Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет7/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   27
төҙөлөшө, характерлы деталдәре иһә Төньяҡ Кавказ ерлегенән килә» (160, 156),— тигән һығымта яһалды. «Азия иле» тураһында һүҙ барғанда иһә, башҡорт этносы формалашыуында ҡатнашҡан айырым ырыуҙарҙың күсенеүе (миграцияһы) хаҡында ғына фекер йөрөтөргә мөм- киндер тип уйлайбыҙ, сөнки тарихсыларҙың (Н. Ә. Мәжитов, Ә. Н. Солтанова) һуңғы йылдарҙағы тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, башҡорт этносының иң боронғо үҙәге, төп өлөшө

85




яңы эраға тиклем үк Көньяҡ Урал ерендә барлыҡҡа килгән. Башҡорттарҙың тәү төйәгенә бәйле ҡараштар фольклорҙа ла легендалар менән генә сикләнмәй. Архаик мотивтарға нигеҙләнгән «Урал батыр» эпосында, мәҫәлән, ҡанбабалары- быҙҙың тәү төйәге итеп Урал ере, Урал тауҙары һүрәтләнә. Тарихи йырҙарҙағы «Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —Ата- олатайҙарҙың да төйәге» (варианты: ... ете лә ырыу илдең төйәге), — тигән юлдар ҙа ерлекһеҙ яралған һүҙ уйнатыуҙар түгел. «Урал батыр» менән «Аҡбуҙат» эпостарының мифологик образдарын Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр менән сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһендә археолог В. Г. Котов үҙенең «Башкирский эпос «Урал батыр»: историко-мифологические основы» (Уфа, 2006) тигән китабында Шүлгәнташ- тың боронғо башҡорт ата-бабаларының йолалар башҡара торған үҙәге («культовый центр») булыуы, «Урал батыр» эпосында инициация йолалары сағылышы табыуы хаҡында яҙа. Был күренеште ул таш быуат дәүерҙәре менән бәйләй (351-се б.).

Легендаларҙағы бүре образына йәнә ҡайтып, шуны әйтергә кәрәк: аң үҫешенең билдәле бер этабында кеше менән хайуандың ғаилә мөнәсәбәтенә инә алыу, йә булмаһа йәнлек-хайуандарҙың кешегә, йәки кешенең йәнлеккә әүерелә алыуына ышаныу мөмкинлеге ҡалмаған осраҡта, халыҡтар ҡарашында, В. И. Абаев һүҙе менән әйткәндә, «рационализаторлыҡ» күренештәре урын ала. Улар башҡорттарҙың бүреләр хаҡындағы ҡайһы бер легендалары өсөн дә ят түгел. Был йәһәттән 1982 йылда Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында Р. Уразаева яҙып алған бер легенда иғтибарҙы йәлеп итә. Бына ул: «Имеш бер кеше аҙашып йөрөй торғас, урман төпкөлөндә биш бүрегә тап була. Бүреләр был кешегә теймәйҙәр. Кешенең дә былар эргәһенән киткеһе килмәй: бер ерҙә йән эйәһе юҡ, ҡайҙа барырға белмәй. Шулай йәшәй башлайҙар былар —биш ҡорт һәм бер йән.

Бер аҙҙан һуң теге бүреләр ҡайҙандыр бер ҡатын табып алып ҡайталар, имеш. Ир менән ҡатын ғаилә ҡора. Балалары ишәйеп китеп, үҫкән береһе тарала тора. Иҙрис исемлеһе бер урынға, Ҡолсора — икенсе, башҡалары шулай уҡ үҙҙәренә оҡшаған ерҙәргә урынлашалар. Бөрйән ерен- дәге ауыл атамалары, йәнәһе, ана шул кешенең балалары

86




ның исемдәре икән. Бөрйән ере ана шул «бер йән»дән ҡалған, ә милләттәре «биш ҡорт»тан тора-бара «башҡорт»ҡа әүерелгән» (301, 1).

Күренеүенсә, легендала халыҡ аңындағы ҡараштар эволюцияһы сағыла: бүре ырыу башлап ебәреүҙә туранан- тура ҡатнашмай — сағыштырмаса үҫкән аң кимәле быны үҙенең эстетик ҡанундарына инде һыйҙыра алмай. Әммә боронғо мотив барыбер әҫәрҙең нигеҙендә ҡала: кешеләр ишәйеү, ырыу таралыу кеүек үтә мөһим күренеш изгелекле януар — бүреләр ярҙамында тормошҡа атҡарыла. Легенда этнонимик мотив менән осланһа ла («...милләттәре «биш ҡорт»тан тора-бара «башҡорт»ҡа әүерелгән»), бында инде рационализм — мәсьәләне тормошсаныраҡ аңлатырға тырышыу һиҙелеп тора.

һуңғы йылдарҙа яҙып алынған ҡайһы бер риүәйәттәрҙә мифологик сюжет һәм мотивтар бөтөнләй онотолоп, улар урынына көнкүреш ваҡиғаларына бәйле аңлатыуҙар килгәнлеге күҙгә ташлана («Бүреләр араһы», «Бүреләр») (55, 82-83).

Башҡорттарҙың боронғо замандарҙа бүрегә табынғанлы- ғы археология, этнография, топонимия, антропонимия материалдары менән дә нығытыла. Мәҫәлән, VIII—IX быуаттарға ҡараған Волга һәм Урал буйы археологик ҡомартҡыларында мифологик ҡараштар йоғонтоһонда төшөрөлгән һүрәттәр булғанлығы билдәле. Беҙҙең тема өсөн айырыуса 1964 йылда Башҡортостандың Салауат районы Ишембай (Мусабай) ауылы эргәһендәге ҡәберлектәрҙә Н. А. Мәжитов экспедицияһы тапҡан көмөш тәңкәләр әһәмиәтле. Эйәрҙең ағас өлөшөн биҙәү өсөн файҙаланылған был тәңкәләрҙә төрлө йәнлек һүрәттәре, шуларҙың береһендә ат менән алышыусы бүре рәсеме төшөрөлгән, һүрәттәрҙең тулы булмауы сәбәпле Нияз Мәжитов уларҙың мәғәнәһен аңлатыуҙан тыйылһа ла, ҡомартҡыларҙың мифтарға нигеҙләнеп эшләнеү ихтималлығын белдерә, Башҡортостандағы Ишембай табылдыҡтары менән Алтайҙағы Ҡудыргэ ҡәберлегендә һаҡланған эйәрҙең һүрәттәре (VII б.) араһында сюжет оҡшашлығы барлығын әйтә (187, 144). Татар археологы А. X. Халиков Ишембай убаларындағы һүрәттәрҙә һәм үҙе тикшергән башҡа археологик табылмаларҙа бүрегә табыныу эҙҙәрен күрә,

87




был ҡомартҡыларҙың һис шикһеҙ төрки халыҡтарыныҡы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был хаҡта ул 1971 йыл «Советская археология» журналында (305, 116) яҙып сыҡты.

Башҡорт ырыу-ҡәбилә системаһында бүре араларының булыуы үрҙә легендалар миҫалында ярайһы уҡ асыҡ күренде булһа кәрәк. Бынан тыш бүренең этноним булып йөрөүе тарихи-этнографик материалдар менән дә нығытыла. «Күк бүре» уйындары, күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн бүре теше йәки тырнағы һалып эшләнгән төрлө бетеүҙәр, ырымдарға бәйле йолалар (бүре тарамышы яндырыу) — быларҙың һәм- мәһенең тарихи ерлеге шул боронғо аң ҡалдыҡтарына барып тоташа. XX быуаттың икенсе яртыһында тупланған фольклор материалдары бүрегә бәйле ырымдарҙың, һәр төрлө ышаныуҙарҙың онотолоп бөтмәгәнлеген күрһәтә. Шулар араһында бүре тарамышын яндырғанда башҡарыла торған ырым-һүҙ өлгөһө ҡыҙыҡлы. Ул 1967 йылда Башҡортостандың Әлшәй районы Ташлы ауылында Ғилмияза Шоңҡарованан (1890 йылғы) яҙып алынған:

Бүре, бүре, бүрекәй! Бүре, бүре, бүрекәй! Бәлә килде башыма, Үҙең килсе ҡаршыма, Күҙем тулған йәшемә. Бүре, бүре, бүрекәй! Атым уғры ҡулында,

Ҡороп ҡатһын юлында — Шул ҡарғышым уйымда. Бүре, бүре, бүрекәй!

Табып бирсе уғрыны!

Харап итмә тоғроно!

Бар теләгем шул ине.

(203, оп. 21, д. 8, ч. 1, л. 261.)

Килтерелгән текстың боронғо бүре культын сағылды- рыуы яғынан әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур, ул хәҙерге көндәргәсә һаҡланып ҡалған һирәк осрай торған уникаль ҡомартҡы. Бүрегә мөрәжәғәттең формаһына ғына иғтибар итегеҙ: «Бүрекәй! Бәлә килде башыма, үҙең килсе ҡаршыма!» Тотем йәнлеге —ырыу башлаусының рухын саҡырыу, уға ялбарыу бер ҙә тиктәҫтән түгел, ә һүҙҙең магик көсөнә ышаныу кеүек архаик тойғо сағыла бында.

Ер-Һыу, ауыл исемдәре араһында «ҡорт», «бүре» һүҙе менән ойошҡан атамалар байтаҡ: Ҡортйылға, Ҡортүлгән, Бүребаш, Башбүре, Урта бүре, һаҡмар бүреһе, Бүреле




һ. б. Легендаларҙа бындай атамалар башлыса бүре культына бәйле боронғо ҡараштар, ышаныуҙар менән аңлатыла.

«Бүре» һүҙе һәм уның варианттары (ҡашҡар, һыртлан) нигеҙендә ойошҡан кеше исем-фамилияларының (Бүребай, Бүрехан, Аҡбүре, Ҡашҡарбай, Ҡашҡар, Сыртланов) барлыҡҡа килеүе шулай уҡ тәбиғәт донъяһы менән кеше араһындағы яҡынлыҡ, тығыҙ бәйләнештәрҙең һөҙөмтәһе ул. Йыйып ҡына әйткәндә, башҡорт мифологияһында бүренең изгеләштер елгән йән эйәһе —тотем булыуы күп төрлө материалдар менән раҫлана2.

Төрки халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың, легендаларында бүре хаҡындағы сюжеттар менән туранан- тура бәйләнештә торған йәнә бер төр хикәйәләр бар. Ул — изгелекле эт тураһындағы легендалар. Материалдарҙан күренеүенсә, был ике образдың этиологик мәғәнәһе асылда бер: әсә, йәки ырыу башлаусы; аҙашҡандарға юл күрһәтеп, изге төйәк табып биреүсе.

Эттең бер төркөм кешеләргә төйәк табып биреүе хаҡындағы сюжет ғәҙәттә бүре тураһындағы сюжеттар менән аралашып йөрөй. Уҙған быуаттың аҙағында П. Назаров яҙып алған легендала һәм P. Ғ. Кузеевтың китабында баҫылған бер вариантта төркмән ханы (Назаров вариантында — ҡаҙаҡ ханы) менән ҡаршылыҡҡа ингән башҡорттарҙы Уралға бер мөғжизәле йәнлек («этме, бүреме») эйәртеп алып килә (200, 168; 160, 131). Мәғәнәләре, хатта сюжет төҙөлөштәре яғынан бындай легендалар, айырым деталдәрҙе иҫкә алмағанда, бүре хаҡындағы легендаларҙан нигеҙҙә бер ни менән айырылмайҙар тиергә мөмкин. Уның ҡарауы, эт-әсә мотивы башҡорт фольклорында бөгөнгө көнгә икенсе, шаҡтай алыҫлашҡан формала килеп еткән. Был хәл Башҡортостандың Учалы районында яҙып алынған «Этимгән» исемле бер топонимик риүәйәттә ярайһы уҡ асыҡ сағыла. Кескәй, ләкин ҙур мәғәнәле риүәйәттең йөкмәткеһе түбәндәгесә: «Элек бер ҡатындың балаһы тормаған. Балаң була ҡалһа, эт

2 Төрки мифологияһында бүре мотивының тотемизмға бәйле булыуын шик аҫтына алған авторҙар барлығын да әйтеп үтергә кәрәк (Дж. Клосон, Л. Потапов). Уларҙың фекеренсә, аҡ бүре — күктән ебәрелгән изге йән (животный предок). Әммә Л. П. Потаповтың мәҡәләһендә (231) был мәсьәләгә ҡарата ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә юҡ түгел.

89




һөтөнән ауыҙландыр, тигәндәр уға. Күпмелер ваҡыт үткәс, бала тыуған был ҡатындан. Бер көсөкләгән этте табып, сабыйын имеҙгән бит теге. Шул бала йәшәп киткән.

Ауылдың исеме шунан ҡалған. Хәҙер уны Әпсәләм ауылы тип йөрөтәләр. Ҡайһы саҡ Бәләкәй ауыл тип тә әйтәләр. Ә ысын исеме төптө Этимгән була» (55, 131).

Сабыйҙы эт һөтөнән ауыҙландырыу кеүек боронғо ышаныуҙар нигеҙендә тыуған үҙенсәлекле ғөрөфтөң булыуы бик мөмкин, әлбиттә, әммә айырым бер кеше менән булған хәлдең ауыл исеме яһалыу сәбәп булыуына ышаныу ҡыйын. Беҙ был осраҡта бары тик «Этимгән» һүҙенең килеп сығышын аңларға һәм аңлатырға тырышыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ялған этимология күренеше менән генә осрашабыҙ, исемдең тамыры иһә һис шикһеҙ боронғо төрки һәм монголдарҙың ырыуын башлап ебәреүсе изгелекле хайуан (бүре, эт, болан) хаҡындағы легендаларҙа. Беҙҙеңсә, Этимгән ауылының тәүге нигеҙ һалыусылары булып Этимгән ырыуы (нәҫеле) кешеләре торған булырға тейеш (Баш- бүре ауылында йәшәүсе башҡорттарҙың «Бүреләр тоҡомо» исемле легендаһын йәнә хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ). Башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларының аңында эт менән ҡәрҙәшлек мотивының йәшәгәнлеге тел материалдары һәм ҡайһы бер йолалар аша ла төҫмөрләнә. Мәҫәлән, халыҡ телендә әле лә шаҡтай йыш осраған «эттән тыуған» тигән һүҙҙең тәүге мәғәнәһе ыңғай йүнәлештә булып, ул әүәле нәҫел төшөнсәһен аңлатҡан, тип фараз ҡылырға урын бар. Замандар үтеү менән, боронғо тотемистик ҡараштарҙың оното- лоуы сәбәпле, «эттән тыуған» тигән идиома күсмә мәғәнә алып, әрләү һүҙе булып киткән. Хатта «Улар бит нәҫелдәре менән эттән тыуған» тигән контекста ла һүҙ бәйләнешенең күсмә мәғәнәһен (уҫал, яуыз тигәнде) аңлайбыҙ хәҙер.

Борон эттең изгелекле йән эйәһе итеп иҫәпләнеүен дәлилләүсе башҡа йолалар ҙа юҡ түгел. Башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында әле лә осраштырған эт (көсөк) күлдәге кейҙереү йолаһы, мәҫәлән, шундайҙарҙан. Әйткәндәй, был йола ла, эт имеҙеү шикелле, бала тыуыу, нәҫел үрсеү мотивы менән бәйле. Этнографик материалдарҙан күренеүенсә, сабыйға кейҙерелә торған тәүге аҡ күлдәк «эт» («Көсөк күлдәге») тип аталып, балаға һыймай башлағас, көсөккә

90




кейҙерелә: «Балабыҙ эт йәнле, әрһеҙ булып үҫһен» тигән теләк әйтелә (203, оп. 73, д. 72, л. 251).

Бала тормаған саҡта, киләһе яңы тыуған баланы эт янына, йә булмаһа эт ашаған һауытҡа һалып алыу, аҙаҡ шул балаға эт исеме ҡушыу (Эткөсөк, Этҡол, Эталмаҫ һ. б.) йолалары (125, 362) —һис шикһеҙ эт күлдәге кейҙереү йолаһы менән бер ерлектәге күренештәр. Уларҙың төбөндә кеше менән изгеләштерелгән хайуан (эт) араһындағы «ҡәрҙәш- лек»кә ишара ята. Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған ырыу атамалары системаһында «бараҡ аралары»ның булыуы ла [бараҡ—оҙон йөнлө һунар эте] осраҡлы түгелдер, моғайын. Бараҡ араһы «Бөрйәндәр хан замандарында» тигән риүәйәттә тау бөрйәндәренә ҡараған нәҫел тармағы булараҡ телгә алына (55, 155—156).

Бер үк ваҡытта эт бәлә-ҡазанан һаҡлай ала торған изге йән эйәһе итеп тә иҫәпләнгән. Был хәл шулай уҡ легенда, риүәйәттәрҙә һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр миҫалында асыҡ күренә. «Ҡарагөсөк тауы» исемле риүәйәттә, мәҫәлән, балаһы тормаған атаның яңы тыуған балаға, йолаға таянып, эт исеме ҡушыуы хаҡында хәбәр итеү менән генә сикләнмәй, бәлки был йоланың сәбәбе лә аңлатыла: «Ен-пәрей ҡағылмаһын тип, бай уға «Ҡарагөсөк» тигән исем ҡуштырған» (55, 97).

Эт (көсөк) күлдәге кейҙереү, эт исеме ҡушыу һәм шуға оҡшаш башҡа йолалар төрки телле халыҡтарҙың күпселегендә бар (280, 353; 110, 39; 64, 20; 304, 227; 315, 98). Был осраҡлы түгел: уларҙа ла эт, бүре кеүек үк, борон тотем йәнлеге булып иҫәпләнгән. Байкал буйында (палеотюрк субстраты формалашҡан иң боронғо регион), Үрге Вилюйҙа асылған неолит дәүере ҡаҙылмалары араһында ҡәберлектәрҙә ритуал буйынса күмелгән эт һөлдәләре табылыу (148, 126; 299, 138), эт исеменең ырыу, ҡәбилә атамалары системаһына инеп китеүе (урта быуатта печенегтарҙың «итбеже- не» тигән исем йөрөтөүе, татар-мишәрҙәрҙәге «көчек халы- гы», төрөкмәндәрҙең этнонимия системаһында 20-гә яҡын атаманың эт образы менән бәйле булыуы (162, 130; 280, 223; 286, 15) эт образына ҡағылған ҡараштарҙың орнаментта сағылыуы (304, 228; 280, 352), халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә урын алыу —был күренештәрҙең бөтәһе

91




лә фәнни әҙәбиәттә аңдағы тотемистик фекерләү ҡалдыҡтары итеп баһалана.

Фольклор әҫәрҙәре хаҡында һүҙ барғанда, ырыу башлаусы эт-ата менән Одун ағасы-әсә тураһындағы монгол легендаларын (223, 161), Тибет туфандарының нәҫел ебен таратыусы эт-әсә хаҡындағы хикәйәләрен (3, 289), яҡут (214, 360—361), ҡырғыҙ, төрөкмән (286, 12—15) халыҡтарының күп төрлө ышаныу һәм легендаларын иҫкә төшөрөү генә лә етер ине. Ҡырғыҙ халҡында 40 ҡыҙ һәм ҡыҙыл эттән таралған ҡырғыҙ ырыуы хаҡындағы легендалар менән бер рәттән башҡорт риүәйәттәренә ауаздаш «Итэмген» хикәйәһенең булыуы иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә: «Мер- кет ырыуының ата-бабаһы Мадаминдың тыуған бер балаһы үлә торған. Яңынан бер малайы тыуғас, йола буйынса, эт имсәге имеҙеп, Итэмген тигән исем ҡушҡандар» (3, 287),— тиелә ҡырғыҙ легендаһында. Г. Н. Потаниндың яҙмаларында «Итэмген» — Ҡырғыҙ ырыуының Кирәй тармағында этноним булараҡ теркәлеп ҡалған (223, 3).

Итэмген хаҡындағы легенда-риүәйәтге төрки-монгол мифологияһында киң билдәле бүре-әсә йәки бүре-ата тураһындағы легендалар рәтендә ҡарағандан һуң, С. М. Абрамзон хаҡлы рәүештә уларҙың бер тамырҙан килгән күренеш бу- лыуҙарын билдәләй, дәлил рәүешендә, фольклор материалдарынан тыш, ҡырғыҙ теле лексикаһындағы «ит-ҡуш» формаһын килтереп, уның «бүре» мәғәнәһен биреүе хаҡында яҙа (3, 287). Был фекер башҡорт материалдары менән дә ҡеүәтләнә. Үрҙә тикшерелгән легендалар яҡынлығынан тыш, тел берәмектәрендәге уртаҡлыҡты ла күрмәү мөмкин түгел. Башҡорт телендә «эт-ҡош» шулай уҡ бүре мәғәнәһендә йөрөй. «Мал эт-ҡошҡа осрамаһын» тигәндә, мәҫәлән, берәү ҙә эт менән ҡошто күҙ уңында тотмай — һүҙҙең бүре хаҡында барғанлығы һәр кемгә билдәле.

Бик боронғо дәүерҙә эт менән бүре төшөнсәһенең яҡын, хатта бер мәғәнәлә йөрөүе икенсе тел системаһына ҡараған халыҡтарҙың материалы миҫалында ла асыҡ сағыла. Был йәһәттән рус халҡының изге Юрий-Егорий тураһындағы дини шиғырҙарын, Скандинавия һәм герман халыҡтарының Один (германдарҙа Водан, Вотан) Хоҙайға бәйле мифтарын хәтергә төшөрөү ҙә етер ине. Миф һәм легендаларҙан тыш,

92




бүре-эт образы тел берәмектәрендә, археологик ҡомартҡыларҙа һаҡланып ҡалған. Ошо материалдарҙы ентекләп байҡап сыҡҡандан һуң, В. В. Иванов түбәндәгеләрҙе яҙа: «Бүре менән этте телдә айырып атау барлыҡҡа килгәс тә әле, мифологияла һәм һүрәттәрҙә ул йәнлектәрҙең икеһенә лә уртаҡ бер символ һаҡланған» (119, 400). һуңғы, иң яңы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә урынлашҡан ҡараш буйынса, Һинд-Европа телдәрендә бүре һәм эт һүҙҙәренең ике төшөнсә бирә башлаған осоро сама менән яңы эраға тиклем 7000 йыл элек булған (119, 399). Ошо күрһәтмәне иҫкә алғанда, бүре-эт төшөнсәһенең ни тиклем архаик күренеш булыуын төҫмөрләмәү мөмкин түгел. Шул уҡ мәғлүмәт яҡтылығынан сығып ҡарағанда, Евразия халыҡтары мифологияһында, айырым алғанда башҡорт легендаларында, сағылған бүре/эт имеҙеп үҫтергән баланан ырыу таралыу мотивының боронғолоғо ла, уртаҡлығы ла шик тыуҙырмай.

Башҡорт халыҡ легенда һәм риүәйәттәрендә эт образы сағыла биреп ҡалған тағы бер нисә сюжет бар. Шуларҙың береһе, Курган әлкәһенең Элмән районы Бүргошкән (Әмин) ауылында Ғайсина Бәширә Фәрхетдин ҡыҙынан (1897 йылғы) яҙып алынғаны был образды этногенетик мотив аша һүрәтләй. Жанры яғынан әкиәт-легендаға ҡараған был сюжетта эт менән кешенең яҡын мөнәсәбәтенән ырыу таралыу мотивы әкиәт поэтикаһы закондары сигендә барһа ла, әҫәрҙең аҙағы реаль йүнәлештә, легенда һәм риүәйәттәр поэтикаһы стилендә хәл ителә: «Бына шунда самаид [самоед] тигән халыҡ бар. Шулар Нухтың эт ҡыҙынан яралған икән. Улар эт ашай» (203, оп. 65, д. 5, л. 15—16). Башҡорт ауылында өлкән йәштәге башҡорт әбейенең хәтерендә әллә ҡайҙа- ғы «самаид» халҡының килеп сығышына бәйле легендар мәғлүмәттең һаҡланыуы тәү ҡарағанда сәйер ерәк тә төҫлө, сөнки самөдий (самөед) телендә һөйләшеүсе ненец, энц, нганасан һәм селькуп халыҡтарының күпселеге хәҙерге ваҡытта алыҫ Төньяҡта йәшәй. Улар менән башҡорттар араһында контакттар булғанмы, әгәр булһа, был бәйләнештәрҙең хронологик сиктәре киңме, тармы тигән һорау тыуа. Ошо һорау менән тарихи-этнографик сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеү түбәндәгеләрҙе күрһәтә.

93




Күпселек ғалимдарҙың фекеренсә, самодий халыҡтарының боронғо ата-бабалары Көньяҡ Себерҙә йәшәгән. Ошо төбәктән улар яңы эраның 1-се мең йыллығында — 2-се мең йыллыҡтың башында бер нисә этник тулҡын булып, төньяҡҡа таралғандар. Самоед халыҡтарының ҡайһы бер тармаҡтары иһә (камасиндар, ҡарағас һ. б.) әле XVII — XVIII быуаттарҙа ла Көньяҡ Себерҙә, Саян тауҙары алдында йәшәп, төрки халыҡтары менән ныҡ аралашыу һөҙөмтәһендә бөтөнләй үҙ телдәрен юғалтып, тува, хакас һ. б. халыҡтар составына инеп киткәндәр (79, 535). Ошоларҙы иҫкә алғанда, Себерҙә йәшәүсе Курган әлкәһе башҡорттарының ауыҙ-тел ижадында самодий мотивының булыуы бер ҙә осраҡлы хәл түгел. Ләкин тарихи-этнографик материал бының менән генә сикләнмәй. Ҡайһы бер ғалимдарҙың (В. Ф. Генинг,

В. И. Васильев) фекеренсә, самодийҙарҙың ҡайһы бер этник төркөмдәре элек Урал буйы ерҙәрендә йәшәгән. В. И. Васильев был осорҙо VI — IX быуаттың беренсе яртыһына ҡайтарып ҡалдыра (78, 60—61).

Легендаларҙа эт образына бәйле боронғо ҡараштар хаҡында һөйләгәндә, тағы бер архаик мотивҡа иғтибар итмәү мөмкин түгел. Ул — эттең ҡасандыр ҡорбан хайуаны булыуы. Шуныһы, легендаларҙағы мәғлүмәттәр буйынса, эт — ҡорбан булырға тейеш кешене алмаштырыусы йән эйәһе. Күрәһең, бик боронғо замандарҙа эт —кеше затынан тигән ышаныуға нигеҙләнеп тыуған ҡараш был. Әгәр ҙә кеше урынына ҡорбан ителгән эт мотивы бер башҡорт легендаларында ғына сағылған булһа, бәлки уның тамырҙарын артыҡ тәрәндән эҙләү ышандырып та бөтмәгән булыр ине, сөнки башҡорт легендаһында боронғо ҡараштарҙың бик ныҡ үҙгәргән хәлдә килеп еткәнлеге күҙгә ташлана. Асыҡлыҡ өсөн «Бүреле йылғаһы» исемле легенданан бер өҙөк килтерәйек:

«Башҡорттарҙа бер ырыу башлығы үлер алдынан ҡапҡа төбөнә бағауыл ҡуя. Әмер бирә: ҡапҡа янына килгән йән эйәһен тотоп үлтерергә лә, шул ерҙә күмергә.

Бағауыл ҡапҡа янына сығып әҙерәк торғас, ырыу башлығының ейәне килеп сыға. Бала ҡапҡа янында уранғылай ҙа, китеп бара. Бағауыл уны йәлләй, теймәй ҡала. Бала киткәс, бер эт килә. Әлеге бағауыл этте үлтереп, ҡапҡа төбөнә

94




күмә. Был хәлде үҙе ырыу башлығына еткерә. Шунан ырыу башлығы аҡтыҡ көсөн туплап әйтә: «Әгәр баланы үлтереп күмһәң, был урында мин үлгәндән һуң да бер нәмә ҡалған булыр ине. Хәҙер ҡапҡа төбөндә эт ята. Шулай булғас, мин үлһәм, был урындан күсергә тура килер» (55, 65).

Күренеүенсә, эткә изге хайуан итеп ҡарау мотивы легенданың фактты (ваҡиғаны) баһалау өлөшөндә бөтөнләй һиҙелмәй.

Кеше урынына этте ҡорбан итеү күренеше татар һәм башҡорттар араһында таралған Ҡазан ҡалаһын һалыу тураһындағы легендаларҙа ла сағыла. «Яңы һалынасаҡ ҡала үҙ урынында ныҡ торһон өсөн» төҙөү эштәре башланғас, хан тарафынан ергә кеше ҡорбаны килтерергә әмер бирелә. Артабан ваҡиғалар «Бүреле йылғаһы» легендаһындағыса тиерлек: йәрәбә буйынса ҡорбан булыу яҙмышы хандың үҙ улына тейә, хан малайы урынына нигеҙгә тере көйө эт күмелә.

Эткә мөнәсәбәт шулай уҡ һуңғы дәүерҙәргә хас булған ҡараштар яҡтылығында: легенданың бер вариантында мосолман дине йоғонтоһо күренеп торһа, икенсе вариантында XVI быуатҡа ҡараған тарихи-соңиаль күренештәр йоғонтоһо һиҙелә (81, 171—173). Телгә алынған легендаларҙа ниндәй генә үҙгәртелгән ҡараштар сағылмаһын, был сюжеттарҙың нигеҙендә эт кеше затынан тигән бик боронғо ышаныу ятҡанлығын төҫмөрләмәү мөмкин түгел. Башҡа халыҡтарҙың ышаныуҙары шулай уҡ әйткәндәргә дәлил була ала. Был йәһәттән айырыуса ҡырғыҙ материалдары бик сағыу. Боронғо ышаныу буйынса, әгәр ете кеше ҡорбан ителергә тейеш булған булып, шуның береһе урынында булмаһа, уға алмашҡа этте ҡорбан итергә мөмкин булған (64, 19).

Күп халыҡтарҙың йола һәм ышаныуҙары буйынса, эт киләсәк бәлә-ҡазаны алдан тоя белеүсе йән эйәһе итеп иҫәпләнә. Был ышаныу башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә сағылып, үҙенең тарихи ерлеге менән кеше урынына эт ҡорбан итеү мотивына барып тоташа.

Эт олоуы йорт хужаһының үлеменә тигән ышаныу, мәҫәлән, әле лә башҡорттарҙың өлкән быуын кешеләре араһында осрай. Эт олоған осраҡта (бигерәк тә ул өс көн буйы олой икән) бәләнән ҡотолоу ниәтендә кисекмәҫтән сара күрелә: олоған эттең үҙе үлтерелеп, өй ихатаһына күмелә.

95




«Эт олоһа үҙ башына була» тигән мәҡәлдең тәү мәғәнәһе нәҡ бына ошо йолаға бәйле. Ҡыҫҡаһы, был осраҡта ла «үләһе» кеше урынына эт ҡорбан ителә. Тимәк, йоланың нигеҙендә кеше менән эттең яҡынлығы, уларҙың береһен- береһе алмаштыра алырлыҡ йән эйәләре итеп иҫәпләнеүе ята.

Эттә кеше сифаттарын күреү төрлө ышаныу, ырым-юрау- ҙар миҫалында ла сағылып ҡала: «Эткә тибергә ярамай — ҡарғай», «Күсенеп киткәндә лә, эт менән бесәйҙе ҡалдырырға ярамай — бәхетһеҙлек була, ҡарғайҙар». Был ҡараштар, әлбиттә, бик боронғо, уларҙың тәүге бәрәләр е төрки һәм монгол халыҡтарының мифологик донъяһында яралған. Эт ҡиәфәтле «кеше», йә булмаһа ярым-кеше, ярым-эт һүрәтен- дәге йән эйәләре, ир-эт һәм сибәр ҡатындарҙан таралған тоҡом һәм улар йәшәгән мөғжизәле «эттәр иле» хаҡындағы монгол, бүрәт, алтай, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ легендалары (242, 23; 69, 53-52; 266, 113; 207, 245; 3, 360-361; 304, 58) шул хаҡта һөйләй.

Ҡайһы бер йола һәм хөрәфәти хикәйәләрҙән күренеүенсә, кеше үлгәс, уның йәне эткә әйләнә икән тигән ышаныуҙар йәшәгән. Сыуаштар, мәҫәлән, ошо ышаныуҙан сығып, үлекте иҫкә алыу табынындағы мәрхүмгә тип ҡуйылған ашты эткә ашатыр булғандар (300, 19). Шундай уҡ ышаныуҙарға таянып, боронғо фарсылар (иранлылар) мәйетте ергә күммәйенсә, эттәр өйөрөнә аҙыҡҡа биргәндәр (266,6). Оҡшаш миҫалдарҙы тағы ла килтерергә мөмкин булыр ине, әммә бының кәрәге юҡ, этте изгеләштер еү мотивы телгә алынған ышаныуҙарҙың һәр ҡайныһында ярайһы уҡ асыҡ күренә.

Башҡорт халыҡ хикәйәләре араһында этташтар тураһында бер нисә сюжет булып, шуларҙың В. И. Даль һәм М. В. Лоссиевский хеҙмәттәрендә телгә алынған береһе (103, 99; 172) боронғо ҡараш ҡалдыҡтарын сағылдырыуы менән иғтибарға лайыҡ. Төрлө заман ҡараштарын туплаған бәләкәй генә был хөрәфәти хикәйәнән күренеүенсә, эт һынына оҡшаш был таш (хәҙерге Бөрйән районының Шүлгән мәмерйәһендә) ҡасандыр ямғыр теләү йолаһын башҡарыу объекты булып хеҙмәт иткән булырға тейеш, һөйләүселәр ҙә, яҙып алыусылар ҙа ул хаҡта иҫкәртмәй, әммә хикәйәнең

96




тексынан йолаға бәйлелек ярайһы уҡ яҡшы аңлашыла: «Шуныһы ҡыҙыҡлы, был Этташ ҡамсынан ҡурҡа, әммә болоттар уға буйһона. Йөҙ мәртәбә ҡамсы менән һуҡһаң, Этташ әкрен генә тауыш сығарып олой башлай, һәм, тирә- яҡты мул итеп һибәләп, ямғыр яуырға тотона» (103, 99).

Был Этташты эт сүрәтендә ҡатып ҡалған дейеү тип аңлатыу ҙа бар. Уныһы— йә факттарҙы бутау һөҙөмтәһендә, йә һуңғыраҡ ҡараштар нигеҙендә тыуған күренеш булыуы ихтимал, сөнки халыҡ ижадында дейеү ғәҙәттә кешеләргә яуызлыҡ ҡылыусы кире персонаж булараҡ һүрәтләнә. Килтерелгән

Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   10   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет