Башҡорт энциклопедияһы



бет23/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25

’’Хазарҙарҙа мәҙәни тормош” бүлексәһе хәҙерге тарихсыларға әҙ билдәле йәки бөтөнләй билдәһеҙ әһәмиәтле мәғлүмәттәргә бай. Хазарҙарҙың төрки руник яҙмаларҙы ҡулланғанлыҡтары әйтелә (Шулай икән, Хазар ҡанағаты составына ингән башҡорт ырыуҙары ла руник яҙмаларҙан

324




файҙаланғандарҙыр, тип фараз ҡылып була). Ун ҡаланы эсенэ алған Хазар илендә үҙ заманынса ҡала мәҙәниәте, архитектур ҡоролмалары булыуына һис шик юҡ. Сәйәхәтселәр хазар ҡалаларында мәсет, синагог, сиркәүҙәр булыуын әйтеүе үк быны раҫлай.

Ител, Сәркел, Сәмәндәр ҡалалары мәҙәниәт һәм ғилем үҙәктәре булып һаналған. Сәйәхәтселәр уларҙа ғалим һәм әҙиптәр йәшәгәнен исемләйҙәр. Сөләймән бин Дауыт әл- Сансини атлы бер ғалимдың ’’Заһрут әл-риня” исемле әҫәренең ҡулъяҙмаһы беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланған. Та- баристанлы Мөхәммәт бин Хәсән бин Искәндәрҙең яҙмалары билдәле Хазар ҡағаны Йософ бин һарундың X быуатҡа ҡарар тарихи хатын да ҡиммәтле ҡомартҡы тип һанарға кәрәк. Был ҡаған Бачдад, Хорәсән, Византия ҡалаларынан китаптары менән үҙ иленә 24 ғалимды саҡырып килтерткән. Былар хаҡында Ә.Вәлиди бик әһәмиәтле фекерҙәр әйтә.

Шулай итеп, ’’Хазарҙар” мәҡәләһе менән хазарҙар, Хазар ҡағанаты, уның иҡтисады, сәйәсәте, ҡалалары, мәҙәниәте тураһында, өс йөҙ йыллыҡ тарихы хаҡында тулы ҡараш тыуҙырырлык энциклопедик хеҙмәтен барлыҡҡа килтерә Ә.Вәлиди Туған.

’’Ислам энциклопедияһы”нда уның ’’Әзербайжан” исемле мәҡәләһе иһә Әзербайжандың боронғо замандарҙан алып беҙҙең быуат башына тиклемге тарихын эҙлекле хи- кәйәләүе, ырыуҙар, хандар, дәүләтселек, төрлө осорҙағы ижтимағи, сәйәси, иҡтисади хәлдәр, әзербайжан мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте тураһында бер бөтөн картина тыуҙы- рыуы, ғилми нигеҙле, бай мәғлүмәтле булыуы менән ысын монографик хеҙмәт юғарылығын ала. Был хеҙмәттең бүлексәләрен атап үтеү үҙе генә лә уның ҡоласын тойҙора алыр, моғайын:

Әзербайжан: 1. Бөгөнгө географик һәм этнографик хәле (91—94-се биттәр). 2. Әзербайжандың исеме һәм тарихы сиктәре (94-се бит). 3. Ғәрәп дәүере (94—97-се бб.).

Әзербайжанға килгән боронғо төрөктәр (97—99 бб.).

Ғәрәптәр дәүерендә төрөктәр (100 б.). 6. Сәлжүктәр дәүерендә төрөктәр (100—102 бб.). 7. Әзербайжанда ҡыпсаҡ унсуры (өлөшө, 102—103). 8. Илһаниҙар дәүерендә Әзербайжандың төркиләшеүе (103—105). 9. Әзери төрк этник төркөмө тәшкиләте (106—107). 10. Илһаниҙар дәүерендә сауҙа, каруан юлдары (107—108). 11. Ғәрәп вә төрөк хаки-




миэте дәүерендә Әзербайжандың иҡтисади һәм байлыҡ хәле (108—109). 12. Сәлжүктәр һәм илһаниҙар дәүерендә Әзербайжандың мәҙәни хәйәте тәьҫире (109—110). 13. XVI— XVIII быуаттарҙа Әзербайжан (111—113). 14. Әзербайжанға ғосманлыларҙың экспедициялары (113—114). 15. Надир шаһтан һуңғы хәл һәм урыҫтар баҫып алыуы (115—116). 16. Әзербайжанда һуңғы дәүер иҡтисади һәм сәйәси хәлдәр (116—117). Әзербайжан картаһы.

"Ислам энциклопедияһы”на персоналия буйынса атаҡлы тарихи шәхестәр, атап әйткәндә, тарихсылар, сәйәсәтсе ғалимдар һәм әҙиптәр тураһында биобиблиографик мәҡәләләрҙе күп яҙа Ә.Вәлиди. Тимәк, был әлкәнән уға заказдар күберәк бирелгән. Бәғзеләрен исемләп китәйек: "Ғәлишир Науаи”, ’’Байсунгур Мирза”, ’’Бируни”, ’’Абулгази Баһадир хан”, "Хәмидуллаһ Мостафи”, "Хәйҙәр Мирза”, ”Ибн Фадлан”, ”Ибн әл-Фәкиһ” һ.б. Бындай мәҡәләләре тәржемәи хәлдең тулылығы, шәхестең эшмәкәрлегенә киң характеристика биреүе, мәғлүмәттәр байлығы менән айырылып тора. Автор тарихи шәхескә үҙ баһаһын, мөнәсәбәтен, ҡайһы бер үҙ субьектив ҡараштарын асыҡ итеп әйтә.

Бына "Бируни” мәҡәләһен миҫалға алайыҡ: "Бируни. Бируни Абдулрахман Мөхәммәт бин Әхмәт әл-Бируни әл- Харизми (973—1051), яңғыҙ ислам ғилеменән түгел, бөтә донъяның урта быуаттарҙа етешмеш иң бөйөк ғилем эйәләренең береһелер".

Автор Бируниҙың тормош юлын, ҡайҙа уҡыуҙарын, харезмлы төрки кешеһе булыуын, Мәхмүд Ғәзнәүи хан һарайында мәғлүм ғүмер кәңәшсе ғалим булып хеҙмәт итеүен бәйән ҡыла. Уның энциклопедик ғалим булыуына, төп ғилми хеҙмәттәренә тулы нарыҡ бирә. Астрономия, геология, физика, математика, биология, география, мифология ғилемдәре буйынса хеҙмәттәрен күҙҙән кисерә. Бируниҙың Ер ҡояш тирәләй әйләнеүе ихтимал, тигән ҡыйыу фекерен Коперниктан нисәмә йөҙ йылдар элек әйтеүен билдәләй, Ер шарының киңлеген хисаплап сығарыуын әйтә. ’’Бируни өсөн хәҡиҡәт йәһәтенән Юнан ғалимдары бөйөк бер авторитет ине” ти. Автор Бируниҙың тыйб ғилеме (медицина), дауа үләндәре хаҡындағы китабына туҡтала. ’’Бируни был китабында дарыу һәм үлән исемдәрен ғәрәпсә, фарсыса, юнанса (латинса), сүрисә, төр- киәсә, сағдисә һәм харезмса, санскрит теленсә, бәғзеләрен һинд телдәрендә яҙалыр. Бындай ентекле әҫәр халыҡ хазинаһылыр”, — тип баһа бирә Ә.Вәлиди.

326


’’Бируни табибсы, муһэлдэс (инженер) һәм географ булған кеүек, бер үк ваҡытта тарихсы ла ине, — ти автор. — Уның Харезм тарихына бәйле ’’Әхбәр әл-Харизм вә мәшәһир әл-Харизм” исемендәге әҫәрҙәре, ғәзнәүиҙәр тарихына ҡарар ’’Тарих әййәт әл-солтан Мәхмүд”, маңиһаилдар һәм ҡараматтар тарихына бағлы ’’Тарих әл- мөбаяза вә әл-ҡарамитә” атлы әҫәрҙәре менән тарихҡа тәнҡит рухындағы ’’Тәнҡит әл-тәуарих” әҫәрҙәре мәғлүм”. Бируниҙың төрки тарихына бәйле сығанаҡтарын Ә.Вәлиди юғары баһалай. ”Ул Хорасандан Маздуранғаса йәйелгән көнсығыш һәм төньяҡ әлкәләрҙә йәнә Урта Азияла борон- борондан төрки ҡәүемдәре йәшәгәнлекте, иранлыларҙың һуңынан килгәнлеген күрһәтә”.

Ә.Вәлиди Туған Бируниҙың төрлө тармаҡтағы ғилми хеҙмәттәрендәге шундай үҙенсәлекте билдәләй: ’’Бируни тәбиғәт ғилеменә һәм математикаға ҡараған әҫәрҙәрендә форсаты сығыу менән әҙәби һәм фәлсәфәүи әңгәмәләр һәм аңлатмалар ҡатыштыра, географик тикшеренеүҙәрендә этнография һәм мәҙәниәт тарихы буйынса мәғлүмәттәргә, яңы сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә, бүтән фәндәр буйынса өҫтәмәләр индереп ебәрә. ’’Китап әл-чумаһир” менән ’’Китап әл-шайдана” ла Бируни үҙенең фәлсәфә системаһы, әхлаҡ нигеҙҙәре һәм донъяға ҡарашы хаҡында фекерҙәрен асып һалыр. Уның ғәзнәүиҙәр дәүерендә яҙған әҫәрҙәрендә бөйөк ғалимдың ғилми мәсләгенә (платформаһына) бәйләнешле ҡараштары сағылышы бик мөһимдер”.

’’Заманында Урта Азияла башланған фән ренессансында Бируни үҙе баштан-аяҡ бер мәркәз һәм үҙәксә булып тора. Мәхмүт Ғәзнәүи һарайында тарихсы, географ, математик һәм астроном сифатында эшләгән кеүек, сәнғәт, архитектура һәм зиннәт эштәре менән дә мәшғүл булмыш. Хөкөмдарҙың алтын-көмөш хазинаһында хазинасы Рәүли Хәсән һәм Хөсәйен ҡәрҙәштәре менән берлектә Бируни ҙа, баш мөтәхәссе булараҡ, бөгөнгө мәғәнәлә хазина һәм музейҙар мөдире вазифаһын да атҡарыр”.

Бируниҙың үҙе шиғырҙар яҙыуына, шиғриәт ғилеменә иғтибар биреүе хаҡында ла мәғлүмәттәр килтерә Ә.Вәлиди.

Бер һүҙ менән әйткәндә, оҙон һәм ҡиммәтле ғүмеренән белеүебеҙсә һәм ҡиммәтле әҫәрҙәрен баһалағаныбыҙса, Бируни, шәреҡ һәм ғәреп ғилемдәре тарихтарын тәсдиҡ иткәне кеүек, ул ысын мәғәнәһендә даһи бер ғалим ине, — ти Ә.Вәлиди Туған. — Ибн Сина, Ибн әл-Хисам һәм Ғәли

327




бин Ғайса кеүек бөйөктәрҙең XI быуатта етешеүҙәрендә бик хаҡлы булараҡ ошо бөйөк ғалимға бурыслылар”.

Был ҙур мәҡәләһенә өҫтәмә итеп, Бируниҙың һиндо- стан ғилеменә булған йоғонтоһо һәм төҙөк яңы календарҙы нигеҙләүе тураһында күҙәтеүҙәрен килтерә.

һәр хәлдә, "Бируни” тигән мәҡәләһендә был бөйөк ғалимдың тормош юлы һәм ғилми эшмәкәрлеге энциклопедияларға хас булғанса тығыҙ һәм тос итеп асып бирелә, үҙ ҡараштарын белдерер иркенерәк формаларҙы ла ҡуллана.

Үрҙә һанап үткән тарихи шәхестәргә лә ул шунса тулылыҡ һәм теүәллек менән характеристика бирә, энцик- лопедияларҙағы персоналияларҙың матур үрнәген тыуҙыра.

Тарихи географияға ҡараған өсөнсө төр мәҡәләләр серияһында Ә.Вәлиди Туған байтаҡ географик урындарҙың тулы картинаһын күҙ алдына баҫтыра, күп мәғлүмәттәр һәм сығанаҡтар менән эш итә. ”Аму-Даръя”, ”Аҡ мәсет”, ’’Балҡан”, ’’Баласағун”, ’’Ханбалык”, ’’Хандемир”, ’’Хорезм”, ’’Бират” ише мәҡәләләр шуның өлгөләре.

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың энциклопедик ғалим булыу сифаты — фундаменталь хеҙмәттәрендә булһын, айырым мәҡәләләрендә, айырыуса ’’Ислам энциклопедияһы” томдарына махсус яҙылғандарында булһын — алған темаһын һәм проблемаһын тарихи, этнографик, географик, филологик, иҡтисади, сәйәси һ.б. аспекттарында берлектә комплекслы өйрәнеүендә сағыла. Уның шул уҡ ваҡытта тарихтан тыш махсус этнографияға, тарихи географияға, әҙәбиәткә, фольклорға, сәнғәткә, тел ғилеменә бағышланған хеҙмәттәре лә күп. Йәғни уның һәр ижтимағи фән әлкәһендә мәғлүмәте һәм ғалимлыҡ маһирлығы көслө.

Был сифаттары хаҡында Герберт Янски бик юғары һәм тапҡыр баһа бирә: ’’Төркиҙәрҙең иң боронғонан хәҙергәсә тарихтары (Төркөстан тураһындағы хеҙмәте был планда айырым урын тота), шулай уҡ төрки халыҡтары тураһында этнографик һәм бүтән дөйөм мәғлүмәттәр, илдәрҙең тарихи географияһы тураһындағы эштәре, шул иҫәптән төрки ил тормошона, Әзербайжанға ҡарағандары — былар Зәки Вәлиди Туғандың фән алдындағы бөйөк уңыштары. Бындай хеҙмәттәрҙе унан башҡа бер кем дә шунса һәм уның кимәленсә яҙырға булдыра алмай. Бының өсөн шундай ерҙә тыуырға һәм шундай һәләтле булып үҫергә




кәрәк. Мәҫәлән, ’’Ислам энциклопедияһы”на ингән Ғәли- шир Науаи, Бируни, Аму-Даръя, Башҡорт, Хазарҙар, Бе- рат һәм Хорезм тураһындағы мәҡәләләрҙе Вәлиди башҡарғанса шундай тәрәнлек менән яҙа алмай. Фәҡәт ул ғына шундай тәрән һәм күп яҡлы итеп Ибн Фадланды һәм Биру- ниҙы төшөндөрә һәм аңлатмалар бирергә һәләтле булды.

Шул уҡ ваҡытта шәрҡиәт ғилеменә үҙенсә яңы сағыу төҫ, үҙенсә һыҙат биреүҙә Вәлидиҙең хеҙмәте ҙур. Был фән әлкәләрендә ул, һис шикһеҙ, иң алдынғы белгес. Уны был фәндәр әлкәһендә тере энциклопедиясы тип атарға мөмкин. Был йәһәттән ул ғәжәйеп күренеш”.

ШӘРҠИӘТСЕ



Ислам ғилемен тәрән үҙләштереүе, ислам тарихсыһы, шәреҡте яҡшы белеүе һәм өйрәнеүе менән Әхмәтзәки Вәлиди Туған шулай уҡ ысын мәғәнәһендә шәрҡиәтсе (востоковед) ғалим да.

Ул Төркиәлә шәрҡиәт ғилемен үҫтереүгә айырыуса ныҡ әһәмиәт бирә. Ә.Вәлиди Туған 1953 йылда Истанбулда Исламиәт институтын төҙөүгә өлгәшә. Алда әйткәнебеҙсә, уны был институттың директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо институт эсендә ислам динен, ислам тарихын һәм мосолман мәҙәниәтен, шәреҡ тарихи географияһын өйрәнеү эштәре менән етәкселек итә һәм был әлкәләрҙә үҙе ныҡлы шөғөлләнә. Шәреҡте өйрәнеүҙең географияһын һәм үҙ проблемаларын киңәйтергә тырыша. Яҡын һәм Алыҫ Көнсығыш илдәренең тарихын һәм мәҙәниәтен тикшереүҙе юлға һала.

Төркиәлә 1951 йылда Ә.Вәлиди Туғандың туранан-ту- ра етәкселеге һәм ойоштороу эштәрен башҡарыуы аҫтында үткән Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXII конгресы шәрҡиәт ғилеменең төп йүнәлештәрен һәм мөһим проблемаларын асыҡ күрһәткәйне. Конгресты асып ебәргән сығышында Ә.Вәлиди Туған: ’’был форум милли мәҙәниәтебеҙ һәм ватан тарихыбыҙ өсөн фәндә яңы йүнәлештәр күрһәтеүҙә һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен тиҙләтеүҙә бөйөк әһәмиәткә эйә”, — тигәйне.

Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа төрлө илдәрҙә үткән Шәрҡиәтселәрҙең нәүбәттәге халыҡ-ара конгрестарында ла Ә.Вәлиди Туған әүҙем ҡатнаша, шәрҡиәт ғилеменең үҙәк мәсьәләләре хаҡында докладтар яһай.

329




Ғалимдың шәрҡиэт ғилеме әлкәһендә бөтә принципиаллеге менән күтәреп сыҡҡан һәм был фән өсөн мөһим өлөш булырлыҡ бер нисә проблемаһына диҡҡәт итәйек.

Бына, мәҫәлән, дин һәм закон проблемаһы. Ә.Вәлиди Туған был тәңгәлдә ислам диненең төрки халыҡтары мәҙәниәтенә һәм йәшәйеш ҡанундарына ҙур йоғонтоһона айырыуса әһәмиәт бирә. ’’Исламды ҡабул иткәндән һуң төркиҙәр XIV-XV быуаттарҙа бигерәк тә ғаилә хоҡуҡтары һәм йолалары буйынса шәриғәт тәғлимәтен тормошҡа кәрәк булған ҡағиҙәләр рәүешендә үҙләштерергә мәжбүр булдылар”, — тип яҙа ул. — Әммә исламға тиклем булған традицияларының күбеһен дә һаҡлай алдылар. Ике ҡапма- ҡаршы тарафтар — исламса булмаған мәҙәниәт һәм сыңғыҙлыларҙың хоҡуҡи системалары менән XV быуат аҙағында шәриғәттең һәм иран мәҙәниәтенең формалашып еткән ҡеүәтле аҙымдары араһында бер урта юлды табыу мәсьәләһе килеп тыуҙы. Илһаниҙарҙың һуңғы, Тимур һәм Олуғбәк замандарында был урта юл табылды. Мосолман төрки дәүләтендә шәриғәт менән закон, фарсы теле менән төрки теле араһында килешле гармоник мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде”.

Төркиҙәр тарихындағы эске үҫеш законсалыҡтарының береһен асыҡлау концепцияһы ине был.

Икенсе миҫал. Быныһы инде хәҙерге заманға ла ҡараған проблема: Европа традициялары. ’’Хәҙерге кеүек үк, беҙҙең мәҙәни тормошобоҙҙа Европа традициялары ҙур роль уйнай, — ти Ә.Вәлиди Туған. — Әҙәбиәткә Европаса стереотип фекерләү һәм реформалар йоғонто яһай”. Шулай Европа — Ғәреп һәм Азия — Шәреҡ традициялары килеп осраша, шуларҙың мөнәсәбәтен һәм нисбәтен асыҡлау проблемаһы килеп тыуа.

Әйткәндәй, Европа менән Азия, Көнбайыш менән Көнсығыш борон-борондан килгән проблема асылда. Был хаҡта фәндә төрлө һәм йыш ҡына ҡапма-ҡаршы ҡараштар, концепциялар йәшәп килә.

Бында Ә.Вәлиди Туғандын үҙ концепцияһы бар. ’’Тарихта ысул” китабының инеш һүҙендә был мәсьәләне махсус ҡуя. Ул ғәреп мәҙәниәте менән шәреҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлектәре һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре аспектында тикшерә быны.

’’Ғәреп — боронғо Грециянан күсә килгән дауамлы тикшеренеүҙе, дин һәм мәнфәғәттәр бәрелешен үҙ фекер

330




торошоноң сығанағы иткән, яҙмыштан бигерәк үҙенә һәм аҡылына ышанған, тәбиғәтте кешегә буйһондороу теләге менән янған бер актив ғәләм ул, — ти. — Шәреҡ иһә, хозур һәм фәрәғәттән (аҙға ҡәнәғәт булыуҙан) кинәнес тапҡан, эске донъяһына бикләнеүсән (интраверт), серле, үтә диндар, анды бик һанға һуҡмаған, тормошҡа ваҡытлы күренеш тип ҡараған, бөгөнгөһөнә үткәне менән бәйләнештә булған дәрәжәлә генә баһа биргән, тәҡдиргә инанған, тәбиғәтте үҙ яйына ҡалдырған пассив бер ғәләмдер”.

Немец ғалимы Карл Ясперстың ғәреп һәм шәреҡ мәҙәниәттәре араһындағы туғыҙ төрлө киҫкен сифат айырмаларын һанап һәм характерлап сығыуына таянып, Ә.Вәлиди Туған: ’’Ҡыҫҡаһы шундай һығымта яһап була: ғәрепкә хөрриәт, шәхсиәт идеяһы, категорияларҙың байлығы, сағыу аң; шәреҡкә тормошҡа булған деспотизм, тарихтан баш, ихтыярһыҙлыҡ һәм карарһыҙлык, позиция тоноҡлоғо, рух һәм фекерҙең тәҡдир зиһениәте эсендә ҡатып ҡалыуы хас булып сыға”, — ти.

Ә.Вәлиди Туған Европа шәрҡиәтселәренән инглиз ғалимы сэр Денисон Роестың, немец ғалимы Шэбэрҙың, француз ғалимы Л.Брауншвейгтың һәм К. Ясперҙың Европа зиһениәте һәм Ғәреп — Шәреҡ мөнәсәбәттәре хаҡындағы шундай фекерҙәрен айырып күрһәтә:

Европа зиһениәте — грек математикаһы һәм тәбиғәт фәндәре, шулай уҡ Ксенофондың диндәр тәнҡите менән башланып, һуңынан әллә нисә быуатҡа ҡатып ҡалған, аҙаҡ килеп Ренессанс дәүерендә яңырыу кисергән бер зиһениәт ул. Ғәреп рухы — тынғы белмәй торған бер рух ул. Ул үҙенең кыркка төрләнеүе ваҡытында фәндең төрлө әлкәләренә ҡараған фараз һәм теорияларға даими рәүештә төҙәтмәләр индерә, серектәрен алып ырғыта, улар урынына яңыларын тәҡдим итә. Ғәреп үҙ аҡылына таянырға ярата.

Шәреҡ беҙҙән техника һәм метод өйрәнә. Шәреҡҡә йүнәлеш биреү, уның тарихына, бөгөнгө тормошона һәм эшмәкәрлегенә баһа биреү саламәте (һәләте) һәр саҡ ғәрептең ҡулында ҡаласаҡтар. Европа зиһениәте һәм методы европалыларҙың патенты булып тора.

Быларға тәнҡит ҡарашы менән Ә.Вәлиди Туған Европа шәрҡиәтселәренең фекерҙәрендәге йомшаҡ һәм ’’зәғиф” яҡтарҙы күрһәтә.

Ғәрептең Шәреҡ алдындағы өҫтөнлөгө ниндәйҙер өс мең йыллыҡ күренеш түгел, бәлки Европаның диңгеҙ

331




юлдары асылыу арҡаһында үҫеш алған иҡтисади һәм сәйәси өҫтөнлөктөң һуңғы быуаттар һөҙөмтәһе генә.

’’Өҫтөн раса” тигән теория ла тәнҡитте күтәрә алмай. Был абсурд ҡараш Ғәрептә ’’ижад зиһениәте”, Шәреҡтә ’’кәмһенеү рухы” тип әйтеүҙең дә позицияһы үтә бушаҡ. ’’Оҙаҡ йылдар хакимиәт башында тороу шәхестәрҙә генә түгел, йәмғиәттәрҙә лә ’’миндә ғәҙәти булмаған һәләт, кәрәмәт барҙыр” тигән яңылыш фекер уята”, — ти автор.

Ғәреп менән Шәреҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлектәре тарихи яҡтан килеп сығыуы һәм тәбиғи күренеш булыуын билдәләү менән бергә, ғалим уларҙың уртаҡ яҡтарын һәм үҙ өҫтөнлөктәрен әйтеп уҙа. ’’Цивилизация, фән һәм сәнғәт, эш методы һәм техникаһы бөтә донъя милләттәре өсөн көндән-көн берҙәмерәк төҫ ала бара. Цивилизация ижад иткән дәүерҙәрҙә Ислам донъяһында ла грек мәҙәниәтенең дауамы булған Ғәреп донъяһының бер өлөшө тип ҡаралыр ине”, — ти. Бируни үҙ әҫәрҙәрендә Ислам ғәләмен мәҙәниәт тәңгәленән Греция, Рим һәм Мысыр менән берҙәм ”Әһлү лә-Мәғриб” тип, Һиндостан менән Ҡытайҙы ”Әһлү лә- Мәшриҡ” тип иҫкә ала һәм был ике ғәләм араһындағы айырымлыҡтарҙы ла күрһәтә, тип тарихҡа ла мөрәжәғәт итә.

Ә.Вәлиди Туған төрки халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен бөтә Европа һәм Азия халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте контексында өйрәнеүҙең мөһимлеген дә алға һөрә. ’’Төркиҙәрҙең тарихы ғәйәт киң майҙандарға йәйел- гәнлектән, уны көнбайыш ғалимдары менән киң хеҙмәттәшлек нигеҙендә бергәләп яҙырға мөмкин. Төрки ғалимдарҙың хеҙмәттәре Европа телдәрендә нәшер ителеүе лә мотлаҡ, Европа ғалимдары уларҙы тәнҡит күҙлегенән анализларға тейештәр”, — ти ул.

Профессор Зәки Вәлиди Туғандың 1961 йылда яҙған ’’Истанбул университеты алдында торған бурыстарынан” тигән хатында Төркиәлә шәрҡиәт һәм төркиәт ғилемен артабан үҫтереүҙең конкрет мәсьәләләре күтәрелә: яңы фәнни институттар асыу, тарихты бөтә донъя тарихы контексында өйрәнеү, төрлө телдәр белгән ғалимдар тәрбиәләү, яңы фәнни журналдар булдырыу һ.б.

Бынан алдараҡ ’’Төрөк шәрҡиәт берлеге йәмғиәте” төҙөлгән була. Уның рәйесе итеп Зәки Вәлиди Туған тәғәйенләнә. Йәмғиәттең уставы, программаһы ҡабул ителә. Төп бурыстар итеп шәрек мәҙәниәтен өйрәнеү, шәреҡ халыҡтарының теле, тарихы, ислам дине_ буйынса нәшриәт

332




эштәрен йәйелдереү, шәрҡиәт конгрестарын әҙерләү һәм ҡатнашыу мәсьәләләре ҡуйыла.

Ошо йүнәлештә Зәки Вәлиди Туған ” Халыҡ-ара шәр- ҡиәтселәр берлеге” ойошмаһы менән берлектә Төркиәлә бик күп эштәр башҡара, нәүбәттәге халыҡ-ара конгрестарҙы әҙерләшеүҙә ҡатнаша, шәрҡиәт буйынса ғилми-тик- шеренеүҙәр алып бара, нәшриәт эштәре менән шөғөлләнә.

1964 йылда һиндостанда Деһли ҡалаһында үткән шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXVI конгресының етәкселәре составында, форумдың уртаһында була Зәки Вәлиди. ”Де- лиҙа халыҡ-ара шәрҡиәтселәр конгресы” тигән брошюраһында ул былай яҙа: ’’Хәҙерге быуатыбыҙҙың ике сиреге эсендә булған шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара ғилми форумдары һәр береһе айырым бер әһәмиәткә эйә. Улар шәрҡиәт, ориенталистика әлкәһендә ниндәйҙер бер нәүбәттәге шаулы ваҡиға түгел, бәлки Ғәреп һәм Шәреҡ мөнәсәбәттәре кимәленән ни ҡәҙәрле мөһим күренеш икәнен әле тулыһынса төшөнөп тә бөтмәйбеҙҙер, һәр хәлдә, шәрҡиәт

быуаттан алып донъя күләмендәге ғилми хәрәкәткә әйләнде”.

Зәки Вәлиди Туған халыҡ-ара ориенталистиканың XIX быуатта филологик йүнәлешлерәк ағым булып башланып, уның хәҙерге быуатта бөтә фән тармаҡтарын үҙ эсенә алған хәрәкәткә әүерелеү тарихын күҙәтә. Әгәр әүәлерәк Шәреҡ илдәре тарихы, мәҙәниәте менән күберәк Ғәреп илдәре, башлыса Европа ғалимдары шөғөлләнһәләр, хәҙер Шәреҡ менән шәреҡтең үҙ ғалимдары шөғөлләнеүен, Ғәреп менән Шәреҡ ғилеме араһында тығыҙ бәйләнеш һәм үҙенсә бер берлек барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Халыҡ-ара шәрҡиәтселәр конгресының ҡасан һәм ҡайҙарҙа үткәрелеү тарихы ла уның географияһының киңлеген һәм ғилми ҡиммәтен аңлатып торғандай: 1-се конгресс 1873 йыл Парижда үткәрелә, 2-сеһе 1874 йылда Лондонда, 3-сөһө 1876 йыл Петурбургта, 4-сеһе 1878 йыл Флоренңияла, 5-сеһе 1881 йыл Берлинда, 6-сыһы 1883 йыл Лейденда, 7-сеһе 1886 йыл Венала, 8-сеһе 1889 йыл Стокгольмда, 9-сыһы 1892 йыл йәнә Лондонда, 10-сыһы 1894 йыл Женевала, 11-сеһе 1897 йыл йәнә Парижда, 12-сеһе 1899 йыл Римдә, 13-сөһө 1902 йыл Гамбургта, 14-сеһе 1905 йыл Жазаирҙа, 15-сеһе 1908 йыл Копенгагенда, 16-сыһы 1912 йыл Атинала, 17- сеһе 1928 йыл Оксфордта, 18-сеһе 1931 йыл йәнә Лейденда, 19-сыһы 1935 йыл йәнә Римдә, 20-сеһе 1938 йыл Брюс-




селдә, 21-сеһе 1948 йыл йәнә Парижда, 22-сеһе 1951 йыл Истанбулда, 23-сөһө 1954 йыл Кембриджда, 24-сеһе 1957 йыл Мюнхенда, 25-сеһе 1960 йыл Мәскәүҙә, 26-сыһы 1964 йыл Деһлиҙа уҙғарыла.

Был конгрестарҙан күренеүенсә, Ә.Вәлиди Туған шәр- ҡиәттең кайҙарҙа ғилми үҙәктәргә әйләнеүенә һәм шәрек ғилеменең проблематикаларына, географияһының киңәйе- үенә баҫым яһап әйтә. Дели конгресындағы ун секцияға бүленеп эшләүҙе исемләй: Египтология; Мессопотамия һәм Ибрани тикшеренеүҙәр; һитит һәм Кавказды өйрәнеүҙәр; Алтаистика һәм Төркиәт; Ираниәт; һиндология; Алыҫ Азия; Көнъяк-Көнбайыш Азия; Африканистика; Исламиәт.

Зәки Вәлиди Туған был секцияларҙа тикшерелгән төп мәсьәләләрҙе һанап һәм характерлап үтә. Шәрҡиәт, исламиәт буйынса ҡуйылған ҡайһы бер үҙәк мәсьәләләргә туҡтала. Вәлиди үҙе ’’Алтаистика һәм төркиәт” секцияһы менән етәкселек итә, унда ҡуйылған докладтарға тулыраҡ баһа бирә.

Ошо конгреста ул һиндостандың башлығы атаҡлы Жә- үәһарлар Неру менән таныша. Ун көн буйы барған конгресс дауамында элекке таныш һәм дуҫ шәрҡиәтсе ғалимдар менән яҡындан аралаша, совет делегацияһы ғалимдары менән осраша. Ял көндәрендә арала һәм аҙаҡтан күпмелер көндәр һиндостанда ҡалып, Деһли үҙәк китапханаһында, Хәйдәрабад, Алигер, Патна һәм Рампур ҡалаларына барып архив фондтарында ултыра, музей фондтарына инә. Шулай итеп, конгрестан тыш, һиндостан фондтарынан әллә күпме материалдар өйрәнеп, күсермәләрен алып ҡайта. Ошонда ул элекке туплаған материалдарына өҫтәмә итеп боронғо ҡулъяҙмаларҙан миниатюралар, төҫлө рәсемдәр коллекцияһын йыя, уларҙың 244 миниатюр өлгөләрен бергә туплай.

Әйтергә кәрәк, Ә.Вәлиди Туған ғүмеренең һуңғы ун йылында шәрҡиәт әлкәһендә айырыуса күп эшләй, ислам тарихы, шәреҡ миниатюралары буйынса хеҙмәттәрен тамамлау өсөн күп көсөн түгә.

ТӨРКИӘТСЕ



Әхмәтзәки Вәлиди Туған — төркиәт (тюркология) әлкәһендә лә киң профилдәге ғалим. Ул төрки тарихы менән ҡатар төрки филологияһында ла күндәм шөғөлләнә. Уны

334




берҙәй әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм тел белгесе тип атарға мөмкин. Әҙәбиәт тарихын һәм теорияһын, фольклористиканы, сәнғәтте, тел ғилемен берҙәй нескәлек менән өйрәнә; иң мөһиме, уларға тарихи-сағыштырма һәм комплекслы ғилми-тикшеренеү ысулдары менән якын килә. Шуға ғалимдың тикшеренеү даирәһенең мәҙәниәт-культуроло- гия, этнография, археография, палеография ише ярҙамсы фән тармаҡтарынаса йәйелеүе лә бик тәбиғи.

Матурлыҡты һынландырыр йәки тойҙорор һүҙ сәнғәте — әҙәбиәт, халыҡ ижады, халыҡ көйҙәре, йырҙары хаҡында һүҙ сыҡһа йә тикшеренеү эшенә тотонһа, Ә.Вәлиди Туған нескә зауыҡлы шәхес һәм маһир зат булып күҙ алдына килә. Былар уның поэтик тәбиғәтенән, йыр-музы- каны, сәнғәтте тәрән яратыуынан да киләлер. Тәбиғәтте, донъяны, һүҙ сәнғәтен шағиранә ҡабул итеү уға бала сағынан уҡ ҡанына, зиһененә һәм күңеленә берҙәй һеңгәндер.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   17   18   19   20   21   22   23   24   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет