Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет8/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   40

Фәйрүзә пырх итеп көлөп ебәрә.

Беҙҙең палаткаларыбыҙ ҙа бар ҙа ул, тик... Ярай, яр буйында ҡунырбыҙ. Мин Мөхәммәт Лоҡманович булам, бына документтарым...

Баҙыян. Кешене оялтып, ниңә шулай хихылдайһьщ? (Полковникка.) И-и, туғанҡайым, беҙҙә бөтәһе лә ҡунырға керетә.

Фәйрүзә. Зинһар, ғәфү итегеҙ инде! Рюкзактарығыҙҙы өйгә керетеп ҡуйығыҙ, атайым хәҙер ҡайтып етер. Хәҙер самауыр ҡуйып ебәрәм, ҡайҙа үҙем булышайым.

П о л к о вник. Юҡ, юҡ, мин үҙем! Самауыр ҡуйып булашмағыҙ, мин хәҙер үк һыу буйына китәм. Зинһар, борсолмағыҙ.

Биштәрҙәрҙе өйгә индереп ҡуялар, полковник ҡармаҡтары менән булыша.

118


Фәйрүзә. Ҡайҙа ашығаһығыҙ, Мөхәммәт Лоҡмано- вич? Хәҙер атайым ҡайта, сәй эсербеҙ, һеҙ бит юлдан килгән кеше...

Полковник. Мин оҙаҡҡа түгел... Төшәйем әле. Бына сыуалсыҡтарым да әҙер.

Фәйрүзә. Ана, атайым ҡайтты ла инде!

Полковник туҡталып ҡала, ситтән күтәрмәгә килеп ултырған Әмирханға ҡарап тора.

Баҙыян. Минең малай ҡайҙа, Әмирхан?

Әмирхан. Ул теге тыҡрыҡтан китте, һин нимә, контораға барманыңмы ни?

Баҙыян. Барҙым, Әмирхан, барҙым. Ауыҙ ҙа астырмайҙар. Нурый әрләп ташланы, мин һиңә күрһәтермен Күмертауҙы, ти. Әле бына машинаһына ултыртып фатир күрһәтергә алып барҙы. Бөгөн үк күсергә ҡуша, трактор ебәрәм, ти. Аптыраған инде, нишләргә... (Сыга.)

Әмирхан. Нимә эшләргә икәнен үҙең ҡара инде. (Фәйрүзәгә.) Был кем ҡапсыҡтары?

Фәйрүзә тағын да пырх итеп көлә-көлэ йүгереп сыға. Полковник яҡыныраҡ килә.

Полковник, һаумыһығыҙ! Бына мин улым менән бер-ике көнгә балыҡҡа, тип килгән инем...

Әмирхан. Әйҙә, рәхим итегеҙ. Беҙҙең күңел киң, урын етерлек.

П олковник {уга игтибар менән оҙаҡ. итепиарап тора). Ҡырҡ икенсе йылды... Калинин фронтында булманығыҙмы?

Әмирхан. Туҡтале, туҡта, иптәш... Иптәш лейтенант, был һин бит! Биллаһи, һин!

Полковник. Әмирхан... сержант Баһманов! Дуҫҡайым!..

Әмирхан. Иптәш лейтенант, был ысынлап та һинме?!

Ҡосаҡлашалар. Баштарын бер-береһенең иңбаштарына терәп,

тынып ҡалалар.

Беҙ хәҙер... Улай булғас ни... Фәйрүзә! Беҙгә ҡапҡыларға әҙерлә әле... Беҙҙең айырылышҡанға күпме инде?

119


Полковник. Утыҙ... Утыҙ йыл, Әмирхан...

Йортҡа табан йүнәләләр, күтәрмәлә тағы ла ҡосаҡлашалар.

Әмирхан. Үҙеңә тағы ла бер ҡарайым эле!

Өйгә инәләр. Фәйрүзә, ҡулына биҙрәләр тотҡан килеш, һоҡланып фронтовиктарға ҡарап тора. Яҡынлашып килеүсе Ренатты

абайламай.

Ренат. Хәйерле көн!

Фәйрүзә, һаумыһығыҙ.

Ренат. Ниңә ҡосаҡлашалар улар?

Фәйрүзә (үпкәләберәк). Улар бергә һуғышҡандар.

Ренат (һыҙгырып ебәрә). Бына һиңә кәрәк булһа! Тимәк, беҙҙең атайҙар фронтташ дуҫтар. Ғәфү итегеҙ, беҙҙең бында...

Фәйрүзә. Рюкзактарығыҙ коридорҙа эскәмйә өҫтөндә.

Ренат. Рәхмәт. Хәйер, сәсем кипте инде. һеҙҙең исемегеҙ Фәйрүзә, булһа кәрәк?

Фәйрүзә. Шулай шикелле. Ә һеҙҙеке нисек?

Ренат. Ренат.

Фәйрүзә (китергә йыйынып). Мин самауыр ҡуя- йым әле.

Ренат. Минең, мәҫәлән, ашағым да, эскем дә килмәй.

Фәйрүзә. Ә нимә эшләргә теләйһегеҙ һуң?

Ренат, һеҙҙең бында... Иҫ киткес!

Фәйрүзә. Ысынлап та оҡшаймы һеҙгә?

Ренат. Әлбиттә! Был күренештәрҙән хатта иҫерә башланым. Тик... бер шигем бар.

Фәйрүзә. Ниндәй шик?

Ренат. Мин бында ике көн дә түҙеп тора алмаясаҡмын. Тәбиғәт миңә насар тәьҫир итә.

Фәйрүзә. Бына нисек.

Ренат. Насар инстинкттар уяна башлай.

Фәйрүзә (асыуланып). Ошо турала кешегә һөйләп торалармы?

Ренат. Ғәфү итегеҙ.

Фәйрүзә. Юҡ, ғәфү итмәйем.

Ренат. Фәйрүзә, һеҙгә ортодоксаль булыу килешмәй.

Фәйрүзә. Нимә? Нимә?

120


Ренат. Ортодоксаль булыу. Инструкцияға ғына буйһоноп, дөрөҫ йәшәргә тырышыусы ҡатындарҙы, ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙарҙы әйтәм.

Фәйрүзә. Ә мин бына шулай дөрөҫ йәшәргә теләһәм?

Ренат. Кем һеҙгә ҡамасаулай? Ә, ғөмүмән алғанда, һылыу ҙа һәм аҡыллы ла булған ҡатын-ҡыҙҙар миңә оҡшамай. Артыҡ аҡыллы булмағандарын хуп күрәм.

Фәйрүзә. Ни өсөн?

Ренат. Сөнки беҙҙең заманда ҡатын-ҡыҙҙағы аҡыл бик тиҙ уҫаллыҡҡа әйләнә. Аҡылға һайыраҡтары ғүмер буйы шәфҡәтле була.

Ф ә й р ү з ә. Был ҡағиҙәгеҙ ирҙәргә лә ҡағыламы инде?

Ренат. Юҡ.

Фәйрүзә. Былай бит... Ғәҙел булмай.

Ренат. Нишләп булмаһын? Мин, үҙемдең бәләкәй генә тәжрибәмдән сығып та, ахмаҡ ирҙәрҙе бөтөнләй иргә һанамайым. Ә ҡатын-ҡыҙ ахмаҡ булһа ла барыбер ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Ул бер нәмә лә юғалтмай.

Фәйрүзә, һеҙҙең аҡыллылары ла, ахмаҡтары ла күп булғандыр, ахырыһы? Печорин тиерһең!

Ренат (уцайһыҙланып). Юҡ, һеҙ нимә... Нишләп улай булһын, ти. Ә һеҙгә нисә йәш?

Фәйрүзә. Ун һигеҙ.

Ренат (һыҙгырып ебәрә). Арыу ғына икән.

Фәйрүзә ('курҡып). Күпме ни?

Ренат. Ҡот осҡос! Пенсия йәшенә етеп киләһегеҙ бит.

Әмирхан тауышы ишетелә: «Фәйрүзә! Фәйрүзә, һин ҡайҙа?!»

Фәйрүзә. Хәҙер, атай! һыуға ғына барып киләм.

Ренат. Үҙем алып киләйемме? Мөмкинме?

Фәйрүзә. Ҡарап ҡарағыҙ. Тик көйәнтә менән алып килә алмаҫһығыҙ, түгелеп бөтөр.

Ренат. Бәхәсләшәбеҙме? (Биҙрәләр менән көйәнтәне ала.)

Фәйрүзә. Бәхәсләшәбеҙ! Ә нимәнән?

Ренат. Әгәр түкмәйсә алып килһәм... Ярар, һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Булдыра алмаһам, көн дә ташырмын тамам өйрәнеп еткәнсе.

121




һыуға китә. Фәйрүзә уның артынан оҙаҡ ҡына ҡарап тора. Булат быны ситтән генә күҙәтә. Ниһайәт, Фәйрүзә уны күреп ҡалып, янына килә.

Булат, һин күҙәтеп торған, тип уйлама тағы. Мин һеҙҙең бында икәнегеҙҙе белмәнем.

Фәйрүзә. Булат, һин нимә?

Булат. Мине лә һыу ташырға өйрәтерһеңме? Фәйрүзә. Юҡты һөйләмә, һин нимә?

Булат. Ә нимә?

Фәйрүзә. Шундай итеп ҡарайһың миңә?

Булат, һәр ваҡыттағыса.

Фәйрүзә, һәр ваҡыттағыса түгел, йәмһеҙ итеп ҡарайһың!

Булат китергә итә.

Улар бит... И һин... нимә йүләрләнәһең? Ҡарале... Әллә үпкәләнең инде? (Көлә. һикергеләп сәпәкәй итә.)

Б у л а т. Ә ниңә үпкәләргә?

Фәйрүзә. Күреп торам бит! һинең миңә үпкәләргә хаҡың юҡ. Ишетәһеңме?

Булат. Эйе...

Фәйрүзә. Нимә? Нимә, эйе?

Булат. Йә, ишеттем дә, ти.

Фәйрүзә. Булат... Булат, етәр инде! Зинһар, тимен. Мин бит... Эй, ҡыҙыҡ кешеһең дә инде... Етәр, кеше көлдөрмә инде. һин бит бик, бик һәйбәтһең!

Булат. Иртәгә... Мин бында булмайым инде. Фәйрүзә. Ой... Нисек инде улай?

Булат. Әсәйем оҙатыу кисәһе үткәрергә уйлай. Килерһең бит!

Фәйрүзә Булатты үбергә итә, ләкин түгелеп яртыға ҡалған биҙрәләрен тотҡан Ренат килеп инә. Көйәнтәһен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған. Фәйрүзә сығып йүгерә.

Ренат (биҙрәләрен ҡуйып), һыуҙы шул ҡәҙәр ауыр була, тип һис уйлағаным юҡ ине. Сәләм!

Булат. Сәләм!

Ренат (Фәйрүзә киткән яҡҡа күрһәтеп). Ҡыҙҙы әйтәм, арыу ғына бит, ә?

Булат. Кем?

122


Ренат. Ҡыҙыҡай һуң. Аяҡтары һәм башҡалар...

Булат Ренатты тамам аптырашта ҡалдырып, кинәт боролоп сығып китә.

Эй, ҡартлас, туҡта әле, нимә булды? Бер нимә лә аңламайым...

Йорттан Әмирхан менән п олко в н ик сыға.

Полковник. Бына, Әмирхан, таныш бул. Минең улым.

Әмирхан. Егет шәп. Баһадир.

Иҫәнләшәләр.

Полковник. Ҡайҙа әле, Ренат... Биштәрҙән фляжка алып кил әле.

Ренат китә.

Әмирхан. Төҫө-башы бер ҙә һиңә оҡшамаған.

Полковник уның ҡолағына ниҙер әйтә.

Китсе? Бына эш нәмәлә икән... Ҡара һин уны... Ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле! һм... Ә ул үҙе беләме һуң?

Полковник. Тс-с! Шаулама! Белмәйем. Бер нимә лә белмәйем. Бына әйләнеп аяҡҡа баҫһын... Хәҙергә әйтмәй торабыҙ, ҡатын менән шулай һөйләштек.

Әмирхан. Аңлашылды.

Полко вник, һиңә дуҫ итеп кенә әйтәм... Әмирхан. Минән сыҡмай инде. һин мине беләһең бит...

Ренат фляга тотоп инә.

Ренат. Атай, һин көйәнтә менән һыу ташый беләһеңме? (Биҙрәләрҙе йортка керететсуя ла, кире сыгып спиннинг ала.) Мин балыҡҡа киттем! (Сыга.) Полковник. Бына шулай... (Ҡоя.)

Әмирхан. Миңә, Мөхәммәт дуҫ, был зәмзәм һыуы ярамай ҙа инде... Сама менән булғанда.

123


Полковник. Орша янындағы санбатты хәтерләйһеңме? Шунда бер шәфҡәт туташы була торғайны... Өлкән сержант?

Әмирхан. Теге ҡараҡаймы? Хәтерләмәй буламы һуң?! Ике аяҡ бармағымды киҫеп ырғытҡан ине, әле булһа аҡһап йөрөйөм. Ул политрук менән типтерә ине түгелме һуң?

Пол к о в н и к. Эйе, нәҡ үҙе... Политрук менән сыуала ине шул... Бер политрук ҡына булһа ни әйтер инең дә... Унан береһе лә ҡалманы... Бына мин шуға өйләнгән инем бит.

Әмирхан. Ҡара һин уны...

Полковник. Ун йыл яфаландым мин уның менән.

Әмирхан. Улай икән...

Полковник. Ә Нәғимә менән беҙ һуңынан... һуғыштан һуң өйләнештек. Ренатҡа өс кенә йәш ине.

Әмирхан. Эйе-е... Ә үҙенең атаһы иҫәнме һуң?

Полковник. Кем белә уны. Ҡыҙыҡһынғаным юҡ. Ренатты мин шунда уҡ уллыҡҡа алдым, һин, Әмирхан, берүк ыскындыра күрмә...

Ә м и р х а н. һин нимә? Мине кемгә һанайһың?

Полковник. Минең, Әмирхан, пенсияға сығыуыма бер генә йыл бит әле. Хеҙмәт итмәгән ер ҡалманы, әле көньяҡта, әле көнсығышта... Үҙең ни хәлдә һуң? Ҡатының ҡасан үлде?

Әмирхан. Алтынсы йыл инде...

Полковник. Ә ниңә өйләнмәнең?..

Әмирхан. Әллә инде... Балаларҙан оят, ҙурҙар бит инде. Хәҙер кәрәге лә юҡ. Мин, Мөхәммәт дуҫ, ҡартатай булдым бит инде. Өйләнмәйсә лә йәшәп була, бына һаулыҡ ҡына булһын ине әле. Әйҙә, һалып ебәр әле берҙе, балалар һаулығына күтәрәйек!..

Сәкәшеп әсәләр. Кейенгән-яһанған Баҙыян инә.

Баҙыян. Әмирхан күрше, мин теге ни... һеҙгә килгән инем бит әле...

Әмирхан. Бәй, ни йомош, Баҙыян? Әйҙә, һөйләп ебәр!

Баҙыян. Беҙгә кереп ултырыр инегеҙ. Улым, һеҙҙе алырға ебәрҙе. Фәйрүзә ҡайҙа йөрөй икән? Мин бөгөн һыйырҙар һауырға ла барманым, алмашҡа саҡ кеше таптым.

124


Әмирхан. Бына күреп тораһың, бит, беҙҙә лә ҡунаҡтар бар.

Баҙыян. Ҡунаҡтарыңды ла алып кер. (Полковник- ка.) Туғанҡайым, һеҙ ҙә рәхим итегеҙ!

Полковник. Рәхмәт, Баҙыян.

Баҙыян. Кергәс, рәхмәт булыр. Йыйынығыҙ, әйҙә, табыным әҙер.

Әмирхан. Ярар, Баҙыян, керербеҙ. Ай-Һай, бик ҡупшы кейенгәнһең, ҡалаға китергә йыйындыңмы әллә?

Баҙыян. Китергә булдым инде. Бер үҙем нимә эшләйем бында? Малай ҙа китергә ҡуша.

Әмирхан. Ә китәһең киләме һуң?

Баҙыян. Нимә эшләйһең инде, Әмирхан. Килмәһә лә, кәрәк булғас, китәһең... һинән йәшерен батырын түгел, бәхетле кеше үҙ өйөн ташлап сығып китмәй... (Илай.) Нурый бөгөн машинаһына ултыртып усадьбаға алып барҙы, фатирҙы күрһәтте. Ауыҙыңды ла асма, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем,ти.

Әмирхан. Бына мин дә шундай хәлдә...

Баҙыян, һиңә нимә? Рәхәтләнеп йәшәй бир.

Әмирхан. Йәшәрһең, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле... Алға һөйрәйҙәр. Әйҙә, атла, атла! Артыңа әйләнеп ҡарама! Йәмғиәтте артҡа һөйрәмә! Элимент, тиҙәр, кулак яһай яҙҙылар. Бына эштәр нисек тора, Мөхәммәт.

Полковник. Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ.

Әмирхан. Ситтән ҡарағанда шулайҙыр ҙа ул... (Ба- уыянга.) Ни хәл итмәк кәрәк, ана, Иҙәште исемлектән һыҙып ташланылар. Ә ер-һыуҙарыбыҙ ниндәй! Бында ла бит ғүмер буйына кешеләр йәшәгән.

Баҙыян. Эйе, беҙҙең ер-һыуҙарға етәме һуң, Әмирхан?!

Әмирхан. Туған тупрағыңдан ваз кисәһеңме? Ни йәнең менән ташлап китерһең? Йә, ярай инде...

Баҙыян. Кереп сығығыҙ инде. Мине рәнйетмәгеҙ.

Әмирхан. Керербеҙ, керербеҙ, һинең Булатың менән беҙ бит күптәнге дуҫтар.

Баҙыян китә.

П о л к о в н и к. Мин күптән түгел һеҙҙең Үҙәк усадьбағыҙға барған инем. һатып алырға йорт эҙләп йөрөнөм. Бына Нурый Әмирханович мине Иҙәшкә ебәрҙе. Ҡиммәт һорамайым, ти...

125


Әмирхан. Нурый шулай тип әйттеме? Ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле!.. Ҡара һин уны... Ҡара һин уны, нимә эшләй?..

Полковник. Ғәфү ит, Әмирхан... Мин бит һинең бында йәшәгәнеңде белмәнем...

Әмирхан бөтә ишеткәндәренән һуң тетрәнеп ҡала.

Һин күсергә йыйынмайһыңмы ни?

Әмирхан. Оҙаҡламай күсәм... төп йортҡа, хур ҡыҙҙары янына, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле!.. Их, Мөхәммәт ҡәрҙәш, был ни эш? Улым бит ул! Үҙемдең улым! Фәйрүзә! Фәйрүзә! Фәйрүзә, һин ишетәһеңме, ҡыҙым? Эх, тормош, ә? Әйҙә, һал әле тағы...

Фәйрүзәнең өй эсенән: «Атай, нимә эшләйһең? һиңә бит ярамай!..» тигән тауышы ишетелә.

Зарар юҡ... Хәҙер... һыйырҙы алып ҡайтам. Мин бит кулак!.. Кулак, имеш?., һм.. (Сыга.)

Тағы машина тауышы ишетелә, Нурый ҡайтып төшә. Полковник флягаһын йәшереп ҡуя.

Председатель. Ә, иптәш полковник!

Иҫәнләшәләр.

Күптән килдегеҙме?

Пол ковник. Миңә Мөхәммәт Лоҡманович, тип кенә өндәшегеҙ.

Председатель. Былар ҡайҙа китеп бөткәндәр? Тимәк, былай: һеҙ мине күрмәнегеҙ ҙә, белмәйһегеҙ ҙә... Балыҡҡа килгәнһегеҙ... Аңланығыҙмы?

Полковник (көлөп). Төшөндөм, һеҙгә һылтарға ярамай.

Председатель. Юҡ, юҡ!., һиҙеп ҡалһа, мәңге һатмаясаҡ. Әмирхан Баһманов үтә үҙ һүҙле кеше, мин дә унан кәм түгел!..

Полковник. Нимә, атайығыҙға оҡшағанһығыҙмы? Председатель. Яҡын ғына ҡәрҙәштәр беҙ. һеҙ, иптәш полковник...

Полковник. Мөхәммәт Лоҡманович.

126


Председатель, һеҙ, Мөхәммәт Лоҡманович, бик ашыҡтырмағыҙ. Тәүҙә ныҡлап мин үҙем һөйләшеп ҡарайым. Унан һеҙ башларһығыҙ... Тылдан, тигәндәй.

Полковник. Тылдан? һиҙҙермәйсә арҡаһына килтереп тондорорға инде.

Председатель. Биш йөҙҙән дә артыҡ бирмәҫкә.

Полковник. Ни өсөн?

Председатель. Осондорорға ярамай. Былай ҙа мин улар менән аҙ интекмәйем.

Полковник. Күсергә теләмәйҙәрме?

Председатель. Йәштәр риза. Ә бына ҡарттарҙы һис урындарынан ҡуҙғатырлыҡ түгел...

Полковник. Нимә, күсереү мәжбүриме һуң ул?

Председатель. Әлбиттә. Перспектив план буйынса, бәләкәй ауылдарҙы бөтөрәбеҙ. Районда ун биш ауыл күсерелергә тейеш.

Әмирхан инә.

һаумы, атай!

Әмирхан. Ә, начальство... Бик һәйбәт, сәй ҙә өлгөргән.

Председатель. Етәр. Ана күрше ауылдағылар кисә үк күсенеп бөттөләр.

Әмирхан. Фәйрүзә! Айран сығар әле! Сәй эсергә өлгөрә алмабыҙ, ахыры.

Председатель (шартларга етешеп), һаман шаяраһың? һиңә ҡыҙыҡ, э миңә бармаҡ менән төртөп күрһәтәләр.

Әмирхан. Кем һине шулай? Ҡарале үҙеңде бөтөнләй типкеләп бөтөргәндәр бит, ҡарар ерең ҡалмаған. Бына, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле. Нимәгә хәжәт ул миңә һинең усадьбаң? һин унда кирбестән йорттар һалып ҡуйғанһың, водопровод менән... Бөтә шартына килтереп. Әгәр минең самауыр сәйе эскем килһә? һайлау участогындағы һымаҡ ваҡ-ваҡ кабиналар төҙөп ҡуйғанһың да бит... Ни мейесе, пи мөгәрәбе юҡ, бөтә әҙәмде бергә килтереп тултырғанһығыҙ, ығы-зығы былай ҙа аҙ инде?.. Ә умарталарҙы өй башына ҡуйырғамы? һыйырҙың кәрәге юҡ, һөттө ферманан ғына алырға... Ә һинең ул һөтөңдән силос еҫе аңҡып торһа? Мин уны бушҡа бирһәләр ҙә алмайым.

Председатель, һин... бик күп һөйләй башланың. Етмәһә бит, кеше алдында.

127


Әмирхан. Ә һин тыңла! Кешеләр ҙә тыңлаһын.

Полковник һиҙҙермәй генә сығып китә.

Председатель. Берәүгә ферма һөтө ярамай. Оноттоңмо ни һалам ашаған саҡтарҙы? Бер итекте алмашлап кейгәнде?

Әмирхан. Мин онотманым. Бына ҡайһы бер нәмәләрҙе һин онотоп ебәргәнһең.

Председатель. Онотманым. Бөтәһе лә иҫемдә.

Әмирхан. Иҙәш аръяғындағы ослауыҡтарҙы һөргәнде хәтерләйһеңме? Ҡырҡ гектар бына тигән һөрөлгән ер ине. Унда һинең хәҙер — һаҙлыҡ. Белдеңме? Бөтә ерҙе тал, ерек баҫты!

Председатель. Унда культуралы көтөүлек буласаҡ!

Әмирхан. Бер тапҡыр яһаған инек бит инде. Культуралы итеп яһаған инек. Бөгөнгөләй хәтеремдә, үҙем бригадир инем, һуғыш алдынан ҡарттар ул ерҙәрҙе теҙләнеп, түштәре менән шыуышып эшкәрткән ине. Гектарынан туҡһанышар бот арыш ала инек. Ошо Иҙәш аръяғынан бит инде. Ә сабынлыҡтары ниндәй ине?! Икешәр йөҙ кәбән ҡоя инек, бөтә мал-тыуарға етә ине. һыйырҙар һаны ла һинекенән кәм түгел ине.

Председатель. Бының менән ни әйтергә теләйһең?

Әмирхан. Хәҙер унда шипкәндән башҡа бер нәмә юҡ. Бөтә ерҙе сүп баҫҡан! Нимә, һин ҡалған ерҙәрҙе лә юҡҡа сығарырға уйлайһыңмы? Иҙәштең кәрәге юҡ! Бөтөн исемлектәрҙән дә һыҙып ташларға! Күрше ауылды — утынға! Зирекле ауылының арт яғына тибергә!

Председатель. Уларға шул кәрәк.

Әмирхан. Ауылдар... кәм тигәндә, етешәр йөҙ йыл йәшәгәндәр. Ярай, ауылдар һиңә йәл түгел, ти. Ә ерҙәре? һыйырҙарыңа шипкән ашатырһыңмы ни? Ауылдар булмаһа, ҡалған ерҙәреңде лә ерек баҫып китәсәк! Кем генә ун, егерме саҡрымдан килеп, бында бесән сабып йөрөр икән? Ауыҙыңа бер һүҙ алғанһың инде — ауылдарҙы бөтөрөргә! Иҙәше лә бөтһөн, Зиреклеһе лә кәрәкмәй! Әйҙә, туҙҙыр, бөтөр бөтәһен дә. Бер ергә өйөлөшөп, ҡаласа йәшәйек!..

Председатель. Ә һин нисек уйлаған инең? һәр бер утарға бағаналар теҙеп, радио үткәрергә, ут керетергәме? Ауыл һайын клуб, магазин һалып ҡуйырғамы?

128


Әмирхан. Бына-бына! Бик еңел эшләргә уйлайһың. Кабинетта ултырып, телефон аша ғына етәкселек итмәксе булаһыңмы? Трубканы алдың, шуның менән эшең дә бөттө. Фабрикалағы һымаҡ. Юҡ, һин теҙ ул бағаналарҙы, теҙ... машиналар, ул техника менән электрҙы өйҙәргә генә түгел, һыйыр аҙбарына ла үткәрергә мөмкин. Ауылға китапхана ла кәрәк, әллә ҡайҙа икмәккә йүгермәҫ өсөн ларе- гы ла кәрәк. Бөтәһен дә төҙө, ә ауылды таратма! һиңә ҡәҙәр ҙә күпме ауылдарҙы бөтөрҙөләр. Ауылды бөтөрөп халҡың күбәйер, тип уйлайһыңмы?


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет