|
|
бет | 3/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
| Беренсе күренеш
Профессор Борхановтар фатиры. Бөхтә йыйыштырылған ҙур зал. Ян-яҡта бер нисә ишек. Шаршау асылғанда, Лира пианинола уйнай, Әлфирә уны ҡыуанып тыңлай.
Әлфирә ('ҡулдарын сәпәкәйләп). Ура-а-а, әсәкәйем! (Ян-ягктагы ишектәрҙец әле береһенә, әле икенсеһенә барып.) Атай, һөйөнсө! Олатай, сыҡ әле! Тиҙерәк!
Ян бүлмәләрҙең береһенән — Ғәлим, икенсеһенән Хәйҙәр
сыға.
Ғәлим. Нимә булды, ҡыҙым?
Әлфирә. Әсәйем яңы көй яҙған! Иҫ киткес!
53
Г ө л ф и з ә инә. Ҡулында сәскәләр. Пионер галстугы таҡҡан.
Ғ әлим. Бына, әсәйегеҙ ҙә ҡайтты!
Әлфирә. Эй-й, пионер булғанһың түгелме һуң, өләсәй?!
Г өлф и з ә. Булдым шул. Килешмәйме әллә?
Әлфирә. Килешә, тим шул! Үҙемә тағы бер алмаш артыуына шатланам. Мин — комсомол, һин — пионер! Өләсәй, будь готов!
Г өлфизә. һ әр ваҡыт готов!
Ғәлим. Әйҙә, түргә уҙ, почетлы пионер!
Гөлфиҙә (иркәләнгән булып). Уҙам, уҙам, хаҡым бар!
Ғәлим. Хаҡың бар. һин был хөрмәтте ҡырҡ йыл балалар уҡытып яулап алдың.
Гөлфиҙә. Мәктәп гөрләп тора. Үҙемдең элекке уҡыусыларым йыйылған. Береһенән-береһе ҙур кешеләр! Ҡайһыһы — ғалим, ҡайһыһы — артист, ҡайһыһы — инженер! Үҙҙәрен күргәс, күҙҙәремдән йәш сыҡты. Эй ҙурланылар, атаһы, эй ҙурланылар! Ҡулдарында ғына күтәреп йөрөтмәйҙәр?! Яңынан эшкә саҡыралар. Бармамдыр инде, атаһы? Ваҡытында ялға китеп, кешеләрҙең күңелендә матур булып ҡалғанмын... Йәмәғәт эштәре лә табылып тора.
Ғәлим. Тик торғаның юҡ бит әле, әсәһе. Нисәмә юлдан яҙған малайҙы кеше иттең!
Хәйҙәр. Ҡотлайым, әсәй!
Әлфирә. Мин дә, мин дә! (Уны үбә.) Әсәйем дә яңы көй яҙған.
Гөлфиҙә. Бына шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ!
Лира. Әсәйеңдең эшен баһаларға ашыҡмай тор әле, ҡыҙым. (Ғәлим менән Хәйҙәргә ишаралап.) Ана, өйҙөң төп хөкөмдарҙары нимә әйтер бит?
Әлфирә. Миңә оҡшағас, уларға оҡшай ул!
Хәйҙәр. Йә, йә, Лира Сәлимовна... Яңы бала тыуҙырғанһың икән, күрһәтергә оялма!
Л и р а. Ә ул бала ғәрип булһа?
Әлфирә. Юҡҡа иҫең киткән икән, әсәйем! (Ғәлимгә ишаралап.) Ана, олатай... профессор... хирург... үҙебеҙҙеке! Артыҡ ерен хәҙер ҡырҡып ташлар!
Ғәлим. Йсемең халыҡҡа таралып өлгөргәс, һинең инде насар көй яҙырға хаҡың юҡ, килен!
54
Гөлфиҙә. Ә уның ҡасан насар көй яҙғаны бар, атаһы?
Лира (уйнарга йыйынып). Әле ул тыуып ҡына килә... (Уйнап йырлай.)
Иҫецдәме, иркәм,
Һинец менән икәү О сраискайнъск тоштар тайпгканда.
Көндәр аяҙ ине,
Күңелдә яҙ ине,
Йәшлегебеҙ сәскә атканда!
Гөлдәр үҫкән Димдә,
Һинец менән бергә Ҡаршыланъск күпме яҙҙарҙы?
Тугайҙарҙы буйлап,
Ҡоштар йырын тыцлап,
Сәскәләрҙән йыйҙъск наҙҙарҙы!
Яҙҙар бик тиҙ үтә,
Димдәнтоштар китә,
Минуттарҙы тыуып һыу ага,
Ҡоштар менән бергә Йылдар осоп үтә,
Әллә күцел шуга моцлана?!
Ғ әлим (тултынланып). Эй, ғүмерҙең изге сәғәте!..
Гөлфиҙә (күҙ йәштәрен һөртөп). Өҙҙөң йөрәгемде, килен!
Ғәлим. Донъяға матурлыҡтың нисек тыуьг/ын күрһәтеп булһа икән ул? Юҡ, булмай, был — сер! Иөрәк сере! Ҡотлайым, килен!
Әлфирә. Атай, һиңә оҡшамаймы ни, ниңә өндәшмәйһең?
Хәйҙәр. Моңло...
Лира. Был бит һинең өсөн яңы йыр түгел, Хәйҙәр...
Хәйҙәр. Нисек? Мин тәү тапҡыр ишетәм.
Лира. Был көйҙө һин бынан егерме йыл элек ишеткәйнең. Йөрәктәребеҙ бергә ҡушылған сәғәттә... атай әйтмешләй, изге сәғәттә тыуғайны ул. Бөгөн мин уны йөрәгемдән алып, нотаға ғына һалдым.
Әлфирә. Тимәк, әсәй, был һеҙҙең...
Лира. Эйе, ҡыҙым, был беҙҙең мөхәббәт йырыбыҙ. Бөгөн атайың менән ҡауышҡанға теп-теүәл егерме йыл!
Әлфирә. Ой, ниндәй ҙур байрам!
55
Хәйҙәр Лираны үбеп ала.
Ғәлим. Ай-Һай, улым, бик еңел ҡотолорға уйлайһың! Ә бүләгең ҡайҙа?
Хәйҙәр. Бүләгемме? (Папкаһынан бер рәсем алып.) Бына! Таныйһығыҙмы?
Лира. Әлфирә түгелме һуң?
Әлфирә (шатланып). Мин! Мин!
Ғәлим. Оҡшатҡанһың, улым.
Г о л ф и з ә. һуйған да ҡаплаған инде!
Әлфирә. Берәй фотомдан эшләнеңме, атай?
Хәйҙәр, һинең һүрәткә төшәһеләрең алда әле, ҡыҙым. Был — һинең әсәйең!
Әлфирә. Әсәйем?
Хәйҙәр. Бынан егерме йыл элек, ул да һинең кеүек бер наҙлыҡай ине. (Лирага.) Иә, байрамыбыҙ менән, йәнем!
Лира. Рәхмәт, Хәйҙәр, мине күңелеңдә һаман да бер наҙлыҡай итеп йөрөтәһең икән әле. Ҡартаябыҙ бит инде.
Хәйҙәр (уныц арҡаһынан һөйөп). Әй, Лира, беҙгә әле ҡартлыҡ тураһында һөйләп торорға?! һин, ана, мөхәббәт йыры яҙғанһың, ә мин Америкаға китергә әҙерләнеп йөрөйөм...
Әлфирә. Америкаға?
Хәйҙәр. Эйе, ҡыҙым, Америкаға!
Әлфирә. Ҡасан?
Хәйҙәр. Оҙаҡламай.
Ғәлим. Ниндәй миссия менән, улым?
Хәйҙәр. Нью-Йоркта сәнәғәт-сауҙа күргәҙмәһе була. Мине делегация етәксеһе итеп ебәрәләр.
Лира. Улайһа, мине лә алып бараһың! Донъя күргем килә.
Хәйҙәр. Булмай, йәнем.
Лира. Ниңә?
Хәйҙәр. Мин унда ҡунаҡҡа бармайым, ә капиталистар менән алышырға барам. Конкуренция ҙур буласаҡ.
Ғәлим. Капиталист дуҫың булһын, билеңдә ҡылысың булһын, тиһең инде, ә?
Хәйҙәр. Әлбиттә, улар менән һөйләшеү еңелме ни?!. Бына Франция капиталистары... беҙҙең агрегаттарҙы өс йыл буйына маҡтай-маҡтай һатып алдылар ҙа, бөгөн килеп, сифаты түбән тип, рекламация ебәргәндәр... Беҙ
56
ҙең, заводты уларҙың, фирмаһы алдында алған йөкләмәһен үтәмәүҙә ғәйепләйҙәр...
Ғәлим. Хәҙер алтын менән штраф талап итәләрме?
Хәйҙәр. Юҡ, тәрәнгәрәк төш, атай. Улар беҙҙең заводҡа ғына түгел, бөтә илебеҙгә, бөтә системабыҙға яла яға. Йәнәһе, беҙ партиябыҙҙың сифат өсөн көрәш биш йыллығына яуап итеп, брак эшләп сығарғанбыҙ. Йәнәһе, беҙҙең сәнәғәт партия ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмаясаҡ! Бына ҡайҙа һуҡтыра уларҙың был рекламацияһы!
Ғәлим. Уларға нисек яуап бирҙегеҙ һуң?
Хәйҙәр. Заводтың баш технологы Франңияға барып, уларҙың һыртына һалып ҡайтты, һәр агрегатты фирма вәкилдәренә үҙ ҡулы менән тапшырған!
Ғәлим, һиңә лә еңел булмаясаҡ, улым.
Хәйҙәр. Эйе, беҙҙе алға сығармаҫ өсөн капиталистарҙың әллә ниндәй этлеккә барыуы мөмкин. Бына ошо алышта мин еңеп сығырға һәм үҙебеҙҙең агрегаттарҙың шәплеген бөтә донъя алдында иҫбат итергә тейешмен. Бына минең миссиям!
Ғәлим. Үҙеңә ышаналар икән, улым, ҙур эш йөкмәткәндәр!
Хәйҙәр. Ул агрегаттарҙың яңы конструкцияһы минең үҙемдеке бит, атай!
Гөлфиҙә. Ғәлим Ҡасимович! Балалар! Был ваҡытта татыу ғаилә нимә эшләй? Ял итә! Табынға ултыра! Гөрләшә! Серләшә! Килен, бәлеш әҙерме?
Лира. Беште. Өҫтәлде әҙерләйем.
Гөлфиҙә. Әйҙә, матур итеп бер һыйла әле, килен!
Гөлфизә, Лира, Әлфирә эске бүлмәгә уҙалар.
Ғәлим. Кәйеф шәп тиһең инде, улым?
Хәйҙәр. Төрлө ваҡыттары була... Кешеләр менән эшләйем бит.
Ғәлим. Завод йөгө еңел түгелдер, әлбиттә! Партком секретары булып һайланыуыңа шаҡтай ваҡыт үтте, бер һөйләшеп ултырған да юҡ. Нимәләр эшләйһең? Ниндәй пландарың бар?
Хәйҙәр. Мин уйлайым әле, атай...
Ғәлим. Уйла! Уйла, улым! Кешеләр яҙмышын хәл итеү еңел эш түгел, һаҡ бул! Төрлө кешеләр бар, бик туғарылып киткәндәренең, бәлки, баштарына ла һуғырға тура килер. Тик ҡара уны, үлтерә һуҡма. Кикреген
57
һындырһаң, шул еткән, һин һуҡҡас, инфаркт алып, миңә килеп эләгерлек булмаһын. Донъя бит ул, ярҙамға мохтаж кешеләр ҙә күп. Әҙәм балаһы: олоһо ла, кесеһе лә, ауыр минуттарында күҙ терәп кемгәлер барырға мәжбүр. Ундайҙарҙың башынан һыйпа, һинең яныңдан сыҡҡас, һәр береһе: «Тормош матур, донъяла һәйбәт кешеләр күп!» тип әйтерлек булһын! Кеше һүҙе кешене үлтерә лә, тергеҙә лә!.. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте онотмаһаң, яратырҙар үҙеңде...
Телефон шылтырай. Хәйҙәр трубканы ала.
Хәйҙәр (телефонга). Эйе, хәҙер. (Ғәлимгә.) Атай, больниңанан һине һорайҙар.
Ғәлим (трубканы алып). Тыңлайым, шулаймы? Аңына килдеме? һыу һораймы? Фәриҙә һылыуым, минең бүлмәлә боржом бар. Ҡалаҡлап ҡына бир шуны! Уның хәле тураһында шылтыратып тор. Мин өйҙә! (Трубканы ҡуя.) Эй, ғүмерҙең изге сәғәте! Улым, гармуның ҡайҙа? Уйна әле бер! Дәртле көй уйна!
Хәйҙәр еңел генә бер көй уйнай.
(Ҡыуанысын йәшерә алмайынса.) Бына был мөғжизә!..
Хәйҙәр. Бик ауыр операция булғайнымы, атай?
Ғәлим. Ауыр ғына, тиһеңме?! Күкрәгендә һуғыштан бирле йөрөткән тимер ярсығы ҡуҙғалып, йөрәк пәрҙәһен йыртҡан, Хәле ҡыл өҫтөндә торҙо, операциянан һуң да иҫән ҡалыуына өмөтөм аҙ ине. Ҡатыны мөлдөрәп күҙҙәремә ҡарай, төҙәлерме, ти. Үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр уйлағанымдың киреһен әйттем: төҙәлер, тинем. Бына мөғжизә! Ул төҙәләсәк! Ҡара, улым, ниндәй һәйбәт килеп сыҡты был, ә? Ана, килен яңы көй яҙған, атайың бер изге кешегә ғүмер өҫтәне. Ә һин бына...
Хәйҙәр (ҡапыл үҙгәреп). Ә мин, атай, үҙемә күҙ терәп килгән бер кешегә ярҙам итә алманым...
Ғәлим. Шулаймы? Кем ине ул?
Хәйҙәр. Бахыров тигән кеше. Күп йылдар элек партиянан сығарылған. Шул арҡала ҡаланан китергә мәжбүр булған. Оҙаҡ йылдар сит ерҙәрҙә эшләп йөрөгәндән һуң, яңынан бында ҡайтҡан.
Ғәлим. Тыуған тупрағын онотмаған, тимэк? Ә һиңә ниндәй үтенес менән ингәйне?
58
Хәйҙәр. Уның дәғүәләре ҙур... Мин партиянан сығарылһам да, күңелем менән ғүмер буйына коммунист булып ҡалдым, ти. Мине ҡабат партияға алығыҙ, ти. Өҫтәлемә бер ҡосаҡ характеристикалар килтереп һалды. Үҙен аҡлай торған әллә күпме ҡағыҙҙары бар.
Ғәлим. Шулай булғас, ниңә ярҙам итмәнең? Уны яңынан партияға алып булмай, тиһеңме?
Хәйҙәр. Ҡайһы яғы менәндер оҡшаманы ул кеше миңә. Күҙҙәрендә нур юҡ, яһалма кеше. Иптәштәр уның материалдарын өйрәнә. Мин бына үҙ фекеремде әйтәм.
Ғ әли м. Ә бюрола һуңғы һүҙҙе бит һин әйтәһең?
Хәйҙәр. Уныһы шулай.
Ғәлим. Тимәк, һинең дә, минең дә яңылышырға ха- ҡыбыҙ юҡ. Мин яңылышһам, операция өҫтәлендә үләләр, һин яңылышһаң, тереләй үлтереүең мөмкин. Был кеше менән дә шулай булмаҫ, тип уйламайһыңмы?
Хәйҙәр. Булмаҫ, тип уйлайым.
Ғәлим (ҡапыл). Фамилияһы кем тинең әле? Бахы- ровмы?
Хәйҙәр. Эйе, Бахыров...
Ғәлим. Бахыров... Исеме Хамматуллатүгелме?
Хәйҙәр (аптырап). Эйе, Хамматулла... Ә һин уны ҡайҙан беләһең?
Ғәлим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡасандыр таныш инек...
Хәйҙәр. Ниңә «ҡыҙғанысҡа ҡаршы»? Арба күсәрҙәрегеҙ эләгешкәйнеме әллә?
Ғәлим. Шулайыраҡ булғайны шул...
Хәйҙәр. Ниндәйерәк кеше?
Ғ әлим. Мин белгәндәге сағын маҡтамайым...
X ә й ҙ ә р. Тимәк, минең күңелем яңылышмаған?
Ғәлим, һөҙөмтә яһарға ашыҡмай тор, улым! Беҙҙең юлдар айырылышҡанға күп йылдар үтте. Яҡшы әсәнән тыуған кешегә төҙәлеү өсөн ваҡыт етерлек инде.
Хәйҙәр. Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тип тә әйтәләр бит әле?
Ғәлим. Эйе, насарҙан яҡшыны яһау еңел нәмә түгел. Бигерәк тә, кешеләр хаҡында һүҙ барғанда. Хәҙер айға, йондоҙҙарға ла юлдар һалынған заман. Ерҙә кеше эшләй алмаған эш юҡ, тип әйтерлек. Ә бына бөтә нәмәне эшләргә һәләтле булған кешенең үҙен тәрбиәләү — донъялағы иң ауыр эштәрҙең береһе. Өшо иң ауыр миссия һеҙгә — коммунистарға йөкмәтелгән! Бына Хамматулла Бахыров өсөн дә хәҙер һин яуаплы...
59
Ҡулындағы тәрилкәһенән бәлеш ашай-ашай, Әлфирә инә.
Әлфирә. Әсәйемдәр һеҙҙе көтә, бәлеш һыуына!
Ғәлим. Әйҙә, улым, көттөрмәйек!
Хәйҙәр менән Ғәлим түр бүлмәгә уҙалар. Әлфирә, тәҙрә ҡаршыһына килеп, кемделер күҙәтә.
Әлфирә. Тағы кухняла... Алъяпҡыстар быуып алған. Картуф әрсей. Их, бынауы тәмле бәлеште генә керетеп ашатыр инем дә бит үҙенә, танышып ҡына булмай! Әһә, ул да күрҙе! Юҡ, күрмәне... Әллә күреп, юрамал күрмәгәнгә һалышты? Уф, үләм!.. Ниндәй егет был? Хатыма ла яуап бирмәй... Туҡта, кәрәгеңде бирәйем әле!.. (Яҙырга ултыра.) «Йәлил, таш йөрәк! һиңә, һаҡалы биленә еткән егеткә, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ йөрәген асырға теләгәйне, ә һин сыҡманың, һин йә ҡурҡаҡ, йә матурлыҡтың нимә икәнен аңламаған туң күсән!.. Күрше ҡыҙы Әлфирә».
Гөлфизә инә.
Г ө л ф и з ә. һин һаман да шуны ҡарауыллайһың икән? Күҙ нурҙарыңды бөтөрәһең бит инде.
Әлфирә. Мөхәббәт өсөн һуҡырайырға ла әҙер мин, өләсәй! Мин бөгөн уға хат яҙҙым...
Гөлфиҙә (гәжәпләнеп). Үҙең башлапмы?
Ә л ф и р ә. Ә ниңә ғүмер буйына Саҡ менән Суҡ булып йәшәргә?!. Мин еткән ҡыҙ инде. Әхирәттәрем әллә ҡасан егеттәр менән осраша. Ә минең үбешкәнем дә юҡ. Ояты ни тора?.. (Иркәләнеп.) Мин матурмы, өләсәй?
Г өлфизә. Матурһың, балам, матурһың! Тик матурлығыңды һаҡлай ғына бел!
Әлфирә хатын алып сығып китә.
Ярабби... Был бала ла ғашиҡ булған!..
Лира инә.
Лира. Әсәй, Әлфирә ҡайҙа?
Гөлфиҙә (ни тип әйтергә лә белмәйенсә). Әлфирә... ул...
60
Лира. Ул ҡыҙ әллә ни эшләгән әле, ерҙән йөрөмәй был арала, гел күктән йөрөй. Әллә берәйһенә күҙе төшкән инде?
Гөлфизә. Йәш сағы, бәхетле сағы. Ун һигеҙҙә кемдең генә йөрәге елкенмәй ҙә, мөхәббәте бөрөләнмәй?!.
Лира (көлөп). Бөрөләнһә, тоторбоҙ ҙа кейәүгә бирербеҙ. Ҡыҙҙар оҙаҡ торһа, уҫаллана башлай ул... Мин Хәйҙәргә институттың беренсе курсында уҡығанда сыҡҡайным, уҡыуымды ла ташламаным, ҡыҙымды ла үҫтерҙем.
Гөлфиҙә. Ярай ҙа һиңә Хәйҙәр тура килде. Хәҙерге йәштәрҙең көйөн-башын табыуы ла ҡыйын бит. Бөгөн әйләнәләр, иртәгә айырылышалар.
Лира. һәр замандың үҙенең аҡыллыһы ла, тилеһе лә бар инде ул, әсәй.
Гөлфиҙә. Ҡыҙың менән бер ултырып һөйләшер инең. Йәшлеге арҡаһында яңылышып ҡуймаһын, тим.
Л и р а. Йә Хоҙай, ни арала үҫеп етте һуң әле был ҡыҙ?
Ишек шаҡыйҙар.
Гөлфиҙә. Инегеҙ, ишек асыҡ.
Бахыров. Ишегегеҙ асыҡ та бит, ә күңелегеҙ бикле булһа?
Гөлфиҙә. Рәхим итегеҙ! Кем тип беләйек һеҙҙе?
Бахыров (түргә уҙып). Ултырырға рөхсәтме?
Гөлфиҙә. Ултырығыҙ!
Бахыров түргә үк барып ултыра, портфелен өҫтәлгә ҡуя.
Бахыров. Хәтерем яңылышмаһа, һеҙ Гөлфиҙә Хәки- мовна бит әле? Ярай... Быныһы килендер, моғайын? Ярай... Хәйҙәр ҡатынды һайлай белгән! Тимәк, бөтәгеҙ ҙә бер ояла? Ярай... Мине танымайһығыҙмы? Ярай... Танышырбыҙ... Мин әле тиҙ генә китергә йыйынмайым. Ҡунаҡ булырға ла иҫәбем бар. Иҫке дуҫыма килдем...
Г өлфизә уны таный, ҡапыл йөҙө ағарынып китә.
Лира. Ҡарап-ҡарап торам да, ғәжәп ҡыҙыҡ кешегә оҡшайһығыҙ, һеҙ кем, ағай?
61
Б ахыр о в. Минме? Алла бәндәһе! Әммә үҙемдең кем икәнемде бер һүҙ менән генә әйтә алмайым. Ярай... Бор- хановтарҙың ҡайһыһы өйҙә?
Ғәлим (инеп). Ә һеҙгә ҡайһыһы кәрәк ине, әфәндем?
Бахыров. Йөҙ яңы дуҫтан бер иҫке дуҫ артығыраҡ, тиҙәр түгелме?.. Күрешәйек!
Ғәлим, һаумы!
Бахыров (ҡул биреп). Иҫән әле... Ике тиҫтә йыл буйына күренмәгән әҙәм ҡайҙан килеп сыҡҡан, тип ғәжәпләнәһеңме?
Ғ әлим. Ғәжәпләнәм...
Бахыров. Ярай... Мәйең бармы, сәйең бармы?
Ғ әлим. Кешеһенә ҡарап, икеһе лә бар... (Гөлфизәгә.) Сәй әҙерләгеҙ!
Г ө л ф и з ә менән Лира сыға.
Бахыров. Гөлфиҙә мине таныманы, ахырыһы. Ярай...
Ғәлим. Танығандыр. Үҙенә шатлыҡ йә ҡайғы килтереүсене кеше бер ваҡытта ла онотмай...
Бахыров (бер аҙ һүҙһеҙ торгандан һун). Мин дә уны саҡ таныным. Тормош бөккән үҙен. Ярай...
Ғәлим. Мәрхәмәтһеҙ кешеләр генә ҡартаймай. Гөлфиҙә үҙендәге бөтә матурлыҡты кешеләргә өләшеүселәр затынан. Ҡырҡ йылға яҡын балалар уҡытып ҡара әле һин...
Кескәй тынлыҡ.
Ә Раушания ни хәлдә?
Бахыров. Уны ерләнем... (Ғәлимдец сәйер ҡарашын тойоп, тиҙ генә.) Юҡ, иртә киткәненә мин ғәйепле түгел. Ул минең менән бәхетһеҙ булманы...
Кескәй тынлыҡ.
Раушанияны онота алмайһыңмы?
Ғәлим. Тәүге мөхәббәтен онотҡан кешене Алла һуғыр!.. Тупрағы ҡайҙа?
Бахыров. Тыуған илгә алып ҡайтып ерләй алманым, һуңғы йылдарҙа Төмән яҡтарында йәшәнек.
Ғәлим. Улай икән...
62
Бахыров. Үлер алдынан һине лә йыш иҫкә алды. Юҡ, миңә тормошҡа сыҡҡанына үкенеп түгел... Беҙ уның менән һәйбәт йәшәнек... һине йәшлектә йәберләгәне өсөн үкенде ул. Иҫән сағында осрашһағыҙ, әйт, бәхил булһын, тине. Бына ошо аманатты килтерҙем мин һиңә...
Ғ әлим. Уны бәхилләйем!..
Бахыров. Раушания шулай уҡ, әгәр бығаса кисермәгән булһаң, мине лә ғәфү итеүеңде һораны...
Ғ әлим. Юҡ, һине ғәфү итә алмайым!..
Бахыров. Ҡыҙғаныс...
Ғәлим. Ниңә килдең? Иҫке яраларҙы яңыртырға түгелдер бит?
Б ах ы р о в. Ул яралар төҙәлде, булһа кәрәк, бит инде?
Ғәлим. Әммә эҙҙәре ҡалды... Йөрәктә!
Бахыров (йөрәген тотоп). Йөрәк минеке лә шәп түгел... һыҙлай... Шуға һиңә килдем дә!..
Гөлфиҙә (инеп). Сәй әҙер, атаһы.
Ғәлим. Рәхмәт, Гөлфиҙә, һин үҙ эшеңде ҡара! (Ба- хыровҡа.) Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
Ғәлим менән Бахыров сыға.
Гөлфиҙә. Ярабби... Нисә йыл күҙгә-башҡа күренмәгән кеше... Нимә кәрәк уға?.. (Ирен саҡырып.) Ғәлим Ҡа- симович...
Ғәлим (инеп). Нимә?
Гөлфиҙә (аҡрын гына). Ул бит... бөтәһен дә белә...
Ғәлим (йыуатып). Ҡурҡма! Был серҙең закон менән һаҡланғанын аңлай ул. Уның да башына тай типмәгән...
Г өлфизә. Тиҙерәк оҙатһаң ине...
Ғәлим. Тыныс бул! (Инеп китә.)
Лира инә.
Лира. Әсәй, был ниндәй кеше!
Гөлфиҙә. Атайыңдың иҫке танышы.
Л и р а. Ә ниңә һин уны күргәс борсолдоң?
Гөлфиҙә. Был кешенең әлегә тиклем беҙҙең өйөбөҙгә шатлыҡ килтергәне булманы...
Лира. Ә ниндәй ҡайғы килтерҙе?
Гөлфиҙә. Уның арҡаһында аҙ яфа сикмәне атайың.
Ли p-а. Ни йөҙө менән килде икән улай булғас?
63
Г өлфизә. Бите йыуылмаған уның. Ул һиңә насарлыҡ эшләй, ә күҙеңә ҡарап, яҡшылыҡ эшләнем, ти. Шундай кеше ул.
Лира. Бәлки, хәҙер ул ундай түгелдер. Олоғайған бит инде?
Гөлфиҙә. Күҙендә иман күрмәнем... Өйөбөҙгә ниндәйҙер шом алып керҙе ул. Күңелем һиҙенә, әллә нәмә булыр төҫлө!..
Әлфирә инә.
Әлфирә. Ой, өләсәй, эш харап, тотолдом!..
Лира. Ҡыҙым, алтын таптыңмы әллә, ниңә шул тиклем шатландың?
Әлфирә, һиңә һөйләмәйем, әсәй. Көлөрһөң...
Лира. Улайһа, өләсәйеңә һөйлә! Егет оҡшанымы?
Әлфирә. Мин уның менән таныштым да, дуҫлаштым да!..
Г өлфизә. Бына ғибрәт! Шулай тиҙме?
Әлфирә. Хәҙер космос заманы бит, өләсәй, мөхәббәт поезд менән йөрөмәй, ракетала ғына оса!..
Лира (көлөп), һин бит, ҡыҙым, йәйәү генә инеп киткәйнең, космонавт булып сыҡтыңмы ни?
Әлфирә. Әйттем бит, көлөрһөң, тип?! Почта йәшниктәренә хат һалып тора инем, килде лә сыҡты... (Етдиләнеп.) Ә ул бик һәйбәт егет! Үҙе заводта эшләй, киске бүлектә институтта уҡый, ауырыу атаһын ҡарай, әсәһе юҡ. Аш бешерә, кер йыуа — бөтәһе лә уның елкәһендә. Ә иң мөһиме — ул өләсәйемдең элекке уҡыусыһы!
Г өлфизә. Кем ул?
Әлфирә. Йәлил Байраҡов.
Гөлфиҙә. Йәлилме ни? Беләм, белмәйенсә... Бик баҫалҡы малай ине. Гел артҡы партала ултырҙы. Аҙ һүҙле ине. Әммә ғүмергә ҡулынан китабы төшмәне. Дәрес ваҡытында китап уҡып ултырғаны өсөн бер икеле лә ҡуйғайным үҙенә. Аҙаҡтан ғына әйтә һалды, әҙәбиәткә һеҙ мөхәббәт тыуҙырҙығыҙ, икеле ҡуйһағыҙ ҙа ихтирам итәм мин һеҙҙе, тине. Ошо һүҙҙәрен һис тә онота алмайым...
Лира. Йә, әсәй, Әлфирәнең егетенә ҡул ҡуяһыңмы?
Г ө л ф и з ә. һиңә лә күрһәтһен әле.
Әлфирә. Ә мин уны өйгә саҡырҙым.
64
Гөлфиҙә. Бикдөрөҫ эшләгәнһең, ҡыҙым, һинең кем менән дуҫлашыуың беҙҙең өсөн барыбер түгел.
Лира (хистәргә бирелеп). Тәүге осрашыу... тәүге мөхәббәт! (Пианино клавиштарына баҫып.) Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше. Ҡыҙыма килер йөҙ кеше. Йөҙ кешенең араһынан алып китер бер кеше! Әйҙә, ҡыҙым, сәстәреңде матурлайыҡ, үҙеңә иң килешкән күлдәгеңде һайлайыҡ. Мөхәббәтегеҙ аҡ булһын, пак булһын!..
Әлфирә (үтә етди). ^Өләсәй! Әсәй! һеҙ бында матур күлдәк, тиһегеҙ ҙә... Йәлил мине күрҙе инде ул... Бына нисек атаһына ярҙам итергә?
Гөлфиҙә. Олатайыңа күрһәтергә уйлайһыңмы?
Әлфирә. Эйе. (Сыгалар.)
Ғәлим менән Бахыровинә.
Бахыров. Бына шулай инде, ояны ҡороп алалар, ожмахтың түренә менеп ултыралар, ә иҫке дуҫтарҙы оноталар. Ярай...
Ғ әли м. Ә кемде оноталар? Бөтәһе лә иҫтә!., һине лә онотманыҡ...
Бахыров. Бына һин профессор. Дәрәжәме был? Дәрәжә! Бейек! Ә кем күтәрҙе һине? Кешеләр! Шуларҙың береһе иҫке дуҫың Хамматулла! Ярай...
Ғәлим. Дауам ит!
Бахыров. һөйләшер һүҙ күп әле. Институтта бергә уҡып йөрөгән саҡтарҙы онотмағанһыңдыр бит?
Ғәлим. Хәтеремдә... Беренсе курсты бөткәс тә, минең тәүге мөхәббәтемде урлап, Ташкентҡа сығып ҡастың...
Бахыров. Быларын йәшлек шаярыуҙары тип иҫәплә! Минең ҡул аҫтында больниңала эшләгәнеңде лә онотмағанһыңдыр?
Ғәлим. Онотманым... оноторлоҡ булманы...
Бахыров. Ҡырҡ алтынсы йылды минең эш бүлмәмә ҡултыҡ таяғына таянып килеп кергәйнең, ә? Иҫке дуҫлыҡ хаҡына, юҡ урынды бар итеп, мин һине хирург итеп алдым. һуңынан бүлек мөдире итеп күтәрҙем, һинең операция өҫтәлендә кеше үлгәс, һине яҡлап, шелтәләр алып бөттөм...
Ғәлим (мыҫҡыллы йылмайып). Шулаймы?
Бахыров. Ә мәсьәлә ҡаты торғайны, һине хөкөмгә тарттырыу тураһында һүҙ барғайны. Шунда мин яҡлама-
3- 1.0129.11
65
һам, бөгөн профессор булыу түгел, дипломың да булмаҫ ине. Бына кем ул Бахыров! һинең иҫке дуҫың! Уйлап ҡараһаң, һин бөгөн күтәрелгән бейеклектең нигеҙен мин һалғанмын икән дә баһа! Ярай...
Ғәлим. Кисә үлгән булһам, бөгөн белмәй ҡалаһы икәнмен! Шул һүҙҙәреңә үҙең дә ышанаһыңмы?
Бахыров. Ь1шанмаһам, һинең өйөңә килмәҫ инем.
Ғәлим. Килмәһәң, миңә күпме зыян килтергәнеңде лә белмәҫ инең. Операция өҫтәлендә кеше минең ғәйеп менән түгел, һинең ғәйеп менән үлде.
Бахыров. Нисек? Операңияны бит мин түгел, һин яһаның?
Ғәлим. Ашыҡмай тор. һин ауырыуға, һуҡыр эсәге шешкән, тип диагноз ҡуйғайның. Мин бының менән килешмәнем. Ауырыуҙа аппендицит түгел, ә эсәктәре уралған, тинем, һин үҙ һүҙеңде һүҙ итер өсөн мине операциянан ситләштереп, ауырыуҙы йәш хирург ҡулына тапшырҙың. Ул операция яһай башлағас ҡына, һин ҡуйған диагноздың дөрөҫ булмауы асыҡланды. Ашығыс рәүештә мине саҡыртып алдығыҙ, ләкин һуң ине инде...
Кескәй тынлыҡ.
Ә һин, асылда, врач түгел инең. һатып алынған диплом менән кеше алдап, власть башында ултырҙың. Быныһын тана алмайһың! Бының өсөн һине партиянан сығарҙылар...
Бахыров. Беҙ көрәштең уртаһында булдыҡ шул, беҙгә эләкте лә... Насар атҡа ғына ҡыңғырау таҡмайҙар.
Ғәлим. Хөкөмдән алып ҡалдым тиһең, ялған! Ҡулыңдан килһә, ул сағында һин мине рәхәтләнеп төрмәгә ултырта инең. Ғәйебем булманы. Шулай ҙа һин мине эштән сығарҙың. Аҙаҡтан да минең өҫтән әллә нисә жалоба яҙҙың. Шул арҡала мин аспирантураға биш йылға һуңлап керергә мәжбүр булдым. Ғилми-тикшеренеү эштәрем һуҙылды. Әгәр ошо биш йыл фән өсөн юғалмаған булһа, бәлки, мин йөҙҙәрсә кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалған булыр инем. Былары өсөн дә һин ғәйепле, иптәш Бахыров!
Бахыров. Мин түгел, замана ғәйепле! Заманаһы шундай ине.
66
Ғәлим. Замана менән һатыу итмә! Кисә лә бөгөн дә һиндәй кешеләр замана тотҡаһы булманы һәм булмаясаҡ та!
Бахыров (көлөп). Ваҡланаһың, Ғәлим, ваҡланаһың! Гел насарлыҡты ғына хәтерләйһең. Ярай... Ә һуңғы егерме йылда һин ҡайҙа булдың, нимәләр эшләнең, тип һорамайһың? Ниңә һорамайһың?
Ғ әлим. Бер абынғас, артыңды-алдыңды ҡарап йөрөгәнһеңдер... Бөтөнләй өмөтөмдө өҙмәнем әле. Юҡһа һөйләшеп тә ултырмаҫ инем. Ә үткәндәр тураһында һүҙҙе, ғәйепләмә, үҙең башланың...
Бахыров. һиңә тормош — һәр ваҡыт алдын, ә миңә гел артын күрһәтте. Мин гел төпкә егелеп тарттым. Шулай ҙа зарланмайым. Себерҙе бөгөнгө Себер иткән кешеләр, тиҙәр, беҙҙе!..
Ғәлим. Бәлки, шулайҙыр ҙа, бәхәсләшмәйем. Әммә тел төбөңдө аңлап етмәнем. Ниндәй йомош килтерҙе һине минең өйгә?
Бахыров. Мин ҡабат партияға инергә йыйынам, һиңә бер генә үтенесем бар: ярҙам итмәһәң дә, юлыма арҡыры төшмә!
Ғәлим, һин һаман да кешеләрҙе үҙ аршының менән үлсәйһең!..
Бахыров. Улайһа, минең хаҡта улыңа бер генә йылы һүҙ әйт!
Ғәлим. Уныһын булдыра алмайым. Иң яҡшыһы: улым алдында мин һине белмәйем, һин мине белмәйһең! Ҡалғанын ул үҙе хәл итер.
Бахыров. Ярай... Бөгөн һөйләшә аламмы мин уның менән?
Ғәлим (икеләнеп). Бөгөнмө? Өйҙәме?
Бахыров. һин, ниңәлер, үҙгәреп киттең?
Ғәлим (тиҙ генә). һөйләшеп ҡара. (Өндәшеп.) Хәйҙәр улым, һине һорайҙар!
Хәйҙәр инә.
Хәйҙәр, һаумыһығыҙ!
Ғәлим. Мин, моғайын, бында артыҡмындыр... (Сыга.)
Бахыров. Мин һаман да шул бер йомош менән инде, йөҙәтеп тә бөтөрҙөм, буғай, үҙегеҙҙе.
Хәйҙәр. Әлбиттә, өйҙә хәл ителә торған мәсьәлә түгел был. Тик килгән ҡунаҡты нисек бороп ебәрәһең?!
3'
67
Бахыров. Аҡыллы һүҙең өсөн рәхмәт! Ярай... Мәсьәлә етди, әлбиттә! Өйҙә генә хәл итеп булмағанды ла беләм... Уныһын ғына түгел, мин әле тағы бик күп нәмәләрҙе беләм... Ғәлим Ҡасимович менән мин күптән таныш... Заманында дуҫ инек. Шулай булғас, һеҙҙең өйөгөҙгә килергә хаҡым бармы минең?
Хәйҙәр. Бар.
Бахыров. Ярай... Иҫке дуҫымдың улы менән күҙгә- күҙ ҡарашып һөйләшергә хаҡым бармы минең?
Хәйҙәр. Бар, бар...
Бахыров. Ярай... һинән, партком секретары булғаның өсөн түгел, ә бергә эшләгән иптәш булараҡ, ярҙам һорарға хаҡым бармы минең?
Хәйҙәр. Бар, ағай, бар...
Бахыров. Шулай булғас, дуҫтарса ғына һөйләшәйек әле бер. һин минең теләгемә ҡаршы килмә, улым, ал мине яңынан партияға!..
Хәйҙәр. Хамматулла Саттарович...
Бахыров (бүлдереп). Беләм, беләм... һинең үҙеңә генә ундай хоҡуҡ бирелмәгәнен дә беләм. Устав менән таныш мин. Тик был донъяла яҙылмаған закондар ҙа бар... Йыйылышта мине партияға алһындар өсөн һинең бер һүҙең етә?!.
Хәйҙәр, һеҙҙең, Хамматулла Саттарович, бер уйлағанда өйгә килеүегеҙ яҡшы булды әле. Әйтегеҙ әле, ниңә бөгөн килеп, һеҙ яңынан партияға инергә уйлайһығыҙ?
Бахыров. Был һорауҙы көткәйнем мин һинән. Минең кем икәнемде беләһең... Заводтың мисәү аты мин. Проходнойҙан башлап, мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә тиклем Бахыров ағайыңдың ҡөҙрәте йәшәй. Маҡтаныбыраҡ әйтһәм, тәьминәт бүлеге работнигы булараҡ, заводтың йөрәге мин.
Хәйҙәр. Эйе, һеҙ хаҡлы. Заводта һәр кеше кәрәкле.
Бахыров. Әммә беҙ бит ябай ғына эшсе түгел... Беҙ бит — масштаб!.. Бына һин... бында директор... бына мин үҙем... дружинникта ла мин... профсоюзда ла мин... халыҡ контролендә лә мин... Көрәштең уртаһында ҡайнайым тигәндәй, йәштәрҙән ҡалышҡан юҡ. Коммунист итһәгеҙ, тағы ун ҡамыт кейергә әҙермен! Елкә түҙерлек! Ни өсөн партияға инергә уйлайыммы? Ҡалған ғүмеремде лә матур йәшәгем килә...
Хәйҙәр. Партияға инмәйенсә лә матур йәшәп була бит.
68
Бахыров. Улым, һиңә минең йөрәгемде аңлауы ҡыйындыр, күрәһең... Дуҫ бар, дошман бар, үҙ намыҫым алдында үҙем бар. Бына шулар ҡаршыһында Бахыров бу- лыуымды иҫбат иткем килә. Шунһыҙ мин гүргә кермәйәсәкмен! Был минең өсөн йәшәү менән үлем мәсьәләһе!
Хәйҙәр, һеҙ философ икән, ағай... Ләкин ябай ғына бер төшөнсәне аңлашып китәйек әле. Был донъяла коммунист булмайынса ла коммунизм төҙөүселәр миллион- дар бит, ағай!
Бахыров. Мин уйымдан ҡайтырға йыйынмайым. Әгәр теләгемде кире ҡаҡһағыҙ, мин... ғәфү ит... юғары ойошмаларға мөрәжәғәт итергә генә ҡала инде...
Хәйҙәр (уныц күҙҙәренә тура тарап), һеҙҙең атланттар тураһындағы легенданы ишеткәнегеҙ бармы?
Бахыров. Атланттар? Юҡ...
Хәйҙәр. Борон заманда шундай титандар булған. Улар күк көмбәҙен үҙҙәренең елкәләрендә күтәреп торғандар. Был — легенда. Ә ысыны бөгөн: коммунистар бөтә Ер шарын үҙҙәренең елкәләрендә күтәреп торалар. Сөнки улар бөтә кешелек бәхете өсөн көрәшселәр. Донъяның бөгөнгө именлеге лә, киләсәк яҙмышы ла улар өҫтөндә! Минең был һүҙҙәрем менән килешәһегеҙме?
Бахыров. Ә ниңә килешмәҫкә?
Хәйҙәр. Шулай булғас, ә бына һеҙ үҙегеҙ бөгөн ошондай маҡсаттар өсөн көрәшергә һәләтлеме? Минеңсә, юҡ!..
Бахыров (агарынып). Ә ниңә юҡ? Минең башҡаларҙан ҡай ерем кәм? Мин насар эшләйемме? (Портфе- ленәнтагыҙҙар сыгарып.) Был характеристикалар һеҙгә етмәйме ни?
Хәйҙәр. Улар менән таныш бит мин, ағай. Улар һеҙҙең һуңғы ваҡытта һәйбәт эшләүегеҙ тураһында һөйләй. Ә бит һәйбәт эшләгән һәр бер кешене партияға алырға тимәгән?!.
Бахыров. Бөтәһен дә алмағыҙ, мине алығыҙ!
Хәйҙәр. Күңелегеҙгә ауыр алмағыҙ, һеҙ бит инде партиянан бер сығарылған кеше. Ә партиянан юҡ өсөн генә сығармайҙар. Тимәк, уның ышанысын аҡлай алмағанһығыҙ...
Бахыров йөрәген тота, кеҫәһенән дарыу алып ҡаба.
69
Йәшегеҙ ҙә олоғайған, бөгөндән пенсияға китергә хаҡы- ғыҙ бар.
Бахыров (йыуашланып). Пенсияға һүҙ килеп терәлгәс, әйтәйем инде, улайһа: коммунист булһам, пенсияның ҙурырағын, персональныйын юллармын тигәйнем, улым...
Хәйҙәр (үҙгәреп). Бына ни өсөн партияға инергә тырышҡанһығыҙ икән?! Аңлашылды... Хамматулла Саттарович, тураһын әйтеүем өсөн асыуланмағыҙ, партия — ул һеҙгә һауым һыйыр түгел!..
Кескәй тынлыҡ.
Бахыров. Улай булғас, мине партияға алмайһығыҙ инде?
Хәйҙәр. Йыйылыш нимә әйтер, әммә мин ҡаршы! һуңғы һүҙемде әйттем.
Бахыров (ярһып). Ярай... Юҡ әле, һуңғы һүҙҙе мин әйтәм һиңә, Хәйҙәр Ғәлимович. Мине партияға алмаһаң, һинең үҙеңә лә партияла урын булмаясаҡ! (Йөрәген тота, тагы дарыутсаба.) Эйе, эйе, булмаясаҡ!
Хәйҙәр, һөйләп бөтөгөҙ!
Бахыров. һин миңә намыҫ тураһында һайраның, ә үҙеңдең намыҫың ҡайҙа? Биш бүлмәле фатирҙа йәшәйһең, ҡара «Волга»ла ғына йөрөйһөң, хан һыйында тораһың, ә тегендә атайың... үҙ атайың бер яңғыҙы үлергә ята!
Хәйҙәр (аптырап). Атайым?
Бахыров. Эйе, эйе... атайың... Сәғит Рәсүлов... һиңә ҡан биргән, һиңә йән биргән үҙ атайың!
Хәйҙәр. Туҡтағыҙ! Был ниндәй ялған?
Бахыров. Ялған?
Хәйҙәр. Минең атайым бер генә! Ул — Ғәлим Борханов.
Бахыров (уҫал йылмайып). Белмәгәнгә һалышаһыңмы? Әллә, кешеләр ҙә белмәй, тип уйлайһыңмы? Беләбеҙ!.. Сәғит Рәсүлов үлмәгән әле, донъяла бар... Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем мин уны. Был хаҡта мин бөтә донъяға оран һаласаҡмын! һинең үҙ атайыңдан баш тартыуыңды бөтә кешеләргә фаш итәсәкмен! Ярай... Шәп кешеләр... Берегеҙ — Ғәлим Борханов, дуҫының фажиғәһенән файҙаланып, ҡатынын тартып алды... һин, атайың- дьщ бәхетһеҙлегенә күҙеңде йомоп...
70
Хәйҙәр (бүлдереп). Туҡтағыҙ! Был дөрөҫмө, ялғанмы?
Бахыров. Ялғанлай торған сағым үткән...
Хәйҙәр. Ҡайҙа ул?
Бахыров. Төмәндә... (Тагы ла йөрәген тота.) һыу!.. Йөрәгем!.. (Өҫтәлгәҡаплана.)
Хәйҙәр (ҡысҡырып). Атай!
Ғәлим инеп Бахыров янына килә, уны ҡарай.
Ғәлим (Хәйҙәргә). Ятҡырайыҡ... йөрәге...
Шаршау
ИКЕНСЕ ШАРШАУ
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|