Хәҙерге мосолман башҡорттар, тимәк, боронғо күпселеге христиан динле башҡорттарҙың араһындағы «бер төркөм» генә мосолмандарҙың тоҡомдарылыр улар21.

— Бына һеҙгә кәрәкһә!.. Башҡорттарҙы борондан уҡ мосолман халыҡ тип күнеккәс, әлбиттә, был мәғлүмәт ҡолаҡты ярып керә-кереүен... Әммә бына был иҫке фолианттағы шундай уҡ сәйер мәғлүмәттәрҙе аңларға ул күпер һала, минеңсә. — Ҡарт кенәгәһен асты. — Беҙҙең славян вязын һеҙ, бәлки, еңел танымайһығыҙҙыр. Бына, уҡыйыҡ әле. Изге батюшка, урыны ожмахта булғыры, боронғо монахтарҙай, аҙ-маҙ ғалимыраҡ та булған, буғай, шайтан алғыры, бына нимә тиеберәк башлай бит хикәйәтен:

«Минең алыҫ бабаларым — башҡорт халҡы тарихына ҡарата ҡай бер сығанаҡтар.

Мәғлүм булыуынса, башҡорттар VII быуаттан уҡ Иҙел— Урал аралығында һәм Кама үрендә йәшәй, ә XII быуатта Кама үрендә һәм Ағиҙел буйҙарында уларҙың бернисә ҡалаһы булғанын да беләбеҙ. Башҡорт ҡәбиләләре әүәле болғарҙар, унан ҡыпсаҡ, нуғай союздарына кереп, Көнсығыш Европаға ла бик күптәндән барып сыҡҡан. Улары инде X быуатта уҡ «билярус» исеме менән мәғлүм...» — Ҡарт китаптан айырылды. — Ишетәһегеҙме, «билярус»!.. Хәҙерге славян белорустарҙың да, Болгариялағы славян болгарҙар кеүек үк, һеҙҙең башҡорт нәҫеленең бүләр-биләр ҡәбиләһенә ҡатнашлығы булғандыр, тим. Донъяла бит сап-саф ҡына ҡанлы бер генә милләт тә юҡ — бөтәбеҙгә лә бөтәбеҙ кереп ултырган, ҡатнашҡан... Быны башлап мин түгел, ә һеҙгә таныш яҙыусы Сергей Абросимович әйтте миңә. Ғайса пәйғәмбәр тыуған замандарҙа уҡ төрки ҡәбиләләр башҡа ҡәбиләләр менән аралашып йәшәгән, ә дүртенсе быуатта уларҙың бер өлөшө Атилла-батша етәкселегендә көнбайышҡа табан Уралдан ҡубынып китеп, Бискай ҡултығынаса барып сыҡҡан, тип һөйләгәне иҫемдә. Ә ул ҡорҙашым, беләһегеҙ, тарихи китаптар, архив документтары менән эш итә. Ҡыҙык хәбәр һалдыммы?

-- Был иһә, һеҙҙең рустар әйтмешләй, һыуға һәнәк менән яҙылған, — тине Басир. — Ғалимдар тикшереп, төбөнә туҙ ҡуймай тороп, ундай имеш-мимештәргә ышаныуы ҡыйыныраҡ, ти торғайны минең атайым бахыр...

-- Шулай ҙа, шулай ҙа... Йә, ярай, уҡыуҙы дауам ҡылайыҡ:

«XII быуатта улар, башҡорт ҡәбиләләре, бөгөнгө Венгрияның төньяғында ла йәшәй...

Башҡорттарҙың Рязань, Темников, Тамбов тирәләрендә йәшәүҙәре тураһында ла рус йылъяҙмаларында нигеҙле мәғлүмәттәр бар. Шацк ҡалаһы архивында, мәҫәлән, 1539 йылда кенәз Кугушевҡа Темниковта йәшәгән башҡорттарҙан һәм мишәрҙәрҙән яһаҡ йыйыу хоҡуғы бирелгән грамотаның күсермәһен күрәбеҙ22. Тимәк, бында башҡорттар Башҡортостан Россияға ҡушылыуҙан күп элгәре үк рустар менән аралашып йәшәгән! Бер тарихсы: Шацк өйәҙендәге Вышинский монастыры эргәһендә XVII быуат аҙаҡтарында әле «Башҡорт тауҙары» барлығы билдәле ине», — тип хәбәрләй. Күрәһегеҙ, XVI быуатҡа тиклем күп элгәре үк Темников, Шацк тирәләрендә мажарҙар (мишәрҙәр) менән бергә башҡорттар ҙа донъя көткән һәм уларҙың унда ултыраҡ тормошта көн күреүҙәре бәхәсһеҙ. Беҙгә мәғлүм булыуынса, юғарыла телгә алынған грамотаның эйәһе Кугуш мырҙаның алыҫ олатаһы Ока йылғаһының буйына 1298 йылда күсеп барып урынлаша23. Ихтимал, башҡорттар шул осорҙа уҡ унда йәшәгәндәрҙер. Ҡыпсаҡтарҙың бер килкеһе «башҡорт» исемле булыуы ла — ошо башҡорттарға барып тоташалыр тип уйларға нигеҙ ул. Көнсығыш Европала башҡорттарҙың йәшәүҙәре тураһында иғтибарҙы йәлеп иткән дәлил бар. Уныһын Әүлиә Чәләбиҙең «Сәйәхәтнамә»һендә осратабыҙ24. Унда «башҡорт» атамаһы юҡ-юғын, ләкии «һәштәк» (истәк) тигән ҡәбилә, халыҡ бар. Шуны аңлатыусы бер ғалим: «Элегерәк осрап килгән «крул» атамаһының һәм «хешдек» һуҙенең серенә һаман төшөнгәнебеҙ юҡ әле», — ти. Был атама Чәләбиҙә беренсе тапҡыр 173-сө биттә — Львов ҡалаһы тураһында яҙғанында төрлө халыҡтар исемлегендә килтерелә: «москвиты, краковцы, хешдек». Шул уҡ атама тулыраҡ, аңлайышлыраҡ итеп тағы ла 12-се бүлектә (214-се бит) бирелә: «Һәм ғәзими ханға25 Мәскәү һәшдәк-мосолмандарҙан ошондай хәбәр килде...» Был осраҡта мосолман һәшдәктәрҙе, бигерәк тә Мәскәүгә итәғәт ҡылған булараҡ, беҙ «үстәк», «истәк» (башҡорттар) тип ҡабул итергә хаҡлы. 1805 йылда мосолмандарҙың «Һәфтиәк» тәфсирен яҙыусы башҡорт Тажетдин Ялсығол үҙен «әстәк» тип тә, «башҡорт» тип тә атауы ла, беҙҙеңсә, ошо һәшдәккә ҡайтып ҡала.

Был тарихи сығанаҡтар башҡорттарҙың Тамбов, Рязань өлкәләрендә кәм тигәндә XV—XVI быуаттарҙа уҡ (Башҡортостан үҙе теләп Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем үк!) ултыраҡ тормошта йәшәүҙәрен иҫбат итә торған дәлилдәр улар...» — Яков Ксенофонтович «ғәмәл дәфтәре»н япты, ситкәрәк этәреп ҡуйҙы. — Ә артабан, һеҙ, юғары мәғлүмәтле кеше, изге батюшкаларҙың ғәҙәтен беләһегеҙ, бөтөнләй беҙгә кәрәкһеҙ нәмәләр теҙелә: нисек итеп Уралдағы ҡалған башҡорттарҙы ла суҡындырыу заруриятының әһәмиәте тураһындағы шыр-дини трактат... Йәғни әйҙәгеҙ, рәссам иптәш, — табын хужаһы соҡортайҙарға эсемлек өҫтәне, — ата-бабалар еренең бөтөнлөгө, халыҡтар берҙәмлеге — Совет иле тип аталған дөйөм Әсәй-Рәсәй өсөн тотайыҡ!

-- Булдыҡ иҫән!

-- Бәләкәстән үк рустар араһында йәшәп, мин рус халҡының хайран киң күңеллелегенә, үҙен бер ҙә өҫтөн ҡуймай, дорфаланмай, теләгән бер халыҡты ла тиң күреп йәшәүенә, башҡа халыҡтарҙы кәмһетмәүенә, йәғни зәһәр шовинизм һәм милләтселек сирҙәренән үҙен таҙа тотоуына һоҡланып бөтә алмайым — бөйөк рус халҡы менән дуҫлыҡ йәшәһен! — тине Басир.

-- Ә мин башҡорт халҡы өсөн күтәрәм! — Иван үҙенең тосы менән нығытты. — Э-э-эх! Магаданда ер аҫтында таш сапҡанда башҡорт дуҫым бар ине!..

-- Бөтә-бөтә халыҡтар ҙа йәшәһен — һәммәбеҙ ҙә йәшәйек! Сөнки халыҡтарҙың яҡты киләсәгенә -- ҡояш иленә тылсымлы күпер көллөбөҙҙөң дөйөм көсө менән һалына!

-- Эйе, берлектә — көрлөк, туғанлыҡта — бәрәкәт, тип әйтә беҙҙең бер мәҡәл, тип нығытты Басир.

-- Ә беҙҙең бер бик ҡыҙыҡлы риүәйәт... – тип башлағайны ла ҡартлас, өнө өҙөлөп ҡалды:

-- Атай! Оят түгелме һеҙгә, ошолай көпә-көндөҙ... — Артҡапҡанан Пушкин томын тотҡан китапханасы ҡыҙы инеп килә имеш. «Һә!» тип стаканын йәшергәйне телмәрсе, табындаштары шарҡылдап көлдө.

-- Ғәфү итегеҙ, -- тине инеүсе, Басир тарафына йәһәт күҙ йүгертеп. – Ни тигәнем кеүәҫ кенә икән дә.

-- Был минең ҡыҙым — Любовь Яковлевна, — тине ҡарт. — Күрәһегеҙ, йәшел йылан һутының тере дошманы... Таныш булығыҙ: Басир Дәүләтбаев тигән ап-айыҡ Урал бөркөтө. Художник.

Басир, сихри көскә тарығандай, һылыуға текләп ҡатты: шул үҙе — айлы төндә аҡ ҡайын төбөндә бәпес һикерткән Аҡһылыу!

-- Һаумыһығыҙ. Кисерегеҙ, әллә ҡайһылай килеп сыҡты... — Ике бите бешкән сейәләй ҡыҙарып, Басирға ҡул бирҙе лә атаһына боролдо. — Мин ҡайтырға ыңғайланым. Һин дә оҙаҡлама инде, йәме? — Ҡунаҡ егеттең төбәлеп баҡҡан ҡарашынан баҙабыраҡ, артҡапҡанан йәһәт кенә олаҡты. Ирҙәр, шым ҡалып, һулыштарын алдылар, ихатаға ҡапыл ғына саф ел көйәҫе ҡағылып үткәндәй булды.

Тупыр-тупыр ат тояҡтары уларҙы, һуштарын тамам йыйып, оло ҡапҡаға бағырға мәжбүр итте: атынан ырғып төшөп, теҙгенде сөйгә элеп, ковбойҙарса кимерсәктәй ҡатынан кейенгән тарамыш егет йораты елтерәп килеп инде:

—Сәләм намыҫлы йәндәргә!

-- Беҙҙән дә ҡаршы сәләм, намыҫлы йәндән ишетһәм. -- Сәләмләшеү сәйер башланды шулай.

-- Ә һин, Иван, атаңдан алда атҡа атланмай тор әле. – Күҙҙәрен аҡайтты егет.

—Ә һин, Платоша, яллы-ҡойроҡло ат тип, һурғыс башлыға атланып алғанһың, ахыры.

Тегенең иҫе китмәне:

— Яков Ксенофонтович, ниңә мине ҡунағығыҙ менән таныштырмайһығыҙ?

-- Бик ҡиммәткә төшөп ҡуймағайы был танышлыҡ!

-- Күп лыҡылдайһың, Иван! — Егет Басирға ҡул һондо. — Мәгеҙ, услағыҙ бишлегемде! Платоша тип йөрөтәләр мине — килеп сығышым ошо затлы урамдан. Ә һеҙ, күрәм, теге ижад йортоноҡо — бумала батшаһы булаһығыҙ.

-- Хаҡ һүҙ.

-- Платоша һәр саҡ хаҡ һөйләй! Яков Ксенофонтович, тамаҡ кибеп китте бит әле, хаҡ әйтәмме?

Тегеһе ҡул һелтәне:

—Һалып бир, Иван, шуға -- күҙенән тултырып берҙе!

-- Һалынғанын алһын.

Егет кеүәҫ стаканын еҫкәне лә ерәнгәндәй ситкә атып бәрҙе:

-- Ә мин һеҙҙе ысын ирҙәр икән тип уйлағайным. Бынау ҡәҙерле ҡунаҡ алдында оят. Имгәк быҙау икәнһегеҙ.

-- Телеңә һалышма, Платон. Көҫәгәнеңде кеҫәңдән эҙлә.

-- Кеҫәһенән елдәр иҫеп тора шул, дөрөҫмө, Платоша?

-- Вәт рәхмәт төшкөрө, күрәҙә икәнһегеҙ! Бир бишлегеңде, бер өс көндән кире килтереп еткерермен, Яков Ксенофонтович.

-- Бер өс көн тигәнең — ҡыҙыл ҡар яуғансымы? — Иван кирегә һаплауын дауамланы.

—Ә һин, Ванечка, үҙеңдән олораҡтар һөйләшкәндә тик ултыр. — Көтмәгәндә ҡойма аша ҡолаҡты ярырҙай ҡысҡырҙы. — Тррр, Аҡбәкәл, ниңә сапсынаһың? Әллә юҡһа бынауы алмағасҡа килтереп бәйләгәнде көтәһеңме?! — Иванға ажырайҙы. — Ә һин, бик тә телең ҡысытһа, йыуынтыңды һемер ана! Йә, буламы, Яков Ксенофонтович? Юҡһа, Любаша артынан ҡыуалатам! Хәҙер, Аҡбәкәл!

-- Их-ма! — һуңғы янау тәьҫиренә бирелгән Яков салбар кеҫәһенән бишлекте һурып алып тотторҙо, шуның менән теге лә юҡҡа сыҡты. Тупыр-тупыр тояҡ таҡмаҡтары алыҫлашып һүрелде. Иван ҡапҡа яғына бер төкөрҙө:

-- Күпме әйтәм! Төпһөҙ ҡойоға ташланым тип иҫәплә ул аҡсаңды!

— Иванушка, кешене нахаҡҡа рәнйетмә, — тине еңел һулап ҡарт. — Ул әйттеме — бөттө, өс көндән килтереп еткерәсәк. Таш яуғанда ла. Нимә-нимә, ә шул яҡшы сифатын кире ҡағыуы ҡыйын. — Басирға аңлатты. — Тап һеҙҙең башҡорттоҡолай, атһөйәрҙәр бар беҙҙең арала ла. Колхоздың атлы спорт клубы эшләй — тыуа-тыуғандан шунда ат ҡарай Платон. Башҡорт кеүек үк ат йәнле.

-- Эт йәнле тип әйтер инем мин уны.

-- Иванушка, үҙ гонаһтарыңды онотма... Их-ма, -- елкә соҡорон ҡашыны, -- бер Платоша ғына түгел ауылда... Шаҡшы икәнен дә белеп торабыҙ, әммә иҙеү аҫтарына ҡойопмо ҡоябыҙ шул...

-- Ҡоймай ҡара... беҙҙең тынғыһыҙ заманда... — Иван да көйөнөп ҡуйҙы. — Любаһы ла, етмәһә, шуны аңламаған була...

-- Любовь Яковлевна был тәңгәлдә хаҡлы, — тине Басир, айлы төндә аҡ ҡайын төбендәге балталы Иванды, сарылдап илаған баланы һәм Аҡһылыуҙың әсенеп әйткәндәрен бер юлы хәтерләп. — Замана бында тамсы ла ғәйепле түгел, эйе!

-- Ә мин нимә тимен һуң?! —Ҡарт ысын-ихлас күңелдән өҙгөләнде. — Бына һеҙ ҙә, күреп торам, минең ҡыҙым кеүек үк, беҙҙе ҡаты ғәйепләргә әҙерһегеҙ...

-- Юҡ, мин бит... – Аҡланырға иткән һымаҡ ине лә, ҡартлас уны бүлдерҙе:

-- Ләкин Иван менән минең, кемдер әйтмешләй, алтын ҡуллы балта оҫталарының, ҡыҫтау тиреһенә инеп йәшәп ҡаранығыҙмы һуң, туғаным?!

-- Һе! Атайым бахыр әйтмешләй, «оҙон аҡса» артынан ҡыуалапмы?

-- Эх, аҡсаламы ни эш!

-- Ал юҡ, ял юҡ — ас һағаҡлы балтаңды билеңә ҡыҫтырып, ил буйлап йөрөйһөң ҡыҙырып... — тип ҡеүәтләне Иван.

-- Алтын ҡулдарға тыуған ояла ла табылыр ине эш.

-- Эш етерлек ул. Баштан ашҡан. Ләкин ниндәйе, тип һорайым мин! — Ҡарт, ҡапыл йөрәкһеп китеп, верстак тирәһендә йөрөнөп алды. — Ләкин ниндәй эш, тип һорайым мин! Әйтәйек, рәссамлығығыҙҙы йәғни киндергә бумала йөрөтөүегеҙҙе ташлап, киндер туҡыусыға әүерелә алыр инегеҙме һеҙ?! Ә бына Иван менән мине, — аҫыл биҙәк һалып семәрләнгән таҡтаһын ҡулына алды, — бына ошонан айырып, ҡайҙа етте шулай мүкләп-сутлап бүрәнә һалыусыға әүерелдермәкселәр ине.

-- Булмаҫ. Һеҙҙең кеүек алтын ҡуллы оҫтаны...

-- Башығыҙ йәш әле, туғанҡай... Бына шунан һуң миңә, пенсия йәшем етеүгә һылтанып, колхоздан янтайыуҙан, ә Иванға, колхоз уставы ҡушҡанса, отходной һорап алып, кәсепкә сығып китеүҙән башҡаһы ҡалманы... Әммә көн дә, көн дә ейһәң, танһыҡ ҡалъя ла еләтә. Ә оҫталыҡ ҡорамалдарыңды йөкмәп ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә һәлпәндәп ҡыҙырыи йөрөп ҡара... Бик төшөмлө булһа ла, майлы бутҡа түгел шул: кешене ул ялҡыта, күңелен фәҡирләтә — эсергә лә, алдарға ла, урларға ла өйрәтә, тиер инем мин... Бына шулай, ситтә аҙып-туҙыл йөрөү туйҙырғас, ауылға ҡайтып, Иван менән ауылдаштарға ялланып эшләй башланыҡ. Колхоздың аяҡҡа баҫып, хәлләнеп килгән мәле ине: йорт һайын ҡура тулы мал-тыуар, бура тулы иген, ә аҡсаны крәҫтиәнең кеҫәһенә бөкләмәй һалып йөрөттө. Елегенә май ултырғас ни, матурлыҡ тураһында ла ҡайғырта башланы әҙәм балаһы һәм Яков ҡарт менән Ивандың алтын ҡулдарына ла яҡты көн килде: яҡташтарға — һөйөнөс, түрәләргә һабаҡ булһын тип, үҙебеҙ тыуған ике аулдың урамын тулайым өр-яңынан биҙәп һалдыҡ.

-- Ғәжәйеп урамдар! — Тел шартлатты Басир. Һоҡланып ҡарап уҙҙым.

-- Шулай тиһегеҙ ҙә бит, етәкселөр улай тимәне әле... — Юнышҡы араһынан башы бүлтәйеп сыҡҡан зәһәр йәшел шешәне тибеп осорҙо. — Их! Үҙебеҙҙе үҙебеҙҙән айырыусы ошо хәмер, кешеләрҙе кешеләрҙән айырыусы дин хәмере әгәр ҙә ки был донъяла булмаһа!

-- Дөрөҫ! Икеһе лә опиум — халыҡты ҡан илатҡыс!

-- Әгәр ҙә шулар булмаһа, тим, ҡайһындай ҙа тигеҙлек, татыулыҡ, туғанлыҡ сәскә атыр, халыҡ менән халыҡтарҙың араһына ла ҡотҡо һалыусы ала-ҡола ҡоҙғондар инә алмаҫ ине! Юғиһә бит эш нимәгә барып етте: кешелек донъяһы үҙен үҙе — синыфтарға бүленеүе етмәгән! — дингә, тәндәренең төҫөнә, милләттәренә ҡарап айырып, ғәмәлдә үҙенә үҙе ҡаршы көрәшә — бер юлы Ер шарын да, үҙен дә юҡ итеп ҡуймағайы, тим... Их, эс серҙәремде бушатып, Һөйләйемсе бер фәһемле риүәйәт, тыңлағыҙ!..



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет