Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ


Убыр эбейе, убырлы ҡарсыҡ, мәскәй



бет5/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27
Убыр эбейе, убырлы ҡарсыҡ, мәскәй кеүек йән эйәләре— нигеҙҙә, әкиәттәргә хас традицион персонаждар, әммә улар хаҡында хөрәфәти хикәйәләр ҙә юҡ түгел. Халыҡ хикәйәләренән күренеүенсә, был образдар бер-бер еһенә яҡын, күп осраҡта уларҙы айырып тормайынса, бер рәүешлерәк итеп һөйләү күҙгә ташлана.

Хөрәфәти хикәйәләр буйынса, убыр, мәскәй — ғәҙәттә, үлектәр донъяһы менән бәйле йән эйәләре. Уларҙың барлыҡҡа килеүе күп осраҡта дини ҡараштар күҙлегенән яҡтыртыла: «Мәскәйҙең булыуы мәйетте йыназа уҡымай

ҡуйғандан килә (мәскәй бит ҡәберҙән сыға) (203, оп. 47, д. 3, л. 423); «әгәр насар, иманһыҙ кеше үлһә, бигерәк тә уны ясин сыҡмайынса ҡуйһалар, ул әбей сүрәтенә кереп, үҙенең кәфенен сәйнәп ята икән» (203, оп. 47, д. 3, л. 424). Убырҙы насар, гонаһлы кешеләрҙең йәне, тиҙәр. Бәғзе берәүҙәрҙең йәнен үҙҙәре тере сағында уҡ убыр алышты- рыуы, убырҙары ҡуҙғалғанда ундай кешеләрҙең бәлә-ҡаза килтереүсе көскә әйләнеүе тураһында ифрат шомло ышаныуҙар йәшәгән. Бындай әҙәмдәрҙең үҙҙәре үлһә лә, убырҙары тороп ҡалып, үлектең туған-тыумасаларының ҡанын һурып йөрөүе хаҡындағы хөрәфәти хикәйә — С. И. Руденко тарафынан ҡағыҙға теркәлеп ҡалған (248, 20) һирәк яҙмаларҙың береһе. Бәғзе мәйеттәрҙең ҡәберҙә тынғыһыҙ булыуҙары, мәскәй рәүешендә ер өҫтөнә сығып, яуызлыҡтар ҡылып йөрөүҙәр е тураһындағы мәғлүмәттәр һуңғы йылдарҙағы яҙмаларҙа ла урын ала (203, оп. 92. д. 1, л. 41).

56


Фольклор фондтарында тупланған материалдарҙан мәскәйҙең тышҡы йөҙөн асыҡ ҡына күҙ алдына килтереүе ҡыйын. «Мәскәй әбей —йөҙ төрлө сүрәткә инеүсе шүрәле» (203, оп. 65, д. 5, л. 170), ти, мәҫәлән, Курган әлкәһенән бер информант. Йыйылған материалдар араһында мәскәйҙең кешеләргә кәкүк, көсөк, аҡ эт, бохар бесәйе рәүешендә күре- неүе хаҡында ғәжәйеп хикәйәләр бар. Бында ла аҡ эт, бесәй һ. б. йәндәр — һөйләүсене мәйет менән осраштырыусы хайуандар. Мәскәйгә әүерелгән кешенең ҡәберен аҡтарып, күмеү йолаһын еренә еткереп мәйетте ҡабат ерләгәндән һуң, бәлә, яуызлыҡтар бөтә, «донъя рәтләнә», имеш, тиелә хөрәфәти хикәйәләрҙә. Ә мәскәйҙең зарары, яуызлыҡтары инде —ысын мәғәнәһендә ҡот осҡос: ул кеше йөрәгенең ҡанын һура, һис юғында үләкһә, емтектәрҙең һөйәк-һаяҡтарын кимерә (203, оп. 47, д. 3, л. 424).

Үҙҙәре ышанған бындай яуыз көстән ҡотолоу әмәлен табырға тырышыу шулай уҡ кешеләрҙең аң кимәле мөмкинлектәренән сығып «хәл ителгән». Мәскәй салғынан ҡурҡа икән тигән ышаныуҙан сығып, бағана башына салғы элер булғандар элек (203, оп. 47, д. 3, л. 427). Бынан тыш ҡыу ат башы ла мәскәйҙән «һаҡлаусы» сара булып иҫәпләнгән: йәнәһе, ат башы был ҡурҡыныс йән эйәһен үҙенә тарта була (203, оп. 92, д. 7, л. 256). Телгә алынған ырымдарҙың тарихи ерлеге, үҙ нәүбәтендә, боронғо ат культына һәм тимергә табыныу йолаларына барып тоташа. Ғөрөф буйынса, тынғыһыҙ үлектең ҡәберенә уҫаҡ ҡаҙығы ҡағыу ҙа ҡаралған: шулай эшләмәһәң, мәскәй сығыу бөтмәй, имеш, тиҙәр (203, оп. 92, д. 7, л. 256). һуңғы ырым бик күп халыҡтарҙың, айырыуса славяндарҙың, йолаларында киң урын алған (109, 42).

Убыр әбейе, убырлы ҡарсыҡтар — шулай уҡ үтә зарарлы, үтә ҡурҡыныслы персонаждар. Хөрәфәти хикәйәләрҙән күренеүенсә, был йән эйәһенең характерлы һыҙаты — оңҡот- лоҡ. «Убыр» һүҙенең килеп сығышын ғалимдар дөйөм төрки тамыр —«ор» формаһына бәйләп, «тотошлай йотоу» мәғәнәһен биреүсе лексик берәмек тип аңлаталар (29, 45). Ғөмүмән, убыр (дөйөм төрки формаһы — «обур») — бик күп халыҡтарҙың демонологик хикәйәләре өсөн уртаҡ персонаж,

57


рус халыҡ ижадындағы «упырь», «ведьма» образдары менән ауаздаш.

Убыр әбейенең тышҡы ҡиәфәте, йөрөш-торошо хаҡында хөрәфәти хикәйәләр мәғлүмәттәргә һаран. С. И. Руденконың «убырҙың ал яғы булмай, уны йөрәген һурып алғанда ғына еңеп була» (248, 21) тигән күрһәтмәһенән тыш, башҡа сығанаҡ хәҙергә юҡ. Шул уҡ авторҙың ҡатай башҡорттары һөйләүенән яҙып алған «убыр — көндөҙөн бабай сүрәтендә, кисен һуҡыр сысҡанға әйләнеүсе йән эйәһе» (248, 21) тигән мәғлүмәте убыр менән мәскәйҙе бер персонаж итеп ҡарауҙан килә булһа кәрәк.

Халыҡ араһында убыр уты күреүгә бәйле хикәйәләр бик йыш осрай: «Убыр — тере ут була» (203, оп. 32, д. 2, л. 376). «...Төндә ҡыҙым менән китеп барам. Ҡараһам —убыр! Сүмәлә ҙурлығы булып янып ултыра. Башы йомро, осланып барып бөтә» (203, оп. 21, д. 9, л. 293). Шунда уҡ: «Убыр уты ҡойроҡло була, күкле-йәшелле булып төшә. Мин үҙем күрҙем убырҙы. Шулай, бер ваҡыт әүендә ашлыҡ һуғып ятабыҙ. Кинәт кенә беҙҙән йыраҡ түгел ялбырап ут осто ла китте. Ҡойроҡланып осоп бара, ергә төшмәй».

С. Г. Рыбаков яҙмаларынан күренеүенсә, башҡорттар убыр утынан (йәғни ут рәүешендә күҙгә күренгән убыр- мәскәйҙән) һаҡланыу ниәтендә, һәнәк һабын һындырыр, йә өҫтәрендәге күлдәктәрен йыртыр булғандар. Шулай эшләгәндә, йәнәһе, убыр уты тарала була (20, on. 1, № 105, л. 33). Хәҙер балалар уйынына әйләнгән «Убыр әбей» (варианттары — «Алырым ҡош», «Алырым — бирмәм», «Убыр бесәй») исемле уйындың да боронғо магик функциялары булғанлығы яҡшы төҫмөрләнә:

Убыр әбей килмәҫкә

Тимер ҡапҡа ҡорайым.

Ҡорайым, ҡорайым.

Эләкһен дә йығылһын —

Мәрәкәһен күрәйем,

Күрәйем, күрәйем... (203, оп. 63, д. 58, л. 28).

Хөрәфәти хикәйәләрҙән күренеүенсә, убыр уты —ябай, ғәҙәти ут түгел, ә зыяраттан сыҡҡан ут. Шунлыҡтан уны

58




күреү кеше күңеленә ҡурҡыу, шом-хәүеф һала. Убыр утының яҡтыһы төшкән кешегә бәлә килә, сир ҡағыла тигән ышаныу йәшәй. Им-том итеүсе әбей-һәбей убыр утынан ҡурҡмаҫҡа ҡуша: «Әгәр ҙә шуны күрһәгеҙ, ҡурҡмағыҙ, иҙеүегеҙҙе өҙә тартығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Шулай итте ниһәң, ул үҙе өҙөлөп-өҙөлөп барып һүнә» (203, оп. 92, д. 1, л. 40).

Халыҡ араһында элек аждаһа һәм юхалар хаҡында ышаныуҙар, уларға бәйле хөрәфәти хикәйәләр шаҡтай киң таралған булырға тейеш. Революцияға тиклем яҙып алынған материалдар эсендә, атап әйткәндә, Батыргәрәй Юлыев менән Сергей Руденко яҙмаларында, был ышаныуҙар хаҡында ифрат ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Улар тарафынан килтерелгән материалдың айырым үрнәктәренән шул ышаныуҙарға бәйле тыуған хөрәфәти хикәйәләрҙең жанр тәбиғәтен билдәләй торған сифаттар ҙа табырға мөмкин. Б. Юлыевтың башҡорттарҙан яҙып алған аждаһа-йылан күтәр елеүе хаҡындағы хикәйәһе, мәҫәлән, төҙөк сюжетлы, һәм ул хәүефле ситуацияны ҙур оҫталыҡ менән асып бирә (334, 245—248).

«Йылан йөҙ йәшәһә — аждаһа, мең йәшәһә —юха булыр» тигән ышаныуҙы башҡорттар араһында һирәкләп хәҙер ҙә ишетергә мөмкин. Революцияға тиклем яҙып алынған текстар ҙа, совет осоронда яҙылғандары ла аждаһа һәм юхаларҙы кешегә хәүеф һалыусы, шомло яуыз көс итеп һүрәтләй:

«Аждаһа күберәк ваҡ малдарҙы, бигерәк тә һарыҡ-кәзә бәрәстәрен ашап, күлдә йәшәй. Юха кешеләргә, бигерәк тә ҡыҙ-ҡырҡынға, йәбешеүсән була» (248, 25).

«Ҡара йылан һыуҙа ҡырҡ йыл ятһа, аждаһа була. Уға тәрән һыу кәрәк. Күтерле, бата торған һыуҙы ярата. Ҡырҡ йыл булғас, кешене ашамаға ҡысҡыра» (203, оп. 26, д. 10, л. 63).

«Аждаһалар хаҡындағы һәм башҡа хөрәфәти хикәйәләрҙә мәжүси ҡараштар менән бер рәттән, ҡайһы ваҡыт Ислам дине йоғонтоһонда тыуған ҡараштар урын ала. Бына, мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мирхәйҙәров Мөғәлләм Шәйхаттар улынан яҙып алынған бер миҫал: «Аждаһа кешене, малды тыны менән тартып ашай. Йота торған, аҙғындан-аҙғын йылан. Шундайын яуыз, ҡанһыҙ булғаны өсөн Алла уға асыу итә: бер фәрештәһен ебәрә.

59




Был фәрештә ҡара ҡойон ямғырҙар яуғанда, аждаһаны килеп эләктереп, тимер сынйырҙар менән бәйләп, Ҡаф тауы артына илтеп ташлай» (203, оп. 47, д. 3, л. 424).

Йәнә миҫал: «Бик оҙаҡ йәшәһә, аждаһа йотор өсөн ҡояшҡа ынтыла икән. Ҡояш тотолоу шунан килә. Аллаһы Тәғәлә шуға ла уны ала» (310, 64). Дөйөм алғанда, «Алланы» телгә алмай, нейтраль формала һөйләнелгән текстар өҫтөнлөк итә. 1963 йылда Пермь әлкәһе Уса районының Удик ауылында яҙып алынған бер хөрәфәти хикәйә, мәҫәлән, шундайҙарҙан: «Аждаһа малды йота... Зыян ҡылмаһын тип, болот ала. Мин үҙем күрҙем. Болот алғанда ҡойроғо менән ағастарға уралып ҡарай. Шунан ағастар ҡойолоп-ҡойолоп ҡала... Болот уны Ҡаф тауы артына илтеп ташлай икән. Бәләкәй һеңлем бар ине, ул да күрҙе» (203, оп. 32, д. 2, ч. 2, л. 390).

Хөрәфәти хикәйәләрҙә аждаһаларҙың тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләүгә лә урын бирелә:

«...Башы биҙрәләй бар, күҙе сүместәй ҙур. Оҙо-о-н ҡойроғон болғай-болғай <...> күккә күтәрелә» (203, оп. 92, д. 1, л. 53).

«...Башы бесәй башы ҙурлығындай бар, унан да ҙурыраҡ булмаһа әле. Оҙонлоғо ике-өс сажиндай барҙыр. Йөҙөп килгәндә, һыуҙы икегә ярып, һөрөп килгәндәй була ул...» (248,25).

«Аждаһа —ул ҙур ҡойроҡло бер нәмә...» (203, оп. 73, д. 72, л. 2), «...ҡойроғо утыҙ метрлап бар...» (203, оп. 32, д. 2, л. 390).

Ә бына түбәндәге текст аждаһаның ни әсән юхаға әүерелеүен һүрәтләүе менән ҡыҙыҡлы: «Юха йылан —аждаһаның үтә ҡартайып, аҙғынланғаны була. Үҙенең ҡеүәте, көсө бөтә башлағас, ташланырға көсө ҡалмағас, яҡындағы йән эйәһен аллап-һыулап әүрәтеп, ялағайланып, юхаланып яҡынлай ҙа, шуны йота...» (203, оп. 32, д. 2, л. 390). Ошо уҡ информант (ул Әбйәлил районының Асҡар ауылынан) юханың төрлө йыртҡыс сүрәтенә инә алыусы йән эйәһе булыуы хаҡында хәбәр итә. Шулай ҙа хөрәфәти хикәйәләрҙә юха, башлыса, ҡыҙ йәки егет сүрәтендә күренгән мәкерле йән эйәһе булараҡ телгә алына: «...Юха ирҙәргә ҡатын булып күренә, ҡатындарға егет булып күренә» (310, 614).

60




Әкиәттәрҙә иһә юха күпселек осраҡтарҙа нескә билле сибәр ҡыҙға әүерелгән йылан образында йөрөй. Ҡағиҙә булараҡ, юха-ҡыҙ — яуыз, зарарлы йән эйәһе: ул үҙе әүрәтеп барған егеттең, төнөн йоҡлағанда, ҡанын һура. Ғәҙәттәге ҡатын- ҡыҙҙан юха-ҡыҙҙар кендекһеҙ булыуҙары менән айырыла икән тигән ҡараш йәшәй. («Юханың кендеге булмаҫ» тигән мәҡәл дә бар.)

Йыйып әйткәндә, ен-пәрейҙәр, убыр, албаҫты, бисуралар, аждаһа һәм юхалар — хөрәфәти хикәйәләрҙең актив геройҙары, улар кешегә зыян килтереүсе, уның күңеленә шом һәм хәүеф һалыусы зарарлы заттар. Был хөрәфәти хикәйәләрҙең һәр береһендә ул заттарҙы «күргән» кешенең психологик хәле, ҡылған ҡылыҡтары һүрәтләнә. Күпселек осраҡтарҙа кеше пассив, бик ҙур ауырлыҡтар менән генә бәләнән ҡотола, йәки, ғөмүмән, ҡотола алмай (һарғайып, йә булмаһа йөрәге ярылып үлә).

Хөрәфәти хикәйәләрҙәге образдарҙың икенсе төркөмөн зыянһыҙ, сағыштырмаса зыянһыҙ заттар — эйәләр (йорт эйәһе, аҙбар эйәһе, мунса эйәһе, һыу эйәһе, тау эйәһе һ. б.) — тәшкил итә.

Йорт, аҙбар, мунса эйәләре зыянһыҙ ғына түгел, хатта кешегә ярҙам да итә торған заттар булып иҫәпләнә:

«Берәй һарығым, йә кәзәм бәрәсләр булһа, мал эйәһе һәр ваҡыт иҫкәртмә яһай,— тип һөйләй Йылайыр районының һолтантимер ауылында йәшәүсе 72 йәшлек бер информант. — Йоҡлап ятҡанда ҡолағыма: «Шәмсениса, сығып

бәрәсеңде ал, туңып үлеп ҡуйыр»,— ти. Мин сығып ҡараһам, ысынлап та, малым бәрәсләгән була. Шуға мин хәҙер ҙә мал эйәһе әйтер әле, тим дә, ятам да йоҡлайым» (203, оп. 73, д. 72, л. 187).

Ошо уҡ информант — мунса эйәһенең дә «изгелеген татыған» кеше («Мунса эйәһе иҫкәртмәһә, мин шул кирбес араһында ҡалып үлер инем әле» — 203, оп. 73, д. 72, л. 187).

Хөрәфәти хикәйәләр араһында эйәләрҙең «холоҡ күрһәткән» саҡтарын һүрәтләгән сюжеттар ҙа осрай. Был хәл түбәндә килтерелгән миҫалда, мәҫәлән, бик асыҡ сағыла:

«Беҙ Рауай Сәғитовтарҙан өй һатып алғайныҡ. Бер нисә көн йоҡлай алмай ыҙа сиктек. Тәҙрә төбөндә шаҡ-шоҡ һуға. Йоҡомһорап ятһаң, һикене һелкетә. Бер нисә көн үткәс,

61




Рауайҙарға барҙым да, бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Шул уҡ көндө Сәүйә килен (Рауайҙың ҡатыны) беҙгә килеп: «Әйҙә, хужаҡайым, ҡайтайыҡ», — тип әйтте лә, ишекте асып сығып китте. Ошо көндән алып тыныс йоҡлай башланыҡ (203, оп. 73, д. 72, л. 18).

Ғөмүмән, эйәләр үҙҙәренә ҡарата «ихтирамды ярата». Хөрәфәти хикәйәләрҙән күренеүенсә, кеше уларҙың «күңелен күреп», улар менән «иҫәпләшеп» йәшәргә тейеш. Тәү тапҡыр мунса төшөп сыҡҡанда, тәҙрә төбөнә тәңкә һалып китеү, йә булмаһа ләүкәгә еп бәйләп: «Суҡ һиңә бүләк, суҡ һиңә бүләк» тип әйтеү күренеше (был ғөрөф айырыуса йәш баланы беренсе тапҡыр мунса төшөргәндә ныҡ иҫтә тотола) (203, оп. 65, д. 5, л. 169) эйәһенең «ризалығын алыу» ниәтенән мунса нигеҙенә ҡоймаҡ илтеп күмеү (203, оп. 73, д. 72, л. 188), өй һалғанда нигеҙгә, өрлөк аҫтына тәңкә һалып ҡалдырыу йолаһы (203, оп. 65, д. 5, л. 169), йорт эйәһен асыуландырмаҫ өсөн бала-сағаны артыҡ ҡысҡырып көлөү, шаярыуҙан тыйыу осраҡтары (203, оп. 65, д. 9, л. 345) — былар бөтәһе лә ана шул хаҡта һөйләй. Ышаныуҙарға ҡарағанда, өй эйәһе тураһында кешегә һөйләргә лә ярамай: «һөйләһәң, йә малың уңмай, йә үҙеңә зыян килә» (203, оп. 47, д. 3, л. 225).

Эйәләр һ. б. персонаждар хаҡындағы хөрәфәти хикәйәләрҙе, урынына, ваҡытына ҡарап, тәрбиәүи маҡсаттарҙа ла ҡулланғандар: «Аяғыңды йыуып ятмаҫаң, ҫыу ейәҫе алып китәр үҙеңде», — ти торғайны инәйем. Йә: «Ауыҙыңды ҙур асып, ҡысҡырып көлмә — ауыҙыңа ен керер», — тиер ине»,— тип хәтерләне, мәҫәлән, үҙенең бала сағын Ырымбур әлкәһенең Яйыҡ ауылында тыуып үҫкән бер әңгәмәсем (212а, 63).

Хәҙергә беҙгә билдәле булған материалдар буйынса эйәләрҙең ниндәй ҡиәфәттә булғанын өҙөп кенә әйтеүе ауыр. Бер осраҡта өй-йорт хужаһы, аҙбар эйәләре үҙҙәре күренмәй генә тауыш биреү арҡылы кешегә үҙенең «барлығын» белдертә, икенсе осраҡта берәр таныш кеше, әллә ниндәй бер малай, ҡыҙ ҡиәфәтендә күренә, йә мал, йәнлек рәүешендә күҙаллана (203, оп. 73, д. 72, л. 17, 80, 97, 116—117, 141). Аҙбар эйәһе йыш ҡына аттың ялын үреп ҡуйыусан (хужалары шуға ҡарап, эйә барлығын беләләр, имеш) (л. 141). Ой эйәһенең тауыш биреп кенә аралашыуы — киңерәк таралған тотороҡло ҡараш. 1988 йылғы фольклор

62




экспедицияһы ваҡытында халыҡта: «Өй эйәһе күренеп йөрөһә, хужабикәгә килешмәй: ен һуға», — тигән ышаныу барлығы беленде» (203, оп. 92, д. 7, л. 115).

Хазиналар тураһындағы сюжеттарҙың бер өлөшө, изге урындар, ҡәберлектәр хаҡындағы текстар, сирҙәр һәм уларҙы дауалауға ҡараған ышаныуҙар ҙа халыҡ прозаһының хөрәфәти хикәйәләр тармағына инә. Был сюжеттар өсөн шулай уҡ кешенең сәйер зат эйәһе менән осрашыуы һәм уның менән ниндәйҙер мөнәсәбәткә инеүен хикәйәләү хас.

Уҙған быуат башында ҡатай ырыуы башҡорттарынан С. И. Руденко яҙып алған бер хөрәфәти хикәйәлә, мәҫәлән, ауыл малдарына үләт килтереүсе сирҙең һайыҫҡан ҡиәфәтендә күренеүе, мунса ҡыйығында ҡуҙғалмай ултырған был ҡошҡа шомланған хужабикәнең яҡшы мөғәмәлә күрһәтеүе һөҙөмтәһендә малдарға афәт теймәүе тураһында бәйән ҡылына (ул һайыҫҡанға мунса инергә тәҡдим итеп, йылы һыу, миндек әҙерләп бирә, иртәгеһен миндектең икенсе урынға күсерелгәненә, ләүкәгә һыу сәсрәтелгәненә ҡарап, тегенең мунсала «йыуынғанлығына» төшөнә).

Сирҙәрҙән ҡотолоу өсөн башҡа төр ырым-саралар ҙа ҡулланылған. Тапма сиренән арыныу ниәтендә йылға кисеп сығыу кәрәк, сөнки сир һыуҙан аша сыға алмай, тип иҫәпләгәндәр. Сирләгән кеше көнө буйы бер ни ашамаҫҡа тейеш булған. Кисен бутҡа бешереп, уны сүлмәккә һалғандар ҙа, йылға буйына илтеп, сүлмәктең ҡапҡасын асып ҡуйғандар. Йәнәһе, сир шул бутҡаға алданып ҡала. Ауырыу тиҙ генә һыу кисеп, йылғаның икенсе яғынан ҡайтып китә. Был хаҡта С. И. Руденкоға ҡара табын һәм барын табын ырыуы башҡорттары һөйләгән. Гәйнә башҡорттарынан берәү ғалимға тапманы бүрек кейгән кеше сүрәтендә күргән- леген белдергән (248, 28—29).

Әүлиә ҡәберҙәренең изге урын итеп иҫәпләнеүе, ҡәберҙәр янынан үткәндә хәйер һалыу, уҡыныу, ул урындарҙа ҡысҡырып һөйләшмәү кеүек тормош ҡағиҙәләре әле булһа өлкән быуын кешеләре хәтерендә яҡшы һаҡлана.

Халыҡ ижады материалдары буйынса, ҙур ҡәберлек- убаларҙа ғәҙәттән тыш ҙур кәүҙәле кешеләр — алыптар күмелгән тигән ышаныуҙар булғанлығы күренә. Руденкоға уран ырыуының бер башҡорто һөйләгән хикәйәлә, мәҫәлән, бындай убаларҙың изге урын һаналыуы телгә алына. Шул

63




уҡ ваҡытта ул ерҙәр кешеләр күңеленә ниндәйҙер шом да һалыр булған. Ошо фекерҙе раҫлау өсөн информанттар ғәҙәттә йә үҙе, йә берәр танышы менән булған хәлде иҫкә төшөрөп, тәғәйен берәй факт килтер еүсән. Руденко яҙмаһынан күренеүенсә, ғәҙәти булмаған урындарҙан ағас ҡырҡыу, унда ярау итеү һ. б. шуның кеүек күренештәр килешмәй: кеше сиргә һабыша, хатта һуҡырая, имеш (248, 28).

Формалары яғынан хөрәфәти хикәйәләр ябай. Сюжет төҙөлөшө, художестволылыҡ кимәле һөйләүсенең импровизаторлыҡ оҫталығына, тыңлаусыларҙың һөйләнелгән хәл- ваҡиға менән ҡыҙыҡһыныу дәрәжәһенә бәйләнгән.

Төрлө ят көстәр менән осрашыу хаҡындағы сюжеттарҙың бер төркөмө ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт рәүешендә бирелә, икенселәре киңерәк ҡоролоп, тамамланған, төҙөк композициялы хикәйәләрҙе тәшкил итә.

Хөрәфәти хикәйә, ҡағиҙә булараҡ, хәл-ваҡиғаларҙың ҡасан, ҡайҙа, ниндәй ситуацияла булғанын һүрәтләүҙән башлана: «1938 йыл ине. Мин ул ваҡытта етенсе класта уҡый инем» (310, 213)... «Бер ваҡыт, нисәнсе йылдар тирәһе булғандыр, төндә, сәғәт ун икеләр тирәһендә, ферманан күмәкләшеп эштән ҡайтып киләбеҙ... Икенсе тапҡыр, йәй көнө, кискә табан, бесәндән ҡайтып киләбеҙ. Арҡысаға (урман исеме. — Ф. Н.) етәрәк ерҙә ял итергә ултырҙым...» (203, оп. 73, д. 72, л. 181).

Хикәйәләүҙе ошо рәүештә төбәп, ысынбарлыҡтағы тирә- йүнде һүрәтләүҙән башлау тыңлаусыны ваҡиға ситуацияһына инергә әҙерләй, һөйләнеләсәк хәбәрҙе булған хәл итеп ҡабул итеү мөмкинлеген тыуҙыра.

Хөрәфәти хикәйәнең кульминацион мәле —кешенең сәйер йән эйәһе менән осрашыу эпизоды: «Өйҙәрен асып кереүем булды, бер оҙон буйлы ир кеше мейес артына инеп китте» (203, оп. 73, д. 72, л. 17).

Ят көс менән осрашҡандан һуң, хикәйәләү оҙаҡ дауам итмәй, шунда уҡ осрашыу эпизодының ни менән тамамланғаны әйтелә. Алда килтерелгән хикәйәнең дауамы, мәҫәлән, түбәндәгесә: «Артынан барып ҡараным —күренмәне».

Башланышы, кульминацияһы, сиселеше булған кеүек, хикәйәнең йыш ҡына һығымта өлөшө лә бар: ул ғәҙәттә һөйләүсенең булған хәлгә мөнәсәбәте, уны аңлатырға тыры- шыуы, йә булмаһа һаҡланыу сараларын — ырымдар хаҡында

64




әйтеп китеүҙән ғибәрәт. Аныҡлыҡ өсөн миҫалдарға мөрәжәғәт итәйек. Эйәләр хаҡындағы хикәйәләрен бер информант, мәҫәлән, ошо рәүешле тамамлай: «Ни өсөндөр миңә мунса, мал эйәләре яуызлыҡ та ҡылғандары юҡ, киреһенсә, ҡотҡаралар. Улар тик гонаһһыҙ йәндәргә генә изгелек эшләйҙәр» (203, оп. 73, д. 72, л. 187).

«...Шул көйө әлеге бала мәктәпкә йөрөүен дә ташлаған. Хәҙер уға 60 йәш, Орловка ауылында йәшәй» (203, оп. 73, д. 72, л. 184).

«...һыу инәһе тотмаһын өсөн һыу кергәндә: «Мине тотма, һыуҙы тот!» —тип, һыуға һүренте һалаһың» (203, оп. 92, д. 10, л. 109).

Хөрәфәти хикәйәнең бөтә йүнәлеше —ят көс менән осрашыуҙың психологик көсөргәнешле ситуация булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу. Шуға күрә ундағы образдар, һүрәтләнгән урындар һәм кисерелгән тойғолар — береһе лә ғәҙәти түгел, шомло.

Ен-шайтан һ. б. сәйер йән эйәләре менән осрашҡан ер —күп осраҡта йә һаҙлыҡ, йә ҡараңғы урман эсе, йә күл, йырын буйы, зыярат; осрашыу ваҡыты — ғәҙәттә ҡараңғы төшкән саҡ, төн уртаһы, таң алды. Урын, ваҡытты һүрәтләүҙә уртаҡ һүрәтләү алымдары бар. Ен-пәрейле урынға етер алдынан аттың шып туҡтауы йәки мотоциклдың бара алмауы, мәҫәлән, шундайҙарҙан.

Урынды һүрәтләгәндә күпселек осраҡта пейзаж ҡыҫҡа рәүештә генә һыҙатланып ҡала йәки бөтөнләй һүрәтләнмәй. Был хәл, әлбиттә, сюжеттың дөйөм характерына, йөкмәткеһенә бәйле. Аждаһа-йыландар хаҡындағы сюжеттарҙа, мәҫәлән, пейзаж ярайһы уҡ киң һүрәтләнә. Батыргәрәй Юлыев яҙып алған текст (334, 245—248) — бының асыҡ миҫалы булырлыҡ. Аждаһа күтәрелеүгә бәйле сюжеттарҙа көслө ел- дауыл, болот ҡуйырыу, ғәрәсәт мотивтары алға ҡуйыла. Был йәһәттән Бөрйән районында яҙып алынған бер сюжет бик характерлы:

«...1942 йылдың июль айҙары ине. Көндөҙ еләктән ҡайтып килһәк, болот сыҡты ҡапыл аяҙ көндө. Шунда тупраҡ бураны башланды, бер нәмә күренмәй. Әй ел сыҡты, тауҙа ағастар ауа башланы. Урамда балалар йығылышып ятты хатта. Ҡапыл ҡап-ҡараңғы булып китте. Ямғыр яуҙы микән, юҡ микән аҙағынан —бер ни ҙә иҫләмәйем. Шунан ололар

65




күлдең аждаһаһы осҡан, тинеләр. Шунан күл ҡороно, әле лә төбөндә үлән үҫмәй, ярылып ята, ере кибеп» (310, 216).

Формалары яғынан хөрәфәти хикәйәләр бер төрлө генә түгел. Беренсе зат йәки шаһит исеменән алып барылған хикәйәләр меморат, хәтирә стилендә, һөйләүсенең яҡыны, белгән кешеһе күргән хәлде бәйән ҡылыу — риүәйәт, леген- да-риүәйәт стилендә.

Хөрәфәти хикәйәләр араһында легендаға, әкиәткә, көләмәскә тартым сюжеттар бар: «Пәрей туйы» (248, 27), «Мөғәллим һәм шайтандар» (203, оп. 73, д. 72, л. 112—127; 212). Хөрәфәти хикәйәләрҙең айырыуса әкиәттәр менән алыш- биреш итешеүе көслө. Ике жанрҙың һыҙаттарын бер сама- раҡ йөрөткән текстар менән бер рәттән, хөрәфәти хикәйәләрҙән үҫеп сыҡҡан әкиәт сюжеттары күҙгә ташлана. Бындай күренештең типик миҫалы — «Мәскәйҙең үлеме» тигән әкиәт. Хикәйәләүҙең характеры, персонаждарҙың ҡылған эштәре, әҫәрҙең тамамланышы — бында бөтәһе лә әкиәттәгесә. Ә бына сюжет төҙөлөү принцибы иһә хөрәфәти хикәйәләрҙе хәтерләтә: яуыз зат булған урынға еткәс, ҡаҙҙарҙың йылғаға төшөргә теләмәйенсә, үҙҙәрен һыу буйына алып килгән ҡыҙҙы йөҙәтеүҙәре, демонологик персонаж менән осрашыу эпизоды (һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән үпкәнең мәскәйгә әүерелеүе) —яуыз йәндән ҡотолоу әмәле. Телгә алынған билдәләрҙең эсендә лә үҙенсәлектәр юҡ түгел. Әгәр ҙә хөрәфәти хикәйәләрҙә мәскәй кешене, уның ҡанын һурып, һәләк итеүсе демон булараҡ һүрәтләнһә, миҫалға килтерелгән әкиәттә әҙәм затының тиреһен энә менән тунаусы хәтәр йән эйәһе итеп сағылдырылған. Әммә иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткән үҙенсәлек — бәләгә тарыған ҡыҙҙы мәскәй тырнағынан тартып алыусы геройҙың образы. Әгәр хөрәфәти хикәйәләрҙә яуыз көстө зарарһыҙландырырға тырышыусы булып имсе-бағымсы (ислам дине йоғонтоһонда тыуған сюжеттарҙа — мулла) торһа, әкиәттә был вазифаны атҡарыусы булып эпик герой —батыр йөрәкле һунарсы егет тора. Әкиәт геройы мәскәйҙе уҡ менән атып үлтерә. Егеттең еңеүенең сере лә ошо тылсымлы уҡта, һәм быны хатта мәскәй үҙе лә белеп тора: «Атҡан уғың ҡомда үҫкән ҡоба талдан булмаһа, башағы ер йөҙөн ете әйләнгән сәмреғош суҡышы, ә йәбештергән елеме ете төрлө балыҡ өҫтөнән алынған булмаһа, кереше бүре тарамышынан ҡуйылмаһа,

66




мине үлтерә алмаҫ инең. Мин һеҙҙең икегеҙҙең дә башығыҙҙы ашар инем»,— ти үлер алдынан мәскәй егеткә (51, 223—224). Күренеүенсә, әкиәттә яуыз көскә ҡаршы ҡулланыла торған ырым һүҙҙәр ҙә, йола хәрәкәттәре лә юҡ, әммә уҡ яһауҙа кәрәк булған барлыҡ әйберҙәр хөрәфәти хикәйә- ләрҙәге ырымсылар «муҡса»һынан алынған. Дероҫ, ер йөҙөн ете әйләнгән сәмреғош — мифик зат, әкиәт персонажы, ҡәҙимге тормошта иһә көслө ҡошто күберәген бөркөт образы символлаштыра, һәр төрлө им-томда бөркөт тырнағы, бөркөт суҡышы ҡулланыла. Фольклорҙағы сәмреғош менән бөркөт образдарының көс символы булыу яғынан яҡынлығын иҫкә алғанда, әкиәттәге сәмреғош суҡышынан яһалған уҡ башағы хөрәфәттәрҙәге бөркөт суҡышына (тырнағына) бәрәбәр магик әйбер икәнлеген аңлау ауыр түгел.

«Мәскәйҙең үлеме» кеүек сюжет типтарын өйрәнеү, бер яҡтан, әкиәт жанрының эволюцияһын күҙалларға мөмкинселек бирһә, икенсе яҡтан, әкиәт жанрының генезисындағы ҡайһы бер тармаҡтарҙы билдәләргә юл аса.

Хөрәфәти хикәйәләрҙең жанр тәбиғәтенән бөтөнләй алыҫлашып, ләкин шулай булһа ла, был жанрҙың образдарын үҙ эсенә алған әкиәт сюжеттары үҙҙәре бер төркөмдө тәшкил итә. Бындай сюжеттарҙы асылда әкиәт прозаһының һәр жанрында осратырға була. Сюжеттың ниндәй жанрға ҡарауынан сығып, геройҙарҙың, шул иҫәптән мифологик персонаждарҙың ҡылған эштәре, үтәгән вазифалары төрлөсә. Тылсымлы, батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә аждаһа, мәскәй һ. б. яуыз заттарҙың индерелеүе геройҙың батырлығын, физик көсөн ҡабартып күрһәтеүгә ярҙам итһә, көнкүреш әкиәттәрендә уның аҡылын, тапҡырлығын күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Демонологик персонаждар ҡатнашлығында ҡылынған эш-хәрәкәттәр әкиәт эстетикаһы һәм тәғәйенләнеше күҙлегенән яҡтыртылғанға күрә хөрәфәти хикәйәләргә хас булған шомлолоҡтарын, үтә ҡурҡыныс тойғолар уятыу ҡеүәһен ныҡ ҡына юғалтҡан була. Сатирик йөкмәткеле көнкүреш әкиәттәрендә иһә ен-пәрей, шайтандар, хатта комик эффект тыуҙырыусы персонаж ролендә сығыш яһай («Бер ҡарттың өс улы», «Хәйләкәр һалдат менән ендәр» — 59, 210—213, 215). Саф хөрәфәти хикәйәләрҙән айырмалы рәүештә, бындай әкиәттәрҙе һөйләүсе лә, тыңлаусы ла булған хәл итеп түгел, ә фантастик сюжет, уйҙырма итеп ҡабул

67




итә. Килтерелгән ҡайһы бер миҫалдар аша ғына ла хөрәфәти хикәйәләр менән әкиәттәр араһында төрлө кимәлдәге, төрлө яҫылыҡтағы бәйләнештәр барлығын күрергә мөмкин. Был кимәлдең самаһы иһә, беҙҙең уйлауыбыҙса, жанрҙар тормошондағы уртаҡлыҡтар һәм эволюцион процестарға бәйле.

Хөрәфәти хикәйә— бөтә халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында ла урын алған боронғо жанр.

«Быличкалар (хөрәфәти хикәйәләр. —


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет