Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет13/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   25

Ҡойроҡло компот
Ресторандар тресы ревизоры Ҡотлоғужа Ҡотлозаманов, күңеле тулышып, үҙенең ҡул аҫтына ҡараған иң бәләкәс аш-һыу төйәгенә -- Көтөүлек һәм Ҡаҙ Юлы тыҡрыҡтары сатындағы сәйханаға туҡталды. Кисә ул бында махсус рәүештә үҙәк складтан берҙән-бер йәшник Африка емеше компотын ебәрткәйне. Ошондағы киң ҡатлам массаларҙың ят күстәнәскә нисек ләззәтләнеп тейенгәнен үҙ күҙҙәре менән күрергә уҡталып, инеү менән иң урталағы өҫтәл артына ултырҙы ул. Ләкин бер стакан компот ҡойҙортоп алыуы булды, күҙҙәре шар асылып, ҡалын ҡаштары ялтас түбәһенә һикерҙе. Татлы эсемлек эсендә ошо минутта күлкеп йөҙөргә тейешле, һыртарҡаһына ҡайтарылмыш эт ҡойроғо кеүек кәкере һабаҡлы сит ҡитға емеше урынына, ерле сельпо селтәрендә етештерелгән ябай ғына кипкән алма киҫәге ята ҡалтайып.

-- Ҡайҙа кисә ҡабул ҡылынған йәшел йәшникле компот? – тине Ҡотлозаман, сәйхана складына тура үтеп.

-- Кисә үк шеф-поварға тапшырылды, иптәш нәсәлник.

-- Саҡыртығыҙ үҙен!

Ҡойроҡло емеш һүрәте мөһөрләнгән йәшел буш йәшникте күтәреп, тирләп-бешкән шеф-повар килеп етте, генерал алдында торған һалдаттарса шыҡайҙы.

-- Йәшниктәген ҡайҙа иттегеҙ?! – тип екерҙе Ҡотлозаманов.

-- Компот итеп ҡайнаттыҡ, иптәш нәсәлник, киң ҡатлам халыҡ массаларына еткерҙек.

-- Ниңә ҡойроғо күренмәй, кәнәлйә?

-- Ҡойроғо... ҡойроғо юҡ ине...

Бер ситтәрәк торба борғослап маташҡан слесарь күҙ ҡыҫты, Ҡотлозамановты саҡырып алды:

-- Ышанмағыҙ, иптәш нәсәлник, ҡойроҡ тоттортмаҫҡа итәләр. Йәшел йәшник эсендәгеһен итек-ситек артеле буфетсыһының йыуан сөмкәһенә бушатып, урынына кипкән алма индереп тултырҙылар. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем!

Ҡотлозаманов эҙ һеперткән ҡойроҡло компот артынан артабан тоҫҡалды. Ул ярһып барып кергәндә, итек-ситекселәр табыны буш ине. Буфетсы бисә, дөйәләй күркәм кәүҙәһен ҡалтыратып, бүлмә яңғыратып сеңләп ебәрҙе:

-- Мин белмәнем, иптәш нәсәлник! Мин ул компоттың барыһын да Мәғрифә әхирәтемә атҡарҙым, иптәш нәсәлник!..

Ҡотлоғужа Ҡотлозаманов, моронлаған енәйәттең осо-башына сығыуҙы урынбаҫарына бойороп, төшкөнө ашарға өйөнә ҡайтты. Янып-көйөп йөрөп бик ныҡ сарсағанлыҡтан, эсергә һораны. Бисәһе уға гәлсәр стакан тултырып һалҡын компот килтерҙе.

-- Мәғрифәкәйем, йәнем, был... һинме ни?!. – тип тертләп һикереп торҙо Ҡотлоғужа, компот эсендә ирәүәнләнеп йөҙөп йөрөүсе кәкере ҡойроҡло емештәрҙән һис күҙен ала алмай.

-- Нимә, әллә бисәңде бөгөн тәүтапҡыр күрҙеңме?! Таный алмайһыңмы? – Мәғрифә, ҡыҙҙарса осоноп, һимеҙ янбаштарын һикертте.

-- Мин ул Мәғрифәне һиндер тип уйламағайным...

-- Нимә?! Әллә башҡа Мәғрифәң дә бармы һинең?

Ҡотлоғужа яуап ҡайтарманы. Тәрән йөрәк төпкөлөнән һыҡтанып, телефон трубкаһына үрелде.

-- Алло, урынбаҫармы был? Немедленно отставить! Ҡойроҡлоно юллауҙы туҡтатырға! Эйе, ҡойроҡһоҙ булған икән дә ул, мәлғүн...

Күңеле тулышып, ҡабат табын түңәрәгенә ултырҙы, эстән генә сеңләп илай-илай, гәлсәр стакандан компот һемерҙе. Ошо көндә мут бәндәләр арҡаһында гүзәл кәкере ҡойроҡлоларҙы һемереп ҡабыуҙан мәхрүм ҡалған киң ҡатлам халыҡ массаларын ҡыҙғанып илай ине ул.

1965


Хәсән трибун.
Һеҙ, моғайын: “Мәшһүр ораторҙыр был”, -- тип уйлай торғанһығыҙҙыр. Яңылышаһығыҙ. Оратор түгел, ә бик ябай ғына телмәрле ауыл Советы рәйесе ул. Хатта һөйләгәндә һүҙенең ярты ҡойроғо ауыҙында өҙөлөп ҡалыусан. Ләкин ирҙә тырышлыҡ ҙур, гөрләтеп һөйләргә тырышлыҡ ҙур.

Телмәрҙе лә күктән генә һоҫоп алып һөйләп булмай. Уның өсөн таяныс, факттар кәрәк. Хәсән ана шул факттарҙы булдырыу өсөн тәүге аҙымдарынан уҡ ҙур көс һалған уҙаман. Ләкин тәүмәлдәрҙә донъялар уның өсөн имен булманы: ауылдағы ике күлде бергә тоташтырырға тигән проектын да, шулай уҡ ул ултырған идара тәҙрәһенән йәмле туғайлыҡты ҡаплап торған ҡом убаһын күсереү, йәки пожар ҡалансаһына икенсе манара өҫтәп ҡороу кеүек бүтән пландарын да юғарылағылар хуп күрмәнеләр. Үҙ-ара һалымдан килгән аҡса йыл һайын уның үҙе теләгәнсә ҡулланылманы. Хәсәнгә телмәрҙәрен бары тик шул юғарылағы етәкселәр күрһәтеүенсә эшләнгән эштәрҙе генә миҫал итеп килтереп һөйләргә тура килде. Ә ул үҙенең, фәҡәт үҙенең өлгөлө етәкселек итеү факттарын баҡтыртып һөйләргә ни ҡәҙәр ынтыла ине! Ахыры, булманы, Хәсән көллө зиһенен кешеләрҙе шаҡ-ҡатырып аптыратырлыҡ трибуналар уйлап сығарыу эшенә екте. Кабинетында ул береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ конструкциялы туҡһан туғыҙ трибуна проектының һыҙмалары тупланы. Көн һайын сәғәт туғыҙҙан килеп эш бүлмәһенә бикләнә лә көнөнөң секретарь индергән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыу һәм мисәт һуғыуҙан ҡалған оҙон өлөшөн һыҙмалары араһында ҡәһәтләнеп үткәрә. Их, үҙ башыңдан уйлап сығарып, тарих һоҡланырлыҡ берәй етәкселек эше эшләйһе ине лә ошо үҙ һыҙмаларың буйынса ҡоролған бейек трибуна артына баҫып, шул турала илгә шаңғыртаһы ине!

Өҫтән төшөрөлгән ете йыллыҡ план ғәмәлгә ашырыла башлағас, Хәсәндең райондағы ҡайһы бер етәкселәре лә, тормош инде уның аръяғын үҙ ағышында алып барып еткерә, тип иҫәпләп, күберәген хыял ителгән бөйөк уңыштар, еңеүҙәр хаҡында телмәр тоторға йәтешләнеп алдылар. Уларға ла трибунан фәстереү өсөн яңынан-яңы факттар кәрәк булғандыр инде, күрәһең: Хәсән үҙен ауыҙлыҡлап тотҡан теҙген бушай төшкәндәй тойҙо. Алай ғына ла түгел, райбашҡарма рәйесе үҙе үк Хәсәндең, әлеге ике күл, ҡом уба, пожар ҡалансаһы тураһындағы проекттарын һөйрәп сығарҙы архивтан.

-- Их рәйес, рәйес! Рәзе бындай ваҡ-төйәктәр беҙҙең үҫеш ҡоласына тиң була? Эпоханың иң ҙур һәйкәле нигеҙҙәрен һалырға ваҡыт хәҙер! Киң ҡолас мөһим, киң ҡолас! – тип ҡыҙҙырҙы ул Хәсәнде.

Хәсән ҡанатланып эшкә тотондо. Бер йыл араһында ул, үҙенсә, ауылында “эпоханың һәйкәл нигеҙҙәрен” һалып та ҡуйҙы...

...Хәсән өсөн кискә байрам: һайлаусылары алдында йыллыҡ эше хаҡында иҫәп-хисап бирәсәк. Был мөҡәддәс эшкә ул алдан уҡ ең һыҙғанып әҙерләнде. Уның туранан-тура етәкселегендә Ҡаф тау артынан килгән сабышсылар (шабашниктар) бригадаһы, бына бер аҙна инде, идара ҡаршыһындағы майҙан уртаһында серле төҙөлөш ғәләмәте алып бара. Иң элек тәрән соҡор ҡаҙып, бик бейек итеп бетондан нигеҙ ҡатырҙылар.

-- Моғайын, пекарня һалаларҙыр, юҡһа икмәк етешмәй бит, -- тип күңелле юраны халыҡ. – Һайлау алдынан йыйылышта рәйескә шундай наказ биргәйнек.

-- Юҡ, мунса был! – тине икенселәре. – Дөйөм мунса емерелеп төшкәнгә нисәмә йыл бит инде!

-- Бәлки, балалар йәслеһелер әле, -- тине өсөнсөләре. Хәсән иһә мыйыҡты ҡырын һыпырып ҡына хәйләле йылмайып йөрөнө.

Нигеҙ һалынып бөткәс, ай элек промкомбинатта әҙерләткән ағас конструкцияларҙы килтереп ауҙарҙылар. Хәсән уларҙы, өҫтәлмә эш хаҡы түләп, шабашниктарҙан ил аяғы һил саҡта – төндә ҡорҙортто: һайлаусыларына сюрприз яһау теләге ине. Таң һарыһында әҙер булған ҡоролмаға колхоздың ырҙын табағына яба торған дәү брезент торпошаһын бөркәп, тантаналы сәғәткә әҙерләп ҡуйҙылар.

Көткән мәл килеп тә етте. Ауыл халҡы брезент ҡаплаған серле ҡоролма эргәһенә эркелде. Хәсәндең секретары ҡыҙыл япмалы өҫтәл йәтешләтеп, патефон ҡуйҙы, уйнатҡыс ҡолағын борҙо. Һәр кемде был ваҡиғаның серлелеге сәмләндерҙе.

-- Һәй, бейек! Мунса түгелдер был, егеттәр, ә ҡояшҡа йылынмалы бак ултыртылған душтыр. Ана, үрҙә шул бакка оҡшаш нәмәһе тумырайып тора.

-- Эштән саңға буялып ҡайтҡан трактористарға иллә шәп була икән был! Йүгереп кенә киләһең дә, баш осондағы кранын ғына бороп, йылы һыуҙа ҡойонаһың.

-- Ҡарт-ҡороларыңа ла ярап ятыр.

-- Ә патефон нимәгә икән бында?

-- Ахмаҡ! Музыка уйнатып, торпошаһын тантаналы асырға!

Секретарь торпошаның бер мөйөшөн ҡайтарып башын тыҡты ла ундағы кемгәлер өндәште. Артынса уҡ ҡоролманың башында, оҙон итеп, әҙәм балаларын татлы йоҡонан уятҡыс сәғәт сыңғырҙаны. Шул уҡ секретарь патефондың муйынын бөкләгәйне, тантаналы марш шаңғыртты майҙанды, шул ыңғайҙа торпоша өҫтән аҫҡа шыуышып төштө. Шаңҡып ҡалған кешеләрҙең күҙ алдында мыҡты бетон нигеҙгә ултыртылған бик ҙур ағас трибуна, ә трибунала ҡулын Ленин бабай кеүек алға һоноп ҡатып ҡалған ауыл Советы рәйесе Хәсән үҙе тора ине. Башы өҫтөндә шиферлап ябылған ҡыйыҡ – ямғыр күнәкләп яуғанда ла үткеһеҙ – һөйлә лә һөйлә генә!

Марш уйналып бөтөп, халыҡ иҫенә килгәс, Хәсән ҡулы кинәт хәрәкәтләнде:

-- Иптәштәр, хөрмәтле һайлаусыларым минең! Был ғәжәйеб ҡоролма...

-- Һантый! Дөйөм мунса һалырға тип йыйған аҡсаны ҡайҙа иттең?! – тип ҡысҡырып бүлдерҙеләр түбәндән.

-- Ул аҡсаны, ауылыбыҙҙың ике мең дә бишенсе йылда ун ике мең йәнгәсә артаһын иҫәпкә алып, бер юлы дүрт йөҙ кеше инеп йыуына алырлыҡ капиталь мунса комбинатының проектын ватман ҡағыҙына һыҙырға сарыфланым мин, хөрмәтле һайлаусылар...

-- Ул ҡасан ҡағыҙҙан ергә һалынып өлгөрә?

-- Ике мең дә унынсы йылда, туғандар.

-- Аб-бау!..

Шаҡ-ҡатҡан йәмәғәт ҡапыл иҫенә килеп, ҡабат шаулай башланы:

-- Район бюджетынан бүленгән мәктәп ремонтлау аҡсаһын ҡайҙа иттең?

-- Ике мең дә илленсе йылда түбәһенә алтын ялатылған белем һарайының...

-- Долой! Емерелгән клуб ҡасан төҙәтелә?

-- Хөрмәтле һайлаусылар, үҙегеҙ беләһегеҙ, мин уны ике мең дә...

-- Долой, долой! Былай ҙа аңлашыла!

Бер аҡһаҡал нәҙек кенә муйынлы һерелдәк башын һоноп илерҙе:

-- Хөсөт! Пенсионерҙарҙың тәржемәи хәлен яҡшыртыу өсөн ҡаралғанын ҡайҙа тыҡтың?

-- Бына ошо сихриәтле трибунаға кереп китте ул сумма, иптәштәр...

-- Долой, долой!

-- Ике аяғын бер ҡунысҡа тығырға!

-- Үҙебеҙ яһап ултыртҡан балсыҡ сүлмәк – тибәйек тә ауҙарайыҡ! – Ҡурҡыныслы ауаздар яңғыраны.

-- Иптәштәр, хөрмәтле һайлаусыларым минең! Нисек шуны ла аңламайһығыҙ: үҙегеҙҙең киләсәк быуындарығыҙ, ейән һәм ейәнсәрҙәрегеҙ өсөн эшләнде бит был мөһәбәт трибуна! Ике мең дә алтмыш бишенсе йылда йәшәгән вариҫтарығыҙ, бөйөк коммунизм еңеүҙәрен ҡотларға ошо трибунаға күтәрелеп...

Телмәрсене Мырҙағол ҡарттың бик аҫтыртын, бик яғымлы тауышы тотҡарланы:

-- Тыңла әле, мырҙам, һөйөклө Хәсән трибун. Ул ике мең дә фәләнсә йылдағы алтын түбәле мәктәптә уҡыясаҡ вариҫтарыбыҙ донъяға нимәнән яраласаҡ: әҙәми заттанмы, әллә дөмә бушлыҡтанмы?

-- Һинең менән минән, беҙҙең балаларҙан тыуасаҡ алар.

-- Тимәк, мотлаҡ беҙ кәрәк инде аларҙың яралышы өсөн?

-- Әлбиттә!

-- Алайғас, шанлы вариҫтарыбыҙҙың яралыуы өсөн беҙ мотлаҡ кәрәк булғас, аларҙы иҫән-һау һәм бәлә-ҡазаһыҙ яралтырға бөгөндән үк беҙгә пекарня, мунса, клуб, балар йәслеһе давай! – тип һүҙен осланы Мырҙағол. Көслө ҡул сабыу, алҡышлау трибунаның нигеҙҙәрен ҡаҡшатты. Йәш үҫмерҙәр үргә серек помидор, ҡыяр ҡалдыҡтары аттылар, береһе Хәсән трибундың танауына тейеп сәсрәне. Теҙген осон усына көрмәмәк булып, трибун ярһып сәбәләнде, сыйылданы:

-- Иптәш һайлаусылар, оят һеҙгә! Оят, оят, оят!.. – Телмәрен осламаҫ борон уҡ, ҡапыл, трибунаның аҫты дөбөр-шатор килде, йән тетрәткес көлөү шуға ялғанды. Хәсән түбән ҡараны: кемдәрҙер тарафынан трибунаның баҫҡысы ҡуптарып алынып, ситкә быраҡтырылғайны. – Мин... мин... нисек төшәм бынан?! – Күҙҙәрен алартты Хәсән трибун.

-- Күккә төбәлеп телмәреңде дауам ҡыл, үҙең әйткән ике мең дә алтмыш бишенсе йылда осоп килеп төшөрһөң!

24.07.1965.


Тракторист һәм ғорурлыҡ
Тракторист булып тәүге йыл ғына эшләүем. Ауыл мәктәбен бөткәс, алты айлыҡ курста уҡып ҡайтҡайным. Үҙ һөнәремде бөтәһенән дә өҫтөн күреп яратам һәм ғорурланам. Бүтәндәр ҙә шуны белергә тейеш. Сөнки илгә икмәк үҫтереүсемен.

Үткән көҙ шулай туңға һабан һөрәбеҙ. Сменамды тапшырғас, өйгә лә инеп тормай, йылға һыуында һабынһыҙ ғына арылы-биреле сайынып, уйынға саптым. Бөтә йәштәр ауыл һыртына йыйылған. Төн йылы, һәйбәт. Ҡыҙҙар ап-аҡ күлдәктәрҙә яҙғы күбәләктәр кеүек талпына. Һәр ҡайҙа шаярыу, көлөшөү. Тальян гармун янып таҡмаҡ өҙҙөрә. Теләмәгән ерҙән сорғоп, орсоҡ кеүек өйөрөлөп китерһең. Үксәләрем үҙҙәренән-үҙҙәре тыпырҙанылар, таҡырға таҡмаҡ сирттерҙеләр. Ҡыҙҙарҙың да иң матурҙарын, һығылмалы биллеләрен генә ҡосоп бейенем -- ә кәкже, тракторист ғорурлығы! Береһе менән бөтәм дә икенсеһен елтерәтәм, өсөнсөһөн...

Бына тау артынан тәңкә башын һуҙып аҡрын ғына Ай ҡараны, аҡланлыҡты көмөш нурға мансыны. Шул саҡ көтмәгәндә уйын боҙолдо ла ҡуйҙы бит, әй. Ҡыҙҙар, сыулашып, яулыҡ менән бер-береһенең арҡаларын һөртөшә. Ҡайһылары шыңшып илап та алды. Баҡты иһәң, байтаҡтарының күлдәгенә трактор майынан елле һүрәт – биш бармағы биш яҡҡа тырпай ҡул эҙе ҡалған икән. Нәҡ минеке ҙурлыҡта! Эсем ҡатып көлөп торғанда, комсорг Фәттәх килеп яғамдан алды:

-- Әҙәм аҡтығы! Ниңә уйынға бысраҡ кейемдә килдең? – тигән булып бәйләнә. Ә үҙенең йоҙроҡ терәр ере юҡ – көҙгө себеш тәк себеш.

-- Һин мине, егәрле механизаторҙы, әҙәм аҡтығы һанайһың? Тракторист ғорурлығына яҫҡанаһың? Хөрмәтле эш кейемемдән көләһең?! – тип туҡый-туҡый, яңағына ипләп кенә бер-нисәне ҡундырҙым. Сиңерткәләй сырылдап барып төштө бахырың. Тамам өйрәтә инем, ярай иптәштәре алды аралап. Сыр-сыу ҡубып битәрләй-битәрләй, аҡландан һеперелделәр. Хатта ҡыҙҙарына тиклем ҡуҡыш күрһәтеп китте. Тракторист ғорурлығын ҡурсалап ҡырҡышыуымды аңламағанлыҡтарына хәтерем ҡалды...

...Октябрь байрамына ҡарата йәштәр концерт әҙерләй ине. Фәтих ахылдап килеп еткән:

-- Үҙең алдынғы тракторист, үҙең йәмәғәт эштәренән ситтә тораһың. Ярамай алай, әй. Үҙэшмәкәр художество түңәрәгендә ҡатнашырға кәрәк, -- тигән була.

-- Ундай түңәрәккә беҙҙең ише майлы кейемдәр кәрәкмәйҙер ул, -- тинем.

-- Юҡҡа үпкәләйһең, әй. Культуралы кеше обществоға сыҡҡанда эш кейемен ҡалдырып йөрөй инде ул, -- тип һуҡалай.

-- Общество майлы эшемде ярата бит. Шулайғас, майлы кейемемде лә өнәһен! – Ауыҙын томаланым да ҡуйҙым бахырҙың. Йүнле бер һүҙ ҙә әйтә алманы: “Һинеңсә мин дә, мал янында эшләгәс, кеше күҙенә тиҙәк ҡатҡан халатым менән итегемде кейеп сығырға тейешмен икән, алайһа... – тип мыңғырҙап китте...

Иртән байрам тигән алтынсы ноябрҙә автобуста ҡалаға ҡарай юл тоттом. Пар ҡаҙ һалған тоҡто яныма ҡуйып, алғы ишектән ингәс тә уң яҡтағы оҙон креслола бәүеләм. Өҫтөмдә яҡшы йөн костюм, трактор майы тигәндең еҫе-ҡоҫо юҡ. Ҡалалағы ағайымдарҙа ҡунаҡ булырымды күҙ алдыма килтереп барам. Вәт унда аңларҙар, исмаһам, трактористың ғорур йөрәген. Ауылдыҡылар түгел инде һәр хәлдә. Ундай ысын обществола тракторисмын тигән трактористың яҡшы кейенә лә белгәнен күрһәтермен!

Ҡатырып үтекләнгән салбарбалаҡ киртләстәрен таушалыуҙан ҡурсалап, боттарымды тәртәләй һоноп ултырғанмын. Үткән-һүткән һантыйҙары эләгеп йығыла яҙалар ҙа күҙҙәрен аҡайтып ҡарайҙар. Тәмләп-баплап әрләгеләре киләлер бахырҙарҙың. Ләкин шымартылған таҡта балаҡтарымды күргәс, йөҙҙәре яҡтыра:

-- Ҡунаҡҡа китеп баралыр, күрәһең. Байрам алды бит. -- Йылмайышып һөйләшәләр үҙ-ара. Аяғөҫтө тороусылар ҙа бүтән саҡтағыса: “Креслонан тоғоңдо ал. Урын бир!” – тип бәйләнмәйҙәр. Форсат табып ҡалаға байрам күрергә китеп барған эш кешеһе икәнемде танып хөрмәт итәләр.

Ҡалаға етәрәк туҡталышта ике һөмһөҙ – береһе мазутлы көпәйкә, икенсеһе аҡ эзбизгә ҡатҡан комбинезонлы иҫеректәр ырғып менде. Мазутлыһы, тоғомдо этеп ебәреп, уң яғыма ҡыҫылышып ултырҙы. Эзбизлеһе ҡаршыма баҫты. Шуларҙан ҡурсаланып, тайшанырға итеп ҡараһам да булмағас:

-- Эй, һөмһөҙ һыйыр! Ҡаҡашҡан өҫ кейемең менән ҡайҙа өңөләһең?! – тип һөрәнләнем. Исмаһам, ҡолағын да һелкетмәне:

-- Дөмфиулла, бынауы йөнтәҫ хөллә-ҡарасҡының тоғон алып еллә лә осаңды йомшаҡҡа йәпләштер! – тип әшнәһенә өндәште. Эзбизлеһе минең аяҡты тапап, тоҡто иҙәнгә быраҡтырҙы, ә үҙемде тоҡ урынына этәреп, “лап!” итеп һул яғыма ныҡлы төпләнде. Мин, тәпегә төшкән сысҡандай, мазутлы һәм эзбизле ике яурын араһында өп-өр-яңы костюмда килеш ҡыҫылып ҡалдым.

-- Культураһыҙ хайуандар! Ниңә бысраҡ кейем менән автобусҡа индегеҙ? – Ярһып, урынымдан ырғылдым.

-- Фәләнсә баш! Беҙҙе хайуанға һанайһыңмы ни әле?! – Эргәмә баҫтылар ҙа икеһе ике терһәк төбөмдән ҡамтарҙылар. – Эш кешеһен хөрмәт итергә өйрән, паскуда! – Шул ыңғайы креслолар аралығынан көлтә кеүек ышырылып, кемдәрҙеңдер аяҡ аҫтына һөрлөктөм. Ҡатын-ҡыҙ сырылданы, тормоз сыйылданы, автобус туҡтаны. Бала башы ҙурлыҡ ҡара йоҙроғомдо бизмәнләтеп, йәберләүселәремә ташландым. Ләкин һис көтмәгәндә беләгемдән милиционер эләктереп алды – ҡала урамында тора икәнбеҙ...

Милиция бүлегендә теге ике шапшаҡты бик шәп итеп утлы табала бейеттеләр. “Был дундук бит беҙҙе хайуандар тип атаны”, -- тип аҡланып маташты бахырҙарың.

-- Атар ҙа шул. Ниңә культуралы халыҡ араһына бысраҡ өҫ менән индегеҙ? Күрегеҙ: культуралы егетте үҙегеҙ кеүек үк бысратҡанһығыҙ. Башҡаларҙы әҙәмгә һанамайһығыҙмы әллә?

Миңә артыҡ бәйләнмәһәләр ҙә, әллә ниңә ике битем ҡыҙарҙы, ҡолаҡтарым сыңланы. Протоколға нисек ҡул ҡуйғанымды ла белештермәнем...

...Ағайыма пар ҡаҙлы тоҡто тапшырып, байрамға ҡалмайынса, шул уҡ кисен ауылға ҡайтып төштөм. Йыуынып-таҙарынып, иң яҡшынан кейенеп, Фәтих ойошторған байрам концертында бынамын тигән ике бейеү номеры менән ҡатнаштым. Тракторист ғорурлығым ҡушты.

1965.
Бер көнлөк браконьер
Яҙ булды, йылғалар ажғырып ташты, Ҡаҫмарт һыуын ау һәм мурҙалар ҡапланы. Күптәр араҡыны, ең еҫкәүҙән туҡтап, балыҡ ҡабып эсә башланы. Мырҙағол бабай бер көн эсендә генә лә ҡырҡ биш һумлыҡ балыҡ һатты. Ҡаҙанында балыҡ һурпаһы ҡайнамаған йорт ҡалманы бөтөнләй. Тик мин меҫкен генә һаман гәзиттән рыбнадзорҙың балыҡ тотоуҙы ҡәтғи тыйған дәһшәтле ҡарарҙарын уҡып, өлөшөмдө ҡалай кәнсир эсенән аулауҙы дауамланым. Тик был да оҙаҡҡа барманы – нескә нервы тамырҙарым тарттырылған арҡандай шартлап өҙөлдө.

-- Ниңә бүтәндәр суртан арҡаһы тумыра ла, мин сельпоның бынан өс йыл әүәл ҡайтартҡан күкен ҡойроғон һурып сикләнәм? Мырҙағол бабайҙыҡы кеүек ҡарын миндә лә барҙыр бит ул, яҡшы ашҡа ямаулыҡһыҙ яҫы ауыҙ миндә лә асылып торалыр! – тип нәфрәтләндем, сыҙамай. Бер ял көндә, йортомдоң әүәлге хужаһынан ҡалған иҫке мурҙаны аҙбар сарҙағынан һөйрәп төшөрҙөм дә йылға буйына дөндөм.

-- Юл булһын, мырҙам! – тип сәләмләп осратты мине Мырҙағол, оҙон күпер ауыҙында. Арҡаһына ярты тоҡтай балыҡ йөкмәгәйне, хәйерһеҙең. “Ах йыртҡыс! – тип эсемдән нәфрәтләндем. – Ҡаҫмарт балығын бер һиңә генә ҡороторға тимәгән! Закон тигән нәмәне уны ҡағыҙға баҫыу өсөн генә ҡулланалар, ахыры, юҡһа былай тоҡлап ташымаҫ инең! Рыбнадзор менән урындағы хакимиәт ни ҡарай?!”

Асыуымды шулай ҡандырғас, Мырҙағол бабай һалған һуҡмаҡҡа төшөп, мурҙамды уның мурҙаһы алдына батырҙым – балыҡтары минекенә кереп һемәйһен әле ҡарт шайтан!

Сытыр-сатыр йыйҙым, усаҡ дөрләтеп ултырып солғау киптерҙем. Төшкә ҡәҙәр шулай һағалап аҙапланғас, оло тоғомдо йәтешләп, мурҙаны ҡараным. Йәлдәү тотҡан саҡта ярһып ҡаҡҡан йөрәк, мурҙа өҫкә сыҡҡас, туҡтап ҡалғандай булды: һуҡыр сабаҡ та төшмәгән бит, исмаһам! Ҡалтыранған ҡулдар менән услап, мурҙаны ҡабат батырҙым, ҡабат ут яҡтым. Тик кискәсә көтөргә түҙемлек ҡалманы. Эңер төшкәс килеп ул минекен ҡарар – иҫәп-хисап теүәлләнер, тигән тоғро фекергә таянып, Мырҙағол бабайҙың мурҙаһын һәрмәнем. Күтәреп, ярға сығарыу шаҡтай көс талап итте. Ярты ботлоҡ бер суртан, көрәк яҫылыҡ бер сазан һәм быйма ҡунысындай йыуан бер шамбы менән йылтыр ҡабыҡлы бер ҡорбан, шап итеп, тоғома инеп ятты. Ситлек төбөндә ырғышҡан бармаҡ буйы ике күкенде лә буш ебәрмәнем, иш янына ҡуш итеп, дөйөм табышҡа өҫтәнем. Белһендәр беҙҙең кем икәнде!

Ә шулай ҙа көноҙоно ярҙа суҡайып ултырғас, ҡорһаҡта бүреләр олой, тайҙар юрта башлағайны. Малай саҡта көлгә күмеп ашаған сабаҡтар иҫкә төшөп, ауыҙ һыуҙарым ҡойолдо; йылтыр тәңкәле ҡорбанды тиҙ генә йәшел әрекмән япрағына төрнәп, усаҡҡа йәтешләнем. Тап шул мәлдә эргәмә, ауылыбыҙ магазинының һатыусыһын ҡырандасына ултыртып, фуражкаһын имән япраҡ һүрәте менән биҙәгән зәңгәр кителле бер бәндә килеп туҡтаны.

-- Әһә! – Тантаналы екерҙе ул миңә, -- Эләктеңме, айғолағыңдан ҡаптыңмы яуыз браконьер! – Һәм тоғомда борғосланған һимеҙ шамбы ҡырандасына “шап!” итеп менеп ятты.

-- Хаҡығыҙ юҡ! – тип әсенеп нәфрәт белдерҙем. – Был – һыу балығы! Шәп булһағыҙ, имән япраҡлы фуражкағыҙҙы кейеп, урманығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Бәндәм яурынына арҡыры ҡайышлап аҫылған, дөкәмиттәр тултырылған ҡыр сөмкәһенә йәбеште:

-- Әллә ҡағыҙ-ҡәләмдәремде һурып сығарғанды, акты-факты төҙөгәнде теләйһеңме, браконьер?! Ике күҙе уттай янған шаһит та ҡарап тора – бына ул!

Шымдым, телемде тешләнем. Шамбым иһә ҡырандастан аҡрын ғына ҡойроҡ болғап хушлашты...

Көлгә күмгән ҡорбанымды әйләндереп һалырға ла өлгөрмәнем, дөбөр-шатор итеп, бер төркөм мылтыҡлы ағай-эне тейәлгән “Москвич” килеп төртөлдө усағыма. Ишеген сыйылдата асып, ҡырыҡ дүрт үлсәмле резин итек кейгән дәү ағай килеп төштө. Һыңар ҡулы тоҡтағы сазанға һуҙылды, икенсеһе район һунар инспекцияһы башлығының ҡатырға тышлы танытмаһын танауыма елпене. Мылтыҡлы ағай-энеләр ҙә эркелешеп ергә төштөләр, мурҙалар ятҡан тәңгәлгә саптылар. Күҙ асып-йомғансы суйын ҡаҙан аҫылды, боҡорҙап балыҡ һурпаһы ҡайнай башланы. Шап та шоп бөкө ырғылған, стакан сыңлаған ауаздарға күмелде төйәк. Көл аҫтынан ҡорбан балығымды тырнап алып ҡуйынға тығып, тоғомдо эләктереп, тиҙ генә тайырға булдым. Ләкин танһыҡ улъямдың был өлөшөн дә иҫән-имен апҡайтып еткереү яҙманы миңә. Оҙон күпер ауыҙында ғына, балта ҡыҫтырған олатаһын эйәртеп, урман төбәгенән сығып килгән ауыл Советы рәйесе осраны. Тоғом эсенә күҙ һалып, кәшкәй ауыҙлы суртанды күргәс, шып-туҡтаны. Кеҫәһенән йыйылмалы метр сығарып, суртандың буйын, йыуанлығын үлсәне, түбәһендәге төртөктәрҙе хисапланы – бөтәһен ҡуйын дәфтәренә теркәне. Браконьерлыҡҡа ҡаршы закондың ҡурҡыныслы статъяһын яттан һөйләп ишеттергәйне, арҡам буйлап тараҡандар йүгерҙе. Иртән ауыл Советына тарттырасаҡтары шөбһәһеҙ ине.

-- Хәйерле сәғәттә суртаныңды ысҡындырып ҡотол, мырҙа, эшең тәрәнгә китеп бара! – тип бышылданы ҡолағыма рәйестең олатаһы. Иҫем-аҡылымды йыйып, суртанды ҡулына тотторҙом:

-- Мин быны... һиңә... һиңә бүләк итергә тип килә инем, олатай...

...Ике күкенде тоҡ төбөнән һәрмәп алып, тоҙға мансып, кәрниз буйына ҡаҡларға элдем. Ауыҙ һыуҙарым ҡойолоп, аш өйөндә өҫтәлгә һалған беше ҡорбанымды ауыҙ итергә йүгерҙем. Ауыҙымды асам ғына тигәндә, ишекте дөп-дөп ҡаҡтылар. Күршем Фәтҡулла килеп инде. Ул, һәр ял көндәгесә, шөйлә ҡыҙмаса ине.

-- Минең халыҡ дружинаһында ағза икәнемде беләһеңме һин, ағай? Ниңә көпә-көндөҙ браконьерлыҡ ҡылып, кәрниз буйыңа бер түгел ике балыҡ аҫтың? -- Өҫтәл эргәһенә ларҡайып ултырҙы, тәрилкәләге ҡорбанға күҙ төбәне.

-- Аша, күрше, аша! – тинем, инәлеп. -- Әле генә һинең инереңде белеп, еңгәң бешереп ҡуйғайны...

-- Ярар, алай бик тә ялынғас, тәрилкәһе менән алып китәйем, киленең балыҡ көҫәгән.

...Фәтҡулланы оҙата сыҡҡанда, кәрниз буйында шомло шытырҙауға иғтибар иттем. Йөрәгем өҙөлөп төшөрҙәй булды: теҙгестәге ике күкенемә дружинник күршемдең һағыҙ ҡомғанына оҡшаған ҡара бесйе аҫылынып тора ине...

Ҡәһәр төшкөр бер көнлөк браконьер яҙмышы! Ысын браконьер булыу өсөн донъяла күп нәмәләр белергә кәрәк икән!

1965.
Иблескә көн бөттө
I

Байрам һайын саҡырышып, гөрләтеп ҡунаҡ булыша инек ут күршем Фәсҡитдиндәр менән. Һуңғы ике йылда арабыҙға ҡара бесәй йүгерҙе. Күрше ҡатынының, алты айлыҡ курс бөтөп, повар дипломы алып ҡайтыуы сәбәпсе булды быға. Ҡунаҡҡа барған һайын, табындаштар был хужабикәнең аш-һыуын маҡтанылар, һәр ҡабымын телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләүен әйттеләр. Мин дә маҡтаным. Маҡтаным һәм... Фәсҡитдин ҡатынының даны ни ҡәҙәр артһа, үҙемдең Мәфрүзәмдең миңә булған йылы ҡарашы шул уҡ миҡдарҙа һүрелеүен тойҙом. Тик һуң ине инде. Күршеләрҙе айырған күҙгә күренмәҫ ҡойма ырғып сыҡҡыһыҙ бейегәйҙе, рәхәтләнеп ҡунаҡҡа йөрөшөүҙәр төштәгеләй генә ҡалды. Бисәм ағас игәүгә әйләнде. Ҡунаҡ саҡырыу, табын өсөн аҙыҡ-түлек мәсьәләһе ҡупҡан һайын, ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡыланып, муйынымды игәне. Бигерәк тә байрам табыны әҙерләгәндә ныҡ ышҡыны был игәү. Мәжлес етерҙән өс көн элгәре үк, минең кәйеф боҙола, уң күҙемдең өҫкө ҡабағы тарта. Күп тә үтмәй, ҡаныма ағыу тамыҙа бисәм:

-- Кеше ирҙәре – ир кеүек, минеке диванға тоташҡан ата бесәй кеүек. Ишекле өйҙөң түре дүртәү, тигәндәй, ҡунаҡ-килем булырын белеп тораһың, һый яғын ҡайғыртмайһың.

Язаның башланыуын һиҙеп, ҡулымдан гәзитте һалам:

-- Һөйөклөм, мин ҡайғыртҡандан ни науа? Барыбер яратмайһың алған нәмәмде.

-- Яратырлыҡ итеп эшлә. Кеше ирҙәре...

-- Ай Алла, үҙең әйтмәгәс, һиңә нимә кәрәген ҡайҙан беләйем?

-- Белмәгәндең беләге тыныс шул. Кеше ирҙәре, сөмкә аҫып, ҡара таңдан баҙар ҡыҙыра, өс көн элгәре сират йөрөп иттең аҫылын ала, ә һин...

Дивандан һыпырылам, сөмкәне беләгемә эләм.

-- Ҡайҙа йыйындың? – Муйылғара күҙҙәрен төймәләй түңәрәкләндерә Мәфрүзәм.

-- Һуң, үҙең баҙарға ҡыуаһың дабаһа.

-- Хәстерүш! Ишерһең ишәк сумарын! Һиңә ышанып, минме һуң инде кеше бисәләреләй йәнем тынып өйҙә ултырған? Аҙым һайын артыңдан һаҡсы кәрәк. Бисәңдән етәкләттертеп йөрөмәгәс, эшең эш буламы ни һинең! – Мәфрүзәм ашығып кейенә, минең менән бергә йүнәлә.

Ит баҙары буйҙарын бер-нисә ҡат әйләнеп үтәбеҙ. Бисәм, сөмкәһенән сәнске алып, һәммә иттәрҙе лә төртөп ҡарап сыға. Бәғзе киҫәктең һөйәге күп, бәғзеһенең һум ите ҡалын, бәғзеһе һурпалыҡһыҙ. Шунан сәнскеһен ит өҫтәленә атып бәрә лә миңә боролоп ҡарай:

-- Ниңә ауыҙыңа һыу уртлап ҡаттың, күҙле бүкән? Һинең өсөн кем һатыулашырға тейеш? Ана, кеше ирҙәренән фәһем ал, исмаһам.

-- Ана шул тотҡан киҫәгең арыу бит инде, -- тим.

-- “Арыу-арыу!” Һинең кеүек һуҡыр тауыҡҡа барыһы ла тары, фәҡәт бешеп, алдыңа ғына килеп ултырһын. Байрам табынында ҡатыныңдың йөҙө ҡыҙарыры ике ятып бер төшөңә кермәй шул.

-- Һуң, ни тип әйтәйем инде былайғас?

-- Йыбытҡы! Һиңә эйәреп баҙарға сыҡҡан мин – алйот. Һиңә ышанһаң, ауыҙыңдың һыуын һурып ултырырһың! – тип зарлана бисәм, шулай ҙа мин әйткән киҫәкте үлсәтә.

-- Ҡайтып барышлай, гастрономға һуғылабыҙ. Бисәм – ашамлыҡ, мин – эсемлек бүлегенә ҡайырылабыҙ. Йомошто йомошлап, сығыр юлда ҡабат килеп ҡауышҡас, хәләл ефетем сөмкәне астыртып ҡарай:

-- Уйланым да, бер-бер эш бөлдөрөп йөрөйҙөр, тип! Ниңә ҡара шешәлеһен алдың, әллә күҙең тондомо?

-- Шешәһендә ни хикмәт, эсендәгеһе аҡ булғас, -- тип ҡотолорға тырышам.

-- Һәй, сей ҡамыр, бешмәгән! Күпме туҡыным мин һиңә, ҡара шешәлене алма, табынға ҡаралыҡ бөркә, тип. Ни битең менән табынға ҡуйырһың икән инде шуны?.. – Ай-вайыма ҡарамай, ҡара шешәлене аҡҡа алмаштырырға ебәрә. Һатыусыны күндерә алмай, ҡара тиргә батып ҡабат киләм. Бисәм юл буйы игәп ҡайта.

Өйгә ингәс тә, араҡыны – шкафҡа, итте һыуытҡысҡа тығып, “күршеләрҙең тынын тойорға” йүгерә. Ярты сәғәттәй үткәс, ҡобараһы осоп ҡайтып керә:

-- Кеше ире – ир кеүек, минеке туң утын кеүек. Кәпәслең йүнсел булмағас, ҡайҙан килеп йортҡа ҡот ҡунһын да аш-һыуыңда тат булһын, -- тип игәүләй, ишекле-түрле йөрөп. – Бынамын тигән һыйлы билдәмә алып ҡайтып ҡуйған Фәсҡитдин күршең, бөйөр майҙарын күрһәң, иҫең-аҡылың китерлек. Һин генә ул ҡатыныңа һалынып көн итәһең.

Тештәремде ҡыҫып, гәзиткә тотонам, ә бисәм, һыуытҡысты шартлатып аса:

-- Кил, күр “арыу” ҙа “арыу” тип алдыртҡан үләкһәңде! -- Өндәшмәй ултырыуыма, һаман гәзит ҡыштырҙатыуыма талағы ташып, бүлмә буйынса арылы-биреле йүгергеләй, өҫтәлдәге журналдарҙы бирәң-тараң килтерә. – Күҙле бүкән! Һин, моғайын, әҙәмсә һыйлай ҙа белмәҫһең әле ҡунаҡтарҙы. Мөкиббән китеп һыйырҙай эсерһең дә, картуф танауыңды өҫтәлгә терәп, “Ҡолой кантон”ыңды үгеҙ кеүек үкерерһең.

-- Ҡунаҡтар ҙа ҡушыла бит...

-- Ҡушылмай нишләһендәр, үҙҙәре лә тап һиндәй булып алғас...

-- Алайһа, тамсы ла ҡапмам был юлы, һөйөклөм, -- тип хәлде төҙәтергә тырышам. – Табынға ла ултырмам, аяҡсы булып ҡына йөрөрмөн...

-- “Йөрөрмөн, йөрөрмөн!” Һинең урынға мин ҡыҫтармынмы ни ҡунаҡтарҙы? Мин сәкәштерерменме?

-- Һуң, ни хәл итәйем инде, алайһа? Һиңә -- эсһәң дә яман, эсмәһәң дә нехорошо, – тип ҡылтаям. – Был юлы ҡунаҡ саҡырмайыҡ та ҡуяйыҡ, булмаһа, һөйөклөм. Ниңә алай бер-беребеҙҙең бәғерен телгеләргә? Рәхәтләнеп, үҙ ғаиләбеҙ түңәрәгендә генә ҡаршылайыҡ байрамды.

Телемде тешләрҙәй булдым – бисәмдең муйылғара күҙҙәре бильярд шарҙарылай тумалаҡланып, әсе йәшкә мансылды:

-- Һинән йүнле һүҙ ишетеү ҡайҙа инде ул! Күрше-күлән өй тултырып ҡунаҡ саҡырғанда ҡатыныңды ил ҡаршында хур итер инең, буғай. Фәсҡитдин күршеңдән үрнәк ал, исмаһам! Байрам һайын түренән ҡунаҡ өҙөлмәй, шаталаҡ ҡатынын бөтәһе маҡтап һөйләй. Кеше ҡатындары күргән ҡәҙер-хөрмәт юҡ шул инде ул миңә...

Байрам алды көнөнөң кисен еткерәбеҙ шулай. Ҡунаҡтар килеп бөтөп, байрам табынына йыйылғанда нервы тамырҙарым эскерипкә ҡылылай тартылған була. Бисәм, май сәскәһеләй асылып, ҡунаҡтарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, ә мин, ҡобарам осоп, суйын ҡомғанға оҡшап ҡатып ултырам. Һабан һөргән ас үгеҙҙәй йонсоп, мәжлесте саҡ ослайым, ниһайәт. Табын таралып бөтөүгә, тамам хәлдән тайып, ишек төбөндәге кушеткаға ауам.

-- Ниңә башына ҡаҙыҡ ҡағылған ҡара йыландай һуҙылдың? Ҡунаҡтарҙы туҡталышҡаса оҙатып та ҡуйманың, исмаһам. Тумҫайыуың ҡасан бөтөр икән һинең? Кеше ирҙәре, ҡатыны мәжлес ҡорһа, алмалай тәгәрләп йөрөй. Фәсҡитдин күрше...

Эскерипкә ҡылым шунда шартлап өҙөлә кинәт. Ғәҙәттәге бошмаҫлығымды юйып, ырғып торам, иҙән тибеп аҡырам. Асҡан ауыҙын йома алмай иҙән уртаһында ҡатып ҡалған ҡатынымды тамам алйытып, ҡунаҡтарҙан ҡалған тулы стакан араҡыны тамағыма ҡаплайым, ҡолаҡтарымды баҫып, кушеткаға кире ауам...




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет