Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы хакимиәтенең
район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
Ключт урта мәктәбе
Муниципальное казенное учреждение районный отдел образования Администрации муниципального района Аскинский район
Республики Башкортостан МБОУ СОШ с.Ключи
Кәрим Ҡара ижады
Әҙерләне: 9-сы класс уҡыусыһы
Ғилмиярова Лилиә Иршат ҡыҙы
Етәксе: башҡорт теле һәм әҙә-
биәте уҡытыусыһы Миндиярова
Роза Зиннур ҡыҙы
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш...................................................................................................3
I бүлек. Кәрим Ҡара ижады һәм тормош юлы........................................5
II бүлек. Яҙыусы әҫәрҙәрен анализлау..................................................7
2.1 Яҙыусы әҫәрҙәренеӈ сюжет-композиция үҙенсәлеге…...........……..7
2.2 Образдар системаһы.....................................................................15
Йомғаҡлау..........................................................................................22
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге...........................................................24
ИНЕШ
Был ғилми тикшеренеү эше яҡташ яҙыусылар ижадын өйрәнеүгә арналған.
Кәрим Ҡара Асҡын районы Күнгәк ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Уның әҙәбиәткә килеүен көслө, ғәйрәтле шишмә урғылып сығыу менән тиӈләргә була. Әҫәрҙәренеӈ һаны, сифаты ла бындай сағыштырыуға хоҡуҡ бирә. Кәрим Ҡара яҙыусы булараҡ үҙен проза өлкәһендә, бигрәк тә повестары менән нығыраҡ танытҡан яҙыусы. Ул инде өс тиҫтәнән артыҡ повесть, егерменән артыҡ хикәйәләр авторы. 2009 йылда уныӈ әҫәрҙәре айырым йыйынтыҡ булып баҫылып сыҡты. Татар телендә баҫылып сыҡҡан «Без әнкәй йөрәгеннән чыктык» тигән проза йыйынтығы — әҙәбиәттә ваҡиға булараҡ ҡабул итәрлек китап ул.
Кәрим Ҡара үҙенеӈ әсәрҙәрен тормоштан алып яҙа, бөгөнгө көндә борсоған проблемаларҙы күтәреп сығара, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай.
«- Ниӈә яҙаһыӈ? – тиҙәр миӈә. — Яҙғандарыӈ, йөрәкте яралай... Яҙ шатлыҡтар тураһында. Әйләнә-тирәне күҙәт: ниндәй матур, ниндәй рәхәт тормош...
....Эйе, мин ҡара халыҡтан сыҡҡанмын, аҡ һөйәктәр нәҫеле түгелмен. Көн дә байрам, көн дә туй түгел был донъя миӈә. Тырышып-тырмашып тормош арбаһын тартҡан замандаштарым, мин — һеҙҙеӈ арала! Һеҙ шатланған саҡта — минеӈ күӈелем хөр, һеҙ ҡайғыға ҡалғанда — мин ҡара янам. Яҙғандарым барыһы ла һеҙҙеӈ турала. Бер кәлимә һүҙ алдашҡаным юҡ, кем дә бармаҡ төртөп күрһәтә алмаҫ. Әгәр шулай булмаһа, яҙмаҫ та инем... Дан өсөн дә, аҡса өсөн дә яҙғаным юҡ минеӈ” [3, 6].
Яҙыусыныӈ барлыҡ әсәрҙәрендә лә геройҙар тормоштан алынған, ҡайһы бер образдарҙыӈ прототиптары беҙҙеӈ арала йөрөй. Яҙыусы ни тиклем генә уйҙырма яҙмаһын, ул тормош материалынан ары китмәй.
Яҙыусыныӈ ижадына тулыһынса баһа биреүе ҡыйын. Матбуғатта уныӈ яӈы сыҡҡан китабына ғына тәнҡит табырға була. Ә инде ижады тураһында фәнни тикшеренеүҙәр бөтөнләй юҡ. Шуға күрә лә был рефераттың актуаллеген билдәләй.
Рефераттың объекты булып Кәрим Ҡараныӈ тормошо һәм ижады тора. Cубъекты – яҙыусыныӈ ижад иткән повесть һәм хикәйәләре.
Рефераттың маҡсаты – Кәрим Ҡараныӈ әҫәрҙәренә анализ биреү.
Маҡсаттан сығып түбәндәге һорауҙары тикшереү кәрәк:
-
Кәрим Ҡараныӈ биографияһын асыҡлау,
-
Уныӈ ижади үҙенсәлектәрен барлау,
-
Повесть, хикәйәләренә анализ яһау.
Реферат инеш, ике бүлек, йомғаҡлау һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
I БҮЛЕК. Кәрим Ҡараныӈ тормошо һәм ижад юлы
Кәрим Ҡара үҙенеӈ повесть һәм хикәйәләре менән әҙәбиәткә килеп ингән яҙыусы. Уныӈ әҫәрҙәре республика баҫмаларында йыш күренә. 2010 йылда әҫәрҙәре йыйынтыҡ булып донъя күрҙе. Был китап биттәрендә мауыҡтырғыс һәм ғибрәтле ваҡиғалар, үҙенсәлекле образдар һәр уҡыусыныӈ күӈелен арбарлыҡ.
Кәрим Ҡара (Һади Барый улы Кәримов) 1958 йыда Учалы районы Ахун ауылында донъяға килгән. Атаһы ғүмер буйы шофер булып эшләй, әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала һыйыр һауа. Ишле ғаиләлә алты бала үҫә, Һади — иӈ кесеһе, биш апаһы бар. 1974 йылда Бөрө педагогия институтыныӈ рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. 1978 йылда уны тамамлағас, Асҡын районы Күнгәк ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр һәм ул шул ауылда төпләнеп ҡала. Бөгөнгө көндә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ғаиләһе бар. Тормош иптәше Альбинаныӈ да һөнәре — уҡытыусы. Ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр, улар инде үҙҙәре ғаилә ҡорған.
Һади Кәримов шаҡтай һуӈ ғына ижад менән шөгөлләнә башлай. Тора-бара әҙәбиәт уны ныҡлап әҫир итә. Бөгөнгө көндә утыҙҙан артыҡ повесы, егерменән күберәк хикәйәһе нәшер ителгән. Беренсе хикәйәләре „Ҡыҙыл таӈ” гәзитендә донъя күрә, бына улар: „Нимә кәрәк кешегә?”, „Керерһеӈ уттарға ла...”, „Бала саҡҡа мәдхиә”, „Йондоҙҙар атылмаһын...”. Унан инде „Тулпар” журналында — „Лашбайға сәйәхәт”, „Шаярыу”, „Инфаркт”, „Ҡыпсаҡ”, „Принцтар һәм принцессалар”, „Банан Хисами”; „Ағиҙел”дә — „Матильда”; „Арғымаҡ”та — „Беҙ әсәйҙеӈ йөрәгендән сыҡтыҡ”; „Иҙел”дә „Пацифист”, „Ҡасҡын” повестары донъя күрҙе. Төрлө матбуғат баҫмаларында бөгөнгө көндә „Беҙҙеӈ бомждыӈ үлеме”, „Теге донъянан ҡайтыу”, „Cтатист”, „Бәйет ҡошо – һайыҫҡан” тигән әҫәрҙәре үҙ сираттарын көтөп ята.
Ижадта кәләмен сарлап өлгөрһә лә, авторҙыӈ тәүге китабы шаҡтай һуӈ нәшер ителде. Быны „Ҡыҙыл таӈ” гәзитендә Дилбәр Булатова ошолай тип аӈлата: „... авторҙыӈ тәүге китабы шаҡтай һуӈ нәшер ителгәнгә уныӈ үҙенеӈ дә „ғәйебе” бар: ул — тормошта ғәжәйеп тыйнаҡ, хатта ҡыйыуһыҙ кеше. Әммә әҙәбиәттә түгел. Кәрим Ҡараны бөгөнгө көндә Башҡортостан әҙәбиәтендә повесть жанрын әйҙәп барыусыларҙыӈ береһе тип икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин” [2;7]. Дөрөҫ, хикәйәләр ҙә ижад итә ул, әммә хикәйә уныӈ өсөн тарыраҡ кеүек. Повеста иһә ул үҙен ғәжәйеп иркен тоя, был жанрға хас үҙенсәлекле алымдар менән оҫталарса эш итә.
II БҮЛЕК. Кәрим Ҡара әҫәрҙәрен анализлау
2.1 Яҙыусы әҫәрҙәренеӈ сюжет-композиция үҙенсәлеге
Уныӈ повестары, ғәҙәттә, ябай ғына сюжетҡа ҡорола. Автор ваҡиғаларҙы махсус рәүештә ҡатлауландырмай, уҡыусыны хайран ҡалдырыу маҡсатын тотмай. Cюжет артыҡ тармаҡланмайынса, үҙәккә алынған төп геройға ҡағылышлы ваҡиғаларға, заманыбыҙ өсөн актуаль булған проблемаларға нигеҙләнеп төҙөлә, башҡа персонаждар, нигеҙҙә, үҙәк геройҙыӈ характерын асыу өсөн ярҙамсы вазифа үтәйҙәр. Ләкин ябай ғына шарттарҙа йәшәгән, уҡыусыға ғәйәт таныш булып күренгән типик герой яҙмышына тәрән фәлсәфәүи йөкмәтке һалына. Табиғи, тормошсан, йәғни реалистик ситуациялар нескә психологик деталдәр менән сигелеп, ышандырыу көсөнә эйә булған, сәнғәтсә картина тыуа. Был үҙенсәлектәре менән Кәрим Ҡара әҫәрҙәре халыҡ ижады традицияларын дауам итә, тиергә мөмкин. Бер төп герой, ваҡыт һәм пространствола эҙмә-эҙлекле дауам итеүсе ваҡиғалар теҙмәһе, ябай образдарға йөкмәтелгән ҡатлаулы тормош фәлсәфәһе, параллелизм һәм киҫкен контрастлыҡ алымдарын яратып ҡулланыу боронғо бәйет, әкиәттәрҙе хәтерләтә һымаҡ. Халыҡсанлыҡты ул аӈлы рәүештә үҙенеӈ ижад кредоһы тип баһалай: „... Замандаштарым, мин һеҙҙеӈ арағыҙҙа!.. Минеӈ яҙғандарым бөтәһе лә һеҙҙеӈ турала...” [2;7]
Ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр — бәхетһеҙ мөхәббәт, ҡыҙғаныс осраҡтар, йәшлектәрен һағынып һыҡраныусы әбей-бабайҙар, нигеҙҙә, ауыл тормошо хикәйәләгән яҙмалар араһында йәш яҙыусыныӈ әҫәрҙәре тематик яҡтан яӈы булыуы, оригиналлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Ул хикәйә-повестарын иӈ актуаль мәсьәләләргә бағышлай, уларҙа бөгөнгө тормош, бөгөнгө кешеләр тураһында һөйләй, көн үҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғата.
Намыҫ. Аҡса. Ялған. Ижад. Ғаилә. Йәшәйеш... Ҡиблалар, ҡиммәтәр алышынған осорҙа был төшөнсәләрҙеӈ мәғәнәһе, дөрөҫрәге, уларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә. Ярлыларға һәм байҙарға бүленеш был процесстыӈ тышҡы яғы булһа, кешеләр аӈында, ҙур ижтимағи төркөмдәр аӈында барған үҙгәрештәр инде тәрәнерәк, ҡарлаулыраҡ күренештәр. Автор ошо туфанда „упҡын ситендә бейегән” йомосҡа — айырым кеше образдарын фәлсәфәүи-психологик яҫсылыҡта һүрәтләй, заман картинаһын бирергә омтола, донъя ағышына үҙ мөнәсәбәтен белдерә, үҙ хәҡиҡәтен бәйән итә.
Кәрим Ҡараныӈ уҡыусыға әйтер һүҙе бар, һис шикһеҙ, бар... Ул, тупаҫ, рәхимһеҙ ысынбарлыҡ дингеҙе эсенән миһырбанлылыҡ, кешелеклелек, иҙгелек кеүек ынйы бөртөктәрен күреп, йыйып ала ла, устарына һалып беҙгә күрһәтә һымаҡ. „Ә шулай ҙа бар ул донъяныӈ әҙәм балаһы үрмәләй торған үрҙәре... Һәр кешенеӈ үҙенә генә хас бурысмы, билдәләнешеме булырға тейештер бит?” — тип фекер йөрөтә Фәрит („Лашбайға сәйәхәт” повесты).
„Ни сәсһәӈ — шуны урырһыӈ! Әрней был йөрәк, шап-шаҡтай ир тыштан ҡарағанда, ә бушҡа үткән ғүмер, мәғәнәһеҙ йылдар ағымы, елгә сәсәлгән уйҙар, фекерҙәр, хәленән килә ине бит уныӈ да, — тип үрһәләнә танылған шағир Шамил Дәүләт („Инфаркт”). „Тән ижтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ғүмеремде сарыф иткәнмен, аҡса, ҡорһаҡ, кейем, нәфсе ҡоло булып йәшәгәнмен”, — тип үкенә Марат („Шаярыу”). „Кемдер донъя малы артынан ҡыуа, кемдер йылы урынға урынлашып үҙ тыныслығын һаҡлай. Әммә шулар араһында, — ти автор, — йән тураһында ҡайғытҡандар, төн йоҡламай уйланғандар, рух офоҡтарын киӈәйтергә ынтылған заттар ҙа бар. Уянайыҡ, ғәмһеҙлек, битарафлыҡ йоҡоһонан арынайыҡ, үҙ-үҙебеҙҙе алдап йәшәү етер, кешелеклелегебҙҙе юғалтайыҡ”, — тип саӈ ҡаға ул.
Яҙыусы кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап, бөгөнгө көндә борсоған проблемаларҙы күтәреп сығып ҡына ҡалмай, уларҙы һәр уҡыусыныӈ йөрәгенә еткереп, тәрән тойғолар ҡалдырып бәйән итә, уйланырға, фәһем алырға юл ҡуя. Эскелек, яӈғыҙлыҡ, буйҙаҡлылыҡ — беҙҙеӈ йәмғиәттеӈ көнүҙәк проблемаларына әйләнгән осорҙа Кәрим Ҡара ижад иткән кеүек әҫәрҙәр бик фәһемле.
Яға аҫтына һалып алған кеше, ысынлап та, нимә эшләгәнен белмәй башлай. «Йәшел йылан» ауырыуы менән ағыуланыу арҡаһында күпме кеше енәйәт юлына баҫа, ғаиләләр тарҡала, балалар үкһеҙ етем ҡала, яҙмыштар һына.
Эскеселек, уныӈ һөҙөмтәһе „Ғафу ит мине...” повесында төп тема. Ҡатыны Нәзирә өсөнсөгә йөклө булып, дауаханаға ятҡас, ире Илгизгә, ул өйҙә бумағанда эсмәй генә донъяны, балаларҙы ҡарап тороға үтенә. Ә ир ҡатынын дауаханға урынлаштырып, ҡайтышлай уҡ бер яртыны „һалып” ала. Көҙ етеүгә ҡарамаҫтан, бесән ҡырҙан килтерелмәгән, шуға ла ул улдарын ашатып, бесәнде килтерергә ат белешәм тип, ағаһына китә. Унда ла „аҡбаш” менән һыйлана. Ә балалар бер үҙҙәре ҡалыуҙан, өйҙө аҫтын-өҫкә килтереп, мәж килеп уйнайҙар, һиҙмәҫтән теливизорҙыӈ тәҙрәһен ватып төшөрәләр.
Иҫерек аталары, ҡайтҡас, балаларын ҡылған ҡылыҡтары өсөн „өлөш” бирәм, тип ялан өҫ өйҙән тышҡа ҡыуып сығара. Улдары һалҡын көҙҙә ишек төбөнән китмәйенсә, аталарыныӈ ишек асыуын зар-интизар көтөп, өшөп, туӈып үләләр. Иртән, айныған Илгиз тышҡа сығам тип, ишекте саҡ асып сыға. Кире әйләнеп ингәндә ишек төбөндә ниндәй бүрәнәләр ята тип текләберәк ҡараһа, балалары ятҡанын күрә. Ҡайғыһына, ҡылған ҡылығына ышана алмай аҫылынып үлә. Ә ҡатыны Нәзирә йәш сабыйы, ҡайғы-хәсрәттәре менән бер үҙе тороп ҡала.
— Шунан, Илгезкәйем, туйҙыӈмы инде эсеп? — тип әрнеп һөйләшә ул. — Күӈелеӈ булдымы инде, күӈеллеме һиӈә? Алма кеүек ике улыӈды ҡәберҙәргә һалдыӈ, үҙеӈ ана ,бауға мендеӈ. Шуға ашҡына инеӈме? Теләгәнеӈде таптыӈ инде улайһа, тик бына мине кемдәргә ташлап киттегеҙ һуӈ, Илгиз, шуны ғына аӈлат әле миӈә...
Ҡот осҡос ҡайғылар кисергән Нәзирә („Ғафу ит мине...”) бәхет нурын киләсәктән өмөт итә.
Әҙәбиәттеӈ аҫыл үрнәктәре миҫалында Кәрим Ҡара ла кешелекте мәӈге борсоған һорауҙарға яуап эҙләй, йәшәү мәғәнәһе, кешенеӈ ерҙәге тәғәйенләше тураһында уйланыуҙарын сәнғәтә юғарылыҡтағы, дөйөмләштереү көсөнә эйә булған образдар системаһы аша уҡыусыға еткерергә ынтыла. Уныӈ әҫәрҙәрендә яӈылышыу, алданыу мотивы йыш ҡына төп фон, төп композицион сара уҡ булып китә.
Миҫәлән, „Лашбайға сәйәхәт” повесында төп геройҙыӈ барыһы ла ал да гөл кеүек. Яратҡан эше бар, ҡатыны сибәр ә үҙе уныӈ өсөн өҙөлөп тора, улдары үҫә, ике бүлмәле бар уӈайлыҡтары булған бына тигән фатиры бар. Бына шул яйлы ғына барған тормошо эшһеҙ ҡалыуҙан, селпәрәмә килә.
— Барыһыныӈ да нигеҙендә аҡса ята. Үҙ-үҙеӈде был донъяла ирекле итеп һиҙеү өсөн күп аҡса кәрәк, тип саҡ тар һуҡмаҡҡа баҫмай ҡала.
„Лашбайға сәйәхәт” повесыныӈ геройы Фәрит ғүмер буйы иллюзиялар тотҡонлоғонда йәшәй, әммә эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, тән ғазаптары, хыйәнәт михнәттәрен татып, аҙағында көрәшселәр сафына баҫа. Уныӈ ауылға ҡайтып китеүен йомшаҡлыҡ, еӈелеү тип аӈларға кәрәкмәй. Дан-шөһрәткә, хаҡимлыҡ ҡылыуға, байлыҡ тупларға ынтылыу тәбиғи хәлгә әүрелгән был заманда выждан сафлығы, кешелеклелегеӈде һаҡлап ҡалыу ҙа рухи көс һәм ихтияр талап итәлер. Фәриттә донкихотлыҡ, иррациональ башланғыс та юҡ түгел, әммә был образдыӈ төп ҡиммәте уныӈ эҙләреҙәр юлына баҫыуында, һуӈлап булһа ла „уянып”, иҫкесә йәшәү рәүешендән, үҙ-үҙен алдауҙан баш тартыуҙа. Урау-урау юлдар үтеп, ул, аҙаҡта, туған ауылына йүнәлә, уныӈ бар ғүмере үк Лашбайға — бала саҡ сафлығына — сәйәхәт булараҡ күҙаллана.
„Лашбайға сәйәхәт” повесын идея-эстетик йөкмәткеһе яғынан яҙыусыныӈ ижади кредоһы тип баһаларға мөмкин хатта. Әммә форма яғынан әҫәр шаҡтай аҡһай. Барыһын да әйтеп бөтөрөргә тырышыу һиҙелә. „Фәриттеӈ хикәйәһенә бағышланған оҙон абзац, геройҙыӈ кеше ышанмаҫлыҡ мажараларға юлығыуы ла бик отошло түгел, минеӈсә”, тип яҙа Дилбәр Булатова [131]
„Шаярыу” повесында Мараттыӈ тормошо шулай уҡ ялғанға, йәғни лә аҡса нигеҙенә ҡоролған булып сыға.
... Ә-ә, шунан һуӈ әйтем мин үҙ-үҙемә, донъяныӈ тотҡаһы — аҡса, тинем, йә теләһә ниндәй юлдар менән аҡса тап, тинем, йә булмаһа йәшәп ятма имгәк булып. Һинән башҡа ла хәйерселәр менән тулған был ер шары. Ә хәҙер ҡара. Ҡара! —Ашығып-ашығып, үҙ-үҙенә иҫәп бирмәй, Марат ҡулдарын болғаланы, шап та шоп ишектәрҙе асып япты. — Барыһы ла бар! Күҙ һал бүлмәләргә, был мебельдәр, был люстра беләһеӈме күпме тора, ковер ... аяҡтар бата малай, был түшәктә ожмах үҙе төшкә керә. Барыһы ла бар, барыһы ла высший сорт! Теләгемә ирештем. Бәхет шул була тип ҡабатлайым ҡат-ҡат, ҡайһы саҡ үҙ бәхетемә үҙем ышанмайым, биттәремде семеткеләп ҡарайым...
Быға ҡаршы Фәрит дуҫты: — Тик һин артыҡ ябайлаштырып ебәрәһеӈ буғай „бәхет” төшөнсәһен. Һый-ниғмәт эсендә йөҙөп, затлынан-затлыға ғына төрөнөп бәхетлемен тип күкрәк һуғырға... Юҡ, юҡ. Мин һис тә ҡаршы түгел кешенеӈ етеш тормошта йәшәүенә. Тик уныӈ менән генә бөтәме ни, артыҡ ҡатлаулы, ҡырыҡ киртәм бит был ауһыҙ ҙа, гүзәл дә булған донъя. Кешенеӈ күӈеле...
... Бар да ал да гөл һинеӈ, әйеме? Бындай саҡта дуҫлыҡҡа, мөхәбәткә ни һынау! Әгәр бына һин ауыр хәлдә ҡалһаӈ, әйтәйек ауырып китһәӈ, яҡын кешеләреӈ ниндәй хәләткә керер?
Был ике дуҫ быны тикшереү өсөн эксперемент ҡуйырға һүҙ ҡуйыша. Марат ҡатыны ауылдан ҡайҡас та „ауырыуға” һабыштырырға тейеш була. Һәм осраҡлы бер шаярыу арҡаһында селперәмә емерелеп тә төшә.
Аҡса, донъя малы артынан ҡыуыу... Минән һуӈ нәмә ҡала? Кем һағынып иҫкә алыр, рәхмәттәр уҡып, „урыны йәнәттә булһын” тип изге теләктәр теләгән берәр бәндә булырмы?.. Маратты был һорауҙар көндән-көн борсой башлай.
... Ваҡ-төйәккә сәселеп, таралып бөттө шикелле ғүмерем. Байлыҡ тупларға ашҡындым, турыһын әйткәндә, ҡорһаҡты ҡайғыртып ғүмер үтте. Тәмлерәк ашарға, затлыраҡ киенергә, күберәк йоҡларға, мин-минләнеп үҙеӈде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға — бар ынтылыштарым ахыры сиктә шуларға барып бәйләнә.
Әҙем балаһы шуныӈ өсөн генә тыуамы был донъяға? Тереклек итеүҙеӈ берәр мәғәнәһе барҙыр бит... Барыһы ла шулай йәшәй тип ҡул һелтәргә була, һәр кем был ҡояш аҫтында үҙенә йылыраҡ урын эҙләй, үҙ нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү өсөн күршеһенеӈ боғаҙын сәйнәп өҙөргә әҙер. Бар кешелек шулай яӈылышамы? Башта һиҙелер-һиҙелмәс кенә тойолған яӈылыш тора-бара хәҡиҡәт менән кеше араһында үтеп сыға алмаҫлыҡ упҡын хасил итмәйме? Йәне турында, күбәләк булып талпынған йәне тураһында бәндә бөтөнләй уйламай түгелме тип фәлсәфәүи уйҙарға бирелә төп герой.
Марат барыһын да яӈынан башларға, аҡса ҡоло булып йәшәмәҫкә, һәр көндөӈ тәмен белеп, йәшәүҙеӈ ҡәҙерен белеп, кеше булып йәшәргә ҡарар ҡыла.
Шулай итеп, төп геройҙыӈ ғибрәтле яҙмышы миҫалында автор тағы ялҡынланып, ҡайнарланып „кеше булып йәшәргә” кәрәклеген иҫбатлай.
”Шаярыу” повесында Мараттыӈ — сауҙа, алыш-биреш өлкәһендә тәжрибәле „акула”ныӈ бер ҡатланып барса мал-мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағыуы шулай уҡ бәхәскә урын ҡалдыра. Был повеста һөйләп сығыу, хикәйәләү алымы йәнле һүрәтләүгә ҡарағанда күберәк ҡулланыла, инеш өлөш оҙонораҡ һуҙыла, күӈелдә „әҫәрҙеӈ бешеп етәһе бар” тигән тәъҫир ҡала. Повестыӈ бәхетһеҙ осраҡ менән тамамланыуы иһә был тойғоно тағы ла көсәйтә төшә.
Артабан „Инфаркт” повестын ҡарап үтәйек. Милли үҙ-аӈ, туған тел яҙмышы өсөн һин нимәләр эшләнеӈ, ҡәләм оҫтаһы, тигән һорау ҡуя был әҫәрендә Кәрим Ҡара. Төп герой — күренекле шағир Шамил Дәүләтов. Повеста инде абруй ҡаҙанған яҙыусы үткәндәрен барлай. Баҫылырға, китаптар сығарырға, обоймаға керергә кәрәк өсөн ул исем яулағандар алдында аҡрынлап тел йәшерергә, кәрәк саҡта уларға оҡшарҙай сығыштар яһарға, гел кәӈәшләшеп яҙырға оҫтара. Партияны маҡтарға икән, ниӈә маҡтамаҫҡа, Лениндыӈ бөйөк юлбашсы икәнен меӈ тапҡыр тәкрарлағандар, ул меӈ дә беренсе тапҡыр ҡабатлаясаҡ, уға ла һәйбәт, хужалар ҙа ҡәнәғәт. Иӈ мөһиме — отошло тема, баҫмай ҡараһындар унда капиталистарҙы хурлап яҙған шиғырҙарҙы. Бына шулай Дәүләтов республиканыӈ танылған шағиры булып китә.
...Ярымһаҡланып, тәрилкә тотоп, меҫкенләнеп йөрөмәне түрәләр алдында, ну унда һирәк-мирәк булғандыр ике йөҙләнгән саҡтары. Дан, аҡса артынан ҡыуып туймаҫтай ҡыланманы. Меӈдәрсә, нәмә ул, миллиондарса кешеләр уныӈ кеүек йәшәй,йәшәнеләр, йәшәйәсәктәр. Ниӈә трагедия яһарға бынан? Ваҡытында туры килмәле, бар ил битлек кейеп йәшәгәндә ул бер үҙе щәрран яра дөрөҫлөк даулап ҡысҡырып ни ҡыра алыр ине? Йә йомарҙар ине бөтөнләй, йә эскеселеккә һабышып дауаханаларҙа үҙ тиӈдәре араһында йоҙроҡ төйөп „дөрөҫ” шиғырҙарын шыӈшып йөрөр ине. Күренекле яҙыусы Шамил Дәүләт битарафлыҡ ҡалҡаны артына йәшеренергә ҡарар итә.
Әрней шағирҙыӈ йөрәге, шап-шаҡтай ир тыштан ҡарағанда, ә бушҡа үткән ғүмер, мәғнәһеҙ йылдар ағымы, елгә сәселгән уйҙар, фекерҙәр...
Шулай итеп, яҙыусыныӈ повестары ябай сюжетҡа ҡоролған. Фәлсәфәүи уйланыуҙар, лирик сигенеүҙәр әҫәрҙәрҙеӈ сюжетына ҡушылып китәләр. Композицион алымдарҙы ла уӈышлы ҡуллана ул — беренсе йөмләнән үк мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғаларға сорнап ала.
2.2 Образдар системаһы
Яҙыусы өсөн төп герой — иӈ яҡын серҙәш дуҫы ла, тикшеренеү объекты ла һәм ул дуҫын уттан алып һыуға һала, мөмкин булған барлыҡ һынауҙарға дусар итә лә, гүйә үҙе лә, ихтиярын таҡмайынса ғына, уныӈ ни эшләрен, ниндәй ҡарар ҡабул итерен ҡыҙыҡһынып көтөп, һынап тора. Уныӈ иғтибары, ваҡиғалар сиселешенән бигерәк, геройҙыӈ күӈел донъяһына, уй ағымына төбәлгән. Йыш ҡына уныӈ позицияһы геройҙыӈ дөйөмләштереүҙәре менән тап килә. Был герой кем һуӈ ул? Ниндәй ул? Беҙҙеӈ ҡарашҡа, Кәрим Ҡараныӈ күпселек повестарында бер уртаҡ герой хәрәкәт итә. Ул төрлө исемдәргә, тормош шарттарына эйә булырға мөмкин, әммә төп характер сифаттары әҫәрҙән-әҫәргә күсә килә.
Иӈ тәүге повесть „Лашбайға сәйәхәт”тәге Фәрит булһынмы, „Банан Хисами”лағы Хисами, „Шаярыу”ҙағы Марат, „Ҡасҡын”дағы Cәлимме — уларҙыӈ эске хәләттәре бер-береһенә шундай оҡшаш. Был уртаҡ герой — беҙҙеӈ эсе ялҡын, тышы һалҡын заманыбыҙҙыӈ әҙәбиәтендә иӈ төгәл гәүҙәләндерелгән геройы, тиергә була. Ул ҡаһарманлыҡтан алыҫ, әммә ҡол да түгел; моӈло булһа ла саманан тыш хыялый тип тә булмай үҙен... Миҫал өсөн, әгәр XIX быуат классик рус әҙәбиәтенеӈ „бөгөнгө көн геройҙар” мөлкәтле, дәрәжәле, яҡшы тәрбиә алған, гражданлыҡ һәм ирек хисенә эйә заттар булһа, Кәрим Ҡараныӈ геройы уларға хас сифаттарҙан — хаҡиҡәтте, йәшәйеш мәғәнәһен эҙләү ынтылышына ғына эйә. Тормошто ул ҡайһы берҙә ситтән генә ҡарап күҙәтә, ә ҡайһы саҡ ваҡиғаларҙыӈ уртаһында ҡайнай, торош һынауҙарын үҙ елкәһендә татый. Бары тик үҙ уйҙары менән мәшғүл булырға мәжбүр хәлдә, ауырлыҡтарҙан ни тиклем иҙелгән хәләттә лә уныӈ рухы азат. Һынмай ҡалған рух, меҫкенлеккә төшмәгән йән, керләнмәгән күӈел... Унда нәфрәт юҡ, ул әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙән, яҡындарынан үс алырға йыйынмай. Ғөмүмән, ул ғәйеп эҙләмәй, үҙе дусар булған хәл-ситуацияларҙан сығыр юл эҙләй. Аҙаша-аҙаша, яӈылыша-яӈылыша юл эҙләй.
Ваҡиғалар бик ҡыҫҡа ваҡыт араһында киҫкенләшә. Күнегелгән һуҡмаҡтан келтерәп кенә тәгәрәгән тормош арбаһы ҡапыл туҡтай. Бығаса кисектерелеп килгән хәл иткес һорауҙар яуап талап итә башлай. Геройҙыӈ бар яҙмышы бер төйөнгә төйнәлә, һан сифатҡа күсергә әҙерләнә. Күсеш үтәлә һәм артабан йүнәләште үҙгәртә, йәки инде, башҡасараҡ келтерәп, элекке юлынан тәгәрәүен дауам итә. Юғарыла һанап үтелгән геройҙар тәүгеһен һайлай. Улар шуны аӈлай: тормош рәүешен үҙгәртергә кәрәк, иҫкесә йәшәргә ярамай. Нисек йәшәргә кәрәклеген улар әле төшөнөп тә бөтмәйҙәр: Фәрит ҡотолоу юлын туған ауылына ҡайтыуҙа күрә, Хисами сит ил күренештәренә әҫирләнгән, Мараттыӈ юл фажиғаһынан иҫән ҡалыу-ҡалмауы билгеһеҙ, Cәлим армиянан ҡасыу юлын һайлай.
Ҡасыу мотивы „Инфаркт”, „Принцтар һәм принцессалар” повестарында ла үҙәк урында. Күренекле яҙыусы Шамил Дәүләт битарафлыҡ ҡалҡаны артына йәшеренергә ҡарар итә. Табибә Нурия яӈғыҙлыҡ һаҙлығынан үҙенсә ҡотолорға талпынып ҡарай. Ҡот осҡос ҡайғылар кисергән Нәзирә („Ғафу ит мине...”) бәхет нурын киләсәктән өмөт итә.
„Шаярыу” повесында Марат образаныӈ беҙҙеӈ проза өсөн сағыштырмаса яӈы образ икәнен дә билдәләргә кәрәк. Эшҡыуарҙарыбыҙ көндән-көн күбәйһә лә, әҙәби әҫәрҙәрҙә улар аҙ күренә әле. „Яӈы татар” Маратты бер яҡлы ғына: „был — ыӈған герой”, йә иһә „тиҫкәре герой” тип баһалау мөмкин түгел. Ул, тормоштағы кеүек үк, ыӈғай һәм кәмселекле яҡтары булған, үҙ-үҙен баһаларға һәм аӈларға һәләтле, ҡатлаулы кеше образы булараҡ ғәүҙәләнә.
Билдәле булыуынса, әҙәби әҫәрҙеӈ фәнни хисап йәки публицистик яҙмаға хас булмаған артабанғы үҙенсәлектәре, нескә хасиәте бар: яҙыусы, образдар системаһы, сюжет, һ.б. сәнғәтсә һүрәтләү саралары ярҙамында, һүҙҙәр менән генә әйтеп-аӈлатып булмай торған уй-ферерҙе уҡыусыға еткерә ала. Ижади шәхес күп осраҡта ниндәйҙер эске тойомлауға таянып ижад итә һәм йышҡына иӈ етди, хатта йөҙләгән факттарға таянып яҙылған социологик тикшеренеүҙәр отчетында ла күҙ уӈынан ысҡындырылған, күрһәтеп бирелә алмаған тормош законсылыҡтарын аса, һиҙгер барометр кеүек, йәмғиәттеӈ кәйефен сағылдыра, әле салымланып, бөрөләнеп кенә килгән ижтимағи хәрәкәттәрҙеӈ эске һулышын тоя.
Кәрим Ҡара әҫәрҙәрендә яӈылышыу, ялған, йәиһә ысынбарлыҡтан ҡасырға тырышыу („Ҡасҡын” повесы) мотивтарыныӈ өҫтөнлөк алыуын ошо күҙлектән аӈлатып булалыр. Баҙар хаҡимлеге урынлашыу, беренсел капитал туплау осороноӈ ығы-зығыларында юғалып, аптырап ҡалған Фәриттәр, Нуриялар — былар ҙур бер ҡатлам — зыялыларҙыӈ рухи хәләтен сағылдырыусы образдар.
„Принцтр һәм принцессалар” повесыныӈ төп герое — „нәфис ләлә сәскәһе” Нурия — ҡырыҫ ысынбарлыҡ менән күҙгә-күҙ бәрелешә. Ул яӈғыҙ һәм ярҙамһыҙ. Принцтар тураһында хыялланған Көлһылыу – Золушка — Нурияныӈ „ярты ҡырағай” ауыл егете менән төн үткәреүе — был уныӈ бер төҫлөлөк, билдәһеҙлек, сараһыҙлыҡтан ҡотолорға талпыныш яһауы ул.
Йәш әҙип ижад иткән образдарҙыӈ сәнғәтсә бөтөнлөккә эйә булыуын билдәләргә кәрәк. Уныӈ повесть-хикәйәләрендә артыҡ персонаждар, кәрәкмәгән детальдәр юҡ тиерлек, киреһенсә, һәр образға мәғнәүи йөк һалынған. Күҙәтеүсәнлек, кеше типтарыныӈ иӈ характерлы сифаттарын тотоп ала белеү, көнкүреш ситуацияларын урынлы ҡулланыу авторға тормошсан образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә. Иӈ мөһиме — яҙыусы ысынбарлыҡ хаҡикәтенә тоғро ҡала һәм кеше психологияһыныӈ нескәлектәрен белеп эш итә: натуралистик һүрәтләүгә лә төшөп китмәй, алһыу төҫтәргә мансып, күпертеп тә биҙәкләмәй, синтиминтализмға ла бирелмәй. Мәҫәлән, „Принцтар һәм принцессалар” повесында образдар тотош бер галерея тәшҡил итә. Бында яӈы күлдәк алыуҙан башы күккә тейгән Зөлфиә лә, йөрәк сире менән дауаханала ятҡан ҡарсыҡ, уныҡ фырт түрә улы, шәфҡәт туташы Ғәлиә, һаман дәрте һүнмәгән ҡарсыҡ, эскесе Шәүҡәт, көнсөл ирҙән ҡыйналып ғүмер иткән Алһыу ҙа бар.
Кәрим Ҡара бер-ике деталь, репликалар ярҙамында ла дөйөмләштереү көсөнә эйә булған образ ижад итергә һәләтле. Шәүҡәттеӈ һүҙҙәренә иғтибар итәйек: „Һиндә ине йомошом, Нуриякәй-сибәркәй, — тине ул, ҡулын-ҡулға ыуғалап, — бар өмөт һиндә генә инде, малай... Дуҫлыҡ хаҡына ҡотҡара күр... Һинеӈ хәлеӈдән килә, мин бит күр һорамайым. Һуӈғы тапҡыр булыр, честное пионерское...” Бер нисә ҡыҫҡа һөйләмдә Шәүҡәт хаҡында ни тиклем мәғлүмәт! Ишара-жесттар (ҡуллдарын ыуғалауы). Ялағайлыҡ, йөҙ грамм хаҡына анттар итеүгә тиклем төшөп етеү... һәм эскесенеӈ һүрәте, социаль типтыӈ портреты әҙер.
Йәки Фердинандтыӈ нисек „килеп инеүен” ҡарап үтәйек: „Шул ваҡыт ишектә әлеге егет күренде. Башында саҡ эләгеп торған спорт шапкаһын рәтләп алды, киӈ устары менән ауыҙ-морон тирәһен һөрткөләне, ялтырап, янып торған зәӈгәр күҙҙәрен яҡ-яҡҡа йөгөрттө”. Әҫәр аҙағында Фердинанд менән Нурияныӈ һөйләшеүендә күпме юмор һәм шул уҡ ваҡытта драматизм — ирекһеҙҙән авторҙыӈ характер сифаттарын шундай оҫта һүрәтләй ала белеүенә һоҡланаһыӈ.
„Беҙ әнкәйҙеӈ йөрәгенән сыҡтыҡ” әҫәрендәге Әсә образы ла автоҙыӈ уӈышы. Әсәләр тураһында күп яҙыла, әммә Кәрим Ҡара инде яҙылғанды ҡабатламай, яӈы буяу-штрихтар таба, киренке психологик коллизиялар аша ҙур тәъҫир көсөнә эйә образ тыуҙыра, түҙем, уӈған, һабыр ауыл ҡатындарына мәдхиә йырлай. „Эсе тулған насарлыҡ ҡына булған кеше юҡ ул. Төрлө саҡтары булғандыр: яҡшылары ла, насарҙары ла...” — ти был әҙәрҙә лирик герой. Автор һәр геройын, хатта тиҫкәре персонаждарҙы ла гуманистик принциптан сығып, үҙ итеп, йөрәк хисен һалып тасуирлай. Шуға ла был геройҙар уҡыусыны битараф ҡалдырмай. Улар мөхәббәттеӈ, иректеӈ тәмен белергә өндәй, үкенеү-һағыштар, юғалтыу-рәнйеү хистәренә лә күмә, матурлыҡтыӈ, йәшәйештеӈ йәмен тоярға өйрәтә.
Повестарыныӈ төп геройҙары бик ҡыҙыҡлы шәхестәр. Нурияныӈ кейәүгә сыҡмаған йәш табибә, Фәриттеӈ эшһеҙ ҡалған йәш журналист, Cәлимдеӈ йәш һалдат, Мараттыӈ „яӈы урыҫ”, Шамил Дәүләттеӈ күренекле шағир булыу факттары үҙе үк ҡыҙыҡһыныу уята. Шуныӈ менән бер рәттән, автор композицион алымдарҙы ла уӈышлы ҡуллана. Беренсе йөмләләрҙән үк ул уҡыусыны үҙенә әүертеп, ҡыҙыҡһыныуын ҡуҙғатып, мауыҡтырғыс ваҡиғалар уртаһына алып инә. Башта уҡ һалынған „ойоҡто” үҙенекен итә — уҡыусы һуӈғы һөйләмгә тиклем көтөлмәгән ваҡиғалар, хайран ҡалырлыҡ хәлдәр тотҡонлоғонан ысҡына алмай. „Шаярыу”, „Ҡасҡын” повестарында ваҡиғалар айырыуса киренке. Лирик тайпылыуҙар, фәлсәфәүи уйланыуҙар ҙа әҫәрҙәрҙеӈ сюжет туҡымаһына берегеп китә. Яҙыу манераһыныӈ эмоционаллеге, экспрессивлығы, популяр детектив йәки мөхәббәт романдарына хас еӈел аӈлайышлылыҡ та әҫәрҙәрҙе уҡымлы итә.
Кәрим Ҡараныӈ яҙыусы булараҡ өлгөрөп еткәнлеге халыҡтыӈ һөйләм теленә таянып ижад итеүендә лә асыҡ күренә. Ул, мәҫәлән, диалогтарҙы характер асыусы сара булараҡ яратып ҡуллана. Ҡом араһынан килеп сыҡҡан алтын бөртөктәре шикелле, халыҡ телендә йөрөгән, әммә әҙәби әҫәрҙәрҙә әле ҡулланылмаған фразеологик әйтемдәр, үткен ғибәрәләр, тапҡыр эпитеттар „ялтырап-ялтырап” китәләр.
Ләкин ҡайһы саҡта автор артыҡ „тырышып” ташлай. Дилбәр Булатова, мәҫәлән „Принцтар һәм принцессалар” повесында йәш ҡыҙ һәм дәртле ҡарсыҡҡа бына ниндәй ярлыҡтар тағылғанын атап үтә: „ҡарт ҡарға”, „ҡарт тәре”, „ауыҙына шайтан төкөргән ҡарсыҡ” йәки „тоҙ күҙ ҡыҙ”, „өлгөрмәгән өйрәк бәбкәһе”, „ҡайыш ҡолаҡ”...[130] Бындай билдәләмәләр, әлбиттә, образдар тураһында әллә ни мәғлүмәт бирмәй. Күҙгә бәрелеп торған тағы бер етешһеҙлек бар: һөйләмдәрҙә инверсия алымы самаһыҙраҡ ҡулланыла, һөҙөмтәлә ҡайһы бер осраҡта логик бөтөнлөккә зыян килә. Быға миҫал итеп „Лашбайға сәйәхәт” повесынан бер нисә һөйләмде ҡарап үтәйек: „Тик әле һуӈ түгел бит бер-беребеҙ өсөн йәшәргә, улыбыҙҙы бергәләп үҫтетергә” йәки „Йүләр, һин аӈламайһыӈ уны, нисек була ул, һин яратаһыӈ, һине яратһалар” йәки „Ул һәр ваҡыт ниӈәлер, әйтерһеӈ, Жора уны тыӈлап ята, уйлаған уйҙарын ҡысҡырып, беҙ тип һөйләй ине”.
Cтилистик хаталар ҙа осраштыра. Миҫал өсөн түбәндәге һәйләмде ҡарайыҡ. „Ашығып, тиҙ генә гидреалин, камфара, строфантин кеүек йөрәк эшсәнлеген яҡшыртыуға тиҙ тәъсир яһай торған дарыуҙарҙан укол яһаны”. „Ашығып”, „тиҙ генә” һүҙҙәре бер үк мәғәнәне тиерлек белдерәләр, икеһен дә ҡулланыу „майлы май” кеүек яӈғырай, бер үк һүҙҙәр ҙә ҡабатлана. Һөйләм оҙон һәм буталсыҡ, ул әҙәби әҫәрҙә түгел, гәзит мәҡәләләренә нығыраҡ килешер ине. Һәм инде, әлбиттә, „уйларҙы ҡысҡырып һөйләп”, „ҡорһаҡты туйҙырып”, „хан заманында һалынған хрущевка” кеүек һүҙбәйләнештәр мәҙәк яӈғырай. „...Үҙен талғын дулҡындар өҫтөндә кеүек тойҙо ул, һәммәһе лә үҙ урынына ултырды” — бында шулай уҡ логик төгәлһеҙлек ярылып ята. Ғөмүмән алғанда, авторға тел-стиль сараларына иғтибарлыраҡ һәм әҫәрҙәренеӈ теленә талапсаныраҡ булырға кәрәктер, моғайын.
Иӈ мөһиме — Кәрим Ҡараныӈ инанған яҡты ҡиблаһы, кешеләргә әйтер ялҡынлы һүҙе һәм талантлы ҡәләме бар. Әҫәрҙәрҙеӈ үҙәгендә ваҡиғалылыҡтан бигерәк Кеше, Кеше яҙмышы, уныӈ рухи үҫеш-үҙгәреше, тетрәнеүҙәре, эҙләнеүҙәре тороуы был фекерҙе иҫбатлайҙыр.
Һығымта
Әҙәбиәтебеҙҙеӈ көндән-көн һағайып, урыҫлашып барған бөгөнгө осор, заман әҙиптәребеҙ алдында тағы ҙур һорау ҡуя: дөйөм кешелек идеалдары бер нәмә, ә бына милли үҙаӈ, туған тел яҙмышы өсөн һин ниҙәр эшләнеӈ, ҡәләм оҫтаһы? Кәрим Ҡараныӈ әҫәрҙәрендә милли рух кеше образдарында, уларҙыӈ нәҡ бөгөнгө заман кешеһе кеүек фекер йөрөтөүендә, милләттәштәребеҙгә хас холоҡ сифаттарына эйә булыуҙарында сағыла. Шиғриәт яҙмышы өсөн борсолоусы Шамил Дәүләт, ҡалаға һыймай, ауылға ҡайтҡан Фәрит, тормош ауырлыҡтарынан арыған ир ҡатыны Cания, Щедриндыӈ „пескаре” һымаҡ тыныслыҡ һөйөүсе Наил, ауыл „ҡырағайы” Фердинанд, бер ҡалаҡ һурпаға тилмереп ятҡан яӈғыҙ ҡарсыҡ, „тормоштоӈ бар бысраҡтарын йыуып ташларға” теләгәндәй, илай-илай иҙән йыуған Әсә, сәрхуш Шәүҡәт һәм, әлбиттә, ҡалалашҡан, урыҫ һәм көнбатыш мәҙәниәте традицияларында тәрбиәләнгән Нурия — былар башҡорттатарҙыӈ айырым-айырым ҡатламдарын, төркөмдәрен кәүҙәләндергән типтар.
Кәрим Ҡараныӈ күп биҙәкле ижадыныӈ төп айышы, беҙҙеӈсә, төптәрәк ята. Матур әҙәбиәттеӈ нәфислеген ул образ саралары, тел менән генә түгел, әҫәрҙеӈ эске моӈо, символикаһы, фәлсәфәүи фекерлек хәсиәттәре менән дә сорнап, иркен эш итә. Бөгөнгө тел менән әйткәндә, яҙыусы Кәрим Ҡара образдар менән фекерләүсе заман философы ла.
Шулай итеп, Кәрим Ҡараныӈ ижады үҙенсәлекле алымдар менән айырылып тора. Уныӈ геройҙары беҙҙеӈ арала йәшәгән ябай кешеләр. Ләкин ябай булһаларҙа, улар яҙмышына фәлсәфәүи йөкмәтке һала. Повесть һәм хикәйәләре ябай ғына сюжетҡа ҡорола. Артабан яҙыусыныӈ үрҙә атап үтелгән әҫәрҙәренә анализ яһап үтербеҙ.
Дөйөмләштереп әйткәндә, яҙыусыныӈ төп геройы „былай йәшәргә яраймы? тигән һорауға „юҡ” тип яуап бирә һәм ҡотолоу юлы — ҡасыуҙа, ситләшеүҙә тигән ҡарарға килә. Әммә автор бында ғына туҡталып ҡалмаҫ, уны әле тағы ла ҡатлаулыраҡ һынауҙарға дуҫар итер, тигән фараз ҡылабыҙ. Банан Хисами Африкала ла Хисами булып ҡала, тип раҫлай бит ул, Лашбайға сәйәхәт — ул үҙ намыҫыӈа сәйәхәт, иӈ мөһиме — үҙеӈә үҙгәреү фараз, бәхетте үҙеӈдән башларға кәрәк, ти яҙыусы әҫәрҙәрендә.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
-
Булатова Д. Таяныч. —Уфа: Juventa, 2009, 150 б.
-
Булатова Д. Язганнарым сезнеӈ турыда / Кызыл таӈ, 30 декабрь, 2009.
-
Кәрим Кара. Без әнкәй йөрәгеннән чыктык. — Уфа: Китап, 2009.
-
Кәрим Ҡара. Көнбагыш сатучы // Тулпар, 2009, №3, 6-23 б.
-
Кәрим Ҡара. Шаяру / Ышаныч, 2010, №№68-94.
Достарыңызбен бөлісу: |