Инеш өлөш.
Башҡорт халҡының йолалары.
Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Әҙәмдең һәр аҙымы, хатта ниәт-маҡсаттары ла әүәл-әүәлдән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Улар бөтә кешегә лә фарыз иҫәпләнгән. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тейҙәр.
Кешеләр борон-борондан тәбиғәт күренештәренә, физик һәм физиологик үҙгәрештәргә, ғаиләлә, йәмғиәттә булып ятҡан хәлдәргә үҙҙәре теләгәнсә йоғонто яһарға тырышҡан. Шул ынтылыштар ҙа фарыз ҡағиҙәләр тыуыуына сәбәпсе булған. Тимәк улар ҙа - йола күренештәре . Йолалар кеше аңын мифологик ҡараштар биләгән тәүтормош дәүерҙәрендә үк барлыҡҡа килә башлаған.
Йола атҡарғанда, көйләнә, һөйләнә торған теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләрен, ғәҙәттә,йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә. Шуға нигеҙ булған халыҡ драмаһын да йола фольклорына индерергә була.
Хөрәфәттәр, боронғо ыҙан-йолалар.
Биренән һаҡланыу.
Бире бигерәк тә йәш балалар менән булышырға ярата. Шуға күрә, бире эйәләмәһен тип, баланың сәңгелдәгенә Ҡөрьән бите һалалар. Ҡыҙ баланың ҡулына ҡыҙыл мунсаҡ, ә малайҙың ҡулына күк һүренте еп бәйләйҙәр.
Исем ҡушылмаан баланы бире алмаштыра. Шуға, исем ҡуштырмайынса, уның яңғыҙын ташлап ҡалдырмайҙар.
Бире ҡыуыу.
Биреләр өйгә эйәләһә, уны мылтыҡ алып,ҡоро дары менән атып ҡыуалар. Сүкәйеп ултырып, дүрт мөйөшкә аталар, иң һуңынан мейес эсенә аталар. Шулай итһәң, биреләр мейес эсенән зыҡ ҡубып осоп сығып китәләр.
Бисура.
Бисура элмә күлдәкле бәләкәй генә һары кеше ҡиәфәтендә була. Улар урман төпкөлөндәге аҡландарҙа йәшәй. Ир енесенә булған бисуралар ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ә ҡатын енесенән булған ирҙәрҙе аҙҙыра. Кем менән яҡынлыҡ ҡыла, шуға бисура аҡса килтерә, ти.Шунан ул кеше байып китә икән.
Бисура өйгә эйәләшһә, түңәрәк нәмәләрҙе( һауыт-һабаны) урлай. Уны мылтыҡ атып ҡына ҡурҡытып,ҡасырға мәжбүр итеп була. Ҡасыр саҡта Бөтә ҡашыҡ-аяҡты, үс итеп. ишек алдына һелтәй.
Тәбиғәт- ыҙан йолалары, байрймдары.
Май сәйе.
Элгәре был йола сәсеү бөткәс, болондар сәскәгә күмелгәс, тауҙа уҙғарылған. Унда сәй ҡайнатып, сәй, ҡымыҙ эсеп,күңел –сафа ҡорғандар.
-Сәселгән ашлыҡтар уңып, ризыҡҡа яҙһын,-тип мул уңвш теләгәндәр. Көн кискә һарыҡҡас, май миндеге һындырып, ҡайтышҡандар. Хәҙерге көндә был йола икенсерәк формала йәшәй. Май байрамында йәштәр тауға менә, уйындар уйнай, уларға эйәргән өлкәндәр май миндеге һындыра, теләк теләү юҡ.
Ҡарға бутҡаһы.
Ҡарға бутҡаһы байрамын үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, бисә –сәсә, әбей-һәбей йыйыллып кәңәш- төйөш итәләр.Байрймды ҡайҙа, ҡайһы көн үткәреү, уға ҡайһы ауылдарҙан кемде саҡырыға һүҙ беркетәләр. Үткенерәк еткән ҡыҙҙарҙан, килендәрҙән саҡырыусылар һайлана.
Ҡарға бутҡаһы – халыҡ байрамы. Әммә унда ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша ала. Бешере м-төшөрөм, бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығымдарын да бергәләп күтәрәләр. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май йыйыусыларҙы алсабырҙар тип йөрөтәләр.
Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемсәк, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булғандай әбейҙәрҙе һайлайҙар.
Ауыл буйлап бүләк,ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтар таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-сағ эйәрә. Улар шулай тип ҡысҡырыша;
-Ҡарға әйтә; “Ҡар-ҡар.
Ҡарғатуйға бар,бар.
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тар,тар,
Күңеле булыр тар,тар-
Ҡарғатуйға бар,бар.”
Ер һыҙыу.
Ҡар иреп, түбәләрҙә йәшел үлән,ағастарҙа бөрөләр тулыша башлағас, ауыл ҡарттары йыйылып тауға баралар. Унда ил йолаһы һабантуйҙы нисек, ҡайҙа, ниндәй ҡунаҡтарҙы саҡырышып, үткәреү тураһында кәңәш ҡоралар. Майҙан урыны билдәле булғас, утыҙ-ҡырҡ йәштәге ир ҡорона ингән уҙаманды ат саптырып, һабантуй урырынына баған ҡағырға һәм ер ҡаҙырға ҡушалар. Ололарҙың ышанысын үтәп, был кеше эйәргә арҡан, арҡан осона ҡамсы, аҡ йә ҡыҙыл төҫтәге йыртынды сепрәк бәйләп, байрам булаһы урынды билдәләп, бер нисә рәт, ғәҙәттә ,өс әйләнеп сабып сыға. Быны “ер һыҙыу” йә “майҙан һалыу” тейҙәр. Һуңынан бер нисә ир майҙан уртаһына бағана ултырта. Ҡатын-ҡыҙҙар майҙанды биҙәй; ағастарға суҡ, таҫмалар бәйләй.
Аҡһаҡалдар кәңәш ҡора. Улар ил хәлдәрен һөйләшеп, уйлашып бата әйтә, зыяратҡа барыу көнөн билдәләп ҡайталар.
Ғаилә-көнкүреш йолалары.
Бала теләү.
Киленгә теләк теләгәндә йәки игелеге өсөн фатиха биргәндә былай тиҙәр;
Ал итәгеңде бала баҫһын,
Арт итәгеңде мал баҫһын!
Бала-сағаң күп булһын,
Берәү түгел, йоп булһын,
Берәү түгел, йоп булһын да,
Алды тулы б…ҡ булһын!
Йүгерә-йүгерә йөклө бул,
Бәпәйләгәс һөтлө бул!
Ир бала тап,
Иркенләп ят!
Балаға уҙған ҡатындарға тәғәйен тыйыуҙар.
Ауырға уҙған ҡатындарға ҡәбергә барырға ярамай, сөнки аяғына ҡәбер тупрағы йәбешһә, баланың ғүмере ҡыҫҡа була йә үле тыуа. Ауырлы ҡатындар мейес көлдөксәһендә ултырһа, бала “өс йәнле” булып тыуа . Ауырлы сағында ҡатын бысаҡ ҡайраһа, бала киләсәктә ашамһаҡ була.
Бала ҡаршылау.
Бала тыуҙырыусының сәстәрен һүттерәһең, йөҙөктәрен, балдаҡ, беләҙектәрен систерәһең. Шулайтһаң, йәнәһе, ул еңелерәк тыуҙыра. Кендек инәһе итәген алдан бер ҡул менән бөрә тотоп, уны уңа, һулға һелтәй-һелтәй килеп инә лә;
- Уңын бир,
Йүнен бир!
Уңын бир,
Йүнен бир!
Уңын бир,
Йүнен бир!-
тип әйтә. шунан ишеккә эстән бик һалалар. Өйҙәгеләр кендек инәһенә:
-Ниңә килдең?- тиҙәр. Ул:
-Тоҡ бушатмаға килдем,-ти.
-Ниңә килдең?
-Тоҡ бушатмаға.
-Ниңә килдең?
-тоҡ бушатмаға.
Шулай өс тапҡыр һорап, өс тапҡыр яуап алалар. Тулғаҡ ауырлашһа, кендек инәһе тоҡ бушата йә инде тулғаҡ эйәһен таҫтамал аша атлата. Ҡатын тыуҙыра алмай ыҙаланһа, тәҙрәләрҙе асалар. Шунан уны кейеҙгә урап, иҙәнгә тәгәрәләткәндәр, иренән өс ҡабат аша атлатҡандар.
Туй йолалары.
БИШЕК ТУЙЫ
Ике ғаилә, үҙ-ара туғанлашыу-дуҫлашыу ниәтенән, тыуасаҡ балаларын йәрәштерергә һүҙ бирешәләр. Береһенең ҡыҙы, икенсеһенең улы тыуһа, бишек туйы үткәреү ваҡытын тәғәйенләйҙәр. Ғәҙәттә, туй балалар тыуыуына ҡырҡ көн тулғанда уҙғарыла. Исем ҡушыу йолаһы ла ошо туйҙа үткәрелә. Бығаса баланы тәүге исеме менән генә исемләп йөрөтәләр. Ғаиләлә тәүге балалар үлеп торһа, бишек туйын мотлаҡ үткәрергә тырышалар.
Бишек туйы ҡыҙ атаһы йортонда үтә. Балаларҙың ата-әсәләре сит ырыуҙан абруйлы кешеләрҙе ҡиәмәтлек ата-әсә итеп һайлайҙар, уларҙы туйға саҡыралар. Ҡиәмәтлек ата-әсә булыу хөрмәтле һәм изге эш иҫәпләнгән.
Бишек туйында ике яҡ бер-береһенә бүләк бирешә. Шулай уҡ ҡиәмәтлек ата-әсәгә, килгән әбей-һәбейҙәргә бүләктәр бирелә. Йәрәшеү билдәһе итеп, ике яҡ бер туҫтаҡтан ҡымыҙ эсә. Был йола бата эсеү тип атала. Шунан сабыйҙарҙан бер-береһенән ҡолаҡтарын тешләтәләр . Әбейҙәр әйтә:
— Ир бала ла ирәбе
— Атаһынан ҡот ейгән.
Ҡыҙ бала ла ирәбе
— Әсәһенән һөт имгән.
Собханалла , машалла !
Яман күҙҙән һаҡлаһын,
Яман артаҡтан һиҫкәнмәй,
Батырҙарса йоҡлаһын.
Беҙ — ҡиәмәт
Көсөк күлдәк ташлатып,
Яңы күлдәк бесәбеҙ.
Шулай бишек туйы уйын-көлкө менән уҙғарылған бер байрам төҫөн ала.
ҺЫРҒА ТУЙЫ
Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтәрерлек булғас, һырға туйы үткәрелә. Был туйҙа ир баланың ата-әсәләре килен буласаҡ ҡыҙға бүләккә алҡа, шәл алып килә. Бүләктәрҙе тапшырыу әсән ҡушамат егет (кейәү егете) тәғәйенләнә. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, көрәшсе лә булырға тейеш.
Ҡыҙҙың да ата-әсәләре буласаҡ кейәүҙәренә сигелгән билбау, түбәтәй алып килә. Ошоларҙы тапшырыу әсән «ҡушамат ҡыҙ» тәғәйенләнә. Уның да һәйбәт йырсы, бейеүсе, төҫкә-башҡа сибәр булыуы шарт. Ҡушамат егеткә һәйбәт ҡуш булырлыҡ булһын.
һырға туйының үҙәк өлөшө — үҫмер йәштәргә теләк әйтеү һәм ҡыҙға алҡа тағыу йолаһы. Бер яҡтан, башын ҡыҙыл сымылдыҡ менән ҡаплап, ҡыҙҙы, икенсе яҡтан егетте алып сығалар. Егет башына күк йә йәшел төҫтәге сымылдыҡ ҡаплайҙар .
Ҡыҙҙы күрһәтерҙән әүәл кейәү егеткә лә, ҡыҙға ла үҙен нисек тоторға өйрәтеп, өгөт-нәсихәт әйтәләр. Ҡыҙға:
Ҡушағаңды күргәндә
Ҡулың ҡалтырамаһын;
Кейәүең айбарһыҙ тип,
Юҡ-барға бойоҡмаһын.
Ҡыҙға бәхет, тәүфиҡ теләйҙәр; ипле, баҫалҡы, эшсән, тыңлаусан килен булырға өгөт-нәсихәт бирәләр. Ошонан һуң йәштәрҙең йөҙөн асып, икеһенә лә бәхет теләйҙәр.
Йырҙар, әйтештәр бөткәс, ике яҡ бер-береһен бүләкләй. Ҡушамат ҡыҙ үҙенең кейәүенә янсыҡ, сигеүле билбау, ә ҡушамат егет ҡыҙға алҡа, шәл бүләк итергә тейеш. Йырсылар маҡтап, ҡеүәтләп тора:
Әйҙә, егет, шәл ябындыр,
Буйын биҙәп торһон тип.
Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,
Битен ҡаплап торһон тип.
Йәш елкенсәк һүҙ ҡушҡанда,
Йөҙөн ҡаплап торһон тип.
Әгәр бығаса бишек туйы, үткәрелмәгән булһа, үҫмер кейәү ҡыҙға шәл яба. Кейәү яғы артынса ҡыҙ яғы бүләк бирә башлай. Ҡушамат ҡыҙ һәр бер бүләкте маҡтап, йыр йырлап таратырға тейеш. Кейәү балаға ул суҡлы янсыҡ бүләк итә, билен уҡалы билбау менән быуа. Барыһы ла балаларға бәхет теләй.
ҺЫҒЫМТА
Башҡорт халҡының йола фольклоры миҙгел һәм ғаилә-көнкуреш фольклорына бүленә. Ә уларҙың тамырҙары мифологик ҡараштарға барып тоташа, йола фольклоры үҙенең ижадсыларының көнкүрешен, хеҙмәт тәжрибәһен сағылдыра. Үҙе Һәм үҙенең мал-тыуарының сәләмәтлеге, быуындар алмашыныуы, хужалыҡтағы уңыштар хаҡында ҡайғыртып, башҡорттар илаһи көстәрҙең күңелен табырға тырышыр булған. Улар хөрмәтенә байрамдар ойошторған. Тирә-йүнде оҙайлы күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһендә улар үҙҙәренең кәсептәре әсен уңай һәм уңай булмаған шарттарҙы-көнэл-гәре билдәләргә өйрәнгәндәр. Күпҡырлылыҡ, күптөрлөлөк йәһәтенән ғаилә-көнкүреш, бигерәк тә, туй йолалары ныҡ айырылып тора. Ә туй төшөнсәһе, киң мәғәнәһендә, үҙ эсенә тыуым, ғаилә ҡороу һәм ҡайтмаҫ юлға оҙатыуға бәйле тантаналарҙы, тар мәғәнәһендә — никахлашыуға бәйлеләрен генә ала: ике ырыуҙа бер мәлдә тыуған малай менән ҡыҙ балаға ҡырҡ көн булғас та, бишек туйы; үҫмер саҡҡа аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан — һырға туйы; ҡыҙ ҙа, егет тә бәлиғенә инеүгә никах туйы үткәрелер булған. Традицион йола менән уны оҙатып килеүсе фольклорға, айырыуса кумеү-ер-ләү менән бәйлеләренә, исламдың йоғонтоһо була. Әммә улар үҙҙәренең нигеҙҙәре менән үҙ аллы ерлеген һаҡлап ҡалған һәм башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең мөһим бер өлкәһен хасил итә.
Йөкмәткеһе:
-
Инеш.
-
Төп өлөш:
А) Хөрәфәттәр, боронғо ыҙан – йолалар.
Б) Тәбиғәт- ыҙан йолалары, байрамдар.
В) Ғаилә, көнкүреш йолалары.
Г) Туй йолалары.
-
Һығымта.
Достарыңызбен бөлісу: |