Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет9/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   40

Председатель. Тимәк, күсмәйһең инде?

Әмирхан. Үтенеп һорайым, үҙемдең тыуған нигеҙемдә тыныс ҡына үлергә ирек бир инде. Эх, Нурый улым, уҡый торғас, барып терәлдең.

Председатель. Нисек... терәлдем?

Әмирхан. Шул сиккә барып еттең, хатта тыуған йортоңдо һатып ебәргәнһең.

Председатель. Нимә?

Әмирхан. Бында бит минең ҡартатайым, һинең ҡартатайың тыуған, һин үҙең дә ошо йортта тыуҙың! Ә һин уны, сит кеше һымаҡ, һатып ебәргәнһең... Баланстан бөтөнләй һыҙып ташлағанһың... Бына ҡайҙа барып еттең...

Председатель. Күсмәйһеңме? Ер участогыңды киҫеп аласаҡбыҙ.

Әмирхан, һин... һин минең ун биш сутый еремде тартып алмаҡсы булаһыңмы?

Председатель. Ниңә алмаҫҡа? Күпме һинең менән булашырға мөмкин?

Фәйрүзә күренә.

Фәйрүзә. Тағы әрләшәләр! Туҡтағыҙ инде. Ағай, ҡарале, беҙ ниндәй кәбәндәр ҡойоп ҡуйҙыҡ.

Председатель. Туҡтап тор әле, Фәйрүзә!

Тыҡрыҡтан тағы ла Баҙыян килеп сыға, уның артынан уҡ

Булат күренә.

Баҙыян. Нурый туғанҡайым! Әмирхан күрше? Нисәнсе ҡат керәм инде, мәхрүм итмәгеҙ инде!

5- 1.0129.11

129


Председатель. Ә һин тағы нимә? Күмертауға китергә йыйындыңмы? Беҙ һинең менән нисек һөйләшкән инек? Әйт әле, нисек һөйләшкән инек?

Баҙыян. Үҙең беләһең бит инде...

Председатель. Бер ҡайҙа ла китмәйһең.

Булат. Ни өсөн, Нурый Әмирханович?

Председатель. Мин әсәйең менән һөйләшәм!

Әмирхан. Ҡыуып сығарығыҙ шуны! Елкәһенән тотоп төрткөләп сығарығыҙ! Ул үҙенең ғәзиз атаһын... ғәзиз атаһына ул...

Фәйрүзә. Атай! (Илап.) Етәр һиңә, ағай...

Әмирхан. Ал ана! (Бакса папкаһын асып.) Түтәл - дәрҙе лә ал, умарталарҙы ла ал, бөтәһен дә ал! Күп ҡалманы, нисек тә йәшәрмен әле...

Председатель шашыр сиккә етеп китеп бара.

Әйҙә раскулачить итһендәр!

Булат. Әсәй, һин ҡайта тор, беҙ хәҙер...

Фәйрүзә илай-илай баҡса ҡапҡаһын ябып ҡуя.

Әмирхан. Киҫер ул... ереңде лә киҫер, атайым тип тормаҫ. Миңә хәҙер ер кәрәкме ни инде, ике аршин ер еткән.

Булат. Әмирхан ағай!

Әмирхан. Киттек, Булат улым, киттек. Бөтөнөһөн дә ҡурҡытып ҡасырып бөтөрҙөк. Ә ҡунаҡтар ҡайҙа һуң?

Булат. Мин уларҙы хәҙер саҡырам.

Бөтөнөһө лә Булаттарҙың өйөнә табан китә. Булат Ренатты күреп, туҡталып ҡала.

Ренат. Мин һеҙҙе армияға китәһегеҙ, тип ишеттем. Күпмегә?

Булат. Ике йыл.

Ренат, һеҙҙән көнләшерлек түгел икән.

Булат. Ә армияла булдығыҙмы?

Ренат. Юҡ. һәм ул бәхеттән ҡотолормон, тип уйлайым. Беҙ танышманыҡ бит әле — Ренат.

Булат. Булат. Минең менән брудершафт эсергә теләйһегеҙме? (Бер нисә секунд игтибар менән бер- береһентарап торалар.)

130




Лк төн. Баҫыуҙа тартай ыңғыраша. Баҙыян өйөнән баян тауышы һәм йыр ишетелә. Тулҡынланған Ренат сыға, унан атаһы

күренә.

Полковник, һиңә ни булды?

Ренат. Бер нимә лә булманы.

Полковник. Өҫтәл артынан тороп, өндәшмәй- нитмәй сығып киттең. Улай килешмәй бит.

Ренат. Ә-ә... Килешмәгәйе...

Полковник, һин нимәгә ҡыҙып бараһың әле?

Ренат. Киреһенсә, пап. Улар миңә бик оҡшанылар. Ауылда ҡунаҡ мәжлесендә ултырырға тура килер тип башыма ла килтермәгән инем. Бында үҙеңде ҡунаҡ итеп •гә тоймайһың. Бөтәһе лә шул ҡәҙәр ябай, эйеме?

Полковник, һәйбәт кешеләр менән ҡалала ла бик күңелле. Әйҙә, керәйек. Юғиһә, уңайһыҙ...

Ренат. Юҡ. Йоҡларға ятам. Армияға мине оҙатмайҙар бит... Иртәгә йылғаға төшһәң, мине лә уят.

Булат инә.

Булат. Мөхәммәт Лоҡманович! (Ренатка.) һеҙ пимә, китергә йыйындығыҙмы ни?

Ренат. Беҙ бит брудершафт эстек.

Булат. Китмәгеҙ, әсәйем үпкәләй. Мөхәммәт Лоҡма- нович, һеҙ бит бейергә вәғәҙә иткән инегеҙ.

Әмирхан (кереп). Бейетәбеҙ уны, бейетәбеҙ! Фәйрүзә, бар әле, баянды алып сыҡ!

Полковник. Юҡ, булдырып булмаҫ.

Әмирхан. Мөхәммәт, беҙҙе һинең менән... Их, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле!..

Фәйрүзә (баянды алып сыга). Атай, һин иҫергәнһең бит! (Үҙе уйнай һәм йырлай.)

Сылтырап аккан шишмәгә һыу га тип килгән инем.

Тиҙ генә әйләнеп өйгә Ҡайтырмын тигән инем.

Өҙҙөрөп ницәпсараныц,

Ницә тоттоц силәгемдән? һыуҙарым түгел, ялгкыныц Түгелде йөрәгемдән.

5*

131


Полковник (Булатка), һиңә шундай бер кәңәш бирәм: бер ваҡытта ла бәләкәй начальниктар менән һүҙ көрәштермә.

Булат. Ҙурҙары менән?

Полковник. Ҙурҙары менән мөмкин әле. Тик... Иң яҡшыһы — береһе менән дә бәйләнмәгәнең. Ә бына гражданкала, киреһенсә, нимәгә булһа ла ирешергә икән, начальниктарҙың ҙурырағы менән эш итергә кәрәк...

Әмирхан. Ә мин бына һиңә шуны әйтәм, Булат! һалдаттар араһында шундай бер мәҡәл бар: службанан баш тартма, һорамаған ергә тығылып та барма.

Полковник флягаһын ала.

Фәйрүзә. И, Мөхәммәт Лоҡманович, атайыма күп эсергә ярамай бит! Уға бөтөнләй ҙә ярамай!

Әмирхан. Ҡыҙым! Тсс... һин ҡурҡма, мин аҙ ғына. Бер йотом ғына... Әйҙә, Мөхәммәт... Орша ҡалаһы өсөн...

Фәйрүзә уйнай һәм йырлай.

Ҡыҙарып янган шәфәҡтән Күҙҙәрем алалманым.

Тибрәнде телем, әйтергә һүҙҙәрем, табалманым.

Әмирхан. Ҡайҙа... Үҙебеҙҙең һуғыш йырҙарын һыҙҙырайыҡ әле...

Баянды алып уйнай һәм «На солнечной поляночке» тигән

йырҙы йырлай.

Мөхәммәт, һин бейемәксе инең бит! Мә, уйна, Булат, йәшлекте иҫкә алып, бер өҙҙөрөп баҫайыҡ әле!

Булат баянды алып бейеү көйө уйнай, Әмирхан йәштәрсә ғәйрәт менән бейергә төшә һәм полковникты ла саҡыра. Ләкин тегеһе баш тарта. Әмирхан Фәйрүзәне саҡыра. Фәйрүзә бик оҫта һәм матур итеп бейей.

Гармунсы ла шәп тура килгән — өҙҙөрә генә.

Баҙыян. Вәт килештерәләр. Баҫҡан еренән ут оса бит!

132


Әмирхан. Минең ҡыҙым! Фәйрүзә! Ҡарағыҙ әле, ниндәйерәк ҡыҙ үҫтерҙем! Булат, күрәһеңме? Ҡыҙым осөн башым да йәл түгел! Уйна, Булат, уйна!.. Их, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле!..

Ренат Фәйрүзәгә ҡарап тора. Унан һиҙҙермәй генә ҡыҙыу- ҡыҙыу атлап сығып китә. Булат баянды Әмирханға бирә лә, янып төшкән Фәйрүзә менән ҡараңғыраҡ урынға — миләш ағасы төбөнә йүнәлә. Әмирхан моңло итеп уйнай һәм әкрен

генә йырлай.

Когда на битву грозную Парнишка уходил,

Он темной ночью звездною...

Ей сердце предложил.

Играй, играй, рассказывай,

Тальяночка, сама.

О том, как черноглазая Свела с ума...

Булат. Фәйрүзә... Әсәйем мине оҙатҡас та китә.

Фәйрүзә. Мин һиңә яҙып торормон...

Булат. Йыш яҙырһыңмы?

Фәйрүзә. Теләһәң... өс көн һайын.

Булат, һин бигерәк инде...

Фәйрүзә. Ә ике көнгә бер булһа?..

Булат. Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Ярар, һәр йәкшәмбе һайын яҙырмын.

Булат. Яҡшы.

Фәйрүзә, һүҙ бирәм.

Булат. һин... мин гел һинең турала ғына уйлармын, һәр көндө. Ай буйына... Ике йыл буйына...

Фәйрүзә. Мин дә. Ике йыл буйына уйлармын. Унан һуң тағы ике йыл уйлармын. Мин һине, Булатҡайым, ғүмерем буйына уйлармын.

Булат. Ғүмерем буйына... Фәйрүзә, ғүмерем буйына...

Фәйрүзә. Үлгәнсе, эйе бит?

Булат. Эйе, үлгәнсе.

Фәйрүзә. Булат, беҙ, бәлки, үлмәбеҙ? Бәлки, ысынлап та, бер ҡасан да үлмәбеҙ, дөрөҫмө? Әйҙә, бер ҡасан да үлмәйек. Мәңге йәшәйек. Ә? Булат...

Булат. Эйе. Мәңге, мәңге, Фәйрүзә, мәңге...

133


Улар ҡараңғылыҡҡа инеп юғала. Ә Әмирхандың йыры дауам

итә.

Пришло письмо летучее В заснеженную даль,

Что ждет, что в крайнем случае Согласна на медаль.

Играй, играй, рассказывай...

Полковник йырҙы тыңлай. Әкренләп башы түбән эйелә бара. Бер нисә көн ваҡыт үткән. Иртәнге сәғәттәр. Иң тәүҙә өйҙән полковник сыға. Ул тиҙ генә спиннингын һәм ҡармаҡтарын барлай ҙа йылғаға төшөп китә. Баҙыян күренә. Өйөнә ҡарап тора, таҡмаҡлап-таҡмаҡлап илай.

Баҙыян. Кемгә генә кәрәк һин ул сит-ят ерҙәрҙә? Кемдәр генә аңлар хәлеңде? Өйҙәре лә беҙҙең өйҙәргә оҡшамаған. Ихатаһы ла юҡ, ишектән сығыу менән ташҡа баҫаһың. Бында бит беҙҙең бөтөн ерҙәребеҙ үҙ ҡулыбыҙ менән сәселгән, үҙ тирҙәребеҙ менән һуғарылған.

Әмирхан (ыцгыраша-ыцгыраша күтәрмәгә сыгып ултыра.) Баҙыян, нимә һин унда һығылып төштөң әле? Теге донъяға китергә йыйынмайһыңдыр бит?..

Баҙыян. Бөтөнләй сит-ят ерҙәргә китәм бит. Ата- йым-әсәйем ошонда күмелгән, туған-тыумасам ошонда...

Таҫтамал тотоп Фәйрүзә инә.

Әмирхан. Фәйрүзә? Әллә умарталарҙы ҡарайбыҙмы? Күс айырмаһындар, тип ҡурҡам.

Фәйрүзә өндәшмәй.

Әллә йоҡоң туйманымы?

Фәйрүзә. Юҡ, туйҙы. (Баҙыянга күрһәтеп.) Уға ни булған?

Әмирхан. Булатты оҙатҡанда күҙ йәшен сығармаған ине, бына хәҙер илай.. Әйберҙәрен кисә үк ебәргән ине... Хәҙер ниңә иларға инде? Сит кешегә түгел бит, үҙ балаһына бара.

Ф ә й р ү з ә. Өйөн йәлләй.

Әмирхан, һатҡанһың икән, ниңә йәлләп торорға инде.

134


Фәйрүзә. ӘМ өхәммәт Лоҡманович ҡайҙа?

Әмирхан. Ашап та торманы, балыҡҡа йүгерҙе. Бигерәк әүәҫ балыҡсы икән. Ә Ренат нишләп һаман йоҡлап ята?

Фәйрүзә. Атай, мин ҡайҙан беләйем?

Әмирхан. Эх, Фәйрүзә... һин ниңә улай... Булат киткәс тә шундай ныҡ үҙгәрҙең, балтаң һыуға төшкән кеше кеүек йөрөйһөң. Бер ерең дә ауыртмайҙыр бит?

Фәйрүзә. Ҡуй әле, атай...

Әмирхан. Мин ысынлап һорайым!

Фәйрүзә (көлә). Юҡсы! Ана, Баҙыян апай... Хушлашырға килә торғандыр...

Баҙыян. Әмирхан күрше, Фәйрүзә туғанҡайым...

Әмирхан, һин нимә, станцияға йәйәү барырға булдыңмы ни?

Баҙыян. Йәйәү барам. Нәмәләремде кисен һөт ташый торған машинаға һалып ебәргән инем.

Әмирхан. Бәхетле юл һиңә. Барып етеүең менән, хәл-әхүәлдәрең тураһында хат яҙып ебәр.

Баҙыян. Тыуған төйәгем менән хушлаштым инде, ҡуҙғалһам да ярар. Килешмәгән яҡтарым булһа, ғәйеп итмәгеҙ инде. (Баш эйеп хушлаша.)

Фәйрүзә. Баҙыян апай, беҙ һине күпергә ҡәҙәр оҙатырбыҙ.

Оҙата сығалар. Баҙыян, тирә-яғына ҡарап, ауыл менән хушлаша. Сәхнә бер аҙ буш тора. Кирелә-һуҙыла күтәрмәгә Ренат сыға.

Ренат. Атай! Атай, тим! Полковник һаман йоҡлаймы ни әле? Ә ерле халыҡ ҡайҙа? Әмирхан Сәлихович!

Уға яуап биргәндәй, яңғыратып әтәс ҡысҡыра. Ренат көйәнтә- силәк алып һыуға китә. Машина килеп туҡтай. Нәғимә Әхмәтовна менән председательинә.

Нәғимә (асыулы). Был бит әҙәм көлкөһө, Баһманов! һеҙ нимә ҡарап торҙоғоҙ? һауын һыйырҙарын ҡалдырып, бер кемдән һорамай-нитмәй, колхозды ташлап китә?

Председатель, һеҙ үҙегеҙ ҙә бында инегеҙ бит.

Нәғимә. Колхоз өсөн һеҙ яуаплы!

Председатель. Быныһын мин күптән беләм.

Нә ғимә. Насар беләһегеҙ. Уға кем рөхсәт итте китергә?

135


Председатель. Беҙҙең совет законы.

Н ә ғ и м ә. Мин һеҙҙең менән шаярып һөйләшмәйем.

Председатель. Пенсионерҙар миңә буйһонмай.

Н ә ғ и м ә. Бәй... Ул пенсионеркамы ни?

Председатель. Әлбиттә. Ай һайын егерме һум!

Нәғимә. Ә ниңә уны ваҡытында алыштырыу сараһын күрмәнегеҙ? һеҙҙәге был тәртипһеҙлектәр тураһында Сергей Ивановичҡа еткерергә тура килер.

Председатель. Еткерегеҙ, еткер, һеҙҙең бөтөн эшегеҙ шул бит. Бына минең ун ике һыйырым һауылмаған. Төш тә һауылмаясаҡ, кис тә. Центнер ярым һөт юғала тигән һүҙ. Бәлки, һеҙ һауырһығыҙ, Нәғимә Әхмәтовна?

Нәғимә. һеҙ, етмәһә, демагог та икәнһегеҙ әле!

Председатель. Шаярып ҡына әйттем.

Нәғимә. Был шаярыуҙарығыҙҙың бик ҡиммәткә төшөүе бар.

Председатель. Нимә һеҙ мине ҡурҡытаһығыҙ? Минең өс спеңиальносым бар. Бөгөндән теләһә ниндәй производствоға ике ҡуллап алырға торалар. Теләйһегеҙ икән, хәҙер үк печатты тапшырам.

Нә ғимә. Ярар, ҡыҙып барма. Бәлки, мин дә шаяртҡанмындыр!

Председатель, һеҙгә шаяртһағыҙ ҙа була. Ә бына минең бесәнем дә йыйылмаған, ә ул ун ике баш һыйырҙы нишләтергә, һуғымға оҙатырғамы? Ярай, миңә шелтә лә бирҙегеҙ, ти... Ә уларҙы һауырға кәрәкме, юҡмы?

Нәғимә. Беҙҙең Фәйрүзә бар бит әле!

Председатель. Фәйрүзә?

Нәғимә. Башҡа сара юҡ. Клубҡа райондан икенсе кеше ебәрербеҙ.

Председатель (башын тотоп, өйгә табан йүнәлә). Ул бит көҙгә уҡырға китә!

Нәғимә. Институты тороп торор. Бер-ике йыл эшләһен, унан путевка менән ебәрербеҙ.

Көйәнтә-силәк күтәреп һыуҙан Ренат ҡайтып инә. Был юлы һыуы сайпылмаған — биҙрәләре тулы. Ләкин әсәһен күреп, сайҡалып китә. Тиҙ генә ситән артына ҡаса. Нәғимә тирә-яғы- на боролоп ҡараһа ла уны күрмәй. Ренат ҡаса-боҫа балыҡтан ҡайтып килеүсе атаһы ҡаршыһына йүгерә.

Ренат. Атай, һуғышсан тревога!

Полковник. Ни булды?

136


Ренат. Тсс! (Атаһын ситкәрәк алып китеп.) Ана, әсәй үҙе лә килеп еткән.

П олковник. һуҡыр түгел, күрәм.

Нәғимәсагырҙарын йыйып). Нурый Әмирхано- нич!.. (Йортка кереп китә.)

Полковник. Былай булғас, тоттоҡ балыҡты... Нишләп бында килеп сыҡҡан ул?

Ренат. Өгөт һәм нәсихәт менән шөғөлләнә. (Йырлай.) «һин ҡайҙарҙа йөрөйһөң, иркәм?»

Полковник. Йүләрләнмә!

Ренат. Пап! Тсс... Нәғимә Әхмәтовнаның күренеүе булды, тағы нервыларың ҡотора башланы. Йә, нимә эшләйбеҙ?

Полковник. Балыҡ сиртә генә башлаған ине, шайтан алғыры.

Ренат. Мин дә һыу килтерергә лә өйрәнә алманым.

Полковник. Оҙаҡҡа килдеме икән?

Ренат. Кискә китә торғандыр инде. Ә хәҙергә... күренмәй тороу хәйерлерәк.

Полковник. Уңайһыҙ бит... Бәлки...

Ренат. Күреп ҡалһа, йә шунда уҡ өйгә оҙатасаҡ, йә бөтөн кәйефте боҙасаҡ, мәңге ауылға килмәҫлек булырһың. Мамочканың холҡон беләһең. Әйҙә киттек, сей балыҡ менән туҡланырбыҙ...

Пол к о в н и к. Киттек.

Полковник сыға. Ренат Фәйрүзәне күреп туҡталып ҡала.

Ренат. Хәйерле иртә, Фәйрүзә!

Фәйрүзә, һаумыһығыҙ... (Биҙрәләрен ала.)

Ренат. Мин... һыу килтерергә өйрәнеп бөттөм тиерлек.

Фәйрүзә. Биҙрәләр тулы түгел бит.

Ренат. Тайып киттем. Бына күрерһегеҙ, мин өйрәнәсәкмен. Ә үҙ иркең менән эшкә өйрәнеү күңелле. Мин бойороҡ биреп эшләткәнде яратмайым. Бына һеҙҙе һыу ташырға өйрәттеләрме?

Фәйрүзә. Юҡ, мин үҙем өйрәндем.

Р е н а т. Ә һыйыр һауырға?

Фәйрүзә. Уныһын да үҙем.

Р е н а т. Ә тағы? Икмәк һала беләһегеҙме?

Фәйрүзә. Нишләп белмәйем, ти? Ашлыҡ та һуға беләм, етен дә ҡаға беләм.

137


Р е н ат. Ә бәйләй, сигә беләһегеҙме?

Фәйрүзә. Әлбиттә, тик әрләй генә белмәйем. И, мин ашығам.

Ренат. Фәйрүзә һеҙ... һеҙ иҫ киткес... һеҙ әле үҙегеҙ ҙә белмәй торғанһығыҙҙыр... Фәйрүзә!

Фәйрүзә бик ныҡ тулҡынлана, китергә ынтыла, ләкин Ренат әкрен генә ҡулынан ныҡ итеп тотоп ала.

Фәйрүзә. Ебәрегеҙ! һеҙгә нимә кәрәк?

Ренат. Кисен... Ҡараңғы төшкәс тә, һеҙ миләш янына киләһегеҙ! Минең һеҙҙең менән һөйләшәһе һүҙем бар. Бер үҙегеҙ генә килегеҙ, башҡа кеше булмаһын! Аңланығыҙмы? һеҙ бында киләһегеҙ!

Фәйрүзә. Юҡ! Мин килмәйем... Әгәр һеҙ тағы ла шулай ҡыланһағыҙ, мин Мөхәммәт Лоҡмановичҡа әйтәсәкмен... Ҡалдырығыҙ мине!

Ренат. Юҡ, һеҙ әйтмәйәсәкһегеҙ! һеҙ бында киләһегеҙ! Кис, ҡараңғы төшкәс, сәғәт ун икелә мин һеҙҙе көтәм, Фәйрүзә! Ишетәһегеҙме?

Р е н а т ашығып сыға, Әмирхан инә.

Фәйрүзә. Атай!

Әмирхан. Ҡыҙым, ни булды? Әллә илайһың инде?

Фәйрүзә (уныц муйынына һырылып). Юҡ, атай!..

Әмирхан. Әллә ауырыйһыңмы?

Фәйрүзә (күҙ йәштәре аша йылмайып). Юҡ, юҡ... Былай ғына... һин иғтибар итмә.

Өйҙән п р е д с е д а т е л ь сыға.

Председатель. Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ һеҙ? Иртәнән бирле көтәм, (һецлеһентсосагклай.) һиңә ни булды? Әллә ауырып киттеңме?

Әмирхан. Борсома әле һин уны. Ул төн буйына йоҡламайынса имтиханға әҙерләнде.

Председатель. Миҙалы булғас уны имтиханһыҙ ҙа алалар.

Фәйрүзә. Атай, мин институтҡа бармайым.

Әмирхан. Нисек бармайһың?

Фәйрүзә. Мин һине яңғыҙыңды ҡалдырып китмәйем.

138


Әмирхан. Хәстәрлегең өсөн рәхмәт, ҡыҙым. Тик минең өсөн генә булһа, бармай ҡалырға ярамай. Мин ни, Нурыйҙарға күсермен.

Нәғимәнең.: «Фәйрүзә, бында кер әле, һөйләшәһе һүҙ бар» — тигән тауышы ишетелә. Фәйрүзә өйгә инеп китә.

Председатель. Китһен, уҡыһын! Ә һин миңә күсеп киләһең! Шуның менән һүҙ бөттө.

Әмирхан. Ярай, китер. Ә һин минең өҫтән командовать итмә, команда бирергә мин үҙем дә бик оҫта.

Председатель, һин, ана, Нәғимә Әхмәтовнаға команда биреп ҡара. Фәйрүзәне Баҙыян урынына фермаға ҡоҙалай. Аңланыңмы?

Әмирхан. Нимә? Фермаға? Күрһәтермен мин уға ферманы?

Нәғимә (өйҙән сыгып). Мин бында бер насарлыҡ та күрмәйем, Әмирхан Сәлихович. һауынсы булыу маҡтаулы һәм яуаплы эш. Ул бит әле комсомолка! (Председателгә.) Беҙ һөйләштек инде, Фәйрүзә риза. Әмирхан Сәлихович, һеҙ мине бөгөн ҡунырға керетерһегеҙ бит? Ярар, һөйләштек. Әйткәндәй, һеҙҙә ниндәй ҡунаҡтар ул?


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет