Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет7/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   40

Председатель. Сәсен алдырырға.

Нәғимә. Парикмахерскийғамы ни?

Председатель. Бына... Ошо инде беҙҙең данлыҡлы Иҙәш.

Нә ғимә. Эйе, данлыҡлы, Баһманов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы!

Председатель, һуғышҡа ҡәҙәр ҡырҡ йорт ине. Ә һуғыштан... бер минең атай ғына ҡайтты. Уның да йәрәхәтләнмәгән ере юҡ ине.

Нәғимә. Шулаймы?

Председатель. Иләк һымаҡ тишкеләнеп бөткән ине.

108




Н ә ғ и м ә. Шулаймы? Нурый Әмирханович, был нисек була инде? Бюроның ҡарарын беләһең, үҙең ҡабул иттең. Ә ғәзиз атайыңды күсергә күндерә алмайһың. Башҡаларға ниндәй һабаҡ була инде был?

Председатель. Бына, күндереп ҡарағыҙ... Бәлки, һеҙҙе тыңлар. Тик тәүҙә ҡапҡылап алайыҡ, һүҙ бутҡаһы бешереүҙән тамаҡ туймаҫ.

Н ә ғ и м ә. Юҡ, юҡ, һуңынан, ашау ҡасмаҫ?

Председатель. Ниңә шул ҡәҙәр ашығаһың? Ете балағыҙ ете ерҙә илап ултырмайҙыр әле?

Нә ғимә. Ете?.. Ете түгел... Берәү, тик... Шул бер бөртөк кенә шул.

Председатель. Берәү? Эйе, ҡайһы саҡ берәү булһа ла берәгәйле була. Сер булмаһа, нисә йәштә? Эшләйме?

Нә ғимә. Ленинградта юридическийҙа уҡый ине. Өсөнсө курстан ташлап ҡайтты, хәҙер икенсе институтҡа йыйына. Атаһы менән икәү генә ҡалһалар, көн-төн бәхәс, үҙҙәрен генә ҡалдырырға ла ҡурҡыныс, ниндәй ҙә булһа күңелһеҙлек көт тә тор инде. Шулай бер ваҡыт ҡайтып керһәм... (Артыгыраҡ һөйләп ташлаганын һиҙеп.) Юҡ, юҡ, Баһманов, киттек икенсе бригадаға! Ә теге ҡатын ҡайҙа әле? Саҡыр! Уның менән һөйләшеп алырға өлгөрәм әле.

Председатель. Баҙыян апай!

Сәхнә түрендә Баҙыян күренә. Ул ялан аяҡ, алъяпҡыс кейгән.

Бер минутҡа ғына бында кил әле!

Баҙыян. Әстәғәфирулла тәүбә! Үҙебеҙҙең Нурый түгелме һуң? Үҙе! Үҙекәйе! Иҫән-имен генә йөрөйһөгөҙ- ме? Һаумыһығыҙ әле! Әйҙә керегеҙ, самауырым өҫтәлдә — йырлап ултыра.

Председатель. Ултыр әле...

Баҙыяндың бүрәнәгә ултырырға иҫәбе юҡ әле.

Н ә ғ и м ә. һеҙ нимә, Баҙыян...

Председатель. Сәлимгәрәевна.

Нә ғимә. һеҙ нимә, Баҙыян Сәлимгәрәевна, үҙегеҙ алдынғы һауынсы, наградаларығыҙ ҙа бар...

Баҙыян. Нимә һөйләйһең, туғанҡайым?

Н ә ғ и м ә. Ниңә үҙәк усадьбаға күсмәйһегеҙ?

109


Б аҙ ы я н. Эй-й, туғанҡайым, мин ни ул, хәҙер... Булат нисек — мин шулай!

Председатель. Ну, халыҡ! Ә Булат ни, һиңә һылтай. Эт-эткә, эт ҡойроҡҡа, тигәндәй, етәр бер-берегеҙгә һылташырға! Әйҙә, Баҙыян апай, асыуланышмайыҡ. Йыйынығыҙ! Булат киткәнсе күсәһегеҙ. Бөгөн үк! Кискә трактор ебәрәм!

Баҙыян. Әстәғәфирулла тәүбә! Эй, туғанҡайым Нурый, бер үҙем нимә эшләйем мин унда? Малайҙы һалдатҡа алалар бит. Булатты әйтәм!

Председатель. Бына, Булатың хеҙмәт итеп ҡайтҡансы бына тигән таш йортта торорһоң. Өйөңә ҡара әле, күпме утын ғына кәрәк... Түбәһе лә тишектер әле?

Баҙыян. Тишек, туғанҡайым, тишек... Ике ерҙән... Водопроводтан да былайыраҡ.

Председатель. Улайһа, бына нимә! Иҙәштә әҙең дә булмаһын! Трактор килер, бер уңайҙа беҙҙекеләрҙе лә күсерербеҙ!

Баҙыян. Эй, Хоҙайым, күрәһеләрем бар икән...

Н ә ғ и м ә. Бында Хоҙайҙың ни ҡыҫылышы бар, Баҙыян Сәлимгэрэевна? Үҙәк усадьбала йәшәрһегеҙ, унда бөтә яҡтан да уңайлы. Ферма йәнәшәлә генә, алты саҡрымға йөрөрлөк түгел.

Баҙыян. Бына, Хоҙайҙың рәхмәте, Күмертауға ла саҡырырҙар бит әле.

Председатель. Нимә?

Баҙыян. Хат һайын яҙалар... Саҡыралар, туғанҡайым!..

Председатель, һин нимә... һин... (.Асыуынан тотлогоп.) һин нимә һөйләгәнеңде аңлайһыңмы?

Баҙыян. Аңламаған ҡайҙа ул, аңлайым... Балаларын ҡарар кеше юҡ бит... Икеһе лә эшләй...

Председатель, һин нимә? Баҡма булып, бала ҡарап ултыраһың киләме ни?

Баҙыян. Эшләйҙәр бит, туғанҡайым, бала ҡалдырыр кешеләре юҡ...

Председатель. Рәтен табырҙар! Ҡара һин уларҙы... Нянька кәрәк булған. Булмай торһон әле! (Машина янына йүгереп килә. Сыгырынан сыгып.) Етәр! Киттек!

Баҙыян. Ҡайҙа, туғанҡайым!

Председатель. Үҙәк усадьбаға!

Баҙыян аптырап ҡала.

110




Фатирыңды ҡарарһың! Күпме өгөтләргә мөмкин? Бала- саға кеүек инәлтәһегеҙ бит. Киттек! Йә? Тиҙ бул!

Баҙыян. Ә малай һуң... Самауырым ҡайнап ултыра, урыныма саҡ кеше таптым...

Нәғимә. Нисек була инде был, Баҙыян Сәлимгәрә- евна? һеҙгә бөтә яҡтан да уңайлы фатир бирәләр. Колхозда хөрмәтле кешеһең, иң алдынғылар иҫәбендә йөрөйһөгөҙ. Ә үҙегеҙ шундай мөһим мәсьәләне аңламайһығыҙ!

Председатель. Й ә, ултыр машинаға! Етте! Күмер- тау, имеш... Күрһәтермен мин һеҙгә Күмертауҙы!

Баҙыянды машинаға ултырталар, уның артынан Нәғимә ултыра. Ишек ябылыу менән машина ҡуҙғалып китә һәм күҙҙән юғала. Ошо сәхнәне сәйер бер уйсанлыҡ менән һүҙһеҙ генә күҙәтеп торған Булат Фәйрүзәнең йырына ҡолаҡ һала.

Алма баксаһына кереп,

Эҙләйем һин - гүзәлемде.

Эҙләмә, табалмаҫһыц тип,

Өҙәләр үҙәгемде.

һандугасым, әйт үҙемә Ҡайһы талгатунаһыц?!

Күҙем йомган күҙ алдымда Т орган кеүек булаһыц.

Ул әле бешеп етмәгән миләш тәлгәшен өҙөп, уны Фәйрүзәгә

ырғыта.

Фәйрүзә. И-и, ерәнкәйем...

Булат иңбашын йыйырып ҡуя.

Ул ҡәҙәр үк ныҡ түгел. Аҙыраҡ ҡына ерән... (Тирә-ягына гкарап ала ла, уныц янына йүгереп килеп, кәртә аша битенән үбеп ала.) һөйөклөм...

Булат кәртәнән һикереп төшә.

Нимә эшләйһең? Булат тимен!.. Атай күреп ҡалһа?! Булат. Ул унда кәбәндең яртыһын ҡойған инде.

111


Икеһе лә ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, түбәнгә — йылғаға

ҡарай.

Фәйрүзә (иҫенә килеп). И-и, ул тағы ла бер үҙе... Баҫҡыс ҡуйып кәбән ҡойоп маташа.

Булат. Туҡта әле...

Фәйрүзә. Туҡта әле, имеш... Ҡосаҡлашырға ғына тораһың. Булатҡайым, һин минең исемемде беләһеңме? (Уны үлән менәнкытыклай.) Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла исемем менән өндәшер инең.

Булат. Фәйрүзә инде.

Фәйрүзә. Фәйрүзә инде түгел, ә Фәйрүзә.

Булат. Шулай ҙа булһын, ти, Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Яуыз! Булат, ниңә һин бына шундай?

Булат. Ә ниндәй?

Фәйрүзә. Бына шундай... Бына, нисектер, әллә ниндәй... Беләһеңме һин!.. Шундайын шундай ҙа, тик барыбер әллә ниндәй... Өндәшмәйһең, бер ҡасан бер һүҙ әйтмәйһең. Миңә берәр һүҙ әйтер инең, исмаһам.

Булат. Ә нимә әйтәйем?

Фәйрүзә. Кәрәкмәй, бер нимә лә әйтмә... һин ниңә мине усадьбала көтөп торманың?

Булат. Начальство ашыҡты бит.

Фәйрүзә. Ниндәй начальство ул?

Булат, һинең ағайың менән Нәғимә Әхмәтовна.

Фәйрүзә. Теге зонтиклы ҡатынмы? Беләһеңме, клубтан сыҡҡас та зонтигын асып ебәрҙе лә шәп-шәп атлап китеп бара ине. Мәйтәм: «Нәғимә Әхмәтовна, ямғыр юҡ бит, ҡояш!» — тинем. Ә ул: «Шулаймы ни? Рәхмәт, ә мин һиҙмәй ҙә торам тағы», — ти.

Булат. Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Ә мин һине әрләй-әрләй йәйәүләп ҡайттым. Көтмәйенсә киткән дә барған...

Булат Фәйрүзәне ҡосаҡлай.

Ә һин... һин мине яратаһыңмы?

Булат. Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Йә, әйт инде! Яратам, тип әйт, Булатҡайым, йә, әйт инде!

Булат. Күреп тораһың бит...

Фәйрүзә, һиңә шуны әйтеүе бик ауырмы ни? Беләм инде, һинең әйткең килмәй, һин һәр ваҡыт шулай, һин...

112


Булат. Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Мин һине бик яратам... бына! Минең, турала теләһәң нимә уйла... (Ҡыҙарып, битен ҡаплай.) һин тиҫкәре, яуыз... һин тиҫкәренең дә тиҫкәреһе, һин...

Булат. Фәйрүзә!.. (Етди рәүештә уга оҙаҡ итеп ҡарап тора.) һин мине көтөрһөңмө?

Фәйрүзә. Нисек? Ниңә көтөргә?

Булат. Мине армияға алалар.

Фәйрүзә. Хоҙайым...

Булат. Бына... (Саҡырыуҡагыҙын күрһәтә.) Иртәгә сәғәт ун икегә военкоматҡа барырға.

Фәйрүзә. Нисек инде... Шулай бик тиҙ... һин көҙгә, тип әйткән инең бит, Булат?..

Булат. Бөттө.

Фәйрүзә. Нимә бөттө?

Булат. Мин нисек буласағын беләм инде уның.

Фәйрүзә. Ә нимә? Нимә беләһең? һин бер нимә лә белмәйһең.

Булат. Әсәй Күмертауға ағайыма китә. Өйҙө утынға һүтәләр, һинең атайың үҙәк усадьбаға күсә, ә һин... һин институтҡа.

Фәйрүзә, һөйөклөм, нишләп бөтөнөһө лә бөтһөн, ти! һин хеҙмәтеңде тултырып ҡайтҡас, институтҡа керерһең. Бергәләп сессияға йөрөрбөҙ.

Булат. Шулай ҙа булһын, ти... Ә мин барыбер һинән ике курсҡа артта ҡалам.

Фәйрүзә. Ә ҡалһаң, нимә була? Ә теләйһеңме... Теләһәң беҙ...

Булат. Нимә?

Фәйрүзә. Юҡ, мин былай ғына... Бер ни ҙә түгел. Булат, ике йыл бөтөнләй күп түгел бит ул. Шулай бит?

Булат. Күп шул ул, Фәйрүзә...

Фәйрүзә. Нишләп күп булһын, ти?

Булат, һин әле үҙеңде үҙең белеп еткермәйһең...

Фәйрүзә, һөйләнмә! Ҡарама миңә шулай. Туҡтайһыңмы, юҡмы, тыңлайһым да килмәй! (Илай.) Мин һине өс йыл, дүрт йыл да көтөр инем, тик һин үҙең генә...

Булат. Фәйрүзә, һин ысынлап һөйләйһеңме?

Фәйрүзә, һин бер нәмә лә һиҙмәйһең...

Йүгереп сыға. Булат шатлығынан нимә эшләргә белмәйенсә кепкаһын миләш ағасы түбәһенә ырғыта.

113


Булат. Фәйрүзә! Туҡта әле! Мин дә барам! Кәбәнде бергәләп ҡойоп бөтөрөрбөҙ!..

Эҫе, бөркөү, ҡайҙандыр йыраҡта күк күкрәп-күкрәп китә. Полковник менән улы Ренат инә, арҡаларына биштәр аҫҡандар, ҡулдарында — ҡармаҡ. Ренат аҡ сырайлы һылыу егет, йөҙөндәге бер нәмәгә лә иҫе китмәгәндәй ғәмһеҙ йылмайыуы уның күҙҙәрендәге моңһоу ҡараштарына тура килмәй. Ул

биштәрен һалып ҡуя ла шунда уҡ транзисторын ҡабыҙа.

Полко вник. Ошонда шикелле.

Ренат. Йәннәт! Күҙ яуын алып тора! Пап, һин яңылышмайһыңмы, ысынында беҙҙең ауылмы?

Полковник. Эйе, был Иҙәш булырға тейеш. Ни бары ике йорт, шулаймы? Шулай. Әтәсле мөрйә... (Блокнотына күҙ һалып.) Бармы? Бар. Артабан? Түбәһе дранка менән ябылған мунса.

Ренат, һин теге... Комиссар Мегрәнән бер ҙә кәм түгел.

Полковник. Бында эш детективта түгел, һин оноттоңмо ни атайыңдың?..

Ренат. Фронтта разведчик булғаныңдымы? Ғәфү ит.

Полковник, һал аяғыңды.

Ренат. Ниңә?

Полковник. Арыуың шунда уҡ бөтөр. Унан... ерҙең рәхәтлеген тойорһоң...

Ренат. Ер шарының рәхәтлеген, тимәксе булаһыңмы? Йәғни... Нисек әле... Беҙҙең иҫ киткес гүзәл ҡояшлы планетабыҙҙың рәхәтлеген, тиһеңме?

Полковник. Эйе, шулай тиергә лә була.

Ренат. Ысынлап та... (Тапанып.) Мин хәҙер үҙемде милиция ҡулынан ысҡынғандай итеп хис итәм. Туҡтале, ә халыҡ ниңә күренмәй?

Полковник. Етәр. Маймылланма. Бүтән ерҙә ҡыланырһың.

Ренат. Тыңлайым, иптәш полковник! (Ялан аякта- рын хәрбиҙәрсә бер-береһенә бәреп тсуя.) Ғәфү ит... ысынлап та, ауылда бер йән эйәһе лә күренмәй бит.

Полко вник. Бесән өҫтө. Улар өсөн һәр бер сәғәте ҡәҙерле!

Ренат. Миңә лә шулай, һәр бер сәғәте ҡәҙерле!

Полковник, һин ваҡытыңдың ҡәҙерен белеп еткермәйһең.

114


Ренат. Ваҡыт ҡына бир, һинең, улың фәндең... сираттағы йондоҙо... Нобель премияһы лауреаты буласаҡ, һин әле күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың уның рәхәтлеген...

Полковник. Нимәнең?

Ренат. Тунеядец булып йәшәүҙең.

Полко вник. Аңламайым мин һеҙҙе, аңламайым. Ҡайҙан килә һеҙҙәге бына шундай... Шундай...

Ренат. Пап, туҡтатайыҡ. Ниңә атайҙар менән балалар тураһындағы мөнәсәбәткә керосин һибергә? Беҙ бит һинең менән килешкән инек инде, ауылға барғас бер- беребеҙҙең кәйефен ҡырмаҫҡа, ә фәҡәт балыҡ тураһында ғына һөйләшергә.

Пол к о в н и к. Эйе, эйе...

Ренат. Әсәйем өгөт-нәсихәт менән шөғөлләнгән арала, балыҡ тотоп алайыҡ әле. Беҙ юҡҡа өйҙән сығып саптыҡмы ни?! һин, ысынлап та, был йортто һатып алырға була, тип уйлайһыңмы ни?

Полковник. Мин уның өсөн ике йыллыҡ пенсиямды һәм шуға ҡушып ҡалалағы фатирымды бирер инем.

Ренат. Нәғимә Әхмәтовнаны шунда уҡ инфаркт бәреп йығыр ине.

Полковник. Әсәйең тураһында әҙәплерәк һөйләй алаһыңмы?

Ренат. Пардон!

Полковник. Бына шулай. Хатта ҡалалағы фатирым да йәл түгел.

Ренат. Пап, ә мине? Мине ҡайҙа ҡуйыр инең, дөйөм торлаҡҡамы?!

Полковник. Балалар йортона.

Ренат. Төшөндөм! (Атаһын ҡосатслай.)

Полковник. Бына шулай, Ренат, бөтә ғүмерем буйына мин шул турала хыялландым. Мунса, йылға, ә йылғала бәрҙе... Болондар, янында ғына урман. Гөмбә лә күптер. Станциянан ике сәғәтлек юл. Был бит әллә ниндәй Сухумиҙарыңдан да артығыраҡ! Ҡара әле тәҙрәнең йөҙлөктәрен!.. Ә умарталары... Ишетәһеңме, бал ҡорттары нисек гөжләй?

Ренат. Быларын күрҙек... Бына беҙҙе совет колхозсылары нисек ҡаршы алыр?

Полковник. Үткән килеүемдә мин председатель менән һөйләштем. Үҙе ошо йортто һатып алырға тәҡдим итте. Бында уның атаһы менән һеңлеһе йәшәй. Ҡыҙыҡай клуб мөдире икән, көн дә алты саҡрымға эшкә йөрөй. Күҙ

115




алдыңа килтерәһеңме? Алты саҡрым! Исеме Фирүзәме, Фәйрүзәме — оноттом. Бына шулай, улар үҙәк усадьбаға күсеп китеү менән йорт беҙҙеке була! Был — ошо ауылдан ҡалған берҙән-бер йорт.

Ренат. Ә быныһы? Быныһын әсәйем өсөн арендаға алабыҙмы?

Полковник. Быныһында һауынсы йәшәй. Исеме бик сәйер, иҫтә ҡалырлыҡ түгел. Улы бар, председателдең шоферы булып эшләй.

Ренат. Күрәм, һин стратегик обстановканы шаҡтай ныҡ өйрәнгәнһең.

Полковник, һин ҡарале, ҡара! (Тирә-ятска һсгкла- ныптсарай.)

Ренат (күцелһеҙ генә). Эйе, һин хаҡлы. Нишләп ул һинең һүҙең һәр ваҡыт дөрөҫ булып сыға? Ә, пап?

П о л к о вник. Әгәр беҙ дуҫтар икәнбеҙ, һинең быға хәтерең ҡалырға тейеш түгел.

Ренат. Эйе-е-е... Атай, әгәр беҙҙең был йорт опе- раңияһы тормошҡа ашһа, мин бында Эльканы саҡырып килтерәм.

Пол к о в н и к. Т еге һары сәстеме?

Ренат. Юҡ, ҡара сәсте.

Полковник. Уның бит йәш балаһы бар. Кем менән ҡалдыра ул уны?

Ренат, һинең информацияларың иҫкергән.

Полковник. Нисек иҫкергән?

Ренат. Быныһы Светка түгел, ә Элька. Миндәге аҙ- маҙ мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Эльканың бер ниндәй ҙә балаһы булырға тейеш түгел. Әйткәндәй, был турала Нәғимә Әхмәтовнаға ләм-мим.

Полковник. Ни өсөн?

Ренат. Әйҙә, Эльканы Светка тип уйлаһын, ә Светаны — Элька тип.

Полковник. Туҡтале, туҡта...

Ренат. Әллә һыу кереп сығабыҙмы?..

Полковник, һин бит Светканы ғүмерлеккә, тип әйткән инең. Нисек була инде был?

Р е н а т. Тормош бит бер урында ғына тормай, ул ағым һыу һымаҡ, бөтә нәмә үҙгәрә... Пап, беҙ Светка менән тыныс ҡына дуҫтарса айырылыштыҡ. Мин ғәйепле түгел, Светка үҙе шулай теләне. Мин хәҙер...

116


Ренат түбәндәге йылғаға табан йүгерә. Полковник оҙаҡ ҡына бүрәнә өҫтөндә ултырғандан һуң, ҡуҙғалып, өҫ-башын ҡаға, унан өй янына килә. Аяғы менән стенаға бәргеләй, күтәрмәне ҡарай. Баҙыян ҡайтып инә. Ул һөйләп торған транзисторҙы ҡулындағы таяғы менән ҡапшап ҡарай. Радио тағы ла шәберәк һөйләй башлай. Баҙыян биштәрҙәрҙе әкрен генә урап үтә.

Полковник, һаумыһығыҙ!

Баҙыян. Ни — арыу эле беҙ.

Полковник. Хужа өйҙә юҡмы ни?

Баҙыян. Әмирханды әйтәһеңме? Ул, ана, йылға аръяғында кәбән ҡоя. Ә һин, туғанҡайым, кем, балыҡсымы?

Полковник. Балыҡсы.

Баҙыян. Ярай, балыҡсы булғас, бик һәйбәт инде.

Полковник. Бер-ике көн һеҙҙә тороп торорға буламы?

Баҙыя^н. И, туғанҡайым, Хоҙай үҙе ебәргән икән, әйҙә әле. Йорттоң түбәһе лә тишек, һыу аға. Малайҙы армияға алалар, иртәгә китә инде.

Полковник. Әйҙә, хеҙмәт итеп ҡайтһын. Мин бына утыҙ йыл хеҙмәт иттем, нисауа!

Баҙыян. Ай-Һай-Һай! Утыҙ йыл. һин һуғышта ла булғанһыңдыр инде.

Полковник. Булдым.

Баҙыян. Ә минең йәмәғәтем дә ошо ҡәһәр һуҡҡан һуғыш арҡаһында харап булды. Малайҙар икәү, береһе Күмертауҙа заводта эшләй, ә Булатым үҙ янымда. Иртәгә бына ул да китә. һалдатҡа...

Полковник. Әйҙә, хеҙмәт итеп ҡайтһын.

Баҙыян, һуғыш ҡына була күрмәһен инде, туғанҡайым. (Ул һаман да сыгып китә алмай интегә.)

Полковник, һуғыш булмаясаҡ. Булырға тейеш түгел. Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?

Баҙыян. Баҙыян, туғанҡайым, Баҙыян. Ындыр артында бер аҙ бесән сапҡан инем, шуны сүмәләләргә һалырға ине. Ямғыр яуырға йыйына, ахырыһы.

Полковник. Ә нимәгә ул бесән, һыйырың булмағас?

Баҙыян. И, туғанҡайым, үләне бик һәйбәт бит! Ғүмер буйына сабып өйрәнгәс ни... Хәҙер кәрәкмәй ҙә бына, нисек сапмайһың, йәл бит. Малайҙы иртәгә оҙатабыҙ инде. Минең үҙемде лә ҡалаға саҡыралар. Балаларҙы, ейәндәрҙе әйтәм, икәү бит, бына шуға саҡыралар. Бында

117




бер яңғыҙың, һарғайып үлерһең. Ә председатель һауыуҙан ебәрмәй. Үҙәк усадьбаға күсергә ҡуша, унда фатиры ла яңы ла бит, үҙе таштан да икән.

Полковник. Эйе... Ә бына беҙ, улым менән, бында килдек. Балыҡ тоторға.

Баҙыян. Туғанҡайым, әллә һуң самауыр ҡуйып ебәрәйемме? Юл ҡапсыҡтарығыҙҙы өйгә керетеп ҡуйыр инегеҙ.

Салғы һәм тырмалар күтәреп, тау аҫтынан Фәйрүзә күтәрелә.

Фәйрүзә. Хәйерле иртә!

Полковник. Һаумыһығыҙ.

Фәйрүзә. Баҙыян апай, Булат оҙаҡламай ҡайтыр. Улар атайым менән кәбәнде осларға ҡалды.

Баҙыян. Ярай, Фәйрүзә ҡыҙым, бик һәйбәт булған. (Полковникка күрһәтеп.) Бынауы кеше Әмирханды һорай.

Фәйрүзә, һеҙгә атайым кәрәкме?

Полковник. Миңә, дөрөҫөн генә әйткәндә... Фәйрүзә бит әле? һылыуым, беҙ бер-ике көнгә балыҡ тоторға тип килгән инек. һеҙҙә ҡунып сығырға мөмкин булмаҫмы?


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет