Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет14/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   40

Беренсе картина



Ауыл өйө ишек алды. Ҡапҡанан Аяз инә. Өйҙән Зөһрә сыға. Аяз. Зөһрә! Зөһрә!

Зөһрә. Аяз, һин ҡайҙа юғалдың, таңдан юлға сығаһым бар бит!

Аяз. Мин зыяратҡа, әсәйемдең ҡәберенә сәскә һалырға барҙым. Алдағы яҙмышым хаҡында уның менән һөйләшкәндәй булдым, күп нәмәләрҙе уйҙан кисерҙем... Зөһрә. Хәйерлегә булһын.

Аяз. Эйе, булыр тип ышанам. Зөһрә! Бында олатайым йорт һалған, шул йортта атайым донъяға килгән, ә фажиғәле вафат булғас, уны ошонан һуңғы юлға оҙатҡандар.

221




Әгәр мин ауылдан китһәм, ата-бабаларҙың нигеҙе бөтөнләй ҡороясаҡ бит... Мин ҡалырға хәл иттем.

Зөһрә. һин ниңә әле шулай ебеп төштөң?

Аяз. һин дә ҡал! Китмә!

Зөһрә. Мине был ауылда бер кем дә, бер нәмә лә тотоп ҡала алмаясаҡ!

Аяз. Ә мин?

Зөһрә. һин дә бында ҡалмаҫһың! Оҙаҡҡа һуҙмай өйөңдө, һыйырыңды һатырһың да, минең янға, ҡалаға килерһең. Шулай һөйләшкәйнек бит...

Аяз. һиңә бында бер нәмә лә йәл түгелме ни?

3 ө һ р ә. Ә нимәне йәлләргә? Ошо бөтөп барған ауылдымы? Бөтә ир-ат эсә, ә бисәләре иҫерешеп, ишек алдында аунап ята. Балаларын да ҡарамайҙар! Баҫыу-ҡырҙар, баҡсалар ҙа ташландыҡ хәлдә ята. һин минеғ; дә ошо һаҙлыҡҡа батыуымды телэйһеғ;;ме? Аяз, бында һиңә лә эш юҡ бит.

Аяз. Эшләгән кешегә эш табыла ул, Зөһрә. Икмәк бешереп, селек-һепертке бәйләп, бумала эшләп һатырмын, ҡарт-ҡороға утын ташып, ғаилә ҡаҙнаһын байытырмын да, һинеғ; менән яҙмыштарыбыҙҙы бәйләп, балалар үҫтерербеҙ...

Зөһрә. Хоҙайым, ни һөйләйһеғ^ һин?! Яҙмыштарыбыҙҙы бәйләп, имеш.

Аяз. Зөһрә! Бына мин балта оҫтаһы, быйма баҫыусы, туҡыусы, йылҡысы, умартасы була алмайыммы ни? Китмә, Зөһрә! Ҡалала һин һәләк буласаҡһың!

Зөһрә. Ни өсөн?

Аяз. Үткән йыл барып ҡайттыҡ бит инде. Унда һинең менән минән башҡа ла эшһеҙҙәр эт тубығынан! Ҡайҙа, кемдә йәшәрһең? Берәй дөйөм ятаҡтың ҡыҫыҡ, тынсыу бүлмәһеғю эләкһәң ярай ҙа. Эш таба алмаһаң, унда ла индермәҫтәр... Пропискаһыҙ ярамай ҙа инде...

Зөһрә. Аяз! Ниңә әле һин миңә шундай ҡот осҡос яҙмыш юрайһың? Ниғр әле мин ул бәхет тигәндәренән мәхрүм булырға тейеш? Ошо сәскә кеүек ваҡытымда... Ун һигеҙ йәшемдә? Бына күрерһең! Күрерһең! Кистәрен уҡып, университеттарын да бөтөрмөн, дизайнер, топ- модель булып эшләрмен! Банктарын да яулап алырмын. Әллә мин менеджер булмаҫлыҡ ҡыҙмы? һис юғында тәржемәсе булып эшләрмен!..

Аяз. Эйе, һин немең телен яҡшы беләһең. Ә хәҙер бит донъяға инглиз теле хужа...

222


Зөһрә. Ауыҙ асып ҡалмам, инглизсәһен дә өйрәнермен!

Аяз. Ә ғаилә?

Зөһрә. Ғаилә? Ниндәй ғаилә?

Аяз. Ә ҡасан кейәүгә сығырға уйлайһың? Балалар үҫтерергә?

Зөһрә. Ҡасанмы? һинең һаҡалың билеңә еткәндә! Ярай, Аяз, хуш! Был, бәлки, беҙҙең һуңғы һөйләшеү булыр...

Аяз. Тотҡан ерҙән һындырырға ашыҡма, Зөһрә!

Зөһрә. Уҙған йыл һин, алтын миҙалың булғас, университетҡа инә алдың, ә мин конкурстан үтә алманым. Минең өсөн уҡыуыңды ташлап, кире ауылға ҡайтыуың төптө хата булды, һиңә бер нәмәгә ҡарамай юл ярырға ине, һиңә тотоноп мин дә өҫкә ҡалҡыр инем. Ә һин минең итәгемә йәбештең, һәм беҙ бергә ҡоланыҡ!

Аяз. Зөһрә, былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырмайҙар!..

Зөһрә. Тимәк, миңә хәҙер үҙ көсөмә генә ышанырға ҡала! Әйҙә, йәшә ул шүрәлеләрең менән ҡытый-мытый уйнап!..

Аяз. Күпме аҡсаң бар?

3 ө һ р ә. Уныһы ниңә тағы? Әйтмәйем...

Аяз. Оҙон юлға аҙ аҡса менән сыҡмайҙар. Бигерәк тә ҡыҙҙарға ярамай...

Зөһрә. Аҡсам етерлек...

Ая з. Иш янына ҡуш булыр.

Зөһрә. Рәхмәт! Кәрәкмәй!

Аяз. Байығас, түләрһең! Түләмәһәң дә иҫем китмәҫ.

Зөһрә. Нимә, мине һатып алмаҡсы булаһыңмы?

Аяз. Күрше ҡыҙына миһырбанлы булыу егеттәргә килешмәй, тиһеңме? Мә, ал, Зөһрә!

Зөһрә. Ырымламаныңмы һуң?

Аяз. Ырымланым! Ғүмере буйы Зөһрәһенең кеҫәһенән аҡса өҙөлмәһен, тинем... Әммә донъялағы бар аҡсаның да бәхетеңә бер төрлө лә ҡатнашы булмауын теләйем, Зөһрә.

Зөһрә. һин артыҡ аҡыллыһың шул, Аяз. Тик был донъяла аҡсаһыҙ ҙа йәшәп булмай бит... Рәхмәт һиңә.

Өйҙән Г ө.лн ара сыға.

Гөлнара. Нимә эшләйһең һин? Ебемә!

223


Зөһрә. Әсәй! Аяз ауылдан бер ҡайҙа ла китмәйем, ти...

Гөлнара. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, ни хәл итмәк кәрәк... Әсәһенең ҡырҡын да үткәрмәгән бит әле. Йә Алла! Бөтә донъяһы өйөлөп, уның өҫтөндә ҡалды бит...

Машина килеп туҡтаған тауыш. Урамда ят кеше пәйҙә була. Был —

Бөрйән.

Бөрйән. Әссәләмәғәләйкүм!

Гөлнара. Вәғәләйкүмәссәләм!

Бөрйән. Ҡапҡағыҙ асыҡ...

Гөлнара. Әйҙә, рәхим итегеҙ!

Бөрйән (инеп). Рәхмәт! Был Ҡаһарманов Ишмулла Хәсән улы менән Таңһылыу Илшат ҡыҙы йортомо?

Гөлнара. Эйе. Ә мин уларҙың ҡыҙы Гөлнара булам. Атайым да, әсәйем дә мәрхүмдәр инде...

Бөрйән. Бик ҡыҙғаныс, әлбиттә!..

Гөлнара. Ә үҙегеҙ кем булаһығыҙ?

Бөрйән. Бөрйән булам мин. Бик алыҫтан килдем, Швейцариянан...

Гөлнара. Швейцариянан? Шунда башҡорттар бармы?

Бөрйән. Атайым Зиннәтулла Ишемйәров ошо ауылда тыуған...

Гөлнара. Зиннәтулла? Зиннәтулла ағаймы? Теге, һуғышта үлгән...

Бөрйән. Юҡ, һуғышта үлмәгән, ул немецтарҙа плен- да булған, унан уларҙы Америка ғәскәрҙәре фашистар концлагерынан ҡотҡарып, үҙҙәре менән океан аша алып киткәндәр...

Г өлнара. Ярабби! Ул иҫәнме ни?

Бөрйән. Юҡ, атайым да вафат инде...

Гөлнара. Ятҡан тупрағы ҡайҙа?

Бөрйән. Швейцарияла. Америкала бер генә йыл йәшәгән ул, мин дә Швейцарияла тыуғанмын.

Гөлнара. Йә Аллам! Йә Аллам! Зиннәтулла Ишемйәров! Уны бит әсәйемдең иҫкә алмаған көнө булманы... Ҡыҙым, таныш Бөрйән ағайың менән!

Зөһрә. Зөһрә...

Бөрйән. Зөһрә!.. Үҙебеҙҙең мосолман ҡыҙҙарының исеме ҡалай матур! Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе гүзәл итеп яратҡан, мин һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләйем!

224


Зөһрә. Рәхмәт, Бөрйән ағай!

Б ө р й ә н. Ә был егет...

Гөлнара. Күрше малайы ул... Аяз...

Бөрйән. Гөлнара ханым! Атайымдың нигеҙе һаҡланмаған. Мин оҙаҡҡа түгел, һеҙҙә генә туҡталһам, рөхсәт булырмы?

Гөлнара. И, ағаҡайым! Нишләп рөхсәт булмаһын, ти, инде!

Аласыҡта сәй эсергә ултыралар.

Зөһрә. Бөрйән ағай, һеҙ ниндәй бәхетле, Швейцарияла йәшәйһегеҙ!

Бөрйән. Эйе, Швейцария — донъялағы иң матур илдәрҙең береһе! Әле бында килгәс ишеттем, Башҡортостанды икенсе Швейцария, тип йөрөтәләр икән.

Аяз. Юҡ, мин килешә алмайым! Швейцария үҙ урынында, ә беҙҙең Башҡортостан — ожмах баҡсаһына тиң ил!

Гөлнара. Бөрйән, ә ниңә атайың Американан киткәс, тыуған иленә ҡайтмаған? Уны бит ата-әсәһе, бөтә туғандары ғүмер буйы тилмереп көттө!

Бөрйән. Гөлнара ханым! Уларҙың бит ҡайтҡан береһен тотоп атҡандар. Быны һеҙ яҡшы белергә тейеш. Атайым ҡырҡ йәшендә генә өйләнгән...

Гөлнара. Әсәйегеҙ иҫәнме әле?

Бөрйән. Юҡ. Улар бик аҙ торғандар. Ҡытайҙа тыуып үҫкән мишәр ҡыҙы минең әсәйем йәшләй ауырып вафат булған. Мин уны хатта хәтерләмәйем дә. Мине әсәйемдең һеңлеһе, Шәмсиә апайым тәрбиәләп үҫтерҙе. Атайымдың бәхете булманы... Ғүмер буйы алыҫтағы мөхәббәтен — Таңһылыу апайҙы һағынып йәшәгән кешенең ниндәй бәхете булһын, ти, инде?!

Гөлнара. Бөрйән, сит илдә йәшәп тә башҡортса матур һөйләшәһең!

Бөрйән. Атайым мине сәңгелдәктән үк башҡортса һөйләшергә өйрәткән. Йәшәүенең бөтә аҫыл мәғәнәһе лә ошо булғандыр, моғайын... Гөлнара ханым! Зөһрә! Аяз ҡустым! Ырыуҙаштар! Мин бында атайымдың изге васыятын үтәргә тип килдем. Ҡәберенә һалырға тип, уның тыуған төйәгенән бер ус тупраҡ алдым... Бынан ары атайымдың рухы кинәнер, Хоҙай Тәғәлә алдында ла йөҙөбөҙ яҡты булыр. Сәфәремдең тағы ла бер маҡсаты бар. Атайым ун һигеҙ йәшендә яратҡан ҡыҙына алтын

К - 1.0129.11

225




беләҙек бүләк итергә хыялланған, әммә һуғышҡа китеп барыуы сәбәпле, теләген тормошҡа ашырырға Хоҙай насип итмәгән. Атайым ошо йәшлек хыялын ғүмер буйы һаҡлап, үлер алдынан ғына: «Улым, Башҡортостаныма, Сейәлетауыма барып, Таңһылыуымды эҙләп тап һәм ошо алтын беләҙекте уның беләгенә кейҙер!» — тиғхе...

Гөлнара. Өнөммө был, төшөммө?

Бөрйән. Гөлнара ханым, тынысланығыҙ! Беҙҙе күктән әруахтар күҙәтә, яҡындарыбыҙҙың изге йәндәре... Атайым исеменән мин килдем, ә әсәйегеҙҙең төҫө — һеҙ! Атайымдың изге васыятын үтәп, ошо беләҙекте...

Гөлнара. Эй, Хоҙайым! Эй, Хоҙайым! (Ҡулдарын йәшерә.) Утыҙ йыл колхоз һыйырҙарын һауып... Алтын беләҙек ҡыҙыма булһын!

Бөрйән. Эйе, эйе... Зөһрә, кил әле, һылыуым! (Беләҙек кейҙерә.)

Гөлнара. Ҡалай матур! Иҫән булһа, эй һөйөнөр ине әсәйем! Йәшлеген иҫкә алыр ине... Бөрйән туғаным! һин ысын кешеме ул, әллә күктән генә төштөңмө? Теге... кем әле, ҡыҙым? Инопланмы?

Зөһрә. Инопланетянин, әсәй...

Гөлнара. Эйе, эйе... Швейцариянан булһаң да, үҙе- беҙҙеғ} Зиннәтулла ағайҙың улы бит һин, бер яратайым әле үҙеңде туғаным итеп! Ҡыҙым, кил, һин дә ҡосаҡла, рәхмәт әйт!

Зөһрә. Рәхмәт, Бөрйән ағай!

Ая з. Алтын булғас, бик ҡиммәттер инде ул?

Бөрйән. Ҡиммәт? Беҙҙә ундай һүҙ юҡ.

Аяз. Хаҡы барҙыр әле?

Бөрйән. Донъяла хаҡ ҡуйып булмай торған, хаҡтың үҙенән бик ҡиммәт булған нәмәләр ҙә бар: һөйөү, һағыныу, мәңгегә айырылышыу һәм бәхилләшеү. Ә киткәндәр тураһындағы иҫтәлек — беҙгә иң ҡәҙерлеһе... Бында минең үҙемдән дә бүләктәр бар ине. Швейцариянан килеп тә, һеҙгә сәғәт бүләк итмәһәм, гонаһ булыр.

Гөлнара. Улай ҙурлағас, рәхмәт инде. Мине һыйырҙарым танырмы икән?

Аяз. Таныр, таныр, һөтөн дә күберәк бирерҙәр!

Бөрйән. Бында тағы ла бар икән әле...

3 ө һ р ә. О, сотовыйҙар!

Аяз. Нокия... яғ1,ы марка... уны Швейцария түгел, ә финдар эшләгән...

226


Гөлнара. Бөрйән туғаным, һин бик бай кешеме әллә? Ниндәй кәсептә?

Бөрйән. Кибеттәр тотам.

Гөлнара. Кибеттәр? Шулай бик күпме ни?

Бөрйән. Күпме икән? һанағаным юҡ... Эх, башҡорт иле! Башҡорт иле! Башҡортостан! Ниндәй хозур ерҙәр! Ә быларҙың ҡайһыһы Сейәлетау?

Гөлнара. Бәй, беҙ Сейәлетауҙың итәгендә ултырабыҙ инде! Урал тауҙары ошонан башлана. Аллаға шөкөр, алтын-көмөш өҫтөндә генә йәшәйбеҙ! Тимер рудаһы менән баҡыры ла күп, тиҙәр. Ә мәрмәр таштар, ана, күренеп үк тора, ҡыҙылы ла, ағы ла аяҡ аҫтында ғына ята, үрел дә ал!

Бөрйән. Ә ниңә был тауҙарҙа бер йән эйәһе лә юҡ? Бөтә донъя тып-тын?

Аяз. Элек айыуҙар күп була торғайны, хәҙер бүреләр үрсене...

Бөрйән. Сейәлетауҙың хужаһы кем?

Г өлнара. Тауҙың хужаһы булмайҙыр ул. Ерҙе, ана, пай итеп бүлеп бирмәкселәр ҙә, беҙҙең ауыл халҡы бик үк ашығып бармай әле...

Б ө р й ә н. Ә был күлдәр кемдеке?

Гөлнара. Әллә тағы...

Бөрйән. Балыҡсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнмәйһегеҙме ни?

Аяз. Силәбенән килеп ҡармаҡ һалалар.

Бөрйәндең кеҫә телефоны шылтырай.

Бөрйән. Эйе... Шәмсиә апай, тыңлайым! Эйе, эйе, мин! Башҡортостанда! Бына атайымдың тыуған төйәгендә баҫып торам! Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Таңһылыу апайҙы дәфел ҡылғандар... Бына ҡыҙы Гөлнара һәм иҫ киткес һылыу ейәнсәре Зөһрә менән сәй эсеп ултырабыҙ. Зөһрәме? Йәш әле ул, йәш... Күп булһа, ун һигеҙҙәлер. Уныһы тураһында ҡайтҡас! Ҡайтҡас, тим, Шәмсиә апай! Эйе... Нимә, ҡунаҡҡа? Әлбиттә! Әлбиттә! Хәбәр итермен, һау булып тор! Гөлнара ханым! Зөһрә һылыу! һеҙҙе Швейцария тигән ил ҡунаҡҡа саҡыра!

3 ө һ р ә. Ой, әсәй!..

Гөлнара. Кем саҡыра тиһең, Бөрйән туғаным?

Бөрйән. Бына мин саҡырам!

8*

227


Зөһрә. Әсәй! Барабыҙ! Барабыҙ!

Гөлнара. Туҡта әле! Ҡапылғара... Ә һыйырҙы нимә эшләтәбеҙ?

Аяз. Ниңә, һыйырҙы ла алып бараһығыҙ инде...

Зөһрә. Әсәй! Был бит ҙур бәхет! Швейцария! Ура!

Бөрйән. Зөһрә һылыуым! Сейәлетау буйҙарынан урап килмәйбеҙме? Миңә атайым ғүмере буйы һөйләгән һалҡын шишмәгеҙҙе күрһәтерһең...

Гөлнара. Бар, ҡыҙым, Бөрйән ағайыңды атаһының йәшлек эҙҙәренән йөрөтөп алып ҡайт!

Зөһрә. Әйҙә, киттек, Бөрйән ағай. (Унынултъгклап ала.)

Зөһрә менән Бөрйән китә.

Аяз. Гөлнара апай, Зөһрәне ебәрмә!

Гөлнара. Нимә?

Аяз. Унан ҡайтмаясаҡ ул!..

Гөлнара, һин нимә һөйләйһең? Швейцария бит ул! Швейцария!

Аяз. Гөлнара апай, Зөһрә сит ил өсөн тыумаған!

Гөлнара, һинең өсөн тыуғанмы? Ҡотортма! Мин уны эсеп, бөлөп бөткән ауыл өсөн үҫтермәнем! Ана, өйөрҙәре менән йөрөй йыйын эшкинмәгән! Ҡыҙым бере- һенә лә тәтемәйәсәк! Ана, станса янындағы кеүек кәти- жең булһа тағы бер хәл...

Аяз. Коттедж, Гөлнара апай!

Гөлнара. Өйрәтмә! Ҡыҙыл кирбестән һалынған икешәр-өсәр ҡатлы хан һарайҙары! Поле чудес тип йөрөтәләр...

Аяз. Ул йорттарҙы бит Себергә вахтаға йөрөгән нефтселәр һала.

Г өлнара. Нефтселәрме, түгелме, байҙар төҙөй!..

Аяз. Миңә бит әле ни бары ун һигеҙ йәш, Гөлнара апай!

Гөлнара. Зөһрәгә лә ун һигеҙ! Ана, ҡара, бөтә ере йырлап тора! Ә һин...

Аяз. Булды, Гөлнара апай, етте!

Г өлнара. Атаҡ-атаҡ, харап икән...

228


Икенсе картина

Швейцария. Бөрйәндең йорто. Ҙур зал, аҫлы-өҫлө бүлмәләр, һәр ҡайһыһында ҡиммәтле йыһаз. Бындағы зиннәт, алтын- көмөш, биҙәк-һүрәттәр иҫ китмәле. Уңда ла, һулда ла веранда. Тәҙрә шаршауҙары күтәрелгәндә бүлмәләрҙеғ!, береһенән бейек тауҙар, икенсеһенән зәп-зәңгәр һыу өҫтө күренә. Унда аҡҡоштар, яхталар төҫмөрләнә. Кеҫә телефоны менән һөйләшә-һөй- ләшә Шәмсиә инә.

Шәмсиә, һин мине аңланыңмы? Ҡара уны, өҫтәл әҙерләү — тулыһынса һинең өҫтә! Табын матур ҙа, бай ҙа булырға тейеш. Данке шон! Фатма!

Ф атм а. Миңә өндәштегеҙме, остазбикә ҡанатым?

Шәмсиә. Оҙаҡламай ҡайтып инерҙәр, бер саң эҙе лә булмаһын!

Ф атма. Мине кейәүгә бир, остазбикә ҡанатым!

Шәмсиә. Нимә, дәртең таша башланымы? Сыҡ ана Ансафҡа!

Фатма. Юҡ, Ансафҡа сыҡмайым, ул бит ғәрип, бөкрө...

Шәмсиә. Улайһа, Швейцария президентына сыҡ!

Фатма. Бик сығыр инем дә, ул мине алмаҫ шул...

Шәмсиә. Алйот! Фәҡир һәм етем ҡыҙҙы кем кәләш итеп алһын!..

Ф а т м а. Ә Ансаф мине алырмы һуң?

Ш ә м с и ә. Мин әйтһәм, алыр!

Фатма. И, остазбикә ҡанатым. (Уны носаклай.) Ә беҙҙе!!, балаларыбыҙ ғәрип булып тыумаҫмы?

Шәмсиә. Ғаиләлә мөхәббәт кенә булмаһа, ғәрип балалар тыуа, ә һин Ансафты бөтә йөрәгеғц, менән ярат!

Фатма. Ярай, ярай, яратырмын!..

Шәмсиә. Ансаф —- миллионер улы! Бай ирҙәр барыһы ла матур!

Фатма. Миллионер улы... Ә бөкрө булһа ни! Бәлки, бөтә ирҙәр ҙә бөкрөлөр ул?

Коляскала ултырған Ансаф инә.

Ансаф. Ниңә миңә кофе килтермәнең?

Фатма. Ансаф, тәмле йоҡлай инең, уятырға ҡыйманым.

А н с а ф. Ә ниңә үпмәнең?

229


Фатма. Остазбикә ҡанатым күреп ҡалһа...

Ансаф. Кил яныма!

Фатма. Оялам...

Ансаф. Кемгә әйтәләр! Ҡыҫып ҡосаҡла ла үп мине!

Фатма үбә.

А н с а ф. Т атлымы?

Фатма. Эйе...

Ансаф. Рәхмәт әйт!

Фатма. Ярай...

А н с а ф. Рәхмәт әйт, тим!

Фатма. Рәхмәт, Ансаф!..

Ансаф. Бөгөн кис иртәрәк кил, һуңлама!..

Фатма. Ансаф! Көн дә, көн дә... Мин ҡурҡам... Юҡ, Ансаф, мин никахһыҙ...

Ансаф. Никах? Ниндәй никах ти ул Швейцарияла, Европала?

Ф а т м а. Ә һин миңә әйләнерһеңме һуң?

Ансаф. Ҡарарбыҙ... Үҙеңде нисек тоторһоң... Иртәнге кофе урынына кисен шарап килтерерһең.

Фатма. Эйе, килтерермен.

Ансаф. Мин көтәм... (Сыга.)

Фатма. Остазбикә ҡанатым! Хужа ҡайтып төштө, Бөрйән ағай ҡайтты.

Шәмсиә (инеп). Ҡайттылар! Әйҙүк! Әйҙүк!

Бөрйән менән Зөһрә инә.

Бөрйән. Әссәләмәғәләйкүм, Шәмсиә апай!

Ш әмсиә. Вәғәләйкүмәссәләм, Бөрйән улым! Беҙҙең ҡунаҡ ҡыҙыбыҙ ошо һылыуҡай буламы ни инде?

Бөрйән. Башҡортостанда хәҙер ҡыҙ балаларға өс төрлө генә исем ҡушалар икән: Айгөл, Гөлнара һәм... Зөһрә. Ә Зөһрәләр донъяла ни бары икәү генә, ти. Береһе — айҙа, ә...

3 ө һ р ә. Ә икенсеһе бына мин!..

Шәмсиә. Ысын башҡорт ҡыҙҙарын тәү тапҡыр күреүем. Ҡалай һылыуһың! Ҡалай яҡты сырайлыһың! Йөҙкәйеңдә шәреҡ нуры, иңеңдә-буйыңда фәрештәләр һыны!.. Бөтә башҡорт ҡыҙҙары ла һинең кеүекме?

Зөһрә. Минең кеүек! Матурыраҡтары ла бар! Шәмсиә апай, әсәйем һеҙгә бүләк ебәргәйне... (Сумаҙанынан

230


баисҡорт тсатын-ҡыҙҙарыныц милли кейемен алып бирә.)

Шәмсиә. Ҡалай матур! Былай булғас, мине ханбикә тип кенә йөрөтөрһөгөҙ инде... Әсәйеңә лә минән бүләк булыр, Алла бирһә! Фатма, ҡунаҡты бүлмәһенә оҙат! Зөһрә бәпкәм, иркенләп урынлашығыҙ. Унан сәй эсеп алырбыҙ!..

Фатма. Зөһрә ҡанатым, мин һеҙҙең ҡарамаҡта! (Уны алып сыгып китә.)

Ш ә м с и ә. Оҙаҡҡа килдеме?

Бөрйән. Швейңарияға бараһыңмы тигәс, шундай итеп ҡосаҡлап алды, йығылып китә яҙҙым...

Шәмсиә. Бөтә Рәсәй ҡыҙҙары ла сит илгә кейәүгә сығыу тураһында хыяллана икән, тип ишеткәйнем... Колхозмы?

Бөрйән. Шул инде...

Шәмсиә. Ул бахырҙарҙың һыйыр мөгөҙөнә элерлек тә нәмәләре юҡтыр инде?

Бөрйән. Әйттең һүҙ! Улар беҙҙән байыраҡ!..

Шәмсиә. Кит, кеше ышанмаҫтайҙы...

Бөрйән. Ундағы тәбиғи байлыҡтар! Ундағы хазиналар! Урал бит ул! Ә күлдәре! Ә урмандары, Шәмсиә апай, нәҡ атайым һөйләгәнсә!

Ш ә м с и ә. Ә хужаһы бармы һуң ул байлыҡтарҙың?

Бөрйән. Иллә һиҙгерһең дә инде, Шәмсиә апай!

Ш ә м с и ә. Иә, һөйләп бөт!

Бөрйән. Ауыҙыңа бал да май...

Шәмсиә. Улай булғас, ҡыҙҙы ҡулдан ыскындырмайбыҙ, Бөрйән! (Сыгалар.)

Зөһрә инә.

Зөһрә. Швейңарияға килдеңме, Зөһрә? Килдем шул! Ни булһа ла булыр, хәҙер Швейцариянан китеү юҡ! Вәт ауылда һөйләрҙәр инде, Зөһрә Алтынбаева Швейцарияла йәшәй, тип! һәм йәшәрмен дә! Эшен дә табырмын! Кейәүгә лә сығырмын! Ә Швейцарияның үҙәгендә үҙемдең театрымды асып ебәрһәм? Бөрйән ағай берәй йорт алдына сәхнә ҡороп бирер ҙә, шул матур сәхнәлә милли кейемдәремде кейеп бейермен, йырлармын... Халыҡ йыйылыр, бер-ике концертымды бушлай күрһәтермен, ә артабан... Байып алһам, бәлки, берәй ашхана ла асып ебәрермен. Башҡорт халҡының милли аштарын — биш

231




бармаҡтарҙы, өлөштәрҙе, ҡаҙылыҡтарҙы, ҙур һәм ваҡ бәлештәрҙе ашарға йөҙәрләгән кеше сиратҡа баҫһа? Бына быныһы инде ысын Швейцарияның үҙе булыр! Ярҙамға әсәйемде лә саҡырып алһам, Зөһрә Алтынба- еваның кем икәнен Швейцария үҙе лә таныр! Танырһығыҙ! Танытырмын!

Коляскала ултырған Ансаф инә.

Ансаф. Гутен морген!

Зөһрә. Гутен морген!

Ансаф. Башҡортостандан килдегеҙме?

Зөһрә. Эйе... Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Ансаф. Мин — Швейцария! Мин — Европа!.. Әйҙә, танышайыҡ! (Ҡулын һуҙа.) Ансаф! Бөрйән атайҙың улы...

Зөһрә. Зөһрә Алтынбаева...

Ансаф ҡулын ебәрмәй тора.

Зөһрә. һеҙ шундай көслө...

Ансаф. Эйе, мин көслө... Мин бит — Швейцария! Европа!..

Зөһрә ҡулын тартып ала.

Ансаф. Бында һеҙгә оҡшаймы?

Зөһрә. Иҫ китмәле!

Ансаф. Ана зәңгәр күк! һеҙгә бүләк итәм!

Зөһрә. Зәңгәр күктеме? Рәхмәт!

Ансаф. Ҡояшты ла һеҙгә бүләк итәм!

Зөһрә. Ҡара һеҙ ниндәй йомарт!

Фатма ҡаса-боҫа уларҙы күҙәтә.

Ансаф (тәҙрә янына саҡырып). Бында килегеҙ әле! Бынау баҡсала әлегә тиклем бер мең сәскә ине, һеҙ килгәс, уларҙың һаны ун тапҡырға артты!

Зөһрә. Шулайҙыр, шулайҙыр, уныһын мин үҙем дә тоям!..

А н с а ф. Ә һеҙ миңә нимә бүләк итәһегеҙ?

Зөһрә. Минме? О, Ансаф! Айн момент!.. (Сыга.)

232


Милли кейемдәрен кейеп Зөһрә инә. Бейергә тотона.

Зөһрә. Ошо һеҙгә минең бүләгем булыр, Ансаф!..

Ансаф. Рәхмәт!..

Зөһрә. Шулай сәхнәгә сығып бейеһәм, Швейцария мине яратырмы?

Ансаф. Швейцария... Швейцария таң ҡалыр... һеҙҙе ҡосаҡлар, һөйөр, аяҡтарығыҙҙан үбер... һеҙ бит... һеҙ бит... Зөһрә!

Зөһрә. Тыңлайым, Ансаф!

Ансаф. Беҙгә оҙаҡҡа килдегеҙме?

Зөһрә. Нисек ҡунаҡ итерһегеҙ бит?

Ансаф. Донъя буйлап сәйәхәт итергә теләйһегеҙме? Париж... Испания... Лондон... Ә Американан — Япо- нияға!

3 ө һ р э. Матур хыял!..

Ансаф. Ниңә хыял? Мин ойошторам. Үҙем оҙатып йөрөрмөн.

3 ө һ р ә. Ә һеҙ һуң был хәлегеҙҙә...

Ансаф. Нимә?

Зөһрә. Ни... Ансаф... Мине бит бында Бөрйән ағай алып килде...

Ансаф. Бөрйән атай теләгемә ҡаршы килә алмаҫ!

Зөһрә сыға.

Өлөшөмә төшкән көмөшөм һиндер! Миңәме был фәрештә? Миңә! Әсәй! Бына ҡасан һинең ярҙамың кәрәк миңә! Капиталды ҡайтарайыҡ, әсәй! (Телефондан шылтырата.) Фридрих әфәнде! Был мин — Ансаф! Әсәйем менән миңә ҡағылышлы һеҙҙә һаҡланған документтарҙы эшкә егергә ваҡыт! Аңланығыҙмы? Гонорары? Йөҙ мең! Эйе, йөҙ мең! Ашыҡтырығыҙ, Фридрих, ҡәҙерлем, бөтә мөмкинлектәрегеҙҙе ҡулланығыҙ, һеҙ бит адвокат! Минән — капитал, һеҙҙән — минең бәхетһеҙ әсэйемә — азатлыҡ! Килештек! Бөрйән атай, сюрприз менән һеҙҙе!

Зөһрә

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет