Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет26/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   22   23   24   25   26   27   28   29   ...   40
үҙем дә һиҙмәҫтән уға ынтылдым. Шунда уға бөтәһен дә һөйләп бирҙем, һинең турала ла, үҙем тураһында ла һөйләнем. Оҙаҡ һөйләнем, ҡалаға ҡайтып еткәнсе һөйләнем... Ул иғтибар менән тыңланы ла, һин бит фәхишә, тине. Шундай ябай итеп әйтте, әйтерһең, минең сәстәремде маҡтаны... Миңә шунда уҡ еғ^ел булып китте! Т ап бына ошо һүҙҙе миңә кем дә булһа берәү әйтергә тейеш ине! Вагондан сыҡҡас, мин уның артынан киттем...

Красовский. Эйәһеҙ эттәр һәр ваҡыт хужа эҙләйҙәр...

Алина. Красовский! Элек һин мыҫҡыл иткән һымаҡ, хәҙер мине бер кем ^ә мыҫҡыл итә алмаясаҡ...

Красовский. Иә, йә, дауам ит...

Али н а. Артабан бер нәмәлә булманы. Ул мине өйөнә алып ҡайтты, ҡайнар сәй менән һыйланы, тынысландырҙы, йоҡларға ятҡырҙы...

Красовский. Үҙе эргәһенәме?

Алина. Үҙ аршыныңа үлсәмә, Красовский. Был кеше өсөн тормош һәм унда була торған бөтә яҡшы нәмәләр ҙә — изге...

Красовский. Уҡьшым мин һинең изге яҙыусыңдың бер ҡатлы әкиәттәрен. Бөтә киоскылар шулар менән тулған. Бер кем дә алмай ҙа, бер кем дә уҡымай ҙа. Талантһыҙ яҙылғандар!

Ишек асыла. Драгун инә.

Драгун. Шулай ҙа һеҙ уҡығанһығыҙ бит әле?

Красовский (югалып калмай). Тура килде. Мин үҙемдең ҡатыным менән йоҡлаған кешенең нисек фекер йөрөтөүен белергә тейеш тә баһа?!

Драгун. Минең белеүемсә, элек был мәсьәлә һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмаған...

Красовский. Мин бер ваҡытта ла үҙемде мыҫҡыл итеүселәрҙе ғәфү иткәнем юҡ. Бер кемде лә!

413




Драгундың яңағына һуға. Алина йүгереп килеп, ағарып, ҡатып ҡалған Драгундың ҡулдарынан тотоп ала.

Алина. Саша, ҡәҙерлем, үтенеп һорайым, кәрәкмәй... ҡағылмауға... Ғәфү ит уны! Ишетәһеңме? Ҡағылма... һиңә был йортта ҡул күтәрергә ярамай... Ярамай! Теләйһеңме, алдыңа тубыҡланып һорайым? Ғәфү ит... һиңә ярамай...

Буслай. Уға, бәлки, ярамайҙыр, ә бына мин самалап ҡарайым...

Красовский. Иә, йә... Самала, әтрәгәләм...

Буслай. Бына хәҙер аҡыллы ҡаҡ башыңа тондорормон, ҡолаҡтарың ҡубып төшөр!

Алина. Тыныслан! Кит, Красовский! Ишетәһеңме? Сығып кит бынан?

Драгун (тынысланып). Китегеҙ... Мин һеҙҙе ҡыуып сығара алмайым, сөнки был йорттоң хужаһы мин түгел... Китегеҙ... Хәҙер Алинаны йоҙроҡ менән дә, матур һүҙҙәр менән дә, ҡурҡытып та кире ҡайтара алмаясаҡһығыҙ. Барығыҙ.

Красовский. Нимә бында һеҙҙең? Ниңә миңә шулай ҡарайһығыҙ! Мин һеҙҙең был саҡтағыҙҙы аҫтын- өҫкә килтерәсәкмен. Мин һеҙгә күрһәтермен әле тәүбәләрегеҙҙе, өгөт-нәсихәттәрегеҙҙе, йән ҡотҡарыу тураһындағы һүҙҙәрегеҙҙе! (Алинага.) Хәҙер үк йыйын, китәбеҙ! Иҫкәртеп ҡуям: әгәр ҙә бында ҡалаһың икән, мин һинең ул изге яҙыусыңа күрһәтермен, нисек ергә төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр! һин был эште шулай ғына ҡалдырыр тип уйлама, мин белермен ҡайҙа мөрәжәғәт итергә!

Драгун. Шикләнмәйбеҙ...

Буслай. Анонимка әтмәллә... Прокурорға. Кешеләр йәшәргә теләйҙәр, тәртип юҡ, тип яҙ.

Красовский (Алинага). Ҡайтаһыңмы?

Алина икеләнеп, һүҙһеҙ тора.

Драгун. Башыңа ла килтермә, Алина. Ишетәһеңме, башыңа ла килтермә!

Красовский. һуңғы тапҡыр һорайым... Ҡайтаһыңмы, юҡмы!

Али н а. Юҡ!!!

414


Красовский. Ярай, улайһа, быума сирле Христос балалары... Мин һеҙҙе Голгафа тауына мендереп, Христос хәленә төшөрәсәкмен! (Китә.)

Буслай. Ҡайҙа һуң ул һеҙҙең хужағыҙ?

Драгун. Оҙаҡламай ҡайтыр.

Ут һүнә.

Ҡарттарҙың ауылдағы өйө. Әсә буш мөйөш алдында тубыҡланып тора.

Әсә. Теге донъяла һине ҡорттар ҙа ашамаһын, ҡәбереңә үләндәр ҙә үҫмәһен... һине мәңгегә ер ҙә, күк тә ҡабул итмәһен... Иә, Хоҙай, кисер мине... үҙ ғүмеремдә бер кемде лә ҡарғағаным юҡ ине... Юҡ, булдыра алмайым... Ниндәй әҙәм аҡтығы, әшәке йән уйлап сығарҙы икән кешеләрҙе харап итеүсе ул ағыуҙы... Ниңә һин Хоҙай Тәғәлә уға юл ҡуйҙың? Был донъяла бөтә нәмәләр ҙә кешеләргә шатлыҡ биреү өсөн яратылған бит... Ҡояш нурын һибә шатлыҡ өсөн, ямғыр ерҙе һуғара — шатлыҡ өсөн, үләндәр, сәскәләр үҫә — шатлыҡ өсөн... Кем һуң ошо хәшәрәт һыуҙы уйлап сығарған, үҙ ҡанына үҙе тон- соҡҡоро... И, улыҡайым минең! Мин һине ошондай яман үлем менән үлһен тип тыуҙырҙыммы ни, күкрәк һөтөмдө имеҙеп, ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтерҙемме ни...

Нина инә. Уға ҡырҡтар самаһы. Ауыл тормошо уның тышҡы ҡиәфәтенә әллә ни йоғонто яһамаған. Зифа буйлы, зауыҡ менән кейенгән, сәстәрен бөхтә итеп тараған. Тыныс ҡына һөйләшһә лә, тыныслыҡ уға ауырлыҡ менән бирелеүе һиҙелеп

тора.

Нина (бер аҙҙан). Хәйерле көн, Маруся апай...

Әсә. һинең өсөн хәйерлелер ҙә бит. Ниңә килеп еттең? Нимә кәрәк һиңә?..

Нина. Ағай ҡайтманымы әле?

Әсә. Теләгеңә ирештеңме инде?.. Осор ҡоштар һымаҡ Иреклеһең! Шатлан.

Нина. Эйе, миңә шул шатлығы ғына ҡалды инде... һис башыма һыйҙыра алмайым: ниндәй ғәйептәрем өсөн мин нисә йылдар буйына ошондай ғазаптар кисерәм икән?

Әсә. һин ғазапланаһыңмы? Нисек шундай һүҙҙәр һөйләргә телең әйләнә һинең, кәнтәй эт... һин этәрҙең

415




уны теге донъяға! Уны ташлап, Миколаға сыҡтың! Улы, йәнкиҫәгенән, айырып, япа-яңғыҙын ҡалдырҙың...

Нина. Нимә генә әйтһәгеҙ ҙә миңә ошонан да ауырыраҡ булмаясаҡ. Хатта йөҙөмә төкөрһәгеҙ ҙә... Төндә участковый Цибулектан шылтыратҡас саҡ үлмәнем... Ҡатып ҡалдым, бөтә тәнемде һалҡын алды... Әйтерһең, тегендә Дубровенскийҙа уның менән бергә туңғанмын. Апай, йәнем, яратам бит мин уны!

Әсә. Үлгәндәрҙе һәр саҡ яраталар!..

Нина. Бәлки, ул түгелдер әле?

Әсә. Ни әйттең ине лә бит... Тере сағында уға һинең мөхәббәтең кәрәк ине... Ҡайҙа инде ул мөхәббәт? Ярҙамың тейһә лә!.. Ә һин...

Нина. Нимә? Мин нимә генә эшләй ала инем һуң? Ниндәй ярҙам күрһәтә ала инем?

Әсә. Яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине! Ирек күп бирҙеләр һеҙгә... Мин, тере ирҙәре өҫтөнән йөрөгән кәнтәй бисәләрҙе судҡа бирер инем... Ғүмергә бындай хәлдең булғаны юҡ ине! Дүртеһе ҡушыла, бишеһе айырылыша! Әгәр беҙ ҙә шулай булған булһаҡ?! Ата- бабалар шулай булған булһа?! Ул ваҡытта нимә? Кешелек донъяһы бөтөнләй бөткән булыр ине... Тормоштоң баллыһын ғына татырға теләйһегеҙ? Ә асыһын кем ашар? Кем?

Нина. Мин уның менән биш йыл яфаландым...

Ә с ә. Ә мин үҙемдеке менән илле йыл яфаланам! Әллә беҙҙең тормош гел генә ал да гөл булған тип уйлайһыңмы? Бөтәһе лә булды! Түҙҙем! Мин дә түҙҙем, ул да түҙҙе...

Нина. Мин дә түҙер инем... әгәр башына ҡайғы йәки бәхетһеҙлек төшһә, түҙер инем... Сабый баланы ҡараған һымаҡ ҡашыҡтан ашатыр инем, һәр көн иртән күҙ йәштәрем менән биттәрен йыуыр инем, аҫтындағы көршәген сығарып түгеүҙе лә бәхеткә һанар инем... Ә уның һымаҡты... Ул бит бөтөнләй кеше ҡиәфәтен юғалтты! Йөҙө шешенгән, күҙҙәрендә бушлыҡ, төндәрен тештәрен шығырлатып сыға, көндөҙ ҡыйналған эт һымаҡ йөрөй... Шуға мин ғәйеплеме инде? Шуның өсөн мине ҡарғарға кәрәкме? Эх, апаҡайым...

Әсә. Көрәшергә кәрәк ине... Уның өсөн көрәшергә кәрәк ине!

Нина. Кем менән?

Әсә. Хет ен менән, хет Алла менән!

416


Нина. Ҡулымдан килгәнен бөтәһен дә эшләнем мин. Хатта иркәләүемдән дә мәхрүм итеп ҡараным...

Әсә. Шул да булдымы сара...

Нина. һуңғы йылда бөтөнләй бергә йоҡламаныҡ. Ә ул уйлап та бирмәне. Эсте лә эсте, эсте лә эсте, эсте лә эсте! Ул хәшәрәт ағыу бөтәһен дә алыштыра ала: ҡатынды ла, баланы ла, әсәне лә, шатлыҡты ла, тормош маҡсатын да, киләсәкте лә... Бөтәһен дә! Айныған саҡтарында ла һөйләшеп ҡараным. Ялынып та, ҡурҡытып та ҡараным. Аңларға теләмәне... Ә ул гел бер һүҙҙе ҡабатлай ине: ҡурҡыныс миңә, Нина, ҡурҡыныс... Нимәнән ҡурҡҡандыр, үҙем дә белмәйем... Миңә ағ;лашылмай ине. Артабан нисек йәшәргә мөмкин? һеҙ кәңәш иткәнсә, түҙергә, ғазапланырғамы? Минең дә йәшәгем, шатланғым, сәләмәт, айныҡ ирҙе ҡосаҡлағым килә... Ә минең ғазаптарым һәм түккән күҙ йәштәрем өсөн берәү ҙә түләмәй...

Әсә. Бына, бына! һеҙгә бөтәһе өсөн дә түләү кәрәк... һеҙ һәр бер яҡшы һүҙегеҙ өсөн ведомость буйынса алырға теләйһегеҙ... Пенсия алған һымаҡ... Ә бына мин үҙемдең тормошомда түләүһеҙ йәшәйем... Ә күпме бушҡа эшләнем... һуғыш йылдарында партизан булып йөрөгәндә аслыҡтан, һыуыҡтан күпме яфа сиктек, ә түләү тураһында бер кем дә уйламаны. Миңә быларҙығ} бөтәһе өсөн дә ҡасан булһа ла берәйһе түләрме? Мин уны көтмәйем дә, өмөтләнмәйем дә...

Нина. Беҙ йәш әле, беҙгә ул турала уйларға ярамай.

Әсә. Бөтәһе тураһында ла уйларға кәрәк, ҡыҙыҡай, бөтәһе тураһында ла...

Андрейҙың класташы Федос Шаргаев инә. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, йөҙөндә һәр ваҡыт була торған тантаналы тулҡынланыу. Уның ниндәй хәлдә икәнен аңлауы ҡыйын: әллә ул еңелсә генә эсеп алған, әллә көнө-төнө әсеүҙән айнып етмәгән.

Шаргаев (тупһанан уҡ). Мин килдем әле... Йөрәгем түҙмәне, тигәндәй... Хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға тип килдем. Беҙ бит Андрей менән айырылғыһыҙ дуҫтар инек. Бергә туп һуға торғайныҡ... Дәрестән бергә ҡаса инек... Миңә хәҙер бик ауыр... Йөрәгемде ҡайғы кимерә, сусҡа шалҡан кимергән һымаҡ... Башым ауыртмаһа, аҡырып илар инем!

Әсә. һин нимә лығырҙайһың, тора ҡатҡан бағана?

14- 1.0129.11

417


Ш ар гае в. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Магазин янында миңә һөйләнеләр инде... әгәр ҡәбер ҡаҙырға кәрәк булһа — мин әҙер... Бик күңелле эш түгел, әлбиттә, әммә Андрей өсөн Шаргаев бөтәһен дә эшләйәсәк! Андрей өсөн мин табутҡа инеп ятырға әҙер, сөнки ул нескә күңелле, башлы егет ине.

Әсә. Ҡара һин уны. Ҡарға табыш еҫен һиҙеп килгән... Минең улыма ҡәбер ҡаҙырға йыйына, үҙеңде ҡырмыҫҡа ояһына күмеп ҡуйғырҙары, эскесе, ҡәһәр һуҡҡан! Бәлки, ул бөтөнләй ҙә Андрей ҙа түгелдер әле? Ә һин ҡәбер тиһең...

Шаргаев. Андрей булмаһа, мин уны кире күмеп ҡуям... Ә ҡаҙырға кәрәк, апай... Шундай бер юрау бар: алдан ҡәбер ҡаҙып ҡуйһаң, үлемгә ҡуҡыш күрһәткән һымаҡ була... Кәрәкмәһә, Хоҙай иҫәнлек кенә бирһен, мин уны һөйөнә-һөйөнә кире күмеп ташлайым. Андрей өсөн мин бөтәһен дә эшләргә әҙер!

Әсә. Иҫкә алыу табынына ымһынып килдеңме ни, һатлыҡ йән! Былҡынғансы эсер өсөн үҙ иптәшеңде ҡәбергә тығырға ла әҙер...

Шаргаев. Уның өсөн түгел дә инде, апай... һин минең йөрәккә бысаҡ ҡаҙама. Шаргаев, бәлки, башын һатып эскәндер, ә оятын... Мин табынға, бәлки, бөтөнләй килмәм, ә ҡәбер ҡаҙыйым... Ҡайҙа ҡаҙырға икәнен генә әйт: Настенька йәнәшәһендәме, әллә олатаһы менән өләсәһе эргәһендәме?

Әсә. Юғал күҙемдән, әҙәм аҡтығы! Ҡаҙытырмын мин һиңә ҡәбер!

Шаргаев. Мин үпкәләмәйем: сөнки ҡайғығыҙҙы аңлайым. Ер хәҙер туң, эш күп, лом менән соҡорға кәрәк, ә минең ҡулдарым ҡалтырай... Унда ломһыҙ булмай.

Нина (түҙмәне, сскса алып). Мә, ҡәбәхәт! Бына һиңә өс һум, ал да сығып кит тиҙерәк, мародер!

Шаргаев. Мин, бәлки, мародермындыр ҙа, әммә Андрейҙың дуҫына кейәүгә сыҡманым! (Аҡсаны ала.) Миңә бер һум да етә... бер ҡыҙыллыҡ... Ҡалғанын килтерермен.

Әсә. Бар инде, бар, ҡаҙы! һин уға иҫән сағында уҡ ҡәбер ҡаҙының!

Шаргаев. Нисек инде улай?

Әсә. Көн һайын ашханала уны эсерҙең...

418


Ш ар гае в. Хаталанаһың! Ул үҙе мине һыйлай ине... Минең эш хаҡы менән сәпсекте лә һыйлай алмаҫһың.

Әсә. һин бынан ике йыл элек үк уға табут менән үлемтек күлдәге әҙерләгәйнең... Бар, ер йотҡоро, үҙеңдең бысраҡ эшеңде аҙағына тиклем эшләп бөтөр. Бына уны ла ал, ул ярҙам итер... Ата эте килгәс, уныһын да ебәрермен дуҫына ҡәбер ҡаҙырға. Барығыҙ! Әйҙә, әсәһенән айырылып, һеҙҙең арағыҙҙа һыйыныр урын тапмаған кешене күмегеҙ! Барығыҙ!

Шаргаев. Мин үпкәләмәйем, сөнки ҡайғы бит. (Китә.)

Нина (күҙ йәштәре аша). Ниңә... Ниңә һеҙ мине шул тиклем йәберләйһегеҙ? Шул тиклем ауыр... (Йөрәген тотоп.) Ой, нимә булды? Уның артынан үҙемдең дә үлеп китеүем бар бит. Беҙҙең бәләкәсебеҙ Гришутка нимә эшләр? Ниңә миңә шул тиклем ҡаты бәреләһегеҙ... Бәлки, минең ғәйебем дә барҙыр, ул тиклем ярамай бит инде... Миңә лә еңел түгел, апай... Был ике йылда мин күргәндәрҙе дошманыма ла теләмәйем... Микола менән миңә яҡшы булыр тип уйлағайным, ярата бит ул мине, э миңә уның менән йәшәү ғазап ҡына... Мин әле булһа ла Андрейҙы яратам. Быны Микола ла күреп тора... Был йылдар эсендә уға ла еңел булманы. Минең уны ярат- мауымды һәм ярата ла алмаясағымды, йөрәгемдә Андрей гына икәнен ул бит күреп тора, бөтәһен дә аңлай... Мине ул тиклем йәберләмәгеҙ...

Әсә. Ила, әйҙә ила... Ишетәһеңме, ила... Юғиһә йөрәгеңә төшөр... Илаһаң еңелерәк була ул... Ила!

Нина. Миңә иларға ярамай! Хәҙер Микола килеп етергә тейеш, күҙ йәштәремдең уның йөрәгенә тамыуын теләмәйем... Әйҙә, минеке түҙһен...

Мотоцикл тауышы. Әсә ҡатып ҡала.

Әсә. Ҡайттылар... Йә, Хоҙайым, ҡотҡар! һинең ҡөҙрәтеңдән килә бит, эшлә берәй нәмә, берүк ул ғына була күрмәһен! Юғиһә, нимә өсөн генә мин был донъяла йәшәгәнмен! Бөтә тырышлыҡтарым, бөтә хеҙмәттәрем юҡҡа ғына булғанмы ни? Миңә үлеүе лә ауыр буласаҡ бит... Ҡыҫыр башаҡ, сүп үләне булып ергә ятырғамы?

Нина. Ул ғына була күрмәһен инде, ул ғына була күрмәһен инде...

14*

419


А т а менән Н и к о л а й инә. А т а өндәшмәй генә сисенә.

Әсә. Йә?

Ата. Нимә?

Әсә. Улмы, түгелме? Ниңә өндәшмәйһең, ҡарт түңгәк? Әйт дөрөҫөн!.. Улмы?

Ата. Ул...

Әсә. һин уны үҙең күрҙеңме?

Ата. Күрҙем... Милиция моргка алып барҙы... Яланғас ята, ҡарайып бөткән, уң күҙе йомолмаған...

Әсә. Йә, Хоҙа!

Ата. Яңы йылдан бирле юл буйында ғына ҡар аҫтында ятҡан, тинеләр. Ул саҡ бик ҡаты һыуыҡ ине, етмәһә, буран да булды... Хәл йыйырға ятҡандыр... Бына хәл йыя инде... Кеҫәһендә эсеп бөтмәгән ярты шешә араҡыһы ла туңған... Эсеп бөтөрә алмаған... (Кеҫәһенән паспорт алып.) Бына паспорты... Ауыл советына илтеп тапшырырға кәрәк

Әсә {ҡапыл үтә тыныс рәүештә). Юҡтырһың һин, Хоҙай Тәғәлә, юҡтырһың... Мине теләһә нимә эшләт, һи- нең барлығыңа ышанмайым... (Атага.) Бик ҡурҡынысмы?

Ат а. Шул тиклем ваҡыт ҡар аҫтында ят әле... Боҙолоп бөткән... Кейеменән генә таныным!.. Пальтоһын ауыл магазинынан алғайныҡ бит... Нина үҙе һатып алғайны... Паспорты ла кеҫәһендә. Паспорты буйынса беҙҙе тапҡандар... Председателгә барам машина һорарға... Аҙыраҡ аҡса бир әле... Ҡалала арзаныраҡ хаҡ менән табут табырға вәғәҙә иттеләр... И, улым, улым... Ата-әсәңдән алдан уҡ үл инде — ниндәй ҙур гонаһ...

Николай. Нина, бар һш-i өйгә ҡайт...

Нина. Мин бынДа ҡалам... Бәлки, ярҙамлашырға кәрәк булыр...

Николай. Үҙең ҡара инде... Ә Гришутка ҡайҙа?

Нина. Әсәйемдәрҙә ҡалдырҙым...

Ата. Минең менән бараһыңмы, Микола?

Николай. Ә ниңә?

Ата. Ярҙам итерһеғ;. Күтәреп һалыш, тип милицио- ғюрҙарҙан һорамам бит инде...

Николай. Яҡшы.

Ата. Маруся, берәйһенә барып әйт инде, ҡәбер ҡа- ҙыһьшдар... Настеньканағ1 һул яҡҡа... Атайҙар эргәһенә беҙ ятырбыҙ инде...

Әсә. Шаргай ҡаҙый инде. Аванс та алды.

420


Ата. Шаргай булһа ла ярай... Эше шундай... Киттек, Микола...

Китәләр. Әсә, тәрән көрһөнөп, күҙ йәштәрен һөрттө лә өйҙө мәйет оҙатыуға әҙерләй башланы. Нина иҙән уртаһында ҡуҙғалмайынса баҫып тора. Әсә күңелле тапшырыу яңғыраған радионы бороп ҡуя, сәғәтте туҡтата, шкафтан ике ҡара пәрҙә алып, телевизорҙы һәм көҙгөнө яба... Нина уны күҙәтеп тора һәм ҡапыл ҡысҡырып, иҙәнгә сүгәләй, үкһеп илай. Ә с ә үҙ эшен

дауам итә.

Шаршау

ИКЕНСЕ БҮЛЕК

Өй. Бөтәһе лә әүәлгесә. Радио тынған, сәғәт туҡтаған, телевизор менән көҙгөгә ҡара пәрҙә ябылған. Стенала Андрей Бус- лайҙың ҡара таҫмалы портреты. Урталағы өҫтәлдә икмәк, ҡыяр, сало, өс литрлы банкала һөт, стакандар. Зыяраттан әсә менән ата һәм Нина менән Николай ҡайтып инә. Әкрен генә сисенәләр, һөйләшмәйҙәр. Нимә тураһында һөйләшһендәр

инде?

Ата. Йә, ултырышырға кәрәктер инде?

Әсә. Аҙыраҡ көтәйек әле... Хәҙер картуф ултыртам, ул бешеп сыҡҡансы. Шаргай ҙа ҡәберҙе күмеп бөтөрөр... И, бер Хоҙайым, нимә өсөн генә һин беҙгә шул тиклем рәнйенең икән?

Ата. Туҡта! Ҡәбер өҫтөндә ай-һайлап иланың бит инде, етер... Бында иҫкә алырға кәрәк... (Нинага.) Гришутка ҡайҙа?

Нина. Әсәйемә индереп ҡуйҙылар... Зыяратта өшөнө... Әсәй, һыуыҡ ҡолағымды тешләй, бүрегемде кейҙер, ти... Бында уға нимә бар?

Әсә. һин нимә? һин нимә? Уның атаһы бит ул...

Нина. Әле ул бер нимә лә аңламай... Үҫә төшкәс, бөтәһен дә үҙем һөйләрмен...

Әсә. Уны сит фамилияға яҙҙыра күрмәгеҙ... Ишетһен ҡолағығыҙ! Судҡа тарттырасаҡбыҙ...

Николай. Яҙҙырмабыҙ. Т ик Андреевич булып үҫәме, Николаевичмы — уның өсөн барыбер инде...

Әсә. Беҙҙең өсөн барыбер түгел...

421


Н и к о л а й. Ул бер нимә лэ хәтерләмәйәсәк. Нимә бар хәтерләрлек? Зыяратта ҡолағын һалҡын тешләгәнде генә иҫкә алмаһа.

Нина. Мин дә һеҙгә булышайыммы, Маруся апай?

Әсә. Булыштың, инде. Ултыр!

Нина (әрнеп). Апаҡайым...

Ата. Шауламағыҙ! Шым ғына ултырығыҙ, һүҙһеҙ генә иҫкә алайыҡ.

Николай. Ысынлап та, нимә генә һөйләшәһең?

Ата. һин дә өндәшмә!

Николай. Ярай, өндәшмәй генә ултырырмын. Башҡаса миңә нимә эшләргә?

Нина. Коля...

Н иколай. Нимә, Нина?

һүҙһеҙ генә ултыралар. Тышта яҙғы ҡар тамсыларының тамғаны ғына ишетелә. Ш а р г а е в инә.

Шаргаев (тулҡынланып). Булды! Беҙҙең дә, улының да төшөбөҙгә инһен инде... Беҙҙең дуҫыбыҙ... Ир һәм ул, тигәндәй... Бөтә яҡшы кешеләрҙән һәм ата- әсәләрҙең... Юҡ-юҡ! Олатайҙарҙың һөйәктәренән хөрмәт һәм ихтирам, тигәндәй... Аяҡ осона ғына ҡыҙыл тал ултырттым. Ҡояш ҡыҙҙырыр, бесәйҙәр йөрөр... Әйҙә, күләгәлә генә ятһын беҙҙең ҡәҙерле Андрейыбыҙ...

Ата. Ултырышайыҡ...

Әсә. Картуф бешеп етмәне әле...

Ата. һуңынан килтерерһең... Нина, Микола? һеҙ нимә турһайыштығыҙ?

Николай. Иҫкә алыу хөрмәтенә...

Нина. Коля...

Ата. Ултырығыҙ... юҡ, йәнәшә ултырығыҙ... хәҙер үпкәләмәҫ инде... Картуфыңды килтер, Маруся...

Әсә. Бешеп етмәгән әле...

Ата. Араҡы килтер...

Әсә. Араҡы юҡ...

Ата. Мин алып ҡайтҡайным бит...

Әсә. Мин уны ҡойма буйына сығарып түктем... Минең рөхсәтем юҡ! Ошо ағыу арҡаһында донъянан китте, етмәһә, тағы иҫкә алғанда шуны эсеп, теге донъянан уның рухын рюмкаға саҡырырғамы? Эсермәйем тигәс, эсермәйем!

Ата. Ярай, етте һиңә баш әйләндерергә... Сығар...

422


Әсә. Юҡ тигәс, юҡ! Түктем! Шешәһен дә мөйөшкә бәреп ваттым...

Шаргаев (аптырап). Бөттө баш! Магазинды яптылар бит инде! Был нимә була инде? Араҡыһыҙ ниндәй иҫкә алыу, ти, ул... Бик ҙур гонаһ бит был...

Әсә. Гонаһы шайтанға булһын! Ул әҙәм балаһына таҡты был ағыуҙы... Шул шайтан ҡушҡанға бит инде ҡәһәр һуҡҡыры ағыу кешене тыуғандан алып үлгәнгә тиклем эҙәрлекләй... Бына һөт... һөт эсеп кенә иҫкә алабыҙ... Минең, күкрәк һөтөм партизандарҙа йөрөгәндә уны үлемдән алып ҡалды... һуғыштан һуң уны аслыҡтан ҡотҡарҙы ошо изге һөт... (Өҫтәл эргәһенә килеп, банканан һөт һалып ала.) Кил, балаҡайым, һөт эсергә, бутҡа ашарға... кил, улым...

Эсә. Бөтәһе лә уға ҡарап тора.

Шаргаев. Был нисек була инде? һалҡында туңа- туңа ҡәбер ҡаҙыным, ҡыҙыл тал ултырттым — бына һиңә кәрәк булһа...

Әсә. Ә-ә-ә-ә, һатлыҡ йәғг! Тотолдоңмо? Ошо ағыуҙы өмөт итеп килдеғ^ме? Иҫкә алырға, күҙ йәше тамыҙырға түгел, ә осҡолоҡ тотҡансы былҡынырға килгәнһең икән.

Шаргаев. Уның өсөн түгел! Мин бер тамсы ҡапмаҫҡа ла... Эйе, булдыра алам! Теләһәм, әлбиттә. Тик сәсрәп китәйем, бер парта артында ултырған дуҫымды иҫкә алғанда йылы һөт эсеп ултырырға ҡытаймы ни мин? һинд йогы ла түгел!.. (Атага.) Митя ағай, биш һум биреп тор әле... Цибулькаға барып бер ярты алып киләм...

Ә с ә. Ә мин һинең ул яртыңды башьща бәреп ватам, һатлыҡ йән! һин үҙең дә ошо шайтан ҡосағынан ысҡына алмайһың инде, үҙеңдең дә бер аяғың гүрҙә инде. Әсеүҙең сигенә килеп еттең!

Шаргаев (тәүәккәл һикереп тороп). Ярай! Үпкәләмәйем — сөнки ҡайғы... Әсәйҙән булһа ла өс һум алырмын... Мин уны ҡәберенә барып иҫкә алам... Тәре алдында...

Ата. Ултыр!

Шаргаев. Ярай, һеҙҙеңсә булһын...

Ата. Ултыр, тиҙәр һиңә! (Ҡатынына.) һин дә ултыр, Маруся... Ултыр... Эш унда түгел...

423


Әсә ултыра. Ата соланға сығып ике шешә араҡы алып инә,

өҫтәлгә ҡуя.

Ата. Ҡой, Микола... ҡой, ҡой... Эш унда түгел... Кеше аҫылынғанға бәй ғәйепле түгел... Араҡының да ғәйебе юҡ... Миңә тиһә, ул йылға булып аҡһын, ямғыр булып яуһын, ә аҡылымды юғалтҡансы эсмәйәсәкмен... Араҡы эсеп, иҫереп йөрөргә минең ваҡытым булманы... Араҡынан түгел, ә күберәк ҡайғы-хәсрәттән тәнтерәкләп йөрөргә тура килде. Ун дүрт йәшемдән атай урынына ҡалдым, ғаилә ҡараным... Ул ғына тиһеңме?.. Ҡайҙа эсеп йөрөргә ваҡыт? Ҡоҙоҡтан һыу алып эсергә ваҡыт етмәй ине... Тормош еңеләйҙе, икмәк ҡайғыһы бөттө, әҙергә хәҙер йәшәргә өйрәнделәр, бына шуға баш күтәрмәй әсәләр ҙә инде... Ҡой, Микола...

Шаргаев. Нисек икмәк ҡайғыһы бөттө? Мине һин ашатаһыңмы ни?

Ата. Ерҙән һәр кем бөтәһен дә үҙе алырға тейеш... Үҙе... Икмәкте лә, һыуҙы ла, тоҙҙо ла... Ә кешеләр ашханала туҡланалар, бөтәһен дә оноттолар. Нина, һеҙ Андрей менән өйләнешкәс, һеҙгә колхоз ер бүлеп биргәйне бит... Ниңә алманығыҙ?

Нина. Ә нимәгә кәрәк ул? Эш хаҡыбыҙ һәйбәт ине, колхоз квартира бирҙе... Нимәгә ул?

Ата. Бына... Кешеләргә ер кәрәкмәй башланы... Бер нәмә лә кәрәкмәй. Күберәк аҡса эшләргә генә булһын... Минең мәрхүм улым да ерҙән баш тартты... Китапханала китап биреп ултырыу, клубта бисә-сәсә менән байрамға йыр өйрәнеп йөрөү ир-ат эшеме ни? Ярай... Тракторға ултырып, колхозда ла эшләмәһен, ти. Исмаһам, ошо үҙенә бүлеп бирелгән ерҙе тәрбиәләһен ине... Баш тартты... Аҡсаға мул йәшәне... Белгең килһә, ер кешегә биргән хазинаны бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай... һал, Микола...

Николай, һеҙ, ағай, бик үк хаҡлы түгел... Ерҙән айырылған өсөн генә әсәләрме ни?! Ҡалала аҡсаны күберәк эшләйҙәр...

Ата. Мин, Микола, ғалим түгел... Нисек уйлайым, нимә беләм — шуны һөйләйем... Ҡалала кемдәр йәшәй тиһең, ошо ерҙә кисә ялан тәпәй йүгереп йөрөгән шул уҡ кешеләр инде... Уларҙың да ата-бабалары, маймылдан яралғандан бирле, ғүмер буйына ошо ерҙә йәшәгәндәр... Үҙҙәренең көстәрен, мөхәббәтен, тирен, сәләмәтлеген уға биргәндәр, ә ер уларҙы туйҙырған. Улар — ергә, ә ер —

424




уларға. Тыныс һәм берҙәм йәшәгәндәр... Икмәкте туйғансы ашай алмаһалар ҙа, йырлап йәшәгәндәр... Ҡулдары һөйәлле, ә йөрәктәре саф булған... Ә хәҙер киреһенсә, ҡулдары таҙа ла бит, йөрәктәре һөйәлле... Машина күп, йәшәү еңеләйҙе... Кеше бөтөнләй бирмәй тип әйтерлек, ә алыуын ала. Был шәп түгел... Был һауаны эскә алып, кире сығармаған һымаҡ була... ә һөҙөмтә? Шартлайһың... Мин һинең турала әйтмәйем, Микола... һин эсә торған кеше түгел... һин был тормошта ҡайғыны аҙ күрмәнең... Ҡайғынан эсмәйҙэр, ә илайҙар... Ҡой...

Николай. Беҙ, ысынлап та, һәйбәт тормоштан, шатлыҡтан әсәбеҙме ни?

Ата. Шатлыҡлы сағыңда араҡыһыҙ ҙа бик күңелле... Ҡайғы ла, шатлыҡ та булмағандан әсәләр...

Әсә. Нимә һеҙ йыйылыш астығыҙ әле?

Ата. Ысынлап та... Нимә беҙ? Ҡой, Микола...

Николай араҡы һала. Шаргаев стаканды эләктереп ала, аяҡ

өҫтө баҫа.

Шаргаев. Тост әйтергә теләйем...

Н и н а. Нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?..

Шаргаев. Был ҡайғылы табынға ҡәҙерле дуҫыбыҙҙың туғандары һәм яҡындары, тигәндәй, уны иҫкә алырға йыйылғанбыҙ...

Николай. Туҡта! Ағай, әйт, һүҙһеҙ генә эсһен...

Шаргаев (аптырабыраҡ). Мин шартына еткереп, тигәндәй...

Әсә. Ултыр... Күп һүҙ менән түгел, яҡшы уй менән иҫкә алырға кәрәк... Кешеләр артыҡ күп һөйләй башланылар... Артыҡ күп...

Ата. Әйҙәгеҙ...

Николайҙан башҡалары бөтәһе лә эсә.

Николай. Эсә алмайым, ағай... Әйтергә һүҙем дә, бер ниндәй уйым да юҡ. Булдыра алмайым, үпкәләмәгеҙ...

Әсә. Ул бит һинең дуҫың ине, уның ҡатыны менән йоҡлайһың, ә үҙеңдең уның тураһында бер йүнле уйың да юҡ! Әйтер инем инде...

Ата (йоҙрого менән өҫтәлгә һугып). Етте, күп һөйләйһең! Әйҙә, Микола, дауам ит...

Николай. Оҙаҡ йәшәгеҙ, Митя ағай... Әгәр ҡасан да булһа һине иҫкә алырға тура килһә...

425


Ата. Әлбиттә, мине һиңә иҫкә алырға тура киләсәк... Берүк һине миңә иҫкә алырға яҙмаһын...

Николай. Бына шулай... һине иҫкә алғанда мин бик ныҡ илаясаҡмын. Үҙ атайымдағг да былайыраҡ... Сөнки һин минең өсөн, сит кеше өсөн ҡасандыр енәйәткә барҙың...

Ата. Ташла әле шуны...

Николай. Хәтерләйһеңме?

Ата. Юҡ...

Николай, һуғыштағг һуң беҙҙең баҡсаны һыу баҫты, ә һыйырҙы йәшен һуҡты... Атайым үлем түшәгендә ята, ә мин аслыҡтан шешенгәнмен, әсәйем ҡайғыһынан аҫылыныу сигенә килеп еткәйне. Шул ваҡыт һин колхоз келәтенән беҙгә ярты тоҡ ашлыҡ килтерҙең...

Ата. Хәтерләмәйем...

Николай. Колхоз келәтенән үҙеңә һин бер ваҡытта ла ашлыҡ алып ҡайтманың. Андрей ҙа ас ине, ә беҙгә килтерҙең... Ә һин белә инең бит, ул ваҡытта был ярты тоҡ ашлыҡ өсөн нимә буласағын! Әсәйем икмәк бешерҙе... Өс буханка... Икмәктең өҫтө йылтырап тора... Әсәйем мейестән алғас та миғр бер телем киҫеп бирҙе, ирендәремде бешерэ-бешерә ашаным. Хәҙер ғүмерем буйына ауыҙыма икмәк ҡапҡан һайын шуның эҫеһен тоям... Мин һине яҡшы һүҙ һәм яҡшы уй менән иҫкә алыу ғына түгел, әгәр балаларым булһа, үлгәнсе уларға һине үрнәк итеп һөйләйәсәкмен... һиңә табынырға бойорасаҡмын... Ошо ҡайнар икмәк өсөн...

Ата. Табынырға мин тәре түгел, кәрәкмәй... Унан мин хәҙер хәтерләмәйем дә...

Николай. Мин хәтерләйем... Ә Андрейға килгәндә... Бер яҡшы һүҙ ҙә әйтә алмайым. Юҡ... Нимә (Нинага күрһәтеп) уны минән тартып алған өсөн яҡшы һүҙ менән хәтерләргә тейешменме?

Нина. Коля, аҡылыңа кил... Ҡайҙа ултырғаныңды онотма!

Николай. Ул бит кәрәк булған өсөн тартып алманы... һылыу икән, тимәк, ул уныҡы булырға тейеш, йәнәһе... Ә миңә Нинанан башҡа яҡты донъя дөм ҡараңғы ине... Улын тәрбиәләгәнем өсөн һәм яратырға йөрәгемде мәжбүр иткәнем өсөн иҫкә алырғамы?.. Бөтә кешеләрҙе лә яфалаған өсөн иҫкә алырғамы? Нинаны, һеҙҙе, мине... Бер кемгә лә бәхет күрһәтмәгәне өсөнмө? Юҡ, булдыра алмайым...

426


Шаргаев (һикереп тора). Сығып кит бынан, динһеҙ! Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Мәрхүм тураһында шулай һөйләмәһәң?!

Николай. Ә нисек һөйләргә?

Шаргаев. Яҡшыһы тураһында ғына.

Ата. Ни өсөн?

Шаргаев. Тәртибе шулай... Ниңә формаһын боҙорға...

Ата. Үлеүен бөтәһе лә үлә... Уның өсөн миҙал бирмәйҙәр. Үлеү ул космосҡа осоу түгел...

Әсә. Ҡарт түмәр! Туған улың тураһында нимә һөйләйҙәр бит, етмәһә, иҫкә алғанда... ә һин... һай, әҙәм аҡтығы! (Николайга.) Ни бысағыма тип килдең, әйтергә йүнле һүҙең булмағас... Ниңә килдең?

Николай, һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашырға... (Араҡы эсә.)

Ут һүнә.

Максим Пакутович фатиры. Эңер ваҡыты. Драгун яңғыҙы тәҙрә эргәһендә ултыра. Телефон шылтырай. Драгун трубканы

ала.

Драгун. Тыңлайым... Юҡ, һеҙ яңылыштығыҙ, мин ул түгел... Юҡ... Белмәйем, оҙаҡламай ҡайтыр.„ Мин — бер кем дә түгел. Бында нимә эшләйемме? Йондоҙҙарға ҡарайым... Юҡ, телескопһыҙ ғына... һеҙ ҙә ҡарағыҙ, бик ҡыҙыҡ... Ярай, әйтермен... (Трубканы ҡу я.)

Әкрен генә ишек асыла. Буслай инә.

Буслай (күцелһеҙ генә). Был тирмәлә кем йәшәй?

Драгун (утҡабыҙып). Ин...

Буслай. һаумы!

Драгун. Сәләм... Эштәр нисек?

Буслай. Әкиәттәге кеүек. Бынан бер сәғәт элек кенә аҫылынғайным...

Драгун (аптырап). Нимә-ә-ә?

Буслай. Бына шулай! Котельныйҙа бауҙың бер осон ырғаҡҡа, икенсе осон муйыныма бәйләнем дә ҡаҙан өҫтөнән һикереп төштөм.

Драгун. Аҡылыңдан яҙырһың!

427


Буслай. Ырғаҡ кирбесе-ние менән стенанан емерелеп килеп төшмәҫме башыма! Ну төҙөйҙәр ҙә һуң, идрит- кудрит! Аҫылынырға ла мөмкинлек юҡ!

Драгун (бер аҙ торгас). Нимә тип әйтәйем инде! Алйот... Әйҙә, ултыр... Ашағың киләме?

Буслай. Эсергә бир!

Д р агун. Ашағың киләме, тим?

Буслай. Шайтан алғыры. Үҙегеҙҙең ҡыҙғаныуҙары- ғыҙ менән туйҙырып бөтөрҙөгөҙ инде! Изге кешеләр! Нимә эшләттегеҙ һеҙ мине? Шундай ауыр миңә, хатта араҡы ла алалмай!

Д р агун. Ҡысҡырма...

Буслай. Хужа ҡайҙа?

Драгун. Оҙаҡламай ҡайтыр...

Буслай. Кем һуң ул? Теге төндән бирле мин гипнозланған кеше һымаҡ йөрөйөм!!! Йөрәгем тыныс түгел! Мин хатта ҡырына башланым!

Д р агун. Электробритва бүләк итәйемме?

Буслай. Ҡуй әле! һин миңә шуны әйт: ҡайҙан ул бөтәһен дә белә? Ун ике йыл әсәм, һис туҡтай алмайым... Ни өсөн шулай? Белмәй инем... Ә ул... һин йоҡлағайның, төн буйына минең йәнемде, колбаса тураған һымаҡ, киҫәктәргә тураҡланы... Беләһеңме ул нимә тине? Кешенең йәне — урғылып, ҡайнап торған шишмә ул! Ошо шишмә һымаҡ һинең йәнең дә кешеләргә бәхет, шатлыҡ килтерергә тейеш, тине. һис юғында, йәнеңдә кескәй генә инеш булһа ла сылтырап ағып торорға тейеш, тине. Ә минең йәнем ҡороған инеш һымаҡ, буп-буш ине! Шуға күрә лә ул ғазаплана башланы! Лайла менән ҡапланды, болғансыҡланды... Шишмә түгел, ә күләүеккә әйләнде... Бысраҡ, һаҫыҡ күләүеккә... Ҡырҡ йыл! Бер генә кешегә лә изгелек эшләмәнем, бер кемде лә йылытманым, кеше ҡайғыһы өсөн бер генә тапҡыр ҙа иламаным, ҡайындар ултыртманым! Ә үҙем ала ғына белдем, кеше йылыһына йылындым, кеше ултыртҡан ағастарҙың ботаҡтарын һындырҙым... Бына шулай түбәнгә тәгәрәнем дә мин! Урамға сығып, айға ҡарап, бүреләй олойһом ғына ҡалды... Нимә? Нимә һин ауыҙыңды йыраһың?

Драгун. Бир ҡулыңды...

Буслай. Кит әле бынан!

Драгун. Бир ҡулыңды!

Буслай. Ошо ҡулым менән берҙе тондорормон үҙеңә... Әкиәтсеңә лә...

428


Драгун. Ни өсөн?

Буслай. Дөрөҫлөк өсөн.

Драгун. Бик дөрөҫ эшләйһең... Дөрөҫлөк өсөн һәр саҡ туҡмайҙар...

Буслай. Ҡара һин уны, паразит, ниндәй хәйләкәр! Ун йыл буйына гел ошо бер һүҙ: ташла әсеүеңде! Үҙеңде харап итмә! һинең бит ғаиләң бар! Кеше ҡиәфәтен юғалттың бит инде! Ташла әсеүеңде! Ә ул, төнө буйына һөйләштек, бер мәртәбә әсеүеңде ташла, тимәне... Бесәй тырнаҡтары менән йәбешкән һымаҡ, минең йәнемә йәбеште... Идрит-кудрит! Мин инде, йәнем бөтөнләй ҡалмағандыр, тип уйлағайным... Ә ул... күҙҙәремә туп- тура ҡараған... Әкиәтсе тиһәң дә, әкиәтсе! Ну, Михей бабай! һин белмәйһеңме, ни өсөн ул әкиәттәр яҙа? Гел әкиәттәр генәме?

Драгун. Бәлки, шуның өсөндөр, беҙ бөтәбеҙ ҙә бик уҡымышлы булып киттек, аҡыллыға әйләндек, әңгәмә һатырға яратабыҙ... элекке ғәҙәт буйынса, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшәбеҙ... Әкиәттәрҙе юҡҡа сығарабыҙ... Әлбиттә, әкиәт ул, дөйөм алғанда, ысынбарлыҡ түгел, ә кешегә дөрөҫлөк кәрәк. Кәрәк, әлбиттә! Кем бәхәсләшә? Ләкин әкиәт тә кәрәк бит... Әкиәт тә, йыр ҙа...

Буслай. Ә мин үҙемдең улыма әкиәттәр һөйләмәнем, айныҡ сағымда ҡатыным менән бер генә йыр ҙа йырламаным... Оялдым! Беләһеғ^ме нәмә менән шөғөлләндем? Аҡса эшләнем! Өйөбөҙ булһын, тинем, гарнитур булһын, тинем, холодильник, водопровод, көнөнә өс тапҡыр котлет... Бына бығырлап торған өйөбөҙ ҙә булды, гарнитур алдым, водопровод үткәрҙеләр, бер туҡтауһыҙ котлет ашайбыҙ... Ә артабан? Ауылда йәшәнем — дача кәрәкмәй... Булды! Килеп еттек, малайҙар... Аттарҙы туғарығыҙ, рюмкаларға һалығыҙ... Бына шулай итеп, Хоҙай бирмеш һәр көн рюмкаларҙы тултыра инем... һәм барып та еттем! Ҡаҙалып китһен һинең ул яҙыусың!

Драгун. Нишләп минеке генә булһын? Хәҙер һинеке лә инде...

Буслай. Ни бысағыма ул теге ваҡытта мине өйөнә алып ҡайтҡан? Ниңә минең йәнемде аҫтын-өҫкә килтерҙе? Хәҙер миңә нимә эшләргә?

Драгун. Бөтәһен дә өр-яңынан башларға...

Буслай. Ҡырҡ йәштәме?

Драгун. Элегерәк барып сыҡмаған, нимә эшләйһең... Бер кем дә ғәйепле түгел.

429


Буслай. Бөтәһенә лә үҙем генә ғәйеплеме ни? Бер үҙем генәме?

Драгун, һин һаман да аңламаныңмы ни әле?

Буслай. Ялған! Мин хәҙер һиңә иҫбат итеп бирәм... Кесе йәштән үк беҙҙе нимәгә әҙерләнеләр? Ауырлыҡтарға! Шулаймы? Шулай... Ҡайҙа ул хәҙер ауырлыҡтар? Ҡайҙа? Бер ҡапҡорһаҡ ағай магазинда ит юҡлыҡҡа зарлана. Ә паразит, миңә ышаныс, маҡсат, сафлыҡ етмәй, тип әйтмәй бит... Ит етмәй, йәнәһе! Ошомо ауырлыҡ? Был — бирәнлек! Беҙҙе быға әҙерләргә кәрәк түгел! Тормош бер-ике тапҡыр ауыҙыңа килтереп һуҡһа, ҡайҙа башыңды эйергә, ҡасан тешеңде ҡыҫырға үҙеңдән үҙең өйрәнәсәкһең. Үлмәйһең. Ә бына еңел тормошта бөтәһе лә әҙергә хәҙер йәшәгәндә нисек боҙолмай ҡалырға бер кем дә өйрәтмәй!.. Еңеллекте еңел генә үткәреп ебәреп була тип уйлайҙар! Шиш! Булмай торһон! Беләһеңме, минең атай менән әсәй үҙ ғүмерҙәрендә ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәнеләр?! Хоҙай күрһәтмәһен! Ә бит барыбер йәшәнеләр! Ә мин... бер ваҡыт үҙемә үҙем һорау бирәм: нимә өсөн һин йәшәйһең, Андрюша, тим? Үҙемдән һуң нәҫел ҡалдырыу өсөн генәме? Уныһын тәлмәрйендәр ҙә булдыра... Балаларым минән яҡшыраҡ йәшәһен өсөнмө? Ә ул яҡшыраҡ тигәнде нисек аңларға? Тәмлерәк ашаһындар, яҡшыраҡ кейенһендәр, йомшағыраҡ түшәктә йоҡлаһындар өсөнмө? Шул ғынамы? Был ниндәй маҡсат булһын, ти? Бына бит мин атай менән әсәйҙән яҡшыраҡ, тынысыраҡ, күңеллерәк йәшәйем. Ә ниңә һуң миңә рәхәт түгел! Ниңә минең йәнем әрней? Кешенең бәхете тәмле ашауҙан, һылыу бисә менән йоҡлауҙан, көс түкмәйенсә генә көрәп аҡса алыуҙан ғына ғибәрәт түгел бит әле. Бәхет шунан ғына торһа, ул йәшәүҙең нимәгә кәрәге бар?..

Драгун. Йөҙәтеп бөтөрҙөң инде үҙеңдең бөтмәҫ һорауҙарың менән! Кешеләр үҙҙәренең күңелдәрен күреү өсөн генә йәшәмәйҙәр, ә яҡшыраҡ, матурыраҡ булыу өсөн тырышалар...

Буслай. Әлбиттә! Тик ҡайһы ваҡыт береһен икенсеһе менән бутайҙар...

Драгун. Бәлки. Бәлки, шулай ҙа булалыр. Ләкин килер бер көн, уға күп ҡалманы инде, кешеләр, үҙҙәрен күңел ғазабынан, икеләнеүҙәрҙән, эске тарҡаулыҡтан фәҡәт мөхәббәт, ышаныс, бер-береңә иғтибарлылыҡ, тә- рән сафлыҡ ҡына ҡотҡарасағын аңлаясаҡтар... Беҙгә үҙе

430




беҙ яҙған лозунгыларға шикләнеп ҡарарға түгел, ә уларҙы тулыһынса ҡабул итергә кәрәк. Аҡыл менән дә, йөрәк менән дә! Ваҡыты еткәс, барыбер ҡабул итәсәкбеҙ...

Буслай (нуҡыш күрһәтеп). Бына! Бына бер ҡулдыҡы, ә бына икенсе ҡулды ҡы Бына быныһын аңларбыҙ, быныһын ҡабул итербеҙ! Йүләр ул һинең әкиәтсең! һине лә йүләргә әйләндереп бөтөргән! Йүләрҙәр һеҙ...

Драгун. Йүләр, имеш... Ниңә һин уны шулай тип атайһың? Ғәҙәттән тыш берәй сәйер эш эшләнеме, әллә берәй һүҙ әйттеме? Аңлатып бир әле!

Буслай. Урамдан өйөнә алып ҡайтҡан бит!

Драгун. Шулай булғас ни...

Буслай. Өндәшмә! Нормаль кеше уҙа ла китә, туҡтай ҡалһа инде, һуңынан барыбер милицияға тапшыра... Ә ул милицияға тапшырмаған! һине лә иркәлэй, теге Али- наны ла...

Драгун. Аңламайым, бында ғәжэпләнерлек нимә бар? Ғәҙәттәге кешелеклелек, кеше хәленә инә белеү — шул ғына! Йүләр, имеш! Фәлсәфәнең сигенә сыҡтыҡ! Намыҫ законы буйынса йәшәгән, боролмалы һуҡмаҡтан йөрөмәгән, күңел сафлығын һаҡлаған һәм яраҡлашмаған кешеләрҙе беҙ йүләргә һанайбыҙ... Белгең килһә, ул да ҡасандыр һинең хәлеңдә булған! Еңел йәшәгән, ләкин еңел йәшәүҙең үлемгә тиң гонаһ икәнен аңлаған... Ә хәҙер бөтә булғанын тулыһынса кешеләргә бирә! Шулай кәрәк! Бирергә, бирергә, бирергә! Ни тиклем күберәк бирһәң, шул тиклем тынысыраҡ йоҡлаясаҡһың, тормошоң да шатлыҡлыраҡ буласаҡ, хатта үлемде лә йылмайып ҡаршы аласаҡһың... Бәлки, ул һине кешегә һанағанға йүләрҙер?

Буслай. Мин үҙемде кешегә һанамайым, ә ул һанай! Бынан уға ни файҙа? Уның башҡа эше юҡмы ни? Яҙһын үҙенең әкиәттәрен, ә кешенең йөрәген тикшермәһен!

Драгун, һин ниңә килдең!

Буслай. Ошо аҡылынан яҙған ҡартласҡа, мин һеҙҙе күрә алмайым, тип әйтергә килдем!

Драгун (бер аҙҙан). Эйе-е... һинең ишеләргә, моғайын, был буҫағаны атлап инергә ярамайҙыр... һинең һы- маҡтар менән ошо милицияла ғына һөйләшергә кәрәктер инде... Сығып кит бынан! Ишетәһеңме? Хәҙер үк сығып кит!

Буслай (уҫал). Юҡ, мин уны көтәм әле... Мин уға бөтәһен дә әйтәм!

431


Ишек шаҡыйҙар.

Бына, хужа ла ҡайтты. Әйҙә, күк аллаһының ярҙамсыһы, түрҙән үҙ!

Милиционер инә. Буслай аптырап ҡала.

Милиционер. Рөхсәтме?..

Драгун. Хәйерле кис...

Милиционер (тәүҙә Буслайга, унан Драгунга к,а - pan). Максим Данилович Пакутовичмы?

Драгун. Александр Петрович Драгун. Милиционер. Был егерме алтынсы квартирамы?

Д р агун. Эйе.

Милиционер. Бында бит...

Дра гун. Максим Пакутович йәшәй... Милиционер.Ә ул үҙе ҡайҙа?

Драгун. Оҙаҡламай ҡайтыр.

Милиционер.Ә һеҙ кем булаһығыҙ? Уның дуҫымы? Драгун. Юҡ!.. Пациент...

Милиционер. Нимә? Нимә?

Драгун. Па-ци-ент...

Милиционер, һеҙ нимә, ауырыумы әллә?

Д р агун. Терелеп киләм инде...

Милиционер. Шулай, шулай... Тимәк, дөрөҫ яҙғандар...

Д р а гун. Ә нимә тураһында яҙғандар? Милиционер. Был квартирала ғәҙәттән тыш эштәр эшләнеүе тураһында...

Д р агун. Дөрөҫ яҙғандар...

Милиционер. Т өрлө йыйылыштар була, ниндәйҙер кешеләр пропискаһыҙ йәшәйҙәр, тип яҙғандар... (Буслайга.) һеҙ кем? Пациентмы әллә ординатормы? Буслай (сырайын һытып). Медбрат...

Драгун. Уның Пакутовичҡа бер ҡатнашы ла юҡ. Милиционер. Барыбер бында йәшәй бит?

Драгун. Юҡ. Ул... миңә килгән. Былай ғына... Милиционер. Ә һеҙ бында тораһығыҙмы?

Драгун. Күреүегеҙсә...

Милиционер. Пропискағыҙ ҡайҙа?

Драгун. Паспорт күрһәтергәме?

Милиционер. Ҡайҙа яҙылғанһығыҙ, тим?

Д р агун. Мир урамы, йөҙ ҙә бишенсе йорт...

432


Милиционер. Туҡтағыҙ эле, туҡтағыҙ... Тимәк, Драгун-

Драгун. Ул минец атайым.

Милиционер. Бына нисек икән! Ә нишләп һуң һеҙ бында? Пропискаһыҙ ярамай бит...

Драгун. Прописка менән дә ярамай. Хәҙергә...

Милиционер. Мин бит милиционер, һеҙҙең тел төбөгөҙҙө, кинәйәләрегеҙҙе аңламайым... (Буслайга.) Ә һеҙ ҡайҙа яҙылғанһығыҙ?

Буслай. Мин...

Драгун (бүлдереп). Бында әллә ни аңлайһы юҡ. Мин бынан өс ай элек, яҡшы тәртибем өсөн, срогынан алда азат ителгәйнем...

Милиционер. Ҡайҙан азат ителгәйнең?

Д р агун. Ял йортонан түгел, әлбиттә...

Милиционер. Ултырҙыңмы ни?

Драгун. Юҡ, ултырманым, урман киҫтем...

Милиционер. Паспортыңды күрһәт...

Драгун паспортын күрһәтә.

Нимә өсөн ултырҙың?

Дра гун. Бер ғәйепһеҙгә!

Милиционер. Юҡты һөйләмә!

Драгун. Ә һин тыңлап бөт! Мин бик яҡшы беләм, беҙҙә юҡҡа ултыртмайҙар. Булды инде. Тыуған көн кисәһенән ҡайтып килә инем... Артыҡ иҫерек тә түгел инем, бик үк айныҡ та булмағанмындыр инде... Күрәм: бер ҡолға һымаҡ егет бер ҡыҙҙы ҡыйнай... Йүгереп килдем дә сикәһенә ҡундырҙым! Теге башы менән асфальтҡа барып төштө, яйһыҙыраҡ ҡолағандыр, күрәһең — мейеһе һелкенгән! Милиция, протокол... Иҫерек килеш һуғышыу... Атайға шылтыратҡандар... Ә ул: «Хөкөм итегеҙ көсөктө! Беҙҙә закон бөтәһенә лә бер!» — тигән. Эш судҡа барып етте. Ә ул һылыуҡай был ҡолғаның кәләше булып сыҡты... Ул уны йоҙроҡ менән бер аҙ өйрәткеләп алған икән. Бына судта ошо ҡыҙыҡай, был — хулиган, үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашырыу өсөн миңә урамда бәйләнде, тип әйтеп Һалмаһынмы?! Йкенсе төрлө әйткәндә, мин уны көсләргә уйлағанмын булып сыға. Ә уның намыҫлы рыцары, үҙенең Джульеттаһын яҡлай башлағас, уны һуғып йыҡҡанмын, йәнәһе... Судья, шулай булдымы, тип һорай. Ә мин, аңғыра һарыҡ һымаҡ аптырап, теге

433




ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап ҡатҡанмын, ә үҙем, ни өсөндөр, эйе, шулай, тип яуап бирәм.

Милиционер. Үҙең дә алйот икәнһең!

Драгун. Әлбиттә, алйот... Бына ошо алйотлоғом әсән бер йылды сәпәнеләр ҙә инде. Ә атайым хатта судҡа ла килмәне. Бик принципиальный кеше ул...

Милиционер. Үпкәләп ҡайтмай йөрөйһөңмө ни инде?

Драгун. Асыуҙан... Унда^саҡта көн һайын, секунд һайын йөрәгемә ҡан һауҙы... Йәнемдә асыуҙан башҡа бер нәмә лә ҡалманы... Фәҡәт асыу, фәҡәт асыу... Ниндәйҙер динамитҡа оҡшап ҡалдым. Бер сатҡы булһа — шартлап китергә торам... Ярай инде, срогынан алда сығарҙылар... Ҡалаға ҡайтҡас та үс алыу планын ҡора башланым... Граф Монте Кристо һымаҡ... Беренсенән, теге ҡыҙыҡайҙы, тап үҙе судта һөйләгәнсә, көсләргә уйланым! Арлы-бирле мине таный ҡалһалар, тип, алиби ҙа әҙерләнем.

Милиционер. Аҡылыңдан шаштыңмы әллә?

Драгун. Икенсенән, тегенән сыҡҡас та, нисек һәм нимә өсөн ултырыуым тураһында атайыма хат яҙып һалдым... Бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен, тип аҫҡа яҙып ҡуйҙым. Был да аҙ һымаҡ тойолдо... һирәк-һаяҡ бәхетһеҙлеккә төшкән, ғәҙелһеҙлектән кешелеклеген юғалтҡан йәш егет ҡиәфәтендә уның күҙенә сағылғылай башланым... Үс алыу теләге кешене алйотҡа әйләндерә... Ярай әле, бәхетемә Пакутович осраны. Уға бөтәһен дә һөйләп бирҙем... Аңлайһығыҙмы, бына уға бөтәһен дә һөйләйһе генә килеп тора... Күрәһең, кешене тыңлай беләлер инде...

Милиционер. Ул һине уйҙарыңдан баш тартырға өгөтләнеме?

Драгун. Юҡ... Ҡолаҡ төбөнә тондорҙо...

Милиционер. Нисек?

Драгун. Йоҙроғо менән. Ниндәй уйҙар менән йәшәйһең һин, ҡәбәхәт, ти. Үҙеңде тыуҙырған ерҙе бысратып йәшәгәнсе, бар, һыуға ташлан, ти... Яҡшылыҡ эшләгән өсөн яза алғанһың икән — бик һәйбәт. Йәшһең, һау- сәләмәтһең, нимә ул һинең өсөн дүрт ай, ти. Мин бит бөтәһе дүрт ай ғына ултырҙым... Ярай, ныҡлап тикшереп тормайынса рәнйеткәндәр икән, күңелең бит һинең саф! Ниңә һин уға бысраҡ тултыраһың, ти. һин күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың, теге бәхетһеҙ ҡыҙыҡайҙың ниндәй ғазап кисергәнен! Ул үҙен ғүмерлеккә язаланы! Ҡартайған -

434




сы һин уның төшөнә инәсәкһең, ти... Ә теге әҙәм аҡтығы менән уның бер ниндәй ҙә мөхәббәте лә, шатлығы ла булмаясаҡ, ти. Ә һин алйот, үс алырға йыйынаһың! Ғәфү итһәң, был үс алыуҙан да ҡурҡынысыраҡ, ти. Тыныслан, йөрәгеңә ял бир, ти. Асыуың бөткәнсе минең эргәмдә йәшәп тор, ти. Бына йәшәп ятам инде.

Милиционер. Быны нисек аңларға инде? Уға квартираға индеңме ни?

Драгун. Шулай булып сыға инде... Уның менән рәхәт... Бәләкәй саҡта әсәйем менән шулай рәхәт була торғайны. Иркәләй ҙә, кәрәк саҡта әрләп тә ала... Ул әкиәттәр яҙа...

Милиционер, һинән күпме ала ул?

Драгун. Минән нимә алһын ул? Стипендияға йәшәйем... Ул мине үҙе ашата...

Милиционер. Былай ғынамы?

Драгун. Юҡ, ҡашыҡтан ашата...

Милиционер. Ә һинең бында икәнеңде атайың беләме?

Драгун. Юҡ...

Милиционер. Быныһы шәп түгел...

Драгун. Беләм... Насарлыҡ эшләгән кеше ҡурҡыныс түгел, ә ғәфү итә белмәгән кеше ҡурҡыныс...

Милиционер. Артыҡ аҡыллы һөйләйһең...

Драгун. Ул шулай тине...

Милиционер. Туҡтәле, туҡта... һинең атайың ниндәй насарлыҡ эшләне? һин нимә булғанын бөтәһен дә ҡасан һөйләп бирҙең уға?

Драгун. Үҙе лә һораша ала ине. Ә ул протоколға ышанды...

Милиционер. Шулай... ысынлап та был квартира бикләнмәйме?

Драгун. Эйе, дөрөҫ...

Милиционер. Бер ҡасан дамы?

Драгун. Биге бөтөнләй юҡ.

Милиционер ишеккә бара, асып ҡарай.

Милиционер. Ҡара һин уны... Ә берәйһе килеп инһә?

Драгун. Бурҙармы? Ә нимә алһындар улар бында? Иҫке яҙыу машинкаһынмы? Бынауы телевизорҙымы? Ул

435


уны бер ваҡытта ла ҡарағаны ла юҡ, эшләйҙерме, юҡ- тырмы?

Милиционер. Ни өсөн?

Драгун. Ә нимә?

Милиционер. Бикһеҙ йәшәргә? Күрегеҙ: бына мин ниндәй, тигән һымаҡ? Нимә, ул бөтәһенән дә яҡшыраҡ, намыҫлыраҡмы ни?

Драгун. Юҡ. Ул, беҙ уйлағанға ҡарағанда кешеләр яҡшыраҡ, тип иҫәпләй... Шуға ишектәрен асыҡ тота... Өйөнөкө лә асыҡ, күңеленеке лә. Ҡапыл да берәйһе инер?

Милиционер. Бәлки, ул бик теүәл түгелдер? һин нисек уйлайһың?

Драгун. Ә һеҙҙең менән беҙ теүәл кешеләрме? һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Милиционер. Ярай, теләһәгеҙ нишләгеҙ! Мин уның өҫтөнән яҙған хатты ғына тикшерҙем. Юҡ нәмә менән баш ҡатыралар! һеҙ бында араҡы эсеп ятмайһығыҙмы?

Буслай. Бик эсер инектә... Бирмәйҙәр.

Милиционер. Әһә. Тауышы сыҡты. Нишләп был бер ҙә һөйләшмәй, тип уйлағайным? Ултыра ла ултыра.

Буслай. Әйтергә һүҙ юҡ...

Милиционер (Драгунга). Ә бисәләр булғылайҙармы бында?

Драгун. Ҡатын-ҡыҙ килгеләй...

Милиционер. Уларға мөмкин. Бына пропискағыҙ юҡ... Ярай, мин һеҙҙең паспортығыҙҙы күрмәнем, тип иҫәпләйек... Тик һин шулай ҙа атайыңды күреп кил. һин, егеткәй, күреүемсә, үҙең дә бик йомро-йомшаҡ түгел!.. Үҙеңә ҡарата ла талапсан булырға кәрәк...

Драгун. Бына... Квартираға килеп инеүегеҙгә ун минут та ваҡыт үтмәне, ә яҙыусы Пакутович һымаҡ һөйләшә башланығыҙ...

Милиционер. Милиционер булып һөйләшәм мин, милиционер булып...

Драгун, һеҙҙе бында минең атайым ебәрҙеме?

Милиционер. Хеҙмәтем ебәрҙе мине. Сигнал, һин белмәйһеңме, ниңә кешеләр бер-береһен яратмайҙар икән?

Драгун. Беләм, сөнки улар үҙҙәрен яратмайҙар.

Милиционер. Ярай-й... Теге намыҫлы гражданин тағы нимә менән ҡәнәғәт түгел ине әле? Ә-ә... Алкоголиктарҙы һәм һәр төрлө ышанысын юғалтҡан шәхестәрҙе

436


эйәләштерә... (Йылмайып.) Иллә кешеләр яҙырға өйрәнделәр ҙә һуң! һеҙ быныһына нисек ҡарайһығыҙ?

Драгун. Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Бынан бер ай элек төндә кешене урамдан табып алып, өйөнә алып ҡайта. Яп-ябай итеп әйткәндә, уны туңып үлеүҙән ҡотҡара... Мин бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәйем. Ярай, насар шәхес тә булһын, ти, нимә, уны ҡар аҫтында туңдырып үлтерергәме ни?

Милиционер. Аңланым, аңланым... Терпе һымаҡ тырпайырға ғына тораһың! Мин бер нәмә лә әйтмәйем бит... Өйөнә алып ҡайтып бик дөрөҫ эшләгән. Бына миңә лә берәүҙе ҡар аҫтынан сығарырға тура килде. Ҡыш буйына ятҡан. Туған атаһы күргәс, таныманы!.. Бында ҡарар ере юҡ бит, пальтоһын күрһәтегеҙ, ти. Пальтоһы менән паспортын күрҙе лә, осоп барып еткәнһең, ҡауҙы, ти, ҡанаттарың ҡайырылған, ти...

Драгун. Ә ниңә ҡауҙы?

Милиционер. Фамилияһы шундай хикмәтле уның... Нисек һуң әле? Була бит әле шундай бер ҡош — ҡауҙы... беҙҙең яҡта...

Буслай. Бусел... Йәки аист...

Милиционер. Тап үҙе! Буслай... Мин әле уйлап та ҡуйҙым: беҙҙең яҡ фамилияһына оҡшаған да, оҡшамаған да һымаҡ... һирәк осрай торған фамилия...

Буслай {ҡапыл гасабиланып көлә башлай). Ха-ха- ха!!!

Милиционер, һин нимә?

Буслай. Ә ҡайҙан ул?

Милиционер. Цибульковский районынан.

Буслай (һаман да


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   22   23   24   25   26   27   28   29   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет