изгеләштерелгән ат образы күренекле урын биләй. Дөйөмләштереп әйткәндә, атҡа бәйле легендар сюжеттарҙың бер нисә тибы бар: 1) ат —ырыу башлаусы изге йән, тотем; 2) ат — юл башлап, изге төйәк, ҡотло урын табып биреүсе; 3)һыу аҫтынан сыҡҡан мал ҡотон йөрөтөүсе хайуан; 4) тәбиғәт объекттарын барлыҡҡа килтереүсе; 5) күҙ тейеүҙән һәләк булыусы мифик ат — толпар; 6) бәйгеләрҙә ал бирмәҫ данлыҡлы аттар.
4 Н. Ядринцевтың мәҡәләһенә өҫтәмә рәүешендә аҙаҡтан Г. И. Кули- ковскийҙың айыуға бәйле рус йолалары һәм риүәйәттәре хаҡындағы иҫкәрмәләре бирелгән. Шул иҫкәрмәләрҙән беҙҙең иғтибарҙы түбәндәге юлдар йәлеп итте: «...Рәсәйҙең төньяғында, Олонец губернияһында, мәҫәлән, айыу —кеше затынан, ул ниндәйҙер тылсым ярҙамында кейеккә әйләнгән, тигән ышаныу йәшәй».
5 3. П. Соколова китабында килтерелгән коми легендаһы күпмелер дәрәжәлә башҡорт легендаһы менән ауаздаш: бер килен, ҡайныһының ваҡыты-ваҡыты менән ҡайҙалыр юғалып тороуын иҫләп, уны күҙәтә башлай һәм ҡайны кешенең, урманға инеп, тылсым ярҙамында (ергә эйелеп ҡайын олоно аша тәкмәсләп) айыуға әүерелеүен күрә. Килен ҡайныһының хәрәкәтен ҡабатлай, әммә яңылыштан бер аяғы менән ҡайын олонона ҡағыла. Шунлыҡтан килен инә айыуға әүерелһә лә, бер аяғы кешенеке булып ҡала. Ошо хата арҡаһында ҡайны ла, килен дә ҡабат кеше сүрәтенә инә алмай, айыу булып ҡалалар.
114
Сюжеттарҙың тәүге ике тибы — асылда бүре тураһындағы башҡорт легендаларының яңы версиялары ул. Атты һ. б. хайуандарҙы ҡулға эйәләштереү һөҙөмтәһендә малсылыҡ хеҙмәтенең тамыр йәйеүе, шул арҡала һунарсылыҡ кәсебенең күпмелер һүрәнәйә төшөүе һунарсылыҡҡа бәйле тыуған ҡайһы бер ҡараштарҙың трансформаңиялашыуына килтергәндер, күрәһең. Изгелекле бүре мотивының нәҫел ебен таратыусы, ҡотло урын табып биреүсе ат образы менән ал- машыуы йәки йәнәш йөрөүе шул хаҡта һөйләй. Миҫалдарға мөрәжәғәт итәйек. Ырымбур әлкәһенең Александр районы Ҡайыпҡол ауылында йәшәүсе Усман Сәйетовтан Кирәй Мәргән яҙып алған «Әҙәм тарпаны» исемле бер легендар риүәйәт, мәҫәлән, бүре тураһындағы сюжеттарҙың ике ти- бына ла (бүре-әсә, бүре-юл башлаусы) хас булған һыҙаттарҙы үҙ эсенә ала: «Элек бында әҙәм заты булмаған. Көтөү-көтөү тарпан мал йөрөгән, өйөр-өйөр ҡырағай кейек, йәнлек йөрөгән.
Бер әҙәм килеп сыҡҡан да тарпан малды тоторға уҡталған. Мал быға баш бирмәгән, ошо яҡҡа тартҡан. Теге әҙәм мал артынан эйәреп, Туҡ буйына килеп сыҡҡан. Бә- рәстауға килеп еткәс, малды юғалтҡан. Аптырашта ҡалған был. Ҡайҙа барырға белмәй йөрөп ятһа, күрә: бер тай йөрөп ята. Тота был тайҙы, менеп атлана ла, ҡамсыһы менән һуға. Шул саҡ тай бер һылыу ҡыҙға әйләнә, «һуҡма миңә, ағай, мин —һинең яҙмышың»,— ти был. Был тай — әҙәм тарпаны икән. Шунан былар Туҡ буйында ҡыуыш ҡороп тора башлағандар. Баштай ырыуы бына шунан таралып киткән» (55, 84). Күренеүенсә, был әҫәрҙәге төп коллизия шул уҡ Ырымбур әлкәһендә яҙып алынған «Бүреләр тоҡомо» исемле легендалағы мотивтарҙы икенсе версияла ҡабатлауҙан тора, айырма ҡайһы бер деталдәрҙә генә.
Ат, йылҡы өйөрө артынан килеп, төйәк табыу мотивына ҡоролған сюжеттар шулай уҡ традицион характерҙа. Легендаларҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, бындай сюжеттарҙың юл башлаусы бүре (эт, болан, мышы) хаҡындағы әҫәрҙәрҙән һуңғараҡ яралғанлығы күренә. Ил, йәшәр төйәк эҙләп китеп барған кешеләргә көтмәгән ерҙә әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан бүре уның артынан эйәреп барып, ҡотло урын табыу тураһындағы сюжеттарҙан айырмалы рәүештә, атҡа, йылҡы
115
өйөрөнә (варианттары: һарыҡ көтөүе, Ҡуңыр буға) бәйле легендаларҙа ваҡиға теге йәки был кешенең, ауылдың аты, йылҡы өйөрө (тимәк, ҡулға эйәләштерелгән малдың) юғалыу эпизодын һөйләүҙән башлана. Бер йыл, йәки бер нисә ай үткәс, юғалған малдарҙы табыу, улар үҙ иткән ерҙе изге күреп, кешеләрҙең шунда килеп ултырыуы артабан легендаларҙың үҙәк мотивына әйләнә. Яңы урынға күсеүҙең сәбәбен аңлатыу традицион стилдә:
«...Йылҡы өйөрөн икенсе йылы ошо яҡтағы бер тауҙа табалар. Йылҡылар кәмеү түгел, ҡолонлап, ишәйеп торған була. Өйөрҙө табыусылар ҡайтып һөйләйҙәр. Ауыл ҡарттары был тауҙы: «һаҡлы тау икән, бик хәйерле тау икән»,— тип килеп ҡарағандар. Урын оҡшаған. Күңелдәренә ятышлы был тау битләсенә күсеп ултырғандар...» («һаҡтау ауылы»—55, 130.)
Аттарын табып ҡайтҡан улына атаһы: «Улым, инде һинең йәшең еткән, өйлән дә, шул аттар ҡышлаған йылға буйына күсеп ултыр, һинең бәхетең шул ҡотло йылға буйында булырға тейеш» («Ямаш менән Йомаш ауылдары»—55, 129). Килтерелгән ошо миҫалдарҙан ғына ла, атты, йылҡы малын изгеләштереү мотивын бик асыҡ тойорға мөмкин: тәүге осраҡта ат (тай) ырыу башлап ебәреүсе булараҡ сығыш яһаһа, икенсе осраҡтарҙа ер ҡотон тоя белеүсе изге мал булып күҙ алдына баҫа. Вәлиулла Ҡолом- бәтов яҙып алған бер легендар риүәйәттә Тырнаҡлы ырыуы башҡорттары Уралға Сыр даръя яғынан юғалған буҙаттарын эҙләп килеп сығып, аттары туҡтаған урында төйәк табалар (203, оп. 11, д. 6, л. 3—21). Аттың ғәҙәти булмауы бында төҫ символы менән дә һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Билдәле булыуынса, аҡ, буҙ (күк) аттар төрки халыҡтарының мифологияһында кешеләргә ырыҫ килтереүсе, изгелекле йән эйәләре сифатында сағылыш тапҡан. Фольклор әҫәрҙәре һәм ҡайһы бер яҙма сығанаҡтарҙа һаҡланған күп һанлы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, борон күк, аҡбуҙ төҫтәге аттарға ырыу башлаусы ата-бабалар, әүлиәләр, аҙаҡ батырҙар атланып йөрөр булған. Орхон-Енисей яҙмаларынан күренеүенсә, Көл- тиген менеп йөрөгән аттарҙың икеһе аҡ төҫтә, өсөнсөһө күк төҫтә булған (176, 33). Шул уҡ боронғо яҙмалар һөйләүе буйынса, юл Аллаһы менеп йөрөгән аттың төҫө лә —буҙ
116
төҫ (176, 33). Башҡорт эпосының геройы Урал батырҙың менгән толпары — Аҡбуҙат. Ул ябай ат түгел «Күктә тыуып, күктә үҫкән» (49, 85), сәсән теле менән әйткәндә:
Болотҡа еткән тауҙарҙы һикереп ашҡан Аҡбуҙат;
Тояғы тейгән урындан Күл сығарған Аҡбуҙат;
Елеп үткән еренән
Тау сығарған Аҡбуҙат... (46, 82).
Башҡорт легендалары менән һәр яҡлап ауаздаш был юлдар. Йылҡы малы, буҙат — аллалаштырылған изге йән (уның күктә тыуып, күктә үҫеүе), шул уҡ ваҡытта ер-һыу, ғөмүмән, тәбиғәттең үҙен яралдырыуҙа ла уның ҡатнашы бар: эпостан килтерелгән өҙөктә был бик асыҡ сағыла. Уны легенда юлдары менән сағыштырығыҙ: «Айғырҙың тояҡ көсөнә тау ишелеп киткән дә, атылып шишмә килеп сыҡҡан. Айғыр урмандар, тауҙар аша әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борола-борола саба икән. Шунан ҡара айғыр сабып, Ағиҙел буйҙарына барып сыҡҡан да күҙҙән юғалған. Уның тураһында башҡа ишетеүсе лә, күреүсе лә булмаған, ә һыу Ағиҙелгә барып ҡушылған да ағып киткән.
Бына шулай барлыҡҡа килгән, ти, Ҡариҙел йылғаһы» («Ҡариҙел» — 55, 94 — 95).
Аттың һыу аҫтынан сыҡҡан мал ҡотон йөрөтөүсе хайуан булыуы хаҡындағы сюжеттарҙа шулай уҡ атты изге- ләштереү мотивы үҙәк урында тора. «Йылҡысыҡҡанкүл» исемле легендала, мәҫәлән, был йәһәттән иғтибарҙы йәлеп иткән бер әһәмиәтле деталь бар: ул «Йылҡысыҡҡанкүл» д ең ҡотло урын булыуын иҫкәртеү (күлдән сыҡҡан малдың бик үрсемле булыуы, бай улы нәҫелдәре таралыу һ. б.). Урынды изгеләштереү йылҡы малын изгеләштереүгә, уны культ дәрәжәһенә күтәреү традицияһына бәйләнгән. Боронғо баш- ҡорттарҙағы ат культын «Турат сағылы», «Кейәүташ», «Үткән ғүмер» исемле легендалар (55, 97 — 99, 259—260) миҫалында ла күрергә мөмкин.
Күҙ тейеүҙән һәләк булған туры толпарын ерләгәс, легенда геройының (кейәү егетенең) ғаилә ҡороуҙан баш
117
тартып, үҙ иленә ҡайтып китеүе («Кейәүташ») — йылҡы малына ҡарата изгеләштерелгән мөнәсәбәтте сағылдырыусы образлы деталь булып тора.
«Турат сағылы» исемле легендала шулай уҡ күҙ тейеүҙән һәләк булған ҡанатлы толпар образы һүрәтләнеп, толпарҙы ҡәҙерләп күмеү; уның зыяратын таш менән уратыу һәм аҙаҡ был ҡәберҙе изге ҡәбер тип иҫәпләү хаҡындағы иҫкәрмәләр ҙә һис шикһеҙ алда әйтелгән фекерҙе ҡеүәтләүсе мәғлүмәттәр булып ҡабул ителә. Шуны ла әйтергә кәрәк, Көньяҡ Башҡортостан ҡурайсылары араһында «Турат сағылы» исемле инструменталь кой ҙә бик яратып уйналған (203, оп. 12, д. 294, л. 68). Уны уйнаусылар әле лә юҡ түгел.
Бәйгеләрҙә ал бирмәҫ данлыҡлы аттар тураһындағы сюжеттар («Аласабыр», «Саптар юрға» — 203, оп. 12, д. 294, л. 316—320) ижтимағи үҫештең һуңғараҡ этаптарында тыуған ҡараштарҙы сағылдыра, әммә боронғонан килгән йылҡы малын изгеләштер еү мотивы уларҙа ла ҡайһы бер деталдәр арҡылы тоҫмалланып ҡала. Мәҫәлән, аласабырҙың ҡанатлы толпар нәҫеленән булған йылҡы ҡотон йөрөтөүсе ат икәнлеге тураһындағы мәғлүмәт — элекке мифологик ҡараштарҙың бер сатҡыһы ул. Ҡанатлы толпар мотивының торло халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында, һынлы сәнғәтендә (мәҫәлән, боронғо Греция, Алғы, Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия архитектура ҡомартҡыларындағы (185, 77) ҡанатлы толпарҙар һәм башҡа мифик хайуандарҙың һүрәте) сағылыу факты үҙе генә лә был мотивтың боронғолоғо тураһында һөйләй. Туранан-тура әйтелмәһә лә, «Аласабыр» әҫәрендә аласабырҙың күлдән сыҡҡан изге мал булыуына ла ишара бар. Батшаның ғәжәп аттарҙы көн һайын күл буйында осра- тыуы риүәйәт-легендаға осраҡлы ғына килеп ингән эпизод түгел. Хатта йылҡыларҙың ҡиәфәтен һүрәтләүҙә лә архаик мотивтар менән һуғарылған «Йылҡысыҡҡанкүл» легендаһы менән ауаздашлыҡ күҙәтелә.
«Аласабыр»ҙа:
«...Йылҡылар бик матурҙар икән: барыһының да төҫө ала. Яра ҡашҡа, аҡ бәкәл, барыһы ла бер тигеҙ, ваҡ нәҫел...» (55, 318).
«Йылҡысыҡҡанкүл»дә:
118
«...Күлдән сыҡҡан был йылҡы үҙе сысҡан буй һыртлы ала төҫтәге тоҡом икән. Ала төҫ йылҡы тоҡомо ана шунан ҡалған» (55, 93).
һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, данлыҡлы аттар тураһындағы башҡорт риүәйәт-легендалары шул уҡ хаҡтағы ҡаҙаҡ риүәйәттәре менән ауаздаш (сағыштырығыҙ: «Тулпар туралы аңыз», «Боз айғыр», «Коңыр ала» —304, 61 —63). һыу, күл төбөнән йылҡы сығыу мотивы ла төрки- монгол халыҡтары өсөн ят мотив түгел: ул төрөк, үзбәк, ҡаҙаҡ, яҡут, ҡалмыҡ, монгол һ. б. халыҡтарҙың легенда һәм әкиәттәрендә йыш осрай (289, 43-44).
Башҡорттарҙың атты изгеләштереп ҡарағайлығы төрлө йола һәм ышаныуҙар миҫалында ла күрергә мөмкин. «Даға тапһаң — бәхеткә» тигән юрау, мәҫәлән, шул боронғо ҡараштарҙың алыҫтағы бер шаңдауы ул. Боронғо кешеләр ат, изге мал булараҡ, үҙенең тояҡтары менән уҫал рухтарҙы, ен-пәрейҙәрҙе ҡурҡытып, ҡыуып ебәрә икән, тип уйлаған. Ауылдарҙа ҡапҡа баштарына, умарталыҡтарҙа ҡыу ат башы элеү, йә тупһаға, бағанаға даға ҡағыу йолаһы һуңғы ваҡыт- тарғаса осрай. Халыҡта был күренеш түбәндәгесә аңлатыла:
«...Ҡыу ат башынан убырлы ҡарсыҡ, мәскәйҙәр ҡурҡа икән...» (203, оп. 47, д. 3, л. 425).
Ҡыу ат башын ҡапҡа башына йорт хужаһы ҡот күрһен өсөн элеп ҡуйыр булғандар» (203, оп. 32, д. 34, л. 121).
«...Күп ямғыр яумаһа, ҡыу башты, йылҡы башын, ҡапҡа баптьтна элеп ҡуяһың» (203, оп. 21, д. 8, л. 263).
...Ир-егеткә ҡыйнаш (һуғыш, туҡмалыш) килмәҫ, ҡыҙ- ҡырҡынға уйнаш килмәҫ, мал-тыуарға үләт килмәҫ, тигән ышаныуҙы беҙгә шағир Рәшит Әхтәровтан яҙып алырға тура килгәйне.
Ҡыу ат йә бүре башын тупһа аҫтына ла күмәләр. Өлкән йәштәге информанттың әйтеүе буйынса, был ырым бик борондан килеп, ғаилә, йорт ҡотон һаҡлау өсөн башҡарылыр булған (203, оп. 65, д. 7, л. 349).
Сирҙәрҙән арыныу ниәтендә лә халыҡ ҡыу ат башының ҡөҙрәтенә ышанып, төрлө им-том итеү менән шөғөлләнгән: «Элек танау ҡанаһа, ҡаҡ баш, йылҡы башына, тип ҡанатырҙар ине» (203, оп. 21, д. 8, л. 263),— тип һөйләгән, мәҫәлән, Силәбе әлкәһе Арғаяш районының Таш (Ҡурамша)
119
ауылында йәшәүсе 70 йәшлек Шәйәхмәтов Ғәлмәҙи Шәйәхмәт улы.
«Ерҙән тейенгән тип иҫәпләнгән ауырыуҙарҙы дауалағанда, һауытҡа ат дағаһының ҡаҙағын, көл, тағы ниндәйҙер әйберҙәр, һыу һалып, ауыртҡан ер тирәһенән әйләндереп алалар ҙа, доға уҡып, шуны кеше йөрөмәгән ергә илтеп түгәләр» (203, оп. 72, д. 25, л. 249).
Аттың күбеге менән тире ен ҡағылыуҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлай икән тигән ышаныу йәшәгән борон. Ат тире йәки күбеге менән һуғарылған сыбыртҡы менән һуҡһаң, хатта әллә ниндәй ҙур йыландар ҙа түҙмәй, үлә тип уйлағандар. Был ҡараш легендаларҙа ла сағылып ҡалған. И. И. Лепехин тарафынан яҙып алынған легендала, мәҫәлән, Йылантауҙа бер башҡорттоң ырым ярҙамында (ҡамсыһын ат тире менән һуғарып) дәү бер йыланды үлтер еүе хаҡында һөйләнелә (168, 57, 58). Ат тиренең мөғжизәле көсөнә ышаныуға нигеҙләнгән ҡыҙыҡлы бер йола хаҡында Марат Минһажитдинов килтергән мәғлүмәттәр шулай уҡ бик әһәмиәтле. Урал арты ауылдары ҡарттарының таныш булмаған урман йәки аҡланда ҡуна ҡалғанда, ен-зәхмәттән, йыландарҙан һаҡланыу ниәтендә йоҡлар алдынан ятыр урынды ат тиренең еҫе сыҡҡан бөтә нәмә: дилбегә, ҡамыт, ыңғырсаҡ, йүгәндәр менән уратыу осраҡтарын авторға үҙ күҙҙәре менән күрергә тура килгән (183, 301).
Фольклор материалдарына ҡарағанда, ат күбеге халыҡ медицинаһында ла ҡулланылған булырға тейеш. Был йәһәттән, мәҫәлән, «Аҡбуҙат» эпосының геройы һәүбәндең яралы ҡошҡа Аҡбуҙат ауыҙындағы күбекте һөртөүе, шул арҡала ҡоштоң ҡанаттары төҙәлеүе хаҡындағы эпизод (49, 183) иғтибарға лайыҡ.
Яңы һуйылған йылҡы майының шифаһына ышаныу һөҙөмтәһендә тыуған ырымдарҙың булғанлығы билдәле (183, 301-302).
Шәжәрәләрҙә теркәлеп ҡалған ҡайһы бер хөрәфәти хикәйәләр буйынса, бала тормаған осраҡта яңы тыуған баланы ат ҡуйынына һалып алып, уға ат исеме ҡушыу йолаһының серле мәғәнәгә эйә булыуын аңлауы ауыр түгел. Бына, мәҫәлән, Юрматы ырыуы башҡорттарының шәжәрәһенән бер өҙөк: «...Әммә Бурнаҡ дип аны шуның өчен атадылар һәмче
120
уғлы-ҡызы юҡ сәбәбдин, борно аҡ атның ҡуйынына салып, ат исемен бирделәр» (41, 28).
Башҡорт этнонимияһы эсендә атҡа бәйле атамаларҙың һаҡланыуы ла (баштай, ҡаратай аралары) боронғо ат культының бер сағылышы булараҡ ҡабул ителә.
Ат образының биҙәү сәнғәтендә (башҡорт һарауыстарын хәтерләйек — 5, 91, 100), археологик ҡомартҡыларҙа һаҡланыуы, ҡәберлектәрҙә кеше менән бергә күмелгән ат һөлдәләренең табылыуы — быларҙың бөтәһе лә ғалимдар тарафынан хаҡлы рәүештә кеше аңының мәжүсилек осорона хас булған ҡараштар рәүешендә баһаланды (66, 185).
Аттың кешеләрҙең тормошонда тотҡан урыны ифрат ҙур булған, шуға ла был образды күп халыҡтар культ дәрәжәһенә күтәргән. Атты изгеләштереү хаҡында һөйләүсе мифологик легендалар, һәр төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәттәр ғилми әҙәбиәттә киң яҡтыртылған (304, 9—20; 292, 21; 329, 50, 123, 144, 242; 220, 239-245).
Легендалар буйынса элек башҡорттар араһында ҡоштар культының шаҡтай ныҡ таралған булыуы күренә. Башҡорттарҙың төрлө йәнлек, ҡош-ҡорттарға табыныуы тураһындағы мәғлүмәттәр, билдәле булыуынса, X быуат башына ҡараған Әхмәт Ибн-Фаҙлан яҙмаларында теркәлеп ҡалған. Был урында беҙҙе ғәрәп сәйәхәтсеһенең торналар хаҡындағы башҡорт легендаһына бәйле фекерҙәре һәм бигерәк тә уның һөйләп сығыуы аша килтерелгән легенданың үҙе ҡыҙыҡһындыра. Легендала ниндәйҙер бер яу килеүе, шул яу ваҡытында башҡорттарҙың хәле мөшкөлләнгән бер мәлдә, әллә ҡайҙан торналарҙың килеп сығып дошмандарға ябы- рылыуы, һәм был хәлдән ҡото осҡан баҫҡынсыларҙың кире әйләнеп ҡасыуҙары хаҡында бәйән ҡылына (139, 131). Ошонан һуң, торналар башҡорттарҙың тоҡомон ҡурғаусы изгелекле, аллалаштырылған ҡош итеп күҙ алдына баҫтырыла башлай, имеш. Был Ибн-Фаҙлан яҙмаларының түбәндәге юлдарынан айырыуса яҡшы аңлашыла: «Торналар — беҙҙең Раббыбыҙ, улар беҙҙең дошмандарыбыҙҙы ҡасырға мәжбүр
121
итте, — тиҙәр башҡорттар. — Шуға ла улар торналарға табына» (139, 131).
Заманында Ибн-Фаҙлан яҙмаларын С. И. Руденко тотемистик ҡараштарҙың ҡалдыҡ формаһы тип баһаланы (247, 315), сөнки легендала кеше менән торна араһындағы ҡәрҙәшлеккә туранан-тура ишаралаусы мотив юҡ. Әммә, ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, хайуан йәки ҡош-ҡурғаусы мотивы үҙенең тамырҙары менән шулай уҡ тотемизм күренешенә барып тоташа. Австралияла, мәҫәлән, ҡайһы бер ҡәбиләләр тотем йәнлегенең әшкәртеү көсөнә ышаналар. Ул ҡәбиләләр араһында теге йәки был ырыуға (ырыу вәкиленә) зыян килтереү ниәте булғанда, уның тотемын үлтереү ҙә етә тигән ышаныу йәшәгән (285, 49).
Ғәрәп сәйәхәтсеһенең яҙмаларында иғтибарҙы тартҡан йәнә бер мәғлүмәт бар: ул —әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан торналарҙың ябырылыуынан ҡурҡып, яу менән килгән дошмандарҙың кире әйләнеп сабыуы. Ни өсөн торналар сит баҫҡынсылар өсөн ҡурҡыныс йән эйәһе? Ғилми әҙәбиәткә мөрәжәғәт итеү был һорауға күпмелер яуап алырға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, беренсе нәүбәттә боронғо антик авторҙарҙың (Гомер, Павсаний, Овидий, Ювенал) яҙмаларында теркәлеп ҡалған мәғлүмәттәр, атап әйткәндә, бәләкәй буйлы кешеләр менән торналар (варианты — Стимфала ҡоштары — стимфалидтар) араһындағы һуғыш мотивы (326, 54—65) иғтибарҙы йәлеп итә. Мифтарға ҡарағанда, торналар — сәсеүлектәргә зыян килтереүсе ҡоштар, стимфалидтар иһә — хатта кешеләрҙе ашай торған яуыз йән эйәләре (326, 56, 63)6. Шулай ҙа ғалимдар боронғо мифтарҙағы торналар образын, уларҙың «ҡылған» эштәрен ысынбарлыҡҡа бәйләмәй, ә бәлки уйҙырма ҡараштар яҡтылығында аңлата. И. В. Шталь фекеренсә, мәҫәлән, торналар —ҡош сүрәтенә ингән үлектәр, дөрөҫөрәге, уларҙың йәндәре (326, 57), шуға ла торналарҙың күренеүе кешеләр күңеленә ҡурҡыу, шом
6 Сәсеүлектәргә зыян килтереүсе торна мотивы башҡорт халыҡ ижады ерлегендә лә күренеп ҡала, әммә был мотив әҫәрҙең аҙағына тиклем дауам итмәй. Торна үҙенә рәхимлек күрһәткән әкиәт геройына ярҙам итеүсе, бүләктәр биреүсе, кеше телендә һөйләшә белгән йән эйәһе булараҡ һүрәтләнеш ала (43, 50).
122
һала. Ошоларҙы иҫәпкә алһаҡ, Ибн-Фаҙлан яҙмаларындағы легендала, бер яҡтан, төрлө ерлектә, төрлө ваҡытта яралған ҡараштарҙың береккән булыуын тоҫмалларға мөмкин булһа, икенсе яҡтан, бер үк архаик мотивтың заманалар үтеү менән төрлө йүнәлеш алып китеү ихтималлығын фараз ҡылырға була.
XX быуаттың 20-се йылдарында яҙып алынған «Сыңрау торна» исемле башҡорт легендаһында ла асылда ике йүнәлеш — ҡурғау һәм шом мотивтарының йәнәш килгәнлеге күренә.
Ифрат төҙөк сюжетлы, экспрессив йөкмәткеле был легенда үҙенең тәғәйенләнеше менән «Сыңрау торна» көйөнөң килеп сығыуын аңлатыуға ҡоролған. Ошо маҡсаттан сығып, әҫәрҙең тәүге, шаҡтай ҙур өлөшө легендар риүәйәт геройының тормошонда булған бер иҫтәлекле мәлде —уның сыңрау торналар менән осрашыу эпизодын — һүрәтләүгә бағышланған. Үҙен әсир иткән ғәжәп күренеш (торналарҙың сыңрауы һәм бейеүе) егеттең күңелендә тетрәткес бер тойғо уята, шуға ла ул, сыңрау тауышын отоп алып, уны ҡурай моңона һалырға ашыға. Әммә геройҙың күңелен тетрәткән был ғәжәп хәл тиккә генә булмаған икән: ил ҡарттары торналарҙың килеүен хәүеф әшкәртеү итеп ҡабул итә. Заманында атаҡлы батыр булып, күп яуҙар күргән егеттең атаһы ла ил аҡһаҡалдарының һүҙен ҡеүәтләй:
-
Дөрөҫ, улым, сыңрау торна уйнаған ерҙә яу булыр, илгә бөлгөнлөк килер, тигән боронғолар <...> Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам. Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә. Илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың. Васыят был. Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла... (55, 47.)
Артабан легенда шул һүҙҙе раҫлай: күп тә үтмәй, илде яу баҫа; бәлә килерен алдан белеп, ныҡлы әҙерләнгән халыҡ еңеп сыға.
Легенданың 1938 йылда яҙып алынған тағы бер варианты билдәле. Уның сюжеты сағыштырмаса ябай, ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле хикәйәләүҙән бигерәк, аңлатмалар өҫтөнлөк ала. Төп мотивы тәүге варианттағыса. Тик сыңрау торналар тауышын ҡурай моңона һалған кеше —кәләш алырға
123
барған кейәү егете түгел, ә бер атаҡлы һунарсы. Торна — шомло ҡош мотивы был вариантта түбәндәге юлдарҙа сағылған: «Башҡорт ҡурайсылары араһында «Сыңрау торна» көйөн күп уйнарға ярамай тигән фекер йөрөй. «Яҡшыға булмаҫ», — тиҙәр» (55, 338). Ҡурғау идеяһы бында телгә алынмаған.
Ниһайәт, торналар хаҡындағы легендалар араһында йәнә бер әһәмиәтле текст бар, ул —«Ҡош юлы». «Булған» хәлде бик боронғо замандарға («Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған») ҡайтарып ҡалдырған был мифологик легендала торналар тәбиғәт күренешен —Ҡош юлын —барлыҡҡа килтереүсе заттар булараҡ сығыш яһай. Бер йылды, улар йылы яҡҡа осҡан мәлдә, ел-дауыл ҡубыуы, шул арҡала бала торналарҙың аҙаша башлауы, оло торналарҙың балаларын ҡотҡарыу ниәтенән ҡауырһындарын сәсә барыу- ҙары, ҡауырһындарҙың йондоҙҙарға әйләнеүе, тороп ҡалған торналарҙың ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыуы, шул эҙҙән Ҡош юлы7 хасил булыуы хаҡында һүҙ бара легендала (55, 39). Ел-дауыл, һауалағы ғәрәсәт, шул фонда осҡан торналар мотивы, ирекһеҙҙән, боронғо яҙмаларҙа теркәлгән мотивты — ярым ҡараңғылыҡта һәм томан эсендә осҡан, ҡыштан ҡасып барыусы ҡоштар мотивын, шул иҫәптән, Геродоттың скиф еренән көньяҡҡа осоусы торналар тураһындағы мәғлүмәттәрен (326, 242) хәтергә төшөрә. Ҡыҫҡаһы, легендаларҙың үҙҙәрендә һаҡланған мотивтар буйынса, төрлө халыҡтарҙың фольклор ерлегендә бөрөләнеп, антик яҙма сығанаҡтарға инеп киткән мәғлүмәттәр нигеҙендә торна сюжеттарының бик боронғо мифологик ҡараштар ерлегендә яралғанлығы билдәләнелә. Ошо ҡараштарҙан сығып барлыҡҡа килгән һәр төрлө ырым-ышаныуҙарҙың ярсыҡтары әлегәсә йәшәүен
7 Был атаманың телдә «Ҡаҙ юлы» тигән варианты ла осрай, әммә беҙгә билдәле булған сығанаҡтарҙа уға бәйле легенда күренмәй. Бер үк легенданың ике төрлө ҡошҡа бәйләп һөйләнелгән булыуы ла ихтимал. Ғилми әҙәбиәттән билдәле булыуынса, Күк йөҙөндәге аҡ юлыҡ булып күренгән алыҫ йондоҙҙар төркөмөн «Ҡош юлы», «Ҡаҙ юлы» тип йөрөтөү төрки һәм фин-уғыр халыҡтары өсөн хас булып, уның таралыу ареалы Балтик буйҙарынан Тянь-Шань тауҙарына тиклем һуҙыла. Урта диңгеҙ ареалы халыҡтарында (ғәрәптәр, иранлылар, әрмәндәр, Балҡан славяндары, көньяҡ төркиҙәрендә) ул —«һалам юлы», Обь-Амур йылғалары араларында йәшәгән тунгус-маньчжурҙарҙа — теге йәки был ми-
124
дауам итә. Башҡорттар араһында киң билдәле булған «Торнаны үлтерергә ярамай» тигән ышаныу (203, оп. 32, д. 2, л. 50) — шундайҙар- ҙың береһе. Дөрөҫ, хәҙерге заман информант- тарының күбеһе бындай тыйыуҙың сәбәбен асыҡ итеп әйтеп бирә алмай. Йыш ҡына: «Тәбиғәт ҡошона теймәйҙәр», «Торнаны үлтереү—гонаһ, ти торғайнылар олатайҙар»,— рәүешендәге яуаптар менән сикләнә. Әммә элегерәк ҡағыҙға теркәлгән яҙмаларҙы, ҡайһы бер йолаларҙы тикшереү торнаға бәйле тыйыуҙарҙың ерлеген бер ни тиклем күҙалларға момкинселек аса. P. Ғ. Кузеевтың «Үҫәргән ҡәбиләһенең бөтә дүрт ырыуы ла торнаны үҙенең ырыу ҡошо итеп иҫәпләп, уны үлтереүҙе ҡәтғи рәүештә тыя», тигән мәғлүмәте (158, 79—80) был йәһәттән айырыуса әһәмиәтле. Уның буйынса торнаның ҡәҙимге ҡощ ҡына түгел, ә ырыу башлаусы, йәғни тотем ҡошо булып һаналыуы аңлашыла. Беҙҙеңсә, алда телгә алынған тыйыуҙың төп сәбәбе нәҡ шунда ла инде (тотем йәнлеген үлтереү тоҡомдо, ырыуҙы ҡоротоу тигән һүҙ бит).
фологик геройҙың «Саңғы эҙе», монголдарҙа һәм уларға күршеләш ҡайһы бер төркиҙәрҙә — «Күк еге», Азияның көнсығыш ярында йәшәүсе халыҡтарҙа (чукчаларҙан алып вьетнамлыларғаса) — «Йылға» («Күк йылғаһы», «Көмөш йылға», «Ҡомло йылға»...) тип атала. Ошо ғәжәйеп киң ерҙәрҙе эсенә алған космогоник «карта»ла фин-уғыр һәм төрки атамаларының бер ареал тәшкил итеүенә иғтибарын йүнәлтеп, В. А. Никонов хаҡлы рәүештә был күренештең фин-уғыр һәм төрки телдәре тарихындағы боронғо уртаҡлыҡтарҙы асыҡлауҙа мөһим бер факт булыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала (208, 148 — 149).
125
Тиләү ырыуы башҡорттарының мәжлестәрҙә, туй ваҡытында «торна» сығарыуы шулай уҡ сакраль мәғәнәгә эйә: торна ҡиәфәтендә8 сыҡҡан кешенең бейеүе өйләнешкән йәштәргә түл, ырыҫ теләү ниәтенән башҡарылған.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторолған фольклор экспедицияһы материалдарына (2005) ҡарағанда, туйҙа торна сығарыу йолаһы Ырғыҙ-Кәмәлек буйы башҡорттары араһында хәҙерге ваҡытҡаса килеп еткән. «Торна»ның ҡиәфәте кейем яғынан Учалы тиләүҙәр енекенән әллә ни айырылмай (эсен тышҡа әйләндер еп кейелгән тун). Әммә махсус рәүештә бөтә шартына килтереп әҙерләнә торған ритуаль предмет — «торна башы» күп осраҡта һәр кемдең өйөндә була торған ябай көнкүреш әйбере — тәртешкә, йә ҡыҫҡыс (йәмкә) менән алмаштырыла икән. Йоланың үтәлеү маҡсаты тәңгәлендәге өҫтәмә мәғлүмәттәр шулай уҡ ҡыҙыҡлы. Ҡунаҡтарҙы, ҡоҙағыйҙарҙы оҙатыр алдынан өйгә торна керетеүҙең башҡарылыу рәүеше түбәндәгесә (уны һамар әлкәһе Оло Черниговка районының Күстән ауылында Н. Са- фиуллиндан Розалиә Солтангәрәева яҙып алған):
8 Ҡоштоң тышҡы күренеше иһә, беренсе нәүбәттә, ағастан эшләнгән торна башы иҫәбенә хасил була. 1 м самаһындағы оҙон таяҡҡа («муйынға») «суҡыштары» ҡыймылдап торған «баш» беркетелә (оҙонлоғо — 20 см, «күҙҙәр» түңәрәге диагональ буйынса 2 см). Аҫҡы суҡыштың уртаһынан оҙон еп бэйләнелеп, шул еп өҫкә «суҡыш»та эшләнгән тишек аша үткәрелә. Еп, урынынан тайпылып, бейеүсенең суҡыш ша- ҡылдауын хәтерләткән хәрәкәттәрен боҙмаһын өсөн, «баш»тың өҫке яғынан нәҙек ярыҡ һымаҡ юл юнып ҡуйыла (тәрәнлеге — 0,5 см). Шул һыҙыҡ юл аша еп «муйын» буйлап аҫҡа төшөрөлә. «Муйын»дың өҫкө өлөшөндә, түбәнән 10 см аҫтараҡ, урынлашҡан тимер ҡоршау ептең сығырҙан сыҡмауын нығыта. Аҡ йәки күкһел тундың эсен тышҡа әйләндер еп кейгән бейеүсе уның еңе аша бер ҡулы менән «торна ба- шы»н тота, икенсеһе менән епте тартҡылай. Үҙе биленә тиклем бөгөлгән килеш торна хәрәкәттәренә оҡшатып йөрөй, бейей. Хәҙер бындай бейеүҙәр онотолған. Башҡортостандың Учалы районы Сораман ауылынан Шәрәфетдинов Фәнис Фәйзулла улы тарафынан ошо юлдарҙың авторына 1993 йылда тапшырылған «торна башы» (маска) — уникаль ҡомартҡыларҙың береһе. Ул быға тиклем Шәрәфетдиновтарҙың ғаиләһендә һаҡланған. Информанттарҙың әйтеүенә ҡарағанда, торна маскаһы XIX быуаттың аҙағында эшләнгән булырға тейеш. Фәнистең күптән вафат булған олатаһының атаһы Шәрәфетдин Мотаһар улы ошо масканы тотоп бейегән (масканың һүрәтен 125-се биттә ҡарағыҙ). Маска Археология һәм этнография музейында (Өфө) һаҡлана.
126
«Оҙатыуға торна булып кейенеп керәләр. Тире тундың киреһен кейеп, оҙон ағастан суҡыш эшләп, ең аша сығаралар. Оҙон суҡышлы торна була, артҡа суҡлы шәл бәйләп ҡуялар — ҡойроҡ була, аҫтына мендәр бәйләйҙәр. Торна инде! Ҡоҙаларҙы суҡыйҙар. Береһе торнаны етәкләп йөрөй, ҡоҙаларға алып барып суҡыта. «Торна керҙе», тип аяҡ-ҡул- дарын бөтәһе йыйнап ултыра.
Ошо ваҡыт бөтөн ашты ашап бөтөрөргә тейештәр, шуның өсөн итте услап алып һоғондоралар. Ашай алмаған берәйһе «ашаусы» яллай! Аҡса бирә, үҙе өсөн кеше яллай — ит ашаһын өсөн! Йәштәрҙе саҡыра ашатырға.
Торна кереү иң һуңғы —оҙатыу ашы. Хуш ашын өйҙәрендә атҡарыу өсөн бер йола ул. Теге торна: «Ҡу-ҡу! Ҡыу- ҡыу! — тип ҡыуып ебәрә ҡоҙаларҙы, ҡанаттарын ҡағып, суҡыштары менән суҡып йөрөй. Моронға тип (торнаның) кеҫәү, йә суҡыш тип таяҡ йә ҡыҫҡыс (йәмкә тибеҙ) ҡуялар» (312 а, 82).
«Торнаның» ҡоҙаларҙы ҡыуыу мотивын яҙып алыусы тотем ҡошоноң ҡурғаусылыҡ вазифаһы менән аңлата: «Журавль, на наш взгляд, действует как мифологический хозяин пространства, тотем-покровитель, которому по силе «прогнать» со своих земель чужаков» (273 а, 238). Былай тигәндә, автор мифологик ҡараштар көслө булған боронғо дәүерҙәрҙе күҙ уңында тота булыр.
Хәҙерге заман кешеләре йола атҡарғанда, уның тәрән- дәге тамырҙарын уйлап, торнаға билдәле бер арауыҡтың (биләмәнең) мифик хужаһы итеп ҡарауҙары икеле, әлбиттә. Борон йола шундай ышаныуҙарға нигеҙләнеп башҡарылғандыр, әммә әлеге ваҡытта ҡайһы бер йолалар (ырым, им- том менән туранан-тура бәйләнеше булмағандары) ғәҙәт буйынса «ата-баба йолаһы» тип башҡарыла. Бынан тыш, бейеүгә, ритуаль хәрәкәттәргә, ҡиәфәт үҙгәртеүгә ҡоролған йолаларҙың тотороҡлолоғо уларҙың үҙенсәлекле бер тамаша, уйын күренеше булыуҙарына ла бәйле. (Был хәл әле һүҙ алып барған йоланың исемдәр енән үк күренеп тора: торна кереү/кертеү, торна сығарыу». Сағыштырығыҙ: «сәхнәгә сығыу».)
Сафиуллин һөйләүенән ҡағыҙға теркәлгән «текста» һорау тыуҙырған мәғлүмәттәр ҙә юҡ түгел: мәҫәлән, «оҙон
127
ағастан суҡыш эшләп, ең аша сығаралар». (Тимәк, тәртешкә, ҡыҫҡыстарҙан тыш, махсус эшләнгән ритуаль предметтар ҙа булған?) Яҙмала ваҡыт төшөнсәһенә ҡарата ла дөйөм рәүештә генә мәғлүмәт бирелгән («оҙатыу, хуш ашы»). Логик фекер йөрөткәндә, ҡоҙаларҙың көндөң билдәле бер ваҡытынан һуңламай юлға сығыуы фарыз (сакраль ваҡыт), юғиһә аштарын ашап өлгөрмәгәндәр, аҡса түләп* ашаусы ялларҙар инеме? «Торнанан суҡылмаҫҡа тырышыуҙың берәй үҙенсәлекле мәғәнәһе юҡмы икән?
Ҡыҫҡаһы, беҙҙең халыҡтың ҡараштарында торна образы ифрат тотороҡло урын биләй. Торна булып ҡыланыу, уның өсөн бер иш әйберҙәр (тун, тәртешкә) ҡулланыу күренеше хатта балаларҙың уйын фольклорына инеп киткән. Курган әлкәһенең Сафакүл районында 2010 йылда фольклорсы Гөлнур Хөсәйенова яҙып алған «Торна» уйыны киң билдәле, «һуҡыр тәкә» уйыны һымаҡ, тик һуҡыр «торна»ның күҙҙәре яулыҡ йә шарф менән бәйләнмәй, ә тиҫкәре яғын өйләндереп, алдын артҡа ҡуйып кейелгән һарыҡ туны ярҙамында ҡаплана. Ең эсенә тығылған һул ҡул тунды баш аша алға төшөрә биргәс, тәртешкә тотҡан уң ҡул менән «һуҡыр ҡош» уйнаусыларҙы суҡырға йыйына. Суҡышҡа эләкмәҫкә тырышып тайшаныусыларҙың берәйһенә «торна» ҡағылһа, кейем шуға кейҙерелә — уйын йәнә дауам итә. Мәғлүмәт биреүсе Шәрәфетдинова Ғәлимә Фәхретдин ҡыҙының әйтеүенсә, был уйын тик ҡыҙҙар тарафынан уйналған.
Оҡшаш йолалар, хатта маскалар яһауҙағы ҡайһы бер уртаҡлыҡ (ағастан эшләнгән торна башы), көнсығыш славян халыҡтарының, атап әйткәндә, белорус һәм украиндарҙың, ижадында ла осрай. Торна уйындары был халыҡтарҙа Яңы йыл (рождественские святки) байрамдарында, туй, мәйет күмеү йолалары эсендә атҡарылған. Славян фольклорын өй
* Әбйәлил районының Ҡужан ауылында туй бөткәнен аңлатып, сыбыртҡы һелтәйҙәр (сыбыртҡы менән ҡыуыу). Ҡыуған кешенең сыбыртҡы осона аҡса бәйләйҙәр. Аҡса түләп, хуш, «барынса һыйланыҡ, мәжлесте ябайыҡ» тигән мәғәнәлә былай тиҙәр: «Иҙел һыуы бал булһа ла, илгә етмәҫ; /Барын тапҡан оялмаҫ, /Юғын ҡунаҡ һорамаҫ (329а, 46). Күбәләк ырыуы башҡорттарының туй тамамланыуҙы белдергән ғәҙәте түбәндәгесә: «...Хуш итер алдынан ике-өс йәш кеше сығып, бер йыуан утын индерәләр. Көрәгәне ҡыйшайтып, утынды гөбө аҫтына һалалар. Был хөрмәт бөткәнде аңлата (Байым, Балапан ауылдарында). Беҙҙә (Ҡужанда) — хуш аяғы (шунда уҡ)».
128
рәнеүселәрҙең фекеренсә, борондан килгән бындай йолаларҙың нигеҙендә торнаның ырыу үҫтереү ҡөҙрәтенә (бәпесләүсе ҡатындар культы менән бәйләнешенә) ышаныу ята. Шул уҡ ваҡытта ғалимдар был ҡоштоң тереләр менән үлеләр донъяһы араһында йөрөүсе мифик йән эйәһе булып иҫәпләнеүен дә билдәләй (87, 75 — 76).
Көнсығыш славяндар менән башҡорттар ижадындағы оҡшашлыҡтың сәбәбе — халыҡтар араһындағы тарихи-мә- ҙәни бәйләнештәр менән аңлатыла. Көньяҡ Урал менән Ыр- ғыҙ-Кәмәлек буйҙарында, Себерҙә йәшәгән башҡорттарҙан яңыраҡ яҙып алынған материалдарҙың мифологик нигеҙҙәре дөйәм алғанда, ярайһы уҡ асыҡ тоҫмалланһа ла, айырым мәсьәләләре артабан эҙләнеүҙәр талап итә.
Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәре араһында
Достарыңызбен бөлісу: |