Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет25/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   21   22   23   24   25   26   27   28   ...   40

Ан д р о. Ә ниғр теге ваҡытта бик һәйбәт булдымы ни, мин барғансы уҡ һыпыртҡайның. Бына мин хәҙер һинең менән иҫәп-хисапты өҙҙөм.

С а н д р о. һин мине шул тиклем туйҙырҙың ошо иҫәп- хисаптарың, яңылышыуҙарың һәм ахмаҡлыҡтарың менән...

Андро. Ниндәй ахмаҡлыҡтар тураһында һөйләйһең?

Сандро. Аҡылы булмаған кеше гербицид ямғыры аҫтына барып инәме ни?

Андро. Ә мин нимә эшләргә тейеш инем? һинеғ; «Сүп үләне! Сүп үләне», тип, көнө-төнө зарланыуыңды тыңлап ултырыу, әллә миңә бик рәхәт булды, тиһеңме? Бына шуның өсөн Дударға: «Әйҙә, һиптер ағыуыңды!» — тип ҡысҡырҙым да инде. Молодец, Дудар, ағыуыңды йәлләмәнең, кукурузға ла һиптең, мине лә ҡойондорҙоғ;,! Ҡалымды артығы менән түләнең! (Көлөп.) Мин бит, иптәштәр, ағыуланыуымды башта һиҙмәнем. Бер заман сөскөртә башланы. Ниңә был сөскөртә икән, тип уйлайым? Ә аҙаҡ... Уйлай ҙа алмай башланым. Саҡ-саҡ ҡына аяҡты һуҙмай ҡалдым бит, ә? Шул ваҡыт ҡапыл Сандро

377




иҫемә килеп төштө: мәйтәм, үлеп-нитеп ҡуйһам, уны кем ерләр? Юҡ, мәйтәм, үлмәйем!..

Сандро (Кошерга күҙ һалып). Минең үлергә йыйынғаным юҡ әле. (Маргога.) Әйт иреңә, телен тыйһын, юғиһә...

Андро. Бар ана, үҙ яғыңа, шунда командуй!..

Сандро. Ҡурҡытма, сығырмын! Тик мин позицияны алыштырыуҙан ғына һиңә аҡыл өҫтәлерме икән? (Бауҙыц икенсе ягына сыга.) Марго, ҡәҙерлем... Марго ҡайҙа булды?

Марго (ризыҡ һәм, бокалга һалып, шарап сыгара). Мин бында! (Сандрога.) Ҡәҙерле күрше, һин беҙҙең арала иң өлкәне — тамада булырһың! Ошо бокалды рәхим итеп ал әле!

Сандро (ягымлы итеп). Ихтирамығыҙ өсөн рәхмәт! (Тост әйтә.) Хөрмәтле кешеләр, ошо кескәй бокалды тотоп, һеҙгә ҙур тост әйтмәксемен. Бөтәбеҙ тарафынан да хөрмәт ителгән, шулай уҡ тоғро ир, яҡшы атай, изге күңелле күршем һәм дуҫым Андроға, бына ошо мөгөҙҙә күпме шарап тамсыһы булһа, шул тиклем ғүмер теләп, уның һаулығына бокалдарҙы күтәрәйек!

Андро. Нимә? Нимә тинең?

Сандро (уны туҡтатып). Үҙеңдән оло кеше һөйләгәндә бүлдермә! (Әкрен генә.) Нимә һөйләй инем әле?

Кошер (иҫенә төшөрөп). Тост әйтә инең...

Сандро. Эйе, эйе, иҫемә төштө. Бибо, ошо ҡәһәр һуҡҡыры канатты сисеп ырғыт әле! Юҡһа һеҙ унда күмәк, ә мин бер үҙем!

Андро. Бибо, сабыр ит! Әгәр килешәһе килә икән, ана, тәкәһен һуйһын.

Сандро. Ниңә тәкә генә! Минең һарайҙа үгеҙ бар! (.Бокалды биреп.) һүҙ һиңә, Бибо!

Бибо. Мин был тантаналы минуттарҙың шаһиты булыуыма бик шатмын! Ура! Хәҙер был ҡәһәрле канатты алып ташлайбыҙ! (Андрога.) Бокалды тотоп тороғоҙ әле!

Бауҙы сисә, ҡатын-ҡыҙҙар тушты хәтерләткән йыр йырлай.

Андро бокалды Бибоға биреп, Сандроға ҡулын һуҙа.

Тулҡынландырғыс минуттар! Ләкин минең тосым был турала түгел. Беҙ ике аҙна буйына шахтер архивын аҡтарҙыҡ, ҡыйыу разведчиктарса, Сандроның эҙенә төштөк һәм уны бөтә донъя күләмендә фаш иттек! Бына ул —

378


пенсия. (Документтарҙы Андрога бирә.) Ҡотлайым, Андро!

Андро (г/га), һин Сандро, тимәксе инеңме?

Бибо. Юҡ, дөрөҫ әйттем — Андро. Ниңә улай икәнен Сандро аңлайҙыр, тип уйлайым.

Сандро. Әлбиттә, аңлайым! Бына тиҫкәре, бына дезертир!

Бибо. Дезертир ҙа фашланды, киләһе аҙнала ул да үҙенең пенсияһын аласаҡ! һеҙҙең һаулығығыҙ өсөн!

(Эсә.)

Андро. Таптығыҙ һүҙ: пенсия, дезертир, разведчик! (Үҙенец мөгөҙөн биреп.) Ҡойоғоҙ әле бокалдарға! Бөгөн беҙҙең йортҡа аҫыл ҡош килеп ҡунды. Ул үҙенеғ; ҡанаттарьшда беҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ һәм аҡ бәхеттәр алып килде! Ошо ҡош бер ваҡытта ла беҙҙе ташлап, осоп китмәһен! һинең һаулыҡҡа, Кошер! (Бейей.)

Сандро (Маргога). Ул үҙенең бер ҡатлылығы менән, минән яҡшыраҡ бейейем, тип уйлай, ахыры! Әйҙәле, Марго, бейеп ебәрәйек, күрһәтәйем әле мин уға ысын ирҙәрҙең нисек бейегәнен! (Маргоны тантаналы рәүештә бейергә саҡыра һәм уныц менән бергә һалмаҡ осетин бейеүе бейей.)

Андро һепертке алып һеперә башлай.

(Туҡтай.) һин нимә эшләйһең?

Андро. Ҡомоң ҡойола, шуны һеперәм.

Сандро (ярһып), һин нимә, ошо ҡом менән минец йәнемә тейәһең? Кошер, килтер бауҙы! Бындай ахмаҡ менән бер ҡурала йәшәргәме? Юҡ, булмай!..

Кошер бау алып килә, Бибо менән бергә ул Сандроны тынысландыра. Ә Марго менән Дудар Андроны тыя. Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа...

Шаршау




Алексей ДУДАРЕВ

УПҠЫН СИТЕНДӘ (ҺУҢҒЫ АҘЬШ)



Драма, ике бүлектән

ҠАТНАШАЛАР:

Буслай Андрей

Әсә

Ата

Алина

Драгун

Николай

Н и н а

Г р и ш у т к а

Ш а р г а е в

Милиционер

К р а с о в с к и й

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Ҡала фатирында кескәй бүлмә. Стенаға зәңгәр сәскәле обой йәбештерелгән. Модаһы күптән сыҡҡан иҫке генә мебель: өҫтәл, ике ултырғыс, диван. Стенала ағас рамкала ғаилә фотографияһы. Рамкаға сигеүле таҫтамал эленгән. Шунда уҡ кәкүкле сәғәт. Бындағы бөтә йыһаз ауыл өйөн хәтерләтә.

Мөйөштә әллә ҡасанғы иҫке телевизор.

Иртәнге сәғәттәр. Диванда Буслай йоҡлап ята. Ҡат-ҡат телефон шылтырай. Буслайҙың эле өнө лә юҡ. Телефон бер аҙ тыныс тора ла, яңынан шылтырай. Буслай ҡыймылдап ҡуя, күҙҙәре йомоҡ килеш бик ҙур ҡыйынлыҡ менән башын ҡалҡыта ла, яңынан шап итеп, мендәргә ауа. Тағы телефон шылтырай.

380


Буслай (ҡарлыҡҡан тауыш менән). Бэра! Туҡтат будильникты, мин барыбер тормайым...

Телефон тағы ла шылтырай.

Туҡтат, тим, будильникты, паразит!

Телефон һаман да шылтырай.

Иллә әҙәм аҡтығыһың да инде, Бэра...

Тороп ултыра һәм күҙҙәрен аса. Үҙенең, ҡайҙа икәнен аңлай алмай тирә-яҡҡа ҡарана. Хәҙер инде уға күҙ һалырға ла мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа ул иллеләр тирәһендә, ләкин был шулай тойола ғына. Ә ысынында уға ҡырҡ та юҡ әле. Ҡырынмаған, шешенеп бөткән йөҙ, ҡатҡан күлдәк, туҙған сәс. Ҙур иғтибар менән стеналарҙы, өҫтәлде, түшәмде айҡап сыға. Үҙен тыуған ауылында уянған, тип уйлай, күрәһең.

Әсәй!

Тауыш юҡ. Буслай тәҙрә янына килеп, пәрҙәне тартып ҡуя, урамға күҙ һала һәм ҡапыл, йөрәге ярылырҙай булып, ситкә тайпыла. Ауыр һулап тағы ла тәҙрә янына килә, һаҡлыҡ менән генә ҡайҙалыр түбәнгә табан ҡарай һәм шунда ғына фатирҙың өҫкө ҡатта икәнен аңлап ала. Буслай ҡулдары менән битен ыуа, башын сайҡап ҡуя.

Был һиңә уйын түгел... Осоп төшһәң, күҙ төбөң генә күгәреп ҡалмаҫ...

Фатирҙы диҡҡәт менән ҡарай, ләкин бер нимә лә аңламай. Фотолар эргәһенә килеп, таҫтамалды ҡулы менән тотоп ҡарай.

Нимә булды һуң әле был, идрит-кудрит?! Әллә төш күрәм инде?

Телефон шылтырай. Буслай уны оҙаҡ ҡына эҙләп, тәҙрә төбөнән барып таба, трубканы ала.

Алло... Белмәйем... Бер нәмә лә белмәйем... (Трубканы ҡуя, яцынан ала, ике номер йыя.) Алло! Ниткән, ҡырҡ һигеҙенсе булһын, ти... Мин белешмә бюроһына шылтыратам... Ә-ә, белешмә бюроһы! Әйтегеҙ әле, зинһар, был

381


ниндәй ҡала? Нишләп иҫәрләнәйем, ти, мин ысынлап... (Теге башта трубканы ташланылар, әлбиттә.) Тфү! (Тагы ла ике номер йыя.) Алло! Ә-ә-ә, хәҙер һин туғы- ҙынсымы ни инде?! Ә ҡайҙа булды беҙҙең ҡырҡ һигеҙенсе?.. Мин уға яратам, тип әйтмәксе инем... Эйе, Гарик мин, Гарик... Ҡырҡ һигеҙенсене бир! (Пауза.) Ҡырҡ һигеҙенсеме? Әй һин, цифр, һиңә был ниндәй ҡала икәнен әйтеүе ҡыйынмы ни? Марстан ҡолап төштөм, шунда осорғайнылар мине... Осороуын осорҙолар ҙа, кире төшөрөргә оноттолар... Ниндәй йыл икәнен беләм! Ниндәй ай икәнен дә беләм! Нимә-ә? Нишләп мин Дубровенскиҙа булайым, ти?.. Белмәйһеңме? Мин дә белмәйем. Сәғәт нисә һуң әле? Нисә? Ә-ә-ә, бирәләр ҙәме ни инде... Ярай, рәхмәт һиңә, цифр! Гарикка сәләм...

Трубканы һалып, бер нисә секунд мәғәнәһеҙ ҡараш менән һүҙһеҙ ултыра.

(Ҡулын һелтәп.) Миңә тимәгәйе... Ҡайҙа булһа ла барыбер түгелме ни?! Кем дә булһа берәйһе килергә тейештер бит инде бында? Ҡара һин уны! Хужаһын белмәһәм дә, башында шөрөптәре теүәл түгел икәне факт!.. Сигеүле таҫтамал, кәкүкле сәғәт... ку-ку, ку-ку^.. Теге, батша йәйәү йөрөй торған ерҙәре ҡайҙа икән?.. Иә, Хоҙа! Ауылдағы һымаҡ булһа — бына ҡыҙыҡ була инде!

Бүлмә буйлап йүгергеләп йөрөй ҙә, кәрәкле нәмәһен табып,

күҙҙән юғала.

Бер аҙ ваҡыт бүлмә буш тора. Унан ишек асылған тауыш ишетелә. Алина инә. Уга егерме һигеҙ йәш тирәһе. Зифа буйлы, Һылыу, һирәк йылмая. Заманса модалы итеп, зауыҡ менән кейенгән. Буслай инә. Күҙҙәре йомоҡ, ыңғыраша. Алина боролоп ҡарай.

Алина (ҡурҡып). Ой-й-й!

Буслай (шулай уҡ ҡурҡып), һин нимә?

Ал и н а. һеҙ ҡайҙан?

Буслай. Туалеттан.

Алина. Күренеп тора... Тик кенә тороғоҙ, ҡуҙғалмағыҙ... Юғиһә, ҡысҡырам!

Буслай. Кәрәкмәй, ҡысҡырмағыҙ. Минең ^ылай ҙа башым ауырта...

Али н а. Яҡын килмәгеҙ! \

382


Б у сла й. Ҡысҡырма, тип әйттем бит мин һеҙгә!

Алина (сәбәләнеп). һеҙ юҡҡа... юҡҡа ғына бында ингәнһегеҙ. Бында алыр нәмә юҡ... Ул аҡсаһын өйҙә тотмай... һеҙ юҡҡа ғына...

Буслай. Тотондо инде, тотондо... Бик кәрәк ине, ти, миңә һинең аҡсаң?! Бына минең башымда шайтандар барабан һуға... Ҡайҙа икәнемде, кем икәнемде һис төшөнә алмайым...

Алина. Бына хәҙер икәүләп төшөнөрбөҙ... (Теле- фонга килә.)

Буслай (уга ташланып). Юҡ, йәнкиҫәгем, һин милицияға шылтыратасаҡһың!

Алина. Яҡын килмәгеҙ!

Буслай. Мин бур түгел, ә ябай бер алкоголик... Светлый поселогында пропискаһыҙ ғына йәшәйем, шулай булғас, милиция менән минең мөнәсәбәттәр шәптән түгел... Трубканы ҡуй, тип әйттем бит мин һиңә!

Алина. Яҡшы... Улайһа, әйтегеҙ: һеҙ бында нимә эшләнегеҙ?

Буслай. Бәҙрәфтә унитаз өҫтөндө ултырҙым. Ә уға тиклем йоҡланым... Ә уға тиклем нимә эшләгәнмендер — уныһын белмәйем. Мин был квартирала саҡ аҡылдан яҙманым! Уянып китһәм — ауыл өйө, стенала кәкүкле сәғәт... Беҙҙең бөтә ауыл бына ошондай обой менән йәбештерелгән... Тәҙрәнән ҡарағайным — идрит-кудрит! lip түбәндә үк! Кешеләр ҡырмыҫҡа һымаҡ йүгерешәләр... Ҡурҡыуымдан йөрәгем саҡ ҡорһағыма өҙөлөп төшмәне... Ну, мин әйтәм, эскәнмен — өй йәһәннәмгә осҡан... Ниндәй һантый йәшәй бында?

Алина (уҫал итеп), һеҙ нисек бында килеп эләктегеҙ?

Буслай. Нимә һин! Шул тиклем боғаҙыңды киреп аҡыраһың? һин был йорттоң хужабикәһеме әллә? Үҙең мине карауатҡа һөйрәп кертеп һалғанһыңдыр әле, хәҙер дулайһың...

Алина. Нимә-ә? һинеме карауатҡа? Ана, көҙгөгә ҡара, сабата... һине карауатҡа түгел, ә табутҡа һалырға иаҡыт...

Буслай. Нишләп улай?

Алина. Күгәреп ҡатҡанһың бит...

Буслай. Миндә синдром...

Алина. Ниндәй синдром?

Буслай. Похмелдән, наҙан... Шуны ла белмәйһең?!

383


Алина. Ә-ә, алкоголик, тимәк?

Буслай. Профессиональ алкоголик. Дүрт йыл дауаланыу стажы менән...

Ал и н а. Хуш, бик һәйбәт!

Буслай. Ә миңә бер ҙә һәйбәт түгел... Хәлем гонаһлы кешенеке һымаҡ... Йоторға бир, берәй нәмә!

Алина, һине бында кем алып килде? Горюхинмы? Бына нимә: һыпырт бынан! һәм әйт үҙенә, былай шаярғаны өсөн мин уның яңағын ҡайыҙлаясаҡмын!

Буслай. Миңә тимәгәйе, боғаҙын сәйнә. Мин һиңә әйттем бит, джинсылы бәрәскәй, бер нимә лә хәтерләмәйем тип. Бына хет үлтер! Мин икенсе йыл инде, үҙемдең тормошомдоң төшкә тиклемен генә хәтерләйем, ә унан һуң, әйтерһең, гел ҡара тоҡ эсендә ултырам... Йәһәннәмдә... Төшкә тиклем генә йәшәйем... Мин һеҙҙең Дубровенскийығыҙға нисек килеп эләккәнемде лә белмәйем, ә һин минән һорау алаһың: кем алып килде, нисек килеп сыҡтың, имеш...

Алина. Ә хәҙер һин ҡайҙан беләһең был Дубровен- ский икәнен?

Буслай. Белешмә бюроһына шылтыраттым.

Алина. Ниндәй батыр... Бәлки, һин бында үҙең мүкәйләп килгәнһеңдер әле?

Буслай. Был нисәнсе ҡат? 7

Буслай. Булмаҫ. Нимә эшл; е мин туғыҙынсы

ҡатҡа мүкәйләп менәйем, ти?.. Кем мине бында мендерһен?

Алина. Быныһы проблема түгел. Был квартира бикләнмәй...

Буслай. Нисек инде? Ҡалала бикһеҙ квартира буламы ни?

Ал и н а. Теләһә кем теләһә ни ваҡытта инә ала...

Буслай. Әйттем бит мин был квартира хужаһының аҡылы бик үк теүәл түгелдер, тип...

Алина. Туҡта! Ә һин беләһеңме һуң был кем квартираһы?

Буслай. Йә?

Алина. Максим Пакутовичтыҡы...

Буслай. Ә һин ниңә бик бышылдап ҡына әйтәһең? Кем ул, әллә прокурормы? Бәлки, милиңия начальнигы- лыр?

Алина. Туғыҙынсы.



384


Алина (гәжәпләнеп). һин Пакутовичты белмәйһеңме?

Буслай. Ә һин бына Бэраны беләһеңме?

Алина. Ниндәй Бэра ул тағы?

Буслай. Ә-ә, белмәйһеңме... һәр кемдең үҙ компанияһы шул...

Алина. Ул күренекле яҙыусы... Уны мәктәптәрҙә ойрәнәләр инде. Ысынлап та уҡығаның юҡмы?

Буслай. Эйе, миңә шул китап уҡыйһы ғына ҡалғайны... һин нимә һөйләйһең? Ысын яҙыусы, тиһеңме? Ә ниңә хрусталдәре юҡ? Яҙыусының хрусталдәре, келәмдәре булырға тейеш.

Алина. Йә, хөрмәтлем, ял иттең, йоҡоңдо туйҙырҙың, хәжәттәреңде үтәнең, хәҙер нәмәләреңде йый ҙа табаныңды ялтырат!..

Буслай. Ҡайҙа барайым инде мин? Кисәгенән һуң миңә аҙыраҡ һушыма килергә кәрәк әле.

Алина. Үҙ аяғың менән һыпыртмаһаң, машинала китерһең...

Буслай. Ниндәй машинала?

Ал и н а. Зәңгәр буйлыһында...

Буслай. Идрит-кудрит! Нимә һин әле гел бойораһың да тораһың? һин был яҙыусының ҡатынымы әллә?

Алина. Юҡ.

Буслай. Туғанымы?

Ал и н а. Уныһы һинең эшең түгел!

Буслай. Ә-ә-ә...

Алина. Бер ҙә «ә-ә-ә» түгел! Мин уның пациент- каһы...

Буслай. Кем? Паңиентка? Ә ул һине нимә менән дауалай? Шариклы авторучка менәнме?

Алина. Өҫтөнә үк баҫтың! Тап бына авторучка менән!..

Буслай. Улайһа, бына нимә, паңиентка... Сиратҡа баҫ та, докторҙы көт... өй түгел был, ә психбольница! Квартираһы тап крепостной право ваҡытындағы кеүек, ишеге бикләнмәй, яҙыусыларҙа дауаланалар... һеҙ ниндәй кешеләр?

Алина. Мин ябай бер кеше, ә ул изге...

Буслай. Шулай булмай ни! Яҙыусы бит! Аҡса күп! Ә аҡсаң күп булғас, теләһәң-теләмәһәң дә изгеләр рәтенән йөрөйһөң... Мин дә бер ваҡыт лотереяға коляскалы

1.1- 1.0129.11

385


мотоцикл отҡайным... Бөтә ауыл изгегә һанап йөрөнө, һатып эскәс кенә изгеләр рәтенән төшөп ҡалдым...

Алина, һантый һин! Ул иҫ киткес гүзәл кеше! Кешеләр рухының бынамын тигән инженеры...

Буслай. Минең рухыма инженер түгел, ә сантехник кәрәк... Бәрәскәй, ҡарале...

Алина. Мин һиңә ниндәй бәрәс булайым, ти?

Буслай. Джинсылы. Үпкәләмә, һин шундай йомшаҡ, шундай әҙәпле, тап бына... тун яғаһы кеүек инде...

Али н а. Иҫәр!

Буслай. Бәрәскәй тигәнде яратмағас, исемеңде әйт һуң...

Алина. Алина/.

Буслай. Исеме лә әллә ниндәй... Француздыҡы...

Алина. Mjhh уны һайлап алманым... Балалар йортонда ҡушҡағ1дар.

БуслГай. һин, етем баламы ни?

Алина. Ташландыҡ бала мин. Бөтә ғүмерем буйына ташландыҡ булып йәшәйем.

Буслай. Ә мин төшөп ҡалған... Тормош мине үҙ арбаһынан алып ташланы ла, бына осам да осам, осам да осам, осам да осам... һис туҡтай алмайым... Бәрәскәй, ҡарале...

Али н а. Тағы ла шулай өндәшһәғ^ миғр, яңағыңа ҡундырасаҡмын!

Буслай. Абау, ҡалай ҡурҡыныс! Ярай, ярай, ажғырма... Әо мине бында ул һөйрәп килтергәнме? Пациент итеп? Йорт ҡуяны урынына тәжрибә үткәрергә?

Али н а. Юҡтыр, һинең бит көрән танауыңдан башҡа ҡыҙыҡһындырырлыҡ ерең юҡ...

Буслай. Нимә, уға ҡыҙыҡлы нәмә генә кәрәкме ни? Мин, бәлки, ошо үҙемдең ҡыҙыҡһыҙ булыуым менән ҡыҙыҡлымындыр? Миғгдә бына бер нимә лә юҡ, кәрәкмәй ҙә... Ишеткәнегеҙ юҡмы ни, күпкә өмөтләнмәгән кеше һәйбәтерәк тә һәм ҡыҙыҡлыраҡ та була.

Алина. Философ...

Буслай. Саҡ ҡына баш төҙәтерлек бирһәң, мин әле былай ғына һөйләмәм... Мин ҡайһы ваҡыт шундай аҡыллыға әйләнәм, хатта үҙем дә ҡурҡып китәм... һинең яҙыусың мине шуның өсөн дә үҙенә һөйрәп килтергәндер әле... Тере персонаж урынына. Минең турала бер роман әтмәлләп алыу — сүп тә түгел... Бына рюмка менән тоҙло ҡыяр ғына тотторһондар, мин шундай нәмәләр һөйләп

386




бирәсәкмен, бер ғалимдың да башы етмәйәсәк... Күрәһең, кисә беҙ уның менән төшөргәндә...

Али н а. Нишләп ул һинең менән эсһен, ти?..

Буслай. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Алина. Ул бит эсмәй...

Буслай. Бөтөнләйме?

Алина. Бөтөнләй... Араҡы — тәбиғәттең дошманы.

Буслай. Аңламаным!

Алина. Был ағыуҙы кеше үҙе уйлап сығарған... Тәбиғәттә спирт тигән нәмә юҡ... Был — тарҡалыу, эсереү һөҙөмтәһе... Бер хайуан да спиртты эсмәй.

Буслай. Кеше хайуан түгел, йәнкиҫәгем... (Башына һуҡкылап.) Уның был ҡаҙанында төрлө уйҙары бар. Этте, бына, уйларға өйрэт әле, ул да эсә башлаясаҡ... Тартмай ҙамы?

Али н а. Юҡ. Тәмәке лә тәбиғәттең дошманы...

Буслай. Ә бүтәндәре бит тәбиғәт ҡушҡанса... Ул һине бында... һәйбәт дауалаймы?

Алина ҡапыл уның яңағына ныҡ итеп сабып ебәрә.

Алина (ҙур тыныслыҡ менән). Мин һиңә әйттем бит, ҡәбәхәт, ул изге кеше, тип! Уның хаҡында тағы ла бер оятһыҙ һүҙ әйтһәң, минең һине үлтереп ҡуйыуым бар. Ишетәһеңме?

Буслай. Бысағым да ишетмәйем! Сикәгә шундай итеп тондорҙоң, әле булһа ҡолаҡтарым зыңлап тора. Ну, ҡулдарың! Сүкештән бер ҙә кәм түгел... Эсергә берәй нимә бир әле! Донъяла йәшәгем килмәй башланы.

Алина. Бар, ана, ваннаға ин дә, крандан эс...

Буслай. Крандан һемерергә мин һыуһаманым. Миңә төшөрөргә кәрәк...

Али н а. Хужа ҡайтҡас, унан һорарһың...

Буслай. Аҙыраҡ ҡыҙған инде, исмаһам!.. Уймаҡтай ғына бер рюмка... ә?

Алина. Йөҙәтмә!

Буслай. һин ҡатын-ҡыҙ түгел! һин — убырлы ҡарсыҡ...

Али н а. Убырлы ҡарсыҡ та ҡатын-ҡыҙ затынан...

Буслай. Ҡатын-ҡыҙ булһа ла убырлы... Ул сағында былай итәйек... Мин карауатта йөҙ түбән ҡуҙғалмай ғына ятайым, ә һин балыҡ һымаҡ тын ғына ултыр. Миндә синдром башланды... Ваҡыт күпме әле?

13*

387


Алин а. Ун икенсе ярты...

Буслай. Ун икелә тештәремде шығырлата башлаясаҡмын... Ҡурҡма...

Алина. Хәҙер кофе ҡайнатам, эсерһең, еңелерәк булыр...

Буслай. Нимәгә ул миңә һинең кофең? Исмаһам, бер йотом ғына одеколон тап... Юғиһә мине хәҙер биҙгәк тота башлай... һин мине юрамал ҡылана, тип уйлайһыңмы? Мин бит бөткән кеше инде... Был бит сир...

Алина. Ҡот осҡос! (Кухняга инеп китә.)

Буслай (карауатта көҙән йыйыргандагы һымаҡ бөгәрләнеп төшә). Йә Хоҙай, бигерәк ҡыйын... Ҡотоң осорлоҡ...

Асыуынан йоҙроғо менән стенаға һуға һәм ҡапыл стенаның кескәй генә бер дүрткел өлөшө үҙ күсәрендә әйләнә, стена эсенә эшләнгән бар хасил була. Унда — ҡара шешәләр һәм ялтыр рюмкалар. Буслай төшөндәге һымаҡ ҡалҡынып, ҡалтыранған ҡулдары менән шешәгә йәбешә, бөкөһөн асырға тырыша, ләкин булдыра алмай. Ниһайәт, бөкөнө тештәре менән тартып сығара ла, шешәне ауыҙына ҡаба. Тештәре быялаға тейеп шаҡылдай. Ҡот осҡос күренеш!

Алина инә.

Алина, һин нимә? Нимә эшләйһең?

Буслай шешәнән айырылмай ғына, нәмәлер мығырлай.

һин нимә һемергәнеңде беләһеңме?

Буслай. Араҡы еҫе килә, миңә шул еткән! Донъяла мин эсмәгән нәмә юҡ, бөтәһен дә татып ҡараным. Денатурат бээф, лосьон, пасталарҙың береһе лә ҡалманы!.. Фу-у-у, Хоҙай Тәғәлә йомшаҡ башмаҡтарын кейеп, йәнемдән үтеп киттеме ни?! Нимә булды һуң әле был?

Алина. Наполеон...

Буслай. Теге Бонапартмы?

Алина. Тап үҙе.

Буслай. Нәмә, көйә дарыуымы?

Алина. Иң юғары сортлы коньяк. Ошо шешәнән өсөнсө көн Италиянан килгән делегация эсте...

Буслай. Ҡара һин уны! Ә үҙенән мебель ялтырата торған лак тәме килә... (Көлә.) Ҡәһәр һуҡҡан капиталистар менән бер шешәнән эсермен, тип һис тә уйламағай

388




ным... Бына яҙмыш тигәнең! Бир әле, йүнләп тәмен дә шәйләй алманым...

Алина (шешәне барга йәшереп). Түҙерһең әле... Кофе эс!

Буслай. Ярай! Мин нормаға килдем... Йөрәктә ендәр шатлыҡтарынан һикергеләй башланы.

Карауаттан тороп, бер нисә гимнастика күнекмәһе яһай. Йөҙөнә шунда уҡ сәләмәт кеше ҡиәфәте инә.

һин беләһеңме, Алина, араҡы — бөйөк нәмә ул! Миңә Бэра һөйләне, Иисус Христос, мөғжизәләр эшләргә өйрәнгәс тә, иң беренсе сиратта һыуҙы шарапҡа әүерелдергән икән... Бына! Кем-кем, Христос белгән инде ул кешегә нимә кәрәген... Ниңә ҡарап ҡаттың? Библияла шулай яҙылған... Их, мәгәр мин дә шундайын мөғжизәләр эшләй алһам! Миғг ул, йәнкиҫәгемде, водопровод буйлап ағыҙыр инем... Эсехлеҙ кешеләр, сәсәгәнсе әсегеҙ!..

Алина. Әллә һин Библияны ла уҡының?

Буслай. Бэра уҡыған. Уның өләсәһе сектантка.

Алина. Бэра ла шул һинең һымаҡтыр инде, әлбиттә?

Буслай. һин нимә? Ул хеҙмәт кешеһе... Райпотребсоюз котельныйында кочегар... Үҙе тапҡан икмәкте ашай...

Алина. Ә һин?

Буслай. Ә мин уның елкәһендә йәшәйем... Көҙҙән бирле инде. Мине бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар, эшләргә үҙем дә бик аһ итеп тормайым... Мин юҡҡа сыҡҡан кеше инде.

Али н а. һин ауылданмы?

Буслай. Эйе...

Алина. Ғаиләң бармы?

Буслай. Бар. Ҡатын да бар. Күптән түгел генә кейәүгә сыҡты. Бөтәһе лә бар, бер мин генә юҡ...

Алина. Ҡала һин меҫкенкәйҙе нисек боҙған...

Буслай. Мин, Алина, ҡалаға килгәндә үк шыр боҙоҡ инем инде. Ҡаланың ни ғәйебе бар? Саҡ ҡына бер нәмә булһа, ҡаланы ғәйепләй башлайҙар: йәнәһе, уларҙың тормошон ҡала харап иткән! Улай булғас, ни бысағыма тип ҡалаға киләләр? Нимә? Ниңә һин миғр шулай ҡарайһың?

Алина. Беҙҙең балалар йорто ихатаһында ҡоҙоҡ бар ипе... Шуға эйелеп ҡараһаң —- ҡурҡыныс булып китә тор

389




ғайны... Бына әле һинең, күҙҙәреңә ҡарағас, шул ҡоҙоҡто хәтерләнем...

Буслай. Нимә, буп-бушмы?

Алина. Ҡоҙоҡтоң һыуы бар ине... Ялтырап ята, ә үҙе алыҫта. Алыҫта... Күҙҙәрең тәрән һинең...

Буслай. Ҡара уны, ғашиҡ була күрмә.

Али н а. Ә үҙҙәре үлеләр...

Буслай. һинеке лә үлеләр... Бына яҙыусың тиҙҙән ҡайтыр, шунан тере күҙҙәр күрерһең...

Алина. Ул бер ҡараһа, бөтә йөрәгеңде асып бирерҙәй булаһың..^

Буслай. Йәки кофта төймәләреңде ыскындыраһың...

Али н а. Мин һине иҫкәрттем бит, әҙәм аҡтығы...

һүҙһеҙ генә Буслайға табан килә.

Мин һине иҫкәрттем бит...

Буслай. Мин шаярттым ғына... һыу эс, юғиһә, һиңә ҡарарға ҡурҡыныс...

Ишек асыла. Тупһала Драгун. Егерме йәштәр тирәһендәге ҡаҡса егет. Ҡиәфәтенә ҡарағанда, ул кешеләр менән аралашып бара торғанға оҡшамаған. Үҙен үтә тыныс тота, уйсан. Өҫ-башы артыҡ ябай, хәҙерге йәштәрҙекесә түгел.

Д р а гу н^һаумыһығыҙ...

Буслай. Һаумы, дуҫ кеше! һин хужамы, әллә пациентмы? Хужа булһаң, бынау пантераны тый әле, минең күҙҙәремде тырнарға йыйына...

Д р а гу н. Тыныслан, Алина...

Алина (Буслайга). Сығып кит бынан!..

Драгун. Алина! Ул бит һиңә килмәгән... (Журнал бирә.) Уҡы бынау журналды, унан тынысланырһың... һинең турала яҙылған... Яңы ғына киоскынан алдым...

Алина журналды ала, ситкә китеп уҡый.

Буслай (мыҫҡыллы йылмайып, Драгунга). Тимәк, былай... Мин Андрей Буслай булам...

Драгун. Ярай, улайһа, хәҙер иртәнге ашты ашайбыҙ, Андрей... Яңы урында йоҡо нисек булды?

Буслай. Тап Алланың ҡуйынындағы һымаҡ... Рәхмәт. (Алинаеа күрһәтеп.) Әгәр һин бының тураһында берҙе

390




яҙһаң, минең турала биш комедия әүәләй алаһың. Бөтә донъя йығылып көләсәк... һин молодең, шулай кәрәк... Тормоштан, халыҡтан алаһың.

Драгун. Ғәфү ит, мин бер нимә лә аңламайым...

Буслай. Аңлауымса, һин уның тураһында нимәлер яҙғанһың... Уның тураһында яҙырға мөмкин, ул, ҡиәфәтенә ҡарағанда, аҡылға бик үк теүәл түгел, ә мин унан да шәберәк... Мин инде сигенә барып терәлдем. Ҡурҡма, төп башына ултыртмам! Йыуынты һыу биҙрәһен түккәндәй, бөтә йөрәгемде асып һалырмын... Яҙ, әйҙә! Дан ҡаҙан! Ә бының өсөн миңә иртән дә, кисен дә берәй рюмка «Бонапарт»! Килештекме?

Драгун. Юҡ.

Буслай. Нишләп инде, минең ошо көнгә нисек тө- шөүемде һинең белгең киләме?

Драгун. Юҡ. Миңә бер ҙә ҡыҙыҡ түгел.

Буслай. һеҙ, яҙыусылар, тиле-милеләр тураһында ғына яҙаһығыҙ ҙа инде, бына мин шуларҙың иң шәбе, йәғни тиле-миле со знаком качества!.. Мине инде кешегә лә һанамаҫҡа мөмкин...

Драгун. Мин яҙыусы түгел, мин бында йәшәйем генә...

Буслай. Ә-ә, һин дә пациент... Улайһа, мин хужаны көтәм әле... Ул минең турала мотлаҡ яҙасаҡ, бына күрерһегеҙ...

Драгун. Яҙмаясаҡ...

Буслай. Ни өсөн?

Драгун. Ул әкиәттәр яҙа... Унан һуң һин бит үҙеңде кешегә һанамайһың, ә ул кешеләр тураһында яҙа...

Буслай. Ә ни бысағыма ул мине бында һөйрәп килтерҙе?

Драгун. Бер кем дә һине һөйрәп килтермәне... Кисә Светлыйҙан ҡайтҡанда ул һине ҡала ситенән табып алған, һин «Советский спорт» газетаһы менән ябыкып, көрт эсендә ятҡанһың...

Б у с л а й. Ә үҙе ҡайҙа һуң әле?

Драгун. Поликлиникала, һине машинаға һөйрәп индергәндә, уның күҙлеген ватҡанһың. Шунда быяла ярсығы менән бите йәрәхәтләнгән...

Буслай (ҡабаланып). Ә-ә... мин ни... китәйем әле... Улай минең турала яҙырға йыйынмағас, миңә хәҙер китһәм дә ярайҙыр?

Драгун. Әлбиттә...

391


Буслай. Бында гел рәхимле кешеләр йыйналған икән — бир бер һум!.. Мин бит Светлыйҙан, миғр ҡайтып етергә кәрәкме?

Драгун. Алина, һин белмәйһеңме, Светлыйғатиклем электричкаға билет күпме тора?

Али н а. Егерме тин...

Драгун. Бир әле...

Алина (сумкаһынан сскса алып). Мә...

Драгун. Ал...

Буслай. һин нимә? Был һыраға ла етмәй бит.

Драгун, һиңә билетҡа кәрәкме, әллә һырағамы?

Буслай. Яҙыу ҡараһына.

Драгун, һыпырт...

Буслай. Йыйын ҡарун йыйылған! Нисегерәк йәшәйҙәр! Фатирҙарын крэҫтиәндәрсә йыһазландырған булғандар, ә үҙҙәре француз коньягы ғына һемерә, граф ти- ерһеғ;,! Ә ябай•крәҫтиәнгә бер һум аҡса йәлләйҙәр! Яҙыусығыҙға әйтегеҙ, төкөрәм мин уға! Тфү — бына шулай! Бөттө-китте!

Драгун. Әйтермен...

Буслай. Бында комедия әтмәлләп ятмаһын, ә ауылға барһын. Сиккән таҫтамалдар элеп кенә туғыҙынсы ҡатта крәҫтиән'булып йәшәмәксе, идрит-кудрит!

Ал и н аХГуҡта, өндәшмә!

Буслай. х^ҙеғ^ өндәшмә, джинсылы һарыҡ бәрәсе! (Сыга.) \

Алина. Ҡәҙерһеҙ хам!

Драгун (киҫкен). Алина! Ул бит һинән бер ваҡытта ла үҙеңдән башҡа кеше тураһында насар һөйләмәүеңде һораны... )

Алина, һин бит үҙең ишетеп торҙоң, ул бында нимәләр генә...

Драгун. Уға мөмкин, ә һиңә — ярамай.

Али н а. Ғәфү ит!

Ишек асыла. Буслай яңынан инә.

Буслай. Мин бер минутҡа ғына... Ниңә ул кисә мин иҫеректе алып ҡайтҡан?

Драгун. Ул ҡар эсендә ятһа, һин алып ҡайтмаҫ инеңме ни?

Буслай. Мин бит ул... Минең машинам юҡ. Ә уға ниңә кәрәк булдым икән?

392


Драгун. Белмәйем... Бер ҡат күлдәктән генә таңға тиклем ҡатып үлер, тип ҡурҡҡандыр... Нимә, һинең пальтоң юҡмы ни?

Буслай. Дуҫыма кейеп йөрөргә биргәйнем... Ә нишләп ул мине милицияға илтеп тапшырманы икән? Илтеп ырғыттың — бер мәшәҡәте юҡ...

Драгун. Юл ыңғайы булмаған...

Буслай. Бир бер һум!

Драгун. Пальто бирә алам...

Буслай. Бир пальтоңды!

Драгун. Кей...

Буслай (кейеп). Иҫкерәк икән дә инде...

Драгун. Бәлки, һиңә дубленка бирергәлер?

Буслай. Шаяртам ғына... Юл аяғына бер рюмка ғына бир ҙә инде... Мин китермен...

Драгун. Кеше үҙе эсһә лә, башҡаларҙы эсерһә лә — тәбиғәткә ҡаршы енәйәт ҡыла...

Буслай. И-и, улай булғас, бөтә дүрт миллиард кешене лә төрмәгә ултыртып бөтөрөргә кәрәк... (Бышылдап.) Егеттәр, һеҙ әллә сектанттар фәләнме? Ә? Улай булһа, мин һеҙҙең менән бергәләп компания өсөн ғибәҙәт тә ҡыла алам, тик эсергә генә бирегеҙ...

Драгун. Эйе, һин барып терәлгәнһең... Бындайҙы төшөңдә лә күрмәҫһең... һау булып тор!

Буслай. Исмаһам, мине аҙыраҡ өгөтләр инегеҙ. Бөтәһе лә өгөтләй бит...

Драгун. Бар, кит...

Буслай. Вәт әкәмәт кешеләр! (Китә.)

Шундай уҡ тип әйтерлек декорация. Тик быныһы инде, ысынлап та, ауыл өйө. Шундай уҡ обойҙар, шундай уҡ өҫтәл, стенала сигеүле таҫтамал, фотографиялар эленгән. Андрей Буслайҙың портреты. Телевизор, радио, диван... Уның өҫтөндә

Драгун шкафтан пальто ала.

Пауза. Алина журналдан айырылып, көрһөнөп ҡуя;



Драгун. Уҡыныңмы?

Алина. Әкиәт... Яҡшы әкиәт...

Ут һүнә.

393




айыу балалары һүрәте төшкән келәм. Мейес. Мейес башында Буслайҙың, әсәһе, ә диванда атаһы йоҡлап ята. Әкрен генә сәғәт йөрөгәне ишетелә. Төн.

Әсә [һаташып). Андрей... Андрей, балаҡайым... Ҡайҙа һинең быймаларың, эттән тыуған? Ниңә күлдәгеңде һалып ташланың шундайын һыуыҡта...

Ата (башынпсалкытып). Маруся! һин нимә унда?

Әсә. Митя... был һинме?

Ат а. Кем булһын тағы? Нимә һин унда төн уртаһында мығырлайһың?

Әсә. Ой, төшөмдә Андрейҙы бик алама итеп күрҙем... Ҡола ялан ҡар баҫыуы икән, тим... Ағас-ҡыуаҡтың әҫәре лә юҡ... Ошо баҫыу уртаһында ялан аяҡ, күлдәкһеҙ, эске ыштандан ғына ул баҫып тора. Мин уға табан йүгерәм, ә ул ҡуҙғалмай ҙа, тик баҫып тора, яңаҡтары буйлап аҡҡан күҙ йәше ҡарға тамып, ҡып-ҡыҙыл ҡан булып тарала. Йөрәгем ярыла яҙҙы... Ой, берәй бәхетһеҙлеккә юлыҡҡандыр инде.

Ата. Ауырыу булғанға йыйын шундай йүнһеҙ төштәр инә. Йоҡла.

Әсә. Исмаһам, хат ебәрер ине, эттән тыуған нәмә. Ниндәй гонаһтарыбыҙ өсөн, Митя, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе язалай икән? Балалар тыуҙырҙыҡ, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙек, бына хәҙер нимә күрәбеҙ... Әле лә хәтеремдә, партизандар отрядында йөрөгән саҡта, райондағы бөтә ауылдар ҙа янып бөткәс, ҡот осҡос аслыҡ булды, Хоҙай Тәғәләкәйем! Настенька, бәләкәсем, күкрәгемде имә лә йоҡлай... Ә Андрей алтынсы йәш менән бара ине. Ҡайын ҡайырыһы кимерә инек... Мин ошо ҡайырыны сәйнәйем, сәйнәйем дә, немеңтарҙан ҡалған консерва банкыһына тултырам, унан улым күрмәгәндә генә шыршылыҡҡа инеп, күкрәк һөтөмдө бөткәнсе ошо банкыға һауам да уға бирәм... Балаҡайым йотлоғоп ашай, ә үҙе: «Әсәй, ниңә был ҡайыры шундай баллы?» — тип һорай. Дөрөҫөн әйтерһең, ашауҙан туҡтар, ҙур бит инде, аңлай... Бына шулай инде, балаҡайым, мин бит тәмле итеп әҙерләй беләм, тигән булам... Нимәләр генә кисермәнек, ә бына бы ны һ ы... I I acre. \ i ька гүр эйәһе булды, Андрей ҙа, донъя буйлап ҡара урманда аҙашҡан кеше һымаҡ йөрөй. Ә беҙгә ҡороған ҡый үләне һымаҡ үлергә генә ҡалды инде...

Ата. Тотондо инде төн уртаһында...

Әсә. Үлергә күп ҡалманы бит инде, һиҙеп торам...

394


Ата. Ну был бисәләрҙе... Нисә тапҡыр сирләһәләр, шул саҡлы үләләр...

Әсә. Әйтергә гонаһ, ерләгән саҡта илар кешең дә юҡ...

Ата. Уныһы өсөн ҡайғырма. Күрше бисәләр иларҙар әле... Хәйер, ә нимәгә кәрәк ул?

Әсә. Уныһы дөрөҫ тә. Шулай ҙа, ҡәберең өҫтөнә үҙ балаңдың күҙ йәше тамһа, күңеллерәк булыр ине...

Ата. Етте һиңә! Үлем тураһында әтәстәр ҡысҡыра башлағас гәпләшербеҙ...

Пауза.

Әсә. Митя, тьщла әле, кисә Василина ингәйне. Ул әйтә, Андрейҙы милиңия аша эҙләтергә кәрәк, ти.

Ата. Нимә-ә?

Әсә. Ул Конституцияны, иң төп Законды боҙа, тип әйтегеҙ, ти. Ә унда, балалар ата-әсәләрен ҡарт көндәрендә ҡарарға тейештәр, тип яҙылған икән... Митя, ишетәһеңме? Бәлки, уны ысынлап та Конституция менән ҡайтарырға кәрәктер?

Ата. Ҡарт һантый ул һинең Василинағ],! Ата-әсәне ҡарау аҡса менән ярҙам итеү тигән һүҙ. Йәғни тамаҡтарын туйҙырырға, элеккесә әйтһәк. Нимә, беҙҙең ашарыбыҙға юҡмы ни? Ике пенсия, баҡса, һөт-ҡатыҡ, сало, сберкнижкала — мең ярым аҡса... Әҙәм көлөр...

Әсә. Әгәр бер нәмәбеҙ ҙә булмаған булһа?

Ат а. Ул ваҡытта табырҙар ине, алиментын да түләтерҙәр ине.

Әсә. һин нимә? Алимент бит ул балалар өсөн генә...

Ата. Бөтәһенә лә! Кем бала хөкөмөнә төшә, уға ла алимент түләйҙәр. Әй! Туған улыңдан Конституция буйынса алимент талап алғансы, шул, һин әйткәндәй, ҡайын ҡайырыһы кимергәнең артығыраҡ... Онотҡан икән, Хоҙай алдында яуап бирер! Үҙенең балаһын иҫкә алмаған кешегә беҙ нәмә?..

Әсә. Нишләп онотһон, ти, Митя. Онота алмай ул беҙҙе. Уның күңеле йомшаҡ... Ул ҡайғыһынан, оятынан ҡайта алмай йөрөй... Ошо уҡымышлы кәнтәйе уны ташлап, Миколаға сыҡмаған булһа, ул да бер ҡайҙа ла китмәҫ ине, ауылда йәшәп ятыр ине...

Ата. Ә ниндәй ҡайғынан эсә башланы ул?

395


Әсә. Микола Гришутканы үҙ фамилияһына яҙҙырырға теләй икән, тип һөйләйҙәр... Митя, әллә ейәнде, судлашып, үҙебеҙгә алабыҙмы? Ә?

Ата. һин нимә ҡарт көнөңдә бөтәһе менән дә судлашырға уйланың әле? Ғүмер буйына бер кем менән дә судлашмағанды, бөгөн килеп...

Әсә. Уның бит үҙ атаһы бар, тимәк, фамилияһы — Буслай булырға тейеш... Григорий Буслай. Үҙебеҙҙең ғаилә, үҙебеҙҙең нәҫел, үҙебеҙҙең ҡан... Нисек итеп унан баш тартмаҡ кәрәк?

Ата. Кем менән судлашырға? Туған әсәһе менәнме? Үҙ балаһындай күреп тәрбиәләгән Николай менәнме? Беҙҙең һөйөклө улыбыҙ үҙе ғаиләһен дә, үҙен дә тормоштан сығарып ташланы. Күпме йәшәйем донъяла, был тиклем дә ҡотороп эскән кешене күргәнем юҡ ине. Өйөн дә, үҙен дә, ҡатынын да, Гришутканы ла араҡыға батырҙы бит...

Әсә. Улың тураһында шулай һөйләмәҫе. Ул бит һинең улың да баһа! Шундай бәхетһеҙлеккә юлыҡҡан икән, нишләмэк кәрәк...

Ата. Ниндәй бәхетһеҙлек, ти, ул? Нимә, ул һыңар ҡуллымы, һуҡырмы, аҡһаҡмы? Бәхетһеҙ, имеш... Бәлки, ғүмер буйы шул һинең күкрәк һөтөңдө имеп йәшәгәнгә бәхетһеҙҙер? Бәлки, яҙмыш бәхетте артыҡ мул итеп биргәнгә күрә бәхетһеҙҙер?..

Әсә. Боҙоҡ ҡанлы булып тыуған ул. Әйтәләр бит, ата- әсәнән бөтә нәмә тамсыһына тиклем балаға бирелә, тип... Ә Андрей бөткәнсе һин...

Ата. Минең ҡасан эскәнем бар? һин нимә?

Әсә. һин түгел... һинең олатайың, ат биҙрәнән һыу эскән кеүек, һемергән ошо хәшәрәтте.

Ата. һин Әҙәм менән һауаны иҫкә ал тағы...

Әсә. Бына ошо иҫерек ҡан уға килеп эләккән дә...

Ата. һай, телеңә телсә сыҡҡыры! Ниңә һуң һин уны шундай итеп тыуҙырҙың? Үҙ ҡаныңды күберәк өҫтәргә ҡЗрәк ине!

Әсә. һинең ҡайнар, тиҫкәре ҡаның бында ла өҫтөнлөк алған...

һүҙһеҙ ҡалалар.

3%




һин асыуланма, Митя... Мин үҙем өсөн ҡайғыртмайым бит... Миңә нимә, мин инде күпкә бармам, ә һиңә бер үҙеғр йәшәргә лә әле, йәшәргә...

Ата. Эйе шул, баш ҡоҙа эҙләп китәм әле...

Ә с ә. Ә нимә уйлап тораһың? Өйлән дә ҡуй.

Ата. Тфү!

Әсә. Кемгә лә булһа мейес янында тапанырға кәрәк бит. Бына Василинаға өйлән дә ҡуй. Ул уғ^ған, аҡыллы ҡатын. Бергәләп ғүмер итерһегеҙ әле.

Ата. Әллә аҡылыңдан яҙаһың инде? Йоҡла, тим бит! (Пауза.) Маруся, әгәр һинең менән бер-бер хәл була ҡалһа, мин дә оҙаҡ йәшэмәйәскмен... Ғүмер буйына бергә йәшәп, бер кешегә әйләнеп бөткәнбеҙ инде... Тап үҫеп ултырған ағас һымаҡ... Тамырҙары ҡороһа — япраҡтары ла һулый, япраҡтарын өҙһәң — тамырҙары серей... Нисек итеп инде мин һинһеҙ йәшәйем, ти, үҙемдеғ}, һыңар кәлүшкәйем? Беҙҙең бит инде йөрәгебеҙ ҙә икебеҙгә берәү: яртыһы һинеке, яртыһы минеке. Ә ярты йөрәк менән күпме йәшәп була?

һүҙһеҙ ҡалалар.

Әсә. һин, Митя, ҡара уны. Минең арттан барырға ашыҡма... Үҙ артыңдан кеше эйәртеп барыу яраған эш түгел... Хоҙай күпме ғүмер биргән, шул тиклем йәшә, мин һине унда барыбер ҡабул итмәм...

Ата. Ҡайҙа китеп ҡотолмаҡсы булаһың?

Әсә. Ҡәберҙә артым менән боролам да, шулай тик ятам...

Ата. һай, телеңә телсә сыҡҡыры! Нимә һин минеғ; менән мәйет һымаҡ һөйләшәһең? Ҡара һин уны! Ысынлап китергә йыйынған! Тәртәләрен бороп та ҡуйған! Кем һиңә әйтте, алдан китәһең тип?

Әсә. һиҙенәм мин. Алама төштәр инә. Йүнлегә түгел. Йөрәгем дә һыҡрай.

Ата. Әйҙә, йоҡлайыҡ инде... Нәмә булһа ла булыр, иртәнгә тиклем йәшәргә кәрәк бит...

Пауза. Бер аҙҙан кемдер шөбһәле итеп тәҙрәгә шаҡый.

Был тиклем иртә ҡайһыһы йөрөй икән? (Тәҙрәгә килеп, тыиасатсарай.) Кем бар унда?

397


Тауыш (шөбһәле). Мин, мин, Митя ағай... Николай. Ҡурҡма...

Ата. Нәмәнән ҡурҡайым, ти, мин? Хәҙер асам, ишеккә бар... (Әсәгә.) Нимәгәлер Микола килгән...

Әсә. Нимә кәрәк уға?

Ата. Мин ҡайҙан беләйем?

Ата тороп, ут ҡабыҙа, соланға сыға. Өйгә Николайҙы эйәртеп инә. Был йыуантыҡ ҡына таҙа ир. Аҡһыл һары сәсле, ҙур ҡуллы. Николай ниңәлер бик тулҡынланған.

Николай. Хәйерле көн...

Ат а. һаумы...

Әсә. Ниндәй көн булһын әле, әтәстәр ҙә уянмаған. Нишләп төҫөң ҡасҡан, Гришутка менән бер-бер хәл булдымы әллә?! u

Николай. Йоҡлай ул, Гришутка, йоҡлай... Сәләмәтлегең нисек, Маруся түтәй?

Әсә. һин төн уртаһында минең хәлемде белергә килдеңме? һөйлә?

Николай (яһалма йылмайып). Мин Митя ағайға... Ирҙәр араһында ғына була торған һүҙ... Ағай, бында кил әле... Миңә аҡса кәрәк... Булһа, аҙыраҡ биреп тор әле... Ата. Нимә, үҙ аҡсаң етмәйме ни?

Николай яуап бирмәй, ҡартты ситкәрәк алып китә.

Николай (бышылдап). Әле генә миңә Цыбулектан шылтыраттылар... Участковый...

Ат а. Йә...

Ни ко ла й. Бөтә ауылға ике генә телефон бит, миндә лә мәктәп директорында... Контора ябыҡ, иртәгә ял бит... Ата. Тиҙерәк һөйлә!

Николай. Бына миңә шылтыраттылар инде, әйтергә ҡуштылар...

Ат а. Нимә?

Николай, һеҙгә Дубровенскийға барып ҡайтырға кәрәк... Унда Андрей менән нимәлер булған...

Ата. Нимә булған?

Николай. Белмәйем... Участковый әйтмәне...

Ата. Алдайһың! Күҙҙәреңдән күреп торам! һөйлә... Николай. Уны... Дубровенскийҙан табып алғандар... Ата. Кем тапҡан? Милициямы?

Николай. Эйе...

398


Ат а. Нимә эшләгән ул милиция ҡулына эләгерлек? Николай. Юҡ, ағай, бер нимә лә эшләмәгән... Ҡар аҫтынан тапҡандар уны...

Ата. Ниңә ҡар аҫтынан? Ниндәй ҡар аҫтынан?..

Н и ко лай. Яҙ бит... Ҡояш ҡыҙҙыра, ҡар ирегән...

Ата. Был нисек була инде? Әллә берәйһе үлтереп ташлағанмы?

Николай. Белмәйем... Ҡыҫҡаһы, кем икәнен асыҡлау өсөн участковый тиҙ генә килеп етергә ҡушты... Бәлки, ул да түгелдер әле... һеҙҙең ҡайһығыҙға булһа ла, берегеҙгә барырға кәрәк... Цыбулекка тиклем үҙем мотоциклда илтеп ҡуйырмын. Беренсе рейсҡа етешәбеҙ әле. Барғас та вокзалда милицияға инерһегеҙ, унда әйтерҙәр... Ярай, мин киттем, берәй бишлекте бирегеҙ ҙә, урамға сыҡҡас, кире бирермен.

Ата. Ниндәй бишлек?

Н и к о л а й. Аҡса...

Ата. Нимәгә?

Николай. Түтәй, ысынлап та, мин аҡса һорарға килгән икән, тип уйлаһын өсөн... Хәле былай ҙа ауыр, бындай ҙур ҡайғыны... Бәлки, хәҙергә әйтмәй торорға кәрәктер?

Ата. Әйтмәй ҡотолоп буламы ни? Бөгөн ишетмәһә, иртәгә ишетер... Әй, улым...

Никола й. Үҙегеҙ беләһегеҙ инде... Мин мотоциклды алып киләм... (Китә.)

Лта бер аҙ иҙән уртаһында баҫып тора. Унан мейес янына барып, сылғауҙарын эҙләй, ултырғысҡа ултырып кейенә

башлай.

Әсә. һин ҡайҙа йыйынаһың?

Ата. Дубровенскийға...

Әсә. Нимәгә тағы?

Ата аяҡтарына кейә.

(Инде хәүефләнеп.) Нимә бышылданы ул һиңә? Ниндәй аҡса ул?

Ат а. Донъя һин тигәнсә генә бармай шул ул, Маруся... Беҙ бында һинең менән кемгә алдан ер ҡуйынына инергә, тип бәхәсләшәбеҙ, ә үлергә бына беҙгә ярамай әле... (һыҡтап ҡуя.) Берҙән-бер улыбыҙҙы... ҡәбергә... илтеп күмергә кәрәк... Ярай, тор, сирләп ята торған ваҡыт түгел,

399


аҙаҡ нисек булһа ла үлерһең әле... Улыңды ерләргә әҙерлән!..

Әсә. Нимә һин туҙға яҙмағанды һөйләйһең, ҡарт, ярыҡ барабан!

Ата. Николайға шылтыратҡандар... Дубровенскийҙа ҡар аҫтынан үле кәүҙәһен тапҡандар...

Әсә (ҡото осоп). Кемдең?

Ата. Андрейҙың... Эсеп туйҙы, балаҡай... Үҙе лә ҡотолдо, башҡаларҙы ла интектереүҙән туҡтаны...

Әсә (тәүҙә әкрен генә, ә тора-бара ҡысҡырып тсскмссклап илай башлай). О-о-оой. И, минеғ^ бәләкәсем, Андрюшам, һиҙгәйне бит минең йөрәгем. И, минең бәхетһеҙ балаҡайым! Нишләп һуң һин ошондай яҙмышҡа дусар булдың! Улым! Бәғерем!!!

Ут һүнә.

Ҡала. Пакутович фатиры. Кис. Алина өй йыйыштыра. Ишектә

ҡыңғырау.

Алина. Инегеҙ, бикле түгел.

Әкрен генә ишек асыла, Буслай башын тығып ҡарай. Тупһала

туҡталып ҡала.

Алина. Килдеңме, философ...

Буслай (уцайһыҙланып). һин китмәнеңме ни әле?

Алина. Пальто ҡайҙа, һатып эстеңме?..

Буслай. Инде йылы булыр, тип һалғайным... Ә шундай ҡаты һыуыҡтар башланды, хет үҙ кеҫәңә үҙең кереп ултыр. Яҙ түгел был, ә үләт! Был спутниктар менән бөтә һауаны боҙоп бөтөрҙөләр: ҡышы, йәйе, көҙө — бөтәһе лә буталып, бөтә һауанан компот яһанылар... Был нимә була инде? Йылдан-йыл һыуығыраҡ була бара...

Алина. Ниңә килдең? Бында һиңә йөҙ грамм да, аҡса ла тәтемәйәсәк.

Буслай. Миңә бер ҡыйырсыҡ ҡына икмәк булһа... Ҡасан ашағанымды ла хәтерләмәйем... Бэраһы ла, идрит- кудрит, ҡайҙалыр китеп юғалды. Өсөнсө ай инде мин уның өсөн котельныйҙы яғам, ә эш хаҡын ошо сектантка өләсәһенә ебәреп торалар... Бер нисә тапҡыр вокзалға барып цемент бушатып йөрөнөм, был аҙнала сырхаулап торам, эсәктәрем арҡама йәбешеп бөттө инде... Бир шунда теш араһына ҡыҫтырырлыҡ берәй нәмә, шунда уҡ китермен...

400


Алина. Хәҙер... (Кухняга инеп китә.)

Буслай. Хужа ҡайҙа?

Алина (кухнянан). Ә һиңә ниңә кәрәк ул?

Буслай. Мин уның китабын уҡыным...

Алина. Ысынлапмы? Китапханаға барҙыңмы?

Буслай. һатып алдым. Киоскынан...

Ал и н а. Был һинең өсөн батырлыҡ...

Буслай. Эйе, минең өсөн шулай... Яҙыу ҡараһын бер шешәгә кәмерәк алһам — алдым, ә китапҡа аҡсаны йәлләмәнем.

Алина. Автограф алырға килдеңме?

Буслай. Юҡ, ашарға тип... Аҙыраҡ аҡса эшләргә тип барғайным... Вокзалда он бушатҡанда хәлһеҙләнеп йығылғанмын да, алкаштар бригаданан ҡыуҙылар. Баш тубал һымаҡ, теҙ быуындары ҡалтырай... Әллә милицияға барып, ултыртып ҡуйыуҙарын һорайыммы, тигәйнем дә иҫемә төштө лә, бында килдем...

Кухнянан Алина сыға. Ҡулында тарелка.

Ал и н а. Урындыҡ ал да өҫтәл артына ултыр...

Буслай. Миңә баҫып ҡына ла ярай...

Али н а. Аша...

Буслай. Ә икмәк?

Али н а. һин нисә көн ашаманың?

Буслай. Сырхаулай башлағандан бирле инде... Тәҙрә төбөнән бер икмәк ҡатыһы табып кимергәйнем, башҡаса бер нәмә лә ашаманым. Бер аҙна инде... Икмәк бир!..

Алина. Алйот! Ҡапыл ашап, әсеңде килтереп борор. Алдан һурпа эс... Унан икмәк бирермен.

Буслай өҫтәл артына ултырып ҡомһоҙланып һурпа эсә. Алина ҡыҙғанып ҡарап тора.

Йә, Хоҙа! Егерменсе быуат, кешеләр космосҡа оса, коммунизмға яҡынлашып киләбеҙ, ә һин хәйерсе һымаҡ һоранып йөрөйһөң... Оят түгелме?

Буслай. Юҡ... Әгәр оят булһамы, Алина! Әгәр оят булһа... Мин бында ултырыр инемме ни?.. Йәнем йоҡлай минең. Бәүетеп йоҡлаттым мин уны... Ғазапланмаһын, тип йоҡлаттым меҫкенкәйемде... (Ашай.)

Али н а. Ә һин ниңә өйөңә ҡайтмайһың?

401


Буслай. Өйөң булһын өсөн кеше булырға кәрәк... Унда мине көтмәйҙәр. Миңә бер кем дә кәрәкмәй, мин дә береһенә лә кәрәкмәйем... (Ашай.)

Алина. Ҡарәле, һине ниңә урынлаштырмайҙар?

Буслай. Ҡайҙа?

Алина. Махсус дауалау учреждениеһына тип әйтә- йемме? һеҙҙең һымаҡтарҙы мәжбүри дауалайҙар бит...

Буслай. Минең бит коллективым юҡ... Унда коллектив ҡына путевка бирә. Мин бит бер ерҙә лә эшләмәйем, йәшәүем дә Бэрала пропискаһыҙ ғына... Өндәшмәй- нитмәй генә әрәм тамаҡ булып йөрөйөм... Ә былай бер кем дә тапшырмай. Бына ул бит мине теге ваҡытта милицияға тапшырмаған. Илтеп ташлаһа, мин тимер рәшәткә артында ултырған булыр инем инде... Хәйер, былай бөтәһе лә юҡ нәмә! Мин үҙем дүрт тапҡыр дауаландым... Үҙ иркем менән... Шундай саҡтар булды, ул хәшәрәттең еҫенә лә сыҙай алмай торғайным...

Алина. Ниндәй хәшәрәттең?

Буслай. Араҡының...

Алина. һм-м...

Буслай. Бына һиңә һм-м... Шуның бер еҫе генә лә эҫтәремде аҡтарып сығара торғайны. Барыбер яңынан эсә башлай инем, үҙ-үҙемде көсләйем, күҙҙәрем маңлайыма менерҙәй була, сәсәйем, быуылам, ә барыбер эсә инем! Оҙаҡ эсмәй торһам, күңелдә шундай бушлыҡ, ҡурҡыу, йөрәк һыҙлай. Юҡ, һыҙламай, ә ниндәйҙер ауыр һағыш минең телгеләнгән йөрәгемде һыуыра...

Али н а. Ә бөгөн айныҡһыңмы?

Буслай. Төшөргән булһам ашап ултырыр инемме ни мин? Эсеп алғас, бер нәмәлә ашағы килмәй... Ошо сырхау арҡаһында инде шешәгә ауыҙымды ла тейҙермәнем... Сәләмәт булһам, түҙәлмаҫ инем... Оҙаҡ айныҡ йөрөргә минең нервыларым түҙмәй. Бер туҡтауһыҙ уйлана башлайым, һин беләһеңме, мин шулай бер ваҡыт тегеләргә... тилеләрҙе дауалай торғанға барғайным... Кем тип атайҙар әле үҙҙәрен?

Алина. Психиатр.

Буслай. Эйе! Шул үҙе инде. Барҙым да, мәйтәм, һеҙ минең баш һөйәгемде тишеп, берәй тамырын киҫеп ташлағыҙ әле, тим. Юғиһә, тим, артыҡ күп уйлайым, аҙыраҡ аҡылға еңеләйһәм, әсеүемде лә ташлар инем, тим... һинең күргәнең бар бит инде: кеше эсһә шунда уҡ йүләргә әйләнә, йылмая башлай, күҙҙәре йылтырап китә,

402




тормоштан да ҡәнәғәт, бөтәһен дә ярата, бөтәһен дә үбеп сығырға әҙер... Мәрхәмәтле, ярҙамсыл... Шатлығынан бөтә йәне йырлай. Ә ниңә беҙ айныҡ саҡта ундай түгелбеҙ.

Алина. Ул шулай тойола ғына... Был үҙеңде үҙең алдау...

Буслай. Шулай булып тойолғанға ышанаһың икән, ул инде тойолоу түгел, ә ысынлап та шулай. Бына уйлап йөрөйөм әле, башыңда шундай бер нәмә яһап ҡуйһаң ине ул, шуның ярҙамында бөтәһен дә күреп бармаһаң ине, артығын аңламаһаң ине. Аҙыраҡ уйлар инең, күберәк тойор инең.

Алина. Психиатр нимә тине?

Буслай. Ҡыуып сығарҙы. Тарҡалған шәхес һин, тине лә ҡыуҙы ла сығарҙы. Кешеләр, ти, күберәк белеү өсөн, хәҡиҡәттең серҙәренә аҙ ғына булһа ла төшөнөү өсөн күпме ғүмерҙәрен сарыф итәләр, йәшлектәреғ1 китап өҫтөндә үткәрәләр, э һин үҙең теләп идиотлыҡҡа яҙылырға килгәнһеғ}, ти. Ни бысағыма кәрәк миңә уның хәҡиҡәте? Әҙәм балаһы донъяға яралғандан бирле нимәләр генә уйлап сығармаған, нимәләр генә эшләмәгән — уларҙығ} бөтәһен дә йыйһаң, иң аҡыллы башҡа ла һыйып бөтөрлөк түгел... Шунан ғына кешеләрҙең бәхете артҡанмы, яҡшырғандармы улар, сафыраҡ булып киткәндәрме? Хәҡиҡәт, имеш... Донъяла йәм юҡ, һалҡын, бына шуға күрә лә араҡы эсеп йылыналар...

Алина, һин бөтөнләй ауыл кешеһенә оҡшамағанһың... Ҡайҙан һинең башығ^да шундай уйҙар?

Буслай. Мин шундай хикмәтле. Минең бөтә һабаҡташтарым да тыныс ҡына йәшәп яталар, э мин йәшәмәйем, уйлайым... Ә күп уйлай торғас, күңел болғана башлай. Эсеп алдыммы — донъя йәмләнеп китә, бөтә нәмә асыҡ, аңлайышлы, күңелдә шатлыҡ тыуа, хәл ит- мәҫлек бер генә проблема ла ҡалмай, ә йоҡлап торғас — бөтәһе лә яңынан башлана.

Алина. Бөтә эскән кешеләрҙең дә баштары ошондай уйҙар менән тулымы икән ни?

Буслай. Юҡ бөтәһенең дә түгелдер... Кем насарлыҡты нисек ҡабул итә бит, һәр кем үҙенсә йәшәй, шуға күрә лә...

Али н а. Хәҙер котлет килтерәм...

Буслай. Икмәктә! һин минең ашҡаҙаным өсөн борсолма. Ул әле ҡаҙаҡты эшкәртерлек. Өйрәнгән! Бәлки, берәй йөҙ грамм да бирерһең?

403


Алина. Был өйҙә эсмәйҙәр...

Буслай. Ә коньяк?

Алина. Италия яҙыусылары килгәйне. Шуларҙы һыйларға тура килде... Ә былай бер кемдең дә эскәне юҡ...

Буслай. Был өй түгел, ә музей... Нимә, һинең әкиәтсең сирлеме ни?

Алина. Нишләп сирле булһын ти?

Буслай. Таҙа кешеләр бөтәһе лә эсә...

Алина. Мә котлет, философ... Аша.

Буслай котлет ашай.

Буслай. Ҡайҙа һуң ул хужа?

Алина. Ул хәҙер ҡайта...

Буслай. Мин уға бер сюжет һатмаҡсы инем... Ҡиммәт тә түгел, бер өс һумлыҡ... Был хәл Светлойҙа булды. Беҙҙең яңы микрорайонда бер туҡталыш бар... «Безымянная» тип атала... Барып еттек! Инде туҡталышҡа исем ҡушырға ла тапмайҙар... Бына ошо туҡталышҡа ҡаршы ғына фәндәр кандидаты йәшәй ине... Үҙе хатта лауреат та ине. Медицина буйынса... Үҙе ғалим, үҙе врач, үҙе ауырыу ине... Ни... була бит әле бер сир... бөтә ерҙә лә — ҡанда ла, унитазда ла шәкәр күп була, хет сәйгә һалып эс...

Алина. Шәкәр ауырыуын әйтәһеңме? Диабет?

Буслай. Эйе! Бына бер ваҡыт, былтыр көҙ, ошо лауреат квартираһына ремонт яһаған... Өҫтөнә йыртыҡ пинжәк, иҫке ыштан, аяҡтарына тапалып бөткән туфли кейгән... Йөҙөнә ҡараһаң, тап ауыл мужигы! Ә был кейемендә торғаны менән бер берәҙәк инде... Өҫтөн алмаштырмай ғына үҙенең диабеты менән магазинға йүгергән... Туҡталышҡа барып еттем тигәндә генә, диабеты килтереп ҡыҫмаһынмы?! Ҡалтырай-ҡалтырай, саҡ эскәмйәгә килеп йығылған... Шунда йән дә биргән... Ете сәғәттән һуң урынынан ҡуҙғатһалар, теге бөтөнләй кәкрәйеп ҡатҡан... Ете сәғәт буйына бер кем эргәһенә килеп ҡарамаған... һуңынан табутҡа ла һала алмағандар, тип һөйләнеләр... Үҙе ғәйепле лауреат... Магазинға сығаһың икән — галстугыңды таҡ, түшеңдә миҙалың булһын, юғиһә кем генә аунап ятмай... Ошо сюжет өс һум ғына тормаймы ни инде?

Али н а. Бик күпкә ҡиммәтерәк тора...

Буслай. Мин барҙым ул «Безымянная»ға... Медицина фәндәре кандидаты Аллаға йәнен биргән эскәмйәлә

404




ултырҙым... Ултырам, автобустар киләләр ҙә китәләр, киләләр ҙә китәләр, э мин кешеләрҙе һанайым... Ике йөҙ өс кеше һананым! Бер сәғәткә! Ҡарттарҙы, балаларҙы һәм йөклө ҡатындарҙы иҫәпләмәйенсә... Ике йөҙҙө етегә тапҡырлаһаң... Уйларға ла ҡурҡыныс! Бөтәһе лә бит уны күргәндәр! Бер һум булһа ла бир инде һөйләгән өсөн, ә ул әкиәт булһа ла яҙыр...

Алина. Мин ул бер һумды нимәгә һорағаныңды беләм...

Буслай. Унда һинең ни эшең бар?

Алина, һине ҡыҙғанып мин...

Буслай. Ҡара һин уны! Бер ай элек күҙҙәремде суҡып сығара яҙғайны, ә хәҙер ҡыҙғана.

Алина. Ошо бер ай эсендә мин үҙемде саф шишмәлә ҡойоноп сыҡҡандай хис итәм... Бөтәһе лә бына ошо кеше арҡаһында...

Буслай. Идрит-кудрит! Ул тиклем кем һуң һеҙҙең әкиәтсегеҙ?!

Алина. Оҙаҡламай ҡайта. Күрерһең... Уның күңел йылыһы бөтә кешегә етерлек. Уның эргәһендә бөтә ҡайғыларың онотола, үҙеңде кеше итеп һиҙәһең!.. Бына һинең әле уны күргәнең дә юҡ, ни бары бер кис квартираһында йоҡлап сыҡтың, э хәҙер бөтөнләй икенсе кешегә әйләндең...

Буслай. Юҡ-ҡ, мин үҙгәрмәнем...

Али н а. Хәҙер һинең күҙҙәреңдә һағыш бар...

Б у с л а й. һин ҡыҙыҡ кеше! Аҙна буйына сирләп ят та бер тин аҡса эшләй алмайынса... Аҡсаһыҙ эсеп булмай... Бына ҡайҙан килә ул һағы ә һинең ул яҙыусыңа мин ышанмайым!

Буслай. Асыуым килә нең! Машинаң бар, кеҫәң

тулы аҡса, һине бөтә кеше э... Машинаңда рәхәтләнеп

елдерт әйҙә! Берәү аунап ята икән, унда һинең ни эшең бар?! Табып алырҙар әле. Уның бит махсус кешеләре бар! Юҡ-ҡ бит... Туҡтап, машинаһына һөйрәп индереп һала, өйөнә алып ҡайта... Күрегеҙ, йәнәһе, мин ниндәй мәрхәмәтле кеше! һөрһөгән эскесене берәү ҙә торғоҙмаған, ә мин бына йәлләнем... Минең өсөн кеше ул...

Али н а. Тап шулай, һуңғы һүҙең һинең дөрөҫ...

Буслай. Былар бөтәһе лә күҙ буяу өсөн. Әхлаҡи капитал... Ә уны теләһәң ни ваҡытта һумдарға һәм тиндәргә алмаштырып була...

Алина. Уныһы һинең s





405


Алина. Теге туҡталыштағы бахыр лауреат тураһында ни өсөн һөйләнең әле һин? Ниңә унда барып кешеләрҙе һанап ултырҙың?

Буслай. Минең эргәмә лә нисә кеше килмәгән булыр ине икән — шуны белер өсөн...

Алина. Ә һин үҙең барыр инеңме?

Буслай. Дөрөҫөн әйтергәме?

Али н а. Әлбиттә...

Буслай. Юҡ! Айныҡ булһам, бармаҫ инем, э эскән килеш... Иҫерек сағымда мин бөтәһен дә йәлләйем, бөтәһен дә яратам... Эсеп алһам, кешеләргә, ағастарға, ергә... бөтә нәмәгә ҡарап һоҡланыуҙан, тәьҫирләнеүҙән күҙемдән йәштәр сыға! (Ҡапыл көлөп ебәрә.) Ә белгең килһә, теге лауреатты әйтәм, тере һыу һибеп ҡәберенән торғоҙоп, ошо туҡталышҡа алып барып булһа... Ул үҙе лә үҙ эргәһенә бармаҫ.ине... Бына башымды киҫергә бирәм, яҡын да килмәҫ ине...

Алина. Үҙ эргәһенә барған булыр ине...

Буслай. Ә, әйтәйек, минең эргәмә?

Алина. Кеше үҙен башҡалар урынына ҡуйып ҡарай белһә, уларҙың яраһы өсөн һыҙлана белһә -- барыр ине... һорашыр ине, ярҙам итер ине...

Буслай. Меңдәрсә кешеләр үткән, ә береһе лә күрмәгән... Әйтерһең дә, һуҡырайғандар, һаңғырауланғандар... Ә бит кешенең аҙыраҡ мәрхәмәтлерәк, ярҙамсылыраҡ, яҡшыраҡ булғыһы килә...

Алина, һин кешеләргә ҡарата артыҡ талапсан түгелме?

Буслай. Мин үҙемә ҡарата ла шулай... Минең дә йөрәгемде май баҫҡан... Бына шуның өсөн дә әсәм... Минең Настенька исемле һеғ;лем бар ине... Бәләкәсем һыуға батып үлде... Әсәй сәстәрен йолҡа, э атайымдың бер көн эсендә сикә сәстәре ағарҙы, ә мин баҫып торам, иларға итәм — бер туған һеңлем бит, юҡ булдыра алмайым! Нисектер, ҡатып ҡалдым... Юҡ, юҡ, ҡайғынан түгел. Ул миңә ҡыҙғаныс түгел ине! Аңлайһыңмы? һеңлем туғыҙ класс бөткәйне, инде хәҙер ҡәберҙә ята. Ә минең башта шундай уйҙар: ярай, һеңлекәшем ун биш йәштә донъя ҡуйҙы, ти, ә миңә егерме ике йәш, алтмыштарҙа йәки аҙ ғына һуңыраҡ мин ошо тартма эсенә инеп ятасаҡмын... Ә ниндәй айырма? Ул ошо ҡыҫҡа ғына ғүмеремдә күтәренке күңел менән бөтә нәмәлә сафлыҡ тойоп, шатланып йәшәне, ә мин һаҙлыҡта ҡойонам... Мин ул ваҡытта уҡ эсә

406




инем инде... Беҙҙең ҡайһыбыҙ күберәк отто? Аҡылдан яҙырһың! Кешене ерләгәндә ошондай уйҙар уйла әле! Ул көндө айныҡ инем, әлбиттә... Ә күмеп ҡайтҡас, иҫкә алғанда эстем, шунда уҡ башыма ҡайнар ҡан бәргәндәй булды, илап ебәрҙем... Тәҙрәнән тышҡа ҡараһам, ҡояш ҡыҙарып урман артына инеп бара. Настенька быны бер ваҡытта ла күрә алмаясаҡ бит инде... һағышлы мөхәббәте лә булмаясаҡ! Беренсе ҡайнар үбешеү ҙә булмаясаҡ! Туйы ла булмаясаҡ! Балалары ла! һалҡын гүр тынлығы!.. Идрит-кудрит! Йөрәкте шундай ҡыҙғаныу тойғоһо килтереп ҡыҫты, саҡ үлмәйенсә ҡалдым... Иҫерек инем мин... Уянғас, үҙемә лә оят булып китте! Май баҫҡан йәнем яңынан хистәремде быуып алды... Оят... ә ниңә? Кем алдында? Белмәйем... Беҙҙең бәхетһеҙлегебеҙ шунда, Алина, беҙ үҙебеҙҙең ябай ғына һүҙҙәребеҙҙән үҙебеҙҙең сафлыҡтан ояла башланыҡ... Ә нимәнән? Ҡасан башланды был?..

Алина. Ғәфү ит, мин һинең исемеңде оноттом...

Буслай. Буслай... Күркәм минең фамилиям... Беҙҙең ерҙәге ҡоштар, бәхет ҡоштары исеменән алынған...

Ал и н а. Ә исемең нисек?

Буслай. Андрей.

Алин а. һин ауырыу бит, Андрюша...

Буслай. Әлбиттә... мин бит алкаш...

Али н а. һинең йәнең ауырыу..ь

Буслай. Минең йәнем юҡ... Йәнемде араҡы алыштыра...

Алина. Ул тиҙҙән ҡайтыр... һөйлә уға бөтәһен дә. Башынан аҙағына тиклем... Оялып-нитеп торма... һөйлә! Ул кешенең күңелен тынысландыра белә...

Буслай. Минең күңелем тыныс, һаҙлыҡтағы һыу һымаҡ... Нимә генә эшләй ала ул? Фельетондар китабы ғына яҙып сығармаһа?

Әкрен генә ишек ҡағалар.

Алина. Рәхим итегеҙ...

Красовский пәйҙә була. Ҡырҡ биш йәштәрҙә, ялтасыраҡ башлы, үҙенең сәләмәтлеге һәм тышҡы ҡиәфәте тураһында ҡайғырта торған йыйнаҡ ир. Үҙен бер аҙ һөмһөҙөрәк тота, ләкин артыҡ түгел. Бындай төр кешеләрҙең ҡыйыулығы бер ваҡытта ла үҙ-үҙенә ныҡ ышаныусанлыҡ сиген аша үтеп сыҡмай. Бик йыш ҡына һөйкөмлө итеп йылмая.

407


Красовский (йылмайып). Сәләм бирҙек...

Алина (бер аҙ югалыпналган хәлдә). Хәйерле көн...

Буслай. һаумы...

Красовский (Алинага). Бына ошолай ҡуҙғалмай ғына баҫып тор әле... Сит ир квартираһында иҙән сепрәге тотоп торған ҡиәфәтеңдә күҙ алдымда ҡалдыраһым килә... (Төрлө ягына сыгып тар ай.) Ҡабатланмаҫлыҡ күренеш! Иҫ киткес! Бөйөк Пикассо яҙған картина, тиерһең... Күпме үҙенсәлеклелек, тәбиғилек, ризаһыҙлыҡ... Күпме гармония! Фирменный джинсылы юбка һәм бысраҡ иҙән сепрәге! Шундай ҡыҙғаныс баҫып тораһың, хатта илағы килә! (Буслайга күҙ һалып.) Тимәк... был, күреүемсә, яңы дуҫтарыңдың береһе. (Ҡулын биреп.) Красовский. Фәндәр кандидаты.

Буслай. Буслай... Алкоголик.

К р а с о в с к и й. Бик шатмын, һеҙ был өйҙөң үҙ кешеһеме?

Буслай. Юҡ, тамаҡ туйҙырырға индем. Асмын мин...

Красовский. Ә-ә, икенсе төрлө әйткәндә, атап саҡырылған табынға килдегеҙ?

Буслай. Нимә һин?

Красовский. Аңламаным?

Буслай. Башыңды тилегә һалған булып ҡыланаһың!

Красовский. Минеңсә, һеҙҙең бала сағығыҙ бик ауыр булғандыр...

Буслай. Минең бөтә тормошом ауыр...

Алина (бөтөнләй тынысланып). Туҡтат ҡыланы- уыңды, Красовский. Мине барыбер сығырымдан сығара алмаясаҡһың.

Красовский. Бәй! Нервыларыңды дауаланыңмы ни?

Алина. Йәнемде. Йәнемде дауаланым...

Красовский. Былар икеһе бер нәмә тиерлек инде...

Алина, һиңә нимә кәрәк?

Красовский. Ҡағиҙәне боҙаһың, ҡыҙыҡай. Тәүҙә мине нисек таптың, тип һора, ә унан һуң...

Али н а. Туҡтат, ҡыланышың ерәнгес! Ниңә килдең?

Красовский. Беҙҙең аралағы юридик һәм фактик мөнәсәбәттәрҙе иҫкә алғанда, был һорау ғәжәберәк яңғырай.

Алина. Беҙҙең арала бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәр юҡ һәм булманы ла. Постелде иҫкә алмағанда.

408


Красовский (Буслайга). Хөрмәтлем, рәхим итеп... Мин был елбәҙәк бисәнең ире булам, беҙҙең үҙ-ара ғына һөйләшә торған һүҙебеҙ бар...

Буслай. Нимә?

Алина. Ул бер ҡайҙа ла китмәй. Онотма, был сит кеше квартираһы, ул миңә килмәгән...

Красовский. Ҡулыңдағы сепрәгеңә ҡарағанда, һин дә бында ниндәйҙер дәрәжәлә хужабикә булырға тейешһең һымаҡ... Әллә йыйыштырыусыһынамы?

Алина. Тап өҫтөнә баҫтың. Йыйыштырыусы ғына. Бысраҡты йыуам.

Буслай (Алинага). Кәрәк булһа, мин...

Алина. Кәрәкмәй...

Красовский (Буслай эргәһенә килә, кеҫәһенән агкса алып). Бына, рәхим итеп, киноға барығыҙ, туңдырма ашағыҙ...

Алина (ҡыҙып). Красовский, хайуан булма!

Красовский (йылмайып). Бындай тәьҫирле һүҙҙәрҙе ишеткән бар...

Алина (көтмәгәндә). Ғәфү ит...

Красовский (гәжәпләнеп). Нимә?

Али н а. Ғәфү ит...

Буслай (спссага ҡарап, төкөрөктәрен йота). Көндөҙ кинола йоҡо килә... ә туңдырма... минең тамағымда гландылар... Аңлайһыңмы? Гландылар!

Красовский. Тимәк, ҡысҡырырға ла ярамай... (Аҡсаһын йәшерә.) Ярай, улайһа... Шаһиттар алдында беҙҙеғ; һөйләшеүҙәр экстремаль характер алмаясаҡ. Иң сик ҡараштарға һәм сараларға барып етмәйәсәк.

Алина (иҙән йыуа). Тыңлайым...

Красовский. һин, мин ташлап киткәнгә быньщ йәне әрнегән икән дә шуға килгән^ғип уйлай күрмә тағы. Көнсөллөктән дә килмәнем...

Алина (йыйыштырыуын дауам итә). Мин улай уйламайым. Дауам ит...

Красовский. һин минең дуҫ-иштәрем күп икәнен беләһең, ҡәҙерлем... һәр ҡайһыһы ҡыҙыҡһына, һораша, алдашыуҙан туйҙым инде!.. Дроздовскийҙарға, ул Сара- товҡа китте, апаһы үлергә ята, тинем... Антон Кириллович™, Ялтаға нервыларын дауаларға китте, тип алданым. Ә һин ҡалала, ишетеүемә ҡарағанда, эшләп тә йөрөйһөң икән...

Алина. Эйе, эшләйем...

409


Красовский. Белергә мөмкинме? Ниндәй әлкәлә?

Алина. Балалар баҡсаһында...

Красовский.Т әрбиәсеме?

Алина. Юҡ, бала ҡараусы...

Красовский. Иҫ киткес! Был һинең нәҫелдән килгән нәмә, ахырыһы... Гендарыңда барҙыр күрәһең... Бында иҙән сепрәге, тегендә — көршәктәр... Ҡыҙыҡ, атайың кем булған һинең?

Алина, һинең һымаҡ ул бер ҡәбәхәт ғалим булған...

Буслай. Беҙҙең ауылда бер апай көн дә тәҙрәләр йыуа ине...

Красовский. Ә һеҙҙең ауылығыҙҙа өндәшмәй генә ултыра беләләрме?

Буслай. Беләләр, һыйырҙар һауған саҡта...

Красовский. Ә үгеҙҙәр?

Буслай. Үгеҙҙәр мөгөҙҙәре менән ер соҡойҙар...

Красовский (Алинага). Бына һине урамда осра- тыуҙары бар, унан миңә тағы аңлатып бирергә тура киләсәк. Әҙәм көлкөһө! Ҡара уны, минең бер ваҡытта ла ахмаҡ хәлгә ҡалғаным юҡ...

Алина. Яҡшы йәшәгәнһең...

Красовский. Ҡыҫҡаһы, бына нимә: ташла был йүләрлегеңде, йыйын, машинаға сығып ултыр, ҡайтабыҙ. Ә кисен Горюхиндарға дачаға барабыҙ. Ул докторлыҡҡа диссертация яҡланы...

Али н а. Мин уның менән йоҡланым...

Красовский (бер аҙ һүҙһеҙ торгас). Ҡайһыһы менән? Асығыраҡ итеп әйтә алмайһыңмы? (Буслайга күрһәтеп.) Бынау алкаш менәнме, әллә һине үҙ ҡурсалауына алған әҙәбиәт әһеле менәнме?

Алина. Горюхин менән, һинең дуҫың менән. Тик зинһар, борсолған кеше булып ҡыланма, белмәмешкә лә һалышма...

К р а с о в с к и й. Мин бер ваҡытта ла һинән серҙәреңде һөйләп биреүҙе талап итмәнем...

Алина. Бына быныһы бик насар ҙа инде! һәр кем үҙенең йөрәк серҙәрен кем менән булһа ла уртаҡлашырға тейеш. Ул әҙәм балаһына яҡтылыҡ, һыу, икмәк кеүек үк кәрәк нәмә...

Красовский. О-о!.. Ниндәй илһамлы ҡиәфәт! Сара Бернармы ни!.. Илап ебәрерһең...

Али н а. Ила...

Красовский. Сит кеше алдында оялам.

410


Буслай. Ә кем ул... Бернар?

Красовский. Бөйөк актриса...

Буслай. Ә ниңә һуң ул Сара?

Красовский. Фрося булмағанға күрә... (Алинага.) Етте һиңә, Алина! Мин һинең был әҙәби-драматик сәйәхәтеңде ғәфү итәм, йыйын. Беҙгә шашлыҡҡа ит табырға кәрәк әле. Иә? Мажаларҙың бөтә ҡыҙығы ла шунда, улар барыбер бер килеп бөтәләр...

Алина. Красовский, әйт әле, һинең ҡасан да булһа йәнең әрнегәне бармы?

Буслай. Уға йән нимәгә кәрәк, уның геморройы бар...

Красовский. һин нисек белдең?

Буслай. Күҙҙәреңдән. Шундай моңһоу ҡарайҙар...

Красовский (кеҫәһенән машина асҡысы алып). Булды! Киттек, һин был әкиәтсенән аҡса алдыңмы? Күпме алдың? Өҫтәл өҫтөнә ҡуйып ҡалдырабыҙ.

Алина. Мин бер ҡайҙа ла бармайым...

Красовский. Улайһа, әйт, психопатка, һиңә нимә етмәне?

Алина. Йылылыҡ. Кешелеклелек. Ышаныс.

Красовский (мыҫҡыллы йылмайып). Өмөт һәм мөхәббәт...

Алина (етди). Эйе, өмөт һәм мөхәббәт... һин, Красовский, енәйәтсе...

Красовский. Бик ҡыҙыҡ был...

Алина, һин мине, тере кешене, әйбергә әйләндерҙең. Үҙеңә һирәк-һаяҡ кәрәк булған матур, уңайлы әйбергә. Ә ялҡҡас, күҙеңде лә йоммайынса, дуҫтарыңа һыйланың. Әйҙә, улар ҙа игелеген күрһен! Ә үҙем һинең ҡатының булып иҫәпләндем. Йә Хоҙа! Күпме йылдар ошо бысраҡлыҡ, оятһыҙлыҡ эсендә нисек түҙҙем мин? Беләһегеҙме, һеҙ кем? һеҙ кеше түгел, һеҙ — мәйеттәр...

Красовский. Нимә? Нимә?

Алина. Эйе! Мәйеттәр! һин дә, Горюхин да, Дроз- довский ҙа — бөтәгеҙ ҙә мәйеттәр! Фән эшмәкәрҙәре! һеҙ бит бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ, ғөмүмән, берәй ваҡыт эшләнегеҙме икән? Төкөрҙөгөҙ һеҙ фәнгә, кешеләргә, хатта үҙегеҙгә!., һеҙҙең өсөн тормоштоң иң ҙур маҡсаты — күңел асыу, кәйеф-сафа ҡороу... Йөрәктәрегеҙ һүнгән, мәнегеҙ йоҡлаған... хайуандар өйөрө кеүек йәшәйһегеҙ. Принциптар, әҙәплелек тыштан ҡарағанда ғына, ә әсегеҙҙә...

411


Красовский. Етте! Горюхин һине постеленә һалырға булдырған икән, үҙ гонаһыңды башҡаларға япһарма.

Алина. Ул уны һинең һүҙһеҙ ризалығың менән эшләне, һин уның Лялькаһы менән йоҡлаған һымаҡ...

Красовский. Ә һин уны ҡайҙан беләһең?

Али н а. Горюхин үҙе әйтте... Ирекле мөхәббәт — беҙҙең заман билдәһе, тине...

Буслай. Ну, егеттәр, йәшәйһегеҙ ҙә икән... Идрит- кудрит!

Красовский. Әй, һин, ауыҙыңды яп!

Буслай. Ә һин миңә пробка бир!

Красовский. Хәҙер...

Алина. Ҡағылма уға. Ул һинән, минән яҡшыраҡ! Тик бәхетһеҙ генә.

Красовский. Ярай, яҡшы... Ярай, беҙ оятһыҙ ҙа, әшәке лә булайыҡ, ти. Ә һин үҙең кем? Бик саф, намыҫлы кешеме? Горюхин менән һинең нисек шундай хәл булды һуң?

Алина. Бик анһат ҡына. һеҙҙең һымаҡ булғым килде, һиңә кейәүгә сығырға булдыра алдым бит... Нисәмә йылдар муйынына зәңгәр бантик таҡҡан бүлмә эте һымаҡ йәшәй ҙә алдым, ниңә быныһын ғына булдырмаҫҡа?! Азатлыҡҡа сығаһым килде. Эмансипация! Тфү! Абау, ниндәй әшәке һүҙ! Ә Горюхин миңә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер ине... Мин, оҙаҡ ғазапланмам, тип уйланым... Кешенең йәне бит бысраҡлыҡты ла, яҡшылыҡты ла еңел ҡабул итә... Т аш бәғергә әйләнә. Дөрөҫөрәге — үлә... Мин бөтә көсөмдө һалып шуға ынтылдым да... Тере йән менән йәшәүе бик ауыр шул.

Красовский. һин бик арттырып ебәрмәнеңме? Башҡа ваҡытта һөйләрһең. Үтенеп һорайым, киттек!

Алина. Мин араҡы эсә башланым, бер нәмәгә лә иғтибар итмәҫкә, иҫергәнсе эсергә тырыштым. Г орюхин менән йөрөй башланым... Ләкин... бер нимә лә килеп сыҡманы! Тормош әүәлгенән дә насарыраҡҡа әйләнде... Бынан бер ай элек беҙҙең ғаиләбеҙ дуҫы Горюхин эргәһенән ҡайтып киләм. Мөхәббәтем менән күрешергә барғайным. Электричкала ултырам, үҙем һис тыйыла алмайынса илайым. Вагон буш, бер кем юҡ... Фонарҙар йымылдай, ә күҙҙәремдән йәш аға... Бына ошо ваҡытта ул минең эргәмә килде, һүҙһеҙ генә күҙҙәремә ҡарай. Уның ҡарашында күпме йылылыҡ, мәрхәмәтлелек, ҡыҙғаныу хистәре күрҙем мин! Балалар йорто иҫкә төштө... Беҙҙең

412


Елизавета Андреевна тигән тәрбиәсебеҙ бар ине. Аҙна һайын беҙҙе, сиратлап, үҙенең өйөнә алып барып, һөтлө аш менән һыйлай торғайны... Насарыраҡ уҡығандарҙы йышыраҡ алып бара ине. Шуның өсөн мин хатта икеле билдәһе алырға тырыша инем... Тәрбиәсе апай миңә шундай итеп ҡараны. Ул минең хәлемде аңлай ине... Ошолар бөтәһе лә иҫемә төшкәс, mhfi

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   21   22   23   24   25   26   27   28   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет