|
|
бет | 6/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
|
Рәсүлов. Бына Хәйҙәрҙең Алжирҙа эшләп ҡайтҡас төшкән һүрәте. Бөркөт бит, ә?
Г өлфизә. һөйләмә инде, ҡараған һайын һоҡланып туя алмайым үҙенә!.. Ғүмере генә оҙон булһын!
Рәсүлов. Бына Ғәлим Ҡасимович ғалимдар алдында сығыш яһай. Медицина фәндәре докторы... профессор... Нейрохирург... Исеме лә ҙур. Тартҡан йөгө лә ауыр!.. Бына Лираның газета-журнал биттәрендә баҫылып сыҡҡан яңы йырҙары...
Г өлфизә. һин беҙҙәге бөтә газеталарҙы ла күҙәтеп барғанһың икән?
Рәсүлов. Сит ерҙә шунһыҙ мөмкин түгел, Гөлфиҙә.
Гөлфиҙә. Ә үҙең һуң был йылдарҙы нисек йәшәнең? Бөтөнләй яңғыҙ тормағанһыңдыр бит, моғайын?
Рәсүлов. Йәмәғәтем булды. Әле ерләгәнемә йыл да тулмаған. Балаларыбыҙ булманы...
Г өлфизә. Ниндәйерәк кеше ине?
Рәсүл о в. Насар тип әйтә алмайым. Татыу йәшәнек.
98
Гөлфиҙә. Яратып өйләнгәйнеңме һуң?
Рәсүлов. Шундай бер шиғыр бар, хәтерләйһеңме? (Шигыр уҡый.)
Әйткән инец1,
«Әгәр һөйәҡалһац
Минән башҡа берәй бүтәнде,
һөй... тик һөй һин
Минән якшыраҡты,
һөймә ләкин минән түбәнде...»
Юлыҡтым мин быйыл бер сәскәгә Көтмәгәндә, уйламаганда,
Тап һиндәйгә, һинец шикеллегә,
Әйтерһец дә, һинец дауамга...
Тормошомдоц һинән һуцгыһында Тапҡаным ток ине һис кемде.
Нишләргә һуц? - Бер кәцәш бир мицә:
Ул һәр яҡтан һинец шикелле.
Нишләргә һуц? - тигән һорау менән Киләм бына рәсемецҡаршына...
Үҙец булһац әгәр,
Бындай уйҙар
Килер инеме ни башыма?!
Гөлфиҙә. Ғәфү ит, Сәғит, һине көтә алманым. Теге хатыңдан һуң бик оҙаҡ хәбәрең булманы. Үлеме-тереме икәнеңде лә белмәнем. Ҡайтыуыңа өмөтөм ҡалмағайны...
Рәсүлов. Юҡ, Гөлфиҙә, аҡыллым, ғәфү үтенмә! Минең алда һинең ғәйебең юҡ. һин минең хатымда яҙған аманатымды ғына үтәнең. Улымды үҫтереп, кеше итеүең беҙҙең бөтә хаталарыбыҙҙы аҡлай... Заманы ниндәй ине бит: йылдар үтте шоңҡар булып, ғүмер уҙҙы толпар булып...
Гөлфиҙә. Рәхмәт, Сәғит, ҡырҡ йыл йөрәгемдә йөрөткән юшҡынды йыуып ташланың.
Рәсүлов. Шуныһына шатмын, үҙемдең тормош юлым ҡатмарлы булһа ла, һине бәхет ташламаны.
Гөлфиҙә. Бәхет тиһеңме? Эйе, Ғәлим Ҡасимович арҡаһында мин ауырлыҡ күрмәнем. Ләкин бер ваҡытта ла
1 Хәсән Туфан шиғыры.
4*
99
күңелем тыныс булманы. Тәүҙә улым тураһында ҡайғырҙым, ул кеше булғас, һинең өсөн борсолоп йәшәнем. Инде мин бәхетлемендер, тип уйлай башлаһам, һин күҙ алдыма килә инең дә, ни эшләп мине онотаһың, мин бит әле иҫән, тип әйтәһеңдер кеүек ине. Өнөмдә улым менән Ғәлим булһа, төштәремдә һин булдың! Йылдар үтте, тик һине һағыныуҙарым ғына үтмәне. Бәхетемдең артында гел һин торҙоң...
Рәсүлов. Ана бит ул нисек! Мин һине бик, бик бәхетле, тип уйлай инем. Ә һин гел минең өсөн борсолоп йәшәгәнһең!.. Рәхмәт!.. Шуныһына шөкөр, беҙ иҫән-һау әле, Гөлфиҙә! Ә был минутта беҙҙең Камил Байраҡовтың хәле нисек икән? Күпте күргән, арыған йөрәге күтәрә алырмы икән шундай ҙур операңияны?! һәйбәткә юрайыҡ әле, Ғәлим үҙе яһай бит!.. Гөлфиҙә аҡыллым, шулай ҙа шылтыратып һорайыҡ әле?
Г өлфизә. Хәҙер... (Телефонга.) Фәриҙә ҡыҙым, был мин әле — Гөлфиҙә Хәкимовна... Камил Байраҡовтың хәле нисек? Шулаймы? Операция һаман да дауам итәме? Бишенсе сәғәт китте? Оҙаҡ... Ярай, рәхмәт!.. (Трубканы ҡуя.)
Рәсүлов. Була бит сабыр кешеләр! Нисэ йыл хат алышабыҙ, үҙенең хәле тураһында ләм-мим, бер һүҙ әйтһә?!
Гөлфиҙә. Камил Байраҡовтың беҙҙең менән туғанлашыуы ла мөмкин әле!
Рәсүлов. Китсе!..
Г өлфизә. Бик һәйбәт улы бар.
Рәсүлов. Күрҙем. Ул егет оҡшаны миңә.
Г өлфизә. Беҙҙең Әлфирә өсөн үлеп тора.
Рәсүлов. Атаһына оҡшаһа, егет насар булмаҫ. Боронғолар әйтмешләй, сәстәре сәскә бәйләнгән булһа, фатихабыҙҙы бирербеҙ!
Лира инә. Ҡулында сәскә.
Лира (сәскәләрен биреп). Мә, әсәй, һыуға ултырт Егеттәр бүләге...
Гөлфиҙә. Бигерәк матур сәскәләр...
Рәсүлов. Йә, килен, йыйылыш нисек үтте?
Лира. Эй, йыйылыштар беҙҙә шәп үтә инде ул! Бер- беребеҙҙе маҡташабыҙ ҙа таралышабыҙ!
Рәсүлов (көлөп), һеҙҙә тәнҡит булмаймы ни ул?
100
Лира. Була ла... миңә эләкмәй. Мине яраталар! Ә бөгөн ике йәш композиторҙы союзға алдыҡ, ^йыйылыш байрамға әйләнде, ресторанға саҡырҙылар. Йырлашып ултырҙыҡ. Тағы бер-беребеҙҙе маҡташтыҡ.
Рәсүлов. Ҡыҙҙар күңеле —• быяла, һаҡһыҙ тотһаң ыуала, тигәндәй, ижад кешеләренең күңеле йомшаҡ инде, һеҙгә ҡарата бик һаҡ булыу кәрәк. Күпме йырҙарың бар инде хәҙер, килен?
Лира. Йырҙарым байтаҡ, йөҙгә яҡын. Тик нисәһен халыҡ йырлай торғандыр?!
Рәсүлов. Мин һинең йырҙарыңды радионан бик йыш тыңлайым. Исемеңде ишеткән һайын ғорурлығым арта. Их, үҙемдең киленем дә инде, тип ҡуям!
Лира. Сит-ят ерҙә беҙҙең радионы бик йыш тыңлап та булмайҙыр инде?
Рәсүлов. Киреһенсә, килен, тап сит-ят ерҙә йәшәгәндә туған моңдарҙың ҡәҙерен беләһең дә инде! Кеше ас тора ала, ә йырһыҙ-моңһоҙ тора алмай. Бер капиталистик илдә шундай хәл булған. Бер коммунисты егерме биш йылға таш ҡапсыҡҡа ябалар. Быға тиклем был төрмәлә ултырған тотҡондар ике-өс йыл эсендә яңғыҙлыҡтан аҡылдан шашҡан. Ә коммунист егерме биш йыл буйына ултыра. Уға бер ни ҙә булмай. Ни өсөн, тиһеңме? Иректәге иптәштәре уның камераһы ҡаршыһына килеп, көн һайын тиерлек, алмаш-тилмәш йыр йырлағандар, уның яратҡан моңдарын уйнағандар. Был йырҙар, был моңдар тотҡондоң йәнен-күңелен, йөрәген-бәғерен йылытҡан! Ауырлыҡтарҙы еңергә, киләсәккә өмөт менән ҡарарға уға көс биргән. Бына туған моңдоң илаһи бөйөклөгө! Мин дә һеҙҙе һағынған һайын ҡулыма транзисторҙы алам да өмөтләнеп үҙебеҙҙең туған моңдарҙың яңғырауын көтәм. Ошонда Лира Йльбаеваның йырын ишетһәм, түбәм күккә тейгәндәй була! Халҡыбыҙҙы ошондай сихри моңдар менән ҡыуандырғаның өсөн һинең алдың- да сал башымды эйәм, килен!
Лира (ҡапыл). Йә Хоҙа!... (Илап ситкә борола.)
Гөлфиҙә. Ни булды, килен?
Лира. Әсәй, уның алдында мин ниндәй ҙур гонаһлы!
Г өлфизә. Юҡты һөйләмә, килен! Ниндәй гонаһ, ти ул?!.
Лира. Гонаһлы! Гонаһлы! (Рәсүловҡа.) Мин бит һеҙҙең турала... Йә Хоҙа! Нисек яңылышҡанмын?! һеҙ бит бер пәйғәмбәр ҙә баһа! Хызыр Ильяс кеүек, кешеләр
101
ҙең күңеленә нур өҫтәп кенә йөрөйһөгөҙ икән, Сәғит Рәсүлович! Бына, әсәй, кем хаҡында йыр яҙырға кәрәк! (Рэсүловтытсосаклап үбеп ала.)
Гөлфиҙә. Килен ҡайны ҡабырғаһынан ярала, тиҙәр ине, дөрөҫ икән!..
Рәсүлов. Ҡайны ҡабырғаһынан булғас, һин инде, килен, миңә атай, тип әйт!
Лира. һеҙ инде миңә үҙ атайымдай яҡын була башланығыҙ!
Ғәлим инә.
Ғәлим (бөтәһенә лә ягымлы тараш ташлап). Эй, ғүмерҙең изге сәғәте!
Гөлфиҙә. Хәҙер, атаһы, сәй сығарам! (Ашыгып китә.)
Рәсүлов (Ғәлимгә). Шаҡтай арығанһың, операцияң ауыр булған, ахырыһы?
Ғ әлим. Шатлан, Сәғит Рәсүлович, һинең иҫке дуҫың аяҡҡа баҫасаҡ!
Рәсүлов (аягк өҫтө баҫып). Хөрмәтле Ғәлим Ҡаси- мович, һинең алтын ҡулдарың алдында башымды эйәм!
Ғәлим. Рәхмәт!
Рәсүлов. Бәхетле кешелер һин, Ғәлим Ҡасимович!..
Ғәлим. Эйе, минән йыш ҡына, һин бәхетлеме, тип һорайҙар. Кешегә ғүмер өҫтәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр был донъяла. Мин дә кеше, бәхетһеҙ саҡтарым да була. Операциянан һуң кеше үлһә, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Ә һәр бер уңышлы үткән операция мине ҡанатландыра, йәшәртә, шул саҡ бөтә донъяны ҡосаҡлап яратҡым килә!
Рәсүлов. Ә ундай минуттарың күберәк булғандыр, әлбиттә?..
Ғәлим. Булғандыр. Үҙ ғүмеремдә биш меңдән артыҡ операция яһаным бит!
Рәсүлов. Бына кешенең бөйөклөгө! Биш мең операция! Биш мең яҙмыш! Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бәхетле кешеләр!
Ғәлим. Эй, ғүмерҙең изге сәғәте! Килен, уйна әле берәй матур көй!
Гөлфиҙә сәй сығара, Лира пианинола матур көй уйнай. Бер аҙҙан Йәлил менән Әлфирә инә. Икеһе лә шат. Йәлилдең ҡулында бер кәрзин сәскә.
102
Йәлил (рөхсәт-фәлән һорап тормайынса, Ғәлим шаршыһына килеп баҫа, уныц алдына сәскәләр псуя). Ғәлим Ҡасимович! Хөрмәтле профессор! Беҙ әле больницанан... Унда бөтә кеше шау-гөр килә, атайыц аяҡҡа баҫасаҡ, тиҙәр! Бының өсөн һеҙгә ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйем! Шатлығымды ҡайҙарға, кемдәргә барып һөйләйем?! Мин хәҙер йәйәүләп Ер шарын әйләнеп сығырға ла әҙер!
Әлфирә. Эйе, бына ебәрермен бер үҙеңде?!. Китәбеҙ икән — только икәүләп!
Ғ әлим. Эй, ғүмерҙең изге сәғәте!..
Рәсүлов. Үтте йылдар шоңҡар булып, уҙҙы ғүмер толпар булып!.. Шуныһы шатлыҡлы, Ғәлим Ҡасимович, беҙҙең толпарҙар бөгөн дә ил менән бергә елдерә!..
Хәйҙәр инә.
Әлфирә. Атай, профессорҙы ҡотла!
Хәйҙәр. Әллә Байраҡовҡа...
Әлфирә [бүлдереп). Эйе, эйе... Ул аяҡҡа баҫасаҡ!
Хәйҙәр. Йәлил, мин һинең өсөн бик шатмын!
Әлфирә. Ә мин шат түгел, тип уйлайһыңмы ни, атай?!. Ә һин олатайымды операция яһап сыҡҡандан һуң күрһәң, танымаҫ инең хатта!.. Үҙе йонсоған, ағарынған, ә күҙҙәре утлы күмерме ни? Янып тора! Әй яраттым да инде үҙен шул саҡта!..
Йәлил. Ғәлим Ҡасимович, бөгөн миңә атайым янында ҡунырға рөхсәт итегеҙ әле!
Ғәлим. Бар, улым (Ҡагыҙ яҙып бирә.)
Йәлил. Рәхмәт!
Ә л ф и р ә менән Й ә л и л сыға.
Рәсүлов. Бына, улым, айырылышыр ваҡыт та етеп килә. Күргән кеүек тә булманым үҙегеҙҙе!
Хәйҙәр. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә айырылышыуҙар булмаһын ине ул!..
Рәсүлов. Ашҡыныулы заман килде, улым. Йылдар үтә шоңҡар булып, ғүмер үтә толпар булып... Иң мөһиме, улым, кеше үҙенең толпарында ныҡ ултырһын. Эйәрҙән ҡолап төшмәһен. Ә беҙҙең ҡанатлы толпарыбыҙ халҡым, илем, телем тигән изге юлдан оса! Шуның менән алтмыш йыл елдерҙек, артабан да елдерәсәкбеҙ! Ә айырылышыу -
103
ҙар, ҡауышыуҙар беҙгә тиклем дә булған, беҙҙән һуң да буласаҡ! Мин шатмын, һин үҙеңдең толпарыңда ныҡ ултыраһың, шуға шатланып китәм!..
Хәйҙәр. Ниңә, атай, һин китергә булдыңмы ни?
Рәсүлов. Ә үҙең нисек уйлайһың?
Хәйҙәр. Беҙҙең ғаиләне күрҙең, атай. һин беҙҙең бөтәбеҙгә лә бик оҡшаның. Әйтерһең, һинең менән бергә мең йыл йәшәгәнбеҙ! Хәҙер мин һинән айырылыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым!
Рәсүлов, һеҙҙән айырылыу миңә лә еңел булмаҫ...
Хәйҙәр. Атай, беҙ йыйылышып һөйләштек, ошондай ҡарарға килдек: һиңә бөтөнләйгә бында ҡайтырға кәрәк...
Ғәлим. Сәғит Рәсүлович, был беҙҙең уртаҡ фекер!
Рәсүлов. Улым, хикмәт бергә йәшәүҙә генә түгел, хикмәт — күңелдәрҙең бергә булыуында! Алыҫтамы һин, яҡындамы, күңелдәр бер-береһенә тартыла икән, тимәк, улар серләшә, тимәк, улар гел бергә! Мин инде, улым, Төмәндә йәшәп өйрәнгәнмен. Мин ул ҡаланың почетлы гражданины. Дуҫ-иштәрем дә етерлек, бөтәһе лә мине белә, ихтирам итә. Ә тыуған тупраҡ төшөнсәһен хәҙер беҙ киңерәк аңларға өйрәндек. Оло Ватаныбыҙҙың һәр бөртөк ере — ул беҙҙең тыуған тупраҡ! Күңелдәргә юлдар һалынды, йөрөшөрбөҙ, күрешербеҙ? Ә көҙгә мин бөтәгеҙҙе лә ҡунаҡҡа саҡырам!..
Хәйҙәр. Иҫән булһаҡ, барырбыҙ, атай!
Рәсүлов. Ә һин үҙең Америкаға ҡасан китергә бул- дың?
Хәйҙәр (бер аҙ һүҙһеҙ торгандан һуц). Минең ки- теү-китмәү мәсьәләһе ҡыл өҫтөндә әле.
Лира (7сургкып). Нимә булды?
Хәйҙәр, һаман да шул Бахыровтың этлеге... Минең өҫтән обкомға жалоба яҙған булған!
Ғәлим. Ниндәй жалоба?
Хәйҙәр. Имеш, мин ҡартайған атайыма ярҙам итмәйем, уны ҡарауҙан баш тартам...
Гөлфиҙә. Их, әҙәм аҡтығы!..
Хәйҙәр. Ул ғына ла түгел әле. Йәнәһе, беҙ ышаныслы кеше түгел! Йәнәһе, ҡатыным Лира «Америка тауышы» радиоһы менән элемтә тота^ үҙенең йырҙарын ниндәйҙер агенттар аша шунда ебәрә. Йәнәһе, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән дошман тирмәһенә һыу ҡоябыҙ!.. Ул минең Американан тыуған илгә әйләнеп ҡайтыуымды ла шик аҫтына ҡуя!..
104
Лира (агарынып). Ҡот осҡос! Ҡәбәхәт! Ҡәбәхәт ул! (Илай.)
Рәсүлов (уны йыуатып.) Килен, борсолма! «Америка тауышы» радиоһының, яман ниәтен беҙ аңлайбыҙ, әлбиттә!.. Ләкин ул күпме генә көсәнмәһен, беҙҙең моң дошманға ҡорал була алмай. Халыҡ моңо халыҡ тирмәненә генә һыу ҡоя. һинең моңдарың бөтә донъя алдында беҙҙең абруйыбыҙҙы ғына күтәрә...
Лира. Нисек ошо йыланды ҡуйыныбыҙа аҫрағанбыҙ беҙ?!. Хәҙер беҙгә ни йөҙө менән ҡарар ул әшәке?
Ғәлим. Ҡарай алмаҫ хәҙер. Ул үлде инде!..
Гөлфиҙә. Үлде? Ҡасан?
Ғәлим. Беҙҙән сығып киткән көндө. Ағиҙел урамында почта йәшнигенә йәбешеп үлгән...
Хәйҙәр. Йыландың зәһәре үлгәс тә ағыуын сәсә, тиҙәр ине...
Рәсүлов. Ҡыҙғаныс, тере сағында күреп һөйләшә алманым мин уның менән. Әйтер һүҙҙәрем бар ине. Нисә йылдар буйына бөтә Төмән ҡалаһын йөҙәткәне етмәгән, бында ҡайтып та кешеләрҙе йәберләргә өлгөргән икән!..
Ғәлим. Эйе, ул кеше тормошон нисек башлаһа, шулай тамамланы. Кешеләргә лә изгелек күрһәтмәне, үҙе лә игелек күрмәне. Тормош тәгәрмәсенә ғүмере буйына таяҡ тығып йәшәмәксе ине. Таяғы ла, үҙе лә тәгәрмәс аҫтында ҡалды. Йылан үҙен үҙе саҡты!..
Рәсүлов. Шуныһы ҡыҙғаныс, Бахыровгар бит берәү, икәү генә түгел. Ил буйлап йыя башлаһаң, байтаҡ әле улар. Күптәрен тиҙ генә танып та булмай...
Хәйҙәр. Ә, барыбер, улар тормош иләгенән үтә алмай, көрпәгә сыға!..
Лира. Күрә тороп, обкомда шуға ышанырҙармы?
Хәйҙәр. Дөрөҫлөк еңер, әлбиттә! Тик уның өсөн ваҡыт кәрәк. Минең китә алмай ҡалыуым бар...
Гөлфиҙә. Юҡ, улым, һин китергә тейеш! Ҡара әле, беҙ шулай көсһөҙмө ни?! Минең күкрәк һөтөмдө имеп үҫкән балам тыуған иленә ҡайтмай, ситтә тороп ҡала, имеш?!. Кем ышанһын быға! Ғәлим, нимә аптырап ҡал- дың?
Рәсүлов. Гөлфиҙә, борсолма! (Хәйҙәргә.) Улым, эшең кемдә? Исмәғилевтәме?
Хәйҙәр. Эйе, атай. һин уны беләһеңме ни?
Рәсүлов. Беләм, һеҙҙә промышленность буйынса секретарь ул, ә Төмәндә мин инем. Ун йыл буйына партия
105
Үҙәк Комитетында беҙ аҙ осрашманыҡ. [Кеҫәһенән блокнотын алып.) Телефоны ниндәй ине әле? Бында икән... (Телефон трубкаһын алып.) Барый Баязитович, һаумы! Тура үҙеңә эләктем, ниндәй һәйбәт булды! Эйе, Рәсүлов. Ҡара әле, танының бит! һеҙҙә ҡунаҡ булмыштамын! Юҡ, күпкә түгел, бер-ике көндән китәм. Рәхмәт, инеп сығырға тырышырмын... Барый Баязитович, минең арыу кеше булыуыма иманың камилмы? Рәхмәт! Үҙемдән шәберәк улым бар, тиһәм, ышанаһыңмы? Ышанаһың! Рәхмәт! Ошо егет Америкаға китергә тейеш ине. Эйе, Хәйҙәр Борханов... Эйе, ыңғай хәл ителдеме? Бына рәхмәт! Ярай, инеп сығырмын! Хуш! (Трубканы -ҡуя.) Улым, юлға әҙерлән!
Ғәлим. Эй, ғүмерҙең изге сәғәте! Улым, был шатлыҡтан бер рюмка күтәрмәй булмай!
Хәйҙәр. Мин хуплайым был тәҡдимде!
Лира. Мин дә!
Хәйҙәр. Егерменсе быуаттың ошо миҙгеленән башлап, беҙҙең ғаилә бөтә донъя менән бәйләнешкә инә!
Рәсүлов. Гөлфиҙә! Ғәлим Ҡасимович! һеҙҙең йөҙө- гөҙҙәге яҡтылыҡ, улыбыҙ Хәйҙәрҙең эштәре аша бөтә Ер шарына тараласаҡ! Бына бит ниндәй замандар килде, һәр бер ғаиләнең яҙмышы — ил яҙмышына, һәр бер илдең яҙмышы донъя яҙмышына бәйләнгән! Берәүҙәрҙең эше — миллиондар өсөн, миллиондар эше — берәүҙәр өсөн! Ошо берәүгә, атап әйткәндә, Хәйҙәр улыма изге юл теләйек!
Хәйҙәр. Рәхмәт, атай!
Ғ әлим. Эй,иғүмерҙең изге сәғәте!
Рәсүлов. Йылдар үтте шоңҡар булып, ғүмер уҙҙы толпар булып!
Гөлфиҙә. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, үҙеңде үҫтергән күкрәк һөтөнөң тәмен, тыуған ерҙең йәмен онотмаһаң, юлың уңыр, балам!
(Пьеса Фәнил Әсәнов менән бергә яҙылды.)
Шаршау
1978 йыл
ҺАҒЫНЫРҺЫҢ ИҘӘШ БУЙҘАРЫН...
Драма, ике бүлектән ҠАТНАШАЛАР:
Әмирхан Баһманов — ҡарт колхозсы Фәйрүзә — уның ҡыҙы
Нурый Баһманов — уның улы, колхоз председателе Булат — Баһмановтың күршеһе, Фәйрүзәнең тиңдәше Баҙыян — Булаттың әсәһе, һауынсы Полковник — Мөхәммәт Лоҡманович Бикбулатов, отставкалағы полковник
Нэғимә Әхмәтовна - полковниктың ҡатыны, район ауыл хужалығы идараһы эшсеһе Ренат — уларҙың улы
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Күсерелергә тәғәйенләнгән Иҙәш ауылы. Ул тау итәгендә ултырған. Түбәндәрәк Иҙәш йылғаһы ағып ята. Айырыуса матур күренешле урын. Бынан йыраҡтағы бөтә тирә-яҡ күренеп тора. Ҡайҙа ҡарама — сабынлыҡ яландары, ағаслыҡтар. Боронғо бейек күтәрмәле йорт. Бер нисә ҡапҡа. Бында Баһма- новтар йәшәй. Был мөһабәт йорт тәҙрәләре менән йылғаға ҡарай. Уның янында тағы ла бер йорт, уныһы бәләкәйерәк. Оло бер ауылдан бына ошо ике йорт ҡына тороп ҡалған.
Ҡояшлы иртә. Фәйрүзә Баһманова әкрен генә көйләп, кәбеҫтәләргә һыу һибә.
Йәйгә сьпсһам иркен һулап,
Йөрөйөм һыу буйҙарында.
Ыласын кеүек, батыр егет, һин минец уйҙарымда.
107
Ул, биҙрәләрен шалтыратып, йылғаға табан йүгерә. Өй янына машина килеп туҡтай. Председатель Нурый Баһмановтың тауышы ишетелә: «Фәйрүзә?! Атай?! Унда берәйһе бармы?» Уның һәр ваҡыттағыса сырайы һытыҡ, йонсоу йөҙөндә мыҫҡыллы
йылмайыу.
Председатель. Булат! Гудок бир әле!
Булат. Бер кем дә юҡ, Нурый Әмирханович. Бөтәһе лә бесәндә.
Председатель. Ә, Бәҙейән апай?
Булат. Әсәйем өйҙә шикелле. Ҡапҡа асыҡ.
Председатель. Моторыңды һүндер ҙә кереп әйт, самауыр ҡуйһындар.
Булат. Башҡа бер ҡайҙа ла бармайбыҙмы?
Сәхнәгә, бер кемгә лә ҡарамайынса, ашығып, НәғимәӘхмә- товна инә. Был — бик эшлекле, бер аҙ ҡалыная башлаған
ҡатын.
Нәғимә. Юҡ, юҡ, Баһманов! Икенсе бригадаға барабыҙ. Ҡарале, мин унда агитколлектив үткәрергә өлгөрөрмөнмө икән? Нисек уйлайһың?
Председатель (Булатҡа), һүндер, һүндер...
Булат китә.
Икенсе бригадаға һеҙҙе мин үҙем илтеп ҡуйырмын.
Нәғимә. Үҙем, тиһең? Нимә, һинең башҡа эшең юҡмы ни?
Председатель. Эш ул муйындан. Бына Булатты ебәрергә кәрәк. Иртәгә юлға сыға.
Нәғимә. Ҡайҙа китә? Нимәгә?
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|