Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет24/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   20   21   22   23   24   25   26   27   ...   40

Андро (тиҙ генә сыгып). Нимә булды?

Марго. Беҙ һөйләшеп бөттөк.

Андро. һөйләшеү ысын йөрәктән һәм дуҫтарса шарттарҙа үткәндер, тип уйлайым. Тик шуныһы шикле, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмағанса бик ҡыҫҡа тоттоғоҙ! (Маргоныц толагына гына.) Тағы аҙыраҡ һөйләшегеҙ әле, унда кейәү егете киреләнеп булаша! Уны нисек тә һындырырға кәрәк! Итеген кейҙерәһе генә ҡалды! (Ишетелерлек итеп.) Кошер, ҡәҙерлем, һин шундай матур итеп һөйләй беләһең, Марго һине иртәнгә тиклем тыңларға ла әҙер! Мин хәҙер! (Сандроларга инеп китә.)

Марго. Йә, һөйлә! Ниндәй яңылыҡтар бар? Беҙгә һине ниндәй елдәр килтерҙе?

Кошер. Ел тиһең? Андро бер нимә лә әйтмәнеме ни?

Марго. Ниңә әйтмәһен, әйтте, һинең үлеп кейәүгә сығаһың килә, тине...

Кошер. Кейәүгә? Минме?

Марго. Ниңә, шулай түгелме ни? Минең ирем янына «йондоҙҙар» ҡыҫтырып юҡҡа йөрөнөңмө ни? Ҡыланған була тағы! Сығаһың килә бит инде!

Кошер. һинең ирең үҙе минең башымды ҡатырҙы! «Сыҡ инде, берүк, шуға! — ти. — Йоҡоһоҙ ҡалды бит, төштәрендә лә һинең менән һаташа», — ти.

Марго. Иремдең шул тиклем тел биҫтәһе икәнен белмәй инем әле! Беҙ Сандроны икәүләп көнө-төнө өйлән тип өгөтләйбеҙ, ә ул яҡын да килмәй!

Кошер. Ысынлап әйтәһеңме?

Марго. Ә һин нисек уйлайһың? Бына һиңә шул: тәҡдим яһай икән, риза бул да ҡуй, баһаңды күтәрмә!

Кошер. Ҡара һин уны, Андро мине күндергәнгә бүтән кеше булһа, шатланып бөтмәҫ ине...

Марго, һинең кеүек йомшаҡ бисәне күндереүе әллә ни ауыр булмағандыр!

Кошер. Уныһын беҙ ҡарарбыҙ әле. Минең арттан Сандро ишеләр генә йөрөмәне, бөтәһен дә кире бороп ебәрҙем. Үҙенә сәләм тапшырығыҙ!

Марго, һин ҡайҙа? Кошер! Улай ярамай бит инде! (Ҡыскырып.) Андро, ҡайҙа юғалдың? Был ҡаса бит! Сығынлай башланы! (Кошерҙы ебәрмәй тора.)

368


Андро (Сандроны көсләп һөйрәп сыгара). Беҙ бында. Ебәрмә уны!

Марго. «Ебәрмә» тип һиңә әйтеүе еңелдә ул.

Андро. Кошер, ҡәҙерлем, ниндәй уҫал себен тешләне үҙеңде?! (Сандроны Кошерга табан өҫтөрәй, икеһенец дә ҡулдарынан алып.) Кошер, һин оялма! Сандро, ҡыйыуыраҡ бул! Тынысланығыҙ! Аңығыҙға килегеҙ! Тигеҙ итеп тын алығыҙ! Их, мөхәббәт, мөхәббәт! Ҡай саҡ уны шул тиклем ҡулда тотоуы jiybip — ысҡынып китергә генә тора! Шулай бит, Марго! Йәш кеше, ҡыҙ менән ҡул биреп күреш инде! Ҡыйыуыраҡ, ҡыйыуыраҡ!

Сандро (уцайһыҙланып). Хәйерле кис... ҡунаҡ...

Андро. Уның исеме бар — Кошер... (Уны ултыртып.) Ултыр, Кошер!

Сандро ултырырға итә.

Ә һин ҡатын-ҡыҙ янында баҫып тор!

Сандро аяҡ өҫтө торған килеш ҡала.

Марго, минеғ^сә, һиңә табын әҙерләргә ваҡыт?

Кошер. Минең өсөн булһа, кәрәкмәй.

А н д р о. Ә Сандро менән беҙ асыҡтыҡ.

Марго китә.

Эх, Кошер, һин дә бында булғас, беҙгә ниндәй күғ!,елле! Шулай бит, Сандро?

Сандро (тертләп), һин... миңә өндәштеңме?

Андро (Кошерга). Тулҡынлана егет... Быға һин ғәйепле! һин уны аҡылдан яҙҙырҙың! һинең һүрәтеңде көндөҙ түш кеҫәһендә йөрөтә, төндә мендәр аҫтына һалып йоҡлай.

Кошер. Эйе, ышанды, ти! һеҙ уны көскә күндергәнһегеҙ. Минең турала ишетәһе лә килмәгән.

Андро. Аҡылыңа кил! Кем әйтте уны?

Кошер. Марго әйтте.

Марго (баҫҡыстан ҡысҡырып). Табынға рәхим итегеҙ!

Андро (уга). Телеңә тилсә сыҡҡыры...

Марго. Ни өсөн?

369


Андро. Телең ауыҙыңа һыймаған өсөн! Ашыҡтырма беҙҙе! Беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк. («Йәштәр»гә.) һеҙ, йәштәр, шунда тормош тураһында... ай тураһында... һөйләшә тороғоҙ, мин аҙыраҡ Маргоға булышайым. Хәҙер сығырмын. (Марго менән ситкәрәк, китә.)

Сандро (бер аҙ һүҙһеҙ торгандан һуц). Ниндәй яңылыҡтар бар, Кошер?

Кошер. Яңылыҡтармы? Америкала президентты эшенән төшөргәндәр, тип һөйләйҙәр...

Сандро. Президентты? Кит унан! һин ишеттеңме әле, Муртузды ла төшөргәндәр бит!..

Кошер. Муртузды? Уныһы кем тағы?

Сандро. Муртузмы? Төнгө директор — беҙҙең ҡарауылсы.

К о ш е р. Ә уны ни өсөн?

Сандро, һантый, нимәлер урлаған... Тағы ниндәй яңылыҡтар бар?

Кошер. һин мине яңы хәбәрҙәр һорашырға саҡырҙыңмы ни?

Сандро. Мин саҡырҙыммы? (Иҫенә төшөрөп.) Эйе! Әлбиттә! Тормошта бөтәһе лә ошо яңы хәбәрҙәрҙән башлана.

Кошер. Ә һиндә ниндәй яңылыҡтар бар?

Сандро. Нисек әйтергә инде? Бөтәһе лә һиңә кәрәк саҡта иҫкә лә төшмәй бит әле ул...

Уларҙы баҫҡыстан Марго менән Андро күҙәтеп тора.

Кошер. һиңә эҫе түгелме? Кис бик йылы бит, ниңә башыңа папаха кейҙең? һалып ҡуй!

Сандро [шатланып папахаһын һала). һине күптән күргәнем юҡ ине. Үҙгәргәнһең... Матурланып, йәшәреп киткәнһең...

Андро (Маргога). Аллаға шөкөр, башланды! (Марго өйгә инеп китә.)

Кошер. Сандро, дөрөҫөн генә әйт әле: мине бында һин саҡырттыңмы, әллә Андро үҙ белдеге менән генә алып килдеме?

Сандро, һиңә нисек әйтергә инде... Нисектер бер мин Андроға әйткәйнем, ҡыҙғаныс бына... шундай һәйбәт ҡатын... яңғыҙлыҡта ғүмерен заяға үткәрә, тип... ул шуны онотмаған... Ә миңә был йәштә ул турала һүҙ ҡуҙғатыуы

370




уңайһыҙ... Бигерәк тә ауырыуҙан һуң... Бик һәйбәт булыр ине лә... Тик бына нисек инде?

Кошер. һин мине үҙеңдең звеноңа шуның өсөн алманыңмы?

Сандро. Шуның өсөн. Мин бит һинән бик күпкә оло... Бәлки, һиңә йәшерәк кеше тура килер...

Кошер. Кешенең йәше йылдар менән иҫәпләнәме ни?.. Кешенең күңеле йәш булһын... Бына күңел ҡартайһа... Минеңсә, һин ундайҙарҙан түгелһең...

Андро (кәрәсин фонарҙары күтәреп өйөнән сыга). Ғәфү үтенәм, йәштәр. Миңә фонарь кәрәк ине, Сандро. Бына ошондай. Ҡайҙа икән һинең фонарың?

Сандро (асыуын тыйып). Бына, кеҫәмдә. Нимә йөрөйһөң һин утҡа баҫҡан кеүек? Нимәгә ул фонарь?

Андро. һин, Кошер, ғәфү ит инде, ашығыс эш бар. Сандро, һинең фонарың бар ине бит?

Сандро. Тапҡан ваҡыт... Бында мин үҙем фонарь кеүек янам... Йәле, юғал күҙ алдымдан, ишетәһеңме? Әҙәпһеҙ һин!.. Шундай ваҡытта кәрәк бит килеп тығылырға?! Ниндәй һүҙҙе бүлдерҙе... Бар, ана һарайҙан эҙлә!

Андро. Ғәфү үтенәм! (һарайга инеп китә.)

Сандро. Ғәфү ит, Кошер! Ни тип әйтәһең инде уға! Әҙәп тигән нимәнең әҫәре лә юҡ!., һин шундай алтын һүҙҙәр әйткәйнең. Әйҙә, дауам ит. Мин тыңлайым.

Кошер. Хәҙер мин һине тыңлайым инде...

Сандро. Мин ундай матур һүҙҙәр һөйләй белмәйем шул... Бына һәр көн эстән янып-көйөп йөрөйөм... Бигерәк тә, төндә, йоҡларға ятҡас... Әле бауыр ауырта, әле бөйөр килтереп ҡыҫа... Төнө буйы грелка менән ятам...

Андро ('ҡапыл килеп инә). Унда фонарь юҡ! Ҡайҙа тыҡтың?

Сандро. Миндә әле фонарь ҡайғыһымы ни?

Андро. Фонарь ҡайғыһы юҡ, имеш... Нимә һуҙаһың? һин ошо грелкаларың менән йылынып ятҡансы, Кошер һинең яныңда туңып үлер! Уға йөрәк серҙәреңде һөйләйһе урында, әлеге ошо ауырыу бауырың тураһында таҡылдайһың! Уф, һуңға ҡалам! Ҡайҙа фонарь?

Сандро (бик әҙәпле итеп, әкрен генә). Ә, фонармы? Бер төндә ут һүнгәс яндырып алып сыҡҡайным... (Күрһәтеп.) Ана, һарай янынан ҡара! Тик ут сыҡҡан кеүек ҡабаланма!

Андро китә.

371


Ғәжәп сәйер кеше инде ул, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға...

Кошер. Нимәгә уға шул тиклем фонарҙар?

Сандро. Ысынлап та, ниңә ошо тиклем күп йыйған?

Андро (инә, фонарҙы күрһәтеп). Таптым. Йүгерҙем! Ә һеҙ ултырығыҙ, серләшегеҙ. Мин ҡайтып етмәһәм, Кошерҙың бер үҙен ебәрмә. Тышта тон.

Кошер. Беҙҙе ташлап китәһеңме ни?

Андро. Нишләмәк кәрәк, йондоҙом, эш бар! Күреүемсә, һеҙ минән башҡа ла бик матур ултыраһығыҙ!..

Сандро. Мин табын артында ултырырбыҙ, тип уйлағайным...

Андро. Ултырырбыҙ, ултырырбыҙ! Маргоның бөтә нәмәһе лә әҙер!

Марго (инеп), һин төнгә ҡаршы ҡайҙа киттең?

Андро. Ҡунаҡтарҙы һыйла! Мин хәҙер!

Марго. Миңә тиһә, бөтөнләй ҡайтма! һинән башҡа ла бик матур ултырырбыҙ! (Өйгә инә.)

Сандро. Ҡайҙа ашыға ул был фонарҙар менән?

Кошер. Бәлки, эшкәлер.

Ҡайҙалыр йырлайҙар.

Ярай, мин дә ҡуҙғалайым инде.

Сандро. Сабыр ит әле... һиңә бик мөһим һүҙ әйтмәксе инем, бына оноттом бит... (Көлөмһөрәп) Ҡай ваҡыт үҙеңдең исемеңде лә онотоп ҡуяһың! Ә һинең хәтерең һәйбәтме?

Кошер. Мин бер нәмәне лә онотмайым. Үткән йыл, хәтереңдәме, боҙ яуғанда тороп ҡалғайныҡ. Мин бер ҡат йоҡа күлдәктән генә инем, шул тиклем өшөнөм, тешем- тешкә теймәй башланы. Шул саҡ һин курткаңды алып минең ҡулбашыма һалдың. Хатта итектәреңде лә сисеп бирҙең. Минең өсөн... Мин бер нәмәне лә онотмайым, Сандро...

Сандро. Хәтерең яҡшы икән... Булды ундай хәл... Мин дә хәтерләйем...

Самолет тауышы ишетелә.

(Күккә map ап.) Ҡарале, нисек түбән оса! Төнгә ҡаршы ҡайҙа оса икән был?

Кошер. Әлләсе... Мин китәйем инде...

372


Сандро. Китмә әле, ултырайыҡ әле!.. (Әкрен генә йыр башлай.)

Якынайып килһә ләпсартлыгым,

Килмәй бит һаман да тынгыльск. Шатльск-псыуаныс кәрәк күцелгә,

Йөрәккә тынгы ит, тынгы ҡгк.

Нишләйем? Нишләйем1 Ҡартлык та,

Йылдар ҙа йөрәккә баш түгел, һәр иртә йөҙөцдө күрмәһәм,

Көнөм-көн, псапканым аш түгел!

Минец кеүек һин дә яңгыҙһыц бит,

Ерҙә бынан да ауыр нәмә кгк.

Икенселәр өсөн бында һис урын кпс,

Әйт, әйт мицә бары «эйе» тип.

Марго (инеп). Табынға ултырырға ваҡыттыр инде?

Сандро. Бик ваҡыт, Марго, бик ваҡыт! Әйҙә, Кошер!

Шаршау

Бишенсе картина



Ошо уҡ урын. Марго менән Сандро һәр ҡайһыһы үҙ яғында ултыра. Икеһе лә бик кәйефһеҙ. Машина үтеп китә. Икеһе лә һикереп торалар ҙа, урамға ташланалар, ләкин көтөлгән машина булмағас, күңелһеҙләнеп яңынан үҙ урындарына килеп ултыралар. Пауза. Тағы ла машина тауышы ишетелә, тағы ла икеһе лә һикереп тора.

Сандро, һин ултыр, Марго, мин үҙем. (Урамга сыга.)

С a Fi д р о Дударҙы эйәртеп инә. Дударҙың ҡулында иҫке фонарҙар.

Марго (шелтәләп). Фонарҙарын килтергәнһегеҙ. Шуның менән мине йыуатмаҡсы булаһығыҙмы? Ярай и иде, уныһы өсөн дә рәхмәт!

Сандро. Кәрәгерҙәр әле. Дудар, нимәгә уларҙы күтәреп тораһың? Ҡуй бына ошонда!

Марго. Үҙ яғыңа ҡуй! Күҙемә күрһәтәһем килмәй шуларҙы!

Дудар. Бәлки, ысынлап та кәрәк булып ҡуйырҙар?

373


Марго. Әйттем бит инде! Ирем был йортҡа иҫән-һау ҡайтып керһә, был фонарҙарҙың кәрәге булмаясаҡ!

Сандро. Бөтәһенә лә мин ғәйепле! Ошолай булырын алдан кем генә белгән һуң?

Марго, һин уны төндә фонарҙар тоттороп ебәрҙең. Ә үҙең бында Кошер менән ғишыҡ-мишыҡ уйнап ултырҙың!.. Әй, мин йүнһеҙ, сепрәк баш! Ошо ҡарт күгәрсендәргә бәлештәр бешереп йөрөгән булам тағы. Ә унда минең донъялағы иң сабыр, иң баҫалҡы ирекәйемде, иң йыуаш, иң яғымлы йәнкиҫәгемде буласаҡ кейәүем ағыу менән ҡойондорған!

Дудар. Ул бит үҙе ялынып һораны. Көсләп ҡушты. Сандроға һиҙҙермәй генә эшлә, тине.

Марго. Нишләп инде минең ирем, беҙҙең ҡәҙерле күршебеҙ Сандроның кукуруз баҫыуында, үҙен ағыуларға ҡушһын, ти?! Кем ышанһын быға?!

Дудар. Мин бит уны күрмәнем. Төн ине бит!

Марго. Эйе, тап йырҙағы кеүек — «Ә төнкәй ҡараңғы ине!»

Сандро. Тыныслан инде, Марго. Иҫән ҡалыуына шатланырға кәрәк. Врачтарға рәхмәт, ҡотҡарып ҡалдылар.

Марго. Иҫән булғас, ниңә-һуң һаман ҡайтмай?

Сандро. Хәҙер беҙ уны алып ҡайтабыҙ!

Марго. Ә ниңә һуң минең алдымда күҙле бүкән һымаҡ баҫып тораһығыҙ? Барығыҙ тиҙерәк! Ух, Сандро! Ух, Дудар! Әгәр ҙә минең донъялағы иң сабыр, иң рәхимле, иң яғымлы ирекәйемде өйөмә тере килеш алып ҡайтмаһағыҙ, ҡарағыҙ уны, ошо фонарҙар менән шундай фонарҙар ултыртырмын күҙ төбөгөҙгә...

Сандро. Беҙ риза, ҡәҙерлем, киттек, Дудар!

Марго. Тиҙ булығыҙ! Сабып барығыҙ! Старт!

Дудар менән Сандро йүгереп сығып китә.

(Улар артынан.) Ҡарағыҙ уны, тиҙ йөрөгөҙ!

Андро (сәхнә артынан). Ку-ку!

Марго боролоп ҡарай, ләкин бер кемде лә күрмәгәс, өйөнә

йүнәлә.

Марго, ҡарлуғасым, ку-ку!

374


Марго. Нимә был?.. Ҡолағыма ишетелгән һымаҡ тойолдо...

Андро (күренеп). Тойолманы... Ысынлап та ишетелде!..

Марго (уны ҡосаҡлап ала, илай). Был һинме? Шул тиклем ҡурҡыттың?! (Уны ҡапшап.) И Хоҙайым, иҫән- һау икәнһең? (Күҙ йәштәре аша.) Тере килеш күрә алмам, тип ҡурҡҡайным!..

Андро. Иҫән-имен ҡайтҡанға илайһыңмы? Бөтәһе- нә лә һин үҙең ғәйепле!

Марго. Мин?!

Андро. Эйе, эйе! Оноттоңмо ни? Мин киткәндә нимә тинең? «Кире ҡайтып йөрөмәһәң дә ярай!» — тип, минең арттан кем ҡысҡырып ҡалды?

Марго. Мин шулай тинемме, телем ҡороғоро?! Туҡтале, Сандро менән Дудар машина менән һине алырға киткәйнеләр. Аймылыш булдығыҙмы ни?

Андро (көлөп). Улар киткәндә мин бирелә инем инде. Бәләкәй ҡапҡа артында ҡасып торҙом! Аҙыраҡ елләп килһендәр, мәйтәм. Арыу булды әле, үсемде ҡайтарҙым. Хәтереңдәме, мин уны больницанан алырға барғайным! Ә ул көтмәйенсә бардовозға ултырып һыпыртҡан.

Марго. Ә һин нимә менән ҡайттың?

Андро. Бардовоз менән. Ҡайтышлай, Сандроның баҫыуына күҙ һалдым. Эх, кукуруздары! Гөрләп үҫә! Бына шулай, бисәкәй, иҫән-һаумын, ҡаршыңда баҫып торам! һинең менән күпме ғүмер иттек, ә миңә ҡалһа, кисә генә өйләнешкәнбеҙ кеүек!

Марго. Әйҙә, өҫтөңдө алыштыр!

Китәләр. Төйөнсөк менән аш-һыу күтәреп Кошер инә.

Кошер (буш ихатага күҙ һалып). Бында мине ниндәй яҙмыш көтәлер, уныһын белмәйем, ә аяҡтарым гел ошонда тарта!.. Яңғыҙлыҡ шул тиклем ауыр булыр, тип һис уйламағайным. Бында яҡшы күңелле кешеләр... Ярай, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр, ни булһа, шул булыр! Әллә берәү ҙә юҡ инде? Марго!.. Күрәһең, Андроны алып ҡайтмағандар әле... (һеперткене алып.) Аҙыраҡ һепереп алайым әле...

Бибо (инә, Кошерҙы күреп, аптырап ҡала). Хәйерле иртә!

Кошер. һ аумыһығыҙ!

375


Бибо. һеҙ кем булаһығыҙ? (Сандро ягына күрһәтеп.) Был яҡтанмы? (Андро ягына ымлап.) Әллә теге- ләрҙекеме?

Кошер. һеҙгә нисек әйтергә?

Марго (өйҙән сыгып). Кошер, һин эшкә лә тотонғанһың икән! Үҙем һеперер инем! (Бибоны күреп.) һин дә бындамы ни?

Бибо. Эйе. һаумыһығыҙ! Берүк һеперткене ала күрмәгеҙ инде. Ошо һылыуҡай үҙе генә һеперһен. Ул шундай матур итеп эшләй, һелтәнеүҙәре ни тора?! Тап балеттағы һымаҡ!

Кошер (һепереүенән туктап). Ә мин кеше ҡарап торғанда эшләй алмайым... Ҡаушайым... Юғалып ҡалам... ('Ҡулынан һеперткеһен төшөрөп ебәрә.)

Андро (яцы бишмәтен кейеп сыга). Бибо, һин бындамы ни?

Бибо. Әлбиттә, һеҙҙе сәләмәтләнеүегеҙ менән ҡотлайым!

Андро. Кошер ҙа бында икән!

Кошер. Андро, шул тиклем ҡурҡыттың һин беҙҙе! (Алып килгән күстәнәстәрен Маргога бирә.)

Марго. Ни тип мәшәҡәтләндең инде! Өйҙә бит бөтәһе лә әҙер. (Инд ер еп ҡу я.)

Андро. Тәртибе шулай. Дөрөҫ эшләйһең, Кошер. Хәҙер Сандро ҡайтып етер, унан һинең ризыҡтарыңдан ауыҙ итербеҙ. Шулай бит, Бибо? (Уныҡултыҡлап ала.)

Бибо. Еңдән тотма! (Ыскынып.) Мин үҙем! Иң яҡшыһы — Сандро ҡайтҡанды көтәйек!

Андро. Көтөрбөҙ, көтөрбөҙ... Ниндәй яңылыҡтар бар?

Бибо. Яңылыҡтар бар!

Өйҙән Марго сыға.

(Портфеленән шешә сыгара.) Марго һорағайны. «Өс йондоҙло алып кил, эсеп, йырлап ултырырбыҙ», тигәйне. (Табын йыры йырлай.)

Андро (ҡатынына), һин һораған инеңме?

Марго. Мин?.. Ҡасан һораным?

Бибо. Теге ваҡытта... (Башын күрһәтеп.) һеҙ мине... һыйлаған көндө!

Марго (көлөп). Ә-ә! Булды ундай хәл. Теге, Кошер һине коньяк менән һыйлап йөрөгән саҡта. Ирем йон

376




доҙҙар һанап йөрөгәс, ә ниңә миңә лә һанамаҫҡа?! һораным шул! Рәхмәт, Бибо! (Шешәне алып.) Бына хәҙер йырлайбыҙ!

Машина килеп туҡтай. Андро ҡаса. Сандро менән Дудар инә.

Сандро. Ҡайҙа теге хәйләкәр төлкө? Хәйерле иртә бөтәгеҙгә лә! Ҡайҙа олаҡты ул?

Марго. Кемде эҙләйһең?

Сандро, һинең иреңде!

Марго, һеҙ бит уны алырға киттегеҙ!

Сандро. Беҙҙе көтөп тормаған, һыпыртҡан иманһыҙ!

Марго. Мин бит әйттем һеҙгә, иремде алып ҡайтмаһағыҙ нимә булырын. Фонарҙар әҙер!

Сандро. Тотонма уларға! Мин хәҙер уны ер тишегенән эҙләп табам! Киттек, Дудар! (Китергә итә.)

Андро (уныц юлына аркыры төшөп). Кемде ҡурҡытмаҡсы булаһың?

Сандро, һин, Андро! һин ниңә беҙҙе мәсхәрә итәһең? Больницаға барып инеү менән бөтә ауырыуҙар ауыҙ йырып, беҙҙән көлә башланылар. Андро һеҙгә ялҡынлы сәләм әйтте, тиҙәр.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   20   21   22   23   24   25   26   27   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет