|
|
бет | 5/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
| Дүртенсе күренеш
Шул уҡ йыһаз. Шаршау асылғанда, бүлмәлә бер кем дә юҡ. Бер аҙҙан, тирә-яғына ҡарана-ҡарана, үҙ бүлмәһенән Бахыров сыға. Ҡулында — конверт.
Бахыров. Сәғит Рәсүлов килеп еткәнсе, мин бынан тайырға тейеш! һиңә ҡуҙғалырға ярамай, имеш?!. Юҡ, Борханов, һин мине һауыҡтырыу өсөн түгел, үлтереү өсөн үҙ өйөңдә ҡалдырҙың. Аҡрынлап, һиҙҙермәй генә үлтерергә уйлайһың һин мине!.. Урамда йығылып үлһәм үлермен, тик йыназам һинең өйөңдән сыҡмаҫ! Күрә алмайым шуларҙы! Береһен дә күрә алмайым!.. Береһе — профессор... береһе — композитор... береһе — партком секретары... етмәһә, хөкүмәт аҡсаһына Америкаға китергә йөрөй... Бөтәһе лә уларға ғына! Даны ла, малы ла! Әгәр йәшерәк сағым булһа, бүрегә әйләнер инем дә, бүре балалары үҫтереп, шуларҙың боғаҙҙарын сәйнәтер инем!.. Шулай ҙа Бахыровты бөтөнләй бөткәнгә иҫәпләмәгеҙ әле! Арҡыры төшәм әле мин һеҙҙең юлығыҙға!.. (Ҡулын- дагы конвертты һелкеп.) Был хат эшләйәсәк әле үҙ эшен!.. (Сыгыпҡаса.)
Т үр бүлмәнән өй йыйыштырып йөрөгән Гөлфиҙә менән Лира сыға. Улар әйберҙәрҙең туҙанын һөртә, тәҙрәләрҙе таҙарта.
Гөлфиҙә. Был Әлфирә бигерәк оҙаҡланы.
Лира. Икенсе магазинға киткәндер. Әсәй, мин тиҙ генә гостиниңаға барып киләйем әле?
Г өлфизә. Гостиниңаға? Ниңә?
Лира. Әгәр атаһын алып ҡайтһа, уны үҙебеҙҙең янда ҡалдырып булмай бит инде! Айырым номер алабыҙ ҙа, гостиниңала торор!..
Гөлфиҙә. Уйлашайыҡ әле, килен...
Лира. Уйлай-уйлай сәстәрем ағарҙы инде... Мин уны барыбер үҙебеҙҙең өйгә килтереү яғында түгелмен!
Гөлфиҙә. Ҡунаҡ кешене гостиницаға ебәреү килешерме икән? Ашыҡмай тор әле, атайың менән кәңәшләшәйек!
Лира. Ғәфү ит, әсәй, минең был йортта үҙ һүҙемде әйтергә хаҡым бармы?
Г өлфизә. Килешмәгән һүҙ әйтәһең, килен, һин бит бында өйҙәш тормайһың. Әллә беҙҙең һине берәй ҡыйырһытҡаныбыҙ булдымы?
Лира. Улайһа, мине лә тыңлағыҙ! Алып килһен, ҡунаҡ итербеҙ, ә йоҡларға гостиниңаға китер... (Кейенеп сыҡ- могксы була.)
Ошо ваҡыт Ғәлим ҡайтып инә.
Ғ әлим. һин ҡайҙа йыйындың, килен? Сәй эсмәйбеҙ- ме ни?
Лира. Атай, мин килә торған ҡунаҡҡа гостиниңанан урын алмаҡсы инем.
Ғәлим. Юҡ, килен, был ярай торған эш түгел. Ул беҙҙең өйгә килә, үҙ улына ҡайта, ундай ҡунаҡты гостиниңаға ебәрмәйҙәр... (Ҡапыл асылып китеп.) Бер уйлаһаң, был ваҡиға үҙе бер байрам бит! Улы атаһын тапты... Беренсе осрашыу... Үткәндәрҙе хәтерләү... Ситтә булһа ла, бөгәбеҙҙең дә йөрәгендә йәшәгән кеше килә бит өйөбөҙгә!.. Уны яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алмаһаҡ, беҙ Борхановтар Бо.рхановтар ҙа булмаҫ инек!.. Әгәр инде ҡунаҡ үҙе беҙҙә ҡалырға теләмәһә, гостиниңанан урын алыу өсөн Хәйҙәрҙең бер звоногы етә! Әсәһе, сәй эсмәй- беҙме?
Гөлфиҙә. Хәҙер өҫтәл әҙерләйем!
Ғәлим. Әйҙә, килен, башта бергәләп сәй эсәйек әле. (Сыгалар.)
Әлфирә инә. Ҡулындағы әйберҙәрен ҡуйып, Бахыров бүлмәһенә күҙ һала.
89
Әлфирә (бүлмәнец буш икәнен күреп ҡурҡып китә). Ой!.. (Икенсе бүлмәнец ишеген асыпҡарай.) Ой!.. (Өсөнсө бүлмәне ҡарап сыга.) Юҡ!
Г өлфизә (инеп). Ҡыҙым, ниңә йүгергеләйһең?
Әлфирә. Уны больницаға оҙатманығыҙмы?
Г өлфизә. Кемде?
Әлфирә. Ауырыуҙы? Бахыровты?
Гөлфиҙә. Юҡ, оҙатманыҡ. Ниңә?
Әлфирә. Ул юҡ
Г өлфизә. Юҡ? Бахыровмы? Булмаҫ... (Тиҙ генә Бахыров бүлмәһен барыпҡарай, аптырап.) һиңә әйтәм... Ғәлим, сыҡ әле!
Ғәлим менән Лира инә.
Ғәлим. Ни булды?
Гөлфиҙә. Бахыров юҡ!
Ғәлим. Нисек юҡ?
Әлфирә (иларга етешеп). Бер ерҙә лә юҡ. Мин магазинға сығып киткәндә, урынында ятып ҡалғайны...
Ғәлим (уга бармаҡ янап). Эх, Әлфирә ҡыҙым, боҙғанһың эште?!.
Әлфирә. Ни эшләйем һуң хәҙер, олатай? (Ҡапыл.) Ул әле йыраҡ китә алмағандыр... Мин уны эҙләп табам, больницаға илтәм!... (Сыгып йүгерә.)
Ғәлим. Тимэк, ул ҡасҡан... Урынынан ҡуҙғалырға ярамағанын белә тороп ҡасҡан... Ул Рәсүлов менән күҙгә- күҙ осрашыуҙан ҡурҡҡан! Тимәк, уның алдында ла ғәйебе бар!.. Күңелем һиҙгәйне... (Телефон трубкаһын алып.) һаумыһығыҙ! Профессор Борханов һөйләй. Директор үҙендәме? Бирегеҙ әле! Сәләм, Зөбәйҙә Айҙаровна! Юҡ әле, ҡайтманылар. Мин бөтөнләй икенсе мәсьәлә менән... Беҙҙә «ЧП»... Бахыров сығып ҡасҡан. Эйе... эҙләп ҡарағыҙ! Әгәр табылһа, һис кисекмәй больницаға оҙатырға кәрәк!.. (Трубканы ҡу я.) Бына һиңә Бахыров... Аш менән атҡанға, беҙгә таш менән атты... Әммә был ташы үҙ башына...
Л и р а. Табылһа ла, ярҙам күрһәтеп булмаймы хәҙер?
Ғәлим. Уға ҡуҙғалырға ярамай ине. Былай булғас, ул үҙен үҙе үлтерҙе!
Йәлил инә. Ҡулында — портфель.
90
й элил. Мөмкинме? һаумыһығыҙ!
Лира. Ни хәл, Йәлил!
Йәлил. Әлфирә өйҙәме?
Л и р а. Ул сығып киткәйне шул.
Йәлил түргә уҙырға ла баҙнат итмәй, сығып та китмәй.
Гөлфиҙә (уныц хәлен ацлап). Оҙаҡламаҫ, ҡайтыр ул, бер аҙҙан инерһең.
Йәлил. Беҙ үҙебеҙ генә аңлашырға тейеш инек, ләкин Әлфирә минән ҡаса, һөйләшмәй...
Ғәлим. Беҙгә нимәлер әйтергә йыйынаһың, булһа кә- рәк,дуҫ кеше?
Йәлил. Бәлки, был һеҙгә бик ваҡ мәсьәлә булып тойолор... Ғәфү итегеҙ, минең Әлфирәм менән дуҫлыҡты боҙғом килмәй. Шуның өсөн миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кә- рәк...
Ғ ә л и м. Тыңлайбыҙ.
Йәлил. Минең атайым — Камил Байраҡов!.. Эйе, Камил Байраҡов... Ул ике һуғыш ветераны. Башҡортостандың беренсе завод директоры... Граждандар һуғышында Чапаев дивизияһында булған, Өфөнө азат итеүҙә ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышында комиссар булып Бер- линға барып еткән, Рейхстагты алғанда яраланған. Уның алты ордены, әллә күпме миҙалдары бар... Үткән йыл иҫке яраһы көсәйеп, аяҡтан йығылды... Ошондай кешенең ҡурҡаҡ булыуы мөмкинме?
Ғәлим. Ветерандар ҡурҡаҡ булмай!
Йәлил. Мин һеҙҙе тап ошондай кешеләр, тип уйлағайным!.. (Тыныптсала.)
Ғәлим. Башлағас, һөйләп бөтөр инде, дуҫ кеше!
Гөлфиҙә. Атайың өсөн үпкәләштегеҙме Әлфирә менән?
Йәлил. Эйе. Әлфирә атайымды Сәғит Рәсүловҡа хыянат итеүҙә ғәйепләй. Мин атайым менән һөйләштем. Сәғит Рәсүлов алдында уның бер генә тамсы ла ғәйебе юҡ!.. Ҡоротҡостар фаш ителеп, хөкөм алдына баҫҡас, Сәғит Рәсүлов аҡланғас, бөтәһе лә асыҡланған. Атайым менән Сәғит Рәсүлов бөгөн дә яҡын дуҫтар! Улар утыҙ йыл буйына хат алыша. (Портфеленән хаттар сыгарып һала.) Бына Рәсүловтың хаттары!..
Гөлфиҙә (хаттарга тарап). Ярабби... уның үҙ ҡулы...
91
Ғәлим (ҡапыл), һеҙ ҡайҙа тораһығыҙ?
Йәлил. Бына, күршелә, туғыҙ ҡатлы йортта.
Ғәлим. Шулаймы? Әлфирә һеҙгә инеп сығыуымды һорағайны. Әйҙәле, улым, атайың менән таныштыр мине!..
Ғәлим менән Йәлил сыға.
Лира. Үҙенә күрә түгел, һайлай белгән минең ҡыҙым егетте!..
Гөлфиҙә. Атаһын нисек ярата! Йәнен ярып бирергә әҙер тора.
Лира. Яҙмыштыр был, әсәй, тәҙрә аша танышты бит улар! Хәбәрселәре баҡсалағы һандуғас, баш ҡоҙалары — ҡояш! Үҙе йыр бит был, әсәй! (Пианино клавиштарына баҫып.) Ҡояш, ҡояш... Баш ҡоҙалары — ҡояш, хәбәрселәре — һандуғас!..
Әлфирә инә.
Әлфирә. Ары саптым, бире саптым, табып булманы. Ер тишегенә төшөп киткән тиерһең? (Илай.)
Гөлфиҙә. Үҙе тураһында үҙе уйламаған кеше өсөн илама әле, ҡыҙым, табылыр.
Лира. Әле генә Йәлил инеп сыҡты... Беҙ бөтәһен дә беләбеҙ... Уның атаһы бик һәйбәт кеше икән!
Әлфирә, һәйбәт булғас, ниңә олатайымды яҡламаған?
Лира. һуңынан, ҡыҙым, улар аңлашҡан. Ул олатайыңдың әле лә яҡын дуҫы икән... Бына олатайыңдың Йәлилдең атаһына яҙған хаттары!..
Әлфирә (хаттарҙы карап). Әсәй! Өләсәй! Мин ниндәй бәхетле!
Гөлфиҙә. Бәхетеңдең ҡәҙерен бел, ҡыҙым!
Лира (йылмайып). Аңлашылмаусанлыҡ бөттө, килешәһегеҙ генә ҡалды!
Әлф и р ә. Ә ул ҡабат кермәһә?
Лира (көлөп). Элеккесә инде, ҡыҙым, тәҙрә төбөн һаҡлайһың! Бер күрер әле... Уның һине юғалтҡыһы килмәй...
Әлфирә. Әллә минеке килә, тип беләһеңме? Төн буйына илап сыҡтым... (Тәҙрә төбөнә килеп баҫа, асыҡ тәҙрәнән Йәлилде күҙәтә.)
92
Ғәлим инә.
Ғәлим. Эй, ғүмерҙең изге сәғәте! Мин бик гүзәл кеше менән танышып сыҡтым...
Гөлфиҙә. Сире бик ҡатымы?
Ғәлим. Еңел түгел. Шулай ҙа өмөттө өҙөргә иртәрәк әле. Үҙемдең клиникаға алып, операция яһап ҡарарға булдым...
Гөлфиҙә. Үҙе нисек һуң, ризамы?
Ғәлим. Сир яфалаған инде уны, иртәгә үк больницаға инергә әҙер... Беҙ, врачтарҙың, ауырыуҙар алдында ғәйебебеҙ шул, күп ваҡыт һуңғы һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡа- быҙ. Камил Байраҡовты ла күп врачтар ҡараған. Ләкин береһе лә операция кәрәклеген әйтмәгән. Элегерәк таныш булһаҡ, бәлки, ул бөгөн түшәктә лә ятмаҫ ине. Шулай ҙа тырышып ҡарайым әле.
Тәҙрә аша Йәлилдең йыры ишетелә.
Әлфирә (онотолоп). Ул йырлай!
Бөтәһе лә тынып ҡала. Йәлилдең йыры асығыраҡ ишетелә.
Йәлил йыры:
Тәҙрә төбөндә үҙец,
Гөлдәрҙә ике күҙец!
Йөрәгемә утпсабыҙҙы Йылмайып әйткән һүҙец\
Әлфирә (ҡапыл ҡысҡырып ебәрә). Ура-а! Ҡайттылар! (Шунда уҡ ишеккә ташлана.)
Бер аҙҙан ҡулына сумаҙан тотҡан Хәйҙәр күренә. Ул ишекте асып туҡтап ҡала.
Хәйҙәр. Әйҙә, атай, рәхим ит!
Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ап-аҡ тубал сәсле, ғәжәйеп мөләйем йөҙлө кеше инә. Был — Сәғит Рәсүлов.
Бына, атай, беҙҙең өй, беҙҙең ғаилә! Түргә уҙ!
93
Рәсүлов. Бәрәкәтле өйҙөң, мәрхәмәтле хужалары алдында баш эйәм! (Башын эйә.) һаумыһығыҙ! (Бөтәһе менән дә күрешеп.) һаумы, Гөлфиҙә! Таныш булайыҡ, Ғәлим Ҡасимович, мин — Рәсүлов. (Лирага.) Күңелемдә киленем тап ошондай ине, яңылышмағанмын! (Әлфирә- гә.) Ә быныһы — үҙебеҙҙең копия... Ташҡа баҫҡан Рәсү- ловтар... һинең бер олатайың мин булам инде, ейәнсәрем!..
Әлфирә. Мин һине төшөмдә күргәйнем, олатай!
Рәсүлов. Беҙ йәш саҡта яңы ай тыуған һайын:
Ай күрҙем аман менән,
Ауыҙым тулы иман менән.
Ошо айҙа вафат булһам,
Үткәр, Хоҙай, иман менән! -
тип әйтә торғайнылар, һеҙҙең тупһаны атлап ингәндә, ошо боронғо доғаны минең былайыраҡ әйткем килде:
Илемә ҡайттым аман менән, һеҙҙе күрҙем иман менән.
Йөрәгем тулы сәләм менән,
Күцелем тулы шатлык менән!
Шаршау
Бишенсе күренеш
Шул уҡ бүлмә. Сәхнәлә бер кем дә юҡ. Бер аҙҙан Рәсүлов менән Әлфирә инә.
Әлфирә. Яраттыңмы, олатай, беҙҙең ҡаланы?
Рәсүлов. Үҫкән, матурланған. Беҙ йәш саҡта ул проспекттар урынында ҡара урман ине. Ағиҙел аша сығыу өсөн юлсылар көнө буйы паром көтә ине. Хәҙер машиналар суйын күперҙәр аша выжлап ҡына тора. Халыҡ күркәм, бай йәшәй. Ҡәнәғәт булыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан.
Әлфирә. Мин әле һине, Новостройкаға алып барырмын, унда үҙе бер ҡала! Яңы йорттар, әкиәттәге кеүек, береһе артынан береһе ҡалҡып сығып ҡына тора. Иртәгә унда ла барырбыҙ, йәме?
94
Рәсүлов. Барырбыҙ, ҡыҙым, барырбыҙ!
Әлфирә. Бына хәҙер минең ике олатайым булды. Минән дә бай кеше юҡ!
Рәсүлов. Дөрөҫ, ҡыҙым, донъяла кемдең дуҫтары, туғандары күп, ул иң бай кеше. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, ти халыҡ. Олатайҙарың икәү, ә йән дуҫтарың күпме?
Әлфирә. Йән дуҫтарым да бар... Гөлшат, Нуршат...
Рәсүлов (һынау менән). Тағы, ҡыҙым?
Ә л ф и р ә. Т ағымы? (Әйтергә уцайһыҙланып тора.)
Рәсүлов. Тормош юлын, ҡыҙым, бер кеше лә яңғыҙ ғына үтмәй. Киләсәккә ҡулға-ҡул тотоношоп атлар дуҫың бармы?
Әлфирә. Бар, олатай...
Рәсүлов. Үҙеңә тиңме?
Әлфирә. Олатай, ҡатын-ҡыҙ алдында ирҙәрҙең иң яҡшы сифаты нимә?
Рәсүлов. Ирҙәрҙең иң яҡшы сифатымы? Хәйҙәр улым тыуған йылды мин бер төш күргәйнем. Гөлфизәм юғалған икән, тим. Эй, эҙләйем Гөлфизәне, эй, эҙләйем. Заводҡа барып, ңехтарҙы айҡап сыҡтым. Шунда мине кемдер янып торған мейес алдына алып килде лә, ҡатының, ана бит, яна, ти. Мин, Гөлфиҙә йәнем, тинем дә атылып утҡа ташландым. Уянып китһәм, Гөлфизәм эргәмдә ята. Был минутта минән дә бәхетле кеше юҡ кеүек ине. Төшөмдө Гөлфизәгә һөйләнем, ә ул әйтә, өнөңдә шулай булһа, минең арттан утлы мейескә инер инеңме, ти. Мин һинең өсөн, Гөлфизәм йәнем, янар вулкандарға ла инер инем, тинем.
Әлфирә. Янар вулкандарға ла инер инеңме, олатай?
Рәсүлов. Инер инем... Ҡатын-ҡыҙ — тәбиғәт яратҡан ғәжәйеп бер матурлыҡ бит ул! Ошо матурлыҡты ғүмерең буйына, үҙ йәнең менән ышыҡлап ел-ямғырҙан һаҡлай алһаң ғына, һин — ир, һин — кеше!
Гөлфиҙә инә.
Г өлфизә. Ҡайттығыҙмы?
Әлфирә. Ҡайттыҡ, өләсәй, арып бөттөк.
Гөлфиҙә. Сәғит, әллә сәй эсеп алабыҙмы?
Рәсүлов, һәйбәт булыр.
Гөлфиҙә менән Рәсүлов сыға. Йәлил инә.
95
Йәлил. Мөмкинме?
Әлфирә. Ингәс, мөмкиндер инде...
Йәлил. Үҙең, генәме әллә, Әлфирә?
Әлфирә. Ә ниңә «һандуғасым» түгел?
Йәлил. Үҙең рөхсәт итмәгәс...
Әлфирә. Бына рөхсәт итәм...
Йәлил. Былай булғас, Әлфирәм, һин яңынан минең һандуғасым!..
Әлфирә {ҡулын биреп). Ғәфү ит, мине, Йәлил. Мин һине юҡҡа йәберһеткәнмен, һинең атайың тураһында миңә олатайым бөтәһен дә һөйләне...
Йәлил. Ә мин һине күңелемдән күптән ғәфү иттем инде...
Әлфирә. Башҡаса бер ҙә үпкәләшмәйек, йәме?
Йәлил. Минең бөтә теләгем шул, һандуғасым! Әлфирә, бөгөн Ғәлим Ҡасимович минең атайыма операция яһай...
Әлфирә, һин ҡурҡма! Профессор Борханов үҙе тотонғас, аяҡҡа баҫмай ҡалмаҫ атайың!
Йәлил. Әлфирә, больницаға барһаҡ, индерерҙәрме икән?
Әлфирә. Икәү барһаҡмы?.. Әйҙә, мине унда бөтәһе лә белә! Унан минең ярты врач икәнемде лә онотма! (Сы- гырга баралар. Әлфирә тапыл туҡтап.) Йәлил, егеттәрҙең иң яҡшы сифаты ниҙән ғибәрәт?
Йәлил. Егеттәрҙең иң яҡшы сифаты... Яратыу инде ул! (Әлфирәне 'коссгклап үбә.)
Әлфирә. Сеү... Олатайым күреп ҡалһа...
Йәлил. Әлфирә, бына миңә кейәүгә сыҡ, бер илле- алтмыш йыл бергә йәшәп ҡарайыҡ, унан минең кем икәнлегемде белерһең!
Әлфирә. Аҡылың алтын икән! Маңлайыңда «знак качество» тигән тамғаң булмай тороп, мин һиңә кейәүгә сыҡмайым. (Көлөшә-көлөшә сыгалар.)
Рәсүлов менән Гөлфиҙә инә.
Рәсүлов, һәйбәт ул үҫтергәнһең, Гөлфиҙә, рәхмәт!
Гөлфиҙә, һуйған да ҡаплаған һин инде. Уға ҡараған һайын, һинең йәш сағың күҙ алдыма килә.
Рәсүлов. Балаңдың үҙеңә оҡшауы ҡыуаныслы. Үҙеңдең кемдәлер йәшәүеңде тойоу олоғайғас айырыуса рәхәт. Балаһыҙ ҡартайыусыларға ҡыйындыр был донъяла!
96
Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә кешелек донъяһы дауам итһен өсөн йәшәйбеҙ, шуның өсөн балалар үҫтерәбеҙ, үҙебеҙҙән һуң нәҫел ҡалдырабыҙ, һинән һуң ерҙә кем ҡала? Кешелек донъяһы өсөн быныһы ла бик мөһим. Шуны уйлапмы, һағыныуым көслө булды, мин Хәйҙәрҙең һәр бер аҙымын күҙәтеп барҙым.
Гөлфиҙә. Нисек? һинең бит был яҡтарға бер ҙә килеп сыҡҡаның булманы?
Рәсүлов. Килдем мин, Гөлфиҙә... Бер генә түгел, күп тапҡырҙар килдем, һуғыштан тура мин бында ҡайтҡайным. һорашып белдем. Ғәлимдең дә яңы ғына яу ҡырынан ҡайтҡан сағы ине. һеҙҙе бик матур йәшәп ята, тинеләр... һеҙҙең ҡапҡа төбөндә ике көн улымды күҙәтеп торҙом. Үҙемә оҡшатып танығас, артынан эйәреп мәктәпкә барҙым. Улым дәрестән сыҡҡансы, мәктәп ихатаһында йөрөнөм. Унан берҙән-беремде күкрәгемә ҡыҫып һөйҙөм дә, Германияла саҡта уҡ уға тип әҙерләп ҡуйған бүләгемде ҡулына тотторҙом. Ул аптырап: «Ағай, һин кем?» — тине. «Балаһын юғалтҡан һалдат», — тинем. Ул рәхмәт әйтеп тороп йүгергәс, артынан ҡыуып еттем дә күңелем булғансы тағы бер һөйҙөм. Ул китте, «һәйбәт кеше булып үҫ, ғәзизем», — тип күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым. Унан инде үҙем дә күҙем ҡараған яҡҡа юл тоттом.
Гөлфиҙә. Ҡайҙа киттең?
Рәсүлов, һеҙҙән бик алыҫҡа ла китәһем килмәне, яҡында ла ҡала алманым. Төмәнгә барып урынлаштым. Ә икенсе тапҡыр Хәйҙәр унынсыны бөткән йылды килдем. Уларҙың сығарылыш кисәләрендә булдым. Ғәлим ме- нән һин дә бар инең. Икегеҙ ҙә шат инегеҙ, һиңә уҡыусыларың ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә бәйләмдәре бүләк итте...
Гөлфиҙә. Хоҙайым, нисек мин һине күрмәгәнмен?
Рәсүлов. Үҙем күренмәҫкә тырыштым. Шатлығығыҙҙы боҙғом килмәне. Шулай ҙа улымдың урта мәктәпте алтын миҙал менән тамамлауын ишеткәс, күңелем йомшарҙы, саҡ атылып эргәһенә бармай ҡалдым. Хәйҙәр институтта уҡығанда, уны тағы бер килеп күреп киттем. ()ле уйлап-уйлап торам да, ниңә башта уҡ улым менән та- пышманым икән тип, үҙемде әрләйем... Ә бер уйлаһаң, дорөҫ тә эшләгәнмендер кеүек. Әгәр мин килеп йөрөһәм, Ғ әлимде туған атаһы итеп күрергә өйрәнгән баланың йөрәге икегә бүлгеләнер ине... Ә артабан ваҡыт беҙҙе көтмәне, үтте йылдар шоңҡар булып, уҙҙы ғүмер толпар булып...
'I 1.0129.11
97
Гөлфиҙә. Бындай түҙемлелек һинең кеүек оло йөрәкле, зирәк аҡыллы кешеләрҙә генә була торғандыр ул, Сәғит?!.
Рәсүлов. Ә мин бит, Гөлфиҙә аҡыллым, ситтә йәшәһәм дә һеҙҙән айырылманым...
Г өлфизә (гәжәпләнеп). Ҡайһылай?
Рәсүлов. Ҡайһылаймы? (Сумаҙанынанпсалын тышлы альбом алып.) Бында бына һеҙҙең турала үҙем белгән бөтә нәмәләрҙе йыя барҙым. Бына Хәйҙәрҙең унынсыны бөткәс төшкән һүрәте...
Гөлфиҙә. Балаҡайым, бигерәк ябыҡ ине шул үҫмер сағында.
Рәсүлов. Бына быныһы институтта диплом яҡлағандан һуң иптәштәре менән баҡсала ял итеп йөрөгән сағы...
Гөлфиҙә. Был, моғайын, уның иң бәхетле көнө булғандыр. Атылып ҡайтып инде лә, әсәй, ти, мин бер ҡыҙға ғашиҡ булдым, ти. Үҙе йырлай, үҙе пианинола уйнай, үҙе көйҙәр сығара, ти. Башымды киҫергә бирәм, донъяла унан да матурыраҡ ҡыҙ юҡ, ти...
Рәсүлов. Эйе, донъяла иң матур ҡыҙҙы тапҡан саҡ — иң бәхетле саҡ!.. Бына быныһы һиңә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исем биреү тураһындағы Указ. Ошо ыңғай менән үҙеңде газетаға яҙғайнылар, бына рәсемең. Утыҙ биш йәштә лә ҡыҙҙар кеүекһең үҙең...
Г өлфизә. Әй-й, үтте инде, үтте...
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|