Башҡорт энциклопедияһы



бет20/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

В.В.Бартольдтың ’’Европа халыҡтары мәҙәни тарихы кеүек үк, төркиҙәр тарихы ла берҙәй үк тарихи эволюция закондары буйынса үҫә” тигән идеяһына таянып, уларҙы үҙенсә дауам итә. Төркиҙәрҙең дәүләтселек системаһы, ғәскәр ҡоролошо, тимерселек һәнәре ултыраҡ халыҡтарға көслө йоғонто яһауын күрһәтә. Иран тарихында мәҙәниәттең иң юғары кимәлгә етеүен илһани хакимдар исеме, илһаниҙар дәүере менән бәйләй.

Йыйып әйткәндә, ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабы менән Әхмәтзәки Вәлиди Туған, бер яҡтан, төрки халыҡтары тарихын өйрәнеүҙә тағы киңерәк ареалға сыҡһа, тарихтың төпкөлдәренә, тарих аръяғына уҡ үтеп инһә, икенсе яҡтан, төрки тарих ғилемен яңы теоретик, методологик ҡараштар менән байытты, тарихты система рәүешендә өйрәнеү ысулына нигеҙ һалышты.


ҺУҢҒЫ ЕМЕШЛЕ МИҘГЕЛ

Ғүмеренең көҙгө емешле миҙгеле 1948 йылдың көҙөндә Истанбул университеты кафедраһына яңынан профессор итеп ҡайтарылғандан һуң башлана. Был саҡта Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға 58 йәш ине. Шул йәштә генә уға донъяһы теүәлләнергә, юлынан бар кәртәләр алып ташланырға, фән тип йән атып эшләргә бар мөмкинлектәр асыла буғай. Ул яңынан кафедра эшен, төрки тарихы буйынса лекциялар серияһын, семинарҙарын юлға һалып алды. Университетта фән, уҡыу-уҡытыу әлкәһенә яңылыҡтар индереү хыялдары һәм пландары менән янып йәшәй башланы. Төркиәнең ғилми йәмғиәттәре, ғилми журналдары, нәшриәттәре менән тығыҙыраҡ бәйләнешкә инде. Күп йылдар буйы йыя, туплай, яҙа килгән ҙур фәнни хеҙмәттәрен донъяға сығарырға, өлгөргән емештәрен тирергә форсаты һәм миҙгеле етте.

Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға 1950 йылды 60 йәш тулды. Был дата уның ғүмер һәм эшмәкәрлек юлына бер ҙур йомғаҡ кеүек ҡабул ителә. Ошо уңай менән уның 60 йәшлегенә арнап сығарылған ’’Әхмәтзәки Вәлиди Туған” (1955) исемендәге махсус китап та быны раҫлап тора. Китапҡа Австрия ғалимы профессор Генрих Янски тарафынан Ә.Вәлиди Туған тураһында яҙылған ғәжәп төплө һәм эшмәкәрлеген юғары баһалар инеш һүҙе үҙе генә ни тора! ’’Хәҙер Зәки Вәлиди Туған үҙенең алтмыш йәше байрамын тынғыһыҙ ижадының бөтә сағыу уңышы, ғалим һәм академик уҡытыусы булараҡ яҙмышы иң юғары нөктәгә етеүе менән ҡаршылай, ул фәндең танылған вәкиле генә түгел, уның тулы мәғәнәһендә һайланмыш заты, — ти атаҡлы шәрҡиәтсе ғалим. — Афған дәүләте әһеле, сардар, һүҙ оҫтаһы Ғәбделрәсүл Хан, Зәки Вәлидигә арнап, Урта Азияла ҙур азатлыҡ көрәшенең етәксеһе булараҡ фарсыса ода яҙҙы, Иран (Сәйед Хәсән Такизадә, Ғәлиәскәр Хикмәт, Мирза Мөхәммәт Казвини, Мөхәммәт Ғәли Фуругу), Һиндостан (Әбул Кәләм Азад, М. Хамидуллаһ, М.Низаметдин,

З.Ситдиҡи) һәм Көнбайыш илдәрҙән (Е.Г.Браун, сэр Дэнисон Росс, сэр Орэл Штейн, В.Бартольд, Й.Маркварт, П.Пэллиот, Г.Грегори) атаҡлы дәүләт аҙаматтары һәм ғалим дуҫтары Туғанға яҙмаса юғары нарыҡ бирҙеләр. Былар үҙҙәре генә лә Зәки Вәлиди Туғанды үҙ яҙмышын бәйләгән төрлө ил ғалимдары алдында әһәмиәтле дини һәм




милли йәмғиәттәр эсендә генә сикләнмәгән ҙур шәхес икәнен раҫлап торалар”.

’’Әхмәтзәки Вәлиди Туған” йыйынтығында был ғалимдың иң якын фекерҙәштәре һәм дуҫтарынан, күренекле шәрҡиәтсе Франс Бабингер (Мюнхен), швед Вальтер Бергман (Анкара), Джефи Льюнс (Оксфорд), Г.Рам- стед (Хельсинки), О.Прицак (Гамбург), Вальтер Гинц һәм Бартольд Шпулер (Геттинген), Ричард Н.Фрай (Гарвард), Карл Менгес (Колумбия) һәм билдәле көнбайыш ғалимдары, Ирандан Сәйед Хасан Такизадә, һиндостандан Мөхәммәт Хәмидуллаһ, Төркиәнән Хәмит Зөбәйер Ҡушай, Абдулкадир Инан, Зияетдин Фындыкоглу һәм бүтән шәрҡ ғалимдары мәҡәләләр менән сығыш яһайҙар. Ч.Улучай менән Америка ғалимы Мартин Диксон Ә.Вәлиди Туған хеҙмәттәренең библиографияһын төҙөп баҫтырҙылар. Шундай заттарҙың изге һүҙҙәренән һәм оло хөрмәттәренән башҡа ҙур бүләк булыу мөмкинме ни! Хеҙмәттәренә күрә хөрмәте, ғалим остаҙына күрә шәкерттәре һәм иң яҡын фекерҙәштәре.

Өлкән ғалимдың уй-ниәттәрендә ғәләмәт ҙур пландар ҡайнай ине. Ул хәҙер университетта, ижтимағи фәндәр донъяһында гүйә үҙенсә бер инҡилап яһамаҡсы.

Әле ул 1939 йылда уҡ Истанбул университеты эсендә Тарих институты булдырыу проекты менән сыҡҡайны. Шул фекерен яңынан ҡуҙғатып, 1949 йылды деканатҡа киңерәк тәҡдимдәр индерә: Азия һәм дөйөм төрки тарихы институты, Исламиәт институты, Рус филологияһы институттары төҙөргә.

Бындай ифрат ҙур пландар университет ректоратын, деканатын һәм ғилми ҡоромдарын башта шаңҡытып ҡалдыра, әлбиттә. Байтаҡ түрәләр һәм ғалимдар ғәмәлгә ашмаҫ буш хыял, өлгөрөп етмәгән мәсьәлә тип ҡаршы сығалар. Шулай ҙа төрлө ҡаршылыҡтарҙы, ҡапма-ҡаршы ҡараштарҙы еңеп, үҙенсә раҫлап, Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1953 йылда Исламиәт институтын төҙөтөүгә өлгәшә. Уның үҙен шул институттың директоры итеп тәғәйенләп ҡуялар.

Был хаҡта хәтирәләрендә ул үҙе былай яҙа: ’’Исламды белеүем наҡыҫ түгел ине, ислам тарихын, мәҙәниәтен, тарихи географияһын, төрлө дәүерҙәрҙәге иҡтисади хәлен яҡшы белеүем арҡаһында 1935—1939 йылдарҙа Герма- нияла Бонн һәм Геттинген университеттарында ислам ғилемдәре профессоры вазифаһын башҡарҙым һәм Истанбул




университетында шулай уҡ үҙ тырышлығым менән ойошторолған Исламиәт институтында директор булып эшләнем. Төп ғилми эшем төрк тарихы булыу сәбәпле, ғилми тикшеренеүҙәремде шуға бағышлау өсөн, мин, Истанбулда 1953 йылда Исламиәт институтында директорлыҡтан баш тартҡас, барыбер алты ай буйына был вазифаға яраҡлы директор һәм профессор табылманы, һәр хәлдә, минең хәҙер ҙә был институтта директор булып калыуым Төркиәлә ислам ғилеменең һуңғы ваҡытта ла бик артта ҡалыуын күрһәтеүсе бер билдәлер. Ғәмәлдә иһә ислам мәҙәниәте әлкәһендә университет профессоры булырлыҡ Шәреҡ һәм Европа телдәрен яҡшы белгән кешеләр төрк илдәрендә бик аҙ. Мәҫәлән, һиндостанда Мөхәммәт Шәфи, Закир Хөсәйен, Иранда Такизадә кеүек ғалимдар беҙҙә үҫеп сыҡманы”.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған бына ошондай шарттарҙа Исламиәт институтында ислам ғилемен үҫтереүгә күп көс һалып ҡарай, ләкин ректорат уға тейешле штат бирмәү арҡаһында етди уңыштарға өлгәшә алмай. Ул үҙе асылда бер- ике ассистенты менән генә был йүнәлештә ғилми эш алып бара. Шуларҙан Фуад Сезгин аҙаҡ профессор булып күтәрелә, быға тағы профессор доктор Салих Туғ өҫтәлә, һуңыраҡ Ә.Вәлиди Туған университетта ислам кафедраһын асыу хаҡында ла юллай, ләкин тағы күп ҡаршылыҡтарға осрай. Һәр яңылыҡҡа шикләнеп ҡараған, фәндә яңы юлдар ярыу мәшәҡәттәренән һәм ауырлыҡтарынан өрккән фән әһелдәре күпселек ине шул ул замандарҙа. Быны Әхмәтзәки Вәлиди шәкерттәренең береһе, хәҙер киреһенсә аңлата: ”1. Тарих ғилемен, ғилми ойошмалар кәрәклеген етди ҡабул итмәгән, һәр яңылыҡҡа ҡаршы торған кешеләр көн тип кенә йәшәйҙәр. Ундайҙарҙы ныҡышмалы хеҙмәт ҡурҡыта, тырыш, эшсән ғалимдар үҙҙәрен әллә ҡайҙа артта ҡалдырырҙар, тип борсола. Әммә ысын ғалимдар уңайлы шарттар тыуғанда йоғонтоло даирәләр тарафынан тейешле баһаһын табыр, абруй һәм дан ҡаҙаныр. Юғарылағыса ҡаршылыҡтар 40-сы йылдарҙа ғына түгел, 50-се йылдарҙа ла, тик бер ни тиклем йомшарған формала хәҙер ҙә йәшәп килә.

Зәки Вәлиди Туған беҙҙең илдә эштәрҙең нисек башҡарылыуын, яҙма ҡағыҙҙарҙы ваҡ чиновниктарҙың нисек юғарыға еткереүҙәрен аҙағынаса аңламаны: ул, ниндәйҙер этәргес булмайынса, эш үҙенән-үҙе эшләнер, тип өмөт- ләнде. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошо механикаға иғтибар итмәне, шуға уға яҙмыш ҡып-ҡырын килеп сыҡты.

264




Төрөк тарихи ҡоромоноң ағзалары, уны көнәркәш күреп, үҙҙәренән алға сығырға юл ҡуя алманылар. Истанбул университетының күпселек тарихсы профессорҙары шул ҡоромдоң ағзалары ине. Быға тағы, Зәки Вәлидиҙән айырмалы, монголдарҙы ’’Ҡырағай халыҡ” тип һанап, уларҙы төрөктәргә туғандаш халыҡ итеп күрергә теләмәгән кешеләрҙең ҡаршы тороуҙарын да ҡушырға кәрәк.

Зәки Вәлиди бигерәк тә сит илдәрҙә иң күренекле төрөк тарихсыһы булып танылды. Быға көнләшеүселәр уға Төркиәлә институт бирергә, юғары үрләтергә теләмәйҙәр ине”.

Профессор Тунжер Байҡара Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ғилми ойошмалар — институттар булдырырға юллап йөрөүҙәренең, һәр бер яңы башланғыстарының ҡаршылыҡҡа дусар булыу сәбәптәрен ана шундай факторҙар менән аңлата.

Ысындан да, Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең төрөк коллегаларынан, күренекле тигән төрөк тарихсыларынан да бер башҡа юғары ине. Фәндә уға тиңәлергә көстәренән килмәгәс, үҙ властарынан файҙаланып, уға юл бирмәҫкә тырышып, һәр даим ҡаршы сығалар ине. Уға сит ҡәүем, килмешәк тип ҡыйырһытып ҡарауҙары ла сер түгел.

Батыр көрәштән туймай, тигән шикелле, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бөтә ғүмере асылда көрәштән ғибәрәт, һәр әлкәлә — тормошта, сәйәсәттә, фәндә — һәр саҡ фиҙакәр көрәшсе ул. Хаҡ көрәш — уның йәшәү девизы. Бер көрәштә еңһә, икенсеһенә, тағы ауырырағына тотондо, береһендә еңелһә, икенсеһен башланы, өсөнсөһөнә әҙерләнде. Бер саҡта ла ебеп ҡаушап ҡалманы, еңеүсеһенә бил биргәндә лә баш бирмәне.

Фән әлкәһендә инде ул, оппоненттарын сәмләндереп һәм көнләштереп, дошмандарының эҫтәрен яндырып, ҡара көйҙөртөп, үҙе янып эшләүен белде, фән ҡаяларының бе- реһенән-береһе бейек һәм хәтәр үрҙәрен яуланы. Батырҙар ғына бейектәргә үрләй, шоңҡарҙар ғына юғарыраҡ оса шул.

Беҙҙең быуат урталары, 50-се йылдар Әхмәтзәки Вәлиди Туған фәндә иң юғары бейеклектәрҙе яулаған, исеме бөтә донъя шәрҡиәтсе ғалимдарына билдәле бөйөк ғалим ине. Бындай дан һәм исем-шәриф бик һирәктәргә генә тейә шул.

Төркиәлә 1951 йылда үткән Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ- ара XXII конгресы Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды донъя кү

265




ләмендә иң абруйлы шәрҡиәтсе ғалим итеп зенитҡа күтәргән, шундай күргәҙмәле оло форум булды. Уның Ойоштороу комитетының рәйесе итеп Ә.Вәлиди Туған тәғәйенләнде.

Донъяла беренсе башлап 1873 йылда Парижда йыйылып, аҙаҡ нәүбәт менән Берлин, Лондон, Вена, Рим, Мюнхен, Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа уҙғарылған иң абруйлы бындай конгрестар данлы тарихҡа, донъя күләм әһәмиәткә эйә ине.

Бер йылдан Истанбулда асыласаҡ бындай олуғ форумдың әһәмиәтен һәм ниндәй яуаплы, мәшәҡәтле эш икәнен аңлап, Ә.Вәлиди уға ең һыҙғанып тотона. Ойоштороу-баш- ҡарма комитет төҙөлә, ғилми кәңәшселәр ҡоро ҡорола. Ә.Вәлиди Туған үҙе конгрестың программаһын, структураһын әҙерләй, секцияларҙың, бүлексәләрҙең йүнәлешен асыҡлай. Атаҡлы шәрҡиәтсе ғалимдарҙы саҡырып хаттар яҙа. Төрлө илдәрҙән килгән докладтарҙы йә иһә тезистарын баҫмаға әҙерләшә, көндәлек ойоштороу эштәре менән шөғөлләнә. Шулай йыл буйы төп ваҡытын һәм көсөн ошо эшкә һала. Төрлө илдән, төрлө телдәрҙә килгән доклад һәм сығыштарҙы редакторлап баҫмаға әҙерләү эше үҙе генә ни тора.

Ниһайәт, 1951 йылдың 15 сентябрендә Истанбул университетының ҙур залында Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара конгресын инеш һүҙе менән профессор ординар доктор Әхмәтзәки Вәлиди Туған асып ебәрә. Төркиә йөмһүриәте исеменән сит ил эштәре министры профессор, күренекле әҙәбиәтсе Фуад Көпрүлү сығыш яһай. Пленар ултырышта Ә.Вәлиди Туған үҙе ’’Урта быуат ислам ғилемендә тәнҡиди тарих ысулының үҫешкән осоро” тигән темаға доклад уҡый.

Конгресҡа 38 илдән килгән 324 ғалим пленар ултырыштан һуң өс көн буйы 15 секцияға бүленеп эшләй. Секциялар: Боронғо Шәреҡ. Боронғо Анатолия (2 бүлексә). Семит телдәрен өйрәнеү. Ислам ғилеме (Был үҙе 4 бүлексәнән тора). Алыҫ Көнсығыш (ике бүлексә). Урта Азия. Төркиәт (3 бүлексә), һиндология. Иранистика. Христиан шәрҡе. Аһди Атик (Ветхий Завет) тикшеренеүҙәре. Афған ҡәбиләләрен өйрәнеү. Боронғо Мысыр (Египет). Ислам- Бизан (Византия) мөнәсәбәттәре. Ислам сәнғәте.

Был секцияларҙың үҙҙәре һәм уның бүлексәләре үк конгреста исламиәт ғилеме ни тиклем төрлө йүнәлештә,

266




төрлө илдәр, региондар буйынса бик киң тикшерелеүе аңлашылып тора. Секцияларҙа өс йөҙгә якын докладтар һәм сығыштар тыңлана, үҙәк проблемалар буйынса киң фекер алышыуҙар, бәхәстәр ойошторола. Уларҙың күпселеге конгресс асылғансы ике том итеп инглиз телендә баҫып сығарыла. Төп тезистар ’’Исламиәт институты журналы”ның ике һанында алдан иғлан ителә.

Конгреста, әлбиттә, ғилми мәсьәләләр менән бергә ҡайһы бер секцияларҙа сәйәси мәсьәләләр ҙә ҡалҡып сыға, социалистик илдәрҙән килгән ғалимдар һул ҡараштарҙан сығып сығыш яһайҙар.

Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXII конгресы шәрҡиәт ғилемен артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим ҡарарҙар ҡабул итә. Шулар араһында ’’Төрки халыҡтарының телдәре һәм мәҙәниәттәре тарихы буйынса белешмә” хеҙмәт әҙерләү — бик мөһим сара. Уны әҙерләүселәр комитетына һайланған 9 ғалим араһында Ә.Вәлиди Туған да бар.

’’Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXII конгресы һәм уға бәйле тәьҫораттар” (1953) тигән хисап китабында Ә.Вәлиди Туған был форумдың составын, секцияларҙың эшен, нисек үтеүҙәрен бәйән итә. ’’Донъяның һәр тарафынан киләсәк ғалимдар милләтебеҙҙең өлгөрөп еткәнен күрәсәктәр, тип уйлағайныҡ, — ти ул. — Хәҙер әйтә алам, улар быны күрҙеләр. Конгресс милли мәҙәниәтебеҙ һәм ватан тарихыбыҙ өсөн фәндә яңы йүнәлештәр күрһәтеүҙә һәм ғилми- тикшеренеү эштәрен тиҙләтеүҙә бөйөк әһәмиәткә эйә, беҙҙең өсөн яңы киңлектәр аса”.

Конгрестан алған тәьҫирҙәре һәм уны юғары баһалау- ҙары хаҡында төрлө илдәрҙән килгән атаҡлы ғалимдарҙың фекерҙәрен әлеге хисап китабында Ә.Вәлиди Туған өлөшләтә баҫтырып та сығара. Мәҫәлән, Германиянан килгән күренекле төркиәтсе ғалим профессор Франц Бабингер былай яҙа: ”Был юлы донъяның бөтә белгестәрен тиерлек йыя алған Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара конгресы үткән йомала үҙ эшен тамамланы. Төркиә был конгреста ҡатнашыусылар өсөн уңайлы һәм осһоҙ булған бөтә шарттарҙы мөмкин булғанса тыуҙырырға тырышҡан. Конгресс атаҡлы ислам белгесе профессор Зәки Вәлиди Туған етәкселегендә бик ойошҡан һәм камил рәүештә үтте. Төрөк әҙәбиәтенең күренекле тикшеренеүсеһе һәм сит ил эштәре министры профессор Фуад Көпрүлү үҙе сит ил ҡунаҡтары менән туранан-тура шөғөлләнде һәм конгрестың иң мөһим улты

267


рыштарында ҡатнашты. Германия үҙенең иң ҙур делегацияһы, хатта төрөктәрҙең үҙ делегацияларынан күберәк составта конгресс эшендә ҡатнашты. Ҡыҫҡаса әйткәндә, шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXII конгресы ойоштороу яғынан үҙенең камиллығы менән бындай төр сараларҙа үрнәк булып торорлоҡ”.

Конгрестан һуң Ә.Вәлиди Туған ҡабул иткән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыу эштәре менән шөғөлләнә. Айырыуса "Төрки халыҡтарының телдәре һәм мәҙәниәттәре тарихы буйынса белешмә” китабын әҙерләү менән күберәк мкнғүл ул. Эш барышында ул китаптың йөкмәткеһе тәрәнәйә, структураһы үҙгәрә төшә, хатта ул икенсерәк исем ала. ’’Төрки филологияһының нигеҙҙәре” тип атарға булалыр. Унда ошо проблеманың нигеҙен — фундаментын билдәләрлек теоретик, тарихи, филологик аспекттарын системалы яҡтыртыу маҡсат ителә.

Был хеҙмәттең беренсе томы Ә.Вәлиди Туған редакторлығында 1959 йылда ’’Philoloqie Turcice Fundamenta” исеме менән материалдар немец, француз, инглиз, төрөк телдәрендә донъя күрә. Том төрөк, бүтән төрки телдәрен тасуирлауға ҡорола.

Хеҙмәттең икенсе томы төрки халыҡтары әҙәбиәттәренә бағышланырға тейеш була. Ләкин редколлегия ағзаларынан француз ғалимы Ж.Дени, дат ғалимы К.Гренбек вафат булыу сәбәпле, эштәр тоткарланыбырак ҡала. Редакцион коллегия составы үҙгәрә, уны Пертев Н.Боратав, Л.Базен кеүек һул ҡарашлы француз ғалимдары үҙ ҡулдарына ала. Бының менән бергә икенсе томдың авторҙар составы, структураһы, иң аянысы, йүнәлеше, сәйәси ориентацияһы ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрә. Томдың концепцияһы боҙола. Әҙерләнгән материалды яңы составтың үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртеүе, ботарлауы башлана.

Бындай хәл, баш-баштаҡлыктар менән килешмәйенсә, Ә.Вәлиди Туған матбуғат аша протест белдерә, ҡаҙаҡ әҙәбиәте хаҡында үҙе яҙған, әммә танымаҫлыҡ булып боҙолған мәҡәләһенән баш тартырға мәжбүр була. Ә.Вәлиди Туған Л.Базен, П.Н.Боратав кеүек Европа ғалимдарының төрки халыҡтарының әҙәбиәтен түбәнһетеп, аҙ үҫешкән әҙәбиәт тип күрһәтергә тырышыуҙары менән килешә алмай. Шуға ул протест йөҙөнән редколлегия составынан да сыға. Төрки халыҡтарының тарихына арналыр өсөнсө томдың да ошолай боҙолоуы күҙгә бәрелеп тора — быныһын инде ул бөтөнләй күтәрә алмай.




Ошондай һул официоз йүнәлешкә капма-ҡаршы рәүештә, Ә.Вәлиди Туған төркиәт ғалимдарына яңы инициатива менән мөрәжәғәт итә. ’’Төрки культуралары буйынса белешмә” (’’Turk Kulturu Elkitabi”) хеҙмәтенең ун томлығын сығарыу бурысын ҡуя. Ул асылы менән энциклопедик характерҙағы баҫма булырға тейеш. Культура төшөнсәһенә ул киң мәғәнәһендә цивилизация төшөнсәһен һала.

Был инициатива хуплап ҡаршы алына. Был мәсьәләне Ә.Вәлиди Туған 1964 йылда Һиндостанда Деһли ҡалаһында үткән шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXVI конгресына сығара. Донъя күләмендә абруйы ҙур булған ғалимдың инициативаһын конгресс хуплай һәм ’’Төрки культуралары буйынса белешмә” хеҙмәттең 10 томлығын әҙерләргә ҡарар ҡабул итә. Ул хеҙмәттең халыҡ-ара баш комитеты һайлана, уға Төркиә, Европа, Америка һәм Азия илдәре- нең күренекле шәрҡиәтсе ғалимдары инә: проф. А.Азиз (Карачи), проф. Сегледи (Будапешт), Эмель Эсин (Истанбул), проф. Эттинхаузен (Вашингтон), проф. З.Ф.Фын- дыкоглу (Истанбул), проф. Халаши-Кун (Нью-Йорк), проф. Х.Иналжик (Анкара), проф. К. Ян (Утрех), проф. Macao Мори (Токио) һәм проф. Зәки Вәлиди Туған. Халыҡ-ара комитеттың үҙәге итеп Истанбул ҡалаһы билдәләнә.

Комитет күп томлыҡ хеҙмәттең редколлегияһын, һәр томдың редакторын һайлай. Күп томлыҡтың баш редакторы һәм комитет рәйесе итеп профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туған һайлана.

Деһлиҙәге халыҡ-ара конгресс ун томлыҡтың составын һәм редакторҙарын раҫлай:

Беренсе том: Төрки культураға инеш. (редакторы

З.В.Туған).

Икенсе том: Сәнғәт тарихы (Р.Эттинхаузен).

Өсөнсө том: Иҡтисад (С.Ульгенер).

Дүртенсе том: Сәйәсәт (З.Ф.Фындыкоглу).

Бишенсе том: Хоҡуҡ (Х.Иналжик).

Алтынсы том: Этнография (Л.Рашоньи, Х.З.Кошай).

Етенсе том: Фән (Х.Дильган).

һигеҙенсе том: Әҙәбиәт (Ф. Из).

Туғыҙынсы том: Дин (О.Туран).

Унынсы том: Төркиҙәр донъя әҙәбиәтендә (З.В.Туған).

Күренеүенсә, был күп томлыҡ төрки халыҡтарының цивилизацияға килеү тарихын һәм хәҙерге торошон систе

269




маға һалып яҡтыртҡан, белешмә мәғлүмәттәргә бай киң энциклопедик характерҙағы фәнни хеҙмәт буласаҡ. Уның асылын Ә.Вәлиди Туған был томлыҡтарҙы әҙерләй башлауға арналған яҙмаларында асыҡлабыраҡ әйтә: ”Беҙ беләбеҙ, тарихта беҙ бөйөк милләт булып иҫәпләнәбеҙ. Хәҙерге хәлебеҙ бөйөк милләт һәм дәүләт икәнебеҙҙе таныта. Хәҙерге фәнгә шулары ла мәғлүм: төркиҙәр бөтә донъя йөҙөнә үҙҙәренең хәрби ойошҡанлыҡ формаларын ғына түгел, йәмғиәт ойошмаларының һәм дәүләт идаралығының ҡайһы бер төп формаларын да тараттылар. Иранда һәм бөтә мосолман донъяһында нигеҙ булып ятҡан урта быуат сәнғәтенең сығанаҡтары башлыса төркиҙәрҙән килә, төрки дастандары Азияның боронғо халыҡтарының ҡаһарманлыҡ эпостары барлыҡҡа килеүенә ҙур йоғонто яһай. Хәҙер ошондай тарихи ваҡиғаларҙы ла, ғөмүмән, бөтә тарихи процесты бер ергә туплау, бер бөтөн көйө өйрәнеү һәм тейешенсә баһалау бик мөһим. Үҙебеҙҙең культураны бөтә яҡлап тасуирлау, уны халыҡҡа, бигерәк тә урта һәм юғары мәктәп уҡыусыларына еткереү — беҙҙең алда торған бөйөк бурыс ул”.

’’Төрки культуралары буйынса белешмә” хаҡында яҙылған икенсе күрһәтмәлә хеҙмәттең характеры аныҡлана: ’’Көнбайыш шәрҡиәтселәре һәм төрөк белгестәре шундай уртаҡ фекергә килде: төрлө культураны йөрөтөүселәр — һинд-герман, славян һәм иран телдәре һәм культуралары хаҡында энциклопедик характерҙағы китаптар (’’Compendium” һәм ’’Grundriss”) баҫылып сыҡҡан кеүек, төрки халыҡтарының филологияһы һәм культураһы буйынса энциклопедик типтағы китаптар сығарырға күптән ваҡыт еткән. Бында күп сығанаҡтарҙа һәм китаптарҙа һибелеп ятҡан төрлө материалдар һәм мәғлүмәттәр йыйып һәм дөйөмләштерелеп бирелергә тейеш”.

Бындай эш, юғарыла әйткәнебеҙсә, ’’Төрки филологияһының нигеҙҙәре” исемендә башланып ҡуйылһа һәм уның ЮНЕСКО тарафынан ике томлығы сығарылһа ла, тейешле кимәлдә башҡарылманы. Быны яңы баштан һәм тейешле фәнни-методологик нигеҙҙә ’’Төрки культураһы буйынса белешмә” күп томлығы үтәргә бурыслы.

Был белешмәне ике серияла әҙерләү планлаштырыла: төрөк һәм инглиз телдәрендә. Төрөк телендәгеһен үҙ өҫтө- нә Төркиә хөкүмәте ала, инглиз телендәгеһен Комитет Голландия фирмалары ярҙамында башҡарырға уйлай.

270




Әхмәтзәки Вәлиди Туған ’’Белешмә”не әҙерләүҙә үҙенең төрөк коллегалары Эмель Эсен, З.Ф.Фындыкоглу, Х.Иналжиктар менән бергә киң эш йәйелдерә. Күп томлыҡтың планы һәм программаһы баҫып сығарыла. 1966 йылда Истанбулда Төрки культураһы буйынса халык-ара конгресс үткәрелә, һәр томда бүлектәрҙе, темаларҙы белгестәргә бүлеп яҙыу эштәре башлана. Программанан күренеүенсә һәм махсус конгреста ҡабул ителгәнсә, хеҙмәттең фундаменталлеге һәм киң энциклопедик тибы асыҡлана.

Ә.Вәлиди Туған үҙе беренсе томдың боронғо төрки кә- үемдәренең тарихы, боронғо сәнғәт һәм архитектура ҡомартҡылары, XIII—XV быуаттарҙағы Урта Азия төркиҙәре, Сыңғыҙ хан һәм уның дүрт улусы, XVI—XIX быуаттарҙағы Урта Азия ханлыҡтары хаҡындағы бүлексәләрҙе, икенсе томдағы төрки сәнғәте һәм архитектураһына ҡараған ҙур бүлексәләрҙе, ғөмүмән, һәр томдағы үҙе әүәл эшләгән темаларын яҙырға алына. Уларҙы дөйөм төрки тарихы, сәнғәте, әҙәбиәте үҫеше контексында йыйнаҡ итеп биреү хәстәрлеген күрә. Иң мөһиме, Ә.Вәлиди Туған уның фәнни етәкселегендә башҡарылған дөйөм төрки тарихын һәм культура тарихын яҡтыртҡан был ун томлыҡта иң юғары типта дөйөмләштерелгән фәнни хеҙмәтте яҙышыу стадияһына етә. Ләкин бының емешен күрә алмайынса вафат була. Ғәйәт ҙур һәм ауыр был ун томлыҡ ’’Белешмә” уның вафатынан һуң асылда туҡталып уҡ ҡала. Хеҙмәттең икенсе томының беренсе киҫәге генә донъя күрә.

Был грандиоз эшкә Ә.Вәлиди Туғандан һуң Төркиә ғалимдары һәм бөтөн ил шәрҡиәтселәре йөрьәт итеп әле һаман тотона алғандары юҡ.

’’Тарихта ысул”

Башҡа фәндәр кеүек, тарих ғилеме лә тикшеренеүҙәрҙең ысулын өйрәнеүҙән һәм үҙләштереүҙән башлана. Дөрөҫ һайланған ғилми ысул хеҙмәттең уңышын тәьмин итешә.

’’Ҡасимиә” мәҙрәсәһендә тарихтан дәрес биргәндә һәм ’’Төрк һәм татар тарихы” китабын яҙа башлағанда уҡ Ә.Вәлиди Европа тарихсыларының ысул хаҡындағы хеҙмәттәренә таянып эш итә. ’’Тарихты тикшереү һәм яҙыу ысулын профессор Кареевтың ошо хаҡтағы хеҙмәтен өйрәнеп дәрес бирә инем, — ти ул ’’Хәтирәләр” китабын-

271


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет