Рабочая программа по башкирскому языку для 1-4 классов
1 классы. 2015-2016 учебный год
Аңлатма яҙыу
Башланғыс кластарҙа башҡорт телен теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.
Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа класта башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
-
уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
-
уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
-
уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү;
-
башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
-
башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.
Предметтың дөйөм характеристикаһы
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 10-сы автономиялы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
-
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
-
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
-
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
-
Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
-
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
-
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
-
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
-
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
-
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
-
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
-
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыу планында предметтың урыны
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыуға 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт).
Предмет йөкмәткеһенең әһәмиәтле төшөнсәләре
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың
- дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана;
- коммуникатив мәҙәниәте үҫә;
- дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша;
- дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм
текстар менән танышҡанда әхлаҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә;
- сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу фәнен үҙләштереүҙең шәхси, предмет-ара (метапредмет) һәм предметлы һөҙөмтәләре
I класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;
-
үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;
-
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;
-
тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;
-
һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү;
-
телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;
-
Һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү;
-
башҡортса иҫәнләшеү, хушлашыу, рәхмәт әйтеү, рөхсәт һорау;
-
кешенең һорауын, һүҙен аңлай алыу, уға яуап биреү;
-
ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү, һүҙҙәргә тейешле ялғауҙар ҡуша белеү;
-
башҡортса һүҙҙәрҙе яҙа белеү;
-
әкиәт, шиғыр, йомаҡ, кескәй текстарҙы уҡыу һәм аңлау;
-
2-3 шиғырҙы яттан һөйләү.
II класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
-
донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;
-
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
-
тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
-
башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
-
һаулыҡты Һаҡлауу һәм нығытыу.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү;
-
фәнни-эҙәнеү эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
-
интернет ресурстар менән эш итеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
-
иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, рөхсәт һорау;
-
текстың йөкмәткеһе, ситуацияһы буйынса һорау биреү;
-
ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;
-
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү;
-
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;
-
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбете тураһында һөйләү;
-
башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү;
-
тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә);
-
поэтик әҫәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;
-
текстан һорауҙарға яуап табыу, уҡып күрһәтеү;
-
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү;
-
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;
-
бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу;
-
ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант яҙыу;
-
4-5 шиғырҙы яттан һөйләү.
III класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
-
донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;
-
үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;
-
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
-
тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;
-
һаулыҡты нығытыу.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү;
-
фәнни-эҙәнеү эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
-
интернет ресурстар менән эш итеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бтрә белеү;
-
үҙ фекерҙәрен белдереп әңгәмәләшеү;
-
төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү;
-
прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу;
-
уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү;
-
башҡортса гәзит-журналдарҙан кәрәкле материал йыя белеү, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу;
-
nекстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу;
-
5-7 шиғырҙы яттан һөйләү;
-
Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
-
Башҡорт халҡының цолалары, мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
-
Хәрәфтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дәрәҫ, матур яҙа белеү;
-
Өйрәтеү (һәм элементар контроль) диктанттар яҙа белеү.
IV класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләр.
Шәхси һөҙөмтәләр :
-
үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
-
мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
-
атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
-
тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау.
-
кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү;
-
һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
-
уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
-
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
-
бирелгән тема буйынса бәләкәй презентация эшләү;
-
интернет ҡулланып материал табыу;
-
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск, электрон дәреслек һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү;
-
фәнни-эҙәнеү эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
интернет ресурстар менән эш итеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-
“Башҡортостан” темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға-күлдәре, кейем –һалым, ижады һ.б.) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү;
-
тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү, яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү;
-
ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөләм менән бәйләнешле итеп һөйләү;
-
ҡысҡырып шыма һәм тасуири итеп уҡыу;
-
һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
-
дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү, 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу, ҡотлау хаты(открытка) яҙа белеү;
-
5-7 шиғырҙы яттан һөйләү, 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү.
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) диктант.
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Йыллыҡ яҙма контроль эштәр
Эш төрҙәре
|
кластар
|
1
|
2
|
3
|
4
|
Контроль күсереп яҙыу
|
1
|
1
|
2
|
-
|
Һорауҙарға яуаптар яҙыу
|
-
|
1
|
1
|
1
|
Диктант
|
1
|
1
|
1
|
2
|
Изложение
|
-
|
-
|
-
|
-
|
Инша
|
-
|
-
|
-
|
1
|
Бөтәһе
|
2
|
3
|
4
|
4
|
Яҙма контроль эштәрҙең күләме:
Эш төрҙәре
|
Кластар
|
1
|
2
|
3
|
4
|
Һүҙлек диктанты
|
-
|
5 -8
|
8 -10
|
12 -15
|
Диктант
|
|
15 -20
|
25 -30
|
40 -50
|
Изложение
|
-
|
-
|
-
|
-
|
Инша
|
-
|
-
|
-
|
|
Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе
1-се класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
Башҡортостан – минең тыуған Республикам
|
1
|
Танышыу
|
3
|
Ғаилә
|
3
|
Мәктәп
|
5
|
Төҫтәр
|
2
|
Һандар
|
3
|
Уйын. Уйынсыҡтар
|
3
|
Кем нимә эшләй?
|
3
|
Тән өлөштөре
|
2
|
Кейем-һалым
|
3
|
Йорт хайуандары һәм ҡоштары
|
3
|
Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар
|
2
|
Йомғаҡлау
|
1
|
Бөтәһе
|
34
|
Башҡортостан – минең тыуған Республикам.
Ауыл, район, (ҡала, ҡасаба), республика, уның исеме, унда йәшәгән халыҡ, тыуған төйәктеңтәбиғәте, күренекле урындары; Башҡортостан – башҡорт иле, башҡорт халҡының тарихы, төп сифаттары Һ.б. тураһында һөйләшеү, башҡорт халҡының тарихы, төп сифаттары һ.б. тураһында һөйләшеү.
Танышыу.
Һин кем? Һинең исемең нисек? Был кем? Был нимә? Кемдеке? Нимә эшләй? Һорауҙарын бирә белеү.
Башҡорт теленең [ә], [ө], [һ], [ҙ], [ң], [ҡ], [ғ] өндәренең әйтелешен өйрәнеү, күнегеү. Ии, Аа хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү.
Ғаилә.
Үҙе, ғаилә ағзалары менән таныштырыу. Атаһы, әсәһе, туғандары, уларҙың еше, Һөнәре тураһында әңгәмә ҡороу, һөйләү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү, әйтергә өйрәнеү. Әә, Оо, Өө, Йй хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү.
Мәктәп.
Мәктәп, класс, уҡыу, уҡыу әсбаптары, балаларҙың мәктәптәге эштәре, уйындары, йәйге хәтирәләр тураһында һүҙ алып барыу.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҫтереү. Уу, Үү, Ыы, Ээ, Ее,Зз,Ҙҙ,Һһ,Хх хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү.
Төҫтәр.
Башҡорт телендә төҫ исемдәре менән танышыу.Шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.
Һандар.
Башҡортса һандарға, һандарҙы дөрөҫ әйтергә һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙары менән таныштырыу.
Гг, Ғғ, Кк хәрефтәрен яҙырға өйрәтеү.
Уйын ,уйынсыҡтар.
Уйындар, уйынсыҡ исемдәре менән таныштырыу, шул һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Яратҡан уйынсыҡ тураһында һөйләргә өйрәнеү.
Нимә менән? Кем нимә ярата? Кемгә нимә кәрәк? Кемдең? Кемдеке? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәтеү.
Ҡҡ,Сс, ҫ,ң хәрефтәрен яҙырға өйрәтеү.
Кем нимә эшләй?
Элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, нығытыу менән бергә кешенең, предметтың эшен белдереү юлдарын асыу. Ҡушыу-үтенеү, белеү-белмәү, ярай-ярамай, яҡшы-насар төшөнсәләре менән эш.
Яҙыу дәфтәрендә эш.
Тән өлөштәре.
Кешенең тән өлөштәре атамаларын өйрәнеү, шәхси гигиена талаптарын белеү, көн режимы, һаулыҡ төшөнсәләрен үҙләштереү менән алып барыла.Һәйләшеү, әңгәмә, һорау-яуап, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр әйтеү.
Яҙыу дәфтәрендә эш.
Кейем-һалым.
Кейем-һалым исемдәрен, модалы кейем, уларҙы таҙа тотоу, ипле кейенеү, кейемдәрҙе һатып алыу кеүек мөһим темалар буйынса белем һәм күнекмәләр формалаштырыу.
Диалог формалары ябай һөләшеү, текстарҙы уҡыу.
Дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.
Йорт хайуандары һәм ҡоштары.
Йорт хайуандарының, ҡош исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү. Хайуандарҙың, ҡоштарҙың файҙаһы йәшәү урындары, үҙенсәлектәре менән танышыу.
Башҡорт телендә хайуан, ҡош-ҡорт исемдәрен, уларҙың эштәрен белдереүсе һүҙҙәрҙе дөрөҙ әйтеү һәм яҙыу.
Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар.
Кейектәрҙе, ҡырағай ҡоштар тураһындығы мәғлүмәттәр. Кейектәрҙе йорт хайуандары, йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән сағыштырып һөйләү, уларҙың билдәләрен, эштәрен аңлатыу.
Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Яҙыу дәфтәрендә эш.
Йомғаҡлау.
Бөтә темаларҙа, дәрестәрҙә өәрәнгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, һөйләшеү, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен артабан камиллаштырыу. Һүҙ байлығын арттырыу. Бәләкәй күләмле текстар төҙөү.
2 –се класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
Тыуған Башҡортостан
|
1
|
Ҡабатлау
|
3
|
Һаумы, мәктәп
|
2
|
Мәктәп баҡсаһы
|
1
|
Беҙҙең класс
|
2
|
Ғаилә
|
3
|
Аҙыҡ-түлек
|
3
|
Ҡайҙа? Ҡайҙан?
|
2
|
Нимә менән?
|
1
|
Һанай беләһегеҙме?
|
2
|
Кейем-һалым
|
3
|
Уйын, уйынсыҡтар
|
2
|
Һөнәрҙәр
|
2
|
Тән өлөштәре
|
2
|
Емеш-еләк. Йәшелсә
|
2
|
Таҙалыҡ
|
1
|
Көн тәртибе
|
2
|
Бөтәһе
|
34
|
Тыуған Башҡортостан.
Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре, халҡы, тарихы тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ҡабатлау.
Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Һаумы, мәктәп.
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.
Мәктәп баҡсаһы.
Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.
Беҙҙең класс.
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
Ғаилә.
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.
Аҙыҡ-түлек.
Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.
Ҡайҙа?Ҡайҙан?.
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Нимә менән?
Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.
Һанай беләһеңме?
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.
Кейем-һалым.
Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
Уйындар, уйынсыҡтар.
Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.
Һөнәрҙәр.
Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.
Тән өлөштәре.
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.
Таҙалыҡ. Көн тәртибе.
Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны
3 –сө класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
Танышыу
|
2
|
Ҡайҙа?
|
3
|
Мәктәптә
|
3
|
Һөнәрҙәр
|
2
|
Йыл миҙгелдәре
|
7
|
Кейемдәр
|
2
|
Ғаилә
|
5
|
Тыуған көн
|
2
|
Башҡортостан
|
2
|
Сәйәхәт
|
2
|
Байрамдар
|
2
|
Ҡабатлау
|
2
|
Бөтәһе
|
34
|
Танышыу.
Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.
“Ҡайҙа?”
Танышыу темаһын дауам итеү. “Ҡайҙа?” һорауына яуап биреү. Килеш һәм күплек ялғауҙары. Һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация һәм тыныш билдәләре
Мәктәптә.
Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу.
Һөнәрҙәр.
Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.
Йыл миҙгелдәре.
Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.
Кейемдәр.
Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.
Ғаилә.
Ғаилә ағзалары, уларҙың бер-береһенә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.
Тыуған көн.
Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.
Башҡортостан.
Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.
Сәйәхәт.
Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.
Байрамдар.
Башҡортостанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре. Башҡорт халҡының милли байрамдары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Предметтың билдәләрен, уларҙың сағыштырыу формаларын практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Ҡабатлау.
Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
4 –се класс
Бүлек
|
Сәғәттәр һаны
|
1-се сентябрь – Белем байрамы
|
1
|
Мәктәптә
|
4
|
Ғаилә. Хеҙмәт
|
3
|
Хобби. Буш ваҡыт
|
4
|
Транспорт. Юл. Сәйәхәт
|
4
|
Врачта. Поликлиникала
|
2
|
Почтала
|
1
|
Башҡортостан тәбиғәте
|
4
|
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар
|
3
|
Башҡортостандың күренекле шәхестәре
|
2
|
Ауыл тормошо
|
3
|
Башҡорт халыҡ ижады
|
2
|
Балалар ижады
|
1
|
Бөтәһе
|
34
|
1-се сентябрь – Белем байрамы
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам - 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Мәктәптә.
Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).
Ғаилә. Хеҙмәт.
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.
Хобби. Буш ваҡыт.
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.
Транспорт. Юл. Сәйәхәт.
Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.
Врачта. Поликлиникала.
Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы, сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.
Почтала.
Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).
Башҡортостан тәбиғәте.
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар.
Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡортостандың күренекле шәхестәре.
Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.
Ауыл тормошо.
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Балалар ижады.
Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Достарыңызбен бөлісу: |