Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет21/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   40
КҮРШЕ ХАҠЫ - ТӘҢРЕ ХАҠЫ

Комедия, ике бүлектән

ҠАТНАШАЛАР:

Ан др о

Сандро

Марго

Кошер

Б и бо

Дудар



Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә бара.

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Вер ҡура менән берләштерелгән ике йорт. Марго, йырлай- йырлай, күршеләре йортонан мендәрҙәр алып сыға, уларҙы тиҙ- тиҙ генә ҡабартҡылап, ҡояшҡа кибергә ҡуя. Килеп туҡтаған машина тауышы ишетелә. Дудар инә.

Дудар. Хәйерле иртә! Ә Андро ҡайҙа?

М а р г о. Ул тормаған әле. Шунда түшәгендә бөтөнләй шытып ҡуйһа ни әйттең ине лә!

Дудар. Ул шытһа, Сандроны алырға кем барыр? Марго. Ысынлап та, хәҙер торғоҙам.

Дудар. Тиҙ бул! Юғиһә Сандроны больницанан беҙ барып еткәнсе сығарыуҙары бар.

Марго (тсыскырып).Әп, ҡартлас, етте һиңә! (Дудар- га.) Кисә типтергәйне, шуға торалмай аҙаплана. [Өндәшеп.') Андро, тим!

333


Анд р о (йорттан сыгып, рәхәтләнеп һуҙыла- кирелә). Төшөмдө бүлдерҙең дэ. Их, төшө төш кенә инеме һуң?! Гел теге төҫлө телевизорҙағы һымаҡ ине!

Марго. Был ваҡытта ниндәй төш күреү, ти, инде ул?!

Ан д р о. Их төшө... төшө ниндәй ине бит! Имеш, һин үлгәнһең икән дә тим, һине иҫкә алыу айҡанлы...

Марго (бүлдереп). Ах, алйот! һин минән башҡа нимә эшләй алаһың һуң?

Ан д р о. Туҡтале, тыңлап бөт! һине иҫкә алыу мәжлесендә туп-тулы ҡатын-ҡыҙ икән, тим... Береһенән- береһе матурҙар! Ҡайһыһына ғына күҙ ҡыҫайым икән, мәйтәм...

Марго. И, күҙең шартлап сыҡҡыры! Ана, Дудар көтә. Ауырыуҙы алып ҡайтырға кәрәк, ә һин ләстит һатаһың?!

Дудар. Хәйерле иртә!

Ан д р о. һаумы, улым! һиңә лә ошондай төштәр кермәйме? Әй, һин егет кеше бит әле. Ниңә бик иртәләнең?

Дудар. Үҙегеҙ бит таң менән килеп етергә ҡуштығыҙ.

Ан д р о. Мин?

Дудар. Эйе, Сандро артынан больницаға барырға.

Ан д р о. Бәлки, ҡушҡанмындыр ҙа. Ә машинаң ниндәй?

Дудар. «Жигули».

Ан д р о. Ишәк булһа, яҡшыраҡ булыр ине. Ултырғанда ла иҫән-һау, төшкәндә лә иҫән-һау, әкренерәк булһа ла Ышаныслыраҡ.

Марго, һин йыйынғансы күршең йәйәүләп тә ҡайтып етер инде.

Андро (Дударга). Эх, улым, күңелем һиҙә, һин минең кейәүем булырһың, ахыры. Ҡыҙғанам мин һине.

Марго. Ә ни өсөн? Минең ҡыҙым кеүек ҡыҙҙы табырға әле?! Уға өйләнгән кеше бик бәхетле буласаҡ!

Андро (Дударга). Ә ҡәйнәң! Ә һин борсолма, уның ҡарауы, бына ҡайның бер тигән! Т ағы шуны әйтәйем, яңы йылға үҙеңдең эш хаҡыңа өҫтәмә аҡса ла аласаҡһың!

Дудар. Өҫтәмә аҡса? Нимә өсөн?

Андро. Ҡәйнәң өсөн! Унан күргән зарар өсөн! За вредность!

Марго. Дудар, ҡуҙғалығыҙ инде. Уның һүҙе бөтмәҫ. Унда ауырыу көтә бит.

Андро. Уның ауырығанына кем ғәйепле? Әйләнергә кәрәк ине. (Дударга.) Мин уға кәләштең ниндәйен тап

334


ҡайным! Еләк кеүек ине бит! (Дудар менән сыгып китәләр.)

Марго (улар артынан). Дудар, хирургка әйт әле, минең ҡарттың телен бер аҙ ғына ҡыҫҡартмаҫмы икән?

Машинаның киткәне ишетелә.

Йә, Хоҙай, киттеләр!.. Оҙаҡламай әйләнеп тә ҡайтырҙар, ә минең эшем муйындан! Дүртенсе йыл бит инде бына шулай ике өйҙө бер үҙем алып барам. Ашарға ла әҙерлә, өйөн дә йыйыштыр, етмәһә, ул ҡартластарҙы тиргәшкән һайын килештер! (Эстән көйләй-көйләй йыйыштырына.)

К о ш е р инә.

Ко ш е р. Хәйерле иртә!

Марго (аптырап). Хәйерле иртә, Кошер! һине ниндәй елдәр бында ташланы?

Кошер. Мин үтеп барышлай ғына. Күршегеҙҙе алып ҡайтманылармы әле?

М а р г о. Юҡ.

Кошер. Ирең өйҙәме? Ул миңә инеп сығырға ҡушҡайны. Килеүеңә Марго ла шатланыр тигәйне. Эштең нимәлә икәнен ул һиңә аңлатҡандыр инде?

Марго (һагайып). һин уҙ, әйҙә, уҙ! Үҙең ентекләберәк һөйләрһең... Ул һине өйгә саҡырҙымы?

Кошер. Бөгөн — өйгә. Баҡсаға мин уның янына көн дә тиерлек барып йөрөйөм. Их, урыны ла урыны! Дачамы пи?! Ағас йорт! Груша ағастарынан төшкән күләгә! Яҡында ғына йылға!.. И, һөйләп торам тағы, һин уны үҙең дә бик яҡшы беләһең!

Марго. Беләм, ни эшләп белмәйем, ти?

Кошер. Шулай, бер кистә икәүҙән-икәү генә серләшеп ултырабыҙ. Күктә тулған ай йөҙә. Әкрен генә ел иҫә. Ә һауала ер еләге, сәскәләр еҫе аңҡый!..

Марго. Ә берәй насар еҫ аңҡыманымы?

Кошер. Унда насар еҫ тә бармы ни?

Марго. Булғылай...

К о ш е р. Ә унда ниндәй ҡабаҡтар өлгөрә!

Марго. Минеңсә, унда ҡабаҡтар ғына түгел, башҡа нәмәләр ҙә өлгөрә!

Кошер. Ысынлапмы? Улайһа, тағы ла инеп сығырға кәрәк әле. (Көлә.) һин мине уның янына буш ҡул менән

335




йөрөй тип уйлай күрмә тағы. Барған һайын өс йондоҙло коньяк ҡыҫтырып барам. Ә ул мине, дүртенсе йондоҙом, тип атай. Өс йондоҙҙағ1 һуң дүртенсе йондоҙ иң яҡтыһы, күҙҙең яуын ала торғаны, ти. Марго, һин нимә эҙләйһең?

Марго, һепертке.

Кошер (күрһәтеп). Ана тора бит!

Марго. Был түгел, миңә ҡаты һепертке кәрәк.

Кошер. Ниңә? Ҡураң тап-таҙа бит.

Марго. Ҡайһы бер нәмәләрҙе һепереп сығарырға кәрәк. (Асыуын һиҙҙермәҫкә тырышып йырлай.)

А ну-ка, девушки,

А ну, красавицы!

Кошер (нушылып). Пускай поет о нас страна!

Марго туҡтап ҡала, Кошерға ҡарай.

Ниңә миғр улай йоторҙай булып ҡарайһың?

Марго (ныҙганып). Оҙаҡламай өҫкө тештәрең дә ҡойолоп бөтөр тип ҡурҡам...

Кошер. ЬГсынлапмы? Ә бит минең тештәрем ынйы кеүек матурҙар ине. һоҡланмаған кеше юҡ ине.

Марго (псыҙыкһынып). Ул һиңә өс йондоҙло коньяктан һуң тағы ла нимәләр әйтә ине?

Кошер. Төрлө комплименттар әйтә. һин ҡыҙҙар кеүекһең, көндән-көн сәскә атаһың, бөгөндән тотоп кейәүгә бирерлекһеғ;, ти. һиғр яңғыҙ йәшәү гонаһ бит, ти.

Марго, һеҙ шулай серләшэ-серләшә бик тәрәнгә инеп киттегеҙме ни?

Кошер. Әйтмә лә! Бик тәрәнгә. (Оялыбырак.) Әгәр һин риза булһаң, минең бисәм менән бер ҡурала бер туғандар кеүек йәшәр инегеҙ, ти.

Марго. Уф, үләм!

Кошер. Врач алып киләйемме әллә?

Марго. Кәрәкмәй.

Кошер. Әллә һыу килтерәйемме?

Марго. Ярҙам итмәҫ!

Кошер. Ә нимә кәрәк һуң?

Марго, һепертке! Ҡатырағы! (Һепертке алып Ко- шерга киҙәнә.)

Кошер (шсскнатып). Ни өсөн?

Марго. Әле һорап тораһыңмы ни? (Кошерҙы ныйнай.) Бер ҡурала тиһеңме? Ҡара ниндәй туған та

336




былған! Ну, ҡартлас, ҡайт ҡына, ошо һепертке менән һинең дә арт һабағыңды уҡытырмын!

К о ш е р ҡысҡырып сығып йүгерә. Б и 6 о инә.

Б и б о (дәрт менән). Хәйерле көн, хужабикә!

Марго өндәшмәй.

һеҙгә әйтәм, хәйерле иртә, тим! Андро өйҙәме?

Марго. Бәлки, һиңә Сандро кәрәктер?

Б и б о. Сандро ла кәрәк, Андро ла кәрәк! Иң тәүҙә — Андро кәрәк! Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡайһыһының ҡатыны булаһығыҙ?

М а р г о. Ә һине кем тип беләйек?

Б и б о. Мин — Бибо булам, райсобестан.

Марго, һин унда яңыраҡ эшләй башланыңмы ни? Мин үткән йыл пенсия алғанда, унда Дайран ултыра ине.

Б и б о. Ул хәҙер ҡалала эшләй. Министрлыҡҡа күсерҙеләр.

Марго. Ниндәй тәртип ул беҙҙә? Районда инде бер йүнле кеше булды тиһәң, тоталар ҙа ҡалаға алалар. Ә үҙҙәренең эшкинмәгән кешеләрен беҙгә ебәрәләр. Ә һин үҙең ҡайҙан һуң?

Бибо. Ҡаланан.

Марго. Шулайҙыр тип уйлағайным да. Дайрандың яҡшы кеше икәнлеге лә әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Ә һин... яңы ғына ун биш тәүлек ултырып сыҡҡан кешегә оҡшап тораһың!

Бибо. һеҙ юҡҡа улай насар уйлайһығыҙ, хужабикә апай. Мин дүрт йыл консерваторияла уҡыным.

Марго. Өйрәнә алдыңмы һуң?

Бибо. Нимәгә?

Марго. Консерваларға?

Бибо (көлөп). Юҡ, йырларға өйрәндем!

Марго, һин йырлайһыңдамы ни әле? Ә тының етәме һуң?

Бибо. Нимәгә?

Марго. Йырлар өсөн бит тәрән итеп тын алырға кәрәк. (Күрһәтә һәм йырлай.)

«О, дайте, дайте мне свободу...»

Аңлашыламы?

337


Бибо [йылмайып). Ә һеҙ булдыраһығыҙ! Тауышығыҙ матур булғандыр? Бына йәкшәмбе көн килермен, шунда бергәләп йырларбыҙ.

Марго. Әйҙә, рәхим ит! Шунда үҙең менән бер коньяк та ҡыҫтырып алып кил!

Б и б о. Коньяк, тиһеңме?

Марго. Эйе, өс йондоҙлоһон, ә дүртенсеһе мин булырмын. Йылға буйына төшөрбөҙ ҙә, груша ағасы төбөндә генә ултырып йырларбыҙ. (Илап ебәрә.)

Б и бо. һеҙгә ни булды? (Уныцкулынан һеперткене алырга итә.)

Марго (бирмәйенсә). Был һеперткене мин ирем өсөн әҙерләп ҡуйҙым!

Б и б о. Сандро өсөнмө ни.

Марго. Юҡ, Андро өсөн.

Б и б о. Ниңә? Ул бит бик изге күңелле, үткер аҡыллы кеше. Күптән түгел генә миңә ғариза яҙып килтергәйне.

Марго. Айырылышыу тураһындамы? Бына ҡарт алаша! Теҙ аҫтына һуҡһаң, таралып төшөргә генә тора...

Б и бо. Ниндәй айырылышыу тураһында һөйләйһегеҙ? Ул пенсия юллай. Күршеһе өсөн. Сандро өсөн.

Марго. Кеше өсөн йөрөгәнсе, үҙ пенсияһы тураһында ҡайғыртһын ине. Минән ун йәшкә оло ул, мин пенсия алам, ә уныҡы юҡ.

Б и б о. Стажы етмәйме ни?

Марго. Уның стажы ике пенсияға етерлек. Эшсенеке тиһеңме, колхозсыныҡы тиһеңме. Фронтта ла булды. Дүрт ордены, дүрт миҙалы бар.

Б и б о. Тимәк, һуғышта ла ҡатнашҡан?

Марго. Ҡатнашты. Хатта сит илдәрҙә лә булды. Ҡайтмай ҡалһа, яҡшыраҡ булыр ине.

Б ибо. һеҙ ниңә уны улай бик бөтөрөп ташланығыҙ әле?

Марго. Кешеләр сит илдән сумаҙан-сумаҙан кейем- һалым, һауыт-һаба, хатта сәс ала торған машинкаһына тиклем тейәп ҡайттылар, ә был иҫәр сибәр бисәләр һүрәте йәбештерелгән буш сумаҙан менән ҡайтып керҙе.

Б и б о (көлөп). Ул сумаҙандар ҡайҙа һуң әле?

Марго. Алыштырҙым, һабынға.

Машина тауышы ишетелә.

338




Сандроны алып ҡайттылар түгелме һуң? Нимә эшләтергә икән инде быны?

Бибо. Сандронымы?

Марго. Юҡ, иремде, миңә ярҙам итсе! Сандроны бында ебәрмәй тор, пенсия тураһында һөйләшкән бул. һүҙен табырһың әле. (һеперткеһен күрһәтеп.) Ә мин үҙемдекенең арт һабағын уҡытайым әле!..

Бибо көлә, йүгереп Дудар инә.

Дудар. Ҡайҙа ул? (Бибога.) һаумыһығыҙ! Беҙ барҙыҡ, ул юҡ. Көтмәйенсә сығып киткән.

Марго. Их һеҙ, асыҡ ауыҙҙар!

Дудар. Ул өйҙәме инде?

Марго. Ҡайтманы әле. Ә минеке ҡайҙа?

Дудар. Машинала ултыра.

Марго. Әйт әле, инһен! Т иҙ бул!

Дудар. Йүгерҙем! (Китә.)

Бибо. һеҙ, ысынлап та, ҡартығыҙҙы һепертке менән ҡаршыларға итәһегеҙме?

Марго. Ул нимә эшләп ҡарт булһын? Ҡарттар төнө буйына сит бисәләр менән йондоҙ һанап ултырмай.

Бибо. Әһә. Көнсөллөк — был инде етди мәсьәлә! Бында минең кәрәгем юҡ! (К? алдына.) Ҡартты киҫәтәйем әле! (Ашыгып сыга.)

Марго (һеперткеһен тотоп арлы-бирле йөрөй). Туҡмарғамы, юҡмы? Бәлки, ул бисә аҡтығы .юҡты һөйләй торғандыр?., һе. һөйләмәй ни? Тиктәҫкә ул ҡарт тәре төшөндә минең үлгәнемде күргәнме ни? Туҡмарға тигәс, туҡмарға!

Бибо (ашыгып инә). Марго!

Марго (уныц башына һепертке менән тондора). Ой! Бибо, һин икәнһең дә баһа?!

Бибо йығыла.

Ой, бутаным! Ярҙам итегеҙ! Хәҙер һыу килтерәм! (Өйгә ташлана.)

Бибо (урынынан тороп). Ой, башым! (Китә.)

Андро инә, һеперткене ала.

339


Марго (һыу алып сыга, ирен күрә). Бында кеше ята ине. Ҡайҙа булды?

Ҡуҙғалып киткән машина тауышы.

һеперткене урынына ҡуй! Хәҙер һинең менән етди һөйләшеү буласаҡ.

Андро. Әйҙә, һөйләшәйек! һин ниңә сит кешегә тиктомалға ҡырағай бесәй һымаҡ ташландың әле?

Марго. Яңылышлыҡ менән, һин тип белдем!

Андро. Кошерға ла яңылышыпмы?

Марго. Иҫән ҡалыуына шатланһын!

Андро (асыу менән). Ул һиңә ниндәй насарлыҡ эшләне?

Марго (туранан-тура). Ә-ә, һин белмәйһеңме ни әле? Ниңә ул һиңә коньяктар күтәреп килә? Баҡсала ҡабаҡтар өлгөргәнде ҡарар өсөнмө ни?

Андро. Ниңә был ҡатын-ҡыҙға Хоҙай Тәғәлә баш биргән? Ике аҙНа буйына нисек кенә тырышманым! Әле уң яғына сығам, әле һул яғына, күрше Сандроға кейәүгә сыҡһын, тип. Тегеләй ҙә көйләп ҡарайым, былай ҙа! Үҙе шундай рәхимле, ап-аҡ, тултырылған тауыҡ кеүек пых итеп тора! Минең ҡатыным менән бер ҡурала бер туғандар һымаҡ йәшәрһегеҙ тип тә әйтеп ҡарайым, һине артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡармаҡсы булғайным! (һеперткеһе менән һугырга әҙерләнеп.) Йәле, яҡыныраҡ кил!

Марго (батырланып ҡыскыра). Йә, туҡма! Туҡма әйҙә! Ошо ап-аҡ, пых итеп торған бисә өсөн ҡульң күтәрелһә — һуҡ!

Андро һеперткеһен күтәреп һуғайым тигәндә, ашығып Санд- р о килеп инә, ҡулындағы таяғы менән һеперткене ситкә этәрә.

Сандро. Туҡта! Бисәңә ҡул күтәрергә нисек баҙнат иттең? Әй-әй-әй!

Марго. Сандро, ҡәҙерлем! (Уны иоссгклап ала.) Ҡайттыңмы? һине күрер көндәр ҙә бар икән!

Сандро. Рәхмәт, күрше! Ә һин Андро, ҡоралыңды ташлап, минең менән күрешер инең, исмаһам?! Әллә мин ҡайтҡанға шат түгелһең инде?

Андро (Маргога). Уға рәхмәт әйт! Ул булмаһа... (Сандрога.) Харап, һин дә бик шәпһең! Ауырыйһьщ

340




икән, урыныңда ят. Таң тишеге менән ҡайҙа киткәнеңде лә әйтмәйенсә сығып киткәнһең! Беҙ Дудар менән тырышҡан булдыҡ тағы, машина менән барҙыҡ. Машинаның да ниндәйе бит әле — фаэтон!

Марго, һин уға нотоҡ уҡыма! Күреш, ҡосаҡла! Кеше больниңанан ҡайтҡан!

Андро йылдам ғына М аргоға табан борола.

Ярай, ярай! Хәҙер ауыҙ асырға ла ирек бирмәҫһең инде. (|Ситкәрәк китә.)

Андро (һеперткеһен ташлап). Күршем, ҡәҙерлем! Ҡайттыңмы ни?! Кил әле үҙеңде бер ҡосаҡлайым!

Сандро. Ниһайәт, быға ла барып етте.

Андро. Кемде күрәм мин!

Сандро. Ә мин кемде күрәм!

Ҡосаҡлашалар.

Марго. Хәҙер өҫтәл әҙерләйем! (Өйгә инеп китә.)

Андро. Йә, ҡәҙерлем, ултыр, һөйлэ, унда һиңә ирачтар нимәләр һайранылар?

Сандро. Уларҙың билдәле инде: бөйөрөңдә — таш, бауырыңда — ҡом, тинеләр. Вәт, мәйтәм, ҡыуандырҙығыҙ! Берәй еремдән эзбиз дә тапһағыҙ, яңы йорт һала башлар инем, тим.

Ан д р о. Ә шифер ҙә табып бирербеҙ тимәнеләрме?

Сандро. Юҡ, уныһын әйтмәнеләр. Ә, тағы ит ашамаҫҡа, араҡы эсмәҫкә тинеләр әле.

Андро. Врачың ир кешеме, ҡатын-ҡыҙ инеме?

Сандро. Ҡатын-ҡыҙ.

Андро. Аңлашыла. Ир кеше ундай кәңәш бирмәҫ ине.

Сандро. Майлы аҙыҡ та ярамай, йомортҡа ла ярамай.

А н д р о. Бик дөрөҫ. Йәйен клеверға күс, ҡышын силос алырһың. Ә һыу эсергә яраймы?

Сандро. Ҡайнағанын ғына.

Андро. Ә һауа яраймы? Ну, хәҙерге врачтар! Элек ауырыу ашай башлаһа, бөтәһе лә сәләмәтләнеүгә бара •[ип һөйөнә торғайны. Ә хәҙер бар белгәндәре — ҡояш, һыу, һауа!

Сандро. Миңә ҡояш ярамай тинеләр әле.

341


Андро. Тимәк, иҫке йырға яңы һүҙҙәр: «Күләгә, ай һәм ҡайнаған һыу?» Беләһеңме, ҡәҙерлем, хәҙер өйгә инәбеҙ ҙә өҫтәл артына ултырабыҙ!

Сандро. Тик мин ит ашамайым.

Андро. Ярай, мин ашармын.

Сандро. Ҡулыма рюмка алаһым юҡ!

Андро. Ярай, минең ҡулдан ғына эсерһең!

Сандро. Бәлки, ошонда күләгәлә генә ултырырбыҙ?

Андро. Минең йорттоң түбәһе юҡмы ни?

Сандро. Минең һинең менән генә һөйләшәһе һүҙем бар ине.

Андро. Быныһы башҡа эш.

Сандро. Серемде мин һинең менән уртаҡлаша алам.

Андро. Сабыр! Мин һине аңланым. Әйләнергә уйлайһыңмы? Ҡул ҡуям! Күҙҙә тотҡан бер кәләш тә бар!

Сандро. Аҡылыңа кил! Ниндәй кәләш, ти, ул? Бында кәләштең ни ҡатнашы бар?

Марго инә.

Әйт әле бына, һин минең урында булһаң, әйләнер инеңме ни?

Андро. Әлбиттә. Нишләп өйләнмәҫкә, ти? Бисә янында йылы ла, яҡты ла!

Сандро. Ҡарағыҙ әле һеҙ уға. Әйтерһең, үҙенең Маргоһын гел «ҡарлуғасҡайым» тип кенә тора?

Андро. Әйтәм шул. Ә ниңә әйтмәҫкә? Яңы бисәмде лә «ҡарлуғасҡайым» тип кенә торасаҡмын.

Марго (уныц артында торган еренән). Кемде? Кемде? Яңы бисәмде тиһеңме?

Андро (югалытсалып). Бәй, һин бындамы ни минең ҡарлуғасым? Күптәнме?

Марго. Ниндәй бисәң тураһында һөйләйһең?

Андро. һинең турала инде, йәнкиҫәгем! Күпме йылдар бергә йәшәйбеҙ, мәйтәм, бер ҙә үҙгәрмәй!., һаман ҡарлуғас кеүек матур!

Марго. Ярай әле, ирекәйем, бәхетеңдән, кеше бар, юғиһә... Киттек, Сандро. Аш-Һыуым өҫтәлдә.

Сандро. Хәҙер, ҡәҙерлем, минең уға бер-ике һүҙ әйтәһем бар ине.

Марго өйгә инеп китә.

342


Ну, тел үҙеңдә! Ҡара уны, бер ауыҙың бешер ошо телең арҡаһында.

Андро. Бөтәһенә лә һин ғәйепле! Әйҙә, әйтә һал ике һүҙеңде!

С а н д р о. Мин һиңә шуны әйтергә теләйем... Беҙ инде Һинең менән малай-шалай түгел.

Андро. Эйе, беҙ күптән инде ир аҫылы!

Сандро. Ир аҫылы ла түгел...

Андро (гәжәпләнеп). Нисек ир аҫылы түгел? Ә кем Һуң беҙ? Ә-ә... Бына шулай була ул врачҡа күп йөрөһәң?! һин үҙеңде ҡала ирҙәре менән сағыштыра башланыңмы пи инде? Теге беҙ аҡыл хеҙмәте вәкилдәре тип йөрөүселәргә? Уларҙың бит ҡырҡ йәштә теҙ быуындары ҡалтырай башлай. Йөҙҙәре өйрәк йомортҡаһы кеүек күкле- йәшелле. Эштә һигеҙ сәғәт буйына креслола ултыралар, унан дүрт сәғәт буйына йыйылышта ултырғысҡа ышҡып ыштан төбө туҙҙыралар, өйгә ҡайтҡас тағы дүрт сәғәт буйына диванда аунап телевизор ҡарайҙар. Шунан һуң ул ирҙәрҙең нимәһе ҡалһын? Етмәһә, салбар кейә тип, ҡатын-ҡыҙға үпкәләйҙәр бит әле! Шундай ирҙәр янында ул бисәләр нишләһен? Беҙ, Аллаға шөкөр, аяғыбыҙҙа ныҡ баҫып торабыҙ әле, ел ауҙарырлыҡ ҡына түгел. Беҙҙе ҡояш та ҡыҙҙыра, ямғыры ла елләтеп тора. Нишләп беҙ ир булмайыҡ, ти?

Сандро. Маҡтанып туйманыңмы әле? Бер алтмышың тулғас, утыңды һүндерәһең инде...

Андро. Ә һин минең атайҙы хәтерләйһеңме? Мин тыуғанда уға алтмыш йәш булған, йөҙгә еткәндә лә ул бесән саба ине әле. Йөҙ егерме алты йәшендә үлде. Бөтә тештәре лә иҫән ине. «һин нисек шулай оҙаҡ йәшәй алдың?» — тип һораһалар, ул: «Мин бер ваҡытта ла бер кемдән дә көнләшмәнем», — тип яуап бирә ине.

Сандро. Ул бит һинең атайың... Бына миңә етмеш йәш тә юҡ әле, ә тештәрем һирәгәйҙе, салғыһы ла ауырайҙы, бик киҙәнә алмайһың... Бына бөгөн больниңанан ҡайтышлай, кукуруз баҫыуы эргәһенән үткәйнем, йөрәгем әрнеп китте. Минең уны хәстәрләп үҫтерерлек хәлем калмаған инде.

Андро. Үҫтерерһең!

Сандро. Юҡ, Андро! Элеккегә көс юҡ инде ул.

А н д р о. Нисек кенә үҫтерерһең әле!

Сандро. Булмай тим бит инде мин һиңә. Нимә ҡаршы килеп маташаһың?

343


Андро. Барыбер ҡаршы киләм!

Сандро. Хаҡың юҡ! Мин һинән өлкәнерәк.

Андро. һинме? Улайға китһә, мин һинән олораҡ!

Сандро, һин түгел, мин һинән олораҡ! Теп-теүәл туғыҙ көнгә!

Андро. Теләһә нимә әйт, барыбер мин һинән өлкәнерәк! Ни өсөн тигәндә, һин ете айлыҡ булып тыуғанһың, ә мин — туғыҙ...

Сандро. Ярай, һин туғыҙ айлыҡ, ти? Ни артҡан ерең бар минән? Бесән сапҡанда берәй ваҡыт мине уҙып китә алдыңмы? Ә? Ә утау утағанда? Хәтерләйһеңме? То-то!

Андро эйелеп усына нимәлер йыя.

һин унда нимә эшләйһең?

Андро. Врачың хаҡлы булып сыҡты бит, әй! Бына ҡомоң ҡойола! Тыныслан, юғиһә таштарың да ҡойола башлар!

Сандро (Андроны этәреп). Иә нисек һиғр асыуың килмәһен?! һин һантый менән бәйләнһәғ;, үҙеғ} дә һантыйға әйләнерһеғ;! (Ҡулын һелтәп, кереп китмәксе була.)

Андро. Сабый бала кеүек үпкәләп барма инде, мин бит шаярҙым ғына. Нимә һин миңә эткә ырылдаған бесәй кеүек ырылдайһың? Китмә инде, Сандро!

Сандро, һорап та маташма, ҡалмайым!

Андро. Ә, шулаймы ни?! Улайһа, бар, һыпырт үҙеңдең буш өйөңә! Әйҙә, ултыр шунда бикләнеп, төнгө ябалаҡ кеүек.

Сандро. Үҙеңде бел! Арыш араһында ултырған өтә- ләгән бытбылдыҡ! Ни йөҙөғ;, ни тирең?!

Андро. Ә, һин шулаймы ни Әле? Мин һинең өсөн ҡуйынымда ла, бауырымда ла таш һаҡламайым!

Сандро, һинең минеғ} таштарымда эшең булмаһын, уларҙы һин күтәреп йөрөмәйһең! Бына һин үҙеңдең күҙеңде бел, нишләп ҡылый ул?

Андро. Ғүмер буйына һин күҙ алдымда бәлтерәгәнгә!

Сандро, һинең ҡомһоҙлоғоңдан ул. Үҙ туйыңда, күрмәгәндәй, бешеп етмәгән эсәкте эләктереп алдың да, тешләп тартҡайның, резина һымаҡ ысҡынып китеп, күҙеңә килеп тейҙе.

344


Андро. Бик телгә оҫтаһың икән! Шундай оҫта тел менән нисек быға тиклем үҙеңә пенсия ла юллап алалмайһың?

С а н д р о. Ә һин нишләп алалмайһың?

Андро. Минән ҡом ҡойолмай әле!

Сандро. Ҡом да, ҡом... Ниңә бәйләндең һин миңә ошо ҡом менән? Бар, сығып кит минең ҡурамдан!

А н д р о. Был нишләп һинең ҡураң булһын, ти? Мин үҙ яғымда ултырам, ә бына һин — күсеберәк ултыр! Сикте күрмәйһеңме ни?

Сандро, һин үҙең минең яҡта ултыраһың!

Андро. һм... Ултырмай ни — шиш бына һиңә!

Сандро, һинең үҙеңә — шиш, ҡылый шайтан!

Марго (болдорга сыгып). Тағы ла бер-берегеҙҙе маҡташаһығыҙмы?

Андро. Күптән күрешкәнебеҙ юҡ ине, дөрөҫмө, дуҫ кеше?

С а н д р о. Дөрөҫ, дөрөҫ — тап кәкре таяҡтың күләгәһе һымаҡ! Марго, ҡәҙерлем, беҙҙе икебеҙҙе бер ҡаҙанға һалып ҡайнатһаң да, һурпалар төрлө-төрлө булыр! (Оҙон, йыуан бау ала.)

Марго. Сандро, ташла бауыңды! Кеше көлдөрмә! Ошо ҡәһәр һуҡҡыры бауҙың ҡура аша тартып ҡуйылғанын күрһәләр, һеҙҙең боҙолошҡанды бөтә ауыл беләсәк.

Сандро. Өгөтләмә, ҡәҙерлем, өгөтләмә. (Бауҙыц бер осонноймага бәйләй.)

Андро. Ялынма шул тиҫкәрегә! Бәйләһен, әйҙә!

Марго (Сандроныцкулынан бауҙы тартып алып). Туҡта, зинһар, беҙҙең дуҫлығыбыҙ хаҡына үтенеп һорайым!

Сандро (мыгырлап). Тағы ҡатышаһың? Дуҫлыҡ хаҡына, дуҫлыҡ хаҡына, имеш? Беләһең ҡайҙа һуҡтырырға?!

Марго (Андрога). Ауырыу кеше менән шулай һөйләшәләрме ни? Ғәфү үтен, йәнһеҙ! Юғиһә мин дә һинең менән һөйләшмәйәсәкмен!

Андро (башын эйеп Сандро янына килә, уны ко - саҡлап ала). Ғәфү ит!

Сандро. Йә, ярай!

Марго. Әллә ҡасан шулай кәрәк ине! Әйҙәгеҙ, табынға!

Андро. һин инә тор, беҙ хәҙер!

345


Марго китә.

Сандро, нимә эшләп мин һине шул тиклем яратам икән, ә?

Сандро. Эйе шул, эт таяҡты яратҡан кеүек...

Андро. Ышанмайһыңмы? Теләйһеңме, иртәгә үк врачыңа барып, һиндә күпме ҡом барлығын һорашып беләм. Әгәр һиндә ҡом бер ҡаҙаҡ булһа, йылға буйына төшәм дә, ике ҡаҙаҡ итеп ашайым.

Сандро. Рәхмәт, Андро, кәрәкмәй. Ер йөҙөндә минең һинән дә яҡын кешем юҡ, шуға күрә һуңғы васыятымды һиңә әйтеп ҡалдырмаҡсымын.

Андро. Аңламаным. Васыят тинеңме?

Сандро. Эйе, эйе — васыят.

Андро. Ә-ә, бына һинең тел төбөң ҡайҙа бара!.. (Мыҫҡыллап.) Йә, әйт васыятыңды!

Сандро. Кешенеғ^ кемлеге тураһында уға һуңғы юлына оҙатҡанда күрһәтелгән хөрмәтенә ҡарап фекер йөрөтәләр.

Андро. Ниндәй оҙатыу? Ниндәй хөрмәт? Кем тураһында һөйләйһең һин?

Сандро. һүҙ минең турала бара. һин мине һуңғы юлыма үҙебеҙсә, кавказсыларса, ҡәҙер-хөрмәт менән оҙатырға тейешһең.

Андро. Бына һиңә кәрәк булһа! Тағы нимә әйтәһең?

Сандро. Минең баш осома баҫ та, шундай итеп хушлашыу телмәре тот, бөтә халыҡ иларлыҡ булһын!

Андро. Ярай, телмәр булыр. Тағы ла нимә?

Сандро. Оркестр ҙа булһын...

Андро. Берәү түгел, икәү булыр! Тик уларҙың береһенең дә йүне юҡ. Гармун яҡшыраҡ булмаҫмы?

Сандро. Гармунды үҙең өсөн ҡалдыр!

Андро. Ярай, ҡалдырҙым. Тағы ла ниндәй күрһәтмәләр булыр?

Сандро. һин иларға тейешһеғ}... Бөтәһенә лә ишетелерлек итеп, матур итеп таҡмаҡлап ила...

Андро. Тырышып ҡарармын.

Сандро. Эшләп күрһәт әле. Таҡмаҡлап ила. Нисек килеп сығыр икән? Үҙ күҙем менән күргем килә.

Андро. Ҡәҙерлем, һин бит әле үлмәгәнһең?

Сандро. һөйөклөм, үлгәс бит мин бер нимә лә ишетмәйәсәкмен! Ул ваҡытта инде һуң була.

А н д р о. Ә бөгөнгә иртәрәк.

346




С а н д р о. һин иң яҡын дуҫым булараҡ, минең хаҡыма кескәй генә репетиция яһарға тейешһең.

Андро. Була ул. Әйҙә, ултыр! (Бер яҡ ситкә китеп.) Оркестр, уйна! Ә һин күҙеңде йом! Бына шулай. Ҡуҙғалма, тыныңды ла сығарма! Мин башлайым. (Күҙлек кейә лә кеҫәһенән газета алып уҡый.)

Сандро (паузанан һуц). һин унда нимә эшләйһең?

Андро. Газета уҡыйым.

Сандро. Бында газетаның ни ҡатнашы бар?

Андро. һинең некрологыңды эҙләйем. Ҡапылда үлеүең хата булып сыҡһа, уңайһыҙ булыр бит?!

Сандро. Иә, таптыңмы һуң?

Андро. Был газетала юҡ, моғайын, стена газетаһын- да сығыр. Ярай, некрологһыҙ ғына башлайбыҙ. Туҡтале, һин нишләп ултырып тораһың? Ҡайҙа мәйеттең ултырып торғанын күргәнең бар? һуҙылып ят, хәҙер үк!

Сандро теләр-теләмәҫ кенә эскәмйәгә һуҙылып ята.

Бына ошолай. Хушлашыу телмәремде башлайым... Хөрмәтле иптәштәр, ғәҙәттә, үлгән кешенең тик яҡшылығы тураһында ғына һөйләйҙәр. Мин дә шулай итер инем дә, тик ялғанларға өйрәнмәгәнмен: был бәндә ғүмер баҡый күҙле бүкән булып йәшәне, шулай үлеп тә китте.

Сандро (һикереп тора). Етте! һин — хыянатсы! Ҡайҙа минең бауым?

Андро. Бына бында бауың! һай... тапҡан һүҙ! Көнө буйына нимә тыҡый — васыят, оркестр, имеш! Хушлашыу телмәре! Иҫәр! һиңә теге донъяға йыйынырға иртәрәк лле, һиңә әйләнергә кәрәк! Иртәгә үк эшкә сығаһың! Ә киләһе шәмбелә кәләш әйттерергә барабыҙ, шунан был иҫәрлегең ҡул менән алып ташлағандай булыр!

Сандро. Бау! Бау тим! Ҡайҙа минең бауым?

Андро. һай Алла! Мә бауың! Бауһыҙ ҙа мин һинең яғыңа бер аҙым да атламаясаҡмын! Әйҙә, нығыраҡ тартып бәйлә! Тик ҡара уны, һуңынан үкенерлек булмаһын!

Сандро. Ҡылый шайтан!

Андро. О һин... күҙле бүкән!

Марго (болдорга сыгып). Әллә тағы ла бер-берегеҙ- ҙе маҡташаһығыҙ инде?

Өсөһө лә бер юлы һөйләй.

347


Сандро, һинең ирең хыянатсы!

Андро. Ул һантыйҙы кешесә йәшәтергә тырышаһың...

Марго. Туҡтайһығыҙмы, юҡмы? Ашым һыуына!

Бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.

Шаршау

Икенсе картина



Ваҡиға шунда уҡ бара. Ҡура бау менән икегә бүленгән.

Андро (эштән найтып килә). Бисә! (Өҫ кейемен һалып, уны бауга элепнуя. Саидро йортоягынаҡарап.) һай, һине үҙеңде ошо бауыңа аҫып ҡуйғырҙары!

Марго (;урамдан килеп керә, ирен күреп, кулын- дагы агк халатын артына йәшерә). Ниңә һин былай бик иртә?

Андро. Иртә тиһең? Ә һин ҡайҙа булдың?

Марго. Мин ҡайҙа булайым, ти, инде? Магазинға барып килдем.

Андро. Мин бит һиңә өйҙән сығып китмә тигәйнем. Райсобестан Бибо килергә тейеш.

Марго. Кәттәм көттөм дә

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет