Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет4/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   40
Икенсе күренеш

Ваҡиға шул уҡ урында бара. Ваҡыт кискә табан. Сәхнәлә Ғәлим, Г ө л ф и з ә, Л и р а, Әлфирә. Телефон шылтырай.

Ғ әлим (трубканы алып). Борханов тыңлай, һаумыһығыҙ! Эйе, эйе... Шулаймы? Ашығыс, операция кәрәкме? Кем ул? Арҡа үҙәгендә? Әле минең өйөмдә инфаркт менән йығылған кеше ята. Уны ҡарағаңдан һуң барып етермен. Юҡ, һеҙ уны белмәйһегеҙ. Пост ҡуйырғамы? Төнгөлөк өсөн берәй сестраны ебәрерһегеҙ. Ә көндөҙ- ҙәрен (Әлфирәгәҡарап), минең өйҙә медицина институтында уҡыған ҡыҙым бар, ул ҡарар. Ә һеҙ ауырыуҙы операцияға әҙерләй тороғоҙ! (Трубканы ҡу я.)

Г өлфизә. Яңы ҡайтып ҡына керҙең бит, тағы китәһеңме ни?

Ғәлим. Райондан бер комбайнерҙы килтергәндәр, аварияға эләккән.

Гөлфиҙә. Нимә һин, атаһы, быны өйҙә генә дауаларға булдыңмы ни? Бәлки, больницаға һалырға кәрәктер? Үҙең дә өйҙә тора алмайһың? Хәле ауырайһа, ни эшләрбеҙ?

Ғ әлим. Уны хәҙергә ҡуҙғатырға ярамай.

Гөлфиҙә. Оҙаҡ ятырмы икән инде ул?

Ғәлим. Тиҙ генә терелмәҫ. Инфаркт. Етмәһә, баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолған.

71


Гөлфиҙә. Килен нисек эшләр һуң? Ул бит пианинола уйнамайынса тора алмай?

Ғәлим. Уйнаһын. Музыканың әле бер кемгә лә ҡамасаулыҡ иткәне юҡ. (Етди рәүештә.) Шуны аңлағыҙ: танылған медицина профессоры йортонда кеше үлергә тейеш түгел!

Әлфирә (үтә етди төҫтә). Мин, Ғәлим Ҡасимо- вич, бөтәһен дә аңланым. Ауырыу өсөн ҡайғырмағыҙ! (Тиҙ генә сск халатын кейеп ала.)

Лира (уныц арҡаһынан һөйөп). Вот минең ҡыҙым, исмаһам! Профессорҙың һүҙен ишетеү менән, врачҡа әйләнде лә ҡуйҙы!

Ғәлим. Тәүге йылда уҡ стройотрядта медсестра булып йөрөгәнде, икенсе курсты бөтөргәс инде ул ярты врач!

Әлфирә менән Ғәлим ауырыу янына инеп китә.

Гөлфиҙә. Бына, килен, ғүмер буйына шулай инде ул. Хәҙер ул уның дошман икәнен дә онотто. Уның өсөн был минутта элекке Хамматулла юҡ, ауырыу ғына бар...

Лира. Кеше йөрәген үҙ ҡулында тотоп ҡараған врачтың күңелендә ниндәй насарлыҡ булыуы мөмкин?!. (Хистәргә бирелеп.) Йөрәк һәм кеше! Кеше һәм йөрәк! Бына нәмә тураһында йыр яҙырға кәрәк!

Гөлфиҙә. Ғәжәп ҡыҙыҡ кешеләр һеҙ барығыҙ ҙа! Насарлыҡ ул әллә ниндәй ҡара булһа ла, яҡшылыҡтың яҡтыһын ҡаплай алмай, тип кем әйткән һуң әле? Макарен- комы? Ушинскиймы?

Лира. Инфаркт ул, әсәй, бер аяғың ерҙә, икенсеһе — гүрҙә тигән һүҙ. Әлдә, бәхетенә, беҙҙең өйгә килеп йығылды! Беләһе ине, ошо хәлдәге кеше нимә уйлай икән? Моғайын, үткән юлына күҙ һалалыр. Гонаһлы кешеләргә ҡыйындыр бындай ваҡытта!..

Ғәлим инә.

Ғәлим, һеҙ борсолмағыҙ, Әлфирә нимә эшләргә кәрәклеген үҙе белә. Мин больницаға киттем.

Гөлфиҙә (уны ишек төбөндә туҡтатып). Ғәлим, Хәйҙәр төнө буйына йөрөнөп сыҡты... Әллә?..

Ғәлим (уны йыуатып). Көтәйек әле, көтәйек... Хәйҙәр сабый бала түгел хәҙер... (Сыга.)

72


Йәлил инә.

Йәлил. Мөмкинме?

Гөлфиҙә. Инегеҙ!

Йәлил, һаумыһығыҙ! Миңә Әлфирә кәрәк ине.

Л и р а. Ә һеҙ Йәлилме ни?

Й әлил. Эйе.

Гөлфиҙә (Әлфирәне саҡырып). Ҡыҙым, ҡунағыңды ҡаршыла!

Әлфирә (инеп). Ә, Йәлил!..

Г өлфизә менән Лира уларҙы икеһен генә ҡалдырып сығып

китә.

Йәлил. Аҡ халат һиңә килешә икән!

Әлфирә. Миңә бөтә кейем дә килешә!

Йәлил, һин ысын врачҡа оҡшап тораһың!

Әлфирә. Ә мин бөгөн врач... Олатайым ауырыуҙы миңә ышанып ҡалдырып китте. Йәлил, мин атайың тураһында профессор менән һөйләштем. Бер арала кереп ҡарармын, тине.

Йәлил. Рәхмәт! һине миңә яҙмыш үҙе ебәргәндер, моғайын?!

Әлфирә. Бына ошо тәҙрәгә рәхмәт әйт! Бынан һинең бөтә тормошоң көҙгөләге һымаҡ күренә!..

Йәлил. Минең тәҙрәнән дә һеҙҙең бүлмәләр һәйбәт күренә...

Әлфирә.Мин һиңә тәү башлап тәҙрә аша ғашиҡ булдым...

Йәлил. Улайһа, мин һине үҙебеҙгә тәҙрәнән генә тартып алырмын!

Әлфирә. Ишектән алып керергә ҡурҡаһыңмы ни?

Йәлил. Минме? Хәҙер донъяла минән батыр кеше юҡ. Бынан бер нисә генә көн элек кем уйлаған Йәлилде профессор Борхановтар өйөнөң түрендә ултыра тип?!.

Әлфирә. Егеттәрҙең бөркөт булғаны яҡшы!

Йәлил. Ә ҡыҙҙарҙың?

Әлфирә. Ҡыҙҙар һандуғас инде ул!

Йәлил. Әлфирә, ошо баҡсала бөгөн иртән һандуғас һайраны.

Әлфирә. Ул минең һандуғасым! Мин һайрарға ҡуштым уға.

73




Й ә л и л. Ә һин минең күңелемә һандуғас булып килеп керҙең! Хәҙер һайраһаң да, һайрамаһаң да, йөрәгемдән сыға алмайһың. Бикләп ҡуйҙым.

Әлфирә. Сеү, кеше ишетер!

Й әл ил. Ә мин бер кемдән дә ҡурҡмайым! Әлегә тиклем ҡурҡҡаным да етер.

Ә л ф и р ә. һин элек ҡурҡаҡ инеңме ни?

Иә лил. Ҡурҡаҡ булмаһам, егерме өскә еткәнсе өйләнмәй йөрөмәҫ инем.

Әлфирә. Ә мин бик уҫал!..

Йәлил. Бик шәп! Бер йыуашҡа бер уҫал! Тимәк, пар килгәнбеҙ!

Әлфирә (етдиләнеп). Йәлил, ысынлап та, әлегә тиклем бер ҡыҙҙы ла яратманыңмы?

Иә лил. Быға тиклем ҡыҙҙар ҡайғыһы булманы миндә. Өйҙәге хәлде күрҙең бит... Элек минең өсөн атай ғына бар ине. Хәҙер һеҙ икәүһегеҙ, һинең менән танышҡандан һуң, мин донъяға икенсе тапҡыр тыуҙым, һин бар ерҙә донъя матурыраҡ! Уның һандуғастары ла, алһыу таңдары ла бар икән. Элек мин уларҙың береһен дә күрмәгәнмен. Хәҙер мин был донъянан айырыла алмайым!..

Әлфирә. Сеү... Әсәйемдәр ишетмәһен! Мин дә һине яратам!..

Йәлил. Әлфирә!..

Әлфирә. Әү?

Йәлил. Беҙ икәү бергә йәшәһәк, матур торор инек, ә?

Әлфирә. Әлләсе... һин ниндәй кешелер бит?

Йәлил. Ысынлап та, һин миңә тормошҡа сыға алыр инеңме?

Әлф и р ә. һин бик тиҙ!..

Йәлил. Бөгөн генә тимәйем, иртәгә лә түгел... Киләсәктә... Үҙең беләһең, атайымды минән башҡа ҡарар кеше юҡ. һин бына ошондай ғаиләгә килергә риза булыр инеңме?

Әлфирә. Әгәр һиңә ярҙам кәрәк булһа, мин...

Йәлил. Яуап бирергә ашыҡмай тор! Уйлашайыҡ. Ауырыу кешене ҡарау еңел түгел. Уның өсөн оло йөрәк кәрәк.

Әлфирә. Ә иң оло йөрәк кемдәрҙә тип уйлайһың? Врачтарҙа инде ул! һәр бер ауырыуҙың яҙмышы өсөн йөрәгең телгеләнмәһә, һин врач түгел. Аңланыңмы?

Йәлил. Аңланым.

74


Әлфирә. Был минең һүҙҙәрем түгел. Олатайым- дыҡы. Ул шулай ти. Ауырыуҙарҙың ҡайғыһы ла, шатлығы ла беҙҙең йөрәк аша үтә, ти. Мин профессор Борханов фекере менән килешәм. Шуның өсөн медицина институтына индем дә!

Йәлил (наҙ менән). Иптәш буласаҡ врач... Борханова Әлфирә... һин был донъяға, моғайын, гөлдәрҙән йә сәскәләрҙән генә яралғанһыңдыр?

Әлфирә. Юҡ, мин ҡояштан яралдым!..

Йәлил. Әйтәм, иртәнге ҡояш иң элек беҙҙең тәҙрәләргә төшә. Ул ҡояш беҙгә һинең күҙҙәрең булып ҡарай икән! Их, ҡояшым, ҡояшым, булһаң ине минең ғүмерлек юлдашым!..

Әлфирә. Әллә һин шағирмы?

Йәлил. Бөгөн минең күңелем йырлай. Ә йыры — һин!.. (Акрын гына көйләп.)

Тәҙрә ашатсояш төшә,

Ҡояш төшә гөлдәргә.

Ҡояш булып йөҙөц бахкый,

Иылмаяһын, кемдәргә?!.

Әлфирә. Йәлил! Был бит минең әсәйемдең яңы йыры!

Йәлил. Туҡта, туҡта!

Лираинә.

Лира. Йәлил, әллә һин йырланыңмы минең йырҙы?

Йәлил {ҡаушап). Мин... һаумыһығыҙ, Лира апай... композитор апай...

Лира. Матур йырлайһығыҙ икән!

Йәлил. Ғәфү итегеҙь мин һеҙҙең Лира Ильбаева икәнегеҙҙе белмәгәйнем. Йырҙарығыҙҙы бигерәк тә яратам мин. һеҙҙең көйҙәрегеҙ радионан көн дә тиерлек яңғырай бит! Әле күптән түгел генә береһен Американан тапшырҙылар.

Лира (аптырап). Американан?

Йәлил. Эйе. Үҙегеҙ ишетмәгәйнегеҙме ни?

Лира. Юҡ. Ысынмы был?

Йәлил. Ысын!

Лира. Булмаҫ, ышанмайым!

Йәлил. Ышанығыҙ, Лира апай, мин үҙем ишеттем!

75


Лира. Нисек ишеттең? Ҡасан?

Й әлил. Дүшәмбе көн... Төн уртаһында уянып киттем дә, транзисторҙы бороп ебәрһәм, бик матур башҡорт көйөн тапшыралар. Был ваҡытта ниндәй конңерт ул, тип тыңлай башлағайным, Америка һөйләй, тинеләр...

Лира. Ә ҡайһы йырымды тапшырҙылар?

Йәлил. «Тау шишмәһе»н.

Лира {шатланып). «Тау шишмәһе»н? Пластинканан алғандар күрәһең, суҡынғандар... Әлфирә, бына әсәйең!.. Бөтә донъяға танылдымы? Танылды! Йәлил, аҡыллым, был шатлыҡлы хәбәрең өсөн һөйөнсөгә нәмә бирәйем икән? (Тиҙ генә сумкаһынан ниҙер алып.) Бына ошоручканы булһа ла ал инде!

Йәлил (уцайһыҙланып). Рәхмәт, Лира апай...

Лира. Ал, ал! Исеме бөтә донъяға яңғыраған композитор Лира апайыңдың төҫө итеп һаҡларһың!

Хәйҙәр инә. Йонсоған, кәйефе насар.

Хәйҙәр. Хәйерле кис!

Әлфирә. Атай, таныш бул — Йәлил... Беҙҙең күрше...

Йәлил, һаумыһығыҙ, ағай!

Хәйҙәр, һаумы, ҡустым!

Йәлил ҡуҙғала, Әлфирә уны оҙатмаҡсы була. Тап ошо ваҡытта эске бүлмәнән Бахыровтың «Әлфирә ҡыҙым, Әлфирә!» тигән тауышы ишетелә.

Әлфирә (Йәлилгә), һуңынан инермен, йәме?

Йәлил сыға, Әлфирә ауырыу янына инеп китә.

Хәйҙәр (Бахыров бүлмәһенә ишаралап). Ул һаман да бындамы ни?

Лира. Эйе, бында.

Хәйҙәр. Ә беҙ нисек йәшәргә тейеш? Уның менән бер ҡашыҡтан ашарғамы? Бер һауаны һуларғамы?

Лира. Хәйҙәр, сабыр ит әле!

Хәйҙәр. Лира, үҙең уйлап ҡара. Бөтәһе лә тыныс ине, матур ине. Үҙебеҙсә, бик дөрөҫ йәшәй инек. Бөтәбеҙ ҙә хеҙмәт итәбеҙ. Ниндәйҙер файҙалы эштәр эшләп йөрөйбөҙ. Илебеҙ алдында бер ғәйебебеҙ юҡ. Ә ул килә лә, һин — ҡәбәхәт, ти. һиңә партияла урын юҡ, ти.

76




һинең йөҙөңә бысраҡ ата. Йылан булып саҡмаҡсы була. Беҙ ошо йыланды хәҙер ҡуйыныбыҙҙа аҫрарға тейешме?

Лира. Хәйҙәр, йығылғанды түпәләмәйҙәр. Атай яңылышмаҫ, ул үҙенең нимә эшләгәнен белә... Исмаһам, үҙегеҙ ни хәлдә, тип һора һин беҙҙән? Минең шатлығым бар!..

Хәйҙәр (ҡоро гына). Ни булды?

Лира. Минең йырымды Американан тапшырғандар! Бына Йәлил үҙе тыңлаған! Төн уртаһында, ти... һыҙҙырып Вашингтондың үҙенән «Тау шишмәһе»н бирәләр, ти... Бына һинең ҡатының! Белмәһәң, бел!

Хәйҙәр көлөмһөрәй, башын һелкә.

Ниңә көләһең?

Хәйҙәр, һин партучебаға йөрөйһөңмө?

Лира (аптырап). Юҡ...

Хәйҙәр. Иртәгә үк композиторҙар Союзына барып, башланғыс политмәктэпкә яҙыл!..

Лира (һаман да гәжәпләнеп). Ниңә?

Хәйҙәр, һинең, йәнкиҫәгем, политграмотаң аҡһай!

Лира. Аҡһай?

Хәйҙәр. Беҙҙең идеологик дошманыбыҙ һинең йырың арҡыры беҙгә үҙ йырын йырлай, ағыуын сәсә...

Лира (ҡурҡа төшөп). Нисек?

Хәйҙәр, һинең моңдарыңа төрөп, үҙенең һөрһөгән аҙығын асыҡ ауыҙҙарға ырғыта, һинең шуға түбәң күккә тейгән!..

Лира. Әй Хоҙайым! Әллә протест яҙайыммы?

Хәйҙәр. Кемгә? Капитализмғамы?

Лира. Хәйҙәркәйем, ни эшләйбеҙ һуң?

Хәйҙәр. Бынан ары, юҡҡа тилереп, ерҙән бер иле юғары йөрөмә, ел йығыр!..

Лира. Нимә? (Иларга етешеп.) Ә мин... ә мин ерҙә йөрөр өсөн тыумағам!.. (Илай.)

Хәйҙәр. Бар, бүлмәңә инеп ила! Аҡыллы кеше күҙ йәшен кешегә күрһәтмәй!..

Ли ра. Ҡайҙа иларға мине өйрәтмә! (Үпкәләп, пианино эргәһенә барып ултыра.)

Гөлфизә инә.

Гөлфиҙә. Улым, ниңә тауышланаһығыҙ?

77


Хәйҙәр (Бахыров бүлмәһенәтарап). Ниңә был әҙәм аҡтығын больницаға оҙатманығыҙ?

Гөлфиҙә. Мин дә шулай тигәйнем атайыңа. Уны беләһең бит, урынынан ҡуҙғатырға ярамай ғына, тине...

Хәйҙәр. Ул кеше, беләһеңме, кисә миңә ниндәй хәбәр һалды?

Гөлфиҙә (кургкынып). Ниндәй хәбәр?

Хәйҙәр, һеҙ минән ҡырҡ йыл буйына йәшереп йөрөгән серҙе асты...

Г өлфизә ағарынып китә. Улына ҡарап ҡатып ҡала.

Әсәй, минең үҙ атайым... Сәғит Рәсүлов икән дә баһа?!. Ошо дөрөҫмө?

Лира (урынынан һикереп тороп). Нимә? Нимә? Үҙ атайым, тиһеңме?

Г өлфизә. Дөрөҫ , улым. һинең үҙ атайың — Сәғит Рәсүлов.

Лира. Йә Хоҙай, нимә ишетәм?!.

Хәйҙәр. Әсәй, ә ул бит иҫән! һин был хаҡта белә инеңме?

Гөлфиҙә (ни тип әйтергә лә белмәйенсә), һине үҫтергән атайың яныңда бит, балам!

Хәйҙәр. Юҡ, мин үҙ атайым... Сәғит Рәсүлов тураһында һорайым?

Гөлфиҙә. Өҙөп кенә нисек яуап бирәйем, улым. Үҙең дә аңлайһыңдыр, күптән бит күрешкәнебеҙ юҡ.

Хәйҙәр. Тимәк, һин уның иҫән икәнен белгәнһең?

Г өлфизә. Белһәм һуң?..

X ә й ҙ ә р. Ә ниңә минән йәшерҙең?

Г өлфизә. Улым, үҙеңде ҡарап үҫтергән атайыңды... Ғәлимде әйтәм, сит күрәһеңме ни?

Хәйҙәр. Уның хаҡында һүҙ бармай. Үҙ атайым тураһында һорайым.

Г өлфизә. Улым, һине Ғәлим Ҡасимович ҡарап үҫтерҙе, улы итте. һинең өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләне. Шулай булғас...

Хәйҙәр. Әсәй, минең бит атайыма — Ғәлим Ҡаси- мовичҡа үпкәм юҡ! Тик нисек булды. Аңлатып бир!

Гөлфиҙә. Хәҙер быны һиңә аңлатыуы ла ҡыйын инде, балам... Ул саҡта йылдары ниндәй ине бит!.. Атайың менән беҙ һиңә йәш тулғансы уҡ айырылыштыҡ.

Хәйҙәр. Ни өсөн?

78


Гөлфиҙә. Уны ҡулға алдылар...

X ә й ҙ ә р. Ә һин ниңә көтмәнең? Яратмай инеңме?

Лира {тыйып). Хәйҙәр!..

Хәйҙәр (уга). Мин һөйләйем!..

Гөлфиҙә. Улым, әсәйҙәргә ундай һорау бирмәйҙәр...

Хәйҙәр. Шулайҙыр... Тик, әсәй, хәҙер бит мин үҙем дә атай кеше.

Кескәй тынлыҡ.

Мин һине, әсәй, донъялағы иң изге, иң аҡыллы, иң намыҫлы кеше итеп беләм. Ә һин... минән үҙ атайым кем икә- нен ҡырҡ йыл буйына йәшереп йөрөгәнһең?! Был бит — хыянат, әсәй?!.

Гөлфиҙә. Был һүҙҙәрең менән йөрәгемде яралайһың, балам! Мин Ғәлим менән бәхетле булһам да, ғүмерем буйына атайыңды иҫемдән сығарманым, сөнки һин уның ҡаны инең, ә минең өсөн донъяла һинән дә яҡын бер кеше лә булманы. Мин был донъяла бары һинең өсөн генә йәшәнем. Хатта хаталарымды ла һинең өсөн яһаным!

Хәйҙәр. Шулай булғас, түҙергә ине! Ауыр булһа ла көтөргә ине!..

Г өлфизә илай.

Лира. Ни һөйләйһең һин, Хәйҙәр?

Хәйҙәр. Лира, үҙ атайымдың иҫәнлеген белгәндән һуң, икенсе кешегә атай тиеүе ауыр миңә...

Гөлфиҙә. Ә миңә шундай аҙым яһауы еңел булғандыр, тип уйлайһыңмы ни һин?

Әлфирәинә.Т ыңлап тора.

Эйе, һинең атайың менән тормошто һәйбәт башлағайныҡ беҙ. Йәш, бәхетле сағыбыҙ. Атайың — заводтың баш инженеры, мин — уҡытыусы. Яңы ғына ғаилә ҡорғанбыҙ. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Ҡулыбыҙҙа балабыҙ — һин! Ә бәхетһеҙлек беҙгә, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек, көтмәгәндә килде. Заводта шартлау булды. Атайыңды ҡулға алдылар. Башта мин уның ғәйеплеме, түгелме икәнен дә аңлай алманым. Шулай ҙа, уның намыҫлы кеше булыуына шик-шөбһәм юҡ ине. Йылдар ауыр, аҡланыуы ҡыйын.

79




Ҡайҙа барһаң да, ситкә ҡағалар, ситкә тибәләр. Ә мин, тормошҡа яңы ғына аяҡ баҫҡан тәжрибәһеҙ йәш ҡатын, ҡул балаһы менән урамда... Күкрәгемдә һөтөм бөттө, һин ауырыйһың. Атайыңдан хәбәр-хәтер юҡ. Бер йыл көтәм, ике йыл көтәм, өс йыл көтәм, һинең менән больницала ятҡан сағымда атайыңдан хат килтереп бирҙеләр. Ике йыл элек яҙылған хат! Ҡайҙа тотолоп ятҡандыр, белеүсе юҡ. «Ҡайта алмам, — тип яҙған атайың. — Ғәйебем юҡ, ләкин аҡлана алманым, бәхил бул, күрешә алмабыҙ инде, быныһы һуңғы хатым, — тигән. — Мин коммунист булдым, һуңғы минутыма тиклем коммунист булып ҡаласаҡмын», — тигән. Ошо ваҡытта ла ул үҙе тураһында түгел, һинең менән мине ҡайғыртҡан. «Гөлфиҙә аҡыллым, бер генә теләгемде үтә: Хәйҙәрҙе кеше ит! Ул етем ҡалды, ләкин мөмкин булһа, уны атайһыҙ ҡалдырма, һәйбәт кеше тура килһә, мине көтмә, кейәүгә сыҡ. Был минең һиңә иң һуңғы аманатым!» — тигән... Шунда мин атайыңды күптән үлгәндер инде, тип уйланым. Уның менән күңелемдән бәхилләштем дә, һине күкрәгемә ҡыҫып, инде, сабыйым, һине нисек һаҡлап алып ҡалайым тип, үкһеп-үкһеп иланым, һин дә үлем хәлендә инең. һине үлгән ереңдән Ғәлим терелтте. Ул булмаһа, белмәйем, беҙ иҫән ҡалыр инекме икән?!. Ә атайыңдың аманаты... (Шкатулканан һаргайып бөткән бер хат алып.) Бына ул...

Хәйҙәр хатты ала, һүҙһеҙ генә уҡый.

Әлфирә. Әсәй, минең икенсе олатайым да иҫәнме

ни?

Лира. Иҫән икән шул, ҡыҙым.

Хәйҙәр (хатты уҡып бөткәс). Әсәй, ә ниңә һуң быларҙың бөтәһен дә минән йәшерҙең?

Гөлфизә. Ниңә йәшерҙемме? Ғәлим мине лә, һине лә яратты. Хәйҙәреңде уллыҡҡа алам, үҙ исемемә яҙҙырам, тине. Тик бер шартым бар, бала башҡа атанан тыуыуын ғүмеренә лә белмәҫкә тейеш, тине. Мин уға ант бирҙем. Закон буйынса һин — уның туған улы, ул һинең туған атайың булды...

Хәйҙәр. Әсәй, мине ғәфү ит! һине нахаҡҡа рәнйеткәнмен!..

Ауыр тынлыҡ.

80


Әлфирә (атаһыныц аулынан хатты алып уҡый). «Гөлфиҙә аҡыллым, үҙең беләһең, фашизм Европала һуғыш усағын ҡабыҙҙы. Беҙҙең илебеҙ сиктәренән дә дары еҫе аңҡый. Бөгөнгө көндә партиябыҙ өсөн ил ҡайғыһынан да ҙурыраҡ ҡайғы юҡ. Бындай шарттарҙа минең мәсьәлә — бик бәләкәй мәсьәлә ул. Мине бөгөн, коммунист булараҡ, үҙ яҙмышым түгел, ә ил яҙмышы борсой. Күңелем һиҙә, алда һеҙҙе ҙур һынауҙар көтә. һиңә лә еңел булмаҫ, тип уйлайым... Гөлфиҙә, һин беләһеңдер инде, мине бит завод директоры Камил Байраҡов үҙе хөкөмгә тарттырҙы. Ул үҙе — бик ғәҙел кеше, ләкин кемдәрҙеңдер уйҙырма факттарына нигеҙләнгән һөҙөмтәһенә ҡарап, шундай хата ҡарарға килде. Уны алданылар, әлбиттә. Минең уйымса, заводта шартлау — ҡоротҡостар эше. Был мотлаҡ бер килеп асылыр, беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти халыҡ. Тик ошоно Байраҡовтың аңламауы ғына ғәжәп...»

Әлфирә ҡапыл хатты уҡыуҙан туҡтай, атылып уртаға сыға. Әле береһенә, әле икенсеһенә күҙ һалып ала. Нимәлер әйтергә

теләй.

Лира. Ҡыҙым, һиңә ни булды?

Әлфирә. Камил Байраҡов? Был бит ул! Йәлилдең атаһы!.. (Ишеккә ташлана.)

Ғәлим (инеп. Ул бик арыган, ләкин бәхетле). Эй ғүмерҙең изге сәғәте!..

Шаршау

Өсөнсө күренеш



Ваҡиға шул уҡ урында бара. Сәхнәлә Хәйҙәр менән Ғәлим.

Хәйҙәр. Минең үҙ атайымдың табылыуы беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртмәҫ, һин мине ҡарап үҫтерҙең, кеше иттең, мин үҙемдең етемлегемде бер ваҡытта ла тойманым. Бөтәһе өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт, мин һиңә ғүмерем буйына бурыслы! Шулай ҙа һине ғүмерем буйына үҙ атайым тип йөрөгән еремдән, ошондай хәбәрҙе ишетеү мине бик ныҡ тетрәндерҙе. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл. Мин уны барып күрмәһәм, уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшмәһәм, был шатлыҡлы хәбәр

81




минең өсөн ҡайғыға әйләнәсәк. Ләкин бында тағы бер нәмә бар: үҙ атайыңды ҡарамайһың тип, Бахыров минең битемә ҡара яҡты. Бахыров алдында түгел, үҙ намыҫым алдында мин был бысраҡты йыуып ташларға тейеш. Бының өсөн дә миңә атайымды эҙләп табырға һәм күрергә кәрәк. Көтмәгәндә ошондай ваҡиғаның килеп тыуыуы беҙҙең ғаилә тормошон үҙгәртеп ебәреүе мөмкин. Бәлки, миңә атайымды алып ҡайтырға тура килер?.. Бәлки, ул минең ярҙамыма мохтаж булыр? Бәлки, ул ғүмерлеккә минең ҡулыма ҡалыр? Мин быларҙың бөтәһенә лә әҙер! Атайым нисек теләһә, шулай эшләйем... һин, атай, оло кеше, кәңәш бир: бөгөн минең урында үҙең булһаң, нимә эшләр инең?

Ғәлим. Эйе, улым, был ваҡиға беҙҙең ғаилә өсөн эҙһеҙ ҡалмаясаҡ. Беләм, һин үҙең атайыңдан баш тарта торған кеше түгел. Эйе, хәҙер беҙҙе күп һынауҙар көтә. Ләкин мине ике нәмә борсой. Был хәл әсәйеңдең маңлайына яңы һырҙар өҫтәмәҫме икән?.. Ә үҙем... (Ситкә боролоп туҡтап тала.)

Хәйҙәр. Ни булды, атай?

Ғәлим, һине юғалтырмын тип ҡурҡам, улым...

Хәйҙәр. Ниңә инде, атай, ошондай уйҙар?!

Ғәлим, һине юғалтыу минең өсөн төҙәлмәҫлек яра буласаҡ!..

Кескәй тынлыҡ.

Ғәфү ит, улым, күңелем тулып китте... һиңә әйтер һүҙем шул: һинең урында мин дә шулай эшләр инем. Ул — һинең атайың, һин унан баш тарта алмайһың. Барырға, күрергә, һөйләшергә кәрәк, Был минең фекер. Тик атай менән бала тураһында һүҙ барғанда, иң мөһиме, моғайын, әсә фекерелер?! Шуның өсөн мин һиңә иң тәүҙә әсәйең менән һөйләшергә кәңәш итәм, улым.

Оҙон тынлыҡ.

Хәйҙәр, һин уны белә инеңме, атай?

Ғәлим. Белә инем. Күреп түгел, әсәйең һөйләүе буйынса...

X ә й ҙ ә р. Ә, һинеңсә, ул ниндәйерәк кеше?

Ғәлим. Мин Сәғит Рәсүлов тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Ул, иреккә сыҡҡас, үҙе теләп

82




һуғышҡа киткән. Комиссар булған. Әсәйеңдең адресын табып, һиңә ай һайын аҡса ебәреп торған. Был хәл һин институтты тамамлағансы дауам иткән. Быны әсәйең оҙаҡ йылдар минән сер итеп һаҡлаған. Мин уның был серен көтмәгәндә астым. Ул ауырып больницаға ингәс, һинең бала саҡта ҡулыңа туп тотоп төшкән рәсемеңде һоратып алды. Ошо рәсемеңде эҙләп, уның шкатулкаһын аҡтарғанда, атайыңдан килгән аҡсаларҙың перевод ҡағыҙҙарына тап булдым, һуңынан бының өсөн әсәйеңә үпкәләргә лә уйлағайным. Ләкин ул миңә бер генә һүҙ әйтте: Хәйҙәрҙең атаһын берҙән-бер шатлығынан мәхрүм итмә, тине...

Г өлфизә инә. Гүйә, ул быларҙың, бөтәһен дә ишетеп торған.

Гөлфиҙә, һеҙ мине йөрәкһеҙ, тип уйлайһығыҙмы ни?! Бөтә ғаиләнең яҙмышы турһында һүҙ барғанда, ниңә мине онотаһығыҙ?!

Ғәлим. Юҡ, Гөлфиҙә, аҡыллым, һине онотманыҡ. Беҙ ата менән ул үҙ-ара ирҙәрсә һөйләштек.

Гөлфиҙә. Белегеҙ, һуңғы һүҙ барыбер минеке! Әсә- йегеҙ ни тиһә, шул булыр!

Хәйҙәр. Мин, әсәй, атайымды барып күрергә булдым. һинең һуңғы һүҙеңде көтәм.

Гөлфиҙә, һуңғы һүҙме? Әйтермен... (Өндәшеп.) Килен! Әлфирә ҡыҙым, бында сығығыҙ!

Лира менән Әлфирә инә.

Бөтәгеҙ ҙә бында... Кәңәшләшәйек. Хәйҙәр улым, һүҙ бында һинең атайың тураһында ғына бармай, һүҙ бында үткәндәр тураһында бара. Уларҙың ҡайғылары ла, шатлыҡтары ла иң тәүҙә минең йөрәгем аша үткән, сөнки мин әсә кеше! һеҙҙең бөтәгеҙҙең яҙмыштарығыҙ минән башлана һәм яңынан миңә килеп тоташа. Мин был ғаиләне бар иттем, уны ауырлыҡ менән төҙөнөм, һеҙҙе бө- тәгеҙҙе лә уҡыттым. Атайығыҙ һуғышта йөрөгәндә, аспирантурала уҡығанда, үҙем ҡабаһы ризыҡты һеҙгә ҡаптырҙым, үҙем кейәһе кейемдәрҙең иң һәйбәттәрен һеҙгә кейҙерҙем. Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләбеҙҙең татыулығына, матурлығына бөтә ҡала һоҡлана. Бөгөн, ошо ғаиләнең яҙмышы тураһында һүҙ барғанда, әсәйегеҙҙе ситләтеп үтергә хаҡығыҙ юҡ! Хәйҙәр улым, әлегә тиклем һинең бер

83




генә атайың — Ғәлим Ҡасимович ҡына бар ине... Үҙ атайыңдың иҫән икәнен белмәнең, ә мин әйтмәнем. Йәше- реүем, бәлки, дөрөҫ тә булмағандыр. Бының өсөн ғәфү ит! Мин быны ошо ғаиләнең бәхете өсөн эшләнем. Ә хәҙер... үҙ атайың табылғас, уның менән нимә эшләргә кәрәклеген үҙең хәл ит! Ғәлим, һинең менән беҙҙең инде йөрәктәр ҡушылған, ҡалған ғүмерҙе лә бергә үткәрһәк ине!..

Ғәлим. Рәхмәт, әсәһе!

Хәйҙәр. Тимәк, һин фатихаңды бирәһең, әсәй?

Лира {ҡапыл). Туҡтағыҙ әле... Аңлап етмәнем, һүҙ нимә тураһында бара?

Хәйҙәр. Мин атайымды эҙләп табырға, әгәр теләһә, уны үҙ яныма алырға булдым...

Лира (үҙгәреп). Нисек? Ошо ғаиләгә алып килергә уйлайһыңмы? Башың бармы һинең? Бер ғаиләлә ике атай булғанын ҡайҙа күргәнең бар?

Хәйҙәр. Лира, һиңә ни булды? Кәрәк икән, икенсе фатирға күсербеҙ!

Лира. Атайым менән әсәйемде яңғыҙ ҡалдырыпмы? Был мөмкин түгел. Унан һуң уның хәҙерге көндә ниндәй кеше икәнен кем белә? Бәлки, ул юлдан яҙған эскеселер?!.

Хәйҙәр. Эскесе булһа ла, минеке! Үҙемдеке!

Лира. Ниңә был ғаиләне боҙорға? Беҙ инде бер-бе- ребеҙгә эйәләшеп бөткәнбеҙ. Мин әсәйем менән атайымдан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым! (Ҡәтги рәүештә.) Мин быға ҡаршы!

Әлф и р ә. Ә мин, әсәй, һиңә ҡаршы!

Лира (уга). Ололар һөйләшкәндә ҡыҫылма!

Әлфирә. Ғәфү ит, әсәй, мин инде хәҙер бала түгел!.. Минең дә олатайымды үҙ күҙҙәрем менән күргем килә. Әгәр һеҙ алып килмәһәгеҙ, мин үҙем уны эҙләп китәм... Кәрәк икән үҙем ҡарармын! Уҡырмын да, эшләрмен дә! Олатайым минең донъяла барлығымды белергә тейеш!

Лира. Бөтәгеҙ ҙә тиҫкәре яғығыҙ менән торҙоғоҙмо әллә бөгөн? Уйлап ҡарағыҙ, әгәр ул беҙҙең янға күсеп килһә, бөтә ғаиләбеҙҙең аҫты өҫкә киләсәк! Тормошобоҙҙоң гармонияһы боҙоласаҡ! Беҙҙең тормошобоҙ бер йыр ине бит ул!.. Ә хәҙер...

Хәйҙәр (бүлдереп). Ә хәҙер ни булыр тип уйлайһың?

Лира. Хәҙерме? һин уны алып килһәң, беҙҙең бөтә- беҙҙе лә ҡайғыға һаласаҡһың. Мин ҡаршы! Кәрәк икән, ана, барып күреп, ярҙам ит, аҡса ебәр!..

84


Хәйҙәр. Тормоштоң гармонияһы боҙола, тиһеңме? Тормоштоң гармонияһы кешенең кешелекле булыуы нд а!..

Лира. һин мине кешелекһеҙ, тип уйлайһыңмы ни? һиңә ҡырҡ йыл ситтә йөрөгән атайың яҡын булһа, миңә ғаиләбеҙҙең алтын бағанаһы профессор Борханов ҡәҙерлерәк! Беҙҙең өсөн йәнен ярып бирергә әҙер торған әсәйем ҡәҙерлерәк! Беҙҙең ғаиләнең татыулығы ла, матурлығы ла, етешлелеге лә ошо ике кешенең бер-береһен яра- тыуы арҡаһында барлыҡҡа килмәгәнме ни?! һин ошоларҙы емерергә йөрөйһөң!..

Хәйҙәр. Юҡ, Лира, яңылышаһың, һин, кешеләр тураһында һөйләп, күберәк үҙең хаҡында уйлайһың! Етешлелек, тиһең... Беҙ инде бәхеттең етенсе күгендә, тиһең... Хәҙер беҙгә рәхәт!.. Хәҙер беҙҙә хөрриәт! Йәшә лә йәшә! Ниндәйҙер бер сит кеше хаҡында ҡайғыртып, ниңә ошо хөрриәтте боҙорға?! Бына һинең тел төбөң ҡайҙа бара?! Мещанлыҡ философияһы был! Ерҙә бер генә кеше бәхетһеҙ булһа ла, бәхетле кеше үҙен һәр яҡлап бәхетле итеп һанай алмай! Минең атайым үҙенең ғәзиз улын ғүмер буйына күреүҙән мәхрүм ителгән икән, уны тулы бәхетле кеше, тип әйтеп буламы ни?! Үҙенең иҫән атаһын күрмәй үҫкән бала ла бәхетле түгел. Ошоно аңлаһаң, һин минең теләгемә ҡаршы килмәҫһең. Мин атайым янына барып ҡайтырға ҡарар иттем, һүҙемдән кире ҡайтмайым. Лира, миңә юлға әйберҙәремде әҙерлә!

Эске бүлмәнән Бахыров тауышы ишетелә: «Әлфирә ҡыҙым!

Әлфирә ҡыҙым!»

Әлфирә. Хәҙер!.. (Китә.)

Лира (Бахыров бүлмәһенә тарап). Бөтәһенә лә ошо ғәйепле! Күрә алмайым ҡара йөҙҙө!.. (Үҙ бүлмәһенә инә, Хәйҙәр уныц артынан китә.)

Ғәлим. Гөлфиҙә аҡыллым, ныҡ бул! Мин барында һиңә ел-ямғыр теймәҫ!

Й әлил инә.

Йәлил. Мөмкинме! һаумыһығыҙ!

Гөлфиҙә. Әйҙә ин, Йәлил, ин!

Йәлил. Ғәфү итегеҙ, мин...

85


Гөлфиҙә. Хәҙер саҡырам... (Бахыров бүлмәһенец ишегенә барып.) Әлфирә, бушаныңмы, һине һорайҙар!

Әлфирә инә, Гөлфиҙә менән Ғәлим сыға.

Йәлил. Үҙең инерһең, тип өмөтләндем, инмәнең. Елдәрҙән сәләм көттөм, ебәрмәнең...

Әлфирә (күцелһеҙ генә). Ғәфү ит, Йәлил...

Йәлил, һиңә ни булды? Әллә ауырыйһыңмы?

Әлфирә. Кәйефем юҡ...

Йәлил. Мин һине аңлап етмәйем.

Әлфирә. Аҙаҡтан аңларһың...

Йәлил. Ә ниңә аҙаҡтан? һин нимәнелер әйтеп бөтөрмәйһең?..

Әлфирә. Әйтеп бөтөрмәүем икебеҙ өсөн дә яҡшыраҡ булыр төҫлө. Беҙ әле һинең менән ныҡлап танышып етмәгәнбеҙ... Шулай күршеләр булып ҡына ҡалайыҡ.

Йәлил. Күршеләр булып ҡына? һин шулай еңел генә...

Әлфирә. Юҡ, мин күп уйланым...

Йә лил. Аңланым...

Әлфирә. Юҡ, һин бер нәмә лә аңламаның әле, Йәлил. Мин бөтөнләй икенсе хаҡта...

Йәлил. Аңлатып бир, улайһа!

Әлфирә, һинең генетика тигән фәнде ишеткәнең бармы?

Йәлил (һагайып). Ишеткәнем дә булһын, ти?..

Әлфирә. Улайһа, һин гендың да нимә икәнен беләһеңдер? Кешене кеше иткән күп факторҙар ошо гендар аша быуындан быуынға күсә. Эйеме? Кешеләр быны бик ябай ғына итеп, алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр...

Йәлил. Шунан?

Әлфирә. Шунан шул... һин атайыңа оҡшарһың, тип ҡурҡам...

Йәлил (аптырап). Оҡшаһа һуң? Ә мин ғүмерем буйына атайыма оҡшарға тырышам! Уның кеүек йәшәй алһам, мин бик, бик бәхетле булыр инем!.. Ә ниңә һин минең атайым тураһында шундай насар фекерҙә әле?

Әлфирә. Кисә мин бынан күп йылдар элек яҙылған бер хат уҡыным. Ул хатта һинең атайың тураһында ла яҙылған...

Й әлил. Ә нимә яҙылған?

86


Әлфирә. Камил Байраҡов минең олатайымды ғәйепһеҙ ҡулға алынғанда яҡламаған!

Йәлил. Ниндәй олатайыңды?

Әлфирә. Төмәндәге олатайымды, Сәғит Рәсүловты! Йәш саҡтарында улар бергә эшләгән. Минең олатайымды нахаҡҡа ғәйепләгәндә, һинең атайың...

Йәлил (һаман да башына һыйҙыра алмайынса). Ни эшләгән?

Әлфирә. Үҙ башын һаҡлау тураһында ғына уйлаған! Дуҫынан ваз кискән!

Йәлил. Бының булыуы мөмкин түгел!..

Әлфирә. Ғәфү ит, Йәлил!.. Атайыңдың ул хыянаты минең алда һине лә...

Йәлил. Йөрәгеңдең ниңә ярһыуын аңланым, ә һүҙҙәреңдең дөрөҫлөгөнә ышанмайым! Мин атайымды һинән яҡшыраҡ беләм, Әлфирә!.. (Сыга.)

Гөлфиҙә менән Хәйҙәр инә.

Г өлфизә. Алмаш кейемдәр ҡуйҙым, улым. Оҙаҡ торорға уйлайһыңмы?

Хәйҙәр. Бик оҙаҡ торорға түгел ине иҫәп. Заводтан нисә көнгә ебәрерҙәр бит...

Гөлфиҙә. Килендең күңелен тапмайынса китмә инде, хәтере ҡалды, булһа кәрәк.

Хәйҙәр. Борсолма, әсәй, килешербеҙ.

Гөлфиҙә. Әгәр икәү ҡайтһағыҙ, алдан телеграмма бир!

Телефон шылтырай.

Г өлфизә (телефонга). Тыңлайым. Өйҙә, хәҙер саҡырам. (Хәйҙәргә.) Завод директоры...

Хәйҙәр (трубканы алып), һаумыһығыҙ! Зөбәйҙә Айҙаровна! Шулаймы? Ҙур шатлыҡ был. Рәхмәт. Тик минең бер үтенесем бар: миңә өс көн ваҡыт кәрәк. Ҙур сәфәргә сығыр алдынан атайым янына барып ҡайтырға уйлайым. Эйе, Төмәнгә. Рәхмәт! (Трубканытуйып.) Әсәй, Мәскәүҙә минең кандидатураны раҫлағандар! Тимәк, минең өсөн Америкаға юл асыҡ!

Әлфирә (рсапыл). Атай, мин дә һинең менән барам!

Хәйҙәр (көлөп). Америкағамы?

Әлфирә. Юҡ, Төмәнгә — олатайым янына!

87


Гөлфиҙә. Нимә уйлап сығарҙың, ҡыҙым? Унда һиңә ни етмәгән?

Әлфирә. Минең киләсәк бәхетемдең яҙмышын олатайымдың бер һүҙе хәл итәсәк!.. Ошо һүҙҙе ишетер өсөн барам!..

Шаршау

ӨСӨНСӨ ШАРШАУ



Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет