Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IV пены на волнах тулҡын өҪТӨНДӘге күбектәР



бет10/25
Дата04.07.2016
өлшемі1.75 Mb.
#176465
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   25

Милли ғәҙәт
Беләһегеҙме, нимә ул милли ғәҙәт? Иң еллеһе -- ҡыҙ урлау, тиһегеҙме? Белеп еткермәйһегеҙ милли ғәҙәтте! Милли ғәҙәткә, мәҫәлән, егет урлау ҙа керә икән. Тап үҙе – егет урлау! Быны һеҙгә төплө теүәллек һаҡлап иҫбатлай алам. Сөнки мин бит шәхсәнә үҙем ошо бисәм тарафынан тап шул милли ғәҙәт буйынса урландым.

Һуғыштан һуңғы аслы-туҡлы наҡыҫ колхоз ерлегенән табан тайҙырып, райуполминзагка налог агенты булып эшкә инергә тип тупһа шымартам, малай. Йәшмен. Кеҫәлә һуҡыр тин дә юҡ. Райбашҡарма ҡарауылсыһынан үтескә бер стакан сәйлек ваҡ көмөш һорап алып, сәйханаға индем, кеше күрмәгәнерәк мөйөшкә төпләндем. Танауҙы бик мөшкөл һалындырып, меню тигән ҡағыҙҙарын ҡарайым. Нимәләр генә юҡ унда! Ҡорһаҡ иһә бик килбәтһеҙ боҡорҙап, ауыҙ һыуҙарым ҡойола.

-- Нимә алаһың, сибәр егет? – тип өндәште аҡ алъяпҡыслы туташ.

-- Бер стакан сәй.

-- Шул ғынамы?

-- Шул ғына.

Боҫо борлауыҡ оҙон стакан “һә!” тигәнсә алдыма килеп ҡунды. Уны ике усым араһына ҡыҫтым да, танауға бәргән йылы боҫҡа иҙерәп, уйға талдым.

-- Бәлки, берәр телем икмәк тә кәрәктер, сибәр егет?

-- Бәлки...

Алдыма ике телем икмәк менән бәрәңге иҙелмәһе килеп ултырҙы. Туташтың йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Йәш әле, тик битендә саҡ ҡына шаҙраһы бар. Әммә тауышы күкрәк төбөнән күгәрсендекеләй гөлдөрләп кенә сыға. Иҙелмәне йылдам һыпырып ҡуйҙым. Үкенеп, ҡалағыма ҡараным...

-- Сибәр егет, бәлки, котлеттан да ауыҙ итерһегеҙ?

-- Бәлки...

Өҫтәлгә “шып!” итеп ике котлет, шарап һалынған ике стакан менде. Туташым, күгәрсендәй гөлдөрләп, күҙҙәремә текләне.

-- Үҙем дә һеҙҙең менән бергә кискелекте ашап алырға булдым. Яңғыҙ ғына тамаҡҡа аш бармай – аппетит юҡ. Һеҙ ҡаршы түгелдер бит?

-- Юҡсы, ниңә ҡаршы булайым, ти?

Сәйхананың эш сәғәте тулып, ишек эстән эленгәйне инде. Кухнялағы бешкәкселәр, шалтыратып, һауыт-һаба йыуа, беҙ мөйөштә икәүҙән-икәү генә. Ҡулыбыҙҙа шарап тултырылған һырлы стакан.

-- Танышыу хөрмәтенә! – тине шаҙраҡай туташ.

-- Танышыу хөрмәтенә! – тинем мин. Үҙәк буйлап төшкән ялҡын башты әйләндереп ебәрҙе. Туташым, сәнсеп алып, миңә котлет һоғондорҙо. Яҡыныраҡ һырнығып, күбек сәсле ялбыр башын иңемә үк терәне. Күңелем тулып китеп, күмерҙәй ҡара бөҙрәләрен һыпырҙым.

-- Исемең кем, сибәр егет? – Бер-беребеҙгә исемдәрҙе әйтештек.

-- Бәлки, ҡуныр урының да юҡтыр әле һинең? – тине туташ.

-- Юҡ...

-- Беҙгә барайыҡ, булмаһа.

-- Барайыҡ.

Йорттары тап халыҡ суды бинаһының ҡаршыһында ғына икән. Бик яҡшы йыһазландырылған зиннәтле бүлмәлә ултырам. Өҫтәлдә биш йондоҙло ҡыҙғылт шешә, алтын буталлы нәфис рюмкалар һәм бик һимеҙ ит бәлеше...

-- Атайымдар күрше ауылға ҡунаҡҡа китте, беҙ ҙә икәүләп күңел асып алайыҡ әле, -- тип йылмайҙы, гәлсәр сыңлы рюмкаларҙы сәкәштереп. Наҙлы һыны менән ышҡылып алдыма уҡ менеп ултырғайны, йөрәгем йылғыр арғымаҡтай ныҡ тулап, күңелем шул арғымаҡҡа яйҙаҡланып ныҡ елде – нескә биленән ҡосоп, үбә-үбә, диванға әүештерҙем...

-- Әжәрғәп, йәнем, ашыҡма! – тине туташ. – Ишетмәйһеңме ни, атайымдар ҡайтты! – тип һиҫкәндерҙе. Ҡосағымдан шыма ебәктәй шылып, һыпырылды. Ихатала, ысынлап та, дуға ҡыңғырауы сыңлаған, ат туҡтатып ҡысҡырынған тауыш ишетелде. – Бөттө башыбыҙ! Йәһәт-йәһәт! – Ҡулымдан һөйрәп бер бәләкәс бүлмәгә индерҙе лә йоҙағын шартлатып бикләп тә ҡуйҙы һылыуым. Йортта туҡ-туҡ атлаған, нимәлер шыуҙырған һәм ауҙарған, асыуланып екеренгән тауыштар ишетелде. Күп тә үтмәй, туташ ҡынам ашығып ишекте асты:

-- Әжәрғәп, йәнем, тиҙерәк сығып ҡасайыҡ! Атайым уҫал, иҫерек, сөйҙәге һинең фуражканы күреп ҡоторона. Милиционер, үҙе яман атеист, тип иҫкәрткәйнем шикелле? Кисә генә бик аҫтынан бер ыристан ҡасҡан да, йәшеренеп ятҡан шул бандитты эҙләп, бөтә йорт йыһазын ауҙарып йөрөй. Әгәр күренә ҡалһаң, наганынан икебеҙҙе лә атмаҡсы!

Бөтә донъя күҙҙәрем алдында бишек кеүек тирбәлде, табандарым ергә тейеп-теймәүен дә һиҙмәнем. Нимәгәлер һөрлөгөп, танауым менән болдор таҡтаһын һөрҙөм...

-- Тиҙерәк, йәнем, тиҙерәк, атайым атмаҫы борон! Егеүле аты ҡапҡа төбөндә тора – ултырайыҡ та һыҙайыҡ!

Башҡынамдың ҡурғаш кеүек аҫҡа баҫыуын саҡ еңеп, туташымдың хәстәрлекле етәгендә ҡырандас төбөнә ҡоланым. Тәгәрмәстәр тыҡыр-тыҡыр әйләнде, дуғалағы ҡыңғырау ҡыңғылданы, ярымүлек кәүҙәмде яҙмыш туташымдың ҡосағында ҡайҙалыр алып осто. Байтаҡ ҡаңғырғас, тәгәрмәстәр туҡтаны, туташым кемдеңдер йылы өйөнә күтәреп индерҙе мине. Иркәләп-һөйөп кенә сисендереүен, йомшаҡ ҡына мамыҡ мендәргә ятҡырып, гонаһлы яланғаслығы иҫеректе лә иҫәрләтерлек, ҡаты ташты ла иретерлек ҡосағына убылыуымды тойҙом...

-- Эй, уян! Прокурорҙың егеүле атын урлап ҡасҡан бандит һинме?

Күҙҙәремде саҡ тырнап астым. Фәрештәм күптән тороп, кейенеп, көҙгө ҡаршыһында борғаланып ултыра, ә янында, сатаҡ башлы тупаҫ сыбыртҡы һабы менән бөйөрөмә шөҡәтһеҙ төрткөләп, гориллаға оҡшаш сажин кәүҙәле әҙмәүер – милиционер баҫып тора. Ауыҙымдан атлыға яҙҙы йөрәгем. Ауыҙ асырға иткәйнем:

-- Әйҙә-әйҙә, кейен! – тип екерҙе горилла. – Прокурор һине тереләй тотоп килтерергә ҡушты, тоҙ ҙа һипмәй ашаясаҡ!

Шул уҡ ҡырандас, шул уҡ ҡыңғыраулы дуға фәрештәм менән икебеҙҙе кисә үҙебеҙ сығып ҡасҡан шул уҡ йортҡа дәррәү ҡайтарып ҡуйҙы. Кисә беҙ табын ҡорған өҫтәл артында прокурор үҙе ултыра, ҡулында ҡәләм, алдында -- яуап алыу ҡағыҙы һәм минең козырегы китек фуражка.

-- Атайыңды милиционер тигәйнең бит? – Шыбырҙап өлгөрҙөм фәрештәмә.

-- Прокурор тиһәм, ҡотоң осор тип уйланым... Һөйләшкәндә һаҡ бул, ул бер ниндәй ҙә милли ғәҙәттәрҙе танымай...

Өҫтәл артындағы тороп ажғырҙы:

-- Әһә, ошомо ат ҡарағы, өҫтәүенә, ҡыҙ ҙа урлап, шаҡшы милли ғәҙәтте яңыртыусы? Тоҙ ҙа һипмәй ашаясаҡмын башыңды! – Һерәйеп баҫҡан милиционерға бойорҙо. – Ике аяғын бер ҡунысҡа тығырға -- ябығыҙ каталажкаға!

Сәстәрем үрә торҙо, ауыҙымда бер йоторлоҡ төкөрөк заты ҡалманы.

-- Мин... мин... һеҙҙең ҡыҙға өйләнәм бит...

-- Молчать!

-- Бер-беребеҙҙе үлеп һөйәбеҙ, атай... – тине ҡыҙы.

-- Эйе, һөйәбеҙ!

Прокурор, мәғәнәле тамаҡ ҡырып, һорау алыу ҡағыҙын китек козыреклы фуражкам аҫтына тыҡты.

-- Бәлки һиңә, милли ғәҙәт ҡолона, боронғоса ҡоҙалап туй яһарға ла кәрәктер әле?

-- Юҡ, атай, ҡоҙалап туй яһау һис кәрәкмәй беҙгә! – тине ҡыҙы.

-- Бәлки, һиңә, милли ғәҙәт ҡоло, минән фатир, йорт йыһаздары алырлыҡ аҡса ла кәрәктер әле?

-- Юҡ-юҡ, кәрәкмәй! Һис нәмә лә кәрәкмәй! – тип сарбайлап саҡ ҡотолдом.

-- Алайһа, каталажкаға илтеп япмаҫтары борон хәйерле сәғәттә икәүләшеп бынан олағығыҙ ҙа никах тураһындағы танытмағыҙҙы бынауы фуражка янына килтереп һалығыҙ!

Еренә еткерелде, әлбиттә...

Прокурор ҡайнатам һуңынан таныш-белештәренә: “Үгәй булһа ла, ҡыҙымды ҡәҙимгесә әҙәм рәтле туйлап бирергә ине ниәт, милли ғәҙәт ара төштө: кейәү булаһы бәндәм, туй һәм ҡәйнештәргә бәке биреү йолаһынан биҙәрләп, ҡыҙҙы ҡасырып алды, тип һөйләнеп йөрөгән. Һәм халыҡтан ысынын да ишеттем: “Прокурор үҙенең үгәй ҡыҙын: “Һине кем алһын! Аяҡлы расход” -- тип исемләп битәрләй торғас, ҡыҙ үҙе яйын тапты, кейәүҙе ҡасырып алып, прокурорҙы туй сығымдарынан ҡотҡарҙы!” Әммә бер ямандың бер яҡшыһы ла була, тиҙәр бит: әгәр яман прокурор ҡайным мине бөтә район күләмендәге түрәлек вазифаһына – “Заготживсырье” контораһының ауылдарҙа халыҡтан дәүләт ҡаҙнаһына һалым йыйыу инспекторы итеп урынлаштырмаһа, бөгөнгө киң профилле етәксе кадр Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡапов булыр инемме ни мин?! Абынмай йәшәһен ул да! Ә мин иһә шул ҡасандыр район сәйханаһынан үҙемде урлап ҡасҡан фәрештәм менән ошо көнгәсә наҙлы күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтәм. Бер-ике йыл барак бүлмәһендә тороп, ағастан өй бурап керҙек, күп йылдарға һуңлап ҡалған ҡауышыу туйыбыҙҙы үткәрҙек. Ҡунаҡтар менән өйөбөҙ шығырым тулды, фәҡәт прокурор ҡайнатам ғына килмәне. Ул: “Нигеҙ ҡотлап бүләк бирә торған иҫке милли ғәҙәт бар. Прокурор башым менән милли ғәҙәт ҡоло була алмайым!” – тип ҡырт киҫкән. Ә шулай ҙа милли түгел шәхси ғәҙәте лә ғибрәт өсөн йәшәһен!

Сәнкем-Биктимер, 06.04.1965.



Кем мин?
Әлегәсә белә алмайым шуны: кем мин? Кешеме, әллә кеше түгелме? Дөрөҫ, ошо көнгәсә үҙемде Әжәрғәпкә иҫәпләп йөрөй инем. Ауыҙ тултырып әйтһәк, Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡапов тип. Ошо үҙе үк минең кемлегемде бөтә район күләмендә таныта ине. Ләкин көтмәгәндә генә хәүеф ҡунды башыма.

Йәшермәй генә энәһенән ебенәсә теҙеп һалһаҡ, эт илағыс хәл инде. Ауылдағы ящур эпидемияһы йәғни ауыҙ иҙелмәһе менән булған ҡойто хәлемде ишетеп беләһегеҙҙер – шул бит инде колхоздан табан тайҙыртты. Ярай әле мин батҡанда бергәләшкән түрәләрем, үҙҙәре лә ҡуша сыланмаҫ өсөн, һыуҙан ҡоро сығарттылар мине лә. Артабанғыһы билдәле: прокурор ҡайнатам тыуҙырған ыңғай сәбәптәргә тарып, бөтә төбәккә билдәле етәксе кадр булып етештем.

Район һайын тере тәндән тиреләрҙе һыҙырып йәшәп килгән, бөйөк атайыбыҙ Сталин үҙе дәүләт ҡаҙнаһын ишәйтеү өсөн уйлап тапҡан “Заготживсырье” ойошмаһы барлығын беләһегеҙҙер. Наҙан башҡорт теленә күсереп әйткәндә, ауыл халҡының барса мал-тыуарының, ҡош-ҡортоноң көндәлек килемен – итен, һөтөн, күкәйен, тиреһен, йөнөн, тауыҡ ҡаурыйына тиклем, ҡырсып алып, дәүләтебеҙ ҡаҙнаһына еткереүсе контора була инде. Мин бына шул контораның баяғы эште башҡарыусы агенты рәүешендә ауылдан-ауылға, өйҙән-өйгә ҡырсып йөрөй башлағас, исем-фамилиям хатта ыштанһыҙ бала-сағаға ла мәғлүм булып, шөһрәт-абруйым артты. Сөнки закон ыстатъяларын ҡулда ныҡ ҡыҫып тотам: Сталин бабайға бурысығыҙҙы фәләнсә числоға тиклем үтәмәһәгеҙ, үҙегеҙ белгән асы Тоҙтүбә төрмәһендә тоҙға ултыртып, тере тирегеҙҙе тунармын, йөнөгөҙҙө йолҡормон, тип киҫәтәм. Шыңшый-шыңшый сығып китәләр ҙә юҡ ерҙән табып килтерәләр, ә миңә дан өҫтәлә...

Ә шулай ҙа йылдың йылы үҙ йылы өйөңдә тормау, һыҙырым юллап ауылдан-ауылға һертәңдәү минең кеүек сыныҡҡан ҡорос кадрҙарҙы ла ныҡ йонсота икән ул. Тәржемәи хәлем хаҡында уйланып йөрөй торғас, башҡа идея төштө бит, әй. Ниңә әле, мин әйтәм, донъя малын дуңғыҙ ҡанылай туҙҙырыр ғына мәлемдә, никахлы ҡатыным менән айына бер күрешеп, минең һымаҡ илсе түрәләргә ауыл һайын никахһыҙ ғына өйләнеү йолаһы барлығын да онотоп, аҙғын кәкүккә оҡшап, кеше ояһына йәшерен генә йомортҡа һалып йөрөйөм? Баяғы йолаға ярашлы, өҫтәлмә рәүештә башлы-күҙле булыр саҡ!

Аҡыллы идея яралғас, үҙебеҙҙең ауылдың Өммөй ҡарсығы төштө бит иҫкә. Ҡыҙы шәп ине ҡәһәрҙең. Нисәмә егет шуның артынан йөрөп, үҙ муйынында Өммөй ҡарсыҡтың муйыл таяғын һындыртты. Бер мин түгел. Әммә инде минең ауылдан киткәнгә лә өс былтыр бит. Элекке Әжәрғәп менән хәҙергеһенең араһы – почти ер менән күк араһы. Өммөй ҡарсыҡтың ҡыҙы ла инде как раз -- кейәүгә сыҡмайынса бәҫәреп бара, тиҙәр. Тик әлегәсә әсәһенең һүҙенән ситкә тайпылмай, ти, диуана... Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, үҫеп еткән олпатлығым, абруйым менән ҡарсыҡтың һушын алһам, никахһыҙ ғына ҡауышырға ҡыҙы ла ҡаршы килмәҫ – ағайыңдай малтабар егеттәр аяҡҡа уралып ятмай ул. Елле кеше, район кешеһе!

Өммөй ҡарсыҡтың ҡыҙы электән үк минең менән кешнәшеп бармай ине барыуын. Әле булһа түбәмдә әсәһе таяғынан ҡалҡыу иҫтәлек һаҡлана. Әммә текә ҡаяның да артынан менер юл ҡала. Ҡарсыҡ менән нисек тә бер ҡаҙанда бутҡа боҡорҙатһаҡ, ЗАГС-магс кәрәк, тип ныҡышһа ла, ҡарыулығын ҡыҙ ҡуйыны аша онотторторға мөмкин.

Райондың сәсалғысханаһында еткән түбәмде көҙәтеп, мыйыҡты ҡараға буятып, өр-яңы заграничный костюмымды кейеп, һары сусҡа күненән тегелгән быуаҙ портфелемде тотоп ауылға барып кергәс, үҙем менән шешәләш бригадир дуҫымдың ишеген ҡаҡтым. Аҡбашлыны уртаға алып үҙ-ара аңлашҡас, бригадир дуҫым юл һалырға Өммөй ҡарсыҡтарға китте, мин бригада контораһына йүнәлдем. Өҫтәл артында ҡайҡайып ҡына ултырам. Көтә торғас, тирләп-бешеп дуҫым да килеп етте.

-- Әжәрғәп иптәш, һары ҡатырға тышлы папкаңды асып, йыуан ҡыҙыл ҡәләмеңде ал ҡулыңа! – тине ул, ишек төбөндә һерәйгән ир-атты дәррәү тышҡа һөрөп. – Спектакль башлана!

-- Майланыңмы? Тәгәрмәс тәгәрләйме?

-- Зырылдап әйләнеп китте, хәҙер үк килеп етә!

-- Нимә тинең?

-- Мин, әлбиттә, үҙебеҙ һөйләшкәнсә, исемеңде әйтмәнем. Райондан килгән ҙу-у-ур кеше көтә, тинем.

-- Бик дөрөҫ майлағанһың, үҙеңдең дә ауыҙыңды майлармын. Элекке ул белгән Әжәрғәптең хәҙер кем икәнен күреп, күҙе маңлайына күсһен ҡәһәр төшкөрө ҡарсыҡтың!

-- Тап шулай!

-- Нимә тине һуң үҙе?

-- Райондан килгән ҙу-у-ур кеше кейәүең булырға самалай, тигәс, танауы шунда уҡ еҫ тойҙо. Артыңды уйла, ҡыҙыңдың йәше уҙып бара бит, тип тә нығыттым.

-- Муйыл таяғын да алманымы?

-- Юҡ, аныһын да онотто. Эсмәйме, тартмаймы, тигәс, фәрештәләй пак, тинем. Ҙур урында эшләүеңде тумбыттым. Мишкәт менән һинд сәйе табып бирерме һуң, тип шыҡырыҡлағайны, башыңдан аштырып өйөр, тинем. Ебене лә төштө, әй.

-- Маладис, ауыҙыңа бал да май!

-- Әнә килә үҙе, мин юйылып торайым! – тип бригадир сығып киткәйне, шул арала соланда Өммөй ҡарсыҡтың:

-- Ошондамы райондан килгән ҙур кеше? – тип дөңгөрҙәүе, ә бригадир дуҫымдың:

-- Ошонда, инәй, ошонда! Ул һине күптән зарығып көтөп ултыра! – тип йүпәләүе ишетелде. Мыйыҡты үргә ҡайтарып, быуаҙ портфелде лә өҫтәлгә ҡуйып, түрәләрсә олпат ҡиәфәтләндем. Ышаныс өсөн ҡаты итеп тамаҡ ҡырып ҡуйҙым. Өммөй ҡарсыҡтың йәнгә тейгән муйыл таяғы күренде тәүҙә ишек ҡыҫығынан. Түбәмдең инде ул шаҡшы ҡоралдан шаҡтай өҫтөн икәнлеген уйларға ла өлгөрмөнем, таяҡ хужаһының башы ишектән яртылаш тығылып, дүрт күҙ менән йөҙөмә текләне лә ҡарашы менән баштан-аяҡ үлсәне. “Әһә, мин әйтәм эстән, күрҙеңме буласаҡ кейәүеңдең кемлеген?! Иреп төшәһең хәҙер!”

Ләкин көтөлмәгәнсә килеп сыҡты:

-- Аһ-аһ, кешеме, тиһәм, Әжәрғәп икән дә!.. Теффү! -- Өммөй ҡарсыҡ, ишекте тыштан шартлата ябып, муйыл таяғының үсен солан иҙәненән алды.

Был ни хәл, какое право имеет?! Тимәк, Әжәрғәп тиклем Әжәрғәпте муйыл таяғын һыларға ла лайыҡлы һанаманы, аяҡ аҫтында тапалған үле таҡтаны ла минән өҫтөнөрәк күрҙе?!.

Ҡойолоп төшкән бригадир дуҫым хәле бөтөп килеп ингәндә таштай ҡатып өнһөҙ ултыра инем. Әллә кеше түгелме мин? Кем мин?!.

Сәнкем-Биктимер, 1963.

Ырымбур ысулы
Мин ғүмерем буйына район масштабындағы яуаплы эштәр башҡарҙым. “Утильсыръе” агенты булып та, янғындан ҡурсаланыу инспекторы булып та, сәйханала мөдир булып та эшләргә тура килде. Аҡрынлап төбәк күләмендә абруйым артты. Аҙаҡҡы ваҡыт район ауыл хужалығы етештереү идаралығында яуаплы ғына вазифала йөрөнөм.

Быйыл, үҙегеҙ беләһегеҙ, күп кенә йылы урындарҙың штатын ҡыҫҡарттылар. Йәшермәйем, мин үҙем дә эсемә ут йотоп йәшәнем. Ләкин бушҡа янғанмын. Минең ише тәжрибәле эшмәкәрҙе кем ҡулдан ысҡындырһын!

Башлығым бер заман үҙ кабинетына саҡыртып алды ла ситләтеп кенә ҡайырҙы:

-- Шулай, Әжәрғәп Мөгәрәпович, һине беҙ яуаплы эшкә күсерергә булдыҡ, -- ти. – Беләһеңдер, хәҙер бөтә район күләмендә ырымбурса һарыҡ йөнө ҡырҡыу ысулын үҙләштереү кампанияһы бара, шуны юлға һалыу өсөн беҙҙән уполномоченныйҙар кәрәк. Әлхасил, беҙ һине, партиябыҙ ҡушҡан һәр эштә лә массаларҙы алға этәреүсе тапҡыр көс булараҡ, артта һөйрәлгән “Маяҡ” колхозына уполномоченный итеп тәғәйенләнек, ырымбурса ысулды киң йәйелдереүҙә тирә-яҡтың яҡты маяғы булырһың, тип ышанабыҙ.

Ни хәл итмәк кәрәк, йылытып алған ғаилә усағынан, уҫал булһа ла типмәгән бисәм ҡуйынынан ваҡытлыса ғына булһа ла нәүбәттәге мәртәбә ситкәрәк китеп йөрөү перспективаһы әллә ни күңелле түгел ине, түгелен, ә шулай ҙа сер бирмәй:

-- Мин – партия һалдаты, туған партиям ҡайҙа ҡушһа, шунда барырға әҙер! – тип, бер һүҙһеҙ ризалаштым. Етәкселек эшендә, урыҫ туғандар әйтмешләй, эт башын ашаған баш бит мин!

Колхозда зарығып көтөп кенә торалар икән – асыҡ сырай менән ҡаршыланылар. Артта һөйрәлгән, тиһәләр ҙә, арыу ғына мәҙәниәткә эйәләр – минең һымаҡ килгән-киткән түрәләрҙе ҡәҙерләп-һыйлап урынлаштырырға әҙәм рәтле ҡуналҡалары ла бар. Үҙемә айырым бүлмә биреп, йәнең теләгәнсә тор, ә ашарыңа ҡуналҡа ҡараусы апай бешерер, ҡулы аш-һыуға ипле! – тинеләр (ысынлап та шулай булып сыҡты). Электр машинкаһы менән һарыҡ ҡырҡыу маһирҙарына ферма мөдире үҙе алып барып таныштырҙы.

-- Бына һеҙгә, иптәштәр, етәксе, йәғни уполномоченный. Ырымбурса һарыҡ ҡырҡыу ысулын үҙләштереүҙә бөтә мәсьәләләр буйынса уға ғына мөрәжәғәт итегеҙ, тулыһынса буйһоноғоҙ. Был – юғарынан төшкәнфарман! -- тине.

Һарыҡ йөнө ҡырҡыусылар ун биш кеше. Бынамын тигән ун биш егет. Ысул яңы булғанлыҡтан, төрлөһө төрлөсә эшләй. Берәүҙәре мәхлүҡтең дүрт тояғын ҡуша бәйләп һыҙыралар. Икенселәре ҡуш тояҡлап көрмәйҙәр. Өсөнсөләре ергә дүрт ҡаҙыҡ ҡаҡҡандар ҙа йөн эйәһенең дүрт тояғын дүрт ҡаҙыҡҡа беркетеп баҫтыртҡандар. Ә бәғзеләре уғата әкәмәтерәк ҡылана: бәйләмәй-нитмәй, алғы тояҡтарын һыңар ҡулда услап тотоп, таҡта иҙәнгә эт шикелле бөкөрәйтеп ултырталар ҙа меҫкен малҡайҙы тумар кеүек тумарлатып йөрөтөп һыҙыралар. Шашынып күҙҙәре аҡайған һарыҡ баҡырмай ҙа, туламай ҙа. Күҙ асып йомғансы шәп-шәрә ҡала үҙе. Шулай ҡыланып маташҡан бер егет йораты, тештәрен йылтыратып, һораны:

-- Ошолай буламы ырымбурский метод?

Тәкәббергә уҫал итеп ҡараным, елегенә үткәҙерлек һеңдерҙем:

-- Варварский метод. Меҫкен хайуанды ихтирам итмәйһегеҙ! – тинем. Тегенең кәйефе ҡырылды:

-- Мин сменаға алтмыш һарыҡ ҡырҡам, бүтәндәр – егермене. Һеҙҙеңсә, нисек була һуң ул яңы метод?

Бына шунда уйға ҡалдым да инде. Ысынлап та, нисек була икән һуң ул ырымбурса ҡырҡыу ысулы? Дүрт тояғын ҡуша тоташтырыпмы, йәки икешәрләп кенәме? Дүрт тояғын дүрт ҡаҙыҡҡа ҡатыпмы, әллә ошо егет эшләгән кеүек бөтөнләй бәйләмәйме? Ҡырылмаһа ҡырыҡ ысул, шулар араһынан тап ырымбурскийын. Башың ҡатыр! Район күләмендә күпме генә етәкселек эштәрен башҡарһам да, бындайын күргән юҡ ине. Беҙҙең ауылда ғүмер-илаһи һарыҡты йығып һалып, дүрт тояғын ҡуша бәйләп ҡырҡалар. Төбәгебеҙ Ырымбур ере тип аталғас, ырымбурса ысул да тап шул түгелме икән ни? Уйлағаным һайын әйләнде башым. Ахыр сиктә бер ҡарарға килеп, дүрт тояғын дүрт ҡаҙыҡҡа бәйләп ҡырҡыуҙы ырымбурса ысул итеп танытырға тәүәккәлләндем. Бындай ауыр саҡтарҙа мин кәңәш һорап берәүҙе лә борсомаҫҡа, кәрәкле ҡарарҙы үҙем эҙләп табырға яратамын.

Төшкө аштан һуң егеттәрҙе бер урынға өйөрөп, мөһим белдереү яһаным:

-- Иптәштәр, ошоғаса һеҙҙең күбегеҙ варварский ысулдар менән эш иткән. Меҫкен хайуандарҙы ыҙалағанһығыҙ, йонсотҡанһығыҙ. Ошо минуттан башлап ул вәхшилектәргә сик ҡуйыла. Ошо минуттан башлап бөтәгеҙ ҙә ысын ырымбурский ысулға күсә. Быға тиклем арағыҙҙа бер-нисә энтузиаст ҡына ырымбурса эшләгән икән. Ләкин бөгөн бөтәгеҙ ҙә шулай эшләй башлаясаҡһығыҙ. Нимәләрҙән хасил һуң ул ысын ырымбур ысулының асылы? Беренсенән, ул ергә ҡағылған дүрт имән ҡаҙыҡтан тора. Икенсенән, дүрт киҫәк йүкә бәйҙән ғибәрәт. Өсөнсөнән, һарыҡ иптәштең дүрт тояғын дүрт ҡаҙыҡҡа шаҡарып бәйләү мотлаҡ. Дүртенсенән, һарыҡ иптәште оҙаҡ интектермәй, йәһәт кенә йөнөн һыҙырып алыу...

Тояҡ бәйләмәй ҡырҡыусылар кәйефһеҙләнеп шаулаша. Баяғы, көнөнә алтмыш һарыҡты ҡайыҙлаусы ялтыр тешле егет, тупаҫ рәүештә тауыш күтәреп, телмәремде бүлдерҙе:

-- Ялған! Ырымбурский метод түгел был! Ысын ырымбурский метод – беҙ эшләгән метод!

Тояҡ бәйләп ҡырҡыусылар күберәк ине, берҙәм ҡубынып, сапсып сыҡҡандың ауыҙын ҡапланылар:

-- Шаулама, Кәрим! Һин кем дә, ул кем – уполномоченный һинән күберәк белә! – тинеләр.

-- Ҡаҙыҡ менән йүкәне ҡайҙан алырға? – Елкә ҡашыны береһе.

-- Дә-ә-ә...бүре абламы...

-- Проблема тип әйт, һантый! – Зыялырағы төҙәтте.

-- Миңә ҡалһа, барыбер. Әммә нисә имән ҡаҙыҡ, нисә шәлкем йүкә кәрәгер икән?..

-- Ун биш урынға алтмыш ҡаҙыҡ, алтмыш киҫәк бәй кәрәк. – Күҙ ҙә йоммай иҫәпләп сығарҙы хисапсы. – Ысынлап та, уларын ҡайҙан табырға?

Ғүмерем буйына етәкселек иткәнемдә бындай ғына мәсьәләләрҙе сискәнем бар ине:

-- Юҡҡа башығыҙ ҡатмаһын. Хәҙер үк урманға барып, алтмыш төп йүкә ағасы ҡырҡып алып ҡайтығыҙ. Ҡабығы бәй булыр, һөйәненән ҡаҙыҡ осларһығыҙ. Уның имән булыуы не әбәзәтелне! – тинем. Шунда уҡ ике ылауға ат ектертеп, һигеҙ кешене урманға ебәрҙем. Кискә табан ғына әйләнеп ҡайттылар. Иртәгәһен төшкә тиклем бөтә коллективым ҡурыс һыҙырыу, ҡаҙыҡ ослау менән шөғөлләнде. Төштән һуң ҡаҙыҡтарҙы ҡағып, һарыҡтарҙы бәйләп эшләй башлағас, ҡурыс бәйҙәрҙең эҫе көндә ҡулланырға ярамағанлығы беленде: ярты сәғәт эсендә кибеп ҡаттылар ҙа кимерсәк һымаҡ шартлап һындылар. Көн тәртибенә яңынан бәй мәсьәләһе килеп баҫты.

-- Ҡабыҡтарҙың бөтәһен бергә төрөп, күлгә батырығыҙ, -- тинем. – Ике аҙнанан ул һалабаш шәлкем йүкәләнеп серейәсәк. Ә йүкә өлгөргәнгә тиклем кәрәкһеҙ ун машинканы туҡтатабыҙ...

-- Йәғни ҙә тәғәйен кемдәрҙе? – тип тағы сығынсыланы бер үҙе көнөнә алтмыш һарыҡты ыҙалап ҡырҡыусы Кәрим.

-- Тәғәйене, әлбиттә, малды ихтирам итмәүсе һеҙ үҙегеҙ һәм дә һеҙҙең кеүектәр!

-- Быға беҙ риза түгел! Беҙҙе туҡтатҡас, дөйөм эш тә туҡталасаҡ!

-- Социализм дәүерендә дөйөм эштәр туҡталмаҫ! Социализм кешеһеме һеҙ, әллә серек капитализм ҡалдығымы? – Ғурлапанды ғурлаһынан уҡ алдым. -- Әйтеп ҡотолоғоҙ!

-- Социализмдыҡы, әлбиттә... – тип шиңеп төштө ғауғасы.

-- Шулайғас, уполномоченный һыҙып биргән тура юлдан барығыҙ. Бөтәһе биш кеше ҡырҡасаҡ. Ҡалған унау уларға һарыҡ боттары тотоп торасаҡ. Ә һалабаш батыртырға бригадирҙан өҫтәлмә ике кеше һорап алырмын. Берҙәм тотоноғоҙ эшкә! – Һәм шунда уҡ, берәү йөн һыҙырған саҡта ике яҡтан тотоп тороу өсөн, һәр машинка эйәһенә икешәр ярҙамсы тәғәйенләнем. Кәримгә эйәргән егеттәрем, һуҡрана-һуҡрана, машинкаларын сөйгә элделәр ҙә, һарыҡтың алдынан – береһе, артынан икенсеһе ергә сүгәләп, һәр ике ҡулға икешәр тояҡ ҡыҫып тоттолар. Көндөкөн-көнгә эш шул рәүешле барҙы.

Ике аҙна уҙҙы, ләкин күлгә һалған һалабаштың йүкәһе ҡупмаған – төбө һалҡын шишмәле булып сыҡты. Ҡабыҡтарҙы алып, йылыраҡ күлгә батырҙыҡ. Шуларҙың сереп өлгөрөүен көткән арала, һарыҡ ҡырҡыуҙы һаман баяғы алым менән башҡарҙыҡ.

Һуңғы көндәрҙә мин ярҙамсылыҡҡа беркетелгән егеттәрем араһында ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек тыуғанын тойҙом. Тояҡ тотмаҫҡа, ә машинка йырлатырға уҡталалар ине, буғай... Өҫтәүенә, конторанан бухгалтер килеп, наряд яҙып киткәйне, бик түбән эш хаҡы аласаҡтары мәғлүм булды. Шау-шоу ҡупты.

Ығы-зығыны ишетмәҫ өсөн, фермаға көнөнә ике тапҡыр: иртәнсәк эш башлағанда һәм кис эш тамамлағанда ҡыҫҡа ғына арауыҡҡа килеп киткеләй инем. Көндөң ҡалған өлөшөн һалабаш һалған күл буйында, йүкә өлгөрөүен көтөп, балыҡ ҡармаҡлап үткәрҙем. Өс көн шулай шөғөлләнгәс, йөн ҡырҡыу эштәренең яҡшыға ыңғайлауы беленде. Инде мине килгән-киткәнемдә, ҡаштарын емереп түгел, яғымлы ҡаршылайҙар ҙа яғымлы оҙаталар, ә йөнө алынған һарыҡтарҙың һаны артҡандан-арта...

Күҙәтеп йөрөй торғас, бер ғәжәйеб хәлгә иғтибар иттем: көн дә көтөүселәрҙең береһе мин килер юлда ҡайҡайып киҙеү тора имеш. Хисапсымдан:

-- Был ни хәл? – тип ҡыҙыҡһынғас:

-- Эй ағай-ағай, шуны ла белмәйһегеҙме? Уполномоченный тиклем уполномоченныйға күл буйында, аҙып-туҙып йөрөгән ҡош-ҡортҡа тап булып, бер-берәй күңелһеҙлек килеп ҡуймаһын, тип ысын күңелдән хәстәрләүсе бит улар, -- тип ҡыуандырҙы. Тик шуныһы: хәстәрләүселәремдең һәр береһе, күл буйынан фермаға табан атлауымды абайлағас та, йөн ҡырҡыусылар эшләгән һарай яғына йән-фарман дөнә. Шөбһәләнеп уҡталһам да, фермаға килеп етеүемә бөтәһе камил: тап мин ҡушҡанса, икешәр кеше тояҡ тота, бер кеше йөн һыҙыра. Еңел һулап, ҡәнәғәтләнеп сығып китәм тәбиғәт ҡосағына: эштәр бара, контора яҙа – шунан башҡа ни кәрәк? Өҫтәүенә, иртәгә тыуған көнөм, һәр төрлө етәкселек тәжрибәмдең дә егерме биш йыллығы... Ырымбур ысулын гөрләтеп алға ебәрһәм, бәлки, тағы ла бер баҫҡысҡа үрләтерҙәр?.. Шуға күрә юбилейымды үҙемә ышанып тапшырылған етәкселек вазифамда ең һыҙғанып йөрөп эшләп үткәрергә, һарыҡтарҙың йөнөн һыҙырып бөтөп, ырымбурса ысулдың уңыштары тураһында районға рапорт биргәс кенә, ғаиләмә ҡайтып, бөтәһен бер юлы байрам итергә тип тәүәккәлләндем...

Матур уйҙарға талып, бөгөн дә үҙ ваҡытында килгәйнем күл буйына, көтмәгәндә, хисапсымды осраттым. Минең һымаҡ уҡ, дөйөм эш өсөн көйөнөп, һалабаш ҡарарға төшкән икән. Һүҙҙән-һүҙ сығып, ырымбурса ысулдың социалистик ауыл хужалығында тотҡан бөйөк урыны, шуны уңышлы башҡарыу хаҡына шәхси мәнфәғәттәребеҙҙе онотоп торорға тейешлегебеҙҙе әйтә һалдым. Бына мин үҙем, мәҫәлән, бөгөн мотлаҡ өйөмдә -- ғаилә байрамында булыу урынына, янып-көйөп, ырымбурский ысул буйынса колхозығыҙҙы алға сығарыу өсөн көрәшәм, һеҙ ҙә мине тыңлап ҡына йөрөгөҙ, тинем.

-- А как же, уполномоченный һүҙе – беҙҙең өсөн закон! – тип йәнде тындырҙы хисапсым. Арауыҡ һөйләшеп торғас, хәҙер үк фермаға барасағымды белдергәйнем, ҡаушабыраҡ ҡалды:

-- Көндәге бара торған ваҡытығыҙ етмәне бит әле, иптәш Тоҙлоҡапов? – ти.

-- Дөйөм эште ҡайғыртып тынмай йөрәк – иртәрәк барам бөгөн, -- тим. Ҡушарлашып киттек шулай фермаға. Ғәжәп, көн дә был ваҡытта юлымда күҙгә дегәнәк булып төшкән әрһеҙ киҙеүҙсем күренмәй. Әллә шуғамы инде, хисапсым ныҡ борсола, мине арттараҡ ҡалдырып елергә самалай. Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – һарайға ҡушарлап килеп керҙек. Индем һәм шаҡ-ҡатып ҡалдым: ун биш егеттең ун бише лә, ҡулдарында машинка сыжылдатып, ун биш урында һарыҡ йөнө алалар. Берәү ҙә тояҡ тотмай, барыһы тиң ҡырҡыусыға әүерелгән. Ул ғына ла етмәһә, һарыҡты бәйләмәгән килеш, әлеге Кәрим ҡулланған варварский метод менән ҡаҡ иҙәнгә ултыртып, тумарлатып ҡырҡалар. Башым әйләнде, күҙҙәрем тондо – ни хәл был?!

-- Отставить! – тип йән әсеһенән һөрәнләүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ләғнәт төшкөрө машинкалар сытырҙап эшләй бирҙеләр, егеттәрҙең берҙәм хахылдап көлөүе яман ярҙы ҡолаҡты.

-- Был ниндәй башбаштаҡлыҡ?! Башығыҙҙы ашармын! – Бармаҡ янап аҡырҙым. – Иртәгә үк һалабашты күлдән сығарырға, дүрт тояҡты дүрт ҡаҙыҡҡа бәйләп кенә эш ҡылырға!..

Етәкселек вазифаларын күп йөкмәп, әсеһен-сөсөһөн күп татыған ғүмеркәйемдә тәү тапҡыр булараҡ йөрәгем бәлтерәне: күҙ алдарым ҡараңғыланып, коллектив алдында йығылып мәсхәрәгә ҡалмаҫ өсөн, мах бирмәй сығып киттем.

Күл буйында йөрөп кисте еткергәс, шомтайып ҡына ҡайтып керҙем бүлмәмә. Кәйефем ҡырылып, иртәгә күрәсәк сараларым тураһында уйландым. Баш – тубал кеүек, күңелдә насар тойғолар шауҡымы. Нисек итеп коллективты хаҡ юлға күндерергә? Етәкселек абруйымды аяҡ аҫтында тапатһам, үҙем тәҡдим итеп хаҡ юлға һалған, янып-көйөп бойомға ашырған ырымбурский ысул һәләк буласаҡ, ә ул саҡта уполномоченныйлығымдан ни ҡала?..

Кемдер йыуаш ҡына ишек шаҡыны. Тупһала, күҙҙәрен мызылдатып, хисапсым баҫып тора.

-- Хәйерле кис, Әжәрғәп Мөгәрәпович! Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ, бөйөк юбилейығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ!

-- Бәй, ҡайҙан белдегеҙ быны?

-- Хәләл ефетегеҙ, һеҙҙе һорап, телефондан контораға шылтыратты: иртәгә тыуған көнө һәм юбилейы, әйтегеҙ, бер көнгә генә булһа ла, ҡайтып ҡыуандырып китһен, тине...

-- Юҡ! Тәүҙә -- ырымбурский ысул – йәмғиәт, шунан һуң ғына шәхсиәт! – тип ҡырт өҙҙөм, гәрсә бисәм әҙерләгән байрам табынына ҡайтып ултырғым килеп йөрәк башҡайы семетһә лә.

-- Аңлайбыҙ. Ә шулай ҙа һеҙҙең шанлы юбилей – ырымбурса ысулды алға этәреүсе сәйәси көс булып тора, тип һанаусылар күбәйҙе коллективта...

-- Әллә башҡаларға ла ысҡындырҙығыҙ?

-- Әлбиттә! Һеҙҙең байрам – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур байрам! Әгәр шуны күрәләтә билдәләмәй ҡалдырһаҡ, тарих ғәфү итмәйәсәк, Әжәрғәп Мөгәрәпович! – Хисапсым, кеҫәһенән һурып, шешә ҡуйҙы өҫтәлгә. – Бөгөнгө абруйлы һүҙегеҙҙе ишеткәс, егеттәр бөтәһе һеҙҙең яҡлы. Хатта Кәримгә тиклем: иртәгәнән башлап уполномоченный ҡушҡанса ғына эшләйек, бөгөн кискә, күмәкләшеп барып, шуны үҙенә белдерәйек, тип ең һыҙғанып йөрөй.

-- Вәт шылмалар, баштан уҡ шулай кәрәк ине! – тинем, шөйлә күңелем күтәрелеп. Өҫтәүенә, хисапсым ике соҡортайға тегене ҡойоп булаша. Бындай көндө билдәләмәү эт ботонан да кәкере булыр ине.

-- Тоттоҡ, Әжәрғәп Мөгәрәпович, һеҙҙең кеүек илгә билдәле етәксенең бәхетле тыуған көнө, илгә иккән игелектәре өсөн!

-- Ырымбурса ысул өсөн!

Тағы ишек шаҡылдаттылар, ун биш кешелек коллективым, береһе-бер ҡалмай, гөрләшеп килеп керҙе. Кәрим һәм уның егеттәре – иң алдан, сәскә услап тотҡандар, кеҫәләренә йылтыр шешә тыҡҡандар. Һәр береһе йылмайып күҙемә ҡарай, ҡулымды ҡаты ҡыҫа, тыуған көнөм менән ялҡынлы тәбрикләй.

-- Әжәрғәп Мөгәрәпович, беҙҙе ғәфү итә күрегеҙ инде, бөгөн генә, һынамаҡҡа, күрһәтмәләрегеҙҙе боҙҙоҡ – тояҡтарын тотмай, бәйләмәй ҡырҡып ҡараныҡ... – тиҙәр.

-- Ләкин ул барып сыҡманы, -- тине Кәрим. – Ырымбурский ысулдың иң дөрөҫө -- һеҙ күрһәткән ысул, ә һеҙ үҙегеҙ ул ысулдың атаһы икәнен аңланыҡ...

-- Ярар, -- мин әйтәм, -- ауыҙы бешкән -- өрөп эскән була инде был. Бынан һуң дүрт ҡаҙыҡҡа дүрт тояғын бәйләп ҡырҡырһығыҙ. Таң атыуға бөтәгеҙҙе һалабаш сығарырға ебәрәм!

-- Ур-рааа! – тип дәррәү күтәреп алды егеттәрем, булған бөтә соҡортайҙарға байрам шарабын ҡойоп. – Ырымбурса ысулдың атаһы Әжәрғәп Мөгәрәпович Тоҙлоҡапов йәшәһен!

-- Уның бөйөк тыуған көнө хөрмәтенә, иптәштәр!

-- Ырымбурский ысулдың дүрт ҡаҙыҡҡа дүрт тояҡ бәйләп ҡырҡыу алымына дан!

-- Ур-ра! Ур-ра!

Бәхетемдән башым Күккә тейерҙәй күтәрелдем. Бөтә шиктәрем, барлыҡ борсолоуҙарым ел осорған төтөн һымаҡ таралды. Вива, Әжәрғәп, вива, ырыҫ йондоҙоң йылмайҙы! Рапортымды юғарыға тапшырһам, Ырымбурса ысулдың атаһы, тигән затлы абруйым, яҡты маяҡ булып, районды балҡытасаҡ! Ура!

...Тамағым кибеп, башым сатнап уяндым. Тәүге фекерем – күлдән һалабаш сығартыу ине. Тик ниндйәҙер сәйер тойғо йәһәт тороп китеүҙән тотҡарланы. Ни ғиллә был?.. Одеялымды битемдән алмайынса, шикләнеп ҡолаҡ һалдым. Ятҡан ағас карауатым, ябынған нәмәҫтәкәйем, хатта өйҙөң һауаһы ла йәнгә үтә ныҡ таныш -- өҫтөмдәге күлдәгем кеүек яҡын. Ишекте шартлата тибеп, дөңк-дөңк баҫып берәү инде – колхоз ҡуналҡаһының ҡараусыһымы? Улай тиһәң, һулышы башҡасараҡ, ә аяҡ тауышы мине һуштан яҙыр хәлгә еткерҙе.

-- Бөгөн торорға итәһеңме һин, юҡмы, һамҫыған сүлмәк? Тыуған көнөңә әҙерләгән табынға ла ҡайтмайынса, кемдәр менән типтерҙең? Берәй мәрйә менәнме?! Ҡояш төшлөккә еткән, ә һин һаман тамағыңды шарылдатып ятаһың. Ундағы ваҡытлыса вазифаға алдаштырып, бында урыныңа бүтән кеше алғандар, шул көйөңсә әллә ҡайҙа һөйрәлеп эсеп йөрөйһөң. Аҡыллы кешеләр бер урынға оялаһа, талпандай теше-тырнағы менән йәбешә, ә һин, ҡалталы хәйерсе, һаҡалың билеңә еткәнсе күтеңә урын таба алмай, бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөйһөң. Олаҡ күҙемдән! – Хәләл ефетем бөркәнсекте тартып алып ырғытты, ботомдан һөйрәп төшөрҙө. Аҡылымды йыйырға ла өлгөрмәнем, гөп-гөп итеп, бер-бер артлы, арҡама ике утын ағасы ҡунды...

Кеҫәмдә хисапсым ҡулы яҙған ҡағыҙ ярпыһы ята:
“Ырымбурский ысулдың бөйөктәрҙән-бөйөк белгесе, ғәфү ит инде беҙҙе. Ғәжәп аҡыллы етәкселегеңдән талаҡтарыбыҙ ташһа ла, тыуған көнөңдә өйөңә таяҡлап ҡайтарырға тартындыҡ, ҡулдан килгәнсә һыйлап-хөрмәтләп, машинала ғына елдертеп килтереп ташланыҡ. Юҡһа егеттәр һарыҡ бәйләй торған ҡаҙыҡтарыңдың һәммәһен елкәңә һуғып һындырырға йыйыналар ине. Тәк ышту, хушығыҙ, ырымбурский ысулығыҙҙы һеҙҙе беҙгә уполномоченный-моченый иткән түрәләрегеҙҙең йөнөн алырға уңышлы ҡулланығыҙ!”
Аҫтараҡ, моғайын, Кәрим ҡулы менән йөмлә өҫтәлгән:
“Һанһыҙ һалабаш короле! Башыңа тай типһә лә, кешегә аҡыл өйрәтергә өйөңдән сығып йөрөмә. Ҡысыулы аяҡтарыңды бик тә тыя алмаһаң, галстугың менән тышаулап ҡуй. Галстугыңды ҡыҙғанһаң, беҙ һиңә тышау ишерлек йүкә ҡалдырҙыҡ”.
Бөтә коллектив ағзалары ыҫпайлатып ҡултамғаларын сәпәгән...

Аптырап, елкәмде тырнаным, ҡабат уҡып ҡараным. Шик юҡ, кәмә ҡомға ултырҙы...


Сәнкем-Биктимер, 01.09.1962.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет