Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет23/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   ...   40

Марго. Бик яҡшы, шулай кәрәк! Бына мин дә юрғанымды алам да фермаға китәм.

Дудар көлә.

һиңә лә асыуым килә!

Дудар. Ни өсөн?

Марго. Мин һине ҡыҙымды яратаһыңдыр тип уйлағайным, шул тиклем алыҫ ебәрмәҫһең, алып ҡалырһың тип өмөтләнгәйнем. Ә һин? Үҙеғ; үк аэропортҡа илтеп ҡуйҙың.

Дудар. Бындай бәхет теләһә кемгә эләкмәй. Кубаға иң яҡшы белгестәрҙе ебәрҙеләр. Ҡыҙың да шулар араһында!

Марго. И, Хоҙайым, йылы ойоҡбаш та алмай китте бит.

Дудар (көлөп). Хафаланмағыҙ, унда ҡыш булмай.

М арго. һай, был йәштәр! Ҡарттарҙан көлөргә сәбәп кенә булһын — ҡыш булмай, имеш!

Дудар. Мине ниңәлер Андро эҙләгән. Көтөргәме уны, юҡмы?

Андро (инеп). Көтөргә! Хәйерле кис! Бисәкәй, мунса яғып ебәр, йәһәтерәк бул!

Марго китергә итә.

Туҡтале, күрше өйҙәме?

Марго. Күренмәй.

Андро. Ярай, бар! Минең Дудар менән һөйләшәһем бар.

Марго китә.

Ултыр!

358


Дудар. Ярай, баҫып торайым әле.

Андро (йылмайып). Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһең! Буласаҡ кейәү ҡайныһы алдында аяҡ өҫтө баҫып торорға тейеш. Шулай бит? Тик һин бының менән генә мине алдай алмаҫһың! Миңә ҡалым кәрәк! Ҡалым! Аңлайһыңмы?

Дудар (аптыраштаҡалып). Шаяртмағыҙ!

Андро. Миндә шаярыу ҡайғыһы түгел. Ҡалым тигәс, ҡалым! Иртәгәнән дә ҡалмай килтереп еткерергә! Шуны эшләмәһәң, ҡыҙымдан ҡолаҡ ҡағаһың! Ниңә өндәшмәйһең?

Дудар. һеҙ мине бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙығыҙ...

Андро. Ярай, мин һиңә хәҙер аңлатып бирәм, һеҙҙе сүп үләндәренә ҡаршы яңы химикаттар алғанһығыҙ икән, тип һөйләйҙәр?

Дудар (аптырабыраҡ). Эйе, гербицидтар алдыҡ...

А п д р о. һин шуларҙы баҫыуға һиптерәһеңме?

Дудар. Эйе.

Андро. Бына, бик һәйбәт! Иртәгә үк осоп киләһең дә, ошо гербицидтарың менән Сандро баҫыуын эшкәртәһең. Бына шунан һуң мин тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында килһәләр ҙә, һинең баш ҡоҙаларыңды ҡабул итергә әҙер... Әллә һаман да барып етмәнеме? Миңә ҡалым кәрәк, гербицид тигән ҡалым!

Дудар (иркен тын алып). Төшөндөм. Тик колхоздан заявка юҡ бит.

Андро. Бында колхоздың ни ҡатнашы бар? Миңә ҡалым кәрәк!

Дудар. Ә, бына нисек икән! Хәҙер, ысынлап та, төшөндөм шикелле. Тик уны нисек эшләргә?

Андро. Бер ҙә аптырама. Яғ^ылышҡан булып Сан- дроның кукуруз баҫыуына һиптер ҙә, бөтә ғәйепте һауа шарттарына һылта! Ундай ғына бер хата өсөн Алланың үҙен дә ғәфү итәләр.

Дудар. Бының менән генә ышандырып булмай.

Андро. Халҡын да әйтер инем, хөкүмәт файҙаһына булһа береһенеғ} дә яңылышҡыһы килмәй! Уныһы хурлыҡ иҫәпләнә! Ана, Солтан өс тонна колхоз бәрәңгеһен «яңылыш» үҙ ихатаһына керетеп ауҙарған. Был хурлыҡ түгел! Әйҙә, туғанҡай, яңылыш бер мәртәбә! Тәүәккәллә! Бында хата өсөн яуап биреүе лә гонаһ түгел. Ваҡыт, ваҡыт үтә бит! Колхоз аҙаҡ конторағыҙ менән хисаплашыр!

359


Дудар. Булды. Иртәгә үк хата ебәрәм. Ә ҡайҙа уның баҫыуы?

Андро. Тик көндөҙ түгел, төндә эшләйһең. Бер кем дә күрерлек булмаһын.

Дудар. Күрһендәр, әйҙә. Тик баҫыуҙа әҙәм заты булырға тейеш түгел. Химикаттар ағыулы.

Андро. Мин дә шуны һөйләйем бит. Төндә һиптер, тим. Унан быны Сандро ла белмәҫкә тейеш. Аңлайһыңмы? һиңә нисек әйтергә инде, беҙҙең уның менән асыу- ланышыбыраҡ торған сағыбыҙ.

Дудар. Ул бит уны икенсе көндө үк күрәсәк.

Андро. Ә, бәлки, төндә ямғыр яуып үткәндер? Гер- биңидлы ямғыр?

Дудар. Ә мин төндә кукуруз уныҡымы, түгелме икә- нен ҡайҙан белермен?

Андро. Бөтәһе лә уйланылған! Баҫыуҙы әйләндереп фонарҙар теҙеп сығырмын.

Дудар. Яҡшы, иртәгә киске сәғәт туғыҙҙа.

Андро. Ҡара уны, алдама!

Дудар. Егет һүҙе бер булыр!

Андро. Ҡыҙыма оҡшайһыңдырмы, юҡтырмы, иллә- мәгәр үҙемә оҡшайһьщ!

Дудар. Тыныс йоҡо!

Андро. Хәйерле юл!

Дудар китә.

Марго, ҡарлуғасым, һинең эштәр нисек унда? Ваннағ^ әҙерме?

Марго. Ниңә ҡысҡыраһығ;? Бөтәһе лә әҙер! Ә Дудар ҡайҙа?

Андро. Китте.

Марго. Ниңә өйгә саҡырманың?

Андро. Нимәгә? Арҡа йыуырғамы ни?

Марго. Киске ашҡа.

Андро. Ул ашыҡты, бөгөн телевизорҙан футбол. Таҫтамал әҙерләнеңме?

Марго, һабыны ла шунда. Тик ванна эсендә оҙаҡ ятма, йә тағы ла йоҡлап китерһең. (Китә.)

Андро. Үҙ ваннам, теләһә нимә эшләрмен. (Өйгә инеп китә.)

Ҡараңғы төшә. Сандро ҡайтып инә. Ул бик арыған.

360


Сандро (йырлай).

Ҡартлъпс, туҡта, һин ашҡынма берүк,

Ял ит юлда ятып, ашыҡмай.

Был тормоштоң хозурлыҡтарына Ләззәтләнәйем мин, гашгсктай.

Ҡартлъпс, туҡта, ҡайҙа сабаһың һин Тиргә баткан сабыш атылай?!

Мин китмәйем ерҙән,

Яңы һөйөү -

Яңы гишыҡ уты татымай.

Ҡартлыҡ, туҡта, миһырбанһыҙ булма,

Беҙ бит түгел һинеңҡолдарыц.

Көтөүсе юҡ һине бик өҙөлөп,

Оҙонораҡ булһын юлдарың!

Марго (инеп). Сандро, һин ҡайттыңмы ни инде?

Сандро. Ҡайттым...

Марго. Бауырың ни хәлдә?

Сандро. Рәхмәт, һинең дарыуың килеште...

Марго. Хәҙер бөтәһе лә үлән менән дауалана. Мин һиңә тағы бер төрлөһөн яһап бирермен әле — үлмәҫгөл сәскәһе менән... Уны бик килешә, тиҙәр.

Сандро. Рәхмәт, һинең ҡартың ҡайҙа ҡасып йөрөй? Күптән күргәнем юҡ.

Марго. Өйҙә ул, ванна керә. Ошолай эт кеүек ырылдашып йәшәү туйҙырманымы инде һеҙҙе?

С а н д р о. Т иҫкәре ул. Г ел үҙен генә хаҡлы һанай.

Марго, һин дә инде бер ҙә уға юл ҡуймайһың!

Сандро. Уға юл ҡуйһаң! Башыңа менеп ултырыр!

Марго. Дөрөҫ әйтәһең, тиҫкәренең дә тиҫкәреһе... Ундай кешенән төндә сығып ҡасырһың.

Сандро. Әлбиттә, (һиҙепҡалып.) Туҡтале, нишләп төндә ҡасырға? Ниңә, насар кешеме ни ул? Ҡай ере ярамай?

Марго, һин үҙең бит уны әрләнең!

Сандро. Эйе, беҙ уның менән тиргәшкәләйбеҙ, йәшермәйем. Ә һин мине уға ҡаршы ҡотортма!

Марго. Минме?!

Сандро. Юғиһә, үҙеңә үпкәләрмен! (Паузанан һуц.) Марго, әйт әле, уға ни булды? Әллә сихырлағандармы? Бер көн, шулай, осрашҡас, «туҡтале, мәйтәм, быны бер аҙ үсекләп алайым» тим, ә ул бар тип тә белмәй.

М а р г о. Ул һинең менән бүтән әрләшмәҫкә ант итте!

361


Сандро. Ну, һеҙ бисәләрҙе! Араҡы эсмәйбеҙ, тәмәке тартмайбыҙ, домино һуҡмайбыҙ. Берҙән-бер йыуанысыбыҙ — үсекләшеп алыу ине, шуны ла ҡыҙғанаһың?!

Марго. Кешеләр көлә. Үткән береһе ошо арҡанға ҡарай.

Сандро. Ҡарамағайҙары! Уның ниндәй көлкөһө бар? Бәлки, ул ябай арҡан түгелдер, ә канаттыр... Цирктағы кеүек... Бәлки, беҙ Дағстан кешеләре һымаҡ, атаҡлы канатта йөрөүселәр булырға әҙерләнәбеҙҙер? (Паузанан һуц.) Ярай, Марго, ул һүҙ биргән икән, мин дә ант итәм: бүтән әрләшмәбеҙ! (Китә.)

Марго. Хоҙайым, нимә эшләргә миңә былар менән? Бәлки, ысынлап та, быныһын өйләндерергә кәрәктер? Кәләште үҙем ҡыуып сығарҙым бит әле бына...

Андро (өйҙән). Марго!

Марго. Хәҙер! (Инеп китә.)

Ҡайҙалыр боронғо халыҡ көйө яңғырай. Көршәк тотоп Сандро инә, ҡура буйлап йөрөнә. Андролар өйөндә ут һүнә.

Сандро. Йоҡларға ятты. Ҡара һин уны! Ул унда тәмле төштәр күрә-күрә йоҡлаһын, ә Сандро бында яңғыҙлыҡтан ыҙа сикһен! Юҡ әле, йоҡламай тор әле! (Андро өйөнөц ишегеннага.)

Эске күлдәктән генә Андро сыға, Сандроны күреү менән ишекте кире яба.

Туҡтале. һин нимә? (Тагынага.)

Марго (ишекте асып). Ни булды, Сандро?

Сандро. Ғәфү ит, Марго. Иреңә әйт әле, сыҡһын! Уның менән һөйләшеп алырға кәрәк.

Марго. Ярай, әйтермен. (Ишекте яба.)

Сандро тағы ла ҡура буйлап йөрөнә. Ҡулына тәртешкә тотоп

Андро сыға.

Сандро. Сыҡ әле, сыҡ!

Андро тәртешкә тотҡан килеш «хәрби әҙерлек» менән Сандро-

ға табан килә.

Ә был тәртешкә нимәгә?

362


Андро. Хәнйәрҙе ҡынынан тартып сығарырлыҡ түгел, шуның, өсөн тәртешкә эләктерҙем.

Сандро. Инде нисә йыл утын яҡмаған көйөңә нимә тип был тәртешкәне тотаһың?

Андро. Кәрәк булыуы бар. Бына хәҙер белерһең ниңә тотҡанымды. Артыңа нимә йәшерҙең?

Сандро (күрһәтеп). Көршәк! Әсәбеҙме?

А н д р о. Ә бокалдарың ҡайҙа?

С а н д р о. Ә беҙ, ҡаласа. Ауыҙынан ғына.

Андро. Закускаға нимә?

Сандро. Бына, еңде еҫкәрбеҙ. Ташла әле ошо тәртешкәңде, ултыр эргәмә!

Андро. Улайһа, һин дә көршәкте ташла!

Сандро. Көршәк мөхәббәт һымаҡ ул: ватылһа — йәбештереп булмай! Уның эсендә шарап. Бына ҡара! (Эсә.)

Андро. һиңә ни булды? Ә бауырың?

Сандро (күкрәгенә һугып). Бына бында әрней башлаһа, эсмәҫ ереғ^дән эсерһең!

Андро. Кем һине рәнйетте? Әйт, кем?

Сандро, һин, ҡәһәр һуҡҡыры, һин!

Андро. Мин? Ҡасан?

Сандро. Оноттоң дамы ни? Бер көн мин һинең менән сәкәләшеп алмаҡсы инем, ә һин — ләм-мим! Өндәшмәнең! Ә үҙең шунда уҡ Чермен менән әйткеләшә башланың. Быны нисек аңларға? Минең менән әрләшеүҙе хәҙер ғәрлек тип һанайһыңмы ни инде? Бүтән партнер таптыңмы?

Андро. Нисек уның менән әрләшмәйһең, ике көн буйына йыйылған ҡыярҙарҙы баҡсала ҡояш аҫтында ятҡырҙылар. Килеп алырға иҫтәрендә лә юҡ. Колхоз байлығы әрәм булып ятһын, мин өндәшмәй ҡалырға тейешме? һин иҫергәнһең, ахыры!

Сандро. Кем, мин иҫерекме? Яҡшы! Хәҙер һин дә иҫерәсәкһең! Унан икебеҙ һинең менән уртаҡ тел табырбыҙ! (Бер тулы менән Андроныц муйынынан эләктереп ала, икенсеһе менән уныц ауыҙына көршәкте терәй.)

Андро (ҡарышып). Кәрәкмәй! Эскем килмәй!

Сандро. Килер! (Көсләп эсерә.) Йә, нисек? Хәҙер беҙ тигеҙләштекме?

Андро. Тигеҙләштек, буғай!

Сандро. Улайһа, тәртешкәңде ташла ла, ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙе башларбыҙ.

363


Андро. Башлайыҡ. (Ултыра.)

Сандро (шулай ук ултырып). Нишләп әле һин үҙеңде минән аҡыллыраҡ иҫәпләйһең?

Андро. Сөнки һин минән ахмағыраҡ.

Сандро. Әйҙә, тикшереп ҡарайыҡ! һиңә бер нисә һорау бирәм. Әгәр шуларҙың бөтәһенә лә яуап бирә алһаң, һин дә минең кеүек үк аҡыллы булып сығаһың. Әгәр яуап бирә алмаһаң, мин дә һинең кеүек... ахмаҡ булып сығам.

Андро. Башлайбыҙмы?

Сандро. Башлайбыҙ. Бына әйт әле. Нимә ул «тангенс»?

Андро. Нимә, нимә? (Уйлап.) Был әрмәнсәме, тө- рөксәме?

Сандро. Ә-ә, белмәйһеңме? Ә «котангенс»? Быныһын да белмәйһеңме?

А н д р о. Ә һин үҙең беләһеңме һуң?

Сандро. Минме? Әлбиттә! Тангенс һәм Котангенс — боронғо ике бөйөк полководсылар. Бер туғандар. Беләһең килһә, береһе икенсеһенең әллә ҡабырғаһына һәнәк менән сәнскән, әллә башын өҙөп ырғытҡан. Уныһын аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Тангенс Котангенстыҡынмы, әллә Котангенс Тангенстыҡынмы?

Андро. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Сандро. Уны һәр бер мәктәп балаһы белә. Үҙең китап уҡымаһаң, исмаһам, күрше балалары дәрес әҙерләгәндә тыңлаштыр. Иә, ҡайһыбыҙ аҡыллыраҡ? Бына шулай ул, дуҫ кеше! (Рәхәтләнеп көлә.)

Андро. Кемдән көләһең һин, күрше?

Сандро, һинән.

Андро (Сандроныц көлөп туҡтаганын көтөп). Бөттөңмө?

Сандро. Бөттөм.

Андро көлә башлай.

Ә һин кемдән көләһең?

Андро. һинән. Төн уртаһында нимә тип һин мине йоҡомдан уяттың? Шул боронғо заманда кем кемдең башын сабып өҙгәнде һөйләр өсөнмө? Ни тип әле һин минең менән яңынан һөйләшә башланың? Беҙ бит һинең менән — спор!..

364


Сандро (ян-ягына ҡаранып, әкрен генә). Тсс, әкрен! Шаулама... Кеше ишетеп ҡалһа... Миндә бер идея бар!

Андро. Ниндәй?

Сандро. Бына, тыңла! Беҙ һинең менән асыуланышҡанбыҙ, ти. Быны бөтәһе лә белә. Әйҙә, арҡан да эленеп торһон. Көндөҙ мин һинең менән һөйләшмәйем, һин минең менән. Ә бына төндә... Әйҙә, Андро, төндә генә дуҫ булайыҡ. Бөтәһе лә йоҡлаған саҡта. Бер кем дә беҙҙе күрмәй ҙә, бер кем дә ишетмәй ҙә. Теләһәк — көләбеҙ, теләһәк — илайбыҙ, теләһәк — йырлайбыҙ, теләһәк бейеп тә алабыҙ. Йә, идея нисек?

Андро. Тимәк, һинеңсә, төндә — тыныслыҡ, көндөҙ һуғыш?

Сандро. Тап шулай. Көндөҙ — һуғыш, төндә — тыныслыҡ! Йә, һин ризамы?

Андро. Тик бер шарт менән: өйләнһәң генә! Кәләше ниндәй бит! Кәләше! Үҙе рәхимле, үҙе ап-аҡ, тултырылған тауыҡ һымаҡ пых итеп тора.

С а н д р о. Ошо йәштә ниңә кәрәк ул миңә бисә?

Андро. Нисек инде шуны ла аңламайһың? Көндөҙ ҡарының асылһа — ашатыр, төндә өҫтөң асылһа — ябыр! һин бит ауырыу кеше, бауырың ауырта, һис тә булмаһа инде грелка урынына булыр! Исеме генә ни тора — Кошер!

Сандро (тәрән тын алып), һин нисек уйлайһың, уға нисә йәш булыр?

Андро. Нимә һин мине төн буйына табышмаҡтар юратып интектерәһең?

Сандро {паузанан һуц, етди итеп). Күндерҙең!

Андро (шатланып). Бына, исмаһам, дуҫ! Бына, ир тиһәң дә була! Ну, туйыңда бейейәсәкмен! (Туй йыры көйләй.)

Сандро ла уға ҡушылып йырлай, ҡул сабып тора.

(Иҫенә төшөрөп.) Әкрен, бисә ишетер!

Марго (баҫҡысҡа сыгып). Мин һеҙҙе күптән тыңлайым инде!

Өсөһө лә (йырлайҙар).

Сыгайъсҡ, дуҫтар, тау йылгаһына Осетин йырҙарын йырларга.

365


Беҙҙец йырҙарҙы жабатлар тауҙар,

Рәхәт тә, ецел дә һулар га.

Бейейек өҙҙөрөппсат-к,атк,ул сабып,

Куцелдәр бушанһын, елкенһен.

Йырлайъгк, уйнайык, бейейек,

Шатлыктан сал тауҙар һелкенһен!

Дүртенсе картина



Ошо уҡ урын. Кис.

Марго (йырлай-йырлай үҙ өйөнән Сандро өсөн үтекләнгән бишмәт менән гәлифе алып сыга). Кейәү егетенең, кейемдәре әҙер — ялт итеп тора! (Нәмәләрҙе Сандроныц өйөнә индереп, тиҙ генә кире сыга.) Кейәү егетенең ниңәлер кәйефе юҡ! (Урамга тарап.) Минеке нишләп оҙаҡланы икән инде? Кәләш артынан китте лә, юғалды! Эх, Андро, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе боҙабыҙ. Кәләш янына кейәүҙең үҙенә барырға кәрәк ине лә бит, юҡ, Андро алып килеп ҡулына тотторорға тейеш. Нисек мин уның менән осрашырмын икән? Нығыраҡ тондорҙоң шул? Битенең ҡара янғаны һаман бөтмәгәндер әле.

Андро (инә, бик эшлекле тиәфәт менән). Марго, эштәр нисек?

Марго. Эштәр бара. Ә кәләш ҡайҙа?

Андро. Ана, ҡапҡа артында. Ә кейәү?

Марго. Өйөндә.

Андро. Кейемдәре әҙерме?

Марго. Әҙер, ялт итеп тора!

Андро. Кейендеме әле?

Марго. Юҡ. Нишләптер ул бик кәйефһеҙ.

Андро. Кәләше ишек төбөндә, нимә һуҙа ул тағы?

Сағгдро күренә.

Был ни эш тағы? Йәле, тиҙ бул, яңы бишмәтеңде, хром итектәреңде, бохар бүрегеңде кей! Олатайыңдан ҡалған көмөш хәнйәреғ^де лә таҡ!

Сандро. Кеймәйем. Мин уларҙы үлемтегемә әҙерләп ҡуйҙым, һуңғы юлыма оҙатҡанда кейҙерерһегеҙ.

Андро. һин ул һуңғы юлыңа сыҡҡансы, уларҙы көйә ашап бөтәсәк. Ҡаршы торма, һиңә әйтәләр!

366


Сандро. Марго, ҡәҙерлем, был бәйләнде бит миңә... Андро (Сандрога). һин һаман да бындамы ни? (Уны өйөнә таба төрткөләп.) Хәҙер үк кейен! һин мине әҙәм көлкөһөнә ҡалдыраһың! (Маргога.) Бар, кейендереш! Бишмәтен ҡаптыр, итектәрен ялтырат!

Марго ашығып Сандро артынан китә.

(Ҡапҡага барып.) Кошер, һылыуым, ғәфү ит, оҙаҡ көттөрҙөм! (Ҡапҡаны асала, Кошер ҙы ҡултыҡлап, туй йырын көйләй-көйләй уны ҡурага алып инә.) Төклө аяғың менән, ҡәҙерлем, Кошер! Был көн беҙҙең бөтәбеҙ- гә лә аҡ бәхеттәр килтерһен! Амин!

Кошер (уцайһыҙланып). Ой, Андро, оят бит әле! Кешеләр, ул мине ҡоҙаламай, ә мин үҙем уға тағылам, тип уйлар.

Андро. Беренсенән, һин миңә ҡунаҡҡа килгәнһең. Икенсенән, бисәм Марго һине бик яман рәнйеткән. Мин һеҙҙе килештерергә теләйем. Өсөнсөнән... Ә нимә өсөнсөнән, быныһын әлегә әйтмәй торайыҡ! (Ҡысҡырып.) Марго, һин ҡайҙа? Ҡунаҡтар килде!

Марго инә, уңайһыҙланып ҡына Кошер ҡаршыһына килеп

баҫа.

Иә, нимә ҡатып ҡалдың? Ғәфү үтен дә бер-берегеҙгә ҡул бирешегеҙ. Кейәү егете өйҙәме?

Марго. Эйе.

Андро. Бик яҡшы. һеҙ һөйләшә тороғоҙ, мин уның янына инеп сығайым. (Сандро өйөнә инеп китә.) Марго. Ултыр!

Ултырышалар, һүҙ башлай алмай торалар.

Битеңдең күгәргәне бөттөмө? (Үҙен гәйепле һанап.) һепертке иҫке булды шул, кәрәкмәгән ҡаты... яңыны алырға һис ваҡыт табалмайым...

Кошер. Андро тиҙ сығырмы икән?.. Миңә китергә кәрәк...

Марго. Ултыр әле... Ҡайҙа ашығаһың... өйөңдә илап ултырған балаларың юҡ... Бер нәмәң дә янып бармай.

Кошер. һеҙ был бауға төнгөлөккә эт бәйләйһегеҙме?

367


Марго. Беҙҙең этебеҙ юҡ. Кем ваҡытлы-ваҡытһыҙ йөрөй — шуны бәйлән ҡуябыҙ... Андро, һин нимә унда бик оҙаҡланың?


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет